Бөтә яңылыҡтар

Ҡапҡа бағанаһы. Хикәйә

... Һине армияға оҙатҡан саҡта нисә йәш ине Алһыуға? Ун ете. Ә һинең «бер аҙ эшләп ҡайтам» тигәнең ун йылға һуҙылды. Ун йыл көткәндән һуң ғына кейәүгә сыҡты бит ул.

Ҡапҡа бағанаһы. Хикәйә
Ҡапҡа бағанаһы. Хикәйә

1

Хәсән һылыуынан хат алғандан бирле тыныслығын юғалтты. Быға саҡлы үҙ тормошо тураһында уйлағаны юҡ ине. Емереп эшләй, көрәп аҡсаһын ала... Ресторанға барып ашай ҙа ҡайтып ял итә... Уйланып ултырырға ваҡыты ла ҡалманы.

Хат уның үткәндәрен тотош аҡтарып әйләндерҙе лә һалды.

«... Ни эшләйһең һин унда, абзый? Ниндәй маҡсат менән йәшәйһең ул яҡтарҙа? Ни эшләп ҡайтмайһың?»

«... Эшләйем, һылыу. Ҡайтып та ни бар ауылда? Мин хәҙер күп аҡсаға өйрәнгәнмен. Аҙға күнегә алмам... Туйыңа ҡайттым. Бөтә туйҙан йыйылған тиклемде бер үҙем һалдым... Ана шундай аҡсаға күнегеп киткәнмен. Унан һуң, һылыу, кем тип ҡайтайым хәҙер? Атай-әсәй күптән инде гүр эйәһе... һинең үҙ ғаиләң».

Хәсән һылыуының хатын тағы ҡулына алды. «Абзый, һиңә үпкә ҙур. Беҙ Алһыу апайҙы еңгә, килен, тип бөткәйнек бит инде. Шундай һәйбәт апай ине. Хәҙер элекке шаян, көләкәс, алсаҡ медсестрабыҙҙан шәүлә генә ҡалды. Бер бәхетле көнө лә булмағандыр ул Карам менән. Туҡмалып-этләнеп йәшәне – йәшәне лә айырылды. Айырылыу менәнме ни! Иҫеректән йүнле балалар ҡаламы? Улы баш ауырыулы, ҡыҙы ҡолаҡҡа ҡаты. Алһыу апайҙы урамда күрһәм, башын түбән эйгән була ла, ирендәрен ҡымтып, бер ни өндәшмәй үтеп китә. Мин аңлап торам – ни генә әйтһәм дә, илап ебәреүҙән ҡурҡа ул...»

«... Ни эшләп миңә шулай ентекләп яҙа ул Алһыуҙың ғазаптарын? Мине ғәйепләмәксе буламы әллә һылыуым?»

... Алһыу, алһыу, бигерәк алһыу,

Кәрешкәнең сәскәһе.

Бер кемдән дә һорап килмәй

Бәндәнең күрәсәге.

Хәсән, ҡулына туҙып бөткән хромкаһын алып, ошо йырҙы ҡабатлай. Урта мәктәпте яҡшы тамамлаған, үҙешмәкәр түңәрәктәрҙә әүҙем ҡатнашҡан өсөн мәктәптән бүләк иткәйнеләр. «Ошо гармунды уйнап, «Алһыу, Алһыу», – тип йырлай-йырлай барып инеп кит сәнғәт институтына», – тип оло киләсәк юрағайнылар. Институтҡа инеү улай еңел генә булманы. Хәсән армияға китте.

Алһыу матур йырлай ине ошо йырҙы. Уның йыры һаман да ҡолағында сыңлап китә Хәсәндең.

Эйелә-бөгөлә һыуға бара,

Көйәнтәһе-силәге.

Силәгенә ҡарағанда

Үҙе ҡурай еләге.

«... Һылыуымдың һүҙҙәрендә дөрөҫлөк бар бит. Ысынлап та, йорт юҡ, Алһыу юҡ, ғаилә юҡ, хатта атаһы менән әсәһен дә, вафат булыу хәбәре килгәс, ерләргә генә ҡайтты.

... Үкенестәрҙән генә торамы ни шулай ғүмерем?» – тип аптырап китте ул, уйлана торғас.

«... Ә, бәлки, утыҙ ете йәш ул ҡайғырырлыҡ, уфтанырлыҡ йәш түгелдер. Юғалтыры юғалһа ла, бәлки, артабанғыһын үкенесһеҙ йәшәп булыр...» – тип үҙен аҡларға, тынысландырырға маташты. Уйланыу һәр саҡ шулай. Айныҡ аҡыл ғүмереңдең асылын, әсе дөрөҫлөктә көҙгөләге кеүек асып һала. Хәтерҙән бөтөнләй юйып ташлағы килгән мәлдәреңде лә иҫеңә төшөрөп, үҙәктәреңде өтә башлай, иҙә, ҡанһырата, быуынды ала, зиһендән яңынан-яңы ғазаплы минуттарыңды эҙләтә... Бер минут түҙгеһеҙ хәлгә килтерә.

Әлдә шул саҡ ниндәйҙер күңел йыуатҡыс бер тойғо һине яҡлай, аҡлай, өмөтләндерә, ышаныс өҫтәй...

Шуға ла Хәсән күңелен нескәртеп, үткәндәрҙе уйлап ултырырға яратмай. Эсе бошоңҡорап китһә, гармунын һуҙғылай ҙа, «ятҡас та йоҡлап китерлек» итеп, һыуытҡыстан алып «берҙе төп күтәрә лә» онотола ине... Һылыуының хатын уҡығас, йөрәгендә ике тойғо көрәшә башланы. Береһе фашланы, икенсеһе аҡланы.

... Армиянан һуң аҙыраҡ эшләп алайым, өҫ-баш бөтәйтәйем, туйҙы арыу ғына итеп яһайым, тип уйланым.

... Ни эшләп Алһыуға шулай тип аңлатып яҙманың? Ул бит һине күпме булһа ла көтөргә әҙер ине. Ә һин билдәһеҙлектә ҡалдырҙың уны. Билдәһеҙлек алдында ҡалыуҙан да ғазаплыраҡ нәмә бармы донъяла?!

... Армиянан һуң бер аҙ эшләп ҡайтам, Төмән өлкәһенә нефтселәр эргәһенә китәм, тип яҙҙым уға.

... Һине армияға оҙатҡан саҡта нисә йәш ине Алһыуға? Ун ете. Ә һинең «бер аҙ эшләп ҡайтам» тигәнең ун йылға һуҙылды. Ун йыл көткәндән һуң ғына кейәүгә сыҡты бит ул.

... Сыҡһын да, ти... Ярай. Тормошта ундай хәлдәр була. Тик ни эшләп, беҙҙең дуҫлашҡанды иң яратмаған, иң күрә алмаған Карамға сыҡҡан һуң ул? Алһыу өсөн нисәмә тапҡыр айпалаштыҡ малай саҡта. Уларҙың икеһен бергә күргем килмәгәнлектән ҡайтманым мин ауылға, хатта атайым менән әсәйемдең бәхилләшеү һүҙҙәрен дә ишетә алманым. Өҫтәүенә, Карам уҡыған саҡта уҡ эскеләй башлағайны... Күрә-баға уға сығамы аҡылы булған кеше...

... Карам менән һинең арала ниндәй айырма хәҙер? Ир аҡылы ултырғас эсә башлаған һин өҫтөнөрәкме? Йәштән үк араҡы менән дуҫлашҡан Караммы? Ни яғың менән өҫтөнһөң? Ҡапҡа бағанаһы ултырлыҡ та мөлкәтең юҡ ҡулыңда... Ә күпме көс түгәһең? Ни өсөн? «Ауылда иң һәйбәт йорт минеке буласаҡ. Иң шәп машинала ҡайтасаҡмын! Алһыуҙы никах йортона алып барған саҡта, бөтәһе лә «ах!» итеп ҡаласаҡ». Ошо хыялдарың ҡайҙа, Хәсән? Ә мөмкинлегең бар ине бит! Бында ресторанда дуҫтарың алдында маһайып, «үҙем түләйем!» – тип ултырыуҙарҙы егетлеккә һанауың дөрөҫмө? Эске тигән нәмәнең төпһөҙ көбөһе тулдымы?

... Урыны менән уныһы ла кәрәк ине.

... Бөтә ғүмереңде «шул кәрәк урынға» ғына арнаның түгелме?»

Хәсән сираттағы отпускыһына тиклем ошолай бер-береһенә ҡапма-ҡаршы икеләнеүҙәр менән үҙең сыбыртҡылап йөрөнө-йөрөнө лә ҡайтты ла китте ауылына...

2

Ҡайтҡан көнө үк Алһыуҙың хәлен белешергә барҙы. Улы менән ҡапҡа бағанаһы нығытып маташа ине Алһыу.

– Һаумыһығыҙ! Алһыу, һаумы?

– Аһ, кем икән тип торам мин уны. Рәхмәт, һаубыҙ. Тик бына ҡапҡа бағанаһын рәтләргә көс етмәй.

Хәсән йылмая биреп ҡуйҙы: Алһыуҙың элекке ғәҙәте – бар нәмәгә лә алдан әҙер, көтөлмәгән бер ни ҙә юҡ уның өсөн.

– Ә һин үҙгәрмәгәнһең, Алһыу. Холҡоң да, үҙең дә...

– Минең холҡом бер башҡа, үҙем икенсе башҡамы ни... Әйҙә, мә, бағананы тот, мин һыу алып сығайым.

– Һыуҙы нимәгә алып сығаһың?

– Бағана төбөнә ҡойорға.

– Бағана төбөнә һыу ҡоймайҙар ҙа инде. Ҡаҙыҡ түгел бит ул ҡағып ҡуйырға. Шулай бит, улым? – тине Хәсән, Карамдың улына ҡарап. Әсәһенең был һүҙҙәрен шаяртыумы, ысынмы икәнлеген аңламай ҡарап торған малай ипле генә йылмайып ҡуйҙы.

– Ауылды бөтөнләй онотҡас, эшен дә оноттомо икән тип һынамаҡ өсөн әйткәйнем...

Хәсән был һүҙҙәрҙең «ауыл эше, ауыл» тураһында ғына әйтелмәгәнен аңланы, һөйләшеүҙе үҙгәртеп ебәрергә уйланы һәм:

– Әйҙә, улым, әсәйеңдең әсе теленә эләкмәҫлек итеп һәйбәтләп нығытып, бағанаһын шәм һымаҡ төҙ итеп ултыртып ҡуяйыҡ, – тине Хәсән, Юламандың ҡулынан көрәкте алып.

3

Ҡапҡа бағанаһы ултыртыуҙан башланды Хәсәндең был йортҡа килеүе. Бағана ултыртышҡан ун бер йәшлек Юламан менән дә, башта ятһыныбыраҡ, тартыныбыраҡ ҡына йөрөгән, яйлап-яйлап ҡына эйәләшә башлаған һигеҙ йәшлек Иркә менән дә шул тиклем ныҡ дуҫлашып китте, уларҙың татыулығына аптырап та, һоҡланып та, балаларҙың, ниһайәт, шат, бәхетле булыуҙарына, туҡмаҡ күрмәүҙәренә, күршенән-күршегә ҡасып йөрөмәүҙәренә, Алһыуҙың йөҙөнә, ысынлап та, алһыулыҡ ҡуныуына ҡыуанып, Хәсәнгә рәхмәтле булды ауылдаштары.

Хәсән үҙе лә күптән онотолған өй йылыһына ҡәнәғәт ине. Эсеүгә лә әүәҫлеген юғалтҡандай булды.

Тик ҙурайған һайын буй-һыны, холоҡ-фиғеле менән атаһына оҡшай барған Юламандың ғына күҙ ҡараштарын күтәрә алманы ул. Күҙ ҡабаҡтары аҫтынан һөҙөп кенә сәнсеп ҡарап ебәрһә, тотош тәнеңә һалҡын һыу һибеп ебәргән кеүек була ла ҡуя. Мөнәсәбәттәре насар түгел, үпкәләшмәйҙәр, тупаҫ һөйләшмәйҙәр. Тик Юламандың үҙһенмәүе, күңеле менән атаһы янында булыуы тойола ине. Көттөмө, юҡһындымы, сығып киткәндән һуң бөтөнләй хәбәр-хәтере лә булмаған, һис юғында аҡсалата ла ярҙам күрһәтмәгән атаһының ҡайтырына өмөтөн өҙмәнеме – Хәсәндең бергә йәшәй башлауына ҡаршылыҡ күрһәтмәһә лә, ихласлыҡ та тойолманы. Тәүге көндә ҡапҡа бағанаһы ултыртҡас, оло ҡапҡаға терәтеп ел ҡапҡаһы ҡуйҙылар. Ҡул осонда күгән тапмағас, Хәсән ҡайыш менән генә нығытып бәйләп тормаҡсы булып, элмәк урынына файҙаланылған ҡалын бер ҡайышты икегә ярмаҡсы булғайны, Юламан уның ҡулынан тартып алды:

– Ағай, теймә, атайымдыҡы ул, – тине. Икенсе юлы тағы ҡабатланды бындай хәл. Карам бәләкәй саҡта уҡ балыҡ тоторға әүәҫ булды. Әле лә өйҙә балыҡсылыҡ әйберҙәре күп кенә ине. Хәсән бер йомғаҡ жилка күреп ҡалды ла: «Юламан, ҡайҙа быймаңды жилка менән тегеп ҡуяйыҡ. Ныҡ булыр», – тигәйне, Юламан ризаһыҙлығын белгертеп, тағы тап Карамдыҡы кеүек күҙҙәре менән күңелен туңдырырҙай итеп ҡарап алды ла:

– Атайымдыҡы ул. Теймә, – тине.

Хәсәндең хәтере ҡалды ҡалыуын, шулай ҙа өндәшмәне. Тик эҙһеҙ ҙә үтеп китмәне был һүҙ ташлау – уйландырҙы. «Балаға ниндәй генә булһа ла үҙ атаһы яҡын...» – тигән һығымта яһап ҡуйҙы. Хәсән Юламанды үҙенә ылыҡтырырға, яҡынайырға тип, төрлө юлдар эҙләп маташты, әммә бала күңелен үҙенә бора алманы. Шунан Юламандың үҙ яйына ҡуйҙы. Уның ҡарауы Иркә, исеменә есеме тура килеп, Хәсәнгә һыйынып ҡына барҙы. Тотош ҡына Алһыуға оҡшауы менән дә яҡын ине ул. Бейеүгә әүәҫ ине, көйҙө лә әллә ишетте, әллә тойҙо – Хәсән гармунда бейеү көйө уйнай башлаһа, күҙ ҡараштарында дәртле нурҙар балҡып китә, ҡулдары көй ыңғайына һығылмалы хәрәкәттәр яһап, килешле генә итеп һынын турайтып, башын артҡа ташлап, һикереп төшөп бейергә әҙерләнә башлай. Тәүҙә тартына торғайны, тора-бара Хәсәнгә өйрәнде. Хәсән үҙе лә ҡулы бушаған арала Иркәне бейетеп-бейетеп алғыланы.

Шулай һәүетемсә йәшәп киттеләр. Тик Алһыу Хәсәндән бала табырға теләмәне. «Ике ата балаһын ҡарай алмам мин, Хәсән. Үҙ балаң булғас, ҙурҙарына һалҡынайырһың. Ә мин аҙ ғына ҡырын ҡарашыңды ла күтәрә алмам. Урынлы тыйыуың да урынһыҙ тойола башлар. Береһе зәғиф, икенсеһе ауырыу булғанға йәлләү ҡатыш яратам мин уларҙы. Киләсәк тормоштары өсөн борсолам. Иркә үҙәгемде өҙә. Ҡош һайрауҙарын да, шишмә сылтырауын да ишетә алмай. Мәхрүм бала», – тине.

... Эш ишетеүҙә генәме ни! Мин ишеткән көйө лә үҙемде-үҙем ғазаптарға һалдым. Күпме нәмәнән мәхрүм ҡалдым. Тәңре бит һәр кешегә йәшәрлек һөнәр бирә. Юламан да үҙ яйын табыр. Иркә кеүектәр ҙә хур булмай. Улар үҙенсәлекле бер донъя кешеләре. Уларҙың үҙҙәренең тормошо, үҙҙәренең яҙмышы. Үҙ-ара һөйләшә-аңлаша ундай балалар. Ғаилә ҡоралар. Улар бит донъяны үҙҙәре аңлаған тиклем, үҙҙәре аңлаған кеүек ҡабул итә һәм шуға яраҡлы йәшәй, шул кимәлдә бәхетле булалар.

Хәсән шулай тип йыуатмаҡсы була Алһыуҙы, «һинең балаң ғына улай түгел бит», – тип йыуатып буламы кешене?! Һәр кемдең үҙ хәсрәте үҙенә ауыр. «Кеше ҡайғыһы өрөп осормалы, үҙемдеке утҡа инмәле», тиҙәр бит, тип уйланы ла теле осона килгән һүҙҙәрен әйтмәй ҡалдырҙы, һүҙҙе үҙ яғына борҙо.

– Мин дә ҡыу ағас түгел бит, Алһыу...

– Аңлайым, һиңә бала кәрәк. Бергә йәшәй башлағанға тиклем уйларға кәрәк булған беҙгә. Әллә ни эшләп хыялый кеше кеүек хәл иткәнмен. Хәҙер бер-беребеҙгә ныҡ эҫенгәнбеҙ, һин нисектәр – мин шулай. Бөтә ғазаптарымдан ҡотҡарыусы, тамуҡтан ожмахҡа алып сығарыусы итеп ҡабул иткәнгәме һине, йәш саҡтан уҡ ныҡ яратҡанғамы, юғалтыу ғазаптарын ҡабатлағы килмәгәнгәме – күңелемдә нисә йылдар буйы өңөлә, тәрәнәйә барған һары һағыш урынында яҡтылыҡ булып урынлаштың да ҡуйҙың. Балаларға ла һинең менән рәхәт.

Алһыуҙың ошо һүҙҙәренән һуң, Хәсән Юламандың ҡарашын күҙ алдына килтерҙе лә Алһыуға икеләнеп ҡарап ҡуйҙы. Алһыу был ҡараштан тертләп китте. Ниндәйҙер хәүеф йөрәген өтөп, бөтә тәнен земберләтеп үтте. «Рәнйеттем, ахыры», – тип уйланы, шулай ҙа күңелендә төйөн булып йөрөгән дөрөҫлөктө әйтеүенә шат ине. Елкәһенән ниндәйҙер йөк төштө.

Хәсән Алһыуҙы ихлас яратты. Башҡа ҡатын-ҡыҙҙар менән осраҡлы ғына танышҡылап, мөнәсәбәттәрен тәрәнгә ебәрмәй генә ташлашып йөрөгәс, Алһыуҙан башҡа бер кеме лә юҡ ине уның. Тик ни эшләп һуң уның иң яратҡан кешеһе берҙән-бер үтенесенән баш тарта? Бынауындай буй-һын, көс-ғәйрәт менән ғүмерҙе бушҡа үткәрергәме? «Үҙ балам» тигән бәхетте татымаҫмы? Ир-егеттең яҡты донъяла йәшәүенең бар мәғәнәһе – нәҫел ҡалдырыу. Мин шуларҙан мәхрүмме ни?

Алһыу менән ошо һөйләшеүҙән һуң, Хәсән бер нисә тапҡыр эскеләп ҡайтты. Ундай көндәрҙә Карамдың ҡарашын ҡабатлаған Юламан менән осрашмаҫҡа тырышты. Быны Алһыу һиҙҙе. Бер саҡ тағы аҙыраҡ ылйы-мылйы булып ҡайтҡанында Юламанға ҡатырғанып өндәшкәнен дә ишетеп ҡалды. Сәбәбе бар ине. Юламан Иркәнең ҡулынан бер китапты тартып алды ла үҙ кәштәһенә һалып ҡуйҙы. Иркә иламһырағас, бәхәскә Хәсән ҡушылды:

– Былай ҙа зәғиф баланы ни эшләп илатаһың? – тине.

– Беҙ уның зәғифлеген телгә алмайбыҙ. Атайым шулай ҡушты, – тип ҡырт киҫте Юламан. Уның һөйләшеү кәлебе, торошо тотош ҡына Карамға оҡшап китте. Хәсән уға һирпелеп кенә ҡарап алды ла тәмәкеһен алып тышҡа сығып китте.

«Ух, Карам...» – тип тешен ҡыҫты. Был юлы арыу ғына итеп «өҫтәп» ҡайтты.

Айнығас, үҙәктәренә үтеп йөрәге сәнсте, башы ауыртты.

– Баш төҙәтергә кәрәк ине, Алһыу. Башҡа ауыҙға ла алмам. Ошонан һауыҡһам, етте, төйнәйем, – тип үтенде.

Алһыу ышаныр-ышанмаҫ ҡына ҡарап алды ла алдына ярты ултыртты.

– Әгәр миңә бер генә булһа ла малай табырға уйламаһаң, мин китәм, – тине Хәсән.

– Кит, Хәсән. Бер иҫеректең башын төҙәттерә-төҙәттерә ялҡҡанмын инде. Үҙ башым ҡыйшая яҙғансы түҙҙем. Балаларҙың үҙ атайҙары булғанға... Ә һин эсә башлаһаң, түҙеүемде ни тип аҡлармын? Бер башлағас, ташлай алмаҫһың инде. Бала булмау һылтау ғыналыр. Эсәм тигән кешегә һылтау аҙым һайын. Себерҙә ни тип ҡайтмай ятып эстең? – тине Алһыу.

Алһыуҙың һуңғы һүҙҙәре Хәсәндең былай ҙа әрнегән йөрәгенә уҡтай ҡаҙалды. Ҡанһырап киткәндәй тойолдо.

Ул нефтселәр янына ҡабат китте.

4

Был килгәнендә ул үҙендә үҙгәреш һиҙҙе. Уйсанланғайны, олпатланғайны. Ни эшләптер ваҡытлыса ғына йәшәгән һымаҡ тойҙо үҙен. Ниндәйҙер тамамланмаған эше булғанға ғына ҡабат килгән дә бына-бына барыһына ла ҡул һелтәр ҙә ҡайтып китер төҫлө йәшәне. Ресторанға ла йөрөмәне. Башҡа ғаиләле ирҙәр менән бергә ашханаға йөрөп ашаны. Эсмәне лә. «Әллә дауаланып килдеңме? Байырға уйланың инде, ә?!» – тип мыҫҡыллабыраҡ төрттөрөүсе элекке «шешәләштәренә» лә «эйе шул» тип кенә яуап бирҙе лә ҡуйҙы.

Бер саҡ төн уртаһында Алһыуҙың «Хәсән!» тип өҙәләнеп саҡырыуына уянып китте. Ике йылдан ашыу ваҡыт үткәс, һәр саҡ төн уртаһында уята башланы был тауыш. «Һаташыумы? Һағыныумы? Үкенеүме? Хәүефме?» – нимә икәнлеген дә аңламаны. Ә бер мәл тағы төн уртаһында ошо саҡырыуға ҡапыл уянып, һикереп торҙо ла йөрәге һыҙлауға бик оҙаҡ йоҡлай алмай ғазапланып ятты.

– Башҡаса булдыра алмайым. Бөттө. Етте, – тип ҡайтырға йыйынды. – Алһыу минең өсөн генә тыуған был донъяға. Балалар үҫер ҙә китер. Хәҙер Юламанға ла ун дүрт йәш. Ирҙәрсә һөйләшеп аңлашыр йәшкә еткән. Уның менән дә һәүетемсә йәшәп булыр. Иркә күптән өйрәнгәйне инде. Бында ла итәк тултырып бала үҫтереп ятмайым. Ҡайтам, Алһыуҡайым, ҡайтам.

... Күстәнәстәр алып, тейәнеп туп-тура Алһыуҙарға ҡайтып төштө Хәсән. Юл буйы нисек ҡаршы алырҙарын, Алһыуҙың ваҡ ҡына ап-аҡ тештәрен йылтыратып, күҙ йәштәре аша шатлыҡлы йылмайыуын, үҙенең уны йыуатыуын, башҡа бер ваҡытта ла ташламаҫҡа ант итеүен күҙ алдына килтереп, бер моңһоуланып, бер йылмайып килде.

Бына таныш һуҡмаҡ. Таныш ҡапҡа бағанаһы. Ел ҡапҡаһы асыҡ... Ишек алдында Юламан сүкеш тотоп ниҙер йүнәтеп маташа. Эргәһендә Иркә икмәк кимерә.

– Иркә! Юламан!

Иркә йүгереп килеп ҡосаҡлап алды ла ҡап-ҡара моңһоу күҙҙәрен тултырып Хәсәнгә баҡты. Хәсән ҡарашын ситкә борҙо. Ҡарай алмай ул ошо баланың күҙҙәренә. Теле менән әйтә алмағаны тотош ҡына ҡарашында сағыла... Тик әле ни эшләп шул тиклем һағыш? Бынан ике йыл элек кенә был ҡарашта балаларса бер ҡатлылыҡ, һәр нәмәгә ҡыуаныу, шатлыҡ осҡондары сағыла ине. Әле ул күҙҙәр ҡара упҡын һымаҡ. Тәңре уның зәғифлеген күрһәтмәҫ өсөн, ҡарап тормалы һылыу итеп яратҡандыр инде, тип уйлай торғайны Хәсән. Әле был матурлыҡ ғазап, зар өсөн бар булғандай тойолоп китте, һөйләшкән бала булһа, бәлки, һүҙҙәр менән әйтелә, бушатыла барыр ине кисерештәре... Ни булған һуң уға?

Иркәнең артынса Юламан да һәлмәк кенә аҙымдар менән килеп күреште. Уның да йөҙө йонсоу, һурыҡҡан, ҡарашы өлкәндәрҙеке кеүек етдиләнгән. Хәсән ниндәйҙер хәүеф тойҙо.

– Хәлегеҙ нисек, балалар? Әсәйегеҙ ҡайҙа?

– Әсәйем ауырый, – тине Юламан. Үҙе ҡарашын йәшерергә теләгәндәй, башын аҫҡараҡ эйҙе. Шунан, ҡапҡа бағанаһы ҡаҡшаны, ағай. Ауыл осонда йәшәгәс ни, һыйырҙар көтөүгә киткәндә лә, ҡайтҡанда ла ышҡынып үтеп китәләр ҙә ҡаҡшата ла ҡуялар, – тип өҫтәне, нимәгәлер аҡланғандай.

Хәсән ҡапҡа бағанаһы тураһында уйламай ине, уны Иркә күҙҙәрендәге һағыш һәм Алһыу борсоно.

– Әсәйегеҙ ҡайҙа, балалар?

– Ауырый ул, – тип ҡабатланы Юламан шул уҡ һүҙҙәрен, шундай уҡ тауыш менән. Шунан Иркәгә ым-ишара менән ниҙер аңлатты. Иркә лә башын түбән эйҙе. Ҡараштарын, ҡараштарындағы дөрөҫлөктө йәшерергә маташтылар. «Минән баш тарталармы әллә?» тигән уй үтеп китте Хәсәндең зиһенен ярып.

– Алһыу ҡайҙа? – тине Хәсән тағы, өҙәләнеберәк.

– Ни эшләп әйтмәйһегеҙ?

– Әйттем бит, ағай. Ауырый ул. Әле генә өйҙә юҡ.

– Ә һеҙ нисек йәшәйһегеҙ һуң? Үҙегеҙ генәме ни?

– Баҙарға барам. Баҙарсыларға ярҙам итәм.

– Район үҙәгенәме? Алты саҡырымғамы? Көн һайынмы? Йәйәүләпме?

– Көн һайын. Ашарға кәрәк бит. Ағай, көтөү ҡайта башлаһа, малдар инеп, картуфыбыҙҙы тапай. Шуға ашығып йөрөй инем. Ҡапҡа бағанаһын нығытыш әле. Кискә тиклем өлгөрөргә ине. Һылыуым менән икәүләшеп ҡарауыллап торған булабыҙ ҙа, барыбер инәләр. Улар күмәк, беҙ икәү генә. Ҡыуып өлгөртә алмайбыҙ, – тине Юламан.

Хәсән, ҡулындағы әйберҙәрен индереп ҡуйырға тип, турайып баҫты ла, тәү ҡайтҡандағы кеүек көләс Алһыуҙы күрергә теләгәндәй, ҡапҡа яғына боролоп ҡараны һәм... ни эшләргә белмәй аптырап ҡалды. Ҡапҡанан Алһыу инеп килә ине. Сикәһенә матур ғына итеп төйнәп ҡуя торған толомо һүтелгән, өҫтөндә – һәр ваҡыттағыса нескә биленә кипсәлтеп кенә кейеп йөрөй торған күлдәк түгел – һәлберәп төшкән нимәлер кейгән, йөҙө шешмәкләнгән.

– Ҡапҡа бағанаһы нығытышырға ҡайттыңмы? Һа-һа-һа, – тигән һымаҡ нимәлер мығырланы ла, аяҡтарында баҫып та тора алмай, бауланып төшөп ултырҙы.

Хәсән бының өн икәнлегенә ышанырға теләмәгәндәй, урынынан ҡуҙғалырға ла, ҡуҙғалмаҫҡа ла белмәй тик торҙо. Аяғына таш бауланған һымаҡ тойҙо.

Иркә Хәсәндең беләгенән ҡыҫып тотоп алды ла мөлдөрәмә моң-ғазап тулы күҙҙәрен уға баҡты. Ошо өмөтһөҙлөктән, билдәһеҙлектән ҡотолоу юлын Хәсәндә генә тапҡан кешеләй, «инде китмә, ағай, китмә, беҙҙең бер кембеҙ ҙә юҡ бит!» тигән кеүек ине уның ҡыҫып тотоп алыуы. Бер килке шулай тора бирҙе лә, Хәсән бер ни өндәшмәгәс, сеңләп-сеңләп илап ебәрҙе. Уның илауына Юламандың күҙҙәренә лә йәш килде. Ул ҡапыл ғына боролоп, еңе менән ялп иттереп бите буйлап тәгәрәп төшкән йәш бөртөктәрен һөртөп алды ла, ирҙәрсә түҙем һәм һалмаҡ ҡына итеп:

– Һин киткәндән бирле ошолай йәшәйбеҙ. Өйгә инегеҙ, ағай. Былайтып тормайыҡ, – тине хужаларса.

– Ә ҡапҡаң? – тип һораны Хәсән, ни әйтергә белмәй.

– Ҡапҡа бағанаһын ғына төҙәтермен дә ул, – тигән булды ла Юламан, әсәһенә ҡарап, – Әйҙә, әсәй, ин, йоҡлап ал, – тип, әсәһен ҡултыҡлап алды.

Хәсән бала ҡулы менән генә терәтеп ҡуйған бағанаға күҙ һалды ла: «Теге ваҡытта уҡ бағана яңыртып, ныҡлап ултыртҡанда була ине инде...» – тип, үҙенә йәне көйә-көйә, эшкә тотондо.

Мәрйәм БУРАҠАЕВА.

Г. Ноғоманова һүрәте.

Читайте нас: