Бөтә яңылыҡтар

Ярҙағы усаҡтар. Хикәйә

Ул арала теремек кенә бер әтәсте өҫкә күтәреп, бөтөн баҙарға ишетелерлек итеп, Ҡотлас яр һалды: – Петух! Жирный петух! Кому нада жирный петух?! – Әтәскә яуған мәҙхиә бының менән генә сикләнмәне. – Петух я те дам! Баш – мукалашка, кикрек бысҡы, суҡыш – каталашка, ҡанат – бөркөттөкө, аяҡ шайтандыҡы! Кому нада, падхади – пустой рука не уходи!

Ярҙағы усаҡтар. Хикәйә
Ярҙағы усаҡтар. Хикәйә

Кешегә иң ныҡ йәбешкәне исем. Хәйер, исемгә ҡарағанда ҡушаматтың әрһеҙерәк йәбешеү ихтималы ла юҡ түгел, мәгәр Ҡотлас – ул Ҡотлобикәнең ҡыҫҡартылған төрө лә, ҡушаматы ла, хужаһының холоҡ-фиғел, һөнәр-кәсеп даирәһен үҙ эсенә алған һүҙ ҙә. Ҡотлас – Ҡотлас инде, уны башҡа исемдәр менән дә, кешеләр менән дә бутау мөмкин булмаған хәл.

Ҡотлас беҙҙең ауыл кешеһе түгел. Ул беҙҙән өс саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Туҡтамыш ауылынан. Туҡтамыштағы өйҙәр һаны мин белә-белгәндән ундан артманы. Әллә, бәлки, Туҡтамыш беҙҙеке ише ҡәҙимге бер ауыл булһа, Ҡотлас беҙҙә ул тиклем үк абруй ҡаҙанмаған да булыр ине. Үҙ ауылында Ҡотластың баҙарын тейешле юғарылыҡта тоторлоҡ мөмкинлек булһа, ул, бәлки, беҙҙең ауылға яҡын да юламаҫ ине. Хәйер, тыуған ер менән ата-әсәне кеше үҙе һайламай, ул мәсьәләләр әҙәм донъяға тыуғансы уҡ хәл ителеп ҡуйылған. Бына шунлыҡтан Ҡотластың бер аяғы Туҡтамышта мыштырлаһа, икенсеһе (ул бер аяҡҡа зәғиф, уң аяғы тубыҡтан бөгөлмәй), һауы, Күсемдең эреле-ваҡлы йорттарын барлай, шарҡылдап көлә-шаяра, һылтаҡлаған хужаһының бигүк ҡатмарлы ла, бигүк зиннәтле лә булмаған мөлкәтен күтәрешеп, таныш һәм ят, танһыҡ һәм күңел тартмаған тупһаларҙы аша атлата.

Мөлкәт, тигәс, Күсемгә киткәндә Ҡотлас бөтә монаятын үҙе менән ҡуша күтәреп алып сыға икән тип уйлау ҙа төптө дөрөҫ булмаҫ. Ҡотлас алды-артын уйламаған иҫәр ҡатын түгел: нимәне күпме алып сығырға үҙе белә. Ҙур булмаған шәлъяулыҡҡа биш-алты сынаяҡ, сәйнүк, берәй иләк, ҡайсы, баш йәки кәзә тарағы һалына. Фәҡәт берәр генә, сөнки төргәкте теләгән бер «хөкүмәт кешеһе»нең асып ҡарау ихтималы бар. Ҡотлас шундайын әйберҙәр һалынған төйөнсөктө күтәреп сығырға йөрьәт итә икән, тимәк, кемдәрҙер был әйберҙәргә әсе ҡытлыҡ кисерә, ә үҙҙәренең Магнит һынлы Магнитҡа барып әйбер алырға дарманы етмәй. Дарман бит ул дәрткә ҡарап йөрөмәй.

Әлбиттә, Ҡотлас ҡушылған кәрәк-яраҡты үҙ хаҡына килтереп тоттормай, ләкин быны иҫәпкә алған кеше юҡ: юл аҙабы – гүр ғазабы, бер ниндәй транспорт менән тоташтырылмаған Магниттан шул саҡлы әйберҙе күтәреп ҡайтыу – йәһәннәмдең үҙенән иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуға тиң бит инде ул...

Бына шулай хәрәкәт – бәрәкәт игеп йәшәй Ҡотлас. Ауыл Советы уны был рәүешле йәшәү сығанағынан мәхрүм итергә күп тапҡырҙар тырышты, бикләп тә ҡараны, спекулянттан әйбер алған кешеләргә штраф та һалғыланы, мәгәр Ҡотласты был саралар һөнәренә тоғролоҡтан яҙҙыра алманы. Ә инде язаның ҙурырағын ҡулланырға Ҡотластың зәғифлеге, һатҡан әйберҙәренең ваҡлығы, ауыл халҡының Ҡотластан алған кәрәк-ярағының хаҡын һәр саҡ кәметеп әйтеүе ҡотҡара килә шикелле, һәр хәлдә, мин үҙем шулай уйлайым: кемдең шундай кәрәкле кешенән ҡолаҡ ҡағаһы килһен?!

Ҡотластың кәсебе алып-һатыу менән сикләнә, тиеү ҙә бик дөрөҫ булмаҫ. Ҡотлас яҡын килә башлаһа, балан, муйыл ҡыуаҡтары ҡурҡышынан үҙҙәре эйелә, тиҙәр. Уның менән бергә емешкә йөрөгәнем булмағас, ул тиклеменә шаһитлыҡ ҡыла алмайым, мәгәр Ҡотластың еләк бешкәндән балан балланғансы Магнит юлын тапауы һәр кемгә мәғлүм.

Бынан тыш, әбей-һәбей уға йөнөн дә, мамығын да, йомортҡаһын да биреп һаттыра. Ҡотлас уларҙы күпмегә, нисек үткәрә торғандыр, уныһын Хоҙайҙың үҙе лә Ҡотлас белә. Ә әйбер хужаларын ул аҡсалата түгел, әйберләтә, үҙ яйы менән ризаландыра.

Ҡотластың йәнә бер һөнәр тиһәң, һөнәр түгел, кәсеп тиергә лә тел әйләнмәй, ғәҙәте бар тиҙәр. Үҙем күрмәгәс, ул тиклемен раҫлай алмайым. Әле бер кемдең дә уға атап ҡына: «Һин ҡараҡ, һин бур», – тигәне юҡ. Ә инде: «Ҡулы шуҡ шул уның», – тигәнде йыш ҡына ишетергә тура килә икән, кем тураһында нимә тимәйҙәр.

Нисек кенә булһа ла Ҡотластың һис нигә бирешмәй, бошонмай, кисә үҙен спекулянтлыҡта ғәйепләп кәнсәгә бикләп ҡуйған хөкүмәт вәкилдәренә лә, ете юл сатында артмаҡ-тартмағы менән транспорт көтөп торғанында ултыртмай киткән таш бәғергә лә берҙәй алсаҡлыҡ менән шарҡылдап көлөп сәләм биреп, ни осраһа, шуға аяҡты пистолет көбәгеләй төҙ ҡатырып ултырып алып, теләгән яғына тоҡойоп сығып китеп йәшәп ятҡан көнө. Туҡтамышта уның ауырыу ғына ҡарт әсәһе, үҙенән ике-өс йәш кесе, аҡылға бер көй ҡустыһы бар. Донъяны шулар тәгәрәтә, ә Ҡотлас, яҙмыштың эҫелегенә ҡаҡса күкрәген ҡаршы ҡуйып, мал таба...

Яҙмыш тигәнең мине лә бына ошо сауҙа эшендә теше сығыу түгел, эт ҡайышына әйләнгән кеше менән сәфәр сығарып ебәрҙе. Ҡотластың кем икәнен хәлдән килгәнсе төшөндөрҙөм, буғай. Үҙем хаҡында ни әйтергә һуң? Ҡотлас менән үҙемде сағыштырып мәшәҡәтләнеп тороу ҙа урынһыҙ: мин үҙебеҙҙең кәртә артын үтеп, сит-ят ергә аяҡ баҫҡан бәндә түгелмен. Етенсене тамамлағансы әсәйемдең итәк аҫтынан сыға алмаған меҫкен бер себешмен. Себеш, тип, сибеклегем, йыуаш холҡом арҡаһында ғына шулай күренәм мин, ә йөрәгемдә ер шарын йәйәүләп урап сығырлыҡ, һикереп айҙың үҙенә етерлек дәрт-ҡеүәт барлығын тоям. Тик шул урындан дауыл кеүек ҡубып сығып китергә дарман юҡлығы ҡамасаулай. И-и! Дарман булһа, беҙҙең ауылдан алтмыш саҡрым алыҫлыҡта ғына ятҡан Магнитты барып күрмәй түҙер инемме?! Китап биттәренә уның домна мейестәре төшөрөлгән һүрәттәрен ҡарайым да: «Домна-мартиндар яңғыраһындар!» – тигән йырҙы тыңлайым да хәҙер, ошо минутта шул тарафтарға осоп сығып китерҙәй булам. Ниһайәт, тырыша торғас, әсәйемдең ауыҙынан: «Етене тик бишкә бөтһәң, Магнитҡа алын барам», – тигән һүҙ ысҡыныуын ишетергә яҙҙы. Бишкә! Һи-и... нимә ул? Математикаға көс төшөрә, әҙерәк географияны тырыштыра бирһәм, башҡа фәндәр менән минең ара былай ҙа ал да гөл!

Ләкин «алып барам» еңел генә хәл ителә торған мәсьәлә булмай сыҡты. Уҡыуҙы әйтмәйем, таныҡлыҡ түңәрәк күл кеүек ялт итеп тора. Эш тағы ла шул дарманға килеп терәлде. Йәй уртаһы етеү түгел, көн көҙгә ығыша башланы, ә ул тоттормай. Магнитҡа китеү тураһында һөйләй торғас, өйҙәгеләрҙең тәҡәтен ҡоротоп бөттөм – «Магнит» тип ауыҙымды асыу менән әсәйемдең һөмһөрө ҡойола. Әсәйемдең барлы-юҡлы аҡсаһын ҡайҙа тартырға, нисек еткерергә белмәй өҙгөләнгәнен аңлайым мин, тик бит миңә лә вәғәҙә менән урынынан ҡуҙғытылған, ярһытылған йөрәк ирек бирмәй. Ҡатлы-ҡатлы йорттар, трамвайҙар, автобустар, көҙгөләй ялтырап ятҡан урамдар, әҙәм буйынан да бейегерәк тәҙрәле магазиндар, парктар төшөрөлгән һүрәттәрҙе күрһәм, эсемдәге ҡала күреү ҡомары ас бүре булып олой башлай. Ә бер көн түҙмәнем, мәсьәләне әсәйем ҡаршыһына бөтөн ҡәтғилеге менән ҡуйҙым: «Магнитҡа ебәрмәһәң, һигеҙенсегә уҡырға барыу юҡ! Етте инде миңә, ҡалала фәлән нәмә бар икән, төгән нәмә бар тиҙәр, тип һөйләп ултырыу. Ошо йәшемә етеп, бер ҡала күрерлек тә рәт булмағас, икмәк серетеп уҡыуҙан ни файҙа?!»

Башҡа ваҡыттағы шикелле, әсәйем әүрәтмәне лә, йыуатманы ла өндәшмәҫ булды.

Бер көн кискә табан беҙгә Ҡотлас килеп инде. Ҡулында әйбер-ҡараһы күренмәй. Уның менән әсәйем араһында ниндәй һөйләшеү булғандыр, уныһы ҡараңғы. Ни өсөн тигәндә, әсәйем ҡапҡанан Ҡотластың уң аяғы инеп бөтөр-бөтмәҫтән, мине йәһәтләп алыҫтағы Төпкөл шишмәһенә һыуға ебәрҙе.

Ҡайтҡанымда Ҡотластан елдәр иҫкәйне, иллә-мәгәр ул килеп киткәндең иртәгеһенә беҙҙә ни ҡупҡанын күҙ алдына килтерһәгеҙ! Иртәнге хәйерле сәғәт ул көндө тауыҡ кетәгендә яҙ башында уҡ мин үҙем тауыҡ аҫтына һайлап һалған йомортҡаларҙан сыҡҡан, ни хикмәттәндер һәр ҡайһыһы ир енесле булып яратылған, йәй буйы иркен йөрөп ҙурайып киткән оҙонтороҡ ҡоштарҙы тотоуҙан башланды. Әтәстәрҙе әйтәм, эш тотоуға ҡалһа, ҡәһәр заттар икән: кетәк йөн менән тулды, ә тауыш... Уны аңлатырға ҡәҙимге әҙәм теле етмәй. Ҡараштарын әйт әле һин уларҙың? Барлы-юҡлы ҡотоңдо ботоңа төшөрөрлөк бит...

Тотолған бер әтәс ҡаҙанға түгел, уйым-уйым тишелгән тоҡҡа төшә торҙо. Теүәл ун әтәс төшкәндән һуң, тоҡтоң ауыҙы әтәс түгел, әҙәм ҡасып сыға алмаҫлыҡ итеп шыҡрайта бәйләнде. Әсәйем уларҙы уңайы сыҡҡан һайын, әрәмтамаҡтар, тип әрләй торғайны (мин өндәшмәйем, тауыҡ аҫтына йомортҡаны үҙем һалдым бит), әллә был уның файҙаһыҙ енесле ҡоштарҙан шул рәүешле үс алыуы микән?..

Тулап, шарылдап ятҡан тоҡ солан янына өҫтөрәлеүгә, ҡапҡанан Ҡотластың һул – һау аяғы күренде, аяҡтың хужаһы икенсеһен эскә тартырға ла өлгөрмәне, әсәй миңә танһыҡ сәфәргә хәйер-фатихаһын бирҙе:

– Бына Ҡотлобикә апайың. Ул һине ҡала күрһәтергә алып барырға килгән. Ошо әтәстәрҙе һатып, үҙеңә кәрәк-яраҡ та алып ҡайтырһың бер уңай. Апайыңды тыңлап ҡына, хәүеф-хәтәрһеҙ генә йөрөп ятығыҙ. Өҫтөңә кейгән әлеге кейемең ярар, клубҡа бейергә бармайһың.

Күҙҙе мөлдөрәтеп, берсә әсәйемә, берсә тоҡто бүҫә яҙып шарылдаған әтәстәргә ҡарайым, ләкин минең ҡарашты абайларға ваҡыт тар булып сыҡты – беҙҙе Асҡарға тиклем ултыртып алып барасаҡ машина ҡапҡа төбөнә үк туҡтаған икән.

Әтәсле тоҡто шофер ағай машина кузовына елсәне, оҙаҡламай мин дә улар янына үрмәләнем. Ҡотлас әсәйемә ҡарап шарҡылдап көлә-көлә ниҙер әйтте лә, төҙгә ҡатҡан аяҡты кабина эсенә ни хәл урынлаштырырға уйлағандыр, көлә-көлә шофер янына күтәрелде. Нисәмә йылдар мөғжизә көтөп елкендергән, төштәремә инеп хыялый яһаған сәфәргә мин ошо рәүешле ҡуҙғалдым. Елдек кенә! Таныш булмаған ер-һыуҙы, ауылдарҙы күреүҙән башым күккә тейеп киләм. Алда – Магнит! Алда мине мөғжизәләрҙең мөғжизәһе көткәндә, тоҡтағы тишектән йә ботон, йә башын сығарып имәнес ҡытҡылдаған ҡош шәрәмәттәре лә булдымы бер ҡайғы. Теләйем икән – мин уларға әйләнеп тә ҡарамаҫҡа булдыра алам. Тишекле бер тингә лә тормаған әтәс заты ни өсөн әле минең танһыҡ сәфәргә сығыу шатлығын томаларға тейеш?! Һәм шулай иттем дә: Асҡарға барып етеп, был машинанан төшөп ҡалғансы артыма бер тапҡыр ҙа әйләнмәнем.

Асҡар – ҙур ер икән. Ҙур булһа ла, ауыл – ауыл инде. Күреү менән иҫтән яҙып ғәжәпләнерлек әллә нәмәһе юҡ. Ҙур ер булғас, машинаһы ла оҙаҡ көттөрмәне, машина, тип, машина уҡ түгел дә, ләкин мотоциклдың машина ҡәҙәрлеһе. Өс тәгәрмәслеһе. Тамуҡ тауыштары сығып торған йөк менән быныһы алғанға ла бик шөкөр...

Мотоцикл коляскаһының ал яғына әтәсле тоҡто һалып, үҙем дә шунда инеп ултырҙым. Ултырҙым, тип, ултырттылар: тауышлы ғына түгел, был мәлгә инде ярайһы мул еүешләнеп, улай ғына ла түгел, еҫләнеп өлгөргән тоҡ минең аяҡтар өҫтөнө тура килде. Ҡотласты әйтәм, уңай урынлашты: бөгөлмәгән аяғы бында кабиналағы тарлыҡтың ни икәнен белмәй иркенләп ҡатты. Был мотоциклдан алда үткән ике машинаға Ҡотластың ҡул күтәрмәүе тиккә булмағандыр, тим...

Барабыҙ. Бер саҡ алда бихисап торбаларынан күкле-йәшелле, ҡыҙыллы-һарылы төтөн урғылтҡан иҫ китмәле ҙур, иҫ китмәле мәғрур ҡала күренде. Бына, исмаһам, торбалар, бына, исмаһам, төтөн! Бына ҡайҙа ул көс, ҡөҙрәт! Ҡалаға яҡынайған һайын тулҡынланам, яҡынайған һайын елкенәм. Ҡаланың үҙенә барып ингәс, бынау хәтле мөһабәтлеккә сорналыуҙан йөрәккенәң шартлап китмәҫ, тимә! Мине ошондай сәфәргә алып сығып киткән Ҡотласҡа ни әйтәһең инде? Күңел эрене... Ҡотлас миңә бер туған апайым кеүек яҡын булып китте.

Килеп төштөк. Ҡотлас мотоцикл хужаһы менән, Асҡарға килтергән шофер менән айырылышҡандағы шикелле, шарҡылдап көлә-көлә, тинлекме, һумлыҡмы аҡса биреп хушлашты.

«Вокзал» тип аталған мөһабәт рәүешле таш йортто тамаша ҡылып та өлгөрмәнем, Ҡотлас мине тоғом-утым менән күн тәҙрәле, ҡыйыҡһыҙ өйгә оҡшатып эшләнгән машинаға өҫтөрәне:

– Трамвай! «Левый»ға бара. Йәһәт бул, инә һал!

Индем. Халыҡтың ҡупшылығын, машина эсенең таҙалығын күреүҙән һушым алынды. Ошо саҡ мин үҙ ғүмеремдә беренсе тапҡыр өҫ-башымды ҡаты тәнҡит утында көйҙөрҙөм: әтәс тотҡанда туҙған сәскә мамыҡ һырыған, күлдәк кисә ниндәй булғандыр, мәгәр әшәке ҡоштарҙы алдыма һалып килгәндән һуң уның ҡарар ере ҡалмаған, аяҡ кейеме хаҡында оҙон-оҙаҡ һөйләп тороуҙың кәрәге юҡтыр, тим, кәртә араһына ла, һыуға ла, емешкә лә һөйрәгән, донъяның әсе-сөсөһөн күп күргән калуш бит инде ул...

Ошондай йолҡош хәлендә лә бер мөйөштә баҫып торор инең әле, минең үҙемдә кешегә йоғонорлоҡ әрһеҙлек юҡ, кешелә лә миңә йоғонорға ниндәйҙер дәрт-теләк тыуалыр тип уйлауҙан йыраҡмын – әгәр ҙә ки бынау Алланың ҡаты ҡәһәре төшөп, тоҡтан сыға алмай тонсоҡҡоро әтәстәре булмаһа! Трамвайға килеп инеү менән ярһып ҡытаҡларға, пыр туҙып һуғышырға керешмәһендәрме! Хатта күпте күргән, ошоғаса тоҡтағы йән эйәләрен бар тип тә белмәй килгән Ҡотластың түҙемен һындырҙы был хәл:

– Типә, ҡороғорҙар! – тип тамағын йырта яҙып ҡарғаны шуларҙы Ҡотлас.

Башҡа ҡоштарҙы белмәйем, әтәс ҡыҙһа, туҡтатып алып булмай икән. Тиҙҙән тоҡтоң анһыҙ еүеш туҡымаһының бер нисә урынынан ҡан табы ҡалҡты. Трамвайын да әйтер инем, аҙым һайып туҡтай, туҡтай ҙа, инегеҙ тип ҡысҡырғандай, ишектәрен шар асып ебәрә. Асыҡ ишеккә кеше инмәйме? Инә. Инә лә ҡарашы менән ҡот осмалы тауыш килгән мөйөштө ялмай. Ә мөйөштә мин, бисара ла, ҡәһәрле тоҡ. Ҡотласты әйтәм, анһат ҡотолдо, трамвайҙың иң алдағы ултырғысына ултырып алды. Ботто өйөндәге шикелле иркенләп һуҙҙы...

Их, мин әйтәм, ер тишеккәйҙәре булһа, уйламай сумыр инем бит. Хур булыу, тигәс тә ошо саҡлы халыҡ алдында, ҡала һыйлы ҡалаға килеп хур булырға тигәнме?! Тәҙрәнән күренгән ҡатлы-ҡатлы йорттарҙы, магазиндарҙың аллы-гөллө тәҙрәләрен күҙәтеп барыу ҡайғыһы күптән китте. Мин хәҙер уларға ҡарай ҙа алмайым, дөрөҫөрәге, күрә алмайым. Ана бит хатта торбалары ла күкле-йәшелле төтөн түгел, әскелтем-сөскөлтөм мыҫҡыл бөркә. Трамвайы бер өҙлөкһөҙ «тоҡто тарт», «тоҡто тарт» тип теңкәгә тейә. Ә тоҡто ҡайҙа тартһаң да әҙәм күҙенән йәшерерлек түгел. Етмәһә, алда мине язаның еллерәге көтә: ошо ғифрит кеүек тоҡто күтәреп, ошо кешеләр араһынан сығып китергә тейеш бит әле мин! Тимәк, мин ошо оятсылыҡты йөкмәп күпме күҙ аша атларға тейеш! «Юҡтырһың да, Аллам!» тигән юлдар атаҡлы шағирға, ҡасан, ниндәй шарттарҙа килгәндер, мин үҙем был сараһыҙлыҡты тәү башлап бына ошонда, бысраҡ һарҡынды ағып торған көр тауышлы тоҡто трамвайҙың бер башынан икенсе башына өҫтөрәгәндә татыным...

Трамвайҙан сығып бөткәндә, минең иҫ инерле-сығырлы ине инде. Ҡотлас ниҙер тыҡылдай, минең ни үле, ни тере торғаным уға ла барып еттеме – артабан, баҙарға тиклем, тоҡто үҙе өҫтөрәне.

Ҡотлас шәп атлай. Әлдән-әле елкәһендәге тоҡ аша әйләнеп.

– Йәһәтерәк бул, Зәлифә! Һинең йыбырлағаныңды баҙар көтөп тормай! Әтәсең менән төнгә саҡлы шаҡ ҡатып торорға итәһеңме?! – тип ҡысҡырырға ла онотмай.

Килеп еттек. Баҙар тигәндәре иҫәпһеҙ күп халыҡ, прилавкалар тулы туҙға яҙған һәм яҙмаған әйбер икән. Ҡыҫҡаһы, эттән алып бесәй балаһына тиклем бында сауҙа есеме.

Ҡотлас, баҙарға килгәндәге тиҙлеген кәметмәй, халыҡты шарылдап торған әтәсле тоғо менән йырып, һөжүмгә ташланған һалдат тәүәккәллеге менән алға ынтылды. Өҫтө буялған мәрйәләр талашына иғтибар итмәҫтән, ҡаһармандарса алға бара был. Мин дә ҡалышмайым: Ҡотластан күҙ яҙһам, бөттө баш. Уныһын төшөнәм.

Ниһайәт, Ҡотлас прилавка артына, йомортҡа һатыусылар янына барып баҫты. Баҫыуы булды – аяҡтары тышаулы әтәстәрҙе пырылдатып тоҡтан һөйрәп сығара башланы. Тағы ниҙәр күрәһеләрем бар икән? Ата-бабам күрмәгән хурлыҡлы кәсепте, етмәһә, әтәс һатып, шулай уҡ мин башлап ебәрерменме икән?! Ул арала теремек кенә бер әтәсте өҫкә күтәреп, бөтөн баҙарға ишетелерлек итеп, Ҡотлас яр һалды:

– Петух! Жирный петух! Кому нада жирный петух?! – Әтәскә яуған мәҙхиә бының менән генә сикләнмәне. – Петух я те дам! Баш – мукалашка, кикрек бысҡы, суҡыш – каталашка, ҡанат – бөркөттөкө, аяҡ шайтандыҡы! Кому нада, падхади – пустой рука не уходи!

Бөттө баш. Был саҡлы маҡтауҙан һуң, халыҡ беҙ торған прилавка артына айыу бейегәнен ҡарарға йыйылған һымаҡ эркелер инде! Ошо минутта кеше күҙенә салынмаҫ өсөн энәгә, хатта сүпкә әүерелергә әҙермен. Халыҡ килеп беҙҙе һырып алғылағансы прилавка аҫтына сумдым.

Ни тиклем генә михнәтле булмаһын, биш-алты әтәс Ҡотлас тырышлығы менән бик тиҙ осто. Үҙҙәре лә арыу ғыналар, эреләр, йомролар ине. Ҡалғандары менән эш оҙаҡҡа һуҙылырға оҡшай. Киләләр ҙә ҡапшайҙар ҙа китәләр, буғай, һәр хәлдә, мине ваҡытлыса булһа ла оятсылыҡтан һаҡлаған прилавка аҫтына – «засада»ға Ҡотластың:

– Больно хороша петух! Не петух, а гусак! – тигәненә ҡарата халыҡтың:

– Господи, как можно дохлятину хвалить, – тигәне ишетелә.

Мәгәр баҙар һирәгәйҙе. Көн дә кискә һарҡты. Кистән бирле эскә борсаҡ та төшкәне юҡ. Ҡотласты әйтәм, сыҙамлы йән икән – Асҡарҙа эсеп алған һыу менән ҡымшанмай ҙа тора, етмәһә, бөтә һатыусыларҙан да уҙҙырып ҡысҡыра.

– Ике әтәс ҡалды, – тине Ҡотлас, тоҡтоң төбөн һәрмәп. – Хәйерсе, әллә береһе шытҡан инде?!

Шытырһың да. Әтәс түгел, мин бында үҙем шытып барам. Эсенән йәне сығып өлгөрмәгән бер аҡ әтәсте прилавкаға һуҙып һалғас, Ҡотлас һуңғыһына үрелде.

– Үлгән, – тинем мин, һыуһыҙлыҡтан ҡорғаҡһыған телемде аңҡауҙан көскә ҡуптарып.

– Лығырлама юҡты! – Ҡотлас быны миңә ярайһы тупаҫ әйтте. Әйтергә кәрәк, ғаиләлә төпсөк бала булып иркә үҫкәнгәме, мәктәптә лә гел маҡталып уҡығанғамы, мин бындай мөғәмәләгә күнекмәгәнмен. Ҡотластың был һүҙҙәре күҙгә тулышҡан йәштәрҙе былсыратып бәреп сығарҙы, әммә ләкин кәсебе стихияһында янған Ҡотлас минең хәлде илтифатҡа ла алманы.

– Әй, ҡара әле, мальчуган! Кил әле бында! – тип ҡысҡырҙы ул күптәнән ошо тирәлә уранғылаған күрекһеҙ кейемле рус малайына. – Кончай петух, динга дам марожныйға!

Малай оҙаҡ көттөрмәне, шул саҡырыуҙы ғына көтөп йөрөгән кеүек, һап итеп ҡаршыға килеп баҫты. Ҡотлас, әтәсте боғаҙынан тотоп, аяғына баҫып торған була, йәнәһе, осоп китмәһен:

– Риж ҡыутомшоҡто! Ул ҡысҡырып, ул тулап теңкәгә тейә ошо! – Малай бысаҡҡа үрелде. – Даканса не риж, беҙ мосолман халҡы, астаф башты, – тип аҡыл өйрәтә Ҡотлас һуйыусыға, һуйыусы әллә уны аңламаны, әллә тыумыштан аңғырараҡ бәндә булып сыҡты, әтәстең башын өҙә генә ҡырҡып алды. Меҫкен ҡоштоң ҡанғынаһы ла сыҡманы.

Киске эңер ҡанат йәйҙе, һалҡын да төштө. Прилавкалағы аҡ әтәс тә йәнен Хоҙайға тапшырмаһын тип, Ҡотлас һыу килтереп томшоғона ҡойҙо. Әтәскә әҙерәк йәп ингәндәй булды, ҡыҙарған күҙҙәрен ҡырынайтып, тирә-яғын байҡаштырҙы. Минең дә хәл шул әтәс менән бер сама. Прилавкаға һуҙылып ятып йән бирер инем – әҙәмдән оят. Баҙар ҙа бушаны. Ана, буш сумкаһын елпелдәтеп, бында табан бер ағай килә. Был юлы мин прилавка аҫтына боҫманым, сүкһәм, ҡабат тора алмам тип ҡурҡтым.

– Чем торгуете?

– Петух. Много не беру – полтора рубля хватит. Астальные три рубля отдал. Этот паследнай. Сапсим даром отдам.

– Даром отдашь? – Ағай әтәсте әйләндереп ҡараны. – Үҙе лә даром ғына ҡош икән шул, – тине шунан башҡортсалап. Көрһөндө.

– Ҡайһылай булһа ла ҡош ите булыр әле, – Ҡотлас алсаҡланып бының күҙенә тексәйә, – йөнөн һыпыр ҙа ҡаҙанға төшөр, саммай еңел ит, әтәс һурпаһы – үҙе торғаны шифа.

Ҡотлас ни генә тип бытбылдаһа ла ризамын, тик был ярым үле әтәстең минеке икәнен генә әйтмәһен инде. Йәшенергә лә һуң хәҙер – ағайҙың мине шәйләүе бар. Ҡыҫыла алған ҡәҙәре будканың мөйөшөнә һыйынам. Был үләкһәгә ҡалған көнө бармы инде бынау ағайҙың, әйләнеп китеп кенә барһасы... Ул, бәлки, китер ҙә ине, Ҡотласы тынмай бит! Бына ул ҡарашын йәне инәрле-сығырлы торған миңә йүнәлтте.

– Үҙемдеке булһа, ҡайғырмаҫ инем, әтәс бит был дифкәнеке. Етем хаҡы – Тәңре хаҡы: бер әтәс алғандан бөлөп китмәҫһең әле, ағай?!

Бөтөрҙө, тереләй һуйҙы мине Ҡотлас!

– Ҡайһы ҡыҙҙыҡы? – Аҡһыл сырайлы, ҡаҡса ағай миңә прилавка аша үрелеберәк, күҙен ҡыҫа төшөп ҡараны. – Ничево ғына әтәс был, һәйбәт, – ул кеҫәһенә тығылды, – бындай әтәскә, туғанҡайым, өс тәңкә лә йәл түгел, – өс һумлыҡ йәшел аҡса Ҡотлас алдына ялт итеп барып ятты. Ҡотлас иһә сдачаға бирергә аҡса тапмаған булып өҙгөләнә башланы:

Гел бишлек! Бишлек тә унлыҡ! Тәңкә ярымын нисек ҡайтарам инде?!

– Кәрәкмәй, – тине ағай, әтәсте сумкаһына йыйыштырып, ал, алығыҙ, – ул китеп тә барҙы.

– Әтәсе әтәс ише түгел! – тип ҡысҡырҙы уның артынан Ҡотлас. – Нәҫелгә аҫраһаң да була! Әле арығанға ғына йыуашайған, зерә баяуай тоҡом!

Йә Хоҙай! «Баяуай тоҡом» китеп бөттө. Ҡотолдоҡ. Инде бынауһын сүплеккә быраҡтырһаҡ, бөтөнләй бушайбыҙ. Ҡотласты әйтәм, үле ҡошто салдырып мәшәҡәтләнмәһә лә була ине инде, тик әлеге, ғәҙәт буйынса, хәләл малды харамға саймайыҡ тип тырышҡан булды микән? Ул арала Ҡотлас әтәсте сепрәккә урап сумкаһына тыға башланы.

– Ни эшләтәһең уны?

– Нәстәгә күстәнәскә апарабыҙ.

– Нисек... күстәнәскә ?!

– Фатир хужаһына, – Ҡотлас ғәҙәттәге көлөүе менән шарҡылданы, – уға күстәнәсһеҙ барһаң, йылы һыуын да эсермәй, күстәнәс менән барһаң, сәй түгел, мәйен дә сығара! – Апайым йәнә шарҡылданы.

– Әтәс үле лә инде?!

– Уның бысаҡҡа етмәй йән биргәнен һинең менән минән башҡа этем беләме?

Артабан Ҡотлас менән бәхәсләшерлек хәл ҡалмағайны миндә.

Магнит – ҙур ҡала икән. Ҡотластың гел төшөп йөрөгән фатирына – Настяға – төнләтеп барып еттек. Настя тигәне – тулы ғына кәүҙәле рус ҡатыны – алсаҡ ҡаршыланы, үҙе Ҡотластан бигерәк уның төйөнсөгөнән күҙен алманы.

– Горячай вада нада, – тип тәтелдәне Ҡотлас килеп инеү менән, – петух больна маладой, сисас гатауай будет.

Әтәс менән ни ҡыланғандарҙыр уныһын белмәйем, ултырған еремдә йоҡлап киткәнмен. Уятҡандарында өйгә тәмле һурпа еҫе таралғайны, өй эсендә беҙҙән башҡа ла юлаусылар етерлек. Өҫтәл тирәләй ултырыштылар, минең алға ла йәтешерәк алюмин сеүәтә менән һурпа ҡуйҙылар, үҙҙәре тимер көрөшкәләрҙе сәкәштереп ебәрҙеләр – эстеләр. Табып уртаһында – тәрилкәлә – арыш икмәге. Икмәкте ҡоролай һыпыра башлағанымды күргәс, хужабикә зәңгәр күҙҙәрен миңә төбәне:

– Ешь суп! Че в сухомятку плетешь?

Русса китап уҡығанда бөтә төшөнһәм дә, һөйләшә белмәйем. «Ысын кеше тураһында повес»ты уҡығандан һуң, һүҙмә-һүҙ иҫтә ҡалған бер фраза иҫкә төштө: «Медведи мертвичину не едят...» Хәтерҙә ҡалған шул юлдарҙы файҙаланыу тамам булыр төҫлө тойолдо:

– Мертвичину не едим.

– Эйе, эйе, – тип эләктереп алды миңә күҙенең ағы менән аҡайған Ҡотлас, – они все живой кушают, все живой потребляют!

– Что, живодеры что ли?! – Настяның күҙ алмалары аптырауҙан атылып сыға яҙҙы.

– Да, да – живадуры! Все живадуры! А эта – самый главный живадура! Настаяшный живадура!

Ҡулдан икмәк төшөп китте, күҙҙе йәш томаланы, кире мөйөшөмә барып, йомарланып ҡына яттым да һыҡтап илап ебәрҙем. Сығып китер кәрәк ине лә – ҡайҙа бараһың?!.

Иртәнсәк, беҙ тороп сыҡҡанда, Настянан елдәр иҫкәйне, күрәһең, эшкә бик иртә йөрөйҙөр.

Магазиндар буйлап киттек. Ҡотлас кистән беҙҙең арала бер нәмә лә булмаған кеүек ҡылана. Миңә мәктәп формаһы итеп тегергә ике метр ярым көрән бөрләтин алды, метр ярым ҡара ситсаны алъяпҡыс итерһең, тип үлсәтте, аяҡҡа ла булды, хатта улар янына ҡара күн портфель дә өҫтәлде.

– Әсәйең тегеп бирһә, нәйәт булаң инде, – тип шарҡылдап көлә Ҡотлас. – Йәнә ике һум аҡсаң ҡалды, уныһы килгәндә шоферҙарға түләгән өсөн булыр. Ҡайтыу расхутын үҙем ҡаплармын – әсәйең ризаландырыр әле! – Ҡотлас йәнә шарҡылдай.

Ризаландырыр, әлбиттә. Ҡыҙын ҡала күрһәтеп алып ҡайтҡан кешене Мәккәнән ҡайтҡан хажиәләй күреп хөрмәтләр. Тик бына һинең Настялар өйөндә миңә күрһәткән мәсхәрәне нисек оноторға? Мөғжизә күрергә юлға сыҡҡан был башым муйындан хурлыҡҡа батып ҡайтып килә. «Үҙең дә бер генә булһа ла минең хәлдә ҡал инде һин, Ҡотлас!» – тип рәнйенем эстән. Ана, уйпатта ауылымдың төтөндәре күренә башланы. Был төтөндәр Магнит төтөндәре кеүек олпат, тәкәббер түгел, танауға бәрелгән еҫе лә шундай яҡын, тәмле, һикерәнләмәй, өйөндә генә ултырһаң, аҡ сәсле, һары тешле аҡыл эйәһе булыр инең бит, тип битәрләйем үҙемде. Ләкин күпме генә өҙгөләнһәм дә, эш үткән, портфелемә һыйып бөткән мынаятымды тотоп, арыған аяҡтарҙы өйгә һөйрәйем.

* * *

Ҡотлас: «Әсәйең ризаландырыр әле!» – тип яңылышмаған булып сыҡты. Мине юл йөрөтөп ҡайтҡандан һуң, әсәйем уға әллә күпме йөн, мамыҡ бирҙе. Аҙаҡ бирерлек әйбере лә ҡалманы шикелле. Бер килгәнендә, Ҡотласты оҙатырға сыҡҡас:

– Ярай, Ҡотлобикә, баланы ҡыуандырғаның өсөн Хоҙай үҙеңде ҡыуандырһын, – тине. – Мин хәлдән килгәндең барыһын да эшләнем, инде Алла ризаландырһын һине.

Бындай фатихаға Ҡотлас ҡәнәғәт булғандырмы, юҡтырмы – мәгәр шунан һуң байтаҡ ваҡыт уның эҙе һыуынып торҙо.

Ваҡыт үтте. Беҙҙең өй йыһаз-монаят менән яңырып тормаһа ла, һирәкләп яңы әйбер ҙә килеп ҡуйғылай. Мәҫәлән, бынау будильник. Ил сигендә хеҙмәт иткән еренән ағайым алып ҡайтты уны. Мин иһә был арыу әйберҙе ҡайҙа, нисек ултыртырға белмәйем. Будильник күрмәгән кеше түгелмен, был бит торғаны мөғжизә! Их был тиклем мөғжизәнең өйгә үҙе килеп инерен белһәм, Ҡотласҡа эйәреп сығып киткән булыр инемме ни?! Үҙе будильник, үҙе үҙәкте өҙгәнсе көй сығара! Ағайым был көйҙөң һүҙҙәрен дә белә: «Аҡбуҙ атымды тапшыр әсәмә, – ти икән сәғәт, – ошо буранда йәш йәмшик үлә...» Бына бит нисек! Буранда аҙашып үлгән йәш егеттең үҙен күреп белмәһәм дә, шуны йәлләп күңелем һыҡрай, шул йәмшик хаҡында (үҙемде лә ҡушып) әллә күпме бөҙрә сюжеттар уйлап бөтөрәм. Был сюжеттарҙың һәр береһендә егет үлеп тә бөтмәй, әгәр инде үлмәй булмай икән, мин уның менән үҙем дә үләм, ҡайһы саҡ алдараҡ та үлеп китәм дә, йәмшикте эргәмә илатып ултыртып ҡуям. Ысынлап илай йәмшик, ныҡ ҡайғыра, сөнки ул ауылдағы ла, кластағы ла малайҙарҙың береһенә лә оҡшамаған: матур, аҡыллы, изге күңелле.

Беҙ ҡапсыҡта ятмай, беҙҙә шундай музыкалы сәғәт барын ауылдағы һәр кеше белә. Килеп тыңлап та китәләр. Тәү тапҡыр мөғжизә күрергә елкенгән хистәрем ҡотһоҙ әтәстәр һәм Ҡотластың ҡотһоҙ теле тарафынан шиңеүгә дусар ителгәс, был юлы ҡурҡып ҡына торам, йоҡларға ятҡанда сәғәтте баш осома ҡуям.

Сәғәт, әлбиттә, бер мине генә хеҙмәтләндермәй. Бына әле ағайым:

– Зәлифә, будильникты бишкә ҡуй, алтыла Мазһар апаны алыштырам, – тине лә йоҡларға ятты. Ҡуйҙым. Үҙемә магазинға йүгерер кәрәк. Сәғәте етеп, ишетмәй ҡуймаһын тип, будильникты ағайым ятҡан карауат эргәһенә, ултырғысҡа ултырттым. Беҙҙең ауылда ишек бикләп йөрөү ғәҙәте юҡ – ишек шар асыҡ ҡалды.

Магазинда – сират. Кәнфит йә перәник килһә, гел шулай була. Ағайым көтөүгә тәүлек буйына китә, биреп ебәрергә сәй кәрәк – сиратҡа баҫмай булмай. Алырымды алып магазиндан сығыуға биш тулып ҡына килә ине. Сығыуыма магазин ҡаршыһында ҡупҡан тауыш аптыратты: – Бир сәғәтте! Бир тиҙәр һиңә! – Абау, ағайыма ни булған?! Ағайым Ҡотластан сәғәт даулап тора лаһа?!

– Ниндәй сәғәт?! Кит, юҡты! Аһ-аһ... Ҡарағыҙ әле мынауға! Аҡылдан яҙҙыңмы әллә һин, ә?!

– Ябай сәғәт булһа, черт с ним! – Ағайымдың былай ҡыҙғанын күргәнем юҡ ине. – Командир бүләге! Петр Захарович бүләге! Бир хәҙер үк!

– Көпә-көндөҙ кеше таламаҡсы... – Ҡотлас, бер көлөп, бер буҙарып, йыйылып киткән халыҡҡа ҡараны. – Ниндәй сәғәт таптыра ул минән, ә?! Ҡулымда йә бер төйөнсөгөм, йә бер нәмәм булһа...

– Алдашма! – Ағайым йоҙроҡ секрәйтеп уға яҡынланы. – Йоҡлап ята инем, ишек ябылғанға уянып киттем, ҡараһам, сәғәт юҡ! Ә һин ҡапҡанан сығып бараң!

– Берәй ергә төшөп ятмаймы? – Быны төркөмдән берәү әйтте. Яҡшылап эҙләмәйенсә, гонаһлы булма!

– Эйе, эйе! Урлаған бер гонаһлы, юғалтҡан мең гонаһлы!

– Мужыт, Ҡотластан башҡа берәү ингәндер?! Яҡлау табыуҙан Ҡотластың битенә ҡан йүгерҙе:

– Шулай шул! Ингәндер! Бүренең ауыҙы ашаһа ла, ашамаһа ла ҡан тигәндәй, тота ла миңә бәйләнәләр! Яла яҡҡанға ла статья бар! Киттек силсәүиткә! Мин һине былай ҡалдырыр тимә! Һинең туҙға яҙмаған сәғәтең миңә арт һөртөргә лә кәрәкмәй! Кәрәк икән – Магниттан мин уларҙың бишәүһен берсә алып ҡайтам!

Ағайым ҡыҙарҙы, үҙе лә икеләнә башланымы икән, артҡараҡ, халыҡ араһынараҡ сикте. Ҡотластың осло күҙенән ағайымдың был хәрәкәте, әлбиттә, ситтә ҡалманы, ажарланып уның ҡаршыһына аҫҡанланы:

– Зәғиф бер бисәне, йәтим бер бисәне рәнйетерҙән алда Хоҙайҙан ҡурҡыр инең! Нимә ҡарап тораһығыҙ, ирҙәр?! Әйҙәгеҙ мәлғүнде силсәүиткә алып барышығыҙ!

Ирҙәр ағайымды ауыл Советы йортона өҫтөрәү түгел, баҫҡан ерҙәренән ҡыбырларға ла өлгөрмәнеләр, киреһенсә, ҡайһылай торғандар, шул рәүешле ҡатып ҡалдылар, ни өсөн тигәндә, ауылда беҙҙең будильник ҡына сығарырға һәләтле ауаз ишетелде: «Аҡбуҙ атымды тапшыр әсәмә!..» Беҙҙең сәғәт. Был ауазды башҡа тауыштар менән бутау мөмкин дә түгел. Беҙҙең түҙемде һынағандай, сәғәт тағы ла һағышлыраҡ тауыш менән һыҡтай: «Ошо буранда... йәш йәмшик үлә...» Минең йәмшик үлә! Йөрәгемдә беренсе, тәү тапҡыр һөйөү тойғоһо уятҡан сикһеҙ ҡәҙерле кешем үлә! Хыялым үлә!!! Әммә ләкин уны ҡотҡарыу өсөн бер ниндәй сара күрә алмайым: тауыш Ҡотластың... итәк аҫтынан килә!

Ҡотластың үҙенең дә хәл шәптән түгел: йөҙө бер ағарҙы, бер буҙарҙы, ҡалын ирене бер бешерем булып һалынып төштө. Эйелеп, күлдәк итәген ҡаҡҡыслаған булды, ә сәғәт тынырға уйламай ҙа, йәмшиктең аяныслы яҙмышын йәлләп һыҡтай, башҡаларҙы ла уны йәлләргә саҡыра...

– Инәһеҙ... – Быны әйткән ағай лас иткәнсе ергә төкөрҙө лә ҡайтыр яғына ыңғайланы. Был ағай ауыҙынан сыҡҡан ошо ҡыҫҡа ғына һүҙ әллә ниндәй хөкөмөңдән дә ҡатыраҡ яңғыраны. Ағайым да уның артынса кинәт боролоп өйгә ынтылды, мин уның артынан эйәрҙем. Башҡалар ҙа шулай өнһөҙ-тынһыҙ таралышты.

Кискә табан ағайым эшенә, көтөү көтөргә киткәс, шулай ҙа килде беҙгә Ҡотлас. Эргәһендәге төйөнсөктөң рәүешенә ҡарап та уның ни өсөн килгәнен абайларға була.

Әсәйем дә, хәлде аңламамыш булып, алыҫтан уратып маташманы, мәсьәләне ҡабырғаһы менән ҡуйҙы:

– Төргәгеңде тағатып маташма, Ҡотлобикә, тине ул. – Яҙмаған малға көсләп ҡот ҡундырып булмай – мәнфәғәтеңә яҙһын.

– Мин һеҙгә Мәғәниттән шундай уҡ сәғәт апҡайтып бирермен!

– Өҫтөңә бурыс алма, Ҡотлобикә, йән биргәндә ҡыйын булыр, унан бер кем дә азат түгел.

– Рәнйемә инде, апай...

– Риза бул, Ҡотлобикә. Беҙ хисапты өҙҙөк.

– Хуш... Хуш булығыҙ... – Ҡотласҡа йәһәт сығып китергә аяғы ҡамасауланымы – ишек бик әкрен шығырлап ябылды. Күңелемдә һағыш уятҡан сәғәт – мөғжизә өйҙән тағы шулай һурылып сыҡты.

– Икенсе аяғын да бөгөлмәҫлек итеп һуҡһа ине шуны Алла!

– Шым! Аслан ҡаты ҡарғышлы булма! – Әсәйем, тәҙрәгә яҡын килеп, Ҡотлас киткән яҡҡа төбәлде. – Йөгө уның бөгөн һәммәбеҙҙекенә ҡарағанда ла ауыр: сәғәт түгел, хурлыҡ күтәреп ҡайтып бара Ҡотлобикә.

Мин өндәшмәнем. Хурлыҡ йөкмәп ҡайтыу хәлдәренең ҡайһылайыраҡ икәнен үҙемдән һорағыҙ – баштан үтте бит...

* * *

Ғүмерҙе аҡҡан һыуға тиңләйҙәр, йәнәһе, үткәне һыу кеүек һиҙелмәй. Шулай ҙа үҙенең күпме аҡҡанын һыу үҙе белмәһә лә, ҡосағынан нимәнең күпме аҡҡанын ярҙар беләләрҙер, тим, мин. Бына мин дә ғүмеремдең үткәнен ун һигеҙ йәшемдә үҙем абайламаған, һиҙмәгән кеүек булһам да, тормош иһә күҙгә күренеп үҙгәргән һымаҡ. Элек бөтә ауыл тиерлек Ҡотластың мәле менән ҡотло, мәле менән ҡотһоҙ ҡулына ҡарап торһа, хәҙер кеше үҙе теләгән яҡҡа сыға ла китә. Магнитын да, Сибайын да ҡалдырмай, Баймаҡ тип тормай – дүрт яғы ҡибла. Магазинға ла кәрәк-яраҡ ауып уҡ тормаһа ла, дәрт иткән әҙәм кәрәк-ярағын алмай ҡалмай.

Был хәл Ҡотластың баҙарын ныҡ төшөрҙө. Өҫтәүенә: «Фәләнсә йылдың төгән айында сынаяҡ килтереп бирәм, тип өс ҡаҙаҡ дебетемде алып сығып киткәйнең, сынаяҡ та юҡ, дебет тә Аллаһы әкбәр», – тигәндәре лә, килтергән сәйнүгең өсөн өс хаҡ алдың, оялманың бит, әй, тип ҡолаҡ итен ашаусылар ҙа табылып ҡына тора. Ҡотлас һурығып, ябығып китте ауыл буйлап үткәндә элекке шикелле шарҡылдап көлөү ҡайҙа – береһе күреп, тағы берәй нәмә әйтә күрмәһен тигән кеүек, ҡасып-боҫоп ҡойма буйынан атлай, әрһеҙерәк бәйләнгәндәрен күрмәмеш булып та үтеп киткеләй.

Мин клубта эшләйем. Ауылдың йәшен-ҡартып өйөрөп, концерттар, спектаклдәр ҡуйып йөрөгән баш. Көс түгеп әҙерләгәс, халыҡҡа күрһәтке килә, шул сәбәптән Әбйәлил яҡтарына ла сығып киткеләйбеҙ. Транспорт мәсьәләһенә килгәндә, талымһыҙбыҙ, ни бирһәләр, шуға ризабыҙ. Ҡыш «ДТ», «Беларусь» тракторҙарында гастролгә сыҡтыҡ, йәй көнө, күҙ теймәһен, машинаһы ла табылып тора әле.

Шулай бер шәмбе көндө ситкә спектакль менән китергә була машинаға декорация тейәп ятабыҙ. Машинаны ла инде өмөттө өҙҙөк тигәндә, кисләтеп кенә таптыҡ. Шул саҡ Туҡтамыш юлынан беҙҙең ауылға табан берәүҙең йән-фарман йүгереп килгәне күренде. Башта, ҡыҙыулығын кәметмәйенсә, медпунктҡа боролдо, унан акушерка йәшәгән йортҡа атылды, сығыу менән туп-тура беҙгә ҡарай сапты:

– Ҡарындаш! Ҡотлас нитә бит! Фиршыл өйҙә юҡ, Ҡотлас үлә бит!

– Ни булған уға? Ауырып киттеме ни?!

– Өс көн торғаны юҡ, инде сәпсим үлеп бөтөп бара! Алып кит, ҡарындаш, Ҡотласты балнисҡа! – Ҡотластың аҡылға зәғиф ҡустыһының күҙҙәренән йәштәр сөбөрләп ағып тора. – Үлтермә Ҡотласты, ҡарындаш! Ҡотлас үлһә, әсәй үлә, әсәй үлһә, мин дә үләм! Валлаһи-билләһи үләм!..

Ҡырҡтан уҙған ир күҙ йәше менән илап торғанда вайымһыҙ ҡалып буламы декорацияны кире бушата башланыҡ. Ярай, шофер ҡарыулашманы. Ҡотластың ҡустыһы кабинаға инде – ҡуҙғалдыҡ.

Ҡотластың хәлен түшәк түшәп кузовҡа һалғас ҡына төшөндөм. Әсәһе миңә еп, ҡайсы, тағы бер төргәк тотторҙо:

– Юлда бушанһа, ҡара, кендеген зерә ҡыҫҡа ҡырҡып ҡуйма.

Хоҙаның биргәне! Шулай уҡ миңә... Артығын уйлай алмайым, уныһын уйлаһам, зиһенем дүнә башлай. Шофер ағай әлдә ылдым булып сыҡты – машинаһын йән көсөнә ҡыуа! Бер ҡулымда – ҡайсы, икенсеһе менән машинаның кабинаһына сытырлап йәбешкәнмен:

– И, мәүлә, әгәр була торған булһаң, Ҡотласты юлда бәпәйләтмә! Сабырлыҡ бир Ҡотласҡа, мәүлә! Әгәр Ҡотласты юлда бәпәйләтмәһәң, бынан кире барлығыңа, берлегеңә гел инанып йәшәрмен, башҡаларҙан да һүҙ тейҙермәм! Ишетәһеңме, Алла?!

Был минутта Хоҙайҙың үҙе менән туранан-тура әңгәмәгә ингән бәндә бер мин түгел – аяҡ осонда, түшәктә, Ҡотлас меҫкен аҙарына:

– А-ай... Ал-ла-а! Сабыйымды ҡулыма алһам, имен-һау ҡотолһам... кеше әйберенә аслан ҡағылмаҫ, ғәйбәт һөйләмәҫ, ошаҡ йөрөтмәҫ инем. Ишетәһеңме, Тәңре?! – Тәңрене белмәйем, Ҡотластың тәүбәгә килеп ятҡаны миңә бик ныҡ тәьҫир итте, хатта мин уның был рәүешле һөйләшә белеүенә аптыраным. – Миңә үс итеп, тыумаған баламдан үс алма инде, Аллам?! Үҙем зәғиф, үҙем ҡырҡ биш йәштәмен... Һуңғы өмөтөмдән яҙҙырма, ҡартайған көнөмдә яңғыҙ итмә мине, мәүләм?! Яурынымдағы фәрештәм шаһит: бәндәгә изгелек ҡылған саҡтарым да аҙ булманы ла инде?! Кенә ҡыуманым, асыу һаҡламаным – шул үҙе изгелек түгелме, Хоҙайым?! Бурыстарым күп шул кешегә, мин уларҙы гүр эйәһе булғансы ризаландырып бөтөрмөн тигәйнем... Был йәшемдә бала табырмын тип кем уйлаған?! Бурыстарым быуа тыуыр баламдың юлын... Бурыстарым!!!

– Тыныслан, Котла-а-бикә а-папай (был рәүешле тәүге өндәшеүем, тел әйләнмәй), өҙгөләнмә. Бурыстарыңды кисерер Хоҙай, тыуасаҡ гонаһһыҙ сабыйың хаҡына кисерер!

– Күп алданым халыҡты, күп! Шуның язаһы был, Зәлифә!

– Ни хәлдәр итәйек һуң, Ҡотлобикә апай?! Был тиклем аҙарынғас, һин гонаһһыҙ бит инде хәҙер?!

– Кисерер тип уйлайһыңмы? Ай, белмәйһең!.. Үҙең һуң... Ғәфү итә алаһыңмы мине, алйотто?!

– Ғәфү итеү түгел, мин уны күптән оноттом!

– Рәхмәт... рәхмәт һиңә... Баланы мин Хоҙайҙан илап һорап алдым, ә хәҙер һиҙәм... тыуҙыра алмайым... Бурыстарым быуа...

– Ҡотлобикә апай! Бурыстарыңды... яҙыҡтарыңды ҡана мин үҙемә алайым?! Ишетәһеңме, мәүлә! Ҡотлобикә апайҙың бөтә гонаһын үҙем күтәрергә ризамын! Ҡотлобикә апайҙы бәхетле ит, мәүлә?!

– Харап итмә мине, Зәлифә?! Был һүҙҙәрең һинең алдағы ғәйебемде ҙурайта бит, Зәлифә?! – Ул илай ине, ысын күҙ йәштәрен түгеп илай ине.

– Һин түҙ, Ҡотлобикә апай! Сибайҙың уттары күренде, Ҡотлобикә апай!

Уф!.. Машина аҡ йорт алдына туҡтаны, Ҡотлобикә апайҙы, носилкаға һалып, шунда алып инеп киттеләр...

– Өшөгәнһеңдер, кабинаға инеп ултыр, ҡарындаш. – Шоферҙың әйткәнен йыҡманым, күндәм генә төштөм. Ул арала. Ҡотлобикә апайҙы индергән ишектә баш күренде:

– Эй! Кем бар унда? Көтәһегеҙме, ҡайтаһығыҙмы? Ҡатын операция өҫтәлендә.

– Көтәбеҙ! – Быны ағай өсөн дә, үҙем өсөн дә әйттем.

Көтәбеҙ. Тирә-яҡта бар хәрәкәт, бар тауыш тынған кеүек булды, ике тәҙрәһенән тоноҡ ут яҡтыһы һипкән бары бер бүлмә ҡалды – унда әсә менән бала яҙмышы хәл ителә. Күпме ваҡыт үткәндер – икеме, өсмө сәғәт. Бына бер саҡ ут һүнде. Ишектә баяғы һын күренде, таныш тауыш ишетелде:

– Операция тамам. Ҡатын да, бала ла иҫән-һау. Тағы бер сәғәткә һуңлаһағыҙ, баланы ҡотҡарып алып ҡала алмаҫ инек... Рәхмәт.

Беҙ тағы ла юлда. Дауахана ла, ғазаплы көтөү ҙә артта ҡалды. Шулай ҙа шатланып, яҙылып, хуш күңел менән ауылға ҡайтып инергә ниндәйҙер ят, юҡһыныу ҡатыш алданыуҙы хәтерләткән ауыр бер тойғо ҡамасаулай. Ауылға яҡынлашҡан һайын был тойғо һәлмәкләнде, башты тумбытҡан уйҙар асыҡлана төштө: «Был саҡта ауыл йоҡлай торғандыр. Йоҡламаһа, ышыҡ эҙләгәндәй, тау битенә һыйынған ун өйлөк Туҡтамышта ғына ергә һеңгән ике өйҙөң, ҡыҫыҡ тәҙрәләренән һүрән ут яҡтыһы һибеләлер, йорттоң үҙе кеүек үк ҡарт ҡатын йыйырсыҡлы ҡулдары менән бер нөктәлә ҡатып ҡалғандай сәғәт телдәрен һыпыралыр... «Ҡотлас үлә!» – тип һөрән һалып илап килгән ағай, бәлки, йоҡлайҙыр. Төшөндә апаһының кескәй сабыйын етәкләп һыуға киткәнен күрәлер. Моғайын, шулайҙыр: еңеләйгән аҡыл ни өсөндөр тормоштоң ҡойма ямғырҙарын түгел, афәттәрҙән һуң ҡалҡҡан йәйғорҙарын ғына күрә... Был минутта мин унан, Ишмәттән (тулы исеме Ишмөхәммәт) көнләшеп тә ҡуям: минең урында ул булһа, ошондай уйҙарға бирелер инеме?

Ә уйҙар хәтәр. Изгеләрҙән-изге күреп табыныу дәрәжәһендәге яратҡан төйәгемдән, үҙ күргән ауылдаштарымдан ситләштерә, уларға ят күҙ менән ҡарарға мәжбүр итә торған уйҙар. Был уйҙар бер ҡулыма ҡайсы тотоп, балаға ауырыған ҡатын тейәлгән машинала дауаханаға елгәндә яралдымы, әллә дауахананың ике яҡты тәҙрәһенә төбәлеп шул ҡатындың иҫән ҡалыуын тыным ҡыҫылғансы теләгән минуттарҙамы? Уныһы мөһим түгел, мөһиме: мин кешенең гонаһтан таҙарыныуының, ошо бөйөк мәлдең тере шаһиты булдым! Ә ауылдаштарымдың береһе лә быны белмәй, уларҙың береһе лә был ҡатындың тәүбәгә килеп иңрәгән һүҙҙәрен ишетмәне... Бына ул мең тән, йән һәм күңел ғазабы менән тыуҙырған балаһын күтәреп ауылға ҡайтыр. Осраған кешеләргә сабыйына ҡарағандағы бәхет, изгелек бөрккән ҡараштарын төбәр, шул уҡ ваҡытта башҡалар күҙендә ни күрер ул? Уға һаман да шаталаҡ, өҙгөс, шуҡ ҡуллы, бысраҡ күңелле ҡатынға ҡарағандағы һымаҡ ҡарарҙармы? Быны күреү миңә еңел булмаясаҡ. «Ҡотлас тәүбәгә килде!» – тип тауға менеп ҡысҡырған тәҡдирҙә лә миңә бер кем дә ышанмаясаҡ...

Ауылға етәрәк, һуңғы биләнде, күтәрелгәс, ҡараңғылыҡты ҡыҙыл телдәре менән ялап бөтөрөргә теләгәндәй үргә үрләп ялпылдаған усаҡ күренде. Усаҡ ауылға инер юлға арҡыры ятҡан йылғаның арғы ярында яғылған.

– Йәштәрҙең берәй байрамы мәллә? – Шофер ағай, урынынан ҡалҡына биреп, алға һонолдо.

Килеп етеп, йылғаны аша сығыуға, усаҡ тирәләй баҫҡан кешеләр беҙгә табан эркелде:

– Шунан?!

Шунан ни... – Башта шофер ағай телгә килде. – Операция менән алдылар баланы. Икеһе лә иҫәп.

– Кеме бар?

Әллә... – Уныһын һорамағанбыҙ, һорау түгел, һөйөнсө алырға сыҡҡан сестраға рәхмәт әйтергә лә форсат тапмағанбыҙ.

– Былай булғас, ҡартайған көнөндә Ҡотлобикә яңғыҙ түгел?! – Уның исемен әсәйемдән башҡа кешенең ололоҡлап, тултырып әйтеүҙәрен беренсе ҡат ишетеүем. – Туҡтамышҡа етеп ҡайтайыҡ, әсәһенән һөйөнсө алайыҡ! – Кемдәрҙер кузовҡа һикерҙе, шофер ҡуҙғалды.

– Ярай, имен үткәс, – ауылда ныҡ һүҙле, ир аҡыллы булыуы менән дан тотҡан Хәкимә апай эргәһендә торған тәбәнәк буйлы, телсәр Тутыяға әйләнде, – бынау тауығым да тауығым, тип тәтелдәгәс, ҡурҡҡайным...

Тутыя ла һүҙһеҙ ҡалманы:

– Инде килештерер... Уны бит мин былай ғына, һүҙ эйәрә һүҙ сығып ҡына әйткәйнем! Үҙе лә шул, минекеләр баҫмай, себеш сығарып биргәс, ярты үрсеме менән алып килермен, тип апҡайтты ла сыбарҡайҙы...

– Ана, һаман...

– Кешелә баш ҡайғыһы!

– Бурыстарын кисерҙек, тинек бит инде!

– Бурыслы ҡол үлмәй! – Тутыя бирешмәне, Хәкимә апайҙан да айбар итмәй, үҙен яҡлап ҡырталаша.

– Кисерҙек. Бурыстарын кисереп көтөп торҙоҡ. Гонаһтарын Алла ярлыҡар: бала табыу – тамуҡ утында таҙарыныуға торошло. Гонаһы юҡ Ҡотлобикәнең. Ишеттегеҙме?! – Хәкимә апайҙың былай ҙа көр тауышы киҫәтеүле янғыраны. – Арығанһыңдыр инде, Зәлифә. – Быныһын ил инәһе йомшаҡ, бик йомшаҡ әйтте.

...Юҡ! Арыу бөттө. Усаҡ янынан әкрен генә әңгәмәләшеп таралыша башлаған кешеләр күңелемдә ҡойон ҡуптарҙы, улай ғына түгел: дауыл яһаны! Тылсымлы мөғжизә көтөп талсыҡҡан күңелем бөгөн килеп эҙләгәнен тапты! Ҡайһылай аҙ белгәнмен мин һеҙҙе, ауылдаштарым?! Һеҙҙәге аҡыл, һеҙҙәге күңел йомартлығы алдында баш эйәм мин бөгөн... Юҡ, ҡайтмайым әле, эсемә һыймай тулаған мөғжизәне стеналар менән ҡапламайым әле! Бөгөн атаһы танды усаҡ янында ҡаршылаясаҡмын, усаҡтың етмеш теле менән Ҡотлобикә апай менән сабыйына бәхет юраясаҡмын... һораясаҡмын!

Таңсулпан ҒАРИПОВА.

Читайте нас: