Урамда таныш-белеш осраманы. Көн үҙәгендә кем йөрөһөн инде уттай ваҡытта. Үтеп барыусыларҙы ихлас сәләмләп, тыҡрыҡ мөйөшөндәге иҫке эскәмйәлә ултырған Йәмлиха ҡарсыҡ та күренмәй. Баҡса буйында бер нисә өлтөк тауыҡ йәйге йылы саңда ҡойона. Арыраҡ, күләгәлә ҡыҙыл быҙау тыныс ҡына ята.
Бер кем юҡ. Йәй эҫе һулышын бөркә-бөркә бөтөүгә табан бара. Һил тынлыҡты акацияларҙың «сырт-сырт» итеп борсаҡ атыуын ирәйеп тыңлап килгән Камил урам мөйөшөндәге өйгә яҡынлашҡан һайын аҙымдарын аҡрынайтты. Ныҡ итеп эшләнгән йәшел ҡапҡаға етәрәк, күрше өйҙөң баҡсаһы янында, ниһайәт, туҡтап ҡалды. Ҡулындағы юл сумкаһын аяҡ аҫтындағы йәшел үләнгә ҡуйып, тәпәш рәшәткәләргә һөйәлде.
«Сырт-сырт!..» «Сырт-сырт!..» Бешкән, өлгөргән борсаҡ ҡуҙаҡтары кибеп шулай асыла. Атылып сыҡҡан ваҡ орлоҡтарҙың япраҡтары бер-береһенә бәрелә-бәрелә шулай сылтырап ергә һибелгәне ишетелә. Камил бармаҡ кеүек оҙонса япраҡтарға ҡарап, уларҙы күрергә тырышты. Күренмәйҙәр. Тик зыңлап төшкән тауыштары ғына ишетелә. Орлоҡтар ағас булып үҫеп китмәй, ниңәлер.
Ҡош-ҡорт сүпләп бөтөрәме үҙҙәрен, әллә яңы ғүмер тыуыр өсөн ергә төшөү
генә әҙме? Акация ҡыуаҡтары, ғәҙәттә, тамырҙан үҫеп сыға шул... Ирекһеҙҙән ошо турала уйланған Камил тағы ла бер аҙ уларҙы тыңлап торҙо.
– Сырт-сырт... Сырт...
Йәй усағы шулай сыртлап яна-яна көҙгә табан һүрелә. Илаһи мәл...
Булды. Улай оҙаҡ тороу килешмәҫ. Тыҡрыҡтан үрге остан, йә булмаһа, һыу буйынан хәҙер берәүһе килеп сығыр... Ғәжәпләнер.
* * *
Камил бер ваҡытта ла үҙен тыуған еренән ситләтелгәндәй тойманы. Ләкин уны гел ныҡ һағынып йәшәргә тура килде. Белемгә ынтылыуы, тормошҡа һоҡланыуы бәләкәйҙән мәктәп-интернатҡа илтте. Уны тамамлау менән – институт. Аҙаҡ эш тип айырылыу. Бала сағынан бирле күпме ваҡыт инде тыуған йортта шулай һирәк ҡунаҡ ул.
Хәтерҙә ниҙәр ҡалған? Интернат тормошонан һуң ныҡ һағындырған осрашыуҙар. Әсәһе бешергән танһыҡ аш, йомшаҡ түшәктә, биҙәкле ҡалын юрған ҡосағындағы тәмле йоҡо. Был көтөп алған бәхетле мәл, һыуһынды ҡандырып та өлгөрмәйенсә, «елп» итеп үтә лә китә.
Каникул – ҡыҫҡа байрам! Һағынып иҫкә алырлыҡ бер төш кенә. «...Нисә айҙан һуң тыуған йорт йылыһына, баяғы юрған ҡосағына сумғандай, тағы сумырға тура килер?..» Тура килмәҫ, күрәһең. Барыһы ла артта ҡалды.
* * *
Был йортта хәҙер икенсе кешеләр йәшәй. Ата-әсәһе күсенеп китеүгә нисә йыл әле? Камил бик яҡшы белһә лә, хәтерҙән тағы бер иҫәпләп ҡараны: эйе, биш йыл ярым... Күсенеү мәшәҡәттәрендә лә ҡатнаша алманы. Алыҫ Ленинградта диплом яҡлай ине ул көндәрҙә Камил. Тыуған йорто менән һәйбәтләп, кешесә хушлашырға насип булманы. Әсәһе, ғәҙәттәгесә, ҡапҡанан сығып, улы урам осондағы боролош артына юғалғанға тиклем ҡарап ҡалғайны. Һуңғы каникулдан нисек киткән – шунан бирле ҡайтҡаны юҡ. Әсәһенең юлға тип бешергән, әле һыуынып та өлгөрмәгән бәлештәрен сумкаһына һалып, кисә генә анау ҡапҡаны ябып сыҡҡан кеүек...
Һуңынан ата-әсәләренең ҡалалағы яңы адресына һис күнегә алмай йөҙәне Камил. Хат яҙып, һалып ебәрә лә эй яуап көтә, эй көтә. Хәбәр юҡ та юҡ! Байтаҡ йөрөгәс, яңы хат яҙыр алдынан «ҡылт» итеп иҫенә төшә: ҡайһы адрес менән һалдым һуң?! Йәнә яңылыштым микән ни хатты ауылға ебәреп?!.
Тыуған оя үҙен төҙөгән, тиҫтәләрсә йыл усағын йылытҡан кешеләрҙе шулай ныҡ тарта ине, күрәһең... Хәтерен, уйҙарын хатта ҡайсаҡ улар ихтыярынан тыш яҙған хаттарын да кире тарта. Ташланған иҫке ояһына яңылыш кире ҡайтҡан ҡош балалары кеүек, ошо күкһел почта йәшнигенә осоп-осоп ҡайтып, бербереһенә һыйынған ҡошсоҡ хаттарҙы кемдәр алып уҡыны? Кем хужа икән хәҙер был йортҡа, Камил өсөн йылы бөркөп торған, етемһерәгән хәтер утрауында...
Өй алдындағы бәләкәй баҡсаның ҡапҡаһы икенсе яҡтан эшләнгән. Ағаһының Камил музыка мәктәбендә уҡығанда уҡ ултыртҡан миләше юҡ. Йолҡоп ташланғанмы, ҡырҡыланғанмы? Әйтерһең, бер ваҡытта ла булмаған... Кемгә ҡамасаулаған һуң был миләш? Ә-ә-ә. Урам яҡ тәҙрәһен ҡояштан ҡапланымы икән? Был теҙелгән һорауҙар, ихтыярынан тыш, үҙенән-үҙе таралды ла китте.
«Әллә нисек ҡапыл ҡуйырып үҫте лә китте!.. Балаҡайымдың ҡулы ҡотло булды! Бәхете лә шулай килһен инде», – тиеп әсәһе бик ҡыуана ине...
Ҡуйы миләш юҡ. Ә тирәк ултыра. Камил тыуған март айынан һуң, 28 йыл элек ултыртылған тирәк. Йәштәшен күргәс, ҡапыл еңел булып китте. Бер туғаны кеүек, тере йән кеүек ҡулдарын болғай-болғай ҡыуанып, хәбәрен һөйләп ултыра... Камилды тынысландырҙы йәштәше. Тынысланып, ҡапҡа дүңгәләгенә үрелде.
«Сыңҡ!» Тертләп китте – ҡапҡа тауышы һис үҙгәрмәгән. Бер туғанын сәләмләнеме ни! Шулай ҙа яҡын булыр икән! Туған тауыштар донъяһы – ҡапҡа яғымлы итеп йомшаҡ шығырҙап асылды. Ҡойма буйындағы эте өрөп ебәрер...
Нисәмә тапҡыр ошолай ашҡынып, алыҫ юлдан һағынып ҡайтып асты ул ҡапҡаны. Үҙенә ҡапыл тулҡын булып бәрелгән хистәрҙән онотолоп китте.
Ишек алдында торған оло йәштәрҙәге ҡатын ялт итеп боролоп ҡараны? Кем ул? Камил тертләп китте. Әсәһе булырға тейеш инеме әллә?.. Өҫтөнә иҫкергән йәшел күлдәк кейгән ят хужа ҡатын уға сәйерһенеп ҡарай. Йәшел яулығы эсенән һарғылт сәстәр шәлкеме күренә.
– Һаумыһығыҙ! – Камил юл сумкаһын ергә ҡуйып, маңлайынан ҡапыл бәреп
сыҡҡан һалҡын тирҙе һөртөп ҡуйҙы.
– Иҫәнмеһегеҙ!
Танымағас, зәңгәр күҙҙәр секерәйә биреп тишеп ҡарай. Бер-бер артлы һорауҙарға күмде генә.
– Кем булаһың? Кемде эҙләйһең?
«Ныҡ хужа булғанһығыҙ. Нығынғанһығыҙ икән. Ә мин бында ятмы ни?! – Әллә нисек күңелендә бер ауыр төйөн ҡуҙғалып ҡуйҙы Камилдың. – Ниңә килдем?!»
Ҡапыл да үҙенең ошо минуттарҙа йөҙәр фатирлы таш өй янындағы «двор»ҙа уйнап йөрөгән улы Радмирҙың Атай йорто булмаясағын иҫкә төшөрҙө. Ул бындай тетрәткес кисерештән азат ине!
– Мөмкинме? – «Бына һиңә мә! Үҙ тыуған йортоңа яттарҙан ризалыҡ һорап
үт инде...»
– Әйҙәгеҙ, керегеҙ! – Өйгә саҡырып апай йәнә һораулы ҡараш төбәй.
– Фатирға мөмкинме һеҙгә?.. Бер-ике көнгә... – (Бына урынһыҙ йүләрлек, ә?) Камил башына килгән фекерҙе әйтеп ҡалырға тырышты. «Өйгә инәйек. Ҡалғанын күҙ күрер әле, ни булһа ла...»
Юҡ, тиеп бороп сығарһа? Берәй йүнлерәк нәмә башына килеп өлгөрмәне шул... Хужабикә өндәшмәне. Өйгә йүнәлделәр. Соланды үтеп, туған тупһа аша атлағанда, Камилдың йөрәге туҡтағандай булды. Ҡараштары үҙе лә һиҙмәҫтән ҡомһоҙ итеп һәр мөйөштө, һәр әйберҙе һәрмәне. «Соландағы күк шкаф юҡ... Мөйөштәге түңәрәк өҫтәл – урынында, ялтыр тумбочка юҡ. Йәмле обойҙар йәбештерелгән. Барыһы ла урынында булырға тейешме ни?!..»
– Үтегеҙ!
Сисенеп түргә үткәнсе Камилдың мейеһендә меңдәрсә сағыштырыу бербер артлы ҡайнаны.
«Ошо ерҙә быҙау ояһы булыр ине...»
Урта бүлмәгә үткәндә ишеккә ҡарап үтте – тәне еңелсә зымбырҙап ҡуйҙы. Ишек яңағында үҙенең һәм ҡустыларының үҫкәнен билдәләп барған киртмәләр... Буяу аҫтында ҡалған, ләкин яҡшы күренәләр...
Дөрөҫөн әйткәндә, эше буйынса ошо районға, тыуған ауылдарына юл төшкәс, Камил иң баштан уҡ тыуған йортона инеп сығыуҙы уйлап ҡуйғайны.
Тыуған йорт нисек тора икән, күрше-күлән, ауылдаштары, һабаҡташ дуҫтары иҫән-һаумы? Былар аңлашыла, әлбиттә. Ләкин төп сәбәп улар ғына түгел ине...
Улар ғына түгел...
Төпкө өйгә үткәс тә ул үҙенә иң кәрәк әйбергә иғтибарҙы йүнәлтмәне, тынысланырға тырышты.
...Ата-әсәһе күсеп йөрөгән мәлдә өйҙә төп хужа булып ҡалған ағаһы Хәйҙәр уға борсолоп бер хәлде һөйләгәйне... Яҙлы-көҙлө, айырыуса яҙ ҡар ирегән мәлдәрҙә шарлап аҡҡан йырғанаҡтар тотош урамға хужа булып ала. Камилдарҙың өйө урам сатында урынлашҡан. Нәҡ ошонда баяғы ярһыу йырғанаҡтар кәртә артында ятҡан йылғаға боролоп саба. Йылдан-йыл таш-ҡом, һанһыҙ ваҡ сүп-сарҙы күсергән ошо йырғанаҡ уларҙың нигеҙенә үрмәләй. Һуңғы ҡайтҡанда ағаһы һыуҙың баҙға үтеп инеүе, нигеҙе емерелә башлауы
тураһында борсолоп һөйләгәйне. Ҡасандыр һарҡыулыҡта балҡып ултырған йәшел йорт әкренләп йырғанаҡтар һәм күләүектәр ҡамауында ҡалды... Камил шунда Хәйҙәргә ағаларына 8-10 йыл элек ҡаршылағы тауҙан таштар ташып, нигеҙ буйына түшәүен, шулай итеп урам яҡты нығытыуын иҫенә төшөргәйне.
Хәйҙәр ҙә үҙе ул «дамба»ны төҙөүҙә ҡатнашҡанлыҡтан, ваҡиғаларҙы яҡшы хәтерләп һөйләп ултырҙы. Ярҙам итмәне шул.
Төптән уйлағанда, «дамба» үҙ эшен башҡарҙы. Йыл һайын урам яҡтан ерҙе ашап килгән йырғанаҡтар туҡтап ҡалды. Хатта үтеп-һүткән арба-машиналар ҙа ҡаршылағы йорттар янынараҡ ярайһы уҡ юл һалып, шунан йөрөй башланы. (Ә элгәре улары зыу килеп был яҡтан, тәҙрә төбөнән үтә ине). Крәҫтиән тормошо йыл һайын уңыш алыу өсөн, ай һайын, ҡышмы-йәйме ул, көн һайын өҙлөкһөҙ рәүештә ваҡ-төйәк эштәрҙе алып барыуҙыр. Тәү ҡарашҡа бер-береһе менән асыҡтан-асыҡ бәйләнеше булмаған был мәшәҡәттәр бөтөн бер маҡсатҡа йүнәлтелә. Йәғни көҙгөһөн йыйып алған мул уңыш артында мең-мең ваҡ-төйәк эш тороуы һәр кемгә билдәле. Ә был йорт-ҡуралар «ялт» итеп торһон өсөн көндәлек төҙәтеү, нығытыу һәм төҙөү эштәре алып барыуҙың кәрәклеген онотабыҙ. Шунлыҡтан ҡасандыр шыңғырлатып төҙөп ҡуйылған ныҡлы йорт, гел ҡул һалмаһаң, төҫһөҙләнә һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ергә шиңә. 10-20 йыллыҡ йорт та үҙенә иғтибар биргәнде ярата...
Камил уйҙар ебен өҙөп, иҙәндең урам яҡ стенаһы буйына ҡараны. Ағаһының борсолоуҙары бик хаҡ булып сыҡты. Йырғанаҡтар үҙ эшен башҡарған!..
Нигеҙҙең ултырыуы сәбәпле стена буйҙан-буйға сатнаған. Хәйҙәрме, әллә йорттоң яңы хужаларымы уны штукатуркалап ағартҡан булған. Ләкин быйыл, яҙ һөҙөмтәһе булып, иҙәндән түбәгә тиклем һуҙылған яңы ярыҡ барлыҡҡа килгән.
Тимәк, эш нигеҙҙә!
...Камилдың үҙенең тыуған йортонда фатирҙа ятыуына ике көн үтеп китте. Аҡса түләү килешелгән. Тик үҙенең тыуған йортонда икәнлеген әбейгә әйтмәне. Ошо арала ҡәҙимге ваҡиғалар һәүетемсә була торҙо. Урамда уны Сәүиә әбей таныны, бер аҙ һандырап торҙо: «Үәй, Камил!» Класташы Хисам менән ул совхоз контораһы һәм «танылған» «йәшел» магазин араһындағы тыҡрыҡта осрашты.
– О-о-о! Геолог! Һине лә күрер көн бар икән. – Хисам ауыҙын йырып, ҡоласын йәйеп ебәрҙе. – Әйҙә, колхозно-крестьянский класс менән берәр йөҙ грамм... – Тәпәрләнеп бөткән костюмы кеҫәһенән яртылаш бушатылған шешә килтереп сығарҙы.
– Юҡ, рәхмәт. – Камил уның майланып ялтыраған киң ҡыҙыл йөҙөнә, “колхоз крәҫтиәне”некенә һис оҡшамаған аҡ ҡулдарына ҡараны. Хисам шешәнән айырылған һирәк ваҡыттарында рәссамлыҡ итә, яҡын-тирәләге ауылдарҙың клубын биҙәп, плакат-лозунг яҙа ине.
– Эреләнгән! – Ул шундуҡ үпкәләне. – Ярай, ярай, әйҙә, минең өйгә. Әҙерәк һөйләшеп ултырайыҡ, – ҡулы менән өйө яғына ишараланы...
Ваҡыт әҙ ҡалған. Иртәгә-иртәнән һуң эше буйынса мәшәҡәттәре тамамланасаҡ. Унан... Бында Камилды алып килгән төп маҡсатҡа тотонорға ҡала. Юҡ, бөгөн үк башларға!
Хужабикә өйҙә юҡ ине. Берәй йомошон йомошлайҙыр. Ҡарт кисһеҙ ҡайтмай.
Хәҙер үк, тиҙ генә...
Камил урта өйҙөң урам яҡҡа, ихатаға ҡараған тәҙрәләренең ҡорғанын тартып ҡуйҙы. Баҙҙың ҡапҡасын барып тапты.
Яңы хужалар күптән түгел иҙәнде буяған, күрәһең. Кескәй дүңгәләк буяуға күмелеп ныҡ ҡына иҙән таҡтаһына йәбешкән булып сыҡты. Тырнаҡтары менән көсләп айырырға тотондо. Ҡәһәрең! Әллә елем менән йәбештергән дәр...
Күрәһең, яңы хужалар баҙҙы йыш файҙаланмай. Аласыҡтағы мөгәрәпте ҙурайтҡандар ҙа барса аҙыҡ-түлекте шунда ҡуяларҙыр. Унан килеп, һыуытҡыстары бар.
Шәбеһе «зым» итеп ҡалды. Тырнаҡтың аҫтынан ҡып-ҡыҙыл булып ҡан күренде. Ләкин дүңгәләк тә үҙ соҡоронан сыҡты. Ҡуйы һарыға буялған иҙән таҡтаһында ҡуптарылған түңәрәк эҙ ҡалды. Камил, мөгәрәптән ниғмәт урларға йыйынған бур кеүек алан-йолан ҡаранып, баҙға төшә башланы. Дымлы һалҡынлыҡ серек картуф еҫе менән ҡаршы алды. Малай саҡтарында ошолайтып мәрәкә өсөн күмәкләп төшөп һалҡын ҡаймаҡ, тәмле варенье ашап сығалар ине. «Урлап ашаһаң, ҡаймаҡ ныҡ тәмле була», – ти торғайны бик аҡыллы төҫ
менән бындай операцияларҙы гел башлап йөрөгән «бандит» Мәғәфүр...
Ярай, ҡаймаҡ тураһында иҫтәлектәр ваҡыты түгел. Тиҙерәк! Юғиһә хужабикә ҡайтып инеүе бар. Уның ни тиклем аптырауын күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын!
Камил ҡараңғыға, үҙен ҡыҙыҡһындырған ергә, төпкә табан йүнәлде. Шырпы һыҙып ебәрҙе. Шундуҡ туҡтап ҡалды. Бына бит! Нәҡ ул уйлағанса булып сыҡты.
Нигеҙ аҫтындағы ер эстән буйынан буйына ашалған. Аяҡ аҫтында убылып төшкән тупраҡ өйөмдәре ята... Унда бер нисә нигеҙ ташы ла ағарып күренә.
Мөйөшкәрәк яҡын килеп ҡарағас, барыһы ла аңлашылды. Иң аҫтағы ике бүрәнә нигеҙе менән бергә сирек самаһы ултырған икән. Тиҙ арала нығытмаһаң, стена аҫҡа китәсәк. Камил бар донъяһын онотоп, нигеҙҙе ентекле өйрәнергә, төрлөсә самаларға кереште. «Домкраттар менән анау ерҙәнерәк күтәрһәң... Был тирәһен таштар һалып нығытһаң... Тыш яҡтан тегеләйтһәң... Тә-әк, стенаны вис яңынан штукатурларға, ремонтларға кәрәк буласаҡ».
– Әллә-лә-лә! Был ни?!.
Хужабикәнең әсе тауышы Камилды һиҫкәндереп ебәрҙе. Баҙ ишегенән баш күренде.
– Бәй-бәй. Ни бар унда?! – Хужабикә өҫтән аҫҡа ҡарап, туҙып төшөп күҙҙәрен ҡаплаған сәстәрен ҡулы менән һыпырып, ҡараңғы баҙҙа кем йөрөүен асыҡларға тырышты. Камилдың шырпыһы һүнгәйне. Уны яңынан һыҙып, эләгә-йығыла баҙ ауыҙына йүнәлде. Үрмәксе ауҙары сырмалған саңлы башты күргән хужабикә әсе тауыш менән сәрелдәп ебәреп, иҙәнгә ултыра төштө.
– Ҡарауыл!!!
– Тс-с-с, әбей! Спокойно! – Бындай әйләнеш алыуын көтмәгән Камил баҙҙан үрмәләп сығып, әбейгә торорға ярҙамлашты. Үҙенең өҫ-башын сүп-сарҙан таҙартты.
Әбей бер аҙ тын алғас, һөжүмгә күсте.
Аңлашыуҙың икенсе көнөнә ул таңдан эшкә тотондо. Иң тәүҙә барыһына ла ҡулы ятҡан Хисамды эҙләп китте. Уны «йәшел» магазин эргәһендә осратып, ярҙам итеүен һораны.
– Подожди, Камил, иң тәүҙә башты төҙәт, шунан аңлатырһың.
Хисамдың башын төҙәткәс, оҙаҡҡа һуҙмай эшкә тотондолар.
Хужабикә өйҙә юҡ ине. Әмин ҡарттың атын һорап тороп, тауҙан һәйбәт йәлпәк таш килтерҙеләр. Әбей ҡайтып инеп, салбар балаҡтарын төрөп өй мөйөшөндәге күләгәлә балсыҡ баҫҡан Камилды күргәс, һушын юя яҙҙы. Сетка-маҙарын тиҙ генә бушатырға ла әрләшергә тип өйгә йүгереп инеп китте. Унда баҙ эсенән килгән тауышты ишетеп: «Былар әллә икәү булып сыҡтымы?» – тип аптыраны. Баҙға башын тыҡҡас, унда тәмәке көйрәтә-көйрәтә эшлекле рәүештә домкрат менән булышҡан Хисамды күреп, йәнә бот сапты. Дөрөҫөрәге, баҙға ҡолап төшә яҙҙы..
Ҡарт ҡайтып ингәс, әбей бөтәһен дә бәйнә-бәйнә һөйләргә тотондо. «Үҙем күреп торам» тигәндәй, бабай эйәк ҡаға-ҡаға быларҙы күҙәтеп тыңланы.
Сәй эсеп бөткәс, ҡарт уйға ҡалды. «Нимә теләй был егет? Нигеҙҙе нығыта. Ни өсөн? Өйҙө тартып алырға итәме әллә? Юҡ, ул турала һүҙ булманы кисә аңлашҡан ваҡытта... Нигеҙҙе генә нығытам, тине бит. Ул эште былай ҙа көҙгәрәк теүәлләргә ниәтләгәйнем. Ярай, ҡарап ҡарайыҡ әле. Әбей юҡ-барға ғауға ҡуптарҙы, буғай. Егет нигеҙҙе нығытҡан өсөн аҡса һорар микән?.. Күпме һорар?» Ҡарттың башында шундай уйҙар сыуалды. Ниһайәт, ул әҙерәк көтөргә тигән ҡарарға килде. Хатта ремонтҡа ярҙамлашып, урам яҡ стена буйындағы
әйберҙәрҙе ситкә шылдырып, штукатурка эштәренә әҙерләп ҡуйҙы.
Хисамдан файҙа ҙур булманы тәки. Тәүҙә үк: «Әбейҙең баҙҙа берәй нәмәһе ултырмаймы?» – тип элмәндәгәйне шул... Бөгөн төштән һуң эсеп алғас, бөтөнләй юҡ булды. Камил бар көсөн һалып тырышты.
Ике көндән командировка ваҡыты тамамлана. Шуға тиклем нигеҙҙе нығытып бөтөргә кәрәк... Хәйер, алда тағы ни булыр?
Әбей тәки ҡуйманы бит. Киске сәйҙә ул ҡартты йәнә игәй башланы:
– Был, – әбей Камил йәшәгән бүлмә яғына ымланы, – бер-бер нәмә уйланы, буғай. Юҡһа, тырышмаҫ ине. Ҡотолайыҡ үҙенән. Сығарып ебәрәйек... Өйҙө ыстройкаға әйләндерҙе. Бына тағы Әмин ҡартҡа китте. Иртәгәлеккә ат һорарға, буғай.
Ҡарты сәгер күҙҙәрен буш стена яғына текләп уйға ҡалды. Камилдың әлеге эше уны алдағы мәшәҡәттән ҡотҡара... Тик бына төҙөлөш өсөн күпме аҡса һорар икән был сәйер бәндә? Бер тин дә кәрәкмәй, тине лә ул кисә. Ярҙамлашҡан өсөн анауһына араҡылыҡ бирә шикелле, етмәһә. Ат өсөн дә расхуты сығалыр әле...
– Нигеҙҙе нығытып бөтһөн дә, шунан ҡыуырбыҙ, бәй. Һин төшөп эшләмәҫһең бит инде, әбей. – Ул асыу менән сынаяғын этте. – Яһа! Ҡатыраҡ яһа әле, һиңә әйтәм, сәйеңде йәлләп ней!
...Йәлпәк таштың өҫтөнә шыйыҡ балсыҡ йәйгәс, Камил унда сираттағыһын күтәреп һалып ҡуйҙы. «Ҡул һелтәргә микән әллә?» Әбей иртәнсәк уға эште ҡарттың үҙе теүәлләйәсәген белдерҙе. «Иртәнән һуң ҡыҙым ҡунаҡҡа килә, өйҙә ят кеше булыуын яратмай ул...» Йыйын, йәнәһе.
* * *
– Эштәр нисек? – Ауыл советы рәйесе Марат Зиннәтович, тәҙрәнән күрепме, үҙе ҡаршы сыҡты. – Эйе, саҡырғайным. Әйҙә, үт. – Өҫтәл артына ултырғас, рәйес Камилға ҡағыҙ һуҙҙы. – «Төҙөлөш-ремонт» эштәрен туҡтатырға тура килер һеҙгә.
Камил ҡулындағы ҡағыҙға аптырап күҙ һалды. Нимә был? Кәкре-бөкөрө юлдар ауыл советы рәйесенә квартирант Камилдың кеше милкенә ҡул һуҙыуы, һәүетемсә генә йәшәп ятҡан йорттарында башбаштаҡлыҡ ҡылып, тәртипһеҙлек тыуҙырыуы тураһында хәбәр итә ине.
Хужабикәнең ғаризаһы. Бына һиңә мә!
– Шулай, Камил. Ҡасандыр һинең тыуған йортоң хәҙер юридик рәүештә... – Был һүҙҙе әйткәс, Марат Зиннәтович үҙе лә уңайһыҙланып ҡуйҙы... – Юридик рәүештә бүтән кешенеке.
– Марат Зиннәтович! Мин бит нигеҙҙе генә нығытам да ҡайтып китәм... Электән уйланып йөрөй инем был турала. Миңә бер нәмә лә кәрәкмәй.
– Аңлайым, ҡустым. Тыуған йорт... Хәйер, аңламайым. Үҙегеҙ үк тыуған ауылығыҙҙы ташлап ҡалаға китәһегеҙ ҙә һуңынан һағынып шиғыр, йыр яҙаһығыҙ, ҡайтып нигеҙ нығытаһығыҙ...
Рәйес тотош быуын тураһындағы уйын Камилға төбәп әйтте. Эшсе ҡулдар етешмәүе, йәштәрҙең күпләп китеүе етәксенең ауыртҡан сөйәле ине.
Өлкән ауылдашының был һүҙҙәре Камилдың йөрәгенә барып ҡаҙалды. Ленинградта институтта уҡып йөрөгәндә тыуған ауылы тураһында шиғыр ҙа яҙғайны шул... Ҡыҙарынып китте. Әйтерһең, рәйес уның үҙе өсөн генә яҙған ошо шиғырын уҡыған да килбәтһеҙ әҫәрҙең етешһеҙлектәрен фашлай!
– Һеҙ үҙегеҙ әйтеп ҡарағыҙ уларға. Мин тиҙ генә... Күп ҡалманы бит. Шунанҡайтып китәм...
– Вәссәләм! Уларҙы ҡурҡытҡанһың һин. Төпкөл, бөтөп барған урындан күсеп килгәндәр... Беҙҙең ауылда ҙур дауахана, районға яҡын. Ҡарт кешеләр өсөн дауахана яҡын булыуы бик мөһим. Һин борсоноң уларҙы... Туҡтатырға кәрәк был... – рәйес саҡ-саҡ «авантюраны» тип әйтмәне. – ...был төҙөлөштө. Все! Йорт тулыһынса уларҙыҡы. Һеҙ, сит кеше, унда баш-баштаҡлыҡ ҡыла алмайһығыҙ.
Ғәфү итегеҙ, мин уларҙың ғаризаһын ҡеүәтләйем һәм яҡларға мәжбүрмен. Вазифам буйынса. Хатта күңелем менән хәлегеҙҙе аңлаһам да...
Рәйес ғаризаны өҫтәлдәге папкаға һалып, «шап» иттереп ябып ҡуйҙы ла урынынан торҙо.
Камил ауыл советы ишегенән сыҡты ла байтаҡ уйланып торҙо...
Өйҙә тағы ла күңелһеҙерәк күренеш көтә ине. Ишектән инеү менән ултырғысҡа бүлмәһенән сығарып ҡуйылған юл сумкаһын, әйберҙәрен күрҙе. Бөтәһе лә өйөп ҡуйылған. Иң өҫтә кергә тип сискән майкаһы һәм күлдәге килбәтһеҙ булып бөтәрләнеп ята. Нисектер күңеленә шомло булып китте. Кемдер шәхси әйберҙәрендә, юҡ, күңелендә соҡсоноп, унда кер эҙләгән кеүек тойолдо. Берҙән-бер керле күлдәген түгел, күңеленең ситендәге булыр-булмаҫ керҙе йыйып килтереп һалып ҡуйғандар кеүек булды хатта.
Әбей уны һис күрмәгәндәй, ололарға хас булмағанса, тып-тып итеп атлап үҙ эштәре менән булышып йөрөгән була.
Их, әбекәй, әбекәй... Нимә генә тип әйтәйем һуң? Аңламайһығыҙ шул... Миңә бер нәмә лә кәрәкмәй бит һеҙҙән... Камил өндәшмәй генә сумкаһына әйберҙәрен һала башланы. Барыһын да рәтләп йыйнағас, ҡапыл бик кәрәк бер нәмә ҡалдырған кеүек булды... Уйлап-уйлап иҫенә төшөрә алманы. Нимә һуң?
Фатирҙа булған көндәре өсөн аҡсаны әбейгә тапшырғас, ул өй эсенә йәнә бер ентекле ҡараш ташланы. Бүтән бында килә алырмы икән?.. Ана, ишектә үҙҙәре үҫкән сағында атаһы буйҙарын билдәләгән киртләстәр...
Таралған зиһенен бер йоҙроҡҡа төйнәп, һаубуллашып ишеккә йүнәлде. Тупһа аша сыҡҡанда ла, ҡапҡаға йүнәлгәндә лә, баяғы уй зиһенен биләне. Нимәне алырға тейеш ине әле ул был йорттан? Ә-ә-ә. Йорттоң үҙен ал да кит хет! Тыуған йортоңдан ҡыуылып кит инде! «Юридик рәүештә берәүҙәр хужа...» «Шығыр-р-р...» Ҡапҡа ябылыр өсөн асыла... «Сыңҡ!» Бына дүңгәләк туғаныныҡы кеүек яҡын тауыш менән хушлашыуға ул «терт!» итеп ҡалды. Ҡапыл алҡымына төйөн килеп тығылды...
Шоссе юлда саң туҙҙырып килгән бәләкәй һары автобус күренде. «Юридик рәүештә бүтәндәр хужа...» Рәйестән ишеткән был һалҡын һүҙҙәр теҙмәһе бер туҡтауһыҙ автобус геүелдәүе ыңғайына Камилдың мейеһендә ҡабатланды.
Нияз Мәһәҙиев.