Бөтә яңылыҡтар

Маңлайҙағы яҙыу

Ярты йылдан өләсәй бөтөнләйгә китеп барған. Үҙе әйтмешләй, ҡаҡ маңлайына яҙылғанын күргән. Беҙҙе алып барманылар. Ҡайтҡас, әсәйҙең теше һыҙлап, һәндерә башында буҙҙап ятты. “Теше ауыртмай ул, илай, өләсәй олатай янына киткән бит, – ти миңә бышылдап ҡына Фирүзә. – Апый, унда нимә яҙылғанын уҡый алһаҡ, ҡайтармаҫ инек, китмәҫ тә ине, ивет“, – ти иламһырап. Өләсәйҙе, әсәйҙе йәлләп, беҙ ҙә илашып ултырҙыҡ.

Ике бала эргәмдә, күгәрсендәй гөрөлдәшеп, уйнап йөрөй. Йомшаҡ тауыштары ҡолағымды иркәләй. Тыңлап ята торғас, үҙемдең дә бик һирәк кенә тәтегән өләсәйле бала сағым күҙ алдыма килеп баҫты. Әйтерһең, әлеге балалар урынында һеңлем менән мин ҡарт ауырыу Сәмиға өләсәйебеҙҙе “дауалап” маташабыҙ...

– Ур-ра, өләсәй килде!

Әсәйҙәрҙе көтөп кенә ултыра инек, тәҙрәнән күреп ҡалып, тышҡа атылдыҡ. Атайым, ҙур ҡапҡаны асып, атын кәртә эсенә индерҙе. Баш аҫтына ике мендәр һалып, өләсәй ҡырын ятып килә. Зауытта балниста ята ине, йүнәлгәс, ҡайтарғандар. Икенсе районда йәшәгәс, өләсәйҙе йыш күреп булмай. Дүрт йәшлек һеңлем Фирүзә уны бөтөнләй онотҡан, тиерлек. Шул тиклем ашҡынып, түҙемһеҙләнеп көттө.

Атайым менән әсәйем өләсәйҙе арбанан ипләп кенә төшөрөп ергә баҫтырғас, беҙ барып, ҡулдарынан тотоп алдыҡ.

– Өләсәй, ниңә оҙаҡ килмәнең? Һағынып бөттөк!

– Йонсотмағыҙ, былай ҙа ни һынлы ерҙән килде, юлы юлмы. Таш юлдан һелкенеп килеп, арып ҡына бөттө инде, – ти әсәйем беҙгә. – Ипләп кенә яратығыҙ, йәме?!

Беҙҙе күргәс, өләсәй көлөп ебәрҙе. Икебеҙҙең дә арҡанан дөпөлдәтеп һөйҙө, баштарыбыҙҙан һыйпаны.

– Сөбханалла, бәпәйҙәрем-алтындарым, ҡайһындай өлкәнәйеп киткәндәр, йә инде. Һау ғына булығыҙ!

– Мин матур күлдәгемде кейеп алғаным ул. Апайҙар һиңә тәмде генә ҡоймаҡ ҡойҙо, ашарың, йәме?! – тип тәтелдеге сыға Фирүзә өләсәйҙе етәкләп өйгә алып инеп барғанда.

– Йомшаҡ пишинйә лә бар ул беҙҙең.

– Ҡалай ғына матур икән күлдәгең, сәскәле генә, иҫән-һау кейеп туҙҙыр.

– Ашармын, ашармын, Аллаһ бирһә.

Өләсәйҙе төп яҡҡа, йомшаҡ карауатҡа һалдылар.

– Өләсәйегеҙ оҙон юлдан килеп арыған, сәй эсеп алғас, ял итер, – тип тыя әсәй.

Сәйҙе карауат эргәһенә ҡуйылған бәләкәй өҫтәлгә әҙерләнек. Йүгереп йөрөп ашарға алып килдек. Фирүзә ҡоймаҡты өләсәйҙең ауыҙына үҙе тығып маташты тәүҙә. Эргәһенән китешмәйбеҙ. Йыш килә алмай шул. Атайҙың әсәһе күптәнән олатай эргәһенә киткән. Һағынып көтөп алған берҙән-бер өләсәйебеҙ эргәһендә ҡыр-ғәләмәт булабыҙ. Фирүзә эргәһенә ятып та алды. Мин, апай кеше, тынысыраҡ. Әсәйем, артыҡ тауышланмағыҙ, сеүегеҙ, тиһә, шундуҡ шымам. Уҡыған кешемен дәһә, беренсене бөтөп кенә киләм.

– Сеүҙем, сеүҙем! – ти Фирүзә, ауыҙын ҡаплап. Сәйҙән һуң өләсәй “пуф-пуф” итеп алып, тиҙ генә уянып та ҡуйҙы.

– Бәпәйҙәрем, һеҙ ҙә йоҡлап алһағыҙсы?! Йоҡоғоҙ килмәһә, урамға сығып уйнап инегеҙ, – ти.

– Юҡ, эргәңдә ултырабыҙ! – тибеҙ икебеҙ ҙә.

– И-и-и, мин дә һеҙҙе һағынып бөттөм. Шунан, нисек йәшәп ятаһығыҙ? Ана, апайҙарығыҙ уҡырға китте.

Иртәгә мәктәпкә, улар күрше ауылда интернатта ятып уҡый.

– Иҫән-һау ғына йөрөһөндәр. Өлкән апай булғандар хәҙер. Әлдә күрҙем бөтәгеҙҙе лә, – ти күңелһеҙ генә. – Шигәйеп тә ҡуйғайным.

– Атай барып алмаҫ тип ҡурҡтыңмы? – тием өләсәйгә яҡыныраҡ һыйынып.

– Сирем көслө ине, килеп өлгөрмәҫтәр, алыҫҡа, бик алыҫҡа китеп барырмын тип борсолғайным. Аллаға шөкөр, килеп еттем.

– Алыҫҡа барма, беҙҙә йәшә лә ҡуй, – тип инәлә Фирүзә. – Ҡайтма!

– Э-й-й-й, балаҡайҙарым, ҡаҡ маңдайыңа нимә яҙылған – шуны күрәһең. Китәбеҙ.

Их, өләсәйҙең ҡулдары! Һаҡ ҡына итеп баштарыбыҙҙан һыйпап, сәстәребеҙҙе еҫкәй. Фирүзә уйланып ултырҙы, унан өләсәйҙең башын үҙенә ҡаратып борҙо:

– Ҡана, ҡарайым, уҡыйым әле маңдайыңа яҙылғанын. Мин хәрефтәрҙе беләм ул, иветә, апый? И-и-и, бында бер хәреф тә күренмәй, әле яҙыу юҡ, ивет, апый, мәле, һин уҡы.

“Маңлайға нимә, нисек яҙыла икән һуң?” – тип уйлап ултыра инем, өләсәй кеткелдәп көлгән була.

– Кешегә күренмәй шул ул, бер Аллаһ Тәғәлә генә күрә, – тигән була.

– Э-й-й-й, ниңә күренмәй?

– Ҡайтма, һинең өйөң юҡ мәллә? – тип ҡыҙыҡһынам.

Йә улында, йә өлкән ҡыҙында йәшәгәнен беләм.

– Өйөм барсы. Заманында һеҙҙекенән ике тапҡырға ҙурыраҡ өйөбөҙ бар ине әле. Ҡарағастан ғына буралған. Олатайығыҙ уҡымышлы мулла булды. Өй тулы ҡаралды, кәртә тулы мал.

– Анау йылға аръяғындағы ферма һымаҡмы? – Әкиәт тыңларға йыйынғандай, өләсәйгә тағы ла яҡыныраҡ һыйынышып ултырҙыҡ.

– Юҡсы, үҙебеҙҙең мал. Бөгөн юл буйы шул донъямды һағынып, әйбер-монаяттарымды йәлдәп, уйланып килдем. Теген машинкам, сипаратым, ҡашығаяҡ ниғорло. Ҡуй инде. Өс әбейе бар ине олатайығыҙҙың.

– Шаймы? Өс өләсәйме? Ә ҡайҙа башҡалары?

– Атайымдыҡы ла өсәү булһа ине, ивет, апый?

– Шым, ҡысҡырма! – тип тыям Фирүзәне.

– Ниңә? Береһе һинең сәсеңде үрер, икенсеһе һыу ташыр, әсәйем аш бешерер. – Һеңлем ҡыуанысынан сәпәкәй итә.

Шарҡылдашҡанға әсәй килеп сыҡты беҙҙең яҡҡа.

– Ҡысҡырышмағыҙ улай, өләсәйегеҙҙең башын ҡаңғыртмағыҙ.

– Әсей, һинең өс өләсәй булған, ниңә беҙҙеке берәү? – тип һорай аптырап Фирүзә.

Әсәйем өләсәйемә шелтәләгән һымаҡ ҡарап торҙо.

– Балдарға шуны ла һөйләп ятаңмы? Ҡуй, урамда һөйләп йөрөрҙәр, кеше аптыратып, – ти. – Хәҙерге заманда өс әсәй алмайҙар, белдегеҙме? Борон заманда булған әкиәтен һөйләй. Ҡарт кеше ләһә ул. Атайығыҙ ишетеп ҡалмаһын.

Әсәй бүлмәнән сығып киткәс, бышылдап ҡына һөйләшеүгә күстек.

– Борон шулай булды шул. Мулла, бай йәшәйҙәр тип, шыңғырҙап торған өйөбөҙҙө, малыбыҙҙы, бөтә әйберҙәребеҙҙе тартып алдылар. Шунан һуң эт ыҙаһын күрелде, балаҡайҙар. Ҡуйсы, башҡа был турала һөйләшмәйек.

– Ярай, атыу беҙҙең дә өйҙө тартып алып ҡуйһалар. Кәрәкмәй бүтән әсәй.

– Э-й-й-й, ҡыҙыҡайғыналарым, элекке өйөгөҙ ошонан ҙурыраҡ булды.

Имеш тәһә. Беҙ күрмәнек.

– Белмәйегеҙ шул. Фәнисә апайың һинән дә бәләкәйерәк ине. Ҡутарып алып киттеләр. Атағыҙҙың, магазинда эштәгәндә, аҡсаһы тулмаған. Әлдә тиҙ генә ошоно һалып сыҡтылар. Фәнисә ҡыҙым, һин үҙең бит дүрт йәшеңдә өй һалам тип аптыратҡаның атаңды.

– Онотҡанмын, нисек? Һөйләсе, өләсәй, шым ғына, әсәйгә ошаҡлашмабыҙ. Тегендә ишетелмәй ул, ишек ябыҡ таһа. – Бигерәк ҡыҙыҡ булып китте. Үәт мәрәкә!

– Хәҙер һөйҙәйем, сабыр итегеҙ. “Атый, мин өй һалып сығам анау тау итәгенә” тип күрһәткәнһең. Ниңә, тип һораған атайың. Кеше өйөндә торғом килмәй, тығыҙ, бәләкәй, тигәнең. Нисек һалаһың һуң, тип һораған аптырап атайың. Балта менән сабам-сабам да һалам, тигәнең бахырҡайғынам. Бала ғына көйө үҙеңсә ҡайғырып йөрөгәнһеңдер.

Бер аҙ күңелһеҙләнеп ултырғандан һуң, тағы шырҡ-шырҡ киләбеҙ.

– Шан?

– Ошо өйҙө төҙөй башланылар. – Теге яҡҡа ҡарап алғас, ҡолағыбыҙға ғына: “Атайығыҙ бал-һал эскеләмәйме?” – тип шыбырҙай.

– Я-а-ааҡ! – тибеҙ икебеҙ бер тауыштан. – Байрамда саҡ ҡына күҙҙәре йылтырап китһә, бына, ҡарағыҙ, мин ап-айныҡ, ти ҙә иҙән ярығы буйлап төп-төҙ генә атлап йөрөй.

– Эй телгенәгеҙ! Бигерәк матур итеп һөйләшәһегеҙ бит әле ул. Тауыш сығармай инде былай булғас. Әсәйегеҙҙе әрләмәйме? – Һаман төбәшә өләсәй.

– Ю-у-уҡ, унан да һәйбәт кеше юҡ, беҙҙе ярата.

– Яҡшы, әләйһәң.

Һөйләшер һүҙ бөтмәй өләсәй менән. Киске тамаҡты ла уның менән бергә ултырып ашаныҡ. Унан сығып, әкренләп кенә кәртә эсендә йөрөштөрөп индек. Йоҡо алдынан да өләсәйҙе ике яғынан ҡосаҡлап ятып алдыҡ. Ситке яҡта атайым әсәйемә китап һөйләй. Ҡыҙыҡтыр, ахырыһы, әсәй һорауҙар бирә. Өләсәй ҙә яулығын ҡолағы артына ҡыҫтырып ҡуйҙы.

– Кейәү ҡайһы Мәғзүмде һөйләй икән? Ишетелеп ҡала.

– Һорап киләйемме? – Һаҡ ҡолаҡ та инде, әллә ҡайҙан теге яҡты ла ишетеп, тыңлап ята. Атайымдың китаптары, ҡалын-ҡалын журналдары күп. Үҙе уҡып бөткәс, әсәйемә һөйләй кистәрен. Әсәйем дә журнал уҡырға әүәҫ.

– Атый, ҡайһы Мәғзүмде әйтәһең? – тип ҡысҡырам, ишекте асып.

Атайым, туҡтап, әсәйемә ҡарап йылмайҙы.

– Өләсәйең ҡуштымы? Мао Цзедун ул, Ҡытай революционеры. Шым-шым һөйләшеп алдылар ҙа, тағы дауам иттеләр әңгәмәләрен.

– Мәғзүм ағай түгел икән, Ҡытай кешеһе, ти.

– Ай, әттәгенәһе, ҡәйнәм беҙҙе лә тыңлап өлгөрә, тине инде кейәү.

 

***

Өләсәйле бәхетле көндәребеҙ шулай бер айға ғына һуҙылды. Ҡайһылай ҙа һәйбәт була икән өләсәй эргәһендә. Бер көн “врач” булып уйнаһаҡ, икенсе көн “магазинда һатыу” иттек. Билет таратып, концерт ҡуйҙыҡ, кино ҡараныҡ. Өләсәй йырланы, мөнәжәттәр әйтте. Ул беҙҙең менән “мәктәп“ уйнаны, тик беҙ китап уҡыманыҡ, доғалар, сүрәләр ятланыҡ. “Һеҙҙең хәтер яҡшы, миңә эйәреп ятлағыҙ, тик мәктәбегеҙҙә белеп ҡалмаһындар бер үк, ярамай”, – тип киҫәтеп тә ҡуйҙы.

Өләсәй арыу булғас, ағайым килде. Арбаға күп итеп йәшел үлән һалып, йомшаҡ ҡына итеп түшәк түшәп бирҙек. Беҙгә күңелһеҙ булып ҡалды ул ҡайтҡас.

Ярты йылдан өләсәй бөтөнләйгә китеп барған. Үҙе әйтмешләй, ҡаҡ маңлайына яҙылғанын күргән. Беҙҙе алып барманылар. Ҡайтҡас, әсәйҙең теше һыҙлап, һәндерә башында буҙҙап ятты. “Теше ауыртмай ул, илай, өләсәй олатай янына киткән бит, – ти миңә бышылдап ҡына Фирүзә. – Апый, унда нимә яҙылғанын уҡый алһаҡ, ҡайтармаҫ инек, китмәҫ тә ине, ивет“, – ти иламһырап. Өләсәйҙе, әсәйҙе йәлләп, беҙ ҙә илашып ултырҙыҡ.

– Апый, Сталин кем ул? – тип төбәшә тағы Фирүзә.

– Ана атайҙан һора, ул күп белә.

– Урамда атайым күрше апаларға һөйҙәгәнен тыңдап торҙом. “Ҡәйнәңде ҙурлап, Сталин һымаҡ хөрмәтләп оҙаттығыҙ, рәхмәт!” – тип әйткәндәр өләсәйҙең ауылдаштары, оло кешеләр.

– Ярай, күп һөйләнмә, шымсы һымаҡ, теләһә нәмә ишетеп йөрөмә, – һеңлем бәләкәс әле, апай булғасым, әрләп тә ташлайым үҙен.

 

***

– Өләсәй, өләсәй, күҙеңде ас! – Самира күҙемде ҙур итеп астырырға маташа. – Йоҡлама!

– Йоҡламайымсы, һеҙҙе тыңлап ятам даһа.

– Әһә, күҙең гел йомоҡ.

– Шулай булғас, ҡалайтайым һуң, – ныҡыш ҡыҙыҡайға йылмаям.

– Бабушка, мә дарыу!

– Бында бабушка юҡ, ана күрше фатирҙа ул, – тим Тамерланға. – Мин – өләсәй!

Фирүзә һеңлемә барып, ҡан тамырыма оҙаҡ итеп тамыҙа торған система ҡуйҙыртҡайным. Шуны көтөп ятам. Ейәнсәрем Самираны ла эйәрттем. Һеңлемдең ейәне Тамерлан менән пыр туҙып, шатланышып уйнайҙар. Тамерлан, өйрәнеп тә бөткән, штативты тиҙ генә килтереп йыйып ҡуйҙы, ҡан баҫымымды үлсәргә тотондо. Унан күрмәксе, Самира ла укол “эшләп”, йөрәгемде “тыңлай”. Хәҙерге балаларҙың уйынсыҡтары әҙер, бөтәһе лә бар.

– Ныҡ яҡын килмәгеҙ, ҡуҙғатмағыҙ! – тип тыйып, ҡыуып ебәрә балаларҙы һеңлем.

– Уйнаһындар, беләккә теймәйҙәр. Йомшаҡ ҡулдары менән иркәләйҙәр, шуға иҙерәп ятам, – тип яҡлашам. – Тамерлан ҙурайғас, моғайын да, доктор булыр, – тим.

– Доктор булам! – ти малай, күҙен сырт-сырт йомғолап.

– Яҡшы! Һин, Самира?

– Тәүҙә врач, аҙаҡ полицейский, – ти ҡыҙыҡай.

– Ниңә улай? Врач ҡына булһаңсы?

– Һин йүнәлгәнсе врач, аҙаҡ – полицейский.

– Иншаллаһ, теләктәрегеҙ ҡабул булһын! Хоҙай Тәғәләнең амин тигән сағына тура килһен!

Мин дә бәләкәй саҡта табип булам тип хыялланғайным. Күрше ауылдан килеп, өй беренсә ҡарап йөрөй торғайны фельдшер апай. Унан күрмәксе, мин дә өй беренсә йөрөп, күрше оло инәйҙәрҙе “дауалайым”. Унан Сәмиға өләсәйебеҙҙе һауыҡтырабыҙ тип уйнау, йәшертен генә сүрәләр ятлау. Заманаһы шундай ине. Хәҙерге балалар мәктәптә өйрәнә ала дин дәрестәрен. Әйткәндәй, өләсәй тыйғанса, белгәнебеҙҙе белгертмәҫкә тырыштыҡ. Ә Фирүзә һеңлемә “фәрештә” тип әйткәне өсөн мәктәптә мөйөштә баҫып торорға тура килгән. “Кеше күҙенә күренмәй, бик кәрәкле, унһыҙ йәшәп булмай. Әйтегеҙ әле, нимә ул?” тип һораған уҡытыусы ағай. Фирүзә, ҡыуанып китеп, ҡулын күтәреп: “Фәрештә”, – тип әйткән. Илап ҡайтып ингән мәктәптән.

Ихласлап тороп уйнап йөрөгән кескәйҙәргә ҡарап, һөйөнөп ятам. Эргәләрендә оло кеше булһа, иркен уйнай шул улар. Ни генә ҡушһалар ҙа, күнеп, ыңғайҙарына ғына торғас, күберәген ололар янында уралырға яраталарҙыр. Икешәр өләсәйле, икешәр олатайлы ейәндәрем бәхетле булһын тип Аллаһ Тәғәләнән һорайым. Беҙгә өләсәйле мәл әҙ генә тәтене. Олатайҙы бөтөнләй белмәнек.

– Өләсәйҙең маңлайында яҙыу бар, күрәһегеҙме? Унда нимә тип яҙылған, уҡығыҙ әле? – тип дәртләндерә Фирүзә һеңлем әлеге тиктормаҫтарҙы. Тегеләр тотондо маңлайҙы тикшерергә. Әлегә уҡый-яҙа белмәһәләр ҙә, маңлайымды берсә һыйпап, берсә төртөп, берсә семтеп, үҙҙәре таныған хәрефтәрҙе табырға тырыштылармы инде. Беренсе Тамерлан телгә килде. Маңлайҙағы оҙон һыр-бураҙнаны кескәй бармағы менән буйланы ла:

– Оҙон юл тип яҙылған, – тип ҡуйҙы.

– Уны фәрештә һыҙған, Аллаһ бабай ҡулы менән, – тип аңлатыуҙы кәрәк тип тапты Самира ейәнсәрем. Кем өйрәткән тиң шуларға?!

Фәриха ВӘЛИУЛЛИНА.

Автор:
Читайте нас: