Бөтә яңылыҡтар

Ҡалды уттары ғына...

Хәҙер, шул, ун икегә саҡлы ғына янған электр утын, ялтыр электр үтеген, трактор двигателе ҡуйылған электростанцияны, үҙ көстәре менән ут ҡабыҙыусы колхозсы ауылдаштарымды, айырып әйткәндә, электрик Ғабдулланы, юҡһынам, һағынам, сөнки аныҡ беләм, өйҙәрҙә генә түгел, кеше күңелендә сыра тоҡан-дырыу, оҙаҡ ваҡытҡа ут ҡалдырыу еңел эш түгел! 

Ҡалды уттары ғына...
Ҡалды уттары ғына...

Оҙон-оҙаҡ йылдар ағышында түрендә бары етеле шәмен генә йызлатҡан төпкөлдәге Һабыр ауылында көтмәгәндә-уйламағанда электр уты ҡабыҙырға булып киттеләр бер заман. Ильич лампаһы Рәсәйҙә беренсе тапҡыр Мәскәү янындағы Кашино ауылында 1920 йылдың ноябрендә балҡыһа, уның сихри нурҙары алыҫтағы башҡорт ауылына теүәл 40 йыл үткәс кенә килеп етте. Етеүен етте, әммә уны башынан алып аҙағынаса башҡарып сығыу еңелдән түгел икән. Үтә лә мөһим эш шунан башланды, иң тәүҙә урамдар буйлатып ҡул менән ҡаҙып ҡарағай бағаналар ултыртып сыҡтылар. Был мәшәҡәт тә дөйөм хеҙмәт менән башҡарылды - һәр кем тапҡырына киң дә, тәрән дә соҡорҙо үҙе ҡаҙа. Беҙҙең өй үрге ос, ташлы битләүҙә урынлашҡанлыҡтан, тыш та быш килеп, ҡара тиргә батып, устарымды көрәк, лом менән ике аҙна буйы ҡабартып, ниһайәт, мәшәҡәтемдең осо-башына сыҡтым. Цемент төплө бағаналар инмәле лә сыҡмалы итеп теҙеп ултыртылып бөткәс, ра-йон үҙәгенән тракторҙарға тейәп ҙур ағас ҡуласаларға уралған аллюминий сым килтерҙеләр, уны ла ауыл ир-аты Репиндың билдәле “Бурлаки на Волге” картинаһында йылғанан арҡандар менән карапты тартҡан крәҫтиәндәр һымаҡ көсәнеп һөйрәп ауыл буйлатып һуҙҙы, тегене юғарыға ҡалҡытып, ҡалын фарфор стакандарға беркетеүгә лә апаруҡ ваҡыт китте. Шунан шул тимер ептәрҙе һәр өйҙөң стенаһына тоташтырып, изоляцияланған нәҙектәрен эс яҡҡа индереп, тимер ырғаҡҡа эленгән быялалы шәмгә йәнәшәләтеп-сосаландырылған патронлы осона лампочка борҙолар. Шәм һәм лампочка - үткән бөләңгерт ваҡытты илаһи нур һәм наҙлы йылылыҡ менән алыштырыусы символик билдә булған икән ул саҡта. Ары, бер нисә йылдан, йорттарыбыҙға ҡаралы-аҡлы, экранының ҙурлығы ҡуш устан ары китмәгән телевизор инәсәк, ваҡыт үтеү менән ул төҫлөгә алыштырыласаҡ, шунан мәғлүмәттәр сығанағы интернет, һуңғы сиктә электр ярҙамында эшләүсе башҡа приборҙар.

       Яңы быуатта электрһыҙ йәшәүҙе күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ, ул саҡҡа ғына һү-неп торһа ла Ер шары түңкәрелгәндәй, тормошобоҙҙоң бер яҡ сите йәнселгәндәй баҙап, юғалып ҡалабыҙ, ни ҡылырға, ҡайһылайтырға, тип баш ватабыҙ. Ә бит беҙгә саҡлы ла, беҙ ҙә унһыҙ йәшәнек, һин дә мин йәшәнек, ҡараңғы төшһә сыра ҡабыҙҙыҡ, өшөһәк, асыҡһаҡ, еүешләнһәк ауыл мейесе бешерҙе, йылытты, киптерҙе. Мейес, тигәндәй, кемгә нисектер, ә минең өсөн усаҡтағы баҙырап янған ҡуҙға текәлеп матур уйҙарға бирелеп ултыр-ыу үҙе бер яратҡан шөғөл ине, йәнәһе лә, алдыңда ятҡан ут хыялдарыңды, теләгеңде тор-мошҡа ашыра инде. Хәҙер, шул йылылыҡ һәм яҡтылыҡ сығанағы булған мейесемдән яҙғас, киләсәккә йүнәлгән өмөттө алһыуланып күренгән алһыу офоҡтан эҙләйем...

        Һәм ошо ерҙә шуны өҫтәп әйтергә кәрәк, ул саҡ күпкә бәхетлерәк көн иткәнбеҙ икән, күңелебеҙ ҙә тыныс, һәр саҡ урынында булған, сөнки замана ығы-зығылары, ваҡлыҡтары, бысраҡлыҡтары беҙгә ҡағылмай урап үткән, һәүетемсә, әҙәмсә генә үҙ көнөбөҙҙө үҙебеҙ күргәнбеҙ, бары үҙ көсөбөҙгә, үҙ дөрөҫлөгөбөҙгә ышанғанбыҙ, инанғанбыҙ, уратабыҙҙағы тере тәбиғәт менән килешкәнбеҙ, берегеп тереклек иткәнбеҙ. 

        Был йоҙроҡтан бәләкәйерәк лампочка тигән нәмәгә ышаныс юҡ ине әле әлегә, нисек инде ошоғаса ҡулланған, көнитмешебеҙҙең иң кәрәкле нәмәһенә әүерелгән, танһыҡ еҫ аңҡытҡан шәмде ҡыйлыҡҡа сығар ҙа быраҡтыр?! Булмаҫтай, әҙәм ышанмаҫтай ғәмәл! Мәгәр, һәр нимәгә өмөт менән, яҡшыға юрап ҡараусы һынсыл әсәйем район үҙәгенән саф көмөштәй ялтыр, һөйәк тотҡалы электр үтеген алып ҡайтып розетка ҡуйылған тапҡырға ултыртып уҡ ҡуйҙы. Был мәлдә ҡара суйындан ҡойолған ҡуҙ үтеге менән күлдәген үтекләп аҙапланып киске уйынға йыйынған өлкән апайым, нимәгә кәрәк был нәмә, тигәндәй, ят әйбергә шикле һирпелеп ҡуйыу менән генә сикләнде.

      Бының менән генә бөтмәне әле, колхозсылар ҡырҙа буратҡан уҫаҡ бураны тиҙ арала алып ҡайтып, он, көрпә кәрәккәндә таш ҡуласаһын тәгәрмәсле трактор әйләндергән тирмән бинаһына ҡушарлатып күтәрҙеләр ҙә, тәҙрәләр уйып, ишек ҡуйып, башын ташландыҡ келәттән алынған иҫке шифер менән япҡандан аҙаҡ, уның эсенә трактор двигателе индереп ултыртып электростанция, тигән хәтәр атамалы йорт төҙөп ҡуйҙылар. Ошондайыраҡ һәр яңылыҡҡа хәбәрҙар, һәр барыр тарафҡа өлгөр, этйығыш ауыл малайҙары өсөн иҫ китмәле, шаҡ ҡатырмалы күренеш ине был, бура күтәреүҙән башлап башҡа шундайыраҡ әҙерлек эштәре тамамланғансы төҙөлөш барған ерҙә иртә таңдан алып ҡара кискә саҡлы мәш килдек.

    Бер көн, малдар ҡураға ябылып, киске тәғәм ейелгәндән һуң көллө халыҡты клубҡа, сх-одҡа йыйҙылар. Көллөләрҙең хисабына беҙ ҙә ингәнлектән, Ҡытай сиреүеләй ыбыр-сыбыр малайҙар-ҡыҙҙар иң алға, тәғәйен ергә үтеп, сәхнә алдындағы иҙәнгә бишмәттәребеҙҙе йәйеп түшәп, ҡырма кәпәстәребеҙҙе, төрлө биҙәкле дүрткел яулыҡтарыбыҙҙы ҡулдарыб-ыҙға йомарлап урын алдыҡ. Тәртип, әҙәп ҡағиҙәләрен күптән беләбеҙ, үҙләштергәнбеҙ: йәмәғәт урынына килгәнһең икән, ерле-юҡта шауларға, ҡорсаңғылы мал ише урынлы-урынһыҙға ышҡаңларға, боршаңларға, хатта тымаулы танауыңды ла башҡаларға ишеттереп мыршылдатып тартырға, кеҫәңдәге ҡурмасты сығарып шатыр ҙа шотор сәйнәргә ярамай, оса урыны тапмай ултырып сыҙамайһың икән, клуб мөдире Әнүәр ағай тарафынан елкәңдән эләктерелеп, әпәй шүрлегеңә кирза итек менән алып, клубтың бейек күтәрмәһенән аҫ яҡҡа мәтәлеүеңде көт тә тор!

     Сходты орденлы һуғыш ветераны, әлеге мәлдә ауыл башлығы, йәғни силсәүит булып эшләгән Таһир олатай алып барып, һүҙҙе колхоз рәйесе Ғәлимйән ағайға бирҙе. Тегеһе бүкәндәй тыңҡыш кәүҙәһен ауыр ҡуҙғатып, дәү ҡорһағың ҡурсығандай, һаҡлағандай ике ҡулы менән хәстәрлекле ҡармап йоҡа таҡтанан әтмәләнгән трибуна артына сығып баҫты ла, кеҫәһенән яулыҡтан ҙур ҡулъяулыҡ килтереп сығарып тумжыҡ танауын ушҡыртып һеңгергәндән һуң, бер юлы колхозсыларҙы йыйғанда тип, һыу буйылай оҙон-оҙаҡ отчет яһарға тотоноп китте, һәр тармаҡҡа айырым-асыҡ туҡталды, етештереү өлкәһендәге уңыштарҙы, етешһеҙлектәрҙе билдәләне, колхоз ҡаҙнаһына ингән килемдәрҙе, хужалыҡта тотонолған сығымдарҙы теүәлләп уҙыуҙы ла кәрәк тапты.

            - Ағай-эне! - Ул ташбыҡ күҙҙәрен ҡыҫа төшөп, ҡарашын ҡырыҫландырып алда ул-тырыусыларға төбәлде. - Кигән килемдәр беҙҙеке буһа ла, сығымдар ҙа яттыҡы түгел, шу-ға кәнкритне, күҙҙәрегеҙгә тура, хәйләһеҙ ҡарап, прәме әйтергә кәрәк, уҙған йыл төрлө үтә лә кәрәкле хужалыҡ эштәренә инселәп егерме һарыҡ һуйып ташлағанбыҙ икән, хәйерһеҙ, шуларҙы ҡалайтабыҙ?

     Алғы ултырғысты биләгән баш бухалтер Дәүләтбай ағай шул һүҙҙәрҙе генә көтөп ул-тырғандай урынлы тәҡдимен дә ҡыҫтырҙы:

            -  Списать!

            -  Шулай итеп, списать, тигән аҡыллы тәҡдим индерелде. Кем дә кем ошо тәҡдимде раҫларға, тигән иптәштәр ҡулдарын күтәрә.

       Йыйылыусылар билдәһеҙлеккә китеп юғалған, ғәйеп булған бер өйөр һарыҡты ғәмәлдән сығарып ҡулдарын күтәрҙе.

           - Дәүләтбай Хәкимйәныч, оҙаҡҡа һуҙмай, иртәгә үк, йыйылыш ҡарарын рәсмиләштереп, бухгалтерский отчетҡа тегеп ҡуй, көтмәгәндә-уйламағанда ревизия-фәлән килеп төшһә арт һынды томаларлыҡ буһын!

          - Ништәп иртәгә үк, тиһегеҙ, хәҙер ҡайтам да ултырам, беҙҙең эштә иҫәп хисапты ярата!

      Арт яҡтан ҡыйыуһыҙ ғына тауыш ишетелеп ҡалғандай итте:

            - Тиреләрен загаткантурала эштәгән Әхмәҙуллаға тапшырырға кәрәк!

            - Тапшырһаң да унан ус яларлыҡ аҡса алырбыҙ, тип өмөтләнәһегеҙме, әпкилгәнеңдең ниндәй булыуына ҡарамай, голяк, тип йөнө ҡырҡылған тире хаҡы менән үткәрә бит ул һаран, шуға ла Гәләк ҡушаматын йөрөтә, - тине береһе.

            - Нисек инде дауны, биш былтыр элек ашалған, һөйәктәре мөнйөлгән һарыҡтарҙың тиреләрен тапшырмаҡ кәрәк? - тип шик белдерҙе икенсеһе.

            - Тапшырырға буғас гәләк буһа ла тапшырырға, калхуз милкен уңға-һулға туҙҙырырға беҙҙә Әндрәй ҡаҙнаһы юҡ! - Быларҙы һүҙгә бөткән, алдына кеше сығарып өйрәнмәгән Мәғүҙә апай сатнатып әйтте.

            - Сығымдар мының менән генә бөтмәне әле. Төрлө өмәләр үткәреүгә тип ылғый бал әсеттек, быға ла байтаҡ ҡына шәкәр ҙә китте. Һәҙиә апай, күпме? - Рәйес ҡарашы ме-нән залдан кәрәкле кешеһен эҙләне.

      Тегеһе ҡабаланмай, абруйлы ҡалҡып яуабын да бирҙе:

            - Артыҡ та түгел, кәм дә түгел, теүәл бер тоҡ!

            - Нисек инде, ҡорлашбикә, һуңғы арала балың килеп тороп ҡырҡыу, артаған була, тыңырайтып эсте ташыра, күптерә, өҫтәүенә башҡа ла сыҡмай, йөрөйһөң аптыранып, эсеңде ҡосаҡлап һеңгәҙәп! - тине Сабир.

            - Ул бирән ҡорһағың күпкәс ни, эсмә, һине кем көсләй!

            - Алдыңа кигән ризыҡтан оло булып бумай ҙа.

- Аны ғына белгәс алдыңа килгәненә мөрхәтһен дә, ныҡ итеп артыңды ҡыҫ, ашаған белмәй, тураған белә!

            - Дөрөҫ әйттең, мискәгә шәкәр урынына шәкәр сөгөлдөрө турап һалаһыңдыр, шай.

            - Ир башың менән бисәкәйләнмә, кейәү, йәме? Вридное праизводствола эшләйем бит, шуны ла иҫәпкә алығыҙ. Һеҙгә бал әсетәм, тип арып та кителде, сәләмәтлегем дә ҡаҡшап тора, бик тә улай ек күремсе итәһегеҙ икән, бөгөн үк эшемдән китәм, үәт, минең ише күндәмде көндөҙ шәм яғып йөрөп эҙләп тә таба алмаҫһығыҙ!

            - Апай, ҡуй, улайтып янма әле, китһәң тере ҡул ҡалабыҙ ҙа баһа, һинһеҙ ҡалайта-быҙ! - Эсеүгә хирес, шул арҡала гел генә һуҡмыш йөрөгән Фәтхулла алыштырғыһыҙ бал ҡойоу оҫтаһын тынысландырырға тырышты.

            - Бик беләһегеҙ килһә ярты тоҡ шәкәр илектрастансы төҙөүгә китте! Мин һапата, һеҙ яҡтыла утырһын тип көнө-төнө тырышҡан булам тағы, ит изгелек, көт яуызлыҡ шу була инде!

            - Ярай, апай, тырыш хеҙмәтеңде күреп-белеп йөрөйбөҙ, кәрәк ерҙә лайыҡлы баһаларбыҙ ҙа! - Бәхәскә тартып барған кәсекләшеүгә нөктә ҡуйған рәйес ары дауам итте. – Шулай итеп, эштәрҙе берәмләп теүәлләй торғас, төп һөйләшеү темаһына килеп тә төр-төлдөк – электрастансы! Был колхоз кимәлендә бер тапҡыр ғына була торған ғәйәт ҙур ва-ҡиға! Шулай түгелме, иптәш партург!?

     Дәүләтбай ағай эргәһенә һаҡҡан парторг Салихйән ағай ҡорт саҡҡандағылай ырғып торҙо:

- Бик тә дөрөҫ баһа бирҙегеҙ, Ғалимйән Заһитыч, бөйөк Ленин һүҙҙәре менән әйткәндә – архиважное дело был!

- Шу, архиважный диланың осона сыҡтың тырыша торғас. Был өлкәлә һәр кем ҡулынан кигәнсе ярҙам итте, хәләл тирен түкте, көс һалды, эрәхмәт барығыҙға ла. Электра-стансының түбәһен ябыуға, ишек-тәҙрәһен ҡуйҙырыуға иҫәпләй китһәң әллә күпме аҡса китте. Күпме әле шу, Дәүләтбай?

- Ике мең ике йөҙ илле һум да егерме бер тин!

- Егерме бер тинде нимәгә тотондоғоҙ тағы? – Теге, башта ишетелгән ҡыйыуһыҙ та-уыш быныһын да асыҡларға маташты.

- Электростанцияның тәҙрәләренән үтәнән-үтә ел өрмәй бит инде, замаскы һатып алдыҡ!

Бухгалтерының теүәл эшләүенән үтә ҡәнәғәт ҡалған рәйес ҡыйыу рәүештә ары теҙҙе:

 - Стансыға биш тракторҙың береһенең двигателен ысҡындырып ҡуйҙыҡ, так што яҙғы сәсеү кампанияһы ошо сәбәпле бер ни тиклем тотҡарланасаҡ та әле, ни хәл итмәк, кәрәк, тирәкте йыҡтыра! Ут тоҡандырыу тантанаһын ҡасанға билдәләйбеҙ?

            - Ҡасанға буһын инде, үктәбер байрамына! Ревәлүциә көнөнә! - Береһе икенсеһен уҙҙырып шау-гөр килде халыҡ.

            - Килешәм һеҙҙең менән, шуға тауышҡа ҡуйып тормайым! Ҡунаҡҡа райундан хужаларҙы саҡырып, калхуз рәйестәрен йыйып, ҡыу-ғәләмәт килтереп шауларға кәрәк, шутка ли, беренсе тапҡыр беҙҙә электр уты ҡабына! Ҡоро ҡашыҡ ауыҙ йырта, башҡалар ал-дында ҡойто күренге лә кимәй, һыйҙы мул итеп, балыуандан ҡуйырға кәрәк, бының өсөн өс һарыҡты һуйырға тура килер, алға ҡуйырға ла, күстәнәскә өләшергә лә кәрәк бит! – Бухгалтерға талапсан ҡараны. - Тиреләрен Әхмәҙуллаға тапшыр, сөнки иҫәпһеҙҙең генә ҡуйы теүәл у, димакратия буғас халыҡ бит дебет-кредитты кәнкритне талап итеп өйрән-гән!

    Тегеһе күндәм баш һелкте.

    Рәйес тағы ла Һәҙиәгә ҡараны:

            - Апай, һин дә не падвади!

            - Атаҡ, ни падвади, тисе, ажғырып торған бал әсетәм, тиһәң, бер тоҡ шәкәр китә, шунан да кәм түгел! Тағы, ашың аш буһын тиһәң, ҡайнатылған һыу ҡойолған, шәкәр болғанған мискәгә ҡомалаҡтың япрағын, һабағын түгел, кипкән шау сәскәһен генә һалыу фарыз!

            - Емеше ҡунаҡтарға, ә һабағы, тоҡты ҡаҡҡандан ҡалғаны кемгә? – тип ҡыҙыҡһынды кемдер.

            - Бәй, кемгә тип... - Һәҙиә юғалыңҡырап ҡалды, - ас ҡорһаҡтары барына сыҙаған, күнгән Сабир менән Фәтхуллаға инде!

       Колхозсылар ихлас көлөп ебәрҙеләр.

            - Ошонда тағы ла бер мәсьәләне хәл итеп үтергә кәрәк. Электр утын тәүлек әйләнәһенә яғыу мөмкин бумаған эш, бер яҡтан бы мәшәҡәт һиҙелдереп кеҫәгә һуғасаҡ, ик-енсенән туҡтауһыҙ эшләгән двигатель оҙаҡҡа сыҙамай боҙолоуы ихтимал. Шулай буғас нисәнән нисәгә саҡлы тоҡандырабыҙ свитты?

     Биниһая ваҡыт талаша-тартыша торғас киске алтынан төнгө ун икегә саҡлы, тип хәл иттеләр.

            - Мының менән генә бөтмәне әле, электрик итеп кемде тәғәйенләйбеҙ, йәмәғәт?! Эш былайыраҡ тора, теге туналған тракторҙы йөрөткән Ғабдулла эшһеҙ ҡала бит инде, әллә шуның кандидатураһында туҡтала ла ҡуяйыҡмы? Правлениела ла бы хаҡта һөйләшеү булып алғайны. Октябрь байрамына саҡлы ике ай самаһы ваҡыт бар, Ғабдулланы Юлдыбайға ике айлыҡ электриктар курсына ебәрһәк, әҙер, гатауай белгес ҡайтты, тигән һүҙ! Йә, нисек уйлайһығыҙ, ағай-эне?

            - Сит-ятты эҙләп йөрөйбөҙмө тағы, үҙебеҙҙеке!

            - Бара!

            - Түлке түрә буғас сабатаһын түргә элмәһен берүк, мына шу!

    Электрик эшен күҙ менән ҡаш араһында түрәлеккә олғаштырып та ташланылар.

            - Быныһын инде тауышҡа ҡуймай бумай, сөнки электрик һәр өй өсөн, һәр кеше өсөн, барыбыҙҙың именлеге өсөн шәхсән яуаплы! Кем дә кем?..

     Ҡулдар тағы ла юғарыға сөйөлдөләр.

            - Ғабдулла ҡусты, ҡотлайым! - Рәйес беренсе булып ҡул сабып ебәрҙе, уға ҡалған-дар ҡушылды. - Хәҙер, ҡалҡып мирға күрен әле!

     Эштең бына ошолай тамамланырын алдан күҙаллап, йәш кейәү менән ултыраҡ килен ише матур кейемдәрен кейеп килгән Ғабдулла менән уның ҡатыны Кәримә бер төптән ҡалҡтылар.

            - Бында Кәримә нимәгә? У кем булып эшләйәсәк? - Һәр нимәнең төбөнә төшөп өйрәнгән Латиф ҡарт һүҙ ҡатты.

            - Ир баш, ҡатын муйын, муйын һәр саҡ башты теләгән яғына бора, шуны онотма, ҡайнаға! - Ошоғаса ауыҙына йөҙөк йәшереп ултырған Фариза сәсрәп сыҡты. - Мына һин бисәң Хәкимәнән үтеп ни башҡарғаның, ни ҡылғаның бар, ужым быҙауы ише ауыҙына ғына ҡарап тораһың бит!

     Ярты төн ауғансы барған ауыл сходы, колхоз йыйылышы тамамланғансы, клуб эсе күҙ асҡыһыҙ тәмәке төтөнөнә күмелде, өс урынға эленгән шәмдән сыҡҡан ҡырҡыу кәрәсин еҫенә батты.

     Ғабдулла курсҡа барғандырмылыр-юҡмылыр, уныһы беҙҙең өсөн ҡараңғы ҡалды, әммә ул ике ай барышында һәр өйҙәге электр сымдарының төҙөклөгөн тикшереп, әйенселәп акт төҙөп, байрам итеп йөрөнө.

     Октябрь байрамы килеп етте, ауылыбыҙға ниндәйерәк дәрәжәле ҡунаҡтар йыйылғандыр, уныһы күптәр өсөн кәрәк тә, мөһим дә түгел ине, халыҡты бер генә уй борсоно, ут тоҡанырмы-юҡмы? Беҙҙә генә түгел, һиҙемләүебеҙсә һәр өйгә байрам табыны ҡуйылды шикелле, һәр кемдең ҡарашы теге, электр лампочкаһында икәнлеге һүҙһеҙ ҙә аңлашыла. Бына эңер ҡараңғылығы япҡан, мейес артында сиңерткә соролдаған өйөбөҙ ҡапыл гөлт, итеп ҡалмаһынмы!

     Ҡырҡыу еҫле сыраға өйрәнгән, бындай яҡтылыҡты һис ҡасан күрмәгән сиңерткә йәшен атҡандай телдән ҡалды.

            - Урра! - Ҡыуанысымдан урындыҡта тәкмәс атырға тотондом.

            - Ҡара сәле, яп-яҡты бит, ҡулыңдағы энә яңылыштан төшөп киткән хәлдә лә ауыр-лыҡһыҙ табырлыҡ! - Әсәйем ҡулдарын сәпәкәйләп ебәреп хуш ҡылғандағылай ҡыуанысынан йөҙөн ҡушуслап һыпырҙы. - Бар ҡыҙым, - кесе апайыма өндәште, - сығып ҡара әле, ҡалған өйҙәрҙә нисек икән?

      Сығып әйләнгән апайымдың ҡыуанысының сиге юҡ:

            - Тотош ауыл ҙур ҡалалай балҡып тора, әсәй!

            - Бына мөғжизә, ошо көндәрҙе лә күрәһебеҙ бар икән? Хәҙер үтекте тоҡандырып ҡарайым әле!

            - Әсәй, дауай, мин! - Ырғып сыҡтым.

            - Юҡ, балам, был бик ҡиммәтле әйбер, йә боҙоп-нитеп ҡуйырһың, башта үҙем генә тотонайым, шунан күнекһәк, өйрәнһәк, ваҡыт үтеү менән яйлап һеҙ. Һинең бар ғөмөрөң алда әле, балам, әллә ниндәй ҡатмарлы әйберҙәрҙе ҡулланырһың киләсәктә!

   Әсәйем кис буйына өйҙәге үтекләрлек һәр нимәне теҙәктән үтекләп ташланы. Беҙҙең дә тормошобоҙ һырҙарҙан яҙылып, тигеҙләнеп киткәндәй итте...

    Шулай итеп электр утына ла яйлап күнегә башланыҡ, хәҙер шәм быялаһын көн һайын тының менән өрөп, ҡоромдан таҙартыу, һауытҡа самалап кәрәсин ҡойоу, янған һайын ҡыҫҡара барған милтәне алыштырыу кәрәкмәй, стенаға беркетелгән включателдең телен серт, иттереп өҫкә күтәреп ебәреү ҙә етә.

      Ғабдуллаға килгәндә, кеше үҙгәрһә үҙгәрә бит ул, уның тәбәнәк буйы юғарыға тарты-лып, ҡорҙай йоҡа кәүҙәһе тулыланып, ҡалынайып, башланғыс белем алған башы урта белемленеке ише йомроланып, йүгерек күҙҙәре ҡыҫыла төшөп тәкәбберләнеп китте һымаҡ. Атлап йөрөүе лә фартауай, һәлмәк.

    Беҙ ҙә уттың төнгө ун икегә саҡлы ғына яныуына яраҡлашып алдыҡ, өй эсендәге эштәрҙе һәләт кенә бөтөрөп, дәрестәрҙе әҙерләй һалабыҙ ҙа йоҡларға ятабыҙ. Ауылда туй үтеүе инде һәммәбеҙ көтөп алған оло байрамға әүерелә. Уның әтнәкәһе былайыраҡ.

      Туй үткәреүсе йорт хужаһы иң әүәл, арыуҙан, күрмәлекленән кейенеп алып Ғабдул-лаларға ҡарай юрғалай һәм һүҙҙе уратып, хәл-әхүәл белешеүҙән башлай. Күршеңә инәһеңме, әллә ауыл осона бараһыңмы, уныһы мөһим түгел, кәртә-ҡура тирәһенең бөтөнлөгө, ҡош-ҡорттоң теүәллеге, йорттағыларҙың именлеге хаҡында ишеткәндән һуң ғына төп йомошҡа күсәләр, ауылдағы әңгәмәләшеү шартына ярашлы һөйләшеү ҡағиҙәһе шулай ҡабул ителгән, шулай кәрәк, шулай тейеш.

     Килеүсе хәбәрен һалпы яҡҡа һалам ҡыҫтырыуҙан башлай:

            - Ғабдулла Фәтхисламыч, һинең шундай ҙур кеше булып китеүеңә тотош ауыл ҡы-уанып бөтә алмай!

     Урындыҡ түренә аяҡтарын салып ҡунаҡлаған Ғабдулла тамаҡ төбө менән шикләнгән-дәй итеп асыҡлай:

            - Бөтәһе лә ҡыуана микән, ай-һай...

            - Бөтәһе лә, сыбыҡ осо ҡәрҙәш булараҡ асубинны, беҙ...

            - Ҡайһылайыраҡ туғанбыҙ әле шу?

            - Минең атайҙың, атаһының атаһы, һинең атайыңдың атаһының ете туған ҡусты-һына эйәреп килгән ҡәйнеш булып сыға...

            - Үтә яҡын туғанбыҙ икән дә баһа, белмәгән инем! – Сөрәкә башы тамам буталған Ғабдулла ғәжәпләнгәндәй итеп телен шартлата.

            - Шуға туған булараҡ һеҙҙе туйға саҡырырға килдем әле!

            - Ҡайҙан киләләр?

            - Хәйбулланан, ун биш дуға!

            - Самалы саҡырғанһығыҙ... Ярай, барырғамы-юҡмы икәнлеген Кәримә менән икәүләп ғәйлә сәүитендә хәл итербеҙ.

            - Ыңғай хәл итә генә күрегеҙ инде, һеҙһеҙ табыныбыҙҙың йәме лә, ҡото ла бумая-саҡ! Урынығыҙ төп ҡоҙаның эргәһендә генә булыр, беҙ ҡатын менән тартылыбыраҡ һеҙҙең эргәнән урын алырбыҙ. Йоланан ситләшеп бумай, туйға бүләк һалыуға килгәндә, борсола күрмәгеҙ берүк, туйыбыҙҙы ҙурлап килеүегеҙ беҙҙең өсөн үҙе оло мәртәбә!

            - Шу ғынамы?

            - Шу ғынамы тип... Туй барышында йортоң балҡып торһа күңелле бит!

            - Ярай, уныһын туй барышында, павидиниеғыҙға ҡарарбыҙ...Туйҙа ҙур ҡунаҡта-рҙан тағы ла кем бар?

            - Колхоз рәйесе, һеҙ ҙә, ферма мөдире, бригадир, учетчик ҡороғоҙға тиң бумағас уларға өндәшеп торманыҡ.

            - Аҡыллы хәл иткәнһегеҙ, мыныһы яҡшы!

      Шулай итеп ауылдағыларҙың ырыу-ара шәжәрә ағасына ярашлы, Ғабдулла менән Кә-римә бер-ике йыл эсендә тотош ауылға яҡын туғанға әүерелде.

      Туй була ҡалһа Ғабдулла менән Кәримә матур кейемдәрен кейеп алып, ҡултыҡлашып, губернатор һәм губернаторшалай дәрәжәле ҡайҡайып тантана көткән йортҡа ҡарай йүнәләләр. Шуға, йөҙөнә бәреп әйтмәһәләр ҙә тиҙҙән Ғабдуллаға "Гөбөрнатыр" ҡушаматы йәбеште. Туйҙа инде ҡаҙ мамығы тултырылған мендәрҙәр һалынған урындары  билдәле - иң түрҙә, ҡапҡандары ҡаҙы ла ҡалъя, ҡулдарында ҡаҙ боттары, эскәндәре шәрбәт тә ҡымыҙ.

     Ә электр уты инде таң атҡансы балҡып яна. Ҡайһы саҡ, гөнаһ шомлоғона ҡаршы, ут кинәт һүнеп тә ҡуйғылай, бының да ғилләһе бар, тимәк туй Ғабдуллаларға шыпа ла оҡшамаған, йә килештереп маҡтай алмағандар, унан ҡалһа һый-хөрмәт күңелдәренә ятмаған...    

     Беренсе электр станцияһы хаҡында һүҙ сыҡһа әллә ҡайҙағы Кашино ауылы түгел, тау башында аҡыҡ ынйылай йымылдап күренгән тыуған ауылым иҫкә килә лә төшә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡороп үҙәгенә тартылған күл ише ауылымдағы өйҙәр һаны кәмегәндән кәмей бара, урамдарҙа сәмле хеҙмәт шауы, сыр-сыу килгән балаларҙың шат тауышы ишетелмәй тиерлек, әйтерһең дә бар тирә-яҡ һаташыулы йоҡоға талған. Был күңелһеҙ күренеш бер беҙҙә генә түгел шул...

     60-сы йылдарҙа ҡабыҙылған ут әле лә гөлтләп яна, шул осҡондо ҡабыҙыусыларҙың күбеһе әле лә иҫән, шуныһына шөкөр итәйек. Үҙебеҙ ҙә аҙағынаса төшөнөп етмәгән коммунизмда, ябайлаштырып әйткәндә ожмах осоронда ҡабыҙылған осҡондоң уттары ғына ҡалды бөгөн. Ҡалды уттары ғына... Хәҙер, шул, ун икегә саҡлы ғына янған электр утын, ялтыр электр үтеген, трактор двигателе ҡуйылған электростанцияны, үҙ көстәре менән ут ҡабыҙыусы колхозсы ауылдаштарымды, айырып әйткәндә, электрик Ғабдулланы, юҡһынам, һағынам, сөнки аныҡ беләм, өйҙәрҙә генә түгел, кеше күңелендә сыра тоҡандырыу, оҙаҡ ваҡытҡа ут ҡалдырыу еңел эш түгел! 

 

Хәйҙәр Тапаҡов.

Автор:
Читайте нас: