Бөтә яңылыҡтар

Һатылған мөхәббәт (хикәйә)

Рәхиләне укол һалып саҡ тынысландырып һалдылар. Иртәгеһен сабыйҙарҙы ерләргә барыһы ла, күрше ауылдарҙан да килеп еттеләр.

Һатылған мөхәббәт (хикәйә)
Һатылған мөхәббәт (хикәйә)

“Эт аламаһы,көн яманында ҡотора”-тип,боронғолар бушҡа әйтмәгән икән.Бөгөн,Рәхиләләрҙең "Дошман"-исемле эттәре,көнө буйы күккә ҡарап эй олоно.Аптырап ҡатын бер ҙур күҫәк алып туҡмапта ҡараны,юҡ тәки олоуын дауам итте"Ҡороғор,эт булды.Эттә хужаһына оҡшамаһа хайуан буламы инде,исемендә есеменә тап килтереп ҡушҡан бит әле,ҡара башыңа булғыры"-тип, үҙ алдына һөйләнеп өйөнә инеп китте.Үҙәккә үтерлек,көҙгө әсе ел,сикә,ҡулдарҙы өтөп алып бара.Иртәнге яҡҡан өй эсе һыуыныпта өлгөргән.Бар йылыны ел алып тик тора шул.Көҙҙөң иң һуңғы айы.Әле уларҙың бер ағас утындары ла юҡ.Ауып торған таҡталарҙы урынынан йолҡа тартып,балта менән тураҡлап шуларҙы ғына яғып тора.Мейестәре лә иҫкергән.Бынан утыҙ йыл элек мәрхүм ҡайныһы сығарған булған.Шул ултыра.Арлы бирле балсыҡ менән ямаулаған булһа ла төтәй.Вәлинуры эшкә тип сығып китәлә,лаяҡыл иҫерек булып төн уртаһында,ишекте тибеп асып ҡайтып инә.Балаларҙа аталарының холҡон белеп,тамаҡтарын иртүк туйҙырып ,юрған аҫтына сумалар.Ярай әле,уныһы эсеп ҡайтҡас,өндәшмәй генә ятып ҡалһа.Кемгәлер көс төшөрөп һәр береһен һүгә башлай.Рәхилә төндәр буйы,ғүмерен ошо иҫерек ир менән талашып үтер,микән-тип,илап сыға.Күҙ йәшеңде түгеү менән ни ҡылаһың инде.Яҙмышың шулай булғас.Инде нисәмә йыл,ҡара ер аҫтында ятҡан мәрхүмә әсәһенә үпкәләй.Ошо " алкаш" иргә ҡатынлыҡҡа биргәненә."Ҡыҙыңа атай,үҙеңә ир булыр"-йәнәһе.Рәхилә лә йәшләй генә бер егеттән алданды ла ҡуйҙы шул.Ул ваҡытта сит,таныш түгел бер ҡалала тегенсегә уҡып йөрөй ине.Ауылындағы һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамланы ла,күрше ауылға йөрөп уҡымаҫ өсөн,документтарын алды ла сығып китте.Уҡыуын бер йылға ла тултырманы.Үҙенең ауырға ҡалғанын һиҙеп,күтәренеп кире тыуған йортона ҡайтып төштө.Әсәһе, Илдар исемле ҡустыһы менән генә донъя көтәләр ине.Күптә тормай,әсәләре “әхирәтләшеп”йөрөгән Хәмделнисаның,Ауылдарында мал ҡараусы булып эшләгән,ҡырҡҡа етептә өйләнмәгән Вәлинур исемле,улына кәләшлеккә әйттерҙеләр. Имеш ике әхирәт күптән балаларының бергә ҡауышыуҙарын көтөп йөрөгәндәр икән.Егеттең әсәһе ҡыҙҙы һоратҡанда уҡ әтте;”Киленкәйем хәлеңде бик аңлайбыҙ,сабый тыуһа алла бирһә,үҙебеҙҙеке кеүек ҡабул итеп алабыҙ”-тине.Ҡәйнә тейеш кешеһе,бик аҡыллы,сабыр холоҡло ине.Ә,инде улы,ҡарап тороуға төҫкә сибәр генә.Нишләптер ошо йәшенә тиклем өйләнмәгән булғандыр.Әхирәттәре һөйләүенсә,бик тиҙ ҡыҙып барыусан,артығыраҡ һалып алһа,”крышаһы”китә тинеләр.Ҡатын алып,бала сағалы була башлаһа, баҫыла имеш.Ҡыҙҙы йорттарына "килен" итеп төшөрөп алғас та, йәшәгәндәренә дүрт айҙа булманы ҡыҙҙары Вәлимә тыуҙы.Зәңгәр күҙле, етен сәсле сабый һәр кемдең һушын алды.Ике сөм ҡара әҙәмдәрҙән,ап аҡ бала тыуһын әле.Буласаҡ атай кеше сабыйҙы шунда уҡ ят күрҙе.Берҙә генә ҡулына алып,һөйөп,иркәләп ултырғаны булманы.Ҡатыны,уның ошондай ҡыланышына, әллә ни иғтибар бирмәне лә.Йәшлек дыуамаллығы булғандыр инде. Ҡыҙҙарына йәш ярым тулғас, туптай игеҙәк малайҙары тыуҙы.Вәлинурҙың шунда ғына түбәһе күккә менгәндәй ҡыуанды ғына.Малайҙарын йыуҙырған шешәләренең иҫәбе һаны булмағандыр.Һыу кеүек аҡты ғына.Һалдырып алһа,үҙ алдына ҡупайып;”Минең баһадир егеттәрем!Күҙҙәре,танауҙары бар ерҙәрелә миңә оҡшаған,һым”-тип,ике яҡ беләгенә һала ла сеп сей балаларҙы,өй эсендә,төнө буйы йөрөргә мөмкин.Бәләкәстәренә ике йәш тулыр тулмаҫтан фермаға һауын һыйырҙарын ҡарарға сыҡты,Рәхилә.Мыртыйҙарын ҡарау Вәлимәгә төштө.Хәҙер игеҙәктәрҙә ҡул араһына инде,ә ире эсеүенән һаман туҡтамай.Ҡәйнәһе лә улына көйөп,гүр эйәһе булды.Аталарының холҡон белеп бөткән ҡыҙ, ундай ваҡытта йоҡларға,әсәһенең ҡустыһы Илдарларҙа ҡала.Әле бөгөндә "ир"тигән әҙәм юҡ.Утты һүндереп йоҡларға ятҡайнылар ғына,тыштағы эттең шыңшыған тауышы менән әсе ел бергә ҡушылды.Күңелгә ниндәйҙер ҡурҡыныс шом һалынды.Ҡатындың йоҡоһо ла ҡасты инде.Ятҡан еренән ҡапыл һикереп тороп өҫтөнә бишмәтен һалды ла тышҡа сыҡты.Ауыл өҫтө тып тыныс.Урамға сығып арба тауышын тыңланы."Юҡ,былай булмай"-тип,тыштан өй келәһен эләктерҙе лә,ферма яғына атланы.Яҡынайған һайын ,һыйырҙарҙың мөңрәгән тауыштар ишетелә.Әсе ел ҡулды ялай ғына.Ике ҡулын бишмәтенең еңенә тыҡты.Таш һарайҙың эсенең бер мөйөшөндә ирҙәр һөйләшкәне ишетелә.Ярыҡтан ғына күҙәтеп,тыңлай башланы ҡатын.Ҡараһа,шешәләш дуҫтары менән Вәлинуры ҡыҙып китеп кәрт һуғалар.Алдарында ике бутылка араҡы,ҡаты тоҡо ғына закускалары.Үҙҙәре яман һүгенеп давайлашып китәләр.Рәхилә яман ныҡ өшөһә лә,һаман шым ғына күҙәтеүен дауам итте.Бер ваҡыт,кәрт һуғыусылар Вәлинурға ҡысҡыра башланылар,"еңелдең әйҙә,быныһында нимәңде һалаһың,йыртыҡ ыштаныңдымы?"-тип,мыҫҡыллы тауыш менән көләләр.Ире мөшкәйеп;"Йә,инде,егеттәр,һуң бына ултырттым бит,алдығыҙға"-тине.Тегеләр һаман бының өҫтөнә менеп киләләр;"Һин нимә,беҙҙе шул тиклем иҫәргә һанайһыңмы әллә?".Ҡойроғо ҡомға терәлгән ир, тегеләй былай йөрөп ауыҙындағы тәмәкеһен сйнәп төкөрҙө лә."Ярай егеттәр,әгәр риза булһағыҙ ҡатынымды һалам"-тине.Араҡы менән төтөн еҫенә алйыған ирҙәр,бынан хахылдап көлөп ебәрҙеләрҙә руссалап ҡына;"Это уже,другое дело брат!.Һиңә сыҡҡанда уҡ бисәң ҡыҙ түгел ине,ҡалала уҡ уның уйнаш булғас,брат,дөрөҫ эшләйһең,үсте алыр кәрәк!,бир бишеңде!-тип,устарын,усҡа һуғып, ирҙең арҡаһынан тупылдатып һөйөп ҡуйҙылар.Хәшрәттәрҙең һүҙҙәре Рәхиләнең ҡолағына мылтыҡтан атҡан һаҫыҡ дары тултырылған пуля кеүек атылып килеп инде.Ғәрлегенән илайым тиһә йәше сыҡмай.Кәүҙәһе таш булып ҡатты ла ҡалды.Нишләргә эскә инеп пыран заран килтереп һуғышырғамы,әллә иң яҡшыһы күҙҙәренә салынмау яғы кәрәкме.Ауыл яғына атлайым тиһә,аяҡтары батҡаҡҡа батып тартып сығара алмаған кеүек.Нисек итеп өйөнә ҡайтып еткәндер иҫләмәй.Ишекте асып йылыға ингәс кенә иҫенә килде.Улдары бер нимә белмәй мыш-мыш килеп йоҡлайҙар.Барып юрғандарын,рәтләп ябып ҡуйҙы.Туҡта теге иренән йәшереп ултыртҡан ярты шешәләй араҡыһы бар ине,тип шкаф артынан сығарып ярты стакан итеп ҡойҙо ла,башын артҡа таштап, ҡапыл ауыҙына ҡойҙо.Шул ыңғайы сәсәптә китте,тамағын,эсәктәре буйлап яндырып төшөп киткәнгә түҙмәй, эсен бер ҡулы менән ҡыҫып тотоп иҙәнгә бөгөлөп төштө;”Нисә йыл бергә ғүмер кисереп,бер һауыттан ашап,бер түшәктә ятып,һөйөү наҙыңды бүләк иткән ирең,ниндәйҙер юҡ ҡына кәрт өсөн ҡатынын һалып ултырһын әле, тимәк ул ошо көнгәсә ҡара йыланды,йылы ҡуйынына һалып ятҡанын белмәгән.Вәлинур,мин һиңә ниндәй насарлыҡ эшләнем һуң?,Эй хоҙайым,был донъяла минең ниндәй ғәйебем бар,йәшлек яңлышыуым ғына бит!,Ҡорһағымдағы сабыйым менән беҙҙе ҡабул итеп алғас,һинең алда үҙемде бурыслы кеүек тойоп,ярарға,яратырға тырыштым.Эсеп,төндәр буйы юғалып торһаңда берҙә генә үпкә һүҙҙәре әйтмәнем.Туптай бер түгел ике малай бүләк иттем.Нимә етмәй һиңә?-тип йоҙроҡтарын төйнәп иҙәнде туҡмай,туҡмай иланы.Әсе һыуҙы берҙә генә ауыҙына алмаған ҡатын,бирешкән ине.Ишекте шар асып ингән ирҙең,алдынан уҡ түргә уҙған әсе ел,ҡатындың сикәһен өтөп алды.Рәхилә айныған кеүек иҙәндән,карауатҡа барып ятырға самалағайны,алйыған ире ҡатынының өҫтөнә кейгән халат елкәһенән йомарлап тотоп,һыңҡылдатҡансы ултырғысҡа ултыртты;"Инәңде"-тип,әшәке һүгенеп;"Һин,иҫерек бит,ҡайҙа эстең, ә?Кем менән уйнаш иттең,әйт?Хәҙер башыңды балта менән өҙә сабам"-тип,ҡатынын ултырғысы менән ҡуша тибеп осорҙо.Дөмбөр,шатыр итеп ҡалған тауышҡа,рәхәтләнеп,йылынып ҡына ятҡан малайҙар,күҙҙәрен ыуышып илап килеп торҙолар."Әтей,зинһар әсәйемә теймә инде!Ул берҙә нимә эшләмәне бит һуң?"-тип икеһе ике яҡтан аталарының аяғына барып йәбештеләрҙә,уныһы әсәләренә йоҙроҡ төйнәп барһа,былары һәр аҙым һайын,ҡулдарын ысҡындырмай һөйрәлеп барҙылар."Үлтерәм!Өйҙән сығып кит,күҙемә күренмә".Аталарын урындыҡҡа йыҡҡас ҡына,уныһы шулай килеш хырылдап йоҡлапта китте.Тышҡа йүгерешеп,һарай артында ҡурҡып йәшенеп торған әсәләрен өйгә алып инделәр.Ике балаһын янына һалып,саҡ тынысланып йоҡлап китте ҡатын.Ике ҡулы менән башын тотҡан ир таң атыр атмаҫтан уянып,ҡатынының өҫтөндәге юрғанын һелкә тартып иҙәнгә ырғытты."Тор!Уйнаш итеп,арып йоҡлап ятаһыңмы?Нишләп һаман мейескә яҡмағанһың?Ҡайҙа иртәнге ашың?"-тип,әсе һүгенеп,өҫтәлдәге буш табаны стенаға ҡуша һуҡты.Ҡурҡышынан һерелдәп торған ҡатын саҡ телгә килеп;"Яғырға утын юҡ бит һуң?Иҫке моҫҡо таҡталарҙа бөттө инде.Хәҙер бер нисә көндән ҡыш була.Эре торо утын булмағас,өйҙә йылынмай,ел алып тик тора"-тине."Ана,уйнаш Ғәлиәхмәтеңә әйт,какрас тракторы бар,һиңә бесплатно ташып бирер"-тип,ишекте шарт ябып сығып китте.Ҡатын бик аңлап тора,сүпте нисектә булһа уның башына өйөргә теләй.Йәнәһе лә ул ғәйепле,түгел,бисә ғәйепле. Ғәлинурҙы ла уйлап табып,уға ҡушып тора.Инде ул йәш егеттең ниндәй ғәйебе булһын инде."Апай,ҡайҙа ярҙам итәйем"-тип,фермала уныһын,быныһын күтәрешеп йә һалышып китә.Тапҡан ҡушыр кеше.Үҙенән нисәмә йәшкә кесе әҙәмдән.Кисә төндә эҙләп барып,үҙ ҡолағы менән ишеткән һүҙҙәрен әлегә иренә әйтмәйерәк торҙо.Яйы тура килгәндә генә һөйләп бирермен.Эскән ваҡытта ауыҙынан нимә сыҡҡанын,бәлки белмәйҙер-тип,үҙен йыуатҡан булды.Вәлинурының холҡо булмағас,һүҙ әйтергә ҡурҡа шул.Нисәмә тапҡыр туҡмалды бит.Эштә берәйһе менән һүҙгә килешеп ҡайтала,өйҙәге ҡатынына көс төшөрә.Кәртә тирәһенән алам,һөләм утын киҫәктәрен йыйнап,алып инеп мейесенә тоҡандырып,эшенә йүгерҙе.Таш һарайҙа ирен осратманы,теге шешәләш дуҫтарының береһе ирен сите менән генә йылмайып килеп,ҡулын ҡатындың янбашына һалған булды.Рәхилә йән асыуына ирҙе килеп этеп йыҡты.Уныһы саҡ айнып килгән нәмә,гөрҫ итеп,һөт тултырылған бетондар араһына барып төштө.Шунда башын ыуалап ятып ҡалды.Бөгөн етмәһә,бригадир Сәлим ағай "Ҡыҙыл мөйөштә,йыйылыш була"-тип белдереү яҙып элгән.Төшкөлөккә өйгә ҡайта алманы ҡатын.Йыйылыш бик оҙаҡҡа һуҙылды.Бында ла иреш,ҡысҡырыш.Кемгәлер көн кәрәк,аҡса етмәй.Таралышҡан ваҡытта Вәлинурына "әйҙә ҡайтайыҡ"-тигәйне уныһы;"Эшем бөтмәгән әле"-тип,икенсе һарайға китте.Кисәге ярты стакан араҡы күп булды шикелле,йөрәге атылып сығырҙай булып тибә генә.Атлай башлағайны,быуынына төшөп таҡа хәлде бөтөрҙө.Ҡара тиргә батты.Артында ла йә атлы кеше күренмәй.Барыһы ла алдан ҡайтышып бөткәндәр шикелле.Имгәкләп тигәндәй өйҙәренә килеп етеп,өй ишеген асып ебәргәйне,күм күк ҡара төтөн тышҡа атылды.Күҙҙәре шарҙай булған ҡатын,сәсәй,сәсәй төпкө бүлмәләгә йүгерҙе."Рәфил,Рәфис балам һеҙ ҡайҙа?"-тип йән әрнеткес тауыш менән ҡысҡырҙы.Игеҙәк малайҙар тәмле йоҡоларынан уянып етмәгәндәр ине.Бына,бына "Әсәй!Пожалуйста сәк кенә йоҡлайыҡ,әле?"-тип әйтерҙәр кеүек.Юк,улар өнһөҙҙәр ине.Рәхилә сеңләп илап,һәр береһен берәмләп күтәреп, тышҡа алып сыҡты.Ергә сүгәләп малайҙарының битенә һуғып,түшенә баҫып ҡараны.Ҡатындың әсе илаған тауышына күрше,тирә йыйылып китте.Шул арала фельдшер,участковый килеп етте.Балаларға бер нисектә ярҙам итә алманылар.Төтөнгә тонсоҡҡан булғандар.Килгән кешеләр араһында был ғайләне әрләүселәре лә,йәлләүселәре лә табылды;”Бахыр,сабыйҙарҙың,башҡалар кеүек бәхетле бала саҡтарыла булманы инде,иреш-талаш йүнлегә алып бармай шул”,янындағыһы өҫтәп ҡуйҙы;”Ҡуй,инде йоҡлаған килеш кенә киткәндәр бит.Хоҙай бер ғәйепһеҙ сабыйҙарҙы алғансы,аталарын ер ҡуйынына алһа”. Күптән ҡатынын,балаларын шешәгә алыштырған атай ғына юҡ ине халыҡ араһында.Ошо көнө йомшаҡ һаламды үҙ түшәге итеп алған әҙәм бер нимә белмәй,йоҡлайҙыр инде.Эскән ир балаларының нисек,ҡалай үҫкәндәрендә һиҙмәй ҡалды.Ҡатын уландарын һөйөп,яратҡан һайын;”Эй,хоҙайым төҫтәре уныҡы булһа ла,холҡо оҡшамаһын!”-тип теләр ине.Рәхилә мейесенә яҡҡан ваҡытта тығынды асырға онотҡан булған.Етмәһә сей утын быҫылдап төтәп тик ятҡан.Ундай утындың төтөнө бик яман була шул.Ирҙе саҡ айнытып алып ҡайтып еткерҙеләр.Мәйет өҫтөндә әйтешеүҙең бер генә файҙаһы ла юҡ ине инде.

Ғәйеп икеһендә лә булды шул.Рәхиләне укол һалып саҡ тынысландырып һалдылар.Иртәгеһен сабыйҙарҙы ерләргә барыһы ла,күрше ауылдарҙан да килеп еттеләр.Дүртенсе көнөнә үк колхоз ярҙамдан утын алып килеп,бысып ярып бирҙе.Ҡатын балаларын ер ҡуйынына һалғандан бирле бер аҙ иҫе инәле-сығалы булып йөрөнө.Сәлим ағайҙа "Әлегә эшкә йөрөмә"-тип,бер нисә көнгә ял бирҙе.Өйҙә яңғыҙына бигерәк ҡыйын,берҙән бер йыуанысы алайҙа Вәлимәһен ҡайтартып алды."Хәл белешергә"- тип,килгән ҡатындары ҡуйындарына берәр шешә тығып килеп;"Һин,Рәхилә бер,ике рюмка эсеп ҡара,әҙерәк ҡайғың баҫылыр"-тип йыуаттылар.Шулай итеп,ҡатын әхирәттәренең кәңәшен тотоп,ҡайғынан эсеүгә һабышты.Эшкә көндә иҫерек килә башланы.Туғандары күпме генә әрләп ҡараһаларҙа тыңламаны;"Инде был ҡыҙыңдан да ҡолаҡ ҡағаһыңмы,зинһар насар юлға баҫа күрмә туғанҡайым,һин хәҙер бар донъяңдан ҡолаҡ ҡағасаҡһың?"-тип,инәлделәр.Етмәһә ауылға нисәлер саҡрым ҡаланан ҡоҙа тейеш кешеләре йәшникләп араҡы ташыны.Йәнәһе;" арттырып һатһағыҙ нисәлер һумы үҙегеҙгә ҡала"- имеш.Үҙҙәренә ҡалыу түгел,бурыслы булып тонналап эш хаҡына алған бойҙайларын түләнеләр.Уның артынса һыйыр китте.Теге ҡаҙаҡ ҡоҙа өсөн был бик үтемле табыш ҡына булды.Күптән уларҙың,йомшаҡ ерен белгән әҙәм, күстәнәс итеп шунда уҡ, өҫтәл түренә ике ялтыр шешәне ултырта,ҡиммәтле ыҫланған колбаса,ҡаҡланған балыҡтыр шунда.Ауыл кешеһе өсөн былар бик ҡиммәтле күстәнәс бит инде.Шуға ла, Вәлинур ҡорһағы кәмзәйгән ҡоҙаһын аҙна үттеме, түҙемһеҙләнеп көтөп ала.Ул килеүгә йүгереп йөрөп мунсаһын яға,һигеҙ тауығының береһен тиҙ генә ботарлап аш һалып ебәрәләр.Төндәр буйы йырлашып,һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй.Иртәгеһен оло ҡунаҡ ауыл күстәнәстәрен тейәп ҡайтырға сыға.Һатыуға тип ҡалдырған шешәләрҙең икешәрен,ирле ҡатынлы,ҡуйындарына ҡыҫтырып йәһәтләп фермаға сабалар.Үҙҙәренсә һатып аҡса эшләп,тамаҡ ялғарлыҡ әйбер алалар йәнәһе.Ҡайҙан инде тегеләре көтәһәккә тип алып,һуңынан " аҡсабыҙ юҡ "-тип,онотторалар ҙа ҡуялар.Быларға әйеп тораһы ла юҡ,ҡоҙаларына үҙҙәренсә иҫәпләшергә тура килә.Рәхиләнең Илдар ҡустыһы ла күрше ауыл ҡыҙын төп йортҡа килен итеп оҙатып алғас, күптә тормай,”ауылда йүнле эш юҡ” –тип, сит ҡалаға күсеп киттеләр.Етмәһә килен кеше башланғыс кластар уҡытыусыһы ине.Вәлимә ата-әсәһенең эштән,йә булмаһа ҡунаҡтан,эсеп,ыҙғышҡан ваҡыттарын күп кисереп,түҙмәй әхирәттәрендә ҡунырға булып китте.Был тыныслыҡта оҙаҡҡа һуҙылманы,сит кешелә күпме йоҡлап сығырға була инде.Ял көндәре булып,өйҙә яңғыҙы ҡалған ваҡытта,ҡаланан килгән,ҡыҫыҡ күҙле ҡаҙаҡ әҙәме менән икәүҙән икәү ҡалған ваҡытын, йәне һөймәй.Килеп ингәстә ҡырлас мыйығын һикертеп,бесәй күҙҙәрен майландырып ҡыҙға ҡарап бағып иҫе китә.Әйтерһең быға тиклем ҡатын-ҡыҙ күрмәгән.Әсәләре эшлекле булып ҡайтып инеп,ҡыҙға екеренә башлайҙар”йәнәһе лә оло ҡунаҡты эшкә һанамай сәйҙә эсермәгән” имеш.Бер көн шулай Вәлинур сит ҡолаҡтарҙан ҡасып,ҡоҙаһы менән бергәләшеп мунса керергә инеп китте.Һәр төрлө хәбәр һөйләгәндән һуң һорап ҡуйҙы;”Ҡоҙа ҡара әле,һиңә беҙҙең ҡыҙ оҡшаймы?”,уныһы шунда уҡ “Әлбиттә,мин бит уға күптән күҙ һалып йөрөйөм,янбашҡа тиклем төшөп торған ебәк төҫлө толомдар,зәңгәр күк көмбәҙендәй һағышлы күҙҙәр,ооо “сват”ул бит минең хыялым,мин ул ҡыҙға ҡасандан бирле ымһынам,хыялым,дәртем менән куптән ул минеке"-тип,күҙҙәре тағы ла майланып,шашып китте.Вәлинурға был матур һүҙҙәр етә ҡалды.Үҙелә аңғармаҫтан йәһәтләп әйтә һалды.”Әйҙә һуң,хаҡын килешәйек!”Теге әҙәм,мунса парына эҫергәнеп,бүртенеп киткән килеш;”Дүрт йәшник араҡы инде!,өҫтәп ике йөҙ һум аҡсалата бирәм,ашарығыҙға он,кейем,һалым алырһығыҙ.Алдан уҡ әйтеп ҡуям.Икебеҙ араһында ғына ҡалһын,хатта бисәңәлә яңлыш ысҡындырып ҡуйма.Ысҡындырһаң йәшниктән ҡолаҡ ҡағасаҡһың!Йәнәһелә мин ҡыҙҙы үҙебеҙҙең ҡалаға уҡырға керетәм!Килештекме?,Вәлинур һабынлы ҡулын ҡоҙаһына һондо”Әлбиттә,әлбиттә,йәшник только ҡасан булыр икән?,уныһы бармаҡтарын шыртлатып,мыҫҡыллы йылмайып;”Бөгөн үк”-тине.Иртәгеһен, ҡыҙҙы йәһәтләп,кейем һалымын тултырып,ҡалаға оҙаттылар.Имеш ошо олатаң һине бына тигән мәктәпкә керетә,ни булһа ла”балаҡайым,хур булмаҫһың”.Ун алтыһы ла тулмаған ҡыҙ атаһының, алтынсы тиҫтәне ҡыуалаған иргә икенсе ҡатынлыҡҡа йәшник араҡыға һатып ебәргәнен белмәй ине шул.Рәхилә ул көнө берҙән бер ҡыҙы менән хушлашырлыҡ хәлдә лә түгел ине.Ҡоҙа тейеш кеше йән иретерлек һүҙҙәр әйтеп,ҡаҙаҡса йырлап һәр рюмкаһын буш ҡалдырмай әйҙә һыйланы.Имәнес ир оло эш башҡарғандай,"Волга"машинаһын күҙҙән юғалғансы оҙатып ҡалды. Рәхилә санитаркаларҙан ;" Сәк кенә саф һауа һуларға мөмкинме?"-тип,һорап ҡына тышҡа сыҡты.Ҡатын шунда уҡ тәбиғәттең үҙгәрешенә күҙ һалды.Дауахана ҡаршыһындағы бер рәткә генә теҙелеп үҫкән аҡ ҡайындар,талғын ғына иҫкән елгә, оҙон толомдарын тарап,бер береһенә ҡарап шыптырлап серләшкән кеүек,ҡоштар һайрауы,ә,зәңгәр күктә сағыу нурҙарын балҡытып ҡояш көлә.Донъяның матурлығы,хозурлығы бына ҡайҙа ул."Эх,Рәхилә һин нидәй донъяла йәшәнең һуң?бар ғүмерең алама эскесе ир менән заяға үтте,балаларымды ла һаҡлай алманым бит,исмаһам?,Мин бит яңғыҙ "Кәкүк"хәлендәмен ошо көнө;арып ҡайтып тәгәрләп йоҡларлыҡ урыным,баштарынан һыйпап,һөйөрлөк сабыйҙарым,яратып,яратырлыҡ һөйгәнем юҡ?Нимәгә миңә бындай тормош!Ғүмергә йәрәшкән ирең,балаларыңдың атаһы,кәрт уйынында отолоп һине һатып ултырғас!Мин кемгә кәрәкмен?Дауаланып сығыуҙың файҙаһы юҡ,үткән тормошом бер нисектә башымдан юйыласаҡ түгел бит инде?-тип,эстән генә үҙен,үҙе өҙгөләне Рәхилә.
Унар көнләп һуҙылған байрамдары туҡталмағас,колхоз председателе район дауаханаһының баш табибы менән һөйләшеп,ирле-ҡатынлы Сабировтарҙы больнисҡа һалырға булдылар.Ауыл халҡы ла был тәҡдимде бер ыңғайҙан күтәреп алғайнылар,йыйылышта уҡ;"Дөрөҫ,донъя хәлен белеп булмай,бер,берен үлтерәләр йә булмаһа янып үләләр"-тинеләр.Рәхиләнең бында ятыуына егерме көн булып килә инде.Тамағына ашап,яйлап башҡалар менән дә аралаша башланы.Күрше койкала ятыусы бер оло ғына апай,шул тиклем итәғәтле,шулай уҡ "нужда"ағайҙың әсе һурпаһын күп эскәнгә оҡшап,күп һөйләй,Рәхиләгә лә кәрәкле кәңәштәрен әйтеп һалды;"Һылыуҡайым,һин әле йәш,ситкә сығып китеп,үҙ тиңеңде тап,эшкә урынлаш,өр яңынан тормош башла.Был ирең менән баштан бәхетһеҙ булғас,уның менән мөхәббәтеңде бәйләрлек бер нимәңдә юҡ хәҙер.Алла бирһә,берәү,түгел өсәр,дүртәр балаларың булыр.Хоҙай һиңә үҙе юл күрһәтер.Ҡурҡма!Тырыш!Талапсан!,бул.Күңелең ҡайҙа ҡуша шунда бар,берҙән бер ҡыҙыңды эҙләп тап!-тине,апай.Бер ай тигәндә Рәхилә,бер туғандай булышып бөткән бер бүлмәлә дауаланыусы ҡатындар менән хушлашып сығып китте.Күп уйлап торманы иң беренсе Вәлимәһен эҙләп табырға булды.Күрше станцияға тиклем,бер еңел машинаға эләгеп барып төшөп ҡалғас,тимер юл вокзалына китте.Кәрәкле урынға билет алғас,бер аҙ көтөргә ине.Ҡаршыһына ,өс йәшлек бала етәкләгән Сиған ҡатыны килеп,;"Женщина,давай погадаю!"-тип,сей ҡайыш кеүек бәйләнде."Минең бер тин аҡсам юҡ,үҙем дауаханан әле генә сыҡтым"-тип тора,шунда ла тегенеһе;"Һинең ҡыҙың бар,икенсе кешегә тормошҡа сығып игеҙәк малайҙар табаһың"-ти.Ҡалған һүҙҙәрен тыңлап та бөтмәне ҡатын,нисәлер һум тимер аҡса ырғытты ла,тейешле вагонына менде.Теге Сиған ҡатыны һаман ҡулын болғаған ыңғайы поезд артынан эйәреп,нимәлер һөйләй ине.Ишетмәне лә,ишетергә лә теләмәй ине Рәхилә."Имеш,игеҙ бала.Минән эскесе ҡатындан ниндәй игеҙәк малайҙар тыуһын ,тыуғандарын һаҡлап ҡала алмай үҙ ҡулдары менән үлтерҙе бит инде"-тип,тәҙрә аша юлға ҡараған килеш илап ебәрҙе.Ҡоҙа тейеш кешеләре менән күптән аралашҡас адрестарын белә ине.Вагондан төшкәс бер,ике саҡрым йәйәү барырға тура килде.Кеҫәһенән ҡағыҙын ҡарап,25 һанлы йортто эҙләне.Ә,бына тапты шикелле.Ҙур тимер ҡапҡаның ,звоногына баҫҡайны ғына,ҡаршыһына ларҫылдап,быҙауҙай эт килеп сыҡты.Ярай уның артынса бер йәш ир йүгереп,этен алды."Һаумыһығыҙ,һеҙ кемгә?"-тип һораны.Ҡатын яуап итеп ҡоҙаһының исемен әйткәс,артынан эйәртеп алып инеп китте .Кирбестән эшләнгән йорт.Тыштан уҡ үҙен белгертеп тора бында бик етеш кешеләр йәшәгәне.Кергәстә йәш ир;"Атай,һиңә килгәндәр"-тине,ҡаҙаҡсалап.Ишектән иң беренсе ҡорһаҡ,шунан һуң ғына хужа үҙе күренде.Танып ҡалып ҡатынды ҡосаҡлап уҡ алды.Шул арала ҡатыны йүгереп килеп сыҡты.Табын ҡороп ашарға ултырып хәл-әхүәл һорашҡандан һуң,әсә кеше ҡыҙын һорап ҡуйҙы.Хужалар бер-береһенә йылмайышып, ҡарашып алғандан һуң,һүҙгә килеп;"Киленебеҙ эштә,оҙаҡламай эш сәғәте үтә инде,үҙебеҙҙең шәхси магазинда һатыу итә"-тинеләр.Күптә тормай,ҡыҙыл еңел машинала Вәлимә ҡайтып керҙе.Ҡыҙ әсәһен күргәстә нишләптер ҡаушай төшкән һымаҡ ҡатты ла ҡуйҙы торған урынында.Ҡатын бер ҡоҙаһына,бер ҡыҙына ҡараны.Ҡыҙы йөклө,етешкән ине инде.Тынлыҡты боҙоп йәш ир телгә килде;"Валя,мамынды ҡосаҡлап,ал инде"-тип,кәләшен етәкләп әсәһе янына алып килде.Йән туғандар бер-береһенең ҡосағына ташланып үкһеп илап ебәрҙеләр.Бында,күптән йөрәк түрендә һаҡланып килгән балаларса һағыныуҙа,яратыуҙа,һағышта бар ине.Бер аҙ тынысланғас,мунса кереп,ял иткәндән һуң ҡоҙалар ҙур итеп табын ҡорҙолар.Тосты иң беренсе хужа тотто;"Хөрмәтле,Рәхилә ҡоҙағый!Һин хәҙер беҙгә икеләтә,шудай "статус"ты тотаһың.Ҡыҙыңды беҙ Манас улыма кәләшлеккә димләп,килен итеп алдыҡ.Аллаға шөкөр киленебеҙ аҡыллы,эшлекле,һәр бер әйберҙе тиҙ генә отоп,еренә еткереп тә ҡуя.Әле,шул ҙур тауар магазинын тулыһынса уға тапшырып ҡуйҙыҡ.Ситтән тороп уҡырға инде.Алла бирһә ейән,ейәнсәрҙәр көтөп ҡалабыҙ"-тип,шарап һалынған бокалын күтәрҙе.Һуңынан ҡыҙы менән икәүҙән икәү ҡалып йоҡо бүлмәһендә байтаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙылар.Ҡыҙының күҙҙәре нурланып китеп;"Әсәй,миңә табиптар,игеҙәк малайҙарың була тинеләр,кисә генә УЗИ-ға күрендем,исемде лә күптән уйлап ҡуйғанбыҙ"-тине.Күҙҙәре йәшләнгән әсәһе ;Балаҡайым,берҙән берем,мин һеҙҙе һаҡлай алмағанға күрә,ошо иреңдән,тормошоңдан бәхетле бул!.Күреп торам барыһы ла һинең өсөн өҙөлөп торалар.Һине алып киткәстәре,ҡайғынан,һағыныуҙан иҫәрләнеп бөттөм,тағы ла эсеүгә һабыштым.Үҙ итемде,үҙем ашаным.Оло йәштәге иргә һатып ебәрҙек,тип.Ғәфү ит балаҡайым!Бына күрерһең,ғүмерлек хатамды төҙәтеп,икенсе кешегә әүереләсәкмен!"-тине.Вәлимә;"Хажим ағай,мине алып ҡайтҡаста Манас менән таныштырҙы,ул мин уҡыған уҡыу йортоноң һуңғы курсында ине,туғандарын йыйнап никах уҡыттылар,һатыу эшенә өйрәндем,улар мине күптән онотолған, ҡәҙерле һүҙ менән"Ҡыҙым"-тип кенә өндәшәләр"-тип,тә һөйләп өлгөрмәне,ишек шаҡып кейәү тейешле кеше;"Валечка,әйҙә ял итәйек,иртәгә һиңә байрам түгел"-тип,биленә ҡулын һалып, алып сығып китте."Бына бит, бәхет өсөн күп кәрәкме,бер яғымлы һүҙҙә етә"-тип.Өҫтөнән бер ҙур ауыр йөк төшкәндәй,тыныс күңел менән йоҡоға талды Рәхилә.

Зифа ИШМЫРҘИНА.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: