– Үәт бит әй! Ике етем кеше тап килгән булып сыҡты түгелме? Юғалтыуҙар яғына килгәндә, беҙ тигеҙбеҙ, хатта туғандаш кеүекбеҙ, шуға ла бер-беребеҙгә ярҙам итергә генә ҡала. Ҡайғы нисек кенә ҙур булмаһын, ваҡыт уны онотторасаҡ. Мин ундай юлды үттем инде...
Квартираға ҡайтып етеп, сәй эсеү башланғас та Зәлиә асылып китеп үҙ хәлен бәйнә-бәйнә һөйләп ташланы. Фирзар хәбәр ағышын бүлмәйенсә, ҙур иғтибар менән тыңланы, барыһын да аңланы, буғай, ул ҡыҙға ул кисекмәҫтән ярҙам итергә булды.
- Бөгөнгә ял итеү хәйерле булыр һиңә, Зәлиә. Минең адвокат булып эшләгән дуҫ бар, элекке класташ. Иртәгә шуның менән кәңәшләшербеҙ, мәсьәләң ыңғай хәл ителер тип уйлайым. Тик үҙебеҙ ҙә тырышайыҡ, бирешмәйек, эске көстәребеҙҙе нығыта бирәйек...
Адвокат Камил Ишморатов менән һөйләшеү кафе бинаһында үтте. Йорт асҡысы менән өйҙөң документтары Зәлиәлә булмай сыҡты. Ярай әле Ишмортовтың тырышлығы арҡаһында интернет аша был кәрәкле документтар ҡулға төштө. Ошоларҙан һуң өсәүләшеп ауылға юл тоттолар.
- Беҙҙең елкәлә ауылығыҙға барып етеп, теге икәүҙе өйҙән ҡыуып сығарыу бурысы тора. Әгәр тыңламаһалар полиция хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итербеҙ, – тип Камил башҡаларҙы тынысландырырға теләне. – Тик һеҙ мин әйткәнде генә тыңлағыҙ, йәме.
– Ярай, – тип яуап бирҙе Зәлиә, – мин эш боҙмаҫға тырышырмын.
Ләкин улар килеп еткән өйҙә берәү ҙә булмай сыҡты. Ишек шаҡылдатыуҙан бер файҙа ла булманы. Зәлиә үҙе асып сыҡҡан тәҙрәне ҡарарға китте. Әмәлгә ҡалғандай, уныһы шул асыҡ көйө торған булып сыҡты. Ҡыҙ кеше тәҙрә аша инеп ишекте асты һәм ҡалғандарҙы ла керетте. Урамда еңел машина ла, өйҙә Хәлимә менән улы Марс та булмауы асыҡланды. Улар яуаплылыҡтан ҡурҡып ҡасып киткәндәрҙер, тигән фекер, ярай әле, артабан ысынбарлыҡҡа тап килде. Был ике мәхлүк ҡайҙа юғалғандарҙыр, берәү ҙә эҙләмәне һәм ҡыҙыҡһынманы ла. Уларһыҙ ҙа бында мәшәҡәт баштан ашҡан.
Был юлы бөтә мәшәҡәттәр Зәлиә өсөн, Аллаға шөкөр, ыңғайлыҡ менән тамамланды. Финанс-документаль яҡтан бөтәһе лә үҙ урынына ултырҙы. Психологик яҡтан ҡыйын булһа ла, Зәлиә уҡыуын артабан дауам итте һәм имтихандарҙы уңышлы тапшырып, бакалавр баҫҡысын тамамлап та ҡуйҙы.
Фирзар менән дуҫлығы өҙөлмәне ҡыҙыҡайҙың. Егет кеше ике иркен генә бинаны ҡуртымға алып, Зәлиәгә ҡалала магазин үҙәген булдырырға, әлегә ике кибет асып эште башлап ебәрергә ныҡ ярҙам итте, сөнки был эш менән шөғөлләнер өсөн осһоҙ-ҡырыйһыҙ документтар кәрәк булып сыҡты. Ул икәү ныҡ дуҫлашып алып киттеләр, мөмкин булғанда гел бергә булырға тырыштылар.
Ә бер-нисә айҙан һуң улар өйләнеште. Ауылдағы ата йортон һатмаҫҡа булдылар, ул яңы ғаиләгә дача өйө булып хеҙмәт итә башланы.
Шулай итеп, “бай ҡыҙы” атаһының эшен үҙенә алды һәм эшҡыуарлыҡ менән артабан шөғөлләнергә ҡарар итте. Хәҙер уның эргәһендә олоғара таянысы ла бар ине. Ошондай тыныс шарттарҙа эш итеү, имен-һау һәм маҡсатлы үҙе үк йәшәү бәхет түгелме ни? Яңы иркен өй һатып алдылар. Уңайлылыҡ булдырыу өсөн БМВ -7 машинаһын алып, уға шофер-водитель итеп бер йәш кешене ултырттылар. Экономка өй эсендә тәртип булдырҙы, хеҙмәтселәр тәғәйен аҡсаһын даими алып торалар, тағы тыныс йәшәүгә нимә кәрәк!
Ләкин тыныс шарттарҙағы тормош күпкә бармайынса бер яғы кителгәндәй булды. Фирзар мобилизацияға эләгеп, бер-нисә ай әҙерлек үткәндән һуң, яңы ҡушылған күрше республикаларҙы яҡлашыр өсөн шул яҡҡа ебәрелде. Зәлиә бындай хәлдең килеп сығыуын көтмәгәйне, әлбиттә, ләкин бер ни ҙә ҡылып булмай. Ул бында үҙ эше менән тырышып булышырға ҡарар итте һәм иренең нисек кенә булһа ла тере ҡайтыуын теләп, кистәрен, эштән бушаған ваҡыттарҙа, дини брошюралар һатып алып, доға аяттары уҡып өйрәнеп алды һәм шулай итеп үҙенең тынысһыҙ күңелен баҫыр булды, хатта хәрбиҙәргә бер-ике мәртәбә ҙур ғына аҡсалар ебәреп ярҙам итте, шул арҡала уны волонтерҙар төркөмөнә ҡабул иттеләр. Артабан тормоштоң нисек булырын ул әлегә аныҡ ҡына итеп күҙ алдына килтерә алмай ине. Шулай ҙа күңелен сүрә аяттары менән тултырыу, уны донъяға яңыса ҡарарға этәрҙе. Икенсе яҡтан, ауырға ҡалыуы уға тағы ниндәйҙер көс өҫтәне һәм ул, аҡсаһын йәлләп тормайынса, ауыр хәлгә ҡалған балаларға, хәйерселеккә төшкән ярлы-ябағаға ярҙам итеү юлына баҫты. Үтә ярлыларға икмәк-шәкәрҙе бушлай биреп тороуҙы юлға һалды. Был мөнәсәбәт магазиндарҙың килемен арттырыуға тағы бер сәбәпсе булды. Ошо матур булған мөнәсәбәттәре арҡаһында Зәлиә ҡалала иң абруйлы кешеләрҙең береһенә әйләнде. Ире менән һирәк-һаяҡ, ҡыҫҡа итеп, тик төндәрендә генә телефон аша һөйләшергә мөмкинлек булды. Фирзар әйтеүенсә, телфон аша һөйләшкән ергә теге яҡ шул арала ракетаһын оҙатып өлгөрә икән. Шуға ла оҙағыраҡ хәбәрләшеү үлемесле хәл тыуҙырыуы бөтәһенә лә билдәле.
Тормош булғас, үҙгәрешһеҙ булмай, тәғәйен ваҡытта Зәлиә ул тапты. Улы шул тиклем атаһына оҡшар икән, хатта көлөп ебәреүҙәре атаһыныҡы. Мораҙым тип исем ҡуштылар, сөнки Фирзар шулай тәҡдим итте. Бер һөйләшкәнендә Фирзар штабының телефонын яҙып алып һаҡлап ҡуйырға ҡушты. “Әгә мин бәйләнешкә керә алмай ҡуйһам, улар аша мине таба алыу мөмкинлеге бар", – тине ул. Шул саҡта уҡ ракетчик булыуын аңғарттты ул.
Ләкин һуңғы осорҙа, айҙан ашыу ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, ике арала бәйләнеш өҙөлдө лә ҡуйҙы һәм бындай хәл Зәлиәне ныҡ һағайтты. Бер көнө тотто ла штабҡа шылтыратты, ундағы дежурный Фирзарҙың яраланып, әлеге ваҡытта Ростов госпиталендә ятыуын бәйән итте һәм госпиталдең баш табибының телефонын биреп, хәлен белергә тәҡдим итте.
Яраһы ниндәй икән Фирзарҙың? Атлап йөрөй аламы – юҡмы? Ниндәй генә хәлдә булһа ла ирен ҡабул итәсәк ул! Ул – яугир, үҙ бурысын намыҫ менән үтәп йөрөгән кеше. Берәүҙе лә үлтегеһе килмәй ине уның, ә унда шундай урын, һин өлгөрмәһәң - ҡаршы яҡ өлгөрә, ҡаршылашһаң - төрмә. Бер нисек тә кешеләрсә ҡотолоу юлы юҡ. Яраланып ҡына был ағымдан сығып булалыр, ахырыһы... Ире китер ваҡытта тап ошо һүҙҙәрҙе әйтеп торғайны.
Оҙаҡ уйланманы Зәлиә, тотто ла госпиталгә шылтыратты. Әмәлгә ҡалғандай,шунда уҡ телефонды алдылар:
- Главный врач госпиталя слушает.
Уй Аллам! Хоҙайҙың “амин” тигән ваҡытына тап килгәндер, күрәһең, Зәлиә тулҡынланыуын һиҙҙермәҫкә тырышып, кемде эҙләүен ҡыҫҡа ғына итеп әйтеп бирә һалды. Ниндәй яра алғанын һорап өлгөрҙө
– Подождите... Не бросайте трубку...
Түҙгеһеҙ бер - ике минут ваҡыт бик оҙаҡ һымаҡ тойолдо Зәлиәгә. Ниһәйәт, телефон ҡатын-ҡыҙ тауышы менән телгә килде:
- У телефона дежурная медсестра Захарова. Девушка! Ваш муж жив и здоров! У него ожоги на спине. Главное, руки – ноги ходят – радуйтесь. Сейчас, через минуту полторы Рахматуллин сам подойдет к телефону, он где-то рядом, за ним только что послали человека...
-Зәлиә! Һинме был? – Фирзарҙың тауышы ҡолаҡ төбөндә генә яңғырағандай булды.
Эйе, мин. – Зәлиә шатлығынан иланы ла ебәрҙе, артабан ни әйтергә белмәй тотлоҡто.
- Зәлиә! Мине тыңла! Иламай тор! Телефонда оҙаҡ һөйләшергә ярамай. Иртәгә мине бынан сығарып ҡайтаралар. Өфөгә тиклем поезд ике тәүлек бара. Үҙебеҙҙең машина менән мине вокзалда ҡаршы алырһығыҙ! Әлегә хуш!
Өсөнсө тәүлек тигәндә, ғаилә ағзалары осраша алды,
Оҙаҡ ҡына ваҡыт ҡосаҡлашып тик торҙолар, Шатлыҡтан Зәлиәнең күҙ йәштәре сикә буйлап сөбөрләп кенә аҡты, быныһы шатлыҡтан, ҡыуаныуҙан килеп сыҡҡан ҡайнар күҙ йәштәре ине.
- Яраланған урының ҡайҙа ул? - тип һораны Зәлиә был турала яҙа-йоҙа ишетеп ҡалһа ла
- Минең яраларым арҡала, тош-тош урынына яңы тире киҫәктәре ултырттылар, ҡайтҡас та дауаланыуҙы дауам итәсәкмен әле. Әлбиттә, һыҙлай, ләкин шуныһына ҡыуанам: эш эшләрлек мөмкинлегем бар. Күҙле бүкән булып ултырмаясаҡмын... Тик ут араһында ҡалған ир-егеттәребеҙҙе йәлләйем.
- Был ҡаршы торош тиҙ арала бөтһөн ине... Бөтәһе лә шуны теләй, көтә - тп һүҙҙе дауам итте Зәлиә. - ошо темаға арнап, өлкәндәр йышыраҡ сүрә аяттарын уҡырға йыш йыйыла башланылар. Ҡасан бөтөр икән был әфәт?
- Ҡапыл ғына бөтә алмаҫ әле ул. Башлауы еңел, бөтөрөүе - ауыр. Ир-егеттәр шулай уйлайҙар. Әйткәндәй, улыбыҙ ҡайҙа?
- Уны өйҙә ҡалдырҙым. Ҡарап торорлоҡ кеше бар бит, - тип яуапланы Зәлиә.
- Дөрөҫ эшләгәнһең. Хәҙерге ваҡытта юлда машиналар күп, ҡарап торһаң, теләһә ҡайһылай, себендәр кеүек хәрәкәт итәләр һымаҡ тойолоп китә. Ҡуҙғалайыҡ булмаһа ...
Машина, турараҡ юлды һайлап, ҡайтыу яғына ҡарай елде
Фирзарҙың ҡара янған битенә иғтибар итмәгәндә, тыштын ҡаағанда барыһы ла һәйбәт ине.
Эйе, байҙар ҙа илай, шулай ҙа ир бәхете татыған ҡатындан да бәхетлерәк булған йән эйәһе юҡтыр был фани донъяла. Ысын мөхәббәт һүҙ менән түгел, ә әҙәм балаһының тоғролоҡ һаҡлаған ғәмәле аша һибелеп торған илаһи бер көстөр ул, күрәһең.
Борис ХӘЙРЕТДИНОВ.