Бөтә яңылыҡтар

ҠАРАҒАТ ҠАРА БУЛА...

“Һөйгәнеңде яттар алһа, Йөрәккә яра була...” (йыр)

“Бына көҙ ҙә етте. Алтын көҙ. Һары һағыштарға һалыр, үҙәктәрҙе өҙөп һағындырыр, һарғайтыр көҙ...” Карауатында ятҡан Гөлсәсәк үҙ алдына ошо һүҙҙәрҙе ҡабатланы. Ҡасандыр, кемдәндер ишеткән һүҙҙәр ҡапыл мейеһен телеп үткәндәй булды: “Яман ауырыуҙан көҙөн китәләр икән...” Эй, Алла, һары көҙҙә генә торһа икән эш...

Көҙгө елдәр өҙлөкһөҙ тартҡылағанға ботаҡтарынан ысҡынған япраҡтар ҡайһы саҡ асыҡ форточканан бүлмәгә осоп инә. Бына береһе Гөлсәсәктең күкрәгенә килеп төштө. Эс бошорғос уйҙарға сумып ятҡан ҡатын ҡыуанысынан япраҡты усына алып, наҙлап һыйпап ҡуйҙы. Ҡайын япрағы икән.

Көҙ еттеме, төрлө төҫтәге сағыу япраҡтарҙы, эй, йыйырға яратыр ине Гөлсәсәк. Береһенән-береһе матур бит улар, бигерәк тә саған, имән, тирәк, уҫаҡ япраҡтары. Алып ҡайтҡас, үтек менән киптереп, китап биттәре араһына һалыр ине. Ҡыш улар бик ярап ҡуя. Тәүҙә улы менән ҡыҙына төрлө-төрлө гербарийҙар, картиналар эшләһәләр, һуңынан ейәндәре өсөн йыйҙы. Йыя торғайны...

Бына инде икенсе йыл рәттән көҙҙө өйөндә генә ҡаршылай шул Гөлсәсәк. Хәленән килһә, йүгереп кенә яҡындағы урманды әйләнеп килер ине лә... Их, йәшәргә ине тағы бер аҙ ғына... Гөлсәсәк көсәнеп кенә тороп ултырырға маташты. Юҡ шул, булмай. Ошо ятып китеүе лә оҙаҡҡалыр шул, бәлки, бөтөнләйгәлер... Үҙенең яҙмыш һынауҙары алдында көсһөҙлөгөнән, уларҙы үҙгәртер өсөн бер ниндәй ҙә сара юҡлығын аңлаған ҡатын төшөнкөлөккә бирелде.

Өй эсе тып-тын. Улы, ҡыҙы эштә, ейәндәре мәктәптә. Янына йәлләткес кенә мыяулап бесәйе килеп ятты. Һыуһағандыр инде. Крандан сөбөрҙәп ағып торған һыуҙы эсергә өйрәнгән бесәй, кемдер йыуыныу бүлмәһендәге кранды асып биреүен көтә лә йөрөй. Юғиһә, һауытына һыу тултырып китәләр ҙә бит. Юҡ шул, бесәйҙең үҙ законы. “Түҙ, инде, түҙ, Мусик. Тиҙҙән ҡайтып етерҙәр!” – Гөлсәсәк бесәйҙең арҡаһынан һөйөп ҡуйҙы. Ярай ҙа оҙон-оҙаҡҡа һуҙылған көндәрҙе ҡыҫҡартырға ошо бесәй бар. Хужабикәһенең хәлен аңлағандай үҙе. Әллә ни ҡаңғыртмаҫҡа тырыша.

Аяҡтары тартышып, үлтереп һыҙларға тотондо. Эй, Алла, онотолоп дарыуҙарын эсмәгән икән дә! Тиҙерәк ҡабыр кәрәк, тағы түҙер хәле ҡалмай, ызғырыр инде. Гөлсәсәк янында ғына ятҡан дарыу төймәләрен бер-бер артлы йота һалды ла, күҙҙәрен йомдо. Бәлки, әҙ-мәҙ серем итеп булыр. Төндә һыҙланып, бөтөнләй йоҡламаған ине...

Ҡайҙалыр музыка тауышы ишетелә. Әһә, күршеләрҙән икән. Күптән түгел яңы күршеләр күсеп килде, тигәйне шул ҡыҙы. Башҡорт, йә татарҙарҙыр, тине. Гөлсәсәк үҙ аяғында йөрөһә, күптән танышып алыр ине үҙҙәре менән.

Туҡта, таныш ҡына йыр яңғырай түгелме? Тауышын нығыраҡ асҡандар икән:

...Ҡарағат ашамайым,

Бөрлөгән ашамайым.

Өҙөлөп һөйгән йәркәйемде,

Мәңгегә ташламайым.

Ҡарағатым һин минең,

Бөрлөгәнем, һин минең.

Ҡарағатым, үҙәгемде,

Өҙҙөрәһең, һин минең...

Уф, ошо йыр... Үҙәктәрҙе генә өҙә шул... Йоҡлап алырмын, бәлки, тип уйлаған Гөлсәсәктең йоҡоһо ҡасты. Күрше фатирҙа йырсы өҙгөләнһә, бында Гөлсәсәктең йәне телгеләнде...

***

Бынан күп йылдар элек ауылға ҡайтҡанында Хәлиҙә һеңлеһе кәрт һалған ҡатынға алып барғайны. “Ныҡ дөрөҫ әйтә, тиҙәр, әйҙә әле, күренеп ҡара шуға!” – тип һеңлеһе ай-вайына ҡарамай, күрше ҡаласыҡта йәшәгән Таисияға алып барҙы. Юғиһә, үҙҙәрендә ҡайҙа ғына, кемгә генә йөрөмәне. Мәсеткә лә, күрәҙәсегә лә барҙы. Барыһы ла ҡайтасаҡ, тип көтөргә ҡуша ла... Ҡайҙа һуң!

Өс йыл инде ире икенсе ҡатынға сығып киткәненә. Тыныслан, өҙгөләнмә, етер, тиҙәр. Әммә үҙ хәлен үҙе генә белә шул Гөлсәсәк. Ир бирмәк, йән бирмәк. Ә кәрт һалыусы ҡатын уның яҙмышын үтә лә дөрөҫ итеп һөйләп бирҙе. “Ике балаңа таян. Бигерәк тә улың терәк булыр, бер ҡасан да ярҙамһыҙ ҡалдырмаҫ. Ирең барыбер ҡайтасаҡ, тиҙ арала түгел. Айҙар, хатта йылдар үтер. Ул мәлдә ул үҙе таяҡҡа таянған булыр”, – тигәйне. Гөлсәсәк көттө Заһирын, йылдар дауамында көттө. Ҡайтып инер бер көн, тигәйне лә...

***

... Заһир менән улар студент саҡтарында танышты. Һөнәрселек училищеһын тамамлаған йылда уларҙың группаһын Сибай ҡалаһына практикаға ебәрҙеләр. Йәш саҡ, дәртле саҡ. Арыуҙы белмәгән йәштәр ауыр төҙөлөш эшенән һуң киске уйынға сығырға ла иренмәй. Гөлсәсәктәр – буяусы-штукатур. Улар менән тағы бер бригада эшләй. Улары инде иретеп йәбештереүсе, балта оҫтаһы, ташсы һөнәрен үҙләштереүселәр. Бергә рәхәтләнеп күңел асалар ҙа, иртәгәһенә арыуҙары ҡул менән һыпырып алғандай булып, дәртләнеп төҙөлөшкә баралар. Ана шул мәлдә осратты ла инде Гөлсәсәк ғүмерлек мөхәббәтен.

Ҡайһы мәлдә иғтибар иткәндер Гөлсәсәккә балта оҫтаһы Заһир, бер мәл артынан да ҡалмай йөрөй башланы. Эштә янынан китмәҫкә тырыша. Нисек шулай килеп сығалыр, эше лә тик ҡыҙ янында. Ишек ҡуйһынмы, тәҙрә яңаҡтарынмы, иҙән түшәһенме – эргәлә генә эшләй. Үҙе бер туҡтауһыҙ йырлап йөрөй. Әллә егеттең шул йырлауына ғашиҡ булдымы Гөлсәсәк?..

Ысынлап та матур йырлай Закир. Ә йырҙары һуң! Бигерәк тә бер йыры үҙәккә үтә. Яҙмышында ул йыр ниндәйҙер роль уйнар, тип уйына ла инмәгәйне Гөлсәсәктең.

Бергә-бергә булырбыҙ, тип ғүмергә,

Бағышланым һиңә йырымды.

Өҙөлөп һөйҙөм, мин бит һине,

Хәҙер инде, онот, тиһеңме?

Оноторға мөмкин түгел һис ҡасан,

Ут һалдың минең йөрәгемә.

Һайрамағас, бәхет ҡошом,

Ник ҡундың минең тирәгемә?...

Бик матур итеп дуҫлашып йөрөй башланылар. Практикалары тамамланыр һуңғы кисте таңға тиклем етәкләшеп йөрөнөләр. Йәй ауылыңа киләсәкмен, тип вәғәҙәләне егет һәм хушлашҡанда “Бәхет ҡошом”ды йырланы:

Өҙгөләнә йөрәгемдең пәрҙәһе,

Телгеләнә йөрәк яраһы.

Китмә, китмә, бәхет ҡошом,

Һиңә төбәлгән күҙ ҡарашым...

Ошо йырын ул саҡта йырламаған булһасы!

Экзамендарҙан һуң Гөлсәсәкте Өфөгә эшкә тәғәйенләнеләр. Ауылында бер ай булып, юлға йыйынды. Йәй Заһирҙан бер нисә хат килеп өлгөрҙө. “Ауылыңа киләм”, – тигән һүҙҙәрен әсәһе менән бүлешкәйне, уныһы рөхсәт итмәне:

– Ҡуй, әрмелә лә хеҙмәт итмәгән егетте өйгә саҡырып ятырға, исемеңде һатып. Китер ҙә, онотор! – тине.

Өфөгә килгәс кенә күрештеләр. Бик ныҡ һағынышҡайнылар бер-береһен. Шулай Сибай-Өфө араһында аҙна һайын йөрөй торғас, егеткә повестка килде. Вәғәҙәләр биреп хушлаштылар. Көтөргә һүҙ бирҙе Гөлсәсәк.

Заһир хаттарҙы шундай матур итеп яҙа, наҙлы һүҙҙәрен йәлләмәй. Аҙна һайын килеп торған хаттарҙан ғына торған көндәлек яҙа башланы Гөлсәсәк. Заһирҙың һәр хатын, үҙенең хистәренә ҡушып, көндәлеккә яҙып бара. Тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуын һағынып көтә.

Сибәр, оҙон сәсле, гел йылмайып йөрөгән Гөлсәсәккә күҙ һалыусылар Өфөлә лә булды. Ә берәүһе, Хәниф исемлеһе, ысынлап ғашиҡ ине:

– Минең менән һин бик бәхетле булырһың, Гөлсәсәк! Сыҡ миңә кейәүгә! – тине.

– Егетем бар минең, вәғәҙә бирҙем, көтәсәкмен! – тип нисек тә төңөлдөрҙө уны ҡыҙ.

Ике йыл ваҡыт үтеп тә китте. Бер мәл эштән ҡайтыуҙарына бер ҡосаҡ сәскә тотҡан Заһир ятаҡ янында ҡаршы алып тора ине. Тура ятаҡҡа килгән икән. Ауылға бергә ҡайтайыҡ, ти. Тәүҙә ҡайтып ет, туғандарың менән күреш, тип Гөлсәсәк егетте яңғыҙ ҡайтырға күндерҙе. Үҙен көтөргә һүҙ бирҙе.

Тағы бер йылдан һуң улар өйләнеште. Туйҙары тәбиғәттең иң ҡырыҫ мәленә тура килде – Яңы йыл алдынан 50 градусҡа тиклем һыуытҡайны. Ҡырҡ бәлә менән яҙылышып ҡайттылар. Үкенескә, Гөлсәсәктең туғандары береһе лә туйға килә алманы. Йәш кәләшкә туйҙан һуң төҙөлөштән китергә тура килде...

Ҡайны-ҡәйнә, иренең ҡусты-һеңлеләре менән бер өйҙә йәшәнеләр. Фермаға һауынсы булып эшкә урынлашты. Ун биш һыйырҙы һауғандан һуң ҡулдарының һыҙлауы...

Хатында әсәһенә шул турала яҙғайны, “Тиҙ арала ҡайт, мин һине һыйыр һауыр өсөн үҫтермәгәнмен!” – тигән яуап алды. Иркәләтеп, яратып үҫтергән ҡыҙын йәлләгәндер инде. Гөлсәсәк һөйгәне янында ҡалды. Бер-береһе өсөн өҙөлөп торғас, ундай ғына ауырлыҡтарға түҙергә була. Иренең яҡындары йылы ҡабул иткәс, йәшәүе үтә ауыр түгел дә кеүек.

Балаға уҙғас, иренең туғандарының унда тиҙ арала фатирлы булыу мөмкинлеге бар, тигән кәңәшен тыңлап, күрше өлкәгә күсеп киттеләр. Өр-яңы ғаилә тормошо башланды. Икеһе лә төҙөлөшкә эшкә урынлашты. Йәшәргә ике ҡатлы ағас йорттан өс бүлмәле фатир ҙа бирҙеләр. Бер-бер артлы ике балалары тыуҙы.

Ана шулай матур ғына йәшәп ятҡанда тормоштарында үҙгәрештәр башланы. Төҙөлөштә эшләгәндәр отпуск, тыуған көндәрҙе, берәһенең сабыйы тыуыуын күмәкләп билдәләү мотлаҡ, тип ҡабул итә ине. Заһир ҙа йыш ҡына эшенән кәйефләнеп ҡайта башланы. Гөлсәсәк тәүҙә әллә ни иғтибар итмәҫкә тырышты. Сөнки ире ҡайтҡас, өй эштәрендә ярҙам итә, магазиндан кәрәк-яраҡ алып ҡайта. Балалары өсөн дә өҙөлөп тора. Әммә тора-бара йәшел йылан үҙенекен итте – уның холҡо бөтөнләй үҙгәрҙе. Эштән һуҡмыш ҡайтып, тиктомалдан тауыш ҡуптара, Гөлсәсәккә ауыр һүҙҙәр әйтә башланы.

Лаяҡыл иҫерек Заһир үҙенә беренсе тапҡыр ҡул күтәргәс, Гөлсәсәк таңға тиклем илап сыҡты, ә ире ятты ла йоҡланы. Иртәнсәк бер ни булмағандай, шаяртып һүҙ ҡушты. Гөлсәсәктең шешенгән күҙҙәрен күргәс, ҡосаҡлап алды. Ни сәбәптән илағанын белгәс, тубыҡланып кисереүен үтенде. Балалар баҡсаһына йыйынған алты йәшлек Йәмил әсәһенә килеп һыйынды ла: “Атай, һин әсәйгә һуҡтың, мин һине яратмайым!”– тине, үпкәләгән ҡарашын атаһына төбәп. Атаһы гел күтәреп кенә йөрөткән иркә Гөлфиә лә, атаһының үҙен яратырға үрелгән ҡулдарын этәреп ҡуйҙы...

Ошо хәлдән һуң Заһир эштән ваҡытында ҡайтырға тырышты. Шулай күпмелер ваҡыт бик матур йәшәп алдылар. Тик оҙаҡҡа түгел ине шул. Заһир эшенән лаяҡыл иҫереп ҡайта ла, юҡ-бар сәбәп табып Гөлсәсәккә бәйләнә. Икеһе бер төҙөлөш идараһында эшләгәс, иртән эшкә бергә сығып китәләр. Эштән ҡайтышлай Гөлсәсәк балалар баҡсаһына ҡыҙын алырға бара. Икенсе класта уҡыған улдары мәктәптән һуң өйҙә бер үҙе ултыра. Ҡыҙын алғас, өйөнә ашыға. Ҡайтып еткәс, аш-һыу яраштыра.

Бер кис Заһир эшенән һуңлап ҡына ҡайтып инде. Тағы нимәлер “йыуғандар” икән. Тиктомалдан бәйләнеп, туҡмас ҡырҡып торған ҡатынына һуғып та ебәрҙе. Шул ыңғайы Гөлсәсәк туҡмас ҡырҡып торған бысағы менән үҙенең бармағын киҫеп ебәрҙе. Яраһының әрнеүе көслөрәк инеме икән, бер сәбәпһеҙ һуғып ебәргән иренә рәнйеүеме – күҙҙәренән әсе күҙ йәштәре ағылды. Әле генә һөйгәне өсөн йәнен бирергә әҙер Заһирҙың ошолай танымаҫлыҡ булып үҙгәреүе бәғерен телә.

Гөлсәсәк бер тапҡыр ҙа үҙенең тормошона зарланғаны булманы. Шуға ла туғандары әлегәсә Заһирҙы тик яҡшы яҡтан ғына белде. Ә теге юлы ауылға ҡайтҡандарында кейәүенең холҡон күреп аптыраған әсәһе, ҡыҙын алып ҡалырға булып: “Мин иренән туҡмалып йәшәһен өсөн ҡыҙ үҫтермәгәнмен”, – тигәйне. Ул саҡта ла Заһир, һәр ваҡыттағыса анттар биреп, ғаиләһен үҙе менән алып ҡайтты.

Йоҡо бүлмәһенә инеп бикләнгән бисара ҡатын, ул кисте иренең тауышы тынғас ҡына, бүлмәһенән сыҡты. Иҫерек Заһир иҙәнгә һуҙылып ятып, ҡаты йоҡоға талғайны. Балалар тауышланмай ғына телевизорға текәлгән. Тын ғына ултырып, балалары менән киске аш ашанылар. Ошо кистән һуң Заһир йыш ҡына иҫереп ҡайта ла, бер сәбәпһеҙгә ҡатынын көнләшеп, бәйләнергә тотонор ине. Бергә эшләгән иптәштәре лә ярҙам иткәндер уға. Араларында шаяртҡан булып, күңеленә ҡотҡо һалыусылар юҡ түгел  бит. Ҡайтҡас ғаиләһендә тауыш ҡуптарыр, тип уйламағандарҙыр.

Йыраҡта эшләп йөрөгән ҡустыһы Яңы йыл байрамына килгәйне,ҡунаҡ хөрмәтенә матур итеп табын ойошторҙолар. Ҡунаҡтар таралышҡас, артығыраҡ эсеп ташлаған Заһир Гөлсәсәккә бәйләнергә тотондо. Апаһына ҡул күтәрергә йыйынғанын күреп ҡалған Вәзир бер һелтәнеүҙә еҙнәһен карауатҡа һалып та ҡуйҙы.

– Мин һине хөрмәт итә инем, еҙнә, ай-һай, яңылышҡанмын икән. Апай, бынан һуң нисек йәшәгәнеңде миңә йәшермәй яҙып тор. Ыҙалап йәшәмә, уйла алдағы көнөңдө!– тип ҡат-ҡат иҫкәртте.

Тормошондағы йәмһеҙ күренештәр йыш ҡабатланып торһа ла, Гөлсәсәк айырылышырға ашыҡманы. Аҡылына килер, үҙгәрер, тип өмөтләнде. Заһирҙы бик ныҡ ярата ине шул... Тора-бара Гөлсәсәктең дә түҙемлеге шартлар сиккә етте. Бер ялында эсеп алған ире тауыш ҡуптарып, тағы бәйләнә башланы. Кер үтекләп торған Гөлсәсәк, үҙе лә аңғармаҫтан, ҡыҙыу үтеге менән иренә һелтәнде. Ире нисектер үтектән тайшанып өлгөрҙө шул саҡта... Ошо осраҡтан һуң Заһир ҡапыл ғына эсеүен бөтөнләй ташланы ла ҡуйҙы. Үҙе өсөн ҡурҡыуы көслө булдымы, әллә дөрөҫ йәшәмәгәнен, ниһайәт, аңланымы...

***

Күршеләрҙә теге йырҙы яңынан ебәрҙеләр. Былай ҙа тәненең үлтереп һыҙлауынан, үткәндәрен иҫенә төшөрөп, йөрәге әрнеүенән саҡ түҙеп ятҡан Гөлсәсәктең яңаҡтары буйлап күҙ йәштәре тәгәрәне:

Ҡарағат ҡара була,

Бөрлөгән ҡыҙыл була.

Һөйгәнеңде яттар алһа,

Күңелгә ҡыйын була.

Ҡарағат та түтәлдә,

Бөрлөгән дә түтәлдә.

Йәнем һөймәй, күңелем ятмай,

Һинән башҡа бүтәнгә...

“Эх, Заһир, Заһир... Ҡыйын булды шул, үтә ҡыйын булды күңелгә... Ҡыйындары әле алда ине...”

Уларға таш йорттан өр-яңы иркен фатир бирҙеләр. Тиҙ арала мебель-фәлән алып, матур итеп йәшәп киттеләр. Ялдарында дуҫ-иштәре килә, үҙҙәре лә ҡунаҡҡа йөрөйҙәр. Йәйге отпускыларында ике яҡҡа ла туғандарына ҡайтып әйләнәләр. Кейәүҙәре бөтөнләй эсмәгәс, ҡәйнәһе лә тынысланды. Заһиры үҙе өсөн өҙөлөп торғас, Гөлсәсәктең дә күңеле тыныс. Иренең эштән ҡайтыуын һағынып көтөп ала. Бер нисә йыл шулай үтеп китте. Тик тыныс тормоштары оҙаҡҡа барманы. Гөлсәсәк ни сәбәптәндер бик йыш ауырый башланы. Эсенең ауыртыуына түҙә алмаһа, больничный астыра.

Арыуланғандай булһа, эшенә сыға ла, тик төҙөлөш эше ныҡ ауыр булғас, ауырыуы яңынан көсәйә. Ире ул саҡта икенсе урынға эшкә күсеп, эш хаҡын яҡшы ала ине. Шуға Гөлсәсәккә эшенән сығырға ҡушты.

– Эш хаҡым барыбыҙға ла етә бит, өйҙә генә ултыр ҙа ҡуй, йәме, ҡәҙерлем! – тип тынысландырҙы.

Бик йыш ауырыһа ла, ул йылдарҙа Гөлсәсәк бәхетле ине. Янында үҙе өсөн өҙөлөп торған Заһиры, инде ҡул араһына кереп, өй эштәрендә ярҙамлашырға эшкингән улы һәм ҡыҙы бар. Ире сменалы эштә эшләгәс, төрлө ваҡытта ҡайта. Тәмле аш-һыуын әҙерләп, Гөлсәсәк уның эштән ҡайтыуын көтөп ала. Машина, баҡса һатып алдылар. Теләгән урынға тиҙ арала барып әйләнергә мөмкин хәҙер. Йәй көндәре күберәк баҡсала булышып үтә. Икеһе лә эшһөйәр булғас, бөтә нәмә уңа, ҡыуанышып, уңыш йыйып алалар. Ҡара ҡарағаттары бигерәк мул уңыш бирә, ауылға ҡайтҡандарында туғандарына ла өлөш сығаралар.

“Әсәй ауыр хәлдә, инсульт. Мөмкинлегең булһа, ҡайтып әйлән” тигән телеграмма алғас, һуңғы арала үҙен яҡшы тойған Гөлсәсәк юлға йыйынды. Бер ай буйына ҡарашып, әсәһе арыулана башлағас, ҡайтырға сыҡты.

“Өйҙә барыһы ла яҡшы, ҡабаланма”, – тип ире телеграф аша шылтыратып торғас, күңеле тыныс ине. Ҡайтып ингәс, иренең үҙен тотошонда үҙгәрешкә иғтибар итте. Күҙ ҡараштары нисектер уйсанланып киткән төҫлө, Гөлсәсәккә лә һынсыл ҡараш ташлап ҡуя. Элеккесә бер туҡтауһыҙ шаяртып, наҙлы һүҙҙәре менән иркәләмәй. Йоҡларға ятҡас та, быға тиклем ҡосаҡлап йоҡлаған Заһир, стенаға боролоп ятып, тиҙ арала йоҡлап китте. Бөтә мәшәҡәте үҙ елкәһендә алғанға арығандыр, тип үҙен тынысландырырға тырышты Гөлсәсәк.

Аҙағы https://ejansura.ru/articles/hikaya/2024-03-25/ara-at-ara-bula-3697053

Сәлиә Ғатауллина.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: