Бөтә яңылыҡтар

Йөрәк яраһы

Был хәл икеһенең дә тыныслығын юғалтты. Айһылыу ошо серле хәл тураһында Ғәшиә инәһенә һөйләй ҡуйҙы. Ул да Айһылыу үҙендә йәшәй башлағас та, ҡыҙҙы кемгәлер оҡшатыуын, хәҙер инде аңлауын белдерҙе. – Ҡыҙым, ул һинең әсәйең түгелме? – тине әбей ҡалтыранған тауыш менән. – Нисек әсәй? Минең үҙ әсәйем бар бит Үрге Һарытауҙа…

Йөрәк яраһы
Йөрәк яраһы

– Улым, Рауил тим, кил әле яныма, балам… – тип Сәрбиназ, ауыр көрһөнөп тороп ултырырға маташты.

Улы, ишеп ултырған арҡанын ҡалдырып, әсәһе янына килде.

– Әү, әсәй, һыу эсәһеңме? – тип сынаяҡ һондо.

Сәрбиназ һыуҙы ике уртланы ла, тилмереп улына ҡараны. Әсәһенең һүнеп барған күҙҙәрен күреп, Рауилдың йөрәге өшөп китте.

– Улым, оҙаҡламам инде мин был ерҙә… Атайым мәрхүм артымдан килде. Тик, тик…

Сәрбиназ уйындағын әйтә алмай аҙапланды.

– Тыныслан, әсәй, барыһы ла яҡшы. Ашыҡма әле, өлгөрөрһөң унда барып, – тине Рауил әсәһенең мендәрен рәтләп.

– Әйтәһе һүҙем бар, улым. Ғүмерем буйы был сер менән йәшәнем, үҙем менән алып китә алмайым… – Тап һин эҙләп һеңлеңде… – тине әсәһе күҙ йәштәренә сәсәп.

Ишеткәндәрем ысынмы-юҡмы тип, аптырап ҡалды Рауил.

– Ни һөйләйһең, әсәй? – тип һүҙһеҙ ҡалды улы.

– Һин мине бүлдермәй генә тыңла, балам. Минең ваҡытым аҙ ҡалып бара… – Атайың менән яратышып өйләнештек, һин тыуҙың. Бәхетебеҙҙең сиге булманы. Һине декрет ялында ултырып үҫтереп, яратҡан эшемә сыҡтым. Ул саҡта Сибайҙа йәшәй инек. Тау комбинатында коллектив һәйбәт, татыу ине. Көҙгә табан яңы управляющий килде. Әшәке әҙәм булып сыҡты, үткән-һүткән һайын күҙҙәре менән "ашай" ине ҡатын-ҡыҙҙарҙы. Бер көнө эштән һуң ҡалырға ҡушты. “Шунан, Сарбиночка, эштәр барамы? Хәлдәрең нисек?” – тип, тәмәке еҫе аңҡып торған ауыҙын ослайтып, үбергә ынтылды…

…Ҡатын артабан һөйләрлек хәлдә түгел ине, тыны ҡыҫылды, тамағына йота алмаҫлыҡ төйөр ултырҙы.

– Улым, аңлағанһыңдыр… Эҙлә һеңлеңде, минең өсөн ғәфү үтен.

– Ниндәй һеңле, әсәй, ни һөйләйһең һин… – Рауил аптырауынан һүҙһеҙ ҡалды.

Әсәһе баланы тапҡас, ире ҡушыуынса, дауаханала ҡалдырып китеүе, ғүмере буйы ошо "гонаһы" менән йәшәүен бәйән итте.

…Был һөйләшеүҙән һуң әсәһе оҙаҡ торманы. Улын ҡара ҡайғыға һалып, мәңгелеккә күҙҙәрен йомдо. Бушап ҡалған өйҙә толҡа тапманы Рауил. Ишә башлаған арҡанына ла тотона алманы. Атын тышаулап ҡайтҡас, ҡулына балта алып оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо. Атаһының нисек итеп урын ярырға өйрәткәне иҫкә төштө...

– Балта тотоп утын яра белмәгән ир, ир түгел ул. Һәр ир-егет ат егә һәм өй һала белергә тейеш, – тине атаһы.– Өйләнеп, донья көтөп, балалар үҫтерәм тиһәң, улым, ҡулың эш белергә тейеш, – тип атаһы Рауилдың ҡулына балта тотторҙо.

Шулай итеп улар ауылда донья көткәндә ярарлыҡ эштәрҙе бергәләп башҡарҙы. Рауил атаһына рәхмәтле, сөнки ул бөгөн бар һөнәрҙе лә үҙләштергән, гөрләтеп донъя көтөрлөк бына тигән егет. Тик атаһы менән әсәһе генә уны өйләндереп өлгөрмәне, иртә гүр эйәһе булды.

Әсәһенең һуңғы һүҙҙәре һаман тынғылыҡ бирмәне егеткә. Ҡайҙан, нисек эҙләр икән ул һеңлеһен? Аптыраҡ… Әсәһе ҡыҙҙы ниндәйҙер ғаилә аҫрауға алғанын, райондың бер ауылында йәшәүен әйтте. Исеме – Айһылыу.

…Шулай бер нисә ай үтте. Ауыл фельдшеры Наилә апай хаҡлы ялға киткәс, уның урынына эшкә яңы ғына училище тамамлаған йәш ҡыҙ килде. Ҡыҙҙы Рауилдар урамында йәшәгән Ғәшиә әбейгә йортҡа индерҙеләр. Егет ҡыҙ менән колонкаға һыуға барғанда осрашты. Аҡ ҡына йөҙлө, һары сәсле, зәңгәр күҙле ҡыҙ кемделер хәтерләткән кеүек булды. Таныш булмаған һылыу уның күңелен биләп алды, уйынан сыҡманы.

Рауил ата-әсәһенән ҡалған донъяны гөрләтеп көттө. Атаһынан ҡалған тайын да матур ҡараны. Тик бына ул өйрәтелмәгән килеш йөрөй. Нисек тә уны менгегә, арба-санаға өйрәтеп алһа, шәп булыр ине.

Бөгөн көн аяҙ, ҡояшлы. Тап ат өйрәтергә уңайлы. Рауил атын баҫыуға алып сығырға уйланы. Ҡар ҡалын, көрт шәп быйыл. Егет нығытып ишкән арҡанын алып, уйнаҡлап торған тайын етәкләп баҫыуға табан атланы. Юлында Айһылыу тап булды. Ҡараштары осрашып, егеттең күңел ҡылдарын сиртте, йөрәгенең ҡайһылыр ере сәнсеп ҡуйҙы. Фельдшер ҡыҙҙы уйлай-уйлай баҫыуға килеп еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды Рауил.

Атының йүгәненән тотоп, оҙаҡ аҙапланды Рауил. Айғыр шәп ине, тик егетте һыртына ултыртырға теләмәне. Улайтып-былайтып, йүгәнен ҡыҫып тотоп, атын теҙләндереп менеп ултырҙы. Ыласыны һыртына кемдеңдер ҡунаҡлауын яратмай, зыр әйләнергә тотондо. Бер-ике сабып ҡараны ла, һөрлөгөп ҡарға батты, тамам хәле бөттө. Тағын барып йәбеште егет. Тай уны бер һикереп кенә һыртынан бәреп төшөрҙө. Килгәндәрендә баҫыу өҫтө тигеҙ, шыма ғына ине. Ике йәштең ярһып алышыуынан баҫыу өҫтө сыбарланып бөттө. Рауил атын бер аҙ ял иттереп, баҫыуҙа етәкләп йөрөттө лә, ҡайтыу яғына ыңғайланы. Ыласыны ипкә килгәндәй тойолғас, ул тағын яйлы ғына менергә уйлап ынтылғайны, ат нимәнәндер өрктөмө, әллә ҡытығы килдеме, сабып сығып китте. Рауил йүгәненә эләгеп, ҡолап төштө. Айғыр ҡайҙа барғанын белмәй, сапты ла сапты. Рауил бер аяғында һөйрәлгән килеш инделәр ауылға. Күрше малайы Рауил ағаһын күреп, ҡысҡырып медпункт яғына йүгерҙе.

Икенсе көнгә генә аңына килгән Рауил ни булғанын, ҡайҙа ятҡанын аңлай алмай аҙапланды. Торайым тип ынтылғайны, күҙ алдары ҡараңғыланып тағын иҫен юғалтты.

Кемдеңдер ипле, йомшаҡ ҡулдарының маңлайына ҡағылыуынан уянып, күҙҙәрен асҡан егет эргәһендә аҡ халатлы ҡыҙҙың ултырыуын күрҙе. Аҡ ҡына йөҙлө, һары сәсле, зәңгәр күҙле ҡыҙҙың Айһылыу икәнен аңланы.

– Рауил ағай, һеҙ бөркәнсектә тыуғанһығыҙҙыр ул. Шул тиклем ара һөйрәлеп килеп, шөкөр, умыртҡағыҙ бөтөн. Ә һынған аяҡ менән ҡабырға тиҙ төҙәлер. Әммә мейегеҙ һелкенгән, шуға күрә башығыҙ ауыртыр әле, – тине Айһылыу үтә лә йомшаҡ тауыш менән.

– Рәхмәт, һылыу, хәстәрләүеңә рәхмәт, – тине егет йылмайырға тырышып.

– Һеҙ үҙегеҙ генә йәшәйһегеҙме? Кемдер ярҙам итмәһә, һеҙгә ауыр булыр ул, – тип ҡыҙ егетте ҡайғыртты.

– Эйе, бер үҙем генә йәшәйем, – тине Рауил ауыр һулап.

Бер талай һүҙһеҙ торғандан һуң, Айһылыу, төш мәлендә килеп укол һалырын, һыу килтеререн әйтеп, сығып китте. Ҡыҙ сығып киткәс егет уйға ҡалды. Кем был ҡыҙ? Ҡараштары бик таныш, кемде хәтерләтә һуң, һаман төшөнә алмай…

Уколдар һалып, ашарына бешереп, аяҡҡа баҫтырған ҡыҙ үҙенең бер туғаны икәнен Рауил белмәй ине һаман. Тик бер көнө булған ваҡиға икеһен дә һағайтып, уйға һалды.

Төшөндә әсәһен күреп уянған егет фотоальбомды ҡулына алып, үҙенең бәләкәй, үҫмер йылдарын, ҡәҙерле кешеләре менән бәхетле йәшәгән мәлдәрен иҫкә төшөрөп ултырҙы. Хәтирәләргә бирелеп Айһылыуҙың ингәнен дә ишетмәй ҡалған. Әсәһенең фотоһын ҡулына алып тынып ҡалған егеттән фотолағы ҡатындың кемлеген һораны. Тертләп киткән Рауил бер аҙ тынып торҙо ла:

– Әсәйем, әсәкәйем минең, – тине.

Фотоны ҡулына алып, яҡындан ныҡлап ҡарағас, Айһылыуҙың йөҙө үҙгәреп китте.

– Ҡыҙыҡ… тик аңлай алмайым, – тип фотоны өҫтәлгә ҡуйҙы.

Ҡыҙҙағы үҙгәреште һиҙеп, егет:

– Ни булды, һылыу? – тине.

– Аңлай алмайым ағай, ошо апайҙың йөҙө миңә бик таныш. Бала саҡтан көн дә тиерлек төшөмә инә, ниҙер әйтергә ынтыла ла, ҡулын һуҙып, юҡ була…

– Әллә шул, әйтә алмайым, һылыу. Ҡайһы ауылдан әле һин? – тип һорап ҡуйҙы, туған-тыумасаһын барларға тырышып.

– Үрге Һарытауҙан мин, – тине ҡыҙ тулҡынланып.

– Әәәә, улай икәәәән, – тине Рауил, тамағын ҡырып. – Ул яҡта туғандар юҡ ул беҙҙең, белмәйем.

Айһылыу бер аҙ һүҙһеҙ ултырҙы ла, тороп ҡайтырға сыҡты. Был хәл икеһенең дә тыныслығын юғалтты. Айһылыу ошо серле хәл тураһында Ғәшиә инәһенә һөйләй ҡуйҙы. Ул да Айһылыу үҙендә йәшәй башлағас та, ҡыҙҙы кемгәлер оҡшатыуын, хәҙер инде аңлауын белдерҙе.

– Ҡыҙым, ул һинең әсәйең түгелме? – тине әбей ҡалтыранған тауыш менән.

– Нисек әсәй? Минең үҙ әсәйем бар бит Үрге Һарытауҙа…

– Һинең уң ҡулбашыңдағы кеүек миң Сәрбиназ килендә лә бар ине. Аптырап ҡына әйтәм, төшкә инә тиһең бит. Етмәһә, һеҙ бер-берегеҙгә бик оҡшағанһығыҙ, – тине Ғәшиә әбей, уңайһыҙланып.

Был ваҡиғалар Айһылыуҙы тамам алйытты. Ауылға ҡайтып килмәй булмаҫ. Әсәһенә һөйләмәйенсә, тыныслана алмаҫын аңлап, ялында юлға сыҡты.

Айһылыуын һағынып көткән Ғәлиә ҡыҙын күреп, хафаға ҡалды. Ниҙер булған, йөрәге һиҙә. Аҡморонға эшкә ебәрәһе килмәгәйне бит уның. Сөнки ул ауылда теге ҡатын йәшәй тигәйнеләр. Айһылыу иһә йүнәлтмә бер бирелгәс, алыштырып булмай, тине.

– Һаумы, балам, һағындырып ҡына ҡайтаһың. Эшең күптер инде, яуаплы ла бит, – тип һөйөклөһөн ҡосағына ҡыҫты.

Айһылыу әсәһенең таныш еҫенә иҫереп оҙаҡ ҡосаҡлап торҙо, һағынған икән. “Ғәшиә әбей Рауилдың әсәһен һинең әсәйең, тисе. Юҡ, булмаҫ. Ана бит, әсәһе ҡайһылай һағынған, сәстәренән үбә, йомшаҡ ҡулдары менән иркәләй”, тип уйланы ҡыҙ.

Ә Ғәлиәнең уйҙары был арала алыҫ үткәндәргә тәгәрәне. Һап-һары сәсле, зәңгәр күҙле ҡыҙсыҡты беренсе тапҡыр ҡулына алып йөрәгенә ҡыҫыуын бөгөнгөләй хәтерләй.

…Айбулат менән байтаҡ йәшәнеләр, әммә бәпәйҙәре булманы. Шунан улар балалар йортона барырға хәл итте. Сабый ҡыҙҙы тәү күреү менән иренең ауыҙы йырылыуын күреп, Ғәлиә баланың уға ла оҡшауын аңланы. Кәрәкле документтар йыйып, бер айлыҡ ҡына Айһылыуҙы күтәреп ҡайта йәш ата-әсәй. Бәхетле йәшәй улар. Айһылыу бик һәләтле, ипле бала булып үҫә. Яҡшы уҡый, йырлай, шиғырҙар яҙа. Табип буласағын белгәс, ҡаршы төшмәйҙәр. Дипломын алып, Аҡморонға юлланасағын белгәс, йөрәге ҡыҫып ҡуйғайны Ғәлиәнең. Юҡҡа булмаған, ахыры. Айһылыуы бөгөн ниндәйҙер хәбәр менән ҡайтҡан, тойомлауы шулай.

Мунса инеп, сәй эскәс, Айһылыу, әсәһенә һыйынды. Үҙенең эше, Рауил, сәйер төшө һәм Ғәшиә әбейҙең һүҙҙәрен бер тынала һөйләп бирҙе. Ғәлиә менән Айбулат бер-береһенә ҡарап, серҙе башҡаса йәшереүҙең файҙаһыҙ инәненә инанды. Айһылыуҙары һиҙенә, тимәк, ваҡыт еткән.

– Ҡыҙым, һөйөклөбөҙ һин беҙҙең… – Ғәлиәнең күҙҙәренә йәш тығылды, һүҙһеҙ ҡалды.

– Үҫтең инде, балам, барыһын да аңларһың, – тип әңгәмәне дауам итте Айбулат. Айһылыу ҡәҙерлеләренең сәйер ҡыланышына аптырап тын ғына ултыра бирҙе.

– Ҡыҙым, һин беҙҙең үҙ балабыҙ түгел бит, – тип бер тына әйтте лә һалды Ғәлиә, батырлығын йыйып.

– Нисееек? Мммииин… Һеҙҙеке түгел… – Айһылыуҙың ишеткәндәренән тотлоғоп, ни әйтергә белмәне. Әммә үҙен тиҙ ҡулға алды. Һиҙенеүен, гел бер төш күреүен һөйләне.

– Мине ниндәйҙер сәйер бер тойғо гел уратып ала ине. Сикһеҙ яраттығыҙ, башҡаларҙа булмаған кейем миндә булды. Әммә нимәлер һағайта ине мине. Һис аңлай алмай инем, хәҙер төшөндөм. Һеҙ мине юғалтыуҙан ҡурҡып йәшәгәнһегеҙ бит, әсәй, атай, – тип, Айһылыу уларҙың ҡосағына ташланып, үкһеп илап ебәрҙе.

Күмәкләп иланы улар. Был уларҙың бер-береһенә белдергән һөйөү, ихтирам, рәхмәт йәштәре ине.

Был кистә уларҙың йортонда таңға тиклем ут янды. Ғәлиә менән Айбулат Айһылыуҙың үҙ әсәһе хаҡында бик белмәүен, әммә ҡайһы ауылда йәшәүен, ҡыҙҙың нисек дауаханала ҡалыу тарихын һөйләне. Теләгең былһа, үҫкәс һөйләрбеҙ, белмәһәң, һөйләмәҫбеҙ тигәйнек, тип Айһылыуҙың тыуыу тарихын тамамлағанда таң һыҙылғайны.

– Үҫтең, балам, хәҙер барыһын да беләһең. Артабан үҙең хәл ит, ағайыңа һөйләйһеңме, юҡмы. Һәр хәлдә, беҙ һинең менән. Беҙ һине үҙ балабыҙҙай яратабыҙ, – тине Ғәлиә еңел һулап.

– Рәхәт һеҙгә, атай, әсәй! Минең иң ҡәҙерлеләрем – һеҙ! Мин һеҙгә ғүмерем буйы бурыслымын. Һеҙҙе бик яратам! – тине Айһылыу яҡындарына һыйынып. – Ә минең хәҙер ағайым булыуы шәп бит ә, атай, ул һиңә ярҙамсы булыр. Рауил ағай бик яҡшы кеше.

– Мин дә шуны уйлап ултырам әле, ҡыҙым, – тине күҙ ҡыҫып Айбулат.

... Аҡморонға бергәләп барырға булдылар.

Айһылыуҙың килеүен түҙемһеҙлек менән көткән Рауил, эске бер тойомлау менән, аш һалып ебәрҙе, өйөн йыйыштырҙы. Ишек алдын ҡарҙан таҙартты. Моң сығарған кеүек шығырлап ятҡан ҡарға ҡушылып йырлап та алды.

Ҡапҡа алдына ниндәйҙер машина туҡтауын күреп, ҡапҡаға табан ыңғайланы. Күстәнәстәр күтәреп килеп ингән бер ир менән ҡатын, арттарынан эйәргән Айһылыуҙы күреп егет ҡыуанып китте

– Әйҙүк, үтегеҙ, һаумыһығыҙ, – тип ҡунаҡтарҙы өйөнә әйҙәне.

Йүгертеп кенә Ғәшиә әбейҙе алып килделәр. Табын артында итле һурпа ашап, донъя мәшәҡәттәре тураһында һөйләшеп ултырҙылар. Сәй ҡайнағансы Айһылыу Рауилдан әсәһенең фотоһын күрһәтеүен үтенде. Егет ҡәҙерлеһенең йәш саҡтағы фотоһын һуҙғас, барыһы ла һүҙһеҙ ҡалды – фотонан Айһылыу ҡарай ине.

– Был фотоны теге юлы миңә күрһәтмәгәйнең бит, ағай. Ҡайҙан алдың уны? Был бит мин…, тик мин ҡасан төшкәнемде иҫләмәйем, – тип Айһылыу фотоны ҡулына алды.

– Әсәйем менән атайымдың ҙурайтылған фото рамаһы артынан таптым, – тине егет көскә телен әйләндереп. – Һин ҡайтып киткәне бирле йоҡом йоҡо, ашым аш түгел, Айһылыу. Тимәк, үлер алдынан һылыуыңды тап, тип үтенгән әсәйемдең васыятын үтәнем – һин табылдың, һылыуым, – тип, Рауил Айһылыуға текләне. Ҡулдарын устарына һалып, түгелеп илап ебәрҙе. Барыһы ла илай ине был мәлдә, шатлыҡ йәштәре ине был.

– Эйе, мин дә Айһылыу ҡыҙымды күреү менән тертләп ҡуйғайным. Етмәһә, ҡул башындағы миңе тынғылыҡ бирмәне. Бына бит, барыһы ла асыҡланды, улым. Һин хәҙер яңғыҙ түгел, һылыуың бар. Ә Айһылыуҙың бына тигән ағаһы бар, – тип Ғәшиә әбей өйөрөлтөп бейеп алды. Барыһы ла күҙ йәштәрен һөртөп, ҡыуаныстарын йәшермәй, йылмайҙы.

– Ә беҙ, әсәһе, уллы булдыҡ, ҡалай шәп булды әле. Бесән күбәләшергә кеше юҡ ине, – тип шаяртып ҡулын ҡыҫты Рауилдың Айбулат.

Һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне туғандарҙың. Рауил әсәһенең үлер алдынан һөйләгәндәрен бәйән итте, барыһы ла был тарихты тетрәнеп тыңланы.

Иртәгәһенә күмәкләп зыяратҡа барҙылар. Унда Рауил әсәһенә һылыуын табыуын, уның һуңғы һүҙҙәрен, үтенесен үтәүен еткерҙе. Инде лә тыныс ятыуын, юғарынан күҙәтеп, һылыуы менән үҙенә рухи көс биреп, терәк булыуын үтенде. Айһылыу иһә, әсәһенә ғүмер бүләк итеүенә рәхмәт әйтеп, уны кисереүен, аңлауын, асыу тотмауын, ағаһын табыуына ҡыуаныуын белдереп, ҡәберенә сәскәләр һалды.

Балаларҙың бергә булыуына тәбиғәт тә ҡыуанғандай. Тирә-яҡты аҡлыҡҡа, паклыҡҡа сорнап ябалаҡлап ҡар бөртөктәре төштө. Тормош үҙ ағышына дауам итте.

Гөлмирә (Ҡарабаева) Бикбулатова.

Туймазы ҡалаһы – Самаҙы ауылы.

Автор:
Читайте нас: