Бөтә яңылыҡтар

Кешегә үлем теләмә

Булған  хәл.

Яңыраҡ  дауахана  юлында  күптән  күрмәгән  бер  танышымды  осраттым.  Оҙаҡ  ҡына  һөйләшеп  торҙоҡ.  Ул  1997 йылда,  Учалы  районының,  Нефтебаза   ҡасабаһы  эргәһендә  бер  шәхси  эшҡыуар  асҡан  таш  бысыу  цехына  эшкә  урынлаша.  Сменалы  эштә  бригадалары  менән  бардюр  бысалар. Эш  пландарын  тиҙ  генә  тултырып, сит-ят  күҙҙәр  күрмәгәндә,  ҡәбер  таштары  бысып,  магазиндан  күпкә  арзаныраҡ  хаҡҡа  халыҡҡа һаталар  икән. Бригадала  эшләгән  ете  эшсенең  икәүһенең  ихата  эсен  ошо  әҙер  продукция  менән  тултырғандар.  Хаҡы  арзан  булғас,  халыҡ  алыштырып  торған  инде.  Үҙҙәре лә  ҡолаҡтарын  ҡарпайтып,  яҡын-тирәләге  ауылдарҙа  берәйһе  мәрхүм  булманымы  икән,  тип  хәбәрҙәр   булып  торғандар.  Мәйет  ятҡан  йортҡа  барып,  таштарын  тәҡдим  итеп,  аҡсаға, самогонға  алмаштырғандар.  Аҡмаһа ла  тамып  торған  инде.

Бер  мәл  берәүҙә  үлмәй  икән. Эшкә  киләләр, ә баш  йүнәтергә аҡса ла,  араҡы ла  юҡ. Былар  булалмай,  яңыраҡ  эшкә  кергән  шул  танышыма:

- Яҡын тирәлә,  берәй  белгән,  оло  йәштәрҙәге  кешең   юҡмы,  тәҡдим  итеп  ҡара, - тип  кәңәш  биргәндәр.  РТС ҡасабаһында  бының  инде  хаҡлы  ялға  сыҡҡан  әбей  тейеш  зат-зәүере йәшәгән.  Шуның  өйөнә  барып, әү – хәүәл  белешкәс,

- Әбей,  һиңә  арзан  ғына  хаҡҡа  ҡәбер  ташы  кәрәкмәйме? – тип  йомошон  әйткән. 

Хужабикә  тыныс  ҡына:

- Ярар,  улым,  уйлармын,  иртәгә  килерһең, - тигән.

Икенсе  көнөнә  әбей:

- Балаларым  менән  кәңәшләшкәйнем,  улар: "Инәй,  үлергә  ашыҡмай  тор. Һин  беҙгә,  ейән-ейәнсәрҙәреңә  бик  кәрәкһең  әле.  Хоҙай  Тәғәлә  үлемдән   үҙе  һаҡлаһын,  әгәр  ундай  хәл  була  ҡалһа,  ҡәбер  ташын  үҙебеҙ  алып  ҡуярбыҙ",  тип  кәңәш  бирҙеләр, - тигән.

Әллә  күпме  һыуҙар  аҡҡан,  әллә  күпме  йылдар  үткән.  Танышымдың  әбейенән  күпкә  йәшерәк  булған  ата-әсәһе  ауырып,   бер-бер  артлы  донъя  ҡуйған. Ҡатыны  юл  аварияһына  осрап  һәләк  булған.  Берҙән-бер  бөртөк  улы,  эскелек  һаҙлығына  батып, аҡылынан  яҙып,  аҫылынып  үлгән.  Көтмәгәндә,  төндә  ағаһының  йорто  янып  китеп,  бөтә  ғаиләһе  менән  әрәм  булғандар.  Оҙаҡ  йылдар  таш  бысып,  үҙ  һаулығын  арыу  ғына  ҡаҡшатҡан,  инде  хаҡлы  ялға  сыҡҡан  танышым,  күҙҙәрен  йәшләндереп:

- Ауырыйым,  яҡташ,  дауаханынан  баш  сыҡмай,  үлермен  инде... -  тимәһенме. 

Үҙем дә  һиҙмәҫтән:

- Ә теге әбейең  тереме  һуң? – тип  ысҡындырҙым.

- Тере,  нимә  булһын  уға.  Быйыл  94  йәшен  тултырҙы. Һаман  үҙ  аяҡтарында  атлап  йөрөй,  аҡылы ла  теүәл. Тик  ҡолаҡҡа  ғына  ҡатыраҡ, - тине  танышым.

...Ул  мине  ауыр  уйҙарға  батырып,  йүткерә-ҡаҡыра  дауахана  яғына  атланы.

Рамай Ҡаһиров.

Автор:
Читайте нас: