"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар

Зина ҡылыусы (хикәйә)

Исхаҡ үҫә төшкәс кенә аңланы. Ғәрип ҡарсыҡ – ошо ауыл кешеһе. Ҡасандыр ошонда тыуған. Күп йылдар әүәл кешеләр уны, зина ҡылып бала тапҡаны өсөн, шулай ҡаты язалаған. Хатта йәшәтмәҫкә лә иткәндәр. Балаһы хаҡына ғына тере ҡалған.

Зина ҡылыусы (хикәйә)
Зина ҡылыусы (хикәйә)

Нисә йылдар тыуған яҡтарына ҡайтып урағаны юҡ. Ғүмер йылғаһы аға ла аға, тыныу-туҡталыу белмәй, ә үткәндәге хәтирәләр бөгөнгөләй күҙ алдында ғына. Теп-тере. Исхаҡтың, ир уртаһын күптән уҙған кешенең, үҙәге өҙөлә лә ни, ни хәл ҡылһын. Әсәһе юҡ, атаһы һуғыштан ҡайтманы, тыуған ауыл менән бәйләүсе берҙән-бер еп – бер туған Шиһабетдин ағаһы. Һирәк-һаяҡ булһа ла шуларға ҡайтып төшә, ғәзиз ер-һыуҙарын күреп, бер аҙ танһығы ҡанып китә... Был юлы «маҡтап йөрөй» икән: Шиһабетдин ағаһының төпсөгө Фәнил өйләнә.

Исхаҡ тәүҙә бик ҡыуанғайны: бер ыңғайҙан туған-тыумасамды күрәм, тип һөйөнгәйне, һуңынан, буласаҡ килендең кемлеген ишеткәс, әллә нишләп китте.

* * *

...Ҡарсыҡ яр башында йәшәй. Ергә өңөп эшләнгән өйҙә.

Исхаҡ уның Фатима исемле ҡыҙын да күргеләй. Гел генә иҫке оҙон шәлгә төрөнөп йөрөй ул. Тиҫтерҙәренә ҡатышмай, өй тирәһендә урала-урала ла тағы эскә инеп китә.

Исхаҡ үҫә төшкәс кенә аңланы. Ғәрип ҡарсыҡ – ошо ауыл кешеһе. Ҡасандыр ошонда тыуған. Күп йылдар әүәл кешеләр уны, зина ҡылып бала тапҡаны өсөн, шулай ҡаты язалаған. Хатта йәшәтмәҫкә лә иткәндәр. Балаһы хаҡына ғына тере ҡалған. Аяуһыҙ язалаған әҙәмдәр зинасыны: туҡмап ташлағас, бер төптән тороп ауылдан ҡыуғандар, «кире бында аяҡ баҫма» тигән хөкөм сығарғандар. Берәйһенең күңеле йомшарҙымы икән: ахыр сиктә ауылдан ситтә ер өңөп йәшәргә рөхсәт иткәндәр.

* * *

Исхаҡ, ҡунаҡ кеше, хәтирәләренән айный алмай ултырҙы-ултырҙы ла яр башына сығып китте. Күңелендә хәтәр уй тыуғайны: үҙе менән Фәнилде лә алырға теләгәйне. Юлда яйлап хәбәрен һөйләр, барыһын да тәфсирләп аңлатыр... Тағы тыйылды... Әллә яҡшыға, әллә яманға был? Әллә игелек ҡылды яҡын туғанына, әллә хаслыҡ? Фәнил өйҙә ине, бер әмәлен табып, яңғыҙына ғына өндәшергә, хатта ҡолағына шыбырларға мөмкин ине. Әллә нисә рәт уҡталып ҡуйҙы, тағы туҡтаны, кисекте. Инде күтәрелдем, аяғыма баҫтым, хәҙер ҡустыма ымлайһы ғына ҡалды, тип уйланы, юҡ...

Өмөтө аҡланманы: яр башында теге ер өйөнөң эҙҙәре күренмәй ҙә. Ул өңдө соҡор-саҡырҙан айырыр әмәл юҡ.

Ҡунаҡ кеше ары баҫты, бире үтте. Тағы кирегә боролдо... Башында мең төрлө уй.

Ҡайтһа, өйҙә – ҡунаҡтар. Береһе – Фәнил ҡустыһы йәрәшәсәк кәләш икән. Исхаҡ уны шундуҡ сырамытты. Ҡалын ҡара ҡашлы, ҡалын өлбөр иренле ҡыҙ. Ярай, яңағы, маңлайы киң түгел, әләйһә, ир-егеткә тартыр ине. Яҡты сырайлы икән. Һөйләшкәндә, йылмайғанда, йөҙө нурлана, бит алмаһы остары хатта алһыуланып китә. Алсаҡ, күңелсәк ҡыҙ бала... «Моғайын, шул алсаҡлығы, яҡты йөҙө менән арбағандыр әле Фәнил ҡустыны», – тип уйланы ағай кеше. Зәлиә һылыуҡай уның менән дә ихласлап күреште. Әйтерһең, томан баҫҡан күк бите асылды, ул йылмайғас, әйтерһең, күк иңе таҙарып, яҡтырып китте, уға һирпеп ҡарағас, ҡаштарын күтәргәс. Күҙҙәре лә төпһөҙ-төпһөҙ икән.

Йөрәген тотоп ултырҙы Исхаҡ төпкө бүлмәлә. Күрше бүлмәлә ике йәш йөрәк серләшә. Уның күкрәгендә лә – ҡошсоҡ, иреккә атыла, күрше бүлмәлә лә – ике бәхетле ҡошсоҡ сыр-сыу килә.

«Нисек туҡтатырға, нисек аңлатырға ул балаларға? Нисек күҙҙәрен асырға хыялыйҙарҙың?..» – тип һыҙланып уйлана ир уртаһын күптән уҙған бәндә.

* * *

Исхаҡ, ҡунаҡ кеше, йәнә хәтирәләргә тарыны. Ул һунарға үҙ аллы йөрөй башлағанда Фатималар ауылда йәшәй ине инде. Ауылда уҡ түгел, ә уның осонда. Шунда кемдеңдер мунсаһын йүнәтеп өй итеп кергәндәр. Икәүҙән-икәү донъя көтөп, үҙ йүндәрен үҙҙәре күреп яталар. Егет уларға әллә ни иғтибар итмәй: бүтәндәр ише, шулай тейеш тип ҡарай. Һәр кемдең үҙ хәстәре бит, Фатиманың әсәһе башҡалар һымаҡ колхоз эшендә ҡатышмай, ғүмерен шул тәпәшәк кетәгендә үткәрә. Башҡа бисәләр шикелле, келәттә ашлыҡ таҙарта алмайҙыр инде: хәленән килһә, уныһына торор инеме. Кешегә кер йыуа, теген-бәйләм менән була, буғай. Йөн иләй, йөн тетә – бөткәнме ауылда кәсеп. Өйөндә – өңөндәге һуҡыр сысҡан кеүек, ҡояшҡа күренгәне юҡ. Кем белә, бәлки, уларҙың юлы ғүмерҙә лә киҫешмәҫ ине.

Шул йылда Исхаҡтарҙың быҙауҡайы үле тыуҙы. Тиреһен тунап, һыйыр алдына һалдылар. Бахыр малҡай ғәзизен ялаған була. «Ошолай итмәһәң, һөтө төшмәй», – тине әсәһе. Исхаҡ аҙаҡ тегене әүен артына ташланы. Кәртә буйына ышыҡланған ҡыҙыйға шул ғына кәрәк: йәшеренгән урынынан сыҡты ла... Егет барыбер шәйләне: теге ҡарсыҡтың ҡыҙы Фатима! Исхаҡ бисараны өркөтмәне. «Әйҙә, – тине эсенән, – теләгән – йылан ите ашаған». Ҡул һелтәне. Йәшеренеп кенә күҙәтте. Ҡыҙ алан-йолан ҡаранып алды ла, үҙ юлында булды. Бисараҡайҙы ай күрҙе, ҡояш алды. Исхаҡ уның йөҙөн, осҡонло ҡурҡаҡ күҙҙәрен абайланы. Ҡыҙый үтә ҡабалана, күҙҙәре уттар сәсә. Үҙе – уғры, үҙе – һылыу! Хәрәкәттәре киҫкен, тотоноштары тилбер.

Уҫлаптай кәүҙәле һунарсы егеткә һыйыр ҙа, ҡыҙ ҙа йәл. Һыйырҙы йәлләп күҙҙәре бер йәшкәҙәһә, ҡыҙҙың ҡылығын хайран итеп бер була.

Әлегәсә ҡыҙыйға күҙ ҙә һалмай торғайны, бөгөн шуны ғына уйлай, шул зат ҡына күҙ алдында: күҙе яна, тәне дер-дер ҡалтырана. Былай табан боролғанда, ҡыҙҙың күҙҙәрендә йәшен ялтлағандай тойолдо. Ҡыҙыйҙың күҙҙәре йәшен уттарын уйната! Шунда берәйһе осраһа, йәшене менән атып үлтерәсәк! Берәйһе ҡамасаулаһа йә иһә табышына ынтылһа, аямаҫ! Йәшен ҡамсыһы ялт-йолт итәсәк, шатыр-шотор яндырасаҡ. Абай булың, һаҡ булың!

Егет аҙаны: шундай күркәм ҡыҙ урлашып йөрөй. Һыу һөлөгөләй гүзәл зат. Кискегә тамаҡтары туясаҡ! Һылыу йүгерә, күҙҙәренә аҡ-ҡара күренмәй. Илаһи зат, нишләйһең һин, ни ҡылаһың? Ниңә яйыраҡ баҫмайһың? Барыбер һине хоҙай күрә, хоҙай һаҡлай.

Йөрәге ҡыҫып-ҡыҫып алды егеттең. Был күренеште башына һыйҙыра алманы. Аңлай аңлауын бисара заттарҙы, үҙҙәре лә әллә ни етеш йәшәмәй. Әгәр ҙә һунарға йөрөмәһә, күптән аяҡ һонорҙар ине.

Ошо көндән башлап Исхаҡ һунарсы Фатималарҙың ярҙамсыһына әүерелде.

Һылыуҡай Фатима менән дә аралары шулай яҡынайҙы...

* * *

Ижап уҡытыу көнө лә тыуҙы. Исхаҡ уҙаман һаман ҡустыһың киҫәтә алмай. Нисә ҡат ынтылып ҡуйҙы, тағы һуңғы сиктә генә, ауыҙымдан һүҙем-ҡошсоғом осоп сыҡты тигәндә тыйылып ҡала, ирендәрен тешләй, төпкө бүлмәгә инеп китә. Унда ыҙалана: урттарын сәйнәй, тештәрен ҡыҫа. Хәс тә ата бүре: тоҡанға һәпкән – ни ҡылырға белмәй ҡаңғыра. Улай баҫа, былай үтә. Ишек бикле, тәҙрәһе юҡ һарайҙың – ҡотолор әмәл юҡ. Инде ул кешеләр ҡулына эләгәсәк. Фашланасаҡ!

Ныҡ икеләнде. Әйтһә лә – насар, әйтмәһә лә... Әйтһә, ҡустыһының хыял донъяһын емерер, мәңгегә хәсрәт даръяһына һалыр ике йәнде. Әйтмәһә... Өндәшмәй, йәшереп-йолоп ҡалһа... Ул саҡта кешелек алдында хыянат ҡыла, заты, нәҫел-нәсәбе ҡаршыһында. Кем-кем, ул был йоланы яҡшы белә! Борондан килгән был ҡанунды ата-баба боҙорға баҙнат итмәгән!

Исхаҡ әллә нисә тапҡыр Шиһабетдин ағаһы ҡашына йыйынды. Инде һүҙ башланыммы, әмәлен тап иттемме тип торһа, тегеһе мәшәҡәтенә тотона ла китә. Бер хәстәре сыға... Атай кешенең башы хәҙер туй мәшәҡәте менән тулы. Ул берәүҙе күрмәй ҙә, ишетмәй ҙә, уға яҡын юламауың хәйерлерәк. Ә еңгә кеше... Юҡ, юҡ, ҡатын заты аңламаҫ!

Йәнә үҙ-үҙенә йомолдо ҡунаҡ. Ҡунаҡ – хужаның ишәге. Һин тыйнаҡ ҡына ҡылан! Артығын ысҡындырһаң, харап, бөтөнөһөн емереүең ихтимал.

Ижап уҡытыу көнө тыуҙы. Теләйҙәрме кешеләр, юҡмы, ул таң атырға тейеш ине. Исхаҡ уҙамандың да кеше донъяһында эше юҡ. Ҡыҫылып-боҫолоп йөрөмәһен! Теләһә, урыны – түрҙә, йомшаҡта, ана, йылыла ирәйеп ултыра бирһен, һый-хөрмәтте хуп итһен; башҡаһы – бүтәндәр хәсрәте... Исхаҡ уҙамандың көйлө генә барған донъяға тығылырға хаҡы юҡ. Уның яңылығы аяҙ көндәге йәшен һымаҡ йәшнәйәсәк. Кеше һүҙе – кеше үлтерә. Ҡырмыҫҡа иләүенә таяҡ тығыу менән бер булыр хәбәре. Өндәшмә, дуҫ, аҡылың булһа!

Телен тыйҙы ҡунаҡ, хатта ирендәрен ҡымтып ҡуйҙы. Күңеле ниңәлер өмөтләнә ине әле, биғәйбә, бушҡа булған ышанысы, һуңғы осҡон һүнде, тәғәйен таңы атты. Ижап, ижап уҡытыласаҡ!

Егет яғы әйткәс, ҡыҙ ҙа ҡарышманы: ижапта ултырырға ризалашты. Етем-еһер нишләһен, кәңәш итер кешеһе юҡ. Уның яғынан – һаңғырау әбей генә. Ҡыҙ төшкән фатир хужаһы. Зәлиә педучилищены тамамлағас, бында, тыуған ауылым тип, ҡайтҡан икән. Ысынлап та, был ауылдың ҡыҙы, тик туған-тыумасаһы ҡалмаған. Үкһеҙ етем ҡыҙ бала. Шулай ҙа ер-һыу тартҡан: һаңғырау әбейҙә фатирҙа тороп башланғыс кластарҙа уҡыта. Фәнилдең уҡытыусы ҡыҙға күҙе төшкән. Йәштәр танышҡан, табышҡан, ни ғәйеп итәһең. Донъяла була торған хәл.

Ҡыҙ интернатта тәрбиәләнгән икән: ипле, һапалы бала күренә. Шибаһетдин ағайға ла, ҡәйнә булаһы кешегә лә оҡшаған ул. Фәнил түбәһе күккә тейеп йөрөй, бәхет даръяһына муйынынан батҡан. Хәҙер уны шунан тартып сығарып ҡара. Күҙҙәре томаланған егеттең бәхеттән, бер ни күрмәй, абайламай. Һуҡыр ҙа, һаңғырау ҙа, хыялый ҙа тиһәң дә ярай.

Исхаҡ ағаһы ҡустыһы хәлен аңлай. Хатта Фәнилде ҡотҡарып булмаясағын да һиҙенә, шулай ҙа йәне баҫылмай. Килешмәй бит улай! Ярамай! Борон-борондан килгән йола аяҡ аҫтына һалына. Башҡа һыймаҫ хәл! Кешеләр белһә...

Бер ниндәй ҙә әмәле юҡмы ни?

Исхаҡ уҙаман йәнә ихатала тәмәке көйрәтергә сыҡты. Яй ғына баҫты, ҡабаланмай уйҙары артынан эйәрҙе. Исмаһам, тине үҙ-үҙенә, алданыраҡ ҡайтылмаған. Алдан һиҙһәме, был йүләрлеккә юл ҡуймаҫ ине! Тағы йөрөй торғас, ныҡлы бер ҡарарға килә. Ошо урында туҡталып ҡала. Эсенән үҙ-үҙенә бойороҡ яуҙыра: «Ошонда туҡтарға! Туҡтатырға бөтөн мәхшәрҙе! Туй булмаясаҡ!.. Былай ярамай! Был – ата-баба йолаһын боҙоу, кешелеккә, тәбиғәткә хыянат итеү! Енәйәт!..»

Иҙеүҙәрен ысҡындырып ебәрә, тәмәке төпсөгөн атып бәрә. Башын күтәреп өй яғына ҡайырыла, тәҙрәләргә текәлә. Тәҙрәләрҙә – яҡтылыҡ, урамдарға нур, бәхет, шатлыҡ бөркөлә, ә урамда – барыбер ҡараңғылыҡ, күңелдә лә бушлыҡ ҡына...

«Был – енәйәт, ысын енәйәт, – тип тылҡый күңеленән. Енәйәтсеһе мына мин. Мин! Мына мине, кешеләр, хөкөм итегеҙ!» – тип яр һалғыһы килә. Хәҙер йүгереп инер ҙә, артынан ҡалын имән ишекте шар асыҡ ҡалдырып, иҙән уртаһына баҫып иғлан итер: «Мин – енәйәтсе, теге ваҡытта эш ҡылдым. Мына мине хөкөм итегеҙ! Ә тегеләр – гонаһһыҙ балалар. Айырығыҙ уларҙы, иреккә ебәрегеҙ!»

Ошолай итеп ҡысҡырғыһы килә уның. Инде атылып инәм, тупһаһына һындыра баҫам тигәндә, ҡаршыһына, туҡмаслы таҡта күтәреп, йөҙөндә нур уйнаған еңгәһе килеп сыға.

– Абау, Исхаҡ ҡәйнеш, бәрелә-ә-ң...– Ул саҡ-саҡ ҡулындағыһын ситкә алып өлгөрә...– Ҡәйнеш...

– Еңгә!..

– Ни булды, Исхаҡ ҡәйнеш?

– Юҡ, бы-лай...

– Эй-й, саҡ түңкәрмәнең... Икәү бергә киҫкәнде...

Исхаҡ, ситкә тайшанып, еңгәһен үткәреп ебәрә, үҙе солан ишегенә һөйәлә.

Ижап уҡыясаҡ мулла ла килеп етте. Барыһы ла табын артынан урын алды. Шиһабетдин ағай менән еңгә иң түрҙә, ҡаршыларында – һаңғырау әбей, Зәлиәнең әсәһе тейеш кеше. Түр башында – мулла, йәштәр – йәнәштә. Бер мәлгә ығы-зығы, хәрәкәт баҫылып ҡалғандай итә. Барыһы ла тантаналы мәл тыуыуын тоя, мулла доғаһын башлай.

Өй эсендә себен осҡан тауыш та ишетелә, хатта ел иҫеүен тоя ҡолаҡ япрағы. Бер яҡ ситкә сүккән Исхаҡтың күкрәк ситлеге саҡ-саҡ түҙә. Ул себен осоуын да ишетмәй, ел иҫеүен дә һиҙмәй, ҡолағы тонған. Йөрәгенең дөпөлдәп тибеүе арҡаһында тышҡы донъянан айырылған һымаҡ. Әйтерһең, меңәрләгән аттар саба ялан иңләп, тояҡтарының ерҙе тупылдатыуы менән донъя тулған. Ошо тояҡтар тауышынан башҡа бер ни ишетмәй. Ҡолағын һәрмәп тә ҡарай, ҡулъяулығы менән маңлайын да һыйпаштыра, бушҡа ғына. Исмаһам, уға мулланың һуңғы һүҙҙәрен тыңлап, күңеленә һеңдереп ҡалырға ине.

– Шиһабетдин туған, һин улыңа...

Мулланың һуңғы һүҙҙәре үтә лә киҫкен, үтә лә көслө, бик тә ҡапылдан һымаҡ. Исхаҡ был мәлдә әллә ҡайһы тарафтарҙа... Күңеле лә, аңы ла был хәлгә риза түгел. «Юҡ, юҡ, кәрәкмәй! Шиһабетдин ағай, айбан! Ағай, туҡта!»

– Шиһабетдин туған...

– Эйе, мин – Шиһабетдин!

– Шиһабетдин туған, һин улыңа Кәшифә әхирәттең ҡыҙын алаһыңмы?

Бер яҡ ситтә ултырған Исхаҡ ҡунаҡтың йөҙө көл. Ирендәре ҡымтылған, күҙҙәре йомолған. Күңеленән кешеләргә бойороҡтарын яуҙыра ғына: «Шиһабетдин ағай, аҡылыңа кил! Кешеләр...»

– Алам!

«Юҡ, ризалығым юҡ!..»

– Кәшифә әхирәт, һин ҡыҙынды...

Исхаҡ ҡунаҡ урынынан ҡалҡынып киткәндәй итә, йәне әрней муллаға. «Мөртәт, – ти эсенән. – Ниндәй ҡыҙ, кем ул Кәшифә? Ниндәй ҡыҫылышы бар уның?»

– ...ҡыҙынды бирәһеңме?

– Ә... Нимә ти ул? – һаңғырау аңламай. Ике яҡлап ҡарсыҡтар буласаҡ ҡәйнә ҡолағына ҡысҡыра.

– «Ҡыҙынды бирәһеңме», – ти.

– «Бирәм», – тиң.

– Әйт!

– Ә...

Бер яҡ ситтә ҡунаҡлаған уҙаман ахыры сығырынан сыға: «Юҡ, юҡ! – тип ҡабатлай үҙ алдына. – Бирмәйем, бирмәйем! Юҡ, юҡ!..»

Исхаҡ, һаңғырау ҡарсыҡтың яуабын ишетмәҫ өсөнмө, әллә йөрәге һыҙлауынан алйыпмы, ишеккә табан ыңғайланы. Бөтөн күҙҙәр уға табан төбәлә, һаңғырау ҡарсыҡтың һүҙҙәрен йүнләп ишетмәйҙәр ҙә. Уның һүҙҙәрен гүйә тыңламайҙар ҙа, гүйә уның һүҙҙәре берәүгә лә кәрәкмәй ҙә.

* * *

Бөркөү һауа барса йән эйәһен һыу буйына ҡыуалай. Тын ҡурыла, тамаҡ кибә; «һыу, һыу» тип сарсай тереклек. Юлда талсыҡҡаны ла, ҡыуан елдәрҙән әлһерәгәне лә һыуға ымһына.

Йәш кеше – Исхаҡ та әллә ҡайҙан ҡайтҡайны ул көндә, юл ыңғайында Һаҡмар буйына төштө. Текә ярға яҡынлашҡас һиҫкәнде: аҫта һыу сайпыла. Кем һыу инә? Өнһөҙ генә, тулҡындарҙы сайпылтмаҫҡа тырышып ҡына? Егет һағайып, һаҡ баҫып муйыллыҡ араһына боҫто.

Һыуҙарҙа – һылыу ҡыҙ. Тулҡындарҙы яра аҡ шәрә тәне менән. Тулҡындар менән уйнай, ҡыуыша, тулҡындар менән ҡосошоп эй кинәнә, иркәләнә. Әйтерһең, был илдә бер үҙе генә, иҙерәп һыу ҡойона. Йомшаҡ «борсаҡтар» тәне буйлап тәгәрәй, сәсе остарынан, бите буйлап һыу аға. Бер сума, бер ҡалҡына өҫкә – гүйә алтын балыҡ, тулҡынлар менән уҙыша. Илаһи зат, бөтөн донъяһын онотҡан.

Егеттең тыны ҡыҫылды. Ысын илаһиәгә тап иткәндәй торҙо. Тәүҙә һылыуҡайҙың кем икәнен дә таный алманы әле. Ҡыҙ кинәнде. Ҡоластарын ирәйеп ташлап, донъяһын онотоп йөҙҙө, һыу эсенә бер төшөп китте, бер ҡабат ҡалҡты. Аҡ тәне менән тулҡындарҙы ярҙы, тулҡындарҙы баҫтырҙы. Унан тулҡындар уны ҡыуаланы, уның шәрә тәнен ҡосоп алырға ынтылдылар... Шулай ҡыуыштылар бер-береһе менән: һылыу ҡыҙ, тулҡындар. Тулҡындар рәхәтләнеп, танһыҡтары ҡанғансы ҡосто ла ҡосто һылыуҙы. Ҡыҙ иркәләнде лә иркәләнде; барса мәшәҡәт, ғәмде онотоп иҙрәне лә иҙрәне. Егет йөҙөүсегә көнләшеп туйманы. Йөҙөүсе яңғыҙы, рәхәтләнә генә... Тулҡындарға көнләште егет – тулҡындар һылыуҡайҙы, сихри тәнде ҡоса ала. Хоҡуҡтары бар. Бәхетлеләр!

Ҡыҙ Исхаҡты һыуҙан сығырға йыйынғанда ғына шәйләне. Шәйләне лә ҡабаланды. Йәһәтләп алдын-түшен йәшерә-йәшерә ҡаштаҡтағы әйберенә йомолдо. Егет тә ҡыйынһынды, әрһеҙләшмәҫкә тырышты, күҙҙәрен йәшерҙе. Әйҙә, үҙ иркенә кейенһен ҡыҙ бала тип, ҡараштарын һыуға төбәне. Таныны: һыуһылыу, Һаҡмар эйәһе ғәрип ҡарсыҡтың Фатимаһы, имеш. Шул тигәнсе ҡайһылай буйсанланып киткән, еткән ҡыҙ.

Фатима уға ят та түгел бит, күрешә-һөйләшә йөрөйҙәр. Исхаҡ уларға ҡулынан килгәнсә ярҙам да итә. Әле шул бала – үҙенән алыҫ та түгел. Хатта ҡолағына тын алыштары, дөпөлдәп йөрәге тибеүе ишетелә төҫлө. Мыштым ғына кейенә. Тиҙерәк өйөнә ҡасырға тип аҙапланалыр. Исхаҡ ҡымшанмай. Эстән: «Килешмәй!» – тип уйлай. Шулай ҙа йәне ҡуҙғалды бит инде, ана, күҙҙәрен һыуҙан алмай. Гүйә, һыу һыуһылыуҙың һынын боҙмай һаҡлай.

Яҙылырға, терелергә кәрәк ине егеткә. Нисек тә! Әҙ генә һуңлаһа, отоласаҡ, ҡулындағы бәхет ҡошон ысҡындырасаҡ! Мәңгегә үкенер...

– Фатима...

– Әү...

– Ашыҡма!

– Ә-ә...

– Ҡашыма һуғылып кит, тим. – Егет башын күтәрмәне, һаман шул килеш һыуға текәлеүендә булды. «Китһә, китә инде – иркендә», – тип уйланы үҙ алдына. Тыныс, ғәмһеҙ күренергә тырышты. Күңеле тибрәнә, бөтөн тәненә ут ҡапҡан һымаҡ. Ҡыҙ, ысынлап та, китеп барһа, тотор ҙа һыуға сумыр – ялҡындарын баҫыр өсөн бер сараһы ҡала.

Оҙон ғүмер үтте. Исхаҡ башын ҡалҡытҡанда, Фатима бөгәрләнеп кенә йәнәшендә сүкәйеп ултыра ине. Сабый бала төҫлө генә үҙе, һалҡындан бөрөшкән, тәненән бөрсөк-бөрсөк тамсылар тама. Һыу яланғас сираҡтары буйлап табанына төшә, унан үләндәр эсенә кереп юғала. Йоҡа күлдәге лә һыуланған, оҙон сәстәренән дә һыу һарҡый.

Исхаҡ, әллә уны ныҡ йәлләп, әллә күңелендәге сәйер ташҡынды тыя алмайынса, ауыр беләктәрен ҡыҙҙың арҡаһына һалды. Теге ҡырағай әллә ысынлап өшөгән, йылыға мохтаж – тайшанманы, тора һалып, ҡоралайҙай, өйөнә лә сапманы. Ул һыуҙы күҙәтеүсенең йәнәшенә генә сүкәйгәйне. Бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Исхаҡтың да телен ҡырҡып алғандармы ни: тыны сыҡмай, кәүҙәһен көҙән йыйырған кеүек. Ҡыҙға йәйһеҙҙер инде – беләге тос та.

Улар шулай күпме ултырғандыр... Өнһөҙ көйө бигерәк ҡыйын да инде икәүһенә. Бер һүҙ ҡатһаларсы! Аҫта Һаҡмар сайпыла – тулҡындарын текә ярға ҡаға, тырышып-сәмләнеп яр аҫтын өңә. Бөгөн оло донъяла шул ғына ауаз! Ахыры егет ҡыҙ эргәһенә һырығыбыраҡ ултырҙы, ҡыҙҙы ла йомшаҡ үләнгә ултырырға мәжбүр итте. Кәүҙәһе бераҙ йылынды, буғай. Тәндәре әллә ниндәй рәхәтлек тойоп иркәләнде, һөйәктәре ирене. Шулай ҙа ҡалтыраныу үтмәгәйне, киреһенсә, көсәйгәндән-көсәйә генә барҙы. Икәү һаман бер-береһенә нығыраҡ, нығыраҡ һыйынды. Шулай рәхәт, кинәнес ине. Шундай бәхетле, тиң, яҡын ине икәү был мәлдә. Тәбиғәттең, ғүмерҙәрҙең илаһи мәлендә...

* * *

Көйһөҙ ҡунаҡ, Исхаҡ уҙаман, ауыл осона табан атланы. Фатималарҙың нигеҙенә. Башын һәлендергән. Гүйә, аяҡ аҫтын абайламай ҙа, һөрлөгә тип торорһоң. Табандарын һөйрәп ала, ауыр герҙәр таҡҡандармы ни! Берәүҙә лә эше юҡ, өҫтөрәлә генә.

Ауылда танымайҙар инде был кешене. Был кеше ят уларға. Исхаҡ быны һиҙенә. Хәйер, уға шулай уңайлыраҡ та. Әйҙә, белмәһендәр, танымаһындар, тип юрай. Ауыл осона еткәс, туҡтай ҙа кәпәсен һала. Ҡаршыһында мөһабәт ҡарағай йорт түшен кирә. Ҡупшыла уның эше юҡ, әлбиттә, йәнендә – бүтән хәсрәт. Хәтерләй. Күҙ алдында ғына. Ҡасандыр бында уның өсөн ғәзиз кешеләр йәшәй ине. Исхаҡ уларға ярҙамлашҡанын да иҫләй. Барыһы ла бөгөнгөләй генә төҫлө.

Исхаҡтың күҙ төптәренән ике бөртөк ҡайнар йәш атылып сыға. Сал сәстәре елгә туҙғый. Ул уларҙы рәтләмәй, ипләмәй. Әрһеҙ ел ябырыла ғына, сәстәрҙе ирекһеҙләй, ҡылған һабағылай елберҙәтә генә. Гүйә иңдәренә ауыр йөк өҫтөрәгәндәр, ул, мисәүҙәге ат һымаҡ, алға тартыла ла ни – йөгө аҫҡа баҫа, уны еңергә, ергә һырыҡтырырға маташа.

Ғәжәп шул: Фатималарҙың өйөн ҡутарып ташлағандар ҙа ер менән тигеҙләгәндәр. Моғайын, көслө трактор нигеҙ урынын эткәндер, яңы кешеләргә нигеҙ ҡорғандыр. Хәҙер бында бүтән кешеләр йәшәй, Фатималарҙың эҙе лә, еҫе лә юҡ. Ул нигеҙҙә – мөһабәт ҡарағай йорт.

Исхаҡ ауылдан киткәндә Фатималар өйө имен-аман ине. Ҡасан емерҙеләр икән? Кемдәр? Ә Фатима менән әсәһе ҡайҙа олаҡҡан? Шиһабетдин ағаһы өндәшмәй. Ә Зәлиә – интернатта сит кешеләр ҡулында үҫкән.

Сал сәсле ир, ҡаңғырып, бер урында тапанып торҙо ла кирегә ҡайырылды. Китте ул, артына өйләнмәй, алға ынтылды. Иҙеүҙәре асыҡ – ҡуйынына ел тула, яланбаш – кәпәсе ҡулында, сәстәрен әрһеҙ ел тарай...

Исхаҡ уҙаман һаман да өмөтөн һүндермәне. Теләге Фәнил ҡустыһын яңғыҙ көйө генә тап итеп аңлашыу ине.

Исмаһам, ҡустыһына хәлде аңлатһа ла, йәненә еңелерәк булыр. «Һуңынан үҙе ҡарар, үҙенең эше», – тигән һымағыраҡ фекер йөрөттө. Нисек кенә тимә, ағаһына үпкәләмәҫ: киҫәтмәгән, әйтмәгән тип ярһымаҫ. Исхаҡ үҙ иңенән оло йөктө төшөрөргә, гонаһынан ҡотолорға тейеш!

Уйҙар ҡуйырҙы ла ҡуйырҙы. Шиһабетдин ағаһы улының туйын боҙорға ярамағанлығын да, шуға йәһәтерәк әйләнеп ҡайтырға, табын артына ултырырға кәрәклеген дә аңлай. Бала түгел, һаҡһыҙ ҡылана алмай. Килешмәй уға шул йәшендә. Әммә Фәнил ҡустыһы менән барыбер аңлашырға тейеш! Был – уның бурысы!

Ошондай уйҙар менән ҡайтып инде Исхаҡ туй гөрләгән өйгә.

Табын ҡыҙған, мулла күренмәй. Түрҙә ғәҙәттәгесә – Шиһабетдин менән уның йәмәғәте, ҡаршы яҡта – һаңғырау ҡарсыҡ. Эргәһендә – йәштәр. Исхаҡ уҙаман да үҙ урынын алды. Стаканына мөлдөрәмә тулы итеп шарап ҡойҙолар. Ялындырмай түңкәреп ебәрҙе. «Бәлки, еңеләйтер», – тип өмөтләнде. Ултыра биргәс, үкенде. Әллә елкәһе йоҡарған, башына сыҡты. Оҙаҡ ҡына бер ни аңғарманы, берәүҙе лә ишетмәне, күрмәне. Шиһабетдин ағаһы артынан кеше ебәрергә йыйынып бөткән икән, ярай, ваҡытында боролған.

Ултыра биргәс, зиһене асылды. Күҙҙәрен тултырып тәү күргәндәй кәләш затына төбәлә. Ҡыҙҙы танырға теләй, гүйә. Гүйә, сырамыта... Туй геүләй, уның башы әйләнә. Әллә нисә ҡат ҡыҙға һынап-һынап ҡараны. Теге бисара хатта ҡыйынһынғандай ҙа итте кеүек: башын эйҙе, күҙҙәрен ҡуйы керпектәре аҫтына йәшерҙе. Быны Фәнил дә һиҙҙе, әлбиттә... Исхаҡ шуға көлөмһөрәне. Ҡустыһы йәш шул, ярһыу, яндырай, ҡош балаһын ҡурсығандай, һөйөклөһөн яттарҙан ҡыҙғана.

Исхаҡ Фәнил ҡустыһын йәлләне. Фәнил дә бәхетһеҙ бала, Исхаҡ ағаһы гонаһы – ҡорбаны. Белмәй шул шилма малай кемгә өйләнергә йыйынғанын!

Исхаҡ ҡунаҡ йәнә берҙе түңкәрҙе. Үҙ-үҙен ҡәһәрләне, үҙ-үҙен тәүбәгә тарттырҙы. Ул ҡанундарҙы боҙорға тейеш түгел, йоланы ашатларға иманы етмәҫ! Берәй арала Фәнил ҡустыһын артынан саҡырып сығарыр, әйтер... Ғөрөф-ғәҙәт, тәбиғәт ҡануны унан, Фәнил ҡустыһынан олораҡ, ҡиммәтерәк!

Күҙ aлдындa кешеләр түгел, уйҙары сыуалды, ҡунаҡтар өйөрөлөп-сөйөрөлөп бейемәне, ә йөрәге, күсәренән ысҡынып, тулап-тәгәрәп йөрөнө. Ул, алйот кеше шикелле, башын баҫып ултырҙы. Көләс еңгәһенә лә, ҡырыҫ Шиһабетдин ағаһына ла күтәрелеп ҡарарға ҡыйманы. Уҙаман ирҙе ағаһы тағы, теге ваҡыттары һымаҡ, әрләй башлар. Шиһабетдин уҡытыусы йәнә зина ҡылыусыларҙы битәрләй, бөтөн ауыл алдында фаш итә башлаясаҡ! Хурлыҡ бағанаһына бәйләр! Бәйләһен...

Исхаҡ ҡарашын Шиһабетдин ағаһынан кәләш ҡыҙға күсерҙе. Йөрәге телеп-телеп һыҙлай, ҡыҙ һаңғырау ҡарсыҡҡа һырығып-һырығып ала. Әсәһе тип уйлаймы икән? Уны бер ят ағай күрәме икән, әллә кейәүем яғынан ҡоҙа тип аңлаймы? Сәйер ҡоҙа... Белһә икән ул! Ҡаршыһында кем ултырғанын һиҙһә икән...

Яфалы бәндәнең туйҙа дөмбөр ҡағаһы килә. Туйҙан һуң түгел... Туйҙа дөмбөр ҡағыу йолаһы бар ҙа баһа! Тик тағы башын эйә, тештәрен ҡыҫа. Туй гөрләй, туй ҡыҙа. Гүйә, ул – көйһөҙ кейәү, көйһөҙ кейәү өҫтөнән бихисап аттар – тотош өйөр – тапап үтә.

* * *

Ул ваҡытта никахһыҙ бала табыусыны, йәғни зина ҡылыусы Фатиманы Шиһабетдин ағаһы үтә лә ныҡ ғәйепләне. Был хәлде донъяла күрелмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән, зат-ырыу белмәгән гонаһ тип ебәрҙе. Бөтөн ауылды ҡарсыҡ менән йәш әсәгә ҡаршы аяҡландырҙы.

Фатиманың балаһы – икәүһенең мөхәббәт емеше тыуғансы, Исхаҡ имен-аман йөрөнө әле. Уйһыҙ көйө йәшәне, әүәлгесә ауға барҙы, табыш менән ҡайтты. Бала булмаһа, ауылдағы тормошо ла, бәлки, шулай һәүетемсә дауам итер ине. Юҡ икән шул: бәпес, яңы йән эйәһе, үҙенең дә донъяла барлығын белгертеп, яр һалды. Шунан һуң башланды ла инде бәлә...

Ауылда: «Уйнаштың балаһы ла уйнаш инде ул, үҙе зина ҡылып кеше тормошон боҙоп бала тапҡайны, ҡыҙы Фатима ла гонаһ юлында...» – тип һөйләнеләр. Бигерәк тә уҡытыусы кеше, пропагандист Шиһабетдин ағай шәбәйҙе. «Зинасы, ауыл йәштәрен аҙҙырыусы нәмәкәй», – тип ебәрҙе. «Беҙҙең әхлахте аяҡ аҫтына һала был элементтар... Беҙҙең социалистик моралде боҙалар, йәмһеҙ өлгө күрһәтәләр башҡаларға...». Китте, китте, төкөрөгөн сәсә генә. Әйтерһең, сәхнәгә менеп алған да механизаторҙар менән политинформация үткәрә.

Әлбиттә, зина ҡылыусы Фатима ул көндәрҙә ауылға сығып йөрөмәне, кеше күҙенә салынманы. Исхаҡ иһә иректә ине. Уны бер кем дә битәрләмәй, битәрләй алмай. Берәү ҙә белмәй уның гонаһын! Берәү ҙә уны енәйәт өҫтөндә тотмаған!

Иректә йөрөһә лә, Исхаҡ күршеләренә, бигерәк тә Шиһабетдин ағаһына күренергә ҡыйманы. Аталары өйөн урап үтте, Фатима менән до осрашманы. Ғөмүмән, бынан һуң Исхаҡ Фатималарға юлды онотто. Хатта бер ҡабат та үҙенең ҡыҙын, үҙенең ҡанын барып күрмәне. Икәүһе араһындағы сер шулай икәүһе араһында ғына ҡалды. Икеһенең йөрәгендә...

Бер нисә рәт ынтылып ҡуйҙы ҡуйыуын. Уҡытыусы ағаһына үс итеп, көпә-көндөҙ Фатималарҙың өйөнә барырға уҡталды. Бөтөн кешенең алдына баҫып: «Ул – минең балам!» – тип әйтергә теләне. Был ҡылыҡтың батырлыҡҡа тиң булырын да һиҙенә ине, тик кисекте. Тағы, тағы затын, нәҫел-нәсәбен хурлауҙан ҡурҡты. Бигерәк тә уҡытыусы Шиһабетдин ағаһын кеше күҙенән төшөргөһө килмәне. Әгәр уның туғаны Исхаҡтың бер зинасы менән сыуалыуын белһәләр... Бөтөн ауыл ҡарғаған, ҡәһәрләнгән зинасы ҡаны менән буталғанын ишетһәләр! Бысранғанын асһалар, кешеләр уға ытырғанып ҡарар, унан да тайшана башлар!

Исхаҡ асылған хәлдә лә ауылдаштарының ғәфү итмәйәсәген һиҙенә ине, шуға ашыҡманы. Ауылдаштары – аяуһыҙ. Зина ҡылған өсөн генә Фатиманың әсәһен туҡмағандар... Кем белә: уны ла, бәлки, шул яҙмыш көтәлер. Бәлки, Фатималарҙы ҡабат ауылдан ҡыуырҙар.

Исхаҡ уҙаман ул ваҡытта Фатималарға бүтән барманы, ҡабат күрешмәне-белешмәне һөйөклөһө менән; ауыл алдында башын юғары тотоп, күкрәген киреп «мин – атай» тип иғлан итмәне. Ҡурҡты ул, Шиһабетдин ағаһы ише ғәйепләүселәр алдында сигенде... Оҙаҡламай ул, колхоз менән дә араһын өҙөп, ситкә сығып китте. Ауылда әсәһе, иҫке өйө, Шиһабетдин ағалары, Фатима менән тәүге балаһы ғына тороп ҡалды, һуңғыларын ул аҙаҡ бер ҡасан да күрмәне.

* * *

Исхаҡ уҙаман туй осланғанын да көтөп тормай китте ауылдан. Иң оло гонаһы – ата-олатайҙар йолаһын яҡлай алмай китте, һуңғы һүҙен Фәнил ҡустыһына ла, Зәлиә ҡыҙына ла әйтә алманы. Ҡыйманы. Әйтерһең, бындағы бөтөн тамырҙарын өҙөп китте ул, мәңгегә хушлашты. Ахырыһы, бүтән бында бер ваҡытта ла ҡабат аяҡ баҫмаҫ. Ғәйепләүсе, фашлаусы кешеләр йөҙөнә ҡарай алмай бит ул! Әллә йөрәге етмәй, әллә ҡыйынһырай...

Ринат КАМАЛ

1995

Читайте нас: