Таһир ауыл чатында ҡоролоҡ тураһында уҡыны ла уйға ҡалды. Ысынлап та, ямғырҙар юҡ шул. Ер ярылып ята, баҡса артындағы кескәй йылға ла ҡороп, күләүеккә әүерелгән. Таһирҙың хәтеренә ҡылт итеп, бала сағында өләсәһенә эйәреп, ямғыр саҡырып йөрөгәндәре иҫкә төштө. Ҡарт-ҡоро, бала-саға тау башына менеп, тәкә һуйҙылар, ҡаҙан аҫтылар, доғалар уҡынылар, һуңынан маз булышып, йылғала һыу һибештеләр. Ямғырҙың был ваҡиғанан һуң яуғаны-яумағаны хәтерендә юк Таһирҙың. Нисек ямғыр һорағандары, ниндәй доға уҡығандарын да белмәй. Ауылдағы олораҡ кешенән һораштырһаң да булыр ине. Әммә Таһир кеше менән һөйләшергә яратмай, ҡатыны иҫән саҡта, тышҡы донъя менән бәйләнеше Әсмәһе аша булды. Әсмә шундай лапылдаҡ, шундай көләкәс ине, Таһир өсөн үҙе яуап бирә, иренең күҙҙәренә ҡарап, уйҙарын уҡый торған ине. Шунлыҡтан Таһирҙың былай ҙа ялҡау ауыҙы ашау функцияһына ғына ҡайтып ҡалды. Пар күгәрсендәр һымаҡ гөрөлдәп ғүмер иттеләр, дөрөҫө, Әсмәһе икеһе өсөн дә гөрөлдәне. Ҡатыны ҡапыл китеп барғас, ҡырыҫ һолоҡло Таһир тағы ла ҡырыҫайҙы, күрше-күлән инеп хәл һорашып йөрөмәһен тип, ҡапҡаһына бик һалды.
Бер көтөү кеше йыйып, ямғыр теләү йыйыны ойоштороу тураһында ул уйламай ҙа. Янына ике кеше килеп торһа ла, тыны тарыға. Тик башындай шулай ҙа бер уй яралды. Ямғырҙы бит бер үҙе лә саҡыра ала. Телевизорҙан ишетеп ҡалғайны ҡолаҡ сите менән бер ысул тураһында. Таһир маҡсатын атҡарыу теләге менән һыу буйына йыйынды. Ишектән сығыр алдынан Әсмәһенең кәртешкәһенә күҙ ташланы, һөйгәне хуплайым эшеңде тип ирен сите менән йылмайҙы. Әсмә лә үлгәндән һуң хас Таһир һымаҡ һүҙһеҙ генә һөйләшергә оҫтарып алды.
Таһир йылға буйына төшөп, ҙур таштарҙы әйләндерергә кереште. Шулай тип ишеткәйне, имештә кәрәкле ташты һыртына әйләндереп һалһаң, мотлаҡ ямғыр яуасаҡ. Таһир ямғыр ташының ниндәй икәнен күҙ алдына килтермәй. Шуға күрә ҡул аҫтына эләккәнен әйләндерергә булды. Йөҙ таштың береһе моғайын ямғыр ташы булыр эле. Ҡара тиргә батҡан Таһирҙы
-Эй, ярҙам кәрәкмәйме , - тигән тауыш тертләтте.
Тирә-яҡтың атҡаҙанған балыҡсыһы Әхмәр ине. "Юҡ" тигәнде белдереп баш сайҡаны Таһир.
-Баянан бирле ҡарап торам, ул таштарҙа ни үсең бар?
Һуңғы тапҡыр ҡасан кеше менән һөйләшкәнен иҫләмәгән Таһир, үҙе лә аңламаҫтан телгә килде. Телһеҙ булыуы етмәгән, иҫәр булып күренгеһе килмәне.
-Ямғыр яуҙырырға ине. Борон таш әйләндереп, ямғыр саҡырғандар.
Өндәшмәһә хәйерлерәк булған да бит, хәҙер ул телһеҙ, иҫәр һәм хыялый.
Әхмәр яурындарын ғына һикертте лә, ары атланы.
Яуҙы ямғыр, туҡтамай ҡойҙо ғына. Таһир ярты сәғәт ямғыр аҫтында бағаналай баҫып торҙо. Ышанмай ул таш әйләндереп,ямғыр яуҙырып булғанға. Тик бына ямғыр, ул Таһирҙың эске ыштанына тиклем үтте, ә тегендә әйләндерелгән таштар ята. Бәхетле осраҡ.
Иртәгәһен Таһирҙың ишеген таң менән Тәслимә ҡаҡты. Бөҙрә сәстәре ямғырға һыуланып, алһыу сикәләренә йәбешеп, былай ҙа һылыу йөҙөн тағы ла матурайтып ебәргән.
-Таһир ағай, миңә ярҙам кәрәк, - тине ул күҙҙәрен йәшереп.
-Ниндәй?
Һеҙ бит минең мәсъәләне беләгеҙ, - ҡатындың тауышы өҙөлдө.Тәрән итеп тын алғас - миңә бала кәрәк, Таһир ағай, - тип ҡысҡырҙы.
Таһир үҙ ҡолағына үҙе ышанманы, нимә һөйләй был ҡатын.
-Бәй, Тәслимә, миндә бит балалар юҡ. Булғаны ла оло, ҡалала йәшәй. -тигән булды.- Мин инде ҡартмын, -тип өҫтәне.
- Ямғырҙы һеҙ бит яуҙырҙығыҙ, был ишара миңә. Йөрөмәгән ер ҡалманы, нисә әбей имләне, ярҙамы юҡ. Йәшем үтеп бара, һаман балаға уҙмайым. Хоҙай ошо ямғыр менән миңә ҡотҡарыусымды, һеҙҙе күрһәтте. Ямғырҙың ямғырын яуҙырған кешегә балаға уҙҙырыу сүп кенә инде ул.
Таһирҙың ҡатындың тауышын ишетмәҫ өсөн һаңғырауға әйләнгеһе килде. Әммә үҙ уйынан үҙе ҡурҡты, ана бит ямғырҙың ямғырын яуҙырған кеше тей бит Тәслимә.Үҙе лә һиҙмәҫтән
-Минең һаңғырау булғым килмәй - тип ҡысҡырып ебәрҙе. Донъя хәлен белеп булмай, йә ямғыр ебәреүсеме, йә ташмы , эй шунда берәйһе, ишетеп торалыр уның уйҙарын.
Тәслимә быҙауҙыҡылай матур күҙҙәрен тәгәрәтеп Таһирға баҡты.
-Һеңлем, мин имләү-мимләүҙең тәртибен белмәйем.
-Ағай, уны белеү кәрәкмәй, үҙем өйрәтәм. Һикегә һуҙып һалаң да, ҡулыңды эс буйлап йөрөтәң һәм ауыҙ эсенән кәрәкле һүҙҙәр мығырҙайың.
-Мин һүҙҙәр мығырлай белмәйем. Кеше менән һөйләшергә лә яратмайым. Һикегә лә берәүҙе лә һуҙып һалғым килмәй.
Тәслимә ишек яңағына һөйәлеп илап ебәрҙе. Шул тиклем әсе сеңләй, Таһирҙың ҡолаҡтары ауырта башланы. Һаңғырау ҡалыуың ихтимал был ҡатын менән.
-Тәслимә, һин Әхнәфкә бар. Унда тылсым тиһәң дә, тылсым. Тап һинең мәсъәлә буйынса. Етмәһә тәжрибәһе ҙур. Нисәмә сәркәтиб ала, барыһы ла балаға уҙып тора. Бәлки силсәүит йортоноң урыны арҡаһындалыр, кем белә. Элек унда ун алты бала тапҡан Хәйерниса торған тиҙәр.
Бер юлы әллә нисә һүҙ әйтеп ташлаған үҙ ауыҙына хайран ҡалды Таһир. Үҙенең тауышын ишетеп үҙе аптыраны. Тауышының яңғырашын онотоп ташлаған ине, оҙаҡ кеше менән аралашмағас.
Тәслимә быҙау күҙҙәренең моңһоу утын атты ла Таһирға, яланғас тәпәйенең һыулы эҙҙәрен ҡалдырып сығып та китте.
Таһир еңел һулап , сәй эсергә ултырҙы. Ишек шаҡынылар, кер тигәнде лә көтмәй, шарылдап Хәлиҙә килеп инде:
-Рәхмәт яуһын, Таһир туғаным! Ямғыры ла ямғыры, ауылдаштарыңдың хыялын тормошҡа ашырҙың.
- Мин ямғыр яуҙырманым, ул үҙе яуҙы - тине Таһир, һикереп тороп. Эш ҙурға китте, шикелле. Таштарҙы төнөн әйләндерер кәрәк булған. Хәҙисә уның әйткәнен ҡолағына ла элмәне.
- Таһир, дауай, минең һыйырҙы табып бир. Нисә көн эҙләйем, фәтеүә юҡ. Сабиранан кәрт һалдырҙым, ямғыр яуғас табылыр тине. Был бит ызнак, ишара. Һин ямғырҙы яуҙырҙың, һыйырҙы ла һин тап.
Хәлиҙә лап-лоп атлап, кәкре ҡул таяғын һөйрәп, түрҙәге креслога менеп ултырҙы ла, Таһирҙың сәйен алып, шөрпөлдәтеп эсеп ебәрҙе.
-Йә башла, -тип бойорҙо ул.
-Нимәне башлайым? -тип һораны Таһир.
-Нимәне, нимәне, минең һыйырҙы эҙләй башла.
-Һинең һыйырың минең өйөмдә түгел. Ышанмаһаң, ана ятып карауат аҫтын ҡара, йә булмаһа, йоҡо бүлмәһенә инеп сыҡ.
Хәлиҙә шарҡылдап, бот сабып көлөп ебәрҙе.
-Үәт мәрәкә. Мин һине телһеҙ тиһәм. Ә һин шаян икәнһең, Әсмәң шул шаянлығыңа әүрәп йәшәгән һинең менән, ызнащит.
Хәлиҙә ҡапыл тәү күргәндәй Таһирға баҡты. Йүгерек күҙҙәре баҙарҙа күлмәк һайлаймы, баштан-аяҡ ирҙе ҡапшаны.
-Ней, Таһир, өйләнергә уйың юҡмы?
Хәлиҙәнең күҙҙәре зәһәр ялтырап китте, таяғын ипләп кенә аяғы менән кресло артына этте.
Таһир уның һүҙҙәрен ишетмәмешкә һалышты.
-Һыйыр тиһең инде… -тине ул ауыр һулап.
-Һыйыр тим шул - булды яуап.
Нисек был әрһеҙ ҡарсыҡтан ҡотолорға, ул бит дегәнәк һымаҡ, еңел генә ысҡынырмын тимә.
-Һыйырыңды тапҡың килһә, таяғыңа таян да Оло ялан башына атла.
-Таяҡ бит эт-беттән һаҡланыр өсөн.
- -Бүлдермә, Хәлиҙә, - Таһир ҡаты өндәште. - Ҡыҫҡаһы, таяғың үҙе белдерер, һыйырың тапҡырына еткәс.
Хәлиҙәнең күҙҙәре дүрт булды.
-Нисек инде таяҡ белдерер, теле сыға штули таяҡтың?
-Уныһын әйтә алмайым, иғтибарлы бул. Таяғыңдан күҙеңде алма. Бына хәҙер үк, эҙләргә сыҡ, һәр минут һынаулы.
Хәлиҙә һикереп торҙо, аяғы иҙәнгә теймәй ишеккә йүгерҙе. Күтәрмәнән ҡысҡырғаны ишетелде:
-Һыйыр табылһа, сәйгә саҡырам, һин әсе ҡоймаҡ яратаңмы, әллә сөсөмө?
-Мин бөтөнләй ҡоймаҡ ашамайым, -тип яуапланы Таһир. Һыйыры табылмаһа ярар ине, тип теләне эсенән.
Биш минут та үтмәне, ишек йәнә шығырланы. Таһир саҡ һүгенеп ебәрмәне. Шул арала бите түңәрәк айҙан да түңәрәгерәк булып шешенгән Әнүәр килеп керҙе. Инеү менән өзләй башланы:
-Ағай, ярҙам ит. Тешем һыҙлай нисәнсе көн. Үлеп барам.
Таһирҙың оҙон һүҙгә төшкөһө килмәне. Әнүәрҙе ҡултыҡлап болдорға алып сыҡты. Эшлекле генә һуҡ бармағын юғары күтәрҙе, бер талай шым торҙо:
-Ҡустым, ишетәһеңме ямғыр бышылдауын
-Юҡ, -тине Әнүәр, ҡалтыранып, - шаптырлауын ғына ишетәм.
-Ә мин ишетәм. Ямғыр Әнүәр дауаханаға барһын, уға табип ҡына ярҙам итә ала. Оҙаҡҡа һуҙһа, харап булыуы ихтимал тей.
-Ысын, шулай тейме.
-Эйе, бына ярты сәғәт бер үк хәбәр һөйләй. Башым ауырта тыңлап. Давай, ҡусты, елдер врачка.
Әнүәрҙән елдәр иҫте, ике размерға ҙур калушын шапылдауы ғына бер талай ишетелеп торҙо. Таһир ҡапҡаһына ике бик һалып, өй ишегенә тыштан йоҙаҡ элде лә, тәҙрә аша инеп, үҙенә сәй яңыртты.
Күктең төбө тишелгән, күрәһең. Ямғыр туҡтарға уйламаны, Таһир урамынан сыҡманы.
Бер көн Таһир ҡапҡа дөбөрләгәнгә, ишек ҡаҡҡанға, кеше тауыштарына уянды. Юрғанын ҡолағына тиклем тартты ла, икенсе яғына әйләнеп ятты. Тауыштар кәмемәне , киреһенсә, көсәйҙе генә. Таһир юрғанын асыу менән тибеп осорҙо ла, яланаяҡ болдорға йүгереп сыҡты. Үәт мәлғүндәр, ҡапҡаның биген һүткәндәр. Бер көтөү ауылдаштары Таһирҙың урамында өйөлөшкән.
-Нимә һабантуй үткәрергә булдығыҙмы, һабантуй яланы ауылдың икенсе башында
Эле генә шау-шыу килгән кешеләр, эске ыштанда ғына баҫып торған Таһирҙы күреп, шымтайҙылар. Һәм бер-нисә секундтан бер-береһен уҙҙырып ҡысҡырына башланылар.
-Етәр, Таһир ағай, беҙҙән ҡасып ятырға. Ямғырҙы һин саҡырғанды барыбыҙ ҙа беләбеҙ, - тине Сәрүәр, төкөрөктәрен сәсеп.
-Рәхмәт әйтергә килһәгеҙ, рәхмәтегеҙ ҡабул, - тине Таһир. - Кешегә йоҡларға бирегеҙ.
-Ниндәй рәхмәт. Туҡтат ямғырҙы. Ер һыуға туйҙы бит инде, ана бәрәңге серей башланы
-Ә беҙҙең эргәлә йылға ташып, баҙға һыу тулды, - тип ҡыҫылды Хәнифә.
--Ҡаҙ бәпкәләре ҡырылып бөтөп бара, - тип өҫтәне Харис, һыулы эшләпәһен һыға-һыға.
-Хоҙай менән үтенәбеҙ, Таһир ағай, туҡтат ямғырыңды. Беҙҙең тирәлә генә яуа бит, башҡа райондарҙа ҡоп-ҡоро. Оҙаҡламай бесәнгә төшөр кәрәк. Малһыҙ, бәрәңгеһеҙ, еләк-емешһеҙ ҡалабыҙ ҙа һуң, - Әнисә ямғыр тамсылары менән буталған күҙ йәштәрен һөртөргә кереште.
Таһир аптырап, ауылдаштарының борсоулы, уҫал, төшөнкө йөҙҙәренә баҡты.
-Йәмәғәт, ямғырҙы мин саҡырманым. Осраҡлы ғына тура килде. Нисек туҡтатырға ҡайҙан беләйем, - Таһирҙың эсендә асыу менән бергә ауылдаштарына йәлләү буталды.
-Нисек ямғыр саҡырғанһың, шулай туҡтат. Яуҙырыр алдынан, туҡтатырын да уйларға кәрәк ине, - тине Әнисә, ҡулын биленә таянып.
-Һин бит шаман. Телевизорҙа күргәнең юҡ меней шаман бейеүен. Әйҙә шул бейеүҙе бейе, - Харис белдекле ҡиәфәт менән бер Таһирға бер ауылдаштарына текәлде.
-Халыҡ Харистың һүҙҙәрен эләктереп тә алды. Гөр килеп бер ауыҙҙан
Бейе шаман бейеүен, - тип ҡысҡыра башланылар.
Таһир асыу менән һыулы иҙәнгә ялан аяҡтары менән сәпелдәтә баҫты. Тәпәй аҫтынан тирә -йүнгә тамсылар һибелде.
-Мин һеҙгә клаун штули, ана театрға барығыҙ, тапҡанығыҙ клаун - Таһир үҙенең уҫал тауышына үҙе аптыраны.
-Ниндәй клаун булһын. Һин бит шаман, клаун түгел. - Ауылдаштарының арҡаһын тойған Харис, кеҫәләренә ҡулып тығып, аяҡтарын киреп үк баҫты.
--Бар ҡайтығыҙ, никакуй бейеү юк һеҙгә, клаунский ҙа, шаманский ҙа бейемәйем.
Таһир шарт боролоп, өй ишегенә йүнәлде.
-Туҡта, Таһир ағай. - дөмбөрҙәп торған күк гөрһөлдәүе кеүек яңғыраны. Әзмәүер Билал да килгән икән. Республика буйлап барлыҡ һабантуйҙарҙың һарыҡтарын йыйып йөрөгән көрәшсе ул. Кәүҙәһе тауҙай булһа ла, күңеле иркә бесәй балаһы ише. Бер ниндәй ҙә ығы-зығы ла ҡатнашмай, ә бөгөн халыҡ менән урам баҫып килгән.
Таһир ағай, туҡта - Билал тулҡындар араһынан йырып сыҡҡан ҡараптай, төркөм эсенән килеп сыҡты.
- Һиңә бейергә тура килер, ямғыр ҙы ла туҡтатырға тура килер. Туҡтатмаһаң, - ул яурындарын һикертте, йоҙроҡтарын йомарланы - миңә һинең әпәй шүрлегеңә менеп төшөргә тура килер. Билалдың башы түшенә һәленде - Мин быны сәпсим теләмәйем, ауылдаштар өсөн генә килдем, - тауышы әзмәүерҙең иларға етешкән баланыҡылай сыҡты. Харис шап итеп Билалдың арҡаһына һуҡты, Сәрүәр уны ҡулынан тартып, халыҡ араһына алып китте. Билалдың роле шуның менән тамам, күрәһең, артығын әйтеп ташланы.
Таһир бер төркөм ауылдаштарын күҙҙән үткәрҙе лә тыныс тауыш менән өндәште:
-Бар урам буйына сығығыҙ һәм көтөгөҙ. Миңә шаман бейеүенә әҙерләнер кәрәк.
-Ә һин ҡасып китһәң - тип ҡысҡырҙы улар. Һәм төркөм әзмәүер Билалды тағы ла алға этеп сығарҙы. Уныһы ҡулдарын һәлендереп, баҡса кәртәһенә һөйәлеп баҫты.
-Ҡасмайым. Мин бала-саға түгел дә. Бар ҡапҡа тышында көтөгөҙ.
Ауылдаштар шым ғына урам буйына ағылды. Билалды Харис урам эсендә ҡалдырырға маташып, ҡапҡаны бикләгәйне, егет тауҙай кәүҙәһен кәртә аша еңел генә ырғытып, күҙҙән юғалды.
Ун -биш минуттан ҡапҡа тышына Таһир сығып баҫты. Уны күргән ауылдаштары аһ итте. Ул өҫтөн эске яғы менән әйләндереп толоп кейгән, аяғында йыртылып бөткән сүсинкәләр, башында яулыҡ, ә битенә ҡап-ҡаранан ҡором һөрткән. Муйынына быяла, тимер ҡапҡастар аҫҡан, бер ҡулында йәмкә, икенсеһендә кәструл.
Таһир йәмкә менән кәструлгә һуғып, аяҡтарын тыпырҙата башланы, һуңынан урынында өйөрөлдө, тамаҡ төбөнән өндәр сығарып, әллә өзләне, әллә олоно. Бейеү яйлап ҡыҙғандан -ҡыҙа барҙы. Таһир башын болғаны, аяҡтарын йәйеп ырғыны, алға йүгерҙе, артҡа һикерҙе. Тауышы көсәйгәндән-көсәйҙе. Эскесе Әсләм түҙмәне, сәпәкәйләп ебәрҙе, үҙе лә Таһир ыңғайына ырғаңлай башланы. Таһир әллә тирләне, әллә ямғырға һыуланды. Ҡапыл ауырайған толобон сисем бәрҙе лә, өҫтөндә һикерә башланы. Һуңынан ямғыр һыуынан йәйрәп ятҡан ҙур күләүеккә лап итеп, тамсылар сәсрәтеп инеп ятты ла, болотло күккә текәлеп, тынып ҡалды. Күпме ятҡандыр шулай, үҙе лә иҫләмәй, ваҡыт тойғоһон юғалҡан ине. Башын ҡалҡытып, берсә-янған, берсә өшөгән тәнен күләүектән айырып алғанда, урам буйында берәү ҙә күренмәне. Алыҫта иҫерек Әсләмдең генә һонтор кәүҙәһе бәүелә - бәүелә ямғыр пәрҙәһе артына инеп юғалды.
Таһир улына шылтыратты:
-Иртәгә һеҙгә киләм, ҡаршы ал. Бәлки бер айға, бәлки бөтөнләйгә.
Улы бер нимә лә һорашманы. Киләм тигәс, тимәк сәбәбе бар. Бәлки бөтөнләйгә тигәс, тимәк, сәбәп ныҡ ҙур.
Таң менән Таһир нух заманынан ҡалған сумаҙанын һөйрәп, болдорға сыҡты. Һауала, ауыл өҫтөндә ниндәйҙер сәйер үҙгәреш. Бер килке аңламай торҙо. Иртәнге ҡояштың йылы нурҙары битенә ҡағылғас, күҙҙәрен ҙур асып тирә-йүнгә яңынан баҡты. Ямғыр туҡтаған. Ямғыр бөтөнләй туҡтаған. Таһир уфтанды ла, болдор тупһаһына ултырып, уйға ҡалды.
Ләйсән СӘЛИМОВА.