Бөтә яңылыҡтар

Ә бит бәхет янда ғына булған... (Хикәйә)

Ҡара ҡәбер алдында улар ғына тороп ҡалды. Көмрәйеп баштарын эйгән ике ир, бер-береһенә күтәрелеп ҡарамайынса, икеһе ике яҡта тора бирҙе лә, һәр ҡайһыһы боролоп, үҙҙәрен көтөп торған машинаға ҡарай атланы. Һаҡал- мыйыҡ баҫҡан, бөлөнгәне зыярат ҡапҡаһын сығышлай ҡапыл туҡтап, ҡоймаға һөйәлде, асҡаҡ кәүҙәһе менән ҡалтыранып, һыңҡылдап иларға кереште.

Ә бит бәхет янда ғына булған... (Хикәйә)
Ә бит бәхет янда ғына булған... (Хикәйә)

Икенсеһе уның янында туҡтаманы ла, йыуатманы ла, үҙенең ҡайғыһы ҡатыраҡ ине, һыҡтау менән генә йыуырлыҡ түгел. «Нимә тип илай икән? – тип уйланы ул екһенеп. – Тере саҡта ҡәҙерен белмәгәнмен, тип үкенә беләме икән, исмаһам?»

Үлем үкенесе йәнде шулай аяуһыҙ талай шул. Ул үҙе хәл ҡәҙәренсә ҡәҙерләргә тырышты ла бит Гәүһәрен, ә шулай ҙа әжәлде еңә алманы. Шуға гүргә кергәнсе язаланыр инде.

* * *

Гәүһәр Нафиҡты үлә яҙып яратып сыҡты. Тойғоһон, уның ҡатыны булғанына ҡыуанысын һис тә йәшермәне.

«Ай-Һай, – тине әхирәттәре, – аҙарындыраһың. Ир-ат халҡы үтә һәйбәтте лә бик үк күтәрә алмай торған. Елкәңә менеп ултырмағайы. Ошо аҡылың, һылыулығын, белемең менән эрерәк булырға кәрәк ине һиңә».

Аҡылы булған кешене яҡшылыҡ менән боҙоп булғанына ышанманы Гәүһәр. Ирен үҙенә тағы ла нығыраҡ эҫендерер өсөн, теләктәрен күҙ ҡарашынан аулап тора торғайны. Нафиҡтың дорфараҡ булыуы ла һағайтманы, сәмләндерҙе генә. Шундай кешене арбау, үҙеңде унан яраттырыу тағы ла мауыҡтырғысыраҡ күренде. Ун йыл ғүмерен ошондай дәртле теләк менән иренең мөхәббәте, йылы ҡарашы өсөн көрәшеп үткәрҙе. Тағы ла нығыраҡ тырышһа: өйҙө бынан да матурыраҡ итеп йыйыштырһа, ашты тәмленән дә тәмле итеп әҙерләһә, аҡсаны күберәк тапһа, туғандары өсөн өҙөлөп торһа, иренең күҙҙәре хәҙер хәҙер асылыр ҙа, Нафиҡ та уның лайыҡлы ҡатын икәнен абайлап, өҙөлөп ярата башлар, тип өмөтләнде. Егет саҡтан уҡ күңелле тормошто әллә ни күргән Нафиҡтың йылдан-йыл нығыраҡ эсеп китеүенең сәбәбен дә үҙенән эҙләп йонсоно. Донъя көтөргә ярҙамлашыу, балаларҙы ҡарашыу ғына түгел, һонолоп үҙе һыу эсергә лә йыбана башлаған иренең яҡшылыҡты аңлағанын һаман көттө. Нафиҡтың күңеле ҡат-ҡат бикләнгән дә, күркәм сифаттары, матур тойғолары шунда етмеш йоҙаҡ артында ҡалғандыр. Шул йоҙаҡтарға асҡыс таба алмауҙа битәрләне үҙен. Ошо маҡсаты күҙен томаланы, кәмһенеп һәм рәнйетелеп йәшәүен дә абайларлыҡ хәлдә түгел ине, ахырыһы, ул. Тормош юлында Ғаяз килеп осрағансы.

* * *

Ғаяздың ҡатыны Мәфрүзә менән ҡасандыр бер мәктәптә уҡығайны Гәүһәр. Унда-һанда урамда осрашҡанда бер-береһенә йылы итеп һаулыҡ ҡушалар, ваҡыттары бар саҡта туҡтап уртаҡ таныштарын да иҫкә алалар. Ҡаты ауырып киткәс, Мәфрүзә Гәүһәрҙе үҙе эҙләп тапты. Ул эшләгән дауаханаға ятҡыһы килеүен, унда дауаланырға теләүен әйтте, ярҙам һораны.

Оҙаҡ яфаланды ҡатын был ҡотолғоһоҙ ауыр сирҙән. Айҙар буйы ниндәй генә дауалар үткәрмәне, ниндәй генә дарыуҙар эсмәне – рәтләнмәне – яйлап ҡына һүнә-шиңә барҙы. Шул ауыр мәлдәрҙә танышты Гәүһәр Ғаяз менән. Татыу ғаилә ҡорған, бер-береһен ихтирам иткән ир менән ҡатын араһындағы мөнәсәбәттең ҡайһылай булырға тейешлеген улар миҫалында ап-асыҡ күрҙе. Ғаяз һушһыҙ ятҡан ҡатынының хәлһеҙ ҡулын һыйпап тәүлектәр буйы ултыра. Врачтар: «Иҫенә килеү менән саҡырырбыҙ, саҡ ҡына ял итен алығыҙ, әле ул барыбер һис ни һиҙмәй», – тип әйтеп ҡарай. Ә ул: «Йәне менән тоя бит ул минең бындалыҡты», – тип ултыра бирә. Шундай ҙа мөхәббәт була икән, тип һоҡланды Гәүһәр мөһабәт ирҙең бәләкәс кенә ҡатынын ҡул эсендә генә йөрөтөп, йәнен бүлеп бирерҙәй булып өҙөлөп тороуына. Үҙен Мәфрүзә менән сағыштырып ҡарай ҙа, моғайын, мин шундай оло һөйөүгә лайыҡлы түгелмендер, тигән әрнеүле һығымтаға килә. Үҙенең Нафиғының да шундай мөнәсәбәтен яулау осон тағы ла нығыраҡ тырышып ҡарай. Ҡатынды мунса ташы итеү ҙә, йөҙөк ҡашылай балҡытыу ҙа ир булмышынан икәнен һаман аңламай ҡырҡыша.

Мәфрүзәнең оҙаҡ ауырыуы, Гәүһәрҙең дежурствоһы ваҡытында, ҡулында үлеп китеүе уларҙы ныҡ яҡынлаштырҙы. Ҡатынын ерләгәс тә Ғаяз Гәүһәргә йыш ҡына шылтыратып торҙо. Иң ауыр мәлдәрендә ҡатынына һәм үҙенә күрһәткән изгелектәре осон рәхмәт тойғоһонан да, ҡайғыһын аңлар кеше булғанын белгәнгә лә эҫе күргәндер инде, моғайын. Үҙҙәре лә һиҙмәҫтән дуҫлашып киттеләр. Юҡ-бар һөйләшеү ҙә рәхәтлек бирә торған, күңелгә күңел яғылып, һүҙгә һүҙ ялғанып торған кешеләр була. Бер-береһендә шундай рухи яҡынлыҡ таптылар. Кәйефе юҡта, болоҡһоған саҡтарында Гәүһәр үҙе лә телефонға үрелә торған булын китте.

Йылдар артынан йылдар үтә торҙо. Ғүмер ебе тағатыла барҙы. Тормош, ҡаҡҡылай-һуҡҡылай торғас, Гәүһәрҙе лә яҙмышына айыҡ итеп, үҙ-үҙен алдау-йыуатыуһыҙ ҡарарға өйрәтте.

Донъя көтөүгә генә түгел, ғүмер һөрөүгә лә илке-һалҡы мөнәсәбәттә булып, тормош юлынан бушаҡ ҡына юртып килгән Нафиҡ иһә рухи халәте менән Гәүһәрҙән артта ҡалғандан ҡала барҙы. Хәйер, шешәгә үтә йыш үрелгәнлектән, ҡатынының йыраҡлаша барғанын ул абайламаны ла, шикелле. Үҙенең уға сикһеҙ хаким икәнен генә кинәнеп раҫланы, рәнйетеүҙәре, ҡул күтәреүҙәре йышайҙы.

– Уны үҙенән дә яманыраҡ, үҙенән дә тупаҫыраҡ булһаң ғына еңеп була, тип аҡыл өйрәтеп маташты әхирәттәре Гәүһәргә. – Һин һаман да шуны аңламаныңмы ни әле?!

Аңлай башлағайны Гәүһәр, тик белә-күрә тороп ундай түбәнлеккә төшөргә теләге юҡ ине. «Иргә баш булам, тип булмышыма хыянат итәйемме ни?» – тип уйлағандыр, күрәһең. Элекке яратыуы ла ҡалмағайны, әммә күнегеү, күнеү, бурыс тойғоһо, йәлләү һаман да арҡандан да нығыраҡ бәйләп тота ине Нафиҡҡа.

Ныҡ рәнйеп, ҡара көйөп йөрөгән мәлдәренең береһендә уға урамда Ғаяз осраны. Гәүһәр яратҡан миҙгел – алтын көҙ ине, әбейҙәр сыуағы. Юл ыңғайында осраған паркка инеп, кипкән япраҡтары рәхәт итеп аяҡ аҫтында ҡыштырлаған аллеялар буйлап оҙаҡ йөрөнөләр. Беренсе тапҡыр, ҡараштарын йәшермәйенсә, иғтибар менән бер-береһенә баҡтылар. Икеһенең дә сикәләренә сал төшкән. Берәм-һәрәм генә әле, ә шулай ҙа... Күҙ төптәрендә лә йыйырсыҡтар. Һулып барған тәбиғәттең һуңғы балҡышы уйландырҙымы уларҙы, ғүмерҙең, бармаҡ араһынан аҡҡан ҡом шикелле, тиҙ генә үтеп барыуына ишараланымы Ғаяз:

– Гәүһәр, етер беҙгә икебеҙгә ике урында ғазапланырға, – тине. Шундай тәбиғи итеп әйтте, әйтерһең дә, күптән инде һөйөүҙәре хаҡында аңлашҡандар ҙа, ул элек үк башланған һүҙен дауам итә. Һинең дә бәхетле булырға хаҡың бар. Булмаған урындан хазина эҙләп, тотош ғүмерҙе сарыф итергә мөмкин.

Ялынып, ялбарып әйтте һуңғы һүҙҙәрен.

– Ғүмер буйы йәшәгән кешеңде нисек ташлап китәһең, ти, Ғаяз? – тип сикһеҙ аптыраны Гәүһәр. – Ул бит минһеҙ, балаларһыҙ, япа-яңғыҙ ҡаласаҡ. Бөтөнләй бөләсәк бит ул, кешелектән сығасаҡ. Ә мин, шуны күрә тороп, бәхетле була алыр, тип уйлайһыңмы?

– Ниңә һуң һин уның өсөн яуаплылыҡты тотош үҙ өҫтөңә алғанһың? Ни өсөн ғүмерең буйы уны аяғыңа тағылған гер кеүек өҫтөрәп бараһың? Ул ярҙамһыҙ ғәрип бала, ә һин уның әсәһе түгелһең бит.

– Әйҙә, был һөйләшеүҙе булмаған тип иҫәпләйек. Беҙ дуҫтар ғына, Ғаяз, бары дуҫтар ғына. Һиңә үҙеңдең тормошоңдо яйға һалырға кәрәк, – тине Гәүһәр. Ҡырыҫ итеп әйтте лә ҡайтыу яғына боролдо.

Күңелендә ҡайнаған, күҙҙәрендә сағылған хистәрҙе Ғаяз абайлап ҡуймаһын, тип ҡурҡтымы, әллә уларҙы үҙенән дә йәшерергә, баҫтырыҡлап, томалап ҡуйырға, тонсоҡторорға теләнеме?

Йән яраһы аҙып китһә, тән яраһы булып ҡалҡа, тиҙәр. Ауырыуға дусар булды Гәүһәр. Сылтырап ағып ятҡан инештәр ҙә кибеп ҡала ҡай саҡ аяуһыҙ ҡоролоҡтан. Уның да икһеҙ-сикһеҙ тойолған күңел ҡеүәте бөтөнләй һайыҡҡайны. Шулай ҙа аҡтыҡ көсө менән булһа ла сат йәбеште ул йәшәүгә. Операция артынан операцияны зарланмай күтәрҙе. Туғандары, йән атып торған дуҫтары ла ярҙамдарынан ташламаны: врачтар ниндәй дарыу кәрәк тиһә, шуны табып алып килделәр. Сығымдарға, ҡиммәтлегенә ҡарап торманылар. Тик Нафиҡ ҡына: «Нишләп кешене ыҙалайһығыҙ? Бындай диагноз менән барыбер мандый алмай бит инде ул», – тип үлмәҫ борон уҡ ҡатынынан ваз кисте.

* * *

Сәләмәтләнә башлаған Гәүһәрҙе Ғаяз өйөнә ҡайтарманы. Тура үҙенә алып ҡайтты. Әсәләре оҙаҡлап больницала ятҡан арала, иҫерек атайҙан ялҡып бында килеп һыйынған ҡыҙҙары, Ғаяздың етемдәре – барыһы ла быға ҡыуанышты ғына.

Бәхеттән дә шифалыраҡ нәмә бар икән әҙәм балаһы өсөн?! Гәүһәр барыһын да ғәжәпләндереп аяғына баҫты. Үҙеңде яратҡан һәм хөрмәт иткән киң күңелле, көслө рухлы, мәрхәмәтле кешенең ҡуйынына һыйынып йоҡоға талыуҙың, төндәрен уянып, бәхетеңә һөйөнөүҙең, таңдарын наҙ тулы ҡараштың нурын тойоп күҙҙәреңде асыуҙың әйтеп биргеһеҙ ләззәтен тулыһынса татыны. Тик Нафиҡ ҡына тынғы бирмәне: иланы ла килде, ҡайҙа барһа ла юлына сығып йөҙәтте, уны һағалауҙы бер шөғөлөнә әйләндереп алды. Ғүмер буйы уны яратыуын тәҡрарлап анттар әйтте.

– Ни өсөн яратыуыңды шул тиклем йәшереп йәшәнең һуң? Саҡ ҡына һиҙҙерһәң дә, исмаһам, миңә еңелерәк булған булыр ине. Ниңә ошо үкенестәреңде саҡ ҡына иртәрәк белдермәнең, йәнемде ҡыйып, күҙ йәшенә мансып ғүмер иттерҙең? – тип һораны бер көндө Гәүһәр.

Йәл ине бөлөнгән, элекке дорфалығы ғына түгел, кешелек ғорурлығы ла юҡҡа сыҡҡан Нафиҡ. Йәл генә ине. Бер тапҡыр шишмә һыуын ауыҙ иткән зат һаҫыҡ һаҙ һыуына ынтылырмы ҡабат?!

Алты йыл, теп-теүәл алты йылға уның ғүмерен оҙайта алды Ғаяз үҙенең яратыуы менән. Әле бөгөн, ҡайғыһы сикһеҙ булһа ла, шул йыуанысы бар. Сирҙең һуңғы һөжүме үлемесле икәнен аңлағас, Гәүһәрҙең хәлһеҙ ҡулы менән Ғаяздың ҡулын һыйпап әйткәнен генә ғүмере буйы онота алмаҫ инде:

– Мин шул тиклем бәхетлемен, – тине бит ул. – Шул бәхетем өсөн һиңә сикһеҙ рәхмәтлемен. Аҡтыҡ көндәремдә ҡәҙерле булып йәшәүҙең тәмен татытҡаның өсөн рәхмәт. Тик шул рәхәтлектең бер үкенесе ҡала: ысын бәхетем нисәмә йылдар янымда ғына булған, ниңә шуны иртәрәк аңламағанмын икән?!

* * *

Әле килеп йәне киң йыһанда, тәне ҡара гүр ҡуйынында. Ә ҡәбер ҡаршыһында ике ир. Аҡ нурҙан туҡылған ошо яҡты донъяны ҡара һөрөм менән ағыулағаны бигерәк тә илай. Тормош үҙе шулай үкенеслеме, үлемме, әллә әҙәмдәрҙең үҙҙәреме сәбәп?

Гөлсирә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: