Бөтә яңылыҡтар

КИСЕРЕҮ

(Тормоштан алынған хикәйә)

КИСЕРЕҮ
КИСЕРЕҮ

Ғәтифә ҡарсыҡ, ҡыҙы Дамира менән кейәүе Хәлифте оҙатып, урамдан инде лә, карауатына бер тына ял итергә сүгәләне. Олоғая шул, нишләһен, көсө, хәл-ҡеүәте йылдан йыл китә бара. Шөкөр, ҡыҙҙары икеһе лә ҡартайған әсәйҙәрен онотмайҙар. Тыуған нигеҙҙәренә ҡайтып торалар. Йортон ҡараштырып, эшен эшләп китәләр.

Һуңғы арала кесе ҡыҙы Гәүһәр генә нишләптер һирәк ҡайтыштыра башланы. Ғәтифә ҡарсыҡ, кәкерәйгән бармаҡтарын бөгә-бөгә, тағын бер ҡат һананы. Элек ай һайын ҡайта торған ҡыҙын күрмәгәнгә лә алты ай үткән икән инде. Былай борсолорға урын юҡ та кеүек. Гәүһәр үҙенән ете йәшкә олораҡ апаһы Дамирала йәшәп ята. Мәктәптә балалар уҡыта. Ситтән тороп юғары уҡыу йортонда уҡытыусылыҡҡа укый.

Оло ҡыҙы менән дә ғорурлана Ғәтифә әбей. Дамираһы, юғары уҡыу йортон тамамлап, Башҡортостандың бер районында ире, һеңлеһе менән бер мәктәптә уҡытыусы булып эшләй. Мәктәп директоры Хәлифкә тормошҡа сығып, бик аҡыллы малай үҫтереп яталар. Һис кенә лә йән тыныслығын алырлыҡ сәбәп юҡ кеүек. Тик ниңәлер һуңғы көндәрҙә Ғәтифә ҡарсыҡ үҙенә урын таба алмай. Ни хәл был? Ҡартайыу ошомо икән?

Ғәтифә әбей ултырған еренән йыйылмаған өҫтәлгә күҙ һалды. Ярар, ҡулы ҡысып торһа ла, өлгөрөр әле һауыт-һабаһын йыуырға ла, өйөн йыйыштырырға ла. Ҡыҙы менән кейәүе юл алһындар әле әҙерәк. Юлға яңы сығып киткән балалары артынан ҡуҙғалып, иҙән һеперә башлауҙы хуп күрмәй Ғәтифә ҡарсыҡ.

Балалар тигәндән, кейәүе Хәлифте лә үҙ улы кеүек йылы ҡабул итте әбекәй. Уртаса ғына таҙа кәүҙәле, төплө аҡыллы Хәлиф беренсе күреүҙә үк үҙенә Хоҙай ир бала бирмәгән ҡарсыҡтың күңелен яуланы. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, мәктәп директоры дәрәжәһенә еткән. Кемдә бар әле бындай кейәү?

Шулайын шулай ҙа... Тик һуңғы арала Ғәтифә ҡарсыҡҡа ҡыҙы менән кейәүенең аралары һыуынған кеүек күренә. Әсәһе алдында үҙен бик ябай тотҡан асыҡ йөҙлө Дамираһы иренә бик күтәрелеп ҡарамаҫҡа тырыша кеүек. Нимә булған? Тауышланып, ғауғалашып та йәшәмәйҙәр кеүек... Ҡыҙынан был турала һорауы ҡыйын. Уларҙың тормошона ҡыҫылыу кеүек... Ярар, үҙ-үҙеңдең тыныслығыңды алып, әллә нимәләр килтермә башыңа. Юраған юш килә тиҙәр... Йәшәһендәр һәйбәт кенә.

Ҡарсыҡ, тынғыһыҙ уйҙарын ҡыуып, үҙен тынысландырырға тырышты. Ни тиһәң дә, йәш ғаилә яңы йәшәй башланы. Бер-берһенә яңы эйәләшеп киләләр. Әҙерәк әйткеләшеп алһалар ҙа бер ҙә ғәжәп түгел. Тормош бит ул... Гәүһәрен алып ҡайтмауҙары ғына... Уныһы инде ярты йыл күренмәй. Элек ай һайын “Әсәкәйем! һағындым!” тип йүгереп ҡайтып етә ине. Һуңғы ҡайтҡанда ғына оҡшаманы әсәһенә ҡыҙының кәйефе. Шаян күбәләктәй осоп йөрөгән ҡыҙының аҙымдары һүлпәнләнгән. Ҡарашы ла уйсан. Әсәһенең төпсөнөүенә Гәүһәре, әсәй, арыным, мәктәптә эш күп, тип кенә яуап бирҙе. “Баланы шул хәтлем егәһегеҙме?” тигән һорауына кейәүе, мәктәп директоры, яуап бирмәне.

Шулай, кесе ҡыҙын көтә-көтә, тағын өс-дүрт ай үтте. Ғәтифә ҡарсыҡ Гәүһәренә хәлен тасуирлап хат яҙҙы. Оҙаҡ ҡайтмағаны өсөн әҙерәк үпкәһен дә белдертте. Ҡыҙынан яуап килде килеүен. Тик әсәһенең күңеленә генә бик хуш килмәне Гәүһәренең яуабы. Әллә ни яҙмаған да кеүек. Шаҡмаҡ дәфтәр битенең яртыһына һыйған ҡыҫҡа ғына сәләм хаты: “Барыһы ла яҡшы, әсәй. Борсолма...”

Ҡыҙҙары әсәһен тынысландырған һайын, Ғәтифә ҡарсыҡтың тыныслығы китә барҙы. Нимәгә ҡайтмай ҡыҙы? Был ни хәл был? Әллә сирләп ятамы икән?

Йылға яҡын ваҡыт нисек түҙеп ятырға була ғәзиз балаңды күрмәй? Ғәтифә ҡарсыҡ уйлап-уйлап торҙо ла, яҙҙың йылы ғына бер көнөндә балалары йәшәгән районға сығып китте. Транспорт йөрөп тора. Автобустан автобусҡа күсә-күсә ултырып, кискә балалары йәшәгән ҙур ғына ауылға килеп тә төштө Ғәтифә әбей. Алдан әйтмәй-нитмәй килеп инеп балаларын аптыратырға ниәтләнгән ҡарсыҡ, ҡыҙы менән кейәүе йәшәгән йорт тупһаһын аша атлау менән үҙе әйтер һүҙ таба алмай, аптырап ҡалды...

Оло ҡыҙы Дамира, быуылып илаған сабый баланы ҡулында тибрәтә-тибрәтә, бүлмә уртаһында йөрөп ята ине... Көтмәгәндә килеп ингән әсәһен күреп, Дамира юғалып ҡалды. Ғәйепле кешеләй, ҡарашын бер әсәһенә, бер ҡулындағы балаға күсереп, бер тын һүҙһеҙ торҙо ла, ишек янында үтергәме-юҡмы тип икеләнеп торған әсәһе янына килде.

– Әсәй? Һин? Нисек килергә булдың? Нишләп килеүең хаҡында хәбәр итмәнең?

Бер нимә лә аңламаған ҡарсыҡ шулай ҙа телгә килде:

– Килеүемде әйтмәһәм дә, инергә ярайҙыр бит?

Дамира, һушына килеп, ҡулындағы баланы карауатына һалды ла, әсәһен үтергә саҡырҙы. Ғәтифә әбей, сисенеп, әлбиттә, башта бәләкәй генә бала ятҡан карауат янына уҙҙы. Буш имсәк имеп ятҡан йәнле төйөнсөккә бер тын һүҙһеҙ генә ҡарап торҙо ла, үрелеп һаҡ ҡына ҡулына алды. Әсәһенән береһенән-береһе ауыр һорауҙар көткән Дамира, телһеҙ ҡалып, ҡарсыҡты күҙәтте. Тик ике яңағынан йәш аҡҡан ҡарсыҡ бик оҙаҡ бер нимә лә өндәшмәне. Башын әкрен генә һелкеп, сабыйҙың битенә ҡарап торҙо ла, урынына һалды.

– Бына нимәләр ҡыланып ятаһығыҙ икән бында... – Унан ҡыҙына боролдо ла, – Бала Гәүһәрҙекеме? – тип һораны.

Дамира, ниндәйҙер ярамаған эштә тотолған кешеләй, әсәһенә ҡарашын күтәрергә баҙманы:

– Эйе...

– Уйлаған инем дә ул... Төрөһөн уйлаған инем... Бик оҙаҡ ҡатманы шул ауылға... Тик былай булыр тип һис кенә лә уйламаған инем... – үҙ алдына әсенеп һөйләнде Ғәтифә ҡарсыҡ. – ... Оҡшаған ҡыҙы бәләкәй сағына, ҡойоп ҡуйған Гәүһәр...

Ҡарсыҡ тағын бер нисә тапҡыр ҡыҙсыҡ ятҡан карауат янына барып ураны. Йәнен ҡайыҙлаған, зиһенен айҡаған һорауларға геүелдәп ятҡан баланан яуап көткән кеүек, оҙаҡ-оҙаҡ текәлеп ҡарап торҙо. Әллә ниҙәр ине уның күңелендә... Бына ҡайҙа икән айҙар буйына бәғерен телгән тынысһыҙлыҡтың сәбәбе... Кесе ҡыҙы ирһеҙ бала тапкан... Ир балаға керпек күтәреп ҡарарға ла оялған аҡыллы, тәртипле Гәүһәре... Ҡайҙа абындың, балам? Кем алданы һине? Нимәгә быны минән йәшерергә булдығыҙ?..

Ғәтифә ҡарсыҡ иңдәре бөгөлгән ҡыҙына боролдо:

– Гәүһәр үҙе ҡайҙа?

Күҙҙәрендә әллә ниҙәр сағылған Дамира тиҙ генә яуап бирмәне. Бүлмәләге тынлыҡ, күтәрә алмаҫлыҡ булғас ҡына тауышына ингән ҡорос сыңы менән яуап бирҙе:

– Ул башҡа ауылда йәшәй. Гәүһәр башҡаса бында йәшәй алмай. Бала Хәлифтән, – тип күҙҙәрен ҡапланы.

Алтмыштан уҙған ҡарсыҡ өсөн бөгөн күргән-ишеткәндәр башҡа һыймаҫлыҡ, аҡылы-зиһене ҡабул итмәҫлек ҡатмарлы ла, аңлашылмаҫлыҡ ауыр ҙа, оятта ла ине...

Һуң ғына эштән ҡайткан кейәүе менән Ғәтифә ҡарсыҡ ҡул биреп күрешмәне. Күңеленә йыйылған бар нәфрәтте йыйып, башын эйеп ултырған кейәүен һүкте:

– Ҡайҙа һиндә әхлаҡ тигән нимә? Нисек балалар уҡытаһың һин был йөҙөң менән?

Ҡала алмай ине ул был йортта бындай хәлдәрҙән һуң. Иртә таңдан тороп, Гәүһәр йәшәгән ауылдың адресын белде лә, кесе ҡыҙы янына юл тотто.

Ул ауылға барып ингәндә Гәүһәр мәктәптә ине. Әбекәй фатир хужаһының бер генә сынаяк сәйен эсте лә, түҙемлеген юйып, мәктәп яғына атланы. Уға тиҙерәк балаһын күрергә, аңларға кәрәк ине. Ни булды уға? Нисек был хәлгә осраны уның ҡыҙы?..

Мәктәп тауынан төшөп килгән Гәүһәрен таныманы әсәһе. Элекке сибәрлеген юғалтмаһа ла, ябыҡҡан, йонсоған, иңдәре эйелгән, аҙымдары һүлпәнләнгән ҡыҙ әсәһе ҡаршыһына һүҙһеҙ генә килеп туктаны. Икенсе ваҡыт әсәһен ҡосоп алған Гәүһәр, күрешеү шатлығын да тойманы, ахыры. Йәш тамсыһы эленгән күҙҙәрен күтәреп әсәһенә бер генә ҡараны ла, ҡарашын билдәһеҙ бер нөктәгә күсерҙе. Ғәтифә ҡарсыҡ өҙгөләнеп:

– Балам, һин үҙ еҙнәңдән бала тапҡанһың. Нисек аңларға быны?

Гәүһәр ауыр көрһөндө лә әсәһенә ҡарамайынса ғына:

– Кисер мине, әсәй, булдыра алһаң... – тип әкрен генә алға атланы.

– Апайың кисерһен һине... Мин нимә... – әсәһенең һүҙҙәрен ишеттеме икән Гәүһәр.

– Көсләнеме ул һине? Әйт, – ҡат-ҡат һораны әсәһе.

– Юҡ шул, әсәй...

Ҡыҙының һүҙҙәренә әсәһе ышана алманы... Шул көндө үк ҡарсыҡ өйөнә ҡайтып китте.

Бу ваҡиғанан һуң ҡарсыҡтан донъя ҡайғыһы китте. Уның мейеһен ҡыҙған ҡаҙаҡ менән тырнағандай балалары тураһындағы уйҙар ғына бырауланы. Төн йоҡолары ҡасты. Гәүһәрем, саф күңелле ҡыҙым, нисек яңлыштың һин былай? Үҙ апайыңдың бәхетенә ҡул һуҙҙың... Нисек йәшәрһең һин донъяла? Әсәйең дә кисерер һине... Кисермәй ҡалмаҫ бәғер киҫәген. Апайың да, бәлки, бер ваҡыт кисерер. Үҙеңде үҙең нисек кисерерһең икән һин? Раббым нисек кисерер һине?! Кеше ғибрәт алырлыҡ итеп үҫтерҙемме мин һине? Донъяла булмаған хәл... Нисек күренергә халыҡ күҙенә?! Балалары ҡылған һәр ҡырын эш өсөн иң беренсе үҙен яуаплы һәм ғәйепле һанаған әсә намыҫына тынғы тапманы.

Шулай да, әсә кешенең йөрәге иң өҙөлгәне оло ҡыҙы Дамира ине. Ни өсөн һиңә бындай һынауҙар бирә, балам?! Үҙеңә ышанғандай ышанған иреңдең, бер ҡарындан тыуған һеңлеңдең хыянаты аша йән ингән баланы ҡулыңа алырға нисек көсөң етә? Нисек йәшәрһең ирең менән? Бәхеткәйҙәрең сатнаны шул, балам! Балаҡайым... Түҙемлек бирһен һиңә, балам... Башҡа кешегә бирмәгән сабырлыҡ бирһен...

Бер нисә айҙан Гәүһәр балаһын Дамиранан үҙенә алып китһә лә, ул, ауылға ҡайтып, әсәһенең күҙенә күренергә оялды. Бер аҙ ваҡыттан һуң, ул, үҙ тиңен осратып, тормошҡа сыҡты. Был хәлдәрҙән һуң Дамира ла әсәһенә һирәк ҡайта башланы. Ғәтифә ҡарсыҡ, ҡыҙының күңел яраларын яңыртмаҫ өсөн, йөрәгендәген асмаҫҡа тырышты.

Бер ҡайтыуында Дамира әсәһенә ҡара бөҙрә сәсле, тулы, матур дүрт йәшлек ҡыҙсыҡты эйәртеп ҡайтып инде. Бәләкәй Гәүһәр, тигеҙ тештәрен күрһәтеп, өләсәһенә ҡарап һөйкөмлө йылмайғас, ҡарсыҡ уны ҡулына алмай булдыра алманы. Ҡыҙый өләсәһен бераҙ ятһынып торҙо ла:

– Мин Дилиә булам. Ә һин кем? – тип һораны.

Дамира тиҙерәк төҙәтергә ашыҡты:

– Дилиә түгел, Зилиә. Ә был һине һағынып көткән өләсәйең була.

Ғәтифә ҡарсыҡ ике генә һүҙ әйтә алды: “Бәләкәй Гәүһәр...”

Көҙгө алдында өләсәһенең биҙәкле яулығын үҙенә матурлап бәйләп маташҡан тиктормаҫ ҡыҙсыҡҡа ҡарап, әсәле-ҡыҙлы көрһөнөп ҡуйҙылар. Йылдар буйына йәненә йыйылған эренле шеше тишелде Дамираның ошо минутта. Әсәһенең иңенә башын ҡуйып тын ғына һөйләне лә һөйләне:

– Әсәй, беләһеңме, миңә нисек ауыр булды был ҡыҙ тыуғас. Иң яҡын кешеләрем хыянат иттеләр. Башта йәшәгем килмәне. Унан Хәлифтән айырылырға теләнем. Аяғыма йығылып кисереүемде һораны. Гәүһәр ғәйепле түгел, үҙем ғәйепле, тине. Нисек ауыр булһа ла, мин кисерҙем иремде. Улыбыҙ хаҡына кисерҙем. Гәүһәрҙе лә кисерҙем. Башҡаса мөмкин түгел, әсәй, беләһеңме?.. Мин был баланы ҡабул итә алмаһам, аҡылдан яҙыр инем бер ваҡыт. Нәфрәтемде йота алдым... Кем генә яңлышмай ҙа, кем генә абынмай был донъяла? Һин үҙең мине киң күңелле итеп үҫтерергә тырыштың...

Күҙҙәрен бүлмә буйлап сабып йөрөгән Зилиәнән айырмайынса, өҫтәне: “Әсәй, кисер һин дә Гәүһәрҙе. Һин кисермәһәң нисек йәшәр ул? Ошо бала хаҡына... Үҙеңә еңелерәк булыр, әсәй...”

Күҙҙәренә йәш төйөлгән ҡарсыҡ ҡыҙын күкрәгенә ҡыҫыуҙан башҡа бер нимә лә әйтә алманы...

Физәлия Дәүләтгәрәева.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: