Бөтә яңылыҡтар

Һөйгән йәр ул бер була (хикәйә)

– Апайым бөгөн һине ҡунаҡҡа саҡырырға ҡушып, шылтыратҡайны, шул саҡта әйттем. Хәҙер фатир алғас, туйға ла әҙерләнә башларға кәрәк бит инде. Шуға апайымды алдан әҙерләй башларға тип уйланым...  Әмир ниҙер әйтергә тип асҡан ауыҙын да яба алмай, һүҙен онотоп, бағана һымаҡ ҡатты ла ҡалды.

Һөйгән йәр ул бер була (хикәйә)
Һөйгән йәр ул бер була (хикәйә)

– Апай, апаҡайым! Тегe йырыңды әйтсе. Нисек әле? Ямғыр тамсылары булһам, алдыңа тамыр инем...

Ошо минутта апалы-һеңлеле урамда осрашһалар, бер-береһен танымай үтерҙәр ине. Дөрөҫөрәге Тәнзилә – танымаҫ, ә Рәмзилә күрмәҫ ине. Бөтөнләй үҙгәргән ул бөгөн Рәмзилә: бөтә булмышы эске нурҙан, бәхеттән, күңелендә бығаса булмаған, кисерелмәгән тойғонан балҡый, ҡыҫҡа ғына ҡуйы керпектәре аҫтында күҙҙәре йымылдығы сыға, әллә ниҙәр һөйләмәксе булып ашҡына...

Тәнзилә кухнянан йүгереп сыҡты.

– Ипләберәк, Рәмзилә, балалар йоҡлай.

– Апай, апаҡайым, – Рәмзилә апаһын ҡосаҡлап алды. – Бөтә күңелем йырлай, әллә ниндәй ят та, таныш та көй ҡолағымда сыңлап тора. Ана шул көйгә һинең йырыңды ҡушҡым килә. Онотҡан да ҡуйғанмын.

Зөһрә йондоҙҙары булһам,

Йөҙөңә бағыр инем.

Ямғыр тамсылары булһам,

Алдыңа тамыр инем.

– Шулай бит әле... Ә мин юл буйы уйлап килдем, иҫемә төшмәй ҙә ҡуя.

– Һиңә һабантуй бик оҡшаған ахыры.

– Һорап тораһың тағы! Оҡшау ғынамы ни! Апаҡайым, мин ғашиҡ булдым...

– Нисек? Кемгә?

Рәмзилә апаһын ҡыҫыбыраҡ ҡосаҡланы ла:

– Хәҙер һөйләйем, апай. Үҙем дә ашҡынып ҡайтып киләм, – тине.

– Әйҙә, тәүҙә сәй эсеп алайыҡ.

– Үҙеңдең эскең килмәһә, мин туҡ. Бөгөн ашағанмынмы, юҡмы – хатта хәтерләмәйем дә. Ә ашағым килмәй.

– Улай булғас, баштан алып һөйлә. Минең дә күптән инде һабантуйҙа булғаным юҡ.

– Барып төштөк. Рәйсә менән. Станцияға машина ҡаршы килгәйне. Кеше күп ҡайтҡан. Машинаға ултырғас та бер егеттең үҙемә иғтибар иткәнен һиҙеп ҡалдым... – Рәмзилә туҡтаны, бер аҙ һүҙһеҙ ултырҙы ла, – апай, мөмкинме, мин һабантуйҙы түгел, ә уның тураһында ғына һөйләйем, – тине.

– Һөйлә. Әллә оҙатып ҡуйҙымы?

– Оҙатты...

– Ни эшләп инмәне?

– Оялам, ти. Ҡыҙыҡ, эйе бит? Оялам, тейсе. Үҙе ҡыйыу, көслө. Апай, беҙ, беләһеңме, күмәкләшеп текә-текә ҡаяға күтәрелдек. Әмир минән аҙ ғына алдараҡ барҙы. Гел-гел миңә ярҙам итте. Бер саҡ мин, аҫҡы ташҡа баҫып, тайып киттем. Текә ҡаянан аҫҡа түкмәсләнем генә тигәндә, «аһ» тип тә әйтеп өлгөрмәнем, ул килеп күтәреп тә алды. Үҙе таймай ҙа... Ә шунан... Уф, апаҡайым, ул шундай наҙлы итеп: «Рәмзиләкәй, Рәмзилүк. Бөгөнгө көн минең өсөн тик бәхеттән генә торҙо, һин бәхетле иттең мине. Осрауың менән дә, хатта бына тайып китеүең менән дә», – тине.

– Ә кем һуң ул Әмир? Ниндәй кеше?

– Һәйбәт, апай, һәйбәт. Еҙнә кеүек матур ҙа. Сәстәре лә уныҡы һымаҡ ҡап-ҡара.

– Еҙнәйең кеүек кеше табылыуы яҡшы. Ысынлап та, уның һымаҡ булһа, бәхетлебеҙ. Балалар өсөн дә һәйбәт булыр...

Әммә Рәмзилә апаһының һүҙҙәрен ишетмәне, ул тәҙрәнән ҡарап кемгәлер йылмая ине.

– Апай, ҡара әле, бына ошо бушлыҡта берәй нәмә күрәһеңме?

– Юҡ.

– Ә мин күрәм. Унда ҡая. Ана Әмир күтәрелә. Уға етә мин барам. Әмир ҡыҫҡа еңле күлдәк көйгән. Зәңгәрһыу ғына. Беләктәре йыуан, аҙымдары ышаныслы. Башҡалар тая ла тая. Ә ул шундай сос, шундай оҫта артыла ҡаяға... Минең өҫтөмдә ошо күбәләк күлдәгем. Апай, рәхмәт инде ошо күбәләк күлдәкте теккәнебеҙ өсөн. Шундай килешә...

– Ҡаяға күмәк күтәрелдек, тиһеңме?

– Тәүҙә бик күмәк инек. Яртылағас, күбеһе кире төштө. Аҙаҡ хәтерләмәйем дә. Унда бит кешеләр тырым-тырағай таралышып артыла. Апай, ә Әмирҙең күҙҙәре! Ә тауышы! Шундай наҙлы. Рәмзиләкәй, Рәмзилүк, һин мине бәхетле иттең... Апай, әйҙә, бөгөн мин уның тураһында ла һөйләмәйем. Ваҡлағым, бүлгеләгем килмәй. Ул, беләһеңме, бер бөтөн: һауа, һыу, хыял, киләсәк... Бөтәһе, бөтәһе лә. Бығаса унһыҙ йәшәү ҡалай күңелһеҙ булған. Бер ни тоймағанмын, һауаның сафлығын да, һыу һалҡынының рәхәтлеген дә, күктәрҙең сикһеҙлеген дә, хыялдарҙың татын да. Тик төш кенә булмаһын. Апаҡайым, ни хәлдәр түҙҙең еҙнәйһеҙ ҡалғас? Минең йөрәгем шартлар ине, Әмирҙе юғалтһам...

– Әйҙә, һылыу, бәхет тураһында ғына һөйләшәйек.

– Апай, мин Әмирҙе төшөмдә күрерменме икән?

– Иҫән кешене ни күрерһең, төшөңә инмәһә лә.

– Эйе шул. Иртәгә киноға барырға һөйләштек. Апай, рөхсәт итерһеңме?

– Барырһың, барырһың. Ә хәҙер йоҡла. Юғиһә, лекцияла башың ауыртыр.

– Апай, һин дә еҙнәйҙе шулай яраттыңмы?

– Шулай яраттым. Тик мин улай ҡапыл янып китмәнем. Йәшәй-йәшәй нығыраҡ ярата барҙым.

Бер аҙҙан Рәмзилә йоҡоға талды. Тәнзиләне генә йоҡо алманы.

Рәмзилә – берҙән-бер һылыуы уның. Атаһы менән әсәһе икеһе бер юлы фажиғәле һәләк булғас, Тәнзилә бәләкәй һеңлеһен үҙ тәрбиәһенә алды. Илгәҙәк, шат күңелле, алсаҡ булып үҫте ул. Еҙнәһе лә үҙ итте. Әмирҙе еҙнәһенә оҡшата. Ни әйтәһең инде, оҡшаһа. Тик тәү күреүҙән үк мөхәббәт тураһында һөйләгән егет ниндәйерәк һуң?

Тәнзилә үҙендә тыуған шикле уйҙарын Рәмзиләгә белдермәҫкә булды. Ярамай, кешенең шатлығын да, ҡайғыһын да тыңлай белергә кәрәк. Шул саҡта ғына ул бөтә күңелен һалып ихлас һөйләй ала һәм еңеллек тоя. Шик белдереп, туҡтатып, аҡыл өйрәтеп маташтыңмы – кеше һиңә асылмай ҙа, серен дә сисмәй.

...Ҡасан ғына әле Тәнзилә беренсе тапҡыр Ғайсаны осратып, ошолай уйҙарға бирелгәйне. Ғүмер тигәнең ҡыҫа ғына икән дә... Йәшәп тә өлгөрмәне, үтте лә китте.

Ғайса дуҫтары менән тәбиғәтте һаҡлау юлдары тураһында һөйләшеп, бәхәсләшеп ултырғанда, Тәнзилә йорт хужабикәһе – һабаҡташы янына тип, бер әхирәте менән барып ингәйне. Әңгәмәгә улар ҙа ҡушылып китте. Боронғо йырҙар, халыҡ инструменттарын тергеҙеү тураһында ла, әҙәби әҫәрҙәр хаҡында ла һөйләштеләр. Ғайса бик оҙон бер ҡобайыр әйтте, ә Тәнзилә бығаса бер ҡайҙа ла ишетелмәгән «Хан ҡыҙы» тигән көйлө эпос көйләп ишеттерҙе. Шул танышыуҙан һуң Ғайса Тәнзиләне эшенән дә ҡаршы килеп алды, иртәнсәк тә эшкә оҙатыр өсөн туҡталышта көттө. Егеттәрҙең әйтеүенә ҡарағанда, Ғайса уға мөкиббән ғашиҡ булғайны. Ғайсаның дуҫтары әле береһе, әле икенсеһе уға тормошҡа сығырға димләй башланы. Өгөтләүҙәр тәьҫир итмәҫ ине, бәлки, Тәнзиләлә ниндәйҙер аңлайышһыҙ ҙа, бик-бик аңлайышлы ла тойғо уянды. Йәлләү ҙә, яратыу ҙа, шундай ғәжәп бер кешене юғалтыу хәүефе лә, уның тап үҙенә ғашик булыуы өсөн ғорурлыҡ та. Тәнзилә үҙен уға тормошҡа сығырға әҙерләп бөттө, тик Ғайса бер ни ҙә өндәшмәне. Ә бер көн:

– Тәнзилә, әгәр һиңә тормошҡа сығырға кәрәк икән, мин кәртә булмайым, һинең һөйләшкән кешең дә бар икән, – тине. Үҙенең ирендәре ҡалтырап китте.

– Ә мин һинең кәләшең булырға йыйындым, – тине Тәнзилә, ярым шаярып.

Ғайсаның йөҙө моңһоуланды. Тәнзилә уның һайын шаянланды.

– Ысын. Ни эшләп, кәләш булмаҫлыҡмынмы ни?

– Булырлыҡһың. Бик булырлыҡһың, Тәнзилә... Һиңә өйләнгән кеше үҙен бәхетле һанар. Тик минең хәл шундай – һине бәхетһеҙ иткем килмәй. Ҡасандыр ҙур хыялдар менән йәшәй инем. Һинең кеүек илгәҙәк, алсаҡ ҡыҙға өйләнеү, бер-беребеҙҙең уй-хыялдары менән йәшәү, үҙ-ара ихтирам итешеп кенә тормош башлау... Ер йөҙөндә атайым кеүек биш бала ҡалдырыу тигән ниәт тә юҡ түгел ине. Балалар өсөн фәнни-фантастик, фәнни-популяр әҫәрҙәр яҙыу, фән өлкәһендә асыштар яһау. Ә хәҙер тоям: һаулығым ҡаҡшаған. Шуға өйләнмәмен тием. Тағы ун йыл йәшәй алһам, яҡшы. Өйләнеү мәсьәләһендә ныҡ яңылыштым. Ныҡ. Ғүмеремдең иң матур йылдары, һаулығымды ҡыйратып, рухымды һындырып, упҡынға атылды, ҡара тап булып ҡына ҡалды. Әле эш һәм дуҫтар менән генә йәшәйем. Ғаилә ҡарарлыҡ хәлем ҡалмағанын һиҙәм.

– Ә мин сығам һиңә. Өйләнмәһәң дә, сығам. Бергәләшеп эшләрбеҙ. Яҙырбыҙ. Балалар ҙа үҫтерербеҙ. Бәлки, яңынан һауығырһың. Беҙ бергә бик оҙаҡ йәшәрбеҙ: йылдар иҫәбенә булмаһа, татыулыҡ иҫәбенә...

Ғайса Тәнзиләнең ҡулдарын тотто ла устарына йөҙөн ҡапланы. Тыныуы эҫе ине. Тәнзилә ғүмерендә беренсе тапҡыр ирҙәр илауын күрҙе. Уға ҡыйын да, рәхәт тә ине, сөнки быны шатлыҡ йәштәрелер, тип уйланы. Ғайса өсөн ҡыуанды. Бер ҡулын алды ла Ғайсаның сәсенән һыйпаны. Ғайса күтәрелеп уға ҡараны. Йәш аралаш ҡараған был күҙҙәрҙә, ысынлап та, әллә күпме йылылыҡ, рәхмәт тойғоһо ине. Ошо ҡараш әле лә күҙ алдында Тәнзиләнең...

Иртәгеһен Тәнзиләнең бер генә сумаҙанын тоттолар ҙа Ғайсаның фатирына килделәр.

Тәнзилә һәр атҡан таңға, һәр тыуған Яңы йылға ҡыуанып йәшәне: иҫән, иҫән. Тағы бер көн, тағы бер ай, тағы бер йыл. Шулай теүәл ун биш йыл.

Ғайса ауырып киткәс кенә:

– Һин үҙеңдең тәүәккәллегеңә үкенмәйһеңме? Мин һине аҙ ғына булһа ла бәхетле итә алдыммы? – тип һораны.

– Ни эшләп? Үкенгәнгә оҡшайыммы әллә?

– Юҡ, һиңә бөтәһе өсөн дә рәхмәт. Мин был донъянан тыныс китә алам. Аҙмы күпме эш тә башҡарылды, китаптар ҙа яҙылды. Ә балалар һинең менән хур булмаҫ. Тик бына бәләкәйен генә күрә алмам...

– Һин китергә йыйынма. Эшләйһе эштәр күп әле.

– Эйе, шул, Тәнзилә. Әле уйлап ятам, балалар өсөн яҙаһы әйберҙәр шул тиклем күп, хатта әҙер, уйлап йөрөгәндәре лә бар.

– Шулай булғас... Ә һин китергә йыйынаһың...

Тәнзилә уның һуңғы минуттар йәшәгәнлеген, был әйткәндәренең бер ваҡытта ла тормошҡа ашмаҫ хыялдар ғына икәнлеген белеп ингәйне. Врачтар хушлашыу өсөн генә тип, өс кенә минутҡа индергәйнеләр. Ә үҙҙәре, зинһар тулҡынланмағыҙ, борсолоуығыҙҙы һиҙҙермәгеҙ, йөҙөгөҙҙө үҙгәртмәгеҙ, тип Тәнзиләнең йәнен ҡыйҙылар. Тәнзилә быларҙың береһен дә уйламаҫҡа тырышты: һуңғы тапҡыр күҙмә-күҙ һөйләшеп тороуын да, һуңғы тапҡыр уның тауышын ишетеүен дә, һуңғы тапҡыр уның йылы ҡарашын тойоуын да... Уйламаҫҡа. Әгәр был хаҡта уйлаһаң... Әгәр был хаҡта уйлаһаң, борсолоу, йөҙөндә үҙгәртеү, тулҡынланыу ғынамы ни! Яндарында ер тырнап иларлыҡ ине бит ул мәлдәр...

Ваҡыт бөтәүен аңғартып, медсестра инеп сыҡты.

– Ярай, Ғайса, мин китәйем. Бик аҙға ғына рөхсәт иттеләр. Аҙаҡ газеталар ҙа алып килермен, оҙаҡҡараҡ инә башлармын...

Тағы ике сәғәттән һуң килгәндә, Ғайса юҡ ине инде.

Бер саҡ Рәмзилә кемдәрҙеңдер бик ҡаты ыҙғышҡандарын ишетеп ҡайтып:

– Апай, һеҙ нисек улай татыу йәшәнегеҙ? Еҙнәйҙең үлерен алдан белгәнгәме? – тип һораны.

Тәнзилә был бер ҡатлы ғына һығымтаға көлөмһөрәне лә:

– Рәмзиләкәй һылыуым, ә кем мәңгелек? Кем үлерен белмәй? Йәшәү ҡәҙерен белмәгәндәр генә һанаулы көндәрен, сәғәттәрен ыҙғыш-талаш менән үткәрә, заяға йәшәй.

– Беҙ ҙә һеҙҙең кеүек йәшәй алырбыҙмы икән, апай?

– Еҙнәң кеүек кеше тап булһын тормошоңда. Шуны телә.

– Әгәр ул еҙнәй кеүек яратмаһа?

– Яратылыу өсөн ярата белергә кәрәк. Үҙеңде әленән әҙерлә.

– Нисек әҙерләргә?

– Яратыу ул үҙеңде онотоу, үҙең хаҡында уйламау, уның тормошо менән генә йәшәү тигән һүҙ.

– Ә мин бит үҙем бер тормош. Бер ғүмермен.

– Ә ул һинең тормошоң менән йәшәр. Бына шунда килеп сыға инде бер бөтөн. Ғаилә шундай бер бөтөндән торалыр тип уйлайым.

* * *

Тәнзилә иртәгеһенә бәләкәйенең тауышына уянып китте.

– Рәмзилә, йоҡлап ҡала яҙғанбыҙ, һылыу, әйҙә, һин йыуын, мин сәй ҡайнатайым.

– Апай, кискә киноға барайыммы?

– Ә ул эшләйме, уҡыймы?

– Профсоюздарҙың Өлкә Комитетында эшләйем, ти.

– Һинән өлкәнме ни?

– Әйттем бит еҙнәй кеүек тип. Ә уның өлкәнлеге һиҙелмәй ҙә.

Рәмзилә бер генә сынаяҡ сәй эсте лә институтҡа ашыҡты.

– Ошо ҡыҙ балаға тәүге көндә үк баш әйләндергес һүҙҙәр әйтеп ҡайтарыусы кеше кем, ниндәй икән? – Тәнзилә эштә тик ошо хаҡта ғына уйланды. Хатта дәрес ваҡытында ла онотолоп киткеләне.

Рәмзилә кинонан һуң ғына ҡайтты.

– Апай, ә иртәгә һин өйҙә булаһыңмы?

– Эйе. Әллә беҙгә киләме?

– Юҡ. Тағы киноға барабыҙ.

– Рәмзилә, миңә һеҙҙең тәүҙән үк улай йыш осрашыуығыҙ оҡшамай, һин бер аҙға ғына һынап ҡара, үтә яҡынайма. Юғиһә, аҙаҡ күңелең ҡайтыр, ә һуң булыр...

– Мин уны бик яҡшы беләм, апай. Ул шул тиклем һәйбәт...

Рәмзилә ике күҙе емелдәгән булып, Әмирҙе маҡтаны ла маҡтаны. Таң атҡансы, ҡыҙарып ҡояш ҡалҡҡансы уны маҡтарға әҙер ине.

– Бер йыр әйтәйем әле, һылыу.

Ике ерән пар ҡашҡа,

Баҫып киләләр ташҡа.

Аҡылдарын һынамайса

Ышанма ҡара ҡашҡа.

Кеше үҙенең башынан үткәндәрен аҙаҡ уйлап-уйлап, башҡаларға фәһем булһын өсөн, йә мәҡәл сығара, йә йыр итеп йырлай. Беҙ уларҙың әйткәндәренә ҡолаҡ һалырға тейешбеҙ, һин дә, ул киноға саҡырған һайын, айт тигәнгә тайт тип, һикереп төшөп торма. Бер аҙ һына. Бер аҡыл эйәһе былай тигән: «Бер күреүҙә күҙ төшә, икенсеһендә йөрәк елкенә башлай. Ә йөрәкте йүгәнләүе уғата ҡыйын...»

Рәмзилә апаһын тыңланы, ә шулай ҙа уның үҙен тотошонан: «Апай, Әмир улай түгел, ул һәйбәт, һин юҡҡа хәүефләнәһең» – тигәнде аңлап була ине.

Тәнзилә һылыуы өсөн берсә ҡыуанды, берсә борсолдо. Ошоғаса бер кем менән дә дуҫлашмаған, ни өсөндөр бер егетте лә оҡшатмаған нескә күңелле, саф йөрәкле Рәмзиләнең бер яратһа, мөкиббән китерен, ихлас яратырын алдан һиҙенеп йөрөй ине. Шуға күрә һәр саҡ ҡурҡа ла ине: әгәр яңылышһа, ул саҡта бөтә кешегә лә ышанысы бөтәсәк. Уның өсөн ҡояш һүнәсәк...

* * *

Бер көн театрҙан ҡайтышлай. Рәмзилә Әмирҙе өйгә саҡырҙы. Әмир баш тартты. Республикала билдәле ғалим, һәләтле журналист тураһында, уның ғаиләһе хаҡында бик күп маҡтау һүҙҙәре ишеткәне бар ине уның. Күргеһе лә, яҡындан танышҡыһы ла, башҡаларҙан улар хаҡында һүҙ сыҡҡанда: «Мин беләм уларҙы, булғаным да бар», – тип кенә һүҙ ҡыҫтырып ебәргеһе лә килә ине. Тик әле Рәмзиләнең саҡырыуынан баш тартты ла, аптырап та ҡуйҙы:

– Рәмзилә, һин апайыңа минең турала ни тип әйттең? – тип һораны.

– Бөтәһен дә. Нисек танышҡанбыҙ... Ҡайҙа эшләйһең. Ә унан... унан инде һинең фатир аласағымды...

– Ул хаҡта бөгөн генә әйткәйнем бит. Ҡасан әйтеп өлгөрҙөң?

Әмир көлөргә лә, асыуланырға ла белмәне. «Бигерәк бала ғынаһың шул әле», – тип, ипле генә итеп башынан һыйпаны ла һораулы ҡараш ташланы.

– Апайым бөгөн һине ҡунаҡҡа саҡырырға ҡушып, шылтыратҡайны, шул саҡта әйттем. Хәҙер фатир алғас, туйға ла әҙерләнә башларға кәрәк бит инде. Шуға апайымды алдан әҙерләй башларға тип уйланым...

Әмир ниҙер әйтергә тип асҡан ауыҙын да яба алмай, һүҙен онотоп, бағана һымаҡ ҡатты ла ҡалды.

– Һин нимә уҡлау йотҡан кеше һымаҡ һыныңды турайтып ебәрҙең? – тип көлдө Рәмзилә. Әммә Әмирҙең һис кенә лә көлөргә теләге юҡ ине. Ул нимәнәндер ҡурҡҡан кеше кеүек, шыбырлауға күсте һәм:

– Рәмзилүк, әйҙә әле, аҙыраҡ йөрөп киләйек, – тине.

– Апайым көтөр бит.

– Ярай, барырбыҙ. Мин үҙемде аҙ ғына әҙерләйем.

– Әйҙә, улай булғас...

Рәмзилә, йәш ҡоралай кеүек һикерәңләп, тротуар ситендәге таштан-ташҡа баҫып атланы. Ҡулын Әмиргә һуҙҙы. Әмир уның ҡулын тотоп алғайны, Рәмзилә:

– Һин өшөнөңмө әллә? Ни эшләп улай ҡалтыранаһың? – тип һораны, үҙе шаянланып көлә ине.

– Рәмзилүк, ултыр әле, – тип тәҡдим итте Әмир, эскәмйә эргәһенә еткәс.

Әмир, Рәмзиләгә ғәҙәттән тыш иркәлек күрһәтеп, биленән ҡосаҡлап алды.

– Рәмзилүк, бәхет кенәм... Һин бик йәшһең шул. Юҡ, йәшең менән түгел, хисең, донъяға ҡарашың менән. Кеше таныша, дуҫлаша, шунан мотлаҡ өйләнешә, тип уйлайһыңмы?

Рәмзилә шул саҡ апаһының «һынарға кәрәк» тигән һүҙҙәрен иҫенә төшөрҙө.

– Һин мине һынап йөрөнөңмө? Мин һиңә оҡшамайыммы? – тип һораны, кәйефе ҡырылып.

– Мин һине һынаманым. Мин һине күргәс тә яраттым. Тик әле бит өйләнешергә тәҡдим яһаманым.

– Бәй, яһа. Апайым, дүртенсе курста кейәүгә сыҡһаң да ярай, тигәйне.

– Шулай, уныһы шулай. Бөтәһе лә дөрөҫ. Тик мин һиңә бер ваҡытта ла өйләнә алмаясаҡмын.

– Яратмайһыңмы?

– Туҡта, Рәмзилә, хәҙер аңлатам, – тип етди тонға күсте Әмир. Мин өйләнгәнмен. Дүрт йәшлек улым бар.

– Нисек? Ә мин? – Рәмзиләнең күҙҙәре ҙур булып асылды. Ул бер килке тын ҡалып Әмиргә текләп ултырҙы. Әмир был ҡараштан ҡаушап китте, үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәне. Һин шаяртаһыңмы? Һынап ҡарамаҡсы булаһыңмы?

– Ах, шулай булһа икән, Рәмзилүк. Мин һине бик яратам, һинең менән осрашыуҙың һәр минуты, һәр сәғәте минең өсөн байрам. Элек, ошоғаса йәшәлгән ғүмеремде тотош алмаштыра алырлыҡ байрам ул. Һине ташлаһам, башҡаса осрашырға форсат булмаһа, нисек түҙермен – уныһын әйтеүе лә ауыр... Һин китмә минән, Рәмзилүк. Мин уны күтәрә алмам. Әйҙә, хәҙер бер ни тураһында ла уйламайыҡ. Беҙгә бергә булыуыбыҙҙың һәр минуты, һәр сәғәте ҡәҙерле. Тик апайыңа бер ни ҙә әйтмәй тор.

* * *

Рәмзилә кәйефе юҡлығын ни тиклем генә йәшермәһен, апаһы һиҙҙе.

– Ни булды, Рәмзилә? Ауырыйһыңмы әллә? – тип һораны, һылыуы ҡайтҡас. Рәмзиләнең һөйләшергә ниәте юҡлығын, бына-бына илап ебәрерҙәй торғанлығын күргәс, артабан өндәшмәне. Маҙаһыҙламайым, үҙе һөйләр, тип көттө. Балаларын йоҡларға һалды ла, ғәҙәттәгесә, сәй ҡуйҙы. Кухняға сыҡтылар.

Рәмзилә алдына ултыртылған сәйҙе балғалағы менән бик оҙаҡ ҡына болғатып ултырҙы ла:

– Апай, уның ҡатыны, улы бар икән, – тине.

Тәнзилә ах та ух килмәне, ә был хаҡта алдан белгән һәм ундай хәбәрҙең ҡасан да булһа булырын көткән кеше һымаҡ тыныс ҡына:

– Артабан ни эшләргә уйлайһың? – тип һораны. Эске ярһыуын, Әмиргә ҡарата әйтеп аңлатҡыһыҙ асыуын саҡ тыйып тора ине үҙе.

– Ә ул ҡатынын яратмай.

– Осраҡлы ғына өйләнгәнме? Һине осратырын белмәгәнме? Һине осратасаҡ таң булырын белһә, нисә йәшкә етһә лә, өйләнмәҫ инеме? Ах, ниндәй бәхетһеҙлек? Шулаймы? – Тәнзилә ҡыҙып китеүҙән үҙен ни тиклем тыйып торһа ла – быуа йырылғайны. Аҙғын күңелле ирҙәрҙе һис кенә лә яратмай ул. Уларҙың барыһының да бер ҡамырҙан әүәләнгәнен, бер үк хәбәр һатыуҙарын да белә. – Хәҙер балаһы бар, балаһын ярата, тик бала ғына бәйләп тота. Ни эшләргә лә белмәй хәҙер... Беләм, һылыуҡайым, мин уларҙы беләм. Бер һин генә түгел ундайҙарҙың ҡорбандары. Аҙағы ни менән бөтөрөн дә үтәнән-үтә күрәм, хәҙер үк әйтеп бирә алам.

– Ә һин быға тиклем дә белә инеңме?

– Һиҙә инем.

– Ҡайҙан?

– Ял көндәре ҡайтып китеүенән. Беҙгә килмәүенән. Төрлө һылтауҙар менән ялтара барыуынан, байрамдарҙа һинең яныңда булмауынан. Аҙғын ирҙәр ҡалып менән һуғып яһалған кеүек бит улар: кәнфит теллеләр, күҙҙәре майға ҡараған бесәйҙеке кеүек ялт-йолт килә... Бөтәһе лә, имештер, иртә, аҡылһыҙ саҡта өйләнеп, бәхетһеҙлеккә юлыҡҡан. Әгәр һине осратҡан булһалар, ҡайҙа ул был ҡатынына әйләнеп та ҡарамаҫтар ине! Шул уҡ ирҙәр үҙ ҡыҙҙарының буй еткереп килгәнлеген, шундай уҡ ҡармаҡҡа эләгеү ихтималлығын уйлап та ҡарамайҙар.

– Ә ул, ысынлап та, ҡатынын яратмай.

– Ҡайҙан белдең?

– Үҙе әйтте.

– Һылыуҡайым, әгәр ул, ҡатынымды яратам, улымды ла бик яратам, ғаиләм өсөн өҙөлөп торам, сөнки улар минең күҙҙәремә генә ҡарап торалар, миңә ышаналар, сөнки ҡатыным миңә тоғро, мине уҡырға ебәреп, үҙе ғаилә ҡарап ҡалды, тиһә, һин уның менән осрашыр инеңме?

Рәмзилә өндәшмәне.

– Йә, уйла, һылыу. Кеше бәхете менән бәхетле булып булмай.

– Ә һин бәхетле булдың бит...

– Беҙҙең икенсе мәсьәлә.

– Һәр кемгә лә үҙ мәсьәләһе «икенсе», үҙ яҙмышы, үҙ ҡарары дөрөҫ. Һәр кем үҙе генә хаҡлы. Ә кешенеке? Бына минең өсөн дә үҙ мөхәббәтем хаҡ. Миңә лә үҙ яҙмышым «икенсе мәсьәлә». Беҙ бер-беребеҙҙе яратабыҙ. Бер-беребеҙ өсөн яратылғанбыҙ донъяға. Мин уның эргәһендә аҙ ғына, һөйләшмәй генә, тын алышын тыңлап, көлөүенә, һөйләшеүенә һоҡланып, күҙ ҡарашын күҙәтеп кенә торорға ла ризамын. Мин унһыҙ йәшәй алмаясаҡмын...

Тәнзилә артабан бер ни әйтмәҫкә, аҡыл һатмаҫҡа булды. Әле иҫереккә араҡының зыяны тураһында фәлсәфә алып барған һымаҡ булыр ине. Рәмзилә үҙен былай ҙа ҡайҙа ҡуйырға белмәй, ҡоро ергә сығарып ташланған балыҡ һымаҡ тоя. Был «яңылыҡ» уның да йөрәген тетрәндереп, өтөп үткән.

– Рәмзилә, битеңде һалҡын һыу менән йыу ҙа йоҡларға ят, һылыу. Ваҡыт бит һуң. Иртәгә лә, унан һуң да көн бар. Уйларһың.

– Ә мин уйланым инде.

– Шунан?

– Ул ҡатынын айырасаҡ, һәм беҙ өйләнешәсәкбеҙ.

– Үҙе әйттеме?

– Юҡ. Шулай буласаҡ, сөнки мин уны яратам.

– Һин бер генә нәмәне иҫендә тот: ирҙе яулап-даулап алырға ла мөмкин булыр, әммә мөхәббәтте көслөк менән яулау... Мөхәббәт фәҡәт үҙенә генә буйһона ул. Унһыҙ тормоштоң йәме лә юҡ. Һин Мәрзиә апайыңды беләһең бит. Минең әхирәтем. Уның тәүге һөйгән егетен үҙенең райондашы Фәғилә ҡаратып алған. Яңыраҡ Булат ағайың уларҙы осраштырған.

– Ҡайһы Булат ағай? Мәрзиә апайҙың улымы? Ә Тимер ағай?

– Ул да белгән. Егеттең исеме Мөхәррәм булған. Бер саҡ ҡаты ауырып больницаға эләккән. Булат ағайың уға операция яһаған. Күҙенә. Операцияның уңышлы тамамланыуына ҡыуанып, Мөхәррәм ятҡан палатаға ингән, шунда ултырған медсестраға күрһәтмә биргән:

– Ағайҙың исеме Мөхәррәм, – тигән ул. – Исеме менән матур итеп, дөрөҫ кенә итеп өндәш. Иғтибарлы бул. Ҡуҙғалмаһын. Был – хәҙер иң мөһиме. Бөтөн эшебеҙ юҡҡа сығасаҡ, юғиһә. Ҡабаттан операция яһарға ярамай. Аңлат. Наркоз сығып бөткәс, уяныр, башын аҙ ғына ҡалҡытыбыраҡ саҡ ҡына сәй йоттор. Сарсап киткәндер. Ағай һәләк түҙемле булып сыҡты...

Был саҡта Мөхәррәм күптән уяу ятҡан, тик ҡыбырларға ла, ниҙер әйтергә лә хәле булмаған, һөйләшеүҙең айышына төшөнмәһә лә, ике кешенең шым ғына итеп шыбырлашыуына иғтибар итә һәм күңел төбөндә ниндәйҙер татлы хәтирәләр ҡуҙғалғандай була. Тик ниндәй тойғо? Ниндәй хәтирәләр? Операция уңышлы үткәнгә шатлыҡмы? һыҙланыуҙарҙан һуң рәхәтлекме? Юҡ. Йәшлек хәтирәләре күңел ҡылдарын сиртмәксе. Тик ниндәй моң сиртә был ҡылдарҙы? Бер ниндәй ҙә моң ишетелмәй? Берәй төҫмө? Күҙҙәре күрмәй. Танауын берәй еҫ ҡытыҡлаймы? Тойолмай. Шулай уйланып ята торғас, тағы йоҡоға тала. Таң алдынан:

– Китмә, китмә, мин һине бик оҙаҡ көттөм бит! – тип уянып китә сабырһыҙланып. Ҡулдарын һоноп тормаҡсы итә. Медсестра йүгереп килеп етә.

– Мөхәррәм ағай! Мөхәррәм ағай! Уянығыҙ, һаташаһығыҙ. Һеҙгә ҡуҙғалырға ярамай.

Медсестра уның маңлайындағы һалҡын тирен һөртә. Ауырыу тыныслана, тағы йоҡоға китә. Әммә бер аҙҙан тағы ҡысҡыра: «Китмә йәме, китмә», – ти. Медсестра керпек ҡаҡмай уның янында төн үткәрә. Иртә менән Булат Тимерович килеп етә. Медсестра ҡыҙ уға барыһын да һөйләй.

– Саҡырған кешеһен янында тоторға кәрәк. Юғиһә, беҙҙең тырышлыҡ елгә осор. Ә ағайҙың күҙһеҙ ҡалыуы ихтимал. Ағайҙы һаҡлайыҡ.

Булат Тимерович палатаға ингәндә, Мөхәррәм тыныс ҡына ята. Ишек асылыуға бер аҙ ҡуҙғала биреп, кемделер көткәндәй, башын бороңҡорай.

– Һаумыһығыҙ, Мөхәррәм ағай! Нисек йоҡланығыҙ?

– Рәхмәт, улым, һәйбәт.

– Һәләк ҡартайып китмәгеҙ улай. Мин һеҙгә ҡусты тура киләмдер ул.

– Юҡ, улым, үҙемдең һинең кеүек өрлөктәй улдарым үҫеп килә. Йәшлек үтте инде, төштәргә генә инә.

«Әллә бөгөн йәшлегегеҙгә, китмә лә китмә, тип ҡысҡырҙығыҙмы төшөгөҙҙә?» – тип шаяртмаҡсы булғайны ла, әсәһенең: «Үҙеңдән өлкәндәрҙе шаяртма, таныш булмаған кешеләр менән иркен һөйләшмә», – тигәне ҡылт итеп иҫенә төштө лә өндәшмәне. Өҫтәүенә, ауырыуҙың, тауышы ла ни өсөндөр – ҡалтыраныбыраҡ сыға.

Хирург уның эргәһенә ултырҙы.

– Һеҙ бошонмағыҙ, йәшәйһе ғүмерегеҙ алда әле, тағы күрә башлаясаҡһығыҙ, ағай! – тине Булат, уның өсөн ихлас ҡыуанып.

– Әллә ике күҙгә лә бер юлы яһанығыҙмы?

– Юҡ, ағай, икенсеһенә ярты йылдан яһарбыҙ.

– Рәхмәт, Булат улым, – тине лә, тағы көрһөнөп ҡуйҙы.

– Операция уңышлы үтте. Бик түҙемле ауырыу булып сыҡтығыҙ. Тик бөгөн һәләк тынысһыҙланғанһығыҙ, һыҙланаһығыҙмы әллә?

Бына ниндәй наҙ сирткән Мөхәррәмдең күңел ҡылдарын! Бына кем уятҡан хәтирәләрҙең иң әрнеткестәрен. Булаттың һөйләшеүе лә, яғымлы тауышы ла, хатта шундай үҙенсәлекле итеп «һәләк» тип әйтеп ебәреүе лә Мәрзиәнеке бит! Шуға ла бөгөн төшөнә ошо өндөң дауамы булып Мәрзиә ингән дә инде...

– Мөхәррәм ағай, ҡатынығыҙ килеп, янығыҙҙа ултырһа, яҡшы булыр, һаташаһығыҙ бит...

– Булат улым, борсолоуың өсөн рәхмәт. Башҡа һаташмаҫҡа тырышырмын. Ҡатыным балалар янында кәрәгерәк. Ә үҙең, әгәр форсатың булһа, аҙ ғына һөйләшеп ултыр әле.

– Минең эш сәғәтем башланмаған әле. Ваҡытым бар, – тине Булат та, ихласлыҡ күрһәтеп.

– Бик һәйбәт. Булат улым, атай-әсәйең иҫәнме? Ҡайһы яҡтыҡыһың? Һөйләшеүеңә ҡарағанда, Әй-Йүрүҙэн яғынандыр, тип уйлап ҡуйғайным.

– Үҙем Өфөнөкөмөн. Атайым менән әсәйемдәр, ысынлап та, Дыуан яҡтарынан. Беҙ врачтар ғаиләһе. Булатҡа ла был ят кеше ни яғы менәндер яҡын тойолдо. Өлкән ағайым да хирург, кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланы яңыраҡ, һеңлем дә медицина институтында уҡый. Атайым да, әсәйем дә – врачтар. Беҙ күмәк йәшәйбеҙ. Ике өләсәйем дә беҙҙең менән. Улар һәләк татыуҙар. Береһе булмаһа, икенсеһе сәй эсергә лә ултырмай. Мин бәләкәй саҡта ҡайһы өләсәйемдең кем яғынан икәнен дә белмәй торғайным. Икеһе лә әсәйемде, балам, тип кенә йөрөтә.

Мөхәррәм Булаттың һөйләгәндәрен тыңлап ята торғас, үҙенең ҡайҙа, ни өсөн ятҡанын да онотто. Ошо көнгә тиклем күңеленең иң төбөндә һаҡлап килгән йәшерен өмөт ебе ҡапыл шартлап өҙөлгәндәй булды. Ауыр ваҡыттарында йыуатырлыҡ хәтерләүҙәр ошо еп менән генә бәйле булған, шул еп аша ғына зиһененә үтеп ингән һымаҡ тойолдо. «Юҡ, юҡ, өҙөлмәне ул еп. Хәҙер бар иҫтәлектәремде бер епкә теҙәм дә, тағы шул хәтерләүҙәргә һыйынып, шул хәтерләүҙәргә йыуанып йәшәй башлайым...» – тип уйланы ла ул, тәрән көрһөнгәндәй итте.

– Ни булды, ағай?

– Әсәйеңдең исеме нисек тинең?

– Мәрзиә.

– Уҡыған саҡта минең дә Мәрзиә исемле яратҡан ҡыҙым бар ине. Студент сағымда, әсәйем үлгәс, гел генә бергә булдыҡ. Ауыр йылдар. Кейемгә ҡытлыҡ. Мәрзиә әле ямап, әле ҡыҫҡартып йә тарайтып бирә торғайны барлы-юҡлы кейемемде. Ә мин уның шундай матур кешелеклелек сифаттарын әрһеҙлек, ҡыҙҙарса ғорур түгел, тип уйлаған булғанмын. Ә аҙаҡ ғүмерем буйы юҡһындым, ғүмерем буйы уны көттөм. Йәшлек иҫәрлеге арҡаһында шундайын оло бәхетемде юғалттым. Бөгөн дә төшөмдә ул килеп инде ишектән. Усы тулы дарыу, ҡулын һуҙа, үҙе өндәшмәй. Үпкәләгән, ҡаты үпкәләгән миңә, тип уйлайым. «Мәрзиә! Мәрзиә! Дарыуҙарың кәрәкмәй. Маңлайымдан бер генә һыйпа», – тием. Ул өндәшмәй. Шунан ҡулындағы дарыуҙарын килтереп һалды ла сығып китте. Мин ынтылам, ҡысҡырам, ялбарам... Ә ул китте...

Булат уның йөҙөнә оҙаҡ текләп тора һәм әсәһенең яҡташтары менән бергә төшкән фотоһында уны таба. Ауырыуҙың һауығыуына ыңғай йоғонто яһарлыҡ иң көслө «дарыуҙың» ни икәнлеген аңлай. Әсәһе менән һөйләшә лә больницаға алып килә.

Бына шулай, һылыу, кеше бәхете менән бәхетле булып булмай...

– Ни эшләп улай тиһең?

– Кеше иң ауыр сағында ҡайғыһын иң яҡын кешеһе менән уртаҡлаша. Фәғилә әрһеҙләшеп, Мәрзиә тураһында теләһә нәмә һөйләп, егетте һалдырып алған, ә күңелен яулай алмаған.

– Апай, тағы бер нәмә һөйлә әле.

– Әле бик һуң, һылыу, һөйләрмен. Әйт әле: ҡатыны барлығын белгәс, Әмиргә ҡарата ҡарашың үҙгәрмәнеме?

– Өйләнгән булһа ла, бер үк кеше бит инде.

– Уныһы дөрөҫ. Әммә һин уның яңы сифатын астың. Ялғанлау, һиңә, ҡатынына, балаһына, үҙ намыҫына. Ул хәҙер икегеҙгә лә матур һүҙҙәр һөйләгән саҡта, намыҫына ҡаршы килә. Хатта ҡурҡа.

– Ни эшләп, апай?

– Исемегеҙҙе бутап ебәреүҙән ҡурҡа.

– Ә һин күрәҙәсе, апай. Миңә ҡатынының исеме менән өндәшкеләп ебәрә лә, һылыуымдың исемен әйтәм дә ебәрәм, тип алдай ине.

– Шулай булһа ла яратыуҙы дауам итәһеңме?

– Ә ул матур бит, апай. Нисек яратмайһың инде?

– Ирҙәр өсөн төп матурлыҡ – тоғролоҡ, минеңсә. Еҙнәң иң ваҡ тин уйлаған мәсьәләләрҙә лә алдамай торғайны. Иҫләйһеңдер? Әмир, минеңсә, һине лә, ҡатынын да яратмай. Намыҫын юғалтҡан кеше.

– Апай, онота алмам мин уны. Күңелем шулай һиҙә.

– Егетлек, батырлыҡ кәрәк был мәсьәләлә. Егетлек яуҙа ғына түгел, ә көндәлек тормошта айырыуса кәрәк. Хатта ғәҙәти тормоштағы батырлыҡ ауырыраҡҡа ла төшәлер. Ҡалдыр Әмирҙе. Ниндәй генә булмаһын, балаһы менән ҡатыныныҡы ул.

– Әйтеүе анһат ҡына ла ул...

* * *

Рәмзилә менән Әмир һаман осраштырғылай ине. Тәнзилә ни эшләргә лә белмәне. Әмирҙе күреп һөйләшергәме, әллә Рәмзиләне уның янына бөтөнләй сығармаҫҡамы?

Ә бер көн Рәмзилә ҡайтманы. Тәнзилә төнө буйы керпек ҡаҡмай көттө. Балаларының ҡайһыныһын мәктәпкә, ҡайһыныһын балалар баҡсаһына нисек оҙатҡанын да хәтерләмәне. Эшкә ниндәйҙер өмөт менән килеп инде лә күҙе телефонға төштө. Өмөтө аҡланды, бер аҙҙан телефонға саҡырҙылар.

– Тәнзилә Искәндәровнамы? Яҡшы. Больницанан был. Юҡ, юҡ. Ныҡ борсолмағыҙ. Үпкәһенә һалҡын алдырған. Килегеҙ.

... Рәмзилә менән Әмир кинонан ҡайтып килгәндә, Әмир:

Рәмзиләкәй, мин иртәгә лә, иртәнән һуңға ла һинең янға килә алмам инде... – тине.

– Командировкаға китәһеңме?

– Юҡ.

– Ә ни эшләп?

– Ғаиләмде күсереп алып киләм.

– Ә мин?

– Һин ни... икенсене табырһың. Йәшһең бит әле. Ғү-меркәйҙәрең алда әле һинең, һылыуҡайым. Бына мин генә башҡаны һөйһөнә алмам.

– Миңә һинһеҙ йәшәү ҡараңғы төн кеүек буласаҡ.

– Мин өйләнергә вәғәҙә бирмәнем.

– Әмир, һинһеҙ бер генә сәғәт тә, бер минут та йәшәй алмаясаҡмын. Өйлән миңә. Ни теләһең, шуны эшләрмен. Балаңды ла үҙем ҡарармын. Тик ташлама мине, ташлама, йәме!

– ?

Рәмзилә уның беләгенән тотоп алды ла күҙ йәштәре аралаш күҙҙәренә ҡараны. Зәңгәр быяла һымаҡ һалҡын, вайымһыҙ ҡараш...

– Әмир, Әмир, ярата инең бит.

Рәмзилә уның күкрәгенә башын ҡуйҙы. Әмир ҡуҙғалманы ла, өндәшмәне лә. Шунан Рәмзиләнең ҡулдарын алып, күкрәгенә терәлгән башын этәрҙе лә китеп барҙы. Рәмзилә нисек торған, шул килеш ҡатты ла ҡалды. Бығаса һибәләп кенә яуған һалҡын ямғыр ҡапыл көсәйеп китте. Рәмзилә уны ла тойманы. Әмирҙең кире әйләнеп килерен көттө. Ә Әмир атланы ла атланы. Гүйә, ҡаты ямғыр уны ҡыуалап алып китте. Шулай тойолдо Рәмзиләгә. Ә үҙенең яңаҡтары, сәстәре, керпектәре буйлап һалҡын ямғыр тамсылары буйлап аҡты ла аҡты. Өҫ кейеме лысма һыу булды...

– Әмир, китмә. Әмир... Китмә, китмә... Рәмзиләнең тел осонан көскә-көскә генә сыҡҡан был һүҙҙәр ямғыр шыбырлауы аҫтында ишетелмәне лә. Һомғол кәүҙә алыҫлашты. Шунан ҡапыл кире боролдо ла Рәмзиләгә яҡыная башланы. Рәмзилә үҙ күҙҙәренә ышанмай көттө. Әллә ямғыр туҡтаны, әллә, ысынлап та, ул яҡынлашты. Ап-асыҡ күренә башланы. Ысын-ысын, ул кире боролған! Бына Рәмзилә янына килеп баҫты.

– Әмир, Әмир, һинең кире килереңде белдем мин. Шуға көттөм. Күрәһең бит, өшөп бөтһәм дә көттөм.

Рәмзилә Әмирҙең ҡулдарынан тотто, тик был юлы инде Әмир ҡулын һелкетә тартып алды:

– Ҡара уны, ҡыҙыҡай, үҙеңә берәй хәл ҡылаһы булма. Апайыңды уйла. Уның һинән башҡа ла ҡайғыһы башынан ашҡан, – тип, ямғыр һыуҙарын туптырлата-туптырлата китеп барҙы.

Әмир ҡулын тартып алған саҡта, быуынһыҙланып асфальтҡа сүккән Рәмзилә башҡа бер ни ҙә хәтерләмәне.

* * *

Тәнзилә килгәндә, Рәмзилә ут янып ауырып ята ине.

– Әмир! Әмир! Ни эшләп улай утҡа ташланың мине?! Уй, янам, янам, – тип туҡтауһыҙ һаташа.

Тәнзилә яулыҡ һыулап һылыуының маңлайына һалды.

– Рәмзилә һылыу, мин килдем.

– Апай, һин һыу булып килдеңме? Ҡалай рәхәт булып ҡалды, һин һалҡын булып килдеңме?

Маңлайындағы яулыҡ шунда уҡ кибеп сыҡты. Тәнзилә тағы еүешләп япты.

– Мин килдем. Хәлеңде ишетеп килдем.

– Үлгем килә минең, апай.

– Беләм.

Рәмзилә күҙҙәрең тултырып апаһына ҡараны.

– Ни эшләйем һуң, апаҡайым?

– Йәшәйбеҙ.

– Ә мин һауығырмынмы?

– Һауығырһың, әлбиттә. Үпкәңә һыуыҡ тейгән. Уныһын ғына дауалар беҙҙең медицина. Беҙ әле йәшәрбеҙ. Иң мөһиме – һин иҫән. Ғүмер былай ҙа ҡыҫҡа. Уны ҡыҫҡартырға тырышма. Һинең бәхетле көндәрең алда әле. Эй-й-й әле... Күпме ғүмерең, эшләйһе эштәрең бар. Кеше донъяға үҙе өсөн генә тыумай, кешеләргә кәрәкһең һин...

– Бөттө ул минең өсөн бәхетле көндәр... – Рәмзиләнең күҙҙәренә йәш төйөлдө.

– Юҡ, Рәмзилә, бөгөндән башлап һинең бәхетле көндәрең башлана ғына әле. Көпә-көндөҙ ҡояш һүнгәнен күргән кеше һәр һулышының, һәр минутының ҡәҙерен белеп йәшәй башлаясаҡ. Бына күҙҙәреңде астың, көн яҡтыһын күрҙең, ҡулыңды икмәккә һонорһоң, үҙ аяҡтарың менән урамға атлап сығырһың... Шул бәхет түгелме? Ҡәҙерен белгән кешегә ана шулар оло бәхет ул, һылыуҡайым.

Үҙеңде йыуата белеү, ҡәнәғәт итә белеү бәхет. Мин бик ауыр минуттарымда туғандарым, дуҫтарым менән йыуанам. Улар булғанда, ҡайғы ярты, шатлыҡ ике. Ә ҡайғы йомшаҡ кешене генә аяҡтан йыға, көслөнө көсәйтә генә.

– Ә Әмир?

– Әмир – ул һинең хатаң. Кеше хаталанмай булмай. Мөхәббәт түгел ул, ваҡытлыса мауығыу ғына.

– Ә мин уны бик һағынам. Шул тиклем һағынам, хәлем булһа, сығыр ҙа туп-тура янына йүгерер инем.

– Ышанам. Мин дә шулай итер инем.

– Нисек? Үҙең хата тиһең.

– Әле ғазабың да, һыҙланыуың да, күҙ йәштәрең дә уның менән бәйләнгән.

– Юҡ, апай. Улай ғына түгелдер шул. Яратҡанмын мин уны. Үҙен күргем, һөйләшеүен ишеткем килә. Тауышын һағынам, ҡарашын... Ул булмағас, йәшәүҙең бер мәғәнәһе лә ҡалмаҫ инде...

Рәмзилә тауышһыҙ ғына иланы. Күҙҙәренән эре-эре йәш тамсылары тамды.

Кеше күҙ йәшен алыусылар, ошондай сафлыҡҡа ҡул һуҙыусылар, үҙ йөрәгегеҙ әрнемәйме һеҙҙең? Ҡуҙ кеүек көйҙөрмәйме саф ҡыҙ баланың күҙ йәштәре? Беренсе мөхәббәттәрен юғалтыуҙан, хистәренең алданыуынан әрнеп сыҡҡан күҙ йәштәре... Тәүге тойғоға яра һалырға ни хаҡығыҙ бар? Нисек баҙнат итәһегеҙ?

Палата ишеге асылған һайын, Рәмзилә ынтылып шул яҡҡа ҡараны. Тәнзилә аңлай ине уны – ул Әмирҙе көттө.

– Апай, һин ни эшләп мине әрләмәйһең? Мин тыңламаным бит һине.

– Еҙнәң һине ғәйепләмәҫкә ҡушты.

– Нисек еҙнәм? Төшөндә күрҙеңме?

– Юҡ. Бынан бер-нисә йыл элек, еҙнәң иҫән саҡта, данлыҡлы бер артист, ул да ҡатынлы ир кеше, һәләтле бер йәш ҡыҙҙы, буласаҡ йырсыны, алам, тип йөрөгән. Шунан ташлап киткән. Ҡыҙ бала, әсә булырын белгәс, ағыу эскән. Был хәбәр ҡалала тиҙ таралды, һәр кем, әлбиттә, ауыр ваҡиғаға ҡарата үҙ фекерен әйтә. Беҙ ҙә еҙнәң менән шул хаҡта фекер алыштыҡ. Мин ҡыҙ баланы ғәйепләргә уйланым. «Ир кеше икәнлеген, балаһы барлығын белгән, ни эшләп муйынына ташланырға?» – тинем. Еҙнәйең миңә ҡаршы сыҡты: «Уға бит ун ете генә йәш булған. Үҙеңдең ун етелә сағыңды хәтерлә әле. Ҡыҙ баланың тәүге һөйөүе, тәүге ҡайнар хистәре. Ә тәүге мөхәббәт хаҡына кеше ни эшләмәҫ! Ә ир кеше бит ҡырҡ йәштә! Ул бит саф баланың ниндәй утҡа ташланғанын белгән. Ни эшләп аңлатмаған? Ни эшләп сафлыҡҡа ҡул һуҙған? Ни эшләп ҡыҙ баланың тойғоларын, бәхетен, намыҫын, ниһайәт, ғүмерен уйламаған? Ундайҙарҙы халыҡ алдында атырға кәрәк», – тине. Мин дә уның фекере менән килештем. Ә бына...

Рәмзилә апаһының ҡулын ныҡ итеп ҡыҫты ла боролоп ятты. Тәнзилә яулыҡты тағы сылатып һалды.

* * *

Рәмзилә больницанан ныҡ ябығып, һурығып сыҡты. Элекке шаянлығы, алсаҡлығы ҡул менән һыпырып алып ташлағандай юҡ булды. Тәнзилә уның яңғыҙын ҡалдырмаҫҡа тырышты. Үҙгәреште балалар ҙа һиҙҙе.

– Апайығыҙға һыуыҡ тейгән, һеҙ ҙә кейенеңкерәп йөрөгөҙ, апайығыҙ кеүек ауырып китмәгеҙ, – тип аңлатты Тәнзилә.

Рәмзиләгә Әмирҙе күрергә кәрәк ине: йә бөтөнләй төңөлөр өсөн, йә бер аҙға йөрәген баҫыр өсөн. Тәнзилә быны аңланы һәм Әмиргә шылтыратты.

– Һаумыһығыҙ. Мин Рәмзиләнең апаһы.

– Ә-ә-ә, Тәнзилә Искәндәровна! Һаумыһығыҙ!

– Беҙҙе оноттоғоҙмо әллә?

– Онотманым.

– Һуң?

– Ә ни эшләйем? Бишкә ярылайыммы? Йөрәгемде һурып алып уға бирә алмайым бит инде! Әле бына үрләттеләр. Эш яңы, өйрәнергә кәрәк. Өйрәнергә тип, шәйлә аңра кеше түгелмен дә, шулай ҙа бүлек мөдире булғас, улай-былай ғына вазифа түгеллеген аңлайһығыҙҙыр. Яуаплы эш. Кемгә-кемгә – Һеҙгә аңлатырға түгел инде... Телефон трубкаһы Тәнзиләнең ҡулынан төшөп киткәйне инде, ә Әмир һаман ниҙер аңлатып маташты.

«Бәлки, бындай кеше менән күрешмәү хәйерлерәктер. Мин әллә ни эшләп кешене Ғайса һымаҡ күрәм дә ҡуям. Әл дә саҡырып өлгөрмәнем».

Тәнзилә был хаҡта һылыуына бер ни ҙә әйтмәне. Бер нисә көндән Әмир менән күҙмә-күҙ осрашты. Аңғармаҫтан ҡаршыһына барҙы ла сыҡты. Ни эшләр? Һаулыҡ һорашырмы? Әллә күрмәмешкә һалышып үтеп китерме? – тип уйлап килгәндә...

Әмир күҙ менән ҡаш араһында юҡ булды ла ҡуйҙы. Шул тиклем аптыраны был хәлгә Тәнзилә, хатта ҡар көрәп йөрөгән студенттар эргәһенән үтеп киткәс, тағы боролоп артына ҡараны. Ҡараһа, ни күрһен: Әмир студенттар араһында ҡар көрәп йөрөгән була.

Был хәлде Рәмзиләгә һөйләмәй түҙмәне Тәнзилә.

– Ә һин уны ҡайҙан танының?

– Бер саҡ эшенә инеп сығырға тура килгәйне, танытмағайным.

– Матурмы?

– Нисек әйтәйем? Матурҙар матур күренмәй, һөйгән матур күренә, тиҙәр бит.

– Мин дә осраттым Әмирҙе, – тине Рәмзилә. – Ул балаһы һәм ҡатыны менән ине. Бала тәтелдәге сығып әллә ниҙәр һөйләй. Улар өсөһө лә бәхетле... – Рәмзилә ҡарашын йәшереп, бер аҙ өндәшмәй торҙо ла һүҙен ялғап алып китте. Барыбер мөхәббәт булғандыр, апай. Уларҙы күрҙем дә әллә ни эшләнем дә ҡуйҙым. Үтеп киткәйнеләр, йөрәгемдән ниҙер уйылып ҡалған һымаҡ булды. Ә кейәүгә сығырға тура килһә, тормоштан туйған, үҙен иң бәхетһеҙ һанаған, һүнгән, йәшәү йәмен юғалтҡан кешегә сығырмын. Йәлләп... Яратыу булмаҫ инде хәҙер...

– Ул һине яратһамы?

– Эйе. Апай, ә йәлләү яратыу буламы?

– Ҡатын-ҡыҙ мөхәббәте йәлләүҙән башлана, тиҙәр. Әммә, минеңсә, йәлләү шул йәлләү булып ҡалалыр инде. Мөхәббәткә әйләнмәйҙер. Ә мөхәббәт бөтөнләй икенсе тойғо бит ул. Әхирәтемдең яҙмышынан сығып шундай һығымта яһағайным.

– Ҡайһы әхирәтең, апай?

Йәүриә ине уның исеме, һин белмәйһеңдер. Үлде ул. Бергә уҡыныҡ. Беҙҙең менән Аҙнабай исемле егет тә уҡыны. Атаһы һуғышта үлеп, әсәһе икенсе кешегә кейәүгә сыҡҡайны. Ә Аҙнабайҙы бәләкәйҙән үк атаһының әсәһе ҡәрсәһе ҡарап үҫтергән. Шуғамы икән, тәбиғәтенәнме – өндәшмәҫ, йомоҡ, тешеккән бер егет ине. Кеше менән дә әллә ни аралашманы, һирәк-һаяҡ беҙҙең бүлмәгә инеп, өндәшмәй генә ултыра биреп сыҡҡылай ине. Уның был холҡона өйрәнеп-күнеп тә бөткәйнек. Бер саҡ Йәүриә уйлмаған-юрамағандан:

– Ҡыҙҙар, мин Аҙнабайға кейәүгә сығырға ризалыҡ бирҙем! – тип ҡайтып инмәһенме! Әсәһенең берҙән-бер иркә ҡыҙы, һәр саҡ энәнән-ептән төшкән кейем кейеп бер ауырлыҡ күрмәй үҫкән Йәүриәнең һүҙҙәрен уйынға борҙоҡ.

– Килештерәһегеҙ икән! Һин бытбылдыҡ кеүек көнө буйы бер туҡтауһыҙ тәтелдеге сығырһың, ә уның аҙнаһына бер һүҙ әйтмәҫ.

– Ә мин шаяртмайым бит, ҡыҙҙар! – тине ул етди генә.

– Нисек?

– Ул бит беренсе курстан бирле тынғы бирмәй, һеҙ көлөрһөгөҙ тип кенә өндәшмәнем.

– Беҙгә инеп өндәшмәй генә ултырыуы мөхәббәт аңлатып ултырыуы булғанмы?

– Бәлки, – тине Йәүриә, етди генә. – Әгәр минеке булмаһаң, аҫылынам да ҡуям, юҡ бәхет юҡ, ти. Ул, ысынлап та, бик бәхетһеҙҙер. Ғүмерендә ата-әсә иркәләүе күрмәгән, наҙ тоймаған. Үҙе наҙ тоймаған кеше тупаҫ булалыр инде ул. Аңларға кәрәк, ҡыҙҙар. Яратмаған да, яратылмаған да бит инде. Хәҙер килеп яраттым ғына тигәндә, мин баш тартһам, ул ни эшләр?

– Ә үҙең яратаһыңмы һуң?

– Яратып китермен, бәлки. Ә әлегә йәлләйем. Ихлас йәлләйем. Уны бәхетле итергә теләйем. Ә, бәлки, яратыу шулай ҙа булалыр. Яратыуҙың ҡануны ла, ҡалыбы ла юҡ бит.

– Һәр беребеҙ Аҙнабай тураһында фекеребеҙҙе әйтергә ашыҡтыҡ.

– Ул бит үҙенән башҡа кешене белергә лә теләмәй. Эгоист, ысын эгоист.

– Ҡаты бәрелмәгеҙ кешегә. Етем үҫкән. Холҡо шулай булғас, ни ҡылһын?

– Эгоист тип холоҡҡа әйтмәйҙәрме ни? Төҫөнә, белеменә ҡарап түгел бит.

– Бәхетһеҙлек ул, ҡыҙҙар. Эгоислыҡ, үҙеңдән башҡаны күрмәү, кеше менән аралашып йәшәмәү – бәхетһеҙлек. Ә кеше бәхетһеҙлегенән көлөргә ярамай, – тим, Йәүриә үҙ һүҙен бирмәне.

– Кешене ауырыуы өсөн йәлләргә мөмкиндер, – тип һүҙгә ҡушылдым мин дә. – Ә холҡо өсөн?! Белмәйем. Бәлиғ булған. Кеше араһында йәшәй. Ниндәй һәйбәт классик әҫәрҙәр уҡыйбыҙ, лекциялар тыңлайбыҙ. Шулай булғас, үҙ холҡоңа ситтән ҡарау өсөн тулы мөмкинлек бар. Әҙәби әҫәрҙәр шуның өсөн яҙылмаймы ни? Ә Аҙнабай үҙгәрмәйәсәк. Сөнки ул үҙ холҡона ғашик.

– Баш тартһам, аҫылыныр тип ҡурҡам.

– Ҡурҡыта ул һине, Йәүриә. Хатта ошо аҙымында ла үҙен сикһеҙ яратҡанлығы күҙгә бәрелеп тора. Һәр хәлдә ашыҡма. Ир менән ҡатын йәшәй-йәшәй бер холҡло булып китә, тиҙәр. Уҡығаным бар. Ә һин уның холҡон ҡабул итә алырһыңмы? Юҡ. Белеп торам. Ундайҙар, Йәүриә, үҙҙәре лә йәшәмәй, кешегә лә йүнләп йәшәргә ирек бирмәй. Йәлләтеп алып тик йөрөйҙәр.

– Уға ла кемдер тормошҡа сығыр бит?

– Табылыр ише. Әммә йәлләп түгел, ә үҙе кеүек, тап шул өндәшмәҫлекте, ҡырыҫлыҡты яратҡан кешеһе булыр.

– Һин бер тыуып ҡартайып, икенсе тапҡыр йәшәй башлаған кеше кеүекһең, Тәнзилә. Шундай итеп иҫбат итәһең үҙ ҡарашыңды, һис ҡаршы сығырлыҡ түгел, – тине Йәүриә, әллә ризалашып, әллә миңә үпкәләп. Әммә бәхәс дауам итмәне.

Йәүриә эшкә үҙ ауылына ҡайтып китте. Аҙнабайҙы аспирантурала ҡалдырҙылар. Бер нисә йылдан һуң мин дә Өфөгә килдем. Хатта Йәүриә менән бер мәктәптә эшләй башланыҡ. Йәүриә Аҙнабайға тормошҡа сыҡҡайны. Еҙнәң менән Аҙнабай бер үк Фәндәр Академияһына ҡараған институттарҙа эшләне. Ҡатнашып-аралашып йөрөнөк, хатта уҡыған ваҡыттағынан да нығыраҡ дуҫлашып киттек. Йәүриә балаларҙы яратты, шуға бигерәк йыш килделәр беҙгә. Ә Аҙнабайға сығыуын былай тип аңлатты:

– Ауылға килде лә килде, һис тыңғы бирмәне. Әсәйем, сыҡ та ҡуй, хур итерлек егет түгел бит, – тигәс, тәүәккәлләнем дә ҡуйҙым.

Йәүриә һаман матур, шаян, илгәҙәк, йор һүҙле. Шуға ла тормошо тураһында һорашыуҙы артыҡ һананым. Коллективта үҙен бик яраттылар. Тәнәфестә уҡыусылар ғына түгел, уҡытыусылар ҙа уның янында булырға тырыштылар. Ә йыйылыштарҙа, директор берәй нәмә әйтер алда иң элек, Йәүриәнең хуплауын көткәндәй, уға ҡараш ташлап алыр ине. Бигерәк һөйкөмлө ине шул үҙе лә. Матурлыҡ үҙе башҡа, уны һәр кем үҙенсә аңлай. Ә бына һөйкөм тигән сифат ҡатын-ҡыҙҙы айырыуса матурлай. Керпек һирпеп, ҡыйғас ҡашын һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә һикертеп, ынйы кеүек тештәрен йылтыратып йылмайыуҙары күңелдә ниндәйҙер гүзәллек сығанағы һымаҡ тойола торғайны.

Ял көндәре беҙгә килеүҙәрен дә балалар түҙемһеҙлек менән көттөләр. Тик үҙҙәренең генә балалары юҡ ине.

– Кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлағансы, тип рөхсәт итмәй Аҙнабай. Алмашҡа салбар алмайынса хәйерселәр үрсетер хәл юҡ, ти. Йә диссертацияһын һаман яҡламай. Әле бер ерен оҡшатмай, әле икенсеһен. Тота ла яңынан эшләй, тота ла яңынан яҙа. Хәҙер йәшем дә байтаҡҡа бара инде. Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты, тип бошоноп та китә ине ҡайһы саҡта Йәүриә.

Бергә эшләй башлауыбыҙға йылдан ашыу ваҡыт үтге. Бер саҡ Йәүриәбеҙ ҡапыл һүнә, ябыға башланы. Йөҙөндәге алһыулыҡ юғалды, күҙҙәремдә нур шиңде. Майы бөтөп барған шәм шикелле тойолдо миңә.

– Йәүриә, һиңә ни булды?

– Үҙем дә аңламайым. Өйҙә сервантты ғына шылдырып ултыртҡайным. Аҙ ғына. Әллә шуның ғилләһе инде?

– Аҙнабайың ни ҡарап торҙо һуң?

– Эй, уға әйтһәң... Тәүҙә үпкәләмәҫлек һүҙ табырға, шунан ни өсөн кәрәклеген аңлатырға... Аҙаҡ, эшемдән бүлдең, фекеремде тарҡаттың, тип игәгәнен тыңларға...

– Врачҡа күренмәнеңме?

– Минең бер ерем дә ауыртмай. Тик ябығам да ябығам ғына. Унан һуң бишенсе кластан бирле үҙем алып килгән унынсыларымды кемгә ҡалдырайым? Сығарылыш кисәһен үткәргәс, инермен больницаға тип уйлайым. Уҡыусыларҙы мәхрүм итке илмәй. Унынсы класты тамамлау ғүмергә хәтерҙә ҡала торған ваҡиға бит ул...

Кейгән кейемдәре килешеүһеҙ, яурын баштары төшөнкө була башлағайны инде. Йөҙө тамам һарғайҙы, күҙҙәре ултырҙы. Күмәкләшеп өгөтләй торғас, больницаға ятты. Эргәһенә барып йөрөнөм. Бер көн килһәм, кәйефе юҡ, төҫө ҡасҡан, ҡобараһы осоп, ашығып-ашығып:

– Тәнзиләкәй, бер кемгә лә әйтмә, йәме. Минең бит... – тип, ҙур ҡара күҙҙәрен тултырып, шул тиклем мөлдөрәтеп ҡараны. Ышанғыһы килмәй ине үҙенең дә. Һис кенә лә. Бөтәһен дә аңланым.

– Ҡайҙан белдең? Яңылышаһың, тигән булдым, ихтыярһыҙҙан.

– Йыуатма мине, Тәнзилә. Операция яһап шул өлөшөн киҫеп аласаҡтар.

Яман шеш билдәләгәйнеләр. Операция үтте. Сығарҙылар больницанан. Өйҙә дауаланырға ҡуштылар. Әммә өйҙә еңел булманы уға. Бер көн барғанымда шуны аңланым.

– Һуң ул сервантты бер миллиметр шылдыра биреп ултыртыуҙан ни файҙа булды һиңә? Миңә ҡарыштыңмы? Йәмғиәткә файҙа килтерҙеңме? Минең диссертацияма файҙа эшләнеңме? Шәп кеше ни! Көслө кеше ни! Донъя көтә берәү! Миңә әйтһәң, телең ҡалыр инеме? – тип игәй генә бирҙе Аҙнабай.

Әлбиттә, медицина әлегә яман шеште еңә алмай. Ҡатынының ниндәй хәлдә икәнлеген аңлап, йәне лә әрнейҙер. Әммә туҡтауһыҙ игәүҙән фәтеүә юҡлығын да белеп тора. Сервант шылдырыуҙан ғына башланмаған ауырыу икәнлеген дә беләлер. Йәүриәнең һанаулы ғына ғүмере ҡалғанлығын, ошо көндәрен бәхетле генә итеп үткәрергә тейешлеген аңламанымы, аңларға теләмәнеме... Әммә теңкәһенә тейә ине.

– Көн һайын шулай. Бығаса өндәшмәүенә эсем бошһа, хәҙер шул саҡтарын һағынам, – тигән булды Йәүриә, үҙе бойоҡ ҡына йылмайҙы. Байып барған ҡояштың һүрәү генә нурҙары сағылып үткәндәй тойолдо ҡарашында.

Ял көнө Аҙнабай, ғәҙәттә, китапханаға китә торғайны. Ә мин көнө буйы Йәүриә янында булырға тырыштым.

Ул көнө лә өйөн йыйыштырған, сәй әҙерләгән, ҡоймаҡ ҡойған. Мине көтә ине.

– Тәнзилә, һине көндәгегә ҡарағанда ла нығыраҡ һағынып көттөм. Зарығып көттөм. Сәбәбе бар: минең бер кешене күргем килә. Шул тиклем күргем килә, Тәнзилә! Аңлайһыңмы? Шул тиклем! Ул тәрән итеп көрһөндө. Тыныуы ҡайнар ине.

– Кем ул?

– Фамилияһы Илғужин. Медицина институтында эшләй.

– Ҡайҙа күрҙең уны? Ни эшләп мин белмәйем?

– Быйыл яҙ Аҙнабайҙы оҙата инем. Әллә ни эшләп юлға сумаҙан тотоп сығырға ярата бит ул минең Аҙнабай. Өйҙә саҡта уҡ ҡулына тотторҙом сумаҙанын. Ә тегендә, хушлашып, вагонға һикереп кенә менгәйне, ҡапҡасы асылды ла китте сумаҙандың. Әйберҙәре еpгә ҡойолдо. Мин дә, эргәләге башҡалар ҙа йәһәт кенә йыйып һалдыҡ. Бер ни ҙә бысранманы. Ә Аҙнабайҙың күҙенә аҡ-ҡара күренмәне шикелле, ҡайҙалығын да онотто, теш араһынан шундай йәмһеҙ итеп, әллә ниндәй ят тауыш менән:

– Эш-ш-ш-кинмәгән. Йәү... Юрия, – тине. Ғәрлегемдән ут яндым. Янындағы кешеләргә һиҙҙермәҫ осон шаярыуға борҙом:

– Хужа Насретдин дә ҡатынын, тоҡто йүнһеҙ бәйләгәнһең, ун тапҡыр яңынан бәйләнем, һаман бушай ҙа ҡуя, тип әрләгән ти, юл йөрөп ҡайтҡас, – тигәйнем, ул күҙенең ағын әйләндереп ҡараны ла ҡул һелтәне.

Ҡайтып киттем. Ҡолағымда уның тауышы менән йәмһеҙ итеп әйтелгән исемем. Атайымдың ҡомартҡыһы итеп һаҡлаған исемемде тәү тапҡыр ишеткем килмәне. Үҙен үлемдән ҡотҡарған рус егете Юрий хөрмәтенә Юрия тип ҡушҡан да, башҡортлаштырып Йәүриә тип йөрөтәләр ине мине. Атайым үҙе һуғыш яраларынан мандый алмай иртә донъя ҡуйған... Аҙнабайҙың һүҙҙәренән һуң, тынысланыр өсөн бер аҙ йәйәү барырға булдым. Бер аҙ атлағас, кемдеңдер:

– Йәүриә! тип өндәшкәнен ишетеп, тертләп ҡалдым. Шундай яғымлы, ғәжәп наҙ һалынып әйтелде исемем. Тағы ҡабатлатҡы килде. Ҡолағыма ишетеләлер, тип тә уйланым. Боролманым.

– Йәүриә! Һеңлем!

Был юлы өндәшеүҙең ысынбарлыҡ икәнлеген аңланым, туҡтаным. Татлы төш йәки әкиәт кеүек ине инде.

– Рөхсәт итһәгеҙ, бергә ҡайтайыҡ.

– Ә һеҙ кем булаһығыҙ?

– Коллега. Йәғни, мин дә оҙатыусы. Ул еңелсә генә көлдө. Тәнзилә, беләһеңме, ул күҙҙәремә туп-тура ҡарап шундай һөйкөмлө йылмайҙы, әле лә шул тауыштан сафлыҡ, ирәбелек һирпелеп киткәндәй. Ә күҙҙәре! Башҡа бер кемдә лә ундай эскерһеҙ, йомшаҡ бәрхәт ҡарашлы күҙҙәр осратманым. Иркәләп, һөйөп, күңелдәрҙе иретерлек ҡарай. Шул саҡ артымдан әллә нисә кеше бергә ҡыуып етһә лә, уның ҡарашынан ғына өндәшеүсенең кем икәнлеген белер инем.

– Мине ҡайҙан беләһегеҙ?

– Мин һеҙҙе белмәй инем. Ғөмүмән, бындай сибәр ҡатын һәм ғәжәп үҙенсәлекле исем менән тәүге осрашыуым. Ни өсөн Юрия һеҙ? Ҡайҙан алынған был ят исем?

– Һеҙ тел белгесеме?

– Юҡ, мин медицина институтында уҡытам. Ә шулай ҙа туған телемә лә, әҙәбиәтебеҙгә лә битараф түгелмен.

Исемем тарихын һөйләп бирҙем.

– Атайығыҙ ысын ижадсы, шиғри күңелле кеше икән... Ә башҡа туғандарығыҙҙың исемдәре нисек? – тип ҡыҙыҡһынды.

– Мин яңғыҙым ғына. Атайым һуғыштан ҡайтҡас оҙаҡ тормаған.

Юлдашымдың керпектәре түбән төштө. Ҡап-ҡара ҡуйы ине керпектәре. Шуға ҡарашы ла серле тойолғандыр.

– Ауыр хәтирәләрегеҙҙе ҡуҙғатып борсоном, ахыры. Ғәфү итегеҙ.

«Яра ҡуҙғатыу, имеш. Ул ҡараш, ундай яғымлы тауыш менән әллә ниндәй яраны ла уңалтыр инегеҙ», – тип әйткем килде. Өндәшмәнем.

Көн кисләне. Миңә тиҙерәк ҡайтырға кәрәк икәнлеген әйттем. Такси туҡтатты. Ҡайҙа йәшәгәнлегемде һораны. Туҡталышты әйттем. Төшөр саҡтараҡ:

– Һеҙ иҫ киткес гүзәл ҡатын, Йәүриә. Күңелегеҙ ҙә, йөҙөгөҙ ҙә, – тип, тағы йылмайып, арбап торған серле ҡарашы менән оҙатып ҡалды, һүҙ аралаш фамилияһының Илғужин икәнен белдем. Башҡаса осратманым. – Йәүриә үҙ хистәренән, ир ҡатыны булып та күңелендә икенсе берәүҙе йөрөткәнлегенә оялғандай, ҡарашын йәшереп ултыра бирҙе лә һүҙен дауам итте... – Ул көнө өйгә ҡайтҡас... Ҡайҙа инде ул ҡулға эш тотоу... Күңелдә әллә ниндәй көйҙәр бутала. Йөрәкте таныш булмаған тойғо биләп алды. Шатлыҡ та, һағыш та, табыш та, юғалтыу ҙа. Күҙ алдарым яҡтырып, зиһенем сафланып киткәндәй ҙә... Бығаса йәшәлгән ғүмерем мәғәнәһеҙ, тупаҫлыҡ менән тулы, тик алдағы көндәрем генә баҙыҡ, нурлы булырҙай. Күҙ алдым да йәйғор һуҙылған, алдарымда сәскә һибелгән, баш осомда ғына ҡоштар һайраған һымаҡ. Шул саҡ «Былбылым» йыры хәтергә килде. Пианино янына ултырҙым да уйнай-уйнай йырлап ебәрҙем...

Аҙаҡ бик ауыр булып киткән саҡтарҙа, гел генә шул кисте хәтерләнем. Миңә, мөғжизәгә ҡарағандай, һоҡланыусы, исемемде, тап үҙем теләгәнсә наҙлап әйтеүсе кеше барлығы күңелемде йыуатты.

Тәнзилә! Бала һөйөү бәхете татыманым, яратыу, ихлас яратылыу тойманым. Уны ла күрмәй китһәм, был яҡты донъянан, ҙур үкенесем ҡалыр. Шул тиклем күргем, бер генә тапҡыр булһа ла: «Йәүриә! Һеңлем!» тин әйттергем килә. Бына ошонда ғына уның тауышы... Йәүриә йөрәге тапҡырына баҫты ла тынып ҡалды. Дарыу бирҙем.

...Таптым Илғужинды. Таныштыҡ. Ул мине шикле йылмайып, сәйер ҡыуаныс менән ҡаршылағайны, килеүемдең сәбәбен белгәс, йөҙөндәге нурҙы болот ҡапланы... Ирендәре ҡалтыранды. Бер килке бер ни өндәшмәй аҙап ҡалды ла:

– Нисек? Йәүриә ауырый? Нисек улай килеп сыҡты һуң? Ул бит... Ҡайһы больницала? Шундай матурлыҡ...

– Әлегә өйҙә. Операциянан һуң. Тағы һалырға тейештәр...

– Мине оҙатырға форсатығыҙ бармы?

– Әлбиттә.

– Мин инеп тормам, – тине Илғужин, Йәүриәләр тапҡырына килеп еткәс. – Үҙе сыға аламы? Лифт эшләйме? – тип һораны.

– Мин уны һауаға алып сыҡҡылайым. Хәҙер алып сығырмын.

Беҙ ҡултыҡлашып аҡрын ғына атлап машина янына килгәндә, Илғужин үҙен ҡулға алғайны инде: баяғы ҡаушау, ҡурҡыу, аптырау, ҡайғырыу кеүек тойғоларҙың әҫәре лә ҡалмағайны.

Бөтә йөҙө балҡып, киң йылмайып ҡаршы алды Йәүриәне һәм шул тиклем һаҡ ҡағылды Йәүриәгә, әйтерһең, уның ҡулына бына-бына ыуалып китер гәлсәр ваза тотторғанмын. Йәүриә саф һауаға сыҡҡас, бер килке хәле бөтөп, иркен тын алып китергә ҡыйынһыныбыраҡ ҡалды. Илғужин уны машинаға ултыртты ла, ишеген асып, һауа һулатып ял иттерҙе. Йәүриә миңә йәһәт кенә күҙ һирпеп алды ла шатлыҡлы ҡарашын керпек аҫтарына йәшерҙе. Иң яратҡан күлдәген кейеп, йоҡа шарфын бәйләгәйне ул. Һурығып, ябығып киткән йөҙөнә асыҡ төҫтәге күлдәгенән, ҡыуаныстан нур һирпелгән кеүек... Ул ошо ҡиәфәттә лә матур ине.

Илғужиндың һәр хәрәкәтенән эске тулҡынланыуын, көтөлмәгән осрашыуҙан һәм был минуттарҙың башҡа бер ҡасан да ҡабатланмаясағын белеүҙән борсолоуын күреп була ине.

– Беҙ Йәүриә менән бер аҙҙан һеҙгә килербеҙ, – тине лә Илғужин, машинаһының ишеген ипле генә ябып, аҡрын ғына ҡуҙғалып киттеләр.

Мин ҡайттым. Өҫтәл әҙерләнем. Өс сәғәт самаһы ваҡыттан һуң ишек шаҡыуға йүгереп килеп етһәм, аптырап киттем! Йәүриәнең ҡосағы тулы сәскә – ялан сәскәләре, ә үҙе хәлһеҙ ҡанаттарын елпеп, бына-бына осоп китерҙәй талпынған яралы ҡошсоҡто хәтерләтә: ҡайҙалыр ашҡына, күҙҙәре осҡонлана...

– Әйҙәгеҙ, уҙығыҙ!

Мин Йәүриәне ҡултыҡлап алып инеп, диванға ултырттым. Илғужин да ярҙамлашты. Үҙе Йәүриәнән күҙҙәрен алманы. Әхирәтем дә был мәлдәрҙә тик уны ғына күрә ине.

– Рәхмәт, – тине Илғужин, минең «уҙығыҙ» тигән тәҡдимемде ҡабул итмәйенсә. – Миңә китергә ваҡыт. Ашығам.

Оҙата сыҡтым.

– Ғәфү итегеҙ, бер аҙ оҙаҡланыҡ. Мин Йәүриәне Дим буйына алып барҙым. Аҡрын ғына йөрөттөм... Кем белә, бәлки, һуңғы тапҡыр сәскә тотоуылыр... Тик үҙенә был хаҡта өндәшмәгеҙ. – Илғужиндың тауышы ҡалтыранды, күҙҙәрендә йәш ине. – Шундай матурлыҡ... шундай ваҡытһыҙ китә...

Мин хушлашҡандан һуң, бер аҙ тынысландым да әхирәтем янына индем. Ул аяҡтарын бөкләп диванға ултырған да, сәскәләрҙе берәм-берәм барлап, моңло ғына йыр һуҙа. «Былбылым». Тыны етмәй, көй бөгөлөштәре ҡыҫҡа-ҡыҫҡа ғына.

– Мин бөгөн йырланым, Тәнзиләкәйем. Үҙенә, уның үҙенә йырланым. Уға йырлар өсөн генә сығарылған йыр бит. Ә ул тап мин хыялланғанса. Мин дә һин татыған бәхетте тойҙом бөгөн. Ул да, моғайын, тап Ғайса кеүектер. Тәнзиләкәйем, бәхетеңдең ҡәҙерен бел. Һеҙ бит бер-берегеҙҙең күҙенә генә ҡарап тораһығыҙ. Бөгөн мин дә ҡараштарҙың аңлашыуын тойҙом. Йөрәктәр һөйләшә, йөрәктәр аңлаша... Тәнзилә, мин, ысынлап та, ошо сәскәләрҙән наҙлымы? Йондоҙҙар араһында ла миңә оҡшаған нурлыһы юҡмы?

Күл еҫтәрен йәмләндереп сәскә атҡан томбойоҡмо мин? Күҙ йәшеме, йөрәк моңомо? Әхирәткәйем, әйт әле... Юҡ, туҡта. Мин арыйым. Башҡаса һөйләй алмайым. Ә һөйләге... Һөйләге... Һөйләге килә. Тәнзилә, әйҙә миңә Лермонтовты уҡы. Яттан. Эргәмә генә ултырып. «Мцыри»ҙы.

«Ты хочешь знать, что видел я

На воле?»

Туҡта, тәүҙә Аҙнабайға шылтыратайым, һин шылтырат. Бөгөнгә ҡайтмайым. Борсолмаһын. Ҡайтмайым, йәме, Тәнзилә, һинең янда булам. Минең йәшәгем килә. Бөгөнгө бәхетле минуттарымды дауам иткем килә. Ә ул мине ваҡытынан алда үлтерҙе, күптән үлтерҙе...

... Йәүриәне мәңгелеккә оҙатып, байтаҡ ваҡыт үткәс, Аҙнабай килде. Өндәшмәй ултырҙы. «Мин Йәүриә алдында ғәйеплемен. Аңламағанмын уны. Бәхетле итә алманым», – тип, сәстәрен йолҡҡолаһа, ни тип йыуатырмын? «Бала тапһа, бәлки, ул яман сиргә юлыҡмаҫ ине», – тип, кеше яраһына тоҙ һалып булмай бит инде, тип аптырап ултырғанда, ул башын да күтәрмәй, теш араһынан ғына:

– Һиңә ни һөйләне теге көндә Йәүриә? Кемдәр менән теттергән ул мин экспедицияла ваҡытта? Ни эшләп ауырыуға юлыҡҡан? – тип һүҙ башламаһыңмы!

Күҙҙәремә йәш эркелде, тамағыма төйөн тығылды.

– Аҙнабай, зинһар өсөн, Йәүриә тураһында насар Һөйләмә. Саф, хыянатһыҙ булды ул һиңә. Йәүриәне юғалтыуҙы бик ауыр кисерәм. Уны хәтерләткән әйбер күрһәм, йөрәгем күкрәгемдән атылып сығырҙай. Ә һин уны оноттоң дамы ни? Бысаҡһыҙ телгеләнең йөрәгемде, тинем. Еҙнәң оҙата сыҡты уны. Ни һөйләшкәндәрҙер, белмәйем, әммә ингәс:

– Ғүмер буйы етемлеген байраҡ итеп алдан тотоп йөрөнө ошо Аҙнабай. Йәүриәнең ышанысына, саф йөрәгенә лә шул байрағын ялпылдатып барып инде бит ул, – тип әсенде. Уға артыҡ борсолоу ярамағанлыҡтан, һүҙҙе икенсе нәмә хаҡында ла башлап ҡараным, әммә еҙнәң бик оҙаҡ тыныслана алманы.

Рәмзилә тауышһыҙ ғына илай ине. Тәнзиләне лә йоҡо алманы. Был юлы Йәүриә хәтирәһе лә, Ғайса ла күңелен болоҡһотто.

Иртәгеһен Рәмзилә:

– Апай, ә ул Илғужинға сыҡһа, үлмәҫ инеме икән? – тип һораны. Үтә бер ҡатлылыҡ менән бирелгән һорауға ни тип яуап ҡайтарһын Тәнзилә? Ә шулай ҙа үҙ ҡайғыларын онотоп, кеше яҙмышы хаҡында уйланыуы ҡыуандырҙы.

– Уныһын өҙөп кенә әйтеп булмай. Илғужинды ла белмәйем. Ниндәй кеше ул? Әлбиттә, был осраҡта үҙен һәйбәт яҡтан күрһәтте. Беҙҙе дөрөҫ аңланы. Кешелекле булыуынанмы, врач булғанғамы? Нисек кенә булмаһын, Йәүриәнең ағас сөрөгө кеүек бөләңгерт кенә янып һүнә барған ғүмерен ҡапыл балҡытып ебәрҙе. Мейестә ут янып бөткәс, бер генә торомбаш ҡала бит. Яныр-һүнерҙән генә ята. Ә эргәһенә ҡуҙ өйөңкөрәп һалһаң, гөлт итеп ҡала. Шуның кеүек булды. Кем белә, һылыу, тормош ҡатмарлы. Ғаилә, ысын мөхәббәт бер-береңде күҙгә ҡарап аңлашыуҙан, холоҡ-фиғелең тулыһынса тап килеүҙән генә тормай. Ысын бәхет өсөн яратырға, яратылырға, аңларға, үҙеңде оноторға, уның тормошо менән йәшәргә кәрәк, тигәйнем бит. Ә уның тормошо менән йәшәү – кәрәк саҡта... нисек тип әйтәйем, үҙеңде унан түбәнерәк ҡуйып ебәргән осраҡтар ҙа, ғәйепһеҙ көйө рәнйетелгән саҡтарҙа өндәшмәй ҡалырға ла көс табыу тигән һүҙ. Оло мөхәббәт, оло маҡсат өсөн. Уны ваҡламаҫ өсөн.

Артист Байғусҡаровтарҙы беләһең бит, Ғәйрәт исемле улдары минең класымда уҡый.

– Уларҙы кем белмәһен!

– Һинеңсә, нисек? Татыу ғаиләме?

– Әлбиттә. Бөтәһе лә уларҙы маҡтайҙар, уларға һоҡланалар. Театрҙың юбилейында уларҙың ғаилә бәхете хаҡында күпме яҙҙылар!

– Дөрөҫ. Улар бәхетле. Ике улдары ла яҡшы уҡый. Тәртиплеләр. Ә үҙҙәре һәр ваҡыт кисә генә өйләнешкән йәштәр һымаҡ! Урамдан ҡултыҡлашып үтеп китеүҙәрен ҡарап ҡалыу ғына ла үҙе бер матур күренеш. Әйтерһең, улар донъяла икәү генә!

Бер саҡ уларға барырға тура килде. Ғәйрәт бер-нисә көн дәрескә килмәгәйне. Артистар, ғәҙәттә, көндөҙ өйҙә булалар. Ҡыңғырауға баҫтым. Эстә тауыш. Шау-шыу. Ишек асыусы юҡ. Тағы баҫырғамы ҡыңғырауға, юҡмы, тип икеләнеп торғанда, Әлимә ишек асты.

– Тәнзилә Искәндәровна! Һаумыһығыҙ! Уҙығыҙ! Ғәфү итегеҙ – аҙыраҡ көттөрҙөм. Өҫтәмдә алмаштыра инем. Яңы ғына ҡайттыҡ та...

Әлимә мине өйгә саҡырҙы. Мин әле генә ишетелгән шау-шыуға ла, Әлимәнең борсоулы йөҙөнә лә иғтибар итеп, аптырап ҡалдым. Әммә Әлимә ай-вайыма ҡуймағас: «Репетиция яһағандарҙыр, бәлки, артистар бит», тип уйлап, индем.

Артист Байғусҡаров өйҙә ине. Баш ҡағып ҡына иҫәнләште лә икенсе бүлмәгә ашығып инеп китте.

– Тартынмағыҙ, Тәнзилә Искәндәровна! Хәҙер кофе әҙерләйем. Театрҙың юбилейы менән һис кенә лә бушап булмай. Мәктәпкә лә бара алмайым. Шылтыратҡайным – һеҙ юҡ инегеҙ. Ғәйрәтемдең ангина бит. Әле больницала, һеҙ альбом ҡарай тороғоҙ. Мин хәҙер.

– Байғусҡаровтың кәйефе бер аҙ боҙолдо. Әммә борсолмағыҙ. Һеҙҙең килеүегеҙ шул тиклем ваҡытлы, шул тиклем яҡшы булды. Юғиһә, ярһып китһә, ҡан баҫымы күтәрелә. Унан ауырый. Ә ишектә кеше барлығын белгәс, тиҙ баҫылды. – Әлимәнең моңһоу ҡарашын, ысынлап та, шатлыҡ алмаштырҙы. Тамашасыларҙың һушын алған, һоҡландырған ҡарашында әле генә сағылып ҡалған борсолоу һыпырып алғандай юғалды.

– Тәнзилә Искәндәровна! Теге ваҡыт йыйылыштан һуң шул тиклем һөйләшкем килгәйне һеҙҙең менән. Форсатығыҙ булманы. Унан сәйгә саҡырып алайым тип тә йыйынам да, юҡ, әллә нәмә менән үтә көндәр. Күңелең ятҡан кеше менән рәхәтләнеп һөйләшерлек тә әмәл юҡ.

Әлимә Байғусҡарованың таныш-белештәре күп. Урамдан да тыныс ҡына үтеп китә алмай. Әленән-әле туҡтаталар. Шулай булғас...

Әммә мин уйҙарымды ослап өлгөрмәйем, Әлимә үҙе һуҙ башланы.

– Ҡайһы бер ролдәремдә икеләнеүҙәремде, борсолоу-һағыштарымды әйтеп бирә алам. Әммә күңеле менән мине тойған кеше менән дә һөйләшке килеп китә. Мин ундай кешене һеҙҙә күрәм. Ғәйрәттең класс етәксеһе булғандан алып яҡын күрәм. Форсатығыҙ булһа, иркенләп ултырып кофе йәки сәй эсәйек.

– Мин бөгөнгә башҡа эш билдәләмәнем. Сәғәттәремде уҡытып бөттөм.

– Рәхмәт, Тәнзилә Искәндәровна! – Ул шундай ҡыуанды, әйтерһең, уңышлы сығышынан һуң бер ҡосаҡ ялан сәскәләре бүләк иттем.

– Бер кемгә лә сиселмәһәң, йөрәккә ҡан һауа, тиҙәр бит. Шул тиклем ауыр, хатта ролдәремде башҡара алмаҫлыҡ, һүҙҙәремде оноторлоҡ сиккә еткән саҡтарым була. Ә теймә берәүгә һөйләп булмай. Төрлө кеше төрлөсә ҡабул итә. Үҙ туғандарың – йәлләй, уның туғандары – ошаҡ тип ҡабул итә, яттарға һыр бирге килмәй. Үҙем дә икеләнеп китәм: ошо тормоштоң ни ауырлығы бар ул саҡлы? Әллә дан күтәрә алмайыммы? Әллә үтә наҙланаммы? Ошо хаҡта һөйләшкем килә. Бына бөгөн... Беләһеңме, Байғусҡаровтың ни өсөн кәйефе ҡырылды? Репетициянан ҡайтып килә инек – минең яҡташтар осраны. Иҫәнләштеләр.

– Әлимә, ирең менән таныштыр, – тине береһе. Таныштырҙым. Ғәҙәттәге һөйләшеү. Уйнауымды оҡшатыуҙары, минең менән ғорурланыуҙары хаҡында әйттеләр. Шунан хушлаштыҡ та киттек. Байғусҡаровтың кәйефе боҙолдо. Сәбәбен эҙләйем. Ҡайҙа, ни әйткәндә яңылыштым? Ҡайтҡансы был йомаҡты сисә алманым. Әле асыҡланды. Ишекте асып инеүебеҙ булды – башланды.

– Әлимә, ирең менән таныштыр, имеш. Сәхнә йондоҙо Әлимә Байғусҡарова! Данлыҡлы Байғусҡарова! Ә мин ни бары уның ире генә... Меҫкен, бахыр мин ҡатын даны, ҡатын исеме менән генә йәшәйем донъяларҙа. Уның ҡанаты аҫтында ғына әҙәм рәтле булып йөрөйөм. Таныш булығыҙ: Әлимә Байғусҡарованың ире!

Инде ныҡ ҡыҙҙы. Ә мин ундай саҡтарҙа өндәшмәйем. Тик ҡайһылайтып туҡтатырға белмәйем. Ярһытҡым килмәй. Ни тиһәм дә, килешмәҫ кеүек. Шунан ҡан баҫымы күтәрелеп китә, ауырый башлай. Шундай йәл була. Керпек ҡаҡмай үткәргән төндәрем була. Көнләшеү – йөрәк ағыуы, тиҙәр бит. Ағыу ҙа, ауырыу ҙа. Аҙаҡ үҙе ни эшләргә белмәй: ғәфү үтенә, вәғәҙәләр бирә – быныһы тағы ла ауырыраҡ. Кеше сир өсөн ғәйепле түгел бит. Пушкин, Достоевский ҡатындарына ла йәшәү еңел булмағандыр. Әммә улар талантты һаҡлай белгәндәр, һаҡларға тырышҡандар. Әлбиттә, улар кимәлендә бөйөк түгелбеҙ, әммә әле илебеҙ өсөн Байғусҡаров таланты ла кәрәк. Уға кәңәшкә киләләр, унан өйрәнәләр, уны яраталар, уға оҡшарға тырышалар, уның менән ғорурланалар, башҡаларға өлгө итеп ҡуялар.

Уның тотош үҙ мәктәбе бар. Тимәк, кәрәк ул кешеләргә. Ә мин һаҡларға тейешмен уны. Үҙем дә йәш сағымда уға ғашиҡ булған саҡта хыялыйҙар инем. Әле лә шулай. Роза сәскәһенең иҫ китмәле матурлығына, күркәмлегенә, күңелдәрҙе иҙерәтер хуш еҫенә һоҡланғанда, сәнскеләре барлығын белдем мин. Белгән көйө яраттым. Ике йөҙлөлөкмө был? Әрһеҙлекме? Сәнскеле саҡтарында түҙеү үҙеңде кәмһетеүме? Ҡайһы саҡта ошондай икеләнеүҙәр ҙә ярып үтә зиһенемде. Әммә гел түгел уныһы: ул үтә ҡыҙып китеп, самаһыҙ кәмһеткән саҡтарында шундай уйҙар инә башыма.

– Ә балалар?

– Улар белмәй, һиҙҙермәйем. Атайығыҙҙың репетицияһы, ҡамасауламағыҙ, – тип уның күҙенә салынмаҫҡа ҡушам.

– Бындай саҡтарҙа уның яҡшы яғын ғына уйларға тырышаһығыҙҙыр, моғайын?

– Һеҙ нескә психолог, Тәнзилә Искәндәровна. Дөрөҫ. Ә яҡшы сифаттары күп уның. Ғөмүмән, яҡшылыҡтан ғына тора кеүек хатта. Бына әле лә йәп-йәш ҡыҙҙар уның алдында тубыҡланыр кимәлдә ғашиҡ булып, хаттар яҙып, сәскәләр бүләк итеп, ишек төптәрендә көтөп торалар. Ә ул бит минең тойғоларыма бер ваҡытта ла тап төшөрмәй. Минең яратыуымды бик ҡәҙерләй. Хыянатһыҙ, эскерһеҙ ярата үҙе лә. «Һәр ролдән һуң һиңә яңынан ғашиҡмын, хатта кире ролдәр уйнаған сағыңда ла», – ти. Сәхнәнән сыҡҡас, уңышлы сығышым менән ҡотлап күтәреп ала. Ә башҡалар маҡтай башлаһа, көнләшә лә китә. Әллә мине, әллә үҙенең данын көнләшә бына шуны аңлай алмайым.

– Мөхәббәтең дә, сабырлыҡтың да иҫ китмәле сикһеҙен, һоҡланғысын бүләк иткән яҙмыш һиңә, Әлимә! Мин быны ҡатын, балалар әсәһе, уҡытыусы һәм тамашасы булып әйтәм. Рәхмәтемде лә белдерәм. Бик ябай, кеше тормошонда күҙгә салынып бармай торған бик оло батырлыҡ был.

– Мине аңлағанығыҙ өсөн шатмын, Тәнзилә Искәндәровна! Ә сабырлыҡҡа мин әсәйемдән, ғөмүмән, үҙем уйнаған башҡорт ҡатындарынан өйрәнәмдер. Улар түҙеменә, улар сабырлығына ғүмерем буйы ғашиҡмын. Сәхнәлә бөтә булмышы, яҙмышы, кисереше, холоҡ-фиғеле менән ысын башҡорт ҡатынын кәүҙәләндергән роль уйнағы килә. Замандашты. Әлегә хыял ғына был.

– Ә тормошта бар ундайҙар. Мәҫәлән, һәҙиә Дәүләтшина.

– Эйе. Тап мин хыялланған ҡатын. Сабырлыҡҡа, батырлыҡҡа һәйкәл ул.

– Әлимә! Ошондай ауыр минуттарыңда шылтырат. Килермен. Йә үҙең кил. Ҡунаҡҡа саҡырҙылар, тип әйт тә. Мин һәр ваҡыт ихлас ҡабул итермен.

– Рәхмәт, ихлас күрешербеҙ. Йөрәккә ҡан һаумаһын өсөн, серең һыйған кеше менән һөйләшеп алыу кәрәк, тиҙәр.

Аҙаҡ был хаҡта еҙнәңә һөйләнем.

– Һәр образды аңлап, бөтөн нескәлектәренә тиклем тойоп уйнауына ҡарағанда, кеше күңелен тәрән төшөнгәнлеге һиҙелеп тора шул. Әгәр шулай булмаһа, ирен аңлай ҙа, ярата ла, тимәк, һаҡлай ҙа алмаҫ ине, – тине.

– Ә мин Әлимә апай урынында булһам, ни эшләр инем икән?

Был һорау мине оторо ҡыуандырҙы. Рәмзиләнең башҡалар яҙмышы хаҡында тәрәнерәк уйлай башлауы, бер аҙ онотолоуы – минең өсөн оло шатлыҡ ине.

Мин уның ҡулына компас тотторҙом, ахыры. Ни өсөн компас? Кәңәш биреү – компас ҡына ул. Фәҡәт йүнәлеш кенә. Ә юлда күпме һикәлтәләр, ятыуҙар, шаршылар, шырлыҡтар бар. Һикәлтәлә – һөҙәк урынды, ятыуҙа, шаршыла – кисеүҙе, шырлыҡ урманда – берләм юлды табып, бараһы мораҙыңа ирешеү өсөн фәҡәт үҙеңә күберәк уйланырға, китап уҡырға, тормоштан өйрәнергә кәрәк. Ә һөйгән йәр бер була, Рәмзиләкәй. Ысын мөхәббәт тик бер генә тапҡыр йөрәкте ярып, аҡылды иләҫләндереп килеп инә кеше булмышына. Оло мөхәббәткә юлығыу өсөн, тойғо теҙгенен йөрәккә түгел, аҡылға тотторорға кәрәк, һылыуҡайым.

Мәрйәм БУРАҠАЕВА.

1987

Г. Ноғоманова һүрәте.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: