Бөтә яңылыҡтар

Артыҡ балам юҡ минең

Баламды күтәреп, өс саҡырым ерҙе үтеп ҡайтып еткәндә ирем иҙәндә иҫереп йоҡлап ята ине. Аҫты еүеш. Телсән ҡәйнәм: “Ирең була тороп, ҡайҙа йөрөйһөң?” - тип ажарынып ҡаршы алды. Ҡурҡыуымдан иремдең аҫтын тиҙ генә алмаштыра һалдым. Ләкин күпме генә тырышһам да, уны карауатҡа мендереп һала алманым, ҙур кәүҙәле ине, көсөм етмәне. Шул көйөнсә төшкә тиклем йоҡланы. Уянғас, ҡомған менән башыма килтереп һуҡты. Иламаным, шаҡ ҡатып баҫып торҙом.

Йүнһеҙ, ҡурҡаҡ ир генә ҡатынына ҡул күтәрәлер ул. Был хәлгә түҙеп йәшәргә кәрәкме? Ни өсөн кеше үҙ яҙмышы үҙ ҡулында икәнен онота икән? Ундай тиран ирҙәрҙән айырылып ҡайтыр ерең булмаһа ла күтәрә һуғып ҡасып сығып китергә кәрәк, тип уйлайым.

Мин дә иҫерек ир менән йәшәп, ғүмерем заяға үтте. Беренсе балам тыуғас та уҡ сығып китергә кәрәк булған да бит. Ҡайтып ҡараным ул. Ләкин әсәйем: “Хәҙер һиңә бында урын юҡ, һин йоҡлаған урыныңда ҡустың ята. Төшкән ереңә таш бул”, - тине. Өҫтәүенә, ҡыҙым да илаҡ ине. Әсәйемдәргә ҡайтҡан төндә баламды күтәреп, ишек алдында йөрөп таң аттырҙым. Уның һүҙенән үтеп, өйгә инә алманым. Ярай ҙа ғына үҙеңде генә төндә ҡалдырырға ҡурҡам, тип иптәшкә ҡустым эргәмә сыҡты. Ул ваҡытта уға ун ике йәш ине.

Әсәйемдең нимә әйтергә теләгәнен аңлаған инем. Йоҡлатһам, ысынында ла айырылып ҡайтыр был, тип уйлағандыр инде. Эргәлә генә буш торған өй ҙә бар ине, шунда йәшәргә лә риза инем. Был хаҡта әсәйемә әйтеү менән ул ҡулындағығы сүмесен миңә осорҙо. Баш осонан ғына жыулап үтеп китте, нисек балама эләкмәгәндер? Баламды күтәреп, илай-илай кире ҡайтып киттем. Миңә ул ваҡытта егерме генә йәш ине. Иремә лә бит мин яратып кейәүгә сыҡманым. Атайым әрмелә бергә хеҙмәт иткән егетенең улына эйәртеп, тотторҙо ла ебәрҙе. Улар армияла саҡта шулай һөйләшкән булған икән. Мин килен булып төшкәндә ҡайным юҡ ине инде. Ә минең яратҡан кешем кейәүгә сыҡҡанымды ишеткәс тә, ауыл уртаһында ағып ятҡан шишмә янына барып ҡысҡырып илаған да, ситкә сығып киткән, тинеләр.

Баламды күтәреп, өс саҡырым ерҙе үтеп ҡайтып еткәндә ирем иҙәндә иҫереп йоҡлап ята ине. Аҫты еүеш. Телсән ҡәйнәм: “Ирең була тороп, ҡайҙа йөрөйһөң?” - тип ажарынып ҡаршы алды. Ҡурҡыуымдан иремдең аҫтын тиҙ генә алмаштыра һалдым. Ләкин күпме генә тырышһам да, уны карауатҡа мендереп һала алманым, ҙур кәүҙәле ине, көсөм етмәне. Шул көйөнсә төшкә тиклем йоҡланы. Уянғас, ҡомған менән башыма килтереп һуҡты. Иламаным, шаҡ ҡатып баҫып торҙом. Илата алмағас, мине ҡолата һуҡты ла, типкеләй башланы...

Хәҙер миңә һикһән йәш тулды. Нисәмә йыл үтте, ләкин ул ваҡиғалар әле лә күҙ алдымда. Икенсе ҡыҙым тыуғас, ирем бөтөнләй аҙарынды. Айыҡ йөрөгән сағы булманы, тип әйтергә лә мөмкин. Фермала һыйыр һауа инем. Уларҙың быҙауларға ваҡыты еткәс, төндәрен дә барып ҡарай инек. Бер шулай килһәм, һыйырым быҙаулаған. Артымдан күҙе-башы аҡайып килеп еткән ирем: “Ҡарауылсы менән осрашырға килдеңме?” - тип миңә һуғып ебәрҙе. Башым менән рәшәткәгә барып бәрелдем, танауымдан ҡан китте. Ир ҡурҡышынан сығып ҡасты. Танауымдан ҡан туҡтағансы, тип һыйырымдың эргәһендә ятып торҙом. Ҡайтып инһәм, ир өйҙә ултыра: “Үлмәнеңме әле?” - тип мыҫҡыллап, ауыҙын ҡыйшатты. Милицияға ла әйтергә ҡурҡа инем. Ултыртып ҡуйһалар ҙа, барыбер ҡайтҡас, шул уҡ хәл ҡабатланыр ине. Ауыл Советы рәйесенә әйтеп ҡарағанымда велосипедтың сылбыры менән ишек алдында туҡмаған ине бит.

Шул юнһеҙ ирҙән өс бала таптым. Бәләкәсемде ул бөтөнләй яратманы. Минеке түгел, тип барҙы. Шуға бала табыу йортонан да килеп алманы. Ауылға юл ыңғайы үтеп барған машина менән ҡайттым. Өсөнсө баламдан һуң өҙлөктөм. Бер нәмәгә күңелем төшмәне, йәшәгем килмәй башланы. Шул ваҡыт ике баламды ҡәйнәмдең балалары булмаған һеңлеһенә ҡалдырҙым да, бер айлыҡ ҡына бәләкәсемде алып, йылға буйына килдем. Яҙғы ташҡын ваҡыты ине. Шул саҡ эргәмә бер ҡатын килеп: “Һин был юл менән килергә ашыҡма әле. Ундайҙарға бында бик ауыр. Мин дә яңылыштым”, - тип күҙҙән юғалды. Уның һүҙҙәренән һуң иҫемде юғалтҡанмын. Күпме ятҡанмындыр, белмәйем. Шыбыр тиргә батып уянып киттем. Эргәмдә бәпесемдән башҡа бер кем дә юҡ. Шул ваҡыт ат ҡыуалаған тауыш ишетелде. Ул арала ауылдаш бер ағай килеп сыҡты. Ҡолап ятҡанымды күреп, мине күтәреп торғоҙҙо ла, бәпесем менән арбаһына ултыртып алып ҡайтып китте. Иҫерек иремде күрҙе лә яғаһынан тотоп алып: “Ҡатыныңды, балаларыңды рәнйеткәнеңде тағы ла берҙе ишетһәм, киләм дә бына шул мылтыҡтан атып үлтерәм”, - тине. Ул ҡырыҫ холоҡло ағай ине. Бәлки, шунан да ирем ҡурҡҡандыр. Ҡул күтәрмәһә лә мыҫҡыллаған саҡтары күп булды. Ул ағай һәр ваҡыт хәлемде белешеп торҙо. Ә йылға буйында күргән ҡатын иренең көнләшеүенә түҙә алмай, үҙен харап иткән булған икән. “Иҫерек ир өсөн үҙеңде, өс балаңды харап итергә башың юҡмы әллә?”, - тигән ине ул теге ваҡыт мине тиргәп.

Өс ҡыҙым менән йәйге төндәрҙе урамда, ҡышҡыһын аҙбарҙа күп уҙғарҙыҡ. Улар үҫә башлағас ҡына тормошобоҙ бер аҙ яйланды. Ҙур ҡыҙым күрше егете менән дуҫлаша башланы. Кейәүгә сыға ҡалһа, тип ҡапҡа-ҡоймаларҙы буяным. Өйҙәге иҫке карауатты ла диванға алмаштырғы килә ине. Иремә күпме әйтеп ҡараһам да тыңламаны. Машина яллап, район үҙәгенән үҙемә алып ҡайтып ултыртырға тура килде. Ләкин был да иремә оҡшаманы. Диванлы булдыҡ, тигән ҡыуанысыбыҙ оҙаҡҡа барманы. Ҡулына балта тотоп килеп инеп уны нисек булдыра ала, шулай ботарланы. Ул ваҡыттағы мәхшәрҙе һөйләп тә бөтөрөрлөк түгел. Нисек кенә тырышһаҡ та, ҙур ҡыҙымды туйлап кейәүгә бирә алманым. Бөгөн өс ҡыҙым да тормошта. Уларҙан һәр ваҡыт ирҙәре ҡыйырһытмаймы, тип һорашып торам. Аталары эскесе, тип ҡыҙҙарымды рәнйетә булмағыҙ, алам да ҡайтам, былай ҙа үҫкәнсе әсе тормош һурпаһын күп күрҙеләр, тип кейәүҙәремә әйтеп ҡуйғанмын. Уларҙы ҡыйырһытыр өсөн үҫтермәгәнмен. Бөгөн үҙем һикһәнде үтһәм дә, ҡыҙҙарыма 50-60 йәш булһа ла артыҡ балам юҡ. Аллаға шөкөр, былай матур йәшәйҙәр. Йәшәй-йәшәй үҙем дә уҫалландым инде.

Иремдең үлгәненә алты йыл. Әле бер көн төшөмә инде. “Һин ҡасан киләһең? Һинән башҡа мине бында индермәйҙәр, һинең һүҙең кәрәк”, - ти. Йә, Хоҙайым, унда барғас та осрашырға тура килерме икән ни уның менән? Минең һүҙем, тигәне ғәфү итеүҙер, инде. Үҙемә – ҡатын, балаларыма атай бәхете бирмәгән кешене ғәфү итә алырмынмы икән? Иҫемә төшһә, әле лә йөрәгем һыҙлай...

Нурия апайығыҙ.

Автор:
Читайте нас: