Оло юлдың туҙаны...
Үҙем күрҙем туҙғанын
Өсөнсө көн иңде төшөмдә ошо йырҙы йырлайым. Матур, моңло итеп йырлайым. Йырымдан шул тиклем йәнгә рәхәт, әйтерһең, йылы, аҡ томанға төрөнөп ятҡанмын. Юҡ, төрөнмәгәнмен, шул томанға ҡушылып ирегәнмен дә ҡайҙалыр бәүеләм, осам. Аҡрын ғына, талғын ғына осам. Донъя шул тиклем матур, ә үҙем шундай йәшмен, көслөмөн, дәртлемен, һылыумын...
Быныһы төшөмдә. Әммә төшөм шул тиклем күңелемә һеңгән, көнө буйына ошо йырламаған йырым шауҡымында йөрөйөм. Ахыр ҙа үҙ алдыма моңайып алам:
Белмәй ҡалдым, һиҙмәй ҡалдым,
Йәш ғүмеремдең уҙғанын...
Өнөмдәге йыр төшөмдәге шикелле матур сыҡмай, хатта бөтөнләй килеп сыҡмай. Ҡайҙан сыҡһын инде, мин йырсы түгел дә. Бөтөнләй йырсы түгел, шунда күңел асылып киткән саҡтарҙа кешеләргә ҡушылып ҡына моңайып алам. Ни хәл итәһең, төш – төш инде, өн менән сағыштырырлыҡ түгел.
Шулай үҙ алдыма йырлаштырып, ҡайһы саҡ илаштырып төшөмдөң шауҡымы менән йөрөнөм. Бер нисә көн йөрөнөм шулай. Тора-бара күңелем урынына ултырғандай, болоҡһоуым баҫылғандай итте. Әллә урынына ултырҙы, әллә яҙмышыма күндем, ҡыҫҡаһы, бығаса нисек көн итһәм, шулай йәшәй башланым. Нишләйһең, елдәр иҫкән, һыуҙар аҡҡан, ҡарҙар яуған, үткәндәрҙең күбеһе төшкә әүерелгән. Төш, әкиәт, хыял...
Ҡайҙан тапҡандыр ул минең адресты, аптыраным, хатта осрашҡас, һорашып, белешеп тә торманым. Берҙән, уның ҡайғыһы булманы, шунан тағы, әллә ниҙәрҙе ҡутарып сығарып, былай ҙа болғанған күңелде болғатҡым килмәне. Ә шулай ҙа йәнде тетрәтте был эш, үлгәнсе шулар менән йәшәрмендер инде. Үлгәнсе тип инде, ғүмере лә күпме ҡалған хәҙер, тик кеше ул яғын уйламай.
...Берҙән-бер көндө хат килеп төштө. Хатты күргәс тә, әллә нимәһенә ҡаушаным да төштөм. Хатта ҡулыма алмаҫ борон тертләнем. Бына ҡарайым: хат минең адресҡа, минең исемгә, ә ҡулы ят. Бөтөнләй ят. Етмәһә ирҙәр ҡулы, бик оҫта кешегә оҡшаған. Туҡта, ҡулы таныш түгелме?!
Барыбер асырға ҡурҡам. Хәс тә асыу менән әллә кем яман хәбәр ҡысҡырыр ҙа ебәрер һымаҡ. Байтаҡ торҙом шулай, ахыр ҙа тәүәккәлләп конвертты йырттым. Бер-ике һүҙен уҡығас та, утҡа төштөм дә ҡуйҙым.
«...Мәрйәм, был хатҡа бик аптырарһың инде, шулай ҙа яҙырға булдым.
Мин әлеге ваҡытта Белорет ҡалаһында йәшәп ятам. Япа-яңғыҙмын, һинең хәлде бер аҙ беләм. Мөмкин булһа, осрашайыҡ әле, ҡалғанын шунда һөйләшербеҙ. «Кил» тиһәң, үҙем барам яныңа, ә, бәлки, үҙең килерһең. Беҙ бит таныш, яҡын кешеләр, тартынма, моғайын, бер-беребеҙҙе аңларбыҙ, һис юғында үткәндәрҙе иҫкә алып ултырырбыҙ. Хатты рус телендә яҙғанға аптырама, ситтә йөрөп яҙыу, уҡыу теле онотолған. Ә һөйләшеүен һөйләшәм. Ҡайһылай ғына уйлаһаң да, хатты яуапһыҙ ҡалдырма. Биктимер».
Бына шул хат. Алып уҡығас, бер-ике көн шаңҡып йөрөнөм. Ни уйларға ла белеп булмай. Илаштырып та алдым. Шунан ултырып хат яҙҙым. Ул тағы яҙҙы, артынса телеграмма һуҡты. Фәлән көндө кил, ҡаршы алырмын, тигән. Әллә нимәһенә дыуамалланып сыҡтым да киттем бит.
...Белоретҡа поезд төнөн, хатта таңға ғына барып төшә икән. Төн булһа ла, йоҡламаным, шым ғына ултырам, тәҙрәгә ҡарап барам. Бик матур икән был яҡтар! Тауҙары шул тиклем бейек, хатта вагон тәҙрәһенән баштары ла күренмәй ҡала. Үҙҙәре шау урман ғына. Мин, ялан яғы кешеһе, бындай донъялар ҙа бар икән, тип ҡуям. Тау, урман ҡайғыһы юҡ инде, ҡараштырып барам да әлеге шул уйыма төшәм дә китәм. Сыҡҡанда нисектер дәртләнеп кенә сыҡҡайным, бына Белоретҡа яҡыная башлағас, ҡыйын булды ла китте. Үҙемде үҙем әрләргә тотондом: йә инде, ҡартайғанда тыртайған тигән шикелле, алтмышҡа етеп килгәндә ир эҙләп китеп барсы! Бисура! Әҙәм белеп ҡалһа, ер тишегенә ин дә кит! Балаларға ишетелә күрмәһен, аллам һаҡлаһын!
Әллә нимәһенә енләндем дә киттем бит. Үҙен саҡырырға ҡыйманым, кеше күрмәй буламы, кем тип әйтәм уларға! Ә Белорет белгән-күргән ерем түгел, мине унда этем дә танымай, барыр ҙа ҡайтырмын, имеш. Тегендә үк һүрелә биреп ҡуйғайным инде ҡуйыуын, тик вәғәҙә биреп өлгөрҙөм, көтәлер, тинем. Бынау йәштә алдашып ултырыу килешмәй. Ярай, барһам, әллә тормошҡа сығырға тип бараммы! Күрһәм, күрермен дә ҡайтырмын. Яраттым да инде мин уны! Зерә ныҡ яраттым. Унан башҡа яратҡан кешем булманы ла ғүмеремдә...
Шулай тынысландырған булам үҙемде. Тыштан шулай уйлайым, ә күңелем төбөндә: «Ниңә, сыҡһа, сығып та ҡуйырмын, кеше алтмышты үткәс тә тормошлана. Етмәһә, газетаға иғлан бирептереп ир эҙләйҙәр!» – тигән yй ҙа юҡ түгел. Шулай, әммә уйымдың был өлөшөн үҙемә белдерергә лә ҡурҡам. Шунда төптә йәшенеп кенә ята ул.
Юҡ инде, булмай! Төшмәйем дә ҡуям. Төшмәй үтеп китәм, иң аҙаҡҡы стансаға тиклем барам да, кире ултырып ҡайтам да китәм. Юҡҡа баш ҡаңғыртып йөрөгәнсе. Уныҡын да, үҙемдекен дә... Белоретҡа етәрәк кире дүндем уйҙарымдан, шундай ҡарарға килдем.
Биктимер ағай менән ни бары өс мәртәбә осраштыҡ. Унан алты хат алдым, үҙем етене яҙҙым. Ул мине бер тапҡыр ҡосаҡлап үпте. Уныһы ла төштә генә. Төштә түгел инде, өндә булды, тик хәҙер генә төшкә әүерелде. Бөтәһе лә буталған. Нисә йыл үтте һуң әле быларға? Байтаҡ шул. Ул саҡ мин ун һигеҙе тулып ҡына килгән ҡыҙ инем, ә хәҙер пенсияға сыҡҡан ҡатын.
* * *
...Илленсе йылдарҙың башы ине. Киев яғында хәрби училищела уҡын йөрөгән ағайым ҡунаҡҡа ҡайтты! Йәйҙең матур ваҡыты. Ул заман армиянан берәйһе ҡайттымы, байрам тыуа ла китә торғайны. Йортта ғына түгел, бөтә ауылға байрам! Өҫтәүенә беҙгә тағы бер ҡунаҡ килеп төштө!
Өй һыларға тип ишек алдында балсыҡ баҫып йөрөйөм. Ҡараһам, ҡапҡанан берәү инеп килә. Мин ауыҙымды астым да ҡаттым: әллә ағайым ике кешегә әүерелгән инде! Был да үҙ ағайым шикелле үк хәрби кейемдә – башында ялтыр козыреклы фуражка, өҫтөндә йәшел мундир, күк буҫтау салбар... Эй, ул замандағы хәрбиҙәрҙең матурлығы!
– Һылыу, ағайың өйҙәме? – Ҡунаҡ ағай шулай тине лә ишек алдына үтте, хатта минең менән иҫәнләшеп тә торманы, балсыҡ менән булашып йөрөгән бер балаға иҫәпләгәндер.
Ул арала эстән ағайым килеп сыҡты. Мин тын да алмай торам: былар башта ҡулдарын козыректарына ҡуйып хәрбиҙәрсә сәләм бирештеләр, шунан күрештеләр, шунан ҡосаҡлаштылар. Шундай матур килеп сыҡты, хәс тә кинолағы һымаҡ. Ниҙер һөйләштеләр, шунан ағайым миңә бойорҙо:
– Мәрйәм, бар, Биктимер ағайыңа айран яһап бир! Мин былай ҙа оялыштан ҡыҙарынып нишләргә белмәй торам, у ул айран яһап бирергә ҡуша.
– Һай, бисура! – Ағайым шулай тине лә уталасыҡҡа үҙе инеп китте.
– Өй һыларға йөрөйһөңмө? – Быныһын ҡунаҡ ағай әйтте.
– Эйе, – тигән булдым. Үҙем аптырайым, командир кеше өй һыларға икәнен ҡайҙан белә икән?
Мин башымды эйеп торам. Ул арала айран тотоп ағайым килде. Беҙҙең ниҙер һөйләшеп маташҡанды күреп:
– Һеңлем... – тине.
– Матур ҡыҙ үҫеп килә... – Ҡунаҡ ағай шулай тине лә айран эсергә тотондо, бер аҙҙан өйгә инеп киттеләр, ә мин шаңҡып торам: «Матур ҡыҙ үҫеп килә...» Минең турала әйтте бит инде быны. Ҡара, шулай тине лә ҡуйҙы!
Олоғайғас ҡына уйлап көлдөм: Биктимер ағай быны һүҙ өсөн, ҡыҙ баланың күңеле булһын, тип кенә әйткәндер, ә мин утҡа төштөм дә ҡуйҙым. Ошо һүҙ ғүмерем буйына күңелемдән китмәне. Ни хәл итәһең, шулай яратҡан инде беҙҙе Хоҙай тәғәлә: һәр кемдең донъяла иң матур, иң аҡыллы, иң бәхетле ҡыҙ булғыһы килә. Һәм эстән генә, шулаймын шикелле, тип уйлай.
Ул арала әсәйем килеп сыҡты:
– Ҡыҙым, бар йыуын да аш һал! Ана, Төкөн ауылынан ағайыңдың иптәше килгән.
Мин балсыҡтан ҡотолоуыма ҡыуандым. Тиҙ генә йыуына һалдым да уталасыҡҡа инеп киттем. Үҙем ҡаҙан тирәһендә булашам, үҙем әлеге ағайҙар тураһында уйлайым. Ҡайһылай бәхетле кешеләр була бит донъяла! Шундай матурҙар, уҡымышлылар, көслөләр! Әллә ҡайҙарҙа, әллә ниндәй ҡалаларҙы күреп, әллә ниндәй кешеләр менән һөйләшеп йөрөйҙәр. Командир буласаҡтар. Күҙ өҫтөндәге ҡаш ҡына бит улар. Урамға сыҡтылармы, бөтә кешенең күҙе шуларҙа, клубҡа барҙылармы – шуларҙа! Мин үҙебеҙҙең ауылдан башҡаны белмәгән, күрмәгән кеше, уларҙы иң ҙур, иң бәхетле кеше күрә инем.
Ағайым уталасыҡҡа инеп үтеккә ҡуҙ һалды. Бөтә нәмәне үҙе эшләй торғайны ул. Шунан тотондолар ыҫпайланырға: салбарҙарын үтекләнеләр ҙә ишек алдына сығып мундирҙарын таҙарттылар, былай ҙа ялтыр еҙ төймәләрен ышҡып ялтыраттылар, туфлиҙарын йыштылар, һыланды, һыйнандылар ҙа урамға сығып киттеләр.
Ҡыҙҙар янына киттеләр инде, тегеләре лә ҡунаҡ килерен алдан белен йөрөгән, ахырыһы, кисәнән бирле ағайым тирәһендә ураландылар. Асыуым килә, саҡ ҡына оялмайҙар ҙа, үҙҙәре киләләр ҙә инәләр. Көнләшәм ағайымдарҙы шуларҙан. Әле лә эсем янып ҡалды: их, ниңә мин дә шулар кеүек ҙур түгелмен икән! Ике-өс йәшкә генә өлкән булһам, ошо ағайҙар менән иркенләп һөйләшеп йөрөй алыр инем. Ишетелеп ҡалған һүҙҙәренә ҡарағанда, бөгөн клубта уйын була, аҙаҡ аулаҡ өйҙә мәжлес йыясаҡтар. Уларға байрам, мин уталасыҡта йөрөйөм...
Ағайымдар ҡояш байыр алдынан ғына ҡайтты. Мин үпкәләүемдән ашарға ултырттым да сығып китергә иттем. Әсәйем тыйҙы: «Оҙаҡламай ағайыңды оҙатабыҙ бит, бергә, ултырып ҡал», – тине.
Барыбер ашауым ашау булманы, бер аҙ семсендем дә, туйҙым тип, сығып китә һалдым. Әсәйем, һинең шул булыр инде, тип һуҡранды, Биктимер ағай: «Ҡыҙҙар ҡыйғыр тамаҡ», – тип йылмайҙы. Аптырарһың, Биктимер ағай ни генә әйтһә лә рәхәт, юҡ ҡына һүҙенән дә әллә ниҙәр уйлап сығарып бөтәм.
Нишләргә? Сыҡтым да Сәрүәр тигән әхирәтемә киттем – беҙҙән бер өй аша ғына торалар.
– Беҙгә бер ағай килде, ағайымдың иптәше. Ул да командирлыҡҡа уҡый, Төкөн ауылыныҡы, – тинем. Күрәһең, шундай әйткәнмендер, Сәрүәр мәкерле генә йылмайҙы ла:
– Әллә күҙең төштөмө? – тине.
– Кит, иҫһеҙ, ул ҙур ҙа инде! – Шулай тинем, үҙемдең битем янды ла китте. Бер иблес инде ул, кешене үтә күрә лә тора. Яҡшыһын түгел, тик яманын күрә. Күрә лә, йөҙөңдө йыртып, әҙәм алдында бәрә лә әйтә. Күпме һүҙ биргәнем бар шуның менән йөрөмәм тип!
– Әллә ниндәй ҡылансыҡ кеше! – Шулай тине Сәрүәр. Тимәк, үҙе лә күҙ һалған уға. Минең шундай ағайым барлығына, беҙгә шундай ҡунаҡ килеүенә, минең шулар менән һөйләшеп йөрөүемә көнләшә инде. Электән үк ағайым тураһында һүҙ сыҡһа, офицерҙарҙы яманларға тотона, уларҙың ҡатындары мәрйә була, шунан тегеләр өҫтәренән йөрөй, тип, әллә кемдәрҙән ишеткән һүҙҙәрен һөйләй торғайны. Яуыз әҙәм ул, әсәһе менән икәү генә торалар, кешеләр менән әллә ни ҡатнашмайҙар, бергә йөрөйөм инде күршеләр булғас. Бына нишләйһең, бөгөн дә уйынға барырға тип һөйләштек.
Ә уйын шәп булды. Шундай шәп булды, хатта беҙгә, ҡарап ҡына ултырыусыларға ла, күңелле ине. Ситтән ят егет килеү тураһындағы хәбәр бөтә ауылға таралып өлгөргән, кеше күп, һәр кем арыуыраҡ кейенергә, яһанырға тырышҡан. Һәммәһенең күҙе ошо ике хәрбиҙә. Салбар балаҡтарын итек ҡуңысынан һалындыра биреп, уңған кепкаларын ҡырын кейен, ауыҙҙарынан махорка осҡондары сәсрәтеп, һис бөтөн тәкәббер ҡиәфәттә донъяларын онотоп әйләнгән ауыл егеттәре янында был офицерҙар күктән төшкән заттар кеүек күренә. Ололар әйтмешләй, ҡашыҡҡа һал да йот!
Уйын ҡыҙғандан-ҡыҙа. Хәрбиҙәргә тын алырлыҡ та форсат юҡ, ҡушарлап бейергә әле береһе, әле икенсеһе саҡыра. Һәр кемдең шундай егеттәр менән бейеп ҡалғыһы килә инде. Былар үҙҙәре саҡыра икән, ҡыҙҙар ырғып тишкәндәрен һиҙмәй ҙә ҡалалар.
Бер аҙҙан танса яһарға булып киттеләр. Дәрт бар ҙа, дарман яғы самалы тиһәң дә, ауыл ҡыҙҙарының да культурный булғылары килә. Ҡыйыуыраҡтары, мине өйрәт тә мине өйрәт тип, ҡунаҡ ағайҙарға һырлыға. Былар өйрәтергә тырыша ла бит, тик тегеләр, бар көсөнә тырышып ҡараһалар ҙа, тәртәгә инә алмаған һыйыр шикелле, һис тә ипкә килмәй, ҡояшҡа янған ҡулдары менән буласаҡ командирҙарҙың иңбаштарына ибәтәйһеҙ тотоноп, йөҙҙәренә тупаҫ етдилек сығарып, ҡара йылтыр балтырҙары менән тарбаң-торбаң баҫып йөрөгән булалар.
Их, үҙемә генә төшөргә! Күрһәтер инем быларға! Ялға ҡайтҡан студенттар менән апаруҡ өйрәнгәйнем. Һәр хәлдә, ауылда мин беренсе бейеүсе. Тик иҫәпкә алған ғына кеше юҡ, беҙ әле бәләкәйҙәр.
Бәй, ни күрәм, Биктимер ағай ялтыр ботинкалары менән шыҡ-шыҡ баҫып килде лә ҡаршыма торҙо. Бер ҡулын күкрәгенә ҡуйҙы, матур ғына итеп башын әйҙе. Хәс тә кинолағы һымаҡ. Йәнәһе лә мине тансаға саҡыра. Әҙәм оялтып!
Мин сығып ҡасырға иттем. Ул тотто:
– Мәрйәм һылыу, һине һәйбәт танцевать итә тиҙәр!
Мин һаман ысҡынырға итәм.
– Бар-бар, оло кеше саҡырғас, бына! Беләһең дә инде! – Янымдағы апай шулай ҡеүәтләп тә ебәрҙе.
Ни хәл итәйем, тороп баҫтым, үҙем тегеңә күтәрелеп ҡарай ҙа алмайым, һиҙәм, клубтағы барсаһының күҙе беҙҙең икебеҙҙә. Бөтә кеше алдында ошо ағайҙы ҡосаҡлап йөрөргә тейешменме инде!
Биктимер ағай бер ҡулын иңбашыма һалды, икенсеһе менән билемдән тотоп алды. Мин дә шулай иттәм.
– Смелее, смелее!.. – Ағай шулай ҡурсалай, ә мин музыканы ла ишетмәйем, ҡайҙа баҫҡанымды ла белмәйем, йөрөнөм уның ыңғайына.
– Во-во, хорошо, хорошо!.. – Ул әллә ысынлап, әллә күңелемде күрер осоп, һаман дәртләндерергә тырыша. Бер аҙ тынысланғандай иткәс, ҡыйыуыраҡ йөрөй башланым. Хатта һауаланыбыраҡ та киттем, күрәһегеҙме, йәнәһе!
Бына Биктимер ағай мине әйләндерә башланы. Ә мин вальсҡа әйләнеүҙе бик яратам. Музыка ыңғайына осаһың ғына бит! Ҡайҙа икәнеңде лә онотаһың. Рәхәт. Ә бөгөн бигерәк тә!
— Хорошо! Даже отлично!
Эй, осам! Оялыу, тартыныу тигәне бөттө, хатта үҙемдең клубта кешеләр алдында икәнлегемде лә оноттом. Хәйер, мин уларға ҡараманым да. Музыка ғына туҡтап ҡуймаһын. Биктимер ағайҙың хушбый еҫтәренә иҫереп, уның таҙа, матур кейемдәренән бер ләззәт табып, бөтә тәненән урғып торған көсөнә һушымды юйын әйләнәм. Мин дә әйләнәм, ул да әйләнә, беҙгә ҡушылып донъя ла әйләнә!..
Аһ, ни булды?! Әллә аяғым һынды, әллә туфлийым төшөп ҡалды – ҡапыл бер аяғым ҡыҫҡарҙы ла ҡуйҙы. Ауып киттем. Ауманым инде, командир ағай мине тотоп ҡалды. Баҫтым. Ысынлап та бер аяғым ҡыҫҡа – хәҙер генә аңланым, туфлийымдың үксәһе төшкән. Ағайҙы этәреп ебәрҙем дә ишеккә йүгерҙем. Сатанлай-сатанлай йүгерҙем. Арттан көлдөләр. Иң ҡысҡырып көлгәне Сәрүәр булды.
Урам буйлап сатанлай-сатанлай, илай-илай йүгерәм. Өйгә табан йүгерәм. Туфлиҙың үксәһе төшә торғайны шул. Ҡаҡтырып торам, төшөп тора. Был юлы үҙем генә ҡаҡҡайным. Ныҡ ҡаҡҡан кеүек инем, торор әле тигәйнем...
Бына хәҙер нисек итеп ағайҙарҙың күҙенә күренергә. Кешегә барып йоҡлар инем, бөтә әхирәттәрем клубта. Индем дә алдағы өйҙөң шаршау артына сумдым. Башымды мендәргә ҡапланым да иларға тотондом. Клубта әле һаман минән көлөп ултыраларҙыр, ҡысҡырып-ҡысҡырып көләләрҙер һымаҡ. Бөгөнгөһө ярай ҙа, әле ҡараңғы, ә иртәгеһенә нисек күҙҙәренә ҡарайым?! Тәгәрәп китерлек эш бит!
Мин көнө буйына күҙ йәшереп, ҡасып йөрөнөм. Әмәлгә ҡалғандай, һуң ҡайтҡас, бик оҙаҡ йоҡланылар. Мин эш табып икенсе тирәлә йөрөнөм. Үҙем ҡурҡам, Биктимер ағай ҡайтып китмәһә ярар ине, тим. Ә уларҙың быға иҫе китмәгән икән, ағайым тура килгәс, нисәнсе размер кейәһең, тип кенә һораны, ахырыһы, уҡыуына киткәс, алып ебәрергә уйланы. Ә Биктимер ағай бер ни өндәшмәне, матур ғына итеп йылмайҙы ла ҡуйҙы. Бала итеп ҡарайҙар инде һаман, ярар, ҡараһындар, хатта шулай яҡшыраҡ. Ә кеше йылмайған сағында шундай матур була! Бигерәк тә Биктимер ағай кеүектәр. Ниңә генә һәр саҡ йылмайып йөрөмәй икән әҙәм балалары! Ә был юлы Биктимер ағай тик минең өсөн йылмайғайны. Шуғамылыр ошо ҡиәфәте ғүмерем буйына күҙ алдымда торҙо.
Иртәгеһенә Биктимер ағай ауылдарына ҡайтып китте. Тағы бер көндән үҙемдең ағайымды оҙаттыҡ. Бөтә был байрамдар, шатлыҡтар ҡурсаҡ уйыны һымаҡ ҡына булған икән дә, бына ҡапыл бары ла юҡҡа сыҡты: әллә ҡайҙан балҡып ултырған һалам башлы өйөбөҙ илап, ялт итен ултырған, ауыл – ауыл ғынамы, бөтә донъя – етемһерәп торҙо ла ҡалды. Ҡояштың да нуры юҡ, булһа ла йылы түгел. Ят та ила! Иланым да мин. Үҙемсә ағайымды һағынып илайым, йәнәһе, ә асылда Биктимер ағайҙы юҡһыныуҙан илап инем.
Юҡ, мин ғашиҡ булманым уға. Биктимер ағай минән ҙур, хатта дүрт-биш йәшкә ҙур. (Бәләкәй саҡта бер йәш кенә айырмаһы ла ҙур күренә.) Уҡымышлы, аҡыллы кеше, ә мин балсыҡ баҫып йөрөгән ауыл ҡыҙы. Шундайға ғашиҡ булып буламы инде! Мин бит уны шундай уҡымышлы, матур, ағайымдың яҡын дуҫы, хатта хәрби кеше булғаны өсөн генә яраттым. Гел генә көлөп торған йәшкелт күҙҙәре, әҙерәк һарғылт сәстәре, матур кейеме өсөн яраттым.
Хәҙер мин ни эшләргә тейеш?! Ауылда йәм дә, ҡот та ҡалманы. Бер ерҙә лә урын таба алмайым. Беләм, аҙна аҙағында ул да китәсәк. Ә минең тағы бер күргем, аҙ ғына булһа ла һөйләшеп алғым килә. Хәҙер күрмәһәм, башҡаса бөтөнләй күрә алмауым бар!.. Киләһе йылға беҙгә әллә килә, әллә юҡ. Киләһе йылға тиклем дә нисек түҙмәк кәрәк!
Кеше бындай ваҡытта тәүәккәл, хатта дыуамал була. Төнө буйына уйланып яттым да иртәгеһенә сыҡтым да киттем Төкөнгә. Хатта әсәйемә әйтеп тә торманым. Бығаса бер ҙә иҫ китмәгән был бәләкәй генә ауыл хәҙер иң матур шәһәр һымаҡ күренә.
Һылтауын да таптым: Төкөндә әхирәт ҡыҙым бар, етенсе класҡа тиклем бергә уҡығайныҡ. Ул етенсене, мин һигеҙенсене бөтөргәс, ташланыҡ уҡыуҙы. Ул саҡ шулай ине инде, ташлаһаң, көсләп йөрөүсе юҡ. Бер заман Салауат ҡалаһына барып, операторлыҡҡа уҡырға инәбеҙ, тип хыялландыҡ. Үҙебеҙ оператор тигәндәренең ни икәнен дә белмәйбеҙ, кино төшөрөүсе кеше булалыр, тип уйлайбыҙ. Кинола «Мәрйәм» тигән исемең килеп сыҡһа, хәтәр бит инде! Ауылда клубта иҫтәре китеп ултырасаҡтар. Бына әле, имеш, Төкөнгә шул турала һөйләшергә бара ятам.
Үҙем барам, үҙем әллә ниндәй хыялдарҙа йөҙәм. Имештер, ауылға килеп инеүем менән Биктимер ағай мине тап итә лә үҙҙәренә ҡунаҡҡа саҡыра. Мин бармай инәлтәм. Шунан ҡапҡа төптәрендә һөйләшеп ултырабыҙ. Кисен клубтарына уйынға барабыҙ. Ул мине һәйбәтләп яңы тансаларға өйрәтә.
Шундай хыялдарға сумып килә торғас, еткәнемде лә һиҙмәй ҡалғанмын. Ун биш саҡрым ара бит әле.
Осраттым мин Биктимер ағайҙы. Бер оло кеше менән йәш бесән өҫтөнә ултырып ҡайтып киләләр. Танымай ҙа торам, бөтөнләй оҡшамаған да: матур погонлы мундирҙары юҡ, зәңгәр төҫтәге спорт кейеме кейеп, еңен һыҙғанған, башы яланғас – бер ауыл егетенә әйләнгән дә ҡуйған.
Биктимер ағай мине таныманы, үтте лә китте. Күрәһең, шундай ҡарап торғанмындыр, ҡапыл дилбегәне тартып, атын туҡтатты:
– Мәрйәм һылыу, һинме ни? Ағайың киттеме? – Әйткән һүҙе бар шул булды. Шунан күңеле булһын тигәндәй, кемгә килдең, тип һораны. Әхирәтемдең исемен әйткәс, «ярар, молодец» тине лә дилбегәһен ҡаҡты. Мин быға үпкәләмәнем, хәтерем генә ҡалды. Бөтәһен дә аҙаҡ аңланым, ул бит мине һаман да шул балаға иҫәпләгән, бала күреп һөйләшкән. Хәйер, шунан артыҡ нимә әйтһен инде.
Әхирәтем ейҙә юҡ ине, бесәндәләр, тинеләр. Уны көткөм дә, күргем дә килмәне, кире әйләнеп ҡайттым да киттем. Ярар, исмаһам, күңелем баҫылды бер аҙ. Барыбер күрҙем үҙен!
Көҙгә беҙ Салауатҡа шул оператор тигәндәренә уҡырға киттек. Төкөндәге әхирәтем менән түгел, Сәрүәр менән. Ә оператор тигәне бер ниндәй ҙә кино төшөрөүсе түгел, тирә- яҡҡа ут сәсеп, һаҫыҡ еҫтәр сығарып ултырған заводтың эшсеһе генә була икән. Нишләйһең, шуныһы ла яраған беҙгә, ни тиһәң дә ҡала ере бит әле.
Уҡырға алдылар, ятаҡтан урын бирҙеләр, кейендерәсәктәр, хатта бер аҙ аҡса ла түләйҙәр икән. Шунап артыҡ ни кәрәк. Беҙҙең кеүектәр өсөн был ҙур мәртәбә инде. Бер-ике ай үттеме-юҡмы, ҡала тормошона өйрәнә лә башланыҡ. Төҫ-башыбыҙ ғына түгел, һөйләшеү, ҡыланыштарыбыҙ ҙа икенсе. Шуларҙы күрһәтергә тип, аҙна һайын ауылға ҡайтып йөрөйбөҙ.
Ҡалала күңелле, кеше күп, бөтәһе лә тиерлек йәштәр. Хәҙер Биктимер ағайға булған уй, тойғоларым һүрелә лә башлаған кеүек. Бары бер генә күрҙем дә инде мин уны. Ул саҡ балараҡ та булғанмындыр, ә хәҙер ҡала ҡыҙымын, донъя күргән кешемен. Бер йыл үтеп тә китте, тағы бер йылдан заводҡа практикаға йөрөй башлаясаҡбыҙ.
...Йәй көнө ине. Ғәҙәттәгесә ялға ҡайттым. Әсәйемде ҡапыл ҡыуандырайым тип, урамдан үтмәнем, арттан ғына килеп индем. Индем дә ауыҙымды астым да ҡалдым – түрҙә өҫтәл янында Биктимер ағай ултыра! Теге ваҡытта ҡайһы ерҙә, ниндәй ҡиәфәттә ултырһа, шул килеш. Урынынан ҡуҙғалмаған да тиерһең.
Өсөбөҙ ҙә аптырашта ҡалдыҡ. Мин иҫәнләшмәнем дә шикелле. Әсәйем өлтөрәп төштө:
– Бына ҡыҙым ҡайтты! Күреш Биктимер ағайың менән. Отпускаға ҡайтҡан да хәл белергә ингән. Ағайың ғына ҡайта алманы шул быйыл.
Биктимер ағай ҙа миңә аптыраған кеүегерәк ҡарай ине. Урынынан тороп ололап күреште, матур итеп йылмайҙы, текләп ҡарап торҙо. Мин бөтәһен дә һиҙә инем, эреләнеберәк тә киттем: был һиңә балсыҡ баҫып йөрөгән ҡыҙ түгел инде.
Ул да бөтөнләй икенсе: әллә ағайым булмағанға, әллә ваҡыт үткәнгә, нисектер етдиләнгән кеүек, теге ваҡыттағы кеүек уйынсалап, мәрәкәләп бармай, минең менән өлкәндәрсә һөйләшә. Хәлемде, уҡыуымды һорашты.
Бер аҙ ултырғас, әсәйем, һыуһап ҡайтҡанһыңдыр тип, уталасыҡҡа сығып китте. Беҙ икәү генә ҡалдыҡ. Бына осрашыу! Әллә нишләнем дә киттем. Биктимер ағайҙы бер ҡасан да күрә алмам, тип уйлан инем, бына ул теп-тере килеш алдымда ултыра. Шундай уҡ ҡиәфәттә, шундай уҡ матур йылмайып ултыра.
Биктимер ағай минең ҡайҙа, кемлеккә уҡыуымды, ҡасан бөтөрәсегемде һорашты. Үҙенең дә бер йылдан училищены тамамлап хеҙмәткә китәсәге тураһында әйтте:
Служба башлана... – тине. Нисектер бер мәғәнә менән әйтте, мәғәнә менән ҡараны. Үҙем дә әллә нимәһенә тертләп кенә ултырам, хәс тә көтөлмәгән хәбәр әйтеп ҡуйыр һымаҡ.
Шулай һөйләшә торғас, ул ҡапыл ғына:
– Кейәүгә сыҡмайһыңмы әле? – тип ҡуйҙы. Мәрәкәләгән кеүек кенә әйтте, ә мин ҡыҙарындым да киттем.
– Кит әле!..
– Ҙурайғанһың бит инде. Киләһе йыл ун туғыҙың тула түгелме? – Үҙе һаман мәғәнәле йылмая.
– Тулһа ни... – Мин аптырап ҡалдым, йәшемде кемдән, әсәйемдән һораштымы икән? Ә ниңә киләһе йыл?
– Егеттәр артыңдан ҡалмайҙыр әле унда? Һинең кеүек матур ҡыҙҙарҙы...
– Китегеҙ әле, оялтмағыҙ. Ундайға минең ваҡытым юҡ.
– Нишләйһең һуң ваҡыт булмайынса?
– Уҡыйым, киноға барам.
– Киноға шул егеттәр менән баралар инде?
– Беҙ ҡыҙҙар менән йөрөйбөҙ.
– Әсәйем сәй алып инде. Мин юлда йыйып алын ҡайтҡан еләгемде ҡуйҙым. Ағай бик яратты, быйыл еләк шәп тиҙәр, сығып ашай ҙа алған юҡ, тип һөйләнде. Әсәйем эләктереп алды!
– Еләк шәп быйыл, зерә лә шәп! Ашап ҡал, китһәң, һағынырһың. Йөрөгән ереңдә юҡтыр әле еләк.
Биктимер ағай көлдө:
– Юҡ. Булһа ла ашарға ваҡыт юҡ. Бына Мәрйәм һылыу еләккә алып сыҡһа инде?..
– Эйе шул, ялан күреп ҡайтырһың. Ҡыҙымдың үҙенең дә сыға алғаны юҡ әле.
– Мин өс көндән китәм, сығып әйләнгәндә бик килешер ине. Тик Мәрйәм һылыу юлдан бик арығандыр инде?
– Арыманым да ул... – Әллә нимәһенә шулай тинем дә ҡуйҙым. Үҙем тағы ҡыҙарынып киттем. Әсәйемә ҡараным.
Бынау яҡынға, ҡаршылағы ҡайын төбөнә алып барһаң да ярар. Түшәлеп ята, тиҙәр. Кеше бит шәберәген әҙләп әллә ҡайҙа китә. – Әсәйем шулайтып фатихаһын да барҙе. Бәй, ағайымдың иптәшен еләккә алып сығыуҙан ни ғәйеп. Бынау ҡаршыла ғына ла, тәҙрәнән күренеп тора. Мин бала-саға түгел.
Ырғып тороп киттек тә барҙыҡ. Ярай сыҡҡанмын әле, бына ошо көн ғүмеремдәге иң матур, иң һағындырған, мөхәббәттең ни икәнен төшөндөргән бәхетле сәғәттәр булды. Әлбиттә, быларҙың бөтәһен дә мин аҙаҡ, Биктимер ағай киткәс кенә, аңланым. Мөхәббәттең ни икәнен, Биктимер ағайҙы ҡайһылай ныҡ ярата икәнемде белдем.
Ә еләк ысынлап та шәп ине. Бындай йыл һирәк була. Беҙ Биктимер ағай менән балалар шикелле ҡыланабыҙ, йөрөйбөҙ-йөрөйбөҙ ҙә икебеҙ ике яҡҡа сығып китәбеҙ. Шунан бер-беребеҙҙе саҡырырға тотонабыҙ: «Кил бында, ҡыҙыл сәкмән шикелле түшәлеп ята!» Шунан иң эреһен өҙөп алғас: «Ауыҙыңды ас, күҙеңде йом!» – тип, бер-беребеҙгә еләктәр ҡаптырышабыҙ. Бала-саға инде бер ҡараһаң! Хәйер, ул саҡ миңә ун һигеҙ тирәһе, ағайға егерме ике йәш булғaн.
Мин йәшереп кенә иң эре еләктәрҙән ҙур тәлгәш йыйҙым. Йыйҙым да Биктимер ағайға бирҙем. Эй, ҡыуанғанын күрһәгеҙ! Башта һоҡланып ҡарап торҙо, шунан еҫкәп алды, ҡайҙа ҡуйырға белмәй аптырай. Ни тип ҡыуаналыр инде, үҙе лә еләк өҫтөндә йөрөй ҙә баһа! Еләктән бигерәк минең бүләк итеүемә ҡыуанды шикелле. «Эх, еҫе!» – тип тағы еҫкәп алды ла береһен өҙөп ҡабырға итте. Шунан тыйылды:
– Юҡ, мин был тәлгәште үҙем менән алып китәм, иптәштәремә ашатам! Бер матур башҡорт ҡыҙының бүләге тип әйтәсәкмен! Киптерһәң, боҙолмай ул! – Шулай һөйләнде. – Юҡ, ашатмайым, карауатым башына элеп ҡуям. Бөгөнгө көндө, ошо ҡайын төбөн, һине иҫкә төшөрөп торор. – Шулай тине лә миңә текәлде. Ҡараған да тора. Ә йәшкелт күҙҙәре яна, баҙлап яна. Ул ошо ҡиәфәттә ҡарап торҙо-торҙо ла ҡапыл миңә ынтылды. Иҫемде лә йыя алмай ҡалдым, ҡыҫты ла ҡосаҡланы. Ҡосаҡланы ла үпте. Быныһын инде хәтерләмәйем. Аҙаҡ ҡына аңыма килдем: үҙем дә ҡосаҡлағанмын, үҙем дә үбәм икән... Ғүмеремдә беренсе тапҡыр ҡосаҡлашыуым, беренсе тапҡыр үбешеүем... Иҫергәнмен.
Аңыма килдем!.. Ҡулымды ысҡындырып ситкә йүгергәс кенә килдем аңыма. Нишләнем?! Нишләйем хәҙер?! Нисек күренәм мин уның күҙенә?! Әсәйем күҙенә нисек күренәйем?! Ағайымдың иптәше менән үбешеп торсо!
* * *
...Биктимер ағай миңә бөтәһе алты хат яҙҙы. Мин дә алты рәт яуап бирҙем. Етенсеһен инде аптырағас яҙҙым. Ҡыҫҡаһы, алтышар хат яҙыштыҡ та шунан өҙөлдө, башҡаса бер ни килмәне. Хаты ла, хәбәре лә...
Хат көтөүҙең ҡайһылай ауыр икәнен беләһегеҙҙер инде. Бигерәк тә минең йәштәге, минең хәлдәге ҡыҙҙарға! Ниҙәр генә уйлап бөткәнемде аңлайһығыҙҙыр, уларын һөйләп тораһы түгел. Шулай инде, ул офицер, командир кеше нишләп бер буласаҡ оператор менән бәйләнеп торһон! Бөткәнме ни уға һары бөҙрә сәсле, уҡымышлы, культурный мәрйә ҡыҙҙары! Ә мин ахмаҡ, бер ҡатлы, иҫәр... Кемлегемде белмәйенсә, күктәге бөркөткә өмөт итеп йөрөйөм...
Биктимер ағайҙың һуңғы хатын май башында алдым. Көттөм-көттөм дә, ғорурлығымды еңеп булһа ла, тағы берҙе яҙҙым. Яуап булманы. Эй, хоҙайым, ниҙәр генә яҙышмай инек бит! Күҙгә-күҙ ҡарап торғанда улай асыҡ һөйләшеп булмай, оят, ә хат аша еңел. Шулай ине... Бына килеп ҡапыл бөтәһе лә өҙөлдө, емерелде. Илап та бөттөм, төңөлөргә лә тырышып ҡараным... Юҡ шул, арабыҙҙы бигерәк нығытҡайныҡ.
Июнь уртаһында инеме, һабантуйға барҙыҡ. Ҡаланан егеттәр мотоциклға ултыртып алып барҙылар. Сәрүәр тапҡан, ул һөйләшкән. Ҡыҙыҡ та инде, киттем дә барҙым, әҙерәк күңелем баҫылыр, тинем.
Кешеләр, һабантуй бик күңелле, ҡыҙыҡ булды, тине, шулайҙыр, ул заман һабантуйҙар танһыҡлатып һирәк кенә үтә торғайны. Күңелле булһа булғандыр, ят кешеләр араһында бер йәм тапманым, әллә нимәһенә күңелем болоҡһоно, ҡайтҡым килде, йөрәгем ярһыны. Килгәс, өндәшмәй түҙеп йөрөнөм инде. Был кис ауылда ҡунып, иртәгеһен генә ҡайттыҡ Салауатҡа.
Йөрәктәремдең ярһыуы, ашҡыныуы юҡҡа булмаған икән шул! Ҡайтһам, вахтер апай күҙҙәрен таштырып тора: «Һине кисә бер офицер эҙләне. Эй өҙгөләнде инде. Өфөнән такси менән килгән. Хатта артыңдан китергә лә уйлағайны, ҡайһы ауыл икәнен белмәне», – ти.
Иҫһеҙ булдым да ҡуйҙым. Шул Биктимер ағай инде! Үҙ ағайым улайтып йөрөмәҫ инде. Йүгертеп фотоһын килтерҙем. «Бына ошо офицер инде!» – ти. Мин иланым да ебәрҙем. Индем дә ишекте бикләп карауатыма ауҙым. Ҡуй, ул ваҡыт кисергәндәрҙе әле һаман иҫкә алғы килмәй.
Аҙаҡ ҡына белдем, бөтәһен дә шул ҡара йөрәк Сәрүәр эшләгән икән. Килгән хаттарҙы ла ул йәшереп торған, телеграмма ебәргән икән, уныһын да йыйған. Почтальондар бит хат-хәбәрҙе шунда ишек төбөндәге өҫтәлгә ташлай ҙа китә. Ә Сәрүәр, ҡарауыллап тороп, йә икенсе әхирәтенә ҡушып, йәшереп тик торған. Ә Биктимер ағай киләһе көндө мине юрамал һабантуйға алып киткән. Эй, мин, бахыр, бер ҡатлы!..
Биктимер ағай поезда Себер яғына үтеп барышлай Өфөлә бер көнгә генә туҡталып киткән икән. Такси алған да Салауатҡа килгән. Ә мин һабантуйҙа йөрөп ятам. Егеттәр менән мотоциклға ултырып китте, тигәндәр. Нимә уйламаҫҡа мөмкин! Эй, йөрәгемдең ярһыуы шул көндө! Ниҙер һиҙгәндер инде.
Бар мөхәббәтем, бар йәшлегем бына шул. Беҙ бүтәнсә осраша, ҡайҙа осрашыу, хәбәрләшә, хатта хәлдәребеҙҙе белешә лә алманыҡ. Бер аҙ хеҙмәт иткәндән һуң, уны Германияға ебәргәндәр, шунан тағы әллә ҡайҙарға. Хәрби, офицер кеше бит инде. Ҡыҫҡаһы, Биктимер ағай бер матур төшкә әйләнде лә ҡалды.
Йәш саҡта мине һылыу ҡыҙ тип йөрөткән булалар иле. Бәлки, шуға торғанмындыр ҙа, башҡорт ҡыҙы ни ҡалын ҡара сәсле, түңәрәк йөҙлө, кәүҙәгә лә буйсан ғына инем. Ҡайһылай ғына тиһәң дә, артымдан йөрөүселәр күп ине, тик береһенә лә күңелем тартманы. Биктимер ағайҙы осратмаһам, бәлки, шуларҙың берәйһен яратып китер, тормош та ҡороп ебәрер, һин дә мин йәшәп алып китер инек. Донъя ҡыҙыҡ бит инде. Ә хәҙер юҡ. Сағыштырып ҡарайым да, ҡайҙа инде ул егеттәр минең офицерым янында! Төҫ-баштары ғына түгел, ҡылыҡтары, һөйләшеүҙәре башҡаса, тупаҫ, түбән...
Егеттәрҙең береһен дә яҡын юлатмайым, бөтәһе лә буш кеше булып күренде. Береһе, ярар, һайланған – һаҙға, осраған – таҙға, үкенерһең әле бер заман тип, ҡарғап китте, һүҙе дөрөҫкә килде, кейәүгә утыҙға етәрәк кенә сыҡтым. Ултырып ҡалмаҫ өсөн генә сыҡтым, тиһәң дә була. Яратманым, хатта туй көнөндә ҡасып китергә лә уйланым, тотоп ҡалдылар. Ирем буласаҡ кешегә белдермәнеләр генә.
Ә ул йөрөй әллә кем булып, йәнәһе лә, һүҙен һүҙ итте, яратҡан ҡыҙын алды. Күрше ауылдыҡы ине, йәш саҡтан уҡ артымдан ҡалмай аптыратты. Ни тиклем ҡарыштым, ҡасып йөрөп ҡараным, барыбер сығырға тура килде шуға.
Эсергә ярата ине, өйләнешкәс тә ташламаны. Ул заман эсеүселәр хәҙерге кеүек күп түгел, әллә нисә ауылға берәү тура килә ине, береһе миңә эләкте.
Биш-алты йыл ғына тороп ҡалдык, шунан бәхет эҙләп ситкә сығып китте. Китте лә ҡайтманы, һыуға төшкән кеүек юҡ булды. Мин ни, йәтеш ҡотолдом, тинем дә ҡуйҙым. Бер улым, бер ҡыҙым бар, балаларым аҡыллы, уңған булып сыҡты – донъялағы бар ҡыуанысым шул.
Бергә үҫкән әхирәтемдең миңә ҡылған «изгелеге» бына шул. Кем белә инде, бәлки, өйләнешһәк тә әллә нисек торор инек. Тороуын тороп китер инек, һәр хәлдә, беҙ бәхетле йәшәр инек һымаҡ: балалар үҫтерербеҙ, бик матур кейемдәр кейендереп ауылға ҡунаҡҡа ҡайтып йөрөрбөҙ, теге ваҡыт еләк йыйған ҡайын төбөнә барырбыҙ... Эй, ул хыялдар!..
Сәрүәр менән әле лә осрашҡылайбыҙ. Ул да Салауатта йәшәй. Нисек тораларҙыр, аралашҡан юҡ. әллә ни насар ҙа, артыҡ иҫ китерлек тә йәшәмәйҙәр, шикелле, улары миңә кәрәк тә түгел, осрашҡанда һалҡын ғына иҫәнләшәбеҙ ҙә китәбеҙ. Мөмкин булһа инде, күрмәмешкә һалышабыҙ. Үҙе ҡылған эштәрҙе белә бит инде, күңелеңде өйкәп торған ҡара ташты ҡәбереңә тиклем йөрөтһәң, шул еткән, тим дә ҡуям.
Бына шулай үтте ғүмер. Хәҙер килеп утыҙ өс йылдан һуң, күрәйем әле шул Биктимер ағайҙы, тип китеп барған булам.
* * *
– Нимә, әллә кире уйланығыҙмы?! – Әллә кем мыҫҡыллы ғына ҡысҡырып арҡама төрттө. Баҡтиһәң, вагондағы кешеләргә сығырға ҡамасаулап торам икән. Аптыраштан шулар ыңғайына төштөм дә киттем.
Тышта яҡтырған, таңғы һауа саф. Электр менән таң яҡтыһында кешеләр тегеләй-былай йүгерешә: береһен ҡаршы алалар, икенсеһен оҙаталар тигәндәй. Сәйер булып китте, кешеләр шулай, тик мин генә әллә ниндәй эш менән йөрөп ятам. Бер әбей свиданиеға китеп бара, имеш...
Ҡыҙыҡ, килдеме икән Биктимер ағай? Килһә, танырбыҙмы бер-беребеҙҙе? Юҡтыр, килмәгәндер. Хатта донъяла барлығына ла ышанмайын, ул минең өсөн бер хыял ғына ла инде!.. Аңлайһығыҙҙыр минең хәлде, утыҙ өс йыл бит. Күрге лә килә, үҙем, килмәһә генә ярар ине, тим. Бөтәһенән дә рәхәт кенә ҡотолор ҙа ҡуйыр инем.
Һиҙҙермәҫкә тырышып ҡына тирә-яҡҡа ҡаранам. Хаты, телеграммаһы килгәс, ул донъяла барҙыр, ошонда йәшәп яталыр бит инде!
Аһ, ана берәү йылмайып был яҡҡа атлай. Шул ғына булып ҡуймаһын! Юҡ, ул түгелдер, миңә бит ялтырап торған погонлы, йәшел мундирлы, күк салбарлы, матур фуражкалы офицер кәрәк. Шундайҙы әҙләйем, һуңғы тапҡыр ни рәүештә күрһәм, шундайҙы. Ә башҡаһы кәрәкмәй.
Ә теге әҙәм һаман килә, үҙе йылмая. Бына...
– Һаумы, Мәрйәм! Таныным бит! Мәрйәм, был һеҙме?
– Эйе, мин... Һаумыһығыҙ... – Әйттем дә өнһөҙ ҡалдым. Нисек өндәшкәнемде лә белмәйем инде. Ҡаршымда бер кеше тора: йөҙөн сирыш баҫҡан, яурындары төшкән, үҙе ҡураныс ҡына. Өҫтөнә еңелсә күлдәк, башына һалам эшләпә кейгән булған. Әллә тештәре лә ҡуйыулы инде? Йо хоҙай, мин дә шулай ҡартайҙыммы икән?
Ә теге бер ни һиҙҙермәй, һаман йылмая. Кеше үҙен белмәй бит инде.
– Шунан, Мәрйәм, нисек килеп еттең?
– Арыу.
– Ярай, бик һәйбәт. Килеүеңә рәхмәт, бик көттөм.
– һы...
Бер аҙ ни әйтергә лә, ни эшләргә лә белмәйенсә торҙоҡ. Ҡарашҡанбыҙ ҙа торабыҙ. Мин оялам, үҙемде ғәйепле һанайым, ә ул күҙен алмай. Текләп ҡарай, һынар, тикшерер өсөн түгел, былай, ҡыҙыҡһынып ҡарай, шикелле.
– Ярай, һәйбәт булған! Әйҙә, машина көтә... – Ул ҡулымдағы төйөнсәгемде алырға итте.
– Эй, ҡуйсы әле!..
– Бәй, шулай булалыр шул... – Ул башҡортса ауырыраҡ һөйләшкән һымаҡ ине, был һүҙен беҙҙең яҡтағыса әйтеп ҡуйҙы. Күңелгә рәхәт булып ҡалды, элеккеләр күҙ алдына килде. Артыҡ үҙгәрмәгән икән дә...
Йомшаҡ ҡына итеп беләгемә ҡағылды. Нишләйһең инде, киттем дә барҙым. Машина көтә тигәс, шоферы барҙыр, үҙе бер начальниктыр, тигәйнем, бер яҡтан ишеген асып индерҙе лә руль артына үҙе ултырҙы. Машинаһы ла бар икән, офицер булғас, бик бай кешелер.
Эй, аяҡ тартмай бит йортона керергә, эй тартмай! Көнө буйына ошонда һөйләшеп торорға риза, тик эскә генә саҡырмаһын ине.
Ул йәнә беләгемә ҡағылды:
– Рәхим ит, Мәрйәм!..
Нишләйһең, эскә лә керҙем. Керҙем дә ишек төбөнә баҫтым, йомошҡа килгән ҡыҙ һымаҡ. Квартираһы бик ҙур, матур, бөхтә йыйыштырылған күренә. Ир кеше лә шулай торамы икән ни? Әллә берәй ҡатын тотамы икән?
Залына индек. Мин, бисә кеше, һаман донъяһына күҙ һалам. Квартиры өс бүлмәле, ахырыһы. Мебелдәре затлынан, тик импорт тигәндәренән генә. Матурлығын матур ҙа, әммә бөтәһе лә шундай ят: ҡаралтылар ғына түгел, үҙе лә. Тышта, инмәҫ борон икенсе ине, хәҙер ятайҙы ла ҡуйҙысы. Үҙемде һаман әрләйем: нимә етмәне һиңә, ҡарт ишәк! Бына тигән донъяң бар, шунда ғына ятмайынса!
Табын да әҙерләп ҡуйған икән. Өҫтәлдә төрлө ашамлыҡ, эсемлектәр. Был матур алма, әфлисундарын ҡайҙан алды икән? Миңә сисенергә ярҙам итте, кейемдәремде элеп ҡуйҙы, йыуыныр өсөн ваннаһы күрһәтте. Ә миңә шуларҙан ҡыйын, бындайға өйрәнеү түгел, күргәнем дә юҡ.
Йыуынып алып, арлы-бирле иткәс, донъяһын күрһәтеп сыҡты. Әллә ни арала сәйен дә ҡайнатып өлгөргән. Мөләйем йылмайып миңә ҡараны:
– Йә, Мәрйәм, килеүең менән! Әйҙә ултыр! Нимә, шампанский эсәһеңме, коньякмы?
– Сәй... – тинем мин.
– Ярар, сәй икән сәй! – Биктимер ағай кинәнес менән сәй яһарға тотондо. Әллә минең килеүгә, әллә былай, бик ҡәнәғәт, хатта шат ҡылана. Ҡулдары килешеп тора бит әле! Үҙе өйрәндеме, әллә өйрәттеләрме икән? Башҡорт ирҙәренән бындайҙы күргән юҡ, тиһәң дә була.
– Әллә кофе эсәбеҙме?
– Юҡ, сәй... – Минең ысынлап та сәй эскем килә ине.
– Бәлки, сәй алдынан берәй рюмка?..
Мин башымды ғына ҡаҡтым.
– Мәрйәм, тартынма, үҙ өйөңдәге кеүек бул.
Терт итеп ҡалдым: ниңә улай әйтә әле, былай ҙа өркөп кенә торған кешегә. Шуға ла иғтибар иттем: элек ул миңә гел «Мәрйәм һылыу» тип өндәшә ине, хәҙер «Мәрйәм» генә, ти. Бының да бер ғилләһе барҙыр.
Үҙенә һаман ныҡлап ҡарағаным юҡ, тартындыра. Урлап ҡына күҙ һалғылап алам. Бер аҙ күҙ өйрәнә башлаған һымаҡ булды ла, барыбер ят шул. Иң элек ҡиәфәте ят. Йөҙө ныҡ үҙгәргән, шырыштары күп, элекке күпереп торған сәстәре бик һирәгәйгән. Уныһын матурлап тараған да, шул тараҡ эҙҙәрнән ҡыҙғылт түбәһе күренә. Алтын тештәре лә байтаҡ. Кеше үҙгәрһә лә үҙгәрә икән? Хатта әллә эсәме икән, тип тә ҡуйҙым. Юҡтыр, оҡшамаған, бик тәртипле күренә. Шулай уйланып ултырҙым да: «Ярар, үҙеңде бел, ана, көҙгөгә ҡара...» – тип ҡуйҙым эстән генә.
Cәй эсеп бөткәс, өҫтәлде йыйыштырын ҡуйырға иткәйнем дә, тыйҙы:
– Юҡ-юҡ, беҙ ҡунаҡтан эш эшләтмәйбеҙ!
– Мин ниндәй ҡунаҡ булайым?
– Ҡунаҡ булмайса! Ищу ниндәй ҙә ҡунаҡ! Ҡара әле, Мәрйәм, әйҙә шулай килешәйек: мин хәҙер эшкә барып киләм, оперативно ғына хәл итәһе вопростар... ну бурыстар бар. Ғәфү ит инде, шулай килеп сыҡты. Барам да ҡайтам, төшкә ҡайтам инде кәм тигәндә. Ә һиңә шул тиклем марш-бросок яһап килгәндән һуң – привал! Теләһәң, ваннаға инеп сыҡ, теләһәң, хәҙер үк ятып йоҡла. Тик расположениенан сығып китмә, аҙашырһың. Ана телевизор, бынауында китаптар... Ҡыҫҡаһы, ни теләйһең, шуны эшлә, саҡ ҡына ла тартынма, үҙ өйөңдәге кеүек тот! Мин бөтәһен дә оперативно эшләргә тырышырмын. – Ул йылмайып ҡараны ла сығып китте. Тышҡа сыҡҡас, тәҙрәгә ҡул болғаны.
Уф, яңғыҙым ҡалғас, иркен тын алып ҡуйғандай иттем. Ҡайҙан ғына килеп ҡаптым! Етмәһә, тота ла үҙ өйөңдәге кеүек тот, ти. Ишетеүе еңел тип уйлаймы икән? Миңә ярарға тырышалыр ҙа инде... Үҙе лә, һөйләшеүе лә ятлашҡан, байтаҡ ваҡыт, ҡайҙа, тотош ғүмер үтелгән бит инде.
Йоҡлау, телевизор ҡарау түгел, урынымдан да ҡуҙғалманым. Ҡуҙғалыуым булыр, шаршау артынан мәрйә бисәһе килеп сығыр ҙа: «Нишләп йөрөйһөң беҙҙең өйҙә?! Кеше иренә, кеше донъяһына хужа булырға килдеңме, битһеҙ?!» – тип ҡысҡырып ебәрер һымаҡ. Йә Хоҙай, үҙең бир ярҙамыңды! Бик күҙем йомола башлағас, ултырған еремдән диван ситенә башымды ҡуйып аҙ ғына серем итеп алдым. Шул арала әллә ниндәй төштәр күреп бөттөм. Төрмәләге кешеләр нисек көн үткәрә икән, Хоҙайым!
Ишек ҡыңғырауы шалтырауға, урынымдан ырғып торҙом, хәс тә сығып ҡасырға ынтылған кеше! Биктимер ағай мине күреү менән ҡурҡып киткәндәй булды, хафаланып:
– Әллә шул көйө тик ултырҙыңмы? – тине.
– Ултырҙым...
– Сәй ҙә эсмәнеңме? – Биктимер ағай ысынлап та ҡаушап төштө. – Һы... Шәп килеп сыҡманы... Телефондан шылтыратып ҡарағайным, алманың, ахырыһы?
– Шылтырағайны шул...
– Мин инде йоҡлайҙыр тип, башҡаса шылтыратып торманым. Да, шәп килем сыҡманы. Ярар, беҙ хәҙер реванш алырбыҙ. Күреп торам, һиңә әле ҡыйын. Тик беләһеңме, был яңы обстановкаға ҡарап ҡына шулай, өйрәнмәгәнгә! Хәҙер беҙ икәүләп мәжлес ҡорабыҙ! Моғайын, ҡамыр баҫа беләһеңдер, билмән бешерәйек. Шул тиклем билмән ашағы килә! Бөтәһен дә булдыра алам, тик ҡамыр ғына баҫа алмайым. Бер ваҡыт йәймә йәйеп тә ҡарағайным, йәймәм, түңәрәк түгел, Африка картаһы һымаҡ килеп сыҡты! – Биктимер ағай көлөп ебәрҙе. Уның кәйефе миңә лә күсте бер аҙ.
– Әйҙә! – тинем, бер эш табылғас, был ҡыуаныс ҡына.
– Теләһәң, бер яҡын иптәшемде саҡырам!
– Юҡ!
– Дөрөҫ! Әйҙә, икәү генә ултырайыҡ, һөйләшәйек, үткәндәрҙе иҫкә төшөрәйек! Дөрөҫ әйтәм бит? Ә хәҙергә сәйҙе яңыртып алайым, әсәйем, самауыр яңыртайыҡ, ти торғайны. Бына һине күргәс, ауыл һүҙҙәре лә иҫкә төшә башланы.
Беҙ сәй генә эсеп алдыҡ та эшкә тотоноп киттек. Мин ҡамыр баҫам, ул ит әйләндерә, үҙ-ара һөйләшә-һөйләшә мәж киләбеҙ. Күңел дә күтәрелеп китте, Биктимер ағайға өйрәнә лә башлаған һымаҡмын. Әллә ни үҙгәрмәгән дә шикелле. Ул тиклеме генә булыр инде. Йылмайыуҙары һаман элеккесә, тауышы ла шул, тик бынау алтын тештәре генә әллә нисегерәк. Ә үҙ тештәре ҡайһылай матур, тип-тигеҙ инеләр...
Кәйефтәр ваҡытлыса. Шулап йөрөйөм-йөрөйөм дә, йөрәкте әллә нәмә умырып тота ла ала. Кеше донъяһында йөрөп ятам бит, оятһыҙ. Шунан, шөбһәләнеп кенә Биктимер ағайға ҡарап алам. Ә ул ошолай тейеш һымаҡ күрептер, донъяһын онотоп, һөйләнә-һөйләнә эше менән мәшғүл. Осрашыу уға бер оло кинәнес, шатлыҡ ине, шикелле. Хатта үҙен йәлләп тә ҡуям...
Ниһәйәт, аш-һыу әҙерләнек. Ваҡыт та үтте, күңел дә күтәрелеп ҡалғандай итте. Өҫтәл артына ултырҙыҡ, икәүебеҙ генә, башҡа кешенең кәрәге лә юҡ. Тик һүҙ башлап ҡына булмай, һаман шул ваҡ-төйәк тураһында һөйләшәбеҙ. Етди һүҙҙе мин теләмәнем, ә ул йәпле мәлен көтә, шикелле.
Осрашыу өсөн тип эсеп алдыҡ. Эсмәнем, тәмләп кенә ҡараным инде, арытҡайны, икенсенән, күңелде баҫыр өсөн, тигәндәй. Эсемлектәре лә бик ят бит, мин күрмәгән, мин ишетмәгән вино, араҡылар. Хатта шешәләре лә әҙәмсә түгел. Ҡайҙан тапҡан, берәй ҙур начальник, әллә блатной нәмәме икән үҙе? Ҙур командир булғас, таныштары ла күптер инде.
Бер аҙ ултырғас, оҫта ғына итеп яйын сығарып, Биктимер ағай үҙенең ҡайҙарҙа хеҙмәт итеүе, ниҙәр күреүе, отставкаға сыҡҡас, ошонда килеп сығыуын һөйләне. Ҡыҫҡаһы, тормошо менән таныштырып алды. Ике улы бар икән, икеһе лә офицерҙар, ҡайҙалыр хеҙмәт итен йөрөйҙәр, үҙ аллы кешеләр. Ҡатыны тураһында артыҡ әйтмәне, ике йыл элек ауырып үлеп киткән дә бына яңғыҙы ғына йәшәп ята икән. «Малайҙарым былай паспортта башҡорт иҫәпләнә, ә үҙҙәре урыҫ инде. Исемдәре генә түгел, телдәре лә, күңелдәре лә...» – тип көлгән булды.
Күпме генә ултырһаҡ та, ул минең хаҡта һорашманы, ни өсөн саҡырыуына ла тоҫмаллатманы, әҙәпле, рәт белгән кешелер илде. Тик ауылды, теге еләккә барғанды ғына иҫләп көлөшөп алдыҡ, уныһын да һаҡ, яңылыштан йәшлек хистәрен яралап ҡуймайыҡ, тигән һымаҡ ҡына. Ә уның Салауатҡа килеп йөрөүе, башҡа хәлдәр тураһында һөйләшмәнек, төпкә төшөп торманыҡ. Күрәһең, был хаҡта әле иртәрәктер, башҡа юлы, тигәндер.
Ултыра торғас, заманында башҡорт кешеһенә өйләнмәгәненә үкенгән кеүек әйтте:
– Йәш саҡта беленмәй ул, шау-гөр килеп үтә лә китә. Беҙҙең тормош та шундай булды – гел хәрбиҙәр, гел урыҫтар араһы. Урыҫ булмағаны ла урыҫ инде, бөтәһе лә шулай тейеш кеүек. Ә бына олоғайғас, уйландыра, үкендерә. Ни тиһәң дә, үҙ милләтең – үҙ милләтең инде.
Шулай уратып-уратып ҡына тоҫмаллатты, әммә асығын әйтмәне. Әллә минең кәйефте һиҙеп алды, әллә баштан үк өркөтөп ҡуйыуҙан ҡурҡты. Ә мин башымды эйеп тик ултырам. Юҡҡа саҡырмағандыр бит инде, берәй төп һүҙе барҙыр. Шуны көтәм, үҙемде беҙ өҫтөндәгеләй һиҙәм. Ә ул ныҡышманы, ҡылымды тартҡылаған кеүек һүҙ ҙә ысҡындырманы башҡаса, шуның менән йомдо ла ҡуйҙы.
Байтаҡ ултырҙыҡ, байтаҡ һөйләштек, шунда төрлө ваҡ-төйәк тураһында ла һөйләштек. Ултыра торғас, ул ҡырт ҡына миңә боролдо. Ә мин әллә нишләп киттем – хәҙер әйтәсәк берәй нәмә. Үҙем дә һиҙмәҫтән, сәғәтемә ҡараным, тышаулап ҡуймаһын тигәндәй, урынымдан ҡалҡына биреп ҡуйҙым.
Биктимер ағай, ныу һиҙгер ҙә кеше, мәғәнәле генә йылмайҙы ла:
– Оҡшатманың, килештермәнең, инде Белоретты? – тине. Ана бит, үҙен тимәй, Белоретҡа һылтаны ла ҡуйҙы. Ә минең ҡаланы күргәнем дә юҡ. Уҡыған кеше бит, әҙәмде үтә күреп тора. Ә мин ундай ирҙәр менән һөйләшеп өйрәнмәгән.
– Тиҙ генә күнегә алмай инде кеше. Килгәнеңә әле ни бары... – Ул стеналағы сәғәткә ҡарап алды, – туғыҙ сәғәт тә утыҙ өс минут... – Биктимер ағай йылмая, үҙенсә матур ғына итеп мәрәкәләп. – Бер аҙна тор, шунан мин отпуск алам. Машина менән берәй яҡҡа сығып китербеҙ. Әҙәм күрмәгән яҡҡа...
– Аҙна?!. – Мин балалар һымаҡ ҡысҡырҙым да еберҙем.
– Аҙ. Ултыра торғас, заманында башҡорт кешеһенә өйләнмәгәненә үкенгән кеүек әйтте:
– Йәш саҡта беленмәй ул, шау-гөр килеп үтә лә китә. Беҙҙең тормош та шундай булды – гел хәрбиҙәр, гел урыҫтар араһы. Урыҫ булмағаны ла урыҫ инде, бөтәһе лә шулай тейеш кеүек. Ә бына олоғайғас, уйландыра, үкендерә. Ни тиһәң дә, үҙ милләтең – үҙ милләтең инде.
Шулай уратып-уратып ҡына тоҫмаллатты, әммә асығын әйтмәне. Әллә минең кәйефте һиҙеп алды, әллә баштан үк өркөтөп ҡуйыуҙан ҡурҡты. Ә мин башымды эйеп тик ултырам. Юҡҡа саҡырмағандыр бит инде, берәй төп һүҙе барҙыр. Шуны көтәм, үҙемде беҙ өҫтөндәгеләй һиҙәм. Ә ул ныҡышманы, ҡылымды тартҡылаған кеүек һүҙ ҙә ысҡындырманы башҡаса, шуның менән йомдо ла ҡуйҙы.
Байтаҡ ултырҙыҡ, байтаҡ һөйләштек, шунда төрлө ваҡ-төйәк тураһында ла һөйләштек. Ултыра торғас, ул ҡырт ҡына миңә боролдо. Ә мин әллә нишләп киттем – хәҙер әйтәсәк берәй нәмә. Үҙем дә һиҙмәҫтән, сәғәтемә ҡараным, тышаулап ҡуймаһын тигәндәй, урынымдан ҡалҡына биреп ҡуйҙым.
Биктимер ағай, ныу һиҙгер ҙә кеше, мәғәнәле генә йылмайҙы ла:
– Оҡшатманың, килештермәнең, инде Белоретты? – тине. Ана бит, үҙен тимәй, Белоретҡа һылтаны ла ҡуйҙы. Ә минең ҡаланы күргәнем дә юҡ. Уҡыған кеше бит, әҙәмде үтә күреп тора. Ә мин ундай ирҙәр менән һөйләшеп өйрәнмәгән.
– Тиҙ генә күнегә алмай инде кеше. Килгәнеңә әле ни бары... – Ул стеналағы сәғәткә ҡарап алды, – туғыҙ сәғәт тә утыҙ өс минут... – Биктимер ағай йылмая, үҙенсә матур ғына итеп мәрәкәләп. – Бер аҙна тор, шунан мин отпуск алам. Машина менән берәй яҡҡа сығып китербеҙ. Әҙәм күрмәгән яҡҡа...
– Аҙна?!. – Мин балалар һымаҡ ҡысҡырҙым да еберҙем.
– Аҙна булмаһа, өс-дүрт көн.
– Бөгөн поезға ултырам. – Тәүәккәл әйттем, Биктимер ағай быны аңланы. Шунда уҡ күҙҙәре моңһоуланды, йөҙө етдиләнде. Үҙемә лә ҡыйын булып китте – йөрөйөм шунда кешенең йәнен үртәп.
– Улай ҡырт ҡына киҫмә әле, уйла, ашыҡма...
Мин өндәшмәнем, башымды эйгән килеш ултыра бирҙем. Эсемдәге тышыма сыҡҡандыр, ул әсенеп кенә йылмайҙы ла:
– Ярар инде, насильно мил не будешь... – тине. Шунан тағы ҡараны. Эй, ҡараны ла һуң, хатта өшөп киттем. Башта өшөнөм, шунан яндым. Күҙҙәремә йәш килде, ул ситкә боролдо.
Мин, ахырыһы, тороп өҫтәлде йыйыштырырға тотондом, әллә иҙәнеңде йыуып китәйемме, тинем.
– Юҡ, үҙем йыуа алам. Мин бит һалдат кеше. Ә һалдат һәр ситуацияла выход таба белергә тейеш. Шунһыҙ бойҙы выигрывать итеп булмай... – Биктимер ағай был һүҙҙәрҙе нисектер башҡаса, командирҙарса, хатта һалҡын әйтеп ҡуйҙы. Күренеп тора, үпкәләне, рәнйене, тик һиҙҙермәҫкә тырыша.
Икебеҙгә лә яманһыу. Бигерәк тә миңә ҡыйын, ошо тиклем ергә килеп, кешенең күңелен болартып йөрөсө!
Биктимер ағай урынынан торҙо:
– Әйҙә, Мәрйәм һылыу, машинаға ултырайыҡ та ҡала буйлап йөрөтәйем үҙеңде. Юғиһә, Белоретҡа килдем, ҡалаһын да күрһәтмәне, тиерһең.
– Әйҙә! Минең ауыҙ йырылып китте, ҡасандан бирле ошо йорттан сығып китә алмай интегәм. Шуға иғтибар иттем: ул миңә элеккесә «һылыу» тип өндәште, бер мәғәнә менән әйтте уныһын да.
Тышҡа сыҡҡас, саҡ «уф» тип ебәрмәнем. Ҡайтам бит өйөмә! Көн кисләгән, һауа шундай саф, мин инде үҙемде иректәге ҡош кеүегерәк тоям. Миңә ҡарап, Биктимер атайҙың да кәйефе үҙгәрҙе. Йәпле генә итеп ишеген асып ултыртты, үҙе икенсе яҡтан инде. Шунан сығып киттек ҡала буйлап.
Ирле-ҡатынлы кешеләр шикелле йөрөп ятҡан булабыҙ. Ул ҡала менән таныштыра, әллә ниҙәр һөйләй, ҡолағыма инмәһә лә, тыңлаған кеше кеүек барам. Байтаҡ ҡына йөрөттө лә, ҡаланы әйләнеп сыҡҡас, яр башындағы бер парк һымаҡ ергә алып килде. Төн инде. Бейек ярҙа матур ҡарағайҙар үҫә. Аҫта ҙур күлме, быуамы бар, арыраҡ әллә ниндәй завод, шикелле. Төтөн бында ла сыға икән, шулай ҙа беҙҙәге ише түгел.
– Матурмы Белорет? – Биктимер ағай еңелсә генә иңбашыма ҡағылды.
– Матур.
– Өйрәнеп китһәң, тағы ла нығыраҡ оҡшар. Бында Салауаттан квартира ла алмаштырып килеүселәр байтаҡ...
– Поезд нисәлә килә?
– Әле ваҡыт күп. Ресторанға инеп, иркенләп ултыра алабыҙ. Әллә...
– Ҡуй, былай ғына йөрөйөк.
Биктимер ағай мине ҡаланан ситкә алып сығып китте. Йөрөттө лә йөрөттө инде, әллә инде тәбиғәтенең матурлығына әүрәтергә итте, әллә былай ваҡыт үткәрер өсөн генә маташты. Ҡайһылай ғына итмәһен, миңә әле рәхәт: янда Биктимер ағай булғаны өсөн дә, шулай икәүҙән икәү иркенләп йөрөй алғаныбыҙ өсөн дә, тотҡонлоҡтан ҡотолғаным өсөн дә рәхәт. Ысын!
Бер аҙҙан вокзалға килдек. Поезд көтәбеҙ. Әллә нисек яманһыу. Әҙәм ҡыҙыҡ та инде, бая ғына нисек был донъянан ҡотолорға белмәйенсә, ник килгәнгә үҙемде әрләй инем, хәҙер шул ҡылыҡтарым өсөн үкендергән һымаҡ була башланы. Үкенерең алда булыр, ҡайтып шул квартираңда япа-яңғыҙың тора башла әле!..
Шулайтып ҡурҡытам үҙемде. Кеше оло башын кесе итеп өлтөрәп тора – бына тигән донъя, бына тигән ир!.. Ә үҙең кем ул тиклем? Элекке Мәрйәм түгелһең бит! Ҡартайған көнөңдө аҙ ғына булһа ла әҙәмсә йәшәп алыр инең! Эт эсенә һары май килешмәйме? Бар, ана, ҡайт та биклән өйөңә. Ҡайтып индеңме, әлеге шул донъяң. Нисек ҡалдырып китһәң, шул көйө торалыр. Исмаһам, берәй нәмә ҡолап та ятмай! Эй, Мәрйәм, Мәрйәм!..
Юҡ, булмағас, булмай инде... Мин уның үҙен кире ҡаҡмайым, өйрәнеп китеү генә түгел, берләшеп, яратышып китер инек. Был йәштә яратыу һүҙен әйтеүе оят, әммә «яратыу-яратмау» тигән нәмә бөтмәй икән кешелә. Үҙе үлгәнсе бөтмәйҙер. Яратыу түгел, кешегә өйрәнеүе лә ҙур эш. Нисә йыл яңғыҙ йәшәп холҡом да боҙолоп, ҡырағайланып та бөттөм, шикелле. Әллә нимәһенә, ирҙәр күрһәм, енем тота ла китә. Ирем биҙҙергәндер. Ә шулай ҙа үҙемде еңер инем.
Биктимер ағай бит икенсе заттан. Берҙән, ҡайһылай ғына булһа ла, тәүге мөхәббәтем, икенсенән, ул бик итәғәтле, әҙәпле, уҡымышлы кеше. Эҫенешеп тә китер, арыу ғына тора ла алыр инек... тик бында – уның донъяһында түгел: йә миндә, йә башҡа ҡалала. Башҡа урында яңы донъя ҡорайыҡ тиһә, хатта кинәнеп ризалашыр инем. Өйрәнеү генә түгел, яратыр инем. Ә бында – кеше донъяһында – юҡ! Аҙымыңды баҫҡан һайын, йығылып ҡуймаммы, берәйһе килтереп һуҡмаҫмы, тип йәшәп булмай бит инде. Ошонда бергә йәшәгәндәр, бергә йоҡлағандар... Ул ҡатын үҙе булмаһа ла, шәүләһе торалыр һымаҡ.
Биктимер ағай донъяһын туҙҙырып Салауатҡа килмәйәсәк, ә мин – Белоретҡа. Ни хәл итәһең, булыры булған, буяуы һеңгән, тигән шикелле...
– Бәлки, хат яҙырһың? – Биктимер ағай минең ниҙәр уйлап торғанды белгән шикелле әйтеп ҡуйҙы.
– Ярар... – Үҙем шулай тинем, үҙем яҙмаҫымды белә инем. Ҡотолор өсөн генә әйттем. Үҙе яҙһа инде, бәлки, әҙәп өсөн яуап бирермен, ә барыбер ҙә, йырҙа әйтелгәненсе, үткән ғүмер кире ҡайтмай, һыуҙар боролоп аҡһа ла. Бәлки, үҙе килеп сығыр...
Төн. Йәнә ай яҡтыһы менән электр яҡтыһы ҡушылған. Ана, поезд да килә, ахырыһы. Ниңә ашыға икән уныһы ла?! Бер аҙ һуңлаһа булмаймы! Тағы ла яманһыуыраҡ булып китте. Хушлашыр алдынан берәй нәмә әйтеү түгел, уйлағы ла килмәй, баш эшләмәй. Торабыҙ бер-беребеҙҙән күҙҙәребеҙҙе йәшерен. Ни тип осраштыҡ, ни тип айырылышабыҙ?! Берәй сәбәбе барҙыр барлығын, берәй генә түгел, күптер, тик уларҙы аңлап та, аңлатып та булырлыҡ түгел. Ул инде ир кеше, хәрби кеше, артыҡ кисермәйҙер, кисерһә лә, тышҡа сығармайҙыр, тыныс күренә. Ә миңә...
Вагонға һуңғы кеше булын инермен. Үҙем ҡурҡам: ҡосаҡлап-нитеп ҡуймаһын
Бына ваҡыт та бөттө. Юҡ, ҡосаҡламаны ла, үпмәне лә, хатта ҡул да бирмәле. Ҡаты ғына итеп беләгемдән тотто:
– Ярай, Мәрйәм, һау бул. Килеүеңә бик ҙур рәхмәт. Үпкәләп китмә. Хат яҙышырбыҙ әле.
– Һay булығыҙ... Нишләптер айырылышыр алдынан «һеҙ» тип өндәшеп ҡуйҙым. Ят кешегә әйткән кеүегерәк килеп сыҡты.
Биктимер ағай, поезд ҡуҙғалып, бер-беребеҙҙе күҙҙән юғалтҡансы ҡарап торҙо. Ҡулын болғап. Мин дә болғаным. Ул йылмайып болғаны, мин иламһырап болғаным. Ҡыйын ине.
Бер нисә минуттан бөтәһе лә юғалды: вокзал ҡалды, Белорет ҡалды, Белореттағы кеше ҡалды. Күңелемдең оло бер өлөшө умырылып тороп ҡалды. Килмәһәм, күрешмәһәм, бәлки, яҡшыраҡ та булған булыр, Биктимер ағай, ҡаҙаҡ әйтмешләй, «чырагым» – мәңге һүнмәҫ яҡты усағым кеүек торор ине.
Мин әллә ниндәй һағыш эсендә. Бер мин генә шундай, ҡалғандар үҙ эше менән була – ығы-зығы килеп урын һайлай, урын йәйә, тиҙерәк ятырға ла йоҡларға әҙерләнә, һәр кемдең үҙ ҡайғыһы.
Вагон тәҙрәһенә ҡарағанмын да ултырам. Тышта төрлө шәүләләр ялпылдап ҡала – ут яҡтыһы, бағаналар, ағастар... Электровоз беҙҙе кирегә – үткән төндә ҡарап килгән ҡаялы тауҙар, бейек шыршылар төбәгенә һөйрәй, һаман төпкәрәк тарта.
Вагон тәгәрмәстәре үҙ көйөн көйләп шыҡылдай: «Бик-ти-мер... Бик-ти-мер...» Ысын шулай. Мин таҡмаҡты «Мәр-йәм»гә көйләп ҡарайым, тик ул һаман үҙенекен белә: «Бик-ти-мер... Бик-ти-мер...»
Ҡайтҡансы шулайтырҙармы икән? Тәгәрмәстәр үҙ көйөн көйләй, ә мин әлеге йырҙы йырлайым:
Оло юлдың туҙанында
Юғалттым эҙҙәремде.
Их, ҡайтарып алыр инем
Уҙған ғүмерҙәремде.
Төшөмдә лә түгел, өнөмдә лә түгел, күңелемдән йырланым. Был йыр тап минең кеүектәр өсөн сығарылған, ахырыһы...
Рәшит СОЛТАНГӘРӘЕВ.