Бөтә яңылыҡтар

Әсәй, һин беҙҙе яратаһыңмы? (Хикәйә)

Түҙмәйенсә, Рәхмәт бер көндө ҡулына ҡайыш алды. Меҫкен ир эскән ҡатындан да хәйләкәр, яман кеше юҡ икәнен аңламай ине әле ул ваҡытта... Миңлегөл йәһәт кенә милиция саҡыртты: «Хәҙер үк алып китегеҙ! Көн һайын «һалып» ҡайта ла туҡмай. Мине лә эсергә мәжбүр итә. Балаларға ла көн күрһәтмәй, түҙер әмәл ҡалманы!..» Хатта күҙ йәштәре менән илап торҙо.

Әсәй, һин беҙҙе яратаһыңмы? (Хикәйә)
Әсәй, һин беҙҙе яратаһыңмы? (Хикәйә)

Ҡасандыр шаулап-гөрләп торған өй эсе тып-тын. Хатта стенала элеүле торған сәғәт тә йөрөүҙән туҡтаған. Быға иғтибар биргән кеше юҡ, сөнки ваҡыт иҫәбе бөгөн берәүгә лә кәрәкмәй. Ул юғалған. Бына шуға өй эсе шомло ла, сәйер ҙә. Тәҙрә эргәһендә ултырып ғүмер йомғағын һүтеүсе Миңлегөл өсөн дә ваҡыт төшөнсәһе – йомғаҡ.

Ҡатындың ҡулында – ғаилә альбомы. Уны яйһыҙ тоттомо, әллә нимәнәндер тертләнеме, фотоһүрәттәр елпер-елпер иҙәнгә һибелде. Миңлегөл, уларҙы йыйып алыр өсөн, иҙәнгә эйелде, тик һүрәттәрҙең береһе лә ҡулға эләгергә ашыҡманы. Эләктергәне лә ысҡынып кире иҙәнгә осто.

Тырыша торғас, бер фотоһүрәтте ҡулына алды. Ҡалтыранған ҡулы менән ҡатын уны үҙенә яҡын килтерҙе. Бына ул!.. Бына ғәзиз улы Ринат! Беренсе синыфҡа барғансы уҡ төшкән фотоһы. Әсәһенең муйынынан наҙлы итеп ҡосаҡлаған да бөтә донъяға нур һибеп йылмая...

«Мин былай түгел инем бит! Нишләнек беҙ!..»

Ошо баланың, гонаһһыҙ сабыйҙың, енәйәтсе булыуы мөмкинме? Нишләп былай килеп сыҡты әле? Нишләп?

Был һорауҙы Миңлегөл үҙенә инде йөҙөнсө, юҡ, меңенсе ҡабат бирә. Ә яуап юҡ. Яуап – ғүмер юлы.

Ҡыҙы Нәғимә уҡыуҙан әллә ни алдырмаһа ла, Ринаты бик зирәк бала булып сыҡты, гел «бишле»гә генә өлгәште. Малайының шулай тырыш булыуына ире Рәхмәт ныҡ һөйөнөр ине. «Улым һәр яҡлап үҙемә оҡшаған! Былай булғас, унан кеше сығасаҡ!» Һүҙ юҡ, егәрле, эшһөйәр ир-егеттәрҙең береһе булды Рәхмәт. Алдынғы механизатор, хәстәрлекле атай. Балаларына бөтә уйынсыҡтарҙы ла үҙе яһап бирә торғайны. Ауылдаштарына күпме эскерһеҙ ярҙамы тейеп тора. Рәхмәт, Рәхмәт, есемең исемеңә тура килһен тип, ошо исемде ҡушҡандарҙыр инде...

Ҡарағайҙан йорт һалып ингәс, ҡалай ҙурлап өй туйы үткәргәйнеләр! Ҡотлауҙар, матур-матур теләктәр... «Уңған кешегә барҙың, Миңлегөл, донъяң түңәрәк буласаҡ, бәхетең бар икән үҙеңдең!..» – тигәйне ҡунаҡтарҙың береһе. Был һүҙҙәрҙе ишетеп ҡалған Рәхмәт ҡатынының яурынынан ҡосаҡлаған килеш: «Юҡ, мине түгел, һөйөклө, егәрле аҫыл йәремде маҡтағыҙ, дуҫтар!» – тип әйткәйне бит әле... Ошо һүҙҙәрҙән ғорурланған Миңлегөл бүгәндәргә күҙ ҡырыйы менән генә ҡарап йылмайҙы... Күп тә үтмәне, өр-яңы «Жигули» һатып алдылар. Бөтәһе лә һәйбәт барҙы...

Рәхмәте көнө-төнө колхоз эшендә. Ҡатын-ҡыҙға әллә ни эш юҡ. Улар сезонлы эштә. Ул саҡтарҙа, хеҙмәт хаҡының бер өлөшө итеп, тоҡ-тоҡ шәкәр бирәләр ине. Һуң, шул тиклем шәкәрҙе ҡайҙа ҡуйырға? Хәйер, ҡайҙа ҡуйырға, тигән һорау берәүҙең дә алдында торманы шикелле. Бөтәһе лә бал ҡоя. Ҡунаҡҡа саҡырышалар. Эй, ул ҡунаҡ итешеүҙәр!.. Бөтәһе лә шунан башланды бит. Балдан.

Ире Рәхмәт көноҙоно эштә. Миңлегөл йорт мәшәҡәтенән арынмай. Арыныу менән инде... Йә был әхирәте, йә тегеһе килеп үҙенә саҡыра. Балын һоҫа һалып ултырта. «Әйҙә әле, сәй янына...» Бурыслы булып ҡалмаҫһың бит инде, иргәгәһен уларҙы үҙенә йыйып алырға тура килә.

Кис ҡайтыуына ҡыҙмаса йөрөгән ҡатынын күреү Рәхмәткә башта ҡыҙыҡ тойола торғайны. Шаяртып, төрттөрөп ала ла шуның менән эш бөтә. Ҡыҙмаса булыу осоро үтеп, Миңлегөлө иҫереп ҡайта башлағас, өйҙә йылы аш түгел, тамсы һыу ҙа тапмағас, шаяртыу-мәрәкәләү онотолдо, әлбиттә. «Ярай, бөттө-бөттө, бүтән ауыҙыма ла алмам!» Тик вәғәҙә вәғәҙә генә булып ҡалды, ә һыйланыр өсөн сәбәбе табылып ҡына тора. Рәхмәт янап та, ҡурҡытып та ҡараны. Инде буш вәғәҙәләр менән генә ҡотола алмаясағын аңлаған ҡатын үҙенең «көрәш алымын» үҙгәртте – хәҙер үҙе һөжүмгә күсте һәм яңылышманы. «Күрә алмағаның мин булдым! Ниңә тотаһың да миңә бәйләнәһең? Бүтәндәргә һүҙ әйтергә ҡурҡаһың шул, йыбытҡы! Балалар һинеке, үҙең ҡара! Улар етем түгел, ҡараулы!..»

Түҙмәйенсә, Рәхмәт бер көндө ҡулына ҡайыш алды. Меҫкен ир эскән ҡатындан да хәйләкәр, яман кеше юҡ икәнен аңламай ине әле ул ваҡытта... Миңлегөл йәһәт кенә милиция саҡыртты: «Хәҙер үк алып китегеҙ! Көн һайын «һалып» ҡайта ла туҡмай. Мине лә эсергә мәжбүр итә. Балаларға ла көн күрһәтмәй, түҙер әмәл ҡалманы!..» Хатта күҙ йәштәре менән илап торҙо.

Алып киттеләр. Ун биш көн ултырып ҡайтты Рәхмәт. Үҙгәреп ҡайтты. Башы түбән эйелеп ҡайтты. Өй буҫағаһында уны ҡаршы алыусы Миңлегөлдөң йөрәгендә тамсы ла йәлләү, үкенеү тойғоһо булманы. Киреһенсә, ҡатын йәнә лә бер мәртәбә еңеү «тәмен» татыны. Эйе, бик татлы тойолғайны был еңеү. Тик ғаиләһе алдында ниндәй енәйәт ҡылғанын ғына аңламаны. Шул көндән башлап Рәхмәт баллы көрөшкәне ҡулына алды. Бергәләп эстеләр. Айырым-айырым эстеләр. Бүтәндәр менән эстеләр. Рәхмәттең уҫал, шелтәле ҡарашы уны башҡаса эҙәрлекләмәне, һәм ул бүтәнсә бер кем алдында ла яуап тотманы.

Нәғимә һигеҙенсе синыфты тамамланы ла ситкә китеп олаҡты. Шул киткәненән ата йортона әйләнеп ҡайтҡаны булманы. Хатта кейәүгә сыҡҡас та уны туғандарына алып ҡайтып күрһәтергә теләмәне. Юҡ, быға әллә ни ҡайғырманы Миңлегөл. Ата-әсәһен борсоп, юҡ-бар һорап, теләнселәнеп ятмаһа, теләһә нимә эшләһен, үҙ ихтыярында.

Ринаты мәктәпте яҡшы тамамланы. Юғары уҡыу йортона инергә мөмкинлеге бар ине, тик кесе туғандарын эскесе ата-әсә ҡулына ҡалдырып китә алманы. Колхоз эшенә йөрөп, тапҡанына шуларҙы ҡараны. «Армиянан ҡайтҡас, барыбер уҡырға инәсәкмен», – тип йыш ҡына үҙен йыуатты.

Ринат армиянан шулай уҫалланып ҡайтыр тип кем уйлаған да, кем белгән! Уның иҫән-һау әйләнеп ҡайтыу хөрмәтенә үткәрелгән байрам оҙаҡҡа һуҙыла башлағас, бер көн өҫтәлгә йоҙроҡ менән һуҡты.

– Етте! Ишеттегеҙме? Бынан һуң өйҙә эскелек булмаясаҡ! Бала саҡта күргәндәрем дә еткән, кесе туғандарыма ундай көн теләмәйем!

Миңлегөл нимәлер әйтергә иткәйне, Ринат уны ҡырҡа бүлдерҙе:

– Әсәй, мин өйҙә төп ғәйеп кемдә икәнен яҡшы беләм, үткәндәр ҡабатланмаясаҡ! – тине. – Мин атайым ише булмам...

Миңлегөл шундуҡ телен арҡыры тешләне. Эйе, аҡырып ҡына улының ауыҙын ябып булмаҫ. Рәхмәткә оҡшамаған Ринаты. Ярар, беҙ ҙә ҡарап ҡарарбыҙ, тип уйланы ул. Йомортҡаның тауыҡты өйрәтмәгәнен иҫеңә төшөрөрмөн әле мин.

Ринаттан шөрләй ҡалған Миңлегөл ана шул көндән башлап эсеүен кәметте. Хәҙер ҡунаҡ-маҙар килһә лә: «Ана, атаһы менән улына тоттороғоҙ, мин хәҙер ауыҙыма ла алғаным юҡ», – тиер булды. Ҡунаҡтар бер аҙ ҡыҙмаса булыу менән йәһәт кенә ашөйгә сыға ла йәшереп ҡуйған балына үрелә... Ринат был хәйләһен дә һиҙеп ҡалды. Бер ваҡыт хатта төн уртаһында әсе балын уртларға тип торғайны, тотолдо. Шунан инде Миңлегөл нәфсене ҡәнәғәтләндерер өсөн бүтән төрлө саралар эҙләй башланы. Тапты – Ринаты өйҙән китергә тейеш. Олаҡһын берәй алыҫыраҡ яҡҡа. Ләкин ҡалай итеп ебәрергә?

Ул көндө ҡунаҡтар күп килде. Миңлегөл йүгереп йөрөп аш-һыу яраштырҙы. Ринатының ҡунаҡтар менән бер рәттән рюмка тотҡанын күреп, үҙе лә йыйып ҡуйған урынына барып бал һемереп килде. Үҙгәреп килеп ингән әсәһенә ҡарап-ҡарап алһа ла Ринат бер нәмә лә өндәшмәне. Аҙмы-күпме ваҡыт үткәс, йәнә сығып әйләнде Миңлегөл. Йәнә... Күҙҙәрен саҡ-саҡ асып килеп ингән әсәһен күргәс, улының йөҙө ҡарайҙы.

– Әйт, ҡайҙа эсә һалып килдең?

– Холоҡһоҙ! Үҙе иҫергән дә, хәҙер килеп миңә япһарасы! Ҡәҙерле ҡунаҡтарым, бына ошо малай гел шулайта. Аҙ ғына ауыҙына алһа, әсәһенә аҡая башлай!.. Үҙ өйөмдә йәшәргә көн бөттө!

– Ниңә юҡты һөйләй башланың, әсәй? Һин бит миңә һүҙ биргәйнең!..

– Иш-шо нимә?!.

Иҫерһә, ҡатынының берәүгә лә баш бирмәгәнен яҡшы белгән Рәхмәт уларҙың икеһен дә тынысландырырға тырышты. Бер нәмә лә килеп сыҡманы. Үҙенең нимә ҡыланғанын да аңламаған Миңлегөл улын өйҙән ҡыуа башланы.

– Оҙаҡ яттың беҙҙең елкәлә! Беҙҙең машинала арҡыры ятып кататься итеп!.. Сығып кит!

Улы урынынан ҡалҡынды.

– Машинаны бирмәйем мин һиңә! Күп йөрөнөң, донъя туҙҙырыусы!.. – Улы артынан елтерәп килеп сыҡты. – Рәхмәт, бирмә машинабыҙҙы!

Ире тыңлаусан малайҙай «Жигули»ға табан атланы. Шул саҡ Ринат уны этеп ебәрҙе лә машинаға инеп тә ултырҙы.

– Улым, бөгөн ярамай һиңә, – тип инәлде атаһы.

Ринат ишетмәне. «Жигули» ҙур тиҙлектә ихатанан сығып та китте.

– Дөмөкһөн! – тип йоҙроҡ болғап тороп ҡалды Миңлегөл...

Ринаттың боролмала кеше тапап китеүе тураһында хәбәр таң атҡас, мәжлестең һүрелә төшкән мәлендә, килеп ишетелде.

Тамам иҫергән Миңлегөл башта һүҙҙең кем тураһында барғанын аңлай алманы. Башына барып еткәс, ҡысҡыра башланы:

– Нахаҡ! Минең улым кеше үлтермәҫ. Үҙемә оҡшап йомшаҡ күңелле, аҡыллы ул!

Был ҡот осҡос хәбәрҙән айныған ире илап ебәргәс, сайҡала-сайҡала уның ҡаршыһына килеп баҫты:

– Ә-ә, шулаймы? Һинең бандитың! Минең ғүмеремде әрәм итеүең етмәгән, улыңдыҡын да харап иттең! Әҙәм рәтле йәшәргә ирек бирмәнең!..

Тағын нимәләр тип ҡысҡырғандыр, башында бер нәмә лә ҡалмаған, үҙен тынысландырырға маташҡан кешеләр өйөмөн хәтерләй, ҡалғаны иҫтән сыҡҡан.

Судҡа ҡыҙы Нәғимә лә килгәйне. Ул һәр ваҡыттағыса башын эйгән килеш, тып-тын ғына ултыра. Миңлегөл ҡыҙына боролоп-боролоп ҡарап алды, әммә тегеһе башын да күтәрмәне, әсәһе ултырған тарафҡа күҙ ҙә һалманы.

Ә һуңынанмы? Һуңынан... Шул шомбай ҡыҙ судта әсәһенә ҡот осҡос ғәйепләү ташлар тип кем уйлаған?

– Һин беҙҙе, балаларыңды, иреңде бахырҙарға әйләндерҙең. Ринатты түгел, һине хөкөм итергә кәрәк ине. Ваҡытында шуны эшләүсе кеше булманы... Ғүмер буйы мине бер һорау борсоно, шуға яуап бир – һин беҙҙе, балаларыңды, яраттыңмы ул, әсәй?

«Яратам, ғәзиз балаларым! Һеҙҙе кеше итер өсөн бөтәһен дә эшләнем...» – тиергә ине лә бит, ҡыйманы Миңлегөл. Дөрөҫөрәге, теле әйләнмәне.

Ахмаҡ Рәхмәт. Ошондай ҡәбәхәт һүҙҙәр ысҡындырған таш бәғер ҡыҙынан ҡурсып, исмаһам, бер һүҙ әйтһәсе! Бешмәгән шул инде. Илап ултырҙы.

Ринатҡа һуңғы һүҙ бирҙеләр. Танымаҫлыҡ булып үҙгәргән, һурығып киткән егет әкрен генә тороп баҫты. Юҡ, ул ҡайһы бер бәғерһеҙ йәндәр шикелле бүтәндәрҙе ғәйепләмәне, үҙен дә аҡларға тырышманы.

– Мин улай түгел инем бит... Нишләнек беҙ?!.

Һәм тынды. Шул саҡ Ринаттың мең һорауға яуап эҙләгән ғазап тулы күҙҙәре әсәһенеке менән осрашты. Нәғимәнең һүҙҙәренә ҡарағанда ла нығыраҡ тәьҫир итте уға был ҡараш... Миңлегөлдөң, үҙе лә һиҙмәҫтән, йөрәгенә йәбеште.

Эйе, бөгөнгөләй хәтерендә, Ринатҡа ул көндө теүәл алты йәш ине. Йәш әсә улының тыуған көнөнә өйгә фотограф саҡыртты. Бына Ринат йүгереп килде лә йомшаҡ, наҙлы, нәфис ҡулдары менән әсәһенең муйынынан ҡосаҡлап алды. Битенән иркәләп һыйпаны ла: «Әсәй, мин һине яратам!..» – тип шыбырланы.

Шунан... Шунан объективҡа ҡараны ла сыңғырлатып көлөп ебәрҙе...

Ул бәхетле көндөң хәтирәһе булып фото ғына тороп ҡалды.

Әсәһенең муйынынан ҡосаҡлаған малай күҙҙәрен йомоп, онотолоп көлә...

Көтмәгәндә шат тауыш көсәйгәндән-көсәйә барып, бөтөн бүлмә эсен тултырҙы. Был көлөүгә бүтән тауыштар ҙа ҡушылды. Бәй, былары бит Рәхмәт, Нәғимә!.. Туҡта, ни булды? Көлөү түгел, илау тауыштары ла баһа! Түҙеп торғоһоҙ! «Етте!»–тип ҡысҡырып ебәрҙе Миңлегөл.

Тауыштар шундуҡ тымды.

Миңлегөл төшөп киткән фотоны үрелеп ҡулына алды. Бына уның ҡолонсағы... Быуылып-быуылып көлә... Миңлегөл һиҫкәнде – тауыш көсәйгәндән-көсәйә барып, ҡапыл бүлмә эсен тултырҙы. Уға тағы ла бүтәндәр ҡушылды...

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА.

Читайте нас: