Бөтә яңылыҡтар

ҠАРА ҠАЙЫН

.

Хикәйә


Утыҙ йылдан ашыуыраҡ гәзит редакцияһында эшләп, Лотфи Аҡбулатовтың бындайын сетерекле, тетрәндерерлек һәм ҡот осҡос яманлыҡ менән осрашҡаны юҡ ине. Хәйер, был ваҡиғаның башы бынан утыҙ йыл элек булған хәлдәргә барып тоташа.
Ул саҡта Лотфи Аҡбулатов университеттан аҙаҡ Өфөлә ҡалып, редакцияла икенсе йыл ғына эшләп йөрөгән, тормошто, кешеләрҙе бер ҡатлыраҡ аңлаусы йәш журналист ине. Хәҙер инде гәзит эшендә ҡайнап бешеккән, тормош күренештәренә, кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәргә айыҡ күҙ менән ҡараусы, ҡәләмгә тотонорҙан алда ишеткән-күргәндәрен анализлап, төплө уйланғандан һуң ғына үҙ фекерҙәрен ҡағыҙға төшөрөүсе тәжрибәле “гәзитсе”.
Ә бына әле бер биткә генә яҙылған хатты алдына һалған да бынан өс тиҫтә йыл самаһы элек булған хәлдәрҙе иҫенә төшөрөргә тырыша, ул ваҡиғаның бөгөн килеп йәнә нисек итеп ҡабатланыуын аңлай алмайынса, ялтаслана төшкән, һырҙар сыймаҡлаған маңлайын ыуалай.
“Зөбәржәт Фатҡуллина... Хәҙер уға нисә йәш самаһы икән? Илле тирәһеме? Теге саҡта күп тигәндә егерме булғандыр... Хатты тикшерергә мине ебәреүҙәрен һораған. Шул тиклем ваҡыт буйы онотмай йөрөнөмө икән? Ә бит теге саҡта мин уға ярҙам итә алмағайным. Уға ҡарата яуызлыҡ ҡылыусы әҙәмгә лә ел-ямғыр теймәне... Ниңә тейһен? Мин яҙған мәҡәләне баҫып сығарыуҙан тыйғастар... Туҡта, хәҙер килеп шундай уҡ хәл ниңә ҡабатлана?..”
Лотфи Аҡбулатов өҫтәле артынан тора ла, ҡулын биленә ҡуйып, йөрөп әйләнә. Ул тәненә ғүмере ит ҡунмаҫ ҡаҡса кәүҙәле, былай ҙа ҡарағусҡыл йөҙө ҡояшҡа янған (ял һайын баш күтәрмәй ҡаланан ситтәге дүрт сутый ерендә соҡона) ярғаҡ битле илле алтынсы йәше менән барған ир. Ғүмере үҙ яҙмышынан бигерәк бүтән кешеләр яҙмышы тураһында уйланып үтеп бара. Һай, был кеше яҙмышы тигәнең! Береһенә икенсеһе аҙ ғына ла оҡшамаған, донъяның аяуһыҙ ҙур, күп төрлө күҙәнәкле иләгенән иләнгән, гүргә кергәнгә тиклем матур тормош, бәхет, күңел ләззәте тураһында хыялланған кешеләр... Һәм улар ошо маҡсатына ирешеү өсөн ниндәй юлдарҙы һайламай ҙа ниндәй генә хәлдәргә юлыҡмай.
Лотфи Аҡбулатов, үҙе лә һиҙмәҫтән иренен ныҡ ҡыҫып, тәҙрәгә төбәлеп ҡарап тора бирҙе лә өҫтәле эргәһенә килде һәм, дәфтәр битен ынтылып алып, хатты яңынан уҡырға тотондо. “Хөрмәтле редакция! Һеҙгә был хатты тормош тарафынан ҡыйырһытылған, яфаларҙы күп кисергән Зөбәржәт Фатҡуллина яҙа. Мин инде был донъяла дөрөҫлөк барлығына ышаныуҙан үткәнмен. Бынан күп йылдар элек һеҙҙән таяныс эҙләп яҙған хатымдан да файҙа булмағайны. Әле, аптырағас, тағы яҙам. Бүтәнсә күҙ терәр ерем булмағас, нишләйем? Мин хәҙер үҙ ғүмерем, үҙ тормошом тураһында артыҡ ҡайғырмайым. Ҡайһылай булһа ла, үтеп бара. Хәҙер килеп ҡара яҙмышым ҡыҙым өсөн ҡабатлана. Был этлекте миңә бысраҡ ҡулын һуҙған шул уҡ яуыз әҙәм эшләй. Бөтә булғандарҙы хатҡа яҙып бөтәһе түгел. Кеше ебәрегеҙ тикшерергә. Аҡбулатов тигән кешегеҙҙе ебәрһәгеҙ ине. Ул бынан утыҙ йыл элек яҙмай баҫып ҡалдырған яманлыҡтың хәҙер тағы минең тормошома ҡара йылан булып килеп ингәнен күрер, үҙе өсөн фәһем алыр, тим. Үтенеп һорайым, ебәрегеҙ кешегеҙҙе. Күп йылдар Урта Азия яғында йөрөп, хәҙер бер ниһеҙ ҡайтып төшкән йорт-ерһеҙ, ҡайҙа барып төртөлөргә белмәй йөрөгән тере ҡул кешемен...”
“Урта Азияға ҡасан, ниңә сығып китте икән?.. Үҙе өсөн фәһем алыр, тигән. Дә-ә-ә...”
Лотфи хатты тотоп, гәзит мөхәрриренә барып инде.
– Шунан, ни йомош? – ти мөхәррир, алдындағы ниндәйҙер материалды уҡыуынан айырылмайынса.
– Бынау хат буйынса барып ҡайтмайынса булмаҫ.
– Ниндәй хат? – Мөхәррир башын күтәрҙе. – Ә-ә, теге ҡасаҡ ҡатынданмы? Торор ер юҡ, эшкә алмайҙар, ти бит инде. Беҙ ярҙам итә алырбыҙмы икән һуң? Ундай хаттар күп килә бит инде хәҙер.
Лотфи Аҡбулатов мөхәррирҙең тел төбөн аңлай: ҡасаҡтар мәсьәләһе – беҙ хәл итә торған эш түгел, бының өсөн урындағы властар бар. Юҡҡа аҡса тәләфләп йөрөүҙең хәжәте бармы?
– Был хатта минең исем телгә алынған, мөхәррир иптәш. Ул миңә бынан байтаҡ йылдар элек булып үткән, минең намыҫыма ла ҡағылған хәлдәрҙе хәтерләтте. Барып ҡайтайым.
– Улай бик теләгәс, бар, тик өс көндән артыҡ йөрөмә.
Лотфи Аҡбулатов командировка ҡағыҙы яҙҙырҙы, өйөнә телефондан шылтыратып, кисен поезд менән командировкаға китәсәген әйтте лә билет алырға “Трансагентство”ға елдерҙе. Әйтерһең, уны был сәфәрҙән кемдеңдер тыйып ҡуйыуынан ҡурҡа ине.

* * *
Поезд Өфөнән киске унынсы яртыла ҡуҙғала һәм ҡаҡ һәндерәлә төнө буйы һелкенеп барырға тура килә. Ғүмере буйы командировкаларға йөрөп күнеккәнлектән, быныһы Лотфи Аҡбулатов өсөн әллә ни түгел. Хатта ул төнгө тын вагонда, тәгәрмәстәр тыҡылдауына, күршеһенең мышылдап йоҡлауына ла иғтибар итмәйенсә, уйланып барырға ярата. Үҙеңде ығы-зығылы тормоштан айырылған һымаҡ тояһың, ниндәйҙер шайтан арбаһы һине ҡайҙалыр елдереп алып китеп бара, һәм башына эштә ултырғанда ла, өйгә ҡайтҡас та килмәгән уйҙар тығыла.
Тик бөгөн уның уйҙары күҙгә күренмәҫ бер ептән ысҡына алмай. Ул Зөбәржәт тигән исемгә бәйләнгән. Лотфиҙарҙың ауылында Зөбәржәт тигән ҡатын-ҡыҙ юҡ ине. Был исемде ул бынан утыҙ йыл элек ишетте һәм ошо матур, ниндәйҙер сер йәшеренгән һымаҡ тойолған исемде йөрөтөүсе ҡыҙҙы күрҙе. “Үҙе лә исеме кеүек матур ҙа, серле лә”, – тигән уй килгәйне ул саҡта Лотфиҙың башына. Һылыу ҡыҙҙар күргәндә йөрәге елкенә, күңеле үңкәләй, күҙҙәре осҡонлана торған ваҡыты ине шул.
Аҡбулатов ҡат-ҡат тартылған йылдар пәрҙәһе аша Зөбәржәттең йөҙөн хәтерләргә тырыша. Иң тәүҙә ниңәлер уның кәүҙәһе күҙ алдына килә. Баҙыҡ, һомғол кәүҙә, түше ипле генә тиртеп тора. Ваҡ ҡына зәңгәр сәскә биҙәге төшкән ситса күлдәк ҡаплаған ошо кәүҙә нимәһе менәндер ҡырау тейеп зыянлаған, һығылмалы сафлығын юғалтҡан сәскә һабағын хәтерләтеп тә ҡуя ине. Туҡта, уның күҙҙәре муйыл-ҡара ине түгелме? Эйе, осраша һалғас, ул күҙҙәрҙә баҙап ҡалыу, үкенес, икеләнеү кеүек әллә нисәмә төрлө тойғолар сағылыуын күргәйне Лотфи.
Шул саҡтағы осрашыуҙы, һөйләшеүҙе Аҡбулатов берәмтекләп хәтеренән үткәрергә тотондо.
Улар райкомдың агитация һәм пропаганда бүлеге мөдире менән килгәйне совхоз йәйләүенә. Ошонда һауынсы булып эшләгән Зөбәржәтте “Ҡыҙыл мөйөш” тип йөрөтөлгән аласыҡҡа саҡыртып алдылар. Ҡыҙ ваҡ ҡына зәңгәр сәскә биҙәге төшкән күлдәге өҫтөнән алъяпҡыс бәйләгән, башында – аҡ яулыҡ, таҙа дегет кеүек ҡара сәсен икенән үреп арҡаһына төшөргән. Ул инде лә унан-бынан ҡағып эшләнгән таҡта өҫтәл артында ултырыусыларға күҙ һирпеп алды һәм, ҡарашын йылтыр уңған резина итегенә төбәп, ишек төбөндә һүҙһеҙ туҡтап ҡалды.
– Үт, ултыр, – ти бүлек мөдире. – Бына гәзиттән һинең хатыңды тикшерергә килгәндәр.
Зөбәржәт урынынан ҡуҙғалманы, ирендәрен нығыраҡ ҡымтып, баҫҡан ерендә тора бирҙе.
Бындай осраҡта һүҙ башлап алып китеү, һөйләшер кешеһенең телен асыу тәжрибәһе самалы ине шул әле ул саҡта Аҡбулатовтың.
– Зөбәржәт Фатҡуллина һеҙ булаһығыҙ бит инде? – тип урынһыҙыраҡ һорау бирҙе.
Ҡыҙ һаман өндәшмәй, һыҙғанған күлдәк еңен төшөрә лә ҡабат төрөп ҡуя, һиҙҙермәҫкә тырышып көрһөнә, йәнә ҡунысы тығыҙ балтырҙарын ҡыҫҡан итегенә төбәлә.
– Ниңә бик ҡыйыуһыҙландың әле? – ти бүлек мөдире, асыуы килә башлауын йәшермәйенсә. – Хатты ниңә яҙҙың — һөйлә.
Зөбәржәт ҡапыл башын күтәрҙе, һыҙылып торған ҡыйғас ҡара ҡаштары нығыраҡ юғары сөйөлдө, күҙҙәрендәге баҙау, икеләнеү урынында сая осҡондар һикергеләне.
– Мин һеҙгә хат яҙманым.
Уның киҫә генә әйткән был һүҙҙәре бүлек мөдирен ҡайһылыр араға телһеҙ ҡалдырҙы, шунан тауышын баҙыҡландырырға тырышып:
– Беҙгә яҙмаһағыҙ, редакцияға яҙғанһығыҙ, – тине. – Был райкомдан йәшерә торған эш түгел.
Зөбәржәт ҡапыл кәүҙәһен турайтты, оҙонсараҡ матур аҡ йөҙөнә ҡырыҫлыҡ бәреп сыҡты.
– Улай булғас, икәүләп һөйләшегеҙ, – тине лә ишекте шартлата ябып сыҡты ла китте.
– Бына ул шундайыраҡ бер бисә инде. – Бүлек мөдире тороп, ҡулын салбар кеҫәһенә тығып, ер иҙәндә ары-бире йөрөргә тотондо. – Үҙенән ике йәшкә кесе малайҙың башын әйләндереп, кейәүгә сыҡҡайны. Уныһы армияға киткәс, ҡайҙа барып бәрелергә белмәй сәбәләнә, ҡаны уйнауын баҫа алмай.
Аҡбулатовҡа уның Зөбәржәтте “бисә” тип атауы ла, аҙаҡҡы һүҙҙәре лә оҡшамай, шул уҡ ваҡытта артабан ни эшләп ҡарарын да асыҡ ҡына күҙ алдына килтерә алмай. Ә мөдир һөйләй бирә:
– Хатты кемдәрҙер ҡотортоп яҙҙырған унан. Беҙҙең беренсе секретарь ҡатыраҡ һүҙле кеше. Әллә шуға, әллә ситтән килгән кеше булғанға, ҡайһы берәүҙәргә оҡшап етмәй. Бына үҙең уйлап ҡара инде, Аҡбулатов иптәш, беренсе секретарь тиклем беренсе секретарь ошо һауынсы бисә менән исем бысрата буламы? Ул бит беҙгә килгәнгә тиклем обкомда эшләгән, Өфөлә һылыуҙан-һылыу ҡатыны бар. Бында яңы квартира төҙөтөп бөткәс, күсереп килтерәм тип тора. Әҙәм ышанмаҫты... Һеҙҙең урында мин был хатты тикшереп тә тормаҫ инем.
Лотфи өндәшмәй, күңелендә төрлө уйҙар болғана. Имәндәй ныҡ кәүҙәле, кеше башы аша ҡарап торған беренсе секретарь Сәйфи Һағынбаев. Әсе елгә ялланған шикелле ҡып-ҡыҙыл туң бит, тура ҙур танау, алғараҡ кәксәйгән дүрткел эйәге уның көслө һәм үҙ һүҙле кеше икәнен иҫкәртә. Сәсенә сал төшкән, партия эшендә теше ҡойолған бүлек мөдире һәм тәүҙә ҡыйыуһыҙ ғына торған, унан ҡапыл ҡырыҫ һүҙҙәр әйтеп, башын ғорур тотоп сығып киткән Зөбәржәт...
– Беҙ, кем тураһында булыуға ҡарамаҫтан, һәр хатты тикшерергә тейешбеҙ, – тине Аҡбулатов.
Бүлек мөдире көлөмһөрәне.
– Уны тикшереүҙән ни фәтүә? Беренсе секретарь тураһында тәнҡит мәҡәләһе яҙырға уйламайһыңдыр бит?
– Яҙыу-яҙмау – икенсе мәсьәлә. Ә тикшерергә кәрәк.
– Ҡыҙыҡ кеше һеҙ – журналистар... Хәйер, беҙҙең эштә лә була ундай хәлдәр. Жалобалар, хаттар беҙгә лә тынғылыҡ бирмәй. Ундайҙарҙы тынысландырыу өсөн, яуап яҙырға тура килә. Йә, ни эшләйбеҙ? Бесәнселәр эргәһенә барырға уйлағайнығыҙ түгелме? Бушҡа ваҡыт үткәргәнсе, киттек шунда. Унан кирле, минең күрше колхозда йомошом бар ине.
Аҡбулатовтың был көйө генә китеп барғыһы килмәй. Хәҙер инде ул Зөбәржәттең ниңә шулай сығып китеүен дә аңлаған кеүек: райком кешеһе алдында һөйләшергә теләмәне.
– Һеҙ күрше колхозға барып килгәнсе, мин бында ҡалып торһам, нисек булыр икән? – тине ул һәм үҙенсә хәйләләмәксе итеп өҫтәне: – Был йәйләүҙә эштәр һәйбәт бара, тигәйнегеҙ. Бүтән һауынсылар менән һөйләшермен, бәлки, берәй матур ғына мәҡәлә яҙырлыҡ материал булыр.
Бүлек мөдире өндәшмәй тора бирҙе лә:
– Ярар, һинеңсә булһын, – тип ризалашты. – Ҡайтышлай һуғылып алып китермен.
Яңғыҙы ҡалғас, Лотфи эште артабан нисегерәк дауам итеү тураһында уйланды. Кисекмәҫтән Зөбәржәтте күреп һөйләшкәндә... Юҡ, уға әкренләп яҡынларға кәрәктер, бик ҡылтым ҡыҙ күренә. Үҙенән ике йәшкә кесе малайҙы ҡаратты, тиме? Ҡаратыр ҙа, һылыу бит. Уның ни ғәйебе бар? Малай, тиһә лә, уныһы һалдат хеҙмәтендә йөрөй, шулай булғас, еткән егет бит инде ул. Зөбәржәт үҙе лә, ирем һалдатта, ошондай мәсхәрәнән аҙаҡ уның күҙенә нисек күренәйем, тип яҙғайны... Зөбәржәт тураһында бергә эшләгән әхирәттәре ни һөйләр икән?
Көндөҙгө бушыраҡ ваҡыт булғанлыҡтан, һауынсыларҙың һәр ҡайһыһы үҙ эше менән мәшғүл ине. Ҡайһыһы ҡулына бәйләм алған, икенселәре кер йыуа, аласыҡтарын йыйыштыра.
Улар гәзит хәбәрсеһенең ни эш менән йөрөгәнен белмәй ине, әлбиттә. Барып һүҙ ҡушҡас, берәүһе:
– Эште беҙҙең Зөбәржәттән башланың, хәйерлегә булһын, — тип мәрәкәләп ҡаршыланы.
– Ниңә, бик хәтәр ҡыҙмы ни Зөбәржәт? – тип бер ҡатлы күренергә тырыша Лотфи.
– Хәтәр түгел дә... Уны күрһә, егеттәрҙең ауыҙ һыуы ҡорой.
Эргәләренә килгән икенсе бер ҡатын уның һүҙен элеп алды:
– Егеттәр генәме ни, уҙған юлы күрҙең бит, телевидениенан килгәндәрендә, тим. Анау аппарат күтәреп йөрөгән, бәлйерәп бөткән әҙәм тота ла Зөбәржәтте төшөрә, тота ла Зөбәржәтте төшөрә, хатта ауыҙы йырылып йөрөй торғас, шайығы менән һаҡалын буяп бөттө.
– Зөбәржәтте һөйләп алдығыҙ ҙа киттегеҙ. Үҙегеҙ тураһында ишеткем килгәйне.
– Беҙ уны яманлағандан һөйләмәйбеҙ, харап уңған ҡыҙ, эште өтөп алып бара. Уның кеүек йәштәр һирәк хәҙер. Һуңғы мәлдә генә ниңәлер ыңһарлап йөрөй. Ире үткән яҙ армияға китеп барҙы, айҙан артыҡ ҡына бергә йәшәп ҡалдылар шул. Күңеле китек.
– Һеҙ һаман Зөбәржәт тураһында. – Лотфи шулай ти, үҙе ҡатындарҙың теле асылыуға ҡәнәғәт.
– Үҙебеҙ тураһында ни әйтәйек инде? Иртән торабыҙ ҙа – бер эш, һыйыр һауабыҙ. Аллаға шөкөр, быйыл үлән шәп, малдар туҡ, һөт тә арыу.
– Яҙһағыҙ, Латифаны маҡтағыҙ, унан да күп һөт һауған кеше юҡ...
Шулай һөйләшеп йөрөй Аҡбулатов, үҙе тирә-яғына күҙ һала: Зөбәржәт күренмәйме? Ҡайҙа ғәйеп булды әле ул? Берәй аласыҡта ултырамы?
Һауыу аппараттары ҡуйылған түбәлекте әйләнеп сығып, түбән яҡҡа күҙ һалғайны, йылға буйында бөксәңләгән берәү күҙенә салынды. Зөбәржәт бит. Биҙрәләр йыуып йөрөй. Ҡатындарҙың төртмә һүҙен дә онотоп, Лотфи шунда ыңғайланы.
Зөбәржәт башын ҡалҡытып бер ҡараны ла эшен дауам итте.
– Теге кешең ҡайҙа? – Тауышы ҡоро, ятһыныулы.
– Ул күрше колхозға китте. Зөбәржәт, беҙгә һөйләшергә кәрәк бит әле.
– Һораш һуң. Анау кеше алдында һөйләшкем килмәне. Ҡарға күҙен ҡарға суҡыймы?..
– Беҙгә хат яҙғанға тиклем бүтән ергә мөрәжәғәт итмәгәйнегеҙме?
– Ул хаҡта мин әсәйемә лә әйтмәнем. Тағы ҡайҙа барайым?
– Был бит суд эше. Бәлки...
– Һы, әйттең хәбәрҙе. Беренсе секретарҙы суд ни эшләтә ала?
Зөбәржәт ҡыйырһытылған, дөрөҫлөк табыуға өмөтө юҡ кешеләрсә киҫә-киҫә һөйләй. Һәм дөрөҫ әйтә. Беренсе секретарҙы, Юғары Совет депутатын, кем хөкөмгә тарттырһын? Унан һуң, Һағынбаев ҡылған енәйәтте кем күргән? Ана бит, бүлек мөдире ни һөйләй, беренсе секретарь һауынсы бисә менән исем бысрата буламы, ти. Хужаһына һүҙ тейҙермәү яғын ҡайыра. Ә бит Зөбәржәт кеүек һылыуҙар әллә кемде лә ымһындырыр...
– Уның машинаһына ултырмаҫҡа кәрәк булғандыр ҙа...
Зөбәржәт йыуған биҙрәһен ситкә алып, ҡулын яурыны аша һалған сепрәккә ҡорота-ҡорота, көрһөнөп ҡуйҙы.
– Их, ағай... Уның шул тиклем яуыз уйлы кеше икәнен белһәм... Иремә посылка ебәрәһем бар ине. Әсәйем йөрөй алмай бит инде. Тиҙ генә ҡайтып әйләнмәксе булдым да... Тегенең үҙемә күҙен майландырып ҡарап йөрөгәнен дә һиҙә инем. Улай ҡабалан йомошоң булғас, әйҙә, өйөңә тиклем алып барып ҡуям, тине бит инде был. Мин, иҫәр, ултыр ҙа кит... — Зөбәржәттең тауышы ҡалтыранды.
– Ә шоферы кем ине? Һин элек күргән кешеме?
– Машинаһын үҙе йөрөтә лә инде ул. Шоферы булһа... Ул әҙәмде күрҙеңме һуң әле, ағай? Нимә һөйләй?
– Килгән ыңғайы уҡ эргәһенә инеп сығырға уй бар ине, ярҙамсыһына, әлегә бушамайым, аҙаҡтан һөйләшербеҙ, тигән. Уны һис һүҙһеҙ күрәсәкмен. Ә һин бөтәһен дә тәртип менән һөйлә әле, Зөбәржәт.
Йәш, һылыу ҡатындың аҡ йөҙөн ҡара һөрөм япҡан, сөм-ҡара күҙҙәрендә генә түгел, икенән үргән дегет-ҡара сәстәрендә лә хәсрәт ыҙаһы сағылған төҫлө.
– Нисек итеп уның бөтәһен дә һөйләйһең инде... – Зөбәржәттең тауышы ишетелер-ишетелмәҫ кенә сыҡты.
– Һөйләмәһәң, мин нисек итеп яҙайым?
Зөбәржәт байтаҡ өндәшмәй торғандан һуң ғына телгә килде.
– Юлға сыҡҡас, мине маҡтарға тотондо. Шәп һауынсы һин, районда беренсе итәм мин һине, депутат итеп һайлатам, орден да бирербеҙ, ти, тағы әллә нәмәләр һөйләй.
– Бик хәтәр вәғәҙәләр биргән икән шул.
– Һәй, уның хәбәре, бер ҡолағымдан инә, икенсеһенән сыға. Уны-быны күреп өйрәнмәгәс ни, шул тиклем хәбәрҙе ниңә һөйләй әле был, тип аптырап килә инем... – Зөбәржәттең һүҙе йәнә өҙөлдө, күҙе йәшкәҙәүен күрһәтмәҫ өсөн, башын сит­кә борҙо. Байтаҡ өндәшмәй торғас, һүҙен ялғаны: – Шишмә башындағы сауҡалыҡҡа еткәйнек... Унда бер ҡара ҡайын бар, шул миңә ҡара ҡайғы алып килде инде әллә... Мотор ҡыҙҙы, аҙ ғына туҡтап торайыҡ, тип машинаһын ситкә борҙо. Шул саҡ һикереп төшөп кенә йүгерһәм... – Зөбәржәт был юлы тыйыла алманы, үкһеп илап ебәрҙе. Лотфи ҙа уға бер һүҙ ҡуша алмай. – Хәҙер нишләйем инде мин?.. – Ҡыҙҙың яурындары дерелдәй. – Иремдең күҙенә нисек күренермен?.. – Уның һүҙҙәре ҡанлы йәшкә буялған төҫлө.
Лотфи Аҡбулатов ул саҡта ниңәлер үҙен дә ошо яман эштә шаһит һымаҡ итеп тойғайны. Ул Зөбәржәттең һөйләгәндәренә бер һүҙһеҙ ышана, шул уҡ ваҡытта район башлығының шундай яуызлыҡ ҡылыуын да башына һыйҙыра алмай ине.
Тора биргәс, Зөбәржәт үҙенең күңелендә яралған уйын да әйтеп һалды:
– Һеҙҙән дә ярҙам булмаһа, райкомға барып битенә төкөрәм дә башымды алып сығып китәм... Ҡабат ауылға әйләнеп ҡайтмайым.

* * *
...Зөбәржәттең ул саҡтағы ошо һүҙҙәре иҫенә төшкәс, Лотфи Аҡбулатов, әҫәрләнеп, салҡан әйләнеп ятты. Поезд тәгәрмәстәре бер тигеҙ шаҡылдап рельс баштарын һанауҙы дауам итә, вагон һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә бәүелгән ыңғайға ул йылдар аша килгән тауышты ишеткәндәй була: “...ҡабат ауылға әйләнеп ҡайтмайым”. Хәтәр һүҙҙәр бит!..
Зөбәржәттең ниңә ситкә сығып китеүен хәтерләне Аҡбулатов. “Бына хәҙер килеп ҡайтҡан. Илдең боларыуы арҡаһында инде. Ситтә йөрөгәндәр хәҙер үҙ иленә ҡасаҡ булып ҡайта. Иҫтәр китмәле, – тип уйлай Аҡбулатов. – Ә ниңә шул үткәндәрҙе бөгөнгөгә килтереп ялғаған һуң әле Зөбәржәт? Һағынбаевтың етәксе эштән китеүенә лә байтаҡ йылдар үтте...” Аҡбулатов белә: түрәлек рәхәтлеген татыған ул кеше, илдә үҙгәрештәр башланғас та әле юғары ынтылып ҡараны, туҡһанынсы йылғы һайлауҙарҙа Юғары Советҡа депутат булырға ла ымһынды. Кан­дида­тура­һы үтмәгәндән аҙаҡ уның исеме намен­клату­ра­ла­ғы­лар араһынан төшөп ҡалды. Ә теге саҡта ул Аҡ­бу­ла­тов­ты тәким ҡабул итеп һөйләшмәгәйне. Үҙенә һүҙ тей­мәҫенә, гәзит хәбәрсеһенең бер ни ҙә ҡыла алмаҫына ышанғандыр. Лотфи Аҡбулатов иһә, кешеләрҙе шаҡ ҡатырмаҡсы булып, хәтәр мәҡәлә яҙып индергәйне мөхәрриргә. Бер нисә көн үткәс, уны саҡыртты, Зөбәржәттең хатын да алып инергә ҡушты.
– Дә-ә-ә... – тигән өн сығарып, ғәҙәте буйынса һуҡ бармағы менән өҫтәлде сүкеп алғас, өҙә генә әйтте: – Был хат барлығын да, районға барып нимәләр ишеткәнеңде лә онот, Аҡбулатов. Беҙ шундайын яуаплы партия етәкселәренә бысраҡ яға алмайбыҙ. Булдымы? Беҙҙең был һөйләшеү ҙә ошо бүлмәлә ҡалырға тейеш. Ә мал аҙығы әҙерләү барышы тураһында материал алып ҡайтмағаның өсөн, телдән шелтә бирәм.
Ни тиһен Лотфи? Башына һуҡҡан һымаҡ сығып китте лә йөрәк көйҙөргөс уйҙарын эсенә йотто. Хәҙер килеп, ошо яманлыҡты баҫып ҡалдырғаны өсөн, уның өҫтөнә ғәйеп ырғыталар...
“Осрашҡас, Зөбәржәткә бөтәһен дә һөйләп бирермен, – тип үҙен йыуатырға тырыша Аҡбулатов, күҙҙәрен йомоп, серемгә китергә самалай. – Тик был ғына Зөбәржәттең армы-тормо килгән, ситтә заяға үткән тормошон йүнәтеп ебәрә аламы ни?” – тигән уй килә лә йәнә уның йоҡоһон осора.

* * *
Лотфи Аҡбулатов хәҙер инде, теге йылдарҙағы шикелле, эште ҡайҙан тотоп башларға белмәй йөрөгән хәбәрсе түгел. Заманы ла икенсе, теҙгенде ҡыҫҡа һәм ҡаты тотҡан райкомдар әллә ҡасан туҙҙырылған, кәрәк булһа, район хакимиәтенә аҙаҡтан да инеп һөйләшергә мөмкин. Тура совхоз үҙәге урынлашҡан ауылға барырға ла Зөбәржәт Фатҡуллина менән осрашырға.
Поездан төшкәс тә ул автостанцияға китте. Совхоз үҙәгенә барып еткәндә сәғәт ун бер ҙә булмағайны әле. Аҡбулатовтың тәүҙән үк бындағы етәкселәргә лә күренеп йөрөгөһө килмәне. Зөбәржәт бер етем әбейҙә фатирҙа тороуын яҙғайны, шуларҙы эҙләп китте.
Ҙур ауылдың ситендәге иҫкергән, бағанаһы ҡыйшайғанлыҡтан йығылырға торған ҡапҡалы, дүрт мөйөшлө генә өй икән. Ихата эсе лә ташландыҡ төҫтә: кәртә буйҙарын оҙон кесерткән, алабута баҫҡан, ҡура тирәһе лә ярым емерек, был хужалыҡта мал-тыуар кеүек нәмә лә юҡтыр, күрәһең. Аҡбулатов таҡталары иҫкереп, ҡараһыу төҫкә ингән соландың ишеген тартты. Өй ишеге шар асыҡ.
– Хужалар өйҙәме? – тип тауыш бирҙе ул.
– Кем бар унда? – тигән һорау артынса тупһа алдында бер ҡатын-ҡыҙ күренде.
Аҡбулатов уға ҡараны ла өнһөҙ ҡалды. Шул уҡ оҙонсараҡ ап-аҡ матур йөҙ, һөрмәле күҙ ҡарашы, ҡыйылып торған ҡара ҡаштар. Зөбәржәт шундай йәп-йәш ҡиәфәттәме икән? Китсе...
– Миңә Зөбәржәт Фатҡуллина кәрәк ине, – тигән булды, аптырауын белдермәҫ өсөн.
– Әсәйем йомош менән киткәйне, хәҙер ҡайтыр. Әйҙә, үтегеҙ. – Ҡатын артҡараҡ сигенеп юл бирҙе һәм Аҡбулатов тупһа аша атлағас та, уға ҡыйыу ғына һынамсыл ҡараш ташлап, һораны:
– Ә һеҙ кем булаһығыҙ?
Түрҙәге тар урындыҡта ятҡан әбей башын ҡалҡытты.
– Кем килгән, Фирдәүес?
– Бына... бер ағай. Үтегеҙ, ултырығыҙ.
Тимәк, Фирдәүес – Зөбәржәттең ҡыҙы. Шул тиклем дә оҡшар икән кеше, хәс әсәһе, һуйған да ҡаплаған. Тик йәшел һәм ҡараһыу зәңгәр төҫтәге ебәктәй ялтлап торған салбарҙан булыуы, тиртеү түшен ҡаплар-ҡапламаҫ ҡыҫҡа еңле аҡ кофтаһы ғына уның Зөбәржәт түгел, ә заманса йәш ҡатын икәнен белдерә.
Түр урындағы әбей тороп ултырҙы. Ныҡ ҡартайған, битен һығып алып киптергән иҫке сепрәк кеүек сырыш баҫҡан.
– Ҡайһы яҡтан килеп сыҡтың, улым? Ни эш менән йөрөйһөң? – Әбейҙең тауышы ҡалтыраныбыраҡ сыға.
– Өфө яҡтарынан мин, апай. Гәзиттән килгәйнем.
Ҡулын түшенә ҡаушырып, мейес эргәһендә баҫып торған Фирдәүестең ҡыйғас ҡаштары һикереп ҡуйҙы, ауыҙынан ишетелер-ишетелмәҫ кенә һүҙҙәр сыҡты:
– Һөйләнә ине, тәким яҙған икән.
– Ҡыҙым, кеше юлдан һыуһап килгәндер, сәй ҡуйып ебәр, — ти әбей, ҡунаҡты иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫ өсөндөр инде: – Өфөлә ниндәй хәлдәр бар? – тип һорай.
Фирдәүес самауырын күтәреп соланға сығып китте, Аҡбулатов, әбейҙең Өфө хәлен һүҙ булһын өсөн генә һорауын белһә лә, ихлас яуап бирергә тырышты.
– Әкренләп йәшәп ятабыҙ, апай. Тормош ауырлығына зарланып, ҡул ҡаушырып ултыра торған заман түгел, әл-йүл итәбеҙ.
– Дөрөҫ әйтәһең, улым. Бына мин ауыр тормоштоң ҡайһылай икәнен дә белмәйем, әллә еңелен күрмәгәнгә инде. – Әбей, тешһеҙ ауыҙын ҡулы менән баҫып, кеткелдәп көлә.
Аҡбулатов тормоштоң әсеһен-сөсөһөн күп татыған бына шундай өлкән кешеләрҙең күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәүен күргән һайын аптырай: әҙәм балаһына ошондай көс ҡайҙан килә?
Тышта солан ишеге асылды һәм шунда уҡ Фирдәүестең тауышы ишетелде:
– Әсәй, һиңә гәзиттән килгәндәр.
– Нимә, нимә? Гәзиттән, тиһеңме?
– Эйе. Бар, ин, ул ағай беҙҙә ултыра.
Зөбәржәт инде лә тупһа алдында туҡтаны, бер араға өндәшмәй торҙо. Кәүҙәгә ҡуранысланған, йөҙөн һорғолт тут баҫҡан, ҡасандыр матурлыҡ һирпкән күҙҙәренең ҡабағы ҡапсайыбыраҡ торған кеүек. Бынан утыҙ йыл элгәрге һылыу ҡыҙҙы уның эргәһенә килтереп ҡуйһаң...
Аҡбулатов торҙо ла үҙе башлап һүҙ ҡушты:
– Һаумыһығыҙ, Зөбәржәт.
Зөбәржәт ҡаушабыраҡ ҡалғайны шикелле (бәлки, теге саҡтағы йәш егет урынына сал сәсле олпат ирҙе күреүҙәндер), аяҡтарын шылдырып тигәндәй баҫып, уға яҡынлашты, тиреһе сырышҡан, суҡ һөйәктәре беленеп торған ҡулын күрешергә һуҙҙы.
– Һаумыһығыҙ. Аҡбулатов ағай булаһығыҙ бит инде?
– Танынығыҙ шулай ҙа. Хәҙер инде сал сәсле ҡарт булынды.
– Һеҙ матур көйө әле, бына беҙ... Эй, ярар ҙа, һүҙҙе унан башламайыҡ, – тип ҡулын киҫкен һелтәп ҡуйҙы Зөбәржәт. Киҫә генә әйтелгән был һүҙҙәр Аҡбулатовҡа бынан утыҙ йыл элгәрге йәш ҡатынды хәтерләтте. – Минең хатты алдығыҙ инде? – тип пружинаһы бушауҙан ялпашып бөткән диванға ултырҙы.
– Алдым. Уҡыным. Әллә ниҙәр уйланып бөттөм.
– Шулайҙыр шу... Мин дә уны яҙғас, биш көн буйы почтаға алып бармай йөрөнөм. Юҡҡа кешене мәшәҡәтләйем, мин әйтәм...
– Теге саҡта ла яҙыуым бушҡа китте, гәзит хәбәрсеһе бер ни ҙә эшләмәне, тигәнһегеҙҙер инде?
– Дөрөҫөн әйтәм: уныһын да уйланым. Тик, яҙһағыҙ ҙа, әллә ни үҙгәрмәгән булыр ине.
– Мин яҙғайным да, уны баҫып сығарырға рөхсәт итмәнеләр. Ә хәҙер заман икенсерәк.
– Нимәһе икенсе? Нимәһе үҙгәргән һуң уның? – Зөбәржәттең нуры ҡайтҡан, ҡоро ҡарашында уҫал осҡондар һикергеләне. – Бына мин теге яҡтан ҡайтҡаны бирле өс тапҡыр район хакимиәтенә барып, башлыҡ тигән кешегә инә алмай ҡайттым. Үткәрмәйҙәр, труд бүлегенә, соцсобесҡа бар, тиҙәр, ә улары минең ҡыуылып, ҡасаҡ булып ҡайтҡаным тураһында әллә ниндәй ҡағыҙҙар һорайҙар ҙа, беҙ бер ни хәл дә итә алмайбыҙ, тип сығарып ебәрәләр. Ҡыҙымдың, ана, ике балаһын да ире бирмәй алып ҡалды, ҡулында бер документы, хатта, эшкә урынлашайым тиһә, паспорты юҡ. Бөтәһен дә һыпыра тартып алып, өйҙәренән ҡыуып сығарғандар. Үҙемә пенсия йәшем тулғансы ике йыл эшләргә кәрәк. Ә беҙ тыуған еребеҙгә ҡайтып, эшһеҙ берәҙәк булып йөрөйбөҙ...
Зөбәржәттең күңеле йомшарҙы, һүҙе өҙөлөп, башын ситкә борҙо. Аҡбулатовтың күңеле сәңкей: ил буталғандан аҙаҡ ни хәтлем кеше ошондайын аяныслы яҙмышҡа дусар ителде. Ул хатта Өфөнөң хакимиәт башлығының бер сығышындағы һүҙҙәрҙе ирекһеҙҙән хәтеренә төшөрҙө: урамда ташландыҡ эттәр күбәйҙе, уларҙан сир тарала, был хужаһыҙ эттәрҙе ауларға, бөтөрөргә кәрәк, тигәйне ул. Ошо саҡта ҡала башлығы урам тулы ҡасаҡтарҙы (улар араһында ниндәй милләт кешеләре генә юҡ!), һаҡал баҫҡан, һөрһөгән, аяҡтарын саҡ һөйрәп атлап йөрөгән берәҙәктәрҙе, урам мөйөштәрендә ултырған хәйерселәрҙе күҙ алдына килтерҙеме икән? Хужаһыҙ эттәрҙән дә күберәк үҙҙәре. Аулап та, атып та бөтөрөп булмай. Улар булмаһын өсөн, йәмғиәт төҙөлөшөндәге буталсыҡтарҙы бөтөрөү, әҙәм балаларына әҙәмсә йәшәү шарттары тыуҙырыу кәрәк. Ә ул ташландыҡ эттәр тураһында хәбәр һөйләп маташа...
– Үҙегеҙҙең паспорт барҙыр бит? – тип һүҙ ялғаны, бер аҙ өндәшмәй ултырғас, Аҡбулатов.
– Бар ҙа, унан ни файҙа? Торор ер булмағас, уны теркәмәйҙәр. Был ауылдың башлығы булып теге Һағынбаев тигән эт ултыра... Шулай булғас...
Соландан ҡабалан атлап Фирдәүес килеп инде лә әсәһенең һүҙен бүлде:
– Әсәй, һөйләмә инде бөтәһен дә.
Зөбәржәт, икеләнеп, туҡтап ҡалды. Аҡбулатовтың мейеһен: “Бәй, ул бәндә һаман эшләп йөрөймө икән ни?”– тигән уй телеп үтте.
Һөйләшкәнде бығаса өндәшмәй тыңлап ултырған әбейҙең ҡалтырауыҡ тауышы тынлыҡты боҙҙо:
– Ҡәһәр һуҡмай бит шул әҙәм аҡтығын.
– Һуҡты, ти... Юғарыла ултырғандарға ярай белгәс, пенсия йәше күптән үтһә лә, күкрәк киреп, һаман әҙәм башынан аша ҡарап йөрөй. Мин барһам, ғүмерендә тәү күргән кешеләй, торор ер тап, эшкә ин, шунан паспортыңды теркәрбеҙ, ти, ә совхоз контораһында, тәүҙә учетҡа тор, шунан килерһең, тиҙәр. Һағынбаевҡа ҡыҙым барғайны...
– Әсәй!.. – Был һүҙ Фирдәүестең йөрәген ярып сыҡҡандай тойолдо.
Зөбәржәт ҡыҙына киҫкен боролоп ҡараны.
– Ярар, тыйма. Әйтеп бөтәм. – Фирдәүес йүгерә-атлай сығып китте, артынан ишекте лә ябып ҡуйҙы. – Ғәрләнә. Тик әшәкене ғәрлек менән генә бөтөрөп буламы ни?.. Ул әҙәмгә ҡыҙым да барғайны...
– Һағынбаев кем булып эшләй?
– Ауылдың хакимиәт башлығы... Барғайны, шул әйткән, һин бит бынамын тигән матур ҡатын, был хаҡта бында түгел, Ҡара ҡайын шишмәһе буйына барып һөйләшәйек. Паспортың да, эшең дә булыр, совхоз йортонан фатир бирербеҙ, ти икән. Бына бит нисек, Аҡбулатов ағай, ә һеҙ, замандар хәҙер икенсе, тигән булаһығыҙ. Нимәһе үҙгәргән һуң уның?
Лотфи Аҡбулатов бер һүҙ ҙә әйтә алмай. Бына ҡайһылайыраҡ икән хәлдәр. Утыҙ йыл элек булған ваҡиға ана нисек итеп бөгөнгөгә килеп тоташа. Лотфи хаттағы юлдарҙы хәтерләй: “Ул бынан утыҙ йыл элек яҙмай баҫып ҡалдырған яманлыҡтың хәҙер тағы минең тормошома ҡара йылан булып килеп ингәнен күрер, үҙе өсөн фәһем алыр, тим...”
Әбей уҡына-уҡына урынынан иҙәнгә шыуып төшөп, кәлп-көлп атлап тышҡа сығып киткәс, Зөбәржәт башын эйеп, көсәнеп тигәндәй тағы ла хәтәрерәк һүҙ әйтте:
– Ә бит Фирдәүес уның ҡыҙы…
Аҡбулатов шаңҡыны, хатта сырайы ағарып киткән һымаҡ булды, аптыраулы ҡарашын Зөбәржәткә төбәне.
– Эйе, шулай... – Зөбәржәттең тауышы тамағынан ҡыҫылып сыға. – Ауырлы икәнемде белгәс, райкомға барып, Һағынбаевтың битенә төкөрөп сығып киткәйнем мин теге саҡта. Сит яҡҡа ҡасып китеп булһа ла таптым баламды, үҫтерҙем, кеше иттем. Ул бер үзбәккә тормошҡа сыҡты, ике балаһы тыуҙы, бына хәҙер килеп ҡыуылып ҡайттыҡ. Ят ярлыҡамай, үҙеңдеке үлтермәй, тиҙәр ҙә... Бында ҡайтһаҡ, әлеге Һағынбаев... Уныһы яттарҙан да яманыраҡ... – Зөбәржәттең күҙ йәштәре тут баҫҡан, хәсрәт томалаған бите буйлап тәгәрләй, танауын тартып ҡуя, ауыр көрһөнә.
– Ә... ы-ны... Фирдәүес беләме һуң... атаһы кем икәнен?
– Юҡ... ҡайһылай итеп әйтәйем мин уға? – Зөбәржәт ҡул һырты менән йәшен һөрттө. – Бына ҡайһылайыраҡ бит ул хәлдәр, Аҡбулатов ағай. Шунан әйтегеҙ инде, беҙҙе ошондай ауырлыҡтан кем ҡотҡара ала?
– Мин ҡулымдан килгәндең бөтәһен дә эшләргә һүҙ бирәм, Зөбәржәт. Был юлы һис ни алдында ла туҡтап ҡалмаясаҡмын.
Аҡбулатов был һүҙҙәрен бик тәьҫир­ләнеп, Зөбәр­жәткә яуап биреүҙән биге­рәк үҙ-үҙен дәртлән­дерергә, үҙ-үҙенә ышанысты нығытырға теләгән кеүек әйтте.
Зөбәржәт уры­ны­нан ауыр күтәрелде, ишекте асып, өндәш­те:
– Фирдәүес, һин ҡайҙа? Сәйеңде йә­һәтлә әле.
Сәй эскәндә был турала ҡабат һүҙ яңырманы. Китергә йыйынғас ҡына Аҡбулатов:
– Мин бындағы етәкселәрҙе лә күреп һөйләшәм, район башлығына ла керәм. Артыҡ хәбәр һөйләмәм, әммә был яманлыҡтың осона сығырмын, – тип йәнә бер тапҡыр вәғәҙә бирҙе. Ә башында: “Ниндәй ғибрәтле ҡара ҡайын ул? Барып күрергә кәрәк”, – тигән уй ине.
Зөбәржәттең яҙмышы ныҡ тетрәндергәйне уны. Әлегә башындағы буталсыҡ уйҙарҙы тәртипкә килтерә алмай, тик бер нәмәне асыҡ белә: Һағынбаевтарҙың һөрһөгән булмышын фаш итәсәк.

* * *
Ауыл хакимиәтенә барғанында, Һағынбаев төшкөлөккә ҡайтҡан еренән килмәгәйне әле. Бында эшләүсе бүтән ҡатын-ҡыҙҙар бер бүлмәгә йыйылғандар ҙа ярышып-уҙышып гәп һуғалар ине. Асыҡ ишектә ят кеше күренгәс, ҡыҙыҡһыныулы ҡараштарын төбәп, тынып ҡалдылар. Шунан береһе һораны:
– Һеҙгә кем кәрәк?
– Һағынбаевты күрергә ине.
– Ул обедта.
Икенсеһе өҫтәне:
– Уның тиҙ генә килмәүе лә бар әле.
– Ниңә, берәй эш менән киттеме?
– Эш тип... өй күтәртә ул, өмәселәре тирәһендә йөрөйҙөр.
Лотфи Аҡбулатов, үҙенең кем икәнлеген әйтеп, берәйһен уны саҡырырға ебәрмәксе иткәйне, был уйынан кире ҡайтты. Бәлки, Һағынбаев оҙаҡламай килеп етер, килмәһә, үҙе уның эргәһенә барыр, ниндәйерәк өй һалдырып ята икән – күрер.
– Ауыл башлығына өй кәрәк инде, – тип ҡатын-ҡыҙҙарҙың һүҙен йөпләне ул. – Хәҙер етәкселәр фыртым йәшәргә ярата.
– Әле йәшәгән ере лә насар түгел ине лә, – тине өлкәнерәк йәштәге ҡатын. – Совхоздың дүрт бүлмәле фатирында тора.
Күрәһең, Аҡбулатов быларҙың “ауыртҡан еренә” баҫты, икенсеһе һүҙҙе артабан теҙҙе:
– Бына беҙҙең хәҙерге ауырлыҡ заманда яңы өй һалырға бер ҙә ҡул ҡысып тормай. Малайы миллионлап аҡса таба, үҙенең ҡулында – власть менән мисәт, шуға ҡотороп ҡылана.
Хәбәрсе кешегә ана шулай кешеләрҙең теле асылыу ғына кәрәк.
– Улы ҡайҙа эшләй һуң? – тип һорай Аҡбулатов, ҡыҙыҡһыныуы арта төшөп.
– Ошондасы. Бәләкәй предприятие тип тәүҙә тире иләү цехы асып ебәргәйне, хәҙер кирбес заводы төҙөтә. Әүәлге байҙарҙан да былайыраҡ ҡылана, япун машинаһында ғына йөрөй.
– Һағынбаев беренсе секретарь сағында һеҙгә, моғайын, бер баш артыҡ мал тоторға ла рөхсәт итмәгәндер. Хәҙер килеп...
– И-и-и, абзыҡайым, власть башында ултырып, иркен йәшәп өйрәнгән кешенең нәфсеһе харап ҙур була икән ул. Беҙ, бахырҙар, ғүмер баҡый барына риза булып йәшәй бирәбеҙ, ә улар... – әлеге өлкәнерәк йәштәге ҡатын мәғәнәле итеп ҡулын һелтәне.
– Ниңә, совхоз директоры ике ҡатлы йорт һалдырғас, унан ҡалышмаҫҡа тырыша инде, – тип һүҙ ялғай икенсеһе. – Баш зоотехник та, үҙебеҙҙә кирбес һуғыу башланғас, мин дә шундай йорт һалдырам, тип торҙо әле.
– Эй, ҡоро тел, уға ҡалған яңыны һалдырыу. Әле торған өйөнөң ҡапҡаһын эшләтеп ҡуя алмай. Ул бит бисә-сәсә артынан сабырға ғына шәп.
– Ул яҡтан Сәйфи ағайың да ҡалышмай ҙа ул!..
– Хәс теге совхоздың ҡарт үгеҙе һымаҡ инде!..
Ҡатын-ҡыҙ берҙәм көлөп ебәргән мәлдә генә уҫал тауыш ишетелде:
– Ниндәй баҙар ҡорҙоғоҙ тағы?
Бүлмә ҡапыл шымтайҙы.
Ишекте кәбәндәй кәүҙәһе менән бөтөнләй тиерлек ҡаплап Сәйфи Һағынбаев баҫып тора. Һирәгәйгән сәсле түбәһе ишек башына тейә яҙған, киң яурындары ҡыҫҡа еңле аҡ күлдәген бына-бына йыртып ебәрер төҫлө. Шул уҡ сиртһәң ҡаны сығырҙай, тағы ла киңәйә төшкән ҡыҙыл сырай, алға кәксәйгән ауыр дүрткел эйәк...
Аҡбулатов, ултырған еренән күтәрелеп, уға табан атланы.
– Һаумыһығыҙ, Сәйфи Мәғсүмович.
Һағынбаев теләр-теләмәҫ кенә ҡулын һондо.
– Һаумыһығыҙ. Миңәме?
– Шулай ине.
Башлыҡ һалмаҡ аҙымлап үҙенең кабинетына йүнәлде. “Үҙен һаман әүәлгесә тота”, – тип уйлай Аҡбулатов һәм Зөбәржәттең, һеҙ замандар үҙгәрҙе, тигән булаһығыҙ, нимәһе үҙгәрҙе һуң уның, тип әсенеп әйткән һүҙҙәрен хәтерләй.
Һағынбаев өҫтәле артына инеп ултырып, ауыр ҡарашын ташлап алғас, һораны:
– Йә, ни йомош?
– Мине танымайһығыҙмы, Сәйфи Мәғсүмович?
Һағынбаев иғтибарлыраҡ ҡараш ташлап алды.
– Таныш йөҙ һымаҡ та...
– Бер йыл һеҙҙә иген ныҡ уңды, дәүләт планын күпкә арттырып үтәнегеҙ. Шул саҡта беҙ һеҙҙең менән баҫыуҙарҙа бергә йөрөп әйләнгәйнек.
– Кемдәр менән генә йөрөлмәне инде ул баҫыуҙарҙа?! Һеҙ ҡайҙан килдегеҙ?! Өфөнәнме?
Аҡбулатов һаман үҙ хәбәрен һөйләне.
– Ул йылда һеҙгә орден да биргәйнеләр.
– Ордендар миндә бишәү. Һәр береһен хәтерләй китһәң... Ниңә кәрәк булды әле ул һеҙгә?
Лотфи Аҡбулатов шартланы:
– Вәғәҙә иткәс, уларҙың береһен Зөбәржәт Фатҡуллинаға бирергә кәрәк ине, Сәйфи Мәғсүмович.
Һағынбаевтың күҙҙәре ҡапыл шарҙай булды, шунан әкренләп ҡыҫылды, уларҙа яһиллыҡ ҡуҙы баҙлап китте.
– Нимә һөйләйһегеҙ һеҙ? Ниндәй Зөбәржәт Фатҡуллина?
– Фирдәүестең әсәһе...
– Миңә әкиәт һөйләргә килдегеҙме ни? Минең былай ҙа эшем күп!
Аҡбулатов ошонан аҙаҡ ҡына үҙенең кем икәнен әйтте. Һағынбаев тиҙ генә һыуына алмайынса, ыҡ-мыҡ итте, ахырҙа:
– Тәүҙә үк шулай тиҙәр уны, – тигән булды.
– Мин Зөбәржәт Фатҡуллина һәм уның ҡыҙы Фирдәүестең ауыр хәле тураһында ишетеп килдем.
Һағынбаев тамағын ҡырҙы, яңаҡ һөйәктәрен уйнатып иренен ҡыҫты, дүрткел эйәген усланы, теш араһынан әйтте:
– Эйе, бар ундай ҡатын. Ҡасандыр еңел тормош эҙләп сығып киткән еренән кире ҡайтҡан.
Лотфи Аҡбулатов, асыуын йәшерә алмайынса, күҙен ҡыҫа биреп уға төбәлде.
– Бәлки, мәсхәрәгә ҡалғандан һуң кеше күҙенә күренергә оялыштан сығып киткәндер ул?
Сәйфи Һағынбаевтың сырайы буҙарҙы, туптай күҙҙәре түбәһенә менде.
– Миңә йомаҡ ҡойоп маташмағыҙ! Хәбәрселәрҙе күп күргәнмен һәм улар минең репутацияға ҡара яға алғаны юҡ!..
– Ҡыҙмағыҙ, Сәйфи Мәғсүмович. Мин бит кеше яҙ­мы­­шы тураһында һөйләйем, ә ауыл хакимиәте баш­лы­ғы уға битараф булырға тейеш түгел. Һеҙ, бәлки, яуап­лы эштәр мәшәҡәтенә күмелеп, бынан утыҙ йыл элекке Зө­­бәржәтте, шишмә башындағы ҡара ҡайынды онот­ҡан­һығыҙҙыр...
– Туҡтағыҙ әле, туҡта, ниҙәр һөйләйһегеҙ әле? Мушкаға алып ҡурҡытырға мин һеҙгә малай-шалай түгел! Мин һеҙҙең менән һөйләшергә теләмәйем!..
Аҡбулатовты уның яһиллығы ярһытһа ла, үҙен тыныс тоторға тырышты.
– Һөйләшерһегеҙ. Бынан утыҙ йыл элек Зө­бәр­жәттең хатын тикшерергә килгәнемдә лә һеҙ мине ҡабул итмәгәйнегеҙ. Әле мин һеҙҙән рөхсәт һорап тормайым. Сөнки мин һеҙҙең арҡала Зөбәржәттең ауыр яҙмышҡа дусар булыуын да, хәҙер килеп уның ҡыҙы Фирдәүесте шишмә башындағы ҡара ҡайын эргәһенә саҡырыуығыҙҙы ла яҡшы беләм. Теге саҡта Зөбәржәткә депутатлыҡ, орден вәғәҙә иткәнһегеҙ, ә Фирдәүескә фатир, эш бирмәк­сеһегеҙ икән. Утыҙ йыл үтте, ә хаҡты һаман бер сама түләмәксеһегеҙ.
– Етте!.. – Һағынбаев өҫтәлгә итләс ҙур усы менән шапылдата һуҡты ла урынынан торҙо. – Минең өҫкә бысраҡ өйөргә килдегеҙме? Не позволю!
Аҡбулатов торҙо ла уның ҡаршыһына килеп баҫты. Ҡуңғырт күҙҙәре нәфрәт менән яна, ҡарағусҡыл сырайында – сая ҡәтғилек.
– Мин үҙ ҡыҙына ҡара ҡайын эргәһенә барырға тәҡдим иткән кешенән дә әшәкерәк әҙәмде белмәйем! Фирдәүес – һинең ҡыҙың!
Сәйфи Һағынбаев тертләгәндәй итте, ҡапыл шиңде, нисек ҡабат ултырғанын үҙе лә һиҙмәне.
– Ни-мә?..
– Һис ниндәй шарт ҡуймайынса уларға фатир би­ре­геҙ, эшкә урынлаштырығыҙ. Бына минең адрес, те­лефон. – Аҡбулатов уның алдына визиткаһын һалды. – Ун биш көндән мин һеҙҙән ошо хаҡта яуап көтәм. Әгәр шуны эшләмәһәгеҙ, үҙегеҙгә ҡарап үпкәләгеҙ. Һеҙ­ҙең яуызлыҡты бөтә республика беләсәк. Хушығыҙ.
...Ҡара ҡайын шишмәһе тәңгәленә еткәс, Аҡ­бу­ла­тов совхоз директоры район үҙәгенә тиклем ебәргән машинаны туҡтатты. Шишмә юлдан егерме-утыҙ метр сит­тәрәк. Ул ерҙән бер метрҙай ғына күтәрелгән кәлтә таш аҫтынан урғылып сығып ята, ә кәлтә өҫтөндә – бөтә олоно ҡараһыу туҙ менән ҡапланған, кәк­рә­йе­бе­рәк үҫкән лөпөш ҡайын. Йәшел япраҡтарын көн би­те­нә йылтыратып ултырған ап-аҡ тәнле сауҡалар ара­һын­да ул бөтөнләй ят ҡарасҡы төҫлө күренә. Аҡ­бу­ла­тов­тың башына ниңәлер “Ә япраҡтары бүтән ҡа­йын­дар­ҙыҡы кеүек”, – тигән уй килә.
Ғәжәп матур урын, ял итеп, яҡты донъяла йәшәүеңә ҡыуанып кинәнерҙәй ер. Һәм шуны Һағынбаев яуызлыҡ ҡылыу төйәгенә әйләндергән...
Ауыр көрһөнөп, Лотфи Аҡбулатов машина яғына атланы.
Ошо хәлдән аҙаҡ ун биш көн дә үтмәҫ борон мөхәррир Лотфи Аҡбулатовты саҡыртып алды.
– Теге саҡта үҙһүҙләнеп киткәйнең дә коман­ди­ров­ка­ға. Бына, – мөхәррир уға ҡағыҙ битен һондо, – район хакимиәтенән һинең турала хат.
Аҡбулатов, бер ни ҙә уйларға өлгөрмәйенсә, хатҡа күҙ йүгертте. Унда гәзит хәбәрсеһенең район ха­ки­миәтенә инеп тә тормай ҡасаҡтар яҙған хатты тик­ше­реп йөрөүе, абруйлы, саф намыҫлы ауыл ха­ки­миәте баш­лығы Сәйфи Мәғсүмович Һағынбаевҡа әҙәм ышан­маҫ яла яғыуы, мыҫҡыл итеүе һәм үҙ шарт­та­­­рын ҡу­йып, әгәр улар үтәлмәһә, үс алырға вәғәҙә итеп яна­уы яҙылғайны. “Хәбәрсегеҙҙең ошон­дай баш-баш­­таҡ­лы­ғына тейешле баһа бире­үе­геҙ­ҙе һо­ра­йым”, – тигән ҡәтғи һүҙҙәр аҙағына район ха­кимиәте башлығы, республика ҡоролтайы депутаты ҡул ҡуйған.
Хат Аҡбулатовты шаңҡытҡайны, бер һүҙ ҙә әйтә алмай торҙо.
– Йә, ни тиерһең? – Мөхәррир уға сәгер күҙҙәрен ҡыҫа биреп ҡараны. – Шул ҡасаҡтарға ҡыҫылма, тип әйттем бит мин һиңә.
Лотфи ҡағыҙҙы мөхәррир алдына кире һалды, сикәһен тызыны, шунан киҫә генә әйтте:
– Был ғибрәтле тарих тураһында мин бөтәһен дә ярып һалып мәҡәлә яҙасаҡмын.
– Кәрәгерме икән? Район хакимиәте башлығын президент тәғәйенләй, ә ауылдыҡын – район башлығы. Шуны беләһеңдер бит?
Аҡбулатов уға аптырап ҡараны.
– Әлбиттә...
– Башлыҡтар эшенә тығылыу, уларҙы тәнҡитләп ма­та­шыу гәзиткә файҙа бирмәйәсәк. Мин был хаҡта юға­рылағы иптәштәр менән дә һөйләшкәйнем дә... улар­ҙың фекерҙәре лә шундай.
Бына һиңә кәрәк булһа! Ул мөхәррир ауыҙынан бын­дай һүҙ ишетермен тимәгәйне. Ни әйтергә белмәй тор­ҙо ла Лотфи Аҡбулатов:
– Улай булғас, һеҙгә мине язаға тарттыраһы ғына ҡала, – тип, ишеккә йүнәлде. Был мәлдә уның мейеһен бер һорау һулҡылдата ине: “Заманалар үҙгәрҙе, тибеҙ. Нимәһе үҙгәрҙе һуң?..”

Ноғман МУСИН
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы.

Автор:
Читайте нас: