Бөтә яңылыҡтар

Айһылыу (хикәйә)

Нимәгә тотонһа ла күҙенә йәштәр эркелә, иренең кейемен ҡосаҡлап сәғәттәр буйына илап ултырған саҡтары йышайҙы. Аҡылдан яҙмаҫ элек тип, кейәүенең ҡырҡына барғанда, Зәкиә ҡыҙын алып ҡайтырға ҡарар итте...

Айһылыу (хикәйә)
Айһылыу (хикәйә)

Нимәгә тотонһа ла күҙенә йәштәр эркелә, иренең кейемен ҡосаҡлап сәғәттәр буйына илап ултырған саҡтары йышайҙы. Аҡылдан яҙмаҫ элек тип, кейәүенең ҡырҡына барғанда, Зәкиә ҡыҙын алып ҡайтырға ҡарар итте. Кейәүе шул тиклем ирәбе, матур, ихлас ине. Ҡыҙы менән бер йыл ғына йәшәп өлгөрҙөләр, мотоцикл менән аварияға осрап, мәрхүм булды ла ҡуйҙы. Ярар әле төҫө булып ҡыҙы тыуып өлгөрҙө.
Зәкиә үҙе улы, килене менән бер ҡыйыҡ аҫтында ғүмер кисереп ята. Уларҙың да яңыраҡ ҡыҙҙары тыуҙы. Айһылыуыныҡы менән тиңдәш тиһәң дә була инде. Бергә-бергә уйнап үҫерҙәр. Өй йәтешерәк булһа ла ишек алды иркен. Ҡатын был йортто үҙе йүнәтеп сыҡты. Ҡыҙы Айһылыу егерме биш йәштә тол ҡалһа, Зәкиә ире үлгәндә яңы утыҙҙы уҙған ине. Ғүмер буйы фермала һыйыр һауҙы, балаларына атай ҙа, әсәй ҙә булды. Донъя йөгөн үҙен тартты. Һоратыусылар килһә лә башҡа тормошҡа сығып торманы. Әле аҙаҡҡы йылдары ҡулдары һыҙлағас, эштән китергә мәжбүр булды. Улдарын өйләндереп, ҡыҙын кейәүгә биреп, инде тынысландым тигән дә, ҡайғы килеп тағы ишек ҡаҡты. Зәкиә үҙе ирен юғалтыуҙы эш менән баҫҡайны. Шуға ла бер йәшкә тиклем декрет ялы ҡаралған булһа ла, Айһылыуҙың ҡыҙына өс ай тулыр- тулмаҫ фермаға быҙау ҡараусы итеп урынлаштырҙы ла ҡуйҙы. Кеше араһында йөрөһә, аралашһа, ҡайғылары бер аҙ баҫылыр. Килене өйҙә, үҙе лә көнө буйы буш, ике баланы ҡалайтҡанда ла ҡарарҙар әле.
Айһылыу баш-көллө эшкә сумды. Эше оҡшай ҙа кеүек үҙенә. Һыйыр бушанғас, аҙна- ун көндәй балаһы янында тора. Һуңынан уларҙы айыралар. Ыңғай ғына эсеп өйрәнгән быҙауҙарҙы икенсе ергә, һаман имеҙлек һорап тороусыларын башҡа урынға бикләй. Ҡайһы берҙәре шунда уҡ биҙрәгә өйрәнә ине. Ә киреләнгәндәренә ҡулды һөткә тығып, бармаҡ имеҙергә тура килә, улары йәнеңде сығарырҙай итеп тешләп, сәйнәп, ҡанатып, саҡ күнегеп китәләр. Һөт эскән беренә ерҙән тиҙәк алып һөртөп, үҙенсә билдә һала бара: мәсекәйерәге тағы килеп тығылмаһын тип һаҡланыуы. Тәү эш башлаған ыңғайы берәүһен йәлләп һөттө күберәк эсереп ебәргәйне, саҡ үлмәй ҡалды, эсе ташты ла китте. Хәҙер ярайһы ғына өйрәнеп алды. Бесәндең дә йәшелен, йомшағын ғына ҡарап һалырға тырыша. Эшкә Айһылыу һауынсылар менән бер ваҡыттараҡ бара. Сөнки улар һауып биргән һөттө тиҙ генә быҙауҙарына эсерә һалыр кәрәк, һалҡынайғаны ла ярамай безәүкәйҙәргә. Бер башҡа яҡынса литр йә литр ярымдай китә. Ике һарай араһында мөлдөрәмә тулы биҙрәләр менән йүгергеләгән саҡта ҡулың өҙөлөп төшөрҙәй булаһың. Ҙурая төшкәндәре яһалма һөткә өйрәнһә бер аҙ еңеллек килгән кеүек.
Йәш ҡатын эшен иртәнге һигеҙгә тамамларға тырыша. Сөнки ҡыҙы– күҙ нуры шул ваҡытта уяна. Ылайҙа ғына бәпесе тыныс. Тамағы туйһа геүелдәп үҙ алдына ята бирә, йә йоҡлап китә, хатта ағайының ҡыҙыҡайы сырылдап илағанына ла уянмай. Шул арала Айһылыу тиҙ генә баланың керҙәрен йыуырға тотона. Ап- аҡ итеп ышҡып йыуып, һелкеп-һелкеп, элеп бөтә. Унан өйгә инеп әсәһенә булыша. Йә ашарға бешерә, йә һауыт-һаба йыуа.
Еңгәһе тамам бикәсенә һалынып алды. Ҡайһы саҡта үҙенең балаһының ыштандарын Айһылыуҙың ҡыҙыныҡы араһына ырғытырға ла аптырап тормай ине. Ҡутарылып ултырһа ултырҙы– өйҙө йыйыштырырға ашыҡманы. Сәй эскәс тә тиҙ генә тороп китә һалыуҙы хуп күрҙе. Төнөн бала илап, йоҡоһо туймағанға зарланды. Ағаһы ла килешкән, уңайын тура килтереп:
—Айһылыу һеңлекәш, һинең Мәҙинәң тыныс бит, ваҡытың булған да еңгәңә ярҙам итештереп тор. Бигерәк йонсоп китте, - тиер ине.
“Ярар” тигәнде белдереп, Айһылыу башын һелкә. Улар сыҡҡан арала Зәкиә:
—Йонсоп китте тип ебрәмәһә лә булыр ине. Йоҡоһо бөткәнсе ята, бер һүҙ ҡатҡаным юҡ. Тороуына аш әҙер, артынан ҡашығаяҡ йыуам. Әллә инде... ни булһа ла килешеп бергә йәшәһендәр, үҙ балаларын үҙҙәре көтһөндәр, тип торам инде. Дөрөҫ эшләйемме, юҡмы, белмәйем. Үҙем уҫал ҡәйнә ҡулында йәшәгәндә килендәремә бер һүҙ әйтмәйем, тип биргән антым бар ине.
—Ярай, әсәй, ағайыма шулай оҡшағас– булған. Ысынлап та, килешкәндәр бит. Силәгенә күрә ҡапҡасы.
Төшкә тиклемге ваҡыт шулай тиҙ генә үтеп китә лә Айһылыу кире фермаға йүгерә. Бәләкәстәрен бер аҙ туйындырып алғас, аҫтарын таҙалауға тотоноп китә. Ҡоро ғына ерҙә торһа быҙауҙар тиҙ генә ҡалҡа, ә һыулыраҡ урын булһа эсе китеп, маңҡалап, кәкрәйешеп ауырый башлайҙар. Бирешә башлаһалар тағы бәлә– мал табибын эҙләп сабаһың. Уныһы “имен” булһа ярар ҙа. Кеше көнлө булып йөрөгәнсе тип, Айһылыу улай-былай ғына мәсьәләләрҙе үҙе лә хәл итергә өйрәнеп алды. Быҙауҙарының эсе китһә имән ҡайырыһын ҡайнатып, йә ҡаты сәйгә сей йомортҡа һытып эсерҙе. Улары ярманы яратып ялай. Тик самалап ҡына өләшергә, етеҙерәктәренә күҙ-ҡолаҡ булырға кәрәк.

Ысынлап та көн һайын кеше араһында йөрөү, үҙенең йәштәштәре менән аралашыу ҡайғыларын бер аҙ таратҡандай булды. Әммә ул ферма һәм өй һуҡмағынан башҡа ситкә тайпылманы. Зәкиә лә ҡыҙын ныҡ тотто: һәр аҙымын тикшерҙе, кем менән ҡайта, кем менән эшкә барыуын ҡарауылланы, әҙ генә тотҡарланһа эҙләргә сыҡты, байрам-фәләнгә бер ҡасан да ебәрмәне. Эскелеккә бирелеп китер тип ҡурҡты. Үҙенсә ҡыҙын ҡурсаланы. Нығынһын, утыҡһын тип уйланы. Үҙе лә тол ҡалғас,ҡайғы уртаҡлашып ингән ҡатындар булғыланы. Һәр береһе менән ултыра башлаһаң, һаҙлыҡҡа батырға ла күп ваҡыт кәрәкмәҫ. Эскелеккә әүәҫләнеп китер, яңғыҙ ҡатындан ирҙәрен ҡыҙғаныусылары ла табылыр, унан береһенә йәбештереп, данын сығарыуға ла күп һорап тормаҫтар.
Ваҡыт һыу шикелле аҡты. Мәҙинә менән Әлимәгә мәктәпкә барырға ваҡыт етте. Айһылыуҙың ҡыҙы Мәҙинә зирәк, отҡор, ә Әлимә ялҡау, иркә. Алдап ошаҡлап Мәҙинәне гел генә әрләтер булды. Ғәҙелһеҙлектән бәләкәй ҡыҙсыҡ әҙ иламаны.
—Әсәй, нишләп Әминә алдап һөйләй ҙә, инәй мине әрләй, ҡайһы саҡ һуғып та ебәрә ул... Нишләп беҙҙең дә атай юҡ икән, исмаһам, һин өйҙә булмағанда уның менән йөрөр инем...
—Юҡ шул, ҡыҙым, атайың бейектәргә осоп китте лә, беҙҙе шунан ғына күҙәтеп ултыра!– Айһылыу ҡыҙын ҡыҫып ҡосаҡланы. Күҙенә эркелгән йәштәрен күрһәтмәҫкә тырышты.
—Эй, ҡалай рәхәт уға, яҡлашмай ҙа! —Яңынан атай һатып алайыҡмы әллә, әсәй?

Ҡатын ҡыҙсығына яуап ҡайтара алманы. Һоратып килеүселәр ҙә булды, тик күңел ятҡаны юҡ. Кеше тупһаһында йөрөүҙән дә арыны. Еңгәһе Айһылыуға ла, Мәҙинәгә лә ныҡ ҡаты. Уңайы тура килгән һайын сағып ҡалырға тырыша. Әлимәнең саҡ ҡына берәй әйбере юғалһа, боҙолһа Мәҙинәнән күрер булдылар. Шулай бер аҙаҡҡы сыулашып алыуҙан һуң Айһылыуҙың сабырлығы бөттө. “Китер кәрәк миңә был йорттан, тиҙ генә юғалыр кәрәк, былай булмай!”- тигән ҡарарға килде. Әсәһе менән кәңәшләште лә теге аҙнала килеп һоратып киткән күрше район егетенә ризалыҡ бирергә булды. Зәкиә лә ҡаршы төшмәне. Ҡыҙының еләктәй генә сағы заяға үтеп бара. Сыҡһын. Йәш бит. Бала табыр. Мәҙинәкәйгә иптәш булыр. Тик ҡайны-ҡәйнә ҡулына барыуы ғына йөрәген өйкәне. Үҙең баш–үҙең түш булып йәшәүгә ни етә!
Әхмәт
Ҡарап тороуға күрмәлекле генә Әхмәт оялсанлығы арҡаһында өйләнә алманы. Бигерәк ипле, аҙ һүҙле, ҡыйыуһыҙ. Ҡатын-ҡыҙға ҡағылыу түгел, күтәрелеп тә ҡарағаны юҡ. Ишле ғаиләлә иң йыуашы ул. Бөтә ағай-апайҙары эйәле-башлы булып бөттөләр. Кемеһе бикәсе, кемеһе балдыҙы менән таныштырырға тырышты– бушҡа ғына. Берәй ҡыҙҙы һоратырға йыйынһалар, Әхмәт ҡасып урманға китә лә, көн кискә ауышҡас ҡына ҡайтып инә. Әрләп тә, матур итеп һөйләшеп тә ҡаранылар, шомбай Әхмәтте еңә алманылар. Аҙаҡтан ҡул һелтәнеләр. Кинйә малай булмаһа ла атаһы менән әсәһе улдарын ситкә ебәрмәй яндарында алып ҡалдылар. Үҙен һуғышып түгел, ирешеп тә яҡлай алмай бит ул.
Ә Айһылыуҙы йомош менән күрше районға барғанда күрҙе. Улай һылыу ҡатын күргәне юҡ ине. Йөрәге әллә нимә эшләне лә ҡуйҙы. Уйынан алып ташлай алманы. Кем ул, кейәүҙәме, түгелме икәнен дә белмәне. Һорашырға оялды. Тик фермала быҙау ҡараусы булып эшләүен генә төшөндө. Әллә ниндәй хистәре тынғылыҡ бирмәгәс, сәбәп табып тағы китте. Был юлы ҡатындың бер ҡыҙы менән яңғыҙ булыуын, ире әллә ҡасан уҡ мәрхүм булғанын белеп, ҡыуанып ҡайтты. Ылайҙа ғына ире үлгән тигән уйынан үҙе уңайһыҙланып ҡуйҙы. Эстән генә хыялдарға бирелеп, уйланып, осоноп йөрөнө лә серен атаһына сисеп ҡарамаҡ булды.
—Кем тейһең?! –Фәтих ҡарттың ҡашы емерелде.– Балалы бисәнән башҡаны тапманыңмы әллә?! Намыҫ тигән нәмәң юҡмы һинең кеше ҡалдығын алып! – Ярһыған ҡарт ласҡылдата ергә төкөрҙө. –Күпме йәш, ҡалаҡҡа һалып йотмалы ҡыҙҙар димләнек! Эшкинмәгән!
—Атай...
—Нимә атай?! Башыңды бутанымы ен-бисә? Етмәһә, һинән ҡарттыр әле, нимә тей, яратам да яратам тейме, алдаштыра инде ул, мынауынан әҙер донъялы, йәш, буйҙаҡ егетте кем ебәргеһе килһен! Етмәһә, бер түгел ике бинсийәнир! Менә уға бинсийә!– Фәтих ҡарт суҡмарҙай йоҙроғон күрһәтте.
–Атай, ул минең барлыҡты ла белмәй, үҙем күрҙем дә оҡшаттым.
—Оҡшатҡан, имеш... Ҡыҙы кейәүгә сыҡмалы түгелме, аны-һинә ҡыҙын ал!
—Ҡыҙы бәләкәс кенә уның, атай. Үҙе фермала быҙауҙар ҡарай, ире күптән мәрхүм булған.
—Үлеп ҡуймаһын, уйнаштан тапҡан да алдай инде, һин ебегәнде алдауы нимә ул! Быҙау ҡарай, тфү! Ферма еҫен еҫкәп ятаһыңмы? Ана, Бибисара апайың фельдшер бикәсен димләне, Вәхит ағайың уҡытыусы балдыҙы менән таныштырам тине! Тапты бында кәләште егет ишараты!– Фәтих ҡарт ярһыуын баҫа алмай йә төкөрөндө, йә шапылдата тубығына һуғып алды, йоҙроҡлап Әхмәттең башын төйҙө.
—Атай, барып ҡына ҡарайыҡ тейем бит, бәлки ул бөтөнләй риза булмаҫ, мине күргәне лә юҡ!–Әхмәт тәү тапҡыр атаһына тауыш күтәрҙе.
—Риза булмаған тей, булмаҫ, эйе һиңә! Йәбешеп сыға инде ул, ҡорсаңғы!
Кәңәшләшәм тигән кешеһе менән борсаҡ бешмәгәс, Әхмәт башҡаса өндәшмәне. Киске ашҡа ла ултырманы, үҙ бүмәһенә инеп, диванға ауҙы ла, йөҙтүбән тик ятты. Төп яҡта әсәһе менән атаһы оҙаҡ ҡына гәпләштеләр. Берсә гөрөлдәп ир тауышы өҫтөнлөк китте, берсә ҡатын-ҡыҙ бышылдауы ишетелде. Арыуыҡ ваҡыттан шығырлап ҡына ишек асылды:
—Әхмәт, балам, йоҡламайһыңмы?– әсәһенең йомшаҡ ҡына тауышы ишетелде.
—Юҡ...
—Атайың менән һөйләштек, улым, иртәгә Вәхит ағайыңа хәбәр итербеҙ ҙә ошо арала барып күреп килерһегеҙ теге нейҙе, баяғы ҡатынды, тейем дә...
Әхмәт ҡыуанысынан “ялт” әйләнеп килеп торғанын һиҙмәй ҙә ҡалды:
–Рәхмәт, әсәй! Барып ҡына күрәйек, ҡылын тартып ҡарайыҡ тейем бит!
—Эйе-эйе, улыҡайым, һөйләшеү кәрәк, аңлайым...Атайыңа асыуланма, ҡыҙыу бит ул, яҙылыр...
Һөйләшеүгә Әхмәт ағаһы менән генә барҙы, Фәтих ҡартты алманылар, уныһы бик атлығып та тормай ине былай. Былар юлға йыйынғанын күргәс, кәртә яғына сығып китте, оҙатып, фәтихә биреп тә ҡалманы.
Ирҙәр ҡыуанып йөрөп ҡайтты. Ҡырҡа ғына өҙә һуҡманылар, Айһылыу “уйлармын” тине. Исеме лә нисек матур бит әле! Айһылыу... Әхмәт эстән генә мең ҡабатлағандыр. Ҡыҙы ла ирәбе генә. Әхмәтте шунда уҡ үҙ итте, ятһыраманы ла.
Бер аҙнанан Әхмәт тағы килде, бәлки Айһылыуы уйлап бөткәндер. Был юлы эш ваҡыты булғас, тура фермаға барҙы. Йөрәге ауыҙынан сыға яҙып тибә. Аяҡтары мамыҡ кеүек: ҡайҙа баҫҡанын да аңлап булмай. Тулҡынланыу ошо булалыр инде. Һөйөү менән күҙмә-күҙ осрашыу анһат түгел икән. Әллә нимәләр хыялланып, әллә ниҙәр әйтәсәген уйлап, нисек кенә һүҙ башлауынан ҡурҡып, Айһылыуҙың янына көскә барып етте. Бына тора ул ҡаршыла – алиһә! Йә, ҡойолоп төшмәй генә һүҙ башла!
—Иҫәнме...Ай...Айһылыу...– тине егет тотлоға-тотлоға. –Ҡатын быҙауҙарға һөт эсереп йөрөгән еренән ҡалҡып ҡарамай ғына:
—Мин риза, –тип яуапланы.– Әхмәттең тәне эҫеле-һыуыҡлы булып, башы әйләнеп китте, был юлы аяҡтары бөтөнләй хәлһеҙләнде. – Иҫәнлек, иҫәнлек, Әхмәт иптәш, мин риза, ҡасан туй?– Айһылыу, эйелеп тороп, талып киткән биленә таянып ҡайҡая биреп ҡуйҙы ла үҙе лә һиҙмәҫтән шарҡылдап көлдө лә ебәрҙе. Уға Әхмәттең малай кеүек баҫып тороуы ирмәк тойолоп китте. – Телеңде йоттоңмо әллә, кейәү- егет?
—Э-э-э... Юҡ та... ҡапылғара баҙап кителде...
—Баҙамайбыҙ, ҡайтабыҙ ҙа, туған- тыумасаға хәбәр юллайбыҙ ҙа, килеп мине алып ҡайтабыҙ, атыу кире уйлап ҡуйырмын!– Айһылыу тағы сыңғырлата көлдө.
—Ярай, ярай, теге ней, хәбәр ебәрермен, йәме, ней, һау булып тор!
Артыҡ ҙурламай ғына мәжлес ойошторҙолар ҙа, Айһылыу күрше районға килен булып оҙатылып китте. Әлбиттә, ул Әхмәт кеүек баш-көллө ғишыҡ булманы. Иплелеге, тыйнаҡлығы оҡшаны. Иң мөһиме бисәһе, балаһы юҡ– килеп баш ҡатырып йөрөүсе булмаясаҡ. Ата- әсәһе менән, моғайын, килешеп китерҙәр.
Яңы килен фермаға лаборант булып эшкә төштө. Өйҙә лә малы ишле: ҡәйнәһенең өс һыйыры, Айһылыуҙың – берәү. Эшкә аптырап тормай ул. Ирҙәр эшеме, ҡатындарҙыҡымы– емертеп эшләй ҙә ташлай, тик ялан ҡыҙы булғас бесән генә саба белмәне. Ә бына кәбән башында оҫта торҙо. Орсоҡ кеүек кенә итеп ослап ҡуйыр ине. Аш-һыу тирәһендә йөҙөп йөрөнө, өйө ялтылдап торҙо. Күрше-тирә бындай киленгә ҡарап һоҡланыуҙан баш сайҡап, тел генә сартлаттылар. Тик нисек кенә һеперелеп йөрөмәһен ҡайныһына ярай алманы. Бесән саба белмәгәс, эшлекһеҙ исеме алды. Әхмәт менән икәүләп әллә нисә кәбән һалып ҡайтһалар ҙа Әхмәт маҡталды, Айһылыу ҡайны өсөн ялҡау булды. Йыуып ҡына сыҡҡан иҙән буйлап итеген сисмәй үтеп китер ине. Уңайы тура килгән һайын донъяһын ҡыҙғанды, әрәмтамаҡтар, тип һөйләнде. Мәҙинәне лә һыйҙырманы, бар белгән һүҙе “тыума” булды. Тегендә инәһенән ҡурҡып баҫылған ҡыҙсыҡ бында ҡартатайҙы күреүҙән ҡото осоп торор булды.
Буйында булған Айһылыу әллә нимәләр ашағыһы килеп йонсоно. Төнөн асығып уянды. Әммә баяғы ҡарт, тамаҡ һаҡлап, аш бүлмәһендәге урындыҡта йоҡлар булып китте. Ире ауыҙ асып бер яҡлай алманы. “Ярай, өндәшмәйек, ярай инде, ҡалайтаһың”дан ары китә алманы.
Бер көн төшкә эштән ҡайтыуына урам баҡсаһында шаулап үҫкән сәскәләре ер менән уҡмашып ятҡанын күргәс, Айһылыу сыҙаманы, атылып өйгә килеп инде лә:
—Ҡайным, ул сәскәләрҙең һиңә ни зыяны тейҙе, нишләп уларҙы ҡаҙып ташланың? Мин, етешкән ҡорһағымды һөйрәп тигәндәй йөрөп, сәскә сәстем, матур булһын тип уйланым! Һин...– Айһылыу күҙ йәштәренә быуылды.
—Яп ауыҙыңды, ҡорсаңғы! Емеш биреп ултырамы әллә ул һинең ҡый үләнең?! Һинән кем сәскә һораны! Был– минең донъям. Теләйем икән ҡаҙам, теләйем икән сәсәм! Оҡшамаһа, ана, тыумаңды ал да, дүрт яғың ҡибла!
—Минең балам тыума түгел, уның атаһы бар ине!
—Булһа, ҡайҙа ул, күрһәт?! Тиматаңды эйәрт тә, скатерью дорога!
Ҡәйнәһе бер нимә булмағандай, тәҙрә яғына ҡарап, сәй эсеүен белде. Әхмәт эштә. Был һүҙҙәрҙән һуң Айһылыу яҙа-йоҙа бер-ике әйберен йыйҙы ла, Мәҙинәһен эйәртеп, юлға сығып та китте. Оло юлға барып еткәнсе иланы ла иланы. Бахыр ҡыҙының аяҡтары ергә әллә тейҙе, әллә теймәне, ярһыған әсәһенең шытырлатып тотҡан ҡулына эленеп кенә китеп барған кеүек тойолдо.
Зәкиә нишләптер ошо хәлде көткән кеүек, хатта аптыраманы ла. Ҡоҙаһын ул тәү күргәндә үҡ оҡшатманы. Һауалы, мәғәнәһеҙ генә. Ике тапҡыр ҡоҙаһы ишек төбөнән бороп сығарҙы уны. Шуға ла Зәкиә, ни тиклем ҡыҙы менән ейәнсәрен һағынмаһын, уларға барырға тырышманы. Береһендә күстәнәстәр тейәп, йүкмәнеп саҡ инеп килгән ҡоҙағыйына Фәтих ҡаршы сыҡты:
—Беҙҙә ҡунаҡ бар, хужалар саҡырғанбыҙ, икенсе юлы килерһең, бар-бар, йөрөмә күренеп!– Фәтих эткеләп тигәндәй Зәкиәне соланға сығарып, танау төбөндә шарт итеп ишекте ябып та ҡуйҙы. Тамағына тығылған төйөрҙө көскә йотто ҡатын. Эшкә һанаманы инде, ни еребеҙ кәмдер. Ул ғүмер буйы совхоз директоры булған, тик ниндәй генә дәрәжә булмаһын кеше булып ҡалырға була бит. Айһылыуҙар өйҙә түгелдер инде, былай булһа йүгереп сығыр ине. Зәкиә иламаҫҡа тырышып, буталсыҡ уйҙарынан ҡотолорға теләгәндәй, шәп-шәп атлап туҡталышҡа йүнәлде.
Икенсе осраҡта ла мәңге кәйефһеҙ ҡоҙаһы ишек алдынан бороп сығарҙы, күп тапҡыр мәжлестәрҙә киленен дә, ҡоҙағыйын да кәмһетергә тырышты:
—Эш рәте белмәй беҙҙең килен, ҡоҙағый өйрәтмәгән. Белгәне йоҡо! Хәҙерге йәштәрҙең арты ауыр, ҡайҙан инде ололарҙы хөрмәт итеү! Уныса асҡалаҡ кешене күргәнем юҡ минең ошо йәшемә етеп, темеҫкенеп тамаҡ эҙләй ҙә йөрөй!– тип һаһылдата көлгән булды.
Зәкиәнең күңеле ҡалды, һыуынды. Ир кеше лә шулай телсән булыр икән. Ҡабат ҡоҙаларын маҙаһыҙлап йөрөмәне ул. Шул хәлдәрҙән һуң Айһылыуҙың ул йортта оҙаҡ торламаҫын күҙалланы.
Айһылыу менән Мәҙинәнең ҡайтыуына ике аҙна тигәндә Әхмәт ғаиләһен юллап килде. 

Кейәү, башын аҫҡа баҫып, ишек төбөндә тапанып тора бирҙе.
– Үт, әйҙә, кейәү, нишләп бала-саға ҡошап унда тораһың? – тине Зәкиә ҡоро ғына итеп. 
– Айһылыуҙарҙы алып ҡайта килгәйнем, ҡәйнәм,- тип мығырланы Әхмәт. 
– Үт, үт, сәй эсербеҙ, һөйләшә торған һүҙ ҙә бар! – Зәкиә, сынаяҡ сылдырлата башағас, Әхмәт, аяҡ кейемдәрен сисеп, урындыҡ ситенә үтеп ултырҙы. 
Зәкиә бар һый-ниғмәтен өҫтәлгә теҙҙе, унда хуш еҫле еләк ҡайнатмаһы, ап-аҡ ҡына ҡорот, ярмаланып торған ҡыҙыл эремсек, һап-һары май майы сығып ҡунаҡланы. 
– Кейәү, минең Айһылыуым әллә ялҡаумы, урамсымы? – тип һораны ҡәйнә, ҡуйы ғына итеп сәй яһай-яһай. 
– Юҡ, – тип ипле генә өндәште Әхмәт. Айһылыу төпкө яҡта ҙур йомшаҡ шәленә уранып, мейескә һөйәлеп, тыңлап торҙо. 
– Әллә уйнаш итәме, ғәйбәтсеме, йоҡосомо?
– Юҡсы...
– Атыу һиңә атаңдың ҡаҡ башы кәрәкме? – Зәкиә тоҡанып киткәнен үҙе лә һиҙмәй ҡалды. – Мин һиңә уларҙы ышанып биреп ебәрҙем, яҡлар, ҡурсалар, Мәҙинәкәй атайлы булыр, тип. Артыҡ балам булғандан тоттороп сығарманым. Атаңа ла бисә итеп бирмәнем, һиңә бирҙем, ишетәһеңме? Һиңә! Ҡорһағы танауына еткән ҡатыныңды нишләп сығарып ебәрҙең?! Баҫымсаҡҡа  баҡа ла айғыр! Нишләп ғаиләңде яҡлай алмайһың? Нишләп ҡоҙа ул тиклем итеп талай Айһылыуҙы, ә һин күҙ йомаһың? Булды, етте, кейәү! Эсемә һыйған балам, тышыма ла һыя! Ебәрмәйем! Килмә лә, йөрөмә лә, ана, үҙегеҙ кеүектән, белемле, уҡыған, бай ата-әсәһе булғандан алығыҙ!
Айһылыу әсәһенең улай ярһығанын бер ҡасан да күргәне лә, ишеткәне лә булманы. Бәпкәләрен яҡлаған инәлек кеүек ҡалай яман туҙына әле!
– Танауың ебеп ултырма бында, кейәү! Һин – ир. Йә балаларҙы алып айырым сыҡ, йә атаңды тый! Улай булмай ҙа инде. Ек күремсе булышып нишләп көсләшеп бергә йәшәп ятаһығыҙ?

 *    *    *
Ауылдың икенсе осондағы йәтешерәк бер өйҙө һатып алып башҡа сыҡҡанға ла арыуыҡ ваҡыт үтте. Ғүмер буйы ата-әсәй итәге аҫтында һыйынып ҡына йәшәгән Әхмәт был хәлде ауыр кисерҙе. Үпкәселгә әйләнде, эштән һуҡмыш ҡайтып, өндәшмәй генә ҡапланып ятыуҙы хуп күрҙе. Бәпәй тыуғас та артыҡ үҙгәреш тойолманы. Бала илаһа, енләнеп сығып китә лә, атаһы йортонда ҡуна ҡала. Айһылыуҙың йәбешеп донъя көтөүенә, Әхмәттең һаман мәшәүләнеп йөрөүенә ауыл халҡы ла аптыраны. Ҡатын өс һыйыр тотто, баҙарҙан ҡалмай, ҡаймағын, майын, һөтөн эш итеп һатты. Кеше көнлө булманы, балаларына ла иң тәмлеһен ашатты, иң матурын кейҙерҙе. Магазиндан һуңғыға алыу тигәнде белмәне. Алған килеменә ҡушып Мәҙинәгә тигән пенсия килеп торҙо. Ир бәхетенән башҡа бөтәһе лә булды. Тик бына шул әрһеҙләшеп, кеше көлдөрмәйем, тип йөрөү ҙә эҙһеҙ үтмәне. Айһылыуҙың бушҡа ғына хәле бөтөр булды, услап сәсе ҡойолдо, былай ҙа арыҡ кәүҙәһе тағы бәләкәсәйҙе. Ауыл фельдшеры уға баш ҡалаға барып, тикшеренеп ҡайтырға кәңәш итте.
– Айһылыу килен, ике балаңды уйла, уларға һау әсәй кәрәк. Кеше ҡулына, кеше тупһаһына тороп ҡалмаһындар, Аллам һаҡлаһын. Эшең менән кешегә, тимбулей бейем менән ҡайныға ярап булмай ул! Сәсең менән иҙән һепер – һин яман, ялҡау булып ҡалаһың! Улайтма, килен. Дөрөҫ эшләмәйһең. Бар, күрен!
– Балаларҙы әсәйем ҡарап торор ҙа ул, һыйырҙарымды йәлләйем, уларҙы ҡалайтам инде!
– Һыйыр һине йәлләйме, һыйыр һине уйлаймы?! Балаларың етем ҡалһа уларҙы ҡарап үҫтерәме?! Кит, ҡалай бер ҡыҙыҡ кешеһең! Ауыл тулы бисә-сәсә, әйт береһенә, ҡыуанып алып ҡала! Ана, Миләүшәсе, бер итәк балаларын туйындыра алмай эт йонсой, йәй буйына, ҡыш буйына ла һауасаҡ! Рәхәтләнеп аҡҡа туйып ҡалырҙар!
Ике баланы әсәһенә алып барып ҡалдырҙы ла, Айһылыу Өфөгә китте. Фельдшерҙың әйтеүе дөрөҫкә сыҡты: ҡатын анализдар биреп, әллә ниндәй аппараттарҙа тикшерелә торғас, табип сатай-ботай итеп диагноз яҙҙы: ҡалҡан биҙендә шеш. Тағы әллә нимәләр яҙҙылар. Депрессия, тип аңлатты медсестра. Эх, бер булмағас, булмай икән бәхет тигәнең. “Үлеп ҡуйһам...Бынау шеше ҡурҡыныс булмаһа ярар ине. Балаларым ҡайҙа ғына барыр? Кем генә ҡарар?” Берәүгә лә кәрәкмәй тинтерәп, аслы-туҡлы, унда-бында һуғылып йөрөүҙәрен күҙ алдына килтереп йөрәге өҙөлөп төшкәндәй булды, туҡтауһыҙ күҙ йәштәре аҡты. Йәне әсене, күңеле һыҙланы. Башы шауланы. Артабан барыһы ла томан эсендә кеүек үтте. 
...Ярты йылдан ашыу ятты дауаханала Айһылыу. Шешкә операция уңышлы үтте үтеүен. Депрессия тигәндән оҙаҡ дауаланырға тура килде. Бик күп яҙмыштар менән осрашты, бер-береһенә бер туғандай яҡын, ҡәҙерле булып та бөттөләр. Ауырыуҙы еңә алмай мәңгелеккә күҙҙәрен йомған ҡатындар ҙа булманы түгел, ул саҡта ҡатын карауатына йомарланып ҡына ятып  иланы,  йәлләне, сараһыҙлыҡтан йөрәге өшөнө. “Бахыр ҡатын-ҡыҙҙар нимә генә күрмәй, нимә генә кисермәй. Ниндәй генә ауырыу юҡ донъяла! Бер гонаһы булмаған сабыйҙар нишләп әсәй һөйөүенән мәхрүм булалар икән? Мәҙинәкәйем, Айнурым...Бәхет ҡошсоҡтарым минең...Ҡасан ғына яндарығыҙға ҡайтам инде?”– тип ыңғырашты. 
Үҙе бирешмәҫкә, тик яҡшыға ышанырға, өмөтләнергә, көрәшергә тырышты. Көслө рухлы апайҙарҙы күреп, уларҙан йәшәү өсөн ынтылыш алды. Иртәнсәк күҙҙәрен асҡанда: “Мин– һау, мин–бәхетле!” – тип ҡабатланы, Аллаһы Тәғәләгә рәхмәттәр уҡыны. Йоҡлар алдынан бөтәһенә лә һаулыҡ, ғүмер теләне. Күрше палаталағы ҡатын биргән сүрәләр китабын да гел үҙе менән йөрөттө, әҙерәк ятлап та алды. 
Дауаханан сыҡҡас, Айһылыу тура әсәһенең йортона ҡайтты. Йәшлеген, һаулығын бөтөргән ҡайны йортона ла, ауылға ла барғыһы килмәне. Инде ҡалған ғүмерен ике балаһы өсөн генә йәшәйәсәк. “Мин бер ҡасан да, бер ҡайҙа ла юғалмаясаҡмын,” – тине Айһылыу үҙенә.
Әсәһе менән теүәл ике йыл торғас, яҡындағы ҡаланан эш тапты, бүлмә юлланы. Йыш ҡына  күренеп торҙо, дауахана юлын күп тапаны, әммә бирешмәне. Ҡыҙы Мәҙинә уңышлы ғына мәктәп тамамлап, медицина учлищеһына уҡырға инде, Айнур әсәһенә терәк тә, иптәш тә булды. Айһылыу уңайы тура килгән һайын балаларына: “Уҡығыҙ, тырышығыҙ, кеше булығыҙ! Үҙегеҙгә генә ышанығыҙ. Бала саҡтан тормоштоң әсе-сөсөһөн күп татынығыҙ, бер-берегеҙҙең ҡәҙерен белегеҙ!” – тип тылҡыны. 
Был бәләкәй генә дәүләттә Әхмәтте иҫкә төшөрөүсе лә булманы. Уның артабанғы яҙмышы менән ҡыҙыҡһынманылар, һорашманылар. Нимәгә ул? Ул хатта алама төшкә лә торошло түгел...

Зөлфирә ТАҺИРОВА

(Автор тураһында: 1985 йылда Йылайыр районының Һабыр ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлап, 19 йыл Йомағужа мәктәбендә эшләй. “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы – 2023” конкурсының төбәк-ара этабы еңеүсеһе. Өс бала әсәһе.)

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: