Бөткөһөҙ яуҙарҙан һөйгәндәрен көтөп ала алмаған һәм көтөп алған ҡатын-ҡыҙҙарға арнайым
Атаулла ҡарт аласыҡтың тар урындығына бөршәйеп кенә арҡыры ятҡан. Өҫтөнә үҙе кеүек үк ныҡ таушалған ҡыптыр тунын бөркәнгән. Иғтибарлап ҡарамағанда, уны мейескә һөйәлеп серем иткән малай тип уйларһың. «Ҡорҙаш ныҡ биреште», – тип йәлләп уйлап ҡуйҙы Зәлифә. Ҡарттың әбейе Сәғиҙә мейескә икмәк тығып маташҡан икән, бит остары матур итеп өрөлөп кенә ҡыҙарған йөҙөн ҡалҡытып бакты ла, әхирәтенең ҡарашын абайлап, мут итен күҙ ҡыҫты:
– Күҙең ҡыҙамы? – тип ҡартына ымланы. Пырхылдап көлөштөләр. Хас та йәш саҡтағы кеүек.
– Балалар ҡайтыу хөрмәтенә артығыраҡ дөңкөлдәткән дә, – тип аңлатты Сәғиҙә ҡартының ҡыҙыл эңерҙә йоҡлап ятыуын.
– Мин дә балалар бесән эшләшергә ҡайтҡас һуйырмын тип ҡалдырған тәкәне иртәгә алып ҡалайыммы икән тип, килгәйнем. Ауырып китә күрмәһен инде, – тип борсолоңҡораны Зәлифә әбей. – Уның ҡулынан ит тәмле була.
– Хәҙер, мал ҡайтыуға уҡ һикереп тора ул. Иркәләнеп кенә ята, – тип көлдө Сәғиҙә. Улдары-ҡыҙҙары өйҙә булғанға күңеле көр ине. Хәйер, ғүмер буйы ла төшөнкөлөккә бирелеп йәшәмәне.
«Күҙен ҡыҙамы? – Сәғиҙәнең һорауын эстән генә ҡабатлай-ҡабатлай көлөмһөрәп ҡайтты Зәлифә. – Күҙең ҡыҙамы? Ҡыҙҙырырлыҡ итеп йәшәгәстең, ҡыҙмай нишләһен һуң, әхирәт?»
– Гармун тауышы ишетелдеме ул, өләсәй? – тип өйҙән йүгереп килеп сыҡты ҡаланан ҡайтҡан ейәнсәре. – Беҙ күмәкләп уйынға барырбыҙ, тигәйнек.
Күмәкләп, тигәне, Сәғиҙәнең ейән-ейәнсәрҙәре менән.
«Дуҫлыҡтың быуындан быуынға күсеүе ҡайһылай һәйбәт, – тип ҡыуанып уйлай Зәлифә әбей. – Ниндәй ауыр мәлдәрҙе бергә кисерергә булышҡан дуҫлыҡтың».
Һуңғы осорҙа уйы менән әйләнә лә ҡайта ул саҡтарға.
– Гармун тауышымы ул, әсәй? – тип өндәшә Зәлифә. – Әллә ҡолағыма ишетеләме?
Ялан кәртәнән һыйыр һауып сығып килгән әсәһе яуап биреп тә өлгөрмәй, күршенән Сәғиҙәнең тауышы ишетелә.
– Атаулланың ҡустыһы Мотаһар ФЗУ-нан ҡайтҡан, – ти ул моңһоу ғына. – Әсәм янына инеп хәл белешкән. Ағаһының гармунын алып уйынға сыҡҡандыр.
– Әйҙә барып бейеп ҡайтайыҡ, – тип дәртләнә Зәлифә. – Гөлбәзирҙе инеп алайыҡ та. Таптагүнде күптән күргән юҡ та баһа.
Киттеләр.
Ташбулат менән Кинйәбулат – ҡуш ауыл. Һуғышҡа тиклем, тормош арыулана башлағас, улар тоташып баралар ине инде. Ғүмер баҡый ике ауылдың йәштәре урталыҡтағы Таптагүн тигән майҙанда киске уйынға йыйыла. Тик һуғыш осоронда ундай ҙур уйындар һирәгәйҙе, онотола яҙҙы. Инде һуғыш бөткәнгә лә өс йыл. Тик миктәткән шул ауыр дәүерҙәр. Әле бына яңы үҫеп еткән йәштәр шул йоланы тергеҙмәкселер.
Ә күңел танһыҡлаған гармун тауышын, сарсалған. Ашҡынышып барҙы өс әхирәт Таптагүнгә. Атлай торғас, ысынбарлыҡты ла онотоп ебәрҙеләр. Гармун моңо арбап алдалап уларҙы ҡырҡ берҙең һабан туйлы июненә, ун ете йәштәрен тултырып, хыялдарҙың алһыу томанына сорналып йөрөгән иләҫ мәлдәренә алып китте. Шуға күрә аяҡтары ергә тейгән ерҙә тейҙе, теймәгән ерҙә юҡ. Таптагүндә янған усаҡ ялҡынына осҡан күбәләктәр кеүек ине күңелдәре. Түңәрәккә барып инерҙәр ҙә, Сәғиҙә гармун тартҡан Атаулланың ҡыуаныслы, шаян ҡарашын тап итер, өймәкләшеп торған егеттәр араһынан Гөлбәзирҙең мөһабәт кәүҙәле Сәләхе атылып килеп сығыр, ә Зәлифә ҡарашы менән генә Фәйзулланы эҙләр. Етди сағында ла түңәрәк йөҙө балҡып, һәр һипкеле күктәге йондоҙ кеүек нурланып торған, күңеленең матурлығы сырайына сыҡҡан ғәжәп егет ул Фәйзулла. Һөҙөп ҡарап, шыпырт ҡына эҙләр Зәлифә, йәнәһе эҙ йәшерер. Ә Фәйзулла уны күптән күргән булыр, ҡыуанысын белдермәҫкә тырышып, ирекһеҙҙән йәйелгән ирендәрен йыйып ала алмайынса торор.
Ошондай алйот өмөт менән Таптагүнде уратып алған әрәмә араһынан ашығып килеп сыҡтылар ҙа, бер-береһенән терәк эҙләгәндәй, етәкләшеп шып туҡтанылар.
Кеше байтаҡ. Тик гел ыбыр-сыбыр. Шырҡ-шырҡ көлөшөүҙәренән танауҙарына еҫ керә башлағаны һиҙелә. Тыпыр-тыпыр бейешәләр. Ҡапыл гармун шып туҡтаны ла, гармунсы, күҙенә төшөп торған ҡоңғорт сәстәрен ялп иттереп артҡа ташлағандан һуң, былар яғына ҡарап ғәжәп матур икенсе бер бейеү көйөн уйнап ебәрҙе. Ике әхирәтенең уртаһында баҙнатһыҙланып баҫып торған Сәғиҙә, был көйҙө ишетеп, күкрәк тултырып тын алғандан һуң, күккә сойорғоған ҡошсоҡ кеүек түңәрәк уртаһына атылды.
Ҡулымдамы балдарымдың
Исемдәре Сәғиҙә.
Мин майҙанға бейеп инәм,
Ана шундай ҡағиҙәм.
Атаулланың гел генә Сәғиҙәһен бейеткән көйө ине был. Мотаһар ағаһының һөйгәнен шул көйҙө уйнап сәләмләне. Йәнә бер мәлгә генә күңелдәр бөтөн саҡ ҡабат ҡайтҡандыр кеүек тойолғайны, бейеүсе, үҙе рәхәтләнеп өйөрөлгәндән һуң, әхирәттәрен дә төшөрмәксе булып ыңғайлағайны. Шул саҡ, Сәғиҙә төшөү менән түңәрәктән ситкә һибелгән ҡыҙҙарҙың береһе, гармунсының яурынына ҡулын һалды.
– Ял ит, Мотаһар. Бейеп ялҡтыҡ бит инде, әйҙә үгеҙ йөҙөк уйнайыҡ, – тип көйҙө өҙҙө, үҙенә иш итеп ҡулын һуҙҙы. Хайран оҡшата ине, ахыры, үҫмер был ҡыҙыҡайҙы: әмер бирелеү менән, гармунын түмәргә ҡуйып, һикерен тора һалды. Йәш ҡыҙҙарҙың:
– Ошо ҡарттар килеп уйын йәмен ебәреп йөрөмәһәләр ине ул, – тип һөйләнгәнен, үҙҙәренә ҡырын-мырын ҡарағандарын абайлаған Гөлбәзир менән Зәлифә ғәрлектәренән үлә яҙҙы: күҙҙәренә торомбаш бәрҙеләрме ни?! Етмәһә, селәүсен кеүек нәҙек оҙон бер малай ишараты Гөлбәзирҙең бөйөрөнә төртөп:
– Әйҙә, йөрөп әйләнәбеҙме? – тип ауыҙ йырып тора.
– Маңҡаңды һөрт тәүҙә, йәме! – Гөлбәзир ҡырт ҡына боролдо ла, Атаулланың түңгәктәге гармунына текләп һаман баҫып торған Сәғиҙәне елтерәтеп етәкләп алды. – Киттек әйҙә.
– Нишләп инде, ҡыҙҙар, бейейек инде туйғансы бер килгәс, – тип башлаған Сәғиҙә, әхирәттәренең һөмһөрө ҡойолғанын абайлап, өндәшмәй генә эйәрҙе.
Нурлы тойолған төн дөм-ҡараңғылыҡҡа батты. Шаңғыған кеүек эләгә-һөрлөгә ҡайтыу яғына ыңғайланылар. Әммә үпкәләүҙе белмәй, төрттөрөүҙе аңламай торған Сәғиҙә оҙаҡҡа сыҙаманы.
– Ниндәй ҡорт сакты һуң һеҙҙе, нимә булды? – тип төпсөштө.
– Бүлтеректәр, егеттәрен ҡыҙғандылар бит һуң беҙҙән, – ҡыҙыу-ҡыҙыу атлауҙан тыныслана төшкән Зәлифә барыһын да көлкөгә һабыштырмаҡсы булды. – Күрмәнеңме ни, Кинйәбулат Байсаһының ҡыҙы Миңниса Мотаһар ҡәйнешеңә үҙе хужа икәнен ҡайһылай матур итеп кенә белдереп ҡуйҙы.
– Шулай булын та өлгөрҙөмө ни әле ул, – тип һуҙҙы Сәғиҙә. Ә мин, ауһар, Атаулланың гармунын күрҙем дә, иҫемде юйғанмын.
– Иҫте өҫөбөҙ ҙә юя яҙҙыҡ инде. Әйтерһең дә, беҙҙең саҡтағы уйындар. Ҡайһылайырак ашҡынышып барҙыҡ.
Гөлбәзир һүҙгә ҡыҫылманы. Эшкә ашыҡҡаидағы кеүек эре-эре аҙымлап барҙы ла барҙы. Үҙҙәренең өйө тапҡырына еткәс, ситән буйындағы эскәмйәгә терәлде. Эргәһенә әхирәттәре лә ҡунаҡланы, һәр береһе үҙ уйына бирелеп оҙаҡ ултырҙылар.
– Егеттәребеҙ ҡайтманы инде, ҡыҙҙар, – тине Гөлбәзир ҡапыл тынлыҡты боҙоп. Ҡырыҫ итеп, өҙөп-өҙөп әйтте, әйтерһең дә мөһөр баҫты. – Егеттәребеҙ ҡайтманы инде. Шулай булғас, һоратыусы табылһа, үҙебеҙҙән ун йәштән дә артыҡ ҡарт булмаһалар, уйлап та тормайынса сығырға кәрәк.
Унан, ҡапыл яһаған һығымтаһынан һеңгәҙәп ҡалған әхирәттәре һуштарын йыйғылағансы, өйөнә инә һалып та китте. Зәлифә менән Сәғиҙә баштарын эйгән килеш ултыра бирҙе.
– Атаулланың «погиб» тигән хәбәре килмәне бит, уның ҡағыҙына «хәбәрһеҙ юғалды» тип яҙылғайны. Әсәһе уҡытты, үҙ күҙҙәрем менән күрҙем. Әсир төшкәндәр аҙлап-аҙлап ҡына ҡайта башланы бит, мин көтәм әле, – тине Сәғиҙә аҡланғандай.
– Әйҙә ҡайтайыҡ, – тип тороп баҫты Зәлифә. Әхирәтенең яратҡан кешеһенә тоғролоғо өсөн рәхмәтле булып, шым ғына ҡулын ҡыҫты. Ә үҙенең ундай ышанысы юҡ ине. Ҡырҡ өсөнсө йылдың көҙөндә үк килде бит Фәйзулланың үлем хәбәре. Башың менән уйлап ҡараһаң, ысынлап та, артабан көтөүҙән бер ниндәй ҙә фәтүә юҡ. Гөлбәзир бер ниндәй ҙә яңылыҡ әйтмәне. Ә ниңә күңелгә шул тиклем ауыр? Мәйет ерләгәндәй. «Өмөтөмдөң ҡәберенә тәүге ус тупраҡты ырғытты Гөлбәзир, – тип уйланы Зәлифә. Хәйер, үҙенә лә аяуһыҙ ҡыйындыр».
Сәғиҙә менән Атаулла, Гөлбәзир менән Сәләх көҙгө муллыҡта туй яһарбыҙ тип һүҙ ҡуйышып, йәрәшешеп бөткәйне. Ә Фәйзулла менән Зәлифә иһә, аулаҡта рәхәтләнеп һөйләшергә лә өлгөрмәне. Оҙатҡанда Сәғиҙә, Атауллаһының муйынына аҫылынып, илап ҡалды. Гөлбәзирҙе лә Сәләхе бөтөп ғәм алдында һурып үпте. Ә Фәйзулла иң һуңғы ылауға артҡа боролоп ултырып алған да Зәлифәгә йоторҙай итеп эй ҡарай, эй ҡарай. Күҙҙәренән тойғолары мөлдөр-мөлдөр килеп түгелә. Шуның өсөн илау-һыҡтау тулы ул көҙгө көн Зәлифәиең күңелендә ҡояшлы, нурлы булып уйылып ҡалған. Айырылышыуҙары башына барып етмәне әле ул мәлдә, һөйгәненең уны өҙөлөп яратыуын белеүе бөткөһөҙ ҡыуаныс ине. Бына-бына һуғыш бөтөр ҙә, ҡайтыр уныһы. Иң мөһиме: егет уны өҙөлөп ярата!
Ана шулай булып, һөйөү тулы яғымлы ҡарашы менән нурға ҡойондороп балҡып тик тора ине Фәйзулла уның күңел көмбәҙендә.
Бөгөн килеп, Гөлбәзир: «Өмөт юҡ!» – тигән хөкөм сығарҙы.
Ҡайтты ла мендәренә ҡапланды Зәлифә. Иламаны, киләсәк хаҡында ла уйламаны, бары үҙендәге эс бошорғос бушлыҡтан ҡасырға маташты.
* * *
– Һүжәгеҙ, хужалар, – тигән күңелле тауышҡа тертләп күтәрелеп ҡараһалар, ҡарсыға танаулы, асҡаҡ яңаҡлы һонтор бер хәрби ир-егет картуфлыҡтың кәртәһенә һөйәлеп ҡарап тора. Йөҙөндә йылмайыу ишараты.
– Әйҙә һүжәләшергә, – тип шаян яуапланы Зәлифәнең апаһы Хөмәйрә ял итергә форсат сыҡҡанына ҡыуанғандай. – Эшкә әүрәп, нисек килеп баҫҡаныңды ла абайламағанбыҙ, Ғәлиәкбәр һабаҡташ. Яуын тынғанда ҡаҙып бөтә һалайыҡ, тип тырышабыҙ.
– Разведчик кеше шулай шым ғына йөрөй инде ул, – тип йылмайҙы еҙнәһе лә. Тубыҡланып картуф сүпләгән еренән, һыҙланғанын һиҙҙермәҫкә тырышып, ул да тороп баҫты. Көрәк тотҡан Зәлифә генә, хәрбигә бер һирпелеп илтифатһыҙ ғына ҡараны ла, ҡаҙыуып дауам итте.
– Һүжәләшергә, тиһегеҙ инде, була ул, – тип дүрт буй тартылған кәртәне еңел генә һикереп сыҡты Ғәлиәкбәр тигәндәре. Өлкәндәр менән ҡул бирешеп күреште лә апаһының көрәгенә үрелде.
– Һылыу, көрәгеңде бир, – тине, еүеш ерҙе үңәсе өҙөлөрҙәй булып соҡоған һеңлеһен йәлләгән апаһы.
– Кит әле, ихласлап тороп ҡунаҡты эшкә ҡушмаҡсы итә быныһы, – тип ҡаршы төштө еҙнәһе. – Юҡ менән булма, ҡорҙаш, үҫкән картуф ерҙән сығып ҡасмаҫ, бөтөрбөҙ. Һин ҡунаҡ кеше, лутсы, берҙе тарттыр.
Фронтта үпкәһе тишелеп ҡайтҡан ирен ҡурсалап ҡына торған Хөмәйрәнең ҡото осто:
– Ташлағыҙ шул нәмәгеҙҙе, кәзә ҡымыҙы менән һыйлайым, – тип аласыҡ яғына йүгерҙе.
Ғәлиәкбәр иһә, өндәшмәй генә Зәлифәнең көрәген алып, ең һыҙғанып ҡаҙа ла башланы. Быныһы ирҙәр эше, ә һин сүплә, тигәнде аңғартты шикелле был ҡыланышы, юғиһә, ерҙә Хөмәйрәнең көрәге лә ята ине бит.
– Ярты Европаны окоп итеп йырмаслап сыҡҡан ер ҡорто – пехота осон картуф ҡаҙыу эшме ни ул, – тине Зәлифәнең еҙнәһенә. – Икенсенән, мин бөгөн ҡунаҡ срогын теүәлләнем, муйнаҡҡа әйләндем. Шуға күрә, колхоз хәлдәрен дә һорашырмын, тип килгәйнем.
Киске һауынға ҡайтып өлгөрөргә ашыҡҡан Зәлифә, көтмәгәндә килгән ярҙамға ҡыуанып, йүгереп йөрөп эшләне. Өлкәңдәрҙең мәрәкәләренә ҡатышманы. Яралы еҙнәһенең сүпләгәне ни генә инде, иҫәпкә бар, һанға юҡ. Шуға күрә ҡаҙыусыларҙан артта ҡалмаҫҡа тырыша ҡыҙ, утыҙ ҡаҙаҡлы биҙрәләрҙе һыңҡ иттереп күтәреп ала ла йүгерә картуф өйөмдәренә.
Эште тиҙ үк теүәлләнеләр. Хатта елһеп кибеп өлгөргән өйөмдәрҙән, яртышар тоҡлап, яртышар тоҡлап баҙға ла ташынылар. Тоҡто күтәрткәндә ҡулы Ғәлиәкбәрҙең ҡулына тейеп китте лә ирекһеҙҙән һирпелеп ҡарағайны, бурҙаттай ҡыҙарҙы ҡыҙ. Һалдаттың ҡап-ҡара күҙҙәре отоп алды. Апаһы менән еҙнәһенең иптәше, өлкән кеше тип илтифатһыҙ ғына йөрөгән Зәлифә эҫеле-һыуыҡлы булып китте был ҡараштан. Ирекһеҙҙән Гөлбәзирҙең: «Ун йәштән дә өлкән булмаһа, йәбешеп булһа ла сығырға кәрәк», – тигән һүҙҙәре ҡолағында яңғырап китте. Был тауышты башҡалар ҙа ишеткәндер кеүек тойолдо үҙенә. Шул уйы менән дә Фәйзулланың иҫтәлегенә хыянат иткәндәй ҡыйын булып китте. Эш бөткәс, апаһының:
– Еҙнәң менән Ғәлиәкбәрҙең ҡулына һыу ҡойоп тор, һылыу, мин тамаҡ ултырта торам, тип ҡабаланып инеп китеүенә ҡарамай, ҡырт ҡына боролоп, кәртә аҫтынан ағып ятҡан йылғаға йүнәлде.
Йылға аръяғындағы яҙлы-көҙлө текә йөҙө күҙ йәштәре кеүек һыуға мансылғанға Илаҡ тип йөрөтөлгән ҡаяға текләп торҙо. Шул ҡаянан йыраҡ түгел Фәйзуллаларҙың өйө. «Ул да шулай ҡарап торғандыр», тип Фәйзулланан, текә ҡаянан терәк эҙләгәндәй итте аңлайышһыҙ хәүеф тулған күңеленә.
Сентябрь һыуының һалҡынлығына ҡарамай, тубығына тиклем кисеп инеп, янып барған битен һыуға тыҡты. Аяҡтарының сәңкеп өшөүен тойоп сыҡмаҡсы иткәйне, Ғәлиәкбәрҙең кирза итектәре менән ауыр баҫып, текә ярҙан аҫҡа төшөүен ишетте. Бына һалдат, сүгәләп, битен-ҡулын йыуҙы, итектәрен таҙартты. Артабан да былай баҫып тороу килешмәҫ ине, боролдо Зәлифә, Ғәлиәкбәрҙең һынсыл ҡарашын осратып йылмайғандай итте. Ярға үрмәләне. Күгәрсен тәпәйеләй булып ҡыҙарған аяҡтары тыңламай, тая. Ғәлиәкбәр ике-өс һикереп ярға менеп баҫты ла Зәлифәгә ҡулын һуҙҙы. «Нимә инде киреләнергә, үрел дә, гимнастеркаһының еңен һытып сығырҙай булып ҡабарған көслө беләкле ҡулдары менән ул һине елтерәтеп, осортоп ҡына ярға сығарып баҫтырасаҡ!» Ҡулын бирһә, иркен юғалтыр кеүек тойолдо ҡапыл Зәлифәгә. Үҙе лә һиҙмәҫтән, тиҫкәре бала кеүек уларҙы артҡа йәшерҙе. Сигенә биреп, икенсе, тағы ла текәрәк яҡтан, үлән тамырҙарына тотона-тотона, саҡ сыҡты. Ә Ғәлиәкбәр уның тырабузлығына, ҡабаттан бысранған ҡулдарына көлөмһөрәп ҡарап торҙо. Өнһоҙ генә йәнәш атлап киттеләр. Бергәләшеп, өндәшмәй генә апаларының өйөнә инделәр. Әйтерһең дә шулай тейеш, әҙәмдәр араһында ошолай һөйләшмәй йөрөү ғәҙәти эш.
Боҫо борҡоп торған самауыр артына йәшенеп, һөрпөлдәтеп бер сынаяҡ ҡоро сәйҙе һемерҙе лә, эште сәбәп иткән булып сығып та китте Зәлифә. Әллә нишләп апаларының өйөнән, Кинйәбулаттан алыҫҡараҡ киткеһе килде. Киске һауынға иртә булһа ла елдерҙе. Үҙе йүгерә, үҙе Фәйзулланы уйлай, был ауыр ҡарашлы, тарамыш тәнле, мөһабәт кеше менән үҙенең араһына ҡояш йөҙлө Фәйзулланы ҡалҡан итеп ҡуйырға маташа.
«Йән һөйгәндәр бер була...» Башында йырҙың ошо бер генә юлы әйләнә лә тулғана, әйләнә лә тулғана. Ә күңелдә – аңлайышһыҙ һағыш.
* * *
Гөлбәзирҙең, аша ауылға, һуғыштан ҡайтыуына бисәһе үлеп, өс бала менән ҡалған тол иргә тормошҡа сығып китеүенә аҙна-ун көн дә үтмәне, Зәлифәгә лә Кинйәбулаттан яусы килеп төштө. Ғәлиәкбәр ебәргән. Тас та боронғоса итеп. Тәүҙә ҡыҙыл ыштанының һыңар балағын тыштан һалын димсе килде. Унан – ҡоҙалар. Кейәү егет үҙе күренмәне. Теге бергәләшеп картуф ҡаҙығандан һун айҙан ашыу үтһә лә, башҡа осрашҡандары ла юҡ! Әсәһе намыҫ һаҡлап, ҡыланып та торманы, ҡыҙының ризалығын да һораманы, шундуҡ риза булды. Ҡартайып барған – егерме дүрте тула бит инде – ҡыҙына кейәү сыҡҡанға ҡыуанғанын йәшереп тороуҙы ла кәрәк һанаманы. Күңел өсөн генә булһа ла ҡыҙыҡһынһа, Зәлифә «юҡ» тип маташыр ине, моғайын, һораусы булмағас, өндәшмәне. Хәйер, әйткәненә кеше ышанмаҫ та ине: ирҙәрҙең алтындай баһалы сағы. Ил тулы береһенән-береһе сибәр ҡыҙҙар, үтә бешкән, тамылйып торған еләк кеүек тол ҡатындар... Ирҙәрҙең итек башындай ғыналары ла, аҡһағы ла, сулағы ла рәхәтләнеп бисә төрләндерә. Ә ун йылдан ашыу хәрби хеҙмәттә йөрөп, офицер дәрәжәһенә етеп, йыртыҡ ыштанлы ауыл күҙлегенән ҡарағанда ярайһы ғына байып ҡайтҡан Ғәлиәкбәрҙе инде баһалап бөтөрлөк түгел, етмәһә аяҡ-ҡулы иҫән, аҡылы камил... Бәхет ишелде Зәлифәгә!
Бәхетле икәненә үҙен үҙе ышандырырға тырышты ҡыҙ. Тыуған йорттан сығып киткәнендә эсе янын болоҡһоуын, һаман да Атауллаһын көтөп, артынан моңһоу ғына ҡарап ҡалған Сәғиҙәне йәлләүҙән, тип аңлатты. Кейәүенең наҙҙарын да, тешен ҡыҫып, түҙемле үткәрҙе. Күҙҙәрен йома ла, Фәйзулланы күҙ алдына килтерергә тырыша. Тик ун ете йәштә етәкләшеп «Наза» уйнаған Фәйзулланың итләс кенә йомшаҡ ҡулдары түгел шул тимер ҡыпыуыр кеүек талапсан был ҡулдар.
Аҡылы менән төшөнә йәш ҡатын: бәхетен, даланын аңлап тора, тик тәне менән йәне тартмай инде. Күңел генә үҙ һүҙлелер, тиһә, тән дә ҡарышҡаҡ икән. Яратмауына ярлыҡау эҙләгәндәй, ике ауылды, өс өйҙө айҡап эшләне Зәлифә. Яңғыҙ әсәһенә йүгереп бара, яралы еҙнәһе менән йонсоған апаһына ярҙамлаша, бында хеҙмәт армияһынан хәлһеҙләнеп ҡайтып түшәктә ятҡан ҡайныһын, һаулыҡҡа туймаған ҡәйнәһен ҡарай. Колхоз эше тип саба. Арыуын сәбәп итеп, кейеме менән ятып киткән була ҡай саҡ. «Ысын сәбәпте аңлай микән?» – тип иренән ҡурҡып ҡуя. Шунан үҙен-үҙе тынысландыра: «Кеше шулай йәшәй инде». Колхоз бригадирының бөткөһөҙ мәшәҡәттәрен артмаҡлап алған Ғәлиәкбәрҙең дә артыҡ уйҙарға батырға форсаты юҡтыр.
* * *
Һай бүҙәнә, бүҙәнә,
Юл буйлатып килә лә,
Берҙе үпһәң, кинәнә лә,
Тағы үп, тип инәлә.
Атаулла гармунын, сабыйын ҡосҡан ата кеүек һаҡ ҡына күкрәгенә ҡыҫҡан да, ҡыуаныслы ҡарашын Сәғиҙәһенән айырып ала алмай. Кәләшенең яратҡан көйөн тарта бит ул. Ҡоро һөйәк тә, тире булһа ни, эсендә сыҡмаған йәне бар, оло йөрәге бар, йөрәге тулы һөйөүе бар көттөрөп-көттөрөп ҡайтып төшкән һалдаттың. Ана, ҡоштабаҡ тотоп мейес араһынан сығып килгән Сәғиҙәһе, атлап йөрөй белмәгән кеүек, бөтөн кәүҙәһе менән уйнап, бейеп тә китә. Өй тәпәш, урын тар тип тороу ҡайҙа. Бәхеттәре йыһан дәүмәлендәй. Үҙҙәренә генә түгел, уларҙың кескәй генә туй мәжлестәренә йыйылған туған-тыумаса, дуҫ-иштәренә лә, гармундың танһыҡ моңон ишетер өсөн урамға, өй тәңгәленә йыйылған барса халыҡҡа ла етерлек. Бейергә теләүселәр ҙә бихисап. Тәүҙә фашист тотҡононда, унан бер ғәйепһеҙгә «хыянатсы» мөһөрө тағылып үҙ илендә лагерҙа михнәт сиккән Атаулланың йондоҙло күк аҫтына сыҡҡыһы килә. Ишек алдындағы яҙғы бысраҡҡа лысҡылдата баҫып бейешәләр.
Туйға Гөлбәзир ҙә килгән. Ире, алты йәштәрҙәге үгәй ҡыҙы менән. Ауыр аяҡлы, шуға ултырып ҡына тора. Әсә наҙына сарсағандан һуң бауыр баҫып үҙенә һыйынған ҡыҙыҡайының арҡаһынан яратып ҡына тороуынан, ире менән бер-береһенә йылы итеп ҡарашып алыуҙарынан татыу, килешеп йәшәүҙәре күренә. Сер һөйләшергә форсаттары булмаһа ла, әхирәттәренең булмыштарына сыҡҡан тойғолар йәйғоронда үҙенең тормошоноң ни рәүешле тоҫһоҙ, ғазаплы икәнен айырым асыҡ күрҙе Зәлифә.
Ғәлиәкбәр ҙә күрҙе «кешенең улай йәшәмәүен». Юҡ, күңелле йөрөнө ул, кеше ыңғайына уйнаны ла көлдө, йырланы ла бейене, тик ҡатынына ғына күтәрелеп ҡарай алманы, ҡарашын йәшерҙе.
Таралырға ваҡыт еткәс, Сәғиҙәләрҙең бәхетле ҡоронан һуң ҡапылғара ире менән яңғыҙ ҡалыуҙан ҡурҡып, Зәлифә әхирәтенән үҙҙәрен оҙатып ҡуйыуҙарын үтенде. Атаулланың гармунына ярты ауыл эйәрҙе. Моң ишетеп, ҡәйнәһе лә тороп сыҡҡан икән: «Бына, матур итеп күңел асып ҡайтып киләһегеҙ», – тип ҡыуанып ҡаршыланы. Оҙатыусылар менән шау-гөр килеп, мәрәкәләшеп хушлашҡандан һуң йөҙөнән йылмайыуы ла китеп өлгөрмәгән Ғәлиәкбәр әллә ҡайһылай итеп ҡарап ҡуйҙы ҡатынына: ҡамсы менән һыҙырғандай ине ҡарашы, һуғып осорһа, еңелерәк булыр итте кеүек хатта.
Ошо мәлдән һуң Зәлифәнең күңеленә үҙһенмәү янына ҡурҡыу ҙа инеп ояланы. Ә Ғәлиәкбәр ҡырыҫланды. Тауыш күтәрмәй күтәреүен дә, йәне көйгәне ҡымтылған ирендәренән, асҡаҡ яңаҡтарының ҡыҫылыуынан һиҙелеп тора. Өйгә ҡайтырға ла ашыҡмай башланы. «Кәңәшмә», «йыйылыш», «идара» тигән һүҙҙәр йышайғандан-йышайғас, эштәрҙең тиген түгеле ҡайны менән ҡәйнәгә лә һиҙелмәне түгел. «Бала һөйгө килә. Сабый тауышы сыҡһын ине ул», – тип һөйләнгеләй башланы борсолған ҡәйнәһе. Бер-ике тапҡыр иҫереп төн уртаһында ҡайтып ингән улына ҡаты бәрелеп тә ҡараны. Үҙенсә кәңәш итеп: «Ирҙәргә эш менән генә ярап булмай, ҡуштаныраҡ булһаңсы, килен», – тип шыбырлаған булды.
Аҡылы менән бөтөнөһөн дә аңлай ине Зәлифә, тик йөрәге һалҡын: «Ташлаһын да, китһен дә!» – тип тик тора ҡарышҡаҡ.
Көтөүҙән һуңлап ҡайтҡан һыйырын мөстәндән һалдырып әрләй-әрләй һауып ултыра ине, яратҡан бикәсе һарай ишеген һелкетә тартып ярһып килеп инде лә:
– Еңгә, нишләп ултыраһың, абзыйым Көзәпәләргә инеп китте, – тип ҡысҡырып ебәрҙе. Бикәсенең халәте күстеме, ниндәй өйөрмә ҡуптарып алғандыр, Зәлифә һикереп тороп, һөтлө биҙрәне ҡыҙыҡайға тотторҙо ла, артҡы урамға йүгерҙе. Гөлзәминә – ире һуғышта ятып ҡалған, ике балалы тол ҡатын. Көмөш ҡалаҡҡа һалып йотмалы сибәр. Өйө лә ыҡсым, ана бит, ихатаһы ла таҙа. Һәр йәһәттән килгән. Ел ҡапҡаның симәлтеп тороп бәйләп ҡуйылғанлығы оторо ҡыҙҙырып ебәрҙе Зәлифәие. Уны йән көсөмә ҡайырып асты ла, ен кеүек ялпылдап инеп тә китте.
Эйе, һылыу ҡатын Гөлзәминә: шалҡандай аҡ йөҙлө, ирендәре үтә ныҡ бешкән, бына-бына һытылып һутын сәсрәтерҙәй тулышҡан ҡарағусҡыл ҡыҙыл сейә кеүек. Уң сикәһендә төртөк миңе, сөйөп бәйләгән аҡ яулығынан бүҫелеп сыҡҡан ҡара бөҙөркәһе – өтөп, ҡурып алып бара был матурлыҡ Зәлифәне. Ҡарағусҡыл йөҙө алһыуланып киткән, ирендәренә серле йылмайыу ҡунған Ғәлиәкбәрҙең ирҙәрсә мөһабәт күркәмлеге лә күҙенә бәрелде. Ҡондоҙ ҡойроғолай ҡаштары аҫтынан һөҙә биреп ҡараған күҙҙәре бөркөттөкөләй сая... Ҡан тамырҙары бүртеңкерәп торған ҡулдары көслө, мускулдары гимнастеркаһын бүҫеп сығып барған кеүек. Хәҙер генә йолҡоп алмаһаң, Гөлзәминәнең тулы кәүҙәһенән, ап-аҡ муйынынан, болот шикелле сәстәренән ағылып ошо аҡ балсыҡ менән ағартылған яҡты өйҙө тултырған аҙҙырғыс дәрт Ғәлиәкбәрҙе үҙе менән өйөрөлтөп алып китер кеүек тойолдо Зәлифәгә.
Һыуҙағы балыҡҡа йомолған сапсан кеүек иренә ташланды ҡатын, ҡулындағы әсегән бал һалынған кәсәне тартып алып быраҡтырҙы. Уныһы тәҙрә өлгөһөнә барып тейеп, сылтырап быяла ҡойолдо. Зәлифә Ғәлиәкбәрҙе һелкетә тартып торғоҙҙо ла, шаҡ ҡатып ҡалған Гөлзәминә янынан, ҡулынан етәкләп, елтерәтеп алып сығып китте. Туп-тулы булып тулған ай нурына ҡойонған ауыл урамы буйлап бисура кеүек елеп бара Зәлифә, үҙе һаман ҡыҫып тороп Ғәлиәкбәрҙең ҡулынан етәкләгән. Ире, оҙон аяҡтары менән эре-эре аҙымлап та бәләкәс кенә ҡатыны артынан саҡ өлгөрөп бара. Бер аҙ елә биргәс, Ғәлиәкбәрҙең матҡып тотҡан усынан беләге буйлап рәхәт йылылыҡ күтәрелгәнен тойҙо ҡатын. Күтәрелә лә, иҙрәтеп бөтөн тәненә тарала, быуынды ала. Ғәжәпһенеп аҙымын әкренәйтте, унан бөтөнләй туҡтаны. Барлыҡ саялығы бөтөп, ҡурҡып ҡына иренә баҡты. Ҡараны ла аптырап ҡалды: танымаҫлыҡ ине Ғәлиәкбәрҙең йөҙө. Ғәҙәттә һынсыл, хатта ҡырыҫ ҡараған күҙҙәре ике йондоҙ кеүек балҡып тора, ә сырайы анау тулған ай ни, ул ни! Ауыҙы ҡолағына еткән. Көлөп килә, оятһыҙ! Ғәлиәкбәрҙәге үҙгәрештән, үҙенең аңлайышһыҙ хәленән, быуындарын алған ләззәт ағымынан, әллә кемдәрҙе йәлләүҙән, әллә кемгә рәнйеүҙән арманһыҙ булып бағаналай ҡатты ла ҡалды Зәлифә. Ә Ғәлиәкбәрҙең, башҡаса тыйылып торорға тәҡәте ҡалманы, башын артҡа ташлап шарҡылдап көлөп ебәрҙе. Шул саҡ Зәлифә, үҙе лә һиҙмәҫтән, иренең күкрәгенә ташланып ҡысҡырып илап ебәрҙе.
– Хосуси милексе, – ти Ғәлиәкбәр. Бесән өҫтөндәге көсөк... Өрмәй ҙә, ебәрмәй ҙә. Баҡһаң, үҙе аяуһыҙ уҫал да икән...
Ғәлиәкбәр көлә, Зәлифә илай... Күпме торғандарҙыр шулай нурға ҡойонған килеш бер береһенә һыйынып... Үҙен-үҙе юғалтып, ир ҡосағында иреп юҡҡа сыҡҡайны ҡатын. Шундай ләззәт ине ул юғалыу, һушын юйыр саҡта зиһенендә, һуңғы сатҡы кеүек, Фәйзулланың һөйөү тулы күҙҙәрҙән генә торған һипкелле йөҙө балҡып китте лә... һүнде. Йөрәгенә керпек ҡағыр мәлгә генә моңһоулыҡ ҡағылып үтте лә, яңы тойғоноң утлы ағымы менән юйылды... Әҙәм балаһы шулай инде. Иренең:
– Бынау ҡайындай ҡороһоңмо әллә, тип ҡурҡа башлағайным, анау Илаҡ ҡая кеүек текә генә икәнһең, – тип бышылдағанына иҫенә килә Зәлифә.
– Татлыһыңдыр, тип уйлай инем, тик был ҡәҙәрлелер тимәгәйнем, – ти Ғәлиәкбәр. Көрәктәй ҙур, йылы устары менән ҡатынының туҙраған сәстәрен һыйпай, күҙ йәшенә мансылған битен һөртә. Ә Зәлифәгә сәйер ҙә, рәхәт тә уның күнегелмәгән илгәҙәклегенән. Иренең күкрәгенән ҡупһа, бөтәһе лә юғалып юҡҡа сыҡмағайы, тип тағы ла нығыраҡ һыйына. Йәннәт икән йән йәреңдең ҡосағында!
«Йән йәреңдең ҡосағында йәннәт шул...» Тиҫбе тартҡан кеүек хәтирәләрен барлай хәҙер Зәлифә әбей. Бабайы мәрхүм булғандан алып төп шөғөлө шул күңелдең. Әле лә уйланып ята бирҙе лә тышҡа сыҡты. Ырыҫлы ул төндөң емеше булып тыуған баш балаһы Фәйзулланың ҡыҙын, ҡартаһының яратҡан ейәнсәрен, уйындан көтөп оҙаҡ ултырҙы. Йәштәргә мөхәббәтле тормош, ғаилә бәхете, донъяға тыныслыҡ теләне.
Гөлсирә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА.