Повесть
Июнь айы. Төндәрҙең иң ҡыҫҡа мәле. Гүйә, киске шәфәҡтең нурлы яҡтыһы һүнеп тә тормай, офоҡ ситләп барып, таң нурҙарына ҡушыла. Бар ғаләмде мөһабәт тынлыҡ солғай, әйтерһең, тәбиғәт үҙ-үҙенә һоҡланып хәрәкәтһеҙ ҡала. Бында, урман төпкөлөнә, яҡтылыҡ һуңлабыраҡ һирпелә, һалҡынса, хатта ки һалҡын. Олпат олондар шылт та итмәй, йоҡомһорай әле.
Хәйер... Аҡлан ситендә генә үҫкән йыуан шыршының сағыр ботаҡтары һелкенде. Уларҙы айырып, һаҡ ҡына, ҡурҡып ҡына бер кеше килеп сыҡты. Спорт кейеме, ҡыҫҡа резина итек кейгән. Кәүҙәгә ҙур булмауынан, ҡатын-ҡыҙмы, үҫмерме, тип уйларға була.
Ул теше-тешкә теймәй ҡалтыранып, дерелдәп, нисек йылынырға белмәй ыҙаланды, һикергеләп тә алды. Ҡолағына таныш шыптырлау салынды: буш түгел шырпы ҡабын һелкетһәң, шундай тауыш сыға торған. Һағайҙы, йәшен тиҙлеге менән артҡы кеҫәһенә тығылып, шырпы ҡабы килтереп сығарҙы. Һыңар бөртөк шырпы ҡалған даһа! Өмөтһөҙлөк, ҡайғы ҡатҡан йөҙөнә шашҡын ҡыуаныс сыҡты. Ысыҡлы үләндәрҙе ярып, абына-һөрөнә утын йыйырға кереште. Теше-тешкә теймәй шаҡылдаһа ла, тырыша, көсө етерҙәй ботаҡтарҙы аҡлан уртаһына ташый.
Әҙәм заты һирәк баҫҡан урманда ҡоро-һары етерлек, йығылып ятҡан ағастар ҙа байтаҡ. Күп тә үтмәй, ҙур ғына өйөм йыйылды. Ботаҡтарға иртәнге еүешлек һеңгән, ҡапыл ғына тоҡандырып ебәрерлек түгел. Кешекәй аптырап ҡалманы, бейек ағастарҙың аҫтараҡ үҫкән ваҡ ҡына ҡаҡ сыбыҡтарын ҡайырып алды. Ғәҙәттә, улар ҡоро була.
Инде усаҡ хәстәрләргә кәрәк. Кеше тырышып, бар көсөн егеп, бер урынды тапап, таҡырайтып, эрерәк ботаҡтарҙан кескәй генә ҡыуыш рәүеше эшләне: елдән һаҡлар, утты ҡапыл һүндермәй торор. Шунан нәҙек ҡоро ботаҡтарҙы ҡәләм ҙурлыҡ ҡына итеп һындырып өйҙө, араһына унан да вағыраҡтарын төртөп сыҡты. Ҡап төбөндә ятҡан һуңғы шырпыны нисек тә юҡҡа әрәм итмәҫкә ине. Ярай кеҫәһе төбөндә гәзит остоғо ла ятҡан, шуны йомарлап сыбыҡтар аҫтына тыҡты.
Шырпы һыҙыуға уҡ ҡағыҙға ут эленде, нәҙек ботаҡтарға күсеп, яна башланы. Уттың көсәйеүен кеше ҙур иғтибар менән күҙәтте, хатта ҡалтыраныуынан туҡтап торҙо. Уның артабанғы тормошон ошо усаҡ хәл итәсәк – эске һиҙемләүе шулай ти. Хәҙер инде эрерәк ботаҡтарҙы ла өҫтәй башларға була. Ағас өҫтәгән һайын ут та нығыраҡ ләүкей, ялҡын телдәре еүешерәк ботаҡтарҙы ла ҡомһоҙланып ялмай. Кеше уның һайын йыуаныраҡ, эрерәк ағастар өҫтәй. Ниһайәт, усаҡ тамам шәбәйҙе, төтөнө төп-төҙ булып һауаға үрләй, ҡыҙыу, рәхәт ялҡын бөркөп яна.
Әҙәми зат тамам арыны, талсыҡты. Ул һуңғы көс-хәлен йыйып, шыршы ботаҡтарын һындырып, үҙенә түшәк әҙерләй башланы. Ҡалтыраныуы бер аҙ баҫыла төштө. Тик һаман өшөтә, йылынып китә алмай ыҙалана. Свитерын салбарына ҡыҫтырҙы, еңдәрен тартҡыланы. Шунан йомарланып ҡына ылыҫ өҫтөнә ятты. Күп тә үтмәй, нисәмә көн ял, йылы күрмәгән тәне иҙрәп, ҡаты йоҡоға талды. Һаташып, тертләп күпме йоҡлағандыр...
Кескәй аҡлан ауыҙында икенсе берәү күренде. Ул арҡаһына рюкзак артмаҡлаған, урманда йөрөүҙең рәтен белеп кейенгән, ҡаҡса кәүҙәле, оҙон ғына буйлы ир-егет ине. Бер килке ғәжәпләнеп ҡарап торҙо ла, эргәһенә килеп, йоҡлап ятҡан кешегә күҙ һалды. Уның ҡатын-ҡыҙ булыуын сырамытты. Тирә-яҡҡа күҙ йүгертте: аҙыҡ-түлек һалынған сумкаһы ла, аш-һыу йүнәтерлек һауыт-һабаһы ла күренмәй. Шунда бер бәләкәй пластик шешә генә аунай.
– Аптыраш, – тип мөңгөрләне юлсы танау эсенән генә. – Аҙашҡан, тимәк.
Ул тубыҡланып ҡатынға текләне. Серәкәй талап бөткән йөҙөнә ҡарап, йәшен әйтеүе ҡыйын. Әммә йонсоуы сибәрлеген юя алмаған. Ҡыйғас ҡаштары, оҙон керпектәре сырайына йәм биреп тора. Бүлтек ирендәре кипшенеп ярылған, улар ара-тирә ҡыймылдай, әйтерһең, кемдер берәү менән һөйләшә. Ҡаҡса яңаҡтарына ҡуйы ҡыҙыллыҡ йүгергән.
– Ауырыймы әллә? – тип ҡуйҙы юлсы үҙ алдына. Нишләргә һуң? Тирә-яғына ҡаранды, тик күҙҙәре шым ғына ҡарап торған өнһөҙ урман менән генә осрашты. Бармағы менән ҡатындың маңлайына ҡағылды ла бешкән төҫлө тартып алды. Уттай янып бара ла баһа! Бына һиңә... Ҡатын кеше әҙәм аяғы һирәк баҫа торған урман төпкөлөндә ауырып ята. Иң яҡын ауылға егерме саҡрым тирәһелер. Кем уны бында шул хәлдә ҡалдырып китте икән? Еләк, бесән сағы түгел, аҙашып килеп сыҡҡан, тиер инең. Ни генә тимә, хәҙер был әҙәм балаһын ташлап китеп булмай инде. Шул саҡ ҡатындың ҡуңыр күҙҙәре бер нисә секундҡа ғына асылып, ҡабат йомолдо.
– Килдеңме ни? Ҡалай оҙаҡланың. Кил, кил тиҙерәк яныма! – Ярһып, сабырһыҙлыҡ менән әйтелгән һүҙҙәр юлсыны тамам аптыратты. Ул ҡатынға эйелде, уныһы ике ҡуллап муйынынан ҡосаҡлап үҙенә тартты.
Ир кеше, аптырап, уның эргәһенә һуҙылып ятты, шул көйө генә артмағын ысҡындырып ситкә һалды. Ҡатын уны күптән түҙемһеҙлек менән көткән кешеһе төҫлө үҙенә ылыҡтыра, ҡайнар ирендәре ҡош томшоғо төҫлө ослайып уға һуҙыла. Юлаусы сараһыҙлыҡ халәтендә ҡалды: шул тиклем ҡайнар теләккә ҡаршы торор әмәле юҡ таһа? Күңел төпкөлөнән күптән кисерелеп, баҫып тотҡан тойғолары ҡайнап килеп сыҡты, йөрәге дөпөлдәргә кереште. Әйтерһең, янында бөтөнләй ят ҡатын түгел, ҡауышыуҙы көткән йәр ята, уның иркәләүен көҫәй...
Ҡатындың тәненең йомшаҡ һығылмалылығына, татлылығына иҫе киткәндәй булды. Бындай ҙа наҙлы тәнде ҡосаҡлағаны юҡ уның. Ир кеше уттай янған иреңдәрҙе үпте, үҙенең бөтә булмышын ялҡынлы ғәйрәт солғаны. Ҡатындың йөҙөнә лә шатлыҡлы, бәхетле сырай сыҡты. Ә үҙе һаман ярым иҫһеҙ, һаташамы, йоҡлаймы – белеп булмай. Хистәр ташҡыны ҡушылыу менән тамамланды. Һәр икеһе бер ваҡытта күккә ашты. Ләззәт тойғоһо бер генә мәлгә тетрәтеп үтеп тә китте. Юлаусы тынып ҡалды, бер нисә минут уйһыҙланып ятты. Үҙен ғәйепләү, битәрләү уйы килеп, күңелен телгеләне. «Ни булды, ни эшләнем, ни ғәләмәт инде был?» – тигән уйҙар мейеһен сүкене.
Ҡатын һаман иҙрәп йоҡлауын белде, уянырға иҫәбе лә юҡ. Маңлайына бөрсөк тир бәреп сыҡҡан. «Хәйер, уны ирекһеҙләүсе булманы бит, үҙе теләне», – тип йыуатты ир кеше үҙен.
Ярай, аптырап ултырырға ваҡыт юҡ. Юлаусы рюкзагын сисеп, аҙыҡ-түлеген сығарып, тамаҡ ялғарға әҙерләнде. Бәләкәй одеялын алып, ҡатын өҫтөнә япты, һүрелеп барған усаҡты дөрләтте. Башта котелокта сәй ҡайнатты. Унан дөгө ярмаһы, тушенка һалып, аш бешереп алды. Ашҡа ҡорот төшөрөп, һуған турап, үҙе тәмләп ашап алды.
Ҡояш шаҡтай күтәрелде. Өҙлөкһөҙ күгәүен, себен-серәкәй геүләй. Юлаусы рюкзак төбөнән бөжәктәргә ҡаршы кремын алып, ҡатындың битенә һаҡ ҡына һөрткөләне. Был мәшәҡәттәрҙән бушағас, үткер һунар бысағын алып, ҡыуыш ҡорорға эре ботаҡтар киҫергә тотондо. Бөгөн ары китеп булмаҫы асыҡ бит инде.
Урман ҡанундары ҡаты: сибектәр, сирлеләр урыны түгел ул. Бында ҙур таҫыл да, ирҙәр көсө лә, ҡорал да кәрәк.
Бына ҙур ғына ҡыуыш та әҙер, ергә ҡалын итеп ылыҫ түшәк тә түшәлде. Ҡатын уянмай әле, бөтөнләй ныҡ ауырыймы ул, иҫенә килә алмаймы?
Аҡланға йәнә оҙон ағас күләгәләре төштө, төш ауҙы. Ҡатып, ниһайәт, тертләп уянып китеп, күҙҙәрен асты. Күккә, ағас баштарына ҡараны. Үҙенең ҡайҙа икәнлеген аңлап, сырайы һытылды, күҙҙәренән йәш эркелде. Ләкин тиҙ үк үҙгәреш һиҙеп ала һалды – өҫтөнә одеял ябылған. Ҡарашын янған усаҡ эргәһенә ҡоролған ҡыуышҡа йүнәлтте. Бер ят кеше усаҡ янында булаша.
Ят кеше ялт итеп ҡатынға күҙ һалды: күҙҙәрен тултырып уға ҡарап ята. Йөҙөнә рәхәт тыныслыҡ ҡалҡып киткән, хәсрәт эҙҙәре ҡул менән һыпырып ташлағандай юҡҡа сыҡҡан. Юлаусы уның янына килеп теҙләнде.
– Хәл нисек? – тип һораны шым ғына.
– Мин һине төшөмдә күрҙем бит. – Ҡатындың тәүге һүҙҙәре шул булды. Һис оялыу, уңайһыҙланыу ғәләмәте һиҙҙермәне. Башын ҡалҡытты ла кире ятты. – Аһ, башым, сатнап бара...
– Шулай ҙа торорға кәрәк. Әҙерәк ашап алыу зыян итмәҫ. Бында нисек килеп эләктең? Ҡайҙан? Күптәнме?
– Өс төн урманда ҡундым.
Ир кеше аптырауын баҫып, сәй ҡойоп бирҙе.
– Тәүҙә сәй эс, унан әҙләп кенә ашарһың, – тине.
Ҡатын шәкәрле сәйҙе йотлоғоп эсте. Шунан, ҡалаҡ осона ғына элеп, ҡоротло ашты ашай башланы.
– Һеҙгә күп ашарға ярамаҫ бер юлы, – тине ир. – Минең исемем Ғәзиз, – тип өҫтәне.
– Аңлайым, аңлайым, Ғәзиз. Шулай кәрәк. – Исемде ятлаған төҫлө итеп ирендәре менән эстән йәнә ҡабатланы. – Ғәзиз... Ғәзиз... Мин Хәтирә булам.
– Бына таныштыҡ та. «Һеҙ» тип ҡыланышып тормайыҡ инде, яһалма әҙәп кәрәкмәй бында. Һунарсы булғас, урмандың ҡырыҫ холҡон яҡшы беләм, ризыҡ-сыраһыҙ килмәйем. Асыҡҡанһың... Күреп торам, ныҡ ауырыйһың. Миндә дарыу-фәлән бар. Үҙем бер ваҡыт шулай һунарҙа ауырып киткәйнем, сөнки алдан уҡ һалҡын тейгәйне. Шул саҡтағы интегеү һаман онотолмай. Бына аспирин, парацетамол, тағы нимәләрҙер бар.
– Төндәрен һалҡын шул, ысыҡ та мул төшә. Был урман тотошо менән боҙ өҫтөндә ултыра тиерһең. Онотолоп йоҡлап китәм дә дер ҡалтырап уянам. Һин әйтмешләй, мин өйҙә үк өшөмһөрәп тора инем. Йәйге селлә тимәй... Һалҡын айран эскәйнем...
– Һиңә аяҡҡа баҫырға кәрәк, – тип һөйләнде Ғәзиз, бер көрөшкә ҡайнар һыу һуҙып. – Һыуҙы күп эсергә тырыш. Әгәр усағыңдың уты ағас араһынан ялпылдап күренмәһә, ситләтеп үтә лә китә инем бит.
– Эйе, ул ҡотҡарҙы мине, – тине ҡатын.
– Кем?
– Кем түгел, шырпы, һуңғы шырпы...
Ашап алғас, Хәтирә бер сама хәлләнде. Ҡотҡарыусыһынан күҙен алманы. Ана, ул етеҙ хәрәкәттәре менән усаҡтағы утындарҙы ҡағыштырып өйә, яңыларын өҫтәй. Шунан тағы эрерәк ботаҡтар тартып килтереп ташлай. Ир кешенең ни, тотоноуы башҡа. Ҡоралһыҙ ҙа түгел. Мылтығын йыуан ағас ботағына элгән, ҡулынан үткер һунар бысағын төшөрмәй, ботаҡтарҙы шуның менән киҫә. Ир етеҙ, еңел кәүҙәле, буйға уртасанан саҡ ҡына ҡалҡыуыраҡ. Башына һоро спорт башлығы кейгән, башлыҡ ситенән бойҙай башағы төҫөндәге ҡуйы тулҡын сәстәре бүҫелгән, зәп-зәңгәр күҙҙәре мөләйем. Саҡ ҡына көмрө танауы, тулы ирендәре үҙенә килешеп тора, һүҙ ҙә юҡ, сибәр ир.
Утын йыйып туҡтағас, яҡында ғына сығып ятҡан шишмәнән һыу килтереп, ҡуҙ өҫтөнә ҡуйҙы.
– Саҡ ҡына йылынһын, йыуынып алырһың. Ауырығанда йыуыныу ҙа хәл индерә.
Әле улар бер-береһенә һорауҙар бирмәй. Ваҡыты етмәгән. Йәйге оҙон көн һиҙелмәй генә кискә ауыша, аҡлан эсе ҡараңғылана. Ағас араһы йәшерен шом менән тула, тиҙ үк һалҡынлыҡ бөркөлә. Ана, юғарыла тәүге йондоҙ бөләңгерт кенә емелдәй. Ҡараңғылыҡ төпкөлөнә ҡарап ятҡан Хәтирә ҡалтыранды. Шул урманда нисек өс көн ҡунды, нисек йөрәге ярылманы? Нисек берәй йыртҡыс менән йөҙгә-йөҙ килмәне? Ғүмере бөтмәгәндер, Хоҙай аралағандыр инде. Тәненең ҡыҙыулығы әкренләп һүрелә кеүек – дарыу тәьҫирелер.
Тороп китеп, йылы һыу менән йыуынып алды. Башы зыр әйләнә, хәле юҡ әле. Ярай әле урманда һыу күп. Йығылған ағас төптәрендә лә боҙҙай һалҡын, саф һыу йыйылып ята, шишмәләрҙең иҫәбе лә юҡ. Шуға күрә таңын, төндәрен ер бик һалҡын, резина итек аша аяҡ тиҙ өшөй. Һунарсы, ана, аяғына сыланмай торған күндән оҙон ҡуныслы ботинка, эсенән йөн ойоҡбаш кейгән. Хәтирә уның куртка эсендәге кейемдәре лә йөндән булыуына иғтибар итте. Йәй тимәгән, йылы кейенгән.
Был урман үткенсе кешегә шаҡтай ҡырыҫ. Хәтирә итектәрен һалып, усаҡ ипкененә һуҙҙы. Рәхәт! Тыныс! Бәхетле, бик бәхетле ул ошо мәлдә. Ғөмүмән, бәхетле булыр өсөн күп кәрәкмәй, ышаныслы юлдаш ҡына кәрәк икән. Ә уны табыу? Күпме әҙәм был ҡыҫҡа ғына ғүмер юлында үҙенә тоғро дуҫ таба алмауҙан ғажиз булып йәшәй. Хәтирә үҙе? Был кешене юлына Хызыр Ильяс сығарып ҡуйғандыр. Юҡһа тормош менән бәхилләшеп бөткәйне бит. «Һин кем?» – тип тә һорамай Хәтирә көтмәгән, уйламаған ерҙән килеп сыҡҡан изге йәндән. Тәү күреүҙән ышанды ла ҡуйҙы уға.
– Мин һине күптән белгән кеүекмен. Үҫмер ҡыҙ сағымдан бирле.
Ғәзиз уға аптырап ҡараны:
– Ә мин ниңә һине белмәйем?
– Мин һине төшөмдә генә күрә инем. Тик ниңәлер гел йыраҡтан ғына ҡарап тораһың, шунан миңә табан атлай башлайһың. Килеп еткәс кенә мин уянам, һөйләшергә өлгөрмәй ҡалам. Бына әле ут яғып йоҡлап киткәс, тағы күрҙем. Яп-яҡын, хатта үтә яҡын инең... – Хәтирә ҡарашын ситкә алды, яңағына ҡыҙыллыҡ яғылды.
«Ул бит икебеҙ арала булған хәлде төш тип уйлай. Шулай уйлағаны яҡшылыр ҙа», – тип фекер йөрөттө Ғәзиз һәм еңел һулап ҡуйҙы. Усаҡҡа күп итеп эре сей ботаҡтар өйҙө. Тағы әкренләп сәй эсеп, ашап алдылар. Хәтирә ныҡ арып китте. Ғәзиз уға ҡыуыш эсенә инеп ятырға ҡушты.
Ҡатын ылыҫ өҫтөнә куртка түшәп, өҫтөнә одеял ябынып ятты. «Был ҡыуыш урманда ҡунған кеше өсөн харап яҡшы торлаҡ икән дә», – тип ҡәнәғәт уйланды ул, тиҙ үк серемгә лә китте.
Ғәзиз ҡыуыш ауыҙына полиэтилен киҫәге ҡорҙо, үҙе шунда кейемдәрен сисмәй генә ятты, мылтығын ҡул осона һалды. Ул да ярайһы арығайны, йоҡлап та китте. Урманға йыш йөрөү сәбәпле, үҙен тиҙ йоҡларға, тиҙ уянырға күнектергәйне.
Күпмелер йоҡлағас, эстә хәрәкәт һиҙеп уянды. Хәтирә тағы теше-тешкә теймәй ҡалтыранып өшөй башлағайны. Ғәзиз, тора һалып, усаҡ янында ултырған йылымыс һыу менән таблеткалар эсерҙе.
– Беҙгә йәнәш ятырға кәрәк, – тине ул ҡәтғи итеп.
Үҙе шунда уҡ ҡатын эргәһенә инеп, уның арҡаһын ҡосаҡлап ятты һәм үҙ йылыһы менән сирле ҡатынды йылытырға тырышты. Күңелен ғажизлыҡ биләне, аңы өҙгөләнеп, был бисараны сирҙән ҡотҡарыу юлдарын эҙләне. Тағы нишләргә була һуң? Үпкәһенә төшмәһә ярай ҙа... Етәкләп алып китер хәлдә лә түгел... Дарыу үләндәре лә сәскә атҡан ваҡыт түгел, урманға йәй һуңлап килә. Ҡапыл зиһене яҡтырып китте: уҫаҡ ҡайырыһы тән ҡыҙыулығын яҡшы төшөрә бит. Иртүк ҡайнатырға кәрәк булыр.
Хәтирәнең ҡалтыраныуы туҡтап, ҡоро эҫелек менән алышынды, ул хатта өҫтөн асып ташланы. Ғәзиз, асыуланып, ҡабат япты, хатта ҡысҡырып ҡуйҙы. Хәтирә ҡуян төҫлө боҫто, тауыш сығарманы. Шулай ята торғас, тәне рәхәт кенә итеп дымлана башлағанын тойҙо, тағы йоҡлап китте. Ғәзиз тынысланды, уны ла йоҡо үҙ донъяһына алды.
Төшөндә һирәк кенә ҡайынлыҡта йөрөүен күрҙе. Ҡайындар шул тиклем аҡ, үләндәр шул тиклем йәшел, бар донъя сихри балҡышҡа сумған. Хәтирә лә шунда йөрөй түгелме? Яурынына һибелгән сәстәре ҡара ебәк кеүек йылҡылдай, ап-аҡ тештәрен күрһәтеп ҡалай кинәнеп йылмая. Өҫтөндәге күлдәге лә сәскәле болон төҫлө биҙәкле, киң итәкле. Ғәзиз уның янына барып етергә теләй, үҙенең Хәтирәне яратҡанын, тәҡәтһеҙ булып иркәләргә теләүен аңлай. Ниндәйҙер көс Хәтирәне унан алыҫлаштыра, Ғәзиз тағы ынтыла, тағы яҡыная. Бәй, Хәтирә сабый бала етәкләгән түгелме һуң? Ғәзиз уның быуынланып торған тулы беләктәре менән Хәтирәгә талпынғанын күрә. Ниңәлер ошо бәпес үҙенеке тип уйлай. Балаға табан йүгергәйне, аяҡтары тышаулы кеүек, һөрлөктө лә... уянып китте.
Күҙен асҡас, аптырап ятты. Әле генә йәм-йәшел болонда ине лә баһа. Ярым ҡараңғы урында ята. Ҡарашы ҡыуыш һайғауына тоштө, бөтәһен дә аңлап һикереп торҙо. Хәсрәт һунарсы, ҡайҙа һуң Хәтирә? Әллә китеп барғанмы? Ул сәсрәп ҡыуыштан килеп сыҡты. Ә Хәтирә усаҡ янында ултыра, сәй ҙә ҡайнаған.
Унан быу борҡорай, күрәһең, яңы ғына уттан алынған. Ҡатын башын теҙҙәренә ҡуйып уйға сумған, күҙҙәрендә йән тетрәткес һағыш.
Ғәзиз, уның бойоҡлоғон күрмәмешкә һалышып, күңелле һөйләнде:
– О, сәй ҙә ҡайната башланыҡмы? Былай булғас, эштәр яҡшы, бик яҡшы.
– Кем белә инде нисек булырын? Хәҙер былай, биш минуттан тегеләй, һыуһап килеп торҙом. Ныҡ тирләгәнмен, эстәге кейем лыс һыу булған. Еүеш кейем үҙе үк өшөтә. – Хәтирә киптерергә элгән футболкаһына ишараланы.
– Ничего, хәҙер былай итәбеҙ.
Ғәзиз бер нисә аҙымда ғына ултырған уҫаҡтан ботаҡ киҫеп алды. Ботаҡтың ҡабығын әрсеп көрөшкәгә һалды, сәйнүктән ҡайнар һыу ҡойон, ҡуҙ өҫтөнә ултыртты. Көрөшкәләге һыу яңынан күпереп сыҡҡас, башлығы менән томалап ҡуйҙы.
– Бер аҙ ултырһын, ас ҡарынға эсерһең, – тине.
Хәтирә ҡабыҡ төнәтмәһен ҡомһоҙланып эсеп бөтөрҙө, шуны ғына көтөп йөрөгән тиерһең.
Ғәзиз күңелле, шат күренергә тырышты, ә башында өҙлөкһөҙ борсоулы уйҙар ҡайнашты. Берҙән, аҙыҡ наҡыҫлығы. Ул үҙе ике, күпкә китһә, өс көнгә тип сыҡҡан кеше. Ризыҡты ярай әле мул итеп алып өйрәнгән. Донъя хәлен белеп булмай, артһа артып ҡайтһын, етмәй торғансы, тип. Тартып-һуҙып торорға тура килер. Был ҡатынҡайҙың хәлен аңлап булмай, ауырыуы күпмегә һуҙылыр? Атларлыҡ кәре юҡ күренә, егермеләгән саҡрымды уны нисек күтәреп үтмәк кәрәк? Ахыр сиктә шулай итер ҙә... Йәй башы ғына булғас, урманда ризыҡ юҡ тиерлек. Һарына был тирәлә үҫмәй. Сәйәхәткә лә шул ҡарап-белеп ҡайтыу өсөн сыҡҡайны. Был ваҡытта нимәгә һунар итәһең?
Икенсенән, өйөндә лә, оҙаҡламам, тип сыҡҡас, көтөп кенә торалар, күҙ терәп ҡарап торғандары ул ғына. Кемдәрме? Аяғын көскә һөйрәп йөрөгән ҡарсыҡ та алты йәшлек ҡыҙ бала.
Әллә был ҡатын берәйһен көтәме икән бында? Ниңә килгән, ҡайҙа китеп бара? Аптырағас һораны:
– Һин берәйһен көтәһеңме?
– Урманда кемде көтәйем инде? Аҙаштым. Айҙар ауылына китеп бара инем, төнгә ҡалдым. – Хәтирә ҡырҡыуыраҡ итеп яуап ҡайтарҙы. Әллә ни эшләп асылғыһы килеп тормай ине.
Икмәкләп сәй эсеп алдылар. Ҡорһаҡты күберәк ҡайнар һыу менән тултырҙылар, ярай сәй күп әле, шәкәр ҙә бар.
– Йә булмаһа тағы ла берәй көн көтөп ҡарарбыҙ. Артабан хәлең яҡшырмаҫмы, – тине Ғәзиз, ҡарар ҡабул итеп. – Ярма, тағы бер банка тушенка бар...
Шулай көңгөр-ҡаңғыр төш еткерҙеләр. Әллә ни һөйләшеп барманылар. Хәтирә хәлһеҙ әле. Күберәк ултырып йә ятып тора. Моңһоулыҡ уны ташлап китмәй. Хәрәкәттәре талғын, ипле. Нисек кенә итһә лә, ултырамы, ятамы, тороп атлап китәме, ниндәйҙер нәфислек бар унда. Була бит шундай кешеләр – бәләкәй генә хәрәкәттәренән дә нәзәкәт бөркөлә.
Бәхеттәренә күрә, Хәтирәнең температураһы бүтән күтәрелмәне. Йыш тирләне, ҡыуышҡа инеп эс кейемен алыштырып торҙо. Ғәзиз үҙенең запас футболкаһын уға биреп ҡуйғайны. Әммә ҡатындың быуыны йомшаҡ әле, был ныҡ арыуҙан йәки ауырыуҙан ғына түгел, бәлки нервылары көсөргәнешенән килгән ғәләмәттер. Ғәзиз быны тиҙ аңлап алды, сөнки шундай хәлде үҙе лә кисергәне бар. Был халәтте кеше бары ихтыяр көсө менән генә еңә ала. Ҡайһы берҙә табиптарҙан да фәтүә булмай.
– Мин һине берәй сәғәткә ҡалдырһам, ҡурҡмаҫһыңмы? – тип һорап ҡуйҙы ир кеше. – Бер ергә тиҙ генә күҙ һалып киләйем әле.
– Көндөҙ ҡурҡаммы, ут янындамы? Мин ул тиклем наҙлыбикә түгел.
– Йә, улайһа, мин тиҙ әйләнермен, һин күңелһеҙләнмә, ял ит.
Бынан ике-өс саҡрым арауыҡта ҙур ғына аҡлан бар. Шунда эре, йыуан ҡымыҙлыҡ үҫә. Ғәзиз шул ҡымыҙлыҡҡа барырға ниәтләне.
Ҡымыҙлыҡ уны көтөп кенә ултырған тиерһең. Бер нисә минут эсендә бер ҡосаҡ йыйып ала һалды. Сәғәттән ашыу йөрөп ташланы. Ул килеүгә Хәтирә аш йүнәтеп тә ҡуйған, өҫтәп ваҡ ҡына ҡымыҙлыҡ төшөрҙөләр. Харап тәмле, үҙенә бер төрлө әскелтем аш килеп сыҡты.
Ит киҫәктәрен бер-береһенә этәрә-этәрә, күңелле итеп ашанылар.
– Осрашҡанға тәүлек үтеп китте, беҙгә яҡшылап танышырға ла булалыр, – тип һүҙ башланы Ғәзиз. – Былай ни аптырап тик ултырабыҙ, нимә һөйләшергә белеп булмай.
Ҡымыҙлыҡ ашап ултырған Хәтирә:
– Мин шыбаға тотоу яғында, – тине. – Кем өҫкә сыға, шул һөйләй башлай.
Икеһендә бер үк тойғо ҡайнай: «Мин был кешене күптән белгән кеүекмен, ниңә улай икән?» – тигән уй баштарынан китмәй.
Көлөшә-көлөшә, шунда уҡ ятҡан бер оҙон ғына сыбыҡты тота башланылар.
– Хәрәмләшмә.
– Юҡ, һин үҙең хәрәмләшәһең.
Хәтирәнең йөҙө асылып китте, һөйкөмлө, нурлы күҙле ҡатынға әйләнде. Ир уға ихтыярһыҙҙан һоҡланды. Икеһе лә бер-береһенә ҡарашып туҡтап ҡалдылар, һулыштары йышайҙы. Ғәзиз инде тыйыла алмай, Хәтирәне ҡосаҡланы, ирендәре ҡатындың ирендәрен эҙләне. Йән тартҡан кеше менән һөйөшөүҙән дә ләззәтле ни бар? Тик Хәтирә, ҡырыҫланып, ҡосаҡтан шыуып сыҡты. Татыны бит инде уны, ҡарышмаһа ла була. Дөрөҫөн әйтһәң, әле матур итеп тыуған мөнәсәбәт селпәрәмә килер кеүек. «Иҫһеҙ-аңһыҙ ятҡан кешегә яҡын килергә нисек баҙнат иттең?» – тип йөҙөнә бәрһә? Ҡалай ылыҡтырғыс буй-һынлы ул, ҡойто ғына кейем дә уның кәүҙә камиллығын боҙа алмай. Аҡҡош муйынлы, йомро яурынлы, нескә билле.
Шыбағаны яңынан тотоштолар – Ғәзиз өҫкә сыҡты.
– Һин өҫкә сыҡтың, беренсе булып һөйләйһең, – тип ҡулын сәпәкәй итеп ҡуйҙы Хәтирә.
– Шулай килешкәс, һөйләргә тура килә инде. Тик минең һөйләргә ул тиклем оҫталыҡ юҡ. – Үҙе эстән ҡәнәғәтлек кисерһә лә, һиҙҙермәҫкә тырышты: һәр кемдең үҙе хаҡында бәйнә-бәйнә һөйләгеһе килә, тик тыңлаусыһы ғына булһын. Ғәзиз бер нәмәне лә йәшермәй һөйләргә булды. – Иң башта күп итеп утын йыяйыҡ, яҡында ботаҡтар бөттө инде. Минең эргәмдә генә йөрө, йә тағы юғалырһың.
Туҡтауһыҙ янып торғас, сытыр күп китә. Ут яғып тороу уларҙың йәшәү мәғәнәһенә әйләнеп киткән һымаҡ. Көн бушҡа түгел, донъя көтөү мәшәҡәте менән үтә төҫлө. Улар шулай үҙҙәрен алдарға тырышалар, ваҡыт та тиҙерәк үтә. Уңарса көн эңергә тартты.
Усаҡты ҙур итеп яғып ебәргәс, ылыҫ өҫтөнә яйлап ултырҙылар. Бер аҙ тын ҡалдылар. Ғәзиз һүҙен башлап ебәрә алмай интекте, ҡулдарын ыуғысланы.
– Бала саҡтан, атай-инәйҙән башларға кәрәктер? Әсәйҙе беҙҙә «инәй» тиҙәр, һеҙҙә лә шулайҙыр? Беҙҙең ғаилә ишле генә булды. Биш бала: ике ҡыҙ, өс малай. Мин иң кесеһе. Иҫтә шулай ҡалған: беҙ, ыбыр-сыбыр, апай етәкселегендә донъя көтөп маташабыҙ. Өлкән апай уҫал, уны тыңламай ғына ҡара. Инәйем көноҙоно эштә. Ул колхозда иҫәп-хисап эштәрен алып бара. Һуғыш аҙағында район үҙәгендә асылған курстарҙы бөтөп, беҙҙең ауылға эшкә килгән, 16-17 йәштәр тирәһендә генә булған үҙе. Ҡартайған көнөнә тиклем колхоз идараһында эшләне. Хужалыҡ бай ғына: мал-мөлкәте лә байтаҡ, эшләп йөрөүселәр ҙә күп. Шуларҙың иҫәп-хисабы тотош инәй өҫтөндә. Аҙаҡ ҡына ул экономист, бухгалтер булып китте. Инәй эштән гел генә һуңлап ҡайта, ҡайтҡас та төндәр буйы счет тартып сыға. Атай һуғыштан офицер булып ҡайтҡан. Капитан. Ҡайтҡас инәйемә өйләнгән.
Атайҙың инәйемә вәғәҙә бүләге – көмөш сәғәт тәҙрә яңағына ҡағылған ҡаҙауҙа элеүле тора ине. Әле һаман шунда тора, һаман да ваҡытты һанай. «Швейцария сәғәте, трофей», – тип әйтә ине атай. Мин белгәндә ул ырҙын табағы мөдире ине, гел шунда эшләне. Ныҡ ҡына «һалдырып» та ҡайта торғайны. Төнөн генә өйҙә булғас, ныҡ иҫтә лә ҡалмаған. Мин беренсе класта уҡығанда ҡан баҫымы кинәт күтәрелеп, эшләп йөрөгән еренән ҡапыл ғына вафат булып ҡуйҙы.
Өлкән апай был ваҡытта үҙ аллы донъя көтә ине, кесеһе институтта уҡый. Ағайымдар йорт тирәһендә эшләрлектәр, йәшәйеш атай үлгәс әллә ни үҙгәрмәне. Ас та түгелбеҙ, туйып һикереп тә йөрөмәйбеҙ.
Инәй балалар йортонда үҫкән кеше – ҡул эшенә, аш-һыуға оҫталығы булманы. Ойоҡ-бейәләйҙе күрше Фәхерниса әбейҙән бәйләтә. Беҙҙең ашау ярып бешерелгән картуф, төйөрлө бутҡа, магазин туҡмасы һалынған аштан ғибәрәт булды. Ни ашаһаҡ та, үҫтек инде. Шулай ҙа тәмле ашағы килеп китә. Күрше Зифа апай менән Мансур ағайҙың да балалары күмәк. Инәйҙәре уларҙы тәмле ит бәлештәре, үтә күренмәле ҡоймаҡ, туҡмаслы аштар менән һыйлап ҡына тора. Тиңдәшем Рәүефкә уйнарға инһәм, ауыҙ һыуҙарым ҡойола торғайны. Алға китеп әйтәйем әле – һалдатҡа алынғас, мине алты ай ашнаҡсы булыр өсөн уҡыттылар. Шунда гуляшын, былауын, кәтлитен, төрлө-төрлө һурпаларын бешерергә өйрәндем. Хәҙер йәнем теләгән ашты бешереп ашай алам.
Йылдар әкренләп үтә тора, ағайҙар ҙа үҫеп, уҡыу йорттарына инеп бөттө. Беҙ бөтәбеҙ ҙә яҡшы уҡыныҡ. Ағайҙар математикаға шәптәр ине. Инәйгә тартҡандарҙыр инде. Һис эштән бушамаһа ла, инәй беҙҙең уҡыуҙы күҙҙән ысҡындырманы. Мин шаяныраҡ булдым, төпсөк бала бит. Урта мәктәпте бөткән йылды юғары уҡыу йортона инеп торманым. Кинйә булғас, инәй янында ҡалырға тейеш инем. Бер ҡыш ферма тирәһендә эшләп йөрөнөм дә, һалдатҡа алдылар. Хеҙмәттән ҡайтҡас, Күмертауҙағы физкультура техникумына уҡырға индем. Үҙебеҙҙең ауыл мәктәбенә физкультурник кәрәк ине, шунда ҡайттым, уҡып бөткәс.
Шунан... Мәктәптә уҡығанда ла, техникумда ла ҡыҙҙар менән ҡыҫҡа бәйләнештәр күп кенә булды. Оҙаҡҡа үҙенә йәлеп итер йәр осраманы. Ҡыҙҙарға ҡарата талапсан булдым шикелле, уларҙың ғорур булмауы бигерәк йәнгә тейә ине.
Эшләй башлағас та ике йыл шулай үтеп китте. Ауылда ҡыҙҙар юҡ тиерлек, ҡайһыһы уҡырға, ҡайһыһы эшкә китеп бөткән. Клубҡа сыҡһаң, егеттәр генә тубырлашып йөрөп ята.
Йәй көнө егеттәр менән күрше ауылға киттек. Отпуск ваҡыты – бер аҙ йомшарып алырға мөмкиндер. Шул йәйҙе Гөлкәйҙе осраттым да инде. Күҙ алдыңа килтер: ут кеүек ҡыҙ. Уға иғтибар итмәү мөмкин түгел. Күҙҙәре йәм-йәшел. Киске уйындарҙа дәртлелеге, шаянлығы менән айырылып тора.
Беҙ, күрше ауыл егеттәре, ситтәрәк тороп уйынды күҙәтәбеҙ. Клуб гөрләп тора. Күңел асыуҙы төрләндерергә тырышалар: сит ил пластинкаларына һелкенгеләйҙәр, беләккә беләк элеп өйрөлөп тә китәләр. Ул да булмай, тыпыр-тыпыр бейеп тә алалар. Мине аптыратҡаны шул булды: был ауылда шәп гармунсы егеттәр бар икән. Башҡортса вальстар, бейеү көйҙәренең береһе бөтөүгә икенсеһе ағыла. Зифа буйлы, бөтөн кәүҙәһе уйнаҡлап торған теге ҡыҙ бер ҙә ултырмай. Әле уныһы, әле быныһы менән шаярып һөйләшә, шарҡылдап көлә, бейей, вальста әйләнә, көйгә ҡушылып йырлап та ебәрә. Ундағы дәрт, көс әллә нисә кешегә бүлеп бирһәң дә бөтмәҫ кеүек.
Ҡыҙ шуҡ йылмайып беҙгә табан килде лә мине бейеүгә саҡырҙы. Ҡулымды уның биленә һалғас та мин бөттөм, тулыһынса уның иркенә бирелдем, башымды юғалттым. Әле килеп аңлай алмайым: миңә ни булды шунда? Был минең бар булмышыма һөжүм ине. Аңым да, йәнем менән тәнем дә уға буйһондо ла ҡуйҙы. Юҡ, был саф, наҙлы һөйөү түгел. Был – упҡын, кешене башы-тояғы менән йота торған өйөрмә, ҡырағай дәрт. Шул көндө саф мөхәббәт көтөп йөрөгән йәшлек хыялыма хыянат иттем...
Икенсе көндө генә иҫемә килдем. Таң атҡан мәл. Бөтә донъя иртәнге тәмле йоҡоға сумған. Мин бер таныш булмаған соланда ятам. Эргәмдә ул – сәс-башын туҙҙырып йоҡлап ята. Яланғас тәне менән миңә, гүйә, ҡуша йәбешкән, аяҡ-ҡулдары менән һәрмәүес кеүек сырмаған. Кейем-һалым нисек етте шулай туҙрап ята. Өҫтәлдә вино, һыра шешәләре, ризыҡ ҡалдыҡтары. Ғәҙәттәге еткән ҡыҙҙар йәшәй торған ожмах мөйөшө түгел был. Карауат башында сатаҡ-ботаҡ эленгән колготки, күлдәк, кофталар. Иҙәндә сүп-сар, тәмәке төпсөгө.
Мин әкрен генә тора башланым. Ысҡынырға кәрәк был ен ояһынан. Тик баяғы ен ботағы уяу булып сыҡты. Ул ялт итеп йәм-йәшел күҙҙәрен асып ҡараны ла нығыраҡ ҡосаҡланы, нығыраҡ һырыҡты. Ирендәре ирендәргә йәбеште. Тағы буйһондом, аңым түбәнгә китге, тағы шашҡын дәрт солғаны.
Шул шайтан ояһынан өс көн сыға алмай яттым. Көнө буйы йоҡлайбыҙ: ул тәҙрәне иҫке плащ салғыйы менән ҡаплап, ҡараңғылатып ҡуйҙы. Төндә, билдәле инде... Әллә нисә төрлөгә ҡыландыра, ҡара тиреңде ағыҙа. «Кәзә майҙарың сығамы?» – тип көлә, етмәһә. Ә уға һаман аҙ тойола. Сығып китеп, үҙе тиҙ генә ашарға табып килтерә һала. Йылы аш түгел инде – һөт, икмәк, ҡыяр-помидор шунда. Уны бер кемдең дә эҙләмәүенә, саҡырмауына аптырайым.
Йортта, ишек алдында донъя көтәләр. Иртә менән гөп-гөп баҫып ауыр кәүҙәле ҡатын йөрөй, һыйыр һауа, сепаратор зыйлата. Ҡарлыҡҡан тауыш менән ҡысҡырып һөйләшә. Иртәнге эштәрҙән һуң тыныс булып тора. Сәғәт ун бер тирәләренә ишек алды бала-саға тауышы менән тула. Улар күп кенә, ахырыһы, өсмө-дүртме. Ҡатын балаларға төрлө йомош ҡуша. Быҙау ҡыуалар, себеш ашаталар, һыу ташып, баҡсаға һибәләр. Үҙ-ара ыҙғышып, илашып та алалар. Төшкә, йорт эштәре бөтөүгә, уйнарға таралалар, буғай.
Ә, онотоп торам – ара-тирә ҡатын менән сыйылдаҡ тауышлы ир һөйләшеп ала. Ул тракторҙа эшләй булһа кәрәк. Иртән, ахырыһы, «Беларусь» тракторын ҡабыҙып китеп бара. Кис һуң ғына ҡайта, гел һалмыш була. Ҡатын уны елтерәтеп йоҡларға һалып ҡуя, буғай, күп шаулап йөрөмәй.
Төн етеп, ым-тым баҫылғас, һорай ҡуйҙым:
– Һинең шулай көн-төн бикләнеп ятыуыңа әсәйең асыуланмаймы ни?
– Ха, асыуланып ҡараһын. Ниндәй әсәй ул миңә? Үгәй. Үҙебеҙҙең әсәй самогон эсеп, янып үлде, – тип ярҙы ла һалды. Һис оялыу, тартыныу күрһәтмәне.
Бына кем икән мине арбап ятҡан «һөйөклөм»! Эсеп янып үлгән сәрхуш бисәнең ҡыҙы. Әллә нишләп киттем. Ытырғаныу тойғоһо ине ул. Муйынымдан имәнес һаҫыҡ эсендә торам һымаҡ... Ә ул плащ сабыуын ҡайтарып бер аҙ тышҡа ҡарап ултырҙы ла:
– Мунса яҡҡандар, – тип ҡуйҙы.
Ҡараңғы төшөп, аяҡ юлы баҫылғас, тороп халат ишараты эләктерҙе лә:
– Киттек, – тине.
– Ҡайҙа?
– Кейәү мунсаһына.
Тормай ҙа булмай. Бикләнеп ятыу ялҡытты. Мунсаға ингәс, һис тартынмай халатын атып бәрҙе лә һыу көйләргә тотондо. Уның буй-һыны зәһәр икән: оҙон аяҡ, нескә бил, ҡалҡыу түш – бөгөлөп-һығылып ҡына тора. Тик бына аяҡ табаны йәмһеҙ – табан балығы һымаҡ – уртаға киңәйеп киткән. Иғтибар итмәҫлек нәмә һымаҡ та, тик мин: «Нисек туфли ярата икән был? – тип уйлайым. – Бындай тәпәй менән лаштырлап торған өй тапочкаһы ғына кейеп йөрөрлөк». Мунса ингәс, еңеләйеп киттем. Нисек тә ҡабат өйгә инмәҫкә кәрәк.
– Ҡайтырға ине, инәй юғалтып яталыр.
– Һин һаман да инәкәйҙән айырыла алмаған малаймы ни әле? – Тауышында мыҫҡыл ҡатыш үпкә ишетелә.
– Эш тә бар бит.
– Ә-ә, һин учитель-мучитель бит әле. – Ул ҡыжрап көлөп алды. Башын артҡа ташлап, туҡтауһыҙ шарҡылдау – уның тағы бер сифаты.
– Йә, һау бул, – тим, ҡатҡыл булырға тырышып.
Ул муйыныма һарылды, наҙлап ҡына үпте, йыуаш, тыңлаусан бала ҡиәфәте алды:
– Ғәзиз, – ти иркә генә, – һин оҙаҡлама инде. Мин көтөрмөн.
Бына-бына илап ебәрер төҫлө. Күңелем йомшап, күкрәгемә ҡыҫтым. Тағы бер нисә минут торһам, валлаһи, тағы ҡала инем. Үҙемде еңеп, тиҙ генә китә һалдым.
Оло юлға төшөп алып ҡыҙыу атлайым, әйтерһең, бер зәхмәттән ҡотолдом. Өс көн йылы аш заты күрмәй ятып, хәл киткән. Бына һиңә ҡыҙ! Торғаны бер ҡанэскес һөлөк. Ҡурҡыныс киноларҙа була торған күренештәр күҙ алдына килде хатта. Унда икенсе бармаясағыма ышанып ҡайттым.
Август башы. Ҡайтыу менән эшкә сумдым. Эш өйҙә лә, мәктәптә лә күп. Мәктәпте яңы уҡыу йылына әҙерләйбеҙ. Бында ирҙәр ҡулы бик кәрәк, үҙе ҙур хужалыҡ бит, ҡарамаһаң, рәте китеп бара.
Тикшерергә килгән комиссия тырнаҡ аҫтынан кер эҙләп бер була торған, һынатмаҫ өсөн йығылып ятып эшләйбеҙ.
Өйҙә бесәнде ташып алырға кәрәк. Бәрәңге баҡсаһының кәртәһе лә урыны менән серегән. Шул эштәр менән булашам. Теге иблис ҡыҙ иҫкә төшмәй түгел. Үҙемде ныҡ тыям, көн буйы эштән туҡтамаҫҡа тырышам. Егеттәр менән дә аралашмайым, улар бер-береһен ҡоторторға шәптәр, юғиһә.
Шулай aвгуст үтте, үкыуҙар башланды. Ваҡыт тар. Төшкә тиклем мәктәп менән колхоз картуфын ҡаҙабыҙ. Үҙемдең баҡсаны ла ҡаҙаһы бар. Тын алыр әмәл юҡ. Ул арала инәй бер яңылыҡ һалды.
Икәүләп тәмләп сәй эсә инек, ипләп кенә һүҙ башланы:
– Балам, олоғайҙым бит инде. Етмешкә яҡынаям. Белеп тораһың, таҙалыҡ юҡ. Үҙеңде тәрбиәләргә берәй арыу ғына кәләш әйттерергә кәрәк ине. Һин эштә саҡта Сөләймәндән Миңзифа килгәйне. Уның үгәй ҡыҙы менән дуҫлашҡанһың икән. – Йөрәк «дөп» итте. Инәйем ауыҙына алһа, өҙмәҫ тә ҡуймаҫ инде. – Әҙәм балаһы бит, етем. Улай букасың булғас, ташлап ҡуйыу килешмәҫ.
– Ниндәй букас тағы? – тип һорағанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Шунан саҡ барып етте: беҙҙең яҡта «пакость» тигән урыҫ һүҙен шулай йөрөтәләр. Ҡойолоп төштөм. Инәйем һаман һөжүмен дауам итә.
– Алдағы йомаға ҡоҙалап барырға тура килер.
– Ниңә ул тиклем? – тип әйтмәй түҙмәнем.
– Атай буласаҡһың, улым. Донъяла бар нәмә. Тик оҙаҡҡа һуҙып йөрөргә кәрәкмәҫтер.
Башта төрлө уй ҡайнай. Бер яҡтан, Гөлкәй кеүек тыйнаҡһыҙ, тәрбиәһеҙ ҡыҙҙы кәләш итеп алһам, аҙағы ни менән бөтөр? Икенсе яҡтан, яңы ғына яралған йән эйәһен ташлап ҡуя алмайым.
Шулай итеп, тыуасаҡ бала хаҡына мин бөгөлдөм. Йома көн еткәс, әсәйем шау биҙәк шәлъяулығын ябынып, ҡупшы күлдәк кейеп, Гөлсара еңгәм менән күрше ауылға барып та килде. Киләһе йома никах уҡыттыҡ.
Инәй иҫәп-хисап кешеһе булғас, аҡса тота белә, бер ҡасан да буш ҡул ултырмай. Тиҙ арала туй яһап та ҡуйҙыҡ.
Беҙгә килен булып төшкәндә, Гөлкәй, токсикозмы әле, шуның менән яфалана ине. Ашағаны аш түгел, ҡоҫа. Ябығып китте, янып торған сырайы нурһыҙланды. Инәй, уны ҡыҙғанып, бер йомош та ҡушмай, эшләтмәй. Мин, бар оҫталығымды һалып, көн дә берәй төрлө аш бешерәм. Ҡатын мин бешергәнде яратып ашай ҙа ауыл буйлап сығып китә.
Ауылдар араһы яҡын булғас, сыбыҡ осо ҡәрҙәш, унан алда килен булып төшкән ҡатын-ҡыҙ күп кенә. Гөлкәй шул кешеләргә эйәләште. Торғаны бер биләмсе. Тора ла сығып китә, кисләтмәй ҡайтмай. Мин көнө буйы тиерлек эштә йөрөйөм. «Һинең инәйеңде ҡарауыллап ултырмам инде», – ти ҙә ҡуя, әйтһәң. Шулай йөрөй торғас, беҙҙең ауылдың ғаилә тарихтарын үҙәбеҙҙән дә яҡшыраҡ белеп бөттө. Өй ҡарау, исмаһам, кер-фәлән йыуыу иҫенә лә инеп сыҡмай. Үҙенең кейемен генә мунсала сайҡаштырып кейеп ала. Мин, әсәйемә ауырлыҡ һалмайым тип, керемде үҙем йыуа инем, хәҙер ҙә шулай. Олоғайған көнөндә инәйем ошондай килен күрҙе.
Бала тыуғансы бер нәмә лә өндәшмәҫкә булдым. Әсәйем дә шул фекерҙә ине.
Кис менән ҡуйынға керһә, һырпаланған бесәй кеүек була, бөтә асыу-үпкәләрҙе оноттора белә инде. Ауырлымын тимәй, шундай ҡайнар, дәртле, һәр кешенең ниндәйҙер һәләте, оҫталығы булған кеүек, ул бына ошо «эш»кә талант эйәһе ине. Бар уйлағаны, ынтылғаны, һөйләгәне шул, маҡсаты шул.
Токсикозы үткәс, күңелле генә йөрөнө, тик өй эшенә ҡыҫылып китергә уйламаны ла.
Баланы өйҙә тапты. Бәпескә сирләп китеү менән, мин машинаһы булған ике туған ағайыма йүгерҙем. Беҙ килеп еткәнсе, әсәйем сарбайлатып ҡысҡыртып бәпес биләп тә ята.
Карауатта ағарып киткән Гөлкәй хәлһеҙ генә йылмая.
– Бәпәй табыуы ҡайһылай еңел һәм тиҙ икән, – ти, етмәһә.
Шулай атай булып ҡуйҙым. Бөтә эштәр ҙур етеҙлек менән минең ихтыярҙан тыш барған кеүек. Киносериалдарҙағы һымаҡ.
...Шул урында Ғәзиз туҡтап ҡалды. Усаҡты ҡағыштырып, утын ырғытҡыланы. Ҡайҙалыр кәкүк саҡырҙы, асыулы итеп тумыртҡа тырылданы. Тубыҡтарын ҡосаҡлап шылт та итмәй ултырған Хәтирә арып киткән һымаҡ тойолдо.
– Һин арының, буғай, ял ит. Мин тағы әҙерәк йөрөштөрөп алайым. Төнгөлөккә утын да ҡараштырайым.
Ғәзиз ағастар араһына инеп юғалды. Хәтирә ҡыуышҡа инеп бөршәйеп кенә ятты. Тәнендә талсығыу һиҙеп, ойоп та китте. Йоҡо, көтөп кенә торған кеүек, уны үҙенең йылы, томанлы ҡосағына алды. Ул тағы төш күрҙе.
Матур болон, сәскәләр диңгеҙе, имеш. Йыраҡта бер ҡыҙ бала сәстәрен ялбырлатып күбәләк ҡыуа, бына ул Хәтирәгә ҡарап йүгерә. Ул да балаға ынтыла, ҡосағына алырға игә. Ҡапыл бөтәһе лә юҡ була. Үҙҙәренең ишек алды. Ябығып, кәкрәйеп бөткән ире өйҙән килеп сыға. Мәскәйҙеке кеүек өңрәйеп киткән күҙҙәре менән Хәтирәгә ҡарай. Хәтирә был убыр ҡараштан ҡотолорға теләй, артына борола, теге ҡараштың һаман үҙен эҙәрлекләүен тоя...
Уянып китһә, Ғәзиз уға һоҡланып та, әҙерәк сәйерһенеп тә ҡарап тора.
– Һине бер итальян киноактрисаһына оҡшаттым, – ти.
– Кемгә, кемгә?
– Эйе, иҫкә төштө, Джина Лоллобриджидаға оҡшағанһың икән. Тик һинең сырайың яғымлыраҡ.
– Шуға оҡшағанһың, тип әйткәндәре бар. Тик ул бик булдыҡлы, бик сая ҡатындыр... Ә мин?!
– Саяһыңдыр инде, бер үҙең урман төпкөлөнә килеп инергә баҙнат иткәс.
– И-и-и, ҡайҙа инде! Ирекле көндән килеп кергәнменме ни? – Ҡатын үҙенә һуҙылған ҡулға тотоноп тороп баҫты.
Ут өҫтөндә борхолдап котелок ҡайнап та сыҡҡан. Шунан йыраҡ түгел бер ҡосаҡ ҡымыҙлыҡ ята. Ғәзиз тағы йыйып килтергән.
Эңер ҡуйыра. Урман шундай тын. Әйтерһең, был икәүҙең хәленә инә: көслө ел ағас баштарын сайҡалтмай, болоттар ҡабармай. Серәкәйҙәр сеңләштерә. Эре бөжәктәр ҡайҙалыр йәшеренеп юҡ булған. Ылыҫ еҫе аңҡый. Ағас олондарынан көндөҙгө йылылыҡтың ипкене һирпелә. Тәбиғәт үҙенең балаларын үҙ шифаһы менән наҙлай төҫлө. Ошо һиллектә эргәңдә күңел тартҡан юлдашың булыуы ниндәй рәхәт. Эстән генә шуны тойоу күңелде бөтәйтә.
– Тәбиғәт тә беҙҙе аңлап тора, беҙгә ярҙам итмәксе, – тип ҡуйҙы Ғәзиз, – ямғырын яуҙырмай тора әлдә.
Уның яғымлы тауышы киске тынлыҡта тағы ла тәьҫирлерәк ишетелә.
– Һин йырсы түгелме? – тип һорап ҡуйҙы Хәтирә көтмәгәндә. – Тауышың һөйләшкәндә лә матур бит.
Ул үҙенең көндөҙгө урынына, ылыҫ өҫтөнә, ултырҙы. Ғәзиздең күңеле әллә артыҡ нескәргәйне – сәхнәләге артист һымаҡ баҫып ҡапыл йырланы ла ебәрҙе:
Аҡ болоттар йөҙә зәңгәр күктә,
Их, шуларҙы тотоп алаһы...
Хис менән йырланы ул. Була бит шундай тауыш – артыҡ көслө лә түгел, тик тәрәнлеге, тетрәткес моңо менән йәнде арбап ала, әллә ҡайҙарға саҡыра. Ғәзиздең тауышы шундай ине. Зәңгәр күҙҙәрендә осҡон ҡабынды, йөҙө бөтөнләй йәп-йәш ҡиәфәткә инде. Ә ниңә, уның әле егет кенә сағы түгелме ни?
Хәтирә, түҙмәй, ултырған еренән килеп торҙо. Йырҙы баҫып тыңланы. Арбалған төҫлө, яп-яҡын килеп, йырсының күҙҙәренә баҡты: улар уға һөйөү хаҡында һөйләйҙәр ҙәһә!
Ғәзиз уны йөрәкһенеп ҡосағына ҡыҫты. Үҙенә ҡарата шул тиклем ихлас, көслө тойғоно Хәтирә әлегә тиклем кисергәне юҡ ине. Шуға ул баш тарта ла алманы. Ҡыҙ саҡтағы тәүге ҡосаҡлашҡандағы кеүек бар булмышы иҙрәне. Улар был хозурлыҡты боҙмай оҙаҡ торҙолар.
– Рәхмәт, рәхмәт һиңә бөтәһе өсөн, – тине Хәтирә шыбырлап ҡына, илаһи минутты өркөтөп ебәрмәйем тигәндәй.
– Ханым, табынға рәхим итегеҙ, – тине Ғәзиз, донъяуи хәстәргә күсеп. Ул үҙендә әйтеп бөтөргөһөҙ күңел күтәренкелеге менән бер рәттән нескәреү, илһамланыу һиҙә ине. Ир үҙ ғүмерендә беренсе тапҡыр ҡатын-ҡыҙға ҡарата ошондай тойғолар уяныуын тойҙо.
Шәкәрле сәй, сохарый, ҡорот менән тамаҡ ялғаһалар ҙа, әллә ниндәй затлы табында ултырыуҙан да күңеллерәк булды. Был, әйтерһең, – уларҙың туй табыны.
Эңер. Ялҡын телдәре һауаға һонола. Быҫҡып ятҡан ағастарға кинәт «гөлт» итеп ут тоҡана, осҡон сәсрәй. Алдан ҡыҙҙырһа лә, арҡанан еләҫ һауа бәреп тора. Йөҙйәшәр ағастар уларға ҡарап ҡатып ҡалған һымаҡ.
– Тарихтың ҡалғаны нисек? – тип һорап ҡуйҙы Хәтирә, «әкиәт һөйлә әле» тип үтенгән бала һымаҡ.
– Ә ҡалғаны һис тә ҡыҙыҡ түгел, хатта ике-өс һөйләм менән бөтөрөргә була, – тине Ғәзиз уйсан ғына.
Кәрәкмәһә лә, күмерҙәрҙе буташтырҙы.
– Эйе... Тәртипһеҙ үҫкән ҡыҙҙы әсә булыу юлға һалманы. Гөлкәйҙең бала ҡарауы сабыйҙы имеҙеп һалыуҙан артманы. Регинаны инәй менән икәү ҡараныҡ. Гөлкәй балаға исемде Регина тип ҡушайыҡ тигәс, ҡуштыҡ. Бала былай тыныс булды. Төндә иламай ғына йоҡлай. Гөлкәй биләмселеген ташламаны. Хатта ҡыҙмаса ҡайта башланы.
Ауыл һайын баштары эскенән сыҡмаған бисәләр була бит. Беҙҙең ауылда ла шундай өс-дүрт ҡатын бар. Ҡайһыһы донъяһына бөтөнләй ҡул һелтәгән, ә ҡайһыһы, эскесе булһа ла, апарыу донъя көтә. Гөлкәй шул ҡатындарға эйәләште. Кешегә түгел, теләһә, фәрештәгә ярау юлын табыр, шул тиклем юха ул. Ауырлы саҡта ғына тыйылып торған икән, сөнки ул ваҡытта күңеле болғана ине. Хәҙер инде эскегә сат йәбеште. Өйҙән ҡапҡыларға берәй нәмә ҡыҫтырып сығып тая. Башта артынан барып юллап алып ҡайтам, оялтҡан булам, ҡайһы саҡта әҙерәк эләктергеләйем. Тик кешене ҡарауыллап йәшәтеп буламы ни? Унан килеп, мәктәптә эшләйем: бала-сағанан уңайһыҙ. Уҡыусылар мыҫҡыллап ҡараған кеүек.
Көс-хәл менән бәпесте алты айға еткерҙек, шунан имсәктән айырырға тура килде. Бала ла әсәһенә талпынып торманы. – Ғәзиздең тауышы өҙөлөп, күҙҙәренә йәш тулды. Ләкин ул асыу менән йәшен һелтәп төшөрҙө лә һүҙен дауам итте: – Әлбиттә, ауыр, оят. Үҙе лә ҡайһы ваҡыт ипкә килерҙәй була: «Ғәзизкәйем, ғәфү ит, бүтән улай булмайым», – ти. Хатта бер-ике ай рәтле генә йәшәп тә алабыҙ. Туҡтаны, буғай, тип шатланып китәм, күңелемдә уға ҡарата йылылыҡ уяна – йөрәк таш түгел, һүҙ юҡ, тилберлеге бар. Аш-һыу әҙерләргә өйрәнеп алды, өйҙө таҙа тоторға тырышты.
Был ваҡытта мин уның тыйып торғоһоҙ дәртенә аптырайым. Аулаҡты һағалап ҡына йөрөй ҙә миңә ташлана. Башта ҡыҙыҡ һымаҡ тойолдо. Тик самаһыҙ шуның менән генә булыу ҙа бер ҙә кәрәкмәй икән. Тәнтерәкләп бөтәм тигәндәй. Үҙемде ҡотҡарыу өсөн мин «һунарға йөрөү» тигән һылтау таптым. Олатайҙан ҡалған һунар мылтығы бар ине. XX быуат башында уҡ сыҡҡан ҡомартҡы, шулай ҙа бик мәргән ата. Шуны өй башынан төшөрөп, майлап, таҙартып алдым. Миндә һунар ҡомары тоҡанды. Был сифат ҡанымда бар микән? Буш ваҡытымды көтөп ала алмайым. Был кәсептә минең фарт бар икән: сыҡҡан һайын буш ҡайтмайым. Ҡышын – ҡуян, ҡор, көҙөн – өйрәк. Ваҡыт-ваҡыт төлкө, һыуһар кеүек затлы тиреле йәнлектәр ҙә эләгеп ҡуя. Уларға ваҡыт, түҙемлек кәрәк. Урман буш түгел. Бына ошонан ун саҡрым төптәрәк ҡурай еләкле һаҙлығыраҡ урын бар. Хәйер, бында ла ҡоро түгел. Вәт шунда айыуҙар йәшәй. Йәш ярымлыҡ бер тайлағы, өс-дүрт айлыҡ ике көтөйө менән инә айыу йөрөй. Бер аҙна элек айыу туйҙары – өйөгөүҙәре үтте. Ярай, һин шул ваҡытҡа тура килмәгәнһең. Әле айыу ул тиклем йыртҡысланмай, тыныс йөрөй. Ашарға ла табып тора.
Һәй, мин шул йәнлектәр, урман тип ситкә китеп барам. Шулай һунар артынан йөрөштөргәндә бисәкәй енләнә бит инде. Мине ғәйепләй башлай, ни эшләрен белмәй. Ҡайһы ваҡыт эскеһе башланыуға шулай үҙем сәбәпсе булып ҡуям бит, әй.
Ауылға ситтән бер ғаилә ҡайтты, беҙгә яҡын ғына йәшәй башланылар. Күренеп тора: бик йышылған бәндәләр. Ирҙең ауыҙына шайтан төкөргән. Минең ҡатын шулар менән дуҫлашып алды. Тиккә булманы инде, теге ир менән бәйләнештеләр ҙә киттеләр. Был икәүҙең ҡылығына ниңәлер аптыраманым. Башта мөнәсәбәттәре уттан ҡыҙыу булды, хатта был ваҡытта Гөлкәй эсмәйерәк торҙо... Шул осор халыҡты Иваново өлкәһенә эшкә саҡыралар ине. Гөлкәй менән теге ир икеһе ғәйеп булды бер заман.
Бына шулай. Ҡыҙым менән тороп ҡалдыҡ. Инәйгә ҡыйынға төштө, уның күҙе бик насарайғайны. Ҡыҙыма инде көҙгә ете тула, уҡырға төшөргә ваҡыт етә. Ә, онотоп барам: ике йыл ситтә йөрөгәс, Гөлкәйҙән хат килеп төштө: «Ғәфү ит, ҡайтайым», – тип яҙғайны. «Ҡайтып күренәһе булма, бәләнән баш-аяҡ, индерәсәгем юҡ», – тип яуап яҙып ебәрҙем.
Быйыл тағы хәбәре килде: эсеп янып үлгән икән. Шулай итеп, әсәһе яҙмышын ҡабатланы ла ҡуйҙы. Ә теге ир кире ҡайтып ҡатынына йығылды, ҡайҙа барһын.
Ҡатындар затына бүтән ҡарамаҫлыҡ булғайным инде, бөтәһе лә иблис тоҡомо төҫлө тойолдо. Ваҡыт дауалай, тиҙәр... Тағы бәхетте һынап ҡарарғамы, тигән уй ҙа килгеләй башланы башҡа...
Шул инде минең яҙмыш, әллә ни ҡыҙыҡ та, ваҡиғаларға ла бай түгел.
– Һәр яҙмыш үҙенсә ғибрәтле. Бер кемдең дә тормошо шып-шыма бармай. «Маңлайыңа яҙылғанды күрмәй, гүргә кереп булмай», – ти торғайны әсәйем. Мин дә бит урман төпкөлөнә яҡшы көндән килеп сыҡмағанмын. Тик бөгөн һуң инде, ҡараңғы ла күптән төштө. Минең тарихты иртәгә тыңларбыҙ.
* * *
Иртәнге урман юлсыларҙы айырыуса бер күтәренке кәйеф менән ҡаршылай кеүек тойолдо, һауа саф, һалҡынса, тын. Тырылдап, ошо тирәлә йәшәгән тумыртҡа ҡайҙалыр осҡан, ахырыһы.
Ял иткән кәүҙә ниндәйҙер хәрәкәт һораһа ла, үләндәр артыҡ ысыҡлы булыу сәбәпле, усаҡ тирәһендә генә улай-былай ҡыбырлап алдылар. Иртәнге сәй ҡайнатыу, урын-ерҙәрен рәтләү менән мәшәҡәтләнеп алған булдылар.
Усаҡ... Уны, Хәтирә бер бөртөк шырпы һыҙып ҡабыҙғаны бирле, һүндергәндәре юҡ. Көн күтәрелеп эҫетә башлаһа, күмер өҫтөнә сөрөк, сей түмәр ырғытып ҡуялар. Быҫҡып ятҡан утындан сыҡҡан әсе төтөн серәкәйҙәрҙе ҡурҡыта. Әгәр ҙә ул һүнһә, йәшәү ҙә туҡталыр төҫлө тойола был икәүгә. Һуңғы шырпынан ҡабынған ялҡын бит, уны нисек һаҡламайһың да нисек һүндерәһең? Ғәзиз менән Хәтирәнең күңелендә тоҡанған утҡа ла шул бер бөртөк шырпы сәбәпсе түгелме ни? Башҡа төрлө килеп сығыуы ла мөмкин ине бит – был турала уйлауы ла ҡурҡыныс...
Ғәзиз утын йүнәткәндә лә, сәй эскәндә лә һораулы ҡарашын Хәтирәнән алманы. Ә уныһы көсөргәнешле уйҙарын тәртипкә һалыу менән мәшғүл ине, буғай. Бына ул усаҡ янындағы урынына ултырҙы, саҡ ҡына күҙен йомоп торҙо.
– Тартып-Һуҙып маташһаң да, барыбер һөйләргә тигәс һөйләргә инде, – тине Хәтирә, ниһайәт. – Мин дә бала саҡтан башлайым. Бала сағың ниндәй – киләсәгең дә шундай, тиҙәр. Әлләсе... Беҙҙең ғаилә ауылдағы күп ғаиләләргә оҡшамағайны, мин үҙемде ғәйре тәбиғи шарттарҙа үҫкән кеүек хис итәм. Күҙ алдыңа килтер: был ғаиләлә XX быуаттың башы менән аҙағы осраша, тип әйтергә була. Атай быуат башында тыуған, әсәй революция ваҡытында. Улар араһы ун һигеҙ йәш. Атайым мылтыҡ күтәреп, революция һалдаты булып йөрөгәндә, әсәй имсәк балаһы ғына булған. Беҙҙең өсөн ғәжәп тойола. Атай граждандар һуғышында баштан-аяҡ ҡатнашҡан, Бөйөк Ватан һуғышында ла. Ул әсәйемә өйләнгәнгә тиклем бер итәк бала үҫтергән. Сөнки уға, үҙенән дә һорап тормай, ун алты йәшендә үк кәләш алып биргәндәр. Йәшләй тол ҡалған әсәйемә өйләнгәндә уға ҡырҡ ике йәш булған. Ғашиҡ булып, яратып өйләнгән. Былар һиңә, бәлки, ҡыҙыҡ та түгелдер. Мин артыҡ төпкә китәм, шикелле.
– Юҡ-юҡ, бик ҡыҙыҡ. Дауам ит, зинһар.
– Минең оло инәйем дә бар ине. Ул атайымдың тәүге ҡатыны тип башыма ла инмәй. Уның барлығын беләм, шуның менән бөттө-китте. Ул ҙур, матур йортта бер үҙе генә йәшәй. Берәй яңылыҡ булһа, миңә яңы кейем текһәләр, шунда уҡ оло инәйгә сабам. Күлдәк ҡотлатырға. Ул да инде, бала ыңғайына ҡыҙыҡһынған булып, күлдәгемде ентекләп, тотоп, һыйпаштырып ҡарай, ҡотлап 10 тин аҡса йә берәй йомортҡа тоттора. Үҙе бик бөхтә, тәртипле ҡарсыҡ, күберәк намаҙлығы өҫтөндә ултыра. Атайҙан биш-алты йәшкә олораҡ та.
Ә беҙ бәләкәй өйҙә геүләп йәшәп ятабыҙ. Атай, әсәй, апай, мин. Тағы бер апай, һуғыштан алда тыуғаны, ситтә. Мин – оя төбө, кешеләр икмәккә туйғас, көтмәгән ерҙән генә тыуып ҡуйғанмын.
Атай менән әсәйҙең күп кенә яҡтары миңә аңлашылмай ине. Бигерәк тә әсәй үтә ҡырҡыу һүҙҙәр әйтә: «Ҡасан түңкәрелер был сәүит, мин генә күрмәм», – тип ҡуя. Атай ҡыйыу фекер йөрөтмәһә лә, унда ла ризаһыҙлыҡ һиҙелә. Башланғыс синыфтарҙа уҡығанда байҙар, ярлылар хаҡында хикәйәләр уҡыйбыҙ. Мин ҡайтып шул әҫәрҙең эстәлеген һөйләй һалам. Атай ҡул һелтәп ҡуя: «Юҡ һүҙ ул», – ти. Мин ныҡышам:
– Ниңә улай тиһең?
Атай байҙар, ярлылар тураһында оҙон итеп һөйләп ала, миҫалдар килтерә:
– Кем ялҡау, кем ерен эшкәртмәй урыҫҡа һатты, шулар ярлы булды, – тип һүҙен ослап ҡуя. – Бына беҙ ер һөрҙөк, иген сәстек, мал ҡараныҡ. Йәй буйы ал-ял белмәнек, бесән саптыҡ. Ҡышҡыһын рәхәтләнеп яттыҡ, йылҡы итен тешләп ашаныҡ.
Бындай һүҙҙәр йыш сығып торҙо.
Үҫә биргәс, ҡайһы бер нәмәләргә төшөнә башланым. Атай ҙа, әсәй ҙә ишле, нәҫел-нәсәпле, етеш ғаиләләрҙә үҫкәндәр. Әсәй: «Мин ете быуын хәҙрәт нәҫеле», – тип ғорурланып әйтә торғайны. Ә мин эсемдән, әсәйем үҙенең сығышы менән ниңә ғорурлана икән, тип аптырайым. Киреһенсә, оялырға тейеш түгелме ни? Бына мине лә яйы сыҡҡан һайын «мулла балаһы» тип кәмһетергә генә торалар. Миңә ҡыйын, ауыр була, тиктомалдан шулай тиҙәр, телдәре ҡысый тиерһең.
Әсәй менән атай үҙҙәренсә йәшәүҙәрен белделәр, заманға яраҡлашырға маташманылар ҙа, сөнки үҙ имандары иман ине.
Әсәйҙең туғандары бик күп булып, колхозлашыу осоронда ҡайһыһы Ҡырғыҙстанға китеп ҡотолған, ҡайһылары Себер һөрөлгән. Быға дәлил булып Ош ҡалаһынан, Иркутск өлкәһенән хаттар килә ине.
Атайҙың да яҡын туғандарының ҡайһылары раскулачивать ителгән, ҡайһылары граждандар һуғышында ҡырылған. Уларынан васыят ҡалған: «Ағай, беҙ был юл менән киттек, ә һин үҙ юлың менән бар». Атай уларҙың васыятын изге бер мираҫ итеп һаҡлай, дин юлынан тайпылмай, улар рухына көн дә аят уҡып, доға ҡыла.
Әсәй гел мине үҙенең нәзәкәтлеләге, зыялылығы менән хайран итә ине. Мин үҙемде уның тырнағына ла тормайым тин уйлайым. Уның өйрәткәндәре... Иртән нисек торорға, ҡайһы аяҡҡа баҫырға, нисек йыуынырға, нисек ишектән сығып китергә, килеп инергә, тотҡа тотҡан һайын ҡул сайҡарға... Яй ғына ашарға, оҙаҡ сәйнәргә, икмәкте ике ҡуллап һындырырға: бер ҡул менән һындырһаң, фәрештәнең ҡанаты ҡайырыла. Нисек көлөргә, нисек иҫнәргә, ҡайһы яҡҡа ҡарап йоҡларға. Нисек атлап йөрөргә, нисек ултырырға – былар бөтәһе лә хәҙер халыҡ педагогикаһы тип йөрөтөлгән, бик үк рәсми булмаған фәндең гүзәл өлгөләре булған икән. Кейәүгә сыҡҡас, ҡарсыҡ булып та ошоларҙы белмәгән, тәртип яғы ҡойто булған ҡәйнәмде күреп аптыраясаҡмын әле мин.
Хәҙерге аңым менән шуны аңлайым: әсәм үҙе бик яҡшы тәрбиә алған, мине шуларға өйрәтергә тырышҡан. Ә күпме шиғыр бәйет, ҡисса белә ине ул. Кәрәге сыҡҡан һайын Туҡай, Ғафури, Аҡмулла, Бабич шиғырҙары унан ағылып ҡына торҙо. «Ҡиссаи Йософ»то ятҡа һөйләп ишеттерҙе.
Һүҙ ҙә юҡ, ул юғары мәҙәниәтле, затлы кеше булған.
Атай унан алабарманыраҡ, тәрбиәһеҙерәк – ябай кешеләр араһынан сыҡҡан. Барыбер уның да ыңғай яҡтары күп, ул да үҙ заманының изгелекле, ыңғай бер кешеһе.
Улар инде икеһе лә – пенсионерҙар, ваҡыттарын көнөнә биш намаҙ уҡып үткәрәләр ине. Шулай булһа ла, атай әле ферма, әле келәт ҡарауылларға йөрөп ала.
Ә мин, үҫмер ҡыҙ бала, улар донъяһынан шул тиклем алыҫмын. Мәктәптә бөтөнләй икенсе тәрбиә: Коммунистар партияһын дәрес һайын данлау, шул юлдан барыу, һөйләм тикшерһәң дә – партия, инша яҙһаң да, тарих дәресендә лә шуның тарихы.
Мин улай ҙа, былай ҙа бик тартылып китмәй, үҙ тормошом менән йәшәй инем. Бына хас та бәләкәс ҡырағай йәнлек. Йәй көндәрендә ҡырҙан, тауҙан, һыу буйынан ҡайтып инмәйем. Ағастарға, болондағы һанһыҙ сәскәләргә, аҡҡан һыуға, игендәргә, күлдә ҡайнаған бөжәк-һөлөктәргә иҫем китеп ҡарап йөрөйөм. Еләк-ҡарағатҡа бер үҙем сығып китәм. Тәбиғәт минең иң яҡын дуҫым, иптәшем ине.
Әсәйем, бахырҡай, доғалар ятлатырға тырыша, күңел һалмайым бит, әй. Шул саҡтарым иҫкә төшһә, әле битем янып китә.
Мәктәптәге пионер, комсомол ойошмаһы эштәре лә яһалма, кемдеңдер ҡушыуы буйынса эшләнә, күңел тартҡан нәмә түгел. Коммунистар партияһы өсөн, пионер галстугы, комсомол билеты өсөн ҡорбан булырға, йәнеңде йәлләмәҫкә өндәү миңә барыбер аңлашылманы. Ниндәйҙер әйбер киҫәге өсөн үҙеңде ҡорбан итеү мәғәнәһеҙлек тойолдо. Бына тыуған ер, ил өсөн башыңды һалыу аңлашыла, исмаһам.
Мәктәптә әҙәби кисәләр, китап уҡыусылар конференцияһы үткәрелһә – оло байрам. Бында мин, бер нәмәгә ҡарамай, әүҙем ҡатнашам.
Синыфташ малайҙарға, ауылдаш егеттәргә ғашиҡ булып, балалыҡ мөхәббәте кисермәнем. Ниңәлер улар араһында лайыҡ кешеләр күрмәй инем. Минең мөхәббәт бик юғары булырға тейеш һымаҡ, тәнәфестә шар-шор йүгереп шаярған, дәрестә «икеле» алған синыфташтарға нисек ғашиҡ булаһың?
Иләҫ-миләҫ йәшлек килде. Аптырап-көтөп, һағайып йәшәгән күңелгә мөхәббәт һағышы – кемделер көтөп өҙгөләнеү өҫтәлде.
Ҡайҙа ул, ҡайҙа, ниңә килмәй? Мин бит көтәм! Ун ете йәшемде тултырҙым. Ул юҡ. Йәшлекте бәхетле ваҡыт тиҙәр, мин улай тимәҫ инем. Йәшлек – кеше ғүмерендә бик ауыр осор. Киләсәк юлды эҙләп бер бәргеләнәһең, һөйгән кешеңде көтөп бер өҙгөләнәһең. Шул ваҡыт аҡыл бирерҙәй иптәш тә юҡ бит. Уҡытыусылар дәрестәрен генә беләләр, әсәй бала тип ҡарай.
Егеттәр араһында «уҫал, ҡырыҫ» тигән даным бар. Улар миңә күҙ һалмай, башҡа ҡыҙҙар ҙа күп.
Ун берҙе бөткәс, тиҫтер ҡыҙ менән университетҡа барырға булдыҡ. Ул бөтөнләй башҡа, әхирәтемде әйтәм. Тормошҡа реаль ҡарай, шаянлыҡ-шуҡлыҡ та бар. Физик яҡтан да шәп ул, минән бер башҡа оҙон. Ә мин – көҙгө себеш.
Ауылдан, тыуған йорттан айырылыу миңә ҡот осҡос тәьҫир итте. Әйтерһең, донъям түңкәрелде, ярты йәнем бүленеп ауылда тороп ҡалды. Самаһыҙ тулҡынланыуҙан хәлдән тайҙым, йөрәгем туҡтауһыҙ дөпөлдәне.
Тәүге имтиханда белгән генә һорау эләкһә лә, ҡаушап ҡалдым, йүнле яуап бирә алманым. Мин йүнһеҙҙе хатта тыңлап торғолары ла килмәне. Уҡыған әйберемде әллә күпме ваҡыттан һуң да соҡоп сығара торған хәтерем миңә хыянат итте. Шулай, илап-һыҡтап, Өфөнән ҡайтып киттем. Ҡала йомшаҡтар осон түгел икән.
Ҡайтһам, ауыл бер ергә лә күсеп китмәгән, мул һыулы Әй ҙә ярҙарын ташлап ҡасмаған, ауылды урап алған тауҙар ҙа үҙ урынында. Ана Байсауыл, ана Туратау, Йүкәлетау. Улар тоғро, тыуған яғынан ситтә йәшәй алмай.
Колхоздан кеше артмай. Ҡушҡан эштәрендә эшләп йөрөйөм. Иген таҙартырға йөрөп алам, ваҡытлыса фермаһына ла сығам. Шулай эшләп йөрөгәндә уны осраттым. Күргәс тә, егет халҡына ҡарата булған самаһыҙ талаптарымды оноттом да ҡуйҙым. Был миңә бөркөт, егет солтаны булып күренде. Унда әллә күҙ быуыу һәләте булдымы икән? Юҡһа ундай егет-елән ауыл һайын. Янып торған ҙур ҡара күҙҙәре, ҡыҙҙарҙыҡы кеүек оҙон керпектәре, баҙыҡ кәүҙәһе, атта ҡойоп ҡуйған кеүек ултырыуы аңымды томаланы. Күкрәк, беләк мускулдары кейеме аша бүҫелеп һиҙелеп тора. Ҡыҫҡаһы, мин ғашиҡ булдым, һай, йәшлек, һай, иҫәрлек! Тышҡы ялтырауыҡ та ҡай саҡ аҫыл таш булып күренә шул.
Мин был ваҡытта ауылдан биш-алты саҡрым алыҫлыҡта ятҡан фермала эшләп йөрөй инем. Ферма сосайып торған тау итәгендә, аҫта йәм-йәшел болондар, талдар араһынан киң йылға ағып ята. Мин һарыҡтарым менән һирәк кенә үҫкән эре, ҡарт ҡайындар араһында йөрөйөм, барыһын да күрәм. Йылға буйына кисеүгә, һыбайлы килеп туҡтай. Ул күп тә тормай, көмөш һыуҙы ярып, атын кистереп, был яҡҡа килеп сыға. Болондо сабып үтеп кенә тауға артыла, ун биш минуттан инде минең янда. Романтика көҫәп кенә торған хисле ҡыҙға шуныһы ла еткән.
Ат ярһыу, егет ғәййәр, икеһе лә баҫҡан урындарында сыҙап тора алмайҙар. Беҙҙең һөйләшеү тәбиғәт күренештәре, үҙебеҙ уҡыған әҙәби китап-журнал, өйҙәге туған-тыумаса хаҡында була.
Ҡыш килеп ҡар яуғас та, ул шул етеҙ атын кашауайға егеп, елдереп килеп йөрөнө, һүҙ бирешеүҙәр, вәғәҙәләр, һөйөшөү-үбешеү кеүек нәмәләр булманы. Был яҡтан мин уны ғәйепләй алмайым. Ләкин егет кеше күрше ауылдан тиктомалға, ваҡыт үткәрергә генә килеп йөрөмәҫкә тейеш. Мин ғашиҡмын, мин янып йөрөйөм.
Иптәштәр аша был егеттең ауылдарында икенсе ҡыҙ менән йөрөүен ишеттем бит, әй. Ғәрлекле, рәнйеткес хисте шунда тәүге тапҡыр татыным. Мин уны саҡырып йөрөтмәгән бит. Ни тиклем ҡыйын булһа ла, түҙергә тырышам. Уны уйламаған бер минутым булдымы икән? Ғазаптарымды йөрәктән һурып алып булһасы! Йәш саҡта, ни тиһәң дә, кеше түҙемле була, һағышымды йоттом, тышҡа сығарманым.
Яҙға табан тыныслана төштөм. Әҙме-күпме дәреслектәр ҙә ҡараштырҙым. Йәй уртаһында Өфөгә китеп, педучилищеға имтихан тотоп йөрөнөм. Имтихан еңел генә үтеп китте, белем кимәлем арыу ғына икәнен самаланым. Белмәгәнмен, Өфөлә күптән түгел асылған пединститут та бар икән. Шул йылды ауыл балаларын хатта «өслө»ләр менән алғандар. Тағы аңшайып ҡалдым бит.
Был тормош тигәнең алдын-артын күрһәтеп тормаһа булмаймы икән? Ҡайтыуыма бер-ике көн үтмәне, йөрәккә баҫырып һалып ҡуйған ғишҡым килеп төштө. Туп-тура өйгә үк килеп инде был, оятһыҙ! Әсәйемдән рөхсәт һорап тора:
– Мин Хәтирәне ҡунаҡҡа алырға килдем, бөгөн – апайымдың никахы, – ти.
Был – бик етди саҡырыу. Шундай ғаилә байрамына теләһә кемде саҡырмайҙар бит. Әсәйем аптырап ҡалған, ул ике ут араһында. Һыу һөлөгө кеүек егеттең ҡыҙын саҡырып килеүе, бер яҡтан, ҡәнәғәтлек уятһа, икенсе яҡтан, намыҫ тигәнең дә бар.
Миндә ҡыҙыҡһыныу уянды, һуҡыр килеш кенә ғашиҡ булып йөрөнөм дә инде. Ә асылда ниндәй егет ул? Мин йәштән ҡыҙыҡһыныусан, хатта соҡонсоҡ сиккә етә инем. Уф... шул саҡ ҡунаҡҡа бармай өйҙә тороп ҡалһам, уға бер ҡасан да кейәүгә сыҡмаясаҡ инем.
Ул мине атҡа ултыртып, кисеү аша, үҙҙәренең ауылына алып китте. Барҙым, күрҙем. Күмәк балалы ҡәҙимге ғаилә, һис иҫ китерлек ере юҡ. Атаһы һуғыштан алған яраларҙан донъя ҡуйған. Алты бала тороп ҡалған. Тәртип-тәрбиә яғы самалы ғына, уныһын шунда уҡ сырамыттым.
Мине ауылдыҡылар ҙа, ғаиләләгеләр ҙә кәләш итеп ҡабул итте лә ҡуйҙы. Кеше һүҙенә ҡалмайым тиһәм, кейәүгә сығырға тейешмен. Был юлы ла беҙҙең арала һөйөшкән кешеләр араһында була торған наҙлашыу, иркәләшеү булманы.
Рауил – егеттең исеме шулай ине – нисектер ихлас, асығыраҡ булып киткән төҫлө. Осрашыуға йыш килә, минең янда оҙаҡ була. Айлы төндәр, яр буйҙары, тау баштары – беҙҙең юлдаштарыбыҙ. Ул мине, тиҙ арала яҙылышайыҡ, тип ҡыҫтай башланы. Оҙаҡ йылдар үткәс кенә белдем: оҡшатып йөрөгән ҡыҙы унан баш тартып, йыраҡҡа сығып киткән. Ниндәйҙер кире яғын тапҡандыр инде. Егет күңел бушлығын тултырыр өсөн миңә ҡапланғандыр. Улай тиһәң, ул минең менән ныҡ ихлас һымаҡ ине. «Бигерәк саф, хәйләһеҙһең инде», – ти торғайны.
«Никах уҡытып, яҙылышып ҡуяйыҡ. Мин Хәтирәгә матди яҡтан ярҙамлашып торормон», – тип әсәйемдең дә күңелен йомшартып бөтөрҙө. Тамам еңмешләнде, өҙмәне лә ҡуйманы.
Мин еңелдем, ризалаштым. Никахтан һуң уҡырға киттем. Туйҙы мин уҡып сыҡҡас яһарға һөйләштеләр.
Илап-һыҡтап уҡып ятам, һаман ауылды, яңы ғына ҡушылған кейәүемде һағынған булам. Уҡып бөткәс, ҡалала ҡалырға мөмкинселек булды: яҡшы уҡығандарҙы ҡалдыралар ине. «Мин кейәүгә сыҡҡанмын», – тип ауылға ҡайттым.
Уның менән йәшәй башлағас, төрлө кешеләр икәнебеҙҙе аңлай башланым. Хәмер менән дә ныҡ ҡына дуҫ икән. Үҙе менән эшләгән иптәштәре ҡыҫтаһа, һис тартынып тормай, иртән баш төҙәтеү ҙә ғәҙәти хәл уның өсөн. Йәштән үк үҙенән оло ҡатын-ҡыҙ менән сыуалыуын да ишеттерҙеләр. Сафлыҡ, бер кешегә тоғролоҡ унда булмаған да.
Бик бәләкәйҙән ауыр эш эшләргә, әсәһенә кескәй туғандарын үҫтерергә булышырға тура килгән уға. «Әйҙә тот, эсеп ебәр, һин ҙур егет бит инде», – тип рюмка һуҙыусылар ҙа табылып торған. Әсәһе лә кәйеф-сафа ҡороуҙы яратҡан. Бөтөн булған ғына ризығын ҡунаҡлашыу өсөн тотоноп, шунан аҙналар, айҙар буйы икмәк-сәй менән генә йәшәгән саҡтары йыш булған. Төрлөһөн күргән инде, еңеп алырға, сәркәшлеккә, бирешмәҫкә лә өйрәнгән.
Мин яҡшылығым, игелегем менән алдырырға тырыштым. Шулай булһам, аңлар, оялыр тип өмөт иттем. Ҡайһы саҡ иҫкә бер мәҫәл килеп төшә ине. Йылан үҙен үлемдән ҡотҡарған кешене сағып үлтерергә тырыша, ти. Кеше унан, ниңә улай итәһең, тигәс: «Яҡшылыҡҡа яуызлыҡ менән яуап бирәләр бит, шуны ла белмәйһеңме ни?» – тип яуаплаған. Беҙҙең мөхәббәттә лә шундай хәлдәр аҙым һайын ине.
Бер генә яҡшы яғы ла юҡ инеме, тигән һорау тыуыр. Бар, әлбиттә. Ҡара эште ат кеүек эшләй. Уның менән йәшәү дәүерендә мине көсөм етмәгән эштәргә екте, тип әйтә алмайым. Утын ярып, он тарттырып, малға аҙыҡ йүнәтеп йөрөмәнем. Был эштәрҙе ҡатынына ауҙарып, үҙҙәре тик йөрөгән ирҙәр ҙә етерлек. Шунан килеп, ҡайһы берҙә артыҡ йомарт, кешенән бер нәмәһен дә ҡыҙғанмай, аҡтыҡ күлдәген сисеп бирерҙәй булын та китә.
Матур ғына, күңелле генә йәшәп тә алабыҙ. Йәй көндәренда йыш ҡына тәбиғәт ҡосағына сығабыҙ, емеш-еләккә бергә йөрөйбөҙ.
Шунан, кинәт шайтан алыштырған тиерһең, яҡты көндө ҡараңғылатып, ҡотороп эсергә булып китә. Эсһә, холҡо эт ашағыһыҙ. Тәмһеҙ телле, ваҡсыл, һуғышырға ҡырсынһа ла, минең өндәшмәүем арҡаһында ҡабынып китә алмай.
Сирләп тәгәрәгәнсе дауам итә был аҡылдан яҙыу. Мин уны дауалайым, әҙәм рәтенә индерәм. Был ваҡытта бик меҫкен, йыуаш ҡиәфәттә була. Күпмелер йөрөгәс, тынғы тапмай, тағы ендәре ҡотора башлай.
Ярай әле тормош гел ҡара яҡтарынан ғына тормай, аҡ көндәре лә булып ала. Хоҙай Тәғәлә бер бөртөк ир бала бирҙе. Исемен Рамазан тип ҡуштым. Балам тыуғас, ғүмерем маҡсатһыҙ, бушҡа үтмәҫ, тип һөйөндөм. Бар иғтибарымды, һөйөүемде уға арнаным. Ул минең айырылмаҫ дуҫыма әйләнде. Улым тәпәй баҫа башлағас та, уны ауыл ситенә болонға, тауға еләккә үҙем менән йөрөтә башланым. Сәскәләргә бергә тамаша ҡылабыҙ, гөлләмәләр яһайбыҙ. Йылғаға һыу инергә, ҡыҙынырға йөрөйбөҙ. Уға тәбиғәт күренештәрен өҙлөкһөҙ аңлатам, ҡоштар, йәнлектәр хаҡында һөйләйем. Әкиәттәр уҡыйым. Башҡорт әкиәттәре бөткәс, сит ил әкиәттәрен дә табып уҡып бөттөк.
Улым бик ҡыҙыҡһыныусан булып үҫте, күп нәмәләр менән мауыҡты. Атаһына ылығып барманы. Уның иҫерек икәнен белһә, бөтөнләй күҙенә салынманы. Бәләкәй генә саҡтан эскене күрә алманы.
Мәктәпте, уҡыуҙы яратты, төрлө түңәрәктәргә йөрөнө, конкурстарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашты. Бик яуаплы бала, хатта оло кешеләрҙә бындай етдилек юҡ. Мин уның холоҡ-фиғелен өләсәһенә, үҙемдең әсәйемә, оҡшаттым.
Икебеҙ шул тиклем татыу, күҙ ҡарашыбыҙҙан бер-беребеҙҙе аңлап торабыҙ. Үҫмер саҡтың ауырлығы уға ҡағылманы. Үҫеп еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалдым.
Ун беренсене бөтөргәс, БДУ-ның журналистика бүлегенә һис бер ярҙамһыҙ инеп китте. Бөтөн имтихандарын тик «бишле»гә генә бирҙе. Кескәйҙән үк хикәйә, шиғыр яҙа ине.
Һуңғы ваҡыт гел улымдың тормошо менән мауыҡтым – атаһын бөтөнләй күҙ уңынан ысҡындырып, уның барлығын онотоп тигәндәй йөрөгәнмен. Үҙе лә бала менән ҡыҙыҡһынманы. «Уның әсәһе бар, – ти ҙә ҡуя торғайны. – Мин эшләп икмәк ашатҡас етмәйме ни?»
Икәүҙән-икәү тороп ҡалғас, бөтөнләй алыҫлашып, һыуынышып бөткәнебеҙҙе аңланым, һөйләшер һүҙ, шөғөлләнер уртаҡ нәмә юҡ. Ә бит беҙгә ни бары 39 тулған. Әле ҡыҙ менән егет кеүек һөйөшөп йәшәр саҡ. Ә уның күңеле миндә түгел. Үҙемдең иһә уға ылығырға, яҡын булырға теләүемде һиҙҙем. Бер кемем дә юҡ бит. Ата-әсәм дә күптән вафат.
Һуңғы арала йөрәге ныҡ уйнаҡлау сәбәпле, һирәк эсергә лә тырышты. Үҙем дә, улына уҡырға ҡамасауламаһын тип, эскегә ҡаршы дарыуҙар алып биргеләй торғайным, һуңғы ваҡыт дарыу-маҙарҙы бөтөнләй рецептһыҙ һата башланылар.
Улым киткәс, күңелһеҙ, донъя буш, йәмһеҙ-йәнһеҙ тигәндәй. Мин үҙем гел кемгәлер кәрәк булып, үҙемде арнап йәшәргә өйрәнгәнмен икән. Яҡынайырға теләп, хәҙер бар иғтибарымды иремә күсерҙем, буғай. Ә ул тотто ла әйтте:
– Хәтирә, һин мине артыҡ ҡаңғыртма инде, – ти. – Һинән һыуынып бөткәнмен, һиҙмәйһеңме ни? Хәҙер икенсене һөйәм бит мин.
Шул тиклем аптыраным. Түбәмә уйламаған ерҙән күҫәк менән килтереп тондорҙолармы ни? Аптырап йөрөйөм-йөрөйөм дә, тағы ҡайта-ҡайта килеп уйлайым. Бының аҡылына зыян килде, тиһәң, бына тигән йөрөп ята. Һуңғы ваҡыт гел биттәрен ялтыратып ҡырып, хатта одеколондар һөртөп, таҙа кейем менән йөрөргә тырышыуын иҫләп ҡуя инем. Өйҙә лә рәтле тормай бит хәҙер. Гәзит-китап уҡып, өйҙән сығырын белмәй ҡаңғырта торғайны, хәҙер кәрәкһә лә, кәрәкмәһә лә фермаһынан ҡайта белмәй.
Ә миңә ят берәү кәрәкмәй ҙәһә. Ҡырҡҡа етеп килгәндә үҙ иремде ҡаратырға тырышам. Фәҡәт ул ғына кәрәк һымаҡ. Йәш саҡтағы яратыу ҡайҙалыр боҫоп торған да, ваҡыты еткәс, ҡалҡып килеп сыҡҡан, гүйә. «Икенсене һөйәм» тип әйтеүенә башта ышанмай йөрөнөм. Ләкин был ысын ине. Бар ауыл белә икән, мин генә аңшайып йөрөгәнмен. Әстәғәфирулла!
Күҙ алдыңа килтер: йыуан кәүҙә, табаҡ бит, бәләкәй күҙ. Әллә ниндәй хайуани ҡиәфәт. Ғәҙәттә рухи донъялары булмаған кешеләрҙең йөҙө шундай була. Аяҡтарын салыштырып атлап йөрөүҙәре. Холҡо ла тотанаҡһыҙ. Гел бытылдап, һүҙҙәрен йота-йота ниҙер һөйләй, шунан көлөп ебәрә, ирҙәрсә аты-юлы менән һүгенә, һүгенеү – уның һулаған һауаһы, шунһыҙ ул һүҙен һүҙгә лә бәйләй алмай. Вәт шул бисә – иремдең һөйөклөһө. Шул тәүфиҡһыҙға мине алыштырыуы һис башыма һыймай аптыратты. Ә ирем бөтөнләй оятһыҙланды – асыҡтан-асыҡ йөрөй башланы. Илауым, үтенеүем, тыйыуым уның йәнен генә көйҙөрә. Кистәрен осрашырға сыға ла ҡаса. Мәсхәрә булып, ғәрләнеүемдән шартлай яҙып өйҙә ултырам да ҡалам. Ут ҡапҡан кеүек үрһәләнәм, түҙерлек тә түгел.
– Нимәһе менән оҡшай инде ул, йә матур, йә аҡыллы түгел? – тигән һорауыма ҡаршы, күҙ ҙә йоммай:
– Ул бик сексуаль, ярата ла белә, яраттыра ла, – тине.
Эйе, мин, ысынлап та, ҡайнар ҡатын була белмәнем. Оло кешеләрҙең балаһы булғанлыҡтан, өйҙә һөйөшөү кеүек картиналар күрмәнем. Мин белгәндә атай-әсәйемдең түшәктәре лә башҡа ине. Яратыу тигән нәмә – ул күңелдә генә булған юғары тойғо, тип ҡанға һеңгән, тән яҡынлығы тигән нәмәне аңламағанмын да Хәлемде уртаҡлашыр кешем юҡ, түҙеп тә булмай. Аптырағас телеграмма һуғып, улымды ҡайтарҙым. Саф күңелле бала ни үҙемдән былай хайран ҡалды.
– Атай, зинһар, мине лә, әсәйемде лә мәсхәрәгә ҡалдырма, – ти улым.
– Миндә эшегеҙ булмаһын, башың йәш әле мине тикшерергә, – тип ыҫылдай теге, күҙ ҙә йоммай. – Ҡыҫылмағыҙ, тығылмағыҙ, теләһә ни эшләгеҙ!
Донъяның бындай бысрағы менән осрашҡан улым үҙенә ҡул һалыр сиккә етте. Илай-илай, көскә тыйып ҡалдым.
– Ярай, әсәй, мин китәм. Эшләрмен дә, уҡырмын да. Тик ғәрләнмәй ауылға ҡайтып йөрөмәйәсәкмен, һағынһаң, үҙең килеп йөрөрһөң. Мине бүтән был ҡәбәхәт янына саҡырма.
Улым китеп барҙы. Ҡом сүленә инеп аҙашҡан юлсы һымаҡ итеп тойҙом үҙемде.
– Миңә иғтибар итмә, ҡыҫылма. Теләһәң, һөйәркә тап, икенсе иргә китһәң, бигерәк яҡшы, – ти ирем.
Уның күҙе тамам тондо, мөмкин булһа, үлтерер ҙә ташлар ине. Шул сиккә етте. Уға бөтөнләй ҙә кәрәкмәйем. Башымды алып сығып китерҙәймен. Ә ҡайҙа китергә? Заманы ла ниндәй бит. Икенсе урында эш тә табырһың – мөйөш таба алмаҫһың. Асарбаҡ булып әллә ҡайҙа йөрөй алмайым бит инде.
Шулай илай-һыҡтай ҡыш үтте. Минең хәлдәге кешегә бер кем дә ярҙамсы түгел. Йән һағышы, яңғыҙлыҡ тойғоһо үтмәй ҙә, китмәй ҙә. Шуныһы ғәжәп: күңелемдә уны күрә алмау, хатта ятһыныу ҙа юҡ.
Берсә үҙемдән ғәйеп эҙләргә тотонам. Эйе, ваҡытында тейешле иғтибар күрһәтмәгәнмендер, тим. Берсә аҡланам. Йыуаш ҡына, йомшаҡ ҡына бала инем. Өҙөлөп торған булдым, холоҡһоҙлоҡтарын ғәфү итеп үткәреп торҙом. Ир кешегә түшәктә ярарға кәрәклеген ҡайҙан беләйем?!
Шулай ҡаңғырып йәшәгәндә, йомош менән район үҙәгенә барҙым. Эшемде бөтөрөп автовокзалға килдем, билет алырға сиратҡа баҫтым. Беҙҙең яҡҡа кеше гел күп була, билет та етмәй ҡала. Шул саҡ яныма сибек кенә кәүҙәле бер әбей килде:
– Балам, миңә лә билет ал әле, – тип кенәгәһен һуҙҙы.
Артабан автобуста ла бергә ултырҙыҡ. Әбей беҙҙең ауылға бара, рәхмәт уҡыуҙан бушамай.
– Ауылдан китеүемә алтмыш йыл уҙып бара инде, – тине. – Зөләйха әбейең булам. Йәшерәк саҡта йышыраҡ ҡайта инем. Хәҙер ни гел йөрөп ятырға рәт ҡалманы. Мине таныған кешеләр ҙә бөтөп бара. Ҡарт күптән гүр эйәһе, балабыҙ булманы.
– Әбей, кемдәргә бараһың?
– Зөлхизә әбейеңә барам, ул миңә һеңел була, арабыҙ бер генә йәш. – Әбей көлөп алды.
– Аһ, әбей, ул май айында үлеп ҡуйҙы лаһа, – тип әйткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалғанмын.
– И-и, Илаһым. Хәҙер ни эшләйем инде? – Әбей, төшөп ҡалырҙай булып, ултырған урынында суҡанлап китте. – Кис тә етә. Хәҙер мине кем иҫләп көтөп тора тиһең? – Ул иламһырап ҡуйҙы.
– Әбей, – тим, – әйҙә, үҙем алып ҡайтырмын. – Иҫәр кеүек нимәгәлер ҡыуанып киттем. Янымда бер нисә көн булһа ла кеше буласағын уйлап, ысынлап тороп шатландым.
– Ярай, әләйһәң. Рәхмәт инде, балам. Бармай ҙа булмаҫ. – Әбей тиҙ үк килешеп тә ҡуйҙы.
Әбейҙе өйгә алып ҡайтҡас, «беҙҙең йыраҡ туған» тип таныштырҙым да ҡуйҙым. Ул да беҙҙә аҙналап тороп ташланы. Яңғыҙлыҡтан ыҙа сигеүсе бер мин түгел, ахырыһы. Ололарҙы саҡырып, Зөлхизә әбей рухына аят уҡыттыҡ, хәйер тараттыҡ. Зөләйха әбей бик шатланды, рәхмәт уҡыуҙан бушаманы. Үҙен дә белгән бер-ике кеше сәйгә әйтеп алды. Шулай ололар менән күңелле генә итеп аралашып алдым.
Кеше булғас, Рауил да рәтле генә йөрөй, сығып та китмәй, асыҡ йөҙлө булырға тырыша. Әбейгә урынымды биргәс, йоҡларға ла ирем менән бергә ятам. Хатта арабыҙ йылына төштө кеүек. Йоҡо аралаш мине ҡосаҡлап та ала был.
Бер аҙна йәшәгәс, әбей, ҡайтам да ҡайтам, тип ҡанатланып китте:
– Тауыҡтарым аптырап йөрөйҙөр, бесәйем дә һағынғандыр, – ти.
Уны оҙатырға автобус туҡталышына алып киттем. Арлы-бирле һөйләшеп торабыҙ.
– Ҡара әле, балам, – ти әбей, – кейәү менән арағыҙ әллә нисек кенә ул. Мин улай кеше тикшереп бармайым, шулай ҙа һиҙендем. Ул һиңә гел арҡаһын ҡуйып йоҡлай. Йәшһегеҙ бит әле. Һине һөйһөнмәгән буламы? Әй, килде заман, аҙҙы ир-ат. Ҡайһы бер бисәләре лә шул инде. Ҡыҙым, һин былай ит. Атпуска алаһыңдыр бит. Шунда миңә ҡунаҡҡа килеп сыҡ. Берәй аҙна яңғыҙ йәшәп ҡараһын, һине һағынып тормаҫмы? Әбейем саҡыра, ауырыштырып тора, тиң.
Мин риза булып тороп ҡалдым. Әбей ҡайтып киткәс, тағы яңғыҙлыҡ, тағы һағыш. Тормош әүәлге яйына төшөп китте. Был һағыш минең сиремә әйләнде. Ирем өйгә төшмәй, аҙғын бесәй кеүек йөрөүен белде. Ҡатҡан кейемдәрен һыпырып, таҙаларың кейә лә юҡ була.
Отпуск етте. Баҡсалағы балалар, хеҙмәттәштәр менән айырылғас, яңғыҙлыҡ ғазабы мине шул тиклем өттө, түҙеп тә торорлоҡ түгел. Бер ниндәй шөғөл менән дә күңелде баҫып булмай. Йәш саҡтағы һағыш башҡа төрлө ул – алда өмөт була. Был юлы бөтөнләй өмөтһөҙлөккә бирелдем. Рауилдың холоҡһоҙлоғо арта ғына. Йәйге оҙон көндәрен түгел, төндәрен дә юҡ.
Ә тәбиғәт үҙенең сихри гүзәллеге менән хайран итә: төндәр буйы һандуғас һайрай, саф һауаһы башты әйләндерә. Сәскәләрҙә күбәләктәр ҡауыша. Ҡоштоң ҡошо, бөжәктең бөжәге яңғыҙ түгел – һәр береһе йәшәй, тормоштан ләззәт ала. Ә мин... яңғыҙ, көндәрем, төндәрем заяға үгә. Йәйге йәм бәхетһеҙлегемде көсәйтә генә төҫлө.
Бына бер көн төш тирәһендә ир йораты ҡайтып керҙе. Күҙҙәрен элмәйтеп, йәмһеҙ екеренеп ҡарап тора. Әйтерһең, мин – донъяның бер мәскәйе, яуызы.
– Шул тиклем ялҡтым һинән, шул тиклем күргем килмәй һине, – ти. – Берәй ныҡ ҡына эсеп ҡайтып, быуып ҡына үлтерәм инде үҙеңде.
Айыҡ көйө әйтә алмай интеккәс, ваҡһыу өсөн эскәнен аңланым. Өндәшмәнем.
Шулай тине лә ҡапҡаны шартлатып ябып сығып китте. Булмаҫ тимә. Иҫереп ни генә ҡыланмайҙар. Йә һөйәркәһенең өйөнә кереп йәшәп китә алмай. Уның өйө бәләкәс, ике атайҙан үҫмер йәшендәге өс балаһы бар. Бик барып керер ине. Баҫҡан урынымда ҡатып торам. Үтә ҡурҡып та китмәйем. Үҙемдең эске көсөмә ышанам. Бик теләһә лә, миңә килтереп һуға алмай. Туп- тура ҡарап торһам, күҙҙәрен йәшерә. Унда эске йомшаҡлыҡ бар. Хәҙергесә әйтһәк, ул – вампир, мин донор булып йәшәнек. Әле лә үҙе теләгән көстө алмай ҡалмай, хәйләһен таба. Баш әйләнеп тора, массаж эшлә, тиһенме, йә, арҡа ҡысып тора, ҡул етеңкерәмәй, тигән булһынмы – нисек тә ҡулдарым аша дарманымды һурырға тырыша.
Шул тиклем ғазап кисергәнсе, китәйемдер? Зөләйха әбейгә ҡыҙ булырмын, уны тәрбиәләрмен. Бер минут та тормай китә һалырға кәрәк. Тоям, әгәр хәҙер ысҡына алмаһам, шулай ғүмергә тороп ҡаласаҡмын.
Әбей йәшәгән ауыл, тура юл менән тауҙар аша барһаң, илле саҡрым самаһы, тиҙәр. Район үҙәгенән урап, автобус менән барһаң, 120-130 саҡрым. Сәғәт икенсе киткән, автобустан тороп ҡалып бөткәнмен. Сираттағыһы өс-дүрт араһында, районға кис барып ни эшләп йөрөйөм. Иртәгәне көтмәй китәм!
Сәғәтенә биш саҡрымдан ашыуыраҡ атларға кәрәк, шулай иткәндә киске ун берҙә барып етәсәкмен. Йәй башында ҡараңғы тиҙ төшмәй. Йәйәү йөрөүҙән ҡурҡмайым. Тәүәккәлләнем, Аллаға тапшырҙым. Йөрәктәге рәнйеү тойғолары шартламаҫ борон хәрәкәт кәрәк, хәрәкәт. Башта әбейҙе барып күрәйем. Кейем-һалымды аҙаҡ килеп алырмын әле, тип юлға еңелсә генә йыйындым.
Кеҫәмә 250 һум аҡса һалдым, ҡалғанын соланға сығарып йәшереп ҡуйҙым. Отпуск аҡсаһын алғайным. Көн болотлабыраҡ тора, яҡшылап кейенергә кәрәк. Эстән йылы свитер, спорт костюмы, башлыҡ кейҙем. Аяғыма – йөн ойоҡ менән резина итек. Урман юлы батҡаҡ булыр. Ике телем икмәк уртаһына май һылап кеҫәмә һалдым. Бер яҡ кеҫәгә һалҡын сәй тултырылған бәләкәй шешә тыҡтым. Өйҙө күҙҙән кисерҙем, бөтәһе лә тәртиптә ине.
Аһ, нисек йәл бөтәһе лә! Яңы ғына сыҡҡан себештәр астан ҡырылыр инде. Тәҙрә төбөндә күкрәп сәскә атып ултырған гөлдәр ҡорор. Бәләкәй баҡсалағы йәшелсә-емештәрҙе сүп үләне баҫыр. Мин булмағас, бөтәһе лә харап булыр... Шулай уйлана башлаһаң, ғүмерҙә лә сығып китеп булмаҫ, һикереп тороп ишеккә ташландым. Бисмилламды әйтеп, уң аяғым менән тупһаны ашатланым.
Ишекте бикләп, асҡысын сөйгә элдем. Беҙҙең урам ҡыҫҡа, берәү ҙә осраманы. Ауыл осона сығып, уңға боролам, тауға артылам. Был ҡайынлы тау араһына һалынған һөҙәк оҙон юл «Иген юлы» тип атала. Тау башына менеп еткәс, автобус туҡталышы, шоссе үтә. Юл аръяғында иген баҫыуҙары башлана. Баҫыу араһынан ҡара арба юлы һуҙылған: был – мин барыр һуҡмаҡ. Бынан заманында урыҫ ауылына баҙарға йөрөгәндәр. Ҡатын-ҡыҙ көйәнтәләп еләк, муйыл-маҙар алып барып һатҡан, ә мин – буш ҡул. Ҡыҙыу барам, хатта елеп-йүгереп тә алам. Ара-тирә болоттар араһынан ҡояш сығып ҡарап ала. Ярышып-ярышып һабан турғайҙары һайрай. Уларҙың ябай ғына моңо күңелгә һиллек, иркенлек өҫтәй. Донъя тағы ла киңерәк, яҡтыраҡ булып киткән төҫлө. Ике яҡта ла – тигеҙ генә булып шытҡан иген тулҡыны. Мине эске күтәренкелек тойғоһо солғаны. Тәбиғәт күренештәре күңелде гел шулай күтәреп ебәрә. Мин сәмле уйҙарға бирелеп барам: «Йәшә, әйҙә, минән башҡа. Ауырып ятҡанда һине иркәләп тороусы булмаҫ. Сабый һымаҡ тәрбиәләп, төнәтмәләр эсереп, тәнеңә массаж яһап һауыҡтырмаҫтар. Эштән ҡайтыуыңа буш кәстрүл, һалҡын сәйнүк ҡаршылар. Әйҙә, рәхәтлән».
Тау башы тигеҙ, яҫы. Еләҫ ел өрөп тора. Тәбиғәт минең янған йөрәгемде һыуытырға теләй. Эҫе көндәрҙе яратып та бармайым, бәлки, ҡыш тыуғанғалыр. Их, ата-әсәм тере булһа, шулай ҡәҙерһеҙ булып йөрөр инемме ни? Ҡәйнәм дә бер йыл алда гүр эйәһе булды, уға морон төртөр инем. Туғандарым алыҫта, ауылда бер кемем дә юҡ.
Юл шулай уйландыра. Үлән баштары елдә тирбәлә, аҡ сәскәләр, күкшел ҡыңғырауҙар сайҡала.
Ана, һул яҡта кәбән кеүек Оло Мунсаҡ ҡалҡып тора. Артабан уның ике ҡустыһы – Кесе Мунсаҡ тауҙары. Ҡыҙыҡ. Түп-түңәрәк оло-оло мунсаҡтар епкә теҙелгәндәй. Алпамыша аяғынан төшөп ҡалған батҡаҡ киҫәктәре, тип һөйләйҙәр улар тураһында. Батҡағы шулай булғас, Алпамыша үҙе ни саҡлы булды икән?
Мин юғары вольтлы электр линияһы янынан барам. Уның ситенә тигеҙ итеп ҡайын ағастары ултыртылған. Һис тә аҙашырлыҡ түгел. Байтаҡ барылды, егерме саҡрым ғына үткәнмендер. Юл икегә айырыла. Береһе башҡортса исемле ҙур урыҫ ауылы Йомашҡа китә. Килмешәктәргә ерҙәрен һатып, башҡорттар ҡайҙа китеп бөттө икән? Был сатты уҙғас, юлдың теүәл яртыһын үттем. Арыу әлегә һиҙелмәй. Атлап барған көйө генә икмәкте сәйнәйем. Тәмле. Оҙаҡ итеп ауыҙымда тотам. Икмәк иреп бөткәндәй юҡҡа сыға. Их, хәҙер һөтләп ҡайнар сәй эсһәң ине, ҡайнатма ҡабып. Уның урынына һалҡын сәйҙе эсеп ҡуйҙым. Шешәһен ташламай, кире кеҫәмә һалдым.
Һаман уйҙарымды һүтәм. Йәмәғәт эштәрендә күп йөрөлдө инде. Ҡайһы берҙә ул-был саралар тип көндәр буйы ҡайтып инелмәй торғайны. Нимәләр генә үткәрмәнеләр: «Ҡарға бутҡаһы», «Кәкүк сәйе», урам байрамдары, тауға сығыу йолалары. Жюри ағзаһы булып ауылдан ауылға йөрөлдө. Кемгә – байрам, кемгә – эш. Фольклор ансамблдәре төҙөп, күрше ауыл, райондарға, хатта Өфөгә барып еттек. Әҙерләнер өсөн генә күпме ваҡыт кәрәк. Ирем ул ваҡытта өйҙә була, көтә ине. Эштән һуң үҙе бер ҡайҙа ла сығып йөрөмәне, минең дә йөрөүемде өнәмәне. Эй, уны гел генә ҡалдырып йөрөгәс ни, тип иремде яҡлай башланым. Ҡайтып йорт тирәһен яңынан яйға һалып алыр кәрәк. Хужабикәһеҙ йорт нурһыҙлана, ҡотһоҙлана бит. Шулай уйланып килә торғас, юлым урман ситенә яҡынланы. Ун саҡрым тирәһе ағас араһынан барырға кәрәк буласаҡ. Болоттар ҡуйыра төшәме, ҡараңғыраҡ булып китте. Иҫәп буйынса, мин үҙем китеп барған Аҙнай ауылына ике сәғәттән барып етергә тейешмен. Урман эсе яңғыҙ кешенең башына төрлө шом төшөрә. Сәйер тауыш сығарып оло-оло ағастар бәүелә, япраҡтар мин аңламаған телдә шыбырлаша. Йөрәккә ҡурҡыу йүгерә. Төпкәрәк инә барған һайын батырлығым кәмей. Шулай ҙа алға барам. Атлайым да атлайым. Артҡа юл юҡ: шул тиклем араны кире атлап ҡайтырға көс-хәл етерлек түгел. Арҡа үҙәгем әллә өшөүҙән, әллә ҡурҡыуҙан земберләй. Тамағым сатнап кипте, йүткерһәм, ауырта – һалҡын айран эскәйнем, әллә шуның касафаты, һаман әкренләп алға тәнтерәкләйем. Арытты. Аяғым юлда сурайып сығып ятҡан тамыр-томорға эләгеп, һөрөнгөләй ҙә башланым. Саҡ ҡына хәл йыйып алырға ине. Ултырғас, һис торғо килмәй. Арыуҙан тәнем ойой, ҡата, уйлау һәләте лә кәмей бара. Аяҡтарыма суйын ҡойолған тиерһең, ергә тарталар. Юл тағы икегә айырылды. Быныһы миңә аңлашылмай, бер генә юл булырға тейеш тәһә. Ҡайһыһы ауылға бара икән? Уң яҡ юл нығыраҡ тапалған, моғайын, шуныһылыр. Боролдом. Ҡараңғы тиҙ үк төштө лә ҡуйҙы. Ағастар әллә нисә ҡуллы ҡап-ҡара әзмәүерҙәр һымаҡ күренә. Һағайып мине күҙәтәләр, гүйә. Урман эсендә ялтыр һары-йәшкелт күҙҙәр күренеп ҡалған тоҫлө. Был күҙҙәр хужаһы оло ҡанаттарын ҡағып тауышһыҙ ғына осоп китә. Бара торғас, һуҡмаҡ юғалды ла ҡуйҙы. Алда арҡос-торҡос йығылған ағастар, күбә төҫлө өйөлгән ботаҡтар ҡалҡып ята. Мин боролған юл урманға бүрәнә алырға килеүселәр юлы булыуын аңланым. Ҡайҙа ғына ҡарама, арҡыс-торҡос ятҡан ағастарға һөрөнәм. Төндө урманда үткәрәсәгемде аңлап, ҡотом оса. Үҙемде, дыуамаллығымды тиргәйем. Тағы бер төн түҙергә лә автобус менән юлға сығырға булған бит, тимен.
Әлегә өшөтмәй. Бер ялбыр шыршы төбөнә инеп ултырҙым. Аҫтан шундуҡ боҙ һалҡыны бәргән һымаҡ булды. Тороп, һәрмәнә-һәрмәнә бер аҙ ботаҡ һындырып түшәнем. Ауыр күҙ ҡабаҡтарым төшөп бара, ойоп киттем. Ҡурҡыныс тауыштар ишетелгәндәй була, тертләп күҙемде асам. Ауыр кәүҙәле йән эйәһе дөп-дөп йөрөй төҫлө, шатырлап ботаҡтар һынып китә.
Саҡ ҡына яҡтыра башлау менән, тешем-тешкә теймәй килеп торҙом. Бот төбөнән ысыҡ кисеп юл эҙләйем. Асығыраҡ урындан байтаҡ барҙым. Юҡ, юл юҡ. Асыҡ урындар күргән һайын шунда барам, алданам. Буталыуҙан башҡа файҙа юҡ. Ярһып, асығыуҙы ла онотоп торам. Китәйем дә китәйем, берәй ергә барып сығырмын әле, тип тә барып ҡарайым. Ағастар сереп йығылған ҡуйы лапылыҡтарға барып сығам. Шулай, урман эсендә болғанып, тағы оҙон көн үткәрҙем. Хәлдән тая башлауымды тоям. Урманға ингәндә бер ҙә билге яһамағанмын. Мәҫәлән, ҡайһы яҡтан ингәнмен: көньяҡтанмы, төньяҡтанмы, тигәндәй. Килгәндә ҡояш уң яҡтан ҡарай кеүек ине. Тимәк, мин килгән яҡ – көнбайыш. Төньяҡ-көнсығыш яҡтараҡ Йомаш ауылы, тип билдәләп тә барып ҡарайым, юҡ, тоҫмал ғына һуҡмаҡҡа юлыға алмайым. Төнөн, бигерәк тә тандарын, урманда үҙәккә үтерлек һалҡын икән. Әсәйем әйтмешләй, шыршы аҫтында ултырып йоҡлағанда «ер тартҡандыр», күрәһең, ҡалтырап өшәнеп тик торам. Температурам күтәрелгәнен һиҙәм. Башым ҡыҙа, быуында хәл юҡ.
Шул саҡ бәләкәй генә бер аҡланда ҙур булмаған өкөнө тап иттем. Үҙе килеп бәрелде, һап-һары түңәрәк күҙҙәре миңә төбәлһә лә, бер ни күрмәй ине. Шулай ҙа бирешергә теләмәй.
Йомшаҡ йөн баҫҡан көслө аяҡтары менән тибә, ырғаҡ кеүек суҡышын шаҡылдата. Шул көсһөҙ генә йән эйәһе тиклем дә була алмайым, тип урман йырып киткән булдым, байтаҡ барҙым. Ҡараһам, тағы серек ағас төбө, тағы шул өкө. Урманда түңәрәк яһап йөрөүемде аңланым. Бер ваҡыт шау-шыу, музыка, көлөү ауаздары ишетелеп ҡалған төҫлө булды. Әллә кешеләр урманға килгәнме, тип шул яҡҡа барып ҡараным, бер кем юҡ. Тилереп барам, буғай, тип уйлайым. Юл табасағыма тамам өмөтөмдө өҙҙөм. Бөтә тәнем юғары температуранан өҙгөләнә, ҡырылып-ватылып бара, ҡалтырата. Йылы усаҡ янында ятып үлеүе лә бәхет кеүек тойолдо шул мәл. Тап шул саҡта кеҫәмдә шырпы ҡабы йөрөгәнен иҫләнем дә инде. Ял көнө мунса яҡҡанда һалып ҡуйғайным. Һыңар ғына шырпыһы ҡалған булған, шул шаптырлап ҡуйғас, ташламағайным... Кеше үлергә йыйынһа ла, уңайлыны теләй. Ни тиклем ауыр булһа ла, усаҡ янына түшәк әҙерләнем. Әсәйем бала саҡта уҡ өйрәткән ике сүрә иҫемә килеп төштө – «Ихлас» менән «Фатиха». Шул доғаларҙы уҡып, үҙемә йыназа сыҡтым. Һаташып ятҡанда һине төшөмдә күрҙем. Яҡын, бик яҡын инең миңә. Тормошта булмағанса һин дә мине яраттың, иркәләнең. Элек тә йылына бер-ике тапҡыр төшөмә инә инең. Бына шул. Минең бәйәндең бер ниндәй романтикаһы юҡ...
– Беҙҙе яҙмыш осраштырҙы, – тип ҡуйҙы Ғәзиз, мәғәнәле итеп. – Һин гел төпкөлгә киткәнһең. Әлдә тағы алыҫыраҡ бармағанһың, артабан – айыуҙар төйәге. Дөпөлдәп баҫып мышы йөрөгәндер. Беҙгә хәҙер ауылға етер өсөн ун биш саҡрым араны урман эсенән барырға кәрәк. Тере ҡалыуың, миңә осрауың шул һыңар шырпы арҡаһында ғына.
– Һуңғы шырпы, ул ғына мине... – тине Хәтирә, Ғәзизгә һыйына төшөп.
– Ярай, бөгөнгә йоҡлайыҡ, яҡшылап ял итергә кәрәк. Иртәгә юлға сығырбыҙ.
* * *
...Хәтирә тертләп уянды. Урманда аҙашып йөрөймө һаман?! Арҡаһына терәлеп йоҡлап ятҡан Ғәзизде күргәс, тынысланды. Был кешегә ҡарап алыу ғына ла үҙе рәхәтлек бирә, күңел шатлыҡ, тыныслыҡ менән тула. Бындай халәтте Хәтирә беренсе мәртәбә кисерә ине. Донъя яҡтырып китә хатта. Бындай хис хаҡына хәтәр мажараларға дусар булыу, урман кисеү ҙә яҙыҡ түгелдер. Был кеше менән ер сигенә йәйәүләп китеп тә булалыр. Ана, ул да тороп ултырҙы, бөтә ҡиәфәтенән ашығыу, йөрәкһеү һиҙелә.
– Бөгөн һис һүҙһеҙ юлға сығабыҙ, өйҙә лә юғалтып бөткәндәрҙер, – тине лә Ғәзиз, мүкәйләп ҡыуыштан сығып китте. Уның шартлатып ботаҡ һындырып, ут яға башлағаны ишетелде.
Хәтирә котелок алып һыуға китте. Яп-яҡты, ағастар осонда зәп-зәңгәр күк балҡый. Шишмә. Йәшәү сығанағы. Тәбиғәт үҙенең балаһына рәхимһеҙ түтел, ярҙам да итә шул. Ана, шишмә – мүк, таш, тамыр-томор араһынан сөбөрләп кенә ағып ята, ул тере, һәр ваҡыт хәрәкәттә.
Ғәзиз дә ошо шишмә кеүек бит: шундай уҡ хәрәкәтсән, баҫалҡы. Ысын изгелек шулай булалыр.
Котелогына һыу тултырып, Хәтирә усаҡ янына китте. Ут дөрләп яна, эҫелеге биткә бәрә. Ғәзиз котелокты ҡайнатырға утҡа ҡуйҙы, рюкзагынан ҡатҡан икмәк, шәкәр, май сығарҙы. Былар бер ашауға, таҡы-тоҡо ғына ҡалған.
Һөйләшмәй генә сәй эстеләр, шулай уҡ өндәшмәй генә шыйыҡ өйрә бешереп алдылар. Уны ашамай, котелокка һалып алырға булдылар.
Ваҡытлы төйәктәре яҡын булып киткән. Икеһе лә моңһоулыҡ һиҙҙе.
– Йә, һау бул, төйәгебеҙ. Беҙҙе һыйындырҙың, рәхмәт һиңә, – тине Хәтирә. Тауышында бөткөһөҙ һағыш ишетелде. Ошо урын уларҙы табыштырҙы, таныштырҙы.
Атлап киттеләр. Һуҡмаҡ юҡ. Хәтирә үҙенең шундай урынға килеп сығыуына аптыраны. Урман ҡуйы, йығылған ағастар күп. Ғәзиз әкрен генә алдан бара, ҡамасаулап ятҡан ботаҡтарҙы алып ташлай, юл яра. Салбар балаҡтары иртәнге ысыҡҡа тиҙ үк сыланды. Урман әле күңелһеҙ тойола. Тәнгә дым һылашҡан төҫлө.
«Мине ҡара көстәр шулай аҙаштырып йөрөттөмө икән?» – тип уйланы Хәтирә. Был уйын Ғәзизгә әйтмәй түҙмәне.
– Булыуы ихтимал, – тине Ғәзиз, уйлана биреп. – Шуныһын беләм: урманды аңлап, уны хөрмәт итеп, үҙеңә ышанып йөрөргә кәрәк. Әгәр һиңә был урындар ят, аңлайышһыҙ икән, күҙеңә әллә нәмә күренер, ҡолағыңа ла әллә нәмә ишетелер. Боронғо әкиәттәр тиккә генә барлыҡҡа килмәгәндер. Мин үҙем, мәҫәлән, урман эйәһе барлығына ышанам.
Тағы ла хәтһеҙ генә өндәшмәй барҙылар. Хәтирә арый башланы. Ныҡ ҡына хәлһеҙләнгән икән. Килгәндә ял да итеп тормай күпме араны үткәйне. Ике сәғәтләп ваҡыт үтте, буғай, урман һаман ҡуйы әле. Шырлыҡтан барыу оло юлдан атлау түтел шул.
– Булмаһа, ял итеп алайыҡ, – тип Ғәзиз туҡтаны. Баянан бирле Хәтирәнең хәлен аңлап килә ине шул.
Улар йығылған ҡоро ағасҡа ултырҙы. Ғәзиз бәләкәс кенә итеп усаҡ тергеҙҙе, өйрәне шунда йылытып, ҡапҡасына ҡойоп,
Хәтирәгә һуҙҙы, һыу менән ярманан торһа ла, ҡалай тәмле, көс керетеп ебәрә ризыҡ тигәнең.
– Үҙең ниңә ҡапмайһың?
– Ашағы килмәй әлегә, – ти ир кеше, ә үҙенең эсендә бүреләр олой.
– Аша, һин ҡапмаһаң, мин дә ҡапмайым, – тип ныҡыша Хәтирә.
Шунан Ғәзиз дә бер аҙ ҡапҡылай, тороп ҡалған бер стакандай ғына ашты яңынан ябып ҡуя. Тағы ҡуҙғалдылар.
Хәтирә яй бара, тиҙ арый. Ғәзиз шуға ла ҡәнәғәт, тик туҡтай ғына күрмәһен. Бына алда урман яҡтыра, һирәгәйә төштө, улар һуҡмаҡҡа сыҡты.
– Ярты юлды үттек, – тине Ғәзиз күтәренке тауыш менән.
Юл еңеләйҙе. Тар ғына, беленер-беленмәҫ, үлән баҫҡан юл менән аллы-артлы баралар. Бына һуҡмаҡ аҫҡа һарҡыла бирҙе. Бөжәктәр геүләшә. Ҡояш ҡыҙҙыра башланы.
– Бәхеткә, көн боҙолманы. Гел аяҙ тора, – тип шатлана Ғәзиз. – Ҡойоп яуып торһа ла, бер нәмә эшләр хәл юҡ. Тәбиғәткә бойороп булмай.
Үҙ уйҙарына бирелеп киткән ир артҡа боролоп ҡараны: ҡатын күренмәй ине. Ул, рюкзагын төшөрөп, кире йүгерҙе. Хәтирә һуҡмаҡ ситендә ултыра, йөҙө йонсоу, ирендәре ағарып киткән.
– Хәтирә, ни булды?
Ҡатын моң эркелгән күҙҙәрен күтәреп уға ҡараны.
– Юҡ, әллә ни түгел, тик ҡапыл ғына хәл китте.
– Ни эшләргә инде? – Ғәзиз үрһәләнде.
Үҙе лә һиҙмәҫтән, Хәтирәне ныҡ итеп ҡосаҡлап алды. Битенән, күҙҙәренән үпте. Бәғзе берҙә наҙлау ҙа дауа икәненә аңы менән төшөндө.
– Йә, Хәтирәм, йә, һөйөклөм, тырыш инде, күп ҡалманы бит! – Йомшаҡ тауыш менән әйтте быны. Ҡайнар тыны, ҡайнар тәне менән хәлдән тайған ҡатынға йән өргөһө килгәнгә әйтте.
Хәтирәне эске һағайыу ташламай, шулай ҙа иркәләнеүҙән иҙрәй, рәхәт йоҡоға талғыһы килә. Тәне эҫергәнә, бит остарына алһыулыҡ, күҙҙәренә нур ҡайта.
Ҡатын урынынан торҙо. Ергә төшкән башлығын алып кейҙе.
– Әйҙә, – тине.
Ары атлап киттеләр. Юл шаҡтай еңелләште, киңәйә төштө. Хәтирә уйҙарына бирелеп, йылмая-йылмая аҙымланы. Үҙенән йәшерәк булған сибәр ир-егеттең ихлас иркәләүе уға дәрт биреп ебәрҙе.
Хәтирә үҙен ҡатын-ҡыҙ булараҡ бөткән кеше тип һанап йөрөй ине ләһә. Бынауындай ирҙең һөйөп бағыуы уны ҡайтанан тыуҙырғандай итте.
Аҡландар йышыраҡ осрай, ағастар һирәгәйә. Асыҡ ерҙәрҙе нәфис йәшел төҫтәге ҡотороп үҫкән үлән ҡаплаған, һәр үлән – үҙе бер биҙәк, һәр сәскә үҙенсә генә нур сәсә. Тәбиғәттең камиллығына, гүзәллегенә хайран ҡалып килә торғас, арыу-талыуҙары онотолоп киткәндәй булды Хәтирәнең.
«Әҙәм балаһы ошо тәбиғәт кеүек камил булһа, йәшәүе еңелерәк тә булыр ине, – тип уйҙарын һүтә ҡатын. – Боҙоҡлоҡ, алдашыу, түҙемһеҙлек, үҙеңде генә әҙәм тип уйлау, ҡанмаған нәфсе харап итә бәндәләрҙе. Дөрөҫ кенә йәшәү иң еңел йәшәү һымаҡ. Ә ниңә кеше тигәнең гел боҙоҡлоҡҡа ынтыла, шунан тәм таба һуң?»
Арыу тағы ла үҙен һиҙҙерә, йөрәктең леп-леп тибеүе ҡолаҡҡа ишетелә башлай. Хәтирә арығанын Ғәзизгә һиҙҙерергә ояла, әллә нәмә уйлар тағы. Шулай ҙа, күпмелер барғас, өндәшмәй булдыра алманы.
– Әҙерәк ял итеп алайыҡсы...
Тағы туҡтап ултырҙылар. Ғәзиз һаҡ ҡына ҡатындың башын үҙенең яурынына һалды. Икеһенең дә йөрәге тынғыһыҙ тибә. Ғәзиздең күңеле ҡурҡыу, хафаланыуҙарҙан тыныс түгел. Хәтирә серемгә китте. Ғәзиз уның оҙон ҡуйы керпектәренә, нескә танауына, аҡһыл булып киткән ирендәренә күҙ һала. Асыҡ һауала күп булыуҙандыр, йөҙөнә тут яғылған. Ҡалай яҡын, ҡәҙерле йөҙ. Әйтерһең, күптән таныш, тормош юлын бергә атлаған кешеһе.
Йәнә ҡуҙғалдылар. Ана, йыраҡ түгел йылға сылтырай, таштан ташҡа һуғылып аға. Ҡашлаҡ ситенә туҡтанылар. Ул һөҙәгәйә барып, йылға ситенә килеп терәлә. Йылғаның саф, һалҡынса һулышы бәрелә, һыу аша йыраҡ түгел ауыл күренә.
– Шул инде беҙҙең ауыл, – ти Ғәзиз күтәренке тауыш менән.
Ваҡ ҡырсын ҡаплаған һыу ситенә төштөләр.
– Һин тороп тор, башта әйберҙәрҙе сығарам.
Йылға киң генә, ләкин һай. Кисеү, күрәһең. Хәтирә үләнгә ултырып бер аҙ ял итеүгә, Ғәзиз кире сығып, уны күтәреп тә алды. Хәтирәнең әллә йылға ағышынан, әллә Ғәзиздең яҡынлығынан башы әйләнә, ирҙең муйынынан һарылып ҡосаҡлай.
– Бына сығып та еттек. – Ир уны ергә баҫтырҙы, бер аҙ ҡосағынан ыскындырмай торҙо.
– Мине Зөләйха инәйгә оҙатырһың инде, – тине ҡатын, уңайһыҙланып.
– Әйткем килмәгәйне, теге ваҡыт үҙенең ауылына барып ҡайтҡандан һуң әбей күп торманы, гүр эйәһе булды. Ауырып та ятманы, ишек алдына сығып ултырған да донъя менән хушлашҡан. Ҡартайыуы еткәндер. Хәҙер беҙгә барабыҙ.
Ни эшләмәк кәрәк? Аслыҡтан, арыу-талыуҙан йығылып барғанда, ҡаршылашыр хәл юҡ.
Тар ғына һуҡмаҡ баҡсаға боролдо. Картуф тигеҙ генә шытҡан, оҙаҡламай күмә башларға була. Ярайһы уҡ ныҡ йорт, яҡшы ғына ихата, аҙбар-ҡура. Күтәрмәнән үк был доъяға ҡатын-ҡыҙ ҡулы теймәгәне күренә. Ишек төбөндә кейемдәрен ҡалдырып, аш яғына үттеләр.
Газ плитәһе янында оло ғына апай менән ҡыҙ бала тора. Бала – күҙ, өләсәһе ҡул вазифаһын башҡара. Ғәзиз тиҙ генә улар янына барып, әсәһе ҡулынан сүместе алды, сәй ҡуйҙы. Бала һағайыулы ҡарашын Хәтирәгә төбәп ҡатты. Ул да сәсе туҙған, күлдәге керләнгән уйсан күҙле сабыйға ҡарап тора ине.
– Ҡыҙым, Регина, һиңә әсәй алып ҡайттым. Тик әле ул ауырый, арыған, – тип өндәште атай кеше.
Өйҙә сәйер тынлыҡ урынлашты. Ике яҡ та бер һүҙ әйтә алмай, аптырашта ҡалды. Бер Ғәзиз генә юғалып ҡалмайынса:
– Әйҙә, ял итеп ал, – тип Хәтирәне етәкләп залға алып сыҡты ла диванға мендәр ташланы.
Хәтирәнең тартынып торорға әмәле ҡалмаған. Шунда уҡ ята һалып, күҙен йомдо. Донъя зыр түңәрәк килеп бик ҡыҙыу әйләнергә тотондо. Һаташыулы йоҡомһорау баҫты.
Һаман урман серле шыбырлай, ағастар бәүелә, үҙе өҙгөләнеп юл эҙләй һымаҡ. Ағас араһында кемдер бар икәнен һиҙә, тик яҡшы йән эйәһеме ул, әллә яманмы – аңлай алмай интегә. Тертләп уянып та китте. Битендә йомшаҡ, бәләкәй генә еңел ҡул тойғандай ине. Ҡайҙа әле ул? Ҡара керпектәр ҡаймалаған йәшел күҙҙәр уға һағайып ҡарай. Туҡта, был бала кемдеке? Кем булһа ла, уға һорау менән, өмөтләнеп ҡарай. Ул баланың ҡулын йөҙөнә ҡыҫты. Бала, шуны ғына көткәндәй, уның янына ятып, муйынынан ҡосаҡланы. Хәтирә лә баланың йоҡа тәнен үҙенә ылыҡтырҙы, күңеле әйтеп бөтөргөһөҙ рәхәтлек тойҙо. Өндәшмәй генә ятып бер-береһенең йөрәген тыңлаған кеүек булдылар.
Ғәзиз килеп инде, сәйгә саҡырҙы.
Йыуынып, сәйгә ултырҙылар. Ҡыҙ бала ҡатындан бер тотам да ҡалманы. Өҫтәлдә ябай ғына ниғмәт. Яңы бешереп алынған манный бутҡаһы, йомортҡа, ҡаймаҡ. Барыһы ла танһыҡ, тәмле. Шым ғына ашанылар.
– Бигерәк оҙаҡ йөрөнөң, улым, ҡурҡып бөттөм, – тип тынлыҡты боҙҙо әсә. – Ҡасан шул урманыңа сығып юғалыуҙан туҡтарһың икән? Ҡотом осоп, хафаланып тик ултырам. Унан килеп, кешенән һыйыр һауҙыртып йөрөүе лә ҡыйын.
– Ярай, инәй, бүтән йөрөмәм, – тип ыңғай ғына һыпырып ҡуйҙы Ғәзиз.
Һүҙ артабан йәбешмәне. Хәтирә тағы тәне ҡойолоп барыуын һиҙә, күҙҙәре йомолоп бара. Оҙаҡ ваҡыт аслы-туҡлы йөрөгәндән һуң туйғансы ашау ҙа хәүефле. Баяғы диванға барып ауҙы, ойой башланы. Ғәзиз Регинаға ла шауламай торорға, тышҡа уйнарға сығырға кәрәклеген әйтте. Бала сыҡманы, йыраҡтан ғына ҡарап, ят апайҙы күҙәтеп йөрөнө.
Күҙен асыуға өй эсендә эңер ҡуйырғайны инде. Хәтирә тороп ултырҙы. Күңелендә рәхәт бер һиллек. Ҡайғы-борсолоу, ҡурҡыуҙар ташлап киткәнме? Хәтирә тыныс халәтенә ләззәтләнеп ултыра бирҙе.
Шым ғына Ғәзиз инде. Сәсе еүеш, таҙа кейемдәр кейгән.
– Бар, мунса инеп сыҡ, – тине ул аҡрын ғына. – Мин йыуындым. Инәй менән Регина йоҡлайҙар. Бына һиңә кейем. – Ул футболка менән трико бирҙе. – Әйҙә, оҙатып ҡуям. Хәлең етерме?..
– Етер! – тип ашығып әйтә һалды Хәтирә һәм, миндек япрағы, ҡором еҫтәренә солғанған ҡара мунсаға инеү менән, ишеген эстән келәләп тә ҡуйҙы.
– Килеп алырмын, – тине Ғәзиз, – иркенләп йыуын. – Үҙе ҡатындың тиҙ үк мандып китеүенә ҡыуанды, әлдә үпкәһенә төшмәгән сире, тип уйланы.
* * *
Иртүк уянды Хәтирә. Үҙен һау-сәләмәт, еңел итеп тойҙо – кисә ингән мунса көс-хәл кереткән. Туҙған сәстәрен йыйыштырҙы, кейенеп ишек алдына сыҡты. Ҡапҡаны кемдер тек-тек итеп шаҡығандай тойолдо, көрһөнгән төҫлө ауыр тын алып ҡуйҙы. Ҡатын ҡапҡаны барып асты.
– Керәм тип тораһыңмы? – тине яғымлы итеп. Ҡара һыйыр уға ҙур күҙҙәре менән ятһынып ҡараны.
Хәтирә уны зарыҡтырмаҫҡа, һауырға булды. Бағаналағы эмаль биҙрәне алды. Шунда ук иҫке генә таҫтамал да эленгәйне. Тыштағы йыуынғыста ҡулын йыуып алып, һыйырҙы һауырға ултырҙы. Һыйыр рәхәтлектән ирегәндәй тик торҙо. Елене йомшаҡ, имсәктәренән һөт үҙенән-үҙе аҡҡан һымаҡ. Малҡай бер-ике боролоп ҡараны, «өмм» тигән ауаз сығарып ҡуйҙы, һауынсыны оҡшатты, тимәк.
Ишектән Ғәзиз күренде, ирендәре үҙенән-үҙе йәйелде.
– Һеҙ танышып та өлгөрҙөгөҙмө? – тип һораны.
– Эйе, беҙ дуҫлаштыҡ инде, – тип яуапланы ҡатын.
Ул арала сәй ҡайнаны. Сәйҙән һуң Хәтирә һөт айыртты. Был эш бөтөүгә, өләсәй менән ейәнсәр уянды. Хәйер, ҡарсыҡ күптән уянып, шым ғына тыңлап, ҡәнәғәтлек кисереп ята ине.
– Илаһым, йүнле генә әҙәм була күрһен, донъябыҙға төҫ бирһен, йәшәп китергә насип булһын, – тип теләк теләне оло кеше.
Ҡыҙыҡай, ялан аяҡтары менән сәп-сәп йүгереп килеп, Хәтирәне ҡосаҡланы. Уның әсә наҙын һағынғаны күренеп тора. Битен йыуып, сәй эсергәс, Хәтирә баланың ҡуйы сәстәрен тарап үрҙе. Ғәзиз шул тирәлә урала, ниҙер әйткеһе килә. Ниһайәт, яйын тура килтереп, өндәшә ҡуйҙы:
– Һин кисә мин әйткән һүҙгә ризамы? Регинаға әсәй булаһыңмы?
Хәтирә ҡарашын түбән төшөрҙө:
– Мин һинән олораҡ бит, – тип әйтеүҙе кәрәк тапты.
– Уныһы бәләкәй мәсьәлә.
– Бөгөн өй йыйыштырырға кәрәк булыр, – тине ҡатып, һүҙҙе икенсегә бороп.
Йорт йыһаздары, яҡшы ғына булһа ла, күптән тәрбиә күрмәгән. Эш шаҡтай күп күренә.
Ихатала насослы ҡоҙоҡ бар, Ғәзиз шунан һыу ташырға кереште. Хәтирә ҡаҙан аҫтына яҡты. Иң башта тәҙрәләрҙе, шкаф эҫтәрен таҙартырға булды. Түшәк-юрғандарҙы тышҡа сығарып элде. Мендәр, юрған тыштары, тәҙрә ҡорғандары, таҫтамал-простынялар керләнгән – тотош һыпырып йыуырға кәрәк.
Ғәзиз ярҙам итә, Хәтирәнең эшләү тәртибен аптырап күҙәтә: бөтөн йыһазды күсереп, уларҙың аҫтын йыуып, тишек-тошоҡтағы туҙанды соҡоп сығарып таҙарта. Регина бер туҡтауһыҙ тәтелдәп шунда өйөрөлдө. Ул да, сепрәк остоғо алып, Хәтирә ҡушҡан урындарҙы ҙур теләк менән һөрткөләп йөрөнө.
Бер нисә көндән өйҙө, ихатаны танырлыҡ та түгел ине. Ялт итеп торған тәҙрәләргә йыуып, үтекләп пәрҙәләр эленгән. Иҙән дә ялтырап ята, шкафтағы һауыт-һаба көлөп ултыра, өйҙә ҡояш уйнай, тәҙрәнән саф һауа бөркөлә. Разия ҡарсыҡтың Хәтирәнең күберәк өндәшмәй йөрөүенә йәне көйә, шулай ҙа сабыр итә. Туҡтауһыҙ тәтелдәп торған киленде лә күрҙе бит ул. Тәтелдәүҙәме ни мәғәнә?
Күрше-күлән йомош тапҡан булып инеп сыға. Артыҡ һүҙ ҡуйыртмайҙар, туранан-тура һорау бирергә лә ҡыймайҙар. Хәтирә ауыл араһына сыҡмай. Өҫ кейеме лә юҡ инде. Футболка, спорт салбары менән генә йөрөй. Ғәзиз был хаҡта уйлаған икән. Бер көндө һүҙ башланы:
– Һинең өҫ-башыңды рәткә килтермәй булмай. Мин былай уйланым әле – ҡышлауҙы һуйып һатырға кәрәк. Ул иртә тыуған мал, тос ҡына тартыр, моғайын.
– Ә һуғым?
– Оло һуғым булмай торор, һуйырға һарыҡтар күп, ҡаҙҙар ҙа бар. Мин һунарсы ла бит әле.
– Әллә инде, – тине Хәтирә уңайһыҙланып. Биргәнде ала белеү ҙә һөнәр икәнен Хәтирә ҡайҙандыр уҡығаны бар. Артык баҫалҡы булыуы арҡаһында әлегә тиклем бәхет күрмәүен дә уйлап алды. Ул шулай уйлағансы, Ғәзиз фекерен нығытып та ҡуйҙы:
– Әйткән һүҙ – атҡан уҡ.
Бер аҙҙан иртәгә мал һуйышырға кешеләр эҙләп сығып китте.
Үгеҙ итен һатыуҙан төшкән ап-аруҡ аҡсаны тотоп, Хәтирә менән Ғәзиз район үҙәгендәге баҙарға юлланды. Көнө лә матур, кәйефтәре лә көр. Күңелле хәбәрҙәр һөйләшеп, йылмайышып ҡына йөрөнөләр.
– Йылы әйбер алырға кәрәкмәй. Өйҙә арыу ғына кейемдәрем бар, – тине Хәтирә. – Кәрәге еткәс, барып алаһы ғына...
Ҡатын әҙер кейемдәр һатылған урындарҙы уҙып, метрлы тауарҙар һатылған ергә барҙы.
– Өйҙә тегеү машинаһы бар бит, яҡшы эшләй икән, майлап ҡына ебәрергә кәрәк. Әрһеҙгә кейә торған кейемдәрҙе тегеп тә алырбыҙ, – тип Ғәзизде аптыратты.
Фланелдән үҙенә, Разия инәйгә тип халатлыҡ тауарҙар үлсәтте. Регинаға күбәләктәр осоп йөрөгән, бәпкәләр үлән суҡыған ике төрлө ситса алды.
– Регинаға яҡшы аяҡ кейеме лә алырға кәрәк, – тип һөйләнде Хәтирә, – ул көҙгә уҡырға төшәсәк бит. Форма менән сумканы, үҙен килтереп, августа алырбыҙ.
Бына ниндәй ҡатын! Бөтәһен дә алдан иҫкәртеп тора. Ғәзиз ул хаҡта әлегә бөтөнләй уйламай ине. Балаға әсә кәрәк икәнлегенә тағы бер тапҡыр инанды.
– Һин үҙеңә берәй йүнле кейем ҡара инде, – тип ныҡышты Ғәзиз.
Үҙәктәге ҙур универмагҡа инделәр. Был магазинда ни теләһәң, шул бар ине.
Оҙаҡ ҡына ҡарап, ҡуйы йәшел төҫтәге костюм, ҡара туфли һайланы Хәтирә. Костюм янына аҡ томан кеүек нәфис шарф та ҡушты.
Костюм менән туфлиҙы кейеп көҙгө алдында торған ханым шул тиклем нәзәкәтле, һөйкөмлө ине. Була бит кешелә тәбиғәт тарафынан затлылыҡ: төҙөк кәүҙәһендә кейем ултырып ҡына тора.
Ғәзиздең һоҡланыуҙан хайран булып тороуын күргән Хәтирә уңайһыҙланды.
– Йәшел ылыҫ төҫө – минең төҫөм ул, – тигән булды.
Мул итеп күстәнәс алдылар ҙа ҡайтып киттеләр.
Иртәгеһенә, көндәлек мәшәҡәттәр бер сама бөтөү менән, Хәтирә Регинаға күпереп торған итәкле ҡупшы күлдәк тегеп тә бирҙе. Бала ҡыуанысынан ни эшләргә белмәне: өйрөлдө, бейене, осоп ҡына китергә ҡанаттары юҡ шул. Балҡыу ҡарашын әле атаһына, әле Хәтирәгә күсерҙе.
Шул уҡ көндө өләсәләренә йомшаҡ халат та тегелде. Хәтирәнең оҫталығы хайран ҡалдыра. Бер ниндәй өлгөһөҙ, үлсәмһеҙ ҡарап ҡына тора ла бесергә, киҫергә керешә.
– Бәләкәй саҡта ҡурсаҡтарыма кейем тегеүҙән башланым, тип аңлатты Хәтирә. – Ә мәктәпте бөткәндә үҙемә һәм әхирәттәремә сығарылыш кисәһе өсөн күлдәктәр тектем.
– Рәхмәт, киленкәйем, рәхмәт яуһын, – тип өҙгөләнде ҡарсыҡ. – Хоҙай көтмәгәндә генә бәхетле итте лә ҡуйҙы бит иншалла.
Өс кешенең туҡтауһыҙ яратып, иркәләтеп ҡарап тороуҙары Хәтирәне күккә күтәргәндәй итә. Ләкин... Был бәхет ваҡытлы ғыналыр, тигән шик-шөбһә уның мейеһен сүкеп тик тора...
* * *
Ҡасан ғына картуф күмеү, уның ҡуңыҙына дарыу һибеү менән мәж киләләр ине. Инде бесән өҫтө. Халыҡ был мәлдә иртә уяна. Мал-тыуарҙы көтөүгә ҡыуыу менән, ҡайһы берәүҙәр машина, икенселәре ат, мотоцикл менән бесәнлектәренә ашыға. Шул ваҡыт еттеме, тәбиғәт тә, әҙәм балаларына мәрхәмәт күрһәткәндәй, ике, хатта өс аҙна буйы салт аяҙ тора. Ҡышҡылыҡ мал аҙығын тиҙерәк сабып, киптерә һалып, өйөп ҡуйырға ғына ҡала.
Бик иртә әле. Томан. Ер ҙә, үҫемлектәр ҙә иртәнге һиллектән рәхәтләнә. Бер нисә сәғәттән томра башланыр. Иртәнге ысыҡтан һығылған үләндәр араһынан аяҡтарын сылатып Хәтирә шишмәгә йүгерә. Ул шундай ысыҡта ялан аяҡ йөрөргә ярата. Тәнендә, йәнендә көс артҡандай тойола. Ҡарт әсә ихаталағы ҡойо һыуын яратмай, сәйгә шишмә һыуы кәрәк. Ҡойо һыуы татырлы, етмәһә, әскелтем тәме лә бар. Хәтирә әсәне йомшаҡ һыуҙан өҙмәй. Бына бөгөн дә... Кинәт ул туҡтап ҡалды. Кесерткән ҡыуағы төбөндә бер ҡатын ята, Хәтирә ҡурҡып уға төбәлде: ғырылдап йоҡлай, салланған сәстәре туҙған, сүп-сар йәбешеп бөткән. Өҫтөндәге күлдәгенә ҡарарлыҡ түгел: әллә бер йыл йыуылмаған.
Хәтирә уны уята башланы:
– Алай, тороғоҙ, ерҙә ятмағыҙ, һалҡын тейер бит.
Ҡатын боролоп ятмаҡсы итте, төҫһөҙ күҙҙәрен ҡыҫып үҙен уятыусыға ҡараны:
– Кем әле һин мине уятырға ул тиклем? – тип көс-хәл менән тороп ултырҙы. Бысраҡ ҡулдарын ҡалтырата-ҡалтырата дауам итте: – Ах, баш, үләм. Әллә һинеке бармы? Булһа, бир, үлтермә.
Күҙен аса төштө, үҙенә ҡарап торған йыйнаҡ, һылыу ҡатынды күрҙе, кинәт ҡотороп китте.
– Ә-ә-ә, кәнтәй, һинме? һөйрәлсек! Сәсеңде бөртөкләйем хәҙер. Минең кейәүҙе ҡаратып алғанһың, урман пәрейе. Йүнле бисә ағас араһынан эйәреп ҡайтамы? «Һеҙ», имеш... табылған берәү. Кеше иренә килеп, әллә кем булып тораһыңмы? – Уның ҡотһоҙ, ҡарлыҡҡан тауышы тау ярҙы. Иҫерек бисә туңҡанлап тора башланы. – Хәҙер мин һинеме...
Хәтирә ашығып китеп барҙы, артынан бысраҡ һүҙҙәр яуҙы. Иртәнге сафлыҡ та, сылтырап аҡҡан шишмә лә күҙенә күренмәне. Һыуҙы ашығып алды, шунда үҫкән күгәрсен күҙҙәренә ғәҙәттәгесә һөйөп баҡманы. Йәмһеҙ тауыш уны һаман эҙәрлекләне.
Ишек алдында салғы тапап йөрөгән Ғәзиз уның ҡобараһы осҡан йөҙөн күрмәй ҡалманы.
– Ни булды? – тип һорай һалды.
– Бер иҫерек ҡатын бәйләнде. Кеше ирен тартып алғанһың, ти.
– Ә, эскесе Миңлекәй инде, улай булғас, һеңлеһенең күптән үлеүен дә белмәй, айнымағас. Төкөр шуға, уйлама. Алкаш бисә һүҙенә...
Аҙыҡ һалынған сумканы алып, тиҙҙән сабынлыҡҡа ҡуҙғалдылар. Хәтирә үҙен тынысландырырға тырышты, мотоцикл еленә ҡуйып, ҡыҙған башын һыуытты.
Томан таралды, ҡояш ҡыҙҙырырға самалай. Иңкеш, йоҡоло геүләп, клевер башында бәүелә. Бал ҡорттары ла эш башлай, һәр йән эйәһе иртәнге хозурлыҡтың рәхәтен күрергә тырыша.
Әйберҙәрҙе ҡарт ҡайын төбөнә урынлаштырҙылар.
Һөйләшмәй генә эшкә тотоноп киттеләр. Ысыҡлы болон үләне йомшаҡ, сабыуы еңел. Эштең үҙ дарыуы барҙыр ул. Тигеҙ һелтәп, ҡалын үләнде ҡайырып һалған һайын маңлай дымлана, күңел күтәрелә, ҡан ҡыҙа бара. Хәтирә эш ҡомарына бирелде. Бер аҙҙан кесерткән төбөндәге ҡотһоҙ бисә, уның ҡоҙғон тауышы юҡҡа сыҡты. Йәйғор төҫтәре менән балҡыған тәбиғәт ҡаршыһында ул йәмһеҙлек бер сүп булып ҡалды. Ҡаштары яҙылды, йөҙөнә тыныслыҡ ҡайтты. Уны күҙәтеп кенә йөрөгән ирҙең дә күңеле асылды. Бына ул салғыһын ергә ҡаҙап, Хәтирә янына килде. Уның да салғыһын алып һалды, күҙҙәренә ҡараны. Зәңгәр күҙҙәр ут кеүек янған ҡара күҙҙәр сөңгөлөнә йотолдо. Улар әкрен генә яңы сабылған үлән өҫтөнә сүкте. Өйҙә икеһен дә бәйләп торған төйөн, әйтерһең, сиселеп китте. Бөйөк тәбиғәттең ҡанунына, тылсымына буйһондолар...
* * *
Бесән мәле үтте. Эш йылдам барҙы, яйы тура килеп торҙо. Хуш еҫле бесәнде ямғырға тейҙермәй генә йыйып күбәләп, ҡураға ташып та алдылар. Разия ҡарсыҡ үҙ һығымтаһын яһаны: «Килендең ҡот-ырыҫы бар».
Август та етте, иртән һалҡынайта башланы. Һауала картуф һабағы еҫе аңҡыны. Көҙ һулышы һиҙелә. Ихаталағы себеш әтәстәр йәшелле-күкле тауыш менән ҡысҡырышҡан булалар. Бесән кәбәндәре, көҙгө әтәс тауыштары элек тә Хәтирәне һағыш һала ине. Ғүмерҙең тағы бер йәйе үтте, бысраҡ көҙ, һалҡын ҡыш алдынан була торған эс бошоу. Быйыл был тойғо әллә ни эшләп бигерәк тә үҙен һиҙҙерҙе.
Ғәзиздең отпускыһы бөттө. Улар тырышып мәктәпте яңы уҡыу йылына әҙерләй. Күпселек уҡытыусылар ҡатын-ҡыҙ булғанлыҡтан, Ғәзиздең эше айырыуса күп. Ул кискә табан ғына ҡайтып инә. Хәтирәгә күңелһеҙ була башланы. Эшләп өйрәнгән кешене өй эше генә ҡәнәғәтләндерә алмай. Уның иптәштәре, коллегалары ни һөйләйҙәр, ни уйлайҙар икән?
Ауылдан кеше һынлы кеше юҡҡа сыҡты, бер кем дә уның хаҡында уйламаймы? Эҙләмәйҙәрме? Ғәжәп... Хәтирәгә әле бер хәбәр ҙә килеп ишетелгәне юҡ. Шулай бер кемгә лә кәрәге булманымы уның?
Улының эшләгән еренә был ауылға килеп күпмелер торғас та хәбәр итеп ҡуйҙы. Унан хат килде. Ул яҡтан тыныс. Улы: «Оҡшатһаң, шул ауылда ҡал да ҡуй», – тип яҙғайны.
Хәтирә бәләкәй баҡсала һуған йолҡоп йөрөй ине. Ҡапҡа асылды. Ғәзиз уның янына ашыға, мөһим яңылығы бар, күрәһең.
– Һиңә эш булырға тора бит әле, – тип ашығып һөйләй башланы ул, – балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләгән ҡыҙ кейәүгә сыҡҡан. Иренең ауылына күсеп китә. Мин мөдир менән һөйләштем. Ул риза. Район үҙәгенә барып хәл итергә генә ҡала.
– Минең документтар юҡ, үҙең беләһең.
– Иртәгә үк улар артынан китергә кәрәк. Педагог белемле ҡыҙ-ҡырҡын быуа быуырлыҡ. Әллә нисәүһе эшһеҙ йөрөй. Мөдир һинең тәжрибәле булыуыңды иҫәпкә алды.
Иртә менән юлға сығып та киттеләр. Хәтирәнең кеше күҙенә күренгеһе килмәй ине – теге донъянан ҡайтҡан кешегә ҡараған һымаҡ ҡараясаҡтар. Шуға күрә бөтөнләй башҡа маршрут һайланы. Район үҙәгенә килеп етеү менән, Өфө – Екатеринбург автобусына билет алды. Был маршрут ауылға 5 – 6 саҡрым етмәйерәк үтә, атларға кәрәк була инде. Уның ҡарауы – таныш- тонош осрамаҫ.
Юл Әй болондары аша үтә. Ашығып атлап, киң йылға ситенә килеп еттеләр. Әй аша ята Хәтирәнең ауылы. Йылғаны ҡыялап кисеү үтә. Юлсылар шунан сығырға булды. Һыу һалҡынайып өлгөрмәгән. Етеҙ ағым менән шаҡтай көрәшергә тура килә, һыу тубыҡтан булһа ла, ағым аяҡтан йығып алып бара. Аяҡ кейемдәре һалынған пакетты Ғәзиз тотҡан, бер ҡулы менән Хәтирәне етәкләгән. Ул үҙен имтиханға китеп барған уҡыусы хәлендә һиҙә. Тормош тағы ниндәй һынау ҡуйыр уға? Ғәзиз Хәтирәне Ыҡ аша күтәреп сығыуын уйлай. Әй – ул Ыҡ түгел. Был кисеү уларҙың йәшәйешен ҡайһылай борор? Ыҡ кисеүе аша сығыу ике ай бәхет биргәйне. Тағы, исмаһам, шулай булһа ярар ине лә.
Ә Хәтирәнең башында һис кәрәкмәгән иҫтәлектәр ҡайнашты. Йәш саҡта Рауил уны ҡунаҡҡа алып ҡайтҡанда, ошо кисеү аша «ыһ» та итмәй күтәреп алып сыҡҡайны. Үҙендә көс тә булған икән. Йә, ниңә инде шул хаҡта уйларға? Ул был күренеште тырышып күҙ алдынан ҡыуҙы.
Һалҡынса һыу кәйефте күтәргәндәй итә. Артабан яр ситендәге һуҡмаҡтан күңелле генә атланылар. Һуҡмаҡ ситендә сырмалып үҫкән күк бөрлөгән япраҡтары араһынан бешкән емештәре күренгеләй. Тик әле емеш ҡайғыһы юҡ уларҙа. Ситтә бер көтөү быҙауҙар йөрөй. Көтөүсе ир Хәтирәгә ҡарап ҡатты. Әммә янында ят кешене күреп, өндәшмәй ҡалды.
– Ауылды тултырыр инде, – тип ҡуйҙы Хәтирә.
Бына улар ауылға һырттан килеп, картуф баҡсалары янына сыҡтылар. Баҡса ҡапҡаһын асыу менән Хәтирәнең йөрәге әсетте, сөнки картуф урынында шау алабута күкрәп ултыра ине.
Йорт ишеге бикле түгел. Күтәрмәлә, гел аяҡ кейеме менән йөрөгәнлектән, көрәп алырлыҡ бысраҡ ҡатып ҡалған. Соландағы биҙрәләрҙә әллә инде йәй башында уҡ һауылған һөт йәм-йәшел үңәҙгә әйләнеп ултыра. Өйҙә елләтелмәгән ауыр һауа бәрелде. Ҡашаяҡ өҫтәле икмәк ҡатыһы, шешә, йыуылмаған сынаяҡ, консерва банкаһы менән тулы. Сүп-сарҙың өҫтәлгә һыймағаны иҙәндә тулып ята. Карауатта ауыҙын асып иҫерек ир йоҡлай. Себендәр уның асыҡ әпәй шүрлегенә инә-сыға йөрөйҙәр. Уҡшытҡыс еҫ бөркөлә. Хәтирә бөтә нәмәгә күҙ йүгертте лә соланға сығып китте: отпуск аҡсаһы йәшерелгән урынында торған икән.
– Әлдә белмәгән, – тип шатланып ҡуйҙы ул. – Ғәзиз, һин, зинһар, магазинға барып кил. Ана, анауында, үҙең күрерһең. Икмәк, колбаса, сәй-шәкәр ал, – тине Хәтирә. – Ныҡ ҡына асыҡтырған.
Ғәзиз сығып китеү менән, тәҙрәне асып ебәрҙе, һыу индерҙе. Һауыт-һабаны йыуып алды. Рауилды уятмаҫ өсөн һаҡ ҡына баҫып йөрөнө. Иҙәнде лә һепереп алды. Аҙмы-күпме рәтләнеп алыуға Ғәзиз ҡайтты. Сәй эсергә ултырҙылар. Ашап бөтөүгә Рауил уянды. Торғас, иң беренсе өҫтәлгә күҙ ташланы. Кешеләргә ҡарап тормаҫтан, колбасаның киҫелмәгән ҙур өлөшөн тотоп алды ла төйөлә-төйөлә ашай башланы. Ниһайәт, аслығы ҡанғандай булды шикелле, күҙе Хәтирәгә төштө. Иламһыраған тауыш менән:
– Ҡайттыңмы? Ҡайҙа йөрөнөң? Мин бит бында үлә яҙып ятам, – тип һөйләнде. Күҙенә, йөҙөнә меҫкен ҡиәфәт сыҡты. – Бынан ары китмә, ташлама мине. Нисек ҡыҙғанмай ташлап йөрөйһөң? – тине лә һыңҡылдап илап ебәрҙе. – Нисек кенә үлмәй ҡалдым икән? Һине көтөп ятыу, ана ҡайтып керә, бына ҡайта, тип йәшәү генә үлтермәне мине, – тип һүҙен дауам итте. Ғәзизде әллә күрмәне, әллә күрмәмешкә һалышты, һөйәркәһенә бәйләнмәҫтән алда Рауил йыш ҡына: – Беләһеңме, Хәтирә, минең йәшәү көсөм әллә юҡ инде, һинән генә көс алған төҫлөмөн. Һин булмаһаң, дәртем дә, хәлем дә булмай, – тип йыш ҡына әйтә торғайны. Әле Хәтирә шуларҙы иҫенә төшөрҙө.
– Иғтибар итмә, – тине ул Ғәзизгә, – вампирға һалыша ул.
Үҙе өндәшмәй генә өйҙө тәртипкә килтереүен, уны-быны уҙ урынына ҡуйыуын белде. Ауыр тынлыҡ урынлашты.
Рауил бик ябыҡҡан. Күптән рәтле ашау күрмәгән. «Теге бисә мин китеү менән кире борғандыр, – тип уйлай Хәтирә. – Тамағы ас, өҫ-башы, үҙе лә керле байғош кемгә кәрәк?»
Тамағы туйып, күңеле хушланып алған ир тағы урынына менеп япты.
– Ҡайҙа йөрөнөң? Барыбер ҡайтҡанһың бит әле, – тип хужа тауышы сығарҙы. – Ҡайтмай ҡайҙа бараһың инде?
– Ә мин тағы китәм, – тине Хәтирә.
– Китерһең бына, китмәй ни, оятһыҙ. Мине ташларға ни хаҡың бар?
Ғәзизгә эсә-эсә бахыр хәленә төшөп бөткән бәндә көлкө лә, ҡыҙғаныс та.
– Хәтирә, ҡара әле, башымды ғына төҙәтеп ебәрһәң, бүтән эсмәйем ғүмерҙә лә. Бына ант итәм, – ти Рауил.
Хәтирәнең уның менән бер ҙә генә һүҙ ҡуйыртҡыһы килмәй. Ул бындай туҡран тәүбәләрен күп ишеткән. Иҫеректең лыҡылдауынан ялҡып, хатта бер ярты алып бирергә риза. Ә иртәгә юлға. Ҡатындың эске кисерештәрҙән өҙгөләнеүе һиҙелеп тора.
– Аҡса ғына бир. Хәҙер йүгереп барып киләм. Ана, ҡунаҡты ла һыйларға кәрәк. – Хужа Ғәзизде яңы күреп ҡалғандай итте.
Хәтирә уға аҡса тотторҙо. Барыбер теңкәне ҡоротасаҡ. Өҫтәл йыйыштырып бөткәнсе ҡайтып та етте, ҡәнәғәтлегенән ни эшләргә белмәй өлтөрәп, шешәне өҫтәлгә ултыртты. Өҙөлөргә торған муйыны, ҡырынмаған йөҙө, керле кейемдәре ҡарап тороуға ерәнес. Торғаны бер асарбаҡ. Хәтирә уны йәлләй, ни тиһәң дә, егерме йыл бергә ғүмер үткән.
– Килегеҙ, ултырығыҙ. – Артыҡ ҡыҫтарға хәле етмәй, бер сынаяҡҡа тултырып һалып, «сылт» та итмәй кәгеп ебәрә.
– Хәтирә, тим, кил янға, мине ҡосаҡлап ҡына ят, – ти ҙә ғырылдап йоҡлап та китә.
Ғәзизгә был күренешкә өнһөҙ шаһит булыуҙан башҡа сара юҡ. Нәфис, күркәм ҡатындың шул ир менән йәшәүенә ышанырлыҡ та түгел. «Ә мин үҙем? Йәшәмәнемме ни бер бисура затлы бисә менән?»
Ах, яҙмыш... Уны кеше үҙе яҙа, тиһәләр ҙә, ҡай саҡ күпме генә тартҡылашма, һин теләгәнсә сыҡмай. Көтмәгәндә килеп яҡты йөҙөн күрһәтә лә арты менән борола.
Өйҙә мәйет сыҡҡан кеүек күңелһеҙ. Хәтирә һаман туҡтамай ниҙер эшләп йөрөй. Йөҙө топ-тоноҡ, әйтерһең, ул кисә генә нур сәсеп балҡып тормаған.
Баҡырышып көтөүҙән мал-тыуар ҡайта башланы. Ҡатындар, бала-саға ҡапҡа төптәрендә ҡайнаша.
Ҡоба һыйыр ҡайтып, ғәҙәттәгесә, ҡапҡаны мөгөҙө менән төртөп асып килеп инде. Ихатала буш ултырған ялғашты шалтыратып алды. Хәтирә уның янына сыҡты, һауылмай йөрөгәс, һыйыр һыуалып бөткәйне. Ул: «Ҡайҙа йөрөнөң?» – тигән ҡиәфәттә хужабикәгә ҡарап алды. Тырыша торғас, Хәтирә бер литр самаһы һөт һауып алды. Малҡай ҙа булған тиклемен хәйләһеҙ бирергә тырышты.
Тиҙ үк ҡараңғы төштө, йәйге оҙон көндәр артта ҡалған шул. Ғәзизгә оло яҡтан урын йәйгәс, ҡатын оҙаҡ ҡына мыштырлап, ни менәндер булашты. Ул арып йоҡлап китте, үҙенә артыҡ хистәргә бирелергә юл ҡуйманы.
Күпме йоҡлағандыр, Рауилдың ҡатынын саҡырыуына уянып китте. Ана, һәрмәнеп йөрөй торғас, утты яндырҙы, Ғәзизде күрҙе.
– Һин кем? – тип һорап ҡуйҙы ла лып итеп шундағы ултырғысҡа ултырҙы. Уның һөйләшкеһе килә ине. – Кем булһаң да барыбер инде, был арала минең өйҙә күптәр йөрөнө. Инделәр, эстеләр, сығып киттеләр. Бисә булмаһа, өй тигәнең проходной дворға әйләнә икән. Ҡайһыһы ярты менән килә, ҡайһыһы һөйәркәһе менән. Миңә – барыбер, яртылары булһа еткән. Хәтирәне күргән кеүек булғайным, әллә төш булды. Их, белһәң ине, ҡайтып керһә, тәпәйен үбер инем, биллаһи. Хәтирә минең ҡатын инде, может, беләһеңдер. Эй түҙемлелеген һынаным, бахырҡайҙың. Асыу килтереп, бигерәк фәрештә булып ҡыланған була ине. Ундай бисәләр, хатта һылыу булһалар ҙа, ялҡыта башлай. Гел дөрөҫөн һөйләп, аҡыл өйрәтеүҙән бушамайҙар. Шулай һыуындыралар. Улай итмә, былай итмә, йәнәһе. Мин садик балаһылыр шул. Һарыуҙы ҡайната... Вәт мин берәү менән типтерҙем һуңғы ваҡытта. Шуға Хәтирә үпкәләне лә. Теге беҙҙең братты ҡалай ҡыҙыҡһындырырға белә ине. Йылан кеүек урала, һөлөк кеүек ҡаҙала. Мин айнымай башлағас, ҡыҙығым да ҡалманы. Иҫеректән ни фәтүә? Хәтирә кеүек әсә йәнле түгел ул. Э-э, ҡара әле, һинеке юҡмы? Бында буш килмәй инеләр. Их, дөңкәйтер өсөн бер стакан ғына булһа!
– Аш янында, өҫтәлдә тора.
– Вәт яҡшы, вәт рәхмәт.
Ир ҡалған хәмерҙе ғолҡолдатты ла үҙ урынына йығылды.
Ғәзиз тороп соланға сыҡты.
– Ғәзиз, һинме? – Хәтирә ҡайҙандыр төпкөлдән өндәште. – Мин бында сығып яттым, уянып тынғыһыҙлар, тинем.
Ғәзиз, юрғанды ҡайтарып, уның янына ятты, күптән күрмәгән һымаҡ ярһып ҡосаҡлап алды. Икеһенең дә йөрәктәре һыҙлай, эҫтәре боша. Ғәзиз Хәтирәнең айырыуса яҡын, ҡәҙерле икәнен тоя, шул уҡ ваҡытта ғүмерҙә кисермәгән бер тойомлау менән, был – һуңғы кис, һуңғы һөйөшөү, тип тә уйлай. Был уйҙы күңеленән күпме ҡыуһа ла, ҡотһоҙ бушлыҡ һаман йөрәген имә.
* * *
Ғәзиз уянғанда Хәтирә ҡоба һыйырҙы ҡапҡанан сығарып көтөүгә ҡыуып йөрөй ине. Рауил да ихатала. Ул йыуынған, ҡырынған, таҙа күлдәк-салбар кейгән. Ҡапҡанан ихата түренә, тағы ҡапҡаға табан туктауһыҙ йөрөп тора. Айнырға тырыша, күрәһең. Ғәзизде күреп, тәмәке ҡабыҙҙы, уға ла һуҙҙы. Ғәзиз тәмәке тартмай, шулай ҙа алып тоҡандырҙы.
– Күрәһеңме, Хәтирә ҡайтҡан бит. Ҡайтка-ан. Мине ташлап ҡайҙа барһын, ташлай алмай ул. Тик айнырға кәрәк ине. Йөрәк туҡтап барған кеүек. Йөрөүҙән туҡтаһам, ул да капут... Был шайтан һыуынан ҡотолорға ине. Юғиһә, аяҡ һуҙырмын. Ҡатын өйҙә булһа, эсмәйем мин. Ул дауалап та ебәрә торған. – Рауил шулай һөйләнде.
– Оҙаҡламағыҙ, сәй әҙер. – Хәтирә инеп китте.
– Хәтирә, Хәтирә тигән булаһың, быға тиклем уның ҡайҙа икәнен белдеңме? – тине Ғәзиз, ярһып. Ул үҙен көскә тыйып тора ине. – Эҙләнеңме уны? Әҙерәк иҫеңә төшөрҙөңмө?
– Ә мин уның ҡайтырын белә инем бит. Кәк иҫкә төшөрмәй ти? Йән алҡымға тығылғанда, шуны уйлап ҡына яттым да инде. Бына-бына килеп инер, тип. И шулай булды ла. Эҙләү, тиһең, айный алманым да инде. Күршеләр Өфөгә, малайға, хәбәр иткәндәр, инәйең юғалды, тип... Милиция ла эҙләмәгән, сөнки малай әйткән, уның ҡайҙалығын мин беләм, тигән. Шулай, шикелле... Ә уның үҙенә ҡул һалырына мин ышанмайым да, сөнки минең бисә Аллаға ышана. Үҙенә ҡул һалғандарға хатта асыуы килә торғайны. Туҡта, кисәнән бирле бындаһың, һин кем әле?
– Иң яҡын кешеһе, туғаны. – Ғәзиз уға яҡын ынтылды, һаман маҡтаныуҙан бушамаған байғошто йығып быуғыһы килде.
– Уның туғаны юҡ. Эх, һин... ауыҙ-һыуыңды ҡоротоп, өмөт һәлберәтеп килдеңме? Күрәһеңме быны? Ҡуҡыш!
Ир ҡара ҡуҡышын Ғәзиздең танауына терәне. Улай ҙа түгел, яғаһынан бөрөп алды. Ғәзиз бер мәлгә уның ҡатҡыл һеңерҙәрен тойҙо. Ҡара һин уны, тамам бөтөрөнмәгән икән әле был. Ул Рауилдан ысҡынды ла:
– Һин хәсис менән ҡул бысратмайым. Тик, беләһеңме, мин... мин Хәтирәне үлем сигендә тап иткән кеше, – тип теш араһынан һығып сығарҙы фекерен.
– Ҡотҡарғанһың, тимәк. Тик, барыбер, минеке ул. Туҡта, ниңә һиңә тел әрәм итәм әле. Ҡайҙан килдең, шунда кит. Юҡһа... – Рауил утынлыҡҡа ташланды ла ҡулына балта эләктереп алды. – Бар, ысҡын, сабам юҡһа муйыныңды өҙгәнсе!
Ғәзиз, уҡығанда каратэ секцияһына йөрөгән кеше, йәшен тиҙлеге менән балталы ҡулға типте. Ә икенсе тибеүендә Рауил ерҙә ята ине. Ғәзиз уның күкрәгенә менеп ултырҙы.
– Ярар, мин Хәтирә хаҡына һине имгәтмәйем. Кемде һайларын үҙе хәл итер, – тине лә Рауилдың өҫтөнә төкөрөп, тороп китте.
Хәтирә тауышы быларҙы йәнә өйгә әйҙәне. Инмәй сара юҡ. Өҫтәл матур ғына. Ҡайнатма, кәнфит табынды биҙәй. Колбаса туралған, йомортҡа, аш һурпаһынан тәмле еҫ борҡой.
– Әй, бисәкәй, алтын ҡул, – тип ҡыуанды Рауил. – Тик аш үтмәй шул. Ҡайнатма бутап, сәй генә эсәм инде.
Өҙөлөп яратҡан кешеһенә бер иҫеректең «бисәкәй» тип өндәшеүе Ғәзиздең йөрәгенә сүкеш менән һуҡҡан кеүек тәьҫир итте.
Өндәшмәй генә ашанылар.
– Бер сәғәттән район үҙәгенә автобус китә, – тине Хәтирә. Үҙенең юлға йыйынғаны һиҙелмәне.
Ғәзиз бошоноуҙарының дөрөҫкә сығыуын аңланы. Хәтирә шуны иҫбатлап:
– Әйҙә, мин һине оҙатам, – тип әйтеп ҡуйҙы.
Ғәзиздең буйһонмай хәле юҡ.
Әҙәм йораты:
– Ҡара, тиҙ йөрө, – тип торған була. Уның ҡаты әйткеһе, хатта ныҡлап ваҡһыйһы килә, тик үҙен тыя. Үҙенә кәрәк кешене юғалтыуҙан ҡурҡа. Бөтөнләй ҙә ахмаҡ түгел бит ул.
Ҡапҡанан сығып, ҡыҙыу атлап киттеләр. Икеһе лә шаңҡып ҡалған һымаҡ. Туҡталыш алыҫ ҡына, ярты сәғәтлек юл. Бында кеше аҙ ине.
Хәтирә күҙ йәштәрен йота-йота һөйләй башланы:
– Йә, Ғәзиз, ни тиклем ауыр булһа ла, хушлашабыҙ инде. Һинең менән булған ваҡытым – тормошомдоң иң яҡты, иң бәхетле көндәре. Кисер. Һине үлгәнсе онотасаҡ түгелмен, һиндәй яҡын кешем булманы ла, булмаясаҡ та. Ләкин миңә ҡалырға кәрәк. Күреп тораһың, Рауил үҙ аллы йәшәргә һәләтһеҙ. Уны күрәләтә үлтерә алмайым. Әгәр уны яҙмыш ҡосағына ташлаһам, үҙең үк мине бер килеп ғәйепләр инең. Бына Регинаға ни тиерһең? Уны гел һағынырмын инде. Их, әгәр кире килмәгән булһам, Рауилдың хәлен күҙем күрмәһә...
– Шулай булырын белһәм, мин дә килер инемме ни? Һатлыҡ йән менән йәшәп, холҡон йоҡтороп бөткәнһең. Ул төҙәлер, тип өмөтләнәһеңме? Бел, ул элеккесә ҡаласаҡ.
– Ғәзиз, һин көслөһөң, ихтыярлыһың. Үткәреп ебәрерһең. Теләһә нисек хөкөм ит мине...
Ана, автобус елдереп килә. Күп һүҙҙр әйтелмәй ҡалды.
– Эх, Регинаға ни тиергә, уға нисек аңлатырға?
– Хуш, Ғәзизем.
Ғәзиз Хәтирәне муйынына аҫылыныр тип көттө. Юҡ, ҡарашын ситкә алды. Ул арала автобус килеп етте. Ғәзизгә инеп ултырыуҙан башҡа сара ҡалманы. Ҡатын уның арҡаһын ғына күреп ҡалды, ишек ябылды.
Бөттө барыһы ла. Хәтирәнең ике айға ла тулмай ҡалған әкиәти тормошо тамам. Эстәге һағышты, бушлыҡты бер нәмә менән дә тултырып булмаясаҡ. Айға ҡарап олоған эт һымаҡ олоғоһо килде. Шул тиклем ауыр, башты ташҡа ороп ҡына булмай. Шул ваҡыт ҡатын ҡапыл уртаға бөгөлдө. Бөтөн эс-бауырын аҡтарып сығарырҙай уҡшыу тетрәтте. Иртәнге сәй сығып бөткәс тә, уҡшытыу оҙаҡ дауам итте. Тартыша торғас, ул, хәлдән тайып, сүгеп ултырҙы, күҙҙәренән субырлап йәш аҡты.
Нимә булды был?.. Тағы ниндәй яза? Уның уйынан ун һигеҙе тулмай атайҙан, егерме һигеҙ йәшенән әсәйҙән ҡалыуы, хәҙер инде йәштән көтөп тә, утыҙ туғыҙ йәшендә генә осратҡан берҙән-бер һөйгәненән айырылыу мәлдәре үтте. Әллә берәй үлемесле ауырыуға дусар булдымы? Юҡ! Был бит, был бит... Эйе, тап шулай!
– Рәхмәт, Илаһым, Аллаһы Тәғәләм! Мине ҡороған яңғыҙ ағас хәленән ҡотҡарҙың, йәшәү мәғәнәһе бүләк иттең. Һөйгән кешемдән тыуасаҡ бала... Һуңғы шырпы! Күңел усағымды дөрләтер, ә, бәлки, Ғәзиз менән минең яҙмышты ла яңынан ялғар ул?!
Шулай тип шыбырланы Хәтирәнең ирендәре...
Тәскирә ДАЯНОВА.