Бөтә яңылыҡтар

Ләйсән (хикәйә)

Композитор Рөстәм Ғәлиев һуңғы осорҙа үҙен үтә лә насар тоя: дүртенсе ҡатҡа күтәрелгәнсе йөрәге алҡымына килеп тығыла, күкрәге ҡыҫа, күҙҙәре алдында бихисап йондоҙҙар мыжғып бейей, һикерешә башлай. «Бирешмә, һин ир кеше бит. Үтер яйлап», – тип аңы тәненә бойора. Тынысланғандай итеп, берауыҡ подъезд стенаһына һөйәлеп тора бирә лә алға уҡталып, ҡайтанан баҫҡыстарҙы иҫәпләргә тотона. Ә йөрәге сәнсә, тыны быуыла...

Ләйсән (хикәйә)
Ләйсән (хикәйә)

Ҡотһоҙ фатирына ҡайтып инә, шунан бер аҙ ятып ала, хәл ингәндәй булһа, алдына партитура ҡуйып, пианиноның ҡапҡасын аса. Музыкаль әҫәр ижад итеү уйында юҡ, нимә менәндер шөғөлләнергә кәрәккәнгә шулайта, тәнен, йәнен кимергән сирҙән аҙға ғына арыныу бар теләге. Тулғаҡ тотоп та тыумаған сабый кеүек илһам килмәй, көй сыңламай күңелендә, йыр ағылмай йәнендә. Таралалар ян-яҡҡа шартлы тамғалар, һибеләләр...

Сәнғәт училищеһына уҡырға инеп, тәү тапҡыр ноталарҙы күргәс, уларҙы телефон бағаналарына тартылған сымдарға теҙелгән ҡарлуғастарға оҡшатып йылмайып ҡуйғайны. Тыумыштан йыр-моңға зирәк ауыл малайына уҡыу еңел бирелде, тәбиғәт биргән һәләте теорияны үҙләштереүҙе күпкә еңеләйтте, ауырлыҡһыҙ ҡатмарлы классик музыка донъяһына алып инде. Әле шул ноталағы «ҡарлуғастары» ҡайҙалыр осҡан. Килерҙәрме ҡабат?..

Ирекһеҙҙән башын кире яҫтыҡҡа терәй, күҙҙәрен йоммай ғына уйға батҡан кешеләй онотола...

Оҙаҡламай ҡатыны ҡайтып инер, инер ҙә битлек-йөҙөн үҙгәртмәй, ғәҙәтенсә тыныс тауыш менән һорар:

– Өйҙө йыйыштырҙыңмы, ашарға бешерҙеңме?

– Ял итен алғайным әҙерәк, өлгөрмәнем...

– Ҡайтып инәһең дә һуҙылаһың да ятаһың!

Шелтәләйме, мыжыймы, әллә хужабикә булараҡ, шулай тейеш, тип, игәүе-һөйләнеүеме – аңлашылмай. Нисек итеп табышҡандарҙыр, ҡауышҡандарҙыр – бер Хоҙай белә. Ул – утыҙҙы үткән егет, Мәмдүҙә – ултыраҡ ҡыҙ, ниндәйҙер мәжлестә урындары йәнәшә тура килеп, бер ай самаһы осрашып-оҙатышып йөрөнөләр ҙә ирле-ҡатынлы булып йәшәп алды ла киттеләр. Береһе – республикала танылып өлгөргән композитор, икенсеһе – фән кандидаты. Өйләнешеүҙәрен ата-әсәләре, дуҫ-иштәре, ғәҙәти, шулай тейеш һымаҡ ҡабул итте. Икенсе йылына ауырынан ыҙаланып-йонсоған ҡатыны алты айлыҡ үле бала тапты ла башҡаса ауырға ҡалманы. Дүрт бүлмәле лабиринтта хәҙер улар икәү. Унда һәр ваҡыт ярым-ҡараңғы, ҡәбер тынлығы. Биҙрәткес, шомландырғыс, йәнде өшәндергес тынлыҡ... Көлөшөү, сөкөрҙәшеү, кәңәш-төңәш итеү ҙә ишетелмәй был йортта, хатта һауыт-һаба ла шалтырамай, үпкәләшеп-асыуланышмайҙар ҙа. Хистәре баҙыҡланыр, аралары яҡынайыр ине, бәлки. Килешмәй шул зыялылар ғаиләһенә ундай тормошҡа хас ябайлыҡтар.

Үтмәй бит был һыҙланыулы-сәнсеү, күкрәк ҡыуышлығына ҡайнар ҡурғаш тултырғандармы ни. «Ни ғиллә, элек улай булғаны юҡ ине лә баһа...» Ҡалҡты ла быуындары тотмай кире сүкте. Биниһая ваҡыттан һуң хәле яҡшырмай, киреһенсә, ҡырҡыулашҡас, телефон трубкаһына үрелде.

– «Скорая» тыңлай!

– Йөрәгем сәнсә нишләптер... Килегеҙ...

– Адресығыҙ?.. Адресығыҙҙы әйтегеҙ!..

Тумбыҡҡан телен көскә ҡымғырлатып яуап ҡайтарған Рөстәм тырпырап диванға һуҙылды.

Ап-аҡ донъя. Түшәм дә, стеналар ҙа, хатта анау тәҙрәләрҙән яҡтыртҡан ҡояш та күҙҙе сағылдырғыс ап-аҡ. Аҡ халатлы ҡыҙ аҡ томан эсенән килеп сыҡты ла уның өҫтөнә эйелде. Фәрештәлер, ҡанаттары ғына күренмәй...

– Һеҙ кем, фәрештәме?

Ипле көлөү ишетелде:

– Мин – Ләйсән Вәлиуллина, шәфҡәт туташы. Хәлегеҙ нисек?

– Һәйбәт...

– Бик ҡурҡыттығыҙ кисә. Аллаға шөкөр, үтте.

«Аллаға шөкөр, ти, тимәк, ауыл ҡыҙы...»

– Мин дә ауыл малайы... Исемем...

– Малай, тиһегеҙме? – Көлөү тағы ҡабатланды. – Беләм, һеҙ – композитор, телевизорҙан күргәнем бар. Йырҙарығыҙҙы ла яратам.

– Янымдан китмәгеҙ, йәме... Ултыра бирегеҙ...

– Ҡайҙа ғына китәйем, эштәмен бит.

Тағы онотолдо ауырыу, оҙаҡҡа онотолдо, әллә йоҡлай, әллә ойой, әллә төшө менән өнө бутала. Ысынбарлыҡҡа ҡайта ла яңынан ап-аҡ донъяға баға, уны уратып алған аппараттарҙы, ҡулдарына сырмалған сымдарҙы, йомшаҡ көпшәнән тамырына тамған тамсыларҙы күрә. Йәнә шул уҡ төпһөҙ күҙҙәрҙең уға төбәлгәнен шәйләй. Нисәнсегә ҡабатлана бер үк күренеш.

– Ләйсән...

Ҡатҡан ағзаларын хәрәкәтләндерергә итә. Күпме былай ятырға мөмкин?

– Зинһар, ҡуҙғалмағыҙ. Йомошоғоҙ булһа, миңә әйтегеҙ, хәжәтегеҙгә барырға кәрәкһә – «өйрәк» ҡуйырмын.

– Йә... – Тыңлаусан яуап ишетелә.

Бер ҙә оялмайсы Рөстәм. Тегеһе нимә эшләһә, шуға ризалашып тик ята. Тилбер, йомшаҡ ҡулдар тәнгә майҙай яғыла.

– Янымдан китмәйһегеҙ инде әллә, уянған һайын гел һеҙҙе генә күрәм.

– Былай ике көн аша эшләйем. Дауаханаға яҡын йәшәгәс, йүгереп киләм дә етәм шул.

«Башҡа ауырыуҙарға ла шулай иғтибарлыһығыҙмы?» – тип һорарға итә Рөстәм, әммә ҡыҙҙы һаҡһыҙ өркөтөүҙән ҡурҡып тыйыла.

Ләйсән сығып юғала биреп тора ла кире инә:

– Ҡатынығыҙ килгән.

– Әйтегеҙ, инһен.

Мәмдүҙә өҫтөнә һоро костюм кейгән, ҡара галстук таҡҡан. Бөҙрә сәсле тумалаҡ баш, эре һөйәкле ныҡ кәүҙә, табаҡ биттәр ҡамауындағы ҡырлас танау өҫтөнә ҡунған күҙлек, лупа эсенән ҡараған тәккәбер күҙҙәр уның бар булмышына рәсмилек, ирҙәр төҫө бирә. Тамаҡ төбөнән сыҡҡан тауыш та ҡырыҫ, һорау алғандағылай яңғырай.

– Килгән һайын йоҡо һимертәһең. Үтәме?

– Арыуланам.

– Ҡасан сығаралар?

– Белмәйем.

– Бына ашарға килтерҙем: емеш-еләк, һуттар. Итле аҙыҡ ярамай тинеләр.

– Ыһы.

Һүҙ өҙөлдө. Ауыр тынлыҡ. Ун йылдан ашыу бергә йәшәп тә һөйләшеүҙе ялғарлыҡ яйы табылмай. Йәшәүҙәре бергә, ә эске кисерештәре, ҡыҙыҡһыныуҙары, тормошҡа ҡараштары төрлө.

– Ҡайтайым әле, лекцияларға әҙерләнәһем бар. Иртәгә килә алмаҫмын. Көнө буйы эш.

Ир ризалығын белдереп, баш ҡаға. Сығыу яғына ыңғайлаған ҡатынының яурындары ауыр йөк күтәргәндәгеләй аҫҡа һалынған. «Миң сирләгәнгә бошоналыр. Шулайҙыр, сүкегәндәй гелән ҡаты туҡылдаған аяҡтарына ҡәҙәр ышанысһыҙ баҫа». Әгәр үлеп китһәм, ҡайғырыр инеме икән?

Ни тиһәң дә дүрт бүлмәлә яңғыҙы ҡала. Илар инеме? Әсәһен ерләгәндә лә күҙ йәшен күрһәтмәй таш һымаҡ ҡатып ҡалғайны, йоҡа ирендәре генә асылмаҫҡа ҡымтылғайны. Яратамы уны ҡатыны? Әйтә алмай. Берекмәгән ике ярты булдылар инде. Ирәмһерәгән мәлдәрендә лә Мәмдүҙәнең ҡатын-ҡыҙ наҙын күрһәтеп, ҡосағына иркәләп һыйынғанын хәтерләмәй. Ҡыуанысһыҙ, яныу-көйөүһөҙ ағылған көндәр теҙмәһенә лә күнекһә-күнегә икән әҙәм балаһы. Ә ижад кешеһенең илһам сығанағы, арҡаланыр, ышыҡланыр ҡәлғәһе иң әүәл – яҡындарылыр, ғаиләһелер. Ни тиклем генә сәйер ишетелһә лә, ул көйҙәрен-йырҙарын өйөнән ҡасып, ситтә ижад итте. Ҡасып...

Мейеһен игәгән күңелһеҙ уйҙарҙан ҡотолорға теләгән Рөстәм башы аша одеялын бөркәнде.

Иртәнге обход үткәргән сал сәсле, мыҡты кәүҙәле, мөләйем йөҙлө профессор уның янында оҙаҡҡа туҡталды: ҡат-ҡат фонендоскоп тәңкәһен күкрәк ситлегенән унда-бында шылдырғыланы, пульсын, ҡан баҫымын тикшерҙе, ентекләп анализ ҡағыҙҙарын ҡыштырҙатты, эргәһендәге тәгәрәп китерҙәй тумалаҡ кәүҙәле шәфҡәт туташына кәрәкле дарыуҙарҙы әйтеп яҙҙырҙы. «Ләйсәндең алмашылыр. Тимәк, ул бөгөн ял итә».

– Ыңғайға киттек, – тине, ниһайәт, профессор. – Инфаркт хәленә етеп, кире боролдоғоҙ. Бирешмәҫһегеҙ был яғына. Тик нервыларығыҙ ныҡ ҡаҡшаған. Ял итмәй терәлеп эшләү касафатылыр. Медицинала яны термин барлыҡҡа килде: «Хроник арыу» сире. Бөгөнгө ығы-зығыла, аң ҡыуып етмәҫлек тиҙлектәрҙән, шуларҙан барлыҡҡа килгән стрестан, тирә-яҡ мөхиттең бысраныуынан барлыҡҡа килә ул синдром. Уның дауаһы – сәләмәт йәшәү рәүеше һәм ыңғай эмоциялар. Шуға һеҙгә тулы тыныслыҡ кәрәк, туғандарығыҙ, ҡатынығыҙ, балаларығыҙ йышыраҡ килһендәр. – «Бала» һүҙен ишеткәс, төмһәреп киткән ауырыуҙың кәйефен тиҙ төшөнөп өлгөргән табип хатаһын төҙәтә һалды.

– Тышта бит яҙ айы, төшөнкөлөккә бирелмәгеҙ!

– Хөрмәтле профессор, ҡасан ҡайтарырһығыҙ икән?

– Күҙен дә асып өлгөрмәгән, тайырға самалай. Был турала һүҙҙең булыуы мөмкин түгел. Нығынығыҙ башта, шунан уйлашырбыҙ.

Палата ишегендә Ләйсән күренгәс, Рөстәмдең күңелен билдәһеҙ шатлыҡ биләне: «Килгән... Дежурствоһы булмаһа ла килгән...»

Ҡыҙ өндәшмәй генә ултырғыс яҡынайтып янына ултырҙы, шул ыңғайы яҫтыҡты ҡабартты, бармаҡтары пульсты ҡапшанылар:

– Рөстәм ағай?..

– Кем тейә? – Кәйефе күтәренке ир мәрәкәләп яуапланы.

– Һин армияла саҡта мин яңы тыуған булғанмын. – Ләйсән үҙе лә абайламаҫтан яҡын итеп «һин»гә күсте. – Ҡыҙыҡ ибет?

– Минең йәшемде ҡайҙан беләһең?

– Ауырыу тарихына яҙылған.

– Ҡыҙыҡ шул. Сирләп китмәһәм, бәлки, осрашмаҫ та инек. Күҙ алдыңа килтер: мин һине урамда тап итәм дә иҫәнләшеү генә түгел, боролоп та ҡарамай үтеп китәм. Беҙ ят кешеләр икән, ти.

– Яҙмыш юлдарыбыҙҙы осраштырҙы бит. Ғаиләлә иркәләнеп кенә яңғыҙым үҫтем. Атай-әсәйемдән башҡа ағай-апайҙарым да булманы, һеҙ миңә ағайым һымаҡ яҡынһығыҙ. Шуға өҙлөкһөҙ янығыҙға инеп бимазалағанға үпкәләмәгеҙ берүк. – Ҡыҙҙың башы эйелә бара, ҡыҫҡа итеп киҫтерелгән сәстәре алһыуланған биттәрен, йөҙөн ҡаплай.

– Ҡайҙан ғына ҡурсалаусы булайым, киреһенсә, һинең хәстәрләүеңә мохтажмын.

– Барыбер һеҙҙең янда булыуы рәхәт миңә... – Тауыш нәҙегәйә барып, бөтөнләй өҙөлдө

– Һин дә миңә һеңлем кеүекһең. Шаян, осҡалаҡ һеңлем. Алма ашайһыңмы?

– Ҡып-ҡыҙыл, телде йоторлоҡ булһа ашайым! – Ҡаштар шаян елпеп юғары сөйөлдөләр. Ул һонолған алманы алып тешләне лә кинәнеп сәйнәргә тотондо:

– Мә, һин дә тәмләп ҡара!

– Мин һут ҡына эсермен, йәме.

Ләйсән нәфис бармаҡтары менән ситкә боролған йөҙҙө кире ҡайырылдырып, ауыҙға емеште килтереп терәй:

– Саҡ ҡына, бармаҡ осондай ғына булһа ла ауыҙ ит.

Рөстәм тешләнгән урындың йәнәшәһенән умырып ала.

– Тәмле, эйе бит? – ти ҡыҙ.

– Эйе.

– Ныҡ-ныҡмы?

– Ныҡ-ныҡ.

Ләйсән селтерләтеп көлөп ебәрә.

– Әйҙә, тороп ултырам бөгөн! – Рөстәм егетләнеп китте.

Күҙҙәр түңәрәкләнә:

– Ярамай, врачтар ҡушмай!

– Ә һин ярҙамлаш, беҙ бында икәү генә бит, кем күрә лә кем белә.

– Булдырырһыңмы? – Эш боҙорға йыйынған үҫмерҙәй Ләйсәндең йөҙөндә шук сатҡылар уйнай.

– Минме? – Рөстәм ҡулдарына терһәкләнеп яй ғына ҡалҡты. Биттәрен уға ярҙамлашҡан ҡыҙҙың ҡайнар тыны бешерҙе, сикәләренә хуш еҫле сәстәр ҡағылды. – Бына ултырам бит, ыһ та итмәйем. Йөрәк тә урынында!

Арҡаһына яҫтыҡ ҡымтый һалды.

– Рөстәм ағай, һин молодец, көслө, ғәйрәтле! – Ҡыҙ һоҡланыулы төбәлгән. – Хәҙер ятып тор. – Алан-йолан ҡарана. – Берәйһе күреп ҡалмаһын!

Тегеһе тыңлаулы бала һымаҡ, кире түшәгенә сума:

– Иртәгә килерһеңме, Ләйсән?

– Килермен! – Ышаныслы яуаплай ҡыҙ. –Тағы ултырып ҡарарбыҙ.

– Ултырыу ғына түгел, карауаттан аяҡтарҙы һалындырам әле.

– Артыҡ кәпәренмәгеҙ, һеҙгә нисә йәш әле?

– Илле лә тулмаған!

– Һеҙ, ысынлап та, йәш: мөһабәт, һөйкөмлө...

– Ә һин донъялағы иң һылыу ҡыҙ!

– Һылыумын шул! Янымда талантлы ағайым барҙа ямаҡай була аламмы һуң?

Иртәгеһен Ләйсән матур гөлләмә тотоп килеп инде.

– Был кемгә? – тип ғәжәпләнде Рөстәм.

– Бөгөн бит һеҙҙең тыуған көнөгөҙ! Сәләмәтлек, шунан бәхет теләйем!

– Эйе шул. Бында, дауаханала, тыуған көн бөтөнләй хәтерҙән сыҡҡан да баһа. Рәхмәт, Ләйсән, рәхмәт. Яңы иҫкә төштө: төштән һуң ҡатыным да киләм, ти ине. – Быныһын арттырҙы. Мәмдүҙәнең килмәҫен белә тороп алдашты. «Минең тыуған көндө хәтерләй тиһеңме, ике ятып бер иҫенә төшмәйҙер әле...» – Алһыу раузаларҙы яратҡанымды ҡайҙан белдегеҙ?

– Белмәнем, нәҡ шул сәскәләрҙең күңелегеҙгә яҡынлығын тойҙом.

Рөстәм әкренләп төҙәлеүгә китте. Инде ул үҙ аллы тороп ултыра. Юҡ-юҡ, уның ҡул-аяҡтарының көсө ҡайтмаған, бары йөрәгенең бысаҡ менән телгеләгәндәй ауыртыуын көтөү, йәнендә оялаған ҡурҡыу тотош ағзаларын бәйләп тота, ҡарыуын ала. Сибек кенә ҡыҙ килеп инһә, йәненә дәрт, тәненә ҡеүәт өҫтәлә. Ҡултыҡлашып палата буйлап йөрөп әйләнәләр. Йөрәге ҡайҙалығын һиҙҙертә-һиҙҙертеүгә, мәгәр эләккеләй үҙәккә үткәреп әрнемәй, ҡыҫмай. Хәҙер уның тыуыр таңдары бары нурҙарға ғына сорналып атыр һымаҡ. Шуға өмөтләнеп, инанып, табынып йәшәй. Ләйсән! Ҡайһылай матур исем! Ул сафлыҡтан, паклыҡтан ғына туҡылғандай. Атырға тумаланған сәскәләй һылыу ҡыҙ уның өсөн кем һуң әле? Үҙе лә белмәй. Ә йәш айырмаһы? Ул турала уйламаҫҡа тырыша. Донъяла Ләйсән бар, уның өсөн шул да еткән. Ҡыҙҙың ауырыуға тейеш иғтибар күрһәтеүен дә аңлай. Барыбер елкенә күңеле, күктәргә аша. Эскерһеҙ ҡыҙҙың янында булыу уның көнитмешенә мәғәнә, йәшәүенә илһам өҫтәй. Иртәгә лә, иртәнән һуңға ла көнө унан ғына башланыр. Ләйсәндең төпһөҙ күҙҙәренән, йылмайыуынан башланыр!

Мәмдүҙә дәрәжәле генә килеп инде лә тәҙрәнән төшкән яҡтылыҡты ҡаплап күләгәләй ҡаршыһына ултырҙы. Тағы ла һүҙҙәре берекмәй шымтайыштылар.

– Иртәгә партитураларҙы килтер әле.

– Нимә, бында көй яҙып ятырғамы иҫәбең? Күрәм, һикрәндәргә уйың. Эргәңдә көн һайын бер күбәләктең өйрөлөүен дә еткерҙеләр. Ҡара уны...

– Һин нимә, уға атай булыр йәштәмен.

– Беләм мин хәҙерге ҡыҙҙарҙы: ағаймы, бабаймы, ҡарап тормайҙар, иңбаштарын уйнатырға әҙерҙәр.

– Булмаҫтайҙы һөйләйһең, Мәмдүҙә!

– Киҫәттем, төшөнгәнһеңдер. Ул сиңерткәне аҡылға ултыртырға ла күп һорамаҫмын.

– Ауыл ҡатыны түгелһең дә инде, фән кандидаты.

– Кандидатҡа ла ир кәрәк. Башҡалар һиңә һағыҙаҡтай йәбешеп ятҡанда интеллигентланып ҡыланырғамы?

– Их һин...

Хәле күпкә арыуланды Рөстәм Ғәлиевтың. Ҡарҙарҙан әрселеп кибергә өлгөргән дауахана ихатаһына йыш ҡына йөрөргә сыға. Янында, әлбиттә, Ләйсән. Ҡыҙ уны ҡултыҡлап ала ла бәхетле йылмайып йәнәш атлай, үҙе өҙлөкһөҙ ниҙер һөйләй. Рөстәм дә хистәргә бирелеп киткеләй:

– Яҙ ҙа етте, Ләйсән. Ҡара, ниндәй матур көн! – Күккә төбәлә. – Күр, йылы яҡтан ҡоштар ҡайта. Ағастар бөгөн-иртәгә йәшел күлдәктәрен кейер, һауа һуң, һулап туймаҫлыҡ. Профессор әйтмешләй, йәшәйбеҙ әле, йәшәйбеҙ!

– Йәшәйбеҙ, ағай!

– Мине сығарһалар, кемде хәстәрләрһең инде...

– Бер кемде лә. Әйҙә ул турала һөйләшмәйек. – Ләйсән ирендәрен турһайта.

– Мин бер симфония яҙа башланым. Уға ғаләмдең бар сихри ауаздары һыясаҡ! Беләһеңме, нисек атала ул? Ләйсән!

– Шулаймы? Их, тыңларға ине...

– Концертыма саҡырам, килерһеңме?

– Ә мөмкинме?

– Әлбиттә. Иң почетлы урында ултырырһың. – Күҙ ҡырыйы менән дауахана тәҙрәләренә һирпелә: унан уларҙы тиҫтәләгән ҡараштар күҙәтә. – Булмаһа инәйек. Ноталарҙы күрһәтәм.

– Уларҙа бер нәмә лә аңламайым шул.

– Аңлатырмын.

Ҡағыҙҙарҙы карауатҡа йәйеп һалған Рөстәм бирелеп һөйләй башлай: дирижерҙай ҡулдарын йәйеп ебәрә, һәр музыка ҡоралының яңғырашын төшөндөрөргә тырыша.

– Һеҙ талантлы кеше, иҫ киткес симфония буласаҡ был! – Ҡыҙ аңғармаҫтан Рөстәмдең сикәһенән үбеп алды.

Ул шул тиклем көтмәгәндә килеп сыҡты: Рөстәмдең күңеле татлы тертләп китте. Ләйсән үҙе лә бурҙаттай ҡыҙарҙы.

– Һеҙ һаман да бергәме ни әле? – Көтмәгәндә килеп ингән Мәмдүҙәнең тауышы стеналарҙы зыңлатты. – Пошла отсюда, сучка! О вашем поведении я еще поговорю с заведующим отделения!

Ырғып торған Ләйсән тупаҫһыҙлыҡтан юғалып ҡалды шикелле, өҙөп-өҙөп әйтте:

– Һеҙ... нимә һөйләйһегеҙ?..

– Вон! – Мәмдүҙәнең бармағы ишеккә төрттө.

Йөҙөн ҡулдары менән ҡаплаған Ләйсән йүгерә-атлай сығып китте.

Асыуҙан ағарынған ирҙең тештәрен ҡыҫыуҙан сикәләрендә мускулдары бейеште.

– Ул фәхишә түгел! Ишетәһеңме, түгел! Бар, хәҙер үк ғәфү үтен.

– Һеҙ үбешкән өсөн мин ғәфү үтенәйемме?

– Ғәйепһеҙ ҡыҙҙы түбәнһеттең, уға бысраҡ яҡтың. Оят!

– Кемгә, миңәме?! Бында урам бесәйе, фәхишә менән бикләнеп уйнаш иткән иремдең шулайтып аҡыл өйрәтергә, оялтырға хаҡы бармы? Өндәшмәйһең гонаһлы булғасың! Һеҙ икәүҙең мөнәсәбәтен бөтә дауахана белә. Бына кемгә оят!

– Бар сыҡ!..

– Ҡыуаһыңмы? Сығам. Хәлең бөтөп, аяғыңды һуҙһаң, саҡырырһың әле, саҡырырһың! – Яһилланыуына сыҙаша алмаған Мәмдүҙә, шаҡ та шоҡ баҫып, ишекте ҡаҡлыҡтыра ябып сығып китте. Рөстәмдең йөрәге сәнсеп-сәнсеп алды, ул карауатына бөгәрләнде.

Кискеһен төҫө үҙгәргән, шул арала йөҙө тартылып киткән Ләйсән күренде. Шым ғына килеп карауат янына бөршәйҙе.

– Хәлегеҙ нисек, ағай?

– Ҡатыным өсөн ғәфү үтенәм. Ул хаҡлы түгел.,.

Оҙаҡ һүҙһеҙ ултырҙылар.

– Ғәйеп миндә, әллә ниңә шашындым, осондом шул, улай ярамағанлығын белә тороп... һеҙҙе күргәс, алһыу күҙлек кейҙерҙеләрме ни: бөтә донъям, йәшәүем үҙгәрҙе... Тағы ла әллә нимә һөйләй башланым... – Ләйсән бер аҙ тымды ла төшөнкө тауыш менән өҫтәне. – Бынан эштән китергә булдым...

– Бүлек мөдире шулай тинеме?

– Юҡ, үҙем хәл иттем. Шулай кәрәк... Һеҙ мине ғәфү итегеҙ, кисерегеҙ берүк...

Ләйсән сығыу яғына йүнәлде. Рөстәм телдән ҡалып тик ята, йөрәге генә күкрәк ситлеген дөбөрҙәтеп болара, даулаша: «Китмә, китмә... Һинһеҙ нишләрмен, нисек йәшәрмен, Ләйсән?! Китмә...»

Төн уртаһы ауғас, хәленең насарайғандан-насарая барыуын, өйәнәгенең үҙ аллы үтмәҫен һиҙгән Рөстәм Ғәлиев стеналағы саҡырыу кнопкаһына баҫты.

Уның тирәһендә тағы табиптар өйкөлөшкән, шәфҡәт туташтары йүгергеләй. Аппарат сымдары яңынан ҡул-аяҡтарҙы уратты, системаның ҡып-ҡыҙыл флаконы светофорҙан башы осонда яна.

– Пульс көсһөҙләнә...

– Ҡан баҫымы төшә...

– Яһалма тын алыу аппаратын әҙерләгеҙ... Кордиамин... Адреналин...

– Йөрәккә тура массаж яһап ҡарайыҡмы әллә?..

– Иртәрәк...

Тәне шундай еңел, ул карауат өҫтөндә аҫылынып тора һымаҡ. Әйтерһең дә, табиптар ниндәйҙер ят кәүҙәгә йән өрөргә тырышалар, ә мамыҡтай еңел, томандан үтә күренмәле йән ситтә... Юғарылағы күҙ сағылдырғыс яҡтылыҡ үҙенә әйҙәй, саҡыра, ауырлыҡһыҙ шунда ос та кит инде. Нимә тота уны бында? Нишләп фанилыҡтан айырылғыһы килмәй? Йәне бит Ләйсәнде көтә, уны юҡһына. Уны күргеһе килә...

Ана ул, һөйкөмлө һын эләгә-йығыла коридор буйлап йүгерә, атылып палатаға инә, ике ҡулын күкрәк тәңгәленә ҡуш услап яй ғына уға, юҡ, уның кәүҙәһенә яҡынлай. Кәүҙә лә уға тартылғандай итә, хатта йылмая ла шикелле...

– Рөстәм ағай... Мин һине яратам, өҙөлөп яратам! Бөтә донъя ишетһен – яратам... Тәү күргәндән алып... Ташлап китмә мине, һинһеҙ ни эшләрмен, нисек йәшәрмен? Башҡа бер ни ҙә һорамайым, бары янымда ҡал, үтенәм... – Төпһөҙ күҙҙәрҙән ике бөртөк йәш һығылып сыҡты ла биттәр буйлап түбән тәгәрәне.

Бына аҫылынған йән тән менән бергә ҡушылды. Уның да ирендәре ҡыймылдай: «Мин дә... мин дә...» Тик ишетәме икән, төшөндөмө икән Ләйсән?..

«Арбатҡыс күҙҙәр... Мин йәшәргә тейеш!.. Мин һине ташлап китә алмайым...» Рөстәмдең аңы бер үк һүҙҙәрҙе ҡабатлай.

– Ҡан баҫымы тойомлана...

– Пульс та һиҙелде... Рәжәп... Дарыуҙар ҡайһылай тиҙ ярҙам итте...

– Ауырыуҙың ҡатыны коридорҙа көтә. Әйтегеҙ, борсолмаһын, был юлы ла кризис үтте...

– Һеҙҙе ҡатынығыҙ көтә, бергә ҡалығыҙ, уны яңғыҙ итмәгеҙ... Ә мин китәм... – Ләйсәндең тауышы үтә лә тыныс, сабыр ишетелә.

«Китмә, китмә, һылыуым...» Ҡаштар һораулы йыйырыла.

– Мине эҙләмәгеҙ... Һеҙгә ауыр саҡтарҙа үҙем эҙләп табырмын... Хушығыҙ...

Ҡайнар ирендәр сикәһен көйҙөрә, төпһөҙ күҙҙәр алыҫлашалар, алыҫлашалар...

Дауахананан сығыр мәл етте. Уны ҡапҡа төбөндә «Волга» машинаһы көтә. Композиторҙар Союзынан ебәргәндәрҙер.

– Ҡустым, килеүең һәйбәт, тик мин аяҡтарым менән ерҙе тойоп йәйәү ҡайтҡым килә.

– Бер-бер хәл була ҡалһа?

– Булмаҫ, борсолма. Мин йәшәйем әле, йәшәргә тейешмен!..

Ул ышаныслы аҙымдар менән тротуар буйлап китте.

Өйкөмләнеп аҡһыл-ҡарағусҡыл болоттар йөҙгән ҡояшлы зәңгәр сатырҙан көтмәгәндә ләйсән ямғыры яуа башланы, ергә иҫәпһеҙ-һанһыҙ көмөш ынйылар түгелдеме ни! Ул асыҡ йәшел япраҡтарға төрөнгән ағастарҙы, шау сәскәгә күмелгән сирен ҡыуаҡтарын, түтәлдәрҙә ҡуҙҙай көйөп янған ләлә, нәфис пион сәскәләрен, күп ҡатлы йорттарҙы, урам тулы кешеләрҙе ҡойондорорға тотондо.

Һауа һулап туйғыһыҙ хуш еҫтәргә тулды, һәммәһенән сафлыҡ бөркөлдө. Сәйер шул был кеше тигәнең, уға ай ҙа, ҡояш та ярамай; кемеһелер туҡталыш ышығына, кемеһелер машиналарына инеп боҫтолар, бәғзе ҡабаланғаны, ҡулсатырын йәйеп, ары йүгерҙе.

Бөтә ил буйынса ләйсән үтте,

Әле бына, тик таң алдынан...

Рөстәм Ғәлиев таныш юлдарҙы ҡысҡырып әйтте лә уның өсөн ҡәҙерле исемде хәтерләткән йылы ямғырға, шиғырға, әле генә күңелендә яңғырай башлаған һөйөү симфонияһына ҡыуанып, йөҙөн нурлы тамсыларға ҡуйып атланы ла атланы...

Хәйҙәр ТАПАҠОВ.

Читайте нас: