Быйылғы матур йәй ваҡытында дауаханала ятырға тура килде. Ә ул шундай ер, унда кеше кеше менән бик тығыҙ аралаша. Ваҡыт күп, дауаланыу эштәренән тыш, бер-берең менән сәғәттәр буйы әңгәмәләшәһең. Ул кеше һиңә үҙ яҙмышын бәйән итә, һин үҙең тураһында һөйләйһең. Барыһына ла түгел, шунда үҙеңдең күңелеңә оҡшағаны, сер бүлешерҙәйе һис шикһеҙ табылмай ҡалмай. Янымда оло ғына бер әбей ятты. Уға инде 88 йәш. 3 балаһы янына сиратлап килеп хәлен белеп тора, йәшәлгән ғүмере менән дә бик ҡәнәғәт. Ул һөйләгән яҙмыш минең иғтибарымды йәлеп итте һәм был турала яҙмай ҡала алмайым. Был яҙмыш туранан-тура уның үҙенә ҡағылғанға, ул бик тулҡынланып, бер нисә ҡат түкмәй-сәсмәй һөйләп сыҡты. Уның тормош иптәше Иркә Булат тураһында ине ул хикәйәт. Ваҡиғалар үткән быуат урталарына тура килә.
...Булат бәләкәй кәүҙәле, теремек кенә бала булып донъяға килә. Ата-әсәһе бер-береһен өҙөлөп ярата, сабыйҙары тыуғанға ла һөйөнөп бөтә алмай улар. Ләкин атаһы Кәримде сит ерҙәргә вербовать итәләр. Йыш-йыш ҡына ялға ҡайтып йөрөй. Ҡайтҡан саҡта улына бәләкәй генә матур бүрек, ҡыҫҡа һырма, ҡурсаҡҡа ғына ярарҙай кейеҙ итектәр алып ҡайта.
– Улыбыҙ бик иркә булып үҫә бит әле, – ти Ғәлимә, иренең улдарын бик тә яратып, матур әйберҙәр алып ҡайтып ҡыуандырыуына берсә һөйөнөп, берсә ҡурҡып. Бала-сағаны бер кем иркәләмәй ине ул заман ғаиләләрендә.
– Эй ҡатын, Булатыбыҙҙы бигерәк һағынам бит ситтә, ошо бала гел күҙ алдымда тора. Асыуланма, ә һин үҙең бик иркәләмә инде, йәме? – тип яуап бирә ир.
Иркә Булат тигән ҡушамат кеше теленә лә инеп китә, ул уға ғүмере буйы йәбешеп ҡала...
Икенсе ҡайтҡанда Кәрим улына велосипед, тағын әллә ниндәй ауылда күҙ күрмәгән уйынсыҡтар алып ҡайтып килә. Тик поезда уны талайҙар. Әйберҙәрен, аҙмы-күпме аҡсаһын тартып алалар ҙа, үҙен үлтереп, поезд ишегенән төртөп төшөрәләр.
Был хәл ирһеҙ ҡалған Ғәлимәне бөтөнләй бөгөлөп төшөргә мәжбүр итә. Башта Булат уның йыуанысы-ҡыуанысы булһа, һуңыраҡ уға ул артыҡ була башлай. Татарстан яғынан эш буйынса ауылдарына килгән бер ир уның башын әйләндерә, үҙе менән китергә өндәй. Тик бер шарты була уның: балаһы менән ҡалырға тейеш.
Ғәлимә нишләргә лә белмәй, был турала ата-әсәһенә һөйләргә ҡурҡып йөрөй. Иргә сыҡҡыһы ла килә, бала ла ҡыҙғаныс...
Уйлай торғас, ул Булатын тиҙ-тиҙ генә кейендерә лә урманға алып китә. Аҙаштырырға уйлай ул уны. Тик нисек итеп? Сытыр-сатыр араһына индерә лә:
– Бүре ашаһын үҙеңде, айыу алып китһен, һин миңә кәрәкмәйһең! – ти ҙә, уны ҡалдырып, үҙе алға йүгерә. Артынан 3 йәшлек балаһы йән өшөткөс тауыш менән: “Әсәкәй!” – тип ҡысҡыра. Әсә кеше ҡатып ҡала. Йөрәге туң кеше лә балаһының бындай асырғанып ҡысҡырғанына сыҙай алмаҫ. Ул шулай бер нисә ҡат уны ташлап китергә тырышып ҡарай. Асыу менән йәлләү бер-береһе менән көрәшә, икенсеһе беренсеһен, ниһайәт, еңә. Хис-тойғоларынан тыныслана алмаған Ғәлимә ҡайтып был турала килендәшенә һөйләй.
– Нишләйем, килендәш? Бир бер кәңәш. Нишләтәйем, ҡайҙа ҡалдырайым баламды? – тип өҙгөләнә. Кис үк уныһы ире менән кәңәшләшә лә, Ғәлимәне саҡырып ала:
– Беҙҙең бит үҙ балабыҙ юҡ, әйҙә беҙгә ҡалдырып тор. Ваҡытлыса ғына. Һағынһаң, ҡайтып күреп китерһең. Әйбәтләп йәшәп китһәгеҙ, алып та китерһең, – тип өгөтләй ире Кәримдең бер туған энеһе менән уның ҡатыны.
Ғәлимә ниңәлер риза булмай. Ул үҙ атаһы менән әсәһенә үтенесен һөйләй:
– Ебәрегеҙ мине, зинһар, алып ҡалығыҙ, мин гел хәл белешеп торормон, – тип һүҙ бирә. Ҡарт менән ҡарсыҡ бик ауырлыҡ менән генә ризалыҡтарын бирәләр.
...Иркә Булатты көскә-көскә генә үҫтерә улар. Һуғыштан һуңғы ауыр, аслы-туҡлы йылдар... Бигерәк тә кейем-һалым йүнәтеүе ҡыйын була. Ауылдаштары йәлләп кейем бирә, үлгән кешеләрҙең дә кейемен кейҙерәләр. Иркәлектең әҫәре лә ҡалмай. Кем иркәләп ултырһын уны? Ҡартайып бөткән, бер аяҡтары гүрҙә булған өләсәй-ҡартатаһы үҙҙәренең дә йәнен саҡ аҫырай.
Ғәлимә үҙ ауылынан йыраҡ булған Сарман районының бер ауылында ғүмер итә. Тағын бер ир, бер ҡыҙ бала таба. Ә ҡалдырған балаһын ул хәтеренән сығара алмай. Улын ҡалдырып киткән ауыл советынан белешә. “Ундай бала бында юҡ”, – тигән яуап ала. Ҡайтырға уға яй теймәй. Ире лә усаҡҡа күмер өҫтәгәндәй: “Кемгә кәрәк һинең балаң? Әллә ҡасан астан үлгәндер инде”, – ти.
Ә Иркә Булат, тормоштоң бар ауырлыҡтарына үс итеп, иҫән ҡала. 12 йәшенән үк һабан һөрә, колхоздың башҡа эштәренә йөрөй. Әйбәт эшләгәнен күреп, ФЗО-ға уҡырға ебәрәләр үҙен. Егет булып етә. Төҙөлөштә эшләгән ваҡытта нәҡ ошо ваҡиғалар тураһында һөйләгән Сәлимә апаны осрата. Бер-берһенә ғашиҡ була йәштәр. Бергә йәшәй башлайҙар, ике балаға ғүмер бирәләр. Сәлимә апаның үҙ ата-әсәһе иҫән булғанға, Булатының да әсәһен табаһы килә. Башта туғандарын эҙләп табып, адресын таба ул. Хат та килә, телеграмма ла. Үҙҙәренә саҡыра Ғәлимә. Ләкин балалар бәләкәй, йыраҡ юлға сығарға ҡурҡыта. Бер нисә көндән әсәй тейеш кеше үҙе килеп төшә. Бер аҙна йәйәү атлаған була ул.
Инде 30-ын тултырған малайын ҡосаҡлап үкһей-үкһей илай Ғәлимә апа.
– Мин һинең әсәйең, улым, барыһы өсөн дә ғәфу ит мине... – тип ҡабатлай әсә кеше.
– Юк минең әсәйем, үлгән ул әллә ҡасан. Урманда аҙаштырырға тырышҡан, уны нисә йылдар күрергә теләмәгән кеше ниндәй әсә булһын? Ашарыма ризыҡ, кейеремә кейем булмағанда кәрәк ине миңә әсә тигән кеше. Ауыр минуттарҙа, ас көндәремдә нисә тапҡырҙар саҡырҙым мин. “Әсәкәйем, ҡайт инде,” – тип күпме өҙгөләндем. Ә ул ҡайтманы ла ҡайтманы...
Әллә нисә ҡат ҡабатлана бындай ауыр һөйләшеү, тик боҙ иремәй дә иремәй. Ғәлимә апа ла ниҙер өмөт итеп ҡайтып китмәй, 18 көнләп тора ул улы янында. Ҡыуып ебәрмәгәс, Сәлимә лә ире инде әсәһенең гонаһын кисергәндер тип уйланы.
– Онот һин уның насарлыҡтарын, әсә бит нисек өҙгөләнә, – тип үтенде иренә.
Ҡыумай ҙа, “Әсәй, ғәфү иттем, хафаланма”, – тип тә әйтмәй.
Ә Ғәлимә апа килененә үҙенең рәхмәтен еткерә.
– Һин бит мине балам менән осраштырҙың, ул ғәфү итмәһә лә, мин бер аҙ гонаһымды юйған һымаҡ булдым. Рәхмәт, килен, – ти ҙә, илап ебәрә былай ҙа бәләкәй әбей, тағын да кесерәйеп ҡалып.
Бынан һуң, әле 3 бала булғандан һуң да, улар ғаиләләре менән Татарстанға бара. Тик барыбер әсә менән Иркә Булат араһында йылылыҡ урынлашмай. Әллә шуға уларға Ғәлимә апайҙың вафат булғанын әйтеп тормай бер кем дә. Был турала улар туғандары аша ғына ишетә...
Әлфиә Шәйхлисламова.
Туймазы районы Ҡандра ауылы.