Бөтә яңылыҡтар

Оҙата барған йыр

Теге ҡатын ситтәрәк баҫҡан да өндәшмәйерәк тора. Ҡуйынына, гәзиткә төрөп, нәмәлер ҡыҫтырған булған. Яйлап ҡына уға яҡынлашам:- Һеҙ бәшмәк һатмайһығыҙмы? – тим.Апай кеше кистән күберәк “төшөргәндер”, айнып та етмәгән, бите – күҙе шешенгән, үҙенән “бахмур” еҫе аңҡый. Өҫтөнә төҫһөҙ генә, итәктәре һүтелгән халат, ҡаҡашып бөткән төймәһеҙ куртка кейгән, яланғас аяғына үксәһе тапалып бөткән тәпешкә эләктергән. Замана сире ҡорбаны ине был ҡатын.Минең һорау тиҙ генә барып етмәнеме, миңә оҙаҡ ҡына ҡарап торғас:- Ю – ю – уҡ, туғаным! – тине. Бындай өндәшеүҙе ишеткәс, әллә нишләп киттем. Хас та Харис ағай кеүек, йомшаҡ, матур итеп һөйләшеүен күрсе.- Ошо әйберкәйҙе һатырға ине. Йә яртыға алмаштырам. Әсәйем мәрхүмәнең иҫтәлеге, бер һатмаҫ та инем, эш эшләтергә ярты кәрәк, утын килтертәйем, тигәйнем...Апай кеше доға уҡыған кеүек шул саҡлы матур тауыш менән һөйләй – күҙҙәреңә түгел, ҡолағыңа ышана башлайһың. Ысынлап та, шулайҙыр кеүек. Тик ул ҡуйынынан кисә мин өләсәйгә тип алған, һуңынан Харис ағай минән алып торған яулыҡты килтереп сығарғас ҡына, ауыҙым үҙенән-үҙе асылды ла, яба алмай интектем.

Машина тигеҙ юлдан, һыуҙағы кәмә кеүек, еңел генә алға елдерә. Салондағы моң һине иркәләй, наҙлай, бала саҡҡа алып ҡайта. Һәр хәлдә, шефҡа ҡарап, шулайҙыр, тип уйлайым. Ул, йоҡомһорап барған кеүек булһа ла, шул моң эсендә тирбәләлер һымаҡ...    

Һәр оҙон юлға сыҡҡанда, ошо уҡ көйҙө әйләндерә лә әйләндерә магнит таҫмаһынан Харис Хаммат улы. «Ташлама, әсәй, ташлама, мине изге доғаңдан...» Миңә был йыр оҡшаһа ла, шеф ултырыш-маҙарҙа булғанда, әлбиттә, заманса көйҙәр тыңлайым.
Мин йәш әле, йәп-йәш кенә сағым. Өләсәйем шулай тигәс, мин дә үҙемде, «мин - йәшел, теге планетанан» тип, төнгө күктә төрлө төҫкә инеп, ялпылдап торған йондоҙҙо күрһәтәм һөйгәнем Фәриҙәгә.
Минең иң-иң яҡындарым инде улар: өләсәйем һәм күрше ҡыҙы Фәриҙәкәйем. Үҙемде белгәндән бирле беләм уларҙы. Береһе - ҡаҡса ғына кәүҙеһе менән һәр саҡ балаһын ел-дауылдан һаҡлаусы Һомайғоштай оло йөрәкле өләсәйем. Икенсеһе - бала саҡтан уҡ етәкләшеп үҫкән, бәпес кенә көйө мине өләсәйгә ташлап киткән һәм бер ҡайтып та күрмәгән әсәйҙе һағынып илағанда, миңә ҡушылып мезләгән Фәриҙәм. Атай тигән кешене лә белмәйем. Өләсәй ҙә һөйләп бармай. Шуға ла хеҙмәткә киткәнсе, бәләкәй генә шатлыҡҡа ҡыуанып, үҙ-үҙемде яҡлап, атайлынан - атайһыҙ, әсәйленән - әсәйһеҙ булып, сүкеш-балтаһын, салғы-һәнәген дә йәшләй генә тотоп үҫкән ҡараҡай ғына бер сибек малай булдым.
Хеҙмәттән ҡайтҡас, шофер булып ауылда ҡалырға ине иҫәп. Тик ауылда колхоз тарҡалған, уның машиналары бай ихаталарға күсеп бөткән булып сыҡты. Шуға, уйлап йөрөнөм-йөрөнөм дә, өләсәйем ҡаршы килмәгәс, әҙерәк мая йыяйым тип, ҡалаға килдем. Ҡасан да булһа ауылда ҙур йорт һалып, өләсәйемде ҡартлыҡ көнөндә йылы яңы өйҙә бер нужаһыҙ йәшәтермен, тип әйткән һүҙем бар, юғиһә.
Ә был йөҙөп кенә барған ҡиммәтле машинаның йомшаҡ ултырғысына сумып йоҡомһораған ҡырыҫ йөҙлө, шырт сәсле, тос ҡына абзый минең шеф була инде. Ярты йылға яҡын уның шәхси шоферы булып йөрөйөм.Дөйөм ятаҡтан урын алып биреште, сессия ваҡытында (ситтән тороп уҡырға индем) үҙе йөрөп тора, эш хаҡы ла ярайһы ғына - яҡшы кешегә эләктем, тип уйлайым, үҙемсә...
Моң көйөнә тирбәлеп, уйҙарымды барлап барғанда, Харис ағай күҙҙәрен асты ла тирә-яғына ҡаранып алды. Мөһим осрашыуға килгән ҡаланан алыҫлашҡайныҡ, ниндәйҙер ауыл аша үтеп бара инек инде.
- Туғаным, бөгөнгә эш тамам, ашығаһы юҡ, әйҙә әле елдереп кенә бер ергә барайыҡ, бор әле атыңды,- тине.
Шулай яҡын итеп «туғаным» тиһә, иреп кенә китәм инде, үҙенә белдермәһәм дә. Ағайҙарса, матур итеп, яҡын итеп өндәшә ул. Унан күреп, мин дә үҙемдән бәләкәстәргә шулай тип өндәшә башланым.
Харис ағай кеҫә телефонынан Зарифа еңгәйгә шылтырата һалды:
- Бөгөн көтмә, беҙ ауылда ҡалабыҙ, Фәррәхтә. Эйе, эйе, ә-ә, шулаймы ни?! Әл дә әйттең әле... Ярай, давай, хуш!
Ана шулай, ҡайҙа ғына барһа ла, Зарифа еңгәйгә шылтырата һала, кәңәшләшә. Бер тауышын күтәргәнен ишеткәнем булманы, Мин дә, Фәриҙәмә өйләнһәм, гел уның кеүек булырға тырышырмын, тим.
Ниңәлер күңелләнеп киткән Харис ағай, портфелен асып, ус тултырып аҡса алды ла (гел банкомат менән ҡулланғас, ҡыҙыҡ булып тора):
- Әйҙә әле, туғаным, анау магазинға һуғылып китәйек. Бөтөнләй бала-саға әйбере ала белмәйем, ярҙамлашырһың, - тип йылмайҙы. Бөгөн беҙ бараһы дуҫы Фәррәхтең ҡыҙына биш йәш тулған икән, бая еңгәй шуны иҫенә төшөргән, имеш.
Ауыл кибеттәре бай бит хәҙер. Йәнең ни теләй, шуны һайла ла ал әйҙә. Шуға ла, сибәр һатыусының бәләкәс ҡыҙҙар күлдәген һайлашып, әллә ниндәй ялтыр ҡумталарға һалып, матур итеп йылмайып, ҡулға килтереп тотторғанына аптыраманым, ә хаҡына иҫ китте. Минең кеүек яңы ғына аҡса күрә башлаған ауыл малайының башы етә торған түгел шул бөгөнгө хаҡтар. Күҙ йүгерек бит, мин дә өләсәйемә тип, бик ҡиммәт булмаған хаҡҡа шау сәскәнән генә торған яулыҡ алдым әле - тап ул яратҡанса, йәйеп ябына торған мул яулыҡ булды.
- Бәхетең бар икән, берәү генә булып, хужаһын көтөп ята ине, - тине һатыусы ҡыҙ.
Харис ағайҙың дуҫтары көтөп торған. Ҡапҡа асып, ҡолас йәйеп, әйҙүкләп торған ергә килеп инеүе лә иҫ киткес күңелле бит ул.
Төн матур, өйҙә тынсыу тип, дуҫтарға ҡамасау итмәҫкә була, ашап-эскәс, мунса инеп сыҡҡас, машинаға инеп йоҡларға ғына ятҡайным, Харис ағай килеп сыҡты.
- Әйҙә әле, Мансур, тағы бер ергә барып ҡайтайыҡ.
- Ай-һай, ағай, егет булып алғас, ҡыҙҙар янынамы әллә? Еңгәйгә әйтәм!
- Ярай, телеңә һалышма!..- булды яуап.
Ҡараңғы урамды фара яҡтыһы менән киҫтереп, әллә нисә тыҡрыҡ үтеп, бер өй эргәһенә килеп туҡтаныҡ. Буялмаған ҡапҡа, матур ғына ауылса йорт...Тик, ниңәлер, пәрҙәһеҙ тәҙрәләр моңһоу кеүек күренде миңә.
Харис ағай оҙаҡ ҡына ошо тәҙрәләргә ҡарап ултырҙы ла машиналағы туңдырғыс камеранан бер нисә буй колбаса, бер ҡап шоколад алды һәм уңайһыҙланып ҡына:
- Мансур, һин бит бая яулыҡ алғайның, шуны миңә бир әле, иртәгә һиңә тағы алырбыҙ, - тине.
- Ағай, ул осһоҙло ғына бит...
- Ярай, дөйә лә бүләк,төймә лә бүләк инде...Үҙем бая алмаған булдым шул.
Бына ул, нисектер ҡарттарса баҫып, ихатаға инеп китте. Ишек асыҡ булғандыр, шығырлап асылды лы ябылды, өй эсендә һөйләшкән тауыштар ишетелде. Мин ойоп киткәнмен.
- Мансур, уян!
Мин шунда уҡ машинаны ҡабыҙа һалдым.
- Фәррәхтәргә...
Харис ағайҙың йөҙөн алыштырған кеүек: әллә үпкәсел малайҙыҡы, әллә етемһерәгән ирҙеке – тик ул бына-бына илап ебәрер кеүек ине.
Мин уны дуҫына тапшырғас, ғәҙәт буйынса тиҙерәк күҙҙәремде йома һалдым – шоферҙың йоҡоһо һәр саҡ туйырға тейеш.
Иртәнге сәйҙе эскәс, күстәнәстәр һалынған ҡаптарҙы багажникка тултырып, ҡайтырға сыҡтыҡ. Ирҙәр дуҫлығы тиҙәр уны! Ана, нисек ауыл күстәнәстәре әҙерләгәндәр: ҡаҙ, ҡаҙылыҡ, ҡорот, ҡаймаҡ... Ҡала кешеһенә танһыҡ тәмлекәстәр бит инде улар. Мин дә, Алла бойорһа, өйләнһәм, ауылда йәшәп, мал-тыуар аҫраһам, дуҫтарыма ошолай күстәнәстәр тарата алһам ине тип, аңыма һалып ҡуям. Иртүк кенә сыҡһаҡ та, юлда биҙрә-сумкалар күтәргән ҡатын-ҡыҙҙар осраштырғылай. Улар, юл буйына сығып, үҙ тауарҙарын: һөт, ҡатыҡ, ҡымыҙ, еләк-емеш һата икән.
Юлдың был өлөшөн үттек тигәндә генә Харис ағай ҡапыл рулгә ҡулын тигеҙеп алды. Ситкәрәк сығып туҡтаным да аптырап уға ҡараным – ул ошо көнгә тиклем бындай ергә ҡарамай ҙа үтә ине, юғиһә.
Йөҙө ҡараңғыланып киткән Харис ағай аҙыраҡ башын баҫып ултырҙы ла:
- Мансур, теге НЗ бармы әле беҙҙә?- тип һораны.
- Бар, ағай. Яҡшы юлда йөрөнөк, батып ултырманыҡ, юлда бензин бөтмәне, ватылып интекмәнек, зато НЗ янда ҡалды, - тип ләпелдәйем мин, шефты әҙ генә булһа ла йылмайтырға теләп.
Юлда төрлө хәл була. Һәр кемдең дә буш ярҙам иткеһе килмәй, хатта аҡса бирһәң дә, диуанаға ҡараған кеүек ҡараусылар булғаны бар.Ә бына шул “шыйыҡ валюта” әллә ниндәй юлдарҙы ла аса бит, тәүбә. Нишләйһең, заман әҙәмгә яраҡлашҡан ваҡытта йәшәйбеҙ, шикелле.
Харис ағай минең ләпелдәүгә иғтибар итеп торманы, һаман етди ҡалды.
- Хәҙер бер шешәне кеҫәңә һалып ал да анау ҡатын янына бар.
Ул ситтәрәк торған бер ҡатынға төртөп күрһәтте.
- Бар ҙа ул нимә һатһа ла ал. Аҡса һораһа – аҡса, араҡы һораһа, араҡы бир, һорашма, күп һөйләнмә, бар! Әҙәм аптыратып тормаһын.
Мин, шешәне салбарға ҡыҫтырып, куртканы кейҙем дә машинанан сығып, һатыу нөктәһенә табан атланым.
- Эй, әл дә өләсәйем ошолай юл буйында әйбер һатам, мине ашатам тип тормай әле, - тим эстән генә. Үҙе әйтмешләй, барына шөкөр итеп, барлы-көрлө генә йәшәп ята. Әҙерәк күҙ асылғас, мин дә аҡса ҡайтарғылай башланым. Өләсәй – минең, мин - уның өсөн шатланып йәшәгән булабыҙ.
- Апайҙар, бигерәк егәрлеһегеҙ инде, минән дә иртә торғанһығыҙ, - тип шаяртам үҙемсә. – Һөт, ҡымыҙ, ҡайнатма... Юҡ, юҡ, бәшмәк алһам микән, тип туҡталғайным, - тигән булам, бәшмәк ваҡыты түгеллеген белһәм дә.
Теге ҡатын ситтәрәк баҫҡан да өндәшмәйерәк тора. Ҡуйынына, гәзиткә төрөп, нәмәлер ҡыҫтырған булған. Яйлап ҡына уға яҡынлашам:
- Һеҙ бәшмәк һатмайһығыҙмы? – тим.
Апай кеше кистән күберәк “төшөргәндер”, айнып та етмәгән, бите – күҙе шешенгән, үҙенән “бахмур” еҫе аңҡый. Өҫтөнә төҫһөҙ генә, итәктәре һүтелгән халат, ҡаҡашып бөткән төймәһеҙ куртка кейгән, яланғас аяғына үксәһе тапалып бөткән тәпешкә эләктергән. Замана сире ҡорбаны ине был ҡатын.
Минең һорау тиҙ генә барып етмәнеме, миңә оҙаҡ ҡына ҡарап торғас:
- Ю – ю – уҡ, туғаным! – тине. Бындай өндәшеүҙе ишеткәс, әллә нишләп киттем. Хас та Харис ағай кеүек, йомшаҡ, матур итеп һөйләшеүен күрсе.
- Ошо әйберкәйҙе һатырға ине. Йә яртыға алмаштырам. Әсәйем мәрхүмәнең иҫтәлеге, бер һатмаҫ та инем, эш эшләтергә ярты кәрәк, утын килтертәйем, тигәйнем...
Апай кеше доға уҡыған кеүек шул саҡлы матур тауыш менән һөйләй – күҙҙәреңә түгел, ҡолағыңа ышана башлайһың. Ысынлап та, шулайҙыр кеүек. Тик ул ҡуйынынан кисә мин өләсәйгә тип алған, һуңынан Харис ағай минән алып торған яулыҡты килтереп сығарғас ҡына, ауыҙым үҙенән-үҙе асылды ла, яба алмай интектем. Ярай, машина пипелдәне әле, Харис ағай ваҡытында иҫкәртте.
Мин тиҙ генә шешәне теге ҡатындың ҡулына тотторҙом да, үҙ яҡынымды әсирлектән ҡотҡарған кеүек, наҙлы ғына тауар киҫәген – сәскәле яулыҡты – ҡуйыныма йәшерә һалдым. Уф- ф –ф! Нисек еңел булып ҡалды.
Машинаға ингәс тә һүҙҙе нимәнән башларға белмәй аптырап тик ултырам. Башыма барып етмәй: минең эргәмдә ултырған, һәр саҡ мәртәбәле, зыялы, аҡсалы, ихтирамлы минең шеф менән анау “эскеш” әбейҙең араһында...
- Минең әсәй.
Шефтың тауышы ҡарлығып, ҡойо төбөнән сыҡҡандай тоноҡ булып сыға. Мин әле ошо ҡапма-ҡаршылыҡҡа һаман ышана алмайым, ҡулым ҡалтырай, ысынлап та “йәм–йәшел” шикелле мин.
Ошо арала теге ҡатын лерт–лерт итеп, йүгерә–атлай, ауылға инеп тә китте. Үҙенсә, нисек юлым уңды, тип һөйөнгәндер.
- Ҡайтҡан һайын, эсмәйҙер тип, мөғжизәгә ышанып ҡайтам. Дауалап та, әйтеп тә ҡараным. Туҡтамай. Әсәй бит – ҡул күтәреп булмай. Ни күренә, нимә ҡайтарам – бөтәһен дә һатып эсә. Булғас та булыр икән кеше. Ә бөтөнләй сит кеше һине ҡосаҡ йәйеп ҡунаҡ итә, күстәнәс тейәп оҙата...  Ә һинең әсәйең эсәме?
Был һорау шул саҡлы балаларса яңғырай, минең арҡа һабағым семерләп китә хатта.
- Белмәйем. Мине әсәй вапще ташлап киткән, өләсәйем ҡарап үҫтерҙе. Ә өләсәй эсмәй.
- Ә – ә! Һин минән бай ҙа, бәхетле лә икән, туғаным.
Шулай итеп, мин үҙемдең бай һәм бәхетле икәнемде белгәс, эскә йылы йүгерҙе. Ипләп кенә газға баҫтым. Тормош юлдары үкенес–һағыштары, ҡайғы–шатлыҡтары, ығы–зығылы мәшәҡәттәре менән беҙ, бәндәләрен, үҙ ҡосағына алды.
Тағы ла, шул юл йөрөгәндә инде, беҙгә лә һуғылдыҡ. Өйөбөҙ ҙә иҫке инде иҫкелеккә, газ да юҡ. Шуға ҡыйынһыныбыраҡ торолғайны ла, Харис ағай менән өләсәйем бик тиҙ уртаҡ тел тапты. Мейестә бешкән ҡоймаҡ менән самауыр сәйен маҡтай-маҡтай Харис ағай унлап сынаяҡ эскәндер, билләһи. Бәлки, күберәктер ҙә, сөнки мин Фәриҙәмде күреп ҡайтҡанда, улар һаман өҫтәл артында һөйләшеп ултыра ине. Бығаса нимә һөйләшкәндәрҙер, мин ҡайтҡанда өләсәй уға аҡыллы һүҙҙәрен талғын ғына тирә ине. Уларға ҡамасауламаҫҡа була, соландағы иҫке диванға сумдым, үҙ өйөмә ҡайтып, машинала йоҡламам бит инде. Сумыуын – сумдым да, ҡолаҡ ҡарп итеп һүҙ тыңларға булып китте (бәләкәйҙән ҡалған алама ғәҙәтем бар).
- Әсәңде ғәйепләмә, балам. Гонаһ алма. Инде ир еткәнһең, үҙ балаларыңды күҙҙән ысҡындырма, һәйбәт атайһыңдыр, йөҙөңә сыҡҡан, әлһәмдүлилла, бөтәһе лә яҡшы булыр.
- Әсәй бит ул, әсәй. Үҙенең улы менән уҡыған йәп–йәш ирҙе йортҡа индергән, минең класташты, мәңге кипмәй эскән бер алкашты. Хәҙер икәүләп эсәләр. Мин шуларҙы ишеү ғәйепләмәҫкә лә тейешменме инде?..
- Эй, балаҡай, һәр кемдә лә үкенес була торғандыр инде, тип йырлайҙар бит йырҙа ла. Бына мин дә бала үҫтерҙем. – Өләсәйем, нисектер, йәл итеп кенә күҙен һыпырып алды. – Үҫтерҙем тип, үҙемсә тырыштым инде. Бала, бала, тип, эшкә барҙым, ул тип, эштән ҡайттым. Ул тип, иртән күҙем астым, төндәрен ул тип йоҡлап киттем.
Ә ҡыҙым нишләне тиһеңме? Мансурҙы тапҡас, кейәү бер яҡҡа, үҙе бер яҡҡа сыҡтылар ҙа киттеләр, имеш, холоҡтары тура килмәгән. Ә бала менән әсәй нимә эшләргә тейеш? Хәҙер хайран бит, ҡайҙа аҡса күп - кеше шунда ағыла. Ҡыҙым Мәскәүгә китте лә, шунда бай кейәү тапты. Байлығын һаҡлап ята шунда, балаһы барын иҫләһә әле. Имеш, балаһы барын ире белһә – айыра. Ә мин һуң? Әсәһе барын белһә лә айыра микән ни? Шулай, балаҡай, бик рәнйер саҡтар булып китә лә, ярамай – й –й. Ике терәк, бер төбәк булып йәшәнек Мансурым менән. Һин дә аҡыллы бала күренәһең. Рәнйемә әсәйеңә. Ул тәк тә яҙмыш тарафынан рәнйетелгән йән бит, үҙ йөгөн үҙе тартҡан, бәлки, бәндәкәйе менән килешеп тә китерҙәр. Яңғыҙлыҡ та бөтөрә ҡатын–ҡыҙҙы.
Өләсәйемдең тауышы тағы ла мөләйемләнә төшә:
- Ауыл һағындырһа, килен менән балаларҙы ал да үҙебеҙгә ҡайт та төш. Күңел киң булһа, урын етә ул.
Харис ағайҙың йөҙө яҡтырып китте.
Күпме һөйләшерҙәр ине, минең кеҫә телефоным әтәс булып ҡысҡырып, юлға сығырға кәрәклеген белдерҙе. Йәйге төн ҡыҫҡа шул.
Ысынлап та, ошо һөйләшеүҙән һуң, Харис ағай еңгәй менән йыш ҡына беҙгә ҡайтып йөрөйҙәр. Байлыҡ ҡына етмәй әҙәм балаһына, тулы бәхет өсөн иң мөһиме күңел йылыһылыр, тип уйлайым мин. Ошо йылылыҡты йөрәгемә һеңдергән өләсәйемә мең–мең рәхмәтлемен.
Теге яулыҡты, нисә ҡулдан үткән матур сәскәле тауар киҫәген, ниңәлер өләсәйгә биргем килмәне. Бер юл төшкәндә “ Әсәйҙәр бер ваҡытта ла балаларын ташламаһын, балаларҙың “әсәй” тип һағынып ҡайтыр кешеләре булһын”, - тигән теләктәр теләп, мәсеткә индереп бирҙем. Ә өләсәйгә Харис ағай менән еңгәй күҙ яуын алырлыҡ ап-аҡ селтәрле шәл һәм күлдәк бүләк итте.
Тормош төрлөсә һынай әҙәм балаһын. Таянырҙай дуҫтарың, һағынып ҡайтыр ауылың, йортоң, яҡындарың булһа, барыбер ҙә йәшәү еңелерәктер.
“Ташлама, әсәй, ташлама...”
Салонда йыш ҡына яңғыраған ошо йырға мин дә күнектем. Өләсәйем генә түгел, ошо йәшемәсә бер тапҡыр ҙа ҡайтып күрмәгән әсәйемдең дә доға–теләктәре кеүек булып яңғырай миңә был йыр ҡайһы саҡта.
Харис ағай йырҙы күҙҙәрен йомоп тыңлағанға ла аптырамайым инде, сөнки ир кешенең һаран күҙ йәштәре ҡайһы саҡта ирендәрен сылата икән - бының ни ғәйебе һуң?

Автор:
Читайте нас: