Көтөп-көтөп тә теләге бойомға ашмағас осрашҡаныбыҙҙа шул уҡ әңгәмәне ҡайтанан яңырта:
– Тәки үтәмәнең, әй. Белекһеҙлегең шул саҡлымы, әллә һәләтең шул самамы? – Һуңғы һүҙҙәрҙе минең зитыма тейер өсөн әйтә. – Бик тә тотоп алыр ер тапмаһаң, анау ат башында йөрөгән осорҙо булһа ла яҙ...
Күҙҙәренән күрәм – ялан аяҡлы йәшәү иртәһен һағына дуҫым, аҙға ғына булһа ла һыбай елгән, йөрәгенең ҡошсоҡтай талпынған мәленә ҡайтып әйләнгеһе килә.
Йәшермәйем, ултырып ҡарағаным булды ҡағыҙ сыбарлап, ләкин әҫәрҙә Сибәрбикә апайҙы таный алмай этләндем, өҫтәүенә, һүрәтләгән образым йомшаҡ та, тарҡау ҙа күренде. Ҡулъяҙмам тамамланмайынса ситкә һалынды. Биниһая ваҡыттан һуң ҡағыҙҙарымды кире ҡулыма алып уйланам, ә ҡәләмгә үрелергә ҡыйыулыҡ етмәй. Былар бөтәһе лә тыуасаҡ характерҙы көслө ихтыярлы итеп күрергә теләүҙән килгәндер.
Ауылыма ҡайтышлай район үҙәгендәге автовокзалда әлеге дуҫымды тап иттем. Ихлас күрештек. Һөйләшеп һүҙҙәр бөтмәй торғанда көҙгө быҫҡаҡ эркелткән күләүектәрҙе асфальтҡа һибеп, йыбанып ҡына беҙҙең автобус килде. «Бер һүҙһеҙ миңә бараһың» тигәнерәк ҡиәфәттәге дуҫым әйберҙәремде үҙенекеләй күреп, күтәреп инеп урынына ялпашты ла, эргәһенә ултырған миңә яратҡан һорауын ҡатты:
– Йә, яҙыламы?
Һүҙ ҡуйыртмай яурындарымды ғына һикерттем.
– Аңлашыла, – тип һуҙҙы был. Нимә аңлағандыр, билдәһеҙ.
Тәҙрә аша ҡыҙыл, һары күлдәктәрен кейеп шыйыҡ томанға уралып ойоған ҡайын-уҫаҡтарҙы, уларҙың араһында йәшеллеге менән айырым-асыҡ күренгән уҡ ҡарағайҙарҙы барлап, танһыҡ ялан-ҡырҙарҙы күҙләп бара башлағайным, юлдашым, ҡамасауларға теләмәгәндәй бөтөнләй шымтайҙы.
Тыуған ауылыма ҡайтыу, ҡаршыларға теләгәндәй юлыма сыҡҡан ауылдаштарымды күреү, ҡаға-һуға ғына булһа ла ауылдың һуңғы яңылыҡтарын һорашыу уйҙарымды иләҫ-миләҫләндереп ебәрҙе, уның бер башы алыҫ-алыҫ бала саҡҡа барып ялғанды, күҙ алдымда әлеге Сибәрбикә апайҙың һыны төҫмөрләнгәндәй итте...
Беҙгә сыбыҡ осо туған булһа ла, кәмһетеүҙән әйтмәйем, барын әйтәм – сибәрлеге ҡайтыш ҡына уның, хатта тураһын ярып әйткәндә юҡ кимәлендә. Терпе лә балаһын йомшағым, тип һөйә тигәндәй, ата-әсәһе бик тә һылыу, гүзәл күреп ҡушҡандыр күрәһең, исемде, тик Аллаһы Тәғәлә генә ҡыҫмырланған нишләптер.
Буйы уртасанан тәбәнәгерәк, кәүҙәһе ныҡ, тын беләктәре ирҙәрҙекеләй көслө. Йөҙө лә үҙенә ылыҡтырмай, йомрандыҡылай тулы, һалыныңҡырап күренгән биттәрҙе беркеткән йәмшек танау, ҙур ауыҙ, яҫы маңлай, ташбығыраҡ күҙҙәр өҫтөнә йәмерәйгән, йәйге селлә етте иһә ҡояш ипкенендә янып төҫһөҙләнеүсән һары ҡаштар үтә лә күрмәлекһеҙ. Фиғеле лә ҡырыҫ. Миңә ҡалһа, ауылыбыҙҙа Сибәрбикә апайҙан ғәйре уҫал ҡатындар юҡтыр, биллаһи. Әйтһә – өҙә әйтә, сөсөләнмәй. Ҡушҡанын үтәмәй ҡара, икенселәй бөтә мир алдында, йәғни бригада алдында рисуай ҡылыр, ҡылығыңды шундай итеп фашлар, оятыңдан ят та үл. Шуға артыҡлап күҙгә-башҡа салынмай фарманын үтәй һалыуың хәйерле.
Ете-һигеҙ йәшлек ҡыҙ үҫтереп яңғыҙ йәшәй ул. Ирҙәргә биргеһеҙ итеп теттереп йәшәй. Яңғыҙлығының сәбәптәрен ауыл буйлап сурытып һөйләп йөрөүселәрҙе тапмаҫһың. Ундайҙарға ғәйбәт-яла, сафсата йоға һалып бармай шул.
Өйөнөң тәҙрәләре урам аша беҙҙең яҡҡа, минең булдыҡһыҙлығымды киҫәткәндәй һынамсыл ҡарап ҡына тормайҙар, уңмаһа уңмай бит кеше – сабынлыҡтарыбыҙ ҙа йәнәшә. Өйҙә, колхоз эшендә, инде килеп бесәнлектә тын алырлыҡ форсат ҡалманы.
– Балам, тор инде, бригадир Айытбай ағайың эшкә ҡыуып китте, Сибәрбикә апайың бер быуа мәшәҡәттәрен бөтөрҙө, куних Рафайыл аттарҙы төнгөлөктән апҡайтты. Тор, ятма һуҙылып. – Аласыҡта һөт айыртыусы әсәйем үрелеп һәндерәлә ятҡан минең башымдан һыйпай, өндәшеүе лә яғымлы, үтенескә тартым. Аңлай хәлемде – көнө буйы һыбай һелкенеп йөрөүе, кискеһен ҡалып үҙебеҙгә бесән дә сабыуы ауырға тура килә миңә. Аяғына шеш сығып ярылған әсәйем бесәнгә бара алмаҫ булды ла ҡуйҙы быйыл, өй тирәһендә генә йөрөштөрә. Ә мине көтмәгәндә-уйламағанда атынан ҡолап ҡулын һындырған Рәшиттең урынына күбә тарттырырға ултырттылар. Ошоғаса күбәләүҙә йөрөгәс, еңел ине, тырматылған бесәнде арлы- бирле өйөштөрөп йөрөйһөң шунда, яланды япҡан бихисап күбәләрҙең ҡайһыныһы кемдеке икәнлеген бар, айырып ҡара, илке-һалҡылыҡ бергә бутала, беленмәй. Һыбай йөрөүе икенсе нәмә – сослоҡ, таҫыллыҡ, хатта ҡайһылыр кимәлдә ҡыйыулыҡ талап итә. Даян, Ғәйфулла менән Нурулла, Юныстар елеп, осоп ҡына йөрөйҙәр аттарында, ҡарап тороуы күңелле, көнләшерлек. Миңә ни, атайһыҙ үҫкән малайға, ысынын әйткәндә, атҡа яҡынлауы ҡурҡыныс, сөнки уны йүгәнләү, тәүәккәл ынтылып атланыу, бейегәндәй талпына-талпына килештереп сабып китеү – батырҙар шөғөлө.
Рәшит ҡазаланғас, үҙе лә, ҡушаматы ла һыйырға тартым Алаҡайы-ҡонажыны бушаны. Күрер күҙгә бигерәк ҡойто мал. Яңылыш тыуғандыр, биллаһи, эре ала тиреле, аяҡтары, ҡорһаҡ тирәһендәге баҡтаһы ара-тирә йолҡолоп елдә туҙыраған, ваҡ-ваҡ ҡына юртып йыбырлап йөрөгән хайуанға мөгөҙ генә етешмәй. Тик ебәктәй, дегәнәк йоҡмаҫ аҡһыл-күк ялы, ҡупшы ҡойроғо, теремек күҙҙәре генә уны башҡаларҙан айыра. Торғаны Ершовтың әкиәтендәге бөкрө кәрлә ат инде. Мандымағанғамы, ошоғаса иректә булған, тиҙәр. Быйыл эшсе көсө етешмәгәнгә йүгән кейҙергәндәрҙер. Ошо йолҡоштоң өйрәткән саҡта ҡаты ҡулы менән ен һымаҡ айғырҙарҙы буйһондорған Рафайыл ағайҙы өҫтөнән алын ырғытыуын ҡыҙыҡ итеп һөйләп йөрөнөләр. Йәнә ат һарайынан ем хәмсергә әүәҫ, тап шул Алаҡайҙы өйрәткән мәлдә ялан кәртә эсендә буталған хисапсы Дәүләтбай ағайҙың сатына ла эләккән тос ҡына өлөш. Ауылдың яңғыҙаҡ бисәләренә ҡаш һикертергә яратҡан, эңер төштө иһә хәлдәрен йыш белеүсе аҙғыныраҡ, тинтәгерәк холоҡло Дәүләтбай, хисапсы – хәҙер кантур менән өйө араһын ғына тапай, имеш, эңер-төнөн урам ҡыҙырыу ҡайҙа! Ҡорһағы һыртына сығып бала табыуҙан бушамаған ҡатыны Бибигөл дә арынды шөғөлөнән, шып туҡтаны. Вәссәләм. Дәүләтбайҙың дәртенә тояҡтың берәй зәхмәте ҡағылғандыр, күрәһең. Һуңғы мәғлүмәттәрҙе беҙгә сепараторға килгән Зәлифә еңгә һөйләне, мине шәйләмәнеме, әллә шәйләһә лә йоҡлай тип уйланымы, килештереп, күбәләй йыуан кәүҙәһен һелкетеп, кеткелдәп көлә-көлә һөйләне.
– Ат башында кем йөрөргә теләй? – Айытбай ағай ян-яғына ҡараны, ләкин мөрәжәғәте томранан ҡайындар күләгәһенә боҫҡан ҡыҙ-ҡырҡынға түгел, ҡыҫҡа ғына ял мәлендә лә күбәләр ышығында кәрт һуғып маташҡан беҙгә төбәлгәйне. Арыраҡ, Алаҡайҙың башынан алып, күбә ебәреүсе Сибәрбикә апай баҫҡан, эргәһендә малайҙары.
Атлылар беҙҙең менән аралашмайҙар, һауалыраҡ, эрерәк, күбәлә йөрөүсе малайҙарҙы мөрхәтһенмәйерәк ҡыланалар, һөйләшеү-серләшеүҙәре лә айырым. Кискеһен клубта ла өйкөлөшөп йөрөгән булалар. Килештерәләр инде.
Ҡарашымды зәңгәр күктә йөҙгән аҡһыл болоттарға, шунан Ҡараһаҙ яланын ҡырлатып үҫкән сауҡаларға йүнәлтәм, теш араһынан серт иттереп төкөрөп ҡуйырға ла онотмайым, яңы әйтелгән һүҙҙәр миңә ҡағылмай, йәнәһе.
– Ҡотой малайы, һин йөрөйһөң! – Сибәрбикә апайҙың тауышы сыңлап китә, аптыраулы текәлеүемде тойоп икеләнергә урын ҡалдырмай өҫтәй:
– Кил бында!
Ҡыҙҙар тарафынан ҡыҙыҡһыныусан һирпелеүҙәрҙе тоям, бығаса мине күҙенә лә элмәгән Зөлфиә әхирәтенең алдына башын һалып ятҡан еренән тороп уҡ ултырҙы, яурындарына һибелгән бөҙрә сәстәрен рәтләштергәс, аҡ косынкаһын ҡыйғас ҡаштарына төшөрөп тиерлек ҡайырып бәйләне, ҡуйы, оҙон керпектәрен һиҙелер-һиҙелмәҫ елпеп мине күҙләй: «Нимә эшләр был?»
Игеҙәктәр Ғәйфулла менән Нурулланың йөҙҙәре мыҫҡыллы салшайған, ҡыҙыҡ булырын һиҙеп, аттан тәкмәсләремде алдан күҙаллап тантана итәләрҙер. Теге ваҡыттан һуң үстәре кәмегәнгә оҡшамаған. Үткәндә: «Тауыҡ башы, ҡаҙ башы – Ғәйфулла менән Нурулланың таҙ башы» тип көлгән өсөн һуғышҡайным, дөрөҫөрәге, туҡмалғайным уларҙан. «Миңә тексәйгәнсе, түбәгеҙҙә мыжғыған себендәрҙе ҡыуығыҙ, таҙ баштар», – тип теш ҡайрайым эстән.
Сара юҡ, теләр-теләмәҫ кенә Сибәрбикә алайға йүнәләм, юғиһә тоҙло-боросло хәбәр ысҡындырып мәсхәрә итәсәк.
Ул ни, барыбер тик тормай:
– Эй замана китте, ә? Әүәле ат башында ете-һигеҙ йәшлек малайҙар йөрөр ине, бөгөн ҡыҙ күҙләрлек егеттәрҙе өйрәтеп нәһерең ҡорой. Ыстырам! Һеҙгә тырмаға, косилкаға ултырырға ваҡыт.
Битараф ҡиәфәттә ҡалам, сөнки мыжыу миңә генә түгел, тотош беҙҙең халыҡҡа йүнәлтелгән. Яҡынлайым. Йыуаш, йоҡомһорап торған Алаҡай, эргәһенә килгәс һиҫкәнгәндәй моронон сөйөп ебәреп, ҡолағын ҡайсылап, тыбызыҡланы. Арғымаҡ булын ҡыланыуылыр.
– Һулаҡай аяғыңды бир! Бөк, тим! Бына шулай. – Сибәрбикә апай ҡолағыма бышылдап өлгөрә. – Йығылып оятҡа ҡалын ҡуйма... Зөлфиә килен ҡарап ултыра... – Еңел хәрәкәт менән атҡа атланырға булыша. – Теҙгенде ал. Ул һәр ваҡыт һулаҡай ҡулда була, уң яҡта сыбыҡ.
«Һыбай менгән берәү тәкмәсләй башлаһа...» тигәнерәк уй башымдан үтһә лә тирә-яҡҡа күҙ һирпкәс, аптырап китәм. Ҡайһылай бейеккә ҡунаҡлағанмын. Уратамдағы халыҡ күҙ менән ҡаш араһында кесерәйҙе лә ҡуйҙысы. Йәйрәп ятҡан Ҡараһаҙ яланы ла тартылып киткәндәй, тәлгәштәрен талғын тирбәтеп наҙлы шыбырлашҡан ҡайындар ҙа сүгеберәк ҡалған төҫлө. Зәлифәнең йөҙөндә һоҡланыу сатҡылары сағыла, әллә миңә генә шулай тойоламы икән? Һәр хәлдә әлегә унан юғарыраҡтамын, икенсе тапҡыр эргәмдән күрмәмешкә һалышып үтеп китмәҫкә яҡшы булыр.
Көтмәгәндә Сибәрбикә апай ҡулындағы һәнәк һабы менән Алаҡайҙың һыртына һелтәнде. Тертләгән ҡонажын ситкә янтайҙы, шунан артҡы аяҡтарына баҫып үрәпсене лә йән фарман сабып китте. Теҙгенде ҡулдан ыскындырмау, уң ҡулым менән ялға сат йәбешеп өлгөрөү генә мәсхәрәле йығылып ҡалыуҙан ҡотҡарҙы. Күҙ алдымда тотош ер һелкенә, сауҡалар бейешә, арыҡ осам ҡаҡ арҡаға бәрелә, тояҡтар дөбөрҙәйме, әллә йөрәгем шулай тулаймы – айырыуы ҡыйын.
Иҫемде йыйып теҙген осон усыма урап ҡаты тарттым, Алаҡай ындым малдыр, тиҙ тынысланды. Юртып яланды әйләндем дә мине күҙәткән тиҫтәләрсә ҡараштарға иғтибар итмәҫкә тырышып башҡа һыбайлылар янына барҙым. Сибәрбикә апайға яҡынлау ҡайҙа, йә тағы берәй нәмә сығарыр. Алаҡай ҙа уның яғына шиксел ҡарап-ҡарап ала. Береһе лә өндәшмәй: Ғәйфулла менән Нурулла ауыҙҙарына һыу уртлағандар, Зөлфиә яуҙан еңеп ҡайтҡан батырға ҡарағандай итеп ҡарай.
– Бара! – ти Сибәрбикә апай. – Иҫкәрмә – юртҡан саҡта ат ыңғайына һикереп ултыр, хәрәкәттәрегеҙ тап килһен. Ишетһен ҡолағың, Айҙар, бөгөн атыңды атлатып ҡына йөрөргә мөмкин, иртәгә юртаһың, иртәнән һуңға еләһең. Ә хәҙер – эшкә!
Салт булып сыҡты Алаҡай. Эре-эре күбәләрҙе лә эһ тә итмәй һыпыра тарта, үҙенән күпкә ғәйрәтлерәк күренгән аттарға ҡарағанда ла күпкә ырамлыраҡ, алымлыраҡ эшләй. Минең генә хәл мөшкөлләнде. Баштараҡ артыҡлап беленмәһә лә тора-бара һыбай йөрөү тамам йонсотто, арҡа буйы һынағастай ҡатты, ботаҡтары йүнләп сабылмаған йыуан имән бүрәнәгә атланып ултыраммы ни – тотош бил дыулай, әйтерһең дә, кемдер меңәрләгән утлы энәләрҙе осама килтереп ҡаҙаған, сейләнгән урындарҙы тоҙло ат тире бешерә. Күнекһен, тиҙер, Сибәрбикә апай, башҡа малайҙарҙы ҡыуалаған ише ҡыуаламай, минең барлыҡты онотто ла шикелле, унан ғына еңел булһа ҡана һуң!
Ғәйфулла ауыҙ йыра:
– Эй, һонтор, һыйырың нисек?
– Һинең ише себенләмәй әлегә, – тип телләшәм.
– Нимә кешәнәйһең, томолдороғоң бушанымы, һә тигәнсе тарттырам кәрәкһә!
– Йоғонма кешегә, уҙ ауыҙлығыңды ҡайғырт! – Беҙҙең эләгешеүҙе ишеткән Сибәрбикә апай ҡаты өндәшеп бәхәскә нөктә ҡуя.
Көнө бигерәк ҡыҙҙыра. Селләнең һағымлы ялҡыны бар тирә-йүнде утлы табала өтә. Тын алыр әмәл юҡ. Онотҡанда бер иҫкән еле лә ҡайнар. Төшкөлөккә туҡтағансы арманһыҙ булынды. Ҡарт ҡайын ботағына эленгән һабан төрәненә сүкеш менән һуғып саң ҡағып аш өлгөргәнен белдерттеләр. Теҙгендең бушағанын һиҙгән Алаҡай ыңғайлатҡанды ла көтмәй Ҡараһаҙ шишмәһе һыртына, сабылмай ҡалған аҡланға ҡайырылды. Аттан шыуып төштөм дә шишмәгә йүнәлдем. Эйелеп ҡуш услап терегөмөштәй саф һыуҙы һирпеп алыуым булды, асыҡ урында һыу төбөн ғәмһеҙ төрткөләгән йылғыр бәрҙеләр ҡумырыҡ аҫтына уҡтай атылдылар. Уртымды боҙ һалҡынлығы семетте, тештәр ҡамашты, бөтә тәнемә сихри рәхәтлек йүгерҙе.
Ҡараһаҙ бәләкәй шишмә, дөрөҫөрәге инеш. Уны урыны-урыны менән ауырлыҡһыҙ ашатлап сығырға мөмкин. Исеме есеменә тап килмәй, батҡаҡлыҡ, һаҙлыҡ күрмәҫһең бында. Инеш Ҡыу ҡарағай тауына һыйынып бормаланып аға бирә, уң яғы ҙур ялан, ул һыу ағышына эйәреп икһеҙ-сикһеҙ булып күҙҙән юғала. Ҡараһаҙ мөлдөрәмә тулы һыулы, үтә күренмәле, төбөнә мәрйендәй ваҡ ҡырсынташ түшәлгән. Ҡышҡы селләлә лә туңмай. Ул ҡайнаған ҡаҙандай боҫорап ята. Һыуының һалҡынлығы тураһында былайыраҡ итеп һөйләйҙәр: беҙҙең ауылдан ун биш саҡрым ситтәрәк ятҡан Васильевка утары урыҫы ошондай мейе бешерлек эҫелә Ҡараһаҙ һыуында ялан аяҡ биш минут буйы баҫып тора алам тип ҡупырайып, бер сирек көмөшкәгә бәхәсләшкән икән. Һалҡындан аяҡтары ҡорошоп, бер минутҡа ла сыҙамай отолған теге.
Янын барған битемде, тирләгән маңлайымды еүешләнем дә, хәл кереүен тойоуҙан кинәнеп, кире аҡланға ҡалҡтым, бил быуарҙан күпереп үҫкән үләндәр өҫтөнә ҡоласымды ташлап салҡан тәгәрәнем. Хуш еҫле үләндәр талсыҡҡан тәнде иркәләй. Бейектә, бик бейектә, төпһөҙ зәңгәр сатыр түбәһендә һайрау ишетелә. Шул тиклем дә көслө тауышлы ҡошсоҡто эҙләп ҡарашымды аҡ күбектәй ҡабарған болоттар теҙмәһе сыбарлаған зәңгәр туҡыманан йөрөтәм. Ысынлап та, нөктәләй генә булып минең тапҡырыма ҡатҡан икән ул, күҙ талдырып ҡарамаһаң күренмәй зә, һыҙғырыуы эргәләгеләй ишетелә. Донъяла барлығын белдереүсе һабантурғай ғына түгел, башым осона эйелгән ҡыңғырау сәскәһендә иңкеш безелдәй, арыраҡ мәтрүшкәнән бал ҡорто шәрбәт йыя, уның ҡәнәғәт геүләүе ҡолаҡҡа салына, шишмә ярындағы өйкөмләгән ереклектә билдәһеҙ ҡошсоҡ сутылдай. Һандуғасҡа оҡшамаған, ул иртәле-кисле һайраусан, бының йыры ҡыҫҡа. Алаҡай һутлы үләнде ҡыршылдата тешләп эргәлә генә утлап йөрөй, бәйләнсек күгәүендәрҙе ҡыуалап һелтәнгән ҡойроғо ара-тирә шыйылдап ҡуя.
Ҡолағыма йәнә лә бер моң сағылды. Аҡландың теге башынан ағыла: күңел төбөнән тирбәлеп сыҡҡанғамы, яғымлы ла, нисектер, яҡын, таныш та. Йыр яҡынлай, үҫә барҙы. Ауазға тартылғандай ҡалҡтым, үләндәрҙе ярып шул яҡҡа ҡараным. Аҡ яулыҡ, шунан зәңгәрһыу күлдәк күҙгә ташланды. Бәй, Сибәрбикә апай ҙа баһа. Ҡабаланмай иркен атлап бында табан килә. Ҡулына әле генә өҙөлгән сәскәләр шәлкемен тотҡан, йөҙөнән сихри илаһилыҡ бөркөлә. Итәғәттең ни икәнен дә белмәгән, әсе телле ҡатын шулай моңло итеп йырлай алһын инде, иҫең китерлек. Алаҡай башын күтәрҙе, бышҡырып ҡуйҙы. Йырлауынан туҡтап һиҫкәнгәндәй иткән Сибәрбикә апай ҙа беҙҙе шәйләне, йөҙө ҡырыҫланды:
– Нишләп йөрөйһөң әле һин?
– Бында үлән шәп... – Енәйәт өҫтөндә тотолғандай буталып аҡландым. – Алаҡайҙы ашатып алырға ине.
– Ашат. Ә һыуҙы һыуындырып эсерерһең, яндырып ҡуйма. – Сибәрбикә апай һәүетемсә яуапланы ла эргәмә ултырҙы, сәскәләрен аралап тәртипкә килтерә башланы, хәлемә инергә теләпме, йыуатҡандай өҫтәне. – Нимә, күтең сейләндеме? Тормош шулай башлана, ҡустым.
– Бирешкән юҡ та...
– Бирешмә шу. Балан ҡапҡандай сирыҡ йөҙөңдән һиҙеп йөрөйөм, Алаҡай күңелеңә юш килмәне булһа.
– Ишеттең бит, Ғәйфулла һыйыр, ти.
– Нимә белә Ғәйфулла. – Байтаҡ ҡына алдындағы сәскәләре менән мәшғүлләнгәс үтә текәлеп һорауын бирә. – Толпарҙар тураһында ишеткәнең бармы?
– Әкиәттәрҙе күп уҡылды.
– Унда ҡанатлы толпарҙар тураһында ла яҙғандарҙыр.
– Уларһыҙ әкиәт әкиәт булмай инде ул.
– Уҡыһаң, шул толпарҙар әкиәттә генә түгел, беҙ йәшәгән донъяла ла бар, уларҙы томаналығыбыҙ арҡаһында күрмәйбеҙ генә. Күрер күҙгә юшан ғына күренгән Алаҡай ана шул ҡанатлылар затынан. – Ышанмайыраҡ ҡарап ултырыуымды шәйләп дауам итте. – Ниндәй генә әкиәтте уҡыһаң да аҡһаҡал яу сабыр батырға ниндәй атты һайларға ҡуша? Баҡтаһын да ҡоймаған мөҙрөнкөһөн. Батыр уға йүгән кейҙерһә, теге бейеп торған юртаҡҡа әүерелә, һыбай менһә, ҡанатланып осоп китә. Был сағыштырыуҙың нигеҙендә тәрән кинәйә ята. Эш шунда: бөтә бейәләр ҙә башлыса яҙ, йәй баштарыңа ҡолонлайҙар, ә толпар булаһы мал көҙгөһөн донъяға килә. Ҡолон нығынып та өлгөрмәй, һалҡындар төшә. Ҡышҡы селлә сыҡҡансы бауырлыҡ кейҙерәләр үҙенә. Күптәре барыбер сыҙамай һәләк була, бик һирәктәре ҡала. Шул әсе һалҡындар һынауын үттеме – ҡолон бирешмәй. Мандымағаныраҡ, ҡатмараҡ күренһә лә ваҡыт үтеү менән сыҙамлы, күндәм, көслө булып китә. Ошо сифаттар ҡанат түгелме инде, йә әйт? Ә Алаҡай, ысынлап та, ҡара көҙҙә тыуҙы. Бына ҡонажынлығын ғына тултырһын әле, уның алдына сығыусы булмаясаҡ.
Сибәрбикә апай торҙо, күлдәгенең итәген тартыштырҙы ла төтөн ауалаған стан яғына йүнәлде, боролоп өҫтәне:
– Һин бында оҙаҡлап ашарға онотоп ҡуйма. Тағы Алаҡайға ҡаты бәрелмә, яҡшы атҡа ҡамсы кәрәкмәй, ул һиҙгер, рәнйеүсән мал, өҫтөнән атып ырғытыуы бар. Рафайылдың үҙен ырғытҡан ҡонажын бит әле ул. Рәшитте әйтәм, ғәйепте үҙенән эҙләһен, өҙлөкһөҙ сыбыртҡы менән һелтәнеп яндырайлана ине, һорағанын алды. Бая мин дә Алаҡайға һуҡманым бит, һынау өсөн киҙәндем генә. Һин дә бирешмәнең былай, атайыңа оҡшап сос ҡына икәнһең. Икегеҙ ҙә нескә күңелле, шуға Алаҡайҙы һиңә бирергә булдым, күрәм, үҙ-ара аңлаштығыҙ, килештегеҙ шикелле. – Йылмая биреп өҫтәне. – Байгилденең ҡыҙы Зөлфиә килен булырлыҡ бала...
Зөлфиә һүҙен ишеткәс күңелем елкенеп ҡуйҙы. Хыялымда ғына тағы ла бер тапҡыр Алаҡайға атландым. Уның йылҡылдап торған һыртына ҡанаттар үҫеп сыҡҡан имеш, алдымда әкиәт һылыуы Зөлфиә. Беҙ бейектән, болоттар өҫтөнән осабыҙ, аҫта ус төбөндәгеләй асыҡ булып ялан-ҡырҙар, урмандар, ҡалҡыулыҡтар күренә...
* * *
Кискеһен эштән һыбай ҡайттым, кире алып барыуы мәшәҡәт булһа ла Алаҡайҙы һарайҙа ҡалдырманым, күрһендәр, беҙ ҙә һыбай йөрөй беләбеҙ, башҡаларҙан кәм түгелбеҙ, йәнәһе. Әсәйем, атлы ҡунаҡты ҡаршылағандай, ҡапҡа тышына уҡ сығып баҫҡан да һоҡланыулы һөйләнә:
– Китсе, урам тултырып кем килә тағы тип торам! – Ишеге алдында ҡулдарын сайып маташҡан Сибәрбикә апайға ҡысҡыра:
– Ни, ҡара әле, эйәр булмаһа, ҡаҙ мамығынан яһаған ыҡсым яҫтығым бар, дүрт мөйөшөнә бау тегеп шуны бәйләйем микән әллә, сей арҡаға ултырып йөрөү килешмәҫ.
Көлөү ишетәм:
– Улы һыбай менһә, әсәһе сатын ҡыҫҡан, тигән боронғолар. Юҡҡа мәшәҡәтләнмә, алама күфәйкә бир, шуны һалып йөрөһөн. Өйрәнер.
– Айҙар, ҡырҡ әйттерәһең, тор, сәйем өлгөргән, – ти әсәйем. Һыныҡҡан кәүҙәмде көскә ҡыбырлатып боролоп ятам. Тән таралып ҡына бара, ятырға ине әҙерәк. Күңелле нәмә хаҡында уйларға тырышам. Эшемә дәрт өҫтәгән берҙән-бер ҡыуаныс бар – Зөлфиә эргәмдә урала башланы. Мин күбә тарттырған тирәлә эшләгән була. Һиҙҙермәҫкә тырышып муйылдай матур күҙҙәрен тултырып ҡарап-ҡарап ала, ҡараштарыбыҙ осрашһа, йәлт итеп ситкә ҡайырыла... Ә мин артыҡлап килештереп булмаһа ла эргәһенән ҡыялатып юрттырып китәм.
Әсә күңеле һиҙгер бит, һуңғы сараға йәбешә:
– Байгилденең кесе ҡыҙына иҫем китә, шул ҡәҙәре йорт эштәренә тилбер: иртән әсәһе урынына көтөү ҡыуа ине, әҙерәктән шишмәгә һыуға төшөп килде, хәҙер ни һәнәген алып эшкә китеп тә бара. Булыр бала биләүҙән, тигәндәй, егәрле килен булыры бөгөндән төҫмөрләнә...
Битемде сайған арала әсәйем йомоштарын ҡушыуында булды:
– Айытбай ағайың әйтеп китте, эшкә барышлай беҙҙең күбәләрҙе тарттырырҙар малайҙар, тине. Аҡташта кәбәнлек күбәләрең бар, ти инең бит. Ҡайтышлай атыңды малайҙарың менән етәкләтеп ҡайтар ҙа үҙең сабынлыҡта ҡал. Аттарҙы бит төнгөлөккә ҡыуалар, үҙең менән алып ҡалһаң һуңлатып ҡуйырһың. Бынан Йыһанур барыр. Үткәндә кәбән һалышырға һүҙ биреп, ҡыр быуынға төшөп араҡы алып киткәйне, уға хәбәр иттерермен. Былай ҙа көн тамырланырға итә, ҡоро саҡта эшеңде ослап ҡуй. Барлы-юҡлы бесәнеңде малайҙарың менән сәс-баш итеп туҙҙыра күрмә, улар эштең яйын, рәтен беләләр тиһеңме. Тарттырыуҙары ла баштан ашҡан, юғиһә ат алып торған өсөн аҙна буйы Фәтхулла еҙнәңә бесән сабып хитлана инең. Хәҙер атлы булдың, Аллаға шөкөр, барҙың барлығы.
Әсәйемдең һуңғы һүҙҙәре оло ҡәнәғәтлек менән әйтелә. Күрәм, ат башында йөрөүем уның өсөн ҙур ҡыуаныс. Әйтерһең дә, мин уйламағанда мәртәбәле эшкә, абруйлы вазифаға юлыҡҡанмын.
Төшкә саҡлы еңел йөрөнөм. Күнегәмдер, һигеҙ атҡа күбәне икәү ебәрәләр – Сибәрбикә апай менән Таңһылыу. Таңһылыу Сибәрбикә апайҙың киреһе – зифа буйлы, фәрештәләй һылыу ҡатын. Ул колхоз эшенә сыҡҡайны, быуындары нығынған ир-ат бермә-бер артты бесәнлектә. Таңһылыу күрше Ашҡаҙар ауылына кейәүгә сыҡҡайны яҙ башында. Ер-Һыу кибеп тә өлгөрмәне, оҙатылған еренән бирнәһен тейәп ҡайтып та төштө. Һылыулыҡ туйҙа ғына яҡшы, тигәндәре раҫтыр. Тегендә һыймай ҡайтыуына, моғайын, йыбытҡылығы, эшкә бәсәллеге сәбәпсе булғандыр. Бында, бесәндә лә иҫәпкә бар, һанға юҡ инде. Тирмәндәй осаларын талғын тибрәтеп бер күбәнән икенсеһенә барғансы хәтһеҙ ваҡыт уҙа. Һәлкәү ҡыймылдап күбә төбөн ҡаҡҡылауын, арҡанды килешһеҙ йәпләүен ҡарауы иренес. Өҫтәүенә, кәбән төбөнә барғансы ике күбәнең береһе мотлаҡ ауа. Яланда Айытбай күрендеме – Таңһылыу бөтөнләй эш ташлай. Күлдәгенең өҫкө төймәләрен ысҡындырып, яулығын һалып, матур муйынын, бытлыға биреберәк торған бәпес башы дәүмәле мул түштәрен елпетергә тотона, үҙенең ике күҙе бригадирҙа. Тегеһе лә яйын тап килтереп ҡарашы менән ашарҙай булып уның тирәһендә урала, түрәлеген дә, беҙҙең барлыҡты ла онота. Беҙ инде Таңһылыу менән ыҙаланғансы тип һигеҙебеҙ ҙә Сибәрбикә апайға ябырылабыҙ. Нисек өлгөрәлер: йүгереп йөрөй, һәнәге ҡулдарында уйнай ғына. Бирешмәй. Бирешеү генә түгел, беҙҙе ҡыуалай әле.
Төшкөлөккә туҡтағас юлда саң борхотоп килгән рәйестең машинаһы күренде. Уны төҫө уңып бөткән брезент япмаһынан танырға, йәнә колхоздың берҙән-бер еңел машинаһы булараҡ геүләүе, хатта бик йыш сөскөрөп йөрөүенән айырырға мөмкин. Сулала килгәс етәксенең әйтер һүҙе барҙыр.
Машина туҡтағас ишек асылды, түмәрҙәй ҡыҫҡа, өрөп тултырғандай тыңҡыш кәүҙә ауыр ҡуҙғалып, ергә баҫты, туптай тәгәрәп беҙгә яҡынланы. Исламғужин Ғәлиән ағай төшөп ҡалманымы, тигәндәй ике ҡуллап бирән ҡорһағын усланы, ташбыҡ күҙҙәре менән тирә-яғын байҡағас, тамаҡ төбө менән иҫәнләште:
– Иҫән-һаулыҡмы, ағай-эне?
Станға йыйылған халыҡ сәләмде ихлас алды, әйттереүҙе лә көтмәй рәйестең тирәһенә ярым түңәрәк яһап өйкөлөшә лә башланы.
Ҡиәфәте тәү ҡарашҡа уҫал күренһә лә, кешегә арыу, ярҙамсыл булғаны өсөн ярата, ихтирам итә уны ауыл халҡы. Йомош менән барыусыны буш ҡул менән бороп сығармай, тиҙәр. Тик ҡырын тейәргә хиреслеге бар. Шуға эсеп бер нисә тапҡыр район түрәләренә эләгеп, өҫтәүенә, ҡайымлашып, тегеләре уны эшенән алабыҙ тип туҙынып йыйылыш йыйып ҡараһалар ҙа халыҡ һайлаған түрәһен сығармай ҙа ҡуя. Яҡлау тойған түрә ыжламай ҙа йөрөй бирә. Былай ғына йөрөмәй, йоҡлар йоҡоһон йоҡламай, табып, теүәлләп, йүнләй, хәстәрләп йөрой. Оҙон-оҙаҡ нотоҡ уҡырға яратмай Ғәлиән ағай, һәммәһен һәүетемсә һөйләшеп хәл итеп өйрәнгән.
– Арыу эшләйһегеҙ былай, – тине ул был юлы ла ауыр тын алып, – ошолай эшләһәк, арышҡа төшкәнсе бесәнде осламаһаҡ та ауырын ауҙарырбыҙ, йәмәғәт. Шунан үҙегеҙҙе лә хәстәрләй башлар инегеҙ. Үткәндә райондан килгән вәкил рөхсәтһеҙ бесән сапһағыҙ, тартып алабыҙҙан һалдырып янап йөрөнө. Ундай хилафлыҡҡа барып боҙолошоп йөрөмәбеҙҙер. Һеҙҙең дә бит ҡарап торғанығыҙ шул мал-тыуар түгелме? Уларға ла ваҡытында бесән әҙерләргә кәрәк. Әле бына Һарытай, Аҡташ яландары буйлап килдем. Ҡайһы берәүҙәрҙең кәбәнлек күбәләре лә суртайышып күренә. – Миңә, шунан Сибәрбикә апай яғына ҡараны. – Тәнҡитләп әйтмәйем, ҡеүәтләп әйтәм. Колхоз эшен дә эшләйек, үҙебеҙҙе лә онотмайыҡ. Беҙҙең яҡтан ярҙам булыр. Колхоз бесән әҙерләүҙә районда алдынғылар рәтендә бара. Ул һеҙҙең көсөгөҙ, тырышлығығыҙ, ағай-эне. Кисә кәңәшмәгә барып ҡайттым. Беҙгә премия ла биреп ташланылар. Шул аҡсаға бүләктәр алдым әле бына. – Шоферы Тәлғәткә ымлағайны, тегеһе машинаһының артҡы яғынан ҡағыҙ ҡумта сығарып рәйестең алдына ҡуйҙы.
– Тәмәке тартҡан ир-атҡа икешәр ҡап «Казбек» әпкилдем. Рәхәтләнеп затлы папирос көйрәтегеҙ, беҙ кемдән кәм.
Косилкала, тырмала йөрөгәндәр күстәнәсте бүлешеп алып ҡәнәғәт ҡиәфәттә көйрәтеп тә ебәрҙеләр.
– Йәнә, егеттәр, бесәнде имен-аман ослаһағыҙ, һыйлармын иркенләп, Һәҙиә еңгәгә бал әсетергә ҡуштым әле.
– Һо-о-о, ҡорҙаш, ул оҫталыҡ, сымырылыҡ талап иткән эште кемгә ҡушырға белгәнһең иллә. Уның ҡулынан тамған ниғмәттәрҙе күп татырға тура килде, Һәҙиә апайымдың балы башҡаларҙыҡы ише ҡомалаҡ булмай, зерә лә шәп була, эсте лә ҡызлатмай, баш шаңҡып та этләнмәйһең. – Ләззәтләнеп тәмәке һурған, ҡышы-йәйен картуфтан ҙур танауының осонан һыуы тамсылап йөрөгән Маңҡа Сабир һурған төтөнөн юғарыға өрөп ебәреп ихлас элеп алды, тура килгәнендә тумбытып ҡуйырға теләгәндәй һый янына ризығын да һораны. – Һинең дә аш-һыуға балыуанлығыңды беләбеҙ, ҡорҙаш, ҡайнап ултырған мискә янында һимеҙ һарыҡ ите лә булһа, тырышылыр. Шулаймы егеттәр?!
– Знамы, шулай!
Ғәлиән ағай Айытбай биргән исемлеккә ҡарап бүләктәр, аҡсалата премиялар тапшыра башланы.
Күбәләүҙә йөрөгән Бибиниса апай дүрт әсмуха һинд сәйен алды. Бик һирәк тәмләр нәмә ҡулына эләгеү ҡыуанысынан йомартланған Бибиниса шундуҡ бисә-сәсәне ҡунаҡҡа саҡырып ташланы:
– Алла бирһә, ошо мәшәҡәттәрҙе яйлайыҡ та, бөтәгеҙҙе йыйып йома сәйенә саҡырырмын, әхирәттәр. Услап, мул итеп һалып, ҡуян ҡанындай ҡыҙартып, ҡаймаҡ ҡына туҡып эсербеҙ сәйен.
Күбә тарттырыусыларҙан аҡсалата бүләк Маратҡа тәтене. Бәхәс юҡ, баш бухгалтерҙың улынан башҡа кемгә эләгә һуң ундай нәмә. Күнегелгән. Ә бына ситләтеп үтһә, аптыратыр ине. Марат тейешен алған кешеләй ҡабул итте. Шатланманы. Өйрәнгән.
– Күбә ебәреүселәрҙән бүләк, – Ғәлиән ағай исемлеккә төбәлде. – Байегетова Таңһылыуға бирелә...
Рәйестең йөҙө төмһәрҙе, асыулы ҡарашы ситкәрәк баҫҡан Айытбайҙы яндырҙы.
Мутлыҡ көн кеүек асыҡ, ләкин исем-шәриф әйтелгән, ҡыйпанлаҡ Таңһылыу йөҙө лә ҡыҙармай сығып баҫҡайны.
– Алдынғыға, – рәйес һәр һүҙенә баҫым яһап, йөҙөнә мыҫҡыллы йылмайыу сығарып әйтге, – кәшимир яулыҡ!
Был хәл, был ғәҙелһеҙлек бесәнселәрҙе шаҡ ҡатырҙы, кемеһелер – һораулы, кемеһелер – аптырап, кемеһелер йөҙөн бороп ҡарап ултыра, аңышыраҡ Нурулла менән Ғәйфулла асҡан ауыҙҙарын да йоморға онотҡандар. Яурынына бүләген һалған Таңһылыу мыймылдата баҫып урынына йүнәлде. Айытбайға вәғәҙәле ҡаш һикерткәндәй итте.
Сибәрбикә апай яғына күҙ ташланым. Ул тыныс һымаҡ, йөҙө лә үҙгәрмәгән, әммә ныҡ иңдәре генә ауыр йөк күтәргәндәй һалынҡыраҡ күренделәр, тештәрен ҡыҫыуҙандыр, сикә тамырҙары бейене. Шул мәл аҙашҡан ел ҡаҙан аҫтындағы усаҡты боролдатып ебәреп төтөнөн уның яғына йүнәлтте лә күҙҙәрен һаран йәшләндерҙе.
Тантананың йәме китте, уны рәйес тә тойҙо. Ул өндәшмәй ҡалыуҙы килештермәгәнгә дауам итте:
– Ҡыҙҙар шәп эшләй. – Сибәрбикә апайға ҡараны, кемдең тырыш, кемдең илке-һалҡы йөрөгәнлеген яҡшы белә ине тәжрибәле етәксе, шуға дөйөмләштерҙе. – Уларҙың тарттырылған күбәләрен йыл һайын өмә менән ҡоялар егеттәр, шунһыҙ арттарынан өлгөрөрмөн тимә. Уңғандың эше лә уң була. Ярай, ағай-эне, хушығыҙ.
Рәйес машинаһына ҡарай атланы, әйтелеп бөтмәгән хәбәрен иҫенә төшөрөп ҡайырылды:
– Сибәрбикә һеңлем, инеп сыҡ ваҡыт табып, тауыҡтарыңа ем кәрәкме, башҡа йомоштарың бармы, хәл итермен. Һин дә идарала бул, Айытбай, һөйләшеп алаһы бар. Эш эшләп йөрөйһөңмө бында, әллә... Һуңғы һүҙҙәр асыулы ябылған ишеккә ҡыҫылып ҡалдылар, машина кинәт ҡуҙғалып китте.
Төштән һуң эштең рәте китеүе һиҙелде. Ялған алдынғылыҡтан ҡәнәғәтләнеү кисереүе йөҙөнә сыҡҡан Таңһылыу ары һуғылып, бире һуғылып йөрөнө-йөрөнө лә, кырандас егелгән Айытбайҙың аты күренеүгә, ҡоштай атылып тартыныуһыҙ бригадирҙың янына ҡунды. Йылҡылдап торған көр айғыр был икәүҙе елдәй елдереп күҙҙән дә юғалды. Улар киткән яҡтан көлөшөү тауыштары ғына ишетелеп ҡалды. Ошоғаса тәрән әрнеү, йәбер күрмәгән бөтөн күңелем бөгөн икенсе тапҡыр йәнселде. Иртән эшкә китешләй малайҙар менән һайт-һайтлап йөрөп Аҡташ сабынлығындағы күбәләремде тарттырғанда Айытбайға рәхмәтле һәм ихтирамлы инем. Әле һиҙәм, миңә ярҙам итергә, моғайын, Ғәлиән ағай ҡушҡандыр. Бындай кешенең үҙе белеп игелек ҡылыуы икеле. Бригадирға асыуым ҡабарҙы: Сибәрбикә апайға тейеш яулыҡты һикерәңдәк Таңһылыуға ябып хилафлыҡ ҡылғайны, әле килеп ҡатынын һанламай яттарға күҙ һала. Дөрөҫ, Гөлсирә еңгәй ике йыл инде ҡаты сирләп, тормаҫтан түшәктә ята, шулай ҙа Айытбайҙың ҡатынына хыянат итергә хаҡы юҡ. Әле үткән йыл өлкән апайымды кейәүгә биргәндә өй хужаһы булараҡ миңә лә ижапта ҡатнашырға рөхсәт иттеләр. Әбдерәхим мулла эргәһенә ижап һыуын ҡуйып, ҡулына Ҡөрьән алып былай тип һорағайны: «Һин, Хөснулла улы Әлфәрит, Ҡотой ҡыҙы Рәшиҙәне хәләл ефетлеккә алырға ризамы?» Изге китап алдында Айытбайҙан да һорағандарҙыр. Ул бөгөнгөләй күҙ ҙә йоммай алдашҡандыр, гонаһлы булғандыр...
Ғәҙеллек менән ғәҙелһеҙлек, мөхәббәт менән хыянат йәнәш кенә икәндәр ҙә баһа. Табырға-юғалтырға, бутарға-буталырға мөмкин...
«Һин Ҡотой малайы Айҙар, донъяла Кеше булып көн итергә, ғәҙел йәшәргә әҙерме?»
– Белмәйем...
– Эй, һонтор, нимә унда ат өҫтөндә көпә-көндөҙ һаташып йөрөйһөң? – Ғәйфулланың әсе сыйылдаҡ тауышы һиҫкәндереп ебәрҙе...
Беҙ, малайҙар, яңғыҙ ҡалған Сибәрбикә апайҙы ҡурсаларға теләгәндәй аттарҙы кемуҙарҙан ҡыуаламайбыҙ, теге ике таҙҙы иҫәпкә алмағанда көндәгесә ялан тултырып һайт һайтламайбыҙ ҙа, һыҙғырмайбыҙ ҙа, ауыҙыбыҙға һыу уртлағанбыҙ. Сибәрбикә апай бөтә донъяға үс иткәндәй йүгерә-атлай эшләне лә эшләне. Көн кискә һарҡты, ә ул туҡтарға уйламай ҙа: күлдәге еүешләнеп тәненә йәбеште, үреп, төйнәгән сәсе тағатылып елдә туҙғыны. Һуңғы сиктә, ул ҡулындағы һәнәген атып бәреп ике сикәһен ҡуш усланы:
– Ҡайтығыҙ... Бер кемде лә күргем килмәй...
Илай белмәгән, ауырлыҡтар ҙа бөгә алмаған тол ҡатын ғәҙелһеҙлек алдында бөгөлөп төштө.
Күбәләр эргәһендә күпме генә көтһәм дә Йыһанур килмәне. Кәбән һалышырға бер беҙгә генә һүҙ биргән тиһеңме, әллә кемдәрҙән буйлап алып эскәндер әле. Бөгөн башы сатнаһа, шешә күрһәткән берәйһенә эйәреп киткәндер. Ул тинтәккә ышанғансы. Уға ҡаты бәрелеүем асыуҙан инде, Йыһанурҙы өнәмәүҙән түгел. «Яңғыҙлыҡ Хоҙайға ғына килешһен», – тип йәлләй уны әсәйем. Ҡайҙандыр сит ауылдан килгән туған-тыумасаһыҙ Йыһанурға көн итеүе үтә лә ауырҙыр, һөнәрһеҙ, көнлөктә йөрөп, йә берәҙәкләнеп тамаҡ туйҙырған Йыһанур ҡырағаһыҙ холоҡло, халыҡҡа файҙаһынан башҡа зыяны теймәй былай. Иртә таң менән урамда күренеүе була, эше бар кеше уны бороп та ала. Ул унда нисә көн йөрөй, шунса көн ҡуна ла ары китә. Шулай йыл әйләнәһенә. Үҙе боролоп инһә лә ҡыуалап сығармайҙар. Алла хаҡы өсөн, тип, ашъяулыҡтарында нәмә бар, шуны ихлас ашатып, йоҡлатып сығаралар, артҡан-боҫҡан кейемдәрен дә кейҙерәләр. Бесән осоро етте иһә Йыһанурҙың абруйы арта, уға оҙон сират хасил була, сөнки йәй көнө ауыл кешеһе мәшәҡәтһеҙ була тиме ни, тырма-һәнәк тоторлоҡ һәммәһе ҡырҙа. Уны әсегән бал менән дә, көмөшкә-араҡы менән дә алдаштыралар, башы сатнаһа, ҡыҫмырланмай үтескә лә бирәләр, һимеҙ бишбармаҡ алдынан өҙөлмәй, түр яҡҡа һалып йомшаҡ түшәктә йоҡлаталар. Ундай һый-хөрмәт ылғый эләгеп бармай. Йыһанур өсөн ожмах мәле башлана. Билдәле, буйлап алған бурыстарын ҡайтарып та бөтә алмай. Үпкәләмәй, кенә тотмай халыҡ, мыжый ҙа шуның менән онота. Ни тиһәң дә күҙ күргән бит, икенсе йылы ла бар, бер йомошоң төшмәһә бер төшөр.
Хафаланып көнбайышта ҡуйырған болоттарға күҙ аттым. Ямғыр яуа ҡалһа тарттырылып ҡуҙғыған күбәләрҙең төбөнә ҡәҙәр һыу үтеп әрәм итәсәк. Офоҡҡа тәгәрәгән ҡояшҡа ҡарап самаланым, эңергә саҡлы ике сәғәт тирәһе ваҡыт бар әле. Ни булһа ла булыр, тип урман төпкөлөнә йыйған һәнәктәрҙе алып сыҡтым, билгә ҡәҙәр сисенеп ташлан майҙан тотор тәжрибәле батырҙай һәлмәк баҫып, һынаулы текәлеп күбәләрҙе ураным. Кәбән ырғытыр алдынан бөтәһе лә шулай итә. Төп, күкрәк, ос һәнәктәрен барлағандан һуң үҙ-үҙемде дәртләндереп усыма тәүәккәл төкөргәс, һәнәкте төп яһайһы урынға яҡын урынлашҡан күбәгә сәнсеп өйләндереп тә һалдым. Шәп үк булмаһа ла арыу ғына килеп сыҡты. Китте эш. Ырғытам-ырғытам да йәпләп һалып, тапалап өйрөлтөп һуғып сығам, шулай итһәң кәбән тигеҙ, тумалаҡ, матур була. Дүрт-биш күбәне ташлауға теҙ быуындарҙың ҡалтырауын тойҙом, күҙ алдымда йондоҙҙар бейеште. Ике күҙем көн байышында: ҡояш та алыҫта киртмәсләнгән тауҙар артына ашыға төшкәндәй, әлеге болоттар ҙа ҡуйырғандан ҡуйырҙы, ҡарағусҡыл төҫтәр сәкәшеп йәшен сатҡылары ялт-йолт итәләр. Яуыр был ямғыр, яуыр, биҙрәләп ҡойоп үтер. Нисек тә өлгөрөргә кәрәк. Тағы ла айбарланыбыраҡ, көсәнеберәк барып йәбешәм, ә ҡарыу ҡайтҡандан-ҡайта бара.
– Йә, нужа күтән һурпаһы эсерәме, ҡустым?
Йәлт итеп боролоп ҡараһам, Сибәрбикә апай эргәмә үк килеп баҫҡан. Ҡулында һәнәге, йөҙө ҡыҙара төшкән, биттәренә, сәсенә бесән кәбәге һырыған, баяғы болоҡһоуҙың эҙе лә ҡалмаған, шат йылмая.
– Йыһанур ағай килергә тейеш булғас башлағайным.
– Тейеш нәмә күп ул, килере килмәй, эләгере эләкмәй генә. – Сибәрбикә апай көндөҙгөгә ишаралағандай итте. – Йыһанурҙы белмәйһеңме ни, йөрөйҙөр сиратының осона сыға алмай. Мин дә кипкән бакуйҙарымды күбәләнем. Күрәм, бында һин бесәнеңде болартып ташлағанһың.
Ҡарап тороусы булғас бығаса фартлы ғына барған эшемдең рәте китте. Ырғытылған бесәнем кәбәндең сикәһенә килбәтһеҙ барып һыланды.
– Эй, эшем эйәһе, улайтамы кеше, алған күтәремеңде соҡорораҡ ергә күгәрә биреберәк өҫтән һылай һуғырға кәрәк. – Шауҙырлап кире ҡойолған бесәнгә төрттө. – Һинең ни ярты көсөң, ана, кире тәгәрәп төштө. Йөрөмә, күҙ көйөгө, эсте бошороп, марш өҫкә. – Сибәрбикә апай тәүге көн атҡа атланырға булышҡан етеҙлеге менән апаруҡ ҡалҡҡан кәбән башына менергә ярҙамлашты.
– Өйрөлтөп, һеңдерә баҫып тапалап сыҡ. Ә хәҙер, ал. – Ул өс саталы ағас һәнәкте еңел генә тотоп бесән быраҡтырҙы. Мин бөтөнләй тиерлек күмелеп ҡалдым. Өҫкә ҡалҡып аҫҡа ҡарағанда Сибәрбикә апай күбәнең төбөн ҡырып маташа ине. Китсе, тәбәнәк кенә кәүҙәгә шуныса көс-ғәйрәт һыйһын инде. Сибәрбикә апай баштан ҡарағанда йыбырлап йүгереп йөрөгән егәрле ҡымырҫҡаны хәтерләтә. Уңарса икенсе күбә мендәр еңеллегендә юғарыға осто. Тағы... тағы...
...Мин дә ғаиләмде алып кәбән ҡойорға килгәнмен, имеш. Тәнем баҙыҡ, беләктәрем ҡабарған, көслө, шуға аттай ҙур күбәләр ҙә мамыҡтай сойорғойҙар ғына. Күҙ күреме ерҙә төтөн талғын ғына һауаға үрләй. Шул тирәлә күбәләктәр ҡыуып үҙе лә күбәләктәй генә ҡыҙ бала уйнап йөрөй. Кәбән башында һомғол буйлы Зөлфиә. Бигерәк нәфис, бигерәк гүзәл шул. Байып барған ҡояш уның йөҙөн, бөҙрә сәстәрен, нәфис муйынын алһыу нурҙарға мансый, шаян ел күлдәгенән еңелсә тартҡылап итәген тығыҙ балтырҙарына һылай. Биле нәҙекәй...
– Байгилде кейәүе, аяғөҫтө йоҡлайһың, күрмәйһеңме, ямғыр килә, – янтайып өлгөрмәй ҡалам, күтәрем мине саҡ бәреп йыҡмай.
Шелтәле һүҙҙәргә асыуланмайым, минең эшем эшләнә ләһә, йәнә яңы ғына кисергән хыялыма майҙай яғылған «кейәү» һүҙе, киреһенсә, дәртләндереп ебәрә.
Кәбән осланып барғанда һирәкләп эре тамсылар тама башланы, ә инде һуңғы күтәрем аяғым аҫтына ятыуға шуны ғына көткәндәй һыу шаршауы тартылып ямғыр ҡойорға тотондо.
– Айҙар, арҡан ҡайҙа?
– Ат менән ҡайтҡан, алып ҡалырға онотҡанмын.
– Нисек төшмәксеһең, уйланыңмы шуны? –Сибәрбикә апай ос һәнәген кәбәндең яртыһына ҡаҙаны. – Йәбешеп төш ошоға.
Башҡа сара юҡ. Әкренләп, ҡурҡа-ҡурҡа ҡул-аяҡтарымды бесәнгә батырырға тырышып аҫҡа шыуа башланым. Уф, бына ул һәнәк һабы, хәҙер сүгәләп шуға йәбешергә лә аҫҡа ырғырға була. Кинәт еүеш һаптан аяҡтарым тайҙы ла баш түбән әйләнеп аҫҡа остом. Башым зыңҡылдағансы ергә бәрелде, ҡот осҡос ауыртыу уң аяғымдың төбөн көйҙөрҙө.
Битемде, тотош тәнемде кемдер һыуға ҡойондора, тағы ҡытыршы устар башымдан һыйпай, маңлайыма ҡағыла. Күҙҙәремде астым: миңә эйелгән Сибәрбикә апайҙың ҡурҡыуҙан салшайған йәмһеҙ йөҙөн күрәм.
– Рәхмәт, апай, өлгөрҙөк барыбер...
– Үлдеме тип ҡотом осто. Йә ҡулыңды ҡыбырлат, хәҙер кәүҙәңде, аяҡтарыңды... – Тороп ултырғайным Сибәрбикә апай ҡысҡырып илап ебәрҙе. – Иҫән, берәүҙең яңғыҙ балаһы, иҫән, рәхмәт һиңә, Тәңрем...
– Ҡайтайыҡ, апай. – Ҡалҡынып алға ынтылдым да аяғымдың сәнсеп ауыртыуынан кире тәгәрәнем.
– Ярай, башың иҫән, аяғың бөтәшер, үҙ ямауың үҙеңдә, – ти тамам тынысланған, шуға артыҡ иҫе китмәгән Сибәрбикә апай.
Йөкмәлеп ҡайтып киләм. Ә ямғыр туҡтамай, көсәйә генә, юл тайғаҡ, унан йырғанаҡтар аға. Көслө елкәгә йәбешкәнмен, аяҡтарым ергә тейә яҙып баралар. Сибәрбикә апай мине алға һөйрәй, аҙымдары ышаныслы.
– Ҡалдыр миңе, апай, килеп алырҙар әле.
– Бирешмәйбеҙ, ҡустым! Һин дә бирешмә тормош һынауҙарына!
* * *
– Заман ахырыһы етәлер, ҡорҙаш, заман ахырыһы... Ерҙең уңдырышлылығы, йәшәүҙең йәме китеп бара, мал- тыуар, ҡош-ҡорттоң да ҡото ҡасты, теләр-теләмәҫ кенә үрсейҙәр. Быйыл бер бейә йөрөп-йөрөп ҡыш еткәс ҡолонланысы, ғибрәт...
– Нимә тиһең? – Һиҫкәнеп китәм. Дуҫым һөйләй икән.
– Эштәр хөрт, тим.
– Сибәрбикә апай нисек?
– Нимә булһын уға, бирешмәй. Сыныҡҡан бит улар быуыны, саҡматаштай ҡаты тоҡомдан, йәштәр ише боламыҡ түгелдәр. Әйткәндәй, ана, өйөндә уты балҡып тора.
Ауылға килеп ингән автобус тәҙрәһенән иң беренсе уның өйөнөң уты күренде.
– Бирешмәйбеҙ, ҡорҙаш, ауылда әле булһа ла толпарҙар тыуа, эшсән кешеләрҙең дә уты һүнмәгән, һүнмәҫ!
Хәйҙәр ТАПАҠОВ.