Бөтә яңылыҡтар

Ныҡ әсәй булғы килгәндә...

Рөстәм китеп күп тә үтмәне, Индира сирләй башланы. Ябыҡты, хәле бөттө, ҡан баҫымы төштө. Илап хәле бөткән ҡатындың тамағына аш барманы. Ашарға тырышһа ла уҡшытып йонсотто. Ә бер төндә ул төш күрҙе: бәләкәй генә ҡыҙыҡай: “Әсәй, мин килә ятам, атайҙы ҡайтар”, – тине.

Ныҡ әсәй булғы килгәндә...
Ныҡ әсәй булғы килгәндә...

Бәләкәй саҡтан ҡурсаҡ менән уйнарға яратты Индира. Уларҙы теҙеп ултырта ла үҙе “әсәй” булараҡ хәстәрләй башлай: береһен ашата, икенсеһен йыуындыра, өсөнсөһөн матур итеп кейендерә... Ә үҙенән алты йәшкә бәләкәй ҡустыһы тыуғас, сабыйҙың янынан бөтөнләй китмәне тиерлек. Һәр ваҡыт әсәһе эргәһендә бәпесте ҡарашты, уның иң ҙур ярҙамсыға әүерелде.

Ҡустыһын, аҙаҡ һеңлеһен ҡарашып үҫтергән Индира сабыйҙарҙан ялҡманы, арыманы. Үҫеп еткәс тә, балаларҙы яратыуҙан туҡтаманы һәм бар йөрәге менән үҙенекен теләне. Йәшлек осоронда Рөстәм исемле егет менән танышып, матур ғына дуҫлашып киттеләр, институтты тамамлағас, өйләнештеләр. Эшкә төшөп, бәхетле генә йәшәй башланылар.

Бергә тороуҙарына ике йыл тулды, тик сабыйҙары ғына булманы. Туғандары, хеҙмәттәштәре лә ялҡыта:

– Йә, етәр үҙегеҙ өсөн генә йәшәргә. Сабый кәрәк!

– Хәҙер йәштәр аҡыллы, бәпес табып өйҙә ултырғылары килмәй...

– Бик оҙаҡҡа һуҙмағыҙ, ваҡыт үтә лә китә ул.

Индираның йөрәген телә ине был төрттөрөүҙәр. Тик маһ бирмәне йәштәр.

– Үҙебеҙ өсөн йәшәйбеҙ шул! Өлгөрөрбөҙ әле бәпес йүргәктәренә батып ултырырға. Карьера эшләргә кәрәк, – тип яуапланы ул.

Ә үҙҙәре әллә ҡасандан дауахана юлын тапай. Тикшереүҙәр, анализдар күп ваҡытты һәм аҡсаны ала шул. Иренең һаулығы уртаса, уның балалары йә була, йә юҡ, тинеләр һөҙөмтәлә. Ә бына Индираға “түлһеҙ” тигән диагноз ҡуйылды. Имеш, дауалауҙан файҙа булмаясаҡ. Аптыраған йәштәр әбей-бабайҙарға, имселәргә лә йөрөп маташты. Тик бер нәмәнең дә файҙаһы теймәне.

Бергә йәшәүҙәренә алты йыл тигәндә, Индира менән Рөстәм ЭКО эшләп ҡарарға булды. Бының өсөн ҙур аҡса кәрәклеген белә ине улар, шуға алдан уҡ йыйғайнылар. Процедура еңел түгел, оҙайлы, һаулыҡҡа ла зыяны бар. Тик ата-әсә булыу теләге көслөрәк шул. Ҡиммәтле клиникаларҙың береһенә барып, ярты йыл буйы йөрөгәс, көткән көн килеп етте: процедура яһалды.

Һөҙөмтәне нисек көткәндәрен белһәгеҙ икән! Төндәрен йоҡламаны, ҡурҡты, хыялланды, иланы, шатланды... Әммә... Юҡ шул, килеп сыҡманы. Улар был ниәте тураһында ата-әсәһенә һәм туғандарына ла әйткәйне. Һорауҙар биреп йәнә өҙгөләнеләр.

Беренсе ЭКО-нан һуң икенсеһе булды, өсөнсөһө... Юҡ, бирергә теләмәне Хоҙай теләгәндәрен. Ирле-ҡатынлының мөнәсәбәттәре боҙола башланы. Индира бөтә донъяға һәм иренә үпкәләне. Депрессияға бирелде, бер ни ҙә ҡыуандырмай башланы уны. Үҙҙәре кредитҡа батып бөттө. Ире менән саҡ ҡына үпкәләшһәләр ҙә, ҙур ғауғаға етә башланы.

– Бар сығып кит, түлле ҡатынға өйлән. Һинең яртылаш булһа ла өмөтөң бар, ә минән юҡ, – тип иланы ул.

Аралар айырылышыуға барып етте тигәндә, Рөстәм Мәскәүгә эшкә сығып китте. Быны махсус эшләне. Нисек кенә булмаһын, ҡатынын ярата ине ул. Ошондай көндәлек талашыуҙар менән бөтөнләй араны боҙмау өсөн бер аҙға булһа ла йыраҡҡа китеп торорға хәл итте.

Рөстәм китеп күп тә үтмәне, Индира сирләй башланы. Ябыҡты, хәле бөттө, ҡан баҫымы төштө. Илап хәле бөткән ҡатындың тамағына аш барманы. Ашарға тырышһа ла уҡшытып йонсотто. Ә бер төндә ул төш күрҙе: бәләкәй генә ҡыҙыҡай: “Әсәй, мин килә ятам, атайҙы ҡайтар”, – тине.

Бөтөнләй алйый башланым тип дауаханаға барғанда, уның ауырына дүртенсе ай киткәйне...

 

Әлфиә Минғәлиева.

фото:bondik-kids

 

 

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: