Бөтә яңылыҡтар

Үкенес

  Сафура ҡапыл егеткә һыйынды, Зәйнетдин дә еңгәһен  ҡосаҡланы... Шул көндән алып хәҙер байтаҡ ғүмер үтте, ағай тейеш Ғәйфулла ла хәҙер гүр эйәһе. Зәйнетдиндең еңгәһенә эйәләгәнен дә ауылда күптәр белә. Әсәһе менән атаһы был хәлде ишетеп улдарын әрләп тә, ҡурҡытып та ҡараны, тик инде ныҡ эҫенеп өлгөргән егет,  бер нисә көн бармай түҙә лә, ҡараңғы төшөү менән тағы таныш йортҡа һыпырта.

Үкенес
Үкенес

- Еңгә,  минең теге һаҡлыҡтарҙы,  тиҙ генә бирә һал әле!

- Ау ҡәйнеш, тәки китәһе иттеңме ней, ҡуй инде һин аны?

- Еңгәкәйем, инәйемә әйтеп ҡуйма инде, хуш булып тор, түҙәр хәлләрем ҡаманы ла, һаман да былай дауам итһә, бөтөнләй батам да был тормош батҡылына...

- Аңлайым, ҡәйнешкәйем, дөрөҫ эшләйең, эйе, былай барһа эштәр, ҡабаң шул ҡармаҡҡа...

- Һинән башҡа берәүһе лә аңламай шул хәлемде, йә ярар һау ғына  булып тор, йәме! Рәхмәт һиңә, инәйемә бирһәм был аҡсаларҙың бер тине лә эләкмәҫ ине...

Күрше Нәжиә еңгәһе менән хушлашты ла, әсәһе һыйыр ҡыуып киткәнен генә көтөп алғас, тыш яҡтан ғына һәрмәп, документтар урынындамы икәнен тикшерә һалып, кистән әҙерләп ҡуйған һалдат муҡсайын йөкмәп, Инйәр буйлап үргә атланы. Һорағандарға:

- Ҡөбәғәт аралы янында утын әҙерләгәйнем, шуны һаллап алып ҡайтам әле, тип яуапланы.

- Ай-һай байыҡҡанһың икән, утынға ла арыуҙан кейенеп китеп бараһың, әй, - Сәлимсолтан бабай хәйләкәр йылмайып оҙатты күршеһен.

Ашыҡты ул, тиҙерәк берәйһе артынан төшөп, ҡыуып етмәҫ элек, ауыл советында иҫәптән төшә һалырға кәрәк. Өлгөрһә, унан тотһондар ҡойороҡто. Инйәрҙә тар кәлейәле класнуйға иртәгә таңдан ултырыр ҙа...

Их, өлгөрмәне, барыбер. Ауыл осондағы Көҫәш шаршыһына еткәйне, артынан берәүҙең шәп итеп йүгереп килгәне күренде. Был Сафура ине. Хәле бөткән, саҡ-саҡ тын алып Зәйнетдингә өндәште:

- Туҡта, мин һине тотмайым, китерһең, тик мине тыңла, йәнем! Гөлйемеш һине шәп итеп үргә атланы, моғайын сығып китеүелер, теге саҡта шулай ҡыланмаһаң был хәл дә булмаҫ ине, тип мине әрләне. Зәйнетдин, йәш кенә көйөңә һине оҡшаттым бит, әллә ни эшләп, үҙем дә аңламайым. Ғәйфулла үҙе лә һиҙә ине, үҙенең хәлен аңлағас, һине саҡырып беҙгә үҙе юл ҡуйҙы бит.

 Һине үҙемә ҡаратыр өсөн нимәләр генә ҡыланманым, уны беләһең. Аңлайым мин һине, шул Әлфиәңде һаман яратаһың, йөрәгең икенселә шул. Бисәләр йөрәге һиҙмәй буламы, һиҙә барыбер. Теге ҡылығымды ла аҙаҡ аңлатырға уйлағайным да, тик миңә юлыңды бикләнең дә ҡуйҙың. Ул да тик һине яратыуымды иҫбатларҙан уйланған ине бит, иҫәрем. Иҫерек көйө бәхәсләштем теге ваҡыт, аҙаҡ тыйыла алманым. Һин риза булмаһаң, башҡаны яҡын да юлатмаҫ инем, бел шуны!

- Эсеүең яҡшыға алып бармаҫ, Сафура,... Сафура еңгә! Ташла һин уны,  ташлаһаң, бына тигән берәйһе һоратыр үҙеңде. Мин дә бит шул эске һаҙлығына бөтөнләй батып ҡуймайым, тип ҡастым, эйе ҡасып китеп барам ауылдан.

- Аңлайым да Зәйнетдин, онота ғына алмаҫмын инде хәҙер. Бар, кит Әлфиәң эргәһенә, тотмайым мин һине, ҡурҡма! Тик шуны бел, тәүҙә яҡын юлатмай ҡыланһа ла, ул һинең менән наҙға өйрәнгән, оҙаҡ айырылып торғас, берәйһе килеп сыҡһа, үҙен тыйыуы оҙаҡҡа бармағандыр. Әллә ҡасан кейәүҙә ул, мин әйтте тиерһең.

Их Зәйнетдин, бәлки, китмәҫһең улай ер аяғы-ер башына! Ышан, бынан һуң ҡамасауламам һиңә, ни тиклем ҡыйын булһа ла оноторға тырышырмын. Инде ҡыҙым да үҫеп килә, аңлай. Эсеүҙе лә ташлайым, минең көсөм етер, еңермен үҙемде...

- Һуң хәҙер еңгәм! Ни булһа ла булыр, шулай хәл иттем. Хуш, мин атлайым йәме, йә артымдан инәйем дә килеп етер...

- Хуш, йәнем! Мине кисер, яратҡан өсөн, башҡаса булдыра алмағанға  һине әүрәттем шул.

Зәйнетдинде ҡосаҡлап бер үпте лә, артына ҡарамай кире йүгерҙе Сафура...

...Зәйнетдин кескәйҙән эшләп үҫте, уҡыған сағында уҡ ауылдан үрҙә ҡоро ағастарҙы ҡырҡып Инйәрҙән һаллап алып ҡайта ине. Бесәнен дә сапты, ҡышын әрҙәнә утыны, бесән ташыны. Һигеҙҙе бөткәс артабан уҡып торманы, әрмегә тиклем атаһына бар эштәрҙә лә төп ярҙамсы булды. Һалдатҡа саҡырылырға бер йылдан артығыраҡ ҡалғас, олораҡ ағайҙар менән Биштарҙа* ( * “Союзпищетара” тресын халыҡ башҡортса шулай йөрөтә) йөрөп эшләй башланы.

Ауыр булһа ла күмәк эш оҡшай, күңелле лә. Баракка ҡайтҡас туп тибәләр, лапта һуғалар, шахмат, шашка уйнайҙар, домино һуғалар, ҡатын-ҡыҙҙар барагы янына йыйылып киске уйын ойошторалар.  Ҡайһы ваҡыт   уйынға күрше бүлексәләргә лә барып килергә ваҡыт табалар. Йә улар килә. Концерт та әҙерләп ҡуйғылайҙар. Ошонда танышып өйләнешкәндәр ҙә байтаҡ.

Кистәрен йоҡларға ятҡас төрлө ваҡиғалар һөйләнә, һуғышта булғандарҙан баштарынан үткәндәрҙе һөйләтәләр, боронғо ваҡыттар тураһында ла белеүселәр бар.

Айырыуса, төрлө ҡыҙыҡ уйлап табырға яраталар, бер-береһен шаярталар, мәрәкәләйҙәр. Ауылға йәйәүләп ҡайтҡанда иптәштәренең муҡсайҙарына ташмы, йә еректән йунып теләһә нәмә һалып ҡайтарһындармы, шуның һымаҡ төрлө этлектәр уйлап табып ҡына торалар. Бер көндө урта йәштәрҙәге ағай, шул тиклем йәне көйөп, барыһына өндәшә:

- Егеттәр, ундай нәмәне башҡа минең муҡсайға һалмағыҙ инде, йәме, ашарға еңгәгеҙ һалмай, ҡәйнәм һала ла. Ул яҫаған нәмәгеҙҙе йомортҡа төргән сепрәккә урап тороп һалғанығыҙ, түрбашта әйбер һалам, тип тағатҡайны ҡәйнә, килеп сыҡты бит әй, уй оят булды, шул һынлым оҡшатыуҙарын әйт һин аны…

 Ауылға ҡайтышлай ҙа төрлө мәҙәк уйлап табалар. Бер килке  ат менән эшләүсе бригаданан йәшерәк эшселәрҙең байтаҡ күҙҙәрен астырмай көлөп бер булдылар. Ҡайтып барышлай араларынан иң дыуамалы Хәлиулла тәҡдим иткән бит, әйҙәгеҙ, йән ерҙе һағыҙаҡтан саҡтырайыҡ, тип. Дыуамал, яңы кәләш алған йәштәр ни, әйткәнде эшләй ҙә һалған. Хәлиулла  юл буйына маҡтана, үҙе хыяллана:

- Ну, ҡайтҡас...

Эшкә кире китешләй быларҙың барыһының да һөмһөрө ҡойолған, бер-береһенә ҡарамайҙар ҙа, өндәшмәйҙәр ҙә. Шунан, килә торғас, береһе сыҙамаған:

- Йә, маҡтан, нейә маҡтанмайың? - тип  теге маҡтансыҡҡа ғәйбәрләнә.

- Эйе, маҡтанырлыҡ бултымы ней, шу һынным ауыртыуға нисек түҙеп йөрөнөң ҡайтҡас, тип һора, - була тегенең яуабы.

Ҡайтыуҙарына тағы ла нығыраҡ шешенгән икән барыһының да саҡтырған урындары...

Башҡа ҡыҙыҡтар ҙа аҙым һайын килеп сығып ҡына тора күмәк эштә. Бер ваҡыт  ауылға етәрәк дүрт саҡрымлап ерҙә айыу йығып киҫкә-маҙар менән өйөп киткән һыйыр үләкһәһен кәртәләп тоҙаҡ ҡорҙолар. Иртәгәһенә тоҙаҡты  тикшерер өсөн иртәрәк ҡуҙғалдылар. Барып еткәс, эләкмәгәнме икән, тип юлдан тоҙаҡтарын ҡарарға боролғайнылар, ҡаршыларына иҫ китмәле ҙур айыу аяғүрә баҫып үкереп ебәрмәһенме! Барыһы ла ағас башына үрмәләй башланы. Зәйнетдин эргәләге бер йыуаныраҡ ағасҡа менә һалып китте, ҡалғандар барыһы ла, ни эшләптер, арыраҡ ултырған йәш кенә ҡайынға үрмәләй. Иң алдан урыҫ Гриша, артынан Мөхәмәт, ҡалғандар ҙа ҡалышмай...

Мөхәмәт Гришаны ашыҡтыра:

- Гриша, давай-давай быстрее, лезь дальше, ищо дальше! Лезь, лезь быстрей! Күпмелер ваҡыттан тегеһе инәлә:

- Мухамат, дальше некуда!

Быларҙың ағасҡа үрмәләүен ҡыҙыҡ итеп күҙәткән Зәйнетдин иғтибарын айыу яғына йүнәлтте. Теге януар шул уҡ урында үкереп тик тора. Ныҡлабыраҡ ҡараны ла ҡысҡырып ебәрҙе:

- Ағайлар, айыу беҙҙең тоҙаҡҡа эләккән дә...

Барыһы ла төшә һалып, кем нәмә менән тура килә, ҡоралланып айыуға яҡынлашты. Иҫәнбай ағай уларҙы туҡтатты:

- Тороп тороғоҙ егеттәр, хәҙер тиҙ генә яҡын тирәнән төҙ генә, усҡа һыйып торорлоҡ мышарҙар ҡырҡып килтерегеҙ! Оҙонораҡ булһын!

Уның ҡушҡанын тиҙ үтәнеләр. Иҫәнбай мышар ағастарын әрсергә ҡушты, ә үҙе һәр береһен матур итеп ослап сыҡты.

- Инде был “һөңгөләр”ҙе айыуға ҡаҙайбыҙ. Һин Зиннур йөрәгенә тоҫҡа, йәме! Мин ҡабырғанан, һин Әхмей икенсе яғынан. Ҡалғандар ул-был була ҡалһа, ҡабатларға әҙер тороғоҙ. Асы Рәхмәт ҡарт ҡыш көнө айыу өңөнә осраһа, янында бер нимәһе булмаһа, туң мышарҙы ослап сәнсеп ала инем, тип һөйләгәйне миңә. Әле туң булмаһа ла, мышар-мышар булыр, ул. Ҡурҡмағыҙ, айыу ысҡынырлыҡ түгел, тоҙаҡ ныҡлы!

Сәнсеп алдылар айыуҙы, һуйып итен ауылға алып ҡайттылар, бабайҙар бар ауылда, барыһына ла тигеҙ итеп бүлегеҙ, тип ҡуштылар ҙа кире әйләнделәр.

Зәйнетдин шулай йөрөп, төрлөһөн күреп, ишетеп, тормош тәжрибәһе тупланы, эштә быуыны нығынды, беләккә көс ултырҙы, егет ҡорона керҙе.

Ярты ауыл туған, еңгәләре уны шаярта. Бигерәк тә Сафура еңгәһе уны барактары янында тотоп ҡосаҡлай ҙа:

- Их, ҡәйнешкәйем, саҡ ҡына алдараҡ тыумағанһың бит, үҙемдеке генә итер ҙә ҡуйыр инем һине, - тип уфтанған була.

- Һуң еңкә, боронғолар әйтмешләй, һин ни әле үк ярты минеке инте, - тип яуаплай инде бер аҙ теле сарланған егет тә.

Әрмегә оҙатҡанда шул Сафура еңгәһе:

- Һау бул  ҡәйнешкәйем, - тип күмәсте тешләтте лә, ҡалғанын сәй ҡурғашына төрөп келәт  түбәһенең өрлөгөнә ҡыҫтырҙы, - һинең иҫән-һау йөрөп ҡайтҡаныңды теләп ятһын!

II

Өс йыл әрмелә йөрөп ҡайтты, ә ул ҡайтып бер нисә йыл үткәс, хеҙмәт итеү ваҡытын ике йыллыҡҡа ҡалдырҙылар. Ҡайтыу менән Зәйнетдин өйҙәгеләргә мин хеҙмәт иткән ҡалаға кире китәм, унда һәйбәт эшкә урынлашырға була, тип әйтеп ҡуйҙы. Унда китеренең төп сәбәбен генә әйтмәне ата-әсәһенә.

Шунда уҡ тәүәкәлләмәне, инде ана хәлдәр нисек  үҙгәреп китте. Һай, әсәһе уҫал шул, оло улын ауылда ҡалһын, тиҙерәк өйләнһен, тип нимәләр генә ҡыланманы. Әллә кемдәрҙе димләп бөттө, үҙе әйләнгән һайын һамаҡланы:

- Бөтә ауылға мәсхәрә генә  иттең дәһа, Ер бит, ай Хоҙайым! Йә, ниндәй генәһен алырға теләһәң дә, барыһы ла риза булыр нисәмә ҡыҙ ауылда, юҡ, шул балалы бисәгә эйәләмәһәң. Сихырланы ғына баламды, сихырланы шул, албаҫты нәмәкәй!

Үҙе лә белә ул хәлен, тик ни эшләй алһын, эҫенде лә ҡуйҙы шул еңгәһенә. Барыһы ла үҙенең көндәре күп ҡалмаған, Зәйнетдингә туғанлығы бер нисә быуынға айырылған Ғәйфулла ағаһының бер көн өйөнә саҡырып килтереүенән башланды. Килеп кереү менән ағаһы уратып-суратып торманы, ниңә саҡырыуын ярҙы ла һалды:

- Миңә энекәй, был донъяла йәшәргә күп ҡалмаған, беләһеңдер, ауылда хәбәр тиҙ йөрөй. Кароче, тыңла! Еңгәңдең аҙып-туҙып йөрөүен теләмәйем, әле үк миндә уның ҡайғыһы юҡ. Сафура һин дә тыңла, ошо ҡәйнешеңдән башҡа берәйһен үҙеңә яҡынлатһаң, ҡара уны, әле мин һинең Аллаңды уҡытырлыҡ ҡына хәл табырмын. Ә һин энекәй, мин Йөйәк аръяғына киткәс, Сафураға өйлән, тип әйтмәйем, әммә, борондан ҡалған йола, еңгә ярты ҡәйнештеке, башҡа береһен дә уға яҡын юлатма! Ишетһен ҡолағың!

Зәйнетдин ысынды һөйләйме ағай, әллә уны һынап ҡарамаҡсымы, аңламаны, аптырап бер һүҙ өндәшә алмай уға ҡарап ҡатты.

Ғайфулла һау сағында ла Сафураны ныҡ тотто, әле лә ҡатыны унан шөрләп, бер һүҙ әйтә алмай, мейескә арҡаһын терәгән килеш иренә инәлесле ҡараштарын төбәгән.

- Йә, нимә, тип ҡаттың  унда, ултырта һал да өҫтәлгә һыйыңды, үҙең дә ултыр!

Сафура йүгереп йөрөп өҫтәлгә ашамлыҡтар теҙҙе, самауырын килтерә һалып ултыртты.

- Сығар тегене!

Өҫтәлгә “Московский” шешәһе килеп ултырғас, Ғәйфулла ятҡан урынынан ҡалҡынды, өҫтәл артына яй ғына атлап килеп ултырҙы.  Шешәне асып өс сынаяҡҡа араҡы ҡойҙо:

- Йә, тотоғоҙ, был беҙҙең өсөбөҙ генә белер серебеҙ булһын!

- Ғәйфулла-а...!

- Шым ултыр бисә! Һиңә һүҙ бирелмәгән, тот энекәш!

- Ағый, һин әллә нәмә һөйләйһең дә ул, булмаҫтайҙы. Мин еңгәне былай ҙа хөрмәт итәм, унан һуң, минең алыҫта яратҡан ҡыҙым ҡалды ...

- Мин бит һине уға әбизәтелнә өйлән, тип әйтәмме ни? Еңгәңә башҡаны яҡын юлатма, һиңә генә уның янына килергә рөхсәт, белдеңме шуны! Тот һауытты, һин дә бисә әйҙә эс, бөгөн рөхсәт!

- Ғәйфулла, ай, был ни эшләүең ул, ғүмерҙә булмағанды ҡыланаһың да...

- Шым тинем мин һиңә! Әле тере сағымда уҡ ҡулдан-ҡулға китергә итәһеңме, барып сыҡмаҫ. Әллә ишетмәй тиһеңме, төндәр буйы бушҡа балауыҙ һығып сығаһыңмы ни, мине йәлләмәйһеңдер моғайын, ниңә икәне билдәле.  Аңлайым йәш, самый ирһерәгән сағың, ә мин ... Эх, был донъя, был ҡәһәр ауырыу ныҡ ҡаптырҙы мине ҡармағына, ысҡынырлыҡ түгел...

- Йәлләмәй тиме ни, йәлләп илайым шул, йүнәлерһең Ғәйфулла, ышанайыҡ...

- Балнистан бушҡа ҡайтармайҙар, көндәр һанаулы, бисә. Ҡыҫҡаһы, минең әйткәндәрҙе икегеҙ ҙә аңлағанһығыҙҙыр, йә тағы берҙе тотайыҡ та, миңә урыныма ятырға ярҙам итегеҙ.

Карауатына яйлап урынлашҡас, бисәһенә бойорҙо:

- Сафура бар, ҡәйнешеңде оҙатып ҡуй!

Тышҡа сыҡҡас Сафура:

- Ҡәйнеш, был ни булды инде хәҙер? - Сафура Зәйнетдингә һынаулы ла, аптыраулы ла ҡараштарын йүнәлтте. Зәйнетдин:

- Еңгә бая әйттем бит, мин һине хөрмәт итәм, тип. Йәлләйем дә...

- Йәлләһәң ал ҡосағыңа ҡәйнешкәйем, ағайың әйтте бит, йола буйынса еңгә ярты ҡәйнештеке, тип. Ана хәҙер  бөтөнләй үҙеңдеке бул, тип ҡуша.

Сафура ҡапыл егеткә һыйынды, Зәйнетдин дә еңгәһен  ҡосаҡланы...

Шул көндән алып хәҙер байтаҡ ғүмер үтте, ағай тейеш Ғәйфулла ла хәҙер гүр эйәһе. Зәйнетдиндең еңгәһенә эйәләгәнен дә ауылда күптәр белә. Әсәһе менән атаһы был хәлде ишетеп улдарын әрләп тә, ҡурҡытып та ҡараны, тик инде ныҡ эҫенеп өлгөргән егет,  бер нисә көн бармай түҙә лә, ҡараңғы төшөү менән тағы таныш йортҡа һыпырта.

Тик шуныһы, еңгәһе һуңғы арала бал ҡойоуға әүәҫләнеп алды, үҙе һымаҡ яңғыҙ ҡатындар менән йыйналып ултырыуҙар ҙа йышайҙы. Зәйнетдин килһә уны ла эсергә ҡыҫтай. Тәүҙәрәк баш тартҡыланы ла, яйлап ул да эсештерә башланы. Әллә ниҙә магазинға ҡыҙыл араҡы ла килтерәләр, шул ваҡытта бисәләр Сафураға йыйылып байрам яһайҙар. Бындай ваҡыттарында Зәйнетдин еңгәһенә юлды онотобораҡ тора ла, аҙаҡ был хәл тағы ҡабатлана...

         Бер саҡ Сафураның әхирәте клубтан уны саҡырып сығарҙы:

         - Зәйнетдин, һиңә генә ышаныс, малай!

- Йә, ни булды Гөлйемеш апай?

- Бөгөн Сафура өй йыуырға өмәгә саҡырҙы, эш бөткәс, мунса кереп сыҡтыҡ та, әле хужабикә һыйлай. Беләң дә инде уны, саҡ ҡына ауыҙына алһа, әллә нимәләр уйлап сығара. Бәхәсләште Зөлхиҙә менән, ышанмайғыҙмы, кәрәк булһа, һеҙҙең күҙ алдында берәйһенән үҙемде яраттырам... Береһе лә ышанмай, Шәмсиә тегеләрҙең бер-береһенә биргән ҡулдарын “өҙҙө”. Әле Сафура миңә һине табырға ҡушты, теләһә кемде килтерергә мине кем тип беләһең, бар уны алып кил тиҙерәк, ти. Беләң дә инде, ул бит һине генә ярата. Әгәр бәхәстә отһа, һиңә бер литр вәғәҙә итте.

- Һуң ул  нисек булдырырға уйлай аны, бына ауһар бисә?

- Һин тыңла ғына, ҡалғанын Сафура үҙе атҡарыр. Хәҙер минең менән бараһың, бергә керәһең дә, мин кергәс бисәләрҙе әүрәтермен, ә һинтиҙ генә ишек яғынан шаршауҙы аса һалып, стена буйына арҡаңды ҡуйып карауатҡа ятаһың. Һинән башҡа бер ни ҙә кәрәкмәй.

Ысынлап та шулай булды. Сафура Гөлйемеш ингәндән һуң таҡмаҡ әйтә-әйтә бейеүгә төшөп китте. Таҡмаҡтары ла таҡмаҡ  һынлымы:

...Алмағастың ботағының

Тишегенең эсентә.

Һиңә генә ғашиҡ бултым

Ғүмеремтең эсентә...

Бейене-бейене лә, алдындағы һауытын төп күтәрә эскәндән һуң:

- Уф- уф-уффф! Башым шу һынным әйләнә ләһа! Гөлйемеш, һин унда ҡара, һыйла бисәләрҙе, мин саҡ ҡына ятып торам, - тигән булып, Зәйнетдин ятҡан карауатҡа өҫтәлдәгеләргә йөҙө менән ҡырын барып ауҙы.

Зәйнетдин, ысынлап та,  аңламай ҙа ҡалды, ҡайһы арала  Сафура Зәйнетдингә һырыҡты, аһылданы, уһылданы, урын оҡшамағандай борһаланды. Шунан ныҡ итеп йүткерә башланы, йүткергән һайын Зәйнетдингә нығыраҡ һырыҡты, йүткергән һайын бөтә кәүҙәһе һелкенде. Шулай, барыһы алдында зина ҡылдылар...

Тиҙ генә сығып та тайҙы егет. Шул ыңғайы Сафураның еңеүле, маһайыулы тауышы ҡолағына салынды:

- Ана, күрҙегеҙме, сығып та китте, әйттем бит мин һеҙгә, һеҙҙең күҙ алдығыҙҙа...

Артынан Гөлйемеш йүгереп сыҡты:

- Туҡта, ҡайҙа ашығаһың, тороп тор! Мә, булдырҙың, ир икәнһең!

Ике шешәне алъяпҡысын тағатып алып Зәйнетдингә һуҙҙы. Зәйнетдин, бер ни өндәшмәй араҡыларҙы уның ҡулынан тартып тигәндәй алды, сыртлатып яурын аша төкөрҙө лә, ҡапҡаны шартлата ябып сығып, кире клубҡа атланы. Килеп еткәс, уның урамында бер яртыны ауыҙынан ҡойоп эсте лә, икенсеһен иптәш егеттәренә тоттороп, өйгә ҡайтып  ауҙы. Ошонан һуң ул Сафураға аяҡ баҫмаҫ булды.

Бисәләр ауыҙында сер ятамы һуң, был хәбәр әллә нисәгә төрләнеп әсәһенә лә барып еткән.

III

...Аптырағандың аҙабы, әле бына ҡасып китеп бара. Ауыл советы әсәһенең тыуған ауылында, Зәйнетдин шунда туранан һыпыртты, тәүҙә тау аша күрше ауылға атланы. Тауҙы тиҙ генә артылғас, аҫта ятҡан ауылына оҙаҡ ҡарап торҙо. Ана аҫта ғына дуғаланып аръяҡ һыртын уралып сығып, уның тыуған ауылын уртаға бүлеп Инйәр аға, ике яҡта ла яр ситенән эреле-ваҡлы өйҙәр теҙелгән. Үҙҙәренең өйөн табып байтаҡ ҡарап торғас, тәүәккәл аҙымдар менән турыға яҡын ғына ятҡан күрше ауылға табан йоморо юлдан йүгереп төшөп китте. Унда кереп торманы, аяҡ кейемдәрен, салбарын сисеп, түбән осондағы кисеүҙе кисеп ары һыпыртты. Юлда Сафура тураһында уйламаҫ өсөн, әрмегә киткән саҡтағы мәлдәрҙе ҡабаттан барлай-барлай атлай...

...Әсәһе атаһын һуғыш осоронда күмер мейестәрендә эшләгән сағында аты ҡазаланғас төрмәгә оҙаттылар, тип һөйләне. Шул китеүенән уның тураһында бер хәбәр ҙә булмаған. Аяуһыҙ һуғыш осоронда ҡоротҡос атайың атты махсус рәүештә ҡазалатҡан, тип әсәһен дә иң ауыр эштәргә йәлеп иткәндәр, ҙур мейестәргә урмандан бер туҡтауһыҙ килтереп торолған әрҙәнәләрҙе ваҡытында тултырып өлгөрмәнеңме, норма үтәмәгән өсөн штраф сәпәй мастер. Сибек кенә ҡулдар менән ул мейестәрҙе нисек бирелгән ваҡытҡа тултырып булғанына аптырай Зәйнетдин. Һуңынан уны яҡлаусыһы юҡлыҡтан файҙаланып, тағы ла хәтәрерәк эштәргә йәлеп итәләр. Ҡыуғыны ла ҡалмай, диләнкәлә утын әҙерләү ҙә...

Ул саҡтарҙы иҫләп илап та алғылай ине әсәһе:

- Атайым тере булһа ул этлектәрҙе күрмәҫ инем әллә...,

- Һин улым олатайыңдың күпийәһе, шул тиклем дә оҡшар икән кеше, - тип йыш ҡабатлай ул.

Йәше еткәс, Биштарҙа эшләп йөрөгән Зәйнетдинде әрме сафына алдылар. Өс йыл  төҙөлөш батальонында хеҙмәт итте. Әллә ни йыраҡ та ебәрмәнеләр, күрше Пермь өлкәһендә үтте уның  хеҙмәте. Поезда тәүлектән ашыу Силәбе, Свердловск яҡтарынан урап барҙылар. Свердловск өлкәһен үтеп китеп, Пермь өлкәһенә килеп кергәс, уларҙың вагонына Зәйнетдин йәшендәрәк ҡыҙын эйәрткән бер урта йәштәрҙәге ағай ултырҙы. Үҙе самалы йәштәге тағы ла бер ағай ҙа бар яндарында. Ҡиәфәттәренә ҡарағанда  ҙур ғына урында эшләгән кешеләргә оҡшайҙар .

Бер аҙ әйберҙәрен урынлаштырып ул-был иткәс, тирә яғына ҡарарға ла ваҡыт таптылар былар. Ә ҡыҙ кеше вагонда ултырған егеттәргә бер генә күҙ йүгертеп алды ла, сумкаһынан китап алып уҡыуға мөккибән китте.

Эргәләрендәге хәрби кейемдәге “покупатель”дең әленән-әле Зәйнетдиндәргә бойороҡ биреп килгәненән егеттәрҙең хеҙмәткә алыныуҙарын, хеҙмәт урынына китеп барыуҙарын төшөнгән ағайҙар уларҙың ҡайҙан икәнлеген һораштырҙы.  Шунда уларҙың береһе Зәйнетдингә ҡараны ла, аптырап күҙҙәре ҙурайып китте. Шунан янында ҡыҙы булған иптәшенә төрттө лә, Зәйнетдингә күрһәтеп ымланы. Уныһының да ғәжәпләнеүе йөҙөнә сыҡты:

- Хәмит?

- Шул! Туҡта, улай тиһәң, ул бит...

- Эйе, ул теге ваҡытта уҡ ҡырҡтан уҙған ир ине лә.

Бик оҙаҡ үҙ-ара ярым бышылдап һөйләште ирҙәр. Шунан теге ҡыҙҙың атаһы Зәйнетдингә ҡарап һүҙ ҡушты:

- Улым, һин Башҡортостандың ҡайһы еренән булаһың?

- Белорет районынан.

- Асы тигән ауылдан түгелме һин балаҡай?

- Юҡ, инәйем шул ауылдан төшкән килен...

- Уның атаһының исеме кем?

- Хәмит! Ә ниңә һорашағыҙ, баянан бирле шул исемде ҡабатлайһығыҙ үҙегеҙ?

- Ә олатайың ҡайҙа әле?

- Ул, ул ... Һуғыш ваҡытында уны атын үлтергән өсөн төрмәгә ултыртҡандар. Шунан бирле бер хәбәре лә булмаған. Шунда үлгәндер ул...

Ағайҙар урындарынан тороп  киттеләр ҙә, “покупатель” лейтенантты тәмәке тартырға тамбурға саҡырҙылар. Кире кергәс улар сығырға йыйына башланылар. Ағайҙарҙың олорағы Зәйнетдиндән исем-фамилияһын, тыуған йылын, ауылын һорашты, йәнәшәһендәге ағайға    был мәғлүмәттәрҙе   яҙып алырға ҡушҡас,  өндәште:

         - Зәйнетдин улым, беҙ һинең олатайыңды белә инек. Шәп кеше ине ул. Әле һөйләп тормайбыҙ, ваҡытыбыҙ тар, инде килеп тә етәбеҙ, киләһе станцияла беҙгә, ә һеҙгә унан һуңғыһында төшөргә. Барыр урынығыҙҙы белдек, һине унда мотлаҡ эҙләп табырбыҙ, килештекме?

         - Ярар һуң!..

         Был хәбәргә ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәне. Аҙаҡ был ағайҙар ҙа олатаһы менән бергә төрмәлә ултырғандарҙыр, тигән һығымта яһаны ла, килһәләр ни эшләрмен икән, тип аптырап бер булды.

         Хәрби ант ҡабул иткәс уларҙы объекттарға эшкә тараттылар. Кемдер ташсы, кемдер монтажник, ә Зәйнетдин балта эше менән таныш булғас, төҙөлөштә түбә ябыу эшендә булды. Стропила ултыртыу, уларға ҡалай, шифер  түшәр өсөн таҡталар ҡағыу, фронтон, кәрниз төҙөү эштәренә ныҡлап өйрәнде егет. Белә, әрменән ҡайтҡас был һөнәр уға бик тә кәрәк буласаҡ.

         Бер көндө уны эшкә бармаҫҡа ҡуштылар,  янына кемдер килергә тейешлеген аңлаттылар. Оҙаҡламай уны КПП-ға саҡырҙылар. Унда полковник дәрәжәһендәге хәрбиҙе, янындағы майорҙы тәүҙә танымай ҙа торҙо Зәйнетдин. Танығас шатланып китте. Таныштары хәрби кейемдә булғас, элекке барлыҡ икеләнеүҙәре юҡҡа сыҡты егеттең.

- Зәйнетдин улым, беҙ һине алырға килдек, командирҙарығыҙ бер тәүлеккә рөхсәт итте. Бына пропуск! Хәҙер беҙгә барабыҙ, иртәгә шоферым һине килтереп ҡуйыр!

Ҡала ситендәрәк кирбестән һалынған шәхси йортҡа алып килде таныш ағайҙар. Өйҙә тәүҙә мөләйем хужабикә менән таныштырҙы хужа:

- Был хәләл ефетем Нәсимә ханым була, ҡыҙымды килгәндә күрҙең, уның исеме Әлфиә, мединситутта беренсе курста уҡый, оҙаҡламай ҡайтып та етер. Булат Әкрәм улы минең эштә урынбаҫарым. Ә, үҙем менән дә таныштырманым бит әле, Сабир Мирзаян улы булам. Хәрби округта бүлек начальнигы булып хеҙмәт итәм. Әйткәндәй, беҙ башҡорттар-Пермь башҡорттары булабыҙ, дөрөҫөрәге ғәйнә башҡорттары. Телебеҙ һеҙҙекенән айырыла, тик беҙ татар түгел, күптәр һөйләшкә ҡарап беҙҙе татар, ти ҙә ҡуя.

Өҫтәлдә һый бик мул әҙерләнгән, табынға ултырыр алдынан Әлфиә лә ҡайтып етте, Зәйнетдин менән элекке таныштар кеүек ихлас күреште ҡыҙ.

Өҫтәл артында Зәйнетдиндән өйҙәге хәлдәрҙе һорашты Сабир ағай. Әсәһе, атаһы, туғандары тураһында һөйләне егет. Әлфиә лә ҡыҙыҡһына, һорауҙары күберәк уларҙың тәбиғәте тураһында, ниндәй йылға, тауҙар  барлығы, ниңә улай аталғанын һораша. Барыһын да уның әрмегә тиклем ни менән шөғөлләнеүе ҡыҙыҡһындырҙы. Һигеҙҙе бөтөп урман эшендә эшләгән еренән әрмегә алыныуын һөйләгәс, Сабир Мирзаян улы Зәйнетдингә:

- Уҡырға кәрәк һиңә, бик башлы егет күренәһең, төҙөлөш буйынса техникумға инергә була, ә уны бөткәс институт тураһында ла уйларға булыр ине...

- Беҙҙең күп балалы ғаиләлә миңә уҡыу бик эләкмәҫ инде ул.

- Теләгең булһа уны ғына хәл итергә булыр ине.

Аштан һуң Сабир Мирзаян улы Зәйнетдинде үҙенең эш бүлмәһенә саҡырҙы. Булат Әкрәм улы менән икәүләп алмашлап уға Хәмит олатаһы тураһында һөйләгәндәре егетте аптыратты. Ана ниндәй булған икән уның олатаһы...

Төрмәлә саҡта һуғышҡа ебәреүҙәрен һорап ғариза яҙғас, Хәмит Хәмзинды штраф батальонына ебәрәләр. Һуғыштан алда әрме хеҙмәтендә булған олатаһын тәүҙә бронь менән металлургия комбинатының ағас күмере әҙерләү бүлексәһенә эшкә тәғәйенләйҙәр.  Ул туймаҫ мейестәргә ағас көнөн-төнөн ағыла. Эстакадаға ат йөктө тартып мендергәс, махсус ҡулайлама ярҙамында арбаны ҡырынайталар ҙа әрҙәнәне бушаталар. Бер саҡ, ҡулайлама төҙөк булмау сәбәпле,   әрҙәнәләр менән арба ла бергә оса,  ат та  аҫҡа тәкмәсә. Аяғы һынған атты иткә оҙатыуҙан башҡа сара ҡалмай. Ҡулайлама өсөн яуаплыны түгел, ә Хәмитте ғәйепле табып, уны шул көндө үк алып китәләр.

- Минең ғәйеп булмаһа ла мастер, дуҫын яҡлап, бар ғәйепте миңә япһарҙы, - тип һөйләне миңә олатайың. Быны Булат Әкрәм улы аңлатты Зәйнетдингә.

- Беҙгә ул штраф батальонында яраланғандан һуң, госпиталдә ятып дауаланғас килде. Мин Н-се уҡсылар полкының артиллерия начальнигы булдым, ә Булат Әкрәм улы минең ярҙамсым.  Олатайың артиллерист булды. Марш ваҡыттарында орудиеларҙы аттар менән һөйрәтәбеҙ. Шунда Хәмиттең аттар менән эш итә белеүе ныҡ ярҙам итте беҙгә. Уның оҫталығы арҡаһында һәр саҡ тәғәйен урынға ваҡытында һәм юғалтыуһыҙ барып урынлаша инек.

Беҙҙең Н-се уҡсылар полкы Днепрҙы аша сығыу өсөн һуғышта үҙен күрһәтте. Хәмит Днепрҙы аша сыҡҡас  Украинаның Одаровка ауылы янында дошмандың йән-тәслим һөжүмгә күсергә тырышҡан сағында һәләк булды. Ҡырҡ өсөнсөнөң 23 октябре көнө дошман танкыларының һөжүмен туҡтата алдыҡ, Хәмит орудиеһы ғына дошмандың өс танкыһын юҡ итте. Тик үҙе лә дошман снаряды ярсығынан һәләк булды. Беҙҙең асыҡ күҙәтеү пункты янында ғына урынлашҡайны Хәмиттәрҙең орудие расчеты. Бер “Тигр” беҙгә бик ныҡ яҡынайған ине. Тура наводка менән беҙгә төбәп атты, тигәндә Хәмиттәр беҙҙе ҡотҡарҙы. Хәмит ул саҡта ҡаты яраланған, шулай булһа ла атыуҙы дауам итте, танкты ул яндырҙы тине аҙаҡ расчет командиры. Иҫеңдә ҡалдыр, Украинала, Криничан районы, Одаровка ауылы янында ерләнек беҙ уны.

- Бел, олатайың Хәмит Хәмзин ысын ҡаһарман, бөркөт. Һин уның менән һәр саҡ ғорурлан Зәйнетдин! Йәл, Днепрҙы кискәндәге батырлығы өсөн награда ла юллап ҡарағайныҡ, штрафбатта булыуы ҡамасаулағандыр, килмәне…

...Шул ваҡыттан алып Зәйнетдинде Сабир Мирзаян улы үҙҙәренә йыш алып ҡайтты, иптәштәре хатта көнләшеп тә ала ине. Әлфиә менән бик дуҫлашып киттеләр. Ҡыҙ Зәйнетдин менән уның башҡортсаһында һөйләшергә өйрәнергә тырыша. Сабир ағай ҙа уларҙың дуҫлашыуына ҡаршы түгел, ахыры.  Ҡалаға йөрөргә бергәләп сығыуға ла рөхсәт итә. Киноға баралар, бер көн Башҡортостандың төнъяҡ-көнбайышынан килгән үҙешмәкәр артистарҙың спектаклен ҡаранылар. Уларҙың һөйләшен Әлфиә үҙҙәренекенә ныҡ оҡшағанына шатланды.

Ә бер увольнение ваҡытында Әлфиә Зәйнетдинде үҙҙәренең дачаһына алып барҙы. Баҡсала еләк йыйҙылар, йылғаға барып һыу инделәр, ҡомда ҡыҙындылар. Егет Әлфиәгә битараф түгел, улай ғына ла түгел, уның тураһында уйламаған көнө юҡ, ә бөгөн ул бар ҡыйыулығын йыйып Әлфиәне ҡосаҡлап алды, ҡыҙ ҡарышманы, ирендәр ҡушылды...

Беренсе булып Әлфиә айныны,  Зәйнетдинде үҙенән һаҡ ҡына этте:

 - Зәйнетдин, артығы ярамай...

...Бер-береһенә “яратам” һүҙен әйтмәһәләр ҙә, улар хәҙер осрашыуҙарҙы түҙемһеҙлек менән көтөп алалар. Тик әлеге һымаҡ аулаҡ урындарҙа осрашыуға Әлфиә башҡаса риза булманы. Инде Зәйнетдиндең ҡайтыу ваҡыты ла яҡынлаша. Әлфиә уның алдағы пландары менән ҡыҙыҡһына. Егет ҡайтып туғандарҙы ғына күреп киләм дә, бында эшкә килермен ул, тип хыяллана. Киске уҡыуға ла инергә булыр, сөнки Сабир Мирзаян улы төҙөлөш техникумына урынлашырға ярҙам итермен, ҡалырға теләгең булһа, тип тәүге осрашыуҙа әйткәндәрен ҡабатлап ҡуйҙы бер һөйләшкәндәрендә.

         ...Бер көндө Зәйнетдинде Булат Әкрәм улы килеп алды:

         - Оҙаҡҡа түгел, бөгөн төштән һуң кире килтерер Сергей, - тип руль артындағы таныш һалдатҡа ымланы.

         Машина бөтөнләй икенсе йүнәлешкә елдерә. Зәйнетдин аптырап:

         - Беҙ ҡайҙа барабыҙ, Әлфиәләргә түгелме ни Булат Әкрәмович?

         - Әлфиә янына, тик ул икенсе ерҙә.

         - Ул ҡайҙа һуң?

Машинала саҡта һорау яуапһыҙ ҡалды. Ике ҡатлы ҙур ғына йорт янында туҡтап кабинанан сыҡҡас ҡына Булат Әкрәмович аңлатты:

         - Дауаханала ята Әлфиә, һине янына саҡырҙы...

         - Нимә булды Әлфиәгә, әйтегеҙ тиҙерәк Булат ағай?

- Бына уныһы һинең үҙеңә яҡшыраҡ билдәлелер. Дә, егет мин һине башлы ғына, тип уйлап йөрөй инем, ә һин... Хәҙер Сабир ағайыңдың күҙенә нисек ҡарарһың икән?

- Бер ниҙә аңламайым, беҙҙең арала бер ниндәй ҙә насар хәл булманы.

- Йә, ярар, миңә аңлатыуың кәрәкмәй, Әлфиәнең хәле ауыр, һаташа, һине таптыра, әйҙә! Нәсимә ханым менән Сабир Мирзаянович та уның янында…

 

IV

 

…Зәйнетдин Шәреташты баҫҡыстан арҡанға тотоноп төштө лә, ярты сәғәттән бараһы еренә килеп тә етте. Ауыл советы башҡарма комитеты секретары Шәһивәли ағай урынында ине:

- Һо, энекәш килгән дә, йә ни йомош?

- Ағай иҫәптән төшөр әле, ҡалаға эшкә китергә  иткәйнем.

- Яраған, яраған, әтеү һаман өйләнмәй, аҙып йөрөгәнсе, шулай итеүең яҡшыраҡ булыр. Ҡана бир әле документтарыңды, бөгөн Инйәргә барып йоҡларға уйлайыңдыр инде, эйеме?

- Эйе, ағай, шулайтырға ине уй.

Тоғон сисеп, гәзиткә төрөлгән ҡағыҙҙарын ағайға һуҙҙы.

- Гәзитенән алып бир инде һин уларҙы, аҙаҡ кире төрөп алырһың.

Зәйнетдин, килгән кеше баҫҡан көйө терһәктәре менән таянырлыҡ, документ-маҙарын сығарып һалырлыҡ итеп күкрәктән аҫтараҡ итеп бүленеп, өҫтөнә яҫы таҡта түшәлгән ерҙә, төргәген тағата башланы. Тик унан паспорты, хәрби билеты, хеҙмәт кенәгәһе урынына тигеҙ итеп киҫелгән макарон йәшниктәренең ҡатырғалары килеп сыҡты.

- Инәйем!  Эх, темеҫкенеп, тәки алып ҡалған. Бөттө былай булғас, бөттө барыһы ла...

- Һуң, китер булғас ул документтарыңды үҙең ятҡан ерҙә йәшереп тоторға ине. Инәйең миңә лә килеп киткәйне ул, иҫәптән төшөрмә, килһә, тип инәлде. Мин ни, тотмаҫ инем һине, хәлеңде беләм бит, ағайың алты ауылда, һәр өйҙә нимә булғанын белеп тора, ошонда ғына ултырһа ла. Йә,  һинән башҡа энекәйләрең тағы үҫеп килә, ниңә тоторға инде итәгенә йыйып  барыһын да. Үткәндә лә әйттем мин уға, аңлаған һымаҡ булғайны ла, барыбер үҙенсә ҡыланған икән. Йә, аптырама, ҡайт та кире, ипләп кенә яңынан һөйләшеп ҡара!

Бар беҙгә, апайың сәй эсерер!  Ә, онотоп торам, был аҙна  ауылығыҙға һалым йыйырға ебәрә Ғоморҙаҡ ағай. Шул саҡта инәйеңә кереп сығырым, һөйләшерем ныҡлап. Һиңә әле киттең ни, киләһе аҙна киттең ни, әллә ни айырма юҡ.

- Инәйемте белмәйең шул ағай, ай белмәйең, Күрмәҫтең әллә ҡайһы еренә апарып тыҡты инде уларҙы, бирмәҫ тә...

Ҡулын һелтәне лә урамға сыҡты. Бер аҙ уйланып торғас әсәһенең һеңлеһенең өйөнә атланы. Апаһы, яңы әрменән ҡайтҡан энекәше Сафа өйҙәләр ине. Апаһы йүгереп йөрөп сәй әҙерләне, улы ҡайтыуына, тип ҡойған балы ла ҡалған булған, уны  моронло, тотҡалы ҙур фаянс сәйгунгә һалып утыртты. Ниңә килгәнен дә һорашып торманы, Зәйнетдин дә һөйләмәне, сөнки белә, әсәһе теге килгәнендә уға һөйләгән, әлбиттә. Бөтәүләй бешерә һалған йомортҡалар, майлы икмәк менән ике сынаяҡ сәй эсте лә рәхмәт әйтеп тороп китте. Энеһе менән ихатаға сығып, утынлыҡта тәмәке тартырға ултырҙылар.

Апаһының шимләп кенә ҡуйған һитә балы башына китә биргәйне. Сафаға хәлен һөйләп биргәндән һуң, ике ҡуллап башын ҡыҫып тотоп ыңғырашты:

- Бар пландарҙы селпәрәмә килтерҙе инәйем, әллә ҡайтышлай Шәреташ ҡаяһынан һикерәйем дә ҡуяйыммы икән, энекәш?

- Юҡты һөйләмә, шул да булдымы сәбәп!

- Мә Сафа, алып кил берәй яртымы, юҡ литр итеп ал, эсәйек бөгөн, йыуайыҡ минең ҡайғыны, - тип унлыҡ аҡсаһын һондо энеһенә.

- Аҡсаң әле кәрәк булыр ағый, ауылға ҡайтып әбейемдән ипләп кенә һорап ҡара, бирер ул паспортыңды.

- Юҡ инде, бар өмөттәр селпәрәмә килде энекәш, йә тиҙ йөрө, алып кил...

Сафа ағаһының ҡушҡанын үтәгәс, өйгә кереп ҡапҡыларға икмәк-маҙар алып сыҡты ла:

- Ағый әйҙә балнис тауына! Матур урынға, шыршылар араһына барып ултырайыҡ.

Шунда юл тоттолар. Ҡыҙып алғас тағы ла эс серҙәрен бушатты Зәйнетдин энеһенә, шунан һораны:

- Сафа, бына һин әйт әле, мин һаман да аптырайым, ул нисек яҡынлыҡ булмайынса, ҡыҙ көйөнсә ауырға ҡалып була ул, ә?

- Алдатҡан кәнишнә, ул ҡыҙыҡай, һине янында ҡалдырырға уйлаған, белтеш?

- Ә юҡ, энекәй, беләһеңме, Әлфиә ундай ҡыҙ түгел, ул мине һуңғы осорҙа бөтөнләй янына килеүҙе тыйҙы, аталарына барһам да йәшенеп тороп ҡалды. Унан, врач алдаймы ни?

- Улайһа, бер нисек тә аңлата алмайым ундай хәлде, нисек инде улай була? Ана тауыҡтар ҙа әтәс булмаһа ла йомортҡа һала, ә шуларҙы баҫтырырға һалһаң, атаһыҙ булып сыға. Бында ла шулай инде...

- Доктор ныҡ төпсөштө ул саҡта минән, осрашҡанда ни эшләй инегеҙ, тип. Мин ҡосаҡлашҡанды, үбешкәнебеҙҙе һөйләнем, йәшермәнем. Ул һаман да төпсөшкәс, бер көндө ҡомлоҡта уның менән  ҡосаҡашып ятҡаныбыҙҙы ла әйттем. Ҡосаҡлатты, үбештек, тик минең теләгем ни тиклем көслө булһа ла, яҡынлыҡ ҡылырға рөхсәт итмәне, тип әйтергә мәжбүр булдым. Ул тағы ла төпсөнөүен дауам итте,  минән, тәки, икебеҙҙең дә аҫ өлөшөбөҙ еүешләнеп бөтөүен барыбер әйттерҙе. Шунан ғына тыныс ҡалдырҙы мине.

- Нейә, һеҙ ни ҡомда ғына ҡыҙынғанһығыҙ ҙа инде, сер яланғас ятмағанһығыҙҙыр ҙа. Әллә башҡа берәй ваҡыт та шулай икәүҙән-икәү ҡалдығыҙмы? Һин  ауыл малайы, тәжрибәң дә булмауы бар бит әле...

- Әйтәм бит, Әлфиә  башҡаса ундай осрашыуҙарҙан ситләште.

...Врач кабинетынан сыҡҡас уға Нәсимә ханым менән Сабир Мизаян улы тап булды. Бер һүҙ өндәшмәй уға күтәрелеп ҡаранылар. Унан урындарынан тороп врач кабинетына йүнәлделәр. Сабир ағай, ишек тотҡаһына тотонғас, артына әйләнеп, Зәйнетдингә өндәште:

- Бар,  Әлфиә янына кер, ул һине таптыра! Тик ҡара уны, һаҡ бул, уға борсолорға ярамай!

Зәйнетдин йомшаҡ ҡына баҫып палатаға керҙе, карауат янындағы урындыҡҡа ултырҙы. Әлфиәнең ике ҡулынан тотҡас, ул күҙҙәрен асты:

- Килдеңме?- һөйгәненең тауышы бик хәлһеҙ сыҡты.

- Хәлең нисек Әлфиә, ни булды һиңә?

- Бына шулай хәлдәр беҙҙең Зәйнетдин. Христос әсәһе Мария  нурҙан ауырға ҡалған, мин дә бына...

- Нисек? Аңламайым бер ни ҙә! Доктор ҙа саҡырып керетеп  әллә нәмәләр һорап бөттө, булмағанды булдымы, тип төпсөнә, - тип һөйләнде аптырауға ҡалған егет...

- Шулай, бына ҡыҙ көйө...

- Һуң улай нисек инде, Әлфиә?

- Була икән шул, ярай аптырама, теге көн ҡомлоҡта килеп сыҡҡандыр ул хикмәт... Онот ул турала, мин һиңә йәбешмәйем бит, ҡурҡма, атайым да, әсәйем дә һиңә бер һүҙ әйтә алмаҫ. Мин үҙем ғәйепле, медик булырға уҡыйым, ә... . Тура ҡайттыҡ та киттек бит, һис юғы, тағы бер тапҡыр һыу керергә булған.

Аптырама, доктор миңә операция яһап яралғыны алырбыҙ, һин ҡыҙ көйө ҡаласаҡһың, тине миңә. Кейәүгә сығырһың, туйыңда гөрләтербеҙ әле, ти. Ярай, Зәйнетдин, беҙҙең һөйөү тарихы ошоноң менән бөттө, тип иҫәплә. Хушлашайыҡ!

- Ә мин? Минең тойғолар тураһында уйланыңмы һин Әлфиә? Мин бит һине яратам. Мин хәҙер өйгә ҡайтып та тормайынса бында эшкә ҡалам, баланы тап, Әлфиә, беҙ бергә булырға тейешбеҙ!

- Юҡ йәнем, мин үҙ хәлемде беләм, ауырыу мин хәҙер. Баланы тапмаясаҡмын, шулай хәл иттем. Мине ҡыҫып бер ҡосаҡла ла тиҙерәк сыға һал! Һиҙәм, ауырыуым тағы башлана!

- Әлфиә! Тыңла, мин кире әйләнеп килемен, мотлаҡ!

- Юҡ, тинем мин һиңә, сыҡ янымдан, тиҙерәк! - Әлфиәнең йөҙө танымаҫлыҡ үҙгәрҙе лә ҡуйҙы. Аңланы Зәйнетдин һөйгәненең хәлен, ныҡ итеп ҡосаҡлап үпте лә сығып китте.

- Йә, Әлфиә нимә тине һиңә? - Сабир Мирзянович өмөтлө ҡараштар менән ҡаршы алды уны.

- Сабир ағай, ул мине ҡыуып сығарҙы, башҡаса килмә, тине.

- Доктор аңлатты беҙгә, һинең дә, уның да ғәйебең юҡтыр,   тик был хәл ҡыҙыбыҙҙың писихикаһына ныҡ тәъҫир иткән, шуның өсөн дә хәле арыуланғансы дауаханала ҡаласаҡ. Доктор шулай кәрәк, тине. Әле, тимәк, тағы ла ныҡ тулҡынланды. Башҡаса килмә инде йәме, Зәйнетдин! Тыныс ҡына тыуған яғыңа ҡайт та, кире килер булһаң үҙең ҡара, тик мине күрмәйенсә Әлфиә янына бармаҫҡа, хат та яҙмаҫҡа килешәйек! Булдымы? Ярай хуш! Әсәйеңә олатайың яҙмышы тураһында һөйләрһең!

...Шуларҙы иҫенә төшөргәс Зәйнетдиндең күҙҙәре йәшләнде.

- Мин бит унда барып йыраҡтан булһа ла уны тағы бер күрергә өмөт итә инем Сафа энекәш, их был донъя. Булманы, булманы-ы-ы! 

Шунан еңе менән күҙ йәштәрен һөрттө лә энеһенә бойорҙо:

- Ҡара әле, баяғынан аҡсаң ҡалғандыр, бар әле тағы берҙе килтер!

- Ағый етмәҫме икән быныһы ла, әле эсеп тә бөтмәгәнбеҙ?

- Бар, тиҙәр һиңә, мә, өҫтәп тағы ла берҙе ал!

 

V

 

Ни эшләһен, Сафа ағаһын тыңларға мәжбүр булды, килде лә хәбәрен һөйләне:

- Ағай, әйҙә берәйҙе тотайыҡ та, мин һиңә бер яңылыҡ әйтәм, бына Мәрзиә апай колбаса ла киҫеп бирҙе, ҡоро икмәк ҡабып, мин ни иҫерә лә башланым ул. Закуска әйбәт булһа башҡа ла ныҡ һуҡмаҫ, ивет!

- Һуҡһын, иҫерәм тигәс, иҫерәм бөгөн...,- төп күтәрә эсте лә тағы бойорҙо, - һал тағы ла!

- Тороп тор әле ағый, һуң, бер нәмә һөйләйем тинем дә!

- Йә, һөйлә һуң тиҙерәк!

- Хәҙер! Тыңла ағый, ана балнистың ваннаһында эшләгән медсестра Ғәлимә бар бит әле, шуның менән ҡаланан ҡайтҡан күрше ҡыҙын күрҙем. Әле генә анау тоҙ шишмәһе янындағы таҡта һарайға ванналар ҡуйылған ергә киттеләр. Вәт шәп ҡыҙ, белгең килһә!

Арыу ғына иҫерә төшкән Зәйнетдин энеһенә өндәште:

- Аны нейә тәүҙә үк әйтмәйең, әйҙә әле күрәйек, ниндәй ҡош икән!

- Тороп тор, ағый, хәҙер быларҙы йыйыштырып ҡына тултырайым да...

Сафа алдан төштө, Зәйнетдингә хәҙер барыбер, кем менән булһа ла танышам да, алам да ҡайтам, тип һөйләнә-һөйләнә уның артынан  сайҡалыбыраҡ атлап эйәрҙе.

Ванна бүлмәләрендә инде ҡабул итеү бөткән, Ғәлимә эргәһендәге сибәркәйҙе таныштырып йөрөй:

- Бына был кранды тәүҙә асаһың -  унан анау ҙур бактан эҫе һыу килә, шунан икенсеһен, һыуыҡ һыу килгәнен асып, ҡулың бешмәҫлек итеп көйләйһең дә яртылаш тулһа туҡтатаһың. Кешеләр килә башлаһа, ҡырҡ градус самаһына ҡалһа була инде.  Аҙаҡ, ятып сыҡһалар, аҫтағы клапанды асып һыуын ағыҙып ваннаны йыуып сайҡатаһың да яңынан тултыраһың. Тиҙ өйрәнерһең, әллә нәмәһе юҡ уның.

Шунан ишекте асып килеп кергән Сафа менән Зәйнетдинде күреп ҡысҡырҙы:

- Эй-эй, бөгөнгә ҡабул итеү бөттө, һуңланығыҙ егеттәр, иртәгә иртән килерһегеҙ...

- Ә беҙгә бер еребеҙҙе лә тоҙларға кәрәкмәй Ғәлимә апай, бына бая минең күршене алып китеп барғаныңды күреп киләбеҙ. Зәлифә күрше, әллә эшкә сығырға йөрөйһөңмө, нимә ҡала икмәге килешмәнеме ней, кире ҡайттыңмы? Әйҙә сыҡтыҡ, был эш һиңә кәрәкмәйәсәк, бына егеттең ниндәй аҫылын килтерәм һиңә, әйҙә-әйҙә таныштырам.

- Һы, мине ниңә ҡайғыртыр булып киттең әле Сафа күрше? Ул ниндәй күрмәгән-белмәгән кавалер таптың ул миңә?

- Оһо, ҡалала матур итеп һөйләшергә лә өйрәнгәнһең күрше. Дә, кавалерҙың да кавалеры!

Ғәлимә лә ҡыҫылды хәбәргә:

- Ә ул кавалер ни эшләп шым ғына тора әле үҙе?

- Ә мин ней, ана Сафа энекәшкә тапшырҙым да яусылыҡ бурысын, булдырамы икән, шуны ҡарап торам ул. Һаумыһығыҙ ҡыҙҙар, әйҙәгеҙ танышайыҡ, мин Зәйнетдин, ошо Сафаның ике туған ағаһы булам, кемегеҙ оҡшай, бөгөн үк кәләшлеккә алам да ҡайтам.

- Мине оҡшатам тиһәң, саҡ ҡына һуңланың туғанҡай, элегерәк килһәң, бәлки өлгөрөр ҙә инең, мин тамғалы ҡош хәҙер... Былай ҡарап тороуға арыу ғына күренәһең дә, тик “һалдырып” алғанһың түгелме? Мин Зәлифә әхирәтемдең алай эскесе егет менән танышыуын бер ҙә теләмәйем.

- Ғәлимә апай, бөгөн сәбәбе бар, минең әрменән ҡайтҡанды йыуҙыҡ, уның мине әрменән ҡайтҡас әле тәүгә күреүе. Улай эсеп-туҙып йөрөгән егет түгел ул. Шул минең ҡайтыу хөрмәтенә генә ана шыршылар янында ултырып алдыҡ та...

- Ысынлап та, һеҙ Сафаның күршеһе бит, аңлауымса. Уның әрменән ҡайтыуын бергәләп билдәләүҙе дауам итһәк, шуға нисек ҡарайһығыҙ һылыуҙар? Шунда ныҡлап танышырбыҙ ҙа.

- Вәт шәп була, Ғәлимә апай, әйҙәгеҙ саҡ ҡына ултырабыҙ!

- Юҡ инде туғанҡайҙар, әйттем бит, мин хәҙер тамғалы тип, эш бөттө, миңә ҡайтырға ла кәрәк, еҙнәгеҙ ҙә эштән ҡайта хәҙер...Зәлифә үҙе хәл итһен ни эшләргә.

- Юҡ-юҡ, мин дә һинең менән...

 - Һуң, күрше, тороп ҡал, минең хөрмәткә...

- Юҡ, тигәс юҡ инде! Ул нишләп мин егеттәр менән тауға яңғыҙ сығып китәйем, башыма тай типкәнме әллә минең.

- Ә һин миңә оҡшайһың, Зәлифә! Әйҙә, миңә кейәүгә сығаһыңмы?

- Ҡара-ҡара бынауыны. Танышып та бөтмәне, кейәүгә сыҡ, тей ҙә башланы, - Ғәлимә рәхәтләнеп көлә башланы.

- Ә ниңә, бының һымаҡ аҫыл ҡоштарҙы шунда уҡ эләктермәһәң өлгөрмәй ҙә ҡалырһың, башҡа берәйһенеке булыр ҙа ҡуйыр.

- Ә бәлки булғандыр ҙа, белмәйһегеҙ бит!- ҡыҙ шаян йылмая. Сафа  уға ҡарап йылмая:

- Юҡтыр ул, ҡаланан ҡайтып килгәс, унда эләктерә алмағандарҙыр, ә ауылға ҡайтыуыңа өсөнсө көн генә, тинең үҙең бая күргәс тә... Мин ишетер инем, ундай хәбәр самолеттан шәберәк йөрөй.

Ҡайһы арала Ғәлимәнең ҡайтып киткәнен дә һиҙмәнеләр, тик нисек кенә Зәлифәне өгөтләмәһендәр, ул егеттәр менән баяғы тау итәгендәге урынға барырға ризалашманы.

Шунда Зәйнетдингә дыуамал уй килде лә, энеһенә өндәште:

- Йә, ярар әләйгәс, әйҙә Сафа энекәш, Зәлифәне өйҙәренә тиклем оҙатып ҡуяйыҡ!

Ҡыҙ риза булды:

- Әйҙәгеҙ һуң, һеҙгә  етәр байрам итеүегеҙ, Сафаларға барағыҙҙыр, күршелә генә бит...

Юл буйына байтаҡ айныған Зәйнетдин Зәлифә менән һөйләшеп барҙы, Сафа уларға ҡамасауламаны, артҡараҡ ҡалып атланы. Зәлифә йәшереп торманы, ҡалала һөнәрселек училищеһын тамамлағас ашханала эшләй башлаған. Һөймәлекһеҙ берәү артынан да ҡалмай эҙәрлекләй башлағас, эштән сыға һалып ҡайтҡан да килгән. Зәйнетдин дә ҡалаға сығып китергә уйлағанын, тик әсәһенең документтарын һалдат тоғонан алып ҡалыуын көлә-көлә һөйләне:

- Бәлки, яҡшыға булғандыр әле, бына һине осраттым да Зәлифә...

- Ә һин башҡаларға оҡшамағанһың, алсаҡ, моғайын һәйбәт кешеһеңдер. Әсәйең һиңә этлек ҡылған, ә һин уны яманламайһың да.

- Әйтәм бит Зәлифә, ул уны миңә яманлыҡ ҡылам, тип эшләмәгәндер, уҫал булһа ла, һәйбәт кеше ул минең әсәйем. Бына, бәлки, һиңә һәйбәт ҡәйнә лә булыр. Ысын әйтәм, сыҡ миңә кейәүгә Зәлифә!

- Ҡара әле, һин ни ағай, ысынлап тороп...

Был арала улар Зәлифәләр ҡапҡаһы төбөнә килеп туҡтағайнылар. Зәйнетдин Сафаны саҡырҙы ла:

-Энекәш, мин хәҙер Зәлифәне оҙатып өйөнә керәм, ата-инәһе менән танышып та сығам. Һин бар ҡайта тор, - тине лә,  уның ҡолағына бышылданы, - ҡайтып инәйеңә әйт, минең арттан керһен, хәҙер Зәлифәне һоратабыҙ. Сафа башын ғына ҡаҡты ла, йүгереп үҙҙәренә кереп тә китте.

- Зәйнетдин ағай, һин һаман шаяртаһың, улай ярамай бит!

- Юҡ, Зәлифә, мин хәҙер бүтән бер ваҡытта ла булмағанса етди, шаярыу уйымда ла юҡ!

- Үҙеңдең яратҡан ҡыҙың барҙыр ҙа, ышанмайым...

- Бар ине, инде юҡ, юғалды ул хәҙер минең өсөн, мәңгегә юғалды Зәлифә!

- Нисек инде юғалды?

Шул саҡ Сафаларҙың ҡапҡаһы асылды. Иң алдан Зәйнетдиндең әсәһе йүгерә-атлай килгәне күренде:

- Зәйнетдин, балаҡайым! Кисер инде мин ауһарҙы.  Ни булғандыр, кистән йыйынғаныңды күреп ҡалдым да йәшерҙем дә ҡуйҙым шул дүкәмитләреңде. Иртән сығып киткәнеңде белгәс, үҙемде ҡайҙа ҡуйырға белмәй йөрөнөм дә, артыңдан сығып киттем! Ҡайҙа ғына булдығыҙ, мин ни,  килеп еттем дә, бына апайың менән һине ҡайҙан ғына эҙләмәнек, береһе лә күрмәй ҙә белмәй... Асыуланма инде улыҡайым, иртәгә ҡуҙғалырһың, йәме!

- Юҡ инде иней, һуңланың, шул. Алдан уйларға ине! Мин бер бәхетемде юғалтып, икенсеһен таптым, шикелле. Таныш бул, был Зәлифә булыр!

Зәйнетдин был минутта  уға  һүнгән өмөттәрен яңынан ҡабыҙып ебәрер мөмкинселек кире ҡайтарылғанын тулыһынса аңларлыҡ хәлдә түгел инеме, әллә егет һүҙе бер була тинеме, әсәһе менән апаһына түҙемһеҙләнеп өндәште:

- Йә, һеҙ түгел инеме ни мине ни булһа ла өйләндерергә тырышыусылар? Барығыҙ, керегеҙ, танышығыҙ буласаҡ ҡоҙаларығыҙ менән, һөйләшегеҙ, килешегеҙ, әллә үҙемә үҙем яусы булайыммы? Барығыҙ, бар керегеҙ, ниңә аптырашып ҡаттығыҙ?

 

 Авторҙан: Инде һикһәнгә етеп килгән Зәйнетдин ҡарт менән әңгәмәләшкәндә башынан үткәндәренең әллә күпме ваҡиғаларын аҡтарҙыҡ. Ҡайтыр саҡта,  ағайҙың тағы ла әйтергә теләгәне ҡалған булған икән, өҫтәп ҡуйҙы:

- Тормошома зарланмайым, ҡарсығым менән һәйбәт йәшәнек, балаларым да бына тигән итеп донъя көтә, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ ҙә хәҙер үҫеп еттеләр инде. Ғүмер буйы оҫталыҡ эшендә булдым, күптәрҙе өйлө итеп, бәхет өләштем. Ҡайҙа ғына саҡырһалар ҙа, эшемде ауылыма дан булһын, тип эшләргә тырыштым!

Тик ғүмер буйы алыҫта ҡалған мөхәббәтемде һағынып йәшәнем, барып күрә алманым, шуныһы үкенескә ҡалды...

Ринат ШӘЙБӘКОВ.

ФОТО:wallpaperscraft.ru

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: