Бөтә яңылыҡтар

Игеҙәктәр (булған хәл)

Ләкин Кәримәгә һөйгәне менән ҡауышып ҡарарға ла насип булманы. Никах уҡытып өйҙәренә ҡайтыуға уларҙы милиция хеҙмәткәрҙәре көтөп тора ине. Ордерҙарын күрһәтеп, фатирҙа тентеү үткәрҙеләр ҙә үҙҙәренә кәрәкле нәмәләр табып, Кәримәне алып та киттеләр.

Игеҙәктәр (булған хәл)
Игеҙәктәр (булған хәл)
Бер нисә тиҫтә йыл элек ҡалаларында булып үткән был ваҡиға тураһында Стәрлетамаҡтарҙың байтағы хәбәрҙарҙыр, моғайын. Сөнки ул хикмәтле лә, тетрәндергес тә булып, халыҡ араһында тиҙ таралыусан хәбәрҙәрҙән ине. Мин дә был ваҡиға хаҡында ишеткәс, илатырлыҡ һинд киноһын ҡарап сыҡҡан кешеләй, оҙаҡ ҡына унан алған тәьҫораттарға бирелеп йөрөнөм. Миңә килеп еткәнсе ул бәлки ҡуйыртылып, ысынбарлыҡтан аҙмы-күпме ситләшкәндер ҙә, әммә уның нигеҙендә булған хәл ята һәм ул конкрет кешеләр яҙмышын һүрәтләй.
Зәлифә апай ҡыҙын бер яңғыҙы үҫтерҙе. Тормоштары бик еңелдән булмаһа ла тапҡан-таянғанын Зәлиәһенә тотоноп, уны башҡалар алдында кәм-хур итмәй тәрбиәләргә тырышты. Уныһы ауылда һигеҙенсе класты тамамлау менән ҡалаға юлланып ашнаҡсы һөнәренә уҡырға керҙе. Әхирәттәренең:”Ниңә ҡыҙыңды үҙ яныңда ғына тотмай ҡалаға ебәрәһең, холҡо бик йомшаҡ, юғалып ҡуйыр унда”, - тигән һүҙҙәренә Зәлифә апай: “Үҙемдең колхозда көнө-төнө бил бөгөп, яфаланып йәшәүем дә бик еткән. Хет ҡыҙым рәхәттә көн күрһен. Башҡалар кеүек мин дә ҡалаға ҡунаҡҡа барып йөрөрмөн”, - тип кенә яуапланы.
Әммә әсә кешенең өмөтө аҡланманы: Зәлиә уҡыуын да тамамлай алмай, ҡорһаҡ күтәреп, ауылға ҡайтып төштө. “Яратам, өйләнәм, тигән булып бер егет мине алданы”, -тип кенә әйтә алды ул, ҡыҙының ниндәй хәлдә икәнен күреп телһеҙ ҡалған әсәһенә.
Ваҡыты еткәс Зәлиә бер-береһенә ике тамсы һыу кеүек оҡшаған игеҙәк ҡыҙҙар тапты һәм апайға инде бар көсөн һалып ҡыҙының ҡыҙҙарын тәрбиәләргә тотонорға тура килде. Игеҙәктәр тышҡы ҡиәфәттәре менән генә бер-береһенә оҡшаш, ә холоҡтары иһә ҡапма-ҡаршы ине. Карина әсәһенә тартып бик йыуаш, өндәшмәҫ, ни бирәләр – шуны кейеп, шуны ашап ҡына үҫте. Ә Кәримә үҙ һүҙле, уҫал, үҙен генә яратҡан ҡыҙ булып, бәләкәйҙән үк береһенә лә тынғылыҡ бирмәне. Туймаһа, Каринаныҡын алып ашаны, күлдәге бысранһа, йәки йыртылһа – һыңарыныҡын систереп алып кейҙе, кәрәк тип уйлаһа – йоҙроҡтарын да эшкә екте. Үҫә төшкәс: “Каринаның исеме матур, бер-беребеҙгә алмаштырып ҡушығыҙ дауай”, - тип әсәләрен йөҙәтте. “Быныһы торғаны ен балаһы, атаһы шундай холоҡло инеме ни?”- тип Зәлифә апай аптырап ҡыҙынан төпсөнгөләй ҙә, уныһы ни әйтергә лә белмәгәс: “Шулайҙыр, шулай булмаһа ҡыҙ баланы алдап, ташлап ҡуйыр инеме ни?” – тип ҡуя ине.
Ҡыҙҙар ҙа ауылда мәктәте тамамлап Стәрлегә юлланды. Унда медицина училищеһында уҡып сығып, ҡала хәстәханаһында шәфҡәт туташтары булып эшләй башланылар. Хужаларына ай һайын аҡса түләп икәү генә бер буш торған фатирҙа йәшәнеләр.
Зифҡәт менән ҡыҙҙар Химиктар мәҙәниәт һарайына концерт ҡарарға барғанда танышты. Ғәҙәттә, осраған бер кеше игеҙәктәргә ҡыҙыҡһыныусан ҡараш ташлап, һүҙһеҙ генә уларҙы бер-береһе менән сағыштырырға тотоноп китә. Ҡыҙҙар бәләкәйҙән үҙҙәренә булған иғтибарҙы тойоп йәшәне һәм уны тәбиғи тип ҡабул иткәйне инде. Төҫ-башҡа сибәр егеттең үҙҙәре тирәһендә уралыуына башта әллә ни әһәмиәт бирмәнеләр. Ә бына концерт тамамланып, ҡайтырға йыйынғанда уның яндарына килеп ҡыҙҙар менән танышырға теләүен, рөхсәт итһәләр оҙатып та ҡуйырға иҫәбе барын әйткәс, аптырабыраҡ ҡалдылар. Зифҡәт бигерәк тә телгә бөткән кеше булып сыҡты. Фатирҙарына ҡайтып еткәнсе ауыҙын бер ҙә ябып ҡарамай концерттан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты, ҡыҙҙар хаҡында һорашты, үҙе тураһында ла һөйләп алды. Заводта аппаратсы булып эшләүсе егет айырылышҡанда тағы ла осрашырға рөхсәт тә һораны.
- Бер үҙеңә икәүебеҙ күп булып ул, ҡайһыбыҙ менән күрешергә теләйһең һуң? – тип әйтә һалды Кәримә егеттең күҙҙәренә тура ҡарап.
Зифҡәт ҡапылдан ни тиергә лә белмәне.
- Әлегә әйтә алмайым. Икегеҙ ҙә миңә бик оҡшайһығыҙ шул, - тигән булды ул аҙаҡ, бер Кәримәгә, бер Каринаға ҡарап.
Егет ҡыҙҙарҙың күңелен биләп алғайны. Бер-береһенә өндәшмәй генә улар Зифҡәт хаҡында ғына уйлап, уның менән осрашыу минуттарын көттө. Егеттең икенсе килеүенә инде ҡыҙҙар уға бөтөнләй ғашиҡ булыуҙарын аңлағайнылар инде. Зифҡәт байтаҡ ҡына ваҡыт икеһе менән дә бергә осрашып йөрөнө. Эштән сығыуҙарын көтөп ҡаршы алды, фатирҙарына килеп урамға йөрөргә алып сыҡты, кино-концерттарға алып барҙы. Ләкин бер аҙҙан иғтибарын күберәк Каринаға бүлә башланы. Быны ҡыҙҙар ҙа һиҙенә ине. Карина үҙен кеше өлөшөнә кергәндәй тойоп, ни эшләргә лә белмәне. Егетте лә өҙөлөп ярата, һыңарының юлына арҡыры төшөп, күңелен дә ғазаплайһы килмәй ине уның. Шуға ла ике ут эсендә шым ғына янып йөрөнө ҡыҙ. Кәримә иһә үҙенең асыуын асыҡтан-асыҡ белдерҙе. Юҡ-бар сәбәп табып Каринаны әрләргә, кәмһетергә тотона ла китә ине.
- Зифҡәттән баш тарт, ул минеке генә булырға тейеш. Белдеңме, ҡыҙыҡай! – тине ул бер көн һыңарына.
-Тырышырмын…- тигән булды тегенеһе. Ләкин мөхәббәтте ауыҙлыҡлап була мени – Карина һөйгәнен бер нисек тә үҙенән этәрә алманы. Үҙенең Зифҡәт менән бер көн дә осрашмай тора алмаҫын, уны Хоҙай үҙенә насип иткән йәре икәнен бар йөрәге менән тоя шул.
Егет инде Карина янына ғына килә, уның менән айырым ғына осраша башланы. Кәримә асыуынан шартлар хәлгә етһә лә, тешен ҡыҫып сыҙарға, кисерештәрен башҡаларға һиҙҙермәҫкә тырышты, шулай ҙа һыңарына йыш ҡына ҡаты бәрелгеләп алғыланы. Үҙенә лә хәстәханала эшләп йөрөгән Таһир исемле егет бәйләнеп йөрөй ине. Ҡыҙ уны оҡшатмаһа ла, Зифҡәттән бер аҙ һыуынмаҫмынмы тип, егет менән осраша башланы. Ләкин яратмаған кеше менән күрешеп йөрөү киреһенсә янған йөрәгенә ялҡын ғына өҫтәне. Таһирҙы Зифҡәт менән һәр саҡ сағыштырып ҡарап, мөхәббәттән томаланған күҙе менән һуңғыһын күпкә юғары итеп күрҙе. Нисек тә Зифҡәтте ҡулға төшөрөү, уны үҙенеке итеү теләге ҡыҙҙың йөрәген көндән-көн ялмай барҙы. “Мине лә ул оҡшата ине егет, Карина булмаһа миңә генә бәйләнер, миңә генә мөхәббәт һүҙҙәре һөйләр ине. Нисек тә араларын боҙорға, егетте ҡайтанан үҙемә ҡаратырға”, -тигән уй менән башында төрлө пландар ҡорҙо. Бер көндө ул, Каринаның бер яңғыҙы өйҙә булыуын ғына тап килтереп, Таһирҙан телефон аша фатирҙарына килеүен һәм унда үҙен көтөп ултырыуын һораны. Күпмелер ваҡыт үткәс, Зифҡәткә лә шылтыратып, тауышын үҙгәртеп: “Һинең Карина башҡалар менә сыуала, ә һин, мәмәй ауыҙ, шуны ла белмәй йөрөйһөң. Ышанмаһаң, хәҙер үк фатирҙарына бар – үҙ күҙҙәрең менән күрерһең”, -тине.
Кәримәнең “айт” тигәненә “тайт” тиергә әҙер генә торған Таһир шунда уҡ уларҙың фатирына йүгерә. Карина егетте сәй эсергә ултырта. Бер аҙҙан ярһып, Зифҡәт килеп инә. Ул һөйгәне янында ят егетте күреп, шунда уҡ бер ни аңғармай сәй эсеп ултырған Таһирға ташлана. Егеттәрҙең араларына ынтылған Каринаны бар көсө менән этеп ебәрә лә, өҫтәлдә ятҡан бысаҡты алып Таһирҙың күкрәгенә ҡаҙай. Ә Карина башы менән газ плитәһенә бәрелеп, иҫәнгерәп иҙәнгә тәгәрәй.
Береһенең күкрәгенән, икенсеһенең башынан аҡҡан ҡанды күреп кенә ни эшләп ташлағанын аңғарып ҡала егет. Ул урамға йүгереп сығып, телефон будкаһын эҙләп таба ла, тәүҙә “Тиҙ ярҙам”ға, аҙаҡ милицияға шылтырата һәм уларҙың килгәнен подъезд алдында көтөп ултыра.
Кәримә өйөнә ҡайтып, “Тиҙ ярҙам” машинаһына Карина менән Таһирҙы тейәгәндәрен һәм милиционерҙар үҙҙәре менән ҡулына бығау кейҙерелгән Зифҡәтте ултыртҡандарын күргәс кенә ниндәй оло бәлә тыуҙырғанын аңлап ала. Үҙ ғәйебенән үҙе өркөп, хатта һыңарының хәлен белешергә лә баҙнат итмәй ҡыҙ.
Врачтар Таһирҙы ҡотҡарып ҡалды, ә бына Карина ике ай самаһы иҫенә килә алмай хәстәханала ятты. Элек көндәше итеп күреп, хатта уның үлемен теләгән осраҡтары ла булғылағайны Кәримәнең. Хәҙер килеп Каринаның ғүмере өсөн бик ҡурҡты. Ни тиһәң дә ул үҙенең бер һыңары, тыуғандан алып бер айырылғыһыҙ тормош кисергән үҙ яртыһы ине бит. Каринаның ғүмере өҙөлөп ҡуйһа, унда үҙен генә ғәйепләйәсәген һәм енәйәтте ғүмер буйы йөрәген өйкәйәсәген дә аңлай ине ҡыҙ. Ә бына врачтарҙан Каринаның ауырлы булыуын ишеткәс, көнсөллөк хисе тағы йөрәген тырнарға тотоноп күңеле менән уның терелеп сығыуын бик үк теләмәй башланы. Зифҡәт үҙ ғәйебен үҙе танып торғас, енәйәт эшен тикшереү оҙаҡҡа һуҙылмай судҡа тапшырылғайны. Уныһы Каринаның иҫенә килгәнен дә көтөп тормай, ҡарар сығарып, егетте 5 йылға иркенән мәхрүм итеп тә ҡуйҙы.
Зифҡәттең Каринаны яратҡанын һәм 5 йыл эсендә уның ғәйепһеҙ икәнен нисек тә белдереп, инде балаһы ла булғас, һыңарына барыбер өйләнеп ҡуясағын аңлай ине Кәримә. Шуға ла юлдарына тағы ла кәртә ҡороу уйы менән яна башланы ҡыҙ.
Мөхәббәттән тыш Карина менән Зифҡәттең араһын бәйләүсе иң ныҡлы еп бала буласағын төшөнөп, Кәримә унан ҡотолоуҙы хәстәрләп дауалаусы врачтан һыңарының ауырын төшөрөүҙе талап итте. Йәнәһе, ул үҙе лә әсә булырға теләмәй ине, атай тейешлеһе лә оҙаҡҡа төрмәгә ултырҙы, шундай бәләгә тарыған кешенең балаһы ла барыбер зәғиф булып тыуасаҡ. Ләкин врач: “Беҙ пациенттың үҙ ризалығынан тыш быны эшләй алмайбыҙ”,- тип аборттан ҡырҡа баш тартты. Кәримә уны нисек ризалатайым тип йөрөгәндә Карина аңына килде. Ләкин ул үҙенең кем икәнен дә, үткәнен дә хәтерләй алмай ине. Хәстәханала тағы ла ай самаһы ятҡырҙылар уны. Балаһын тапҡас ҡына Кәримә йәш әсәне өйөнә алып ҡайтты.
Каринаның үҙ исемен дә белмәүе, ара-тирә икеләнеп тә ҡуйыуы Кәримәлә үҙе бик шәп тип уйлаған фекер тыуҙырҙы. Ул һыңарының башына төшкән бәләне файҙаланып ҡалырға һәм Каринаның исемен үҙләштерергә булды. Бала ла шул исемгә яҙылған, уны ла үҙе тәрбиәләйәсәк. Таныш-белештәре кемдең Кәримә, кемдең Карина икәнен ныҡлы белмәй, барыбер бутап йөрөтә. Өләсәйе менән әсәһенә был аҙымды баланы атаһыҙ ҡалдырып, йәтим үҫтермәҫ өсөн кәрәк, сөнки Зифҡәт иҫәргә өйләнмәйәсәк, тип аңлатыр.
Ҡыҙ уйлағандарын тиҙ арала тормошҡа ашыра һалды. Кәримә булып эшенән сығып, Карина булып декрет отпускаһына ла китте. Аңды-туңды аңламаған һыңарына үҙ исемен йәбештереп, “Кәримә” тип өндәшә башланы.
Сабый игеҙәктәрҙең тормошон матур итеп биҙәп ебәрҙе. Үҙе тапмаһа ла, туғаныныҡы, һөйгән кешеһенеке лә булғас Кәримә лә уны шунда уҡ яҡын итте. Карина сабыйҙы имеҙҙе, ә уны тәрбиәләүҙе Кәримә үҙ өҫтөнә алды. Тыуыуы тураһындағы таныҡлығына ла үҙенә оҡшаған “Зөфәр” исемен яҙҙыртҡайны ул. Һыңарына инвалидлыҡ үҙ исеменә бирелгәйне. Тырыша торғас, уны “Кәримә” исеменә күсертә алды. Теле асылғанда үҙенә “әсәй”, ә Каринаға “апай” тип өндәшергә өйрәтте Зөфәрҙе Кәримә.
Әммә бала байтаҡ ҡына ваҡыт уның әйткәненең киреһен эшләп булашты. Карина ла быға ризалашмайыраҡ торһа ла, тиҙ күндерҙе һыңары уны.
Оҙаҡламай, яңғыҙ әсә лә, инвалид тәрбиәләгән кеше лә булараҡ, “Карина” социаль фатир алыуға иреште. Башҡа килер урын булмағас, бала аҡсаһы, инвалидлыҡ пенсияһы йәшәү өсөн таҡы-тоҡо ғына булып ҡала ине. Кәримәгә декрет отпускыһы тулыр-тулмаҫтан Каринаның документтары менән поликлиникаға эшкә урынлашырға тура килде. Ваҡыты-ваҡыты менән икеләнеп алһа ла, Карина баланы ҡарап торорлоҡ ҡына хәлдә ине. Каринаны поликлиникаға тикшереүгә йөрөткәндә Кәримә Айрат исемле психоневролог менән танышып алғайны. Эшкә урынлашҡас, был урта йәштәрҙәге буйҙаҡ врач уға асыҡтан-асыҡ уға бәйләнә башланы. Күпмелер ваҡыт үткәс, Кәримә уға бирелде лә ҡуйҙы. Ҡыҙ көйөнә балалы әсә булып та йөрөп булмай, тәбиғәт тә үҙенекен талап итә ине бит инде. Айратҡа һөйәркәһе бик оҡшап ҡалды – уға үҙенә кейәүгә сығырға уҡ тәҡдим итә башланы. Кәримәнең уйы ла башҡа, уйында ла башҡа кеше ине шул. Шуға ла төрлө сәбәптәр табып, һөйәренең тәҡдимен кире ҡаға килде, ә бына бүләк-фәләненән, башҡа ярҙамынан баш тартырға ашыҡманы. Адресын белеү маҡсатында Зифҡәттең ата-әсәһен дә эҙләп тапты ул. Кем һәм ни сәбәпле улдарының төрмәгә эләккәнен белгән атай менән әсәй тәү күреүҙә үк Кәримәне мөрхәтһенмәй, һөйләшергә лә теләмәнеләр. Әммә Зөфәрҙе эйәртеп барғас, ейәндәрен күреү уларҙың күңелен шунда уҡ иретеп ебәрҙе. Зифҡәттең адресын биреп, әллә күпме күстәнәс тоттороп, ҡунаҡҡа килеп торорға саҡырып оҙатты улар “килендәре” менән ейәндәрен.
Карина исеменән Зифҡәткә оҙон ғына хат яҙып һалды Кәримә. Унда Кәримәнең этлегенә айырыуса баҫым яһалып, теге ваҡытта ни булғанын асыҡтан-асыҡ һөйләп бирелгәйне. Шулай уҡ үҙенә ауыр булһа ла балаһы хаҡына Зифҡәтте ғәфү итергә тырышасағын да әйтеп, Зөфәрҙе ҡосаҡлап төшкән фотоһын да һалырға онотманы “йәш әсә”.
Зифҡәттең яуап хаты бик көттөрөп кенә килде. Уны ҡорораҡ башлаһа ла, хискә бирелеп китептер инде, аҙағын бик йылы тамамлаған Зифҡәт. Каринаны өҙөлөп һөйөүен, уны һәм балаһын ҡосағына алыр минуттарын түҙемһеҙләнеп көтөүен, ата-әсәһенең дә Карина менән Зөфәрҙе бик оҡшатыуын теҙеп алып киткәйне ул хаты аҙағында.
Һөйгәненең хаты Кәримәгә ҡанат ҡуйғандай булды. Бигерәк тә фотолағы үҙен Карина итеп ҡабул итеүе эсенә йылы өрҙө. Хәйер, ул быға бик үк шикләнмәй ҙә ине. Сөнки һыңары менән төҫ-баштары әле лә айырылғыһыҙ оҡшаш. Тик бына холоҡ-фиғелдәре генә башҡаса шул. Алтылағы алтмышта тиһәләр ҙә, Кәримә Зифҡәт ҡайтыуға уны нисек тә булһа үҙгәртергә тырышасаҡ. Биш йыл эсендә кешенең холҡо төрлөләнергә лә бик мөмкин, тип тә тынысландырҙы ул үҙен.
Зифҡәттең ҡайтыр көндәре яҡынлашҡас, Карина менән уны осраштырмаҫ өсөн Кәримә һыңарын әсәләренә ҡайтарып ебәрергә иҫәп тотоп йөрөй ине инде. Ләкин һөйгәне менән ҡасан да булһа ауылдарына барасаҡтарын һәм Карина менән осрашыу ҡотолғоһоҙ буласағын уйлап та хафалана ине. Шунда Кәримәнең башына һыңарын бит Зифҡәт менән осрашмаҫлыҡ ергә лә оҙатып була, тигән фекер килде. Айрат Каринаны тәү тикшергәндә үк, әгәр ныҡлап дауалаһаң уны һауыҡтырырға була тигәйне. Әле уның имсәк балаһы бар, аҙағыраҡҡа ҡалдырайыҡ, тип дауалауҙы һуҙа килде. Хәҙер килеп форсаттан файҙаланып ҡалырға, һауыҡтырам тип Каринаны психбольницаға илтеп ябырға булды Кәримә. Айраттан юлланма алып, уның үҙен дә эйәртеп алып барып һыңарын “дурдом”да ҡалдырып та ҡайтты.
Төрмәнән сығып Стәрлегә тәүге аяҡ баҫҡан көнөндә үк Зифҡәт осоп тигәндәй өйҙәренә килеп, улы менән “Карина”ны үҙ ҡосағына алды һәм “ай-вай”ҙарына ҡуймай үҙҙәренә алып ҡайтып китеп ата-әсәһенән никах уҡытаһы ҡалды. Осрашыу шатлығынанмылар ул тәүҙә бер ни ҙә һиҙенмәне, ә бер аҙҙан инде “Карина”ның үҙе өсөн нисектер сит кешегә әйләнеүен, күңеле уны ҡабул итмәүен тойҙо. Быны ул ваҡыт касафатылыр, төрмәлә үткәргән йылдары йөрәген тупаҫлатып, хис-тойғоларының ҡанаты һыныуылыр, тип үҙ-үҙенә аңлатырға тырышты.
Кәләш иһә ҡыуанысынан ни эшләргә лә белмәй, ғүмерендәге иң татлы минуттарҙы кисерә ине. Ниһайәт, никах уҡылып, өҙөлөп һөйгәне, көтөп алған кешеһе менән ҡауышасаҡ. Борсолоу-хафаланыуҙар менән тулы, үҙен ҡырҡ төрлөгә әйләнергә мәжбүр иткән ғүмере миҙгеле артта ҡалып, артабан һөйөп-һөйөлөп бәхет-шатлыҡҡа ғына күмелеп йәшәйәсәк ул.
Ләкин Кәримәгә һөйгәне менән ҡауышып ҡарарға ла насип булманы. Никах уҡытып өйҙәренә ҡайтыуға уларҙы милиция хеҙмәткәрҙәре көтөп тора ине. Ордерҙарын күрһәтеп, фатирҙа тентеү үткәрҙеләр ҙә үҙҙәренә кәрәкле нәмәләр табып, Кәримәне алып та киттеләр.
…Ул ваҡытта Кәримә өлкән шәфҡәт туташы булып эшләп йөрөй ине инде. Бер көндө ҡосағында ятҡанда, Айрат унан: “Күп итеп аҡса эшләйһең киләме?”- тип ҡапыл ғына һорап ҡуйҙы. Кем аҡсанан баш тартһын инде? Кәримәгә ул айырыуса кәрәк ине. Сөнки өҫ-баштарына кейергә йүнле кейем юҡ, ашау яғы ла ҡыҫынҡы булды. Яңы фатирҙары ла бер ниндәй йыһазһыҙ, буп-буш ине. Кәримә шунда уҡ: ”Бик тә килә”, - тип яуап бирҙе. Айрат үҙенең дә, уның да ҡулында наркомандар йәбешеп ятҡан дарыуҙар булыуын, әгәр белеп кенә эш иткәндә шуларҙы һатып байтаҡ аҡса эшләп булырын әйтте. Кәримә башта ризалашмайыраҡ маташҡайны ла бит аҡса барыһын да эшләтә шул – оҙаҡламай уның фатиры наркомандар менән алыш-биреш итеү нөктәһенә әйләнде. Артыҡ шашынып китмәй, дарыуҙарҙы әҙләп кенә “осорғайнылар” ҙа бит, барыбер килеп ҡаптылар һәм Айрат менән Кәримәгә өсәр йыл “сәпәп” тә ҡуйҙылар.
Судҡа улын эйәртеп Зифҡәт тә барғайны. Инде ҡарар сығарылып, уларға бер нисә минутҡа осрашыу мөмкинлеге бирелгәндә Кәримә: “Мин һине биш йыл көттөм, һин дә мине көт, бәғрем”,- тине күҙҙәренән йәше ҡойолоп.
Уны ҡулға алғас та Зифҡәт улын ата-әсәләренә алып ҡайтты. Ҡабаттан заводына эшкә урынлашты. “Карина”ның үтенесен үтәп уның әсәләренә лә Зөфәре менән барғылап йөрөнө. Өләсәләре гүр эйәһе булып ҡәйнә тейешле кешеһенең дә һаулығы самалы ине. Ҡыҙҙары өсөн хәсрәтләнеү ҙә эҙһеҙ ҡалмағандыр инде. Шуға ла Зифҡәт ҡулынан килгәнсә уға ярҙам итергә тырышты.
Бер барғанында әсә кеше Зифҡәткә үҙенең йөрөй алмаҫын әйтеп, унан психбольницала ятҡан ҡыҙының хәлен белешеп ҡайтыуын ялбарып һораны. Үҙенең башына бәлә килтергән кешенең йөҙөнә лә ҡарағыһы килмәй ине Зифҡәттең. Әммә әсә кеше бик үтенгәс, улына ла Өфөнө күрһәтеп ҡайтайым тип юлға сыҡты.
“Карина” төрмәгә яҙған һуңғы хатында Кәримәне әрләй биреп: “Беҙгә күрһәткән яуызлығы үҙ башына етте – иҫәрләнеп психбольницаға эләкте”, -тип яҙғайны инде. Быны ишеткәс Зифҡәттең уға булған асыуы бер аҙ баҫылып ҡалғайны. “Яуыз”дың “дурдом”да ятҡанын күреп аҙмы-күпме ҡәнәғәтләнеү кисерәсәген дә уйлап килде ул бында.
Әллә күпме тимер ҙә, рәшәткәле лә ишектәр аша үтеп килеп керҙеләр улар ауырыу ятҡан бүлмәгә. Уның ишегенә яҡынлашыу менән Зифҡәт йөрәгенең нисектер ашҡынып тибә башлауын тойҙо. Бүлмәгә инеп, карауатында ултырған “Кәримә”не күреү менән ул баҙап уҡ ҡалды. Күңеле менән ҡатынды бик тә таныш, яҡын итеп тойҙо, хатта бөтә тәненә унан урғылған йылылыҡ килеп бәрелгәндәй булды. Зифҡәтте аптыратып Зөфәр: ”Әсәй!” – тип ҡысҡырып ҡатынға барып һырылды.
“Кәримә” Зөфәрҙе ҡосаҡлаған килеш урынынан тороп баҫты ла, Зифҡәткә текләнеп урынында ҡатып ҡалды һәм бер аҙҙан: “Зифҡәт!..Һин Зифҡәт бит, мин.., мин барыһын да хәтерләйем”, -тип йөҙөн ҡулы менән ҡаплап һулҡылдап илап ебәрҙе. Ҡатынды барып ҡосаҡлап алыуҙан үҙен саҡ-саҡ тыйып торған ир бер урында ғына тапанды.
Врачтар ауырыуҙың бөтөнләй тип әйтерлек һауығып килеүен һәм бер айҙан алып ҡайтырға ла мөмкин булыуын әйттеләр.
Кемдең кем икәнен асыҡлауы ауыр булманы. Бер-береһе өсөн яратылған йәрҙәр ҡауышып, бәхетле бер ғаилә булып йәшәп алып киттеләр.
Ә Кәримәнең үҙе яҙғанса “үҙ яуызлығы үҙ башына етте”. Ә инде төрмәнән сыҡҡас Айрат менән өйләнешеп, бергә йәшәйҙәр икән, тип һөйләнеләр уның хаҡында.
 
Мөҙәрис Багаев.
Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: