"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар

Төш (хикәйә)

Мәрғизә инәй бөгөн бик иртә уянды. Таң яңы һыҙылып ҡына килә ине. Уянды ла, төшөм иҫенә төшөрә алмай: «Ай әттәгенәһе, ай әттәгенәһе, тарағы ниндәй ине һуң әле? – тип, уйланып ултырҙы. Шунан, үҙенә-үҙе, – уның тарағы нимәгә, миңә тимәһә, алтын булһын, көмөш булһын, сәсен тарап, һыуға ҡарап тора ине бит. Һыуының ниндәй икәнлеген иҫкә төшөрөргә кәрәк. Буйраҡмы, тоноҡмо, таҙамы – шул кәрәк миңә», – тип үрһәләнде.

Төш (хикәйә)
Төш (хикәйә)

Оло киленен күрҙе төшөндә Мәрғизә инәй. Яңыраҡ барып, хәлдәрен белеп ҡайтҡандан бирле тыныслана алмай. Күңелендә төйөн йөрөй. Ул саҡта кисләтеп кенә барып ингәйне, ейәне лә, килене лә ихласлап килеп күреште, ҡыуаныстарының да сиге булманы. Ейәне әле әлифбаһын күрһәтә, әле дәфтәрен. Бәләкәй һылыуына алған уйынсыҡтарын да теҙеп ултыртып бөттө, ағаһы Ғаяздың каратэ менән шөғөлләнеүе хаҡында ла һөйләне. Сабый ҙа, ҡәрсәһе килгәнен белгәндәй, күңелле генә ығылдап ятҡан булды. «Ай, рәхмәт яуғырҙары... Аҙ ғүмер эсендә шулайтып татыу ғына, күңелле генә йәшәгеҙ инде, өйөгөҙҙән ҡот китмәһен берүк», – тип, теләктәрен теләй-теләй шатланды Мәрғизә инәй. Тик килененең телефондан һөйләшеүе ҡолағына салынып ҡалды ла әллә ниндәй шик һалды ла ҡуйҙы күңеленә.

– Бейем килде бит. Исмаһам, бөгөн тура ҡайт инде, – тине килене, телефондан шыбырлап ҡына.

«Ней тигән һүҙ булды икән ул? Исмаһам, бөгөн тура ҡайт, тигәне нимә булды?»

Шуны асыҡлай алмағанға күңеле китек ҡайтып киткәйне, тыныслана алмай ҙа ҡуя. Бөгөн ана төшөнә инде килене, һыу буйында оҙон толомон тотош таратып ебәреп тарап тора. Сәс тарау – юл, тиҙәр ҙә. Ниндәй юл булһын инде – йәш балаһы бар. Эс бошоуға ла юрай торғандар. Тик ҡарап торған һыуҙың ниндәй икәнлеген иҫенә төшөрә алмай аҙаплана. «Кит инде. Ҡабат ятып йоҡлап, яңынан күрәһеңме, әйтәгүр! Ундай мөмкинлек булһасы... Таҙа һыу булһа, ҡайҙа ла инде... Буръяҡ булһа, эс бошоуға шул».

Мәрғизә инәйҙең ашауы – ашау, йоҡоһо йоҡо булманы. Ай ошо йомоҡлоҡ...

Кесе килене шар ҙа мар. Күҙ көлөп тора, ауыҙ һөйләп тора, һүҙ аралаш улының ҡыйыҡ яҡтарын һиҙҙертеп тора. Теге барған саҡта ла:

– Бейем, улың ял итергә бармаҡсы әле. Арып киткән. «Кәләш, берәйһенә күңел һалып ҡуйһам, ни эшләрһең икән?» – тигән буласы. Шыйтыҡ. «Һал. Минән артыҡты тапһаң, ҡаршылығым юҡ. Минән кәмдәргә алмаштырып, баһамды төшөрмә», – тинем.

– Ошо Миңзәләне, – тигән булды Рәйесе. – Әсәйемә матурлап сәй эсер тәүҙә. Ярағанын да, ярамағанын да бер тынала һөйләп алдың да киттеңсе.

– Бейем гел килмәй. Минең сер һөйләр башҡа кемем бар? Әл дә бейемем бар әле, – тип, ҡосаҡлап та алды, уйлағанын уйып та һалды килене.

Мәрғизә инәй аҙаҡ Рәйес улынан:

– Ысынлап бармаҡсыһыңмы ялға? – тип, күңелендәге көҙөккә асыҡлыҡ индерергә булғайны, уныһы:

– Атайым йөрөй торғайнымы ял йортона? – тип, һорау менән яуапланы.

– Ҡайҙа инде ул... Иң яҡшы ялым – балаларым менән бергә булыу, – ти торғайны.

– Минең дә шулай, әсәй. Миңзәләгә шаяртып ҡына әйткәйнем. Нимә тип әйтер икән тип? Һиңә яр һалмаһа ла булыр ине инде...

– Килендең ни күңелендәге – телендә. Ғәйепләмә. Ҡайта һәйбәт.

Рәйесе менән Миңзәлә килене балаларса бер ҡатлылар. Тормоштарын көҙгө аша үтә күргән һымаҡ. Үҙ-ара мөнәсәбәттәренә ҡыҫылмай Мәрғизә инәй... Тик аттары сығынлап, саналары юлдан кәйелеп китһә, оһолло ғына итеп тypa юлға сығарышып ҡуя. Юғиһә, йәштәрҙең, дыуамалланып, шаҡара тартып йөктө ауҙарып ҡуйыуҙары бар... Ул саҡта һуң булыуы ихтимал. Шуға килененең бөтәһен дә әйтеп барыуы ла насар түгелдер...

Өлкән килене менән өлкән улы өндәшмәҫерәк, күп һөйләшмәҫ, үҙ-ара мөнәсәбәттәрен дә күрһәтеп бармаҫ ҡыналар... Шуға борсола ла инде Мәрғизә инәй сала-сарпы ишетеп ҡалған теге һүҙгә.

Ҡуй, былайтып үҙалдыма үҙем ҡаңғырып ултырғансы, барып әйләнәйем. Өфө ер-аяғы, ер башында түгел. Көнөнә әйләнеп ҡайтыр ара хәҙерге заманда. Салауат ҡалаһына, Рәйестәргә һуғылмай ғына, тура Өфөгә үтеп китәйем дә хәлдәрен белеп ҡайтайым балаҡайҙарҙың, тигән ҡарарға килде лә, ишек алдына сығып, мал тирәһендә йөрөгән кейәүенә өндәште:

– Кейәү, торғанһың икән.

– Хәйерле иртә, ҡәйнәм. Ни булды, әллә тағы ат эйәрләнеңме?

– Тап шулай, кейәү. Анау ҡурҡылдап йөрөгән тауыҡты салып ҡына бирһәң, тултыра һалып Өфөгә юл алайыммы икән, тием дә. Иртән томан да ергә ятты, көн дә аяҙ булыр һымаҡ...

– Насар төш күрҙеңме әллә, ҡәйнәм?

– Насарын насар түгел дә ул. Эсемде бошороңҡорап ҡуйҙы шулай ҙа. Килен һыуға ҡарап сәс тарап тора ине.

– Ярай, хәҙер, малды ғына ҡыуып ҡайтайым да.

Мәрғизә инәй ейәне яратҡан ризыҡты таҫтамалға урап шыптыр тоҡсайға һалды ла, ҡорото, талҡаны менән бергә сумкаһына тултыра башланы. Шул саҡ Рәйес улының әйткәнен хәтерләп йылмайып ҡуйҙы: «Әсәй, ти, әйҙә ошо сумкаңа: Өфө-Салауат-Иртөбәк. Күстәнәс өсөн», – тип яҙып ҡуяйыҡ, ти. Әсе тел, шаталаҡ.

Кейәүе машина менән оҙатып ҡуйҙы. Оло юл ауылдың осонан ғына үтеп китә. Автобус та иртә туҡтай. Хәҙер барып етер.

Ҡыҙы, тауыҡ тултырышты ла:

– Әсәй, оҙаҡлама йәме. Ҡул эшеңде алма. Тиҙ ҡайт. Кейәүеңдең тыуған көнө етә бит. Һинһеҙ табыныбыҙ һанһыҙ булыр. Балалар ҙа көнө менән таптыра башлай торған, – тип ҡалды. Оҙаҡламаҫ. Ҡайҙа ул, үҙе лә донъяһын етемһерәп ҡалған кеүек күрә. Әл дә кейәүе һәйбәт, эшкә маһир, үҙе салт. Хас ҡайныһы кеүек. Гөрләтеп көтә донъяны.

– Әсәй, атай нигеҙе кейәүгә ҡала, тип бошонма. Тап атайым кеүек кейәү булыр был егет. Кинәнеп йәшәрһегеҙ, – тигәйнеләр уландары. Юрағандары юш килде.

Өс сәғәтлек юл арыу ғына ваҡыт инде. Ниҙәр генә уйланмай ҙа, ниҙәр генә иҫкә төшмәй. Етмешен ҡыуа Мәрғизә лә. Был йәштә алға ҡарағандан артҡа нығыраҡ ҡарайһың. Иҫтәлектәр менән күңел йыуатаһың да, балаларың менән мәш киләһең.

«Күңелем түңәрәкләнеп ҡайтырға яҙһын. Ул-был ҡырын эш ҡылып ҡуймаһын, Даянымды әйтәм. Бер ҙә генә яҙыҡ юлға баҫыр һымаҡ түгел дә ул, атаһына оҡшаһа. Алма ағасынан алыҫ төшмәй, тиҙәр ҙә бит. Наҙлы һүҙгә һараныраҡ булды атаһы ла... Әллә шул ҡылығы бошондорамы икән киленде. Барайым, күҙәтәйем. Ипләп кенә белешәйем дә, әҙерәк ҡолағына төшөрәйем Даяндың. Улайтып ни. Эшенән ҡайтмай һуңлап... Киленде зарыҡтырып... Сабый имеҙгән саҡта айырыуса борсорға ярамай... һөт аша бирелә лә, баланың холҡо боҙола... Ни эшләп улайтып сәскенәһен тарап торҙо икән һуң киленгенәм? Улымдың ҡапыл ҡыҙып китә торған холҡо ла бар. Атаһы һымаҡ. Килен әллә шул холҡона төшөнөп етмәй үпкәләшеп алдылармы икән? Күңеле һәйбәт ул Даяндың. Үкенә белә, үҙен төҙәтергә тырыша. Шул ғәҙәтен белеп, ул ҡыҙған саҡта өндәшмәйерәк торһа, төймәләйҙән дөйәләй ыҙғыш сыҡмаҫ ине. Ә шулай ҙа Даянды ла әйтеп булмай... Мин уны улым булараҡ ҡына беләм. Ғаиләлә, бәлки, холҡо үҙгәреберәк тә киткәндер... Әллә ниҙәр уйлап бөтәм тағы. Ун биш йыл йәшәйҙәр. Ул-был ишетелгәне лә, һиҙелгәне лә юҡ. Бер-береһен өйрәнеп тә бөткәндәрҙер. Күргән төшөмдө лә әйтәм, бәлки, үҙем борсолған өсөн күренгәндер... Юҡ, шулай ҙа белешәйем... Киленгә тел ярҙамы кәрәктер, бәлки...»

Ҡәрсәһенең аңғармаҫтан килеп төшөүенә ныҡ ҡыуанды ейәне Ғаян. Беренсе синыфта уҡый башлағас, күрешмәгәйнеләр әле. Килене лә:

– Һинең йәшеңдә мин дә шулай еңел һөйәкле булһам ярар ине. Эй, рәхәт кешеһең дә инде, бейем, ялп итеп кенә ҡалаһың, – тип, ҡыуанысын йәшермәне.

– Ҡәрсәй, ә беҙ бөтөн мәктәп уҡыусылары менән бергә спектаклгә барҙыҡ.

– Ниндәй спектаклгә, балам?

– «Оҙо-о-о-н – оҙа-а-а-ҡ баласаҡ».

– Ул тиклем оҙон-оҙаҡ спектакль ҡарап ялыҡманығыҙмы һуң? – тип һораны Мәрғизә, Ғаяндың шуҡлығына ҡыуанып.

– Юҡ, етмәй ҡалды әле, – тип шаяра ейәне.

Шуҡ балаларҙы яратты ул. Кеше асыҡ күңелле булһын, йомоҡ булмаһын, тип уйлай. Даян улы менән киленен дә хатта ярата ла бит – улары әллә йомоҡтар, әллә үтә әҙәплеләр. Рәйестеке килен кеүек түгел. Бәлки, үҙ-ара асыҡтарҙыр... Шулай булһа ҡайҙа ла инде. Мәрғизәгә башҡа ни кәрәк. Балалары татыу булһа шул. Килененең күңеле бойоҡ булмаһын. Сәләмәтлекте ҡаҡшата бит ул бойоҡ йәшәү. Бер-береһенә генә һыйынышып йәшәр ҡартлыҡ килеп еткәндә, сирҙән сыға алмай яфаланмаҫ өсөн, ҡартлыҡты йәштән хәстәрләргә кәрәк. Бик күптәр ҡартлыҡ ғүмерҙәрен сир дауалау менән үткәрәләр.

Мәрғизә инәй, сәй эсеп алғас, ҡулында йоҡлап киткән сабыйҙы урынына һалды ла, тәүәкәлләп, килененән:

– Һуңлап ҡайтыуын ташланымы? – тип һораны.

– Бейем, уны ҡайҙан белдең? Әллә ауылға ла ишетелгәнме? – тип аптырап китте килене.

– Ауылда бер нәмә лә ишетелмәне. Төш күреп, күңелем менән тойоп килеп еттем. Ауылға уҡ ишетелерлек берәй нәмә булдымы әллә? – тип, Мәрғизә инәй уғата борсола башланы.

– Юҡ, бейем. Ҡапыл ғына килеп сығыуыңда берәй ғиллә барҙыр, тип кенә уйлауым. Элекке Зәлифәһе ҡайтҡан да, шуның менән осраштырғылап алды бит Даян.

– Украинала ине түгелме ни Зәлифә?

– Эйе. Отпускыға ҡайтҡанмы... Белмәйем. Хәҙер кире киткән ти инде...

Шул саҡ Даян ҡайтып инде:

– Әсәйем килгән бит. Әсәй, ҡасан килдең? Һаумы? Нисек килеп еттең? Ни эшләп алдан хәбәр итмәнең? Күршенән ингән кеүек кенә килә лә инә ул әсәйем. Кемгә-кемгә, ауыл эргәһенән үткән асфальт әсәйемә ҡул булды. Элек Өфөгә килеү өсөн тотош көн үткәндер әле?

– Элек Өфөнө ни, башҡалабыҙ, тип кенә әллә ни ҙә бер килеп күрә торғайныҡ атайың менән. Хәҙер һеҙ бында булғанға ғына һағына башлаһам, киләм дә етәм. Ғаяз улымды һағынам. Бына Ғаян улым менән Заһиҙә ҡыҙымды һағынам, – тип, Мәрғизә инәй үҙенә һыйынып ултырған ейәнен тупылдатып һөйҙө, шул арала Даянға ла һынаулы ҡараш ташлап өлгөрҙө. Даяндың да ҡарашында хәүеф билдәләре сағылып ҡалды.

– Әйҙә, килендең ашы өлгөргәнсе, магазинға барып, кейәүҙең тыуған көнөнә бүләк һайлашып бир. Өйөгөҙҙөң беренсе ҡатын тотош магазинға әйләндереп бөткәндәр икән, уны ла күрәйем, – тине лә Мәрғизә инәй, кейенә башланы. Даян уға эйәреп сыҡты.

«Ҡырҡ йәш ул аҡыл инер, холоҡ артыр, дәрәжә үҫер йәш. Малайланып, алдын-артын уйламай йәшәр мәле күптән үткән. Тотош ғаиләнең теҙгенен тотор кеше бит ул оло бала. Уның ҡыйыҡ-мыйығы һиҙелеп, башҡа туғандары алдында бәҫе төшһә, улары кем аҡылын тел ҡайырмай тыңларҙар? Аҡылды өйрәтер алда иң тәүҙә үҙең тоторға тейешһең. Ғаиләлә һүҙе үтер кеше ҡалмаһа, тарҡалыш башлана. Атайҙары: «Балаларым өсөн мин тыныс», – тигән булды, бәхилләшкән сағында. Миңә ышанды. Ә мин кемгә ышанайым, былай булһа?» – тип уйланы Мәрғизә инәй Даяны менән бергә магазиндар буйлап йөрөгәндә.

– Әсәй, беҙҙең ғаилә исеменән дә булыр, арыу ғына бүләк алайыҡ, – тине Даян.

– Кейәүеңдең зауҡын һин яҡшы беләһең. Әйҙә, заманса ғына берәй костюм алайыҡ. Ҡайнаға кейемде оҫта һайлай, ти ул былай ҙа, – тине Мәрғизә инәй. Бүләкте бик матур итеп төрөп, пакетҡа һалып бирҙеләр.

– Ҡалай үҙгәрә заман. Элек ниндәй затлы кейем алһаң да һары-мары ҡағыҙға төрөп, йыуан шпагат менән бәйләй ҙә бирә торғайнылар, – тип, Мәрғизә инәй һатыусы ҡыҙҙарға ихлас рәхмәтен әйтте.

Ҡайтырға сыҡҡас, һүҙҙе Даян үҙе башланы:

– Әйтер һүҙең бар инеме, әсәй? – тип һораны.

– Бар шул. Шуға килеп еттем инде. Төш күрҙем. Борсолоп йөрөгәнсе тип, килдем... Әле килендән һораштым инде.

– Киленең үпкәләгәнме?

– Ҡалай еңел уйлайһың? Кеше хәлен белеп булмай, үҙ башыңдан үтмәһә, тигәндәр. Үҙеңде уның урынына ҡуйып ҡара: үпкә менән генә бөтөрөр инеңме? Йөрөмәһен шыйтаңлап, Зәлифәне әйтәм. «Аҙаҡ үкенерһең, һуң булыр», – тип әйтмәнем түгел, әйттем уға. «Туғандары күп, туғанлы кешегә сыҡмайым», – тигән булған. Хәҙер, ярты ғүмер йәшәлгәс, оялмай, ғаилә араһына ҡыҫылып. Ваҡытында аҡыл менән хәл итмәһәң, шулай була ул. Ә һин ҡырҡың тулғанда, ҡырҡҡа төрләнеп... Бына тигән киленемдең ҡәҙерен белмәй. Өс баланды өс яҡҡа ҡаратып... Өлкәне хәҙер аң-тоң айырыр йәштә. Улайтып йөрөп, олоғайған көнөндә ни тип аҡланырһың икән? Ғүмерҙең үткән көндәре онотола бара тип уйлайһыңмы әллә?

– Әсәй, башҡа бер ваҡытта ла ҡабатланмаҫ. Үҙем дә аңланым. Хата булды. Шуның менән бөттө. Зәлифә китте ул.

– Аръяғына китһен, һиңә ҡул түгел ине ул. Бигерәк һауалы ҡыланды.

– Дөрөҫ әйтәһең, әсәй. Миңә ҡул булмаған. Аңлап ҡуйыуым насарға түгел, һинең һүҙҙәреңә ышаныр-ышанмаҫ инем бығаса. Үкенес бөттө. Үҙең әйтәһең бит, күңелдә ҡалған үкенес йөрәккә ҡан һауҙыра, тип. Хәҙер тынысландым.

Ҡайтыуҙарына килененең ашы өлгөргәйне. Өлкән ейәне Ғаяз да өйҙә ине. Күмәкләшеп ашарға ултырҙылар. Үҙ-ара мөнәсәбәттәрендә бер ниндәй ҙә үҙгәреш һиҙелмәгән һымаҡ. Ғаязы атаһына каратэлағы уңыштарын һөйләй, ә Ғаян үҙ яңылыҡтары менән таныштырыға ашыға:

– Атай, беҙ театрға барҙыҡ. Спектакль ҡараныҡ. Атай, һин үҙеңдең яртыңды таптыңмы?

Ҡапыл бирелгән был һорауға Даян аптырап китте.

– Ниндәй ярты? – Даяндың йөҙөнә ҡуйы ҡыҙыллыҡ йүгерҙе. Ул өйҙәгеләргә алмаш-тилмәш ҡарап алды. Ғаяз тартыныбыраҡ ҡына ҡәрсәһенә күҙ ташланы, ҡустыһының урынһыҙыраҡ һорауы өсөн оялған булды.

– Спектаклдә Мәрәһим тигән ағай үҙенең яртыһын тапты. Ә һин таптыңмы, әсәйем һинең яртыңмы? – тип һорап ҡуймаһынмы был бала. Алдан өйрәткәндәр тиерһең.

Даян, һорауҙың үҙ гонаһына бәйле түгеллеген белгәс, еңелсә көрһөнөп, йылмая биреп ҡуйҙы.

– Минең яртым юҡ ул, балам. Беҙ әсәйең менән бер бөтөн булып тыуғанбыҙ донъяға. Бөп-бөтөнбөҙ, – тине лә ике яғында ултырған ике улын ҡосаҡлап алды.

Мәрғизә инәй Даянының был яуабынан ҡәнәғәт ҡалды. Ихлас әйтте улы. Ялғанламаны. Ҡарашынан аңлашыла. Ә килене, ҡапыл дымланып киткән күҙҙәрен йәшерер өсөнмө, әллә күңеле тулып киттеме – сабыйын күтәреп, имеҙергә сығып киткән кеше булды.

Ғаян ғына быларҙың береһенә лә иғтибар итмәне, һаман үҙ һорауына яуап эҙләне:

– Атай, бер бөтөн булғас, һеҙ яртышар-яртышар ҡалмайһығыҙмы?

– Юҡ, балам. Беҙ бөтөнөбөҙ бергә бер бөтөнбөҙ бит, – тине лә, – әйҙә, улым, бына ҡәрсәйең тәмле итеп тауыҡ тултырып килтергән. Ашап алайыҡ та, шунан һин ҡараған спектакль тураһында һөйләшербеҙ, – тип, улын албырғатты.

Иртәгеһен Мәрғизә инәй, уйламағанда килеп еткән кеүек, ҡайтырға ла йыйынды. Даян автобусҡа оҙатырға сыҡты.

– Әсәй, һин тыныс бул. Мин үҙемә ышанмаһам, һиңә һүҙ бирмәҫ инем, – тине.

– Ышаныслы булһын инде, улым. Ышанғаным Даян, ул да булһа һаҙға таян, тигәндәй килеп сыҡмаһын. Мин дә мәңгелек түгел. Ғаилә теҙгенен тотоп торор кеше кәрәк бит, – тине Мәрғизә инәй, тауышына аҙ ғына ҡатылыҡ сығарып.

Асфальт юлдан бәүелтеп кенә елгән автобус Мәрғизә инәйҙе Иртөбәге яғына алып китте. Ә Мәрғизә инәй кейәүенә бүләктәр һалынған ҙур төргәкте, ейән-ейәнсәрҙәренә тәғәйенләп алынған күстәнәстәр тулы сумкаһын ҡәҙерләп кенә тотоп нисек ҡайтып етерен, автобус туҡталышына уҡ килеп көтөп торор кескәйҙәренең ҡыуаныуын күҙ алдына килтереп йылмайҙы.

Мәрйәм БУРАҠАЕВА.

1984

Читайте нас: