Атайым Хизбулла Ғибадулла улы Мөхәмәтҡоловтын яҡты рухына бағышлайым
Аяҡ осомда өҫтәренә аҡ халат, ҡулдарына бирсәткә кейгән бер ағай һәм ике апай тора. Барыһының да йөҙҙәре етди. Күҙҙәрен генә ҡалдырып, ауыҙ-морондарына маска кейгәндәр, һөйләшмәйҙәр, тик күҙҙәре менән генә аңлашалар.
Баш осомда торған апайҙың, киреһенсә, һөйләшеп һүҙе бөтмәй. Нисәнсе класта, нисек уҡыуымдан алып, зат-ырыуыма тиклем төпсөнә.
Уның һүҙсәнлеге миңә йән өргәндәй, хәлдең мөшкөллөгө лә онотола төшә:
– Апай, верандала ултырған теге дәү гөлдөң исеме нисек ул?
– Бәй, әллә һин уны тәү тапҡыр күрәһеңме?
Күҙ алдыма ауыл өйҙәренең тәҙрә төптәрендә үҫкән яран, тамсы, еҫлегөлдәр килә:
– Юҡ, бындайын һис осратҡаным булманы.
Шул мәл хирург ағайҙың ҡаштары яҙылып китә, күҙҙәренән йылы нур бөркөлә:
– Бөгөн мин ул гөлдә бер бөрө күрҙем әле. Һин һауығыуға ул, моғайын, сәскә атыр.
...Эс һыҙылып ауырта, йөрәк һурылып килә. Ырғып тороп, хирург ағайҙың ҡулдарынан тотһам, был ғазаптар бөтөр һымаҡ. Ләкин ни ҙә булһа эшләргә өлгөрмәйем, йоҡо баҫа, тән ауырая башлай. Тиҙҙән хирург ағай ҙа, сестралар ҙа, минән алыҫлаша барып, аҡ томан эсенә инеп юғала...
Берсә донъя яҡтырып, ҡояш ҡыҙҙырып ебәргән төҫлө булып китә. Үҙемде хәтфә туғайҙа икәнмен тип хис итәм. Күҙ алдымда бәпембә-йондоҙсоҡтар сыбарлана. Эргәмә ҡыҙҙар йыйылып киткән. Улар бер өҙлөкһөҙ:
Бәпем, бәпем, бәпембә,
Туғай ағай – бәпембә... –
тип һамаҡлаған ыңғайға, бәпембәләр, бөҙрә сәсле һары баштарын ғорур күтәреп, үрләйҙәр, үҫәләр. Шундай нескәләр, шундай иркәләр – ҡулдар, ирекһеҙҙән, йомшаҡ, нәфис һабаҡтарға үрелә... Бер аҙҙан туғайҙа бер бөртөк тә бәпембә ҡалмай.
Итәктәренә бәпембә тултырып алған ҡыҙҙар, ялан тәпәйҙәрен ялтыратып, кемуҙарҙан ауылға табан йүгерә:
– Атай! Бәпембә! Ҡара әле, күпме бәпембә!..
Атайым, бәпембәләрҙе күрергә тырышып, беҙ килгән яҡҡа, туғайға ҡарай.
– Ю-у-уҡ, унда бөттө инде, бына бында улар!
Мин итәгемдәге сәскәләрҙе нигеҙ буйына һибеп ебәрәм.
– Aһ, нишләнең һин, ҡыҙым?!
Бәпембә тип өҙгәндәрем әле генә йомортҡанан сыҡҡан һары түшле ҡаҙ бәпкәләре, имеш. Улар, нәҙек алһыу тәпәйҙәрен ҡыҙғаныс тарбайтып, үлеп бөткәндәр.
– Ҡош ҡарғышын алғанһың, балам...
– Бәпембә тип өҙгәйнем дә...
– Йәме барҙың, йәне лә бар, ҡыҙым!
...Күпме ваҡыт үткәнен дә, үҙем менән ни булғанын да хәтерләмәйем. Бәләкәй генә бүлмәлә бер яңғыҙым ятам. Урам яҡҡа бер тәҙрә ҡарай. Урам яҡҡа тиеүем шул, машиналарҙың геүләп үткәне ап-асыҡ ишетелеп тора. Бүлмәнең ишеге асыҡ, ләкин унан яҡтылыҡ төшмәй. Ниңә ул ҡап-ҡараңғы булып өңрәйеп тора? Күрәһең, мин ятҡан бүлмәгә ниндәйҙер тәҙрәһеҙ бүлмә аша үтә торғандарҙыр. Сәйер, бик сәйер. Ошо үҙем ятҡан кескенә бүлмәне лә, анауы ҡараңғыһын да ҡасандыр күргәнем бар ине түгелме?
Шул саҡ теге ҡараңғы бүлмәгә яҡтылыҡ бәреп инә – ишектә оҙон буйлы, аҡ халатлы ағай күренә. Күҙҙәре бик тә таныш, тик бына...
– Хәлең нисек, һеңлем? Сәскә күрергә сығабыҙмы инде?
Шунда мин бөтәһен дә төшөндөм. Торорға уҡталам, ләкин доктор түшемә ҡулын һалып өлгөрә:
– Әлегә һиңә торорға ярамай. Аяғыңа баҫҡас, верандаға һине үҙем алып сығырмын, йәме?
Ниндәй йомшаҡ, яғымлы тауыш, ниндәй илаһи йөҙ! Мин уның оҙон, нескә бармаҡтарына ҡарайым, сикәләремде ҡайнар йәштәр өтә, рәхмәт йәштәре...
Тағы бер үҙем ҡалам. Башта һаман бер уй: ҡайҙа күрҙем һуң ошо ҡараңғы палатаны, ҡайҙа, ҡайҙа... Ҡапыл ҡолағыма әсәйемдең бойоҡ тауышы салынып киткәндәй була: «Атайың бәләкәй генә ҡараңғы бүлмәлә йән бирҙе. Район үҙәгенә операцияға алып барырға машина юҡ, тинеләр. Ни хәл итәһең инде, тәҡдиренә шулай яҙылғас. Һуғыштан ҡайтҡас, бары ун йыл йәшәп ҡалдыҡ. Имен-һау ҡайтыуының ҡыуанысы булып һин донъяға килдең. Ир балалай ирәбе үҫһен, тине. Алтыла атҡа атландырҙы, тик бына өҙәңгене өҙә баҫыр сағыңды күрә алманы...»
Сикәләр уттай баҙлап яна башлай, зиһен тарала, баш шаулай, әйтерһең дә, урамдан машиналар бер өҙлөкһөҙ олоп, үкереп уҙа. Машина булмаған... Бына бит улар күпме!
Машиналар үтеп бөтөүгә, улар ҡалдырып киткән саң-томан эсенән ярһыған аттар килеп сыға. Туҡ-туҡ, дөп-дөп! Тояҡтар аҫтында ер һелкенә, ат еле аяҡтан йыға...
Торсо, ҡыҙым, атлан атҡа,
Эйәрле ат йәнәшәңдә – ерҙә ятма !
Атайымдың тауышын ишетеп, һикереп торам, уның һалдат кейемендә икәнен күргәс, һыбайлылар киткән яҡҡа ымлап:
– Һуғышмы әллә? – тип бышылдайым.
– Һуғыш түгел, ҡыҙым, һабантуй!
Атайым мине күтәреп өҙәңгегә баҫтыра, хужаһы ҡулын һелтәүгә, ерән айғыр сүкетеп саба башлай. Тәндән һалҡын тирҙәр бәреп сыға – мин сатырлап аттың ялына йәбешәм:
– Ҡурҡа-а-а-ам, атай!
Үҙ тауышыма үҙем һиҫкәнеп уяныуға, ҡаршымда әсәйемдең борсоулы йөҙөн күрәм.
– Ҡурҡыныс төш күрҙеңме әллә, балам?
– Атайым бит ошонда...
– Юҡты уйлама, тыныслан.
– Машиналар йөрөп тора, ә докторҙар шундай һәйбәттәр...
– Кешеләр төрлө була, ҡыҙым. Доктор ҙа бит әҙәм затынан.
...Кешеләр төрлө була. Өҫтөнә бүрәнә ауып барған иптәшен ҡурсалайым тип, үҙенә-үҙе әжәл саҡырғанда, атайым был турала уйланымы икән? Бәлки, бер-берәүҙең ғүмеренә үҙ ғүмерен ялғаған кешеләргә әжәлдәрҙән дауа юҡтыр? Шулай булмаһа, бынауындай ҙур ерҙә машина табылмаҫ инеме лә, береһе-бер ярҙам ҡулын һуҙмаҫ инеме?
Тағы эҫергәнә башланым, эске килә. Һыу һорайым тиһәм, тауыш сыҡмай. Әллә хәл бөтә, әллә йоҡо баҫа. Үҙемде түшәккә ҡуша һеңгәндәй хис итәм.
Кемдер башыма ҡулын һала, беләгемдән тотоп тора:
– Тағы иҫен юйған. Пульсе насар. Операция уңышлы үтте – уныһына иманым камил. Тәүәккәлләүемә үкенмәйем. Шуныһы ғәжәп: нимә борсой уны? Ниңә ул туҡтауһыҙ атаһы менән һаташа?
– Әгәр ул-был хәл була ҡалһа, Рәхимйән Фазылович, яуапты һеҙ бирәһегеҙ. Онотмағыҙ: операция минең рөхсәттән тыш яһалды. Кем белә, былай бер аҙ йәшәр ҙә ине әле...
– Ә мин уның бер аҙ түгел, оҙаҡ йәшәүен теләнем, Хәснә Талиповна.
Хәснә Талиповна! Туҡта, тимәк... Инде мин быларҙың ни һөйләшкәндәрен дә аңғара алмайым, системаға яңы шешә ҡуйғандары ишетелә. Нәҙек кенә көпшә аша йөрәккә үтә күренмәле шыйыҡлыҡ аға: «Тып, тип... Тип, тып».
...Ҡара көҙҙөң оҙон төнө. Тиреҫтән иҫкән асыулы ел, үҙ төкөрөгөнә үҙе сәсәй-сәсәй, ҡараңғы тәҙрәләрҙе ҡамсылай. Һалҡын ямғыр тәҙрә яҡтауы ярығынан үтә, тупылдап иҙәнгә һарҡа...
– Әсәй?
– Йоҡламайһыңмы ни әле?
– Әсәй, ә нишләп атайыма операция яһаманылар? Эргәһендә врач булды тиһең дә...
– Ул операция яһай торғаны түгел ине.
– Ә ниндәйҙәре яһай уны?
– Эй, балаҡай, ҡуй инде. Көнө буйы ярҙам көтөп, тилмереп ятты меҫкенкәй. Үҙе һаман һеҙҙе ҡайғыртты, ҡайтыу менән ике тоҡ бойҙайҙы тирмәнгә ебәртергә ҡушты. Кис хәле ауырая башланы. Машина табырға ҡуштылар. Таныш булмаған ерҙә ҡайҙа бара беләһең? Әлеге шикелле ҡойоп ямғыр яуа ине. Унлап өйҙөң ҡапҡаһын шаҡыйым, тик бушҡа ғына. Төнгө икелә йән дә бирҙе.
– Кем ине ул врач? Исеме кем ине?!
– Хәснә. Талиповна... Баш врач. Күптәр ҡарап тороп үлтергәндәре өсөн хөкөмгә тарттырырға ҡуштылар. Мин әлеңге аяным. Тере кеше тереклек итһен, тинем...
– Инде шулай атайымды бер ҙә күрмәм микән?!
Тышта ышығын юғалтҡан ел үкһей, ҡара сәкмән бөркәнгән донъяны асы йәшкә мансый...
Иртәгеһен әсәйем мине иртүк өйҙән алып сыға. Ҡайҙа барыуыбыҙҙы әйтмәй, мин дә һорамайым. Ауылды сыҡҡас, төҫө ҡасҡан ирендәрен нығытып ҡымтып, зыяратҡа йүнәлә. Ҡәберлектең ҡапҡаһы төбөндә, үтергәме-юҡмы тигәндәй, икеләнеп, ҡаушап ҡалам.
– Үт, балам, үт. Тыуымдан ҡалмағанды, үлемдән ҡалмаҫһың. Һәммәбеҙгә лә бер саҡ килеп ошонда ятаһы. Күптәрҙең тупрағы ситкә яҙҙы. Илаһым, шуны күрһәтмәһен...
Тупрағы баҫылып өлгөрмәгән, кәҫләнеп, ярмаланып ятҡан оҙонса ҡәбер эргәһендә туҡтайбыҙ. Зиһенем бер томалана, бер яҡтыра: мине һауаға сөйөр көслө ҡулдар; хикмәтле әкиәттәре менән арбар яғымлы тауыш; икмәк, ҡыр, үлән еҫе аңҡыған йылы ҡуйын; яландарҙан килгән суҡ-суҡ еләк-күстәнәстәр; оҙон күкрәксәгә ятып, тегер-тегер тәгәрәгән тәгәрмәстәрҙә бәүелә-бәүелә, алдына башым һалған килеш уның Ирәндек тауҙарындай оҙон, юғары, ялан һауаһылай иркен, наҙлы йырҙарын тыңлап барыуҙар – береһе лә ҡабат булмаясаҡ. Уларҙың бөтәһен дә бына ошо сөм-ҡара тупраҡ баҫҡан. Әсәйем, бер ус дымлы тупраҡ алып, күкрәгемә баҫа – йәнемә ҡәбер һалҡынлығы үткәреп, ҡайғымды баҫырға, онотторорға итә, күрәһең...
Оноторға. Уны онотоп буламы ни?! Ауырыған саҡтарымда атайымдың ҡытыршы усын маңлайымда тойоу, уның шырт баҫҡан йөҙөн, күлдәй төпһөҙ күҙҙәрен күреү генә лә миңә әллә күпме көс бирә ине...
Кемдер маңлайыма усын ҡуя, һәлмәк бармаҡтары менән сикәләремде өткән йәштәрҙе һөртөп ала. «Атай, ата ҡулдары...» Шул ҡулдар һыйпаған ергә тып итеп бер тамсы тама:
– Хәснә Талиповна! Ул илай, ул иҫенә килде!
Хәснә Талиповна! Тағы... Шул мәл мин, күңелемде ун йыл буйы өйкәгән һүҙҙәрҙе әйтеп ҡалырға тип, тырышып-тырмашып күҙҙәремде асам. Үҙенә төбәлгән ҡарашты һиҙепме, әллә Рәхимйән Фазылович өндәшкәнгәме, аҡ халатлы, ҡалын кәүҙәле ҡатын миңә табан борола. Шул саҡ мин ап-аҡ халаттың түш кеҫәһендә баҙлап торған ҡуш ус ҙурлыҡ сәскә күрәм. Теге сәскә!
...Әйтер һүҙҙәрем таш булып тамағыма тора, ирендәремде көйҙөрөп:
– Баш врач, сәскәне ниңә өҙҙөгөҙ?! – тигән бышылдау сыға.
Ҡып-ҡыҙыл сәскәнән ҡандай һандал йәштәр тама. Бар донъя ҡыҙылға мансыла...
Ошо хәлдән һуң урынымды алмаштырҙылар. Был бүлмә яҡтыраҡ та, иркенерәк тә ине. Эргәлә кешеләр ҙә бар. Көн дә иртән Рәхимйән Фазыловичтың палатаға килеп ингәнен, сөм-ҡара күҙҙәрен көлдөрөп: «Хәлдәр нисек?» – тип һорағанын көтөп алам. Бына бер саҡ дауахана менән хушлашыр көн дә етте.
Әсәйем менән етәкләшеп, дауахана болдоронда торабыҙ.
– Күҙ нурым, гөлөмдө ҡотҡарҙың, рәхмәт һиңә, доктор!
Беҙҙе оҙата сыҡҡан йәш врач Рәхимйән Фазыловичтың йөҙө уйсан, бойоҡ. Ул ниңәлер минән күҙҙәрен йәшерә... Икебеҙ ҙә ситкә ҡарайбыҙ һәм... сәскәһе өҙөлгән ботаҡтың етемһерәп, бойоғоп, тәҙрәгә төбәлгәнен күрәбеҙ.
Йомшаҡ ҡына ҡулдар башымды юғары күтәрә.
Күҙҙәр... Айһыҙ төндәй төпһөҙ, уйсан күҙҙәр. Мин был күҙҙәрҙе йылдар аша ла күрәм. Уларҙа үҙемә юғалтыу һәм һағыштар аша килгән оло бер хәҡиҡәт уҡыйым: «Матурлыҡ ҡурсыуға мохтаж. Йәмгә битараф кешеләр кеше яҙмышына ла вайымһыҙ була...»
* * *
Бәпем, бәпем, бәпембә,
Туғай ағай – бәпембә...
Бәпембәләр үҫкән туғайҙа бәпембә башлы ике улым ҡыуышып йөрөй. Сағыу һары сәстәрендә, көләс йөҙҙәрендә ҡояш уйнай:
Бәпем, бәпем, бәпембә,
Туғай тулы бәпембә!
Таңсулпан ҒАРИПОВА.