Бөтә яңылыҡтар

Фәйрүзә (хикәйә)

Бергөн урамға уйнарға сыҡҡанда ҡоҙоҡҡа йығылып төшкән. Зәки ағай күреп ҡалмаһа, шундуҡ үлгән дә булыр ине. Биленә бау бәйләп, боҫо борҡорап торған ҡоҙоҡҡа һикергән Зәки ағай. Баланы алып биргән, әммә үҙе, кейеме туңып, боҙ ҡулсаға ҡыҫылып ҡалған. Ни аҫҡа төшөрөп, ни өҫкә тартып алып булмай, ти.

Фәйрүзә (хикәйә)
Фәйрүзә (хикәйә)

Фәйрүзә, кискелеккә сәй ҡуйып, Миңлегөлдөң ҡайтыуын көттө. Аш-һыуын әҙерләп өҫтәлгә ултыртҡас, балконға сыҡты. Көҙгө һалҡын саф һауа тынын иркенәйтеп ебәрҙе. Аҫта кемдер машинаһы менән мәж килә. Һары төҫ кергән япраҡтар, ботаҡтарынан өҙөлөп, әкрен генә тирбәлешеп ергә төшөп яталар. Әле ҡасан ғына йәшеллеккә төрөнөп шаулаша ине ошо ағастар. Ҡайһылай тиҙ үтә был ғүмер тигәнең. Фәйрүзәнең күңеле бойоғоп ҡуйҙы. Һуңғы ваҡытта ул ниңәлер болоҡһой ҙа тора. Гел бер төрлө тормош ялыҡтырҙы әллә. Балалар йортонда шаулы тормошҡа өйрәнгәйне ул. Ашнаҡсылар курсын тамамлағас, үҙе теләп төҙөлөшкә китте. Оҡшай ине уға унда. Нәбиулла килеп осрамаһа, шул төҙөлөштә тороп та ҡалған булыр ине, бәлки...

Боҙоҡ уйлы, әшәке кешелер тип уйламағайны уны Фәйрүзә. Уғаса яҡшы кешеләр генә тап килде Фәйрүзәнең тормош юлында. Гел изгелек кенә иттеләр. Етемлеген дә һиҙмәй үҫте. Нәбиулла ла һәйбәт кешелер тип уйлағайны. Яңылышҡанын һуңынан ғына аңланы. Ярай әле үҙендә ҡаршы торорлоҡ көс тапты. Ошо ҡалаға килеп урынлашыуына ла өс йыл тулып уҙҙы. Шау-шыуһыҙ бәләкәй ҡала Фәйрүзәгә оҡшай ҙа һымаҡ, тик күңеле үҙенә һис тыныслыҡ таба алмай.

– Нимә, фәрештә кәрәкме Һиңә, фәрештәләр юҡ ул донъялыҡта. Таба алмаҫһың...

Нәбиулланың ҡарлыҡҡан имәнес тауышы әле лә ҡолаҡ төбөндә зыңлап торғандай.

Юҡ, фәрештә эҙләмәне Фәйрүзә. Кешеләрҙең эскерһеҙ саф күңелле, бер-береһенә һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булыуына инанып үҫте ул.

Нәбиулла төҙөлөштә баш инженер ине. Һомғол буйлы сибәр егетте Фәйрүзә тәүҙә үк оҡшатты. Ыҫпай кейенергә яратҡан кеүек оҫта һөйләй ҙә ине ул. Ҡыҙҙар алдында һандуғас һымаҡ һайрай, ир-ат араһында тауышында тимер зыңы яңғырай, ҡул аҫтындағыларҙы ҡоро тота. Участка хужаларын йыйып ҡыҙҙырғанын Фәйрүзә бер нисә тапҡыр үҙе ишетеп торҙо, һүҙҙәре тос, ҡәтғи ине баш инженерҙың. «Шулай ҡаты тотонмаһаң, бынау ҡәҙәре халыҡты нисек тыңлатмаҡ кәрәк», – ти ине.

...Осрашып оҙаҡ йөрөмәнеләр. Бер үҙе бер вагонда йәшәгән Нәбиулла бергә торорға тәҡдим итте. Егермеһе саҡ тулған ҡыҙ нимә тиһен? Икеме-өсмө көн аңҡы-тиңке үҙ алдына уйланып йөрөнө лә – күнде. Ярата ине ул Нәбиулланы. Таныш-белештәренә өндәшеп, мәжлес һымаҡ нәмә ойоштороп алдылар ҙа бергә йәшәй башланылар. Яҙылышыу мәшәҡәтен дә һуңғараҡ ҡалдырып торҙолар. Эшләгән урындары ни, ҡола ялан, яҙылышыу өсөн илле-алтмыш саҡрымдағы ҡасабаға барырға кәрәк. Төҙөлөш контораһы ҡалала. Нәбиулла күп ваҡытын ҡала менән төҙөлөш араһында йөрөп уҙғара. Ҡайһы саҡта аҙна буйы Фәйрүзә янына ҡайтмай. Уныһына ла түҙҙе Фәйрүзә. Нәбиулла йыш эсә башланы. Эсеп ҡайтҡан һайын, кеҫәһенән ус-ус аҡса сығара.

Йәмһеҙ һүҙҙәр менән һүгенә-һүгенә аҡсаларын сумаҙанының төбөнә тултыра. Фәйрүзәнең иҫе китә торғайны. Матур һүҙҙәр һөйләп, башҡаларға аҡыл өйрәтеп йөрөгән кешегә шундай әшәкелек, аҡсаға табыныу ҡайҙан килә икән? «Эскән мәлендә генә шулайҙыр, бәлки», – тип йыуата ине Фәйрүзә үҙен.

Нәбиулла эргәһенә яҡын-тирә колхоз, совхоз хужалары килә. Төнө буйы һөйләшеп ултыралар, һүҙ төҙөлөш, колхоз, совхоз эштәре хаҡында бара.

– Миңә, Нәбиулла Муллағәлиевич, фәләнсә торба кәрәк...

– Беҙ, Нәбиулла туған, вентиль, насосҡа мохтаж...

Нәбиулла яуапһыҙ ҡалмай: «Уйлашырбыҙ. Ҡулдан килгәнсә булыр...» – ти.

Бындай һөйләшеүҙәр ғәҙәткә инеп киткәнгә Фәйрүзә иғтибар ҙа итмәй ине күп ваҡыт. Өсөнсө участка начальнигы Туйсынбаев хөкөм эскәмйәһенә ултырғас ҡына «эште» аңланы Фәйрүзә: төҙөлөш материалдарын Нәбиулла ситкә осора, ә бүтәндәр яуап бирә, хөкөмгә тарттырыла.

...Фәйрүзә уйлағанын әйтте. Иренең күҙҙәре ҡоторған эттекеләй аларып китте. Йыландай ыҫылдап, Фәйрүзәгә ташланды. Ошо мәл ашнаҡсылар бригадиры Зөлхиҙә апай килеп инмәгәндә, Фәйрүзә Нәбиулланың аяғындағы дағалы итеген дә һалмай типкеләүенән имгәнер ине, моғайын.

– И... и... туғанҡайым. Йәш кенә көйө башыңды тыҡтың... Зөлхиҙә апай көйәләнде. Фәйрүзәне үҙҙәренә алын ҡайтып күңелен йыуатты, йоҡларға ҡалдырҙы. Бына шулай яңылышҡайны Фәйрүзә.

Бер ҡатлылығы, һәр кемгә балаларса ышанып барғаны өсөн үҙен өҙгөләп ташларҙай булды. Ошо ҡалаға күскәс, йөрәк әрнеүе баҫылып, тынысланып йәшәй башлаған кеүек ине. Яңғыҙлығына ла күнгәйне. Миңлегөлдө осратҡас, әллә нимәгә елкенде лә киттесе күңеле. Ялҡын һымаҡ шул ул Миңлегөл үҙе лә. Һис тә ауыл ҡыҙы тимәҫһең.

Миңлегөл ҡалаға китапханасылар курсына килгәйне. Ҡунаҡханаға урынлаша алмай торғанында Фәйрүзә осраны. Оҙон толомло, аҡ түңәрәк йөҙлө һылыу ҡыҙ таныш һымаҡ тойолдо Фәйрүзәгә.

– Һеҙ (Фәйрүзә үҙе балалар йортонда тәрбиәләнгән ҡала исемен әйтте) шунан түгелме?

– Юҡсы, – тип аптыран ҡалды Миңлегөл, үтеп барған сибәр ҡатындың туҡталып шулай һорашыуынан.

Ҡуҙғалып бер аҙ киткәс, тағы ниндәйҙер көс туҡтатты Фәйрүзәне.

– Ә ҡайҙан?

– Ҡамышлынан.

– Ҡамышлы, Ҡамышлы, – тип ҡабатлап торҙо Фәйрүзә. Нимәлер хәтерләтә һымаҡ ине уға был исем. Иҫенә төшмәне, һөйләшеп киттеләр. Фәйрүзәнең фатиры ике бүлмәле. Бер үҙе йәшәп ята.

– Әйҙә, үҙемдә торорһоң, – тип Миңлегөлдөң әйберҙәрен ҡулына алды.

Бына аҙна тирәһе улар бергә йәшәй. Бер аҙна йәшәйҙәр ни бары, ә Фәйрүзә Миңлегөлдө әллә ҡасандан белә һымаҡ. Бер-береһенә шундай тиҙ эйәләшеп киттеләр. Миңлегөлдөң йәшлек дәрте Фәйрүзәгә лә күсә бара кеүек.

Фәйрүзәнең уйҙарын бүлдереп ишектә ҡыңғырау шылтыраны.

Ике бит осо алмалай ҡыҙарып ҡайтып ингән Миңлегөл тупһа төбөнән үк бытылдарға тотондо.

– Бөгөн өс пар лекция, сыҙар әмәлем ҡалманы. Өйҙәгеләр менән һөйләштем. Переговорныйҙа сәғәт ярым ваҡытым үтте.

– Өйөгөҙҙә барыһы ла иҫән-һауҙармы һуң?

– Иҫән-Һау. Һиңә суҡ-суҡ сәләм күндерҙеләр.

Миңлегөл плащын сөйгә элеп ҡуйғас, Фәйрүзәне ҡосаҡлап өйрөлдө.

– Фән кандидатың килмәнеме?

Миңлегөл күҙ сите менән Фәйрүзәгә ҡарап алды.

– Ул бүтән килмәйәсәк. Беләһең бит, Миңлегөл, ә барыбер һорайһың. Мин уға башҡаса килеп йөрөмәҫкә ҡуштым.

– Һинең ҡушыуың бер нәмә, уның үҙ эшләпәһе башында.

Фәйрүзәнең күңелһеҙләнеүен күреп, Миңлегөл һүҙҙе икенсегә борҙо.

– Әй, Фәйрүзәкәйем, бүре һымаҡ асыҡтым.

Фәйрүзә Миңлегөлдөң ҡыланыуына көлөп алды.

– Бүре лә асығыуын танауына ит еҫе бәрелгәс кенә беләме икән әллә?

Ҡыҙҙар һөйләшә-һөйләшә ашап алдылар.

– Фәйрүзә, онотоп торам, миңә тиҙ генә ҡунаҡханаға барып килергә кәрәк. Иртәгәлеккә бер урын алып ҡуйырға ҡуштылар. Ауылдан бер ағай килмәксе. Әсәйем ике һүҙенең береһендә шуны тылҡыны. «Онотоп ҡуйма, вокзалда йоҡлап йөрөмәһен», – тине. Аяныс яҙмышлы кеше инде ул Зәки ағай. Ауылда уны һуғыш инвалиды тип йөрөтәләр. «Ҡалала алаһы әйберҙәре бар. Мөгәзәйҙәргә үҙең йөрөт», – тине.

– Ә ниңә йөрөтөргә, үҙе йөрөй алмаймы ни?

Фәйрүзә, ғәжәпһенеп, ашығын кейенә башлаған Миңлегөлгә ҡарап торҙо.

– Йөрөүен-йөрөй ҙә ул. Һөйләшмәй. Телһеҙ. Ишетә, бөтәһен дә аңлай, ә һөйләшмәй.

– Контуженмы ни?

Фәйрүзәнең тәне семерләп китте. Йәлләй ул ундай кешеләрҙе.

– Ә ниңә ҡунаҡ йорто? Үҙебеҙгә алып кил, урын етерлек тә баһа.

Миңлегөлдөң Фәйрүзәгә күңеле бөттө.

Ҡуй, Фәйрүзә. Былай ҙа мине һыйындырып йонсойһоң.

– Юҡты һөйләмә. – Фәйрүзә Миңлегөлдөң өҫ кейемен алып элде. – Һине табып алғаныма шатланып бөтә алмайым. Яңғыҙым нисек йәшәгәнмендер?

– Рәхмәт инде, Фәйрүзәкәйем, әлдә һин булдың.

– Үҙеңә рәхмәт, һинең ташып торған дәртеңдән мин дә йәшәреп киткән кеүек булам.

Миңлегөл Фәйрүзәне ҡосаҡлап алды.

– Эй, Фәйрүзә, нимә һөйләйһең һин? Һинең һымаҡ изге уйлы, һиҙгер күңелле, илгәҙәк була алһам ине мин.

– Йә, йә, үтә яңғырауыҡлы һүҙҙәр һөйләй башланың. Ана диван, ҡунаҡты шунда һалырбыҙ.

– Үҙеңә уңайһыҙ булмаҫмы? Зәки ағай бында саҡта фән кандидатың да килһә.

Фәйрүзә Миңлегөлгә асыуланды.

– Ҡуйсәле, Миңлегөл. Өҙмәнең дә ҡуйманың шуны. Әйттем бит, Әхәт менән бөттө.

– Эй, тиле һин, Фәйрүзә. Шундай уҡымышлы кеше артыңдан йөрөй, ә һин?..

– Нәбиулла быға ҡарағанда ла мәғлүмәтлерәк ине, һөйләнем бит. Аҙағы ана нисек килеп сыҡты. Быныһының да фиғеле Нәбиулланыҡынан ҡалышмай.

– Аңламайым мин һине, Фәйрүзә.

– Башың йәшерәк шул. Аңларһың. Һинең кеүек саҡта мин дә аңламай инем.

– Һинең кеүек саҡта... Һинең кеүек саҡта... Минән өс-дүрт йәшкә генә ҙурһың инде ни бары. – Миңлегөл үпкәләгән булды.

– Мин йәшеңде әйтмәйем. Тормош һине ҡағып-һуҡмаған. Ботағынан өҙөлөп төшмәгән алма әле һин. Өҙөлөп төшкән алманы ынтылып алыусы һирәк. Күберәк уны тапап үтәләр. Йә, ҡуй. Әллә нимәләр һөйләй башланым. Ҡурҡып, йә кейәүгә сыҡмаҫһың.

Фәйрүзә пластинка ҡуйҙы. Бүлмәгә моң таралды.

...Фәйрүзә Әхәт менән бынан бер йыл элек танышҡайны. Ул саҡта юҡ-юҡ та тансаларға йөрөштөрә ине әле.

Дөйөм ятаҡта йәшәгәс ни, теләһә-теләмәһә лә әхирәт ҡыҙҙары көсләп алып сығып китә. Башта Фәйрүзә дуҫ ҡыҙҙары менән генә бейене. Егеттәр саҡырып ҡараһа ла, төшмәне. Ант иткәйне ул бүтәнсә ир-ат менән сыбалмаҫҡа. Ә ул кисте, ниңәлер, антына хыянат итте. Бейергә саҡырыусы егет бүтәндәргә оҡшамағайны. Ҡуйы ҡалын ҡара ҡаш, ялбарыулы мөләйем ҡараш әсир итте Фәйрүзәне. Үҙе лә аңғармаҫтан, ҡулдарын егеттең ҡулбашына һалды. Башҡалар кеүек йыйын юҡ-барҙы һөйләп йонсотманы Әхәт. Фәйрүзәнең исемен генә һорашты ла, бер көйө, ипле генә бейеп тик йөрөнө. Икенсе тансала ла Әхәт Фәйрүзәне саҡырҙы. Йәнә икәү бейенеләр. Әхәттең тел сарлап, бәйләнеп бармауын оҡшатты Фәйрүзә. «Тыйнаҡ егет», тип уйлап ҡуйҙы. Тансала өсөнсө тапҡыр осрашыуҙарында Әхәт Фәйрүзәнән оҙатып ҡуйырға рөхсәт һораны. Шунан һуң, осрашып йөрөй башланылар. Әхәт (ул нефтселәр институтын тамамлағайны) диссертация яҡларға йөрөгәндә Фәйрүзә кооператив квартира алды. Әхәт банкетҡа саҡырырға килгәйне. Шунда тәү ҡат Фәйрүзәнең квартираһына инде. Өҫтәл, диван, ике ултырғыстан башҡа бүлмәлә бер нәмә лә юҡ ине. Әхәт аптырап ҡалды. «Фью-ю-ют», – тип һыҙғырып та алды. Етем ҡыҙҙың тинләп йыйып килгән аҡсaһы кооперативҡа саҡ-саҡ етеүен ҡайҙан белһен фән кандидаты.

Етеш ғаиләлә үҫкән Әхәт – атаһы – баш врач, әсәһе – магазин директоры – ҡыҙҙың ябай көнкүрешен аңламаны.

Алабарман бер һүҙе менән Фәйрүзәне кәмһетте.

– Банкетка кейеп барырлыҡ күлдәгең бармы һуң?

Фәйрүзәнең ялтлатып сикәһенә саптылармы ни! Ундай күлдәге бар ине, әлбиттә. Күңеле кителгәнгә: «Юҡ», – тип яуап бирҙе.

– Вот здорово, – тине Әхәт һәм урынынан уҡ тороп китте.

– Ә унда аҫыл ирҙәр, гүзәл дамалар йыйыла. Берәй подружкаңдан алып тор. Минең дама булып барғас, бергә бейергә тура киләсәк.

– Бар, сығып кит, – тине Фәйрүзә күҙ йәшен көскә тыйып.

Әхәт аңлап етмәнеме, иҙән уртаһында ҡаҡҡан бағана һымаҡ тора бирҙе. Фәйрүзә: «Хәҙер үк күҙемдән юғал!» – тип ҡабатлап әйткәс кенә, һүҙенең мәғәнәһеҙерәк килеп сығыуын һиҙеп, ғәфү үтенергә тотондо. Фәйрүзә диванға ятып иланы. «Яратмағаны көн кеүек асыҡ. Яратҡан кешеңдең ҡара сәкмәне лә – кафтан. Быныһына ла матур ҡурсаҡ кәрәк. Аҫыл ирҙәр алдында һылыу ҡатын менән маҡтанмаҡсы», – тип үртәләнде Фәйрүзә. Ошо ваҡиғанан һуң, Әхәт килгеләп йөрөһә лә, Фәйрүзә уны ғәфү итә алманы.

Миңлегөл Фәйрүзәнең һөйләгәндәренән тәьҫоратланып оҙаҡ йоҡлап китә алмай ятты. Үҙенән аҙ ғына өлкән, әммә күпте күреп, күпте кисереп өлгөргән әхирәтенең яҙмышын уйлап йөрәге һыҙланы. Шул хәлдә лә кешеләргә ышанысын, алсаҡлығын, илгәҙәклеген юғалтмағанына һоҡланды. Ауырлыҡ күреп үҫкәндәрҙең күңеле еңел тормошта йәшәгәндәрҙекенә ҡарағанда күпкә һиҙгерерәк, улар бер-береһенә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тора. Ниңә шулай икән?

Зәки ағаһы, ана, ниндәй ауырлыҡтар күргән, ә эсе тулы яҡшылыҡ бит. Көтөү көтөп өй һалды, өйө ҡарап торорлоҡ. Кәләш алып, рәхәтләнеп йәшәйһе урынға, мә һиңә, бригада яслеһе итеп колхозға бирҙе лә ҡуйҙы өйөн. Зәки ағаһының кешелеклегенә иҫең китерлек шул. Кемгә ниндәй ярҙам кәрәк – иң алдан ул.

Ағаһы иҫенә төшһә, йөрәге ярһып тибә башлай Миңлегөлдөң. Ҡыҙҙың кисерештәрен белмәй әле ул. Һеңлеһе кеүек күреп, иркәләп йөрөтә Миңлегөлдө. Фәйрүзәгә осраған ирҙәрҙең береһенә лә оҡшамаған шул ағаһы.

* * *

Фәйрүзә эшендә лә киләһе ҡунаҡты иҫенән сығарманы. Оло кешене йоҡо бүлмәһенә урынлаштырырҙар. Үҙе Миңлегөл менән залда йоҡлап торор. Миңлегөлдөң ауылдашын, һуғыш инвалиды ла булғас, хөрмәтләп ҡаршы алырға ниәтләнде Фәйрүзә. Ҡайтышлай аҙыҡ-түлек магазинына һуғылып кәрәк-яраҡ алды. Сумкаһына бер шарап та тыҡты. Билмән биргәндә ултыртыр.

...Һуғыш төшөнсәһе Фәйрүзәне тетрәндереп ебәрә. Фәйрүзәнең ата-әсәһен дә һуғыш уты йотҡан булырға тейеш. Ҡайҙа, нисек аҙашып ҡалғанын хәтерләмәй ул. Ниндәйҙер шау-шыу, илашҡан, ҡысҡырышҡан кешеләр араһында буталып йөрөүе күҙ алдында. Арҡаларына әйбер йөкмәгән, бала күтәргән апайҙар, әбейҙәр менән поезда килгәнен иҫләй. Тынсыу, шау-шыулы вагонда башы ауыртып китте. Ҡалғанын әллә онотҡан, әллә ныҡлап сирләп киткән, хәтерләмәй.

Ҡараңғы, һалҡын өйҙә ятыуы иҫендә. Баш осонда аҡ сәсле, йөҙө йыйырсыҡлы әбей ултыра. Ҡурҡып, күҙҙәрен йомдо. «Убырлы ҡарсыҡтыр был», – тип уйлағайны тәүҙә.

– Уяндыңмы, бәпкәм? Бигерәк оҙаҡ йоҡланың. Инде шәбәйерһең. Хоҙайға шөкөр. Йә, ҡалҡынып, бынау йылы һөттө эс. Эс, эс, балам. Йән белмәй яттың бит. Һаташтың да һаташтың. Әлдә уяндың әле, ғүмерең оҙон булғыры. Хәҙер минең ҡыҙым инде һин.

Әбейҙең йыйырсыҡлы йөҙө асылып, мөләйемләнеп киткәндәй күренде ҡыҙға. Ул үҙенең ҡайҙа икәнен дә, был таныш түгел әбейгә нисек юлығыуын да белмәй ине. Хәлһеҙ оҙаҡ ятты. Тышта һалҡын ҡыш ине. Әбейҙә күпме йәшәне икән? Ишек алдына сығып ҡар тауҙарына хайран ҡалып торғанын хәтерләй. Ул көндө урамға уҡ йүгереп сыҡҡайны. Бейектәге кәкре ағастан төшкән бауҙы тотоп ҡарарға барған еренән әллә ниндәй төпһөҙ соҡорға осто. Башҡаһын белмәй. Тағы аңын юғалтып сирләгәндер, моғайын. Больницала ятты. Асыҡ тәҙрәнән ағас япраҡтарының шыбырлауын тыңлай ине. Тороп йөрөй башлағас, балалар йортона илтеп урынлаштырҙылар. Башта арбала, унан поезда барҙы...

Фәйрүзә ҡайтып килгән еренән, кинәт тертләп, туҡталып ҡалды. Миңлегөл, Ҡамышлы ауылынан, тине лә баһа. Фәйрүзә «Ҡамышлы» һүҙен балалар йортонан бирелгән «дело»һындағы бер ҡағыҙҙа уҡығайны бит.

Квартираһына йүгерә-атлай ҡайтты. Өҫ-башын да алыштырып тормай, ҡағыҙҙар аҡтарырға тотондо. Күҙ алдына әлеге һалҡын ҡараңғы өй, аҡ сәсле әбей килеп баҫты. Балалар йортонда ла йыш иҫенә төшә ине ошо өй менән әбей. Уҡырға төшкәс, уҡытыусы апалары: «Исемең Фәйрүзә, фамилияң Собханғолова икән. Атайыңдың, әсәйеңдең исемен хәтерләйһеңме?» – тип һорағайны. «Юҡ, хәтерләмәйем», – тиәһе урынға Фәйрүзә илап ебәрҙе. Апаһы башынан һыйпап йыуатты.

Белә башлағас, ата-әсәһе юҡлығын ауыр кисерҙе, һорашып та, юллап та, гәзиткә яҙып та ҡараны. Белеүселәр табылманы.

Бына ул ҡағыҙ, һарғайып, туҙып бөткән. ...Собханғолова Фәйрүзә. 1940 йыл тыуған. Артабан нимә менән ауырыуы, больницанан сығарылғанда һаулығының торошо хаҡында яҙылған. Үпкәләренә һалҡын тейеп сирләгән икән. Ә бына аҫта өсмөйөшлө штамп: Камышлинская участковая больница. Нишләп онотто икән, уҡығайны бит уны Фәйрүзә балалар йортонда саҡта уҡ. Фәйрүзәнең маңлайына бөрсөк-бөрсөк тир бәреп сыҡты. Миңлегөл берәй нәмә асыҡлай алмаҫмы икән?

Зәки ағайҙы ла белеүе ихтимал. Йөрәге дарҫлап типте Фәйрүзәнең. Ҡамышлыныҡы түгелен аңлай ине ул. Оҙаҡ-оҙаҡ поезда килделәр. Юлда ауырыны. Ҡамышлыла кемдә торҙо икән? Теге әбей кем булды икән? Берәй яҡын ҡәрендәштәреме, әллә осраҡлы ғына кешеме? Бәлки, атаһының йә әсәһенең туғандары булғандыр? Әбей янына шәүлә һымаҡ ябыҡ, таҡыр башлы ҡара малай ҙа инеп йөрөй ине.

Утын, һыу керетешә ине әбейгә. Улы булдымы икән ни? Йөҙөн хәтерләмәй, ҡаҡсалығы, туп кеүек түңәрәк таҡыр башы күҙ алдында.

Түҙемһеҙлек менән Миңлегөлдәрҙең ҡайтыуын көттө Фәйрүзә. Ашығып ашарға әҙерләне, еүеш сепрәк менән иҙәнен һөрттө, әле бер, әле икенсе күлдәген кейеп ҡараны. Ниһайәт, ҡулбашы ҡабарынҡы ҡыҫҡа еңле ебәк күлдәгендә туҡталды. Улай ҙа ваҡыт уҙғара алмағас, балконға сығып, меңләгән лампалар емелдәшкән ҡала өҫтөнә ҡарап торҙо. Ошо ҡәҙәре йорттар, ҡоролмалар янында кеше энә тиклем дә юҡ инде бер уйлаһаң. Юғалыуы тиҙ, табылыуы оҙаҡ. Фәйрүзә лә бына утыҙ йәшенә етеп бара, табыла алмай һаман. Ҡара урманда аҙашып ҡалған бесәй балаһы һымаҡ.

* * *

Миңлегөл һуң ғына ҡайтты. Көтөп талығып бөткән Фәйрүзә: «Ҡайҙа шул ғүмер йөрөйһөгөҙ, магазиндар күптән бикләнде? Һеҙ һаман юҡ», – тип борсолоп ҡаршыланы. Миңлегөлдөң үҙе генә икәнлеген күреп, аптырап һораны: «Зәки ағай ҡайҙа? Ҡунаҡханаға урынлаштырып йөрөгәнһеңдер, моғайын».

– Вокзалға төштө. Төнгө электричка менән ҡайтам, ти. Ҡунып ҡайт, тип ҡараным. Ҡайҙа, яҡын да килмәне.

Фәйрүзә, бик ҡәҙерле нәмәһен юғалтҡан кешеләй, ҡаушап, ағарынып китте. Башындағы эре ҡыҙыл төрткөлө яулығын һыпырып алып, ишек яңағына һөйәлде.

– Иҫ киткес яҡшы кеше лә шул Зәки ағай. Ярты ауылдың йомошон йомошлағандыр. Үҙенә бер куртка алды ни бары. – Миңлегөл үҙенекен тәтелдәне.

– Таңдан тороп килгән, етмәһә көн оҙоно магазиндарҙа йөрөгән оло кешене ни йәнең менән вокзалға төшөрөп ҡуйҙың?

Фәйрүзә ысынлап асыуланды.

– Нишләп уны оло кеше тиһең? Зәки ағайға утыҙ ике йәш. Ирҙәрҙең самай сағы.

Миңлегөл үҙенең һүҙенән үҙе көлөп ебәрҙе.

– Бәй. – тип ғәжәпләнде Фәйрүзә, – үҙең һуғыш инвалиды тинең дә баһа.

– Ауылда шулай тип йөрөтәләр шул. Йәш әле ул Зәки ағай. Һуғыш башланғанда уға туғыҙ йәш булған. «Миңлезәкиҙең бала сағы булманы инде уның, бахырҡайҙың», – ти әсәйем.

– Ә ниңә бахырҡай?

– Бахыр тимәй. Атаһыҙ, әсәһеҙ үҫкән. Ниндәй ауыр ваҡыттар...

Фәйрүзә, һиҫкәнеп. Миңлегөлгә һыйышты.

– Ата-әсәһе ҡайҙа, үлгәндәрме ни?

– Үлгәндәрҙер инде. Тере кешеләр ҡайтып бөттө, улар ҡайтманы бит.

– Һуғыштанмы?

– Һуғыштан булмай, ҡайҙан тағы.

Фәйрүзәнең йөрәге йыш-йыш типте. Нимәлер өмөт иткәндәй, ашҡыныулы һораны:

– Миңлегөл, һин уның хаҡында һөйлә әле миңә, үтенеп әйтәм.

Миңлегөл әхирәтендәге үҙгәреште һиҙмәй ине әле.

– Әллә Зәки ағайыма заочно ғашиҡ булдың инде, Фәйрүзәкәйем. Ғашиҡ булырлыҡ та ул. Сөм ҡара күҙ, ҡыйғас ҡара ҡаш, асыҡ текә маңлай, киң яурын. Тәкәй ҡыҙҙары барыһы ла уға үлеп ғашиҡ ине.

– Ниндәй Тәкәй, ул Ҡамышлынан түгелме ни?

– Түгел. Зәки ағай менән беҙ бер ауылдан – Тәкәйҙәр. Тәкәй элек илле-алтмыш йортло ауыл ине. Стансаға яҡын ғына ине. Тәкәйҙә бер йорт та ҡалманы хәҙер. Барыһы ла колхоз үҙәге Ҡамышлыға күсте.

– Ҡамышлыны элек белмәгәнһегеҙҙер инде әтү, – Фәйрүзә төшөнкө генә һораны.

– Кешеләрен әйтәһеңме? Белгәнен белгәнбеҙҙер инде. Йыраҡ түгел, өс саҡрымлап ҡына Тәкәйгә. Стансаға беҙҙең ауыл аша йоронолор. Үҫә төшкәс, йәштәр клубҡа Ҡамышлыға саба инек.

Фәйрүзә үҙенең Ҡамышлы больницаһында ятыуын әйтергә лә, әйтмәҫкә лә белмәй ултырҙы. «Ул саҡта миңә өс йәш тирәһе булһа, Миңлегөл тыумаған да булған бит әле. Ҡайҙан ғына белһен инде ул». Әммә ҡатын-ҡыҙҙарға хас ҡыҙыҡһыныу Фәйрүзәне лә ситләп үтмәне.

– Зәки ҡайҙан өйләнде? Ҡамышлы ҡыҙын алдымы, Тәкәйҙекенме?

Миңлегөл ҡыҙарынып китте. Сәс толомдарын үреп, бер аҙ өндәшмәй ултырҙы. Аҙаҡ теләр-теләмәҫ кенә әйтеп ҡуйҙы: «Өйләнмәгән әле ул Зәки ағай».

– Ниңә икән, һөйләшмәүенә кәмһенәме икән ни?

– Белмәйем. Бәлки, шуғалыр ҙа... Ниндәйҙер бер йәтим ҡыҙҙы эҙләй ул.

– Ниндәй ҡыҙҙы? – Фәйрүзәнең тауышы ҡалтыранып сыҡты.

– Элек булған инде ул. Һуғыш барған саҡта... Ғөмүмән, бына былай булған. Зәки ағайҙың атаһы Хажғәли ағай һуғыш сыҡҡас уҡ фронтҡа алына. Ә Фәйрүзә апай бер йылдан һуң Башҡортостан делегацияһы составында фронтовиктарға бүләк илтә китә.

– Кем, кем, исемен Фәйрүзә тинеңме?

– Эйе, Фәйрүзә, һеҙҙең исемдәрегеҙ бер, аҙаш булғанһығыҙ инде. Шул китеүенән әйләнеп ҡайта алмаған Фәйрүзә апай. Хажғәли ағай ҙа ҡайтманы. Зәки ағайҙы беҙҙә ҡалдырып: «Барып Хажғәлиҙе генә күрәм дә әйләнәм», – тип киткән Фәйрүзә апай.

«Зәки көн һайын стансаға сығып әсәһен көттө», – тип һөйләй ине әсәйем. Бер ҡат ыштан, аяғында сабата, ҡышҡы ыжғыр һалҡындарҙа ла поезд көтөп көндәр буйы тимер юлынан ҡайтмай ине, ти.

Бер көндө Зәки ағай бәләкәй санаға һалып бер ҡыҙ бала алып ҡайтҡан, һушһыҙ булған ул бала. Бик ҡаты сирләгән. Юлда үлер тип, поездан биреп киткәндәр. Был хәлгә ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәгәндәр. Әммә йән белмәй ятһа ла, кеше балаһы бит. Тәкәйҙә элек «Йомарт әбей» ҡушаматлы ире, ике улы һуғышта үлеп ҡалған Йомабикә исемле әбей бар ине. Үлде инде ул әбей. Шул Йомабикә әбей үҙенә алған был баланы. Үлер, йүнәлә алмаҫ, тигәндәр. Бөтә ере ут кеүек ҡыҙыу ине, ти әсәйем. Ауыл ошо билдәһеҙ яҙмышлы, ҡаты ауырыу ҡыҙҙы үлемдән йолоп алыу өсөн ҡупҡан. Кем мәтрүшкә, кем киптерелгән ҡурай еләге, ҡарағат ҡағы, хатта кемдер умарта балы ла табып килтергән. Ҡамышлынан фельдшер ҡыҙ килеп ҡараған. Больницаға илтерлек тә хәле булмаған йәтим ҡыҙҙың. Сәғәттәре һанаулы, тигәндәр барыһы ла. Тик Йомабикә әбей менән Зәки ағай (ошо ҡыҙҙы Йомабикә әбей ҡарарға алғас, Зәки ағай ҙа уларға күскән), сәғәт теленә ҡарап, баланың һуңғы минутын көтөп ултырмай, үҙҙәре белгәнсә уның ғүмере өсөн көрәшкәндәр. Утынға ҡытлыҡ саҡ. Шулай ҙа улар шартлатып мунса яҡҡан. Пар һалмай ғына баланы ҡоро эҫелә тотоп тирләткәндәр, ҡурай еләге һалынған сәйҙе ауыҙына ҡойғандар. Улай ҙа йүнәлмәгәс, Йомабикә әбей һуңғы кәзәһен салдырған. Сабыйҙы йылы тирегә төргәндәр. Дауаларының ҡайһыһы килешкәндер, яйлап-яйлап балаға йән ингән. Ай самаһы тигәндә аяҡҡа баҫҡан. «Ҡарап туйғыһыҙ матур бала ине», – тип һөйләй әсәйем.

– Исеме нисек булды икән ул ҡыҙҙың? Ҡайҙан, ниндәй поездан биреп киттеләр икән?

Фәйрүзә, күҙ йәшенә мансылып, түҙемһеҙләнеп Миңлегөлгә ҡараны.

– Ой, Фәйрүзәкәйем, ул тиклемен белмәйем. Әйткәндәй, Зәки ағай ошо ҡыҙҙы алып ҡайтҡан көндө мин тыуғанмын.

– Ул ҡыҙ нисә йәштәрҙә булды икән?

– Белмәйем шул. Ул бала иҫән ҡала алдымы икән?

– Ниңә улай тиһең? Аяҡҡа баҫты тинең бит?

– Эйе, сиренән һауыҡҡан ул. Ишек алдына сығып йөрөй башлаған. Тик уны йәнә бәхетһеҙлек һағалаған икән шул. Бергөн урамға уйнарға сыҡҡанда ҡоҙоҡҡа йығылып төшкән. Зәки ағай күреп ҡалмаһа, шундуҡ үлгән дә булыр ине. Биленә бау бәйләп, боҫо борҡорап торған ҡоҙоҡҡа һикергән Зәки ағай. Баланы алып биргән, әммә үҙе, кейеме туңып, боҙ ҡулсаға ҡыҫылып ҡалған. Ни аҫҡа төшөрөп, ни өҫкә тартып алып булмай, ти. «Эй ундағы илашыу», – тип һөйләй торғайны әсәйем. Бөтә ауыл ҡарап илап тора, ә ҡотҡарыу әмәлен тапмайҙар икән. Зәки барыбыҙҙың да күҙ алдында туңа бара, туңа бара, ти. «Үҙен үҙе ҡотҡарҙы шул бала», – тип иҫе китеп һөйләгәндәрен беләм.

– Нисек, үҙен үҙе?

– Ирендәре буҙарып, күҙҙәре ағарып, туңып бөткән еренән, ниндәй ҡөҙрәт менәндер: «һыу», – тип бышылданы, ти. Йомабикә әбей аңлап алған.

– Бәрәкәт, балаҡайым. Эйе шул. Ҡайҙа, ҡаҙан аҫтым дың ҡуҙы бар ине, – тип өйөнә йүгергән.

Өҫтөнә йылы һыу ҡойоп, иретеп алғандар. Шунан бирле Зәки һөйләшмәй, ти әсәйем.

– И, бахыр, һыуыҡ тейгәндер. Ә теге ҡыҙ?

– Ул ҡыҙ тағы янып сирләп киткән. Тән ҡыҙыулығы бик оҙаҡ һүрелмәгәс, Ҡамышлы больницаһына илткәндәр. Зәки больницанан ҡайтмай, эргәһендә ултыра торғайны, ти.

Йәлләгәндер инде, үҙе лә йәтим булғас, һауыҡҡас, ҡыҙҙы ҡайҙалыр ебәргәндәр, Зәки ағай белмәй ҡалған. Шунан бирле эҙләй ул ҡыҙҙы.

Миңлегөл буҫлығып илаған Фәйрүзәгә аптырап:

– Нишләүең был, Фәйрүзә? Шул тиклем тәьҫир итер тип уйламағайным, ғәфү ит, – тине.

Фәйрүзә һикереп торон, ашығып кейенә башланы.

– Миңлегөлкәйем, әйҙә тиҙерәк вокзалға. Зәки әле китеп өлгөрмәгәндер...

Миңлегөл, бер нимә лә аңламай, Фәйрүзәнең ҡыланышына ғәжәпләнеп ҡарап торҙо.

* * *

Фәйрүзә Зәкиҙең әсәһе исемен һәм фамилияһын йөрөтөүен белмәй ине әле. Тыны менән тартып алырҙай булып әсәһен көткән поезд алып килгән был билдәһеҙ ҡыҙға үҙенең иң яратҡан исемен ҡушҡайны Зәки: «Фәйрүзә».

Түләк Ғирфанов

Читайте нас: