"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар

Үгәй әсәй

Өс йәшлек һеңлемдең ғәмһеҙ генә уның янында уйнап йөрөгәнен күҙәтеп ятҡан әсәйемдең: «Кем генә балаҡайымдың сәсенән һөйрәп йөрөтөр икән, ә һин бирешмәҫһең, нисек тә аяҡҡа баҫырһың» – тигән һүҙҙәре һаман да ҡолағымда сыңлап тора, тамаҡҡа төйөр булып ултыра. Илай алмай тышҡа сығып китер инем, тышҡа сыҡһам, балаларҙан йәшенеп атай һыҡтай.

Үгәй әсәй
Үгәй әсәй

Тормош сәхифәләре

Иртән йоҡонан уянып бәләкәй өйгә инһәм, Фәнзиә апайым ҡамыр баҫа, ә әсәйем уның ҡаршыһында оҙон урындыҡҡа һуҙылып ятҡан, әкрен генә һөйләшәләр.

– Уяндыңмы ни, кил әле эргәмәрәк. Атайың ағайыңа телеграмма һуғырға китте, бер ҙә генә лә рәтем юҡ, ауырыҡһынып торам бит әле, – тигән булды ҡулымдан йомшаҡ ҡына тотоп. Оҙаҡ ауырыуына ҡарамаҫтан, бер ятып, бер тороп йөрөгәс, беҙ уға күнегеп бөткәнбеҙ.

Шул уҡ көндө ағайым ҡайтып та төштө. Киске ашты ишек алдында ҡаҙ үләнендә иҫке-моҫҡо түшәп ашаныҡ. Уйын-көлкө, һөйләшеү юҡ. Әсәйемдең беҙҙең менән һуңғы мәртәбә бергә ашауы булған икән. Ун биш көн самаһы үттеме-юҡмы, сыр-сыу илашып, һуңғы юлға оҙаттыҡ.

Өс йәшлек һеңлемдең ғәмһеҙ генә уның янында уйнап йөрөгәнен күҙәтеп ятҡан әсәйемдең: «Кем генә балаҡайымдың сәсенән һөйрәп йөрөтөр икән, ә һин бирешмәҫһең, нисек тә аяҡҡа баҫырһың» – тигән һүҙҙәре һаман да ҡолағымда сыңлап тора, тамаҡҡа төйөр булып ултыра. Илай алмай тышҡа сығып китер инем, тышҡа сыҡһам, балаларҙан йәшенеп атай һыҡтай. Әрнемәҫлекме ни, алты баланан апайым ғына үҙаллы донъя көтә, әле оло ағайым хеҙмәткә алынырға ғына тора. Биш баланы аяҡҡа баҫтырыу, ай-һай, еңел түгел шул. Ауыл ерендә мал-тыуарың бар, кейем-һалым етешмәй, ир кешегә балаларын яңғыҙ аяҡҡа баҫтырыу мөмкин дә түгел. Беҙҙе балалар йортона биреү атайымдың башына ла килмәне. Күмертауға кире киткән ағайым ғына, ирҙәрсә кәңәш биреп: «Атай, йүнлерәк кенә ҡатынға өйләнергә тырыш», – тигәне иҫтә ҡалған.

Тиҙҙән атайым күрше ауылдан бер балалы Сәлимә исемле ҡатыңды алып та ҡайтты. Өс йәшлек Сәйҙә, алты йәшлек Сулпан менән уларҙан ҙурыраҡ миңә «әсәй» тип өндәшергә ҡуштылар. Улар үгәй әсәйгә киләләр ҙә: «Әсәй, әсәйем ҡайҙа китте, ҡасан ҡайта?» – тиҙәр. Тегенеһе ни эшләргә белмәй, мин бит һеҙҙең әсәйегеҙ, ти. Кәнфит биреп алдаштырмаҡсы итә. Атып бәрәләр, үҙәк өҙгөс тауыш менән: «Юҡ, һин апай-әсәй», – ти Сулпан. Ярышып тигәндәй, әсәй, әс-ә-әй, тип аҡырырға тотоналар. Әйтерһең, әсәйем күршегә йомошҡа киткән. Тирә-яҡтарына ҡараналар ҙа, ҡолаҡ һалыусы булмағас, тағы олой башлайҙар. «Әсәй, ишетмәйһеңме ни Сәйҙә менән Сулпандың үкһегәнен?..» Үҙемдең дә уларға ҡушылып илағым килә, ләкин тыйылып, тышҡа атылып сығып китәм. Мине йәлләп, артымдан килеп сығалар.

– Ағай, ә һин ни эшләп илайһың? Әсәй хәҙер ҡайта, илама, мә кәнфит, – тип ҡулыма тотторалар.

Төнө көндөҙгөгә ҡарағанда ла шомлораҡ, әсәй ҙә әсәй, тип һаташып тороп ултыралар. Уларҙы тынысландырғас, йоҡом осоп, төрлө уйҙарға бирелеп, яңынан йоҡлай алмай, уфтанып ятам. Әйтерһең, аяҡ осомда әсәйем баҫып тора. Ҡурҡышымдан юрғанымды нығыраҡ ҡымтып, бөркәнеп тағы йоҡоға китәм.

Көндәрҙең береһендә атайым ат егеп бесәнгә китмәксе булды. Сәйҙә, Сулпан менән мин дә барабыҙ, тип ҡыуанышып йөрөйбөҙ. «Булмаһа, бабай, ауыл осонда ҡалдырып китерһең, ултыртып ал инде», – тип ҡеүәтләп ҡуйҙы үгәй әсәй. Эстән генә, ҡыҫылма, тим, һинһеҙ ҙә беләбеҙ. Мин уға әсәй ҙә, апай тип тә өндәшмәйем. Үҙемсә психологик һуғыш астым. Әкиәттәрҙән, ололарҙың алдан киҫәтеп ҡуйыуҙарынан белеүемсә, имеш, үгәй әсәйҙәр етем баланан һыу ташыталар ҙа, күрмәгәндә тағы түгеп ҡуялар икән, тигән уй баштан сыҡмай. Ул минең тере дошманыма әйләнде, һорауына тырт-мырт яуап бирәм, ишетмәмешкә һалышам. Сулпан менән Сәйҙә «на ла на» тип әллә кем булып, ауыҙҙарын йырып: «Әсәй, беҙ алыҫҡа китәбеҙ, хус бул», – тип ҡулдарын сәбәкәйләй-сәбәкәйләй ишек алдынан ҡуҙғалдылар. Күрһәтермен әле мин һеҙгә әсәйегеҙҙе, кеҫәлә йоҙроҡ йомарлана.

Ауыл осона сыҡҡас, балалар аҡырышырға тотондолар. Атай миңә ҡул болғай. Йүгереп барып, тегеләрҙе дер һелкетеп, әйҙәгеҙ, ҡайтығыҙ, тим, юҡ, ипкә килмәйҙәр, бесәнгә барабыҙ, тиҙәр. Тауышты күтәреп: «Атлағыҙ, юғиһә, кәрәгегеҙҙе бирәм», – тим. «Тейеп ҡара, әсәйгә әйтәбеҙ», – тиҙәр. Мине үгәй әсәйгә ошаҡламаҡсылар. Әллә ҡайҙан минең аяҡ аҫтында иҫке селек һепертке ятҡан. Бер селекте һурып алып, икеһен дә һыҙырҙым. Тауышты ишетеп, үгәй әсәй килеп еткән. Икеһен дә күтәреп алып, миңә тишерҙәй итеп ҡараны ла: «Был тиклем дә ҡанһыҙ булырһың икән», – тип өйгә табан атланы. Үҙ әсәйем булһа, мотлаҡ өлөш төшөр ине, ә үгәй әсәй эләктерһә, ни менән бөтөрөн үҙем генә беләм. Ә ул, меҫкенең, танауын мыш-мыш тартып ҡайтты ла китте.

Көн буйы ғәҙәти эштәрҙе башҡарам: картуф утайым, һыу ташыйым. Ике биҙрә һыйышлы һауытты асып ҡарайым, һыуы туп-тулы ултырасы! Мин күрмәгәндә түгелергә тейеш ине бит. Һыу бөтһә, бар әле, балам, йүгереп кенә килтереп бирһәңсе, тип йомшаҡ ҡына өндәшә. Көтөүҙән ҡайтмаған кәзә бәрәсе, юғалған ҡаҙ, өйрәк себеше өсөн өйҙә буран ҡуба. Үҙ әсәйебеҙ барҙа донъя мәшәҡәттәре нисек булһа, хәҙер ҙә үҙгәрешһеҙ ағыуын дауам итә. Улай-былай сығынсылай башлаһаҡ, атайҙың яҫы ҡайышы бөтәбеҙгә лә тигеҙ төшә. Беҙгә ҡырын ҡарай төҫлө тойолғандырмы атайыма, һирәк-һаяҡ әсәй ҙә ситтә ҡалмай. Атайға күмәкләп «һуғыш» асабыҙ, үгәй әсәйгә ярҙамға киләбеҙ. Өлкәндәр ни тиклем өгөтләп ҡарамаһындар, барыбер «әсәй» тип әйтә алманым. Шулай ҙа аҡрынлап һөйләшә, серләшә, уйҙарымды уртаҡлаша башланым. Ул үҙе лә атай-әсәйһеҙ үҫкән икән. Нужа һурпаһын ныҡ татыған, һеҙҙең әле атайығыҙ бар, уға һаулыҡ теләгеҙ, ти.

Йылдар үтте. Студент булып киттем. Алған стипендиям наҡыҫ. Апайым үҙ ҡулы менән тултырып, ай һайын бер үк көндә ун һум аҡса ебәрә. Уҡытыусы дипломы алып ҡайтҡас, тәүге аҡсама күҙҙең яуын алып торған күлдәк бүләк иттем. Ә атай, бала кеүек көнләшепме, өмөтләнепме, миңә текләгән дә киткән, һине кем үҫтерҙе, кеше итте, тимәкселер инде. Күҙҙәре илай ине. Тамағыма төйөр ултырҙы. Тәмәкеһен ҡабыҙып, ишекле-түрле йөрөй башланы. Өҫтәлгә «зәм-зәм» һыуын ултыртҡайным, атайҙың күҙҙәре дүрт булды. «Это я понимаю, маладис», – тигән булды мәрхүмең. Баянан бирле шуны әйтергә самаланыңмы, тип көләм.

– Атай, һин мировой ҡатынға өйләнгәнһең. Беҙҙе аяҡҡа баҫтырҙығыҙ.Тигеҙ ғүмер итегеҙ, донъялар имен торһа, мин дә һеҙҙе ташламам. Йә, шуның өсөн!

Уртаҡ дүрт балалары тыуҙы. Барыһы ла үҙемдә уҡынылар. Дыуамал атайҙың холҡо миңә лә һуйып ҡаплаған кеүек күскән. Ошо ағайыбыҙ ниңә уҡытыусы булған да, ниңә беҙҙе уҡыта икән, тип зарланалар. Башҡаларҙың «үсен» уларҙан ала инем. Тегеләрҙе йәлләгән булып, апайыбыҙ, эй балаҡайҙарымды ғына, тип, барыбыҙҙың да арҡанан топ-топ һөйә, үҙе шарҡылдап көлә ҡыуанысынан. Ҡатылығымдың файҙаһы булды, юғары уҡыу йорттары тамамлап, үҙаллы донъя көтәләр әле.

Апайыбыҙ көтмәгәндә ауырып китте. Кәңәшләшкәндән һуң, Стәрлелә операция яһатырға булдыҡ. Был тиклем ауыр булырын белһәм, ризалығымды бирмәгән булыр инем, ти, саҡ-саҡ ирендәрен ҡыбырҙатып. Тырнаҡтары ҡарая башлаған, ул-был була күрмәһен, үҙем шөрләйем. Апай, түҙәһең инде, тим. Иртәгәһенә ауыҙ йырып барып индем палатаға: «Былай булғас, ничауа, төҫөң ҡыҙҙарҙыҡы кеүек булған».

– Сыҙар әмәлем ҡалманы, булмаһа, укол ҡаҙаттырыр инең, әҙ-мәҙ еңеләйеп ҡалыр, серем дә итермен, бәлки.

Врачты күндерҙем. Ун көн буйына ҡатыным апайымдың эргәһендә ҡунып йөрөнө. Атанан күргән уҡ юнған, ти халыҡ мәҡәле. Малайҙары ир етеп ҡатындары алдында ир намыҫына тап төшөрмәй донъя көтәләр. Дилбегә ныҡ булғас, килендәр ҙә сығынсылап барманы. Минеке үҙе балалар йортонда үҫкәс, әсәй ҙә әсәй, тип кенә торҙо. Палаталағылар быныһы нисәнсе ҡыҙың була инде, тип һорашалар икән.

– Юҡ, ҡыҙым түгел, дүртенсе улымдың килене.

– Шаяртма, килен улай булмаҫ, ҡыҙыңдыр, – тип ныҡышалар икән тегеләре.

Өс ай тигәндә аяҡҡа баҫты. Һуңғы тапҡыр врачына инеп рәхмәт әйтеп, беҙҙә бер нисә көн тороп ҡайтып китте.

Ни сәсһәң, шуны урырһың, тигәндәре дөрөҫ икән. Бының хаҡлығын әсәйемдең тормошо иҫбатлай.

Зияф ТҮЛӘБАЕВ.

“Ейәнсура таңдары” гәзите архивынан. 2011 йыл.

Читайте нас: