Бөтә яңылыҡтар

Көнһылыу

Әһә! Балаң иҫеңә төштөмө? – һарҡыулыҡҡа еткәйнеләр генә Сөйөмбикә төргәктәге сабыйҙы йән көсөнә мисәлгән аттар араһына ырғытты. Малҡайҙы әйт инде! Әҙәмдән аҡыллы! Төпкә егелгән ат мисәүҙәге атты ҡабырғаһы менән генә ситкә этеп ебәрҙе лә, дүрт аяғын үрә терәп шып туҡтаны. Етмәһә тайғаҡ, һарҡыу ерҙә аттарҙы арба түбәнгә этеп алып бара. – Тррр!!.. Инәңде... – Мырҙағәле дилбегәләрҙе тартты, үҙе арбанан һикереп төшөп, ат тояҡтары араһында ятҡан төргәкте ынтылып ҡына алып арбаһына ырғып менеп ултырҙы ла, уң терһәге менән бисәһен арбанан ҡолата төрттө.

Көнһылыу
Көнһылыу

Ғәбиҙә килененә ҡарап-ҡарап тора ла аптырай. Кит! Яһил бисәләр күргәне бар, әммә был ғәҙәрем дә яһилды күргәне юҡ! Биллаһи! Ямандың да яманына, ажарҙың да ажарына юлыҡтылар. Тарыма, тарыһаң – арыма. Тап шулай булды ...
– Әллә киленде айыра ла ҡуяңмы, – яйын тура килтереп, шулайтып әйтте Ғәбиҙә Мырҙағәлегә, улы менән килене араһындағы оло-ғара ғауға сығып, бөтә мирға рисуай булғас.
– Юҡ, әсәй, айырыр өсөн алманым даһа, – тине улы. Йөрәгенең әрнеүҙәрен баҫырға теләпме,  Мырҙағәле оҙаҡ итеп тәмәкеһен тартты.
– Ирҙе аҙ ғына ла кешегә һанамағас ней... Йәшәү шулай буламы?.. Мин дә ир менән йәшәнем – тиң йәшәнексе, – Ғәбиҙә улына йәлләп баҡты.
– Киленең икенсегә бәпес көтә, әсәй... – улы тәмәкеһен һурһа сикәләре эскә тартылып китәләр ҙә, былай ҙа йонсоу йөҙө тағы ла йонсоуыраҡ булып күренә.
– Һыы... – телһеҙ ҡалды Ғәбиҙә, бер аҙ иҫен йыйып ултырҙы. Шунан:
– Аптырағандан әйтәм инде... Бисә менән ир талашһа – ятҡа йәм! Кеше ҡыуандырып... гел талашҡасығыҙ әйттем инде... – ул ауыр итеп көрһөндө, ике күҙенән атылып килеп сыҡҡан күҙ йәштәрен күлдәгенең япмаһына һөрттө.
Ҡабат һүҙ ҡуйыртманылар. Мырҙағәле тәмәкеһен сыртлата төкөрөп һүндерҙе лә йүгәнен тотоп  кәртә артына атлап китте.
Йәлләй улын Ғәбиҙә. Аҡыллы, тыныс уның улы. Эшкә лә әрһеҙ, йәнен-тәнен йәлләмәй, емертеп эшләй. “Салауат” калхузы алдынғыһы ул! Ә Ғәбиҙәне бүтән кешеләр йәлләй. Ситтән ҡарап торһаң, һин –килен, ә киленең уҫал ҡәйнә һымаҡһығыҙ, тиҙәр. Топ-тоғроһон һөйләйҙәр. Ил ауыҙын иләк менән ҡаплап булалыр шул...

Бер заман Мырҙағәле күрше ауылдағы ҡатынға йөрөй икән, тигән һүҙ таралып китте. Буштыр,тиеүселәр ҙә булды. Мырҙағәленең йәне юҡмы әллә, уға ла бисә наҙы кәрәк, анау ғазраилға нисек түҙеп торалыр, тип ирҙе ихлас йәлләүселәр ҙә табылды.
Хәбирә һылыу, уңған, баҫалҡы, йомшаҡ һүҙле. Бәхете генә булманы. Ир менән йәшәмәҫлек түгел! – Хәбирәгә хөкөм ҡаты булманы, – уның да йәне бар!

Ауыл ғына түгел, бөтә калхуз белгәнде Сөйөмбикә килен дә ишетте. Ишетте лә, ай, боларҙы! Сығырынан сыҡты. Мырҙағәленән үс алыр өсөн күҙгә күренеп йомороланып киткән ҡорһағынан–бәпесенән ҡотолмаҡсы булып нимәләр генә ҡыланманы Сөйөмбикә. Фермала кашевар булып эшләй,  малға аш бешерә ине. Бер тоҡ бойҙайҙы ҡорһағына һалып келәт тупһаның һәр баҫҡысын һикерә-һикерә төштө, әҙәм көсө етмәгән ҡайын түмәрҙәрҙе икешәрен бер юлы күтәреп ташыны, шуларҙы ярҙы, ботлоҡ күнәктәрҙе тултырғансы боламыҡ һалып, ике ҡуллап ташып колодаларға ҡойҙо. Эҫе мунсала бот араһын сапты. Тыуыр бала булғас, теремек кенә, ҡуңыр сәсле, аҡ ҡына йөҙлө, сәгер күҙле, уймаҡтай ғына ауыҙлы һылыу ғына ҡыҙ яр һалып донъяға килде. Ҡарҙар иреп бөтөп, Һаҡмар ярҙарына һыймай шашып ташҡан мәл ине! Ә көнө ниндәй ине! Күк йөҙөндә шыпа болот юҡ, ҡояштың көләс нурҙарынан бар донъя алтынға мансылған! Көнө һыпа-һылыу ҡыҙмы ни!

– Иншалла! Бәхетле, тәүфиҡлы, Хоҙайҙың иң һөймәләкле балаһы бул! – Ғәбиҙә ауыҙ эсенән генә доғаларын ҡабатлап, баланың кендеген ҡырҡып, төйнәп ҡуйҙы. Үҙе эстән генә бәпескә “Үлмәҫбикә”, тип йүргәк исеме уйлап ҡуйҙы.

Баланы йыуындырып, майлап, йүргәккә төрөп килененең ҡуйынына һалғайны, уныһы ажғырып уҡ ебәрҙе.

– Ана, Хәбирә имеҙһен, Мырҙағәлегә әйт, атын егеп апарып ташлаһын! – мыш-мыш танауын тартты Сөйөмбикә.

– Атаҡ, ни һөйләүең, килен. Йөрәгәндер бисәләргә. Ирең илгә сыҡһа – мирҙеке, ҡайтып инһә –һинеке. Үҙең дә, ай–һай, ҡатыһың...

–Улай улыңды алдыңа алғасың, үҙең менән ҡуша алып ят Мырҙағәлеңде !–тип еңеште Сөйөмбикә килене.

– Ыстағафирулла! Ауыҙың һөйләгәнде ҡолағың ишетәме? Ҡуйһаңсы ла инде, килен! –  баланы саҡ төшөрөп ебәрмәне Ғәбиҙә.

– Ҡуймайыым, – ҡысҡырып илауға күсте килен.

– Илама, тым, имсәгеңә һөт төшмәҫ...

– Төшмәһен!

– Балаға берәй нәмә булдымы әллә? Шарылдашҡанығыҙ тышҡа ишетелә! – яҙғы елгә бите дөм ҡара булған Мырҙағәленең ҡобараһы осоп килеп инде.

– Имеҙмәйем, ти килен, Хәбирәңә апарып таштап килмәһәң... Күрәләтә баланы... астан үлтерәйекме? – Ғәбиҙә бәләкәс кенә төргәкте улына һуҙҙы, – Һыпа-һылыу ғына ҡыҙың бар, улым... Собханаллаһ!

Мырҙағәле балаһың ипләп кенә ҡулына алды ла Сөйөмбикәһенең ҡуйынына һалды.

– Имеҙмәһәң – сығарып тупһанан атам үҙеңде! Кәзә һөтө менән дә үҫтерербеҙ. Хәбирәне өйөмдөң түренә индереп ултыртам малайҙары менән ҡуша!

Шунан ғына Сөйөмбикә иҙеүен ысҡындырып балаһына имсәк ҡаптырҙы. Эй! Әсәнең ҡуйыны ләззәт тә йәннәт тә инде! Ҡыҙ бала бер-икене генә һурҙы ла мышнап йоҡланы ла китте.

Баланың ҡырҡы тулғайны,Мырҙағәле менән Сөйөмбикә арбаға ҡушарлап ултырып, ҡыҙҙарына метрика яҙҙырып алырға, тип күрше ауылға кәнсәләргә барҙылар. Урталайға бөкләнгән йоҡа ғына йәшел документ алып ҡайтырға сыҡҡайнылар, Хәбирәнең һыу көйәнтәләп ҡайтып килгән мәленә тап булды был икәү. Аҙҙырыр көн  яҙҙырыр ошо була инде! Сөйөмбикә тыныс ҡына килә ине әле. Хәбирә быларҙың юлын ҡыймайып типтер, юл ситендә туҡтаны ла, күҙҙәрен батҡаҡлы ергә төбәне. Мырҙағәле лә ҡатын яғына боролманы, аттарының һыртына оҙон сыбыртҡыһы менән шартлатып һуғып ебәрҙе:

– Но, малҡайҙар!

Ауылды сыҡҡан ер ныҡ ҡына һарҡыу. Етмәһә, ҡойоп ямғыр яуып үткән ине. Ер бысраҡ, батҡаҡ.

– Юрамал Хәбирә тапҡырынан ҡайтып киләһең! Кәртә артынан ҡайтһаҡ ярамағанмы? – Сөйөмбикә тамаҡ төбө менән ҡысҡырып ебәрҙе лә ҡаты итеп иренең бөйөрөнә төрттө.

– Бикә, баланың ҡотон алырһың, яһилланма! – Мырҙағәле бисәһенә шым ғына өндәште. Уның ирешкеһе лә, талашҡыһы ла килмәй – документ алып ҡайтып киләләр бит! Бәпестәренең исеме бар – Көнһылыу! Ҡыуаныслы көндөң йәмен ебәрәһе килмәне!

–Әһә! Балаң иҫеңә төштөмө? – һарҡыулыҡҡа еткәйнеләр генә Сөйөмбикә төргәктәге сабыйҙы йән көсөнә мисәлгән аттар араһына ырғытты. Малҡайҙы әйт инде! Әҙәмдән аҡыллы! Төпкә егелгән ат мисәүҙәге атты ҡабырғаһы менән генә ситкә этеп ебәрҙе лә, дүрт аяғын үрә терәп шып туҡтаны. Етмәһә тайғаҡ, һарҡыу ерҙә аттарҙы арба түбәнгә этеп алып бара.

– Тррр!!.. Инәңде... – Мырҙағәле дилбегәләрҙе тартты, үҙе арбанан һикереп төшөп, ат тояҡтары араһында ятҡан төргәкте ынтылып ҡына алып арбаһына ырғып менеп ултырҙы ла, уң терһәге менән бисәһен арбанан ҡолата төрттө .

– Но, уңғырҙар! – аттарҙы сыбыртҡылап ауыл яғына елдерҙе Мырҙағәле. Бисәһе бысраҡ, батҡаҡлы юлда шарылдап ятып ҡалды.

Шар асыҡ торған ҡапҡаға йән-фарман килеп инде аттар. Өлкән ҡыҙы Таңһылыуҙы шәленең эсенә тығып сыҡҡан Ғәбиҙәнең ҡото осто.

– Аттарыңды аҡ күбеккә төшөргәнсе туҡмамаһаң! Артығыҙҙан бире ҡыуҙымы әллә?

–Әсәй, киленең ҡапҡаны аша атлап инмәһен! Бикләп ҡуй! Айырам! Бөгөндән айырам!

– Бисәһенә асыулаған – ат туҡмар. Бер нәмә сығармай тынсымаҫһығыҙ... Ҡуйсы, ҡуйсы! Тап булдыҡ бит бер биҙунға! – Ғәбиҙә арбалағы баланы икенсе ҡулына күтәреп, тетә баҫып өйгә инеп китте!

Ошо ваҡиғанан һуң Сөйөмбикә баланы имеҙеүҙән ҡырҡа баш тартты. Һөтөм юҡ, тип һылтанды,бәпесте күрәлмаҫ булды.Мырҙағәле лә бәпесте бисәһенә тотторманы.

Ғәбиҙә алғы өйҙөң урындыҡ тәнгәлендәге өрлөккә сөй ҡаттырып, сәңгелдәкте шунда күсереп элдерҙе. Биҙәкле шаршау тартты. Кәзә һөтө имеҙеп көтөрмөн, йот заманы түгел, тип уйланы Ғәбиҙә.

Ана шул шаршау артына ғына йәшенеп,ап–аҡ сепрәк менән үҙенең түштәрен һөрттө,шунан сабыйға имсәген ҡаптырҙы.

– Бисмиллаһир әррәхмәнир рәхим!

Бала буш имсәкте ҡабыуы була – Ғәбиҙә кәзәнең йылы ғына һөтөн ҡалаҡлап ҡына түшенә тамыҙа,  һөт яры буйлап ағып баланың ауыҙ тәңгәленә барып та төшә. Үлмәҫбикә супылдығы сығарып имсәкте һура. Аш һалһа – эсәген һурҙырҙы, һурпа һемертте Ғәбиҙә. Ауыҙы бар – асҡа үлмәй! Теремек, йомро ғына булып үҫте лә китте Көнһылыу!

Мырҙағәле менән Сөйөмбикә ирештеләр, йөҙ йыртыштылар, яраштылар,бер-береһенән биҙештеләр, барыбер бергә йәшәнеләр. Тағы ла бер ҡыҙлы, дүрт уллы булып киттеләр.  Сөйөмбикә яйы сыҡҡан һайын иренең Хәбирә менән сыуалышҡан мәлдәрен иҫләтеп торҙо, һаман үс тотто – Көнһылыуы бөтә баллары араһынан Сөйөмбикә тарафынан кәмһетелде, ситләтелде. Ярай әле Ғәбиҙә өлөсәһе бар донъяла! Ул инә ҡаҙ һымаҡ Көнһылыуҙы гел ҡанаты аҫтына –ҡуйынына алды. Йәлләү, яҡлау, наҙ, күңелде иретерлек йылы, һөйөү эҙләп гел өләсәһенең күҙҙәренә баҡты Көнһылыу, уға һыйынды!

Әсәһен дә яратты, үлеп яратты Көнһылыу!  Иркәләнгеһе, һөйөлгөһө килеп һөйкәлһә генә Сөйөмбикә ҡыҙын этеп ебәрер ине!

– Ана, өләпсәңә һөйкән. Ҡолай яҙып саҡ ултырам!

– Арҡаһынан һөйөп кенә ебәрһәң шул балаңдың, ҡулың ҡороймо, йылы һүҙ өндәшһәң – телең өҙөләме, – Ғәбиҙәнең йөрәге ҡап уртаға ярылырҙай була шул мәлдәрҙә.

Эшкә талымһыҙ булып үҫте Көнһылыу. Әсәһе ҡушып киткән эште йүгереп йөрөп тамамлап ҡуя. Эше бөткәс күрше Гөлмираға югерә. Уйынға инде әүрәп кенә китһәләр, сыбыҡ тотоп Сөйөмбикә килеп етә лә, ҡыҙын һыҙырып, шарылдатып алып ҡайтып китә. Илаһа – ауыҙын бөрә тотоп семтеп ала. Ни өсөн йәберләнгәнен генә аңламай Көнһылыу.

Уҡыуға ла етеҙ, шәп булды ҡыҙ. Күрше ауылға йөрөп уҡынылыр, арыным, тип мыжыманы, иламаны. Ауыр сумкаһын йөкмәп, иң беренсе йүгереп китер ине мәктәпкә.

Һылыу, дан ҡыҙ булып буй еткерҙе Көнһылыу. Тулҡынланып торған сәсе, ике йондоҙ кеүек янып торған күҙҙәре, ҡыйғас ҡаштары, күл ҡамышындай ҡуйы керпектәре, ап-аҡ ҡына түңәрәк йөҙө, нәҙекәй биле, нәҙек оҙон бармаҡтары кемде генә, ай, ғашиҡ итмәне икән дә кемдең генә төн йоҡоһон урламаны икән! Күрше ауыл егеттәре лә ҡапҡа тышында таң һыҙылғансы көтөп йөрөрҙәр ине ҡоралай кеүек ғорур ҡыҙҙы – ҡырҡ ерҙән тыйҙы ҡыҙын Сөйөмбикә! Шаг атлатманы.

“Күрше ауылдың егеттәренә “отправка" килгән, иртәгә армияға оҙаталар!" Ошо хәбәр йәшен тиҙлеге менән ауылға, урамға, һәр өйгә тарала. Егеттәрҙе оҙатырға ҡарты ла, йәше лә оло юлға сыға. Ҡайһы йәйәүләп, сәпиттә, ҡайһы ат егеп, ҡайһы һыбай, матай менеп баралар. Көнһылыу ҙа иптәштәре менән йәйәү генә барҙылар күрше ауылға, аяҡтары ергә әллә тейҙе, әллә юҡ! Сәстәре ҡырып алынған, ялтыр башлы егеттәрҙе ҡыҙҙар тәүҙә оялып ҡына ситтән күҙәттеләр. Ә егеттәр үҙәктәрҙе өҙөп, гармунда һыҙҙыралар. Ҡара ерҙә тыпырҙығы сығып,саң-туҙан борҡотоп бейегән ҡайҙа ул! Баҫҡан урында сыҙап торорлоҡтор шул! Ҡыҙҙар сыр-сыу килеп ҡулға-ҡул тотоношоп, ҙур түңәрәк яһап, бейеүгә ҡушылалар. Түңәрәк эсендә әрмегә китеүселәр ҙә, гармунсы егеттәр! Өйөлөшөп торған халыҡ янына бартауай машина килеп туҡрай. Улдарын оҙатҡан әсәйҙәр йәшереп кенә яулыҡ остары менән күҙҙәрен һөртөп ҡуялар. Атайҙар күкрәктәрен кирә биреп, ғорур ғына ситтә баҫып торалар: ышту һин! Уландары ил һаҡларға баралар! Әсәйҙәре улдарына икмәк тешләтәләр, түш кеҫәһенә генә һыймалы ҡыҙыл моҡсайға һалынған тере тупраҡ һалдатҡа бара торған һәр егеттең  усына йомдорола – был йоланы ауылдың оло инәйҙәре башҡара: тыуған ереңде һағынһаң – ошо тупрағыңды еҫкәп алырһың – тыуған ер еҫе һағышыңды баҫыр! Ошо ғәзиз тупраҡты һаҡлау – һеҙҙең бурыс! Кәсәләрҙән һөт уртлаталар. Беҙҙең халыҡта кешене юлға оҙатҡанда ҡосаҡлаш-үбеш ,муйындарға аҫылынып торош юҡ бит ул! Илаш та, сәрелдәш тә, олош та юҡ. Аҡ ҡағыҙҙарға яҙылмаған, ә быуындан-быуынға күскән, йөрәгебеҙҙең иң-иң түрендә урын алған тәүфиҡ, сабырлыҡ, тип аталған әҙәп, тәртип, сик бар. Ана шул тәртипте боҙмай беҙҙең халыҡ, шул сикте аша атламай! Сабыр ғына оҙата, сабыр ғына көтә белә ҡатындар!

Мәрәкәләш, күңел күтәрер шаян йыр-таҡмаҡ бар! Бына күреген йырта яҙып бер егет, гармун телдәренә баҫа, егеттәр йыр башлай:

Военкомат ишек алдын
Тапамам, тигән инем!
Өҙөлөп һөйгән йәнкәйемде
Ташламам, тигән инем!

Ә ҡыҙҙарҙың йөрәктәре күкрәктәрен йыртып сығырҙай булып ашҡына!.. Көнһылыу янына Ғүмәр йүгереп кенә, юҡ, осоп ҡына килә лә, ҡолағына шыбырлай. Көнһылыуҙың йөҙө алһыуланып китә, ут булып яна!

– Хат яҙһам буламы? – ти егет, үҙе Көнһылыуҙың сәгер күҙҙәренә баға.

– Яҙ һуң...яҙ !– тип шыбырлай ҡыҙыҡай, сигелгән ҡулъяулығын егеттең усына йомдороп. Шунан егеттәр машинаға тейәлә башлайҙар! Гармун тартҡан егеттәр ҙә военкоматҡа тиклем оҙатырға баралар беҙҙең яҡта.

Егеттәр тейәлгән машина, саң туҙҙырып ҡуҙғалып китә. Ә дәртле йырҙары ауыл урамдарына, Һаҡмар буйҙарына тиклем яңғырап китә!

Военкомат ишек алдын
Тапарға тура килде.
Өҙөлөп һөйгән йәнкәйемде
Ташларға тура килде!

Бәләкәй малайҙар, һыбайлы егеттәр машина артынан сабалар. Үргә менгәнсә оҙатып баралар шулай.
Ҡыҙҙар күңелһеҙләнеп ҡалалар, йүгереп килгән һуҡмаҡтары буйлап шым ғына кире ҡайтыу яғына ыңғайлайҙар.

Ә көҙгә Көнһылыу ҙа алыҫ ҡалаға уҡырға йыйынды.

– Ҡыҙым матур итеп уҡы! - тәүфиғың артһын! – Ғәбиҙә уның арҡаһынан тупылдатып һөйҙө! Көнһылыу өләсәһен яулығын төҙәткән булды, сәстәренән һыйпаны. Үҙе бер генә мәлгә өләсәһенең моңһоу, уйсан күҙҙәренә баға:

– Һау бул,өләс! Үҙеңде һаҡла. Мин һине...ныҡ-ныҡ һағынырмын инде!

– Ҡыҙым,автобусға һуңларһың, – мисәлгән аттар ҡапҡа төбөндә көтөп торалар. Мырҙағәле сумаҙанды йәм-йәшел бесән өҫтәнә һала ла, ҡыҙының арбаға ултырғанын сабыр ғына көтә. Уның да ҡыҙын алыҫҡа ебәргеһе килмәй ҙә бит! Сибайға ғына барһа ярамағанмы, Эстәрлене әллә ҡайҙан тапҡандыр, тип уйлай дилбегә тотоп ултырған атаһы. Үҙенең ике күҙе тәҙрәлә – әсәһе ҡыҙын оҙатырға сыҡмаҫмы икән?

Көнһылыу арбаға менен ултырыуы була, аттар ҡуҙғалып та китә. Ҡыҙы ултырып киткән ылауҙы күҙҙән юғалғансы оҙатып тороп ҡала Ғәбиҙә.

–Ҡуҙғалдылармы шу..?– яй ғына атлап Сөйөмбикә килеп сыға ла баҡса буйында торған эскәмйәгә ҡунаҡлай.

– Ҡуйсы, килен, сығып оҙатып ҡалһаң да булыр ине... Ят бәғер түгел дәһа, үҙ балаң... Был тиклем дә булырһың. – Ғәбиҙәнең килененә шул ҡәҙәре асыуы килә, ҡулдарын киҫә һелтәп усаҡлыҡҡа инеп китә. Йәшенеп кенә йәш түгә Ғәбиҙә.

Ғүмәрҙең бер-бер артлы яҙылған хаттарын, алып сикһеҙ ҡыуанды Көнһылыу! Сиктә хеҙмәт итә егете, пограничник! Һөйөү, һағыныу тураһында яҙышманылар, ауыл хәбәрҙәрен, уҡыуы тураһында яҙҙы ҡыҙ. Егет нисек хеҙмәт итеүен, увольнениеға сыҡҡандарын, присяга ҡабул иткәндәрен, киноға барғандарын яҙҙы. Йөрәктәрендәге һөйөү хистәрен яҙырға икеһе лә оялдылар, ул һүҙҙе фәҡәт күҙгә генә ҡарап, шыбырлап ҡына әйтергә тейешбеҙ, тип уйлайҙар икеһе лә. Ҡағыҙҙарға ла яҙылырға тейеш түгел ул!

“Иң мөһиме – хаты килеп тора! Ошо иң ҙур бәхет түгелме ни!" – Көнһылыу шулай уйлай.

Беренсе курсты тамамлап, ауылына ашҡынып ҡайтты Көнһылыу. Ҡустыларын, һеңлеһен, әсәһен,өләсәһен, атаһын үлеп һағынғайны: туғандары менән Һаҡмарҙа рәхәтләнеп һыу инделәр, балыҡ ҡармаҡланылар, еләккә йөрөнөләр, өйҙө йыуҙылар, картуф утап, күмделәр. Баҡсаға һыу һиптеләр. Күңелле мәшәҡәттәр етерлек! Унан бесәнгә төштөләр.

Мырҙағәленең малы ишле генә,бесәнде лә күп итеп әҙерләйҙәр.Ярай улдары ла атайҙарына оҡшап эшкә әрһеҙҙәр.

Отпускыға ҡайтырмын ,тип яҙғайны Ғүмәр,ҡыҙ көттө.Август аҙағына етеп,Көнһылыу ҡалаға кире китте!

Икенсе курс башында Ғүмәрҙең хаттары һирәгәйҙеләр .Уҡыуҙар күңелһеҙ башланып китте.Ғүмәрҙе һағынып бер булды Көнһылыу.

“Беҙ тормошта иң бәхетлеләр буласаҡбыҙ! Беҙҙең тормош иң сағыу, иң матур, иң йәмле мәлдәрҙән генә торасаҡ!" – ошо Көнһылыуҙың иң-иң изге хыялы!

Ноябрҙың һалҡын көндәре ине, бер төркөм ҡыҙҙар-егеттәр уҡыуҙан ҡайтып инделәр ҙә бүлмәләренә йүгерҙеләр, Көнһылыу хаттар һалынған кәштә эргәһенә туҡтаны, бөтә кәштәләрҙе ҡат-ҡат тикшерҙе. Хат килмәгән.

“Ниңә хат яҙмайһың, Ғүмәр? Ниңә мине язалайһың? Ниңә һағыш уттарына һалаһың". Тәҙрә яҡтауына терәлде лә шым ғына иланы Көнһылыу. Ҡыҙыҡай Ғүмәрҙең осоп-ҡунып янына килгәнен, ҡулъяулыҡ бүләк иткән мәлдәрен йыш иҫкә төшөрә,һағына.

Кемдеңдер бик моңло итеп йырлағаны ишетелә,нимә ,тип йырлай шул?Көнһылыу тыңлап торҙо. Кухнянан килә тауыш. Ниндәй моңло тауышы! Хисләнеп бүлмәһенә ҡайтып инде ҡыҙыҡай, итектәрен генә систе лә карауатына ауҙы. Шым ғына илай ине ул.

– Ҡыҙҙар, ишеттегеҙме? Ниндәй матур тауышы!

– Нимә, тип йырланы шул? – ҡыҙҙар сыр-сыу килделәр.

Һин бер генә ҡараш һалдың миңә
Йөҙөң күркәм, тик күңелең һүлпән...

Тәүәкәллә! Тәүәкәллә! Тәүәкәллә, иркәм! Мейегә инеп ояланы бит был йыр! – Гөлйөҙөм бүлмәлә иң шаталаҡ ҡыҙ,йырсының йырын отоп та алған.

– Йөрөгән ҡыҙы бар микән? – быныһы һипкеллле Хәмиҙә тауышы.

– Йөрәгән ҡыҙы булмаһа,һин ҡаратыр инеңме үҙеңә? Тәүәкәллә! – Гөлйөҙөм көлә.

– Юҡ, ҡыҙҙар, мин сығам ул йырсы егеткә,– Көнһылыу тороп ултыра.

Үҙе көсләп йылмайырға тырыша.

– Үәт биғәләш, һинең егетең бар бит.

– Бөгөндән юҡ! Хат яҙмай бит, тимәк, егетем юҡ, – Көнһылыу күҙ йәштәрен һөртә, күңелсәк булырға тырыша, – хәҙер барып танышып киләм әле!

– Бар, Көнһылыу, ул борсаҡ ашы бешереп тора, борсағы бешкәнсе танышып өлгөрөрһөгөҙ, ҡыҙҙар көлөшөп ултырып ҡалалар, Көнһылыу сәйнүген тотоп кухняға килеп ингәйне, йырлауынан туҡтаны егет. Көнһылыуға ҡарап тымып ҡалды.

– Йыр тыңларға ингәйнем, ниңә туҡтаның? – Көнһылыу шат булырға тырыша.

– Радио тыңлаусыларҙың һорауы буйынса концертыбыҙҙы дауам итәбеҙ.Тыңлағыҙ! “Ашҡаҙар"ҙы һуҙып ебәрә. Моңло тауышы кухняға ғына һыймай, оҙон коридорға, бүлмәләгә тарала.

Сәйнүгенең ҡайнағанын моңға сорналып көтөп торҙо Көнһылыу. Йырсы егет кәстрүлдәге борсағын болғаған була: – Ҡалай оҙаҡ бешәсе. Сәғәт нисә? – йырсы егет ҡыҙға һүҙ ҡуша.

– Кисәгесә! – Көнһылыу ҡайнаған сәйнүген алып, текелдәтә баҫып сығып китә.

Бүлмәгә ҡайтып ингәс, ҡыҙҙарҙы шаяртҡан булды:

– Йыры ғашиҡ итте, үҙе түгел. Күҙлекле егеттәрҙе енем һөймәй!

Училещела ла, ятаҡ та ла йырсы егет менән баш һелкеп иҫәнләшеп йөрөнө Көнһылыу. Ятаҡ фойеһындағы хаттар кәштәһе янында ла юлдары киҫелешкәне булды. Ниһайәт, Ғүмәрҙән хат алып, бәхетле йылмайып китеп барғанын да ла йырсы егет осраны уға. Шул көндө алған хаты иң һуңғы хат ине!

Табаҡ-табаҡ хаттар яҙҙы Көнһылыу, тик бүтәнсә бер генә лә хат та, открытка ла килмәне!

Яҙҙар етте. Көнһылыу һағыш-һыҡрауҙарыу баҫыр өсөн Ашҡаҙар буйына сығып йөрөнө, күкрәк тултырып яҙғы һауаны һуланы, Ашҡаҙарҙа боҙ киткәнен ҡарап, ләззәтләнеп торҙо: Һаҡмарҙа ла боҙ китәлер инде! Һаҡмарына ҡайтҡыһы килде, уның көмөш һыуҙарын эсһә, янып барған йөрәген баҫыр ине! Ғәбиҙә өләсәһен һағынды! Аҡыл эйәһе өләсәһенә эс серҙәрен һөйләгеһе килде. Ул ғына уны йыуатыр, күңелен имләр ине!

Бер көн бүлмәлә яңғыҙ ғына ине Көнһылыу, ишек шаҡынылар. Барып асһа – теге йырсы тора!

– Әйҙәгеҙ Ашҡаҙар буйына барып әйләнәйек! Мин йырлармын, һин – иларһың! – егет шаяртҡан булды.

– Саҡырғас, барайым, тик иларға түгел, – ти Көнһылыу.

Һөйләшә-һөйләшә йылға ярына килеп туҡтанылар. Ашҡаҙарға еткәс, егет күкрәк тултырып һулыш алды ла, үҙәктәрҙе өҙөрлөк итеп йыр башланы:

Йәнкәй-йәнеш китте, ай, һунарға
Ашҡаҙарҡай буйына шәшкегә.
Шәшкеләргә китеп вафат булды
Башҡынайым ҡалды йәш кенә.

– Бигерәк моңһоу йырың... Минең егетем әрмегә йөрөй. Көтөп алырмын, тим, насип булһа, –Көнһылыуҙың күҙ йәштәре атылып сыҡтылар ҙа сикәләрен көйҙөрөп ағып киттеләр. – Бына илаттың да мине. Иламаҫмын, тигәйнем...

– Ятаҡҡа бер һалдат килгәйне, күрҙеңме шул, – тине Шафиҡ, үҙе ергә күҙен төбәгәнсе.

– Юҡ. Күрмәнем, – йәрәге жыу итте Көнһылыуҙың: Ғүмәр килгәндер! Ә мин нимә эшләп һиңә эйәреп йөрөйөм, һантый! Һантый! – ҡыҙыҡай ҡала яғына йүгерҙе.

Йөрәге күкрәген йыртып сығып ҡына бара!

“Ғүмәр көт.Китмә!"–тип ҡабатлай ул бер үк һүҙҙе!Уның менән ҡуша Ашҡаҙар,тирәктәр,болоттар,яңы ғына морон төртөп килгән күк үләндәр югерҙе!Улары ла,,Көт!Көт!"тип ҡабатлайҙар һымаҡ!Тыны бөтөп югереп ҡайтып ингән ҡыҙ бүлмәләге ҡыҙҙарға өндәште:Ғүмәр мине эҙләп килдеме,ҡыҙҙар,ҡайҙа китте ул?

Ҡыҙҙары аптырашып бер-береһенә ҡарашып алдылыр.

– Бер ниндәй ҙә Ғүмәр килмәне беҙгә. Бер һалдат килгән ятаҡҡа, ул Гөлзәмиәнең ағаһы... Ул ағаһын оҙатып китте – ятаҡҡа кем килгән, кем киткән – бөтәһен дә белеп тора ҡыҙҙар.

– Ҡыҙҙар, ысын Ғүмәр килмәнеме? Бәлки, килгәндер? Һеҙ юрый йәшерәһегеҙҙер? – Көнһылыу һаман ныҡышты.

– Нишләп һине алдап торайыҡ, һөйөнсө һорарға Ашҡаҙарға үҙем осоп барып етер инем, аҡыллым, – ти Гөлйөҙөм.

– Хаты ла килмәй бит... – Көнһылыу сеңләп кенә илап та ебәрҙе.

– Хаттар оҙаҡ йөрөй бит, Ҡытай сигендә, тинең бит үҙең егетеңде. Килер, сабыр ит! – ҡыҙҙар ихлас йыуатҡан булдылыр.

Ә хаттар бүтән килмәнеләр. Көнһылыу көтөүҙән төңөлмөне. Бәлки хаттар почтала яталарҙыр, тип, почтальон ҡыҙҙарға ла барып йөрөгән булды.

Ниһайәт, сессиялар тамамланып, ҡыҙҙар ҡайтып бөттөләр. Көнһылыуҙың поезы кискә генә. Сумаҙанын тултырып әҙерләп ҡуйған ул. Ишек янында ғына тора. Бүлмәне таҙалап, йыуып, асҡысты комендантҡа тапшырырға ла, юлға, Алла бойоһа! Ауылдағы һымаҡ, яланаяҡланып,ихлас иҙән йыуып йөрөй ине ҡыҙыҡай, кемдер һаҡ ҡына ишек ҡаҡты. Асып ебәрһә – Шафиҡ тора.

– Мөмкинме? – шымтайып ҡына тора егет, кәйефһеҙ.

– Иҙән йыуғанда ҡамасаулаған кешене яратмайым! – Көнһылыуҙың эше күп әле. Сығып туғандарына күстәнәс алаһы бар.

– Йомошом бар ине, – иламһыраған был егет ҡыҙға йәлләмес тә булып китте .

Көнһылыу яҡын күрә ул уны. Егеттең үҙенә күҙе төшөп йөрөгәнен дә белә, һиҙә ул.

Тәртипле, ипле, тип уйлағаны ла бар. Йырына күптән ғашиҡ...

– Үт һуң. Сәй эсербеҙ, иҙәнде генә йыуып бөтөрәйем дә... – Көнһылыу йыуғысын иҙәнгә ташланы ла, сәйнүген тотоп, кухняға сығып киткәйне, Шафиҡ иҙән йыуырға еңдәрен һыҙғанып тотоноп китте. Көнһылыу ҡайнаған сәйнүген тотоп килеп ингәнсе, Шафиҡ йыуғысын һығып, ишек алдына түшәп тә ҡуйҙы.

– Әллә кемдең эшлекле кейәүе булырһың инде, – тип мәрәкәләп ебәргән булды ҡыҙыҡай. Үҙе сәй табыны әҙерләне, – һөйләп ултыр хәбәреңде!

– Минең әсәйем ныҡ ҡына ауырый, түшәктә ята. Әйҙә, Көнһылыу, бергәләп ҡайтайыҡ. Мин әсәйемә һине күрһәтәм генә лә, алдап ҡына күрһәтәм дә һине, шунан оҙатып ҡуйырмын автобусыңа...

Күҙлекле егет ҡапыл ғына йәлләмес булып китә. Иламһырап ҡына ултырған егетте ниңәләер ҡыҙғанып ҡуя Көнһылыу. Бер ғәҙәте бар ҡыҙҙың: аламамы, яҡшымы үҙе лә белмәй? Тиҙ генә ышаныусан ул кешегә.

– Әллә... Барайыҡ һуң, тик мин шундуҡ ҡайтып китәм...

Төнө буйы уйланып сыҡты ҡыҙыҡай. Үҙенең тиҙ генә вәғәҙә биргәненә йәне лә көйә. Моғайын, егет башы менән алдашып та тормаҫ, тип үҙен кире йыуатты. Шулай таң аттырҙы.

Таң менән Кумертау автобусына ултырып, ҡуҙғалып киттеләр егет менән ҡыҙ. Юл буйына Көнһылыу егеткә күтәрелеп тә ҡараманы, уға эйәреп китеп барғанына оялды ла, ғәрләнде лә. Үҙе егеттең әсәһенең түшәктә ятҡанын күҙ алдына килтереп ҡыҙғанды – беҙ барып еткәнсә әсәһе үлеп ҡуймаһын, тип көйҙө, йәрәге һыҙланы! Әй! Бер ҡатлылыҡ. Бүтәндәргә үҙеңә ышанған кеүек ышаныу, инаныу! Саф, керһеҙ күңел! Оло йөрәкле бәләкәс кенә ҡыҙ!

Төштән һуң егеттең ауылына килеп еттеләр. Арыны, һыуһаны Көнһылыу. Уларҙы тып баҫып йөрөгән кәүҙәгә бейек кенә ҡатын менән йәтеш, теремек кенә әбей ҡаршы алдылар..

Әсәһе төп-төҙ баҫып йөрөгән бейек кенә ҡатын. Түшәктә ауырып ятып,әле тороп ҡыбырҙап йөрөгән кешегә һис оҡшамаған. Ҙур өҫтәлгә ризыҡтар теҙгәндәр. Ҡунаҡ көтәләр икән. Беҙҙән башҡаларҙы ла. Көнһылыу күҙ сите менән генә Шафиҡты күҙәтә, уныһы шул тиклем шат йөрөй. Әсәһе һауыҡҡанға шулай ҡыуанамы икән? Көнһылыуҙың уйҙары сыуалды.

Бына ҡатын-ҡыҙ, оло инәйҙәр килделәр,өҫтәл тирәләй ултырыштылар. Йырсының әсәйе Фирҙәүес апай Көнһылыуҙы буласаҡ килен, тип таныштырҙы. Ҡыҙ оялыштан, юҡ оялыштан түгел, ғәрлегенән, алданыуынан ҡып-ҡыҙыл булды. Ҡолаҡтары янды, башы шауланы, йөрәге туланы,э се һыҙып ауырта башланы. Асығып, һыуһап килгән кеше, өҫтәлдән тәғәм дә алып ҡабалманы. Өҫтәл артында ҡатындар ашап-эстеләр, күңел астылар, Шафиҡты йырлаттылар. Уныһы инәлтмәй-йырланы ла йырланы. Ҡасан туҡтар йырлауынан? Ишеткем килмәй! Ишеткем килмәй! Йөрәге һыҙлауға, башы геүләүгә, эсенең ауыртыуына саҡ ҡысҡырмай түҙеп ятып таң аттырҙы ҡыҙыҡай.

Алһыу таң беленер-беленмәҫ кенә булып атып килә ине, сумаҙанын йөкмәп тышҡа сыҡты ҡыҙыҡай. Ҡапҡаның келәһен ашып мәшәҡәтләнгән арала солан ишеге асылып китте лә, текә, ҙур кәүҙәле апай килеп сыҡты.

– Автобус әле үк булмай, – тип кәртә яғына инеп китте. Көнһылыу ҡапҡаны асалмай бер булды. Аша төшөргө кәрәк, тип уйлай үҙе. Шафиҡҡа көсөк һымаҡ эйәреп килгәненә үкенде, ҡапҡа төбөнә сүкәйеп ултырҙы ла, үкһеп-үкһеп иланы ҡыҙыҡай.

Фирҙәүес апай йомошон бөтөрөп, кире өйөнә инеп китте, шарт итеп ишектең келәһе эленде.

Илай-илай таңды аттырҙы Көнһылыу. Иртәнге һалҡын елегенә үтте, бөтә тәне ҡалтыраны.

Иртәнсәкке автобусға Шафиҡ та сыҡты. Үҙе кисәге оло сумаҙанын тотҡан.

– Мораҡҡа тиклем оҙатам һине! Ниңә сәйгә инмәнең? – Шафиҡта кисәге меҫкен кешенең әҫәре лә ҡалмағайны.

Туҡталышта автобус көтөп торғандарҙан шул тиклем оялды ҡыҙыҡай. Үҙен ҙур енәйәт эшләп тотолған кешегә оҡшата. Ғүмәренә хыянат итте бит! Оят!

Автобус ваҡытында килде. Шафиҡҡа күтәрелеп тә ҡарамай, автобусға инеп ултырҙы ҡыҙыҡай. Бәй! Шафиҡ та инеп эргәһенә баҫҡансы.

Шул тиклем илағыһы килә, тамағына төйөр тығылды. Ҡысҡырып илап ебәрер ине халыҡтан ояла шул. Мораҡҡа килеп еттеләр. Инде Баймаҡ автобусына күсеп ултырғайны ҡыҙыҡай, артынса Шафиҡ инде. Шафиҡ Мораҡта ла ҡалманы. Телдәргә таш ҡаҡҡандай был икәү –һөйләшмәйҙәр. Төш мәле етеп аяуһыҙ ҡояш ҡыҙҙырырға тотондо ла былай ҙа эҫе, тынсыу автобус эсе мунса һымаҡ ҡыҙҙы. Кисәнән бирле ауыҙына тамсы һыу алмаған ҡыҙыҡайҙың теле аңҡауына ҡуша йәбеште. Бәҫтән тайҙы. ПАЗик Баймаҡҡа киткән боролошта туҡтап, пассажирҙарҙы төшөрҙө, Көнһылыу сумаҙанын ҡосаҡлап ишеккә атылды, Шафиҡтан ҡасҡыһы, ҡотолғоһо килде. Уның артынса сумаҙаны менән Шафиҡ килеп сыҡты.

– Һин нимә минең арттан эйәреп киләһең ул? – Көнһылыу бар көсөнә сумаҙаны менән егеткә тондорҙо.

– Минең егетем бар! Минең егетем бар! – үҙе юл ситенә сүкәйеп ултырҙы ла, үкереп илап ебәрҙе. Оҙаҡ һыңҡылдап ултырҙы. “Ғүмәр белеп ҡалһа, ниндәй оят! Әсәйемә нимә, тип ҡайтып инәм, ул мине тағы ла туҡмар бит!" – шуларҙы уйлап иланы ҡыҙ бала.

"""

Ауылға тиклем йәйәү атланылар. Попутка килеп сыҡмаһын, тип ҡурҡып килә ҡыҙыҡай. Әсәйе, атайы, оләсәйе, туғандары сәйгә ултырырға ғына торалар икән.

Өләсәһе ҡоласын йәйеп ҡаршы алды Көнһылыуҙы: маҡтап ҡына йөрөй минең ҡыҙым! Әйҙә ҡулығыҙҙы сайығыҙ ҙа сәйгә яҡынлағыҙ.

Күҙенең ҡыры менән генә юлдашымды күҙәтә ҡыҙыҡай.

Шафиҡ сумаҙанын асып ҡуйған да әсәйем ебәргән бүләктәр, тип,  табын тирәләй ултырғандарға өләшә башланы.

– Был буласаҡ кейәүме, ҡыҙым, – Мырҙағәле шыбырлап ҡына ҡыҙына өндәшә.

– Эйе, кейәү, – тиеүҙән башҡа хәле ҡалманы ҡыҙҙың.

Иртәнге автобузсға Мырҙағәле “кейәүен" оҙатып ҡуйҙы.

Иртән көтөү ҡыуғанда уҡ һөмһөрө ҡойолоп ҡайтҡан Сөйөмбикә мейес алдында ятҡан сипсыны ҡулына эләктереп, урындыҡта өләсәһе эргәһендә йоҡлап ятҡан Көнһылыуға ташланды, ҡыҙын ярырға кереште.

– Тор, алама бала. Ниндәй бөтмәҫ йоҡо!?

– Әсәй, әтәс ҡысҡырҙы ламы ни? – йоҡо аралаш әллә нимә мығырҙаны Көнһылыу. Йоҡоһоҙ төндәр арманһыҙ арытҡайны уны.

– Әтәс ҡысҡырмаһа ла таң ата! Әҙәм ыстырамы! Кешенән оят. Ғүмәрҙең әсәһенә ней күҙ менән күренәбеҙ былай булғас! Егет оҙатып   ҡалдың түгелме? Вәғәҙәһеҙ! Үгеҙ эйәртеп ҡайтҡан Сөйөмбикәнең ҡыҙы, тип һөйләп торалар бисәләр! Ҡороп ҡалғыры! Апайың сатан булғас, уға кейәү сыҡмаҫ, тип алдан ырғып төшөп йөрөйһөңмө? Кейәү ишшү уға!

– Көнһылыуҙың арҡаһын, яурындарын, боттаран, ҡулбаштарын сипсы менән төйгөсләне Сөйөмбикә.

– Ҡыҙ һаҡлағансы, тоҙ һаҡла! Сыҡһын. Ҡуй, килен, ташла сипсыңды, үлтерәһең бит! – Ғәбиҙә инә ҡаҙ һымаҡ ҡыҙы эргәһендә ҡулдарын йәйеп, ҡурсалап маташты. Уға ла сипсы эләкте.

– Үлһен... – Мырҙағәле ҡапҡанан күренгәс, Сөйөмбикә мейес артына сипсыһын ырғытты.

Ике аҙнанан ҡоҙалар килеп, туйҙы һөйләшеп ҡайттылар. Көнһылыуҙың тәнендәге күктәре лә үтмәгән ине.

Туйҙың булғанынан була тигәне ҡыҙыҡ бит ул! Мәж килеп туйға әҙерләнделәр. Сөйөмбикә менән Мырҙағәленең балларының тәүге туйҙары,бит.

– Ат етмәҫ ергә дан етер, килен! Туйҙа ҡаш емерешеп ултырмағыҙ, бер-берегеҙҙең битен йыртышып ултырмағыҙ! Бигерәк тә Көнһылыуҙыҡын. Ҡыҙҙы йәберләгәнегеҙҙе ҡәйнәһе, кейәү белһә, улар ҙа Көнһылыуҙы ыҙалатырҙар. Дастуйын итеп үткәрәйек туйҙы, – Ғәбиҙә шулай тине.

Августың ун туғыҙында ижаб уҡытып, туй үткәрҙеләр ҙә, ҡыҙҙы бер юлы оҙатып алып ҡайтып киттеләр. Ғүмәр армиянан ҡайтып, оҙаҡ та торманы, Себер сығып киткән, тигән хәбәр ишетелде.

“Мин иң бәхетһеҙ ҡыҙ!" – шулай тип уйлай Көнһылыу яҡты хыялдары селпәрәмә килеп ыуалыуына.

Өсөнсө курсҡа ир ҡатыны булып уҡырға барҙы Көнһылыу.

Бер йыл үткәс тәүҙә ҡәйнәләргә, шунан ҡәйнәләре менән ҡуша әсәйҙәренә ҡайтты Көнһылыуҙар.

Түр яҡҡа оҙон өҫтәлгә сәй әҙерләне Көнһылыу. Ҡоҙағыйҙар әхеүәлдәр һорашып, ҡыҙҙарының сәй яһап индергәнен көтөп ултыралар ине. Ҙур батмусҡа матур сынаяҡтар теҙгән дә дә сәй яһап тора Көнһылыу. Сөйөмбикә былай тип һүҙ башланы.

– Ҡоҙағый, шуны һорайым, тим әле... Һеҙ беҙҙең баланы ҡайҙа иттегеҙ әле ул?

– Ҡайһы баланы әйтәң, ҡоҙағый? – Фирҙәүес Сөйөмбикәгә аптыраулы ҡараш ташланы.

– Атаҡ–атаҡ! Ҡайһы баланы тейсе! Көнһылыуҙың балаһын әйтәм. Һөйләшергә килгәнегеҙҙә туйҙы йәһәттәтә һалайыҡ, ҡыҙығыҙ ауырлы, тигәйнегеҙ бит! Ана шул бала ҡайҙа ул? Әллә үлтереп, берәй ергә тығып ҡуйҙығыҙмы? – Сөйөмбикә оторо ҡыҙып китте! – шул баланы таптырам да!

– Ҡуйсы, ҡо...ҡо..ҙағый, аһ,..а...а..уыҙыңдан ел алһын, ке..кке..кеше үлтерергә... – Фирҙәүес тотлоғоп уҡ китте хатта.

– Минең ҡыҙым шул ваҡыттан бирле ауырлы йөрөргә бейә малылыр шул?? Нишләп улайһа мине бөтә мир алдында рисуай иттегеҙ! Ҡыҙығыҙ ауырлы, тип күҙҙе лә астырманығыҙ!

Көнһылыуҙың аяҡ,ҡулдарының быуындары тотмаҫ булды. Бер батмус итеп теҙелгән сынаяҡтарын шабырлап иҙәнгә ҡолатып ебәрҙе – улары селпәрәмә килделәр.

– Сынаяҡтарҙы онтап тораңмы? – Сөйөмбикәнең шарылдағанын тыңлап бөтмәне, тышҡа атылды Көнһылыу.

“Хоҙайым! Ниңә мине улайтып алдап, мәсхәрәгә ҡалдырып алдылар икән!" – мунса эсенә инеп һығылып ҡына иланы Көнһылыу.

– Ҡыҙым, бындамы һин? – Ғәбиҙә ҡыҙы артынса мунсаға инде.

– Өләсәй, һин бит алтын аҡыл эйәһе! Әйт, кәңәш бир, мин нисек йәшәргә тейешмен хәҙер? Нишләп минең оло тормошом алдаҡтан башлана һуң? Минең өҫтөмә йыуынды һыу ҡойҙолармы ни? Мин шундай бысраҡ!!! Өләсәй, ҡана Һаҡмарҙан һыу ғына ташып, мунса яғып төшәйексе!

Фирҙәүес кисәге һөйләшеүҙән оялыпмылыр инде, әллә уға ысынлап та кисекмәҫтән ҡайтырға кәрәк булып киттеме, иртәгәһенә Мырҙағәле атын егеп,ҡоҙағыйын туҡталышҡа алып барырға булды.

– Ҡоҙағыйҙың аҫтына түшәк сығарһаң, – тине Мырҙағәле Сөйөмбикәгә асмалы тәҙрә аша. Уныһы ишетмәмеш булды. Мырҙағәле үҙе түшәп йөрөгән алама куфайкыһын ҡоҙағыйы аҫтына шылдырҙы.

– Ҡуй, түшәгем үҙем менән ҡоҙа, был яҫтыҡ һымаҡ осаны нимештәп алып йөрөй, тиһең,– Фирҙәүес ҡаҡ арбаға менеп ултырҙы ла,башын түбән эйҙе. Оят ине уға. Аттар ҡуҙғалып киттеләр.

Көнһылыу менән Шафиҡ уҡыуҙарын тамамлап,дипломлы, йәш белгестәр булып киттеләр. Эшкә төштөләр. Көнһылыуҙың бәпестәре өсәү булып китте. Бер отпускыһында йәйгеһен ауылға ҡайтты.  Ике улын етәккә, береһен беләккә һалып килә ятҡан ҡатынды автобус һалдаттарҙы оҙатҡан оло юлға төшөрөп китте.

Атайың эштән бушамаҫ, йәйәүләп кенә килеп ҡаршы алырмын, тигәйне Сөйөмбикә почтала телефондан һөйләшкәнендә. Бына әле балларҙы ҡаршы алырға килеп тороуы.

Күстәнәс тейәгән оло сумканы Сөйөмбикә тотоп, ике баланы эйәртеп, Көнһылыу бер улын беләгенә һалып, атлап баралар. Сөйөмбикә алданыраҡ атлап, Көнһылыу арттараҡ ҡалып бара инеләр. Көһылыуҙағы бала бер “төшәм", тип,бер “һуп ит", тип мыжып килә ине. Сөйөмбикә артына әйләнеп:

– Көнһылыу, балам, әйҙә йылдамыраҡ атлағыҙ! – тип өндәште.

Көнһылыу шып туҡтаны:”Көнһылыу, балам?" ... тинеме шул әсәйем? – ҡолағы ишеткәнгә ышанмай торҙо.

– Әсәй, һин миңә “балам" тип өндәштеңме шул? – Көнһылыу ҡабатлап һораны. – Әсәй, һин балам, тинеңме миңә?

–Эйе,шулай тинем шу...

Беләктәре тотмаҫ булды Көнһылыуҙың, улын ергә баҫтырҙы ла, үҙе үләнгә сүкәйеп кенә ултырып һығылып ҡына илап ебәрҙе!

– Атаҡ! Нимә булды,Көнһылыу? Әйҙә, аттайыҡ, – Сөйөмбикә кире боролоп ҡыҙы янына килде.

– Әсәй, һин миңә бер ваҡытта ла балам, тимәнең, өс балаға әсәй булғас ҡына шундай наҙлы һүҙҙе тәүгә ишетеп тороуым ... – Көнһылыу тыйыла алмай иланы ла иланы, иланы ла иланы. Әллә ҡайһы ерҙән, бәғерҙәрҙең иң–иң төпкөлөнән сыҡты ул иңрәү, илау, һыҡтау.

– Ҡуйсы, тор, балам...әйҙә, балалар арығандыр, – Сөйөмбикә ҡыҙының арҡаһынан һөйҙө.

–Әсәй, һин мине яратаңмы? – Көнһылыу йәшле сәгер күҙҙәре менән әсәһенең күҙҙәренә ҡараны.

– Яратам, балам! Яратам... – Сөйөмбикә үҙ ғүмерендә беренсе тапҡыр ҡыҙының арҡаһынан һөйҙө.

Их! Был донъялар һөйөндөрмөш,көйөндөрмөш,ялындырмыш...

Сөйөмбикә олоғая килә үҙгәрҙе. Хәҙер ерле-юҡтан ажғырып та бармай, ҡәйнәһе Ғәбиҙәгә лә нисектер яғымлы, йомшаҡ булып китте. Мырҙағәлеһе өсөн йәнен һурып, йөрәген йолҡоп бирерҙәй ҡатынға әйләнде лә ҡуйҙы.

Ҡәйнәһе түшәккә ятып киткәс тә сабый баланы баҡҡандай ҡараны. Күлдәге менән яулығы сылт аҡ, түшәге тап-таҙа, саф булды. Алдынан ашын, ҡайнар сәйен өҙмәне, йылы һүҙен йәлләмәне. Ғәбиҙә килененән риза булып күсте ысын донъяға.

Ҡәйнәһенең вафатын ауыр кисерҙе Сөйөмбикә.
– Ыстағафирулла... Ҡәйнәм өйөбөҙҙөң бер нуры булған икән дә... Донъябыҙ – ҡараңғы, үҙебеҙ үкһеҙ етемдәр булып ҡалдыҡ бит, Мырҙағәлеү, ишетәһеңмеү?! Әүлиә булған бит ҡәйнәм...

Мырҙағәле менән Сөйөмбикә бер–бер артлы киттеләр. Әбей–бабай булып йылы мейес буйында оҙаҡ әжәл көтөп тә ятманылар. Тәүҙә Мырҙағәлеһе ҡапыл ғына ятып китте.

–Аһ–аһ! Атағыҙҙы әйтәм. Килештереп ятҡан була. Тор, етте, бабай, ятма !Мал–тыуарыңды ҡарап ин... Мырҙағәлеееү, тип баҡырып тора һәүкәштәр... Минең менән ултырып сәй булһа ла эс. Һинһеҙ тамаҡҡа сәй ҙә үтмәй... Тор ғуй... Кеше эшәндереп ятма, тоор...– йомшаҡ итеп өндәшә Сөйөмбикә,ү ҙе бабайының маңлайынан һыйпай, сәстәрен һыпыра.

Үткәндәргә – ут! тиһәләр ҙә үткәндәрҙе уйлап үкенде Сөйөмбикә. Йәшәлгән ғүмерҙе әйтсе әле. Ишекте асып япҡан ара һымаҡ ҡына булған бит, Мырҙағәлеү...

Яңынан йәшәп булһа, былайтып йәшәр инеме ни Сөйөмбикә? Дастуйын йәшәр ине! Ирҙе “ИР" итеп!

– Мырҙағәлеңде ҡуша алып ят үҙең менән, тигәйне бер заман Сөйөмбикә ҡәйнәһенә. Һул яғынан яҡын ғына ята Мырҙағәлеһе әсәһенә.

Сөйөмбикә төш күрҙе:имеш, Тәкә һуҡҡанда Мырҙағәле ҡолас ташлап бесән сабып йөрөй. Күрән бесән кендеккә тиклем үҫкән икән тей.

– Бикәәәәү! Айран һыуҙап алып кил, тип һөрәндәй икән ире. Әлүмин туҫтаҡҡа тултырып айран ҡойоп алып барҙы Мырҙағәлеһенә. Мырҙәғәлеһе йәп–йәш! Һонолоп ҡына алып эсте лә айранды, Бикәһен үҙе менән ҡуша алды ла китте. Унда мисәлгән аттар тора икән тей"...

Бына әле әсәһен ерләп ҡайтып ултыралар Көнһылыу менән Шафиҡ. Был икәү киреһенсә, йәшәй–йәшәй бер-беренән алыҫая баралар. Ҙур фатирҙарының бер бүлмәһендә Шафиҡ, бер бүлмәлә Көнһылыу. Ут күршеләр һымаҡтар. Тик бер-беренән ут алырға ла, ҡот алырға ла йөрөшмәйҙәр, ҡайнар сәйҙе лә икеһе ике яҡта айырым һемерәләр.

Шафиҡ эскеләгән саҡтарында үҙ бүлмәһендә ҡысҡырып “Ашҡаҙар"ҙы йырлай. Көнһылыу уны ишетмәй. Ике инсульттан һуң ҡолаҡҡа ҡатты.

Көнһылыуға берәй йомошо төшһә, кухня өҫтәлендә ятҡан ҡағыҙға ҡәләм менән сыймаҡлай ҙа, бүлмәһенә инә. Шаҡып тормай – күршеһе барыбер ишетмәй.

Әле ауылдан Таңһылыу ҡайынбикәһе шылтыратты.Тағы ауыр хәбәр ишеттерҙеләр.

– Кейәү, һеңлемә әйтегеҙ әле. Ғүмәр китеп барған. Хушлашырға ҡайтһын, тип шылтыратып тормайым, апайы әйтергә ҡушҡас... аманатын еткереп торам инде... Хәл дә һорашҡан юҡ. Нисек ҡайтып еттегеҙ һуң?

– Рәхмәт, яҡшы ғына... Ғүмәр, тинеңме? – Шафиҡтың ҡулынан саҡ телефоны төшөп китмәне...– ярай, хәҙер яҙып бирермен, әйтермен... ҡайынбикә...

Өҫтәлдә ятҡан ҡағыҙға ҡабаланып сыймаҡланы Шафиҡ: ”Ғүмәр вафат". Ошо ҡағыҙҙы тотоп тантаналы ҡиәфәттә индерҙе ул күршеһенә. Әйтерһең, ул кешенең вафаты түгел, ә кеше тыуҙы, тигән һөйөнсө алып инде.

Юл һуҡты. Ятып тора ине Көнһылыу. Шафиҡ уның эргәһенә ҡағыҙҙы һалды ла  көтөп торҙо. Ике күҙе Көнһылыуҙа. Йәнәһе, нисек тәъҫир итер был хәбәр? Көнһылыу күҙлеген һәрмәп алып, ап–аҡ ҡағыҙға яҙылған ҡара хәбәрҙе уҡыны. Ҡымшанманы, тыныс булырға тырышты:

– Иртәләгән икән... – ҡағыҙҙы ситкә алып ҡуйҙы. Башҡа бер ни өндәшмәне, кире урынына ятты.

Шафиҡ бүлмәнән сыҡты, кухняға инеп, крандан һалҡын һыу эсте, ҡапыл йөрәге дуланы. Ҡумтанан дарыу эҙләне. Ҡайбер кешегә ҡыуаныслы хәбәр ҡайғылы хәбәргә ҡарағанда ла ҡыйыныраҡ була бит. Стаканға корвалол тамыҙып эсте. Шунан ҡағыҙ менән ҡәләм тотоп кире күршеһенә китте. Тик ишек төбөндә кире уйланы.

Бүлмәһенә инеп ятты ла уйға ҡалды: ятаҡ вестибюлендә хаттар кәштәһе эргәһендә торған һылыу, йәш Көнһылыуҙы иҫенә төшөрҙө. Ҡырағай ҡоралай кеүек ғорур ҡыҙ кәштәләрҙән хат эҙләй ине, хат булмағас, кәйефе төштө, шулай ҙа башын юғары тотоп тек-тек баҫып Шафиҡ эргәһенән үтеп киткәйне. Ах, иҫәр ҡоралай. Ғүмәреңдең хаттарын Шафиҡ ҡулына төшкәнен башына ла килтермәй бит ул! Шул Шафиҡ етте лә инде Көнһылыу башына!

Көнһылыуҙы законлы кәләше итте, биш балаһына әсәй булды Көнһылыуы, тоғро ҡатын булды. Ирҙе ир итте, алдында тик бейеп кенә торманы. Шул! Ҡәйнәһен дә бәләкәс кенә бүлмәләренә алып ҡайттып көттө. Ниндәй ине Көнһылыуы – ус төбөндә генә йөрөт бит! Юҡ.  Йөрөтмәне.

Баймаҡ юлында сумаҙан күтәреп күҙ йәштәренә быуылып ҡайтып барған Көнһылыу ниндәй меҫкен, бахыр ине. Ә Шафиҡ тантана итте. Бына хәс тә бөгөнгө һымаҡ!

Дивандан торҙо Шафиҡ. Баяғы ҡағыҙға “Һин ҡайғырҙыңмы?" тип яҙҙы ла күршеһенә инде. Көнһылыу күҙҙәрен йомған, тик йоҡламай. Былай ғына ята, йоҡо алмай уны.

Шафиҡ ҡағыҙҙы Көнһылыуҙың усына көсләп тыҡты: уҡы! Ҡатын “терт" итеп ҡалды, ҡалтыранды. Тағы тороп күҙлеген алды, ҡағыҙға күҙ йүгертте.

– Юҡсы. Ҡайғырманыым... Шафиҡ,нишләп мине ыҙалатаһың? Мин арығанмын.

– Алдама, һин бит ҡайғырҙың... Әйт, ҡайғырҙыңмы? – бәләкәс кенә ҡатындың ике яурынынан һелкетте Шафиҡ. – Әйт!!! Ҡайғырҙыңмы?

– Ниндәй яуап ишеткең килә? – Көнһылыу ҡалтыранды, йөҙө ап–аҡ булды.

– Һин иланыңмы? – Шафиҡ тағы ҡысҡырҙы. – Иланыңмы, һаңрау!

– Иламаным... Иламайым да...– әлегә тиклем ныҡ булырға тырышҡан ҡатын илап ебәрҙе. Юҡ, Ғүмәр китеп барғанға түгел, әлеге күршеһенең, элекке иренең, һинең менән ҡасандыр бер түшәк бүлешкән хәләлеңдең, балалар атаһының шулай бәғерһеҙ, йәнһеҙ булғанына илай ул... Ғүмәрҙең үлемен әле күңеле ҡабул итмәне. Ышанмай әле ул!

– Иланы,иланы... –Шафиҡ бүлмәнән сыҡты.
“Ни өсөн мине туҡтауһыҙ һынайһың, Хоҙайым? Ниндәй һөйкөмһөҙ, һөймәләкһеҙ бәндәң һуң мин һинең?"– шулай уйлай Көнһылыу, баяғы ҡағыҙ киҫәге һаман усында үҙенең.
Хоҙай бәндәһенә иңдәре күтәрерлек ҡайғы–хәсрәт ебәрә, тиҙәр. Көнһылыуҙың иңдәре анау сама ҡайғынан һығылды, үҙе бәләкәсәйеп ҡалды.
Йоҡо алманы. Түп–түңәрәк айҙың нурҙары Көнһылыуҙың матур йөҙөнә төшкәндәр! Ә күҙҙәре элеккесә–балҡып торған ике йондоҙ ише! Тик моңһоуҙар.Көнһылыу усына йомған ҡайғылы хәбәр менән яңғыҙы ғына. Был уның ҡайғыһы. Күрше менән уртаҡлаша торған түгел.
Ат йүгерек түгел, күңел йүгерек! Ана шул йүгерек күңел Көнһылыуҙы һә тигәнсә йәмле Һаҡмар буйына, йәм–йәшел туғайҙарға, атаһының пар аттар егелгән йәшел бесәнле арбаһына, туғандарырына, Ғәбиҙә өләсәһенә, ата–әсәһененә, һөйгәнен оҙатҡан Оло юлға ла алып бара. Олоғая барған һайын алыҫта – зәңгәр тауҙар, алһыу офоҡтар, ап–аҡ томандар артында ҡалған баласаҡҡа, йәшлеккә, сикһеҙ бәхетле мәлгә –т ыуған яҡҡа ҡайтҡы килә! Ҡайтыр...

С.Тамимдар.

 

Автор:
Читайте нас: