Баҙарҙа ит юҡҡа хисап ине. Ғәндәлиптең һарыҡ түшкәһен сығарып прилавка өҫтөнә һалыуы булды – тиҫтәләрсә кеше абына-һөрөнә сиратҡа килеп тә баҫты. «Башты ҡайнатып килтереп сығаралар икән, – тип уйланы Ғәндәлип, балтаһын һимеҙ иткә маһир батырған сабыусыға ҡарап, – йә бынау йәшәмеш кәзә тәкәһенә ҡушып анау тыу һарыҡты ла тәүәккәлләмәгән... Шулай инде: баҙарҙа ит күп булһа ла, ҡыйын һатҡан кешегә, бынаулайтып ит менән бергә ҡулыңды өҙөп алырға торһалар ҙа шәп түгел...»
Ғәндәлип ошолай уйланып торған арала, ит сабыусы эшен түңәрәкләп тә ҡуйҙы. «Аллаға тапшырҙыҡ», – Ғәндәлип еңен һыҙғанды.
Сираттың алдында торғандар, билдәле, кәзәнең ботона талаша башланы. Мамығы өсөн аҫралған тәкәнең алғы бото үҙе генә лә ун килонан ашыу тартты. Эре мал ине шул үҙе лә, мөгөҙ араһында ғына аҡ ҡылдары өлтәйеп торғанға күрә Аҡсуҡ ҡушаматын алған тәкә. Шул эрелеге етте бит инде малҡайҙың башына. Ир затынан булғас, уҫалыраҡ, абруйлыраҡ булыу ҙа кәрәк ине – уныһы ла булманы хайуандың. Шул сәбәптәр арҡаһында көтөү ҡаршы алырға барған малайҙарҙың даими менеп ҡайтыр транспортына әйләнде лә ҡуйҙы. Менеп кенә түгел, икәү-өсәү булып менгәшеп алалар. Етмәһә, Ғәндәлиптәрҙең өй тәңгәленә еткәс: «Ҡоҙа килә, ҡапҡаңды ас, апа!» – тип ҡысҡыралар. Йәне көйҙө Ғәндәлиптең: күндәм тигәс тә, шул тиклем малдан көлөргә әллә, әйҙә, һеҙгә лә, миңә лә булмаһын тип, муйынына бысаҡ һалды Аҡсуҡтың. Меҫкен тәкәнең итенә лә болашмаҡ бит хатта: ҡулындағы һуңғы ботҡа (уныһы ла ал һан) әллә нисә ҡул, миңә лә миңә, тип йәбешкән. Береһе тамаҡ төбө менән аҡыра:
– Больше нет что ли?!
Ғәндәлип тә яуапһыҙ ҡалманы:
– Хоҙай малды дүрт аяҡлы итеп яралтҡан икән, мин уға бот өҫтәй алмайым!
Юҡ, бының менән генә итте ҡулынан ысҡындырырға уйламай ҙа теге бәндә, сираты еткән аҡһыл сырайлы ирҙең өҫтөнә менеп килә:
– Кусок мой! Тебя в очереди не было!
– Как не было?!
– Как не стоял, очень даже стоял, – тип, оҙаҡ русса һөйләшмәүҙән ҡата башлаған телен көскә әйләндереп аҡ сырайлы сибек ирҙе яҡлаша башланы Ғәндәлип, – стоял, перва-наперва он схватил кусок!
– Куркуль деревенский! Как уборка, без нашей помощи не обходитесь, а как нам надо – за деньги у вас ни шиша не купишь! – Тыңҡыш иткә ҡуш ҡуллап йәбеште, үлсәүгә һалырға ирек тә бирмәй. Шулай ҙа бының «куркуль» тигәне ныҡ ярһытты Ғәндәлипте:
– Уматывай отсюда! – Ул тыңҡыштың ҡулынан итте йолҡа тартып алды. – Уматывай, ату мин һинән хәҙер фарш яһайым! – Ул ҡулын алдындағы сепрәккә ышҡып алды, сираттағылар был хәрәкәттең алышҡа әҙерлек икәнен тиҙ төшөндө.
– Ярай, юҡ менән булмағыҙ!
– Юҡ өсөн эште ҙурға ебәрмәгеҙ инде!
Ғәндәлип, тыныслана төшөп, итте үлсәүгә һалды ла теге сибек иргә тотторҙо:
– Ешьте на здоровье!
Аҡ сырайлы ир ҡарашын берсә Ғәндәлиптең ит һуҙған ҡулына, берсә һуғышсан әтәс ҡиәфәте китеп бөтмәгән йөҙөнә төбәне лә:
– Гамлет! Друг мой: Гамлет! – тип бөтөн баҙарға ишетелерлек итеп ҡысҡырып, прилавка аша Ғәндәлип-кә һонолдо. – Не узнаешь что ли: Мазһар бит мин!
– Мазһар?! Аһ... бына, әй, көтмәгәндә! – Ғәндәлип өтәләнеп уның ҡулын һелкте.
Баҙарҙан улар бергә сыҡты. Ҡайтып китеү хаҡында Мазһар Ғәндәлиптең ауыҙын да астырманы:
– Юҡ, юҡ, беҙгә барабыҙ, иртәгә ҡайтырһың, миңә дүрттән эшкә, ләкин мин 11-ҙә ҡайтам. Ҡатын менән таныштырырмын. Балалар таралышҡан, һин үҙең нисек? Ярай, ярай, иркенләп мин эштән ҡайтҡас һөйләшербеҙ.
Ҡалала ҡунып ятырға иҫәбе юҡ ине Ғәндәлиптең, «Хужалыҡ тауарҙары» магазинына инеп, кәрәк-ярағын алмаҡ та таймаҡ ине уйы. Мазһарҙың осрашыуға ихлас шатланыуы, ҡыуанғанда әүәлгесә һуҡ бармағын күҙлегенең ҡап уртаһына терәп-терәп алыуы Ғәндәлиптең күңелен йомшартты. Кешене ошо саҡлы шатлыҡтан мәхрүм итеп, донъям, бисәм, малым, тип нисек ҡайтып китәһең? Етмәһә, Мазһар уға элеккесә «Гамлет» тип өндәшә бит әле! Ғәндәлиптең ғүмеренә йәбешкән был исемде лә ошо Мазһар тапты бит инде...
Мазһарҙың ҡаласа йыйнаҡ ҡына йыйыштырылған ике бүлмәле фатирында етеҙ хәрәкәтле Капиталина ханымдың ҡулынан сәй эскәндә Ғәндәлип һорай ҡуйҙы:
– Һин мине ҡулдағы яҙыуҙан таныныңмы?
– Ну, – Мазһар күҙлегенә төртөп алды, – ниндәй таныш тауыш тип ҡараһам – татуировка, таныш махновский почерк!
– Онотмағанһың, рәхмәт.
– Нисек онотаһың! О Гамлет, Гамлет! Ну нисек, Гамлет? Һеҙҙә эштәр нисек? Перестройка нисек бара?
– Перестройка тип... Мин бит төҙөлөштә. Әүәлге шикелле материал булһа, эшләйбеҙ, булмаһа, бер-беребеҙгә мат ҡуябыҙ ҙа әсиргә төшөрәбеҙ.
– Да-а... А я тебя как-то другим представлял. Прежним! А мы вот недавно забастовку объявили. Неделю держались. Требовали улучшения условий работы, жилья, зарплаты... Слыхал, аль не слыхал?
– Ишетә биреп ҡалғайным... Забастовка яһау менән, булмағанды ҡайҙан алып бирһендәр? Ҡолаҡты ҡырҡып, күтәнде ямаған һымаҡ инде... Унан ни файҙа?
– Файҙа не файҙа... демократию надо закрепить!
– Әлләсе... – Ғәндәлип был тәңгәлдә Мазһарға фекерҙәш була алмауына үкенде. – Ауыл ерендә ни... Депутат һайлағанда ғына халыҡ шаулап алды былай.
Артабан һүҙ был тирәлә ҡуйырманы. Балалар, ғаилә хәлдәре хаҡында әҙерәк һөйләшеп ултырғас, Мазһар эшкә китергә йыйынды, Ғәндәлип уны оҙата сыҡты.
* * *
Ире өйҙә юҡта кеше бисәһенә ни хәл тексәйеп ҡарап ултырмаҡ кәрәк тип, байтаҡ йөрөп ташланы Ғәндәлип урамда. «Хужалыҡ тауарҙары» магазинына ла инеп сыҡты. Туғыҙлы салғы ҡарағайны – булманы. Уның ҡарауы, һигеҙле, унлы сөйҙәр бар икән, шуларҙан үлсәтте. Запас эсте тишмәҫ, тип уйланы ул. Ни өсөн тигәндә, егеттәр күп ваҡыт сөй етмәү арҡаһында эшһеҙ ултыра.
Ваҡытты нисек үткәрергә белмәй йөрөй торғас, Ғәндәлип элек үҙе бер аҙ уҡып киткән, ул саҡта ФЗО тип аталған йорт тәңгәленә барып сыҡты. «Эйе, булған заманалар, – Ғәндәлиптең йыйырсыҡ-фәлән йырғысларға өлгөрмәгән килешле танау, күҙ-ҡаш – һәммәһе ҡулай урынлашҡан түңәрәк йөҙөн был саҡ ниндәйҙер ҡара шәүләләр тартыштырып үтте. – Гамлет тиң... Онотмаған Мазһар...»
Ә ҡала үҙгәргән. Сибайҙа булырға тура килһә лә, былай иркенләп йөрөгәне юҡ ине Ғәндәлиптең. Матурайған ҡала, ҡот ингән. Ғәндәлиптәр уҡыған саҡта бынау ФЗО йорто ла ҡарағура, әрем араһында бер үҙе һерәйеп ултыра ине бит. Һөнәрселек йортоноң ҡапҡаһынан бер төрлө форма кейгән егеттәр, ҡыҙҙар сыға башланы. Ғәндәлип оло башы менән шаҡ ҡатып тороуын килештермәгәндәй итте, күңелендә йоҡомһораған күптәнге хәтирәләрҙең ҡуҙғалыуынан ауырайып киткән төҫлө тойолған кәүҙәһен был тирәнән алып китеү яғын ҡараны. Бара торғас, уның иҫенә ҡалала тағы бер «Хужалыҡ тауарҙары» магазины барлығы төштө. Ғәндәлиптең ни ваҡытына һыу тултырмағандар, Мазһар ҡайтҡансы әле... Башта ул автобус туҡталышында тапана бирҙе, унан ҡул һелтәне: баҙарға тиклем йәйәү атлағандан табаны ҡабармаҫ әле...
Буталыбыраҡ йөрөнөмө – Ғәндәлип баҙарға «Сорок лет» (Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Мәҙәниәт һарайын халыҡ шулай атай) яғынаныраҡ килеп сыҡты. Күкле-йәшелле афишаларға күҙ һалды. Сибай театры берәй нәмә ҡуйып ятһа, инеп ҡарап та сыға ала ла һуң ул? Мазһар ҡайтҡылағансы ҡайһылай йәтеш булыр ине...
– Һы! «Гамлет», Шекспир... Силәбе драма театры күрһәтә. – Аптырауҙанмы, тулҡынланыуҙанмы – ауыҙында төкөрөгө кипте Ғәндәлиптең. Шулай булмай: илле тиҫтә ғүмеренең өс тиҫтәнән ашыуын «Гамлет» ҡушаматы менән йәшәне, ә үҙе Гамлеттың кем икәнен дә, ниндәй ил, ниндәй заман кешеһе икәнен дә белмәй.
Бынаулайтып форсаты сығып торғанда ла ҡарамаһа, Хоҙай уның тас түбәһенән орор.
Ғәндәлип йәһәтләп, үҙенең кире уйлап ҡуйыуынан үҙе үк ҡурҡҡан төҫлө, афиша ҡарап торған ҡатынға өндәшә һалды:
– Быны... ҡайҙа күрһәтәләр?
– Дворецта тип яҙылған бит.
– Ҡайҙа тиемсе... Ҡасан тимәксе инем.
– Уҡый белмәйһегеҙме ни? Етелә башлана тиелгән бит. – Ҡатын шунан Ғәндәлипте бахыр бер миңрәү тип йәлләп китте әллә, – касса эшләй, барып билет алығыҙ ҙа, ете тулараҡ инеп ултырығыҙ, – тип һәүетемсә яғымлы өндәште. Ғәндәлип «ярай» тигәнде белдереп тырышып-тырышып баш ҡаҡты, бындай саҡта әйтелергә тейешле «рәхмәт» һүҙе ҡапыл ғына хәтеренән сыҡты.
Баҙар янындағы магазинға барып әйләнгәс, унан дүрт йәпле ике һәнәк, йәнә ике-ос яныуыс (бесән етеп килә!) алғас, Ғәндәлип ярайһы ишәйгән йөгө менән Мәҙәниәт йорто ҡаршыһындағы Ленин скверындағы бер эскәмйәгә килеп ултырҙы. Спектакль башланырға ваҡыт бар әле. Ҡаршы эскәмйәлә бер олораҡ ҡына ир ҙә гәзит ҡараштырып ултыра. Ул да спектаклгә килде микән? Шулайҙыр. Ҡала кешеһенең башҡа ни эше бар? Аҡ ыштанын, туфлийын ялтыратып кейеп ала ла ҡайҙа уйын, ҡайҙа кино – шунда саба. Ағай кеше кеҫәһенән үҙе ише үк ҡупшы пачка сығарҙы, көйрәтеп ебәрҙе. Ғәндәлип тә «Беломор»ын алды, папирос тоҡандырҙы. Һы... Теге саҡ училищены бөтһә, Ғәндәлип тә ошолар шикелле аҡ ыштандан ғына тәмәке көйрәтеп ултырыр инеме икән? Ауылда йәшәүенә үкенеүен үкенмәй ул, шулай ҙа был донъя, ауыҙын ҡайырайым, ерле-юҡтан ғына үҙгәрә лә китә икән. Йомоштарын йомошлап, аяғына ял биреп эскәмйәгә ултырып алғас, Ғәндәлип үҙенең ФЗО йортон күргәндән алып күңелен болоҡһорға мәжбүр иткән иҫтәлектәренә ирек бирҙе...
Үҙе лә берәшәнерәк булды микән Ғәндәлип, училищеның эске тәртибе менән бер ҙә килешә алманы ла ҡуйҙы. Режимын әйтмәй ул, крәҫтиән тормошоноң бер ҡаранан икенсе ҡараға тиклем һуҙылған бөткөһөҙ эшен елкәһендә татып үҫкән балаға уныһы бер нәмә лә түгел. Тәртип булмауы йонсотто Ғәндәлипте. Быйыл ғына уҡырға килгән малайҙарҙы мәсхәрә итер өсөн ҙур курста уҡығандар ниндәй генә этлектәр уйлап сығармағандар! Йоҡлап ятҡандарында ишектәрен күгәненән һурып алып китһендәрме, үҙҙәре урынына иҙән йыуҙырһындармы, бәҙрәф таҙарттырһындармы... Тыңламаһаң, туҡмайҙар, «гауптвахта» тип бәҙрәфкә бикләп ҡуялар, таң атмай тороп асмайҙар. Ә инде кеҫәңдә кәрәк-ярағыңа аҡса йөрөтөрмөн тимә, әллә еҫенән һиҙәләр, әллә ни – шундуҡ һалдырып алалар.
Бер көндө Ғәндәлип иртән күҙен асҡанда ҡуйынында йомшаҡ бер нәмә ятыуын тойҙо. Юрғанын һирпеп ебәреүе булды, күҙе үлгән, һаҫып бөткән бесәйгә төштө. Шартланы Ғәндәлип! Ә бит уны бында атаһы, ғүмеренә ҡулынан көтөүсе сыбыртҡыһы төшмәгән Ғәбделрәүф ҡарт, үҙем уҡый алмаған ҡарыуы улым уҡыһын, һөнәргә өйрәнһен, тип ебәргәйне. Үҙеңде эт шайы ла күрмәгән ерҙә һөнәргә өйрәнеп буламы икән? Ныҡ ғәрләнде Ғәндәлип, бесәйҙе хулиган курсанттарҙың атаманы торған бүлмәгә илтеп ырғытты ла, юрғанына уранып ятып, бер кем менән дә һөйләшмәҫ, ашамаҫ-эсмәҫ булды. Башта ҡайтып китергә лә уйлағайны ул, аҙаҡ дүнде уйынан: ҡарт атаһын төрлө ергә саҡырттырып, яуап алып йөрөүҙәренән ҡурҡты.
Иптәштәре дәрескә киткәс, һыҡтап-һыҡтап иланы Ғәндәлип. Күңеле бер йомшағас, тегеләрҙең бөтә этлектәре берәм-берәм күҙ алдынан үтте. Тәрбиәселәр, мастерҙар тегеләрҙең ни ҡыланғандарын беләләр. Белһәләр ҙә, күрмәмешкә, белмәмешкә һалышалар...
Бер көн ятты Ғәндәлип, ике көн ятты. Өсөнсө көнөнә коридорҙан: «Ғәндәлип голодовку объявил!» – тигән һүҙҙәр ишетелә башланы. Шунан курсанттар уның бүлмәһенә ағылдылар. Ҡарайҙар ҙа сығалар, ҡарайҙар ҙа сығалар, әйтерһең дә, бында айыу бейетәләр. Аҙаҡ ҡыҙығы бөттөмө, инмәҫ булдылар. Ғәндәлип тә тынысланғандай итте, башта эсте өҙөп алып барған аслыҡ тойғоһо ла бөттө. Күңелде битарафлыҡ биләне: үлде ни, ҡалды ни.
Тик ятып үлергә бүлмәләш малайҙары форсат бирмәне. Анда йүгерҙеләр, бында йүгерҙеләр, дирекцияға барып, Ғәндәлип менән һөйләшеүҙәрен үтенделәр. Ә барып сыҡмағас, «за солидарность» тип үҙҙәре лә түшәккә йығылды.
Ғәндәлиптең асыға башлауына ун көн, иптәштәренекенә өс көн тигәндә килде директор. Үҫмерҙәрҙең нығынмаған организмы ныҡ ҡаҡшағайны был саҡта. Ғәндәлип иһә бүлмәгә килеп ингән директор, тәрбиәселәр менән ултырып һөйләшә лә алманы.
– Нимә етмәй? Ни теләйһегеҙ? – Тыңҡыш кәүҙәле директорҙың тауышы асыулы яңғыраны.
– Тәртип булдырығыҙ, хулигандарҙы язалағыҙ йәки ҡыуығыҙ. Мастерҙар уларҙың этлеген күрмәмешкә һалыша – ундай мастерҙарҙан ҡотҡарығыҙ! – тине Ғәндәлип зиһененең тоноҡланғанын, һүнә барғанын тойоп ятҡан килеш...
– Һеҙҙең асығыу иғлан иткәнде училищенан башҡа берәй ерҙә беләләрме? – тип ҡыҙыҡһынды шунда торған мастер.
– Беләләр. Горком комсомолаға яҙҙыҡ! – тип хәбәр һалды Мазһар. Әллә булғанды, әллә булмағанды әйтте.
– Ә асығыу иғлан итергә һеҙҙе кем ҡотортто? – тип ныҡышты әлеңге мастер.
– Китаптан уҡыныҡ, – тип яуапланы Мазһар. – Батша төрмәһендә ултырған революционерҙар шулай иткән.
– Ре-во-люционерҙар, – директор ишекте ҡаҡлыҡтыра япты.
Әлбиттә, Ғәндәлиптең һәм бүлмәләш иптәштәренең был «герой»лыҡтары эҙһеҙ үтмәне. Әллә кемдәр килеп тикшерҙеләр, малайҙарҙы ҡат-ҡат дирекцияға саҡырттылар. Совет власының балалар хаҡында аталарса хәстәрлек күреүе, уҡытыуы, һөнәргә өйрәтеүе тураһында ҡайта-ҡайта тыҡынылар, ололар менән кәңәшләшмәйенсә икенсе ҡабатҡа ундай аҙымды яһамауҙарын үтенделәр. Ошонан һуң мастерҙар итәғәтлерәк, талапсаныраҡ булып ҡалдылар, училищеның эске тәртибе тамырынан үҙгәрмәһә лә, шәйлә рәтләнде. Иптәштәре араһында Ғәндәлиптең абруйы ла ҡәҙимге күтәрелде, ни генә тимә – ун көн аслыҡҡа түҙгән кеше бит!
* * *
Уҡыу ошолай барһа, ҡала ине Ғәндәлип училищела. Руссаға ла өйрәнә ине, арыу ғына һупалай ҙа башлағайны. Ләкин... әмәлгә ҡалғандай, тағы бер ләкине килеп сыҡты.
Икенсе бәрелешкә ашханалағы ашатыу сәбәп булды. Кәбеҫтә һыуы – уныһы ла шыйыҡ. Балыҡ күҙе шикелле генә тоноҡ май тамсыларының һирәк-һаяҡ йөҙөп йөрөгәне күренеп ҡала – ите юҡ. Картуфтары ҡара төҫтә, үҙенән шәрбәт тәм итә. Икмәгенә тиклем ауыҙға алғыһыҙ әсе, үҙе ҡаты, үҙе туйырлыҡ түгел. Мәгәр көн дә ашхананың артҡы ишегенән ҡайтырға сыҡҡан ашнаҡсыларҙың сумка һәлмәк. Түҙҙеләр, түҙҙеләр ҙә, ахыр, шуларҙың сыҡҡанын ҡарауыллай тороп, тентеү яһарға булды Ғәндәлиптәр. Бындай фекер ҡайһыһының башына тәүләп килгәндер – мәгәр теге йомро апайҙарҙың ҡаршыһына беренсе булып Ғәндәлип барып баҫты. Ҡапаҡлар өсөн яһаған ағас пистолетын береһенең маңлайына уҡ терәне лә, кинолағы чекистарға оҡшатырға тырышып:
– Р-руки верх! – тип ҡысҡырҙы. – Н-ни с места! С-сумки оставить. К воротам – марш!
Ғәндәлиптең ҡиәфәте ҡаршылашырға өмөт ҡалдырманымы, әллә ҡурҡҡанға ҡуш күрендеме – әзмәүерҙәй өс ҡатын сумкаларын Ғәндәлип ҡаршыһына бер һүҙһеҙ ултырттылар ҙа арттарына әйләнеп тә ҡарамай тайҙылар.
Тәҙрәнән төшкән ут яҡтыһында сумкаларҙың эсен бушата башлағас, иҫтәре китте малайҙарҙың! Һуғыштан һуңғы ауырсылыҡ йылдарында ла был тиклем ризыҡ булыр икән. Ит, май, какао (уның нимә икәнен әлеге шул Мазһар аңлатты), кәнфит, хатта береһе тоҙона, картуфына тиклем алған, ашамлыҡтар араһынан бысаҡ, тәрилкә кеүек нәмәләр ҙә килеп сыҡты. Икенсе бер сумканан һуған, борос, яртылаш эселгән араҡы шешәһе лә тәгәрәне.
– Йыйырайыҡ, малайҙар! – Быны арала иң ҡаҡса, иң йыуаш Рәсүл әйтте. – Бындайын һый боронғо хандарҙың да төшөнә инмәгәндер!
– Хан малайҙарынан беҙҙең ҡайһы еребеҙ кәм? – тип иренен яланы һыңар күҙле Сәйғәфәр. Мазһар өндәшмәне, тик һуҡ бармағы менән күҙлегенең ситен йышыраҡ төрткөсләне.
– Ашамайбыҙ, – тине Ғәндәлип. – Иртәнсәк директорға алып барабыҙ. Линейка үткәреүҙәрен, ашнаҡсыларҙы баҫтырып ҡуйып, хөкөм итеүҙәрен үтенәбеҙ!
– Атырға хөкөм итеүҙәрен! – Был өҫтәмәне индергәндә Сәйғәфәрҙең һыңар күҙе зәһәр осҡондар борлатты. – Беҙҙең өлөштө ашап ҡорһаҡ үҫтерә бирәндәр!
Мәгәр уларға таңды бүлмәләрендә аттырырға насип булманы. Утты һүндереп ятыу менән дирекцияға саҡырттылар, ауыҙ асып һүҙ әйтергә лә бирмәй, һорау ала башланылар. Ғәндәлип маңлайына пистолет терәгән төпөш йыуан ҡатын:
– Бить их мало, убить надо! – тип сәрелдәне. Малайҙарҙы ул төндө ҡорсаңғы курсанттарҙы дауалай торған бүлмәгә бикләнеләр. Унда тоноҡ булһа ла ут яна ине. Йоҡлауҙан өмөтөн өҙгән малайҙар, өсөһө бер карауатҡа ултырып, Мазһар гел түш кеҫәһендә йөрөткән «Комсомол уставы»н уҡый башланылар. Мазһар менән Ғәндәлип уны ятлап бөттөләр, Рәсүл менән Сәйғәфәрҙең теш үтеңкерәмәй, русса тоҡан белеү ҡамасаулай.
– Беренсе майға тиклем ваҡыт бар әле, ятларһың, – Ғәндәлип, урынынан тороп, икенсе карауатҡа барып ятты.
– Әй, алмай ҡуймаҫтар микән? – Рәсүл һағайып Ғәндәлип артынан эйәрҙе.
– Глупости... Мы какие-нибудь преступники что ли?! – Күпте белгән Мазһарҙың ҡатнашыуы бәхәсте тәрәнгә ебәрмәне.
– Ятайыҡ, малайҙар, иртәгә байрам түгел. – Ғәндәлип утты һүндергәндә изоляторҙың тимер ҡоршаулы тәҙрәһе таң нурына аллана башлағайны.
* * *
Ғәндәлип дөрөҫ әйткән булып сыҡты: иртәгеһен уларҙы ысындан да байрам көтмәй ине. Башта изолятор ишегенә тыштан эленгән йоҙаҡ шалтыраны, унан ишек асылды, шунан курсанттар үҙ-ара «Унтер Пришибеев» тип йөрөткән мастерҙың бөҙрә сәсле башы күренде:
– Пожалуйте, братцы-кролики! Завтрак подан!
Малайҙар һөрлөгөшөп ишеккә атылды, Мазһар йоҡлағанда кеҫәһенән төшкән йоҡа тышлы «Комсомол уставы»на үрелде. Унтер Пришибеевтың үткер ҡарашынан был ситтә ҡалманы, ул йәһәт кенә ҡыбырлап уставты үҙ ҡулына алды:
– Думаю, что он вам больше не пригодится: ваша карьера перечеркнута, молодой человек! Мазһар бирешергә теләмәне:
– Меня карьера не интересует! Отдайте мне устав!
– Ты себе устав заработал уже! Всю жизнь помнить будешь!
Ә Ғәндәлип менән оҙаҡ һөйләшмәнеләр: документтарын ҡулына тотторҙолар ҙа, милиция машинаһында ҡаланың ситенә сығарып ҡуйҙылар...
* * *
Наҙан булһа ла сәмле ине Ғәндәлиптең атаһы. Улының ауыҙынан ошо тарихты ишеткәс, яҙғы бысраҡҡа ҡарамай, малайын кире ҡалаға алып китте Ғәбделрәүф ҡарт. Килеп етеп, атының башын ҡоймаға терәү менән сыбыртҡыһы-уты менән директорға инеп китте. Ул арала Ғәндәлипте иптәштәре һырып алды. Мәскәүҙә тыуып, унда биш класты тамамлап, ата-әсәһен ерләгәндән һуң Сибайға, өләсәһенә, килеп йәшәй башлаған аҡ сырайлы, йоҡа алһыу иренле, ҡытайҙарҙыҡы төҫлө ҡыя ҡыҫыҡ күҙле Мазһар уны ҡыҫып-ҡыҫып ҡосаҡланы, үҙе:
– Знаешь кто ты? Ты Гамлет! Ей-богу Гамлет! – тип үрле-ҡырлы һикерҙе. – Хәҙер беҙҙе лучше кормят. Жаль, только тебя нет. Мазһар менән Ғәндәлипте күҙәтеп торған хулигандар төркөмөнөң башлығы «Махно»ның да күңеле йомшап китте әллә, ике ҡулын кеҫәһенә тыҡҡан килеш, төймәләй танауын күккә сөйөп, ҡара муйылдай күҙҙәрен ялтыратып быларға табан атланы:
– Әйҙәгеҙ, Ғәндәлипкә иҫтәлеккә берәй нәмә бирәбеҙ!
Күренеп тора: күңеле булған. Ашауға ғәләмәт шәп ине шул бахырҡай. Туймаһа, ҡаратып ултыртып ҡуйып иптәштәренең өлөшөн мәскәй һыйыр кеүек йыпырып ҡуя торғайны.
– Нимә бирәбеҙ? – Барыһы ла аңшайҙы. Мазһар фуражкаһын сисеп Ғәндәлиптең башына түңкәрҙе.
– Вот как хорошо!
– Иҫәр, – Ғәндәлип уны кире Мазһарға кейҙерҙе. – Мастер белеп ҡалһа, йә һатҡанһың тип бәйләнер!
– Знаете что? – Махноның муйыл ҙурлыҡ күҙҙәрендә йәнә осҡон тоҡанды. – Давай, ҡулына ни... Гамлет тип яҙабыҙ!
Махноның был тәңгәлдә маһирлығын бөтә училище белә. Үҙе өсөн иҙән йыуыуҙан баш тартҡан бер курсантты йығып һалып, бер осаһына ауыҙын астырып эт, икенсеһенә йөнөн тырпайттырып бесәй һүрәте яһап ҡуйған кеше лә баһаң ул!
– Гамлет тип?! Неплохая идея! – Быны етди Мазһар әйтте. Ул әйткәс, Ғәндәлип ҡаршылашманы. Мазһар ҡушҡас, ни етте исем түгелдер әле тип уйланы. Унан һуң... ҡалала уҡығанынан, ысынлап та, берәй иҫтәлек ҡалырға тейештер ҙә инде тип фараз итте.
Ул арала йүгереп энә, туш килтерҙеләр. Махно ҡыҙыл телен арҡыры тешләп, бөтә тырышлығын һалып, Ғәндәлиптең сей тиреһен тишкесләй башланы.
– Кем ул Гамлет? – тине Ғәндәлип, ауыртыуҙан ҡысҡырып ебәрмәҫ өсөн тешен ҡыҫып.
– Принц Датский! – тине Мазһар тантаналы итеп.
– Уныһын да яҙайыммы? – Йомартланып киткән Махно Мазһарға тексәйҙе. – Уныһын яҙырғамы тим?!
– Яҙ! – Мазһарға ни... Үҙ ҡулы түгел шул. Күңел – даръя. Мул өләшә фарманды.
– Гамлет тигәс, нимә ҡуяйым? – Махно кәрәкле һүҙ таба алмай тапана бирҙе. – Ну бына... знак.
– Ниндәй знак? – Мазһар уйлана бирҙе. – Һыҙыҡ ҡуй әйҙә! Махно күндәм генә һыҙыҡ сүкей башланы. Ғилем, мәҙәниәт мәсьәләләрендә училищела Мазһарҙан да белемле кеше юҡ – быны хатта Махноның Махноһы аңлай һәм таный.
– Һыҙыҡ булды. – Оҫта маңлай тирен һыпырҙы. – Пыринысын ҡағыҙға яҙып бирмәһәң...
– Яҙ! Хәрефләп әйтеп торормон! – Бер ҡыҙһа, Мазһар ҙа алдына алғанын ҡуймай шул.
– Булды!
– Гамлет тигәнен арыу итеп яҙ!
– Булдырабыҙ беҙ уны! – Мазһарҙың һуңғы әмерен дә Махно ихлас тырыштырҙы.
Һытыҡ сырай менән ҡулын кеҫәһенә тығып ултырған Ғәндәлип янына оҙаҡламай атаһы ла килеп сыҡты.
– Ҡайттыҡ, улым, – тине ул, – ҡарға күҙен ҡарға суҡымай. Яҙғаны шулдыр. – Ғәбделрәүф ҡарт арбаға ҡыҙыулап ултырҙы, иптәштәре тәртә шаҡарып боролған атҡа ситкә тайпылып юл бирҙе.
– До свидания! Хуш бул, Гамлет! Не забывай! – Малайҙар уны шулай оҙатып ҡалды.
* * *
– Гамлет! Ҡарағыҙ әле Ғәндәлиптең ҡулында – Гамлет Датский!
– Ғәндәлип Гамлет булып ҡайтҡан, егеттәр!
Ил ауыҙын иләк менән томалап булмай, аҡҡа ҡара менән яҙғанды, етмәһә, сей тиреңә сүкелгәнде балта менән ҡырып ташлап булмай – шулай ҡалды Ғәндәлиптең исеме: Гамлет Датский. Ә теге Гамлет менән Датский араһына ҡыҫылған, бик нөғәтләп яҙылғанғамылыр, сәскә рәүешен хәтерләткән принц һүҙенә бер кем дә иғтибар итмәне. Яңы исеменә үҙе лә тиҙ өйрәнде Ғәндәлип: «Ярамағанмы, – тип уйланы ул, – бөткәнме Нина булып йөрөгән Нәсихәләр, Гена булып йөрөгән Ғәлиҙәр».
Олоғайҙы Ғәндәлип. Махно нисек кенә тырышып сүкемәһен – тоноҡланды яҙыуы, ә исем үҙгәрмәне. «Ғәндәлип Дәүләтбирҙин» тигәнде ул эш хаҡы ведомосында ла, һайлау исемлегендә генә күрә...
Ҡаршылағы эскәмйәлә гәзит уҡып ултырған ир янына тәненә һылашып торған ялтыр күлдәк кейгән ҡатыны килде, ир гәзитен бөкләп ҡуйынына тыҡты:
– Киттекме?
Ҡатын сәғәтенә ҡараны:
– Ун минут ҡына ҡалған. – Ғәндәлип быларҙың да спектакль ҡарарға килеүҙәрен төшөндө. Тимәк, ваҡыт еткән. Гамлет-тек-Гамлет...
Спектакль барышын башта Ғәндәлип аңлай алмай хитланды. Мәйеттең ҡәберенән сығып йөрөүе лә сәйер күренде, Гамлет исемен йөрөткән аҡһыл сырайлы, һытыҡ йөҙлө үҫмерҙе лә оҡшатып етмәне. Геройҙы уйнаған кешене төҫкә-башҡа таҙараҡтан ҡуйыуға етәме? Ҡайһылыр бер мәлдә Гамлетҡа ҡарата асыуы ла ҡабара биреп ҡуйҙы: ниңә шул саҡлы бәғерһеҙ икән ул?
Батшаның йомошон йомошлап йөрөгән анау ҡартҡа ла, уның фәрештә кеүек һылыу ҡыҙына ла, үҙенең һабаҡташтарына ла ниңә самаһыҙ ҡаты бәрелә икән? Аҙағыраҡ ул Гамлеттың зирәклеген, һиҙгерлеген, ер аҫтында йылан көйшәгәнен һиҙенгән күңелен төшөндө. Баҡһаң, теге ҡарт йомшаҡ һөйләп ҡатыға ултырта торған бер шымсы икән, ҡыҙы ла Гамлет менән атаһы ҡушыуы буйынса ғына осраша икән. Ә дуҫ тигән теге ике һабаҡташы королеваның ышанысына инеп үҙҙәренә йылы урын ҡайғыртып йөрөгән әпкәләйҙәр икән. Әгәр Гамлет анауы икеләнеп: «Быть иль не быть?» – тип уйланған сағында бер ҡәтғи ҡарарға килмәһә, был тормош ялғаны, бысрағына болғанып, һәүетемсә ағып ятҡан булыр ине икән дә...
Инде Ғәндәлип үҙенең спектаклдә ултырғанын да онотто, йәне-тәне менән Гамлет рухының тайшанмауын теләй башланы. «Ныҡ тор, ҡустым, – тине ул эсенән, тамағына килеп тығылған төйөрҙө көс-хәл менән төпкәрәк төшөп торорға мәжбүр итеп, – әсәйеңде йәлләү ҙә, Офелияны яратыуың да хаҡ юлыңдан тайҙырмаһын, яҙҙырмаһын!» Был саҡта Гамлетҡа түҙем, ныҡлыҡ һорар өсөн үле булһа, ҡәберенән сығыр ине хатта! Күтәрелде ҡылыс! Королдең йөҙөнән битлеге алып ырғытылды. Гамлет үлде, хаҡлыҡ өҫкә сыҡты! Бите буйлап тәгәрәгән йәштәрен бер ҡулының ең осо менән һөртә-һөртә, икенсе ҡулында һәнәк, сөйҙәрен ибәтәйһеҙ итеп тотҡан килеш, Ғәндәлип театрҙан сыҡты. Урам уртаһында туҡтап, ҡулына сүкелгән, ваҡыт ашыу арҡаһында тоноҡлана башлаған яҙыуға ҡараны: ғүмерендә беренсе тапҡыр ул был яҙыуҙың йөрәген ҡыҙған тимер кеүек өтөп-яндырып алыуын тойҙо...
* * *
Ғәндәлип барый ингәндә Мазһар тултырып һый ҡуйылған өҫтәл артында гәзит уҡып ултыра ине.
– Ты где так долго пропадал? – тип, күҙлегенең уртаһына һуҡ бармағы менән төртә-төртә ҡаршы алды уны Мазһар. – Ҡайтып киттеме әллә тиһәм, ҡатын, әйбере бында, ти. – Ғәндәлип өндәшмәне. Өҫтәлдәге һыйҙы ла һүҙһеҙ генә ҡабул ҡылды. Хәбәр, эҫтәренә «йылы» төшкәс тә, ҡуйырып китмәне. Мазһар был ултырҙашлыҡтан ниҙәр кисергәндер, Ғәндәлип үҙе ҡайтмай ҡалғанына ла, элекке һабаҡташы менән тын ғына табын тотоуына ла үкенмәне. Мазһар ҙа егет кеше инде: Ғәндәлипте төрлө һорауҙар биреп йөҙәтмәне...
* * *
Иренең ҡаланан нисектер һурығып, йөҙө уйсанланып, ҡарашы ҡырҡыуланып ҡайтыуы Ҡыҙбикәнең иғтибарын йәлеп итмәне. Бер бөртөк энәһен дә ситкә ебәрмәй, теше-тырнағы менән йәбешеп донъя көткән был ҡатын кеше күңелендәге үҙгәрештәргә ҡолаҡ һалыуҙан йыраҡ ине. Мәгәр ире аяғын йә ҡулын имгәтеп ҡайтһа, өйҙә буран ҡуптарыр ине Ҡыҙбикә. Йүнле ир бесәнгә төшөр алдынан ҡулын имгәтеп ятамы тип, донъяға ишетелерлек игеп яу һалыр ине ул. Ә хәтер, күңел һыныу, йә иһә йөрәк сығынлауы кеүек мәсьәләләр Ҡыҙбикәнең күңел тәҙрәһен онотҡанда бер ҙә килеп сиртмәй шул инде... Ирме? Ир. Эшкә барамы? Бара. Аҡса табамы? Нисек итәһең инде: көрәп алыуын алмай, шулай ҙа тапмай тип тә зарланырлыҡ түгел. Иң мөһиме – тапҡанын туҙҙырмай, йорт-кәртә тирәһенә бөтмөр, нимәгә тотонһа ла, ҡулы ипле. Аҡыллы ҡатынға тағы нимә кәрәк? Бер нәмә лә кәрәкмәй – Ҡыҙбикә шулай уйлай, шулай йәшәй.
Ә Ғәндәлип уйлай. Уйламай булмай. Бәлки, уның йәшлектәге Гамлет рухын юғалтыуына, осоу бәхетен фанилыҡ рәхәтенә алыштырыуына Ҡыҙбикәнең шойҡаны тейгәндер? Шул дөрөҫ тә булыр: кемдең арбаһына ултырһаң, шуның йырын йырлайһың тиҙәр бит. Күҙенә аҡ-ҡара күренмәй донъя бөтәйтеүгә тотонған Ҡыҙбикәнең, бар, алдына сығып ҡара! Ә ҡасандыр, Ғәбделрәүф ҡарт йортона килен булып төшкәндә, һапалы ғына ине уның яҙғаны. Ул саҡта әле улар бында, Красный ярға, күсеп килмәгәндәр, үҙҙәренең боронғо Баштөйәктәрендә йәшәйҙәр ине. Ҡыҙбикә, шаталағыраҡ-берәшән холҡо булһа ла, ауыл килендәре йолаһын тоторға тырышты. Ҡайһы бер үтә тәүфиҡлы апһындары шикелле ҡайнағалары менән етешәр йыл уҡ һөйләшмәй йөрөмәһә лә, йоланы өс йылға еткереп һанларға көс тапты үҙендә. Ураҙа ваҡыттарында ҡарт-ҡоронан ауыҙ астырҙы, баҡыйлыҡҡа киткән ҡайны-ҡәйнәһенең йыллығын уҡытты, олоноң юлын ҡыйманы, эңерҙә һыуға барманы, кесегә бер тәүфиҡ кәрәк булһа, олоға биш тәүфиҡ кәрәк икәнде лә иҫендә тоторға тырышты.
Баштөйәктең нигеҙен ҡороттороп, ошо Красный ярға күсеп килгәс, ен алыштырҙымы ни Ҡыҙбикәне! Әллә инде биш кластан һигеҙҙе бөткәнсе балалар йортонда тәрбиәләнгән сағындағы үҙ-үҙен һаҡлау инстинкты яңынан ҡуҙғалды, әллә ни... Ғәндәлипте лә әллә ни арала үҙ арбаһына күсереп ултыртты, әллә ни арала дилбегәне лә үҙ ҡулына алырға өлгөрҙө. Ә бит йыуаш зат түгел ине Ғәндәлип!
Бер саҡ шулай мәй-һәйҙең мул сағында ниндәйҙер бер премияны йыуырға була Ғәндәлиптәрҙә йыйылдылар. Иптәштәре менән һәүетемсә генә күңел асып ултырғандарында, баҙарға киткән еренән Ҡыҙбикә ҡайтып төшмәһенме! Иҫәнлек-һаулыҡ һорашыу юҡ, ишекте асты ла: «Табанығыҙҙы ялтыратығыҙ!» – тип әмер бирҙе. Ҡыҙбикә бит кәүҙәгә лә Аллаға шөкөр, өҫтәүенә, ҡулында – тәртешкә. Ҡайһы ирмен тигән ирҙең кеше бисәһе менән яғалашып торғоһо килһен – берәм-берәм йәһәтләп тайыу яғын ҡаранылар. Ҡыҙбикәгә был да аҙ тойолдо, күрәһең: сыҡҡан береһенең артына берәр типмәк бирә торҙо. Ә бит уларҙың араһында Ҡыҙбикә әҙәп һаҡлап өс йыл һөйләшмәгән ҡайнағаһы ла бар ине... Ныҡ ғәрләнде Ғәндәлип, бисәһенең яғаһынан бороп алды.
Ғүмерендә туҡмаҡ күрмәгән нәмә: «Ҡарауыл! Үлтерәләр!» – тип сарбайлап урамға ташланды. «Ауыҙын ҡайырайым, силсәүиткә һыҙҙы бит был! – Ғәндәлип уның артынан ойоҡсан сығып йүгергәнен үҙе лә һиҙмәй ҡалды. – Инде маңҡаһын йыя алмаған Шөғөр малайына барып әбйәснәйть итеп йөрөйһө ҡалған!» Шулай шәп йүгерҙеме – әллә ни арала юҡ булды Ҡыҙбикә.
– Үтеп киттең бит, әй, мин бында! – Иларға ла, көлөргә лә белмәне Ғәндәлип: һеңлеһенең асмалы тәҙрәһенән ярты билен сығарып ҡысҡырып тороусы үҙенең яңы ғына ҡасып китеп барған хәләле ине... Кис ятҡас, Ҡыҙбикә уны еңелсә генә ҡыҙҙырып алды:
– Нишана, силсәүиткә етеп барасы?! Бал ҡойғанһығыҙ тип штраф һалһалар, һинең, минең кеҫәнән сыға түгелме?!
– Үҙең бит самаһыҙ ҡыландың! – Ғәндәлиптең иптәштәре өсөн рәнйеүе бөтмәгәйне әле.
– Самалап ҡыланған бисәләрҙең дә ирҙәрен күреп йөрөйбөҙ, иншалла! – тине Ҡыҙбикә эске бер ҡәнәғәтләнеү менән. Шул уҡ ваҡытта иренең һалпы яғына һалам ҡыҫтырырға ла онотманы. – Мин һиңә эсмә тимәйем. Эс, ләкин өйгә кеше килтермә һәм үҙеңдең аҡсаңды эсмә!
Ни эшләһен, буйһондо Ғәндәлип: Ҡыҙбикә лә бит был заманға, биш ҡыҙ табып, берәүҙән алтау булып алғайны... Ҡыҙҙарҙы ишәйткәс, үҙенә генә хас ныҡышмалылыҡ, дәрт менән: «Ҡыҙға алтыла йыйһаң, артып ҡала, етелә йыйһаң, етә», – тип бирнә, тормош кәрәк- ярағы йыя башланы бисәһе. Ир күҙенә тилмереп ҡарап ултырмаһындар, үҙҙәренә-үҙҙәре мал таба алһындар тип, ҡыҙҙарының һигеҙҙе бөткән береһен төрлө ергә оҙата, һөнәргә өйрәтә торҙо. Балаларым кешенән кәм кейенмәһен, кешенән кәм ашамаһын тигән Ҡыҙбикә юлын ҡыуа торғас, Ғәндәлиптең дә сәсе ағарҙы, көмрөһө сыҡты. Шулай үтте тормош. Инде йортта бер ҡыҙы ҡалды – Химаһы. (Красный ярға килгәс тыуған ҡыҙҙарына Ҡыҙбикә Эльза, Эмма, Хима кеүек «модный» исем ҡуштырҙы.) Ауыл лавкаһында һатыусы булып эшләгән кинйәкәйе буй-һыны менән әсәһенә оҡшаһа ла, холоҡ-фиғеле менән Ғәндәлиптең үҙенә тартҡан, ҡайтымһаҡ, күңелсәк кенә. Ошо ҡыҙын имен-һау эйәле-башлы итһә, Ғәндәлиптең елкәһенән оло бер йөк төшөр кеүек.
* * *
Иртәнсәк торғанында үҙендә ниндәйҙер бер еңеллек, йөрәгенә һыймай ташып барған ҡөҙрәт тойғандай булды Ғәндәлип. Ҡыҙбикәһенең ҡомғанға һыу йылытып һалғанын да көтмәйенсә, ярты биленән һыуыҡ һыу менән йыуынып ташланы хатта. Ҡапҡанан сығып барғанында, Ҡыҙбикәнең тауышы ҡыуып етте:
– Донъяға тотонамы тиһәм, урамға атылдысы?! Эшкә иртә бит әле!
– Инде етте! – Ғәндәлип быны болдорға ялан аяҡ көйөнсә йүгереп сыҡҡан бисәһенә ҡарағанда үҙенә нығыраҡ төбәп әйтте. Ғәндәлип үҙе ағас-ташҡа әйләнеп, донъяһының бер тишеген ҡаплаһа ла Ҡыҙбикә уға: «Етте, эшләнең, рәхмәт», – тимәйәсәк. Икенсе юлы ҡалаға барырға тура килһә, үткәндәге шикелле Мазһар ҡаршыһында ни һөйләргә белмәй ултырмаясаҡ Ғәндәлип! Донъяның кәзә майын сығарырлыҡ ҡына рәте бар әле уның! Утыҙ биш йыл буйы Гамлет исемен юҡҡа йөрөтмәгәнлеген күрһәтер әле ул кешеләргә!
Иртәлеккә ысынлап та иртә ине. Уның шулай булғаны ла яҡшы: ауылды байҡап, фекер туплап йөрөп сығыр өсөн иң ҡулай ваҡыт. Аҙ ғүмер йәшәмәне был ауылда Ғәндәлип. Кемдең нисек тып алғанын белеп йөрөй. Ҡоймалар бейек. Улар аша кемдең ни менән мәшғүл икәнен абайлау ҡыйын хәҙер. Элек ине ул: берәү бисәһе менән ыҙғышһа, ярты ауылға ишетелер, берәүҙең ҡаҙанынан сыҡҡан ит еҫе ауылдың икенсе осона таралыр саҡ. Ел ҡапҡаларҙан елдәр уйнап торған заманалар үткән шул ул хәҙер...
Шулай ҙа бар әле ул ауылда бер ел ҡапҡа. Берәү ҡалған. Уның янынан үткәндә Ғәндәлип, башын яурынына боҫтора биреп, аҙымын ҡыҙыулатты, йәнәһе, уның был өйҙә эше юҡ, үҙ юлы, үҙ юҫығы. Ә үҙенең сикәһенә ут ҡапты. Ғәндәлипкә хурлыҡ мөһөрө баҫҡан ҡапҡа лаһаң ул! Әле ҡапҡа эсендә хәрәкәт юҡ. Хатта аҡбаш һыйыр ҙа тормаған, ҡаптай артын урам тышына ҡаратып ҡуйып, тыныс ҡына көйөш алып ята. Хәҙер тыныс та ул, ул сағында, Ғәндәлиптең эш хаҡы алып, бригадала егеттәр менән шуны еңелсә йыуып, ҡыҙмасараҡ-дәртле ҡайтып килгәнендә, ҡапҡаның һирәк һайғауҙары артында, ике битен алмалай яндырып, һөттәй аҡ, ынйылай ваҡ тештәрен емелдәтеп йылмайып, дуғалай бөгөлгән ҡаштары аҫтында бешкән ҡарағатты хәтерләтеп йылтыраған күҙҙәрен уйнатып, Фаягөл баҫып тора ине. Үҙе, шайтаның, күлдәксән бит әле, ҡуйын-ҡултыҡ туп-тулы ғына түгел, упсым бүҫелеп-түгелеп килә... Фаягөл өндәшмәһә, үтеп китә ине Ғәндәлип, уны арбап, өйөнә алып инер өсөн сығып баҫҡан булған бит, суҡынмыш.
– Ҡара әле... – Фаягөл Ғәндәлип ғүмерендә ишетмәгән әллә ниндәй яғымлы тауыш сығарҙы. – Мейесем тартмай-сы-у... ҡарап ҡына бирһәңсе-ү...
Ҡаушаны Ғәндәлип. Юҡ, ярҙам итергә теләмәүҙән түгел, бындай мөғәмәләгә күнекмәгәнлектән, артабан һүҙҙе ни рәүешле ялғай белмәгәнгә баҙаны.
– Һы, – тигән булды шунан. – Күптән әйтмәй.
– Эш кешеһен тотоп буламы-у? Ҡыйынһынмаһаң, әйҙә, хәҙер ҡара...
Фаягөлдөң мейесе тартмаһа ла, өйө йылы, ашы бешкән ине. Хужабикә сәй янына тып иттереп мәйен дә килтереп ултыртты. Тамаҡ ялғағас, сисенеп ташлап эшкә тотондо Ғәндәлип: мейестең төтөн юлына кирбес төшкән булып сыҡты. Ҡутарҙылар, икәүләп балсыҡ иҙҙеләр, һыланылар. Фаягөл шул йоҡа күлдәгендә генә йөрөнө, аяҡҡа сатан булһа ла, янбашы йоп-йомро бит әле ҡәһәрҙең. Ә хәбәре... Һандуғас һайрай тиһәң дә аҙ булыр: моңло ҡоштоң да үҙ моңона үҙе иҫереп тел шартлатҡан саҡтары булғылай. Иҫерҙе Ғәндәлип, әллә эсемлек, әллә Фаягөлдөң тауышы, әллә шуның емелдәп торған тештәре башына китте...
Йәненең вәғәҙәгә иң йомарт мәлендә Ғәндәлип Фаягөлгә ни вәғәҙә иткәндер – уныһын белһә Алланың үҙе лә, күңелен сихырсылай арбаған шул ҡатын белә торғандыр, мәгәр иртәнсәк ят түшәктә уянып китеп кейеменә үрелгәндә, ҡулы ҡаҡ ултырғысҡа шаҡ итеп ҡалды. Аш-һыу тирәһендә өйөрөлгән Фаягөл:
– Кисә яман ныҡ бысраған да-у... кейемдәрең. Сәй ҡайнағансы ятып тор, кибә бирһендәр, елгә – ҡапҡаға ғына элгәйнем, – тип хәбәр һалмаһынмы!
– Ишкәнһең ишәк сумарын! – Ғәндәлип ырғып тороп тәҙрәгә ташланды, һәм... ни күҙе менән күрһен: эшкә кейеп йөрөгән йәшкелт ветровкаһы, ҡара салбары, сиғандарҙан алып ҡалған ҡыҙыл күлдәге әлеңге ҡапҡа һайғауында аллы-гөллө булып эленеп тора!
Ыңғырашты Ғәндәлип, кире урынына ауҙы:
– Ни эшләнең һин?! – Еүеш көйө кейҙе кейемдәрен Ғәндәлип, унан ишекте тибеп асып, ҡапҡанан түгел, кәртә артынан сығып һыҙҙы.
Бына шунан бирле был ел ҡапҡаны урап үтергә тырыша Ғәндәлип. Ауылдың аҙ ире тотонмағандыр был ҡапҡаға, ә бөтә донъяға фаш булып бер уның кейеме елберләп торҙо! Хәбәр ишетелмәй торамы – Ҡыҙбикәнең ҡолағына был хәлде шунда уҡ алып барып тишкәндәр. Икенсе бер бисә булһа, донъяның аҫтын-өҫкә әйләндерер ине, Ҡыҙбикә иһә:
– Ирҙең быуыны һайын бисә! Йоҡлаһа, йәбешеп ҡалмағандыр. Кемдең ире йөрөмәй? Һинекеме?! – тип ошаҡ менән килеүселәрҙең тик күҙен суҡымаған. Ҡыҙбикә был йәһәттән иренең теңкәһен ҡоротманы, ағас игәү менән игәмәне, ә Ғәндәлип үҙе бына һаман шул ҡапҡа янынан ҡыҙармай-бешмәй үтә алмай...
Эй-йе... Мазһар ишетһә уның ни менән дан ҡаҙанғанын, ниндәй юл менән атҡаҙанғанын. Ир-егетте бөлдөргән араҡы менән ҡатын-ҡыҙ бит инде ул. Шулай ҙа ҡатындар менән улай әрһеҙ шаярманы Ғәндәлип, башы ла, аҙағы ла шул Фаягөл булды. Ә бына эскене... туҡтатыр кәрәк. Кәрәге юҡ. Бөйөк идеалдар менән йәшәгән кешенең зиһене яҡты булырға тейеш! Был уйынан һуң уға еңелерәк булып ҡалды, артабан баҙығыраҡ, ышаныслыраҡ атланы аяҡтары...
Йәшәй ауыл. Һәр йорт үҙенсә тын ала. Ошолай өй һынлы өй булып ултырғансы, хужаларының аҙ көсө, аҙ нервыһы китмәгән уларға. Мәгәр, хужаларына артыҡ ауырлыҡ һалмай, ҡапҡаһы-ҡыйығы менән генә түгел, кәртә-ҡураһы, мунсаһы-баҡсаһы – тотошлайы менән күктән төшкән, күҙ менән ҡаш араһында пәйҙә булғандары ла бар. Ана, Хажғәле Солтанморатовтың йорто. Йорт тиһәң дә йорт! Хужаһының исем-фамилияһынан да олпатыраҡ, ишлерәк ул. Бөтөн донъя шыңғырап торған ҡарағайҙан өс айҙа төҙөлдө. Төҙөлөштөң аҙ ағас-ташын, бригада егеттәренең аҙ көсөн йотманы был йорт. Был хаҡта унан, төҙөүселәр бригадаһында егерме йылдан ашыу бригадир булып эшләгән Ғәндәлиптән, һораһындар: бураһының ҡап яртыһы – клубҡа тип алынған ағас. Ауыл Советы рәйесе сағы ине Хажғәленең. Клубҡа кино будкаһы итеп төкәтмә һуғылды, ә Хажғәленең урамында дүрт бүлмәле йорт бураһы, төн сыҡҡансы ҡалҡынған аҡ бәшмәктәй, ҡалҡып сыҡты. Таҡта ауыл зыяратын уратыуға рәшәткә быстырыуға алынғайны, күбеһе теге әкиәт батырылай ай үҫәһен көн үҫкән йорттоң түшәме, иҙәне булып ятты. Сөй, кирбес, шифер – ниндәй генә юлдар менән килеп инмәне уның урамына! Ә оҫталар? Исемдә генә улар Хажғәле яллаған оҫта аталдылар, ә ғәмәлдә нарядты Хажғәле Ғәндәлиптән яптырҙы... Ғәндәлип башына эҫе ҡан йүгереүен тойҙо: күҙ йомдо бит шуларҙың барыһына үҙе лә! Еккегә тамам күнгән йөк аты кеүек, барыһын да тыңланы, сығынламаны, тәртә ҡайырманы, ауыҙлығын өҙә тешләйем тип, тешен һындырманы.
Ана, ҡаршыла, соҡорҙараҡ, Хажғәленеке шикелле ҡабарып түгел, боҫоп, Нәғим Шәмғоловтың өйө ултыра. Бының исем-фамилияһы ла хаждарҙан, солтандарҙан тормай тороуын, тотҡан вазифаһы ла түрәләрҙеке ише түгел, мәгәр һин кем дә, мин кем тип йөрөгән түрәләрҙең түрәләре бейей бит ошоноң ҡурайына! Халыҡтан тире-йөн йыя Нәғим. Килтергән тирең ниңә биш айыуҙыҡы хәтле түгел, һыйырҙыҡы – ун, һарыҡтыҡы – биш тәңкә. Хөкүмәткә ни рәүешле тапшыралыр, мәгәр ҡаланан тире эҙләп килеүселәргә бер хаҡын өс итеп һатыуы раҫ. Уныһы – ул, кәртәһенә килеп ингән кеше малына ҡомарлығы теңкәгә тейә. Кәртәһе лә бүлем-бүлем уның, ер аҫтына ҡаҙып яһағандары ла бар. Төндә килгән машиналарға аҙбарының артҡы ишегенән сығарып тейәтә лә ебәрә шуларҙы. Кеше һүҙе тип ышанмаҫ ине, Ғәндәлип бер тапҡыр шундай бер быҙауҙы үҙе тейәште машинаға.
Шулай бер, магазинға араҡы килеп, иптәштәре менән төшөргәндән һуң етмәйерәк ҡалып, элмәңләп йөрөгән сағы ине. Һораһаң, бирмәй, урлаһаң, белмәй тигәндәй, Ҡыҙбикәнең елле генә бер тиреһен сәлдерҙе Ғәндәлип. Магазиндан тире күрһәтеп араҡы алып булмай, китте Ғәндәлип Нәғимгә. Квитанция кәрәкмәгәнгә ишара итһәң, йәһәт кенә унлыҡты йомдора торған ғәҙәте бар Нәғимдең. Быларҙың бушамаған сағына тура килде Ғәндәлип. Нәғимдең: «Кәрәкле кишер япрағы, йөрөйһөң мәлһеҙ!» – тигән ҡарашын тойһа ла, Ғәндәлип сигенмәҫкә булды. Сигенергә, иптәштәренә, таш яуһа ла яртыны табып килтерәм, тип сығып китте бит ул. Эсеп алғас, әрһеҙлек тә булғандыр инде.
– Был быҙауыңды ниңә һатырға булдың, бәләкәй бит әле, – тине Ғәндәлип, тегеләр менән бергә хайуанды машинаға өҫтөрәгәндә.
– Имсәк ташлатырға ҡайны ҡартҡа ебәрәм, – тип тышылданы Нәғим. – Инәһе йәнә быҙауланы. Икәүләп йонсоталар бахыр һыйырҙы. «Бәхетле кешенең малы йылына ике быҙаулай», – тип әйтергә итте Ғәндәлип, саҡҡа телен тешләп өлгөрҙө: Нәғимгә һүҙ әйткән кеше йәлсеп донъя көтә алмай, йә ҡазалана, йә нимә эшләй. Йылдар үткәс тә, уның асыуының сарпыуы ҡағылыуы ихтимал: Нәғим онотмай. Машина кузовында етемһерәп торған быҙау үҙенең төҫө, йәше менән Нәғимдең ҡара һыйырына ҡарағанда, Ғәндәлиптәрҙең күрше ҡарсығы Хәсбиҙең ҡоба һыйырынан тыуған быҙауын бик ныҡ хәтерләтһә лә, өндәшмәне. Яҙ юғалғайны был быҙау, быҙауының һәр ағзаһының төҫө-килбәте менән һөрән һалып эҙләй торғас, Хәсби ҡарсыҡ арыны, бөтә бәләне оңҡот бүрегә япһарып, төңөлдө. Ҡапҡанан сығып барғанда Нәғим тотторған унлыҡ Ғәндәлиптең усын яндырғандай итте, мәгәр араҡы ҡөҙрәте менән ярайһы ҡыҙған тән ул яндырыуға бирешмәне – бешмәне.
Унан һуң хаслыҡ ҡына түгел, грамота ла көслө бит шул Нәғимдең. Хөкүмәт берәй кампания башлап ебәрһә, башында уның һис шикһеҙ Нәғим Шәмғолов тора. Эскелеккә ҡаршы көрәш башланғанда бигерәк һынына килтерҙе. Йыйылышҡа килгән халыҡ алдына сығып, ғәҙәтенсә: «Иптәштәр! Күҙ күргән ауылдаштар, үҙ күргән ҡорҙаштар, – тип башланы ла тотондо аҡыл һатырға. – Хөкүмәтебеҙ эскене сәпсим тыймай. Ну һин бал ҡойма! Араҡыны һатып алаһың икән, һип культурно эс! Башыңды ҡапҡанан сығараһың икән, чурт с ним, сығар – уныһын хөкүмәтебеҙ тыймай, ну һин аяғыңды сығарма! Вот эш нимәлә!» – Өфөнән килгән лекторҙар ике-өс һөйләп аңлата алмағанды, Нәғим шулай ике-өс һөйләм менән төшөндөрҙө лә ҡуйҙы. Ул сығыш яһағандан һуң һорау ҙа биреп мәшәҡәтләнмәне халыҡ, шулай ҙа әллә кеме:
– Аяҡтың береһен генә сығарырға мөмкиндер бит? – тип һорағайны, Нәғим йәнә аңлайышлы итеп яуап ҡайтарҙы:
– Ярамай шул, ҡустым, һыңар аяҡтың да кәүҙәне урамға һикереү юлы менән алып сығып китеүе бар, ә эскән килеш урамға сығыу, бая әйткәнемсә, закон менән ҡәтғи тыйыла!
Башҡаларҙан талап итеп кенә ҡалманы, үҙе лә ныҡ күҙәтте законды Нәғим: аҙна-ун көн буйы кеше күҙенә күренмәгән саҡтары булды. Өйҙә ятып магазиндан алғанды эскәнмелер, үҙе яһағандымы – инеп тикшереп булмай. Белһә, быларҙы Фаягөл белә торғандыр – Нәғимдең һанһыҙ һуғымының эсәген йыуышырға йөрөй торғас, был йортҡа бик ныҡ эйәләшкән тиҙәр...
Ошоларҙың бөтәһен дә белә-күрә йөрөп тә күҙ йомдо бит Ғәндәлип-Гамлет! Эх, йөрәкле дуҫтары булманы шул уның! Әллә булыр ҙа ине, үҙе лә эҙләмәне бит Ғәндәлип. Йыйылып эскән саҡтарында донъяның бер тетмәкәйен тетеп алалар ҙа – шуның менән вәссәләм! Ағаһының өлкән улы Нурғәлегә өмөт бағлағайны бағлауын. Уҡып, инженер булып ҡайтҡас, шуның менән кәңәшләшеп, һөйләшеп тормошто әкренләп яйға һалырбыҙ тип уйлағайны, юҡ, йәш булһа ла, уның да бармағы үҙенә кәкре булып сыҡты: колхоздың иҫкереп бөткән УАЗ-игы урынына яңыны һатып алды. Алыуын алды, үҙе унда йөрөмәне – осорҙо. Аҡсаһы кеҫәһенә төштө, ә теге иҫке УАЗ-икты йүнәттереп, ултыра торған ерҙәренә тиклем алыштыртып, буятып, яңы номер таҡты.
Шунан ҡул һелтәне Ғәндәлип-Гамлет. Һелтәмәй ҙә ни эшләйһең, үҙ туғаныңа ошаҡ менән барып булмай бит? Улай тиһәң, Гамлет барған, дөрөҫлөк хаҡына әсә күңелен дә аяп тормаған...
Шартлатып, тәмәкене ҡырын тешләп кәрт һуҡҡан халыҡ уны башта шәйләмәне, аҙаҡ күреп ҡалдылар:
– Егеттәр, эй, Гамлет килә, приныс килә! – тип ҡуҙғала башлағандары ишетелде.
«Принысты күрһәтәм икән, былай булғас!» – «Гамлет»ына күнеккән, мәгәр принсына ене ҡабара Ғәндәлиптең. Тапҡандар ҡушамат!
Ғәндәлип иҫәнләшмәне:
– Йә, ҡайҙа эшләгән эшегеҙ?
– Эшегеҙ тип, – ауылда ғына түгел, тирә-яҡта әсе теллелеге, эскеселеге менән дан тотҡан Мөтәүәли урынында тапанды, – эш беҙҙән ҡасып ҡотола алмаҫ ине лә – гвуздик бөттө.
– Нисек бөттө? Ҡаланан мин һеҙгә ҡаҙаҡ түгел, таяҡ килтереп бирҙемме?
– Ул бит теге ни... һигеҙлек. Беҙгә вағырағы кәрәк.
Мөтәүәлиҙе йөпләүсеһе лә табылды:
– Бармай, бармай.
Тағы береһе, Мөтәүәлиҙең ҡуштаны Рафиҡ, керпекһеҙ ҡыҙыл күҙ ҡабаҡтарын беселдәтте:
– Өйҙә бар ҙа ул, бисә, зараза, бирмәҫ микән?
Мөтәүәли бының өҫтөнә менеп китә яҙҙы:
– Булғас, бисәнән шуны һорап тора торғаның бармы? Минең матайҙы ғына менәбеҙ ҙә осортоп алып киләбеҙ беҙ уны!
– Ә һеҙ? – Ғәндәлип ташсыларға боролдо.
– Иҙмә килеп етмәгән бит әле. – Былар яуапты тыныс бирҙе. Арттары ныҡ, кисә стенаны арыу ғына күтәргәндәр.
Ярһыуы баҫыла төшөп, Ғәндәлип тә улар янына сүгәләне. Тәмәке тоҡандырҙы. Эскеһен ташлаһа ла, быныһы ҡалыр инде. Кеше менән эшләгәс, тартмай булдырып булмаҫ. Бер Мөтәүәли менән Рафиҡ ҡына ни тора. Ә ундайҙар Ғәндәлиптә икәү генә түгел. Әлбиттә, арыу егеттәр ҙә юҡ түгел, әллә бөгөн шуларҙы алып ҡалып һөйләшергә инде? Боролош яһау кеүек ҙур эште дуҫтарһыҙ башҡарып булмай торғандыр... Әллә, кешеләрҙе йыйырҙан алда, әйтәһе фекерҙе төйнәргә, йәғни, мәҫәлән телмәр әҙерләргәме? Теләгәнеңде йүнле-башлы итеп әйтеп бирә алмайһың икән, халыҡты ни бысағыма йыяһың?!
Ул арала самосвал иҙмә килтерҙе, егеттәр эшкә тотондо, ә теге ике «артист» (бригадала уларҙы шулай тип йөрөтәләр) шул китеүҙән зым-зыя юҡ булды.
Төҙөлөш майҙанын урап сығып, будкаға яҡынлағас, Ғәндәлип ҡыт-ҡыт көлгән тауыштар ишетте. Бала-саға инеп шаярып йөрөмәгәйе...
– Эй, кем бар унда? – Тауыштар тынды, Ғәндәлип шунда табан атланы. – Бәй, ҡайҙа ҡаҙауығыҙ?
Аяҡтарын тулҡындай бәүелтеп, иң элек Рафиҡ урынынан торҙо:
– Ҡаҙау?! Ничауа не знаем, Гамлет ағай. М-мин ҡ-ҡа-ҙау әбишәйть итмәнем. Мөтәүәли, һин ағайыма ҡ-ҡа-ҙау әбишәйть иттеңме?
Мөтәүәлиһе тора алмай аҙаплана, яңы тыуған быҙау кеүек, ағзаларын йыйып ала алмай хитлана, үҙҙәренең эргә-тирәһендә ваҡ ҡына хушбый шешәһе. Рафиғы ауыҙын йәйен ауыҙылай итеп йылмая, етмәһә:
– Гвуздик тинем дәһә мин, Гамлет ағай! Ы-ышанма- һаң, ҡ-ҡағыҙын уҡып ҡ-ҡара! Бына... хушбый шешәһе!
– Инәйегеҙҙе... – Ғәндәлип быларҙың яғаларынан бөрөп алып һыңҡылдатҡансы күкрәктәре менән төкөштөрҙө. – «Гвоздика»ны сөй менән бутамаҫтай итәйем мин һеҙҙе! – Башҡа һүҙ таба алманы быларға Ғәндәлип, икеһен ике яҡҡа быраҡтырҙы ла төҙөлөш майҙанынан сығып китте.
Тота бит ошоларҙы Ғәндәлип бригадала. Эсһәләр – тере көйөк, эсмәһәләр – ҡулдарынан килмәгән эш юҡ. Эсһендәр ҙә ти, эсмәгән кешенең хәҙерге заманда үҙе юҡ, былар бит ҡыуалатып, аҙна-ун көнгә һуҙып әсәләр. Ана лаһаң: хатта хушбыйға барып еткәндәр. Ғәндәлип үҙе лә ҡатыраҡ бәрелә алмай шуларға, ни өсөн тигәндә, йәшерәк сағында, тайға эйәргән ат аламаһылай, үҙе лә бергә йөрөштөрҙө. Анау бер йылды быуаға балыҡ һөҙөргә барып оятҡа ҡалғандарын онотоу мөмкинме һуң? Туймаған тамағы бар инеме быларға эйәрмәһә. Рафиҡты яр башында ҡалдырып, Мөтәүәли менән күлгә, ҡамыш араһына сумдылар. «Эт-ҡош күренһә, хәбәр итерһең!» – тип Рафиҡҡа нығытып әйтте Ғәндәлип. Рафиҡҡа ышанған – ыштанһыҙ ҡалған тигәндәре шулдыр: былар күлгә төшөү менән әүен баҙарына киткән бит был! Ята икән хырылдап, кемдер аяғына ҡаты бәрелгәнгә уянып китһә, милиционер тора.
– Ни эшләп ятаһың бында, ағай? – ти икән кесе сержант кейемендәге йәш малай. Рафиҡҡа бит, ял итергә килгәйнем, ятып ҡына торғайным, тип ултырып ҡалырға була ине, ә ул – юҡ, ырғып торған да:
– Килделәр! Әй, сығығыҙ! – тип оран һалтан. Иҫәрҙән һорама, үҙе һөйләр, тигәндәр бит, бына шулай тотторҙо уларҙы Рафиҡ. Яҙ көнө ине, штрафты ауыҙҙы ҡайырғансы һалдылар. Ҡыҙбикәнән штраф түләрлек аҡса түгел, ҡыш көнө ҡар һорап ала алмаҫһың, теге икәү әле ул саҡта тай-тулаҡ, бер ҡат күлдәктәренән башҡа бер нәмәләре лә юҡ. Шул, Мөтәүәли менән Рафиҡҡа наряд өҫтәп яҙып, түләп ҡотолдолар...
Эйе... Еңел булмаясаҡ Ғәндәлипкә ауылда боролош яһау. Уйлап-йыйнап ҡараһаң, үҙенең эсенә генә күпме ҡуныҡ ултырған! Аҡылы теүәл килеш Ғәндәлип ошоларҙы ҡылған икән, бәлки, ул үҙе ғәйепле лә түгелдер, донъя... тормош шарттары шулай булырға этәргәндер? Шарттар...
– Ауыҙыңды ҡайырайым, ә ниңә Гамлет шарттарға ҡарай көрәштән туҡтамаған?! – Быны ул йән асыуы менән ҡысҡырып әйтте. Ярай, эргә-тирәһендә ишеткән кеше булманы, булһа, моғайын, Ғәндәлипте иҫерек тип уйларҙар ине.
Киске ашты өндәшмәй генә ашағас, ғәҙәтенсә, урынына барып ятты Ғәндәлип, һуңғы йылдарҙа Ҡыҙбикә менән айырым йоҡларға ғәҙәтләнде улар. Айырым ятыу уйы башта кеменә килгәндер – хәҙер үҙе лә белмәй. Әллә Ҡыҙбикә иренең йоҡлағанда хырылдауын өнәмәне, әллә Ғәндәлип йылдан-йыл тарамышҡа әйләнеп кибә барған ҡатынының йылыһын тоймай башланы.
Күп тә үтмәне, Ҡыҙбикәһе уш-быш тын алыуға күсте, ара-тирә ыңғырашып та ҡуя. Берҙе биш итеп донъя ҡыуа торған нәфсеһенән айырылмаһа ла, ҡартая шул Ҡыҙбикә, һыҙланһа ла ни үпкә: ғүмеренә ял итмәне, санаторий күрмәне, иртән торғандан ятып киткәнсе көйләнгән механизм кеүек эшләүен белде. Әле лә, көндөҙ кейеп йөрөгән күлдәген сисеп тә тормай, түшәгенә йығылды, ире күҙҙәрендә уйнаған сәйер осҡондарҙы шәйләмәне лә шикелле ул. Хәйер, Ҡыҙбикә лә һуҡыр булып тыумағандыр, етешһеҙ донъяны етештерәйем тигәнсе, башын эштән, мәшәҡәттән йырмаған Ғәндәлиптең һуҡырлығы һуҡырайтҡандыр уны. Дөрөҫөн әйткәндә, буйға оҙонораҡ булһа ла, күптәр араһынан шаянлығы, саялығы өсөн һайлап алғайны уны. Илгәҙәк ҡатын менән ғүмер һөрөүе еңелерәк булыр тип уйлағайны. Эй, донъя! Йә, күпме байлыҡ йыйҙы улар? Икәүләп көсәнә торғас, ошо өйҙө ултырттылар, һигеҙҙе бөтөртөп, арлы- бирле һөнәргә уҡытып алғас, дүрт ҡыҙҙарын эйәле-башлы иттеләр – туйҙар үткәрҙеләр. Кинйәкәүҙәрен, Химаны ла урынлаштырһа, күңеле ул яҡтан тынсый Ғәндәлиптең. Тағы нимәләре бар? Ғәндәлиптең өс тәгәрмәсле бер матайы, йәнә... ғүмеренә тәмәке тартып ҡара торон итеп бөткән ике үпкәһе бар. Ҡыҙбикәнең елкәһендә уҫлаптайҙан бер көмрөһө лә, һыйырға иш булам, йә булмайым тип торған бер күпкәк ҡорһаҡ танаһы бар. Шуларға йәбешеп ятып, бер йәшәй торған ғүмерен харамға сылатҡан бит Ғәндәлип. Ҡыҙбикә, ярай, бисә кеше, улар халҡы намыҫ менән иҫәп-хисапты үҙҙәренсә ҡора торғандыр. Ә Ғәндәлипсе, Ғәндәлип? Ошолай итеп йәшәп үткәрергә уйлағайнымы ул үҙенең берҙән-бер ғүмерен?! Йәшлегендә Салауат рухы рухландырманымы уны, Аҡмулла алыҫ йылдар төпкөлөнән күңеленә аҡ нур һипмәнеме?! Юҡ, әкренләп барыһы ла онотолдо, шымарҙы. Шаулап торған колхоздарын тота килеп совхозға әйләндергәндә лә, йорт-нигеҙҙәрен ҡуҙғатып пыран-заран килтереп Красный ярға күсергәндәрендә лә тешен ҡыҫты, ағымға ҡаршы йөҙөргә йөрьәт итмәне. Күсеп килгән был ауылдарында электән йәшәгән биш-алты рус ғаиләһе лә бар ине, уларға эйәреп бөтөн балаларҙы русса уҡыта башланылар. Халыҡ быға ла ҡаршы сыҡманы, башҡаларға эйәреп Ғәндәлип тә ҡыҙҙарын бер-бер артлы мәктәпкә оҙата торҙо. Ҡысҡырып белдермәһә лә, күңеленең тәрәнгә йәшеренгән бер ерендә бынан ҡәнәғәтләнеү тойғоһо ла юҡ түгел ине: йәнәһе, рус телен белгән балалары ҡайҙа китһәләр ҙә юғалып ҡалмаҫтар, башҡорт теле бит ул Баштөйәкте үтеп, Красный ярға килеп еткәнсе генә кәрәк... Хәҙер бына ҡыҙҙарына ҡарап-ҡарап ҡуя ла үҙе лә аптырай: ни башҡорт, ни мәрйә түгелдәр. Башҡортса гәзит-журнал алдырмайҙар, мәжлестә йүнле-башлы күңел асып ултыра белмәйҙәр, тотҡан була ла магнитофон доңғорлаталар, унан ҡалһа, ялан аяҡ шапылдап әҙәм мәсхәрәһе итеп эйелеп-бөгөлөп бейергә төшәләр. Ғәндәлип менән Ҡыҙбикә үҙҙәре яратҡан йырҙы башлаһалар:
– Ха, старики! Тотондолар олорға! – тип мыҫҡыл итәләр.
Юҡ, дөрөҫ йәшәмәне Ғәндәлип! Исмаһам, олоғайып барғанда, тәүбәгә килеп, иманға ҡайтыр кәрәк. Әлбиттә, ул фәрештә түгел, ләкин бит улай уйлаһаң, ғүмергә нәжестән сыҡмаҫ кәрәк! Халыҡты йыйғас, әүәл үҙенән башлар ул: «Иптәштәр, – тиер, һеҙ мине беләһегеҙ. Яҙыҡтарым да, яҡшылыҡтарым да – һәммәһе үҙегеҙгә мәғлүм. Әгәр ҙә мин бөгөн һеҙҙең алда һүҙ әйтергә уҡталғанмын икән, шитай, яҙыҡтарым өсөн бик үкенәм, киләсәктә уларҙы ҡабатламаҫҡа ант итәм». Аңларҙар. Әҙәм балаһы матди ҡалдыҡты эсенә йыйып йөрөй алмаған кеүек, күңел юшҡынын да эсенә йыйырға тейеш түгелдер, тим мин. Шуға ла ауыр әҙәмгә йәшәүе, шуға ла уны нәжес нығыраҡ уба. Юҡ, ысын: кемгә барып гонаһҡа ауырая башлаған күңелеңде бушатаһың? Хажғәлегәме, әллә кисә институт бөтөп килгән парторг егеткәме? Ә халыҡ аңлар, сөнки ул үҙе лә Ғәндәлип шикелле үк көндән-көн нәжескә бата бара...
Артабан телмәрен ҡалайыраҡ дауам итер икән ул? Мәҫәлән, бына былай тип алып китһә: «Иптәштәр, оҙаҡ йылдар буйына беҙ үҙебеҙҙе уратып алған етешһеҙлектәргә күҙ йомоп, йәки булмаһа, бармаҡ аша ҡарап йәшәнек. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: Хажғәле Солтанморатовты белмәй инекме? Белә инек. Белә тороп шуны ауыл Советына баш итеп һайланыҡ. Ышанысты аҡланымы ул беҙҙең? Аҡламаны! Халыҡ өсөн ике тинлек тә нәмә төҙөтмәне, ә үҙенә тигәндә өс айҙа батша һарайылай итеп өй һалып сыҡты! Ә уның ниндәй аҡсаға төҙөлгәне миңә бөтәһе мәғлүм! Бармағының үҙенә кәкре икәнен белә тороп, шул кешене хәҙер управ итеп тотабыҙ! Минең дә гонаһтарым юҡ түгел, иптәштәр! Мәгәр минең гонаһтарҙы ҡаплауға бер һимеҙ һарыҡтың аҡсаһы етә, ә һеҙ попробуйте Хажғәленең ашағанын ҡоҫторорға, донъяһын түгел, малын һатһа ла етмәйәсәк!»
Буласаҡ телмәренең ошо еренә еткәс, Ғәндәлип тороп ултырҙы. Эх, ҡара яныр инде Хажғәле, шартлар! Телмәре бының менән генә бөтмәйәсәк бит әле уның, Хажғәле менән ҡуша Нәғимен дә һелкетәсәк! Был тиклемен әйткәс, уныһын ғына булдырыр Ғәндәлип: «Иптәштәр, – тиер ул, – ҡасанға тиклем бөтә ауыл халҡын Нәғим бай имеп ятырға тейеш?! Күрәләтә, көпә-көндөҙ талай бит ул беҙҙе! Етмәһә, хәҙер шуны йыназа уҡырға алып йөрөй башланығыҙ. Бурҙан мулла яһап, кем ҡаршыһында сауаплы булмаҡсыһығыҙ?! Бөтә халыҡ хәҙер яңырыу, үҙгәреү, тимәк, таҙарыныу юлында. Ә беҙ, һүҙҙең дөрөҫө кәрәк, анау һатыусы Хәсәндең күҙенә ҡарап алдашҡанын әйтә алмайбыҙ бит! Подрядҡа күсеү, арендаға ер алыу ғына үҙгәреү түгел бит әле ул! Эсе-тышыбыҙ менән үҙебеҙ таҙарынмай тороп, тирә-яғыбыҙҙағы алдашыу, күҙ буяу, урлашыу кеүек күренештәргә, етте, тип әйтмәй тороп, бер үҙгәреш тә көткән һөҙөмтәне бирмәйәсәк!» – Ғәндәлип ошоларҙы әйтеп бирһә, ҡалғанын халыҡ үҙе әйтер, һәр кем әсеткән ерен һөйләр, боҙ ҡуҙғалыр. «Телмәр һөйләп шымарған кеше булмаһам да, арыу ғына килеп сыҡмаҡсы лаһаң, – тип йылмайҙы ул, – кем белә, теге ваҡыт ФЗО-нан ҡыуылып ҡайтмаһа, унан да бер әҙәм сығыр ине! Гәзит-журналды, былай, ныҡ уҡый ҙа һуң, шулай ҙа парта артына ултырып, ныҡлап тәғлимәт йыйғанға етәме?»
Ғәндәлип ашыҡмай ғына түшәгенән төштө, сығып тартып инергә лә, йоҡларға ятырға тип уйланы ул, аяғына тапочка эҙләп һәрмәләгәндә, Ҡыҙбикәнең ҡарлыҡҡаныраҡ тауышы ишетелде:
– Ғәндәл... – Был рәүешле бик һирәк өндәшә уға бисәһе, онотҡанда бер. – Ғәндәл, әллә ниңә ҡалтырата, эргәмдә ята бир әле саҡ ҡына...
Ғәндәлип ҡарышманы, ялан аяҡтары менән шапылдата баҫып, бисәһе эргәһенә шылды:
– Нимә, сырхап тораһыңмы әллә? – Ул үҙе лә наҙға бик йомарт кеше түгел, шулай ҙа ҡәҙер төнө кеүек онотҡанда бер килеп сыға торған «Ғәндәл»дән һуң бисәһен ҡосаҡламауҙы килештермәгәндәй итте, Ҡыҙбикә лә уның ҡулын, унһыҙ үҙем саҡ тын алып ятам, тип алып ташламаны.
– Ғәндәл, – тип ҡабатланы Ҡыҙбикә, – танаҡайҙы нисек тә ҡыш сығарырға ине, шул нәмә елен төшөргән булған да ул.
– Һы, – һүҙ донъя малына төртөлгәс, Ғәндәлип, ҡулын бисәһенең күкрәгенән алып, салҡан төшөп ятты, – анһат, нимә ашатып ҡыш сығармаҡсыһың?
– Нимә ашатып, тип, кеше аҫрай бит. Яңғыҙ һыйырҙың һөтө сәйҙән үтмәй ҙә һуң?!
– Бары менән байрам. Кеше ике һыйыр аҫраһа, уларҙың сабынлығы ла беҙҙеке ише икәү-өсәү.
Сабынлыҡ Ғәндәлиптең иң ауыртҡан ере. Элек, үҙҙәренең Баштөйәгендә торғанда, сабынлыҡ елле ине уларҙың!
Ыһ та итмәй, өс йыуан кәбәнде ултырталар ине! Бында ни электән йәшәгән әҙәм үҙенең борондан ҡалған сабынлығын саба, Ғәндәлип кәүектәргә баҫыу, юл буйҙарындағы боҫташ ятҡан ерҙәр эләкте, уныһына ла йылдан-йыл совхоз үҙе хужа була бара.
– Аяҙ көндә ямғыр көтөп ятҡан кеүекһең... – Ғәндәлип асыуланманы бисәһенә, шулай ҙа, сабынлыҡ, тип Ғәндәлиптең ауыртҡан еренә ҡағылмағаны арыу булыр ине.
– Ней, – Ҡыҙбикәнең һүҙе бөтмәгәйне әле, – Химабыҙ әллә ни теге Хажғәленең кинйә малайы менән һөйҙәшә...
Ғәндәлип бисәһенә табан әйләнде:
– Ҡайһы?
– Ҡайһы, тисе? Яңыраҡ армиянан ҡайтты ла инде, теге... Әшрәфе.
– Һы... Ысынлап микән?
– Ысындыр... Хажғәле бисәһе кисә иртәнсәк көтөү ҡыуғанда, беҙҙең баштағы сабынлыҡҡа төшөр инегеҙ, беҙҙең әле былтырғы бесән тотонолмаған, тип тора ине.
– Һы... Беҙҙең ҡыҙҙы оҡшатып ҡуйҙылар микән?
– Оҡшатмаҫҡа, – ҡатыны көлөмһөрәне микән, тауышы шуға оҡшап сыҡты, – йәш булһа ла, ышшут төймәләрен ҡайһылайыраҡ тартып тора ул! Шартлата ғына!
– Хажғәленең бер улы Нәғимдең ҡыҙын алды түгелме әле?
– Шуны алды шул. Алды ла өй һалып тороп башҡа сығарҙы, ҡыҙын ветврачтың улына бирҙе. Кеше йәшәй бе-лә-ә...
– Һы, ҡарасәле, беҙҙең Хима ла шулай кейәүгә бирерлек булып киттеме ни әле? – Ғәндәлип тауышындағы ҡыуанысты йәшерә алманы. Ошоноһон, кинйәкәүен, айырым яратты Ғәндәлип, башҡортса йырларға, бейергә өйрәтте, башҡорт мәктәбендә уҡытты. Теге ҡыҙҙарының тәрбиәһенә иғтибар итмәне, йәш булып, ни сығырын абайламайыраҡ ҡалды. – Туйҙы, тим, йәһәтләмәһәләр ярай ҙа ул, – быны әйткәндә уның йөрәге жыу итеп ҡалды: Хажғәле менән туғанлашыу уйынмы һиңә? Байҙар байса тотона... Ҡыҙбикәнең быға ла яуабы әҙер булып сыҡты:
– Ней, Хажғәленең бисәһе, Мөниә ҡорҙашбикә әйтә, өйләнмәй йөрөһә, Әшрәф, ҡалаға китәм, ти башлар, донъяла ҡала торған төпсөк малай, күҙле-башлы итеү яғын йәһәтләнер, ти.
– Һы... – Бөтөнләй башы әйләнде Ғәңдәлиптең. – Донъяла ҡала, тип... Мөниәне әйтәм, бик мыжыҡ ҡатын түгелме һуң ул?
– Әлләсе... Теге килене менән йылдан ашыу бергә йәшәнеләр, ҡашығаяҡ шалтыратҡандары ишетелмәне былай. – Ошо ергә еткәс, Ҡыҙбикә тауышын ҡалынайта төштө. – Барҙың барлығы, юҡтың юҡлығы тейә тигәндәй, балаңды зимагурға эйәртеп сығарып ебәргән ише түгел инде! Хәҙер шундайҙар күп.
Ғәндәлип өндәшмәне, әсә кеше үҙ балаһына насарлыҡ теләмәҫ. Ҡыҙбикә йәнә телгә килде:
– Ней, Мөниә әйтә, килен алһам, вис донъяны тапшырыр ҙа ҡуйыр инем, шул тиктем арыным, ти.
– Һы! – Ошонан һуң Ғәндәлип түҙеп ята алманы, яурынына ҡулына эләккән кейемде һалып, тышҡа сыҡты, болдорға ултырып, ашығып-ашығып папирос һура башланы. – Һы!
Дөрөҫөн әйткәндә, ул сабынлыҡҡа күптән күҙе төшөп йөрөй уның. Ғәндәлип сапҡан һаҙ буйында, эскәрәк ингән бер шәп аҡлан ул. Ямғырһыҙ йылда ла үлән үҫмәй ҡалмай шунда. Уны күрһә, тыуған ауылдарындағы боронғо сабынлыҡтары иҫенә төшөп, йөрәген әрнетә. Ҡоҙа булышып, туғанлашып китһәләр, әллә был сабынлыҡты бөтөнләй ҙә һыйлар ине Хажғәле. Әшрәфен башҡа сығарырға уйы булмағас, уға ике-өс сабынлыҡ ни бысағыма?!
Сыбалды уйҙар, тарҡалды зиһен. Был хәл ысын булып, Ғәндәлип Хажғәле менән ҡоҙалаша торған булһа, халыҡ ҡаршыһында ҡалай итеп ҡоҙаһының йөҙөн йыртһын?! Улар менән дошманлашыу Химаһының бәхетенә аяҡ салыу ҙа инде ул... Хима һуң, Хима... Хима ярата микән Әшрәфте? Әгәр яратмаһа, оло эшкә елкенгән Ғәндәлип әллә сабынлығына төкөрөр ҙә ҡуйыр ине, ошоға тиклем яңғыҙ һыйырҙың һөтөн эскәндән үлмәгәндәр бит әле...
– Фу, Ҡыҙбикәһен дә әйтер инем, тапҡан һүҙ һөйләр ваҡыт! – Ғәндәлиптең аяҡ үрә баҫыуы булды, ҡапҡаға яҡынлап килгән ике шәүлә күҙенә салынды. Тегеләр ҙә Ғәндәлипте шәйләнеләр микән, ҡапыл туҡтап ҡалдылар. «Хима менән теге егет... Әшрәф!» – Ғәндәлип йәһәт кенә кире сүгәләне. Химаһының ипле генә көлгән, егеттең шыпырт ҡына: «Шылдыҡ!» – тигәне ишетелде. «Ҡайһылай уңайһыҙ булды», – Ғәндәлип йәнә тәмәке ҡабыҙҙы – ни эшләргә? Шул саҡ уның хәтеренә Гамлеттың «Быть или не быть?» тип уйланып йөрөгән мәле килде. Уға көс, тәүәккәллек бирергә теләгәндәй, урынынан ҡалҡынып-ҡалҡынып ҡуйғайны Ғәндәлип...
– Ни эшләргә?! – Быны ҡысҡырып, бөтә йөрәге менән әрнеп әйтте ул, бер-ике минут үтеүгә ошо һорауҙы тағы ла, ләкин шымыраҡ ҡабатланы.
Ә күктә йондоҙҙар Ғәндәлип папиросының уты кеүек һүрәнләнә лә башланы. Ахыры, таң беленә...
Таңсулпан ҒАРИПОВА.