Ғирфан дегәнәк, алабута, кесерткән баҫҡан өй нигеҙендә бик оҙаҡ торҙо. Ишек алдарын байҡаны, ҡайҙа нимә булғанлығын хәтерләргә тырышты. «Бына һиртмәле ҡоҙоҡ урыны. Бер генә йотом һыуы ла һыуһынды ҡандыра торғайны. Ҡайҙа һуң һирпеп кенә алып эсеп ебәрергә, йөрәк яныуҙарын баҫыр ине, бәлки. Ана тирәк. Ағас та бирешә икән. Олпатланған, уйсанланған да һымаҡ. Ҡыштыр-ҡыштыр, ҡыштыр-ҡыштыр... Ни һөйләгән булаһың? Әллә мине сәләмләйһеңме? Рәхмәт, тирәгем! Ауылымда һин ҡаршыланың, һин башлап һүҙ ҡуштың... Хәйер... һинән башҡа һүҙ ҡушырҙай кем бар ҙа, нимә бар? Их, Иртөбәк...»
Ғирфан йылға буйына киткән берләм юл буйлап атланы. Үҙе һаман ауылы тураһында уйланы. Исеме матур ине – Иртөбәк. Ҡайҙа ошонда төбәкләнер ирҙәрең? Минең һымаҡ тырым-тырағай ҡаңғырышып йөрөйҙәрме? Ауылға нигеҙ һалған, ошондай мәғәнәле исем биргән олатайҙар был хәлде белһә, ни тиерҙәр ине икән?
Ғирфан яр буйында тора бирҙе лә эйелеп әрем өҙөп алды. Усына һыпырып ыуаланы ла еҫкәне. Был еҫ нимәнелер хәтерләткәндәй итте. Тағы еҫкәне. Тағы. Әскелт еҫтән күкрәк аҫтында ниҙер һулҡылдап ҡуйҙы. Ғирфан ашығып атлап ауылына кире китте. «Бына, бына, – тине ул үҙалдына, элекке ҡапҡа тапҡырына еткәс. – Бына бит...» – Ул утъяҡҡыс урынына тубыҡланды. Нисек онотҡанмын мин уны? Тыуған ауылымды иҫкә төшөргәндә, иң элек күҙ алдыма килтергән урын бит. Ни эшләп башта уҡ бында килмәгәнмен? Әсәйем, өләсәйем, туғандарым... Ғирфан усындағы әремде ыуаланы, күҙҙәрен йомдо...
Әрем һепертке менән һеперелгән ер иҙәнле утъяҡҡыс, буй урындыҡ. Мейескә һыйынып ҡына өләсәһе ултырыр ине. Уның ҡулында һәр ваҡыт бәйләм, йә ямау. Ашъяулыҡ тирәләп береһенән-береһе бәләкәй алты бала теҙелә. Самауыр төбөндә аҡ яулыҡты ҡайырып бәйләп әсәһе урынлаша. Ул туҡтауһыҙ сәй яһай. Атай урыны буш. Ул һуғышта.
Ағаһы тракторҙа эшләй. Ғирфан өсөнсө бала, ваҡ-төйәк йомоштарға ғына йүгерә, гел өләсәһе тирәһендә урала, уның йырын тыңлай.
– Өләсәй, һин ни эшләп гел йырлай ҙа йөрөйһөң ул? – тип һораны бер саҡ Ғирфан.
– Йыр менән йәшәүе еңелерәк, улым.
– Миңә лә ана шул оҙондарын йырларға өйрәт әле, өләсәй.
– Моңоң етһә, өйрәнерһең, балам.
– Ә моң нимә була ул?
– Моң – сәскәләрҙең керпек ҡаҡҡан мәлендәге шатлығы, шәфәҡ алһыулығындағы һағыш. Оҙон көйҙәрҙе ҡоро тауыш менән генә йырлап булмай, улым. Уға йөрәктән сыҡҡан моң кәрәк.
Шулай тине өләсәһе. Ғирфандың моңо етмәнеме, дәрте самалы инеме – өләсәһенең йырҙарын отоп ала алманы, ә шулай ҙа йырҙы, бигерәк тә боронғо йырҙарҙы ғүмер баҡый яратты.
Ғирфан әле ошоларҙы хәтеренә төшөрөп торҙо. Туҡта, йыр хаҡында тағы нимә әйтте әле өләсәһе? Ә-ә-ә... «Балам, – тине, – йырҙарымды отоп алалмаһаң да онотма. Өләсәйемдең йыры, тип иҫләрһең. Васыятымдың икенсеһе шул: ҡәберемә аҡ сәскәләр ултырт. Сәскәләрҙе лә йыр һымаҡ яратам мин».
Ҡәберемә аҡ сәскәләр ултырт. Аҡ сәскәләр... Тәҙрә алдары шау сәскә була торғайны шул беҙҙең...
Һуғыш бөткәс, улының ҡайтыуына тамам өмөтөн өҙөп, төңөлөп, һарғайып үлде өләсәһе. Унан әсәһе вафат булды. Олатаһы, өләсәһе, әсәһе бер тирәлә ерләнгән. Ә атаһының ҡайҙа ерләнгәнен дә белмәйҙәр. Воронеж өлкәһе икәне генә билдәле... Бына ауыл зыяраты. Ҡәберҙәрҙе кәртәләп таш ултыртып ҡуйғайнылар. Тик ҡайҙа булған улар? Әсәһенең, өләсәһенең ҡәбере ҡайҙа? Иң ҡәҙерле кешеләренең мәңгелек йоҡоға талған урындары ҡайҙа? Таштар ҙа, кәртәләр ҙә юҡ. Зыяратты мал тапап, өҫтөнән тракторҙар арҡыры ла, буй ҙа үткеләгән. Ниндәй рәхимһеҙлек. Ә кем рәхимһеҙ? Васыятты өләсәйем миңә әйтте лә баһа. Үҙ вайымһыҙлығым өсөн кемгә үпкәләйем? Аҡ сәскәләр ултырт... Кемем һағынып көтөп торҙо мине әллә ҡайҙарҙа? Ни эшләп йөрөнөм мин ошоға саҡлы ят ерҙәрҙә? Ятҡа мин дә ят бит. Кем мине үҙ итеп һағынып ҡаршы алды? Ни эшләп шуны элегерәк аңламағанмын? Бәхет эҙләнемме? Мөхәббәтме? Байлыҡмы? Туғандарымдан, ауылымдан, ер-һыуымдан айырылып нимә таптым? Хатта васыятты ла онотҡанмын!!! Әгәр мөмкин булһа, ғәфү итегеҙ мине, яҡындарым. Ғәфү итегеҙ... Васыяттарҙы онотҡанмын, тамырымды онотҡанмын, ҡамғаҡҡа әйләнгәнмен. Үҙе юҡтың күҙе юҡ. Ауылдың хужалары булмағас, ни теләһәләр, шуны ҡылғандар...
«Кеше тыуған ерендә йәшәүе менән бәхетле. Балаларыңды ла тыуған ер һутынан мәхрүм итмә», – тигән булыр ине өләсәйем. Мәҡәл менән дә йыр менән дә ошо фекерҙе һеңдерергә тырышҡайның да бит... Өләсәйем, өләсәйем... Ирендәрен саҡ ҡына ҡыймылдатып, күкрәгенән сыҡҡан моң менән ҡалай ҙа оҫта йырлай торғайны. Их, бер тыңлайһы ине лә бит йырҙарын... Ете ят ерҙәрҙә ҡайҙан ишетәһең уны?
* * *
– Шәмсиә килен, – тип өндәште ҡойма аша Ямал. – Ҡунаҡ күрә инерһегеҙ бөгөн. Ҡәйнешем ҡайтты.
– Икәүләшеп ҡайтҡандармы?
– Юҡ, тағы яңғыҙ. Башкөллө лә шикелле әле... Нәмәләре байтаҡ ҡына күренә. Киленде әйтәм, кешегә һанамауымы, үҙһенмәүеме – исмаһам, ҡыҙыҡ өсөн булһа ла бер килеп ҡайтыр ине, әйтәгүр. Кит инде, йәнем таштан яралмаһа, түҙмәҫ инем. Ир туғаны, ир тыуған ере тип, бер килеп урар ҙа кеше... Ярар, уныһын үҙҙәре беләлер. Минең бурыс – ҡунаҡ күрһәтеү. Шәмсиә килен, һин алданыраҡ инерһең инде, туҡмас ҡырҡып бирерһең. Ҡәйнешем, һалам һымаҡ ҡына туҡмас ашағым килә, ти торған.
Йәй көндәре ауылда ҡунаҡҡа бик һуң йыйылалар. Көтөү ҡайтып, мал-тыуарҙы йыйып бөткәнсе, көн кисләү түгел, төн уртаһы егә яҙа. Ғирфан, ҡалала йоҡларға иртә ятып өйрәнгән кеше, көтә-көтә арып бөттө. «Ҡунаҡ күрһәтеп маташма, еңгә, уттай ҡыҙыу эш ваҡытында, мәшәҡәтләнмә. Теләгән кешеләремде үҙем йөрөп күреп сығырмын», тигәйне лә, ҡайҙа ул, еңгәһе ауыҙында астырманы. «Беренсенән, йолаһы шул. Мин башлап боҙайыммы ни? Икенсенән, атай йорто булмағас, ҡунаҡ та күрһәтмәнеләр, өй беренсә йөрөнө, хәйерселәп, тиһәләр, ғәрлеге ни тора. Һин өйсөләп сәй эсеп йөрөргә малай-шалаймы ни?» – тигәс, башҡа өндәшмәне, һүҙен һүҙ итте еңгәһе, таң һарыһы менән ҡунаҡ саҡырыу мәшәҡәтенә сумды. Ғирфан, ҡунаҡ килерен көтөп, ишек алдында ары һуғылып, бире һуғылып йөрөй ине, аралағы ел ҡапҡаһы асылғас, шул яҡҡа башым борҙо. Унан сибек кенә бер ҡатын инеп, Ғирфан менән эйәк ҡағып ҡына иҫәнләште лә утъяҡҡысҡа инеп китте.
Ниһайәт, килә башланылар шикелле, тип, күңеле күтәрелеп китте Ғирфандың. Ҡатындың артынса уҡ тиерлек олпат баҫып ире сыҡты.
– Һаумыһығыҙ, тип, ҡушҡуллап күреште Ғирфан менән дә, йорт хужаһы Ғимран менән дә.
– Бөгөм иртәләгәнһең, – тине уға Ғимран.
– Ҡунаҡҡа, тигәс ни.
– Шулай ғына булмаһа... Һиңә йәйҙең дилбегәләй оҙон көнө лә етмәй. Үҙең дә ял белмәйһең, ғаиләңә лә тынғы юҡ. Байыған һайын ҡапҡаң бейегәйә. Үрелеп күҙ һалыр әмәл ҡалманы хәҙер.
– Минең яҡҡа күҙ һалырға егет түгелһең бит.
– Уның ҡарауы егеттәр үҫтерәм. Шәмсиә киленгә оҡшаһалар, ҡыҙҙарың эшкә салттыр ул. Килен ҡараштыра башларға ваҡыт.
– Ҡыҙҙарға байбыҙ.
– Нисәү?
– Өсәү.
– Малайҙар юҡмы ни?
– Бар. Ике малай үҫә. Нәҫел юғалтыу юҡ.
– Нисә йәш һуң һеҙгә?
– Миңәме? Ҡырҡты тултырҙым инде.
– Ғирфан Нәғимгә баштанаяҡ ҡарап ҡуйҙы ла кеҫәһенән сигарет алып тоҡандырҙы. «Йәштәш икәнбеҙ ҙә. Ә минең?» – тигән уй ҡапыл ғына күңелен болоҡһотоп ебәрҙе.
Ҡунаҡтар бер юлы ғына йыйылышты ла инеп тә урынлашты. Бер аҙҙан ҡыҙмаса ла булып алдылар. Йыр тауыштары ишетелә башланы. Ҡунаҡтар араһынан олораҡ берәүһе:
– Әйҙә, күтәр мәжлесте, Шәмсиә килен, – тип, Нәғимдең ҡатынына өндәште.
– Ҡуйығыҙ әле, Шәмсиәһеҙ ҙә йырлаусылар табылыр, – тип ҡаршы төштө Нәғим. Олпат тирәккә ышыҡланып үҫкән ҡайындай, бәләкәй генә булып, йөҙөн яулығына йәшерә биреберәк ултырған ҡатын бер ни ҙә өндәшмәне.
– Тыйған булыр ҙа ултырыр ошо Нәғим. Килен һинең малыңдыр шул. Ҡыҫылма. Тәбиғәт биргән хазина ул Шәмсиә килендең тауышы. Йәл, әртис булмаған, тине өлкәнерәк йәштәге бер ҡатын.
Нәғим, ҡатыны яғына күҙ ташланы ла, уның ҡиәфәте менән кем әртис итһен инде, тигәндәй, ирендәрен сирыштырып ҡуйҙы. Шәмисә, ысынлап та, эштән бушай алмағанлыҡтан, үҙенә иғтибар итмәгәйне. Хатта өҫтөндәге күлдәген дә ҡунаҡса итеп алмаштырмаған, башына ғына икенсе яулыҡ бөркәнеп өлгөргәйне.
– Оҙон көйҙәрҙе Шәмсиә килен хәтлем оҫта йырлаған кешене ишеткәнем юҡ әле, әртисең ары торһон. Малай саҡта Сәрбиямал инәйҙең йырлағанын шулай йотлоғоп тыңлай торғайным. Ғимран, өләсәйеңде хәтерләйһеңдер? Шәмсиә килен дә уның һымаҡ йөрәккә үткәреп йырлай. Әйҙә, килен, башла. Беҙҙең генә былай ултырыуҙар булып та ғына ҡалыр бер ғүмер, тигәндәр бит.
– Эйе шул. Ғирфан да тыуған моң ишетһен, – тип ҡеүәтләне Ғимран.
Нәғим, әйҙә инде улай булғас, тигәндәй, ҡатыны яғына ҡарап эйәк ҡаҡты. Шәмсиә, күңеле менән моң даръяһында булғандыр, бәхәскә әллә ни иғтибар итмәгәндәй, яулығын ҡайтарыбыраҡ иңенә һалды ла, үҙенә ҡеүәт биреп, көй башы һуҙҙы. Шунан йырлап ебәрҙе:
Иртә лә генә томан, кис тә томан,
Был томанҡайҙарға ни булған...
Йырлаусының тауышы берсә өҫтө-өҫтөнә тулҡынып ятҡан сылтыр шишмәне хәтерләтте, берсә бәрхәт кеүек йомшаҡ, әсә иркәләүендәй наҙлы ғына булып күңелдәрҙе болоҡһотто, берсә тик уй-хыялда ғына йәшәтеп булған яҡындарҙы күҙ алдына баҫтырҙы. Ғирфан өҫтәлгә терһәкләнде лә эйәген устарына терәне. Ул бер кемде лә күрмәне. Мәжлестәгеләр ҙә, йырсы ла юҡ ине уның өсөн. Тик йыр ғына, тик хәтерләүҙәр генә, тик үткәне генә. Йыр ҙа шул үткәндәрҙән ағылған һымаҡ ине.
– Их, – тине ул, ҡапыл уянған кешеләй. – Булғайны бит ошолар барыһы ла. Бар ине бит. Хәҙер бына ошонда төйөн булып ултыра, тине ул, йөрәк тапҡырына күрһәтеп, шунан тәрән итеп көрһөнөп ҡуйҙы.
– Әйттер, килен, әйттер, һандуғас та һандуғас, үҙебеҙҙең килен дә ҡалышмай, – тип илһам өҫтәп ебәрҙеләр йырлаусыға.
Тауҙарға ла менеп, ташҡа баҫып,
Һин ҡарарһың, йәнем, мин булмам.
Йырҙың һуңғы һүҙҙәре икенсе тапҡыр ҡабатлағанда, Ғирфан йоҙроҡтары менән тубығына һуҡты ла тороп китте. Ишек яғына һөйәлде.
– Нисек түҙәһең, ҡәйнеш, һинең өсөн мин илайым, – тине, күңеле нескәреп киткән Ямал еңгәһе.
– Еңгә, үҙегеҙҙең ни тиклем бәхетле икәнегеҙҙе белмәйһегеҙ. Ошо йырҙы тыңлар өсөн генә лә ун йыл ғүмеремде йәлләмәҫ инем, – тине лә Ғирфан, Шәмсиәгә, – рәхмәт, һыйлым, тине.
– Кеше илатып, шул да булдымы һөнәр, – тине Нәғим, был хәлгә ризаһыҙлыҡ белдереп.
– Их, Нәғим, килендең ҡәҙерен белмәйһең, – тине Ямал «белмәйһең» тигән һүҙгә баҫым яһап.
– Уға нимә етмәй. Күңеле көр, шуға йырлай.
– Йырлаһын. Йырынан башҡа нисек күңел ял иттерһен ул? – тип, Ямал һөйләнә-һөйләнә аш яраштырырға сыҡты. Шәмсиә унда ҡаҡлаған ҡаҙ бүлә ине.
* * *
Шәмсиә иртәгеһен иренә ашарға ҡуйҙы ла йорт эштәренә тотондо: һыйырын көтөүгә ҡыуҙы, быҙауын ашатып ебәрҙе, ҡош-ҡортон ҡараны, әсетергә ҡуйған ҡамырын баҫты, мейесенә утын әҙерләп һалды ла фермаға йүгерҙе. Кисә кискелеккә үҙе булмағас, быҙауҙары өсөн борсола ине. Ошо ауылға килен булып төшкәне бирле фермала быҙау ҡарай ул.
Шәмсиә килгәндә, ҡыҙҙар быҙауҙарҙы ашатып, яланға ҡыуалар ине.
– Хәлегеҙ нисек, ҡыҙҙар? Быҙауҙар теүәлме? – тине. – Аҡҡойроҡ ашауға һоғалан, түккеләй ҙә бөтә торған, һауытын тотоп ҡына ашаттығыҙмы? Ҡуңырҡайы инәһе кеүек ығыш. Артҡараҡ алып ҡалып туйҙыра биреп сығара торғайным.
– Хәс бала кеүек тәрбиәләйһегеҙ икән дә.
– Сабый ғыналар бит. Шуға ла һис кенә лә машина тәрбиәһенә биргем килмәй. Уларға ла йөрәк йылыһы, ҡул йылыһы кәрәк.
Ни эшләйһең инде, еңгәй, донъя тотош машинаға ҡалып бара.
– Ҡуй инде. Кешеләр үҙҙәре лә машина һымаҡтар хәҙер. Әллә нисек... Гел ашығалар, ығы-зығы. Әллә нимә етмәй. Миңә генә шулай тойоламы икән?
– Ни эшләп, еңгәй?
– Уйлап ҡараһаң, тәбиғәттәге бөтөн нәмә кеше өсөн бит. Ә иркенләп күңел асырлыҡ ваҡыт юҡ. Тирә-яҡҡа иғтибар итергә форсат юҡ. Йондоҙҙар кем өсөн ҡабына ла сәскәләр кем өсөн уяна һуң, ҡыҙҙар! Беҙҙең өсөн түгелме? Әле бына иртән ошонда киләм. Үрләскә күтәрелдем дә боролоп ауылға ҡарайым. Алһыу япма аҫтында тыныс ҡына йоҡлап ятҡан бала һымаҡ тойолоп китте ауылым.
Ауылда «ҡара Шәмсиә килен» тигән ҡушаматы булды уның тәүҙә. Унан һуң «уңған Шәмсиә килен» тигәне өҫтөнлөк алды ла нығынып ҡалды. Ысынлап та, нисә ҡарама, эш өсөн генә тыуған кешеләй, ике ҡулы бушамай. Ял иткән арала ла ҡул эше тота һала. Эш тә эш, тип кенә йөрөгән ошо ҡатындың матур итеп һөйләп тороуы ҡыҙҙарҙы аптыратты ла ҡуйҙы.
– Шағир һымаҡ һөйләйһең, Шәмсиә апай, – тине ҡыҙҙарҙың береһе.
– Минең күңелемдә көн һайын бер йыр тыуа, яҙырға кешеһе генә юҡ.
Шәмсиә һауыт-һабаны, быҙауҙарға аш бешергән ҡаҙанды йыуҙы, эскәмйәләрҙе ҡырып таҙартты ла йүгерә-атлай ҡайтып китте. Юлда бер услам сәскә йыйып алды. Еҫкәп ҡараны. Сәскәләрҙең әскелт еҫе күкрәктәрен киңәйтеп ебәргән кеүек булды.
– Әйтәм, тауышығыҙ моңло. Яландағы сәскәләрҙең наҙын ғына һемереп йөрөйһөгөҙ икән.
Көтмәгәндә әйтелгән был һүҙҙәр Шәмсиәне тертләтте. Ҡапыл боролоп ҡараны ла, алдында Ғирфан тороуын күргәс, уңайһыҙланды, ҡыҙарҙы.
– Сәскәләрҙең матурҙары бөттө инде. Иртәрәк ҡайтһағыҙ икән, – тине Шәмсиә ни әйтергә белмәй.
– Баҙыҡтарына өлгөрмәнем быйыл, – тип, үкенес белдерҙе Ғирфан.
– Яҙ, йәй айҙарында сәскә атмаған бер генә үҫемлектә ҡалмай. Хатта ҡаҙ үләненә саҡлы, ап-аҡ ҡына нәфис кенә сәскә атҡан була. Башҡаларын әйтеп тораһы ла юҡ.
Шәмсиә, илһамланып китеп, әллә нимәләр һөйләне, йөҙө нурланды, күҙҙәре осҡонланды. Әйтерһең, күңеленә һеңдергән, бар булмышында балҡыған яҙ матурлығын тотош Ғирфанға һүрәтләп бирмәксе булды.
– Тыуған яҡта бөтәһе лә матур, күңелгә яҡын, Шәмсиә. Хатта биҙәктәрен ҡоя башлаған ошо сәскәләр ҙә... Ә һин кисә шул тиклем матур йырланың, мин әлегәсә айный алмайым. Өләсәйем йырын хәтерләттең. Күптән, бик күптән ундай йыр тыңлағаным юҡ ине.
Шәмсиә Ғирфандың был һүҙҙәренә ни тип ҡайтарып әйтергә лә белмәне, уңайһыҙланыуы ғына артты. Бары тик:
– Мин ҡайтайым инде, – тигән булды ла ашығып атлап китеп барҙы.
«Бына иҫәр, тип шелтәләне үҙен Шәмсиә, ҡайтып барышлай. – Ете ят ир эргәһендә ни тип ҡыҙара-бүртә баҫып торам икән, сәскә һөйләп. Әҙәпһеҙ». Был уйҙарынан уңайһыҙланды, шунан үҙен битәрләп алғас, еңел булын ҡалғандай тойолдо. Тик ике бите генә уттай яна ине.
* * *
Шәмисәнең атаһы һуғышта ятып ҡалды. Әсәһе ике ҡыҙын яңғыҙ тәрбиәләне. Өлкән ҡыҙы – Сәлимәһе ҡамсат ҡондоҙҙай керпекле, ҡарлуғас ҡойороғондай ҡыйғас ҡашлы, һөттәй аҡ йөҙлө һылыу ине. Үҙенең кәүҙәһе лә һығылып-бөгөлөп, бейеүгә оҫта булды. Күргән береһе уның матурлығына һоҡланды. Ә Шәмсиә тар маңлайлы, ҡалын шырт ҡара сәсле, ҙур күҙле ҡаҡса кәүҙәле булды. Ҙур ауыҙы менән ҡыҫҡа ғына йәмшек танауы бөтөн йөҙөн йәмһеҙләне. Кеше Сәлимәне маҡтай башлаһа, Шәмсиә атаһының толобоноң еңенә инеп, мыштым ғына илай бирер ҙә шул ятыуында йоҡлап китер ине. Кеше күҙенә салынырға, апаһына эйәреп ҡайҙа булһа ла барырға тартынды ул. Әсәһе: «Ни эшләп апайың менән бергә бармайһың?» – тип һораһа, әллә кемдән отоп алған бер генә һүҙе менән яуап бирә ине: «Йыбанам». Әммә, үҫә килә, Шәмсиә матурланды, тик ҡырыҫыраҡ холҡо ҡалды. Әсәһе: «Ҡаш менән алдыра алмаһа, аш менән алдырыр», – тип, эшкә өйрәтте лә эшкә өйрәтте. Урта мәктәпте тамамлағанда, Шәмсиәнең уңғанлығына һоҡланмаған кеше ҡалмағандыр. Ҡоҙалап килеүселәр күбәйеп китте. Уңған оҙаҡ ултырмаҫ, тип, ҡарун Хөснулла тигән исеме таралған, бик мул, етеш йәшәгән берәүҙең улы Нәғимгә һоратып килгәйнеләр, әсәһе: «Йәшерәк бит әле», тип тә торманы, ҡыҙының ризалығын да алманы. «Төшәһе ерең бал да май. Хан туйында йәшәрһең. Уҡыйым, тип баш ҡатырма. Ҡыҙҙар өсөн уҡыу – ярты бәхет. Әсәй булғанда ғына бәхет түңәрәкләнә ул», – тип, туй яһаны ла ҡуйҙылар.
Шулай йәшәне лә киттеләр. Бер-бер артлы балалары булды. Ҡайны-ҡәйнәһе киленде бик яратты. Килен, башын баҫып, эштән башҡаны белмәне. Ире һуңлабыраҡ ҡайтһа ла, ҡатыраҡ өндәшһә лә ҡайтарып һүҙ әйтмәне. Эсе бошоп киткән саҡтарында балаларын алмаш-тилмәш тупылдатып һөйә лә, ҡырҡ яҡта ҡырҡлаған эшенә тотондо. Тормошона шулай күнде лә ҡуйҙы. Башҡаса йәшәүҙе күҙ алдына ла килтермәне. Балалары Нәғимгә оҡшап, буйсан, төҫкә һылыу булып үҫтеләр. Шуныһына айырыуса ҡыуанды Шәмсиә. Исмаһам, кәмһенеп йөрөмәҫтәр, тип уйланы. Эстән һыҙып йәшәүе моңға күскәндер. Уның йырлағанын күҙ йәштәрен һөртмәй тыңлаған кеше булмағандыр. Башҡорттоң оҙон көйҙәрен, бөгөлөштәрен тулҡынландырып-тулҡынландырып, үҙәгеңдең әллә ҡайһы ерҙәренә үтеп, йөрәгендәге үҙеңдән дә йәшергән серҙәреңде аҡтарып сығарып һулҡылдатып ҡуя ине уның йыры.
Ошо ҡатын бар булмышы менән Ғирфан күңеленә инеп урынлашты. Туғандарын, юҡҡа сыҡҡан ауылын һағыныуы ла, өләсәһе әйтеп ҡалдырһа ла үтәлмәгән аманат өсөн үкенеү ҙә – йыр моңо аша Шәмсиәгә килеп тоташты.
* * *
Ауыл халҡы, ҡунаҡ күргәндән һуң, сиратлап-сиратлап саҡыра башлай. Ҡунаҡ ҡайтыу бер байрамға әйләнә. Йәшерәк сағында Ғирфан бындай мәжлестәргә әллә ни ихласлыҡ күрһәтмәй ине... Әле инде һәр кисте көтөп алды. Шәмсиәнең йыры тартты күңелен. Кем ниндәй йыр һораһа, шуны йырланы Шәмсиә. Йыр башлауы була, бөтә йөҙө балҡып китә, керпек остарына нур эркелә, үҙе тотош бер моңға әйләнә. Ғирфан уға һоҡланып ҡарап ултыра. Тик кешеләрҙең дә, Шәмсиәнең үҙенең дә һиҙеп ҡуйыуынан тартына. Аҙаҡ инде көндәр буйы шул йыр менән йәшәй. Шәмсиәнең тауышы күңелен наҙлай.
Быға тиклем Себерҙә йәшәне Ғирфан. Армиянан һуң бер балалы тол ҡатын йортона инеп, шунда торҙо ла ҡалды. Осраҡлы ғына танышты уның менән дә. Автобус туҡталышынан өйөнә тиклем сумаҙанын күтәрешеп барғайны, иртәгеһен шул уҡ туҡталышта осратҡанда, таныштар кеүек иҫәнләштеләр. Бер күргән белеш, икенсе тапҡыр таныш тигәндәй, өсөнсө тапҡырында инде балаһы менән бергә күрҙе. Бала бик илгәҙәк булып сыҡты, һин минең атайыммы, тип етәкләп тә алды. Хеҙмәттән һуң ауылына ҡайтып китергә тип, елкенеп тә ҡуйғайны, Ғимран ағаһының хаты яҙмышын хәл итте лә ҡуйҙы. Ауылда эш юҡлығы, ферманы күрше урыҫ ауылына күсереп алып китеүҙәре, халыҡтың тырым-тырағай таралыуы тураһында яҙғайны. Өйҙө үҙегеҙгә күсереп һалығыҙ, мин үҙ көнөмдө үҙем күрермен, тип хат яҙҙы ла торҙо ла ҡалды. Аҙаҡ еңгәһенә ресторанда эшләгән бер бай ҡатын менән йәшәүе, машинаһы булыуы тураһында яҙҙы. Ул саҡта машиналы булыу бик ғәжәп тойолһа ла еңгәһен ҡыҙыҡтырманы. Ул: «Ай-һай, ҡәйнеш, яңылышмайһыңмы? Кеше ҡорһаҡ менән генә йәшәмәй бит. Әҙәм балаһына күңел аҙығы кәрәк. Тәмле аҙығыңдан тат таба алмай зар-интизар булмаҫһыңмы сит-ят ерҙәрҙә?» – тип, ҡәйнешенең кире уйлауына өмөт итеп яҙғайны ла Ғирфан ҡырҡа һуҡты ла ҡуйҙы. Бер аҙ йәшәгәс, еңгәһенең хаҡ булыуын да аңланы-аңлауын, тик бала үҙенә ныҡ эҫенгәйне. Бала үҫеп, буй еткереп сит ҡалаға уҡырға киткәйне, был ғаилә менән бәйләп торған бер ни ҙә ҡалманы.
Әле һуң түгел, үҙем һымаҡ берәйһен табырмын әле, тип, башкөллө ҡайтты ауылына. Был турала еңгәһенең ҡолағына ла төшөрөп ҡуйҙы. Ул да сере һыйған ҡатындарға белгертте. Ҡунаҡтарҙа кейенеп-яһанып килгән тол ҡатындар ҙа күҙгә салынғылай башланы. Тик Ғирфан береһенә лә иғтибар итмәне. Уның күңелен тотош моңдан ғына торған Шәмсиә нығыраҡ биләй барҙы. Шәмсиәнең йыры, моңо, ипле генә хәрәкәте әллә ҡасан онотолоп, хәҙер йөрәген семетеп-семетеп алған өләсәһенә тоташты. Шәмсиәнең йыры ошо яраны уңалта барған һымаҡ ине. Шәмсиә – ир ҡатыны. Бер ваҡытта ла уныҡы булмаясаҡ. Уны аңлай ине. Үҙенеке итергә ынтылманы ла ул. Тик башҡалар тураһында уйларға, кемгәлер күҙ һалырға ирек бирмәне. Ымһынмаҫҡа ымһынды, ынтылмаҫҡа ынтылды. Ҡырға сыҡһа, ул осорар һымаҡ. Ҡош һайраһа, Шәмсиә йырлаған кеүек. Ағас япраҡтары ҡыштырлаһа ла уның исемен ишеткәндәй була. Кеше һиҙәлер, уны күҙәтәләрҙер кеүек тә тойолоп китә. Ошо йәшенә етеп тәү тапҡыр шундай татлы хистәр менән йәшәгәнгәмелер үҙен тыйып ҡараһа ла Шәмсиәне күрмәй түҙә алманы. Шәмсиәнең иртән тороп ирен эшкә оҙатыуы, һыйыр һауыуы, йорт эштәрен башҡарыуы, фермаға йүгереүе, балалары менән сөкөрләшеп алыуы бөтәһе лә уның күҙ алдында барҙы. Үҙен бер бур һымаҡ тоя башланы хатта.
«Эй, Шәмсиә, Шәмсиә!» тип ҡабатлай ине Ғирфан эстән генә. «Былай ярамай миңә. Күңелде икенсе нәмә менән биләргә кәрәк. Эш белешәйем. Зыяратты кәртәләү хәстәрлеге күрәйем», – тигән ҡарарға килде лә бер көн совхоз үҙәгенә китте. Ремонт эшенә ҡуштылар. Бер аҙҙан ярһыуы баҫылғандай булды. Әммә тыныслана алманы. Кис булыуын, тағы ҡунаҡҡа саҡырыуҙарын, Шәмсиәнең йырын көтөп тик йөрөнө. Урауыраҡ булһа ла Шәмсиә эшләгән ферма яғынан үҙемә берләм юл һалды. Шәмсиә, шәфәҡ кеүек моңайып, күҙ йәшендәй мөлдөрәп индең дә урынлаштың йөрәгемә. Ғүмерем буйы һине эҙләгәнмен. Хыялымда һине тыуҙырғанмын, шуға ла күргәс тә үҙ иткәнмен. Өләсәйемдең ҡарашы һинең күҙҙәреңдә, уның моңо һинең тауышыңда. Ошо моңоң менән һайрар ҡош ҡына булһаңсы талың булып үҫер инем...
Бер мәжлестә Шәмсиә йырламаны. Әллә ире тыйҙы, әллә зауҡы ҡайтҡайны. Ғирфанды был төнө йоҡо алманы.
– Ҡәйнеш, теге яҡтар өҙәме әллә үҙәгеңде? Ҡыҙҙар ғашиҡ булып бөткән үҙеңә, ә һин баш баҫып тик йөрөйһөң, – тине еңгәһе иртәгеһен.
– Шәп кеше һин, еңгә. Күңелде аңлай беләһең. Ағайым бәхетле һинең менән. Ҡайтҡаныма үкенмәйем дә ул, һуңлабыраҡ киткәнмен шул, – тине Ғирфан, күптәнге һығымтаһын дауам итеп.
– Юҡҡа күңелеңде төшөрмә, һайла берәйһен. Гөрләтеп туй яһарбыҙ. Аптыраған икәнһең. Армиянан тура ҡайтҡан булһаң, күптән итәк тулы бала үҫтереп ултырыр инегеҙ ҙә... Ят ҡуйынында үткәрҙең шул матур саҡтарыңды, ҡәйнешкәйем... Туғандарыңды һанға һуҡмағас, һине лә әллә ни үҙ итеп бармағандыр инде. ...
Ғирфан тура яуаптан ялтанды. Хаҡлы ине еңгәһе.
– Ауыл бөткәс, бөтөнләй етемһерәп ҡалғандай тойғайным үҙемде. Күҙ терәп ҡайтыр атай-әсәй ҙә булмағас...
– Йән тартып торған һөйгәнең ҡалманы ауылда. Осоп ҡайтыр инең, ағайың һымаҡ...
– Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ, – тине Ғирфан. Күҙ алдына моңһоу йылмайып Шәмсиә килеп баҫты.
* * *
Ғирфан, эштән ҡайтып, башын мендәргә терәү менән йоҡлап киткәйне, таң һарыһы менән уянды. Әллә төш күрҙе, әллә хыялы менән һөйләште аңламаны, иллә-мәгәр йөрәге яныуына сыҙамай, ярһып килеп торҙо.
– Арҡаларҙан елгән болан һымаҡ, йөрәкһеп, ашҡынып килдем яныңа, Шәмсиә...
– Ебәк кенә минең еләнем, ярым ғына минең күңелем, – тип йырлап яуапланы Шәмсиә.
– Мин дә һабағынан өҙөлгән гөл кеүекмен, Шәмсиә.
– Мәңгелек мөхәбәттәр бар бит, донъяла. Мәңге бер-береһенә ынтылған, ҡауышырға ымһынған, шул өмөт менән йәшәгән...
– Кемдәр улар, Шәмсиә?
– Һанай китһәң, күп инде. Күҙ асып йомған арауыҡта Нуры менән ҡауышып ҡалыу өсөн Ысыҡ көтә ымһынып, ҡунып һайрар Талын һағынып, меңәр саҡырым ерҙәрҙән Һандуғас ҡайта талпынып. Ә нурҙары, талдары көтә уларҙы. Көтә. Бер ҡауышыу, бер күрешеү, бер балҡыу, бер ярһыу өсөн. Артабан ғүмерҙәренең иң матур шул мәленән илһам алып йәшәү өсөн. Беҙгә лә ҡауышыу насип түгел, Ғирфан. Таң еле бул – тәҙрәм асырмын, моң булып кил – йырыма ҡушырмын, ләйсән булып яу – яланаяҡлап, сәстәремде туҙҙырып тамсыларыңды ҡаршылармын.
...Ғирфан ни булғанын аңлап та етмәне. Өн инеме, әллә төшмө? Әллә бөтәһе лә төшмө? Ҡайтыу ҙа, Иртөбәк тә, Шәмсиә лә... Әллә кеше ғүмере үҙе төш кенәме икән?
Ғирфан тәҙрә эргәһенә килде. Көҙгә тартым туғайлыҡта, ҡыуаҡ япраҡтарында ысыҡ йымылдай. Ниндәй генә төҫ юҡ йәшел, ҡыҙыл, һары япраҡ биттәрендәге ысыҡта.
– Сың-ң-ң... сың-ң-ң...
Ысыҡ тамсылары шулай сыңлаймы? Юҡ, был бит Шәмсиәнең күнәктәре, һыйыр һауырға сыҡҡандыр. Ғирфан тышҡа атылды.
– Шәмсиә!
Әле генә төшөнән, ысыҡ тамсыларының матурлығына һоҡланыуҙан зиһене иләҫ-миләҫ килгән Ғирфан был исемгә әллә ниндәй тойғолар һалып әйтте. Шәмсиә, һыйырын һауып, һөтлө күнәген тотоп килә ине, ҡапыл туҡтаны. Әйтерһең, ул ошо тойғоно, ошо хисте сайпылдырып ебәреүҙән ҡурҡты. Ҡуҙғалһа – һирпелеп китер ҙә юҡҡа сығыр һымаҡ булды бөтәһе лә. Әйт, тағы ла ҡабатла. Әле генә әйткән кеүек ҡабатла. Миңә бер кемдең дә, бер ҡасан да улайтып өндәшкәне юҡ ине, тип шыбырланы ирендәре.
– Шәмсиә... – Ғирфан үҙен тыйып тота алмаҫлыҡ хәлгә килгәйне, әйтер һүҙен әйтеп ҡалырға ашыҡты. – Эй, Шәмсиә, Шәмсиә! Күкрәгемә генә ултыртып алып китер инем мин һине! Ни эшләйем һуң? – тине ярһып. Шәмсиә, ҡапыл аңына килгәндәй, йүгереп утъяҡҡысҡа инеп китте. Йөҙөн ҡаплап урындыҡҡа ултырҙы, мейескә килеп һөйәлде, тәҙрә быялаһына маңлайын терәне, шунан сыҡты ла артына боролоп та ҡарамай фермаға табан юл алды. Ул ялан буйлап йүгерҙе, сәскәләрҙең таждарын һыйпаны, үҙе бәхетле йылмайҙы. Йөҙөндә уның эске балҡыш, күңел яҡтылығы нурлана ине. Сәскәнән сәскәгә осоп йөрөр күбәләк тә бәхетлелер минең кеүек – шуға талмайҙыр ҡанатҡайҙары, ҡанат осҡайҙарында шатлығы гүзәллек булып елпейҙер. Талдан талға ҡунып һайрар һандуғас та бәхетлелер минең һымаҡ – шуға моңлолор тауышҡайы, күңелкәйенә һыймай, йыр булып урғылалыр. Әсәкәйем, иҫәп булһаң, күҙ ҡарашымдан аңлар инең минең бәхетле икәнемде. Һинең Шәмсиәң, ҡараҡайың бәхетле бөгөн...
Шәмсиә йүгерҙе. Шырлыҡ аша, туғай аша, болон аша. Әйтерһең дә уға, ни теләһәң, шуны эшлә, бөгөн һиңә ун алты йәш тигәндәр. Юҡ, юҡ, кәрәкмәй уға ун алтыһы ла, ун етеһе лә, ун һигеҙе лә кәрәкмәй. Ирҙән кәмһетелеп үткән көндәрем кәрәкмәй... Уға бөгөнгө көн, ошо минуттар ҡәҙерле.
Шәмсиә фермаға арманһыҙ булып арып барып инде. Уның һәр саҡ йүгерә-атлай йөрөгәненә күнегеп бөткән ҡыҙҙар әллә ни иғтибар итмәне. Ә Шәмсиә, ферма өйөнә барып инде лә, тәҙрә яғына элеп ҡуйылған бәләкәй көҙгөнө ҡулына алды. Үҙенең бәхетле йөҙөнә күҙ һалмаҡсы булды.
– Аһ, Шәмсиә апай, ни эшләп көҙгө тотоп тораһың? – тине шул саҡ ҡыҙҙарҙың береһе. Шәмсиә ни әйтергә лә белмәне, көҙгөнө урынына элеп ҡуйҙы ла урындыҡҡа ултырҙы. Шунда ғына йәнәсыҡҡа арығанлығын тойҙо. Атаһының толобо еңенә инеп кенә, йомарланып ҡына йоҡоға талғыһы килде. Рәхәт ине уға. Сикһеҙ рәхәт ине.
– Шәмсиә апай, он үлсәп бир әле, – тип ҡысҡырҙылар быҙауҙарға аш әҙерләп йөрөгән ҡыҙҙар.
Шәмсиә тағы эшкә тотондо. Кисләтеп кенә ҡайтырға сыҡты. Көнбайышта сейә ҡыҙыл булып ҡояш байып бара. Шәмсиә уға ҡараны ла сикһеҙ күңелһеҙләнеп китте. Тыйыуһыҙ, тыйнаҡһыҙ күҙ йәштәре тәгәрәне. Бөгөн минең бәхетле көнөм, ҡояш. Байымай тор. Таң миңә бәхет алып килде... Ә һин? – тине Шәмсиә, ҡояшҡа ҡарап.
* * *
Иртәгеһен Шәмсиә килешле генә күлдәген кейҙе, сәс толомон рәтләп төйнәп ҡуйҙы. Иренә ашарға ултыртты ла ҡаршыһынан урын алды. Уның йөҙөнән эске матурлыҡ, бәхет бөркөлә ине.
– Бисәкәй, әллә сәйҙе үҙең яһап эсермәксеһеңме? – тине Нәғим, ҡатынындағы был үҙгәрешкә ҡәнәғәт булыуын белгертеп.
– Эш тә эш, тип, нисек ашап киткәнлегеңде лә абайламай ҡалам. Ғүмер үтеп бара, бергә ултырып яйлап сәй ҙә эскән юҡ бит.
– Ғүмерең ҡыҫҡара барғанға оҡшамаған, кәләш. Йәшәрә барған һымаҡ тойолаһың миңә, һылыуланып киттең. Әллә, һин әйтмешләй, эш тә эш, тип, бығаса абайламағанмын инде...
Шәмсиәнең күҙҙәрен йәш алды. Тик ул шунда уҡ был йәштәрҙе керпек аҫтарына йәшереп тә ҡуйҙы. Илағанды яратмай уның ире, ултырма әле балауыҙ һығып, кеше ышандырып тип кенә ҡуя.
Шәмсиә, ирен ҡапҡаға тиклем оҙатты ла кире утъяҡҡысына инәйем тигәйне, урталағы ел ҡапҡаһына һөйәлеп торған Ғирфанды күреп ҡалды. Шәмсиә, уға һирпелеп кенә ҡараны ла, йөрәгенән һурып сығарғандай, тәрән көрһөнөү менән:
– Кит һин, Ғирфан, кит, – тине.
– Шәмсиә!? Ни булғанын аңлап та өлгөрмәгән Ғирфан тағы ниҙер әйтергә уҡталды, тик Шәмсиә өйгә инеп юғалды.
Йөрәктән һығылып сыҡҡан был дүрт һүҙ Ғирфандың йөрәгенә дүрт тамсы ҡайнар йәш булып тамды. Ғирфан Шәмсиә инеп киткән өй, һәр саҡ ул йөрөгән утъяҡҡыс яғына бер ынтылып ҡараны ла Иртөбәккә юл алды. Ҡайҙа китәйем мин хәҙер Шәмсиә? Ҡайҙа китәйем һеҙҙе ҡалдырып? Кесерткән ҡаплаһа ла үткәндең эҙҙәре бында, татлы хәтирәләр һаҡлаған өйөм бында, ҡәҙерле кешеләремдең мәңгелек йоҡоға талған ҡәберҙәре бында, күңел яраларыма шифа булған йырҙарың бында, Шәмсиә. Кеше бәхетенән үҙемә бәхет яһарға ҡайтманым. Үҙ бәхетемде табырға тейешмен. Әммә китмәм. Атай йорто нигеҙенә тап боронғоса, элеккесә итеп йорт бурайым. Көҙ сыуағы оҙаҡҡараҡ һуҙылһа, бәлки, бура күтәреп, ҡышҡа саҡлы ҡыйығын да яптырып ҡуйырмын. Юҡ, башҡа китеүҙәр юҡ. Йырһыҙ- моңһоҙ йәшәүҙең ни тиклем ауыр икәнен татып ҡайттым ят ерҙәрҙә. Тыуған ер моңонан да ҡәҙерлеһе юҡ икән...
Ғирфан ауылы урынына ашығып атланы. Иртөбәк элеккегә ҡарағанда ла ҡәҙерлерәк тойолдо. Иртөбәгем, һиндә төбәкләнер өсөн ҡайттым мин. Яңынан башлайым бөтәһен дә. Әле һуң түгел, – тине ул, атай-олатайҙары рухы алдында вәғәҙә биргән ҡиәфәт менән. Унан ҡосағын киң йәйҙе лә: «Һинһеҙ нисек йәшәгәнмен, һинһеҙ нисек түҙгәнмен, Иртөбәгем минең? – тине, хистәрен көйгә һалып, эске бер ярһыу менән һуҙып ебәрҙе. Тирә- яҡ: йылға тулҡындары ла, өй нигеҙен баҫҡан шырлыҡ та, әремлек тә, Ғирфан үҙе һалған бормаланып ятҡан берләм юл да, сәскәләр ҙә, ысыҡ тамсылары ла бөтәһе лә уға ҡушылғандай тойолдо. Ҡояш ҡәҙимге күтәрелһә лә ысыҡ тамсылары һаман емелдәшә. Яҙғы таңдарҙа әллә ҡасан ҡояш нурына үрелеп осоп бөтөрҙәр ине лә, әле көндәр көҙгә тартым. Нурҙар һүрәү, ысыҡ та янып-ярһып тормай. Ә шулай ҙа көҙҙөң бар моңһоулығын, төҫөн үҙендә сағылдырып, гәүһәрҙәй балҡып төрлө төҫтәр менән күҙ яуын алып йым-йым килә, тирә-йүнгә үҙенсә генә күркәмлек өҫтәй ине көҙгө ысыҡ. «Көҙгө булһа ла ысыҡ бит ул, сафлыҡ тамсыһы, тигән уй дәртләндереп ебәрҙе Ғирфанды. Башлайым, һиртмәле ҡоҙоҡ ҡаҙыуҙан башлайым. Утъяҡҡыстан. Әрем һеперткеһенән».
Мәрйәм БУРАҠАЕВА.
1979