Бөтә яңылыҡтар

ӨЛӨШ

Булған хәл.

Һөнәрселек училищеһендә уҡығанымда, Яңы йыл алдынан, Ульяновск ҡалаһына, УАЗ машиналары төҙөү заводына, ике айға практика үтергә ебәрҙеләр. Унда күберәген беҙҙең кеүек, ауыл һөнәрселек техник училищеһе курсанттары, хәрби-төҙөлөш ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүсе һалдаттар һәм ниндәйҙер енәйәт эшләгән өсөн хөкөм ителеүсе “химик” тар эшләйҙәр ине.

Заводтың хатта өс-дүрт ашханаһы бар, анау ҡәҙәре, бөтә ил буйынса йыйналған халыҡты туйындырыр кәрәк бит! Сменанан сыҡҡанда проходнойҙа торған контролёрҙар һәр береһен ныҡлап тикшерә. Берәй бәләкәй генә “деталь» тығып алһаң да, тоталар. Тәүге тапҡыр урлашып эләккәндәргә штраф һалалар, икенсе тапҡыр эләкһәң - дәүләт милкен урлап тотолдо! - тигән стендҡа фоторәсемеңде эләләр. Өсөнсө тапҡырында инде эштән ҡыуалар.

Беҙ, егерме биш курсантҡа - мастерыбыҙ Зөлфәр Юламанов исемле ағай, күҙ-ҡолаҡ булып йөрөнө. Матур кәңәштәрен биреп, эшкә тиклем оҙатып, беҙҙе ундағы бригадир, мастерҙарға тапшырып, улар менән ихлас аралашты. Бригадирҙарҙың күпселеге - урындағы халыҡ, ҡойма аша төрлө запас өлөштәр бәреп, ситтән килгәндәргә шуларҙы арҙан ғына хаҡҡа һатып, үҙҙәренсә аҡса эшләп йөрөгәндәр икән.

Яңы йыл алдынан Зөлфәр ағай:

- Бер-ике көнгә өйгә ҡайтып киләм. Һин, төркөм старостаһы булараҡ, күҙ-ҡолаҡ булып тор инде, тип тимер юл вокзалына тиклем такси саҡыртты.

- Әйберҙәрем күп, ярҙам итеш, - тигәс, ике ауыр сумаҙанын күтәрҙем. Уларына саҡ көсөм етте, әйтерһең таш тултырғандар!

...Май аҙағында экзамендар тапшырып, шофёр танытмаһы алып, совхозға эшкә урынлаштым. Ай буйына, бер боҙоҡ “УАЗ – 469” машинаһына «планетарка һәм хвостовик» тигән запас өлөш эҙләп, бөтә Учалы районын урап сыҡтым. Аҙаҡ ҡына, бер йылғыр танышым, Учалы ауылы дауаханаһының гаражында эшләүсе, бер механикка барырға кәңәш итте. Етмәһә, ярҙам һорап, хатта уның исеменә хат – записка яҙып ебәрҙе. Барып таптым шул кешене. Ул мине баштан – аяҡ күҙҙән үткәргәс:

- Ошо адрес буйынса бар, ярҙам итерҙәр, - тигәс, ҡыуанып, өмөтләнеп, Учалы ауылының, Үҙәк урамында урынлашҡан йортто барып таптым. Эте өргәнгә, өйҙән хужа килеп сыҡты. Бер - беребеҙҙе күреп, ҡыуанышып киттек! Беҙҙе уҡытҡан, һөнәрсе иткән, дан мастерыбыҙ! Йомошомдо әйткәс, Зөлфәр ағай ихлас йылмайып :

- Сумаҙандарҙы такси машинаһына тиклем үҙең күтәрешеп килтерҙең бит, тимәк бында һинең дә өлөшөң бар бар, тип мине ҡыуандырып, ҡулыма кәрәкле запчасть өлөштәрен килтереп тотторҙо.

...Өлөшөңә төшкән көмөшөң була, -тиҙәр бит. Тормошта ла шулай: бер көн шулай ул һиңә өлөшләтә, йә шатлыҡ – ҡыуаныс, йә ҡайғы – хәсрәт килтереп тоттора.

Рамай Ҡаһиров.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: