– Ундай хәлдәр ысынында булмай, ти атайым, үәт! Уларҙы яҙыусы ағайҙар уйлап сығара ла яҙа, ти. Кәрт уйнағанда Зариф бабай төрлө әкиәт һөйләй бит, шуның һымаҡ... – Алмас ҡапыл кәйефе төшөп киткән дуҫын йыуатҡандай итте. “Их, нишләп беҙҙең тормош шул малайҙарҙыҡы һымаҡ түгел икән!..” – тип йәшерен хыялын ирекһеҙҙән асып һалғайны шул баяраҡ.
Зариф ағай һөйләргә оҫта шул. Эргәһендә ултырған кешеләр тураһында әкиәттәренең ҡайһыһына ышанырға ла белмәҫһең хатта. Ышанмаҫ инең, бына бит ул – Харис ағай үҙенән көлөшкән кәртселәр араһында тыйнаҡ ҡына йылмайып ултыра, бер ҙә, юҡ, улай булманы, тип әйтмәй. Ә ышанһаң – ай-һай... Олоғайғас, Шәфҡәт тә шулай, Зариф бабай һөйләгән Харис бабай һымаҡ, бынау китапта яҙылған малайҙар һымаҡ, төрлө мажараға юлығыр, уның батырлыҡтары хаҡында Алмас һөйләп ултырырмы икән?
Әлегә малайҙы, дуҫының ҡайтыуынан бигерәк, мөғжизәле китапты алып китәсәге борсой. Биреп тормаҫ инде ул, әсәһе шунда уҡ күрер. Ҡайтҡас уҡ тартып алып, бысранған-ниткән ере юҡмы, тип тикшереп сығып, төпкәрәк йәшереп ҡуйыр әле. Былтыр Илүзә апаһының бер китабын алып сығып, яңылыш йыртҡас, бик ныҡ орошҡандарын онотмаған әле. Улар йыртманы, әлбиттә, алдан йыртыҡ ине ул китап бите. Шулай ҙа ҡаты әрләнеләр, Алмасҡа сыбыҡ та эләкте.
– Һин нисек уҡырға өйрәндең быны? – Шәфҡәт әҙ генә булһа ла ваҡыт һуҙыр өсөн һораны – ҡыҙыҡ та инде, кеше мәктәпкә бармаған, ә уҡый белә. Маҡтансығыраҡ Алмастың өҫтөнлөклө яғынан ыңғайына һыпырҙы шулай.
– Илүзә апайымды әрләй-әрләй дәрес әҙерләтәләр. Ә мин эргәһендә ҡарап ултырам, – тип эре генә яуапланы теге, был эштең иҫ китерлеге юҡ икәнен аңғартырға теләп. – Шулай өйрәнеп кителде инде. Ә мәктәпкә беҙ бергә барырбыҙ ул, унда уҡырға ғына түгел, яҙырға ла өйрәтәләр, тағы ла әллә ниндәй ҡыҙыҡ нәмәләргә...
– Әрләмәйҙәрме икән, апайыңды һымаҡ?.. – Шәфҡәт китапты яңы күргәндәй ҡарай-ҡарай һаман ваҡыт һуҙыуын белде.
– Илүзә апай үҙе иҫәр бит ул, әсәйем шулай ти. – Алмас китапты Шәфҡәттең ҡулынан тартып алды, ҡултығы аҫтына ҡыҫтырҙы. – Кис һайын ултыралар ҙа, шуны ла аңламайһың, иҫәр, тип әрләй әсәйем, туҡмай хатта, ә ул илай-илай хәрефтәр яҙа... Шунан мәктәпкә барғыһы килмәй, иртәнсәк тағы илап ҡарыша. Яратмай ул уҡыу-яҙыуҙы!
Ҡыйындыр инде, улай уҡ иларлыҡ булғас, тип етди һығымта яһаны Шәфҡәт. Өйҙәренә ҡайтмайынса, Алмасҡа эйәреп, өләсәләре яғына табан атлағайны ул. Хәйер, әсәһенең ҡустыһы Сабир ағай ҙа уҡыуҙы яратмай бит, шуға мәктәпте ташлаған. Ауыл осонда кәрт уйнарға йыйылғанда шул турала һораһалар, эре генә: “Һин дә мулла, мин дә мулла, атҡа бесән кем һала?” – тип ебәргән була. Әйтерһең дә, аранында кешнәп торған аты бар.
– Улай зар илатып хәреф яҙҙырыу нимәгә кәрәк икән? – тип Алмастың башына ла етмәҫлек һорау биреп ташланы Шәфҡәт.
– Һы... – Дуҫы өсөн ысынлап та көтөлмәгән һәм аҡылы етмәҫлек мәсьәлә булып сыҡты шикелле был, ул хатта юл уртаһында туҡтап ҡалды. Үҙе лә яҙа белмәй, әлбиттә, тик өйрәнер ҙәһә. Моғайын, бығаса өйрәнгән дә булыр ине ул, апаһының матур төҫлө ҡәләмдәре берәй ваҡыт ҡулына килеп эләкһә. Ә һин, бына, өйөндә китап түгел, ҡойто ғына дәфтәр менән ҡәләм һынығы ла булмаған кешегә ни өсөн яҙа белергә кәрәк икәнен аңлатып ҡара! Малай үҙенең тормош тәжрибәһенән сығып, әсәһенең нисек апаһын яҙырға өйрәтеүен, ул ваҡытта ниҙәр һөйләп был шөғөлдөң кәрәклеген дәлилләүен иҫкә төшөрөп ҡараны, ләкин ышаныслы аңлатма таба алманы. – Бөтәһе лә уҡый бит, кәрәктер инде, – тигән булды, аптырағас. Ысынлап таһа, әсәһенең, атаһының кис һайын гәзит-журнал уҡығанын күреп тора, ә бына ҡағыҙ-ҡәләм алып ултырып, нимәлер яҙғандарын бер ҙә күргәне юҡ бит!
Алмас ҡайтып еткәйне инде, уңайһыҙ һорауҙан ҡотолоу өсөн бик йәтеш булды. Атаһынан ипләп кенә һорашыр әле, ул бит бөтә белгән-күргәнен бик ихласлап һөйләй...
Шәфҡәт өләсәләренә китте. Оҙон йәйге көндөң ҡалған яртыһын унда үткәреү тынысыраҡ булыр. Көн оҙоно ҡайҙа йөрөйһөң эт һуғарып, тип ҡайтҡас әсәһе тағы орошор инде. Һуғып та ебәрә ул, уныһына өйрәнелгән. Бер өләсәһе генә ҡаҡмай-һуҡмай, уларҙа ҡолағы тыныс, тамағы ла туҡ. Ә әсәһе, өләсәһе әйтмешләй, Шәфҡәттең яңы тыуған һеңлеһе “ожмах ҡошо” булып киткәне бирле, бөтөнләй танымаҫлыҡ булды ла ҡуйҙы. Әллә шул сабый үлгәс, әллә артынса уҡ атаһы, ауылда һөйләгәндәренсә, “аҙып-туҙып сығып киткәнгә”, кем белә. Күрҙе бит инде Шәфҡәт: бер ҙә туҙынманы атаһы, шым ғына ҡайҙалыр тип китте лә, бүтән ҡайтманы ла ҡуйҙы. Яр һалып әсәһе генә ҡысҡырып ҡалды артынан. Бик оҙаҡ иланы аҙаҡ, йәлләп килеп һыйынған Шәфҡәтте ишек төбөнә тиклем төртөп ебәрҙе. Өйҙәренән зыяратҡа алып сығып киткән бәләкәй генә бәпәй менән бергә күңелле, шау-гөр ҡайнаған бар тормоштоң бер юлы юғалғанын ана шунда тойҙо малай. Атаһының юҡҡа сығыуы ла, әсәһенең ҡыҙған саҡтарында уға төшөргән туҡмаҡтары ла, Сабир ағаһының бөтә донъяға асыулы йөрөүе лә, өләсәһенең ҡаймаҡ һылап икмәк тотторғанда ауыр уфтанып ҡуйыуы ла – барыһы ла ана шул, Шәфҡәт хәҙер йөҙөн дә иҫләмәгән туғаны киткән “теге донъя” һулышы икән.
Иҫләрлекме ни, алып ҡайтҡандан уға бер-ике генә күрһәттеләр бит. Сәңгелдәк менән бергә өйгә тулған ығы-зығыла ул, быға тиклем һәр саҡ иғтибар үҙәгендәге кеше, шунда уҡ ситкә тибелде һәм барыһына ла тик ҡамасауға әйләнде. Бер генә ваҡиға хәтерендә асыҡ һаҡланған: өйҙә өләсәһе менән икәү генә ҡалғас (яңы туғаны менән өсәүләшеп инде), ул абау йәмһеҙ шул шәрә бәпесте йүргәккә һалды ла, төрлө еренән үбә-үбә өҙлөкһөҙ сөсөлдәп һөйләнде:
– Ҡара, балам, бына: танауғынаһы – хәс атайыңдыҡы, һинеке һымаҡ. Ә күҙҙәре әсәйеңә оҡшаған, һиндә лә шундай сөм ҡаралар. Сәсендәге ике урай олатайыңда ине, балам. Кит, шул тиклем дә нәҫеленә тартыр икән кеше, урыны ожмахта булғыры!...
Һеңлеһенең өй тултырып өҙлөкһөҙ илауы ҡапыл тынып ҡалғас, өләсәһенең аңлайышһыҙ һүҙҙәр менән өҙгөләнеп илағаны ла иҫендә Шәфҡәттең:
– Фәрештәнең амин тигән сағына тура килдеме яңылыш “ожмах ҡошо” тип ысҡындырыуым, я, раббым? Шул сабый урынына үҙемде алһаң, тиерлегем дә юҡтыр инде, ҡайҙан, ти, миңә тигән йәннәт мөйөштәре? Исем ҡуштырып, ҡағыҙ ҙа алманығыҙ, хәйерһеҙҙәр, булғанлығың да билдәләнмәҫме был донъяла? Исмаһам, тим, тегендә ожмахта йәшә, балаҡайғынам!..
Ожмахтың нимә икәнен алдан уҡ өләсәһенән белешкәйне инде Шәфҡәт. Бындағы йәшәүҙән бик-бик күпкә еңел дә, рәхәт тә, матур ҙа тормош икән ул. Тик унда бик һайлап ҡына, сират күпере аша үткәрәләр, ти. Һабантуй көнөндә аръяҡҡа сыға торған тар ғына баҫмала оҙон сират барлыҡҡа килә – ана шундайҙыр инде ул “сират күпере” тигәндәре. Ә бына уның әле исеме лә булмаған һеңлеһе ожмахҡа туп-тура киткән, сөнки балалар бөтәһе лә ожмах ҡошо була, улар яҙын килгән сыйырсыҡтар кеүек үҙ йортона осоп ҡына ҡайта ла ҡуя, ти...
Сабир ағаһы түбәләк аҫтында ниҙер әтмәләп маташа ине. Төрлө эш ҡоралы тырым-тырағай сәсеп ташланған. Шуны тотоп тор, анауыны алып бир, тигән бойороҡтары була торғанлығын белеп, Шәфҡәт үҙенең барлығын еңелсә тамаҡ ҡырыу аша хәбәр итте лә, бүкәнгә сүгәләне. Бигүк көйлө бармай, ахыры, ағаһының эштәре: ара-тирә һүгенгеләп ҡуя. Бындай саҡта өндәшмәүең алтын да бит, тик баяғы китаптағы мажаралар тынғы бирмәй, йәш әтәс булып осоноп сығырға тора.
– Ағай...
– Нимә тағы?!
– Мине уҡырға өйрәт әле...
– Ни-мә?!
– Алмас китап уҡый белә. Үҙе өйрәнгән, ҡарап ҡына ултырып. Әгәр һин уҡыһаң...
– Һин дә үҙең өйрән! Бар, ана, өләсәйеңә, ҡатырма башты бында!
– Өләсәй бит китап уҡымай, Ҡөрьән генә ятлай.
– Шулай шул. Ул – ата коммунист, ғүмерлек этлектәрен бер гонаһҡа һанап, уптым юйҙырырға өмөтләнәлер.
– Ә ниндәй этлектәр?
– Үҙенән һора. Әйтте, ти, бар!
Ҡыҙыҡ уның ағаһы. Һора, ти ҙә, әйтмәҫ, ти. Шулай ҙа уның янында еңелерәк, һорау бирәһең дә, яуабын да алаһың.
– Ағай...
– Нимә тағы?
– Ожмах... ул ҡайҙа?
– Һе! Теге донъяла.
– Ә ул донъя ҡайһы яҡта?
– Ана шуны өләсәйеңдән һораш, йәме! Ул бит ҡасанан бирле шунда йыйынып йөрөй. Минең бер ҡайҙа ла ашығаһым юҡ әле... – Әңгәмә тамам, тигәнде аңлатып, ағаһы тырышып-тырмашып тимер сүкергә кереште. Башҡаса астырмаҫ өсөн хатта ауыҙына бер нисә ҡаҙаҡ та ҡабып алған. Шәфҡәт үпкәләмәне уға, бөтәһе лә йөрөгән мәктәпте лә ташларлыҡ булғас, ағаһы белмәйҙер быларҙы. Ә бына өләсәй бик уҡымышлы тиҙәр, хатта ауылда баш булып та торған әле ул. “Өләсәйең хужа саҡтарҙа” тип өлкәндәр һөйләй башлаһа, шул донъя иң хөр һымаҡ күҙ алдына баҫа. Өлкәндәр йыш иҫкә төшөргән ожмахты ла Шәфҡәт шулайыраҡ күҙ алдына килтерә. Шундай дәүерҙәрҙә “хужа” булып торғас, унан башҡа кем белһен ожмахтың ҡайһы яҡта икәнен? Тик нисек асыуландырмай ғына һорарға, әсәһенең ҡайҙа йөрөгәнен төбәшә башлаһа? Әсәһе тураһында һүҙ сыҡһа, уның һәр саҡ кәйефе китә торған. “Тартып ҡына алырҙар инде һине, балам”, – тип бик сәйер генә әйткәне лә бар. Быны ла аңламай Шәфҡәт. Улар Алмас менән бергә саҡта теләһә кемдең уйынсығын тартып алалар, шуның һымаҡ буламы был?
Малай өйгә ингәндә өләсәһе Сабир ағаһының иҫке салбарына ямау һалып булаша ине. Янында тағы бер нисә иҫке-моҫҡо кейем өйөлгән.
– Ҡайтып йөрөнөңмө? Ашарға үҙең ҡара, – тип иҫке һыуытҡыс яғына ымланы ул. – Һин дә ҡырағайланып бөттөң, үкһеҙ байғош...
Ана шулай, бик аңлайышһыҙ һөйләшә уның өләсәһе. Байғош, тинеме? Бай булғастын, ул да ожмах ҡошо һымаҡ берәй заттанмы әллә?.. Малай һыуытҡысҡа йомолдо. Үҙ көнөн үҙе күрергә өйрәнгән ул: артыҡ әр һәм туҡмаҡ алмайым тиһәң, сама белергә кәрәк. Бер ҡыйырсыҡ икмәк өҫтөнә бер балғалаҡ ҡаймаҡ, һөттө лә кәсәнең яртыһынан ғына һалырға. Ҡомһоҙланып китеп, аштыра түгеп ебәрҙеңме, өләсәйҙән дә һырт буйына эләгеп ҡуйыр. Ошо мәлдә берәйһе менән самауыр артында сөкөрләшеп ултырһалар, Шәфҡәт тә һыйҙың уртаһында булыр ине лә. Ярай, биғәйбә, бары менән байрам.
Туҡта, башты иҫәргә һалып, баяғы һорауға Алмас дуҫын ҡыҫтырыу ышаныслы булмаҫмы? Уның әсәһе менән мәсеткә бергә йөрөйҙәр бит, һис юғы уға һылтаулау ҡамасауламаҫ.
– Өләсәй...
– Әү, балам?
– Алмасҡа бик ҡыҙыҡ китап алғандар, унда “ете диңгеҙ аръяғында” тип яҙылған. Ул ҡайҙа була ул, өләсәй?
Әлегәсә бер китап та тотоп ҡарамаған ейәненең “яҙылған” тип, үҙе уҡып сыҡҡандай һөйләп тороуына сәйерһенеп ҡарап, әбей бер аҙ уйланып ултырҙы. Үҙе лә бер диңгеҙ күрмәйенсә, был балаға “ете диңгеҙ аръяғын” нисек төшөндөрөрөгә, тип баш ватты, күрәһең.
– Диңгеҙҙе, балам, телевизорҙан күргәнең бар. Икһеҙ-сикһеҙ һыу даръяһы ул. Ә шуны етегә ҡабатлаһаң, – әбей ошонда ғына ейәненең ҡабатлау ғәмәленең ни икәнен белмәүен асыҡлап өлгөрҙө, – ана шундай ете даръя артында ла (әбей ейәненең ете бармағын берәмләп һелкетеп сыҡты) беҙҙәге кеүек тормош бар. Бик-бик йыраҡта икәнде аңлата ул, балам, барып етерлек түгел...
Үҙ балаларының “ә ниңә?” тигән ғүмер осорон күптән онотоп бөткән әбей өсөн был һорауға яуап биреү тормошоноң һуңғы йылдарындағы иң ауыр имтихан булғандыр. Ләкин ейәненең әлегә сирҡаныс менән һынауы ғына ине был. Яуаптан ҙур ҡәнәғәтләнеү алғандай, ул башта өләсәһенең тапҡырлығына оло һоҡланыуын уға килеп һыйыныу аша белдерҙе.
– Их, барып күргәндә!.. – тип осҡонланған ҡарашын билдәһеҙ алыҫлыҡтарға төбәне лә, яҙатайым ғына белешәһе итте. – Ожмах та шул яҡтамы?
– Ожмах?..
Өләсәй кеше өсөн шулай уҡ сетерекле һорау ине был. Ләкин ҙур һәм бай тормош тәжрибәһе яуаптан ҡасып булмаясағын ҡаты иҫкәртә: нисектер алдап булһа ла аңлатып бирә алмаһаң, ошо сабый алдында баһаң да шунса ғына ҡаласаҡ.
– Ожмах тиһең инде?...
– Эйе, өләсәй, үҙең бит, туғаным туп-тура ожмахҡа китте, тинең...
– Ана нисек... – Ҡапылғара албырғап ҡалды мәсет ҡарсығы. Улар үҙ-ара бөткөһөҙ әңгәмәләрендә “теге донъя”, фанилыҡ, “сират күпере”, “ожмах”, “йәннәт”, тыуым-үлем, гөнаһ һәм сауап кеүек төшөнсәләрҙе йорт-ҡура әйберҙәреләй әйләндереп-тулғандырып, әхирәтте зыярат эсендә тип ҡабул иткәндәр кеүек. Ул хаҡта баш та әйләндермәй хәҙер, әбей өсөн теге донъя хәлдәрен тикшереү – ауыл ғәйбәттәре аша күршеләрҙең тормошон барлау һымаҡ ҡына.
Тәрәнгә китте уйҙары элекке партия әһеленең. Күктең етенсе ҡатында – ожмах баҡсаһы, ерҙең иң тәрәнлектәрендә тамуҡ уты тигән айырым йәшәйештәр юҡлығын белә ул. Тик бына әле уҡырға ла төшмәгән сабыйға төрлө донъялар төҙөлөшөн нисек аңлатып бирергә? Әһә, былай!..
– Балам, һин бигерәк ҡыҙыҡ һорауҙар бирәһең, маладис! – тип башта маҡтауҙан башларға ҡарар итте әбекәй. – Күпте белергә мәйелең бик хуп. Ана шуларҙы төшөнөү өсөн дә һин көҙгә мәктәпкә барырһың, балам. Тырышып-тырышып уҡырһың, беҙ менеп етә алмаған ғилем тауҙарына артылырһың. Ана шул бейеклектәрҙән һиңә “ете диңгеҙ аръяғы” хозурлыҡтары ла, “теге донъя” хикмәттәре лә асылыр. Сабыр бул, балам, барыһына ла өлгәшерһең. Ә әлегә, бар, ҡайт, әсәң янындараҡ бул. Туҡта, кәнфит бирәйем үҙеңә, – әбей йомартланып уҡ китте. Ейәненең шундай ҡыҙыҡһыныусан булып үҫеп килеүен ҡеүәтләүе булдымы был, әллә сетерекле осраҡтан анһат сыға алыуы сәбәпле үҙен шулай ҡотланымы – ейәненең ҡаралйым усына бер юлы ике кәнфит йомдорҙо. Ишеккә тиклем етәкләп килтереп, арҡаһынан ҡағып оҙатып ҡалды. Йылмайманы ғәҙәттәгесә, йөҙө уйсан ине ҡарсыҡтың.
– Һе, теге донъя... – тип һөйләнеп алды ул кире ямауына керешер алдынан. – Минең өсөн теге донъя сәүит осоронда ине ул, шул ожмах булманымы икән, тип тә уйлап ҡуям...
Ауылдың был яҡ осондағы йәшәйешендә лә һирәк эләгеп торған кәнфит был юлы Шәфҡәтте ҡыуандырманы – һорауына яуаптан ҡотолор өсөн бирелгән әжер икәнлеген бөтә күңеле менән тойҙо ул. Уның өсөн донъяла өләсәһенән дә абруйлы кеше юҡ, ҡанатланып ҡына осҡан туғаны янына юлды тағы кемдән белешһен? Үҙе ҡанатһыҙ булғас, тимәк, юлды кемдәндер һорашып ҡына барып табырға кәрәклеген аңлай ул. Белмәгән кеше һәр саҡ юлды һорашып таба лаһа. Өләсәһе әйтергә теләмәне, әллә Шәфҡәттең туғаны янына барыуын хупламай. Ләкин һеңлеһе бит ожмахта – өләсәһе лә, бөтәһе лә гел яҡшы яҡтан иҫкә алған ерҙә! Ете диңгеҙ аръяғынан да йыраҡ микән ни шулай, туғаны ла осоп ҡына барып етерлек булғас...
Көн кискә ауышһа ла, эңергә йыраҡ әле. Өйгә ҡайтҡы килмәй. Һыу инеп ятҡан малайҙар янына барһасы. Уғаса кәнфиттәрҙе имеп бөтөрөргә кәрәк, юғиһә ошо һыйҙан да ҡолаҡ ҡағырһың. Өлкәнерәк малайҙарҙан, ожмах ҡайҙа икән, тип һораһаң, иҫәр, шуны ла белмәй, тип мәсхәрәгә ҡалдырырҙар микән? Үҙ-ара төрлө-төрлө бәхәстәрҙә ниңәлер был турала һүҙ сыҡҡанын иҫләмәй Шәфҡәт. Туҡта, бәлки ул бөтәһенә лә ап-асыҡ мәғлүм нәмә менән баш ҡатырып йөрөйҙөр? Алмас бер ҡыҙыҡ һөйләгәйне бит. Ағаһы, Илүзә апаһы, ул – өсәүләп атаһын аптыраталар икән: Көн ҡайҙа? Был ғәжәйеп һорауҙы, дөрөҫөрәге, “Көн” һүҙен Илүзә апаһы ҡайҙандыр уҡыған да, барыһын да ҡаңғыртып бөткән. Әкиәттәге “көнгә ҡаршы” тигән урынды аталары ла ҡат-ҡат уҡып ҡараған, тик ҡайһы яҡ икәнен барыбер төшөнә алмаған. Әсәләре аңлатҡан аҙаҡ: Көн тигәндәре – ҡояш икән дәһә! Ана шулай, баш осонда торған нәмәне оҙаҡ эҙләгәндәр күмәкләп. Булыр, булыр: Шәфҡәт тә бит ҡай саҡ Сабир ағаһы алып бирергә ҡушҡан әйберҙе таба алмай тора, сөнки исемен онота ла ҡуя!
Әле атлай ҙа белмәгән туғаны осоп ҡына барып етерлек булғас, ете диңгеҙ аръяғында уҡ түгелдер инде ул ожмах тигәндәре. Өләсәһе лә бит уны төрлө исемдәр менән атай: теге донъя, әхирәт, йәннәт тә ти. Унда шул тиклем рәхәт булғас, ниңә береһе лә бармай икән? Сабир ағаһы ла бая , ашыҡмайым, тине түгелме. Шәп ергә кемдең барғыһы килмәһен. Йыуаныр бер ни булмағас, Шәфҡәт тә өйөнә атлығып тормай бына. Ә туғаны бик теләп осҡан ожмахҡа барыр ине ул, барыр... Юлды ғына һорашаһы, табаһы ҡалды. Теге донъяларға юлланған кеше тураһында йыш ишетелә ауылда, юлды белгән кешеләр бар, тимәк.
Алмас дуҫы менән ауыл тирәһендәге һәр мөйөштө ҡыҙырып сыҡты инде улар. Өлкәндәр үҙҙәре генә йөрөп, бала-сағаны яҡын ебәрмәгән бер нисә урын бар, былай. Зыярат, мәҫәлән. Тик унан һәр ваҡыт шом борҡоп торғандай, ожмах тигән мөғжизәле урын бындай ерҙә булмайҙыр. Шуның ел ҡапҡаһынан инһәң, икенсе яғынан тағы ҡапҡалар бармы икән – ожмахҡа, тамуҡҡа табан? Үлгән кешене шунда алып китәләр бит.
– Минең өләсәйем үлгәс, уның йәне йәннәткә күсте тинеләр... – Алмас бөгөн матур китабын алып сыҡмағайны, ҡулында – ике кнопкалы, экраны булған ҡыҙыҡ ҡына ҡумтасыҡ – уйын шундайын. – Былай һин ожмахты ла, ундағы һеңлекәшеңде лә таба алмаҫһың. Әллә Зариф бабайҙан һорап ҡарайыҡмы?
Уның Шәфҡәткә шул тиклем ярҙам иткеһе килә. Күрә йөрөй бит: бик әҙгә генә алып ҡайтып торған туғанын бик юҡһына дуҫы, етмәһә, шул арҡала атаһы ла икенсе бәхет эҙләп китте, әсәһе бына...
– Юлды белгән булһа, иң алдан үҙе йүгермәҫ ине, тиһеңме? – Шәфҡәт был бойомға ашмаҫтай ниәтенән вас кисеп тә бара инде. Тик бына бөгөн төндә әсәһе тағы, иләүерәгәндәй итеп:” Ҡыҙым саҡыра... Әү, ҡыҙым, барам, барам яныңа!” – тип һөйләнеп йөрөнө... Саҡырырлыҡ ҡына, ишетерлек кенә булғас, алыҫ та түгелдер бит. Берәй бала тауышы ишетелмәҫме, тип әсәһе тынып торған арала төнгә иғтибар менән ҡолаҡ һалды, тик бушҡа ғына. Улай тиһәң, туғаны һөйләшә белмәй ине ләһә, ул нисек әсәһен янына саҡыра алһын? Ә Зариф бабай тураһында әйткәне дөрөҫ: ул ожмахҡа түгел, кибет асылыуға ла иң беренсе килеп тора. “Берәй эштә икенсегә ҡалһа, ул Зариф булмаҫ!” – ти өләсәһе. Юҡ, өмөт юҡ уға.
Әһә, ә бит әсәһе ысынлап та туғаны янына китеп барыуы мөмкин бит! Теге донъяға – ожмахтың үҙенә. Тик Шәфҡәтте генә эйәртергә онотмаһын ине. Булыр унан, һуңғы арала ҡайҙарҙа йөрөгәнен дә белеп булмай. Иртәнсәк уяныуына гел сығып киткән була. Ана шулай торор ҙа ҡалырһың. Унан йөрө тағы урам ҡыҙырып, инде әсәйҙе лә эҙләп.
– Алмас, ҡайтайым әле мин... – Дуҫының ҡулында “бип-бип” иткән, кескәй экранында ниндәйҙер йондоҙсоҡтар йүгерешкән уйынсыҡты шул тиклем тотоп ҡарағыһы килһә лә, әсәһенең ҡапыл китеп барыу ихтималлығы Шәфҡәтте нығыраҡ борсоно: Алмас ҡасмаҫ та ул был уйыны менән, ә бына туғаны ла, атаһы ла китте лә юғалдылар бит!
Йүгереп ҡайтып, шар асыҡ ҡапҡа һәм ишек аша үтте лә Шәфҡәт, буш өй уртаһында шаҡ ҡатып ҡалды – киткән, уны алмаған... Ана, иртәнсәк өҫтәлдә ултырып ҡалған ялтыр кәстрүл дә, ишек төбөндәге биҙрә лә юҡ, уларҙы ла алып киткәндер...
Иҙәнгә сүкәйеп ултырып, бик оҙаҡ һыңҡылданы малай. Күҙҙәре томанлана бара, татлы ғына итеп ойой ҙа башланы. Ана, уны ла саҡыралар. Ожмах тигәндәре улар йыл да йөрөгән бесәнлек икән дәһә! Унан әсәһе менән әлегә исемһеҙ туғанҡайы ҡул болғай, кил бында, тип ҡысҡыралар Шәфҡәткә. Юҡ-юҡ, әсәһе генә саҡыра икән, ә туғаны, тумһайып, кире ҡыуа. Уны алып ҡайтҡас башланғайны Шәфҡәттең ыҙалы тормошо, һаман да дошман күрә икән. Ни эшләгән әле ул сабыйға шул тиклем? Ана, ожмахҡа ла әсәһен генә саҡырып алған, ә Шәфҡәт йөрөһөнмө ошонда ел ҡыуып? Ә бит ул, һеңлем бар, мин уны яратам, тип маҡтанып бер булды. Үҙен дә, ағай һин хәҙер, тип ололоҡланылар, арҡаһынан ҡаҡтылар. Һеңлеһе юғалғас, янына барам тип күпме юл һорашҡан булды. Әсәһе лә инде... Кәрәкмәй Шәфҡәткә ундай кешеләр йәшәгән ожмах, үҙҙәренә булһын. Аҡыллы шул Сабир ағаһы – бер ҙә ашҡынып тормай ул яҡҡа.
– Әсәй, мин... ожмахҡа, туғаным янына... бармайым, – тип йоҡо аралаш һөйләнде малай, таныш еҫтәр аңҡытҡан тығыҙ тәнгә нығыраҡ һыйынып. – Мин... ете диңгеҙ аръяғына...