Бөтә яңылыҡтар

Уғры. Хикәйә

Мәҙинә ҡалын альбомды ашыҡмай ғына битләүен дауам итте. Бер мәлде... Ҡыҙҙың өҫтөнә әллә боҙло, әллә яңы ғына ҡайнап сыҡҡан һыу һиптеләрме ни! Ваҡыт шойҡаны ҡағылыуҙан иҫкереп, һарғая башлаған фотонан уға мәрхүмә әсәйе, өләсәйе һәм... Нәҙирҙең атаһы ҡарап торалар ине.

Уғры. Хикәйә
Уғры. Хикәйә

Сарғалап илаған ейәнсәренең сәрелдәк тауышын шундуҡ танып алған Сәғиҙә әбей, орсоғон ситкә ҡуя һалды ла, өтә баҫып ҡаршы сыҡты.

– Ни булды, балаҡайым? Нимәһенә шул ҡәҙәре яр һалаһың?

– Анауы, Сибай ышпанаһы миңә, етем башмаҡ тине-е! Мин етем түгел дә баһа-аң!

– Һәй шул суҡынған малай булды инде! Уның һүҙҙәренә иғтибар итеп торма һуң.

– Тәүҙә итмәгән инем, аҙаҡ тағы ҡабатланы-ы!

– Ярай, тыныслан. Һүҙ ни, әйтелә лә бөтә. Ишетмә лә ҡуй. Шулай итһәң, бер-икене ҡабатлар ҙа бөтөр.

– Етем башмаҡ булырға минең бит һинем бар, ибет, өләсәй? – Илауынан туҡтаған Мәҙинә, танауын мырш тартып, күҙ йәштәрен һөрттө.

– Эйе шул. Шулай тип әйтергә нисек телдәре бара тиһең... – Ҡапыл йөрәге һыҙлап киткән Сәғиҙә ейәнсәренең ыңғайына һыпырҙы. – Сабый менән сабый булмаһалар...

– Уның үҙенең дә атайы юҡ бит әле, өҫтәүенә, әсәһе эскесе, ти...

– Ҡуй, улай тимә, ҡыҙым. Аҡылы камил кеше кеше етешһеҙлегенән көлә икән – яҙыҡ ғәмәл ҡылған һаналыр. Ундайҙарҙың Алла башына һуға. – Ете йәшлек ейәнсәренең ололарса фекер йөрөтөп, һүҙ һөйләүенә ғәжәпһенә төшкән өләсәй аҡыл өйрәтә һалды. – Эй-й, хәҙерге балаларҙы...

– Ә ниңә, ул минән көлгәнде... Яҙыҡ әллә уға ҡағылмаймы?

– Ҡағыла. Көлә икән, тейешле язаһын тәңре бирер. Һин уның ыңғайына кешегә аслан ҡушамат тағаһы булма. Йәнә, юҡҡа үпкәләп, асыу тотоп та йөрөмә. Кемгәлер ҡарата кенә һаҡлау – яман ғәҙәттәрҙең иң яманы.

– Әһә һиңә! Етем башмаҡ – юҡ һүҙ буламы? Белгең килһә, ул минең иң яратмаған һүҙем.

– Йә, йә, яратмаған һүҙҙәр ҙә бара-тора онотола ул...

– Өләсәй, минең атайым да, әсәйем дә юҡтар. Ҡайҙа һуң улар? – Бөтөнләй тынысланырға өлгөргән Мәҙинә еүеш күҙҙәрен ҡул һырты менән һыпырҙы. – Мин гелән шулай етем башмаҡ булып йөрөрмөнмө?

– И-и, иҫәркәй! Улай тип әйтеү менән һәр кем етем башмаҡ булып бармай инде. – Һүҙҙе ҡырҡа икенсе юҫыҡҡа борған ейәнсәренең көтөлмәгән һорауынан күңеле тулышып киткән Сәғиҙә уның арҡаһынан тупылдатып һөйгән булды. – Һин дә һис улай түгелһең.

– Йә, һөйлә инде: ҡайҙалар минең әсәйем менән атайым? Ҡабырғаһы менән ҡуйылған әлеге һорау Сәғиҙәне аптырауға һалды.

Аптырау ғынамы, өләсәй кеше, ҡапылғара ни уйларға ла белмәй, юғалып ҡалды: инде нисәмә йылдар әллә йәшерә килгән, әллә һөйләп бирергә баҙнаты етмәгән хәҡиҡәтте асып һалыр мөҙҙәт тә килдеме икән шулай уҡ? Бына әкәмәт, ҡайһы арала уҙып өлгөрә был ваҡыт тигәнең. Кисә генә йүргәктә ятҡан сабый бөгөн инде үткәндәре менән ҡыҙыҡһына. Эй-й, ғүмер!

– Ярай, тик илама. Һөрт күҙ-башыңды. – Ейәнсәре һүҙен йыға алмаған өләсәй кеше хәтирәләргә бирелде...

Өләсәйе һөйләгәндәрҙән хайран ҡалып ултырған ҡыҙҙың башында кескәйҙәргә хас булмаған уйҙар ҡайнаша. Уны, Мәҙинәне, әле тыумаҫ элек үк етемлеккә дусар итеп, бар яманлыҡтарҙың сәбәпсеһе булған ул яһил әҙәм аҡтығы тейешле язаһын алырға тейеш тә баһаң! Башҡаса булыуы мөмкин түгел! Тик нисек итеп? Быныһы инде икенсе һорау. Был тәңгәлдә ныҡлап уйларға кәрәк. Ә былай эшләгәндә...

Шул арала киләсәккә ҙур-ҙур маҡсаттар ҡуйырға өлгөргән ҡыҙ йораты иртәгәһенә үк мәктәптә эшләп килгән ҡул һуғышы секцияһына яҙылып ҡайтты. Ете йәштән ун йәштәгеләр төркөмөнә. Уны унда берәү ҙә әүрәтеп-өгөтләп тә, көсләкләп тә алып килмәне. Тотто ла үҙе барҙы.

– Ә мин ҡул һуғышы түңәрәгенә яҙылдым! – Һәләк күңеле булған Мәҙинә ҡайтып инеү менән үҙенең ҡыйыу аҙымы хаҡында өләсәйенә һөйөнсөләй һалды. Тегеһе, әүәл хайран китеп бот сапты, унан урындыҡҡа лыпым ултыра төштө.

– Әстәғәфирулла! Ҡыҙ-ҡырҡын эшеме ни һуғышып йөрөү! Юҡ менән булмаһаң, башҡа кәсеп бөткәнме?

– Уҡытыусы ағайыбыҙ әйтә, һәр кемдең тормошта ниндәйҙер маҡсаты булырға тейеш, ти. Маҡсатһыҙ кеше – юҡ кеше, ти. Хәҙер минеке лә бар.

– Һуғышмайынса ғына ул маҡсатҡа ирешеп булмаймы һуң? Шөғөлөң уҡыуыңа ҡамасау яһамаҫмы?

– Өләсәй, кисә миңә, атайың әле бар, икенсегә өйләнгән, тигән инең... – Мәҙинә һүҙҙе йәнә икенсегә бора һалды.

– Әйт... Әйткәйнем шул... – Ейәнсәренең тел төбөн тулыһынса аңлап етмәгән өләсәй аптырап китте. – Уның бында ни ҡыҫылышы?

– Ҡайҙа йәшәй икән, әйтә алмайһыңмы?

– Юҡ. Нимәгә ул һиңә кәкүк-атай? – Мәҙинәнең һүҙ йүнәлеше ҡайҙа алып барғанлығын төшөнә башлаған Сәғиҙә терт итеп ҡалды. Шулай ҙа битараф ҡиәфәттә ҡул һелтәгән булды: – Ҡуй, башымды ҡатырма. Лутсы, ана, өйгә эштәрең менән бул.

– Былай ғына, өләсәй. Белгем килә... – Тегеһе үҙенекен ныҡышты.

– Сибайҙа, имеш, тип ишетә биреп ҡалғайным. Әллә тағы...

– Ә дөп-дөрөҫөн кемдән белергә була?

– Әй, һәпрә ҡыҙыҡай, нимәһенә шул тиклем төпсөнәһең әле? – Һөйөклө сабыйының татлы теле бәғеренә һары май булып яғылған өләсәйҙең күңеле йомшара бирҙе. – Бына ошонда әсәйең менән икәүһе төшкән кәртишкәләре ята ине...

Пар күгәрсендәрҙәй ике йәш кешенең бер-береһенә һыйынышып төшкән фотоһүрәтенә Мәҙинә оҙаҡ текләп торҙо. Гүйә, кемеһендер ныҡлап хәтерендә ҡалдырырға тырыша ине.

– Уның менән ни өсөн ҡыҙыҡһынғанды аҙаҡ белерһең. – Ул ҡырт боролдо ла, урамға сығып китте. Ейәнсәренең ҡыланышында бер ни аңламаған Сәғиҙә аптырауҙан ни әйтергә лә белмәй ултырҙы ла ҡалды.

* * *

...Ҡул һуғышы түңәрәгенең иң әүҙем, иң ихлас, шул уҡ ваҡытта иң отҡор ағзаһы Мәҙинә һәр төрлө алымдарҙы тиҙ һәм еңел үҙләштерҙе. Ике йыл үтеүгә ул мәктәп чемпионы булһа, һуңынан район буйынса ла алдынғы спортсылар рәтенә сыҡты. Ун биш йәше тулыуға инде тренерына ҡаршы сығып маташҡан ныҡыш ҡыҙ ҙур-ҙур бәйгеләрҙә еңеү артынан еңеү яулап, барыһын аптырауға һалды.

Туғыҙынсы синыфты урта ҡулдар араһында тамамлап, уҡыуын артабан колледжда дауам итергә теләк белдергән Мәҙинәгә тренеры:

– Мәктәпте бөткәнсе ошонда йөрөп торһаң ни була, – тип үтенес белдергән һымаҡ әйтеп ҡараған ине лә, тегеһе:

– Үҙегеҙ, ҡала ерендә мөмкинлектәр күберәк, тинегеҙ бит, – тип йәпле генә һылтауын табып, уйынлы-ысынлы итеп баш тартты. – Барып ҡарайым әле. Килеп сыҡмаһа, кире ҡайтыуы ауыр булмаҫ.

Алсаҡ тәбиғәтле, тиҙ аралашып барыусан эскерһеҙ Мәҙинә ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә физик культура колледжында ла, уҡытыусыларҙың да, төркөмдәштәренең дә күңелен яулап өлгөрҙө. Бәғзе ауыл балалары кеүек, ул сит кешеләргә, ят мөхиткә өйрәнеп китә алмай оҙаҡ аҙапланманы. Бәлки, уға ете йәшенән ынтыла килгән маҡсаты булышлыҡ иткәндер, кем белә?..

Көндәрҙең береһендә колледждың дүртенсе курсында уҡып йөрөгән Мәҙинә, уйламаған ерҙән теге мәл, әле мәктәпкә бармаған да сағында, үҙен етем башмаҡҡа тиңләп күңелен ныҡ ҡайтарған Нәҙирҙе осратты. Осратты ла шунда уҡ танып алды. Быға ҡәҙәре нисек итеп бер тапҡыр ҙа тап булышманыҡ икән, тип аптыраған йәштәр күптән дуҫлашып йөрөгән әшнәләр шикелле йылы күрештеләр. Шулай, бала саҡ дуҫы, яманмы ул, яҡшымы, һәр саҡ, һәр ерҙә, һәр кемгә ҡәҙерле.

Һөйләшеп киттеләр. Баҡһаң, Өфө университеты филиалында белем алған Нәҙир атай-әсәйе менән ошонда йәшәй икән. Мәҙинәләрҙең ауылына ул ҡунаҡҡа барып йөрөгән булған. Өләсәйе вафатынан аҙаҡ унда һуҡмағы һыуынған да ҡуйған. Әйтәгүр, шул мәлдән бирле күренгәне булманы.

Маяковский паркында йөрөнөләр, автобусҡа ултырып, Төйәләҫ быуаһына барып уранылар, кискә матур ғына кино ҡаранылар. Йәштәр инде бер-береһенә оҡшай ҙа башланылар, буғай: киләһе ялда ла осрашырға һүҙ ҡуйышып айырылышты улар. Дөрөҫөрәге, егет ҡыҙҙы дөйөм ятағына еткәнсе оҙата барҙы. Ошонан аҙаҡ күрешеүҙәр даимиға әйләнде.

Дуҫлашып китеүҙәренә ай ярым тигәндә Нәҙир, яйын килтереп, Мәҙинәне өйҙәренә саҡырҙы.

– Әллә ҡалай бит әле, – тип уныһы итәғәтле генә баш тартмаҡсы итте. – Уңайһыҙ һымаҡ.

– Нимәһе уның уңайһыҙ? Үҙем саҡырып торғанды...

– Күрмәгән-белмәгән урынға...

– Ана шунда күрерһең дә, белерһең дә.

Уларҙы урта йәштәрҙәге ҡаҡса ир ҡаршы алды. Алға кәкерәйә биргән кәүҙәле, кәгез ирҙең йөҙөн Мәҙинә тәү ҡарауҙа уҡ сырамытҡандай итте. Шулай ҙа, керпек сәнсеп йәшертен һынап тороуға ҡарамаҫтан, уны танып, кем икәнлеген өҙөп кенә әйтә алманы. Ҡайһы саҡ шулай була бит ул: йөҙ шул тиклем таныш та, хатта яҡын да кеүек, ә ҡайҙа, ниндәй шарттарҙа күргәнеңде иҫләп тә, әйтеп тә булмай ҙа ҡуя. "Ә, бөткәнме ни бер-беренә оҡшаш сырайлы кешеләр. Кемгәлер оҡшатамдыр шунда, – тип үҙен-үҙе тынысландырырға тырышҡан Мәҙинә шулай ҙа әлеге аҫтыртын йылмайыу менән ҡараған шом тулы күҙҙәрҙе хәтеренән юйып ташлай алманы. Күңеленә инеп ояланы ла ул ҡараш, сығып китмәй ыҙалатты.

– Атайыңмы? – Сираттағы бер килеүендә фотоальбом ҡараштырып ултырған Мәҙинә әлеге кешенең һүрәтенә төртөп күрһәтте.

– Эйе, шул. – Сәй ҡуйып маташҡан егет рыя ғына яуап бирҙе.

– Элек атайың юҡ тип белә инем...

– Әй, әллә ҡайҙа йөрөй торғас, ҡайтып килде шунда.

– Ә әсәйең?

– Ул әле эштә.

Мәҙинә ҡалын альбомды ашыҡмай ғына битләүен дауам итте. Бер мәлде... Ҡыҙҙың өҫтөнә әллә боҙло, әллә яңы ғына ҡайнап сыҡҡан һыу һиптеләрме ни! Ваҡыт шойҡаны ҡағылыуҙан иҫкереп, һарғая башлаған фотонан уға мәрхүмә әсәйе, өләсәйе һәм... Нәҙирҙең атаһы ҡарап торалар ине. Фотоның бындайы бит уларҙың үҙҙәрендә лә бар ҙа баһаң! Бына ҡайҙа күргән ул теге ытырғандырғыс ҡарашты. Аһ! Әллә ысынлап та улмы? Шул ҡәҙәре оҙаҡ эҙләгәнен ул ошо рәүешле уйламағанда-көтмәгәндә килеп табып алдымы? Булыуы мөмкин түгел! Ә ниңә түгел? Һәммәһе буталып-симәлеп бөткән был тормошта барыһы ла булыуы мөмкин! Тимәк Нәҙир... мин... Нәҙирҙең атаһы... Ҡапыл зиһене томаланып киткән Мәҙинәнең мейеһендә тиҙ генә осона сығып булмаҫлыҡ ҡатмарлы ла, шул уҡ ваҡытта бер ҡарауҙа уҡ аңлашылып торған яп-ябай ҙа уйҙар ҡайнашты...

* * *

– Бик тә ныҡышаһың икән, ҡыҙым, тыңла. – Әллә ҡайҙарҙа йөрөп ятҡан атайы хаҡында төпсөнөп маҙаһын ҡоротҡан ейәнсәренән ҡотолорға буламы, бәлки, ысынлап та хәҡиҡәтте белеп ҡалһын типтер, Сәғиҙә әбей теге көндө Мәҙинәнең үтенесен кире ҡаҡманы. Бер нәмәһен дә арттырмай ҙа, йәшермәй ҙә, бар тик белгәндәрен генә һөйләп бирергә ҡарар итте. – Мин ғүмерем буйына бил яҙмай эшләү дәүеремдә аҙмы-күпме мөлкәт туплай алдым. Бер бөртөк балам өсөн тип йыйған ул мөлкәттең ниндәй хаҡҡа төшкәнлеген үҙем генә беләм: һаулығым ҡаҡшау өҫтөнә, үҙ иркем менән донъя ҡыуаныс-шатлығынан ваз кистем. Олатайың һуғышта ятып ҡалғас, яңғыҙ баламды, әсәйең мәрхүмәне әйтәм инде, әҙәм рәүешле тәрбиәләп, аяғына баҫтырыу өсөн мин бер нәмә лә йәлләмәнем, хатта үҙ яҙмышымды ла. Теге аҡсаны ла бары уның киләсәген уйлап, уның өсөн йыйған булдым. Иркәрәк булып үҫһә лә әсәйең бик егәрле, бөтмөр ине, ошоларына өҫтәп, бәләкәйҙән бер ҡатлыраҡ та булды. Ана шул ябай бер ҡатлылығы башына етте лә инде.

– Нисек итеп? – Әлегәсә тыныс һымаҡ күренгән Мәҙинә ҡалҡына бирҙе.

– Нисек итепме? Күңеле шар асыҡ, хәйләһеҙ кешеләрҙе боҙоҡ эсле, ямандары һәр ваҡыт һағалап ҡына тора бит ул. Ошо хаҡта киҫәтеп тороуыма ҡарамаҫтан, әсәйең бахыр менән дә шулай килеп сыҡты. Нимәгәлер район үҙәгенә барғанында ул бер егет менән осрашып танышҡан. Эсендәгеһенең тамсыһын да һаҡлай белмәгән әсәйең шунда уҡ ярылып, бөтәһен дә һөйләп бирә һалған. Йәнәһе, ғашиҡ булған берәү. Тегеһе, әлбиттә, битараф ҡала алмаған.

– Тик уның һөйөүе, аҙаҡ аңлауымса, әсәйеңә яуап итеп түгел, ә беҙҙең ярайһы ғына бөтөн донъябыҙға ҡарата тоҡанып киткән. Була бит ер йөҙөндә әҙәмдәрҙең шундайы ла. Мин үҙем уны тәү күргәндән үк мөрхәтһенмәнем. Күңелем нимәлер һиҙгән һымаҡ, һеркелдәп тик торҙо. Саманан артыҡ ябай, бигерәк татлы телле һәм ялағайлыҡҡа тартым итәғәтле ине ул. Ә ир кешегә юхаланыуҙың артығы килешмәй. Ана шуныһы оҡшаманы миңә.

– Ә әсәйем? Әсәйем күрмәнеме һуң ошоларҙы?

– Әсәйеңме? Ул тегенең яһалма ҡыланышынан һушын юйҙы. Бәләкәйҙән атайһыҙ ҡалып, ысын ир затының ниндәйерәк булырға тейеш икәнлеген белмәгәс ни. Өйләнешергә тәҡдим алыу менән шунда уҡ, уйлап та тормаҫтан, ризалығын бирә һалды. Һыңар бөртөк баламдың күңелен китмәйем, тигән булып үҙем дә өндәшмәнем. Ә, яҡшатланып тормайыса, өндәшергә кәрәк булған. Хәйер, минең әйтеүемдән фәтүә булыр инеме икән, белмәйем. Ҡолағына ҡәҙәр ғишыҡ утына сумған әсәйең ул мәлдә бер кемде лә тыңлап торорға һәләтле түгел ине шикелле.

– Өләсәй! Ә ғишыҡ уты тигәнең нимә була?

– Ғишыҡ утымы? Ул һәр кемде аҡылдан яҙҙырыр хәлгә еткереп, бар булмышын йә көйҙөрөп, йә күктең етенсе ҡатына күтәреп алыр көс. Ул көскә әле бер кешенең дә ҡаршы тора алғаны юҡ. Бындай осраҡта, ғәҙәттә, йөрәгеңдән алда аҡылыңа ҡолаҡ һал, тиҙәр ҙә бит... – Сәғиҙә һөйләүенән туҡталып, ирекһеҙҙән эркелеп киткән күҙ йәштәрен ҡоротоп алды. Алда әйткәнемсә, аҡыл тигәнең әлеге мәлдә зәғифләнгән була. Аҡылды тыңлай белер өсөн дә аҡыл кәрәк. Ҡыҙғаныс, күңелендә боҙоҡлоҡтоң тамсыһы ла булмаған әсәйеңден дә йөрәге аҡылынан алды йөрөнө. Эй-й, йәшлек! Нимәләр генә ҡыландырмайһың һин кешеләр менән!

...Туйға тиклем, тигән булып теге ир әсәйеңде район үҙәгенә күсереп алды. Тәүге осорҙа былай арыу ғына йәшәп киткән һымаҡтар ине. Тормоштарының көйлө генә башланып китеүенә мин дә ҡыуанып йөрөнөм. Әле һуғыштан алда һалынған уҫаҡ өйөбөҙ иҫкереп киткәнлектән, яңы торлаҡ йүнләргә ҡарар иттек. Барлы-юҡлы аҡсамды, һуңғы тиненә ҡәҙәр, буласаҡ атайыңа тотторҙом да сығарҙым. Йә инде, исмаһам, ҡош телендәй булһа ла ҡағыҙ яҙҙырып алһамсы!..

– Алданымы? – Мәҙинәнең был һорауы балаларға хас ябайлыҡ менән яңғыраны.

– Алдауҙы ғына һөйләйһең, ищеү нисегерәк төп башына ултыртты. Уның ошоғаса эшләгән һәр эше яһалма, һәр һүҙе ялған, барлыҡ ҡыланыштары ла исем өсөн генә булған икән. Хатта өйләнеүе лә дөйөм ятаҡтан урын алыу өсөн генә булған. Сөнки буйҙаҡтарға унан урын бирмәйҙәр.

Ә иң аптыратҡаны, яһил әҙәмдең Сибай ҡалаһында ғаиләһе барлығы асыҡланғас булды. Бер йәше тулыр-тулмаҫ улын ҡарап ултырған ҡатыны тегенең мажаралары хаҡында белмәгән дә. Ҡайҙан белһен, уны ла бит: "Себерҙә эшләп йөрөйөм, тиҙҙән күп итеп аҡса алып ҡайтам", – тип алдаған булған. Хәйер, күп итеп аҡса алып ҡайтам, тигәне дөрөҫлөккә тап килә инде былай.

Ғәзиз баламдың ауыҙынан өҙөп, үҙемде ҡыҫып йыйған егерме мең һумды ҡулына төшөрөү менән уның холҡо ҡырҡа алышынды, шунда уҡ күрҙем. Егерме мең – ул саҡтарҙа ҙур дәүләт һаналды. Уға өр-яңынан ике-өс машина, йәиһә, һәйбәттән фатир һатып алырға була ине. Әйткәнемсә, теге оңҡоттоң холҡо шунда уҡ кире яҡҡа үҙгәрҙе. Юҡ сәбәпте бар итеп, әсәйеңә бәйләнер булып китте, теләһә кемдән ҡыҙғанып маташҡан булды, урынһыҙға ҡыйырһытты. Ахырҙа, никахһыҙ-ниһеҙ бергә йәшәүҙәренә йыл тулыр-тулмаҫ, әсәйеңде ҡыуалап ҡайтарып та ебәрҙе. Беҙ уның менән һуҡыр тин аҡсаһыҙ көйө, ошо ярым серек өйҙә тороп ҡалдыҡ. Бер айҙан һин донъяға килдең. Ҡыуанаһы урынға әсәйең дә, мин дә быға бик ҡайғырҙыҡ. Ҡайғырмаҫлыҡмы, ҡаш төҙәтәбеҙ, тип, күҙҙе сығарҙыҡ та баһаң: үҙ ҡулдарыбыҙ менән һине бәхетһеҙ итеп, кеше алдында мәсхәрәгә ҡалдыҡ. Ояты ни тора! Шулай ҙа әлеге хәлдәрҙең нисегерәк барып бөтөрө тураһында уйлау түгел, башыма ла килтерә алмай инем. Артабан һинең менән мине ҡот осҡос фажиғә һағалап торған булған. Һиңә ике ай ҙа тулмаған ине әле, намыҫы тапалып бысраныуҙан рухы һынған әсәйең... үҙ-үҙенә ҡул һалды. Бәләкәс сабыйын етем итерен дә уйлап торманы хатта... Сөнки уйларлыҡ һәләте ҡалмаған ине. – Тауышы ҡалтыранып киткән Сәғиҙә ҡапыл-ҡара шымып ҡалып, оҙаҡ ҡына өндәшмәй торҙо.

– Тимәк, әсәйемде атайым үлтергән булып сыға? – Ишеткәндәренән һушын йыя алмай ултырған Мәҙинә ауыр тынлыҡты боҙҙо.

– Эйе, үлтереүен үлтермәһә лә, шул аҙымға барырға мәжбүр итте.

– Әҙәм аҡтығы икән...

– Юҡ, яңылышаһың. Иң аҡтыҡ һаналған әҙәми зат та яҡындары менән ул рәүешле ҡыланмаҫ. Әсәйеңде лә әйтер инем, ниндәйҙер бер мөртәт арҡаһында балаһын үкһеҙ ҡалдырҙы. – Сәғиҙә ауыр көрһөндө. – Шулай итеп, ҡыҙым, бөгөнгө ҡырағай заман менән күҙгә-күҙ ҡарашып икебеҙ генә тороп ҡалдыҡ. Иң терәшкәндәй бер кемебеҙ ҙә юҡ. Мин инде, ярай, йәшәрен йәшәгәнмен, исмаһам, һин бәхетле булһаң ине...

"Исмаһам, һин бәхетле булһаң ине, бәпкәм... " – Мәҙинәнең ҡолаҡ төбөндә ҡасандыр өләсәһе әйткән һүҙҙәр яңғырап киткәндәй булды. Их, өләсәйем! Минең өсөн әсәй ҙә, атай ҙа, башҡаһы ла булған өләсәй генәм! Мин, тип, минең бәхет хаҡына нужаларҙың ниндәйен күрмәнең икән! Үҙең бит аслы-туҡлы булһаң-булдың, әммә мине бер ваҡытта ла тәғәм ризыҡҡа тилмертеп ултыртманың, үҙең уңып бөткән хан заманғы кейемдәреңде кейеп йөрөһәң дә, мине ҡурсаҡ ише тоттоң. Кеше алдында кәм-хур булмаһын тигәнһеңдер инде, әй, намыҫсан өләсәй! Ошоларҙың барыһын да күреп йөрөһә лә был бер нәмә лә аңламай тип уйлағанһыңдыр. Ә мин күрҙем дә, аңлай ҙа торған инем. Шулай ҙа һинең үҙ яҙмышыңды минең бәхетем хаҡына ҡорбан итеүеңдең мәғәнәһен тулыһынса әле килеп саҡ төшөнә алдым шикелле. Һинән айырылып йәшәй башлағас ҡына.

Яңғыҙ кешегә тейешле таҡа-тоҡа пенсияңды өҙөп-йолҡоп икәүебеҙгә еткерергә була, көскә осто-осҡа ялғап йәшәнең дә баһаң! Ҡулыңа аҙ ғына аҡса кергән булһа, әүәл мине ҡайғыртыр инең. Матур итеп кейендереп ҡуяһың да, үҙең, ситтән ҡарап, эй ҡыуанған булаһың. Лавканан бер нисә бөртөк "лампаси" алып ҡайтаһың да, минең шуларҙы һурғанымды күреп, йәнә ҡыуанып бөтә алмайһың. Ә үҙеңдең шул мәлдә яңы күлдәк кейәһең, татлы ризыҡты ауыҙ итеп ҡарайһың килмәнеме икән?.. Әле бына әллә ҡасан үткәндәрҙе хәтергә төшөрөүҙән һине йәлләп ултырған булам, ә шуларҙың бәйәһен бер килеп кире ҡайтара алырмынмы? Ҡайтарырмын! Үлһәм үлермен, өләсәй, ҡайтарырға тырышырмын. Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ. Шулай ҙа хәҙергә ниәтләгән ниәттәрҙе тормошҡа ашыраһы бар, ғәфү ит...

* * *

Теге фотоны күреп тетрәнгән Мәҙинә, был хаҡта берәүгә лә өндәшмәй торорға ҡарар итте. Хатта ғүмерҙә серен йәшермәгән өләсәһенә лә! Ҡағыҙ киҫәгендәге һүрәткә ышанғанда Нәҙир бит уның бер туған ағайы килеп сыға. Ошоно был өйҙә әлегә унан башҡа бер кем дә белмәй. Белмәгәне хәйерле лә. Туҡта, ә ни рәүешле Нәҙир унан өлкәнерәк булып сыға һуң? Ә, иҫенә төштө, өләсәһе бит, әсәйеңә өйләнмәҫ элек уның ҡатыны булған, тигән ине. Тимәк ҡатыны ғына түгел, улы ла булған. Үәт эт нәмә!

Әстәғи! Эткә тиңләп ултырһа ла ул кеше минең атайым була бит әле. Минең яҡты донъяға килеүемдә уның да ҡатнашлығы бар. Ә һин уны, ана, нимә эшләтергә йыйынаһың. Көфөр ғәмәл булып сыҡмаҫмы ошо? Әлегә һуң түгел, әллә кире уйларға ла ҡуйырғамы? Ә әсәйем яҙмышы? Өләсәйемдең бөтмәҫ рәнйеүҙәре? Үҙемдең күҙ йәштәрем? Улары шул килеш ҡалырға тейеш буламы? Улар өсөн кем ҡон ҡайтарыр? Ю-юҡ, яуызлыҡтың күңелен ирәйтеп, шул көйө ҡалдырырға ярамай! Яуызлыҡ ҡылынған икән, уны ҡылыусыһы һис һүҙһеҙ яуап тоторға һәм тәғәйен язаһын алырға тейешле. Башҡаса булыуы мөмкин түгел. Һәр хәлдә, мәктәптә беҙҙе шулай өйрәттеләр: хатта тылсымлы әкиәттәрҙә лә яҡшылыҡ яманлыҡтан һәр саҡ өҫтөн сыға.

Ошолай уйлап, ҡәтғи ҡарарға килгән Мәҙинә Нәҙирҙәргә йышланы. Башта теге, ҡаҡ һөйәккә ҡалып барған әҙәмде, атай, тип атау түгел, хатта күрә алмаған һымаҡ булһа ла, тора-бара нисектер ылығып, уға ҡарата ҡатҡан күңеле йомшара төштө. Нәҙир менән әсәһе өйҙә юҡ сағында оҙон-оҙаҡ итеп һөйләшеп ултыралар, унан ҡалһа, гәп һата-һата сәй эсәләр. Ҡайсаҡ ҡапыл уйсанланып киткән Мәҙинәнең башына: "Ошоноң ише лә һәйбәт кеше, шундай яуызлыҡ ҡыла аламы? Әллә уның һәйбәтлеге элеккесә бары тик ялтырауыҡ алдатҡыс ҡынамы?" – тигән икеле-микеле уйҙар килеп ҡуйғылай.

Нәҙирҙең әсәһе Сәбилә апай ҙа яҡшы кеше булып сыҡты. Өҫтәүенә, һәләк һылыу ҙа, буй-һынға ла буйтым ғына. Ҡыҙыҡ, үҙенең алдаҡсы, яһил ире, ҡаршыһында ултырған сит-ят ҡыҙ, көндәшенең ҡыҙы, ошо йәшәп ятҡан торлағының ниндәй юл менән, ниндәй хаҡҡа ҡулға төшөрөлөүе тураһында ул беләме икән? Белгән хәлдә нисек итеп түҙеп йөрөй? Юҡ, белмәйҙер. Тегеһе "тиңһеҙ ҡаһарманлыҡтары" хаҡында, моғайын, һөйләп тормағандыр. Ә белә ҡалғанда Мәҙинәне ни эшләтер ине икән? Ни эшләтһен, ҡыуып сығарыр ҙа, башҡаса фатирҙарының тупһаһына ла баҫтырмаҫ ине шәт. Ҡыҙыҡ түгелме һуң, бына Мәҙинә үҙен яралтҡан атайы, икенсе әсәйҙән булһа ла, бер туған һаналған Нәҙир ағаһы тураһында бөтәһен дә тиерлек белә, ә тегеләре уның кем икәнлеген уйлап та бирмәй. Хатта белергә тырышмай ҙа. Әллә артабан ни эшләр икән был, тип, юрый ҡыланған булалармы?

Хәҙерге ҡануниәт нигеҙҙәренә таянып, төптәнерәк фекер йөрөткәндә бит ошо фатир Мәҙинә менән уның өләсәһенеке булырға тейеш. Урлаған бер гонаһлы, урлатҡан мең гонаһлы: улар шулай уҡ мең гонаһ йөкмәп йөрөп ятамы икән ни? Хәйер, ул мәлдә әле Мәҙинә әсә ҡорһағындағы сабый ғына булған. Шунлыҡтан, әлеге гонаһтарҙы уның өҫтөнән алып ташларға була. Ә өләсәһе? Өләсәһе Сәғиҙә әбейҙе гонаһлы һанап, үҙ өҫтөнә гонаһ алмаҡҡа кемдең намыҫы етер икән?

"Теге"гә ҡарата көндән-көн йомшара барғанын тойған Мәҙинәнең үҙенә-үҙе йәне көйҙө: ошо эшкинмәгәнлеге арҡаһында шулай уҡ уйлағанын тормошҡа ашыра алмаҫмы икән ни? Нисәмә йылдар буйына үҙ ирке менән күпме мәхрүмлектәргә барып әҙерлән дә... Хәҙер бит инде ул – спорт мастерлығына кандидат, быны-бына мастерлыҡ нормаһын яҡларға тора. Кәгез кешенең йәнен алыу өсөн бер ябай ғына алымы ла етә. Барыһы ла уны, ихтыяр көсө ныҡ, тип маҡтайҙар, ә ҡайҙа һуң ул көс? Ихтыяры ныҡ булған кеше шулай йомшап төшәме? Шулай ҙа нисек итергә? Яман булһа ла атай кешегә яҫҡынырға уның ҡулы күтәрелерме? Был осраҡта бит бер яҫҡыныу ғына аҙ буласаҡ... Ә ниңә яҫҡынмаҫҡа? Ул үҙ балаһының, шул бала әсәһенең бәхетенә, хатта яҙмышына яҫҡынғанды... Юҡ, ниндәйҙер эште ниәтләп башлағанһың икән, ярты юлда туҡталып ҡалыу ярамаҫ.

Ниһайәт, ошондай ҡәтғи ҡарарға килгән Мәҙинә ентекләп әҙерләнергә тотондо. Өҫтөнә тәнен һылап-ҡыҫып торған ҡара төҫтәге трико, аяҡтарына еңел, әммә ныҡлы аяҡ кейеме, башына бейсболка кейҙе. Ул тулыһынса әҙер. Ҡуҙғалырға ваҡыт. Мәҙинәнең һәр аҙымы, һәр минуты иҫәпләп сығарылған: тап ошо мәлдә "теге" өйҙә яңғыҙы ҡала, ҡыштыр-ҡыштыр килеп, ниндәйҙер ҡағыҙҙар менән булыша. Әлеге ҡағыҙҙарҙы ул бер кемгә лә, хатта ки өйҙәгеләренә лә күрһәтмәй, һәр ваҡыт сейфта бикле тота. Ҡатыны эшкә, Нәҙир университетҡа киткән була. Уның "кабинетынан" өс аҙымда ғына урынлашҡан аш-һыу бүлмәһенең тәҙрә төбөндә торған өҫтәл тартмаһында һәр төрлө бысаҡтар һаҡлана. Мәҙинә уларҙың ҡайһыныһын ҡулына аласағын ап-асыҡ күҙ алдында тота. Бындай эштә һәр секунд ҡәҙерле, яңылышыу һис ярамай. "Эште" урын еренә еткереп атҡарғандан аҙаҡ уға бит практик занятиеларға барып өлгөрөргә кәрәк. Был уның алибиһы буласаҡ. Шулай итеп ҡон ҡайтарыу сәғәте һуҡты...

Мәҙинә, шаҡып тормаҫтан ғына, таныш ишекте тартып ҡарамаҡсы итте. Сәйер, асҡыстар тупһа алдындағы түшәк аҫтында ятыуға ҡарамаҫтан, ошоғаса һәр саҡ биктә торған ишек был юлы асылды ла китте. Аптырай төшкән Мәҙинә уны-быны уйлап өлгөргәнсе, фатирҙан, башын һоро төҫтәге оҙон плащының бейек яғаһы эсенә йәшергән берәү килеп сыҡты. Һаҡал-мыйыҡ баҫҡанлыҡтан ҡиәфәте ҡурҡыныс, өҫтәүенә ҡара күҙлек кейеп алған әҙәмдең йөҙөн ул яҙа-йоҙа ғына күреп ҡалды. Бындайын һис көтмәгән ҡыҙҙың йөрәге жыу итте: барлыҡ пландарын юҡҡа сығара яҙҙы лабаһаң, шөкәтһеҙ...

Бесәй аҙымдары менән ишектән ингән ҡыҙ тар коридор буйлап һаҡ ҡына эскә үтте. Бүлмәләрҙә шылт иткән дә тауыш ишетелмәй. Бәлки, "теге" өйҙә түгелдер? Бая сығып шылған әллә фатир ҡарағы булдымы? Ишек тотҡаһына ҡағылды, иҙәндә табан эҙҙәрен ҡалдырҙы, уғрылыҡты тота килеп Мәҙинәгә япһарып ҡуйыуҙары ла бар бит әле. Кире сығырға ла китергәме? Юҡ, ярамай, ҡәбәхәт язаһын алырға тейеш! Ҡон көҫәүсе тәүәккәл аҙымдар менән ары атланы.

Бына Нәҙирҙең бүлмәһе, артабан зал һәм... о, Аллаһ! Был нимә? Ҡот осҡос төш түгелдер бит? Паркетлы иҙәнде тултырып йәйелә барған ҡан күле эсендә салҡан төшөп "теге", әй, юҡ, теге түгел, ә Мәҙинәнең атайы ята. Күкрәгенә нәҡ Мәҙинә алдан инселәп ҡуйған оло бысаҡ ҡаҙалған. Инде йәнһеҙҙер, тип һанаған кәүҙә ҡуҙғала бирҙе.

– Ата-ай! – Йән өҙгөс ауаз һәр төрлө йыһаз менән тулы дүрт бүлмәле фатирҙы яңғыратты. Үҙен-үҙе тотоп тора алмаған ҡыҙ яралы янына йүгереп килде. – Ни эшләттеләр һине, атаҡайым!

Ирҙең көслөк менән асылған күҙҙәре Мәҙинәгә төбәлде.

– Ә-ә, ҡыҙым... һинме ни?.. Ыһ...

– Кем һине былай?

– Ғәфү үтенергә өлгөрмәй ҡалдым... – Мөсһөҙәйә барған ир, ҡыҙҙың һорауын ишетмәгән һымаҡ, үҙенекен һөйләне. – Ғәйебем ҙур, кисер... Шулай ҙа фатирҙы һинең исемгә...

– Һиңә һөйләшергә ярамай, атай. Тик кенә ятып тор. – Мәҙинә ҡанлы бысаҡҡа тотондо.

– Ҡағылаһы булма берүк!.. – Күкрәгенән һалҡын тимер һурып алынған ирҙең тәне һелкенеп ҡуйҙы. – Тотма бысаҡты!..

Ләкин ул һуңланы. Әле генә әҙәм ғүмерен ҡыйған бысаҡ Мәҙинәнең ҡулында ине инде.

– Аһ, харап иттең, ҡыҙым, үҙеңде... – Был ирҙең үҙ ғүмерендәге һуңғы һүҙҙәре булды.

– Юҡ, яңылышаһың, мине һин харап иттең. Һин уғры! Һин беҙҙең бәхетебеҙҙе, киләсәгебеҙҙе урлап ҡастың! Ниңә улай иттең инде, атай?

Йән әрнеүе менән әйтелгән һүҙҙәрҙе ир инде ишетмәне...

Әле генә булып уҙған ҡот осҡос фажиғәнән аңҡы-тиңке хәлдә ҡалған Мәҙинә, уны-быны уйлап тормаҫтан, әүәл "тиҙ ярҙам"ға шылтырата һалды, һуңынан милицияны саҡыртты. Ҡыҫып тотҡан бысаҡты ул, ынтылып, ниндәйҙер яҙмалар тулы өҫтәл өҫтөнә һалды. Шул ыңғайға күҙе бер ситтә ятҡан ҡағыҙ киҫәгенә төштө, үҙе лә һиҙмәҫтән, уны ҡулына алды. "Ҡаныбыҙҙы күп эстең, ҡәбәхәт! Алдаҡсының ахыры бына ошолай тамамланырға тейеш! Һинең ише бүтән оңҡот-ҡомағайҙарға һабаҡ булһын өсөн". Уҡығанынан шаҡ ҡатҡан Мәҙинә: "Бәй, атай, шойҡаның тейгәндәр беҙҙән башҡа ла булған, ахыры, – тип асырғанып ҡуйҙы. – Әммә ләкин бөтәһе лә минең әсәйем, өләсәйем шикелле йыуаш һәм бер ҡатлылар түгел шул. Ана бит, кешеһенә тап булғанһың... "

Күп тә үтмәҫтән килеп ингән табиптар ирҙең үлемен теркәһәләр, ә милиционерҙар инде ҡул-башы ҡанға буялып бөткән ҡыҙға шунда уҡ иғтибар итте. Араларынан береһе, ишек төбөндә торғандарына ишара яһап, аҫтыртын ғына күҙ ҡыҫыу менән ике әзмәүер Мәҙинәне ҡармап алдылар ҙа, күҙ асып йомған арала ҡулдарына бығау һалып та ҡуйҙылар. Улар енәйәтсене енәйәт өҫтөндә тотто. Улар ифрат ҡәнәғәт...

Ни булып ятҡанын тулыһынса аңларға ла өлгөрмәгән ҡыҙҙы, эткесләй-төрткөсләй, ҡайҙалыр алып киттеләр. Сығып барышлай Нәҙир менән Мәҙинәнең ҡараштары осрашты. Күргәндәренән таш һын булып ҡатҡан егет сәсе-башы туҙғыған ҡыҙҙы мәғәнәһен юғалтҡан ҡарашы менән оҙатып ҡалды...

Иҙрис НОҒОМАНОВ.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: