Бөтә яңылыҡтар

"Һинең ҡатыныңды ла, балаһын да мин аҫрарға тейешме?"

–Әсәй, ни эшләүең был? – улым мине ҡосаҡлап алды. – Әлиә бик яҡшы кеше, аҡыллы, сибәр, һиңә оҡшаясаҡ, бына күрерһең! Ә  улы Тимур бына тигән малай. Ни эшләйһең, тәүге иренән уңмағас уңмаған инде.

...Кисә генә мин уны шифалы үләндәр төнәтмәһендә йыуындырып, аҙаҡ  аҡ таҫтамалға төрөп, наҙлап  ҡосағыма ҡыҫа инем. Ниндәй матур улым бар минең, тип,  бәхетемә ышанмайынса  ирендәрен сәпелдәтеп  йоҡлап китеүенә һоҡлана торғайным.  Улдар тәрбиәләп үҫтергән  әсә булһағыҙ, моғайын, мине аңларһығыҙ. Бөгөн минең берҙән-бер  яратып туя алмаған улым үҙенән ете йәшкә оло, өҫтәүенә балаһы булған ҡатынға  өйләнәсәген белдерҙе... Хәҙер ул өлкәнәйгән, үҙ аллы ҡарар ҡабул итерлек булған, имеш! Әсәй менән кәңәшләшеү ҡайҙа ти ул!

–Ә һинең ҡулыңдан нимә килә һуң? Бер тин аҡса эшләп алғаның юҡ бит әле! Һинең ҡатыныңды ла, балаһын да мин аҫрарға тейешме?– тип әйткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. ”Туҡта, Ғилмиямал! Һарыуың ҡайнаһа ла, тыныслан! Улыңдың һөйгәндәре күп булыр ул,  ә улың берәү генә",– тип  башымда буталған уйҙарымды йүгәнләргә тырышам.

–Үҙемдең ғаиләмде үҙем ҡараясаҡмын, борсолма, әсәй. Һинән аҡса һорамаясаҡмын, кисә эшкә урынлаштым. Уҡыуҙы тамамларға күп ҡалмаған, түҙербеҙ,– тип яуапланы улым.

“Бына һиңә “мә”,  улыма кәрәгем дә ҡалмаған икән! Аҡыллы икәне билдәле лә бит, ике сит телде белә, компьютер серҙәрен яҡшы үҙләштерҙе, икмәк-һөткә һәр саҡ аҡса табыуына ла икеләнмәйем. Уның башын әйләндергән, тыныс тормошомдоң аҫтын-өҫкә килтергән  теге ҡатынға ғына асыу килә. Үҙ тиңен эҙләһә ни булған,”–  тип  ирекһеҙҙән аҡҡан күҙ йәштәрен һөрткөләйем.

–Әсәй, ни эшләүең был? – улым мине ҡосаҡлап алды. – Әлиә бик яҡшы кеше, аҡыллы, сибәр, һиңә оҡшаясаҡ, бына күрерһең! Ә  улы Тимур бына тигән малай. Ни эшләйһең, тәүге иренән уңмағас уңмаған инде. Мин уны бәхетле итәсәкмен!

–Эйе, бары мине бәхетһеҙ итәсәкһең!

–Тағы ла бер үк балыҡ башы!– Улым асыуланып, бүлмәһенә йүнәлде.

–Улым, бәлки, никахығыҙҙы законлаштырмай ғына йәшәрһегеҙ? Күптәр шулай йәшәй бит. Ниңә ашығырға?

–Әсәй, ҡыҙың булһа, шундай уҡ кәңәш бирер инеңме? Гражданлыҡ никахында өҫтөнә яуаплылыҡ алырға теләмәгән ирҙәр генә йәшәй, беләһеңме шуны! Уңайлы ла баһа, оҡшаманы икән, ыштан-носкиҙарыңды йыйыштыраһың да сығып китәһең. Һин бит мине гел генә ғәҙеллеккә өйрәттең, хәҙер килеп... Ә атайым алимент түләү менән генә сикләнде, ярты йылға бер тапҡыр паркка алып барһа–булды. Мин бит һинең ике эштә эшләп, түңәрәктәр, секциялар һәм дәрестәрем менән гел ҡыҙыҡһынғаныңды беләм.Беләһеңме, мин нимә тураһында хыяллана инем? Ҡасан да булһа берәй батыр килеп сығып, һинең бөтә проблемаларыңды хәл итерен көттөм. Һин бит һылыуһың, әсәй, тик принц менән эш килеп сыҡманы. Мәктәптә уҡығанымда мин  һиңә ярҙам итеү өсөн барыһынан яҡшыраҡ уҡырға, борсомаҫҡа тырыштым. Бөтә эштәреңде ташлап, ҡасан да булһа буш  ваҡытыбыҙҙы икәүләп үткәрергә өмөтләндәм. Тик был ваҡытҡа өлкәнәйеп өлгөрҙөм, –тип күңелендәге  уйҙары менән ихлас уртаҡлашты улым.

–Шулай булғас, ниндәйҙер сит-ят ҡатынға эйәреп сығып китәләрме ни...–тинем, асыуым килеп.

 Һүҙ  артабан йәбешмәне. Әхирәттәремдең фекерҙәре лә ҡапма-ҡаршылыҡлы булды. Шулай ҙа Мөнирәнең кәңәшен тотмаҡсы булдым, “килен”  буласаҡ ҡатын эргәһенә “ҡунаҡҡа” барып ҡайтырға ниәтләнем. Магазинға инеп, малайына уйынсыҡ ҡараным, бала эргәһенә буш ҡул менән барып булмай бит инде.   Дүрт-биш йәшендә улымдың нимә уйнағанын иҫкә төшөрөргә тырыштым, әлбиттә, машинанан да шәберәк уйынсыҡ юҡ.  Илгиздең  яңы уйынсыҡты ҡулынан ысҡындырмайынса йоҡлап китеүен бөгөнгөләй хәтерләйем.Бер-нисә моделде һайлап алдым да “килен” күҙләргә киттем.

–Һаумыһығыҙ, Әлиә. Мин Илгиздең әсәһе булам.

–Үтегеҙ, мин аңланым инде.

Ишеккә табан бер малай йүгереп сыҡты. Шаянлығы йөҙөнә сыҡҡан,  миңә ҡарап, ихлас йылмая үҙе.

–Һаумыһығыҙ! Минең исемем “тиктормаҫ Тимур”, “хәбәр тоҡсаһы” ла тиҙәр . Барыһы ла шулай ти. Нисек өндәшһәгеҙ ҙә ярай, мин үпкәләмәйем,–тип эскерһеҙлеге менән үҙенә ҡаратты ул.  Бүләкте алыу менән ауыҙы йырылды.

–Рәхмәт! Һеҙ ҡайҙан белдегеҙ? Мин ошондай машиналар коллекцияһы  тураһында күптән хыяллана инем. Һеҙ күрәҙәсеме әллә? Әсәй,ҡара әле, ишектәре асыла, багажнигы ла, капоты ла!

Беҙ Тимур менән ике сәғәт буйы уйнаныҡ та уйнаныҡ, иҙән буйлап шыуыштыҡ, диванда ял иттек, машиналарҙың тәгәрмәстәрен тикшерҙек. Бәләкәй генә теремек, “хәбәр тоҡсаһы” Тимур күңелемде тамам яуланы. Ул да миңә ылыҡты. Ҡаҡса кәүҙәле Әлиә лә йәш, һөйкөмлө күренде.   Яҡшы хужабикә икәнлеген дә аңланым, ҡунаҡ кеше аҙ ултырһа ла күп һынай, тигәндәй. Алдан әҙерләп килгән һүҙҙәремде әйтергә тура килмәне.

–Ә һеҙ тағы ла киләһегеҙме? Килегеҙ, йәме, һеҙҙең менән күңелле! Мин бит әле һеҙгә бөтә уйынсыҡтарымды ла күрһәтеп өлгөрмәнем, –тине хушлашҡанда Тимур.

–Һеҙ ҙә килегеҙ ҡунаҡҡа беҙгә. Әсәйең менән бергә!

Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, оҙаҡламай минең ейәнсәрем донъяға киләсәк. Тимур ғына бер аҙ борсола, бәләкәс булғас, һеңлекәшен нығыраҡ яратырҙар, тип уйлай.

–Ә һин, өләсәй, мине ныҡ яратаһың, эйе бит? Мин беләм!–тип   һырлыға миңә тиктормаҫ улыҡайым. Бындай татлы,  йылы һүҙҙәрҙән нисек иреп китмәйһең инде...

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: