Милиция лейтенанты һәм сержант Ансарҙы иғтибар менән тыңланы. Унан офицер ауыр көрһөндө лә:
– Мин был машинаны таныйым, хужаһын яҡшы беләм... Беҙҙең яҡтарҙа бик абруйлы кеше ул, шуға ла ебәрә алмайым. Әлбиттә һөйләгәндәреңә ышанам... Аптырайым мин һеҙгә, башҡорттарға! Ниңә шундайҙарҙың ҡармағына еңел ҡабаһығыҙ? Хәҙер машинаның хужаһын саҡыртам, һеҙ, мосолмандар, үҙ-ара нисек тә килешерһегеҙ әле. Элек милицияла эшләнем, тиһең, үҙең аңлайһың, хәҙер алып китеп бикләһәм... мотлаҡ һине машина урлап алып киткән өсөн төрмәгә ябасаҡтар, – тине лә ҡулдарына бығау кейҙерҙе.
Азатлыҡ вәғәҙә иткән таң, офоҡто алһыуландырып һыҙылып ат-ҡанда хикәйәмдең геройы ҡанға батып, мал һарайының бысраҡ иҙәнендә иҫһеҙ аунай ине. Аңына килгәс, уны хужаның өс улы елтерәтеп һөйрәкләп аталарының ҡаршыһына килтереп ултыртты. Табаҡтай түңә-рәк һимеҙ биттәге таныш ҡыҫыҡ күҙҙәр тишерҙәй булып текләне, ауыҙ тулы алтын тештәр сәйнәп ташларҙай булып шығырланы:
– Нимә һин, һаҫыҡ башҡорт, тормоштан ялҡтыңмы әллә?! Ҡыҫҡаһы, башҡаса ҡасмайым тип, һүҙ бирһәң, ғәфү итәм һәм йәшәү бүләк итәм! Йә, мин көтәм...
Типкеләнеп ҡаты туҡмалған тотҡондоң бөтә тәне һыҙлауына түҙә алмай сайҡалып ултыра биргәс:
– Хөрмәтле, хужа... Кисәгенән баш геүләй бит әле, уны төҙәтергә кәрәк... Ташсыларың мул һыйлап ташлағайны... Шунан ғына яуап бирә алам, – тип бышылданы. Көтөлмәгән яуапты ишетеп, ҡаҙаҡтың хихылдауы булды, малайҙары ҡорһаҡтарын тотоп, шарҡылдарға тотондо. Шулай ҙа өҫтәлгә асылған бер шешә «Шаляпин» араҡыһы менән ҡырлы стакан килеп ултырҙы. Ансар башта: «Бына күрегеҙ ағайығыҙҙы», – тигән кеүек эргәһендәгеләргә күҙ йөрөтөп сыҡты ла шешәнең муйынынан күтәреп «ғолт-ғолт» итеп һемерә башланы. Быны мәҙәк күргән хужаның малайҙары тағы ла «о-һо-һой»лашып хихылдарға тотондо. Тик был юлы аталары уларға ҡушылманы, сабыр ғына яуап көтә бирҙе. Ғүмерендә былай итеп араҡы эскәне булмаһа ла, Ансар сәсәмәй бер күтәреүҙә шешәнең төбөнә етә яҙҙы.
– Туҡта әле, хужа, әҙерәк тын алайым да. Бындай ҡиммәтле араҡыны күргәнем дә юҡ, рәхмәт... – тип ваҡытты һуҙҙы. Араҡы шауҡымы үҙенекен эшләне: бөтә тәне буйлап рәхәтлек йүгерҙе, ләззәттән күҙҙәре йомолдо. Ансар үҙен бала сағындағы яратып ҡараған «Кеше ғүмере ??? яҙмышы» фильмындағы немец фашистары алдында түшенә икмәк ҡыҫып баҫып торған иҫерек концлагерь тотҡоно Соколов кеүек хис итте. Унан кинәт иҫенә килеп: «После первой не закусываю», – тип шыбырлап, ҡалған араҡыны һемереп ҡуйҙы ла, хужаһына текләп:
– Эй һин, һимеҙ күркә... Әгәр мин теләгәнде үтәмәһәм... Әгәр һүҙ бирмәһәм, – тип һүҙҙе оҙонға һуҙырға уйлағайны, ҡаршыһындағы сығырынан сыҡты:
– Эх, һин, әҙәм аҡтығы! Алкоголик! Миңә шарт ҡуяһыңмы әле! Һин кемгә кәрәкһең был донъяла!– тип аҡырынды ла, түш кеҫәһенән паспорт сығарып, йән асыуы менән ботарлап йыртҡыслай башланы. «Эх, яңы ғына алғайным. Тағы артынан йөрөргә тура килә инде» – тигән уй мейеһен киҫеп үтте, тотҡондоң күңелендә нәфрәт утын тоҡандырҙы. Көтмәгәндә төкөрөк сәсеп шарылдаған хужаның һүҙҙәрен өҙөп, маңлайында сартлап шешә ярылды...
Был юлы нығыраҡ эләкһә лә, Ансар иҫен юғалтманы, хәленән килгәнсә ҡаршы һуғышты. Хәлдән тайған туҡмаусылар уны тағын һарай эсенә индереп ырғытты. Уларҙың уртансылары тотҡондоң муйынына бысаҡ терәне лә:
– Бөгөн кис һине язалау көтә! Был донъяға тыуғаның өсөн йөҙ тапҡыр үкенәсәкһең, ҡәбәхәт! Атайҙың маңлайы өсөн тереләй телгеләйәсәкбеҙ беҙ һине, алкаш! – тип янап сығып китте.
Тамам иҫергән тотҡон һүгенеп дошмандарын әрләне, йырлап маташты, ахыр сиктә үҙе менән һөйләшә башланы:
– Бына шулай, Ансар... Ошоға тиклем күпме үлем менән күҙмә-күҙ осраштың, әммә ул һәр саҡ урап үтте... Ҡара һин уны, был юлы ебәргеһе килмәй бит, ә? Ҡайһылай ныҡ йәбешкән! Васил ҡусты ла юҡ...
Ҡырҡылған яралы башта төрлө уйҙар ҡайнашты, тупраҡ саңы ҡатыш ҡанлы сикәләрҙә эҙ ҡалдырып, әсе күҙ йәштәре ағылды...
Күпме ятҡандыр, ҡабырғалары һыҙлауынан арынырға теләп, улты-рырға уйлап ҡулдарына таянғайны усында ауыртыу тойҙо. Унда хужа-ның маңлайын ярған шешәнең ярсығы ине...
Артабан әллә мул һемерелгән араҡы үҙенекен эшләнеме әллә са-раһыҙлыҡтан, ғәрлектән әрнеп янған йөрәк ҡушыуы булдымы Ансар шул быяла киҫәге менән ҡулындағы ҡан тамыры өҫтөнән бер нисә тап-ҡыр тартты. «Бына шулай, дуҫҡайым... Әжәлгә үҙебеҙ ҡаршы бара- йыҡ... Теге башкиҫәрҙәр телгеләп, киҫкеләп үлтергәнен көтөп ятма-йыҡ әле. Ярай, аҙмы-күпме йәшәнең бит инде, еткән... Һин тормошто яраттың, ә ул – һине юҡ... Тик теге донъяла үҙ-үҙенә ҡул һалғандарҙы Аллаһы Тәғәлә ожмахҡа индермәй, тиҙәр. Ярар, түҙербеҙ әле... Бында ла тыуғандан алып рәхәтлек күрмәнең...»
Беләк буйлап мул аҡҡан ҡан әкренләп тотҡондоң хәлен ала башланы: башы ауырайып, эйәк түшкә терәлде; һүнә барған күҙ нурҙарын ҡаплап керпектәр ҙә ҡурғашланып ябылды, һөйләшә алмай башлаған телде йәшереп, күгәргән, онталған ирендәр ҙә ҡымтылды. «Үлем бына нисек килә икән», тигән һуңғы уй мейене киҫеп үтте. Хәҙер инде хикәйәмдең геройы һуңғы төштәрен күрә ине...
...Ҡуйы томан эсендә айырылған ҡатыны ҡулдары менән һелтәнеп әрләй. Йоҙроҡ төйөп янай... Өндәге мәңге һағынған, юҡһынған балалары Әнисә һәм Руслан кемуҙар-ҙан ниҙер һөйләй, һүҙҙәрен аңлап булмай... Бына әсәй... Ул ап-аҡ кейемдә ихлас йылмайып, ҡайҙалыр саҡыра, ә томан һаман ҡуйырғандан ҡуйыра, хәҙер инде бер кемде лә танып булмай. Тауыштар ҙа һүнә барып алыҫлаша. Бына бар донъяны ҡараңғылыҡ йотоп алды.
Эңер төшә башлағанда һарайға яуыз уй менән инеүселәр – хужаның улдары йәшәү менән үлем араһында тартҡылашҡан тотҡондарын күреп ғауға ҡуптарҙы.
Ансар был яҡты донъяға оҙаҡ ҡайтты. Әле бында, әле әхирәттә булды. Ләкин көслө организм үҙенекен эшләне, үлемде еңеп сыҡты. Ярым иҫенә килгәндә ниндәйҙер аҡ кейемле фәрештә уның менән булыша кеүек ине. Уның кем менәндер һөйләшеүенән ҡолаҡҡа береһенең: «Доктор, аҡса йәлләмәйем... Минең туғаным... Юлда табылды». Икенсеһенең: «Ҡан группаһы? Ваҡытында алып килгәнһегеҙ... Плазма... Нормально», – тигән өҙөк-өҙөк һүҙҙәр салынды.
Бөтөнләй аңына килеп, күҙҙәрен асҡас, Ансар үҙенең ҡайҙа ятҡанын аңламаны. Эргәһендә сыуаланған йыуан ҡатынға һүҙ ҡушҡайны, уныһы сәрелдәп, кемделер саҡырып, янынан юғалды. Күп тә үтмәне, башы аҡ бинт менән бәйләнгән йыуан ир килеп инде. Ансарға ул бик таныш әҙәм, ҡайҙалыр күргәндәй тойолдо, ләкин иҫенә төшмәне.
Элек йылы һүҙ ишетмәгән, ҡол булып бушҡа бил бөккән тотҡон, хәҙер хужаның өйөндә иң ҡәҙерле кешегә әйләнде. Карауатта хәлһеҙ ятҡан Ансарға иғтибар көслө булды. Бер көн табип килеп ҡарап китһә, икенсеһендә ниндәйҙер ҡарт әбей әллә ниндәй майҙарын һөрткөләп, әсе, ҡырҡыу тәмле шыйыҡсаһын эсереп китер ине. Ауырыу, ята торғас, үҙенең һуңғы дошмандары йортонда ятҡанын аңланы. Ләкин хужа ла, улдары ла элек ни булғанын иҫкә төшөрмәне, ауырыу ҙа белмәмеш булды. Ансар бик тиҙ аяҡҡа баҫты. Әлбиттә, дарыуҙарға һәм яҡшы тәрбиәгә ҡарағанда тыуған яҡтарға ҡайтыу теләге көслөрәк булып сыҡты. Ирекле «тотҡон» Ансарҙың яҡташы, көн дә уның янына килеп хәлен белеп торҙо. Доғаларын уҡыны, ауырыуға ла өйрәтте. Кеше рәтенә ингәндә Ансар Ҡөрьәндең иң көс-лө сүрәләрен яттан белә ине инде.
Бер көндө йорт хужаһы бөтөн туған-тыумасаһын ҙур табынға йый-ҙы. Ансар ҡәҙерле ҡунаҡ булды. Уның кем икәнен һораусы, төбәшеүсе булманы. Бындай күңелле табын күргәне юҡ ине элекке тотҡондоң. Думбыра, баянға ҡушылып йырланған дәртле йырҙар, ҡунаҡтарҙың бейеүҙәре ҡаҙаҡтарға ҡарата күңел төбөндәге ауыр уйҙарҙы, үпкәләрҙе бөтөнләй юйҙы. Уның араһында Нурбәк (хужаның өлкән улы): «Ҡунаҡ, үҙеңә ҡатын һайла, туғанлашырбыҙ», – тип шыбырлап оҙон өҫтәлдең осонда теҙелешеп ултырған дүрт ҡатынға ымланы. «Бөтәһенең дә ирҙәре вафат булып ҡалғандар», – бөйөрөнә төртөп күҙ ҡыҫты. Уның тәҡдимен кире ҡыйырға баҙнат итмәне Ансар, яуап урынына баш һелкеп йылмайҙы. Был ваҡытта уның күңелен икенсе уйҙар борсой ине. Табынында ризыҡтың муллығынан ҡаҙаҡтарҙың ашауға әрһеҙ халыҡ икәнен аңланы: тәрилкә артынан тәрилкә төрлө аш килеп бушап китеп тора, ә өҫтәлдә ултырған төрлө араҡы, шараптарҙы бер нисә кешенән башҡа ауыҙ итеүсе булманы.
Иртәгәһенә, ҡунаҡтар оҙатылып бөткәс, Йософ (хужа) улдарын, Ансарҙы өҫтәл артында ҡалдырҙы. Етди ҡарашы менән ир-аттарына күҙ йөрөтөп сыҡты ла, яралы маңлайын һыйпап:
– Шунан, улым, үҙеңә ҡатын һайланыңмы? Әйт, ҡайһыныһы оҡша-"ны, Хәҙер үк никах уҡытабыҙ, – тип элекке ҡолона йылмайҙы. Тегенеһе көтөлмәгән һорауҙан уңайһыҙланып, юғалып ҡалды, ләкин тиҙ арала яуап бирергә көс тапты. Ҡунағының айырған ҡатынын һаман яратыуын, киләсәктә барыбер ҡауышасаҡтар тигән өмөт менән йәшәүен белгәс, башҡаса йөҙәтмәне, тамаҡ ҡырып һүҙ башланы:
– Бына, улдарым, ысын ир ошолай була. Мин баштан аңланым уның кем икәнен. Ансар тормоштоң ҡәҙерен белгән кеше – ирмен тигән ир. Һеҙ уны бында яңылыш алып килгәнһегеҙ, уландар. Беҙ, уның ихтыярын һындырабыҙ, тип артыҡ ҡыла-нып ташлағанбыҙ... Саҡ башына етмәнек инде. Күптәр үтте минең ҡулдан, Ансар улым. Үҙемде Аллабыҙ алдында гонаһлы итеп уйламайым. Сөнки эскесе, урам һепереп йөрөгәндәр, төрлө шантрапалар мосолман түгел. Минең өсөн улар – хайуандар. Шуға күрә лә ундайҙарҙы улдарымдан аулатып, аяуһыҙ эшкә егәм, бикләп тотам. Шундай матур тормошто, кешеләргә йәшәргә ирек бирмәй, аҙып туҙып йөрөгәндәрҙең бөтәһе менән дә шулай итер инем мин. Бына һин ундай-ҙарға оҡшамағанһың... Хәҙер, улым, юлға йыйын. Нурбәк менән Амангилде һине тыуған илеңә алып барып ҡалдырыр. Эшләгәнең өсөн аҡса бирәм, ә паспортыңды яңынан алырға тура килмәҫ. Мин үткәндә икенсене йыртҡыланым... Юлың төшһә, килеп тор. Иң ҡәҙерле ҡунағыбыҙ булырһың. Ярай, хуш, – тип һаулашты Йософ – йорт хужаһы.
Төш ваҡыты еткәндә «БМВ» машинаһы Ансарҙы Асҡарҙағы «Алтынай» кафеһы янында ҡалдырҙы. Нурбәк менән Амангилде туғандарса ҡосаҡлашып хушлашты ла кире юлға ашыҡты. Икенсеһе: «Ярай, ағай кеше, беҙ ҡабаланабыҙ. Һеҙҙең урынығыҙға икәү табып алып ҡайтырға кәрәк. Атай шулай ҡушты», – тине. Арттарынан оҙаҡ ҡарап торҙо Ансар, шунан кафе яғына ерәнес итеп ҡараны ла, аҫҡа, автовокзалға табан атланы. Бында ни аҙым һайын таныштар. Уларҙың береһенән ҡустыһы Васил тураһында һорашҡайны: «Ул төрмәнән ҡайтҡан. Хәҙер, калдырить* итеп йөрөй», – тигән яуап алып, тынысланды. «Тимәк имен-аман ҡайтып еткән, әммә милицияға бармаған. Ярай, бик яҡшы, исмаһам, әҙәм көлкөһөнә ҡалмаҫмын. Ул кешегә һөйләһә лә, барыбер берәү ҙә ышанмаясаҡ...» – тип уйланы хикәйәмдең геройы.
*«Калдырь» – ул беҙҙең яҡта аҡса, тәмәке һорап «Уңыш» магазины эргәһендә йөрөүсе.