Бөтә яңылыҡтар

Һуңлап килгән аҡыл

.

Ғәлимә хатты уҡып бөтөрә алманы, күҙ йәштәренә быуылды. 22 йәшлек үгәй ҡыҙы Юлиәнең һәр һүҙе нәфрәт, асыу менән һуғарылған. Һуңғы ун йылда килгәне һайын ҡунаҡ итеп, һуңғы аҡсаһын түгеп булһа ла кейем-һалым алып биреп, сумка-сумка күстәнәстәр биреп оҙатҡан бала, шулай итеп, уға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Хәйер, үҙе ғәйепле. Ауылда әсәһен белгән һәр кем уға баштан уҡ кәңәш бирҙе бит: “Алты йыл килен булып йәшәне, алтмыш йылдай ҡан ҡаҡшатты ул бисә. Әлдә ирең Әхмәт юл фажиғәһенә осрап, түшәккә ятты. Юғиһә ғүмере буйы ошо ауылдан китмәй ятыр ине. Килтермә балаһын, яҡшынан яман тыуғанын ишеткән бар, әммә ямандан бер ваҡытта ла яҡшы тыумай. Һеҙҙе йәшәтмәйәсәк ул!”

 

Сабыр холҡо, күндәмлеге менән дан алған Ғәлимә генә уларҙы тыңламаны: “Үҙ атаһына килмәй кемгә килһен. Әхмәт тә аҡылһыҙ түгел, изгелектәремде иҫләһә, балаһы һүҙенә төшмәҫ”, – тип кенә ҡуйҙы. Юлиәнең ҡылыҡтарын бер ваҡытта ла кешегә сығып һөйләмәне, хатта ире лә күп ваҡытта белмәй ҡала ине. Яңы күлдәктәрен алып китһенме, көшөлөгөнән аҡса урлаһынмы, бешеп ултырған ашына тоҙ өҫтәһенме, йыуған иҙәнендә аяҡ кейеме менән йөрөһөнме – үгәй әсә өндәшмәне. Ҡурҡыуҙан йә үҙен уның алдында ғәйепле тойоуҙан түгел. Аңлай ине: ҡыҙ юрамал ҡылана. Әгәр бер генә һүҙ әйтһә, ул шау-шыу ҡуптарып, бөтә ауылға, үгәй әсәй мине һыйҙырмай, тип данын таратырға ниәтләй. Ғәлимәнең өндәшмәүе, киреһенсә, ярҙам итергә тырышыуы уның зитына тейә, асыуын ҡабарта икәнен дә һиҙҙе. Йәштән яһил ҡыҙ үгәй әсәһе иҙән йыуған, ашарға бешергән, баҡса утаған саҡтарҙа ла ярҙам итергә уйламаны. Киреһенсә, тап шул мәлдәрҙә мәңге уҡымаған китаптарын ҡосаҡлап, диванға ауыр ине.

 

Һуңғы йылдарҙа, ҡыҙ киске уйындарға йөрөй башлағас, Юлиә тағы ла нығыраҡ шашты. Таңға тиклем йөрөп, ҡапҡа төбөндә егеттәр менән көлөшөп тороуына күршеләр ҙә зарланды. Эсергә яратыуы, тәмәке тартыуы хаҡында ла һөйләүселәр булды. Ғәлимә Хоҙайға бер үтенес менән ялбарҙы: “Бер үк ошо ауылға, Ташлыға ғына кейәүгә сыға күрмәһен!” Был осраҡта Әхмәт менән аралары тамам боҙоласаҡ. Ул да бит тимерҙән яһалмаған, сабырлыҡ сиктәре бар. Бынан 25 йыл элек, бер-бер артлы ауыр операциялар үткәреүе һаман да үҙен һиҙҙертә, әҙ генә өшөһә, һөйәктәре һыҙлай башлай, көйөнһә, ҡан баҫымы күтәрелә. Наркоздар ҙа эҙһеҙ үтмәне, 60-ҡа ла етмәгән ирҙең сәсе салланған, йөҙөн йыйырсыҡтар баҫа башланы. Бер аҙ аҡһап йөрөүен иҫәпкә алһаң, белмәгән кеше уға 70 йәште лә биреп ҡуя.

 

21 йыл элек, юл фажиғәһенә тарыған ике ирҙе дауаханаға килтергәс, күрше палатала ятҡан Ғәлимә хәл белешергә инеп сыҡты. Шул саҡта әллә ниңә баштан аяҡ тигәндәй гипсҡа уралып ятҡан Әхмәткә күңеле тартылды ла ҡуйҙы. Яратыу булмағандыр ул, йәлләгәндер. Етмәһә, ҡатыны килеп, көн аша тиерлек тауыш ҡуптара, ауырыуҙарҙы аптыратып, сеңләп илай. “Совхоз эше тип ятаһың, инвалид булып. Ә директор эш хаҡыңды ла бирҙертмәне, ана! Имеш, һине дауаланырға ебәрә. Ә мин бала менән нисек йәшәргә тейеш? Үл, исмаһам, пенсия сығыр!”– тип ҡысҡыра башлағас, уны дауахананан ҡыуып сығарҙылар һәм башҡа индерергә рөхсәт булманы. Килмәгәндер ҙә, сөнки иренең ғүмерлеккә ғәрип булып ҡаласағын белгәс, тыуған яғына ҡайтып киткән, тинеләр.

 

Улы өсөн өҙгөләнгән Фатима апайҙы ла йәлләне йәш ҡыҙ. Һурпа эсерешеп, еүеш таҫтамал менән тәнен таҙартышып, сәсен тарап, тырнаҡтарын ҡырҡып ярҙам итте ул. Үҙе дауаланып сыҡҡас, бер нисә мәртәбә хәл белергә лә килде. Аҙаҡ Әхмәт менән Фатима апай уға уртаҡ таныштары аша рәхмәт әйтеп, күстәнәс-бүләктәр ебәрҙе, 1 Май байрамына ҡунаҡҡа саҡырҙы. “Ғәрип кеше менән ауыр булыр, әммә ышаныслы ир булырға тырышырмын. Тәү күргәндән бирле ғашиҡмын. Атлай алмаясаҡһың, тигәс, ҡыҙым һәм һинең хаҡыңа ғына үҙ-үҙемә ҡул һалмай тыйылдым. Хәҙер Юлиә лә ситтә, ауырыған килеш, нисек итеп 300 саҡрым ер үтеп, уны күрергә барайым? Бөтә өмөтөм һиндә, әйҙә бергә йәшәйек”, – тине уға Әхмәте. Ғәлимә ризалашты һәм бер ҡасан да үкенмәне. Юлиәнең генә аптыратыуын иҫәпкә алмағанда. Ире итексе һөнәрен үҙләштерҙе, аяҡ кейемен ремонтлап, тегеп, оҫта тигән даны таралды. Заманса технологияларҙы ла тиҙ өйрәнде, райондан беренсе булып компьютер курсын тамамланы. 90-сы йылдар аҙағынан алып хәҙергәсә уның абруйы ҙур. Ойошмалар буйлап белгестәргә яңы программалар үҙләштерергә ярҙам итә, байтаҡ йылдар мәктәптә информатика фәнен уҡытты. Үҙенең ныҡышмаллығы менән аяғына баҫты. Инде ике улдары үҫеп килә, Аллаға шөкөр, тәртиптәре лә, уҡыуҙары ла һүҙ тейҙерерлек түгел...

 

Ғәлимә уйланып ултырҙы ла, күҙ йәштәрен һөрттө. Тимәк, Аллаһы Тәғәлә, ялбарыуын ишеткән, бына бит, башҡа аяҡ баҫмайым, тип хат яҙған бит. Бер ямандың бер яҡшыһы була тигәндәй, ауыр һүҙҙәре йөрәкте яралаһа ла, исмаһам, ай һайын ҡунаҡҡа килеп йонсотмаҫ үгәй ҡыҙы. Шулай тип үҙен йыуатып, ҡатын өй эшенә тотондо. Хатты ире Әхмәткә күрһәтеп торманы, былай ҙа һуңғы арала шул ҡыҙ өсөн көйөнөүен күрә йөрөй.

 

* * *

 

Был ваҡиғаларға инде алты йыллап ваҡыт үтте. Юлиәнең, кейәүгә сыҡтым, туй үткәрергә ярҙам итегеҙ, тигән сәләменән башҡаса хәбәре булманы. Әхмәт ике баш малын һатып, аҡсаһын ебәрҙе, рәхмәт тә, туйға саҡырыу ҙа булманы. Аҙаҡ, Өфөлә йәшәүсе туғандары аша ғына уның ике балалы ирҙе ғаиләһенән айыртып, кейәүгә сығыуын белделәр. Етәксе вазифаһында эшләгән кейәүҙәре бик бай, имеш, Юлиә лә, әсәһе лә балда-майҙа ғына йәшәй­ҙәр икән. “Етем үҫкәнгә күрә, хәҙер бәхетем асылды”, – тигән. Ни булһа ла, атай менән үгәй әсә уның өсөн шат ҡына ине.

 

Бер көн, ҡапҡанан Юлиә килеп ингәс, сәскәләренә һыу һибеп йөрөгән Ғәлимә аптырап китте. Ҡунаҡты өҫтәл әҙерләп сәйгә саҡырҙы, үҙе ниндәй йомош менән килеүен белә алмай аптыранды.

 

– Марат менән әрләштек тә, ҡайҙа барырға белмәй аптырап, һеҙгә килдем. Мин уға үҙемдең талаптарымды әйттем, бер аҙ һағындырып, борсолдороп алыр өсөн бында киттем. Шылтыратыр әле.

 

– Ни өсөн әрләштегеҙ һуң?

 

– Мин уға кейәүгә сыҡтым, балаларына, әсәһенә түгел! Өйҙә һәр саҡ кеше, ашарға әҙерләп, арттарынан йыйып хәлем бөттө. Миңә машина алам тип вәғәҙәләне лә, кисә улына уҡыр­ға түләргә кәрәк, ти. Шуға күрә, йә мин, йә балаларың, тинем дә, сығып киттем...

 

Аҙна ваҡыт үтте, тик йәш ҡатын өсөн борсолоусы, уны эҙләүсе булманы. Юлиә тәүҙә туҙынды, аҙаҡ кәйефе тамам төштө, йәшереп кенә илап та алғыланы. Ғәлимә тәүҙә ҡыҫылмаҫҡа ҡарар итһә лә, бер көн асыҡтан-асыҡ һөйләшеп алырға булды.

 

– Әрләшәм, үҙһүҙлеләнәм тиһәң, көн һайын сәбәп табылып тора. Һин инде 30-ға етеп килгән кеше, аңларға тейешһең. Ғаиләне һаҡлайым тиһәң, кәрәк урында юл да ҡуяһың, өндәшмәй ҙә ҡалаһың. Бына мине ауылда ҡайһы берәүҙәр, телһеҙ, тип көлә. Телем бар ул, көн һайын дау ҡуптара алам. Тик намыҫ тигән нәмә бар. Әгәр, йәшәргә теләһәң, һин дә юл ҡуйып өйрән.

 

– Ниңә ул әсәһе менән балаларын минең өҫкә һала. Аралашҡыһы килә икән, ситтә күрешһендәр!

 

– Һуң, һин дә бит атайыңа килә торғайның. Әле лә бындаһың.

 

– Тимәк, мин бында артыҡ?!

 

– Түгел. Килгән саҡта ишек асыҡ булды, аҙаҡ үҙең килергә теләмәнең. Атайға ла, әсәйгә лә бала артыҡ түгел, шуны аңла. Киләләр икән, тәмле ашың өҫтәлдә булһын. Дөрөҫөн әйтәм, һинең өсөн беҙ күп тартҡылаштыҡ. Тик тарһыныуымдан түгел, ә холҡоң өсөн булды барыһы ла. Атай-әсәйең айырылыуға мине ғәйепләп, кәмһетергә тырыштың. Ул саҡта өндәшмәнем, аңламаҫ инең. Хәҙер ҙә әйтмәҫ инем, кәңәш булараҡ әйтәм. Кейәүҙең холҡон белмәйем, әлбиттә, шулай ҙа аҡсалы, дәрәжәле кеше икән, йәбешеп йәшә.

 

– Ул мине ярата!

 

– Яратыу бер, донъя көтөү икенсе. Хәҙер ир-егеттәр дефицит, һинең менән араһы боҙолоуын ишетһә, йә элекке ҡатыны, йә икенсе йәш ҡыҙ әүрәтеп алырын көт тә тор. Балаларын да килтерер, үҙенә лә ярар. Ә бына һин ундай кешене таба алаһыңмы?

 

– Инәлеп йәшәргә тейеш буламмы, әтеү?

 

– Юҡ, ҡәҙимгесә йәшә. Ә инде баш бирергә теләмәһәң, айырылаһың инде. Тик артабан ҡайҙа бараһың? Уҡы, тинек, уҡырға теләмәнең. Һөнәрең юҡ, ирең дә юҡ, ти. Беҙгә йә әсәйеңә ҡайта алаһың. Тик мин элекке кеүек һиңә хеҙмәт итергә йыйынмайым. Әйткәндәй, бәрәңгене сүп баҫҡан, иртәгә һин дә уташырға сығырһың. Бөгөнгә иҙәндәрҙе йыуып ал, мунса яғып ҡуйырһың. Ауылда ярҙамсы ҡулдар һәр ваҡыт кәрәк, етмәһә, атайың ауырый...

 

Эшләһә, емертеп эшләй икән Юлиә лә. Кис ҡайтыуына өй эсе ялтлап тора, өҫтәлдә самауыр йырлай, бәлеш тә, былау ҙа ултыра.

 

– Апай, әйҙә, иртәгә Маратты бында ҡунаҡҡа саҡырайыҡ. Танышырһығыҙ ҙа, мине лә алып китер. Бәрәңге баҡсаһын ул килгәнсе үҙем утап ҡуям.

 

– Ярай, тик ҡара уны, башҡаса балаһы йә әсәһе өсөн тауыш сығарма. Кейәүгә сыҡҡанда белгәнһеңдер бит уларҙың барлығын...

 

– Белдем. Эх, һин, бала саҡта килгәндә сыбыҡларға кәрәк ине мине, бәлки, аҡыл ултырыр ине...

 

– Әйҙә һуң, хәҙер сыбыҡлайым. Кейәүгә аҡыллы ҡыҙ биреп ебәрермен.

 

– Һуң инде. Сабыр булһам, йәшәйем, сабыр булмаһам юҡ инде. Борсолма, апай, һеҙҙе башҡаса былай борсомам. Ҡунаҡҡа ғына килербеҙ.

 

– Ҡунаҡтарға ишек асыҡ, күңел киң. Әйҙә, кейәү балаҡайҙы ҡоймаҡ менән һыйларбыҙ, ҡамыр туҡый башла...

 

Гөлдәриә ВӘЛИТОВА.

Автор:
Читайте нас: