Бөтә яңылыҡтар

Яңынан тыуған көн

Әбейҙәр сыуағының иҫ киткес матур, йылы бер көнөндә, институтта үткәрелгән ғилми конференциянан һуң, сит ҡаланан килгән ике ҡунаҡты ресторанға оҙатып барған сағымда, тап килештем улар менән. Һөйләшә-һөйләшә ҡаршыға килгән Сибәғәт менән Рәсимәне абайламай үткәнмен. Ә улар тәүҙә мине бөтөнләй танымағандар, булһа кәрәк. Үтеп киткәс кенә ҡыйыр-ҡыймаҫ әйтелгән «Гөлзифа»ға боролоп ҡараһам, торалар минең «йән киҫәккәйҙәрем». Һеңлем ауырлы. Иремдең еңенә аҫылынған.

Миллионынсы тапҡыр аңыма киләм, минең менән бергә һулҡылдап торған әрнеү ҙә уяна. Унан тиҙерәк ҡотолорға тырышып, эргәмдәге ултырғыстан бәләкәй генә тумалаҡ дарыу төймәләрен инде нисәнсе тапҡыр икәү-өсәү- һен бер юлы йотам да булмышымдан ҡабат ҡасып сығып китәм: мин юҡҡа сыҡһам, әрнеү ҙә бөтә. Ул, моғайын, аңымдың бер мөйөшөнә һыйынып, минең кире ҡайтҡанымды аңдып торалыр. Әммә мин дарыуҙы күберәк, күберәк әсәм һәм булмышымдағы ҡараңғы упҡынға торған һайын тәрәнерәк сумам. Ҡасанға тиклем ҡабат ҡалҡып сығырға көсөм етер, — миңә быны һынау ҡыҙыҡмы икән ни?

Үҙ эштәренең оҫтаһы булған йәлләттәр, ғәҙәттә, мөхбүсте аяҡтарын ергә тейер-теймәҫ кенә итеп тимер ырғаҡҡа аҫып ҡуйып язалап ләззәтләнәләр, тиҙәр. Үлмәй-ҡалмай, тейә- теймәй... Үҙ йәнем менән шулай шаярам ҡатил кеүек мин дә...

Үләм... Ҡалам...

Ҡалам... Үләм... -

Юҡ, ҡалам...

Бына ҡалҡам, ҡалҡам... Ғүмеремдә тәүге тапҡыр үҙемә баш, үҙемә түш булып ятам... Быға тиклем ниңә йәшәгәнмен, кем өсөн — береһе лә юҡ...

Улым юҡ, ирем юҡ, туғандарым юҡ.

Юҡ.

Япа-яңғыҙмын. Япа-яңғыҙ. Бөтөнләй урынһыҙ иҫкә төшкән анекдоттағы алйот грузин кеүек: «Адин, савсэм адин...» Психотерапия буйынса лектор шул көләмәсте һөйләгәс, тәгәрәп ятып көлгәйнек...

«Һин яңғыҙ ҡалдың, һине ташланылар. Бесәй балаһын ташлаған кеүек япа-яңғыҙыңды... һин ҡайғыраһың, һиңә ҡыйын! Ә ниңә, ни өсөн?

Туҡта әле, һине бит донъялағы иң яҡын, иң яратҡан кешең—үҙең менән бергә ҡалдырҙылар! Өҫтәүенә, ошо яҡты донъяны ла ҡалдырҙылар.

Донъя һәм һин...

Ә һин бөтөнләй яңғыҙһың, ярҙамһыҙһың, әйтерһең дә, яңы тыуған сабыйһың. Барыһын да яңынан башла. Эйе, яңынан... һин — яңы кеше!»

Әйтеүе еңел! Ә үҙ-үҙеңде ғазаплап ятыу еңелме? Мин арыным: илап арыным, ҡайғырып арыным, һыҙланып арыным, үҙемдән үҙем арыным.

Ҡабығынан һөйрәлеп сығырға маташҡан йылан кеүек ыҫылдап, урынымдан ҡалҡтым. Уҙем тигән бәхетһеҙ әҙәмгә екһенеп ҡарап торам. Көҙгөнән миңә һөйкөмһөҙ, ҡайғылы,  ылбырап бөткән ҡарт бисә текәлгән. Бындай хәшәрәтте мин дә ташлар инем, әйләнеп тә ҡарамаҫ инем. Ошондай ҡотһоҙ мәхлүк менән бәхетле булыу мөмкин дә түгел. Миңә, ысынлап та, ытырғаныс ул ҡатын, ытырғаныс— унан көйгән сей ит еҫе килә, үлем еҫе... Уҡшытҡыс еҫтән тонсоҡмаҫ өсөн, тороп, тәҙрәне асам, урамға атлығам.

Ҡала уянған. Кешеләр, бәхетле кешеләр, эшкә ашыға. Уларҙың ағымына ҡушылып, автобус туҡталышына барам да кире боролам.

Тығылышып атлығыр ерем юҡ. Мине эштән дә ҡыуғандарҙыр инде. Нисә көн булды һуң? Нисә көн? Ваҡыт һанайым тип үткәнемә ҡайырылһам, яңынан ихтыярым һына, йәнем үрһәләнә. «Күпме ваҡыт үтһә лә, барыбер түгелме ни?» — тип үҙ-үҙемде тынысландырам. Ниңәлер парикмахерскийға инәм. Минең берәй тере, һау-сәләмәт кешене күргем, уның менән һөйләшкем килә. Бер кем дә юҡ. Ишек төбөндәге буш креслоға ултырам да тағы көҙгөләге үҙемде ентекләп ҡарайым. Толомлап үрелгән ауыр ҡалын ҡара сәстәр, ныҡ итеп ҡымтылған төҫһөҙ нәҙек ирендәр. Ә инде төпһөҙ ҡойо кеүек ҡара күҙҙәргә ғүмерҙә лә нур ҡунмағандыр...

Залдың теге яғынан йыбанып ҡына атлап эргәмә килеп баҫҡан оҫта, ултырғысым артына тора ла, эйелә биреп, көҙгөләге ҡиәфәтемде ҡарай. Инде нисәмә йыл ошо бер үк парикмахерға йөрөһәм дә, был юлы ул мине танымай тора:

— Һеҙҙе нисек?

Ул ҙур түшле, сибәр, таҙа ҡатын. Ҡабарып бешкән йомро икмәк кеүек. Яңы мейестән алынған кеүек... Миңә ул бисәнән йылы ипкен бәрелгән һымаҡ. Мин ошо ҙур, көслө, йомшаҡ йылыға ышанам, шуға сумам...

— Бәхетле итегеҙ... — тип әйтеп һалам үҙем дә һиҙмәҫтән. Унан һуң артымдағы ханымдың сигенә биреп ҡуйғанын һиҙепмелер, ялыныслы тауыш менән, — зинһар! — тип бышылдайым...

Ул сәйерһенеп ситкәрәк баҫа, башҡа оҫталар ҙа, эштәренән туҡтап, минең яҡҡа борола. Ә минең таныш парикмахер ҡатындың мендәр кеүек ҙур, йомшаҡ түштәренә башымды йәшереп, үкереп илағым килә...

 

* * *

...— Улығыҙҙы ерләргә киләһегеҙме? — тип һораны телефон трубкаһынан кинәт яңғыраған ҡырыҫ, асыулы тауыш.

— Нимә булды уға? Нишләп ауырығанын әйтмәнегеҙ? Ҡасан?.. — тип ҡысҡырҙым, әммә минең менән һөйләшергә теләмәнеләр. Әллә бәйләнеш өҙөлдө, әллә трубканы ташланылар. Интернаттың номерын ҡабат йыйып ҡарайым — ҡыҫҡа-ҡыҫҡа зыңдар ғына. Ай, улым — шундай яратып, көтөп алған сабыйым! Атаһы, башын әсемә ҡуйып, көн һайын уның тибешкәнен тыңларға ярата торғайны. Түп-түңәрәк ҙур күҙле, арбағыс бер бәпес ине ул тәүҙә. Ҡулыбыҙҙан да төшөрмәй, шул тиклем күңелле итеп ҡараныҡ. Туғыҙ айлыҡ сағында атлап китте, тештәре лә ваҡытында сыҡты, ауырып йонсотманы. Бала түгел, хазина ине ул...

Йәш тә ике айлыҡ сағында балалар врачы абайланы уның сәйерлеген. Унан атаһы, туғандар, таныштар... Мин генә ышанырға теләмәнем. Артыҡ иркә бала шулай булалыр, аҡыл керһә, төҙәлер, тип гел киреһен һөйләнем. Ә ул ҙурайған һайын боҙола барҙы. Тыйып тотҡоһоҙ тилбер, ҡулсыр, хәүеф тигән нәмәне иһә бөтөнләй аңламай. Туҡтауһыҙ йығыла, башын яра, ҡайнап торған һыуға ҡулын тыға — илай ҙа, көлә лә белмәй. Үҙе һаман һөйләшмәй. Мәғәнәһеҙ ҡараштары менән текләп тора ла, яңынан бөтәһен ҡырырға, емерергә тотона. Ватыу, боҙоу, йыртыу, юҡ итеү программаһы һалынған машина кеүек ине ул. Күрһәтмәгән табип, имсе, сихырсы ҡалманы тирә-яҡта. Биш йәшенә тиклем барыбер өмөтләндем. Нәмәләр генә эшләтмәнем, ҡайһылай ғына ҡыланманым — файҙаһыҙға. Шунан махсус интернатҡа бирергә риза булдым. Өс сәғәтлек кенә юл, аҙна һайын барып йөрөрмөн, тинем... Ризалашмаған булһамсы, бәлки, улым әле иҫән булыр ине.

Алъяпҡыс менән күҙен һөртөп торған парикмахер ҡатын ҡапыл ынтылып мине күкрәгенә ҡыҫа: «Йөрәккәйем...» — тип башымдан һыйпай, үҙе һыңҡылдап илай.

 

* * *

Интернатҡа шылтыратып ала алмағас, өйгә йүгерҙем. Ярай әле Сибәғәттең ялы. Ул — ир кеше, минең кеүек ҡойолоп төшмәҫ, нишләргә белер. Бер үҙем түгелмен бит, икәүләп күтәрһәк шундайын ҡайғыны...

Ҡайтһам, өйҙә юҡ. Аптырап, күрше әбейгә индем.

— Күрмәнеңме, Мөғлифә инәй?

— Абайламаным, — ти ҡарсығым. Күҙемә ҡарамай.

Шундай-шундай хәлгә тарыныҡ бит, тип һөйләп бирәм. Беләһең бит, әйтә күр инде!

— Уф аллам, әйтһәм әйтәйем дә ҡуяйым микән, — тип өтәләнә әбекәйем. — Һеңлеңдең ятағына барып килмәһәң...

Мөғлифә инәй һаман күҙҙәремә күтәрелеп ҡарамай.

Уйымда насарлыҡ юҡ, сығам да йүгерәм. Ысынлап та, Рәсимә һылыуым бар бит әле минең. Бер туған апайымдың ҡыҙы. Сибәғәт менән үҙебеҙ ауылдан алып килеп училищеға урынлаштырҙыҡ, беҙҙә йәшәп уҡыны, хәҙер кондитер булып эшләй. Беҙҙең хәсрәтле өйөбөҙгә ул килеп ингәс, донъя яҡтырып киткәндәй булғайны.

— Татлыҡас, — ти уға Сибәғәт еҙнәһе.— Татлыҡас... Һин үҙең дә бөҙрә торт кеүек...

Ә Мөғлифә инәйгә һеңлем ниңәлер оҡшамай:

— Эйәләтмә шуныңды, — ти ул. — Йөрөтмә. Улыңды интернатҡа тапшырғансы йөрөттөң бит инде, етәр...

Улымды алмаш-тилмәш ҡарашҡаны өсөн мең рәхмәтлемен һеңлемә.

«Әлдә һин бар, һылыуым, һин булмаһаң, нишләр инем?» — тип бөткөһөҙ ҡабатлағаным бар. Ә ул йомроҡас яурындарын һикертеп, башын ҡырын һалып бер көлә лә күбәләк кеүек тағы арабыҙҙа осоп йөрөй бирә, йә еҙнәһе менән шаяра, йә миңә килеп иркәләнә. Бала ғына шул һаман...

Рәсимә йәшәгән ятаҡҡа йүгереп, ашығып барып индем. Өйҙә генә булһа ярар ине аҡыллым. Вахталағы ҡарсыҡтан һорайым: «Йоҡлайҙарҙыр әле, үҙең асып ин, — тип асҡыс тоттора. — Уятып торма...»

 

Йәйендеке кеүек ҙур ауыҙлы ошо ҡарсыҡтарын электән оҡшатмай инем. Мәкерле итеп йылмайып ултырыуы бигерәк екһендергес тойолдо.

— Юҡ, кәрәкмәй, — тип асҡысты кире һалмаҡсы булам. — Торғандарҙыр, һуң бит инде ҡәҙер.

— Ал, ал, — тип бәләкәс кенә асҡысты, ныҡышып усыма йомдора ул. — Шаҡып мәшәҡәтләнеп тормаҫһың инде. Ас та ин.

Йыландан арбалған ҡуян һымаҡ, бер ни тиклем ҡаушап торғандан һуң, астым да индем һеңлемдең икенсе ҡаттағы бүлмәһенә. Ҡосаҡлашҡан килеш матур итеп иҙрәп йоҡлап ята ине минең донъялағы иң яҡын ике кешем. Өҫтәлдә—яртылаш буш коньяк шешәһе. Ишек яңағына һөйәлдем дә ҡаттым, уны ябырға башыма ла килмәй. Ҡапыл үтәнән иҫкән елгә тәҙрә форточкаһы шапылдап ябылғанға Сибәғәт уянып китте лә матур күҙҙәрен шар асып миңә ҡараны. Улымдың күҙҙәре...

Сабыйымдың мәйетен ерләүҙе көткән әруахы һөйрәп алғандыр инде мине был вәхшәттән. Нисек сығып киткәнемде лә, ҡайһылайтып йыйынғанымды ла хәтерләмәйем. Нығытып ҡаҙаҡлап ҡуйылған бәләкәй табут алдында ғына үҙемде үҙем аңғара башланым.

— Ниһәйәт, ҡотолдо бисараҡай, был донъяла өлөшөнә төшкән сикһеҙ ғазаптарҙан ҡотолдо, — тип ҡат-ҡат ҡабатлай интернат директоры, йонсоу йөҙлө, ябыҡ ҡына ҡатын. Ул хәүефләнеп минең ҡараштарымды аулай, үҙе ошо фекерен сүкеп-сүкеп мейемә һеңдерергә тырыша. — Был донъя тотош ғазап ине бит, гонаһһыҙ сабыйға...

— Берәй ергә барып төңөлөрө билдәле ине инде. Һуңғы көндәрҙә бигерәк шашты, — тип һүҙгә ҡушыла йәмһеҙ, сырыш битле, зәңгәр танаулы тәбәнәк ир. Тупаҫ тауышынан уның миңә шылтыратҡан кеше икәнен таныйым.

— Ишектә бәүелгән ерҙән ҡолап, аяғын ауырттырҙы, ашханала өҫтөнә ҡайнаған һыулы кәстрүлде ауҙара яҙҙы...

— Былары үткән аҙнала булғайны, — тпп бүлдерәм уны. — Нишләп табуты ябыҡ?

— Үткән аҙнала ҡалдырған әфлисундарығыҙҙы ла ашап бөтмәгәйне әле, — тип һүҙгә ҡушыла тәрбиәсе ҡатын.

— Табутты... — тип ҡысҡырам мин, түҙемлегем бөтөп...

Директор ҡатын ҡулымдан тотоп, йәнә күҙемә ҡарарға тырыша, үҙенең ҡарашы туҡмалған эттеке кеүек.

— Улығыҙҙың үлемендә беҙҙең дә ғәйеп бар, һеңлем, — ти ул һүрәнке тауыш менән.— Ҡайһы аралалыр завхоздың бүлмәһенә инеп, электр розеткаһының тишегенә тимер сым тыҡҡан...

«Үҙегеҙ ҙә, врач булараҡ, улығыҙҙың ғүмерлек яфа сигеп йәшәйәсәген, үлемдең үҙенә лә, һеҙҙең өсөн дә ҡотолоу икәнен яҡшы аңлайһығыҙ. Тауыш ҡуптармағыҙ инде»,— тип әйтергә теләй ул, тик мине аяп ҡына өндәшмәй. Әммә бынау тупаҫ завхоздың мине иң яуыз дошманы кеүек күреп, хаяһыҙ ҡарап тороуына башҡа түҙерлек хәлем юҡ...

Зыярат матур урында, ҡайынлыҡта. Ап-аҡ булып еләк сәскә атҡан. Минең дә ошонда ҡалғым килә.

«Уға барыбер хәҙер яҡшыраҡ», — тип бышылдай директор ҡатын, һаман минеме, үҙенме был фекергә күнектерергә тырышып.

* * *

...Беҙ кире ҡайтыуға Сибәғәт менән Рәсимә лә килеп етте. Уларға, тәү ҡат күргәндәй, иғтибарлап ҡарайым: икеһе лә шундай матурҙар, йәштәр! Үҙемдең өҫ-башыма, улымдың ҡәбере тупрағына ҡатҡан ҡулдарыма ҡарайым...

— Мин тиҙерәк ҡайтыр инем, — тип бышылдайым эргәмдә торған тәрбиәсегә. Ул оҙаҡламай бер төйөнсөк алып сыға: улғынамдың әйберҙәре! Ул ашап өлгөрмәгән әфлисундары ла шунда ята...

— Балаларға бирегеҙ,— тип кире һонам уларҙы...

— Һеҙгә машина таптым, — ти директор ҡатын. Уларҙа мине йәһәтерәк оҙатып ебәреү ҡайғыһы. Күҙ көйөгө булып, ғәйептәрен хәтерләтеп тороусының китеүе хәйерлерәк.

Юлдаштарым, йәш кенә ир менән ҡатын, балаларын ошо интернатта ҡалдырып ҡайтып бара. Ҡатыны сеңләп-сеңләп илай, ә ире уны тынысландырырҙай һүҙ таба алмай. Моғайын, ундай һүҙҙәр юҡтыр ҙа...

Ҡайттым да бикләндем. Бер кемде лә күргем килмәй. Бер кемде лә... Шырлыҡҡа боҫоп, яраһын ялап ятҡан бүре һымаҡ. Бынау Сибәғәте генә килеп инмәһен, бер кем дә мине борсомаһын ине...

Ятам. Аң тигәнем өҙөҡ-йыртыҡ, аҡыл тигәнем килделе-киттеле. Ятам, бер кемгә лә кәрәгем юҡ. Миңә лә бер кемдең дә кәрәге юҡ. Ә бит мин туҡтаһам, бөтә донъя түңкәрелер кеүек тойола ине—йөк аты һымаҡ, туҡтауһыҙ саба, ашыға инем. Ни тиклем күберәк, яҡшыраҡ эшләһәм, ни тиклем күберәк белһәм, камилыраҡ булһам — шул тиклем оло бәхеткә яҡынаям кеүек тойолғайны. Ә бәхет һаман, һаман килмәгәнгә, моғайын, мин етерлек дәрәжәлә уңған, яҡшы түгелмендер, тип тағы ла нығыраҡ тырышам. Ҡайһылай яңылышҡанмын! Тормош миңә хәҙер асыҡ ҡәбер һымаҡ - берәйһенең тәү башлап тупраҡ ырғытыуы ғына кәрәк. Тәү башлап был тупраҡты әҫтәмә Сибәғәтем менән һеңлем Рәсимә— ике иң яратҡан кешем ташланы.

 

* * *

Эргәмә йыйылған парикмахер ҡатындарға ҡурҡып ҡына ҡалҡып ҡарайым. Улар үҙҙәре элек миңә һәр саҡ ятһынып, битараф ҡараған кеүек ине. Әле иһә береһе арҡамдан һөйҙө, икенсеһе сәсемдән һыйпаны... Хәлемә инергә, күңелемде табырға тырыштылар.

— Минең үҙемдән ҡасҡым килә. Шуның өсөн ҡиәфәтемде берәй нисек үҙгәртәйек. Сәсемде булһа ла...

Бисәләр мине әйләндереп-тулғандырып, ентекләп ҡараны. Сөм-ҡара толом иҙәнгә осто, ҡалған сәстәрем яурыныма төшөп ятырлыҡ итеп бөҙрәләтелде. Сабаталай ҡалын, һөрөм төҫлө ҡара ҡаштарымды ҡыҙҙар яңы тыуған сабый ай рәүешенә килтереп йолҡтолар. Ҡамыш кеүек төҙ керпектәрҙе буяп «тырпайттылар», хатта иҙән һепереүсе йәш ҡыҙ, мәрәкәләп, улар өҫтөнә шырпы һалып ҡараны — тора! Бик оҙаҡ мәшәҡәтләнгәндән һуң, иренгә яраҡлы буяҡ һөртөп, биткә кершән менән ал яғып, һуңғы нөктәне ҡуйғандан һуң мине көҙгөгә бороп ултырттылар. Унан өрөлөп торған иренле, бейек, матур маңлайлы, төҙ танаулы һылыу ғына бер ҡатын керпектәре менән сәнсеп алырҙай итеп ҡарап тора ине.

— Был «елбәҙәк» башҡа берәй хәсрәт яңылыш аҙашып килеп инһә лә туҡталмаҫ, тиҙерәк сығып тайыр, — тине оҫта ҡәнәғәт тауыш менән.

Кассир ҡатында минең яңы ҡиәфәтемә тап килерҙәй күлдәк тә табылды. Иртән иртүк килеп ингән ҡатын төш еткәндә генә парикмахерҙан бөтөнләй икенсе кеше булып килеп сыҡты. Хәҙер иң ауыры — булмышымды ҡиәфәтемә ярашлы итеп үҙгәртеү бурысы ҡалды. Уныһын үҙемдән башҡа берәү ҙә булдыра алмаясаҡ.

Елбәҙәк ҡатын ни эшләргә тейеш? Иң тәүҙә аҡса табырға! Быныһы иң еңеле булып сыҡты — эргәләге ювелир магазинына инеп, никах балдағымды һатып сыҡтым. Артабан ул аҡсаны елбәҙәктәрсә туҙҙырырға кәрәк ине. Быныһы ла үтә ҡатмарлы булманы. Бер сумка аҙыҡ-түлек, шампань шарабы алып, «кендек инәләремде» — парикмахерҙарҙы яңынан тыуған көнөмә саҡырҙым.

Шау-гөр килеп өҫтәл әҙерләнек. Мине, яңы тыуған сабыйҙы, түргә ултырттылар. Үҙ-үҙен генә яратып, бәхет өсөн йәшәргә тейешле көйәҙ ҡатынға бик күп ҡиммәтле кәңәштәр әйтелде. Кәрәкле кәңәштәр, сөнки миңә яңынан атларға, көлөргә, хатта уйларға өйрәнергә кәрәк ине.

Ҡунаҡтарым ихласлап, оҙаҡ ултырҙы. Тауышҡа Мөғлифә инәй ҙә килеп инде. Башта мине танымай, бик шикләнеп ҡарап торҙо. Унан бот сабып, илай-көлә ҡосаҡлап алды. Яңы дуҫтарым хушлашҡанда француз косметикаһы бүләк итеп, йоҡларға ятҡанда магнитофонымдағы яңы кассетаны тыңларға ҡушып сығып китте.

Бер-ике уртлам ғына шарап эскәндән күтәрелеп алған кәйефле Мөғлифә инәйҙең бер ҙә минең янымдан сыҡҡыһы килмәне. Ул, себеше янында өйөрөлгән тауыҡ кеүек, йә бөҙрәләремде тота, йә, ситкәрәк китеп, ҡыҫҡа итәкле күлдәгемә, буй-һыныма бик тикшереп ҡарап тора.

— Сибәғәт килгәйне... — Инде мөмкиндер, әрнеүе баҫылғандыр, тип уйлағандыр әбекәйем.

Был исемдең йөрәгемде семтеп алғанын күрһәтмәҫкә кәрәк. Йомшарҙыммы, иламһыраныммы— бөттөм... Әүәлге мең хәсрәтле булмышым бынау бөҙрәләр япҡан елкәмә яңынан менеп атланасаҡ.

—Ундай кешене белмәйем мин, инәкәйем, — тинем, йөҙөмә мөмкин булған тиклем тилекәй ҡиәфәте сығарырға тырышып. — Ә таныш булмаған кешеләр мине ҡыҙыҡһындырмай.

Күршем, минең аҡылым камиллыҡҡа буйтым шикләнеп, сығып китте.

Яны булмышымды кешеләр янында һынап ҡарарға кәрәк ине. Икенсе көндө магазиндарҙа йөрөп, яңы кейем-һалым алдым, йоҡларға ятыр алдынан ҡунаҡтарымдың хушлашҡанда әйткән һүҙен онотҡаным иҫемә төштө. Магнитофонды ҡабыҙыу менән үк яңы матур көй яңғыраны.

Ул көй яғымлы ҡатын-ҡыҙ тауышы менән миңә шуларҙы еткерергә ынтыла:

— Һин матурһың! Һин яңынан тыуҙың! Яңы, йәш, сәләмәт ҡан һинең тамырҙарың буйлап аға. Өр-яңы, сәләмәт тормош алһыуланып балҡыған битеңә ҡуна. Яңы тормош ҡып-ҡыҙыл төҫ булып һинең матур ирендәреңә тула, — тип ҡабатлап, мине рәхәт итеп иҙрәтә!

Йонсоп, миктәп бөткән ҡәҙерһеҙ йөк атынан үҙ баһаһын белгән иркә ҡатынға әйләнергә өйрәтә ине мине был наҙлы тауыш. Мин үҙемдең ысынлап та икенсе кешегә әйләнә алырыма ышана яҙҙым. Ә ниңә — бик күптәр шулай еңелсә генә йәшәй бит! Хәйер, бәләкәйҙән үҙемдең маҡсатымды тормошҡа ашырыр өсөн ихтыяр көсөмдө йәлләмәҫкә күнеккәнмен. Көрәшеп ҡарайыҡ, тинем үҙ-үҙемә, көрәшеп ҡарайыҡ! Әлбиттә, үҙ-үҙең менән көрәшеүҙән дә ауырыраҡ нәмә юҡ икәнен бик яҡшы беләм мин хәҙер.

Оҙон-оҙаҡҡа ниңә һуҙылырға, тинем дә, икенсе көндө үк эшемә йүнәлдем. Шаҡ ҡатырғыс яңы ҡиәфәтемдә... Ҡыҫҡа итәктә, бейек үксәлә уңайһыҙ ҙа, йәпһеҙ ҙә кеүек. Әммә тәүге мөһим имтиханды уңышлы үтергә кәрәк. Был минең беренсе еңеү йәки еңелеү буласаҡ. Иң тәүҙә деканатҡа инергә кәрәк. Бәлки, мине эштән ҡыуғандарҙыр ҙа. Расписание эргәһендә өймәкләшеп торған бер төркөм студенттарҙы күргәс, иҙән аҫтына төшөп боҫорҙай булдым. Башыма ҡан һикерҙе. Арҡыс-торҡос баҫмаҫҡа, тырпайып торған тубыҡтарҙы ҡапларға маташып итәкте тартҡыламаҫҡа, тип үҙ-үҙемә бойороҡ бирә-бирә, үлеменә табан атлаған һалдат һымаҡ, туп-тура өҫтәренә барам.

Улары, үҙ күҙҙәренә үҙҙәре ышана алмай, ауыҙҙарын асып ҡатҡан.

— Сәләм! — тип ҡулымды күтәреп, бармаҡтарымды шаян ҡыбырҙатам. Артығына хәлем етмәй.

Бәхетемә күрә, деканатта мине бигүк белеп бөтмәгән йәш ҡыҙ ғына. Ҡайғылы ваҡытымды иҫәпкә алып, бик ҡыйын булһа ла, мине отпускыға ебәргәндәр икән. Хеҙмәттәштәремдең хәстәрлегенән күңелем йомшара. Бына быныһы насар — ебергә ярамай миңә, тип уйлап та өлгөрмәйем, ишекте киң асып беҙҙең кафедраның мөдире, минең түрәм, профессор Сумаҡов килеп инә. Бәлки, иғтибар итмәҫ, тип уйлайым мин. Ҡотолғоһоҙ осрашыуҙы саҡ ҡына аҙаҡҡараҡ ҡалдырғанда йәтеш булыр ине. Тик минең кеүек шәп, сағыу ҡатындарҙы абайламай мөмкинме һуң? Ул тәүҙә танымай, былай ғына ҡыҙыҡһынып баға. Унан, ҡалын ҡаштары өҫкә күтәрелгән һайын, алтын тирәсле йәмһеҙ, ҙур күҙлеге лә маңлайына мәрәкә булып һикереп менеп ултыра.

— Һаумыһығыҙ, Вәли Яҡупович! — тип өндәшәм мин.

— Гөлзифа... — ти ул тыны ҡурылып.— Был һеҙме, Гөлзифа Тимеровна?

Элекке тыйнаҡ, ҡырыҫ Гөлзифа Тимеровна менән нисек һөйләшергә белер ине, ә быныһына нимә тип әйтергә? Уның ҡатмарлы тойғолары йөҙөнә үк сыға. Профессор тамам юғалып ҡала, ә мин түҙә алмай ҡысҡырып көлөп ебәрәм! Профессор сигенә! Ура, беренсе еңеү!

...Иң ҡыйыны дуҫтарым менән осрашыу булырын башыма ла килтермәгәнмен. Элекке Гөлзифаны оҡшатҡан кешеләрҙе минең әлеге булмышым, әлбиттә, бик ныҡ аптыратты, хатта шаҡ ҡатырҙы. Тәүҙә улар үҙгәрештәрҙе ҡиәфәтемә генә япһарып, күңелемә инергә маташҡайны. Елбәҙәк ҡыланышым, килделе- киттеле хәбәрем тәүҙә рәнйетте, унан хәүефләндерҙе, буғай. Миңә ҡалһа, уларҙың: «Был бахыр ҡайғыларынан аҡылға бер төрлөрәк булып киткән, ахырыһы», — тип уйлауҙары уңайлыраҡ ине әлегә.

Шулай итеп, минең яңы булмышым элекке таныштар, дуҫ-иштәр, хеҙмәттәштәр менән яңыса мөнәсәбәттәр урынлаштырыуҙы талап итә ине. «Ярар, — тинем мин, — күнегерҙәр». Иң мөһиме — «бөгөнгө мин» студенттарға нығыраҡ оҡшайым. Элекке төҫһөҙ «ҡарға» урынына юҡҡа-барға ла көлөргә әҙер торған шаян уҡытыусы пәйҙә булыуына йәштәр бик тиҙ күнекте. Тик үҙем генә яңы булмышыма инә алмай, протезға өйрәнә алмай йонсоған ғәрип кеүек, бик оҙаҡ яфаланмаһам инде...

Үҙ-үҙең менән йәшенмәк уйнауҙан да мәғәнәһеҙерәк уйын бармы икән, тип бөтөнләй бирешергә уйлап та ҡуйған мәлдәрем булманы түгел.

Бер көндө — улымды ерләгәндә июнь башы ине, тимәк, ике ай үткәс, август баштарында — мине кафедраға, телефонға саҡырҙылар. Ҡабул итеү имтихандары менән булашып, баш тубалдай булып йөрөгән мәшәҡәтле саҡ ине, тәүҙә Сибәғәттең тауышын таныманым.

— Гөлзифа? Ә һеҙгә ниндәй Гөлзифа кәрәк? — тип һораным мин ҡәнәғәтһеҙләнеп. Аңра бала-сағаларын институтҡа индереүҙе үтенеп, үҙәккә үтеп бөткәйнеләр. Шуларҙың береһе бимазалайҙыр, тип уйланым.

Яңылышыуым һәм ҡаты һөйләшеүем ҡапыл ҡаушап төшмәҫ өсөн бик уңайлы булды. Ирем исемен әйткәс тә:

— Һеҙ яңылышҡанһығыҙ. Мин Гөлзифа Тимеровна түгел. Ул хәҙер бында эшләмәй, — тип яуап бирҙем. Көтөлмәгән хәбәр Сибәғәтте аптыратты, күрәһең. Ул ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәй, мине ҡайҙан табырға мөмкин икәнен һорашты.

— Һеҙ уның яҡшы танышымы? Нисек ишетмәнегеҙ икән? Ул үлде бит, — тип әйтеп һалдым. — Һеҙгә шундай ҡайғылы хәбәр еткереүем ҡыҙғаныс, әлбиттә. Ғәфү итегеҙ, зинһар!

Һөйләшеүемде ирекһеҙҙән ишетеп торған хеҙмәттәшем ҡаушауҙан сәсәп китте. Ә мин, борсоғаны өсөн ғәфү үтенгән Сибәғәткә үҙемдең ихлас рәүештә уның ҡайғыһын уртаҡлашыуымды белдереп, трубканы һалдым. Эштән һуң Мөғлифә инәйгә фатирҙы сосораҡ һаҡларға кәрәклеген киҫәтеп сығырға тура килде. Алмашыр өсөн уңайлыраҡ фатир килеп сыҡҡансы һәм аҙыраҡ күңелем тынысланғансы тип, ике аҙнаға институт профилакторийына күскәйнем. Әлбиттә, юл яҙлыҡтырырға маташыу тәүҙә уйымда ла юҡ ине. Ысынлап эҙләгән кешегә мине табыуы ауыр түгел. Шулай ҙа... Шулай ҙа минең уны күрергә бер ниндәй теләгем дә, көсөм дә юҡ ине. Хәлемде аңлап, Хоҙай ҡурсалағандыр инде — йәй буйы осрашманыҡ.

Әбейҙәр сыуағының иҫ киткес матур, йылы бер көнөндә, институтта үткәрелгән ғилми конференциянан һуң, сит ҡаланан килгән ике ҡунаҡты ресторанға оҙатып барған сағымда, тап килештем улар менән. Һөйләшә-һөйләшә ҡаршыға килгән Сибәғәт менән Рәсимәне абайламай үткәнмен. Ә улар тәүҙә мине бөтөнләй танымағандар, булһа кәрәк. Үтеп киткәс кенә ҡыйыр-ҡыймаҫ әйтелгән «Гөлзифа»ға боролоп ҡараһам, торалар минең «йән киҫәккәйҙәрем». Һеңлем ауырлы. Иремдең еңенә аҫылынған.

— Был һинме, Гөлзифа? — ти Сибәғәт.

— Һеҙ яңылыштығыҙ. — Китергә боролдом. Илтифат һаҡлап алғараҡ киткән ҡунаҡтарымдың береһе сәскә һатыусынан алһыу раузалар алып өлгөргән. Иренемдең ҡалтырауын сәскәләр менән ҡапланым. Элеккеләй башты түбән баҫып, бөлөнөп китеп барһам, был икәү шулай үтеп тә китер ине. Мин меҫкенде йәлләп, бер нисә һүҙ һөйләнеп алған булырҙар ине, бәлки. Ә инде ҡояш кеүек балҡып, ике ирҙе ҡултыҡлап китеп барған Гөлзифаны былай ғына үткәреп ебәрә алмай ине минең элекке ирем Сибәғәт. Үҙенә һаман аҫылынып торған бисара һеңлемдән ҡулын һелкетә тартып алды ла тып итеп алдыма килеп баҫты.

— Ғәфү итегеҙ, бер һүҙ әйтеү өсөн генә, — тип үтенде ул юлдаштарымдан. — Нимә булды һиңә, Гөлзифа?

Ғәжәпләнеүҙән бигерәк, ниндәйҙер алйоттарса һоҡланыу бөркөлә ине буп-буш күҙҙәренән. Уның шулай тулҡынланыуы, ҡаушауы миңә ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та тойолдо.

— Гөлзифа үлде, тигәйнем бит инде мин һиңә, — тинем ҡырҡыу итеп. — Улы менән бер ҡәберҙә ятып ҡалды, һағынып иҫкә төшөрһәгеҙ, зыяраттарына сәскә һалып китегеҙ. Ә мин — бөтөнләй башҡа кеше.

— Улай булғас, танышайыҡ, — тигән булды ул, йылмайырға тырышып.

— Анау меҫкен ауырлы ҡатынды көттөрмәгеҙ инде, көскә аяғында баҫып тора бит, бисараҡайың. Бигерәк төҫө ҡасҡан бисәңдең. Ҡатындар ирҙәре яратһа ғына сибәр була ул, ҡәҙерлеләрем...

 

* * *

Бәпәйҙәре тыуһа ла, ирем менән һеңлем бергә оҙаҡ йәшәй алманы. Күп тә үтмәне, Рәсимә икенсе кешегә кейәүгә китте. Әлбиттә, яңы иргә ул балаһы менән һыймай ине. Алты айлыҡ улын күтәреп Сибәғәт ҡайҙа барһын, миңә килеп йығылды. Үҙеңдеке — үҙәктә икән. Ғәфү иттем. Хәҙер ирем менән һеңлемдең малайын ҡарап декретта ултырам. Аллаға шөкөр, был ял оҙайлы булыр, ахыры. Сибәғәт менән үҙебеҙ ҙә ҡыҙ көтәбеҙ.

 

Автор:
Читайте нас: