Мин ул саҡта алтынсы кластарҙа уҡығанмындыр. Әсәйем, минән өс йәшкә оло апайым, ҡустым бергәләп Оҙонтуғайға китеп барабыҙ. Оҙонтуғай – беҙҙең сабынлығыбыҙ. Атайым иҫән саҡта тыуған ауылыбыҙға яҡын ерҙә бүленгән булған. Әлеге мәлдә беҙ күрше ауылда йәшәйбеҙ. Сабынлыҡҡа тиклем туғыҙ-ун саҡрым самаһы. Күберәген ошо саҡрымдарҙы йәйәүләп үтергә тура килә. Бына бер мәл уйға батып шым ғына килгән әсәйем:
- Нәзифә бахыр ошо ҡаяға баҫып йырлаған икән... – тип әйтеп ҡуйҙы. Ул күрһәткән ҡаяға күҙ һалам. Уй, ҡайһылай текә, бейек! Ҡурҡыныс бит, осоп төшһә әгәр?
- Эйеме, әсей? Ошо ҡаяла йырлағанмы? - апайым сабырһыҙланып һорауҙарын яуҙыра.
-Ҡорғоҙо ҡаяһына баҫып йырлаған, тиҙәр бит.
Мин дә ҡыҙыҡһыныуымды еңә алмайым:
–Ә ул осоп төшмәгәнме? Ныҡ бейек бит! Нисек ҡурҡманы икән һуң?
–Ҡурҡмаған икән шул. Тауышы икенсе ҡаяларға тиклем барып еткән икән... Эх, ундағы тауыш... Ғүмеркәйе генә бигерәк ҡыҫҡа булды шул, бахырҙың...
Был һүҙҙәрҙән һуң тынлыҡ урынлашты. Мин ары һорашырға бик теләһәм дә, ҡыйманым, башымды эйеп улар артынан атланым.
“Кем һуң ул Нәзифә?” “Ниндәй йыр йырлаған?” “Һуңынан үҙенә ни булған?!” Бына ошондай һорауҙар бик күп йылдар ғазапланы мине. Күрше ауылдан Нәзифә исемле ҡыҙ уҡығайны беҙҙең мәктәптә. Иҫ киткес матур ине үҙе. Сыңғырҙатып көлөп ебәреүҙәреее! Теге... әсәйем телгә алған Нәзифә лә ошондай матур инеме икән, ул да иҫ киткес матур йырлай микән?!
Әллә күпме ваҡыттан һуң, дүрт тиҫтә йыл үткәс кенә белдем йырсы Нәзифәнең, уның ғаиләһе тарихын...
***
... Ире фажиғәле һәләк булғанда Йәмиләгә бары егерме дүрт йәш кенә була. Ҡулында береһенән –береһе бәләкәй дүрт бала, иң бәләкәйенә ике генә ай. Әле ярай ҙа янында һәр ваҡытта ярҙамға әҙер әсәһе бар. Ирҙәр эше лә, ҡатын- ҡыҙҙар эше лә үҙ ҡулына ҡалған Йәмилә нисек тә балаларын аяҡҡа баҫтырырға тырыша. Ирһеҙ тормош көтөүе нисек кенә ауыр булһа ла, башҡаса тормошҡа сыҡмай. Бына, ниһайәт, ике ҡыҙы күҙ алдында ҙурайып үҫеп, үҙ аллы тормош юлына баҫыр йәшкә лә яҡынлаша. Нәзифәгә бөтә ауыл һоҡлана. Уның үҙенә генә хас моңло, ҡабатланмаҫ тауышы ҡайһы ғына егетте төн йоҡоларынан ҡалдырмағандыр ҙа, кемде генә уфтандырмағандыр...
Көтмәгәндә ғаиләгә ҙур ҡайғы килә. Ауылдың моңло һандуғасы Нәзифә, әле йәшәп тә өлгөрмәгән ун һигеҙ йәшлек кенә ҡыҙ, бөтә ауылды ҡайғыға һалып, йөрәк ауырыуынан йәшләй генә вафат була. Янында һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған әсәһе булмаһа, бындай ҙа оло ҡайғыны Йәмилә нисек кенә кисерә алыр ине икән?
Бәлә яңғыҙ йөрөмәй, тиҙәр. Ҡайғыһынан арынып та өлгөрмәгән Йәмиләне алда тағы һынауҙар көткән икән... Яңы ғына кейәүгә сыҡҡан егерме йәшлек ҡыҙы Нәсихә балаһын тапҡан саҡта мәңгелеккә күҙҙәрен йома...
Ике һөйөклө ҡыҙын ер ҡуйынына тапшырған Йәмилә ҡайҙандыр көс табып, үҙен ҡулға ала. Уның күҙенә генә ҡарап торған тағы ике балаһы бар бит: улы Зәки, ҡыҙы Рәмилә... Әсәләре ҡайғыға бирешһә, балалары менән ни булыр?
***
...Йәмилә инәй менән мин туҡһанынсы йылдарҙа Межгорьела яҡындан танышҡайным. Май урталары ине. Ҡапыл ғына атайымдың йыллығын уҡытырға булып киткәс, ул саҡта беҙҙә йәшәгән ҡәйнәм аптырап һорап ҡуйҙы хатта:
- Бәй, нимә булып китте улай ашығыс?
Өй тултырып оло йәштәге әбейҙәрҙе, әхирәттәремде йыйҙым. Аятты мин йәшәгән "ябыҡ ҡала"ға ҡыҙының ғаиләһе менән күсеп килгән Йәмилә инәй уҡыны. Доғаларын йырлағандай моңло тауыш менән уҡыған Йәмилә инәй шул тиклем һоҡланыу тойғоһы тыуҙырҙы. Аят уҡығандан һуң хәйер таратылды. Аш-һыу табынынан һуң бер аҙ хәл йыйып алған мәлдә бер мәл әбейҙәребеҙ кемуҙарҙан Йәмилә инәйҙән үтенә башламаһындармы!
– Йәле, Йәмилә, теге ваҡыттағы мажараңды һөйлә әле?
–Теге мотоциклыңды һөйлә!
–Анау мәлдәге ҡыҙыҡ хәлде һөйлә әле?
Һай, ул көндө беҙҙе аптыратыуы уның... Йәмилә инәйебеҙ иҫ киткес телгә бай булып сыҡты. Үҙенең кисергәндәрен, башҡаларҙың ҡыҙыҡтарын оҫта ғына итеп бәйән итә, ҡыҙыҡ урындарында тәгәрәп ятып көлһәк, ҡыҙғаныс урындарында күҙҙәрҙән йәштәр ағылды.
***
...Көҙҙөң бер йылы көнөндә Йәмилә эшенән һорап, күрше ауылға барып әйләнергә була. Ауыл советында мөһим документтар эше була уның. Ике ауыл араһы туранан барһаң ун ике саҡрым. Йәмилә эшселәр машинаһына өлгөрөп, тиҙ арала барып етә унда. Көн оҙонона йомоштарын йомошлап бөткәс, ҡайтырға йыйына. Кемдер уға ауылдашы Ғилметдиндың да эш менән силсәүиткә килгәнлеген әйтә, уның менән мотоциклда “һә” тигәнсе ҡайтып етерһегеҙ, ти. “Әле конторға китте, ҡайтышлай инеп сығырға тейеш, көт!”- тиҙәр. Ғилметдин һаман юҡ та юҡ, эш көнө лә тамамланыуға бара. Йәмилә ауылдашын көтә бирә лә, юлды ырата торорға була. “Ҡыуып етһә, ултыртып алыр әле, ҡараңғы төшмәҫ элек ҡуҙғалайым!” –тип уйлай. Аҡҡа матур ғына ваҡ сәскәләр төшөрөлгән оҙон күлдәге өҫтөнән ап-аҡ ҡына йөндән бәйләнгән йылы кофтаһын кейеп, башына аҡ яулығын ябынып алған Йәмилә. Ҡояш тау артына тәгәрәгәс, әҙ-мәҙ күҙ бәйләнә лә башлаған. Бына ул ауыл осондағы зыяратҡа ла килеп етә. Зыярат ситендәге тар ғына һуҡмаҡтан шәп-шәп атлап килгән йәш ҡатын мотоцикл тауышын ишеткәс, ҡыуанып китә. “Йә, Хоҙай, иртәрәк ҡайтып етәм икән былай булғас!”
Мотоцикл Йәмиләгә яҡынлашҡас, тиҙлеген кәметә төшә. Ул арала Йәмилә йылдам ғына мотоциклға менеп атлана ла, Ғилметдиндең биленә ныҡ ҡына тотоноп ала. Мотоцикл шәп итеп ҡуҙғалып китә. Күп тә үтмәй, мотоциклдын көслө тауышы аша Ғилметдиндең нимәлер әйткәне ишетелеп ҡала. “Әллә ҡалтырай инде? Еңелсә генә кейенгән шул, өшөйҙөр,” –тип уйлап ала ҡатын. Күпмелер барғас, мотоцикл “пых” та пых” килеп, һүнеп тә ҡуя.
Мотоциклы туҡтап ҡалғас, Ғилметдиндың “Төш, төш, тим!” тигәнен ишетеп, Йәмилә төшә. Ниңәлер ауылдашы уға башҡа бер һүҙ ҙә ҡушмай, башын да күтәрмәй, траспорт сараһын йүнәтеүен белә. “Ҡамасауламайым, йүнәтһә, ҡыуып етер әле. Атлай торайым”, – тип Йәмилә юлын дауам итә. Ауыл халҡы ниңәлер “енле, шомло урын” тип йөрөткән Бағарышты ятыуына барып етеүенә, мотоцикл артынан ҡыуып етә. “Хәҙер туҡтай” тип көтөп торған Йәмилә янынан Ғилметдин геүелдәп кенә үтә лә китә. Аптыраған Йәмилә аҙымдарын тағы шәбәйтә. Ныҡлап ҡараңғы төшөп бара бит! Бер-ике саҡрымдан тағы боҙолған мотоциклын йүнәтеп маташҡан ауылдашын тап итә. Бер һүҙ өндәшмәгән ир кеше, башын баҫып, тын ғына йүнәтеүен белә траспортын.
“Ултыртмай, уҙып киткән булғайның да. Әллә ни ары китмәгәнһең икән..." - тип ныҡ үпкәләгән Йәмилә ары атлай. Ана шулай, йә Ғилметдин, йә Йәмилә уҙып китә торғас, ниһайәт, ҡатынҡай ауыл ситендәге зыяратҡа килеп етә. Һәм шул мәлдә янынан мотоциклында “геү” итеп ауылдашы ҡыуып уҙып та китә... “Ултыртып алып ҡайтһа ла булыр ине, ҡалай ҡыҙыҡ кеше икән?” Ныҡ хәтере ҡала ауылдашына арып та, асығып та бөткән Йәмиләнең.
Иртәнсәк йыйыштырыусы булып эшләгән Йәмилә эшенә килһә, магазин эсендә ҡысҡырып хәбәр һөйләгән тауыштар ҡолағына салына. Ғилметдиндың ҡатыны икән:
— Кисә Ғилметдинде Илмәш зыяратынан ауылға ҡайтып еткәнсе "ен" баҫтырған. Йәмилә булып! Беҙҙең ауыл зыяраты янында ла ҡаршыһына сығып торған. Мотоциклын шәп итеп ҡыуып, саҡ ҡотолған Ғилметдин! Көскә ҡайтып йығылды, ҡалтырап, төнө буйы ҡоҫоп сыҡты. Әле, ана, эшкә лә бара алмай, температураһы күтәрелеп, "ләж" ята...”
Ҡысҡырып ебәргәнен һиҙмәй ҙә ҡала Йәмилә:
— Ен баҫтырған, имеш! Шулай булмай ней! Ултыртып апҡайтһа ла, булыр ине! Мотоциклын йәлләп, төшөрөп ҡалдырҙы...
Күҙ бәйләнә башлаған саҡта ап-аҡ кейемдә зыярат янында көтөп торған Йәмиләне "ен" тип уйлап, ҡото алынған икән дә бисара ирҙең...
Геү килешеп көлөштөк барыбыҙ ҙа. “Тағы, тағы һөйлә әле?” тип үтенделәр. Беҙ, йәштәр, әбейҙәребеҙгә яңынан сәй яңырттыҡ та, Йәмилә инәйгә һүҙ бирҙек...
Был юлы ул үҙенең ауыр үткәне тураһында бәйән итте...
***
Ун ете йәшендә генә кейәүгә сыға һөймәлекле, егәрле ҡыҙ Йәмилә. Яңы Хәсән ауылы егете, леспромхозда урман ҡырҡыусы булып эшләгән Сабит кәләшен күсереп алып ҡайта.
Йәш килен бер юлы ике ҡәйнә ҡарамағында, оло ҡәйнәһе лә улар менән бергә йәшәй. Иртә таңдан Инйәр йылғаһынан һыу ташый, ике һыйырҙы һауа. Һөт айыртҡандан һуң оло ҡәйнәһе ҡаймаҡты тотонорға рөхсәт итмәй. Сөнки май яҙып, баҙарға алып барып һата. Тауыҡ йомортҡаһын да тулыһынса тигәндәй һатыуға сығара. Йәмилә көн дә бер йомортҡаны йәшереп кенә бешереп, иренә төшкө ашҡа һалып ебәрә. “Ҡайтҡас әйтә торғайны, кешенән оялып, куфайка эсенә йәшереп кенә ашайым”, тип. “Мин дә иҫәр, нимәгә шунда күберәк бешереп һалмағанмындыр, ҡәйнәләрҙән ҡурҡып. Аҙаҡ шуның өсөн үкенеүееем... “ Йәмилә инәй ауыр көрһөнөп ҡуйҙы шул мәлдә.
“Ҡыш көнө икмәккә барыуҙар үҙәккә үтә торғайны. Кирза итекте бер ҡат сылғау урап ҡына кейеп барам да, аяҡтар шаҡырайып туңыр ине. Кәүҙәм бәләкәс булғас ней, минән оҙонораҡтар үрелеп алып бөткәндә, мин һонола алмай, торам да ҡалам. Ҡабат-ҡабат сиратҡа торорға тура килә ине.
Шулай бер-бер артлы балалар тыуҙы. Бер мәл әсәйем мин йәшәгән ауылға килеп сыҡты. Нисек йәшәгәнемде ҡарап-күҙәтеп йөрөнө лә: “Бигерәк ыҙалап йәшәйһегеҙ икән!”– тип, үҙебеҙҙең ауылыбыҙға ике балалы ғаиләбеҙҙе күсереп алды ла ҡайтты. Әсәйемдең мал-тыуары ишле, бөтә нәмә етеш. Ашау яғы яҡшырғас, Сабиттың төҫө асылып, кәүҙәһенә ит ҡунып китте хатта. Әсәйем ныҡ егәрле кеше булды, бар эш тә ҡулынан килә ине. Ҡатындары бала табыр булһа ла, уға йүгереп килерҙәр ине. Ауылда бик күптәрҙең кендек инәһе әсәйем ине. (Минең дә кендек инәйем Әминә әбей булған - автор). Балалар һәр саҡ ҡараулы. Мин өр-яңы һулыш алдым, шикелле. Дәртләнеп китеп Сабит өй күтәреп ташланы. Тағы ике балабыҙ тыуҙы: бер ул, бер ҡыҙ. Тик бәхетебеҙ генә оҙаҡҡа булмаған икән шул...
Бер кис Сабит, эштән ҡайтҡас, эй, балаларҙы иркәләтте инде. Әллә йөрәккенәһе тойҙо микән бәлә килерен? Ҡыҙҙары менән баҫтырышып уйнаны, йәш ярымлыҡ улы менән көрмәкләшкән булып, иҙәндә мәш килделәр. Ике айлыҡ ҡына Рәмиләне ҡулынан төшөрмәй, “ығы”ла “бығы” һөйләшкән булып, уныһы көлөп ебәрһә, үҙе лә бергә ихлас ҡысҡырып көлә. Миңә рәхәт, балалар ҡамасауламағанда өй эштәре менән булам. Шул кисте Сабит үтә лә хисләнеп киттеме, ғүмер буйына йөрәкте һыҙлатып, иҫкә төшөп торор йыр йырланы:
Төнгә ҡаршы берәү моңло итеп, Рамай,
Айырылышыу көйөн йырланы.
Тынға ҡалды урман буйҙары ла, Рамай,
Шишмәләр ҙә аҡмай тыңланы...
Йөн иләп ултырған әсәйем, тыңлай торғас, түҙмәне:
–Ҡуй, кейәү, ул хәттем дә моңланырға ярамай бит! - Үҙе ишетелер-ишетелмәҫ кенә: —“Хәйерлегә генә булһын инде, эй, аллам, үҙең һаҡла бәндәләреңде...”–тип өҫтәп ҡуйҙы.
Шул кис беҙҙең менән хушлашыу кисе булды шул Сабитымдың... ”
Ошо һүҙҙәренән һуң Йәмилә инәй ҡулъяулығын сығарып, күҙҙәрен һөртөп алды ла, һағышлы ғына итеп көйләп ебәрҙе:
Зая ла ғына үткән ғүмерен уйлап,
Йәмиләкәй үкһеп илайҙыр.
Яңғыҙ ғына тормош, һай, ауыр шул,
Бер моңланып алмай, булмайҙыр.
Шул бәхетһеҙ ҡыҙҙы, эй, йәлләп шул,
Йөрәккенәм әрнеп тә, һыҙлайҙыр...
Күпмелер ваҡытҡа тынлыҡ урынлашты. Йәмилә инәйҙең әсе яҙмышы, күңелде тетрәткән һағышлы йыры барыһын да уйға һалғандыр. Бер аҙҙан кемеһелер һорау бирҙе:
–Ә нимә булды ирегеҙгә, нишләп үлде һуң ул?
Йәмилә инәй ҡәтғи ине:
–Ҡуйығыҙ, һорашмай тороғоҙсо, йөрәгем туларға булды ла китте, әллә сәй ҡатыраҡ булды инде, икенсе юлы һөйләрмен,– тип шул урында үҙенең хәтерләүҙәрен йомғаҡланы. Мин дә яңынан сәй яңырттым, матур табын дауам итте...
***
Бер нисә йылдан һуң Межгорье ҡалаһынан ғаиләм менән Учалыға күсендек. Күп тә үтмәй, Йәмилә инәй ҙә ҡыҙы менән ошо уҡ ҡалаға күсеп килде. Аралашыуҙар, матур итеп ҡунаҡ булышыуҙар дауам итте. Оло-Йылға ҡасабаһында йәшәгән улы Зәки ғаиләһе менән, Рәмиләнең улы, ҡыҙы, ейәндәре йыйылырҙар ине. Олоғайған көнөндә бәхетле ҡартлыҡ кисерҙе күпте күргән әсә, ҡыҙының, улының ҡәҙер -хөрмәтендә генә йәшәне. Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң ныҡлап дин юлынан киткән Йәмилә инәйгә хәйер биреп, әруахтар рухына аят уҡытыр өсөн дә барып сығыр инем. “Кем килде, Хәжәрме?” – тип, үҙ бүлмәһенән тауыш бирә Йәмилә инәй. "Межгорьела аралашып йәшәгән ауылдашым Хәжәрҙең тауышына оҡшатам бит тауышыңды," -тиер ине. Унда йәшәгән мәлдәрен һағынып киткән сағы ла булғандыр инде.
Хәжәр, тигәндән... Уға бәйле Йәмилә инәйҙең тағы бер ҡыҙығы иҫемә төштө. Межгорьеға күсеп килеп, йәшәй генә башлаған йылдарында була был хәл. Бер кис Зариф ҡустыһына барып сығырға була. Өйҙәр ҙә, фатирҙар ҙа барыһы ла бер-береһенә ике тамсы кеүек оҡшаш был ҡалала. Хатта, бер үк мәлдә һатып алғас, мебель – фәлән дә бер иш. Хәс теге танылған кинолағы кеүек! Ишектәр ҙә эстән бикләнмәй ине ул заманда. Йәмилә инәй килеп ингәндә, Хәжәр апай бәйләмен тотоп, залда телевизор ҡарап ултырған сағы була. “Әйҙә, әйҙә, үт!”– тип, сәй ҡуйып ебәрә. “Тегеләр ҡайҙа һуң? –тип һорай Йәмилә инәй. “Улар, ней, үҙҙәренең эше менән сығып киттеләр”, –тип яуаплай Хәжәр апай. Һөйләшеп, сәй эсеп, апаруҡ ултырып ташлайҙар. Йәмилә инәй, борсола төшөп:
–Ҡалай оҙаҡлайҙар һуң әле? –тип ҡуя. “Ҡайтырҙар әле!” – тип Хәжәр апай уны тынысландыра. Бына бер мәл өҫкө этажда “туҡ” та “туҡ” килгән тауыштар ишетелә башлай. “Унда нимә шухәттем туҡылдай икән ул?”– тип ҡунағының ихлас аптырауына, Хәжәр апай:
–Зариф ит сабалыр, бөгөн бер бот ит һатып алдылар ҙа! – тип яуаплай.
– Нисек Зариф?! Һин уларҙы сығып киттеләр, тигәйнең дә? Әтеү мин ҡайҙа ултырам һуң, улай булғас?!
–Нисек ҡайҙа? Миндә ултыраң! Зарифтар бишенсе этажда йәшәй ҙә һә!
Ҡустыһына килдем, тип уйлап, дүртенсе этажда йәшәгән Хәжәр апайға килеп инеп, ҡунаҡ булып ултырған Йәмилә инәй, ашығып, бишенсе этажға менеп китә. Әйтәм бит, бер иш ишектәр, бер үк планировка, бер үк мебель барыһында ла. Хәжәр апай ҙа, эштән һуң үҙҙәренең эше менән сығып киткән улдарын һорашалыр, тип уйлаған була шул...
(Хәжәр апай ҙа күптән мәрхүм инде, йәне йәннәттә генә булһын...)
***
Йәмилә инәй 82 йәшендә был яҡты донъянан китеп барҙы. Һуңғы көндәренә тиклем тигәндәй, мәрәкәсел кешенең ҡыҙыҡтары табылып ҡына торҙо. Барыһын да яҙып бөтөрөрлөк тә түгелдер. Әйткәндәй, Йәмилә инәй мандолинала бик шәп уйнай ине. Йәш сағынан, ҡайҙа ғына барһа ла, үҙе менән мандолинаһын алып, халыҡты бейетеп-йырлатыр ине...
Бер мәл ҡыҙы Рәмилә шылтырата, мин төнгө эштә инем. “Әсәйем ныҡлап ятып китте, эштән ҡайтышлай, инерһең әле,” - ти. Шунда уҡ инеп, хәлдәрен белешеп сығырға булдым.
Үҙҙәренә барғас, бүлмәһенә индем дә, Йәмилә инәйгә күҙ һалдым. Ҡымшанмай ҙа йоҡлап ята, тын да алмаған кеүек. “Ике көн инде шулай, уянмай йоҡлай. Әллә мәрткә китеп барҙы инде?” Янымда торған Рәмилә шым ғына миңә өндәшә. Мин дә нимәлер әйткәнмендер инде шул мәлдә. Тауышланмай ғына кухняла икәүләп сәй эсеп ултырабыҙ. Бер мәл яҡында ғына: “Хәжәр килгәнме шул?” –тигән тауышҡа тертләп, боролоп ҡараныҡ. Ә унда... әле генә ҡымшанмай ҙа ятҡан Йәмилә инәй ап-аҡ ҡына йоҡо күлдәгендә йылмайып баҫып тормаһынмы! Шок хәленән сыҡҡандан һуң беҙҙең көлөшөү! Ошо хәлдән һуң тағы күпмелер йәшәне әле Йәмилә инәй. Тағы әллә күпме ҡыҙыҡтары хәтерҙә уның, яҙып ҡына бөтөрөрлөк түгел...
Ауыр тупрағың еңел булһын, йәнең күптән ожмах түрендәлер инде, яратҡан Сабитың да, ҡыҙҙарың да яныңдалыр, Йәмилә инәй... Йәнең йәннәттә булһын, амин...
Сәлиә Ғатауллина.