Бөтә яңылыҡтар

Ай урағы (хикәйә)

Хәлдәр оторо мөшкөлләнде. Ниҙер уйлап сығарырға форсатым ҡалманы, ахыры. Бер көндө әсәйем: «Йә, нисек? – тип туранан-тура өндәште. – Мин тиҙ ҡартаям, бер-ике йылдан ирҙәр әйләнеп тә ҡарамаясаҡ. Һин миңә ярҙам итергә тейешһең». Ысынлап та һуңғы араларҙа ул ныҡ биреште, битен күпме генә кершән менән һылаһа ла, йыйырсыҡтары беленеп тора.

1

... Күк көмбәҙендә, мәңгелек тарафта, эленеп торған Ай урағы тағы күҙемә салынды. Һалҡын һәм битараф ул есемгә ғүмеремдә нисәмә тапҡырҙар бағыуымдыр – иҫәбе-хисабы юҡ. Баҡҡан һайын төрлө уйҙарға сумыра мине уның алтынһыу нурҙары. Эңерҙә йоҡомһорап барған гөл бәбәктәрен аса-яба иҫкән һил ел һымаҡ, әлеге һүрән яҡтылыҡ күңел төпкөлөндәге хәтер ятҡылыҡтарын һаҡ ҡына сайпылтып ҡуя. Гелән шулай...

2

Тәүге тапҡыр күҙемә салынғанда, Ай урағы, гүйә, боҙҙай һалҡын ине. Күңелемде ауыр тойғолар солғап алған яманһыу сағым, күҙ йәштәрем аша нескә генә алтын ептәрҙе күреп хайран ҡалдым. Миңә ете генә йәш, өҫтөмдә әсәйем теккән ҡыҙыл һырма көпө, башымда ваҡ сәскәле ҡарағусҡыл зәңгәр башлыҡ – яҡшы хәтерләйем. Ишек яңағына һөйәлеп, оҙаҡ ҡарап торҙом Ай урағына. Бәләкәй генә бүлмәбеҙ тәмәке, дарыу еҫе менән тулған, әсәйем һығылып илай, атайым сирләп ята. Тупһала бер үҙем генә баҫып торам, ике күҙем Ай урағында; мине уйлап биреүсе лә юҡ, ашарға әҙерләүсе, саҡырыусы ла юҡ.

Аңлайым: өйгә ҡайғы килгән – атайымды сир түшәккә йыҡҡан. Аңлаған һайын, үҙемдең яңғыҙлығымды, хәсрәтемде, һыуыҡты һәм аслыҡты тәрәнерәк тоям. Ай урағы болот артына йәшеренгәнсе шулай баҫып торҙом. Ҡапыл үҙемдең япа-яңғыҙ ҡалыуымды аңғарҙым, илап ебәрҙем, әммә минең һыңҡылдауымды әсәйемдең ҡысҡырып үкһегәне баҫып китте: атайым вафат булған, уның битен аҡ сепрәк менән ябып ҡуйғандар. Шул аҡ сепрәкте һыпырып ташлап, атайымды тағы бер ҡат күргем килде, әммә ҡыйманым. Боролор ҙа әмәл юҡ, атайым тотош бүлмәне алып ята. Әсәйем аҡ күлдәк кейеп алды: аҡ төҫ беҙҙә – матәм төҫө; миңә лә ҡыҙыл көпөм өҫтөнән еңе типсенмәгән аҡ халат кейҙерҙеләр – ең осонан һәлберәп торған аҡ ептәрҙе өҙөп ырғытып тороуым ныҡ иҫтә ҡалған. Барыһы ла ҡый-сый килешә, илаш-һыҡташ тынмай, әммә был маҙаның һис тә кәрәге юҡ кеүек. Мәшәҡәт күп түгел ине: атайымды дүрт таҡтанан эшләнгән табутҡа һалырға ла алып китергә.

Биш-алты кеше табутты күтәреп барҙы, әсәйем менән мин, илап, улар артынан эйәрҙек. Ағас йәшниктә ятҡан атайымдың йөҙөн асып ҡарамауыма һаман үкенәм. Ҡала стенаһы артындағы зыяратты яҡшы хәтерләйем, әммә хәҙер унда атайымдың ҡәберен табыуы ҡыйын. Тупраҡҡа төшкән ямғыр күҙе кеүек... урынын самалап ҡына тоҫмаллайым.

3

Ай урағын тағы күреп ҡалдым: беҙ һаман матәм халәтендә әле. Өшәнес бер мәл ине, әсәйем мине зыяратҡа эйәртеп алып барҙы. Ҡулына әҙ-мәҙ генә ҡағыҙ төрөп тотоп алғайны. Әсәйем мине иркәләп кенә йөрөттө, арыһам, күтәреп атланы, ҡала ҡапҡаһын үтешләй ҡыҙҙырылған каштан һатып алып һыйланы. Көн һыуыҡ, каштандар йылы ғына; ашарға ла ҡыҙғанып торам, сөнки улар туңған ҡулдарымды имшетә. Атлап күпме барғанбыҙҙыр, әйтә алмайым, иҫ киткес оҙаҡ булып иҫтә ҡалған. Атайымды ерләгәндә был юл улай уҡ алыҫ күренмәгәйне – бәлки, ул саҡта кеше күмәк булғанға ара оҙонлоғо һиҙелмәгәндер, ә бөгөн әсәйем менән икәү генәбеҙ. Ул шып-шым атлай, минең дә һөйләшкем килмәй, тирә-яҡта ла тауыш-тын юҡ.

Көндәр ҡыҫҡарғайны. Атайымдың ҡәберен иҫләйем: саҡ ҡына беленгән тупраҡ өйөмө, ә алыҫта – бейек һары ҡалҡыулыҡтар, ҡояш шулар артына байып юғала. Әсәйем мине ҡәбер алдына ултыртып ҡуйҙы ла, гүйә, донъяһын онотто, башын тотоп иланы ла иланы. Мин теге каштандар менән уйнаған булдым. Шунан әсәйем баяғы ҡағыҙҙарҙы яндырҙы, ҡурылып янған киҫәктәр һауаға күтәрелде лә, өйөрөлөп, кире ергә төштө; тымыҡ, әммә әсе һыуыҡ ел иҫте. Әсәйем тағы илап алды. Минең дә атайым иҫемә төштө, ләкин уны иҫләп түгел, әсәйемде ҡыҙғанып илай башланым. «Әсәй, илама, әсәй...» – тип ҡулынан тартҡыланым. Ул уның һайын ярһыбыраҡ иларға тотондо, мине ныҡ итеп күкрәгенә ҡыҫты. Ҡояш байыны, тирә-йүндә беҙҙән башҡа бер кем юҡ. Әсәйем ҡурҡа төштө, күрәһең, – мине етәкләп китергә уҡталды, үҙе һаман күҙ йәшенә төйөлөп һыҡтаны. Әҙерәк барғас, боролоп ҡараны, мин дә зыярат яғына күҙ һалдым: атайымдың ҡәберен бихисап кескәй балсыҡ өйөмдәре араһынан танып алырлыҡ түгел инде... Әсәйем уфтанып ҡуйҙы. Беҙ ҡала ҡапҡаһына табан һәүетемсә атлап киттек, барып еттек тигәндә, мин Ай урағын шәйләп ҡалдым. Шомло ҡараңғылыҡҡа ул ғына үҙенең һалҡын яҡтылығын түгә. Арығанымды тойоп, әсәйем мине ҡулына алды. Нисек барып еткәнбеҙҙер ҡалаға – иҫләмәйем, томһа күк йөҙөндә ялтыраған Ай урағы иһә бөгөнгөләй күҙ алдында.

4

Һигеҙ йәшемдә мин ломбардҡа ваҡ-төйәк әйбер алып барып һалғылай инем. Әсәйем был йомошто миңә һуңғы сиктә генә ҡуша, тәғәм ризыҡ ҡалмағанда. Бер мәл ломбардҡа көҙгө алып киттем: унһыҙ көн итеп була лаһа. Яҙ еткәйне, шуға йылы кейем-һалымды тапшырғайныҡ инде. Көҙгө менән бик һаҡ булырға кәрәклеген белһәм дә, ашығып атлайым, сөнки ломбард иртә ябыла. Мин уның ҙур ҡыҙыл ҡапҡаларынан, ауыр ишектәренән ҡурҡыңҡырай торғайным. Яҡыная башлау менән йөрәгем күкрәк ситлегенән ырғып сығырҙай булып тибергә тотона. Текә тупһанан менергә көс табам барыбер. «Бына, үтескә алығыҙ»,– тип көҙгөмдө яҫы шүрлеккә һалдым. Ләкин алманылар, икенсе берәй нәмә килтер, тинеләр. Көҙгөнө түшемә ҡыҫып, йүгереп ҡайтып киттем. Әсәйем илап ебәрҙе – өйҙә күҙгә эләгерлек әйбер ҡалмағайны.

Бүлмәбеҙҙә әүәл байтаҡ йыһаз бар һымаҡ ине, бөгөн килеп һыйыр мөгөҙөнә элер ярты сепрәк тә юҡ. «Әсәй, хәҙер нимә ашарбыҙ икән инде?» – тим.

Ул миңә донъябыҙҙағы берҙән-бер затлы әйберҙе – сәсенә ҡаҙаған көмөш биҙәүесен тотторҙо. Бығаса ла бер нисә тапҡыр сәсенән һурып алып, усына һалып ҡарар ҙа кире ҡаҙап ҡуйыр ине, һатырға баҙнаты етмәй торҙо. Өләсәйемдең туй бүләге шул. Был юлы әсәйем ошо биҙәүесте ломбардҡа алып барырға ҡушты. Мин тағы шунда йүгерҙем, ләкин теге ҡурҡыныс ҡыҙыл ҡапҡалар бикле ине инде. Көмөш сәс ҡыҫтырғысты усыма йомоп, күтәрмәгә ултырҙым. Ҡысҡырып иларға оялам; сараһыҙҙан күккә баҡтым һәм шым ғына битем буйлап аҡҡан күҙ йәштәрем аша тағы ла Ай урағын күрҙем. Оҙаҡ шулай ултырҙым, ахырҙа әсәйем мине эҙләп килде, башымдан һыйпап тынысландырырға тырышты. Уның ҡулдары шундай йылы ине, хатта бер арыйға тамаҡ ҡайғыһы ла онотолдо. «Әсәй, әйҙә ҡайтайыҡ, – тинем буҫлыҡҡан тауыш менән,– иртәгә мин бында тағы киләм!» Әсәйем өндәшмәне. Әҙерәк барғас, тағы һүҙ ҡаттым: «Әсәй, Ай урағын күр әле, ул хас та атайым үлгән саҡтағы кеүек. Ниңә гелән шулай ҡырын эленеп тора икән?» Әсәйем яуап бирмәне, үҙенең мине етәкләгән ҡулы ҡалтырап ҡуйҙы.

5

Көндәр буйы кешегә кер йыуа торғайны әсәйем. Бик ярҙамлашҡым килә лә, көсөм самалы шул. Төнгә тиклем уны көтөп ултырыуҙан башҡа сарам юҡ. Бәғзе төндә Ай урағы күктең түбәһенә күтәрелгәнсе йоҡламай көтәм, ә ул һаман һыйыр тиреһе һымаҡ ҡатып бөткән һаҫыҡ ойоҡбаштарҙы йыуа, уларҙы приказчиктар ебәрә. Шул ерәнгес нәмәләрҙе йыуғандан һуң әсәйемдең тамағына аш бармай тора. Ә мин уның янында иптәш булып ултырам һәм әлеге лә баяғы Ай урағын күҙәтәм; ҡайҙандыр ярғанат осоп килеп сыға, көмөш нурҙарҙа эленеп тора ла ҡапыл ҡараңғылыҡҡа сумып юҡ була. Әсәйемде йәлләп эсем нығыраҡ өҙөлгән һайын, Ай урағы мине үҙенә нығыраҡ тарта; уға ҡараһам, күңелем бушап ҡалғандай була. Йәй көнө ул бигерәк тә матур, әйтерһең дә, боҙҙан хасил булған – һалҡынса бер еләҫлек килә унан. Айҙан ергә һуҙылып төшкән үтә күренмәле күләгәләр юғалып торған мәл айырыуса ныҡ оҡшай: йондоҙҙар сағыуыраҡ балҡый, сәскәләр хуш еҫтәрен дәртлерәк бөркә кеүек шул мәлдә. Күрше йорттоң баҡсаһы тулы сәскә була торғайны, акацияларының аҡ сәскәләре беҙҙең яҡҡа ҡойола башлаһа, ябалаҡлап ҡар яуа тиерһең.

6

Көнө-төнө кер йыуыуҙан әсәйемдең ҡулдары ҡатып-ҡорошоп бөттө. Ҡайһы ваҡыт унан арҡамды тырнатып алам, әммә йыш маҙаламайым, үлә яҙып арығанын күреп торам даһа. Һаҫыҡ ойоҡбаштар уның хәлен ала, уҡшыта. Ҡапыл ғына кер ышҡыуҙан туҡтап, уйланып торғолай әсәйем; белһәң ине, тим, ниҙәр икән уның башҡайында?

Әсәйем миңә яңы атай тапты. Уға «атай» тип өндәшеүемде, киреләнмәүемде үтенде. Әммә бит мин был кешенең бүтән икәнен, үҙ атайымдың ҡәберҙә ятҡанын беләм. Яңы атай хаҡында һөйләгәндә, әсәйем күҙемә тура ҡарамай. Күҙ йәштәрен эскә йотоп: «Һине асҡа үлтерә алмайым», – ти. Эйе, яңы атайҙы ул минең хаҡымда ҡайғыртып тапҡан. Ул саҡта мин күп нәмәне аңламай ҙа инем. Бар ҡурҡҡаным – аслыҡ, бар теләгем – унан ҡотолоу.

Беҙ тар бүлмәбеҙҙән күсенгәндә, күктә теге Ай урағы эленеп тора ине. Был юлы ул уғата сағыу һәм ҡырыҫ күренде; мин үҙемдең тыуған тупһамды ташлап китәм. Әсәйем туй носилкаһына менеп ултырҙы. Алдан барабан ҡағып, һорнай уйнап бер нисә музыкант бара. Ниндәйҙер бер ир мине етәкләп алған, носилка артынан атлайбыҙ. Айҙың ҡырыҫ нурҙары һалҡын елдә дерелдәп торған кеүек. Урамда әҙәм заты юҡ, берәҙәк эттәр генә, абаулап, музыканттарҙы ҡамарға итә. Әллә әсәйемде зыяратҡа алып китеп баралармы? Мине етәкләгән ир аяуһыҙ шәп атлай, аяҡтарым саҡ өлгөрә. Илағым килә, ә йәшем сыҡмай ҙа ҡуя. Ирҙең ҡулы тирләгән, шыйғалаҡ туң балыҡ һымаҡ тотона миңә. «Әсәй!»– тип ҡысҡырырҙай булам, тик ҡыймайым. Ай урағы ҡапыл нәҙек кенә булып ҡалғандай күренде, әйтерһең, ҙур күҙе ҡыҫылып, һөҙөп кенә ҡарап тора. Ә носилкаларҙы тар тыҡрыҡҡа алып инеп киттеләр.

8

Артабанғы өс-дүрт йылда Ай урағын күрмәнем, шикелле. Яңы атай беҙгә һәйбәт мөғәмәләлә булды. Уның фатиры ике бүлмәле ине: береһендә әсәйем менән ул, икенсеһендә мин йәшәйем. Башта минең, өйрәнеш иткәнсә, әсәйем эргәһендә йоҡлағым килде, әммә бер нисә көндән үҙемдең кескенә бөхтә бүлмәмә эйәләштем. Ап-аҡ стеналар, өҫтәл һәм ултырғыс – бөтәһе лә минеке һымаҡ. Юрғаным да элеккеһенән ҡалыныраҡ һәм йылыраҡ. Әсәйем кәүҙәгә тулыланып китте, бит алмалары алһыуланды, ҡулдарындағы һөйәлдәр йомшарҙы. Мин дә ломбардҡа йөрөү хурлығынан азатмын. Яңы атайым мине мәктәпкә уҡырға бирҙе. Ул хатта һирәк-һаяҡ минең менән уйнап та ала торғайны. Тик ни өсөндөр, яҡшы кеше икәнен белһәм дә, уға «атай» тип өндәшергә теләмәнем. Ул иһә бөтәһен дә аңлай һымаҡ. Күңелсәк, шуҡ холоҡло ине, йылмайғанда күҙҙәре нурланып, матурланып китә. Әсәйем мине илгәҙәк булырға өгөтләй, үҙем дә тиҫкәреләнмәҫтәй, «атай» тип әйтерҙәй булам ҡай саҡ. Ул бит беҙҙе аслыҡтан йолоп ҡалды... Эйе, ошо өс-дүрт йылда Ай урағына текләп ҡарап торғанымды хәтерләмәйем. Бәлки, күргәнмендер, әммә иҫтә ҡалмаған. Ләкин атайым үлгәндә һәм әсәйемде ҡыҙыл носилкала алып барғанда Ай урағының ҡайһылай булғанын мәңге онотмаясаҡмын. Уның аҡһыл һалҡын нурҙары, нефрит ташындай битараф йөҙө ғүмергә хәтеремә уйылды.

9

Мәктәп миңә бик оҡшаны. Ысынында сәскәләр һирәк-һаяҡ ҡына күренһә лә, мәктәбемде шау гөл-сәскә эсендә ултырған һымаҡ тойҙом. Әле лә уны иҫкә төшөрөүем була, күҙ алдыма сәскәләр килеп баҫа. Атайымдың ҡәберен хәтерләһәм, Ай урағы, уның һалҡын елдә дерелдәгән өшәнес нурҙары хаҡында уйлай башлайым, ә мәктәп – күңел түремдә гөлдәр тергеҙә. Әсәйем сәскә ярата, тик уларҙы һатып ала алмай. Онотҡанда бер кемдер сәскә бүләк итһә, шунда уҡ уны сәсенә ҡаҙап ҡуйыр ҙа, төҫө асылып, йәшәреп китер ине.

Яраттым мин мәктәпте. Шуға микән, мәктәп тураһында уйлаһам, сәскәләр иҫкә төшә.

10

Башланғыс мәктәпте тамамлар йылды әсәйем мине тағы ла ломбардҡа әйбер һалырға ебәрҙе. Үгәй атайым ҡайҙалыр киткәйне. Уның ҡайҙа, ни өсөн шулай ҡапыл китеп юғалыуын әсәйем үҙе лә белмәй ине, шикелле. Байтаҡ көндәр үтте, ә ул ҡайтманы ла ҡайтманы. Хат та яҙманы. Әсәйем яңынан һаҫыҡ ойоҡбаштар йыуа башлар микән? Әммә ул был хаҡта уйлап та бирмәгән кеүек, һаман да сәсенә сәскә ҡаҙап, ҡупшы кейенеп йөрөй. Ғәжәп! Ул иламай ҙа, киреһенсә, йылмая. Нишләп? Бер ни аңламайым. Мәктәптән ҡайтҡанда әсәйемдең ҡапҡа төбөндә баҫып торған сағына юлыҡҡыланым. Тағы күпмелер ваҡыт үтте. Көндәрҙән бер көндө урамда кемдер миңә конверт тотторҙо ла: «Әсәйеңә тапшыр. Ә һин үҙең күпме алаһың, һылыуҡай?»  – тине. Битем ҡыҙарҙы, ғәрлегемдән башымды түбән эйҙем. Бына нисек икән хәлдәр?! Әсәйем менән был хаҡта һөйләшергә баҙнат итмәнем. Ул мине бик ярата ине һәм йыш ҡына: «Уҡы! Уҡы!» – тип ҡабатлай торғайны. Үҙе тома наҙан булған, исмаһам, миңә белем биргеһе килгәндер. Әлеге кәсепкә ул мине уйлап ҡына тотонған – шик юҡ. Әсәйемде күкрәгемә ҡыҫып илағым, гонаһҡа батма минең өсөн, тип әйткем килде. Ләкин әйтмәнем, көсһөҙлөгөм, сараһыҙлығым мине эстән бөктө, эстән көйрәтте. «Мәктәптән һуң ни эшләрмен икән?» – тигән уй ҙа борсоно. Әхирәттәрем менән дә шул хаҡта һөйләшеп ала инек.

Уларҙан ишетеүемсә, былтыр бер нисә ҡыҙҙы бай әфәнделәр икенсе ҡатынлыҡҡа алған. Бәғзе ҡыҙҙар «фәхишәлек»кә киткән. Был һүҙҙең мәғәнәһен белмәһәм дә, яман икәнен һиҙҙем. Әхирәттәрем иһә белеп һөйләгәндәй, рәхәтләнеп ләстит һаталар. Шунда башымдан бер уй йәшендәй ялтлап үтеп китте: мәктәпте тамамлағас, әсәйем мине шул юлдан ебәрергә ниәтләнмәй микән? Өйгә ҡайтырға, әсәйем менән йөҙгә-йөҙ осрашырға ҡурҡып йөрөгән көндәрем дә булды ошонан һуң. Уның тәм-томға тип биргән аҡсаларын тотонмай, йыя башланым. Физкультура дәрестәрендә аслыҡтан саҡ иҫемде юйып аумай ҡала инем. Башҡаларҙың тамаҡ ялғағанын күреп, уртыма йыйылған һеләгәйҙе йотоп ултыра торғайным. Барыбер тиндәремде сарыфламаным, йәнәһе, әсәйем мине ирекһеҙләй ҡалһа, ҡасып китергә йыйынам. Ҡайһы саҡта ҡулыма маонан да күберәк аҡса инә! Түҙеп торғоһоҙ ауыр тойғолар йәнемде иҙә башлаһа, көпә-көндөҙ күктән Ай урағын эҙләйем, ул миңә сабырлыҡ бирер, тынысландырыр төҫлө.

11

Иң ҡыйыны шул: әсәйемде ҡайһы ваҡыт яратмай, күрә алмай башланым. Ошо тойғо биләп алһа, уның мине атайымдың ҡәберенә алып барыуын хәтерләргә тырышам, шунда уҡ асыуым баҫыла. Әммә күрә алмауым барыбер ҡабатлана. Минең йөрәгем Ай урағы кеүек: бер мәлгә ялтырап тора ла ҡара һөрөм эсенә инеп йәшенә.

Әсәйем янына ирҙәр йыш килә, ул минән уңайһыҙланмай ҙа хәҙер. Улары миңә, ас эттәр кеүек, ауыҙ һыуҙарын ағыҙып ҡарай, күҙҙәренә ҡалъя булып күренәмдер инде – һиҙеп торам. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә күп нәмәгә төшөндөм: кәүҙәңде аҫыл әйберҙәй күреп һаҡларға, һылыулығыңдың баһаһын белергә кәрәк. Көндән-көн матурая барыуымды тоям, был мине борсолдора ла, ҡыуандыра ла. Үҙ-үҙемде ҡурсаларлыҡ та, һәләк итерлек тә көсөм бар һымаҡ – нисек теләһәм, шулай буласаҡ. Тик ҡайһылай итһәм яҡшыраҡ булыр – аныҡ ҡына белмәйем әле. Әсәйемдән кәңәш һорағым килә, әммә уға барып һыйынһам, уны яратһам, мин үҙемде, ихтыярымды юғалтасаҡмын. Бәҫемде төшөрмәҫ өсөн уны күрә алмаҫҡа тейешмен – шуны аңлайым. Йоҡоһоҙ төндәремдә, барлыҡ уйҙарымды, шик-шөбһәләремде уртаға һалып уйлағанда, әсәйемде аҡылым менән аҡлайым, ярлыҡайым: ғәйебе юҡ, беҙҙең тамаҡты ҡайғыртырға тейеш тә баһа. Барыбер ул тапҡан ризыҡ тамағыма тора, йөрәгем берсә туҡтай, берсә ҡышҡы ажғыр ел кеүек ҡотороп тулай башлай. Һис кенә лә баҫылмай йөрәгем.

12

Хәлдәр оторо мөшкөлләнде. Ниҙер уйлап сығарырға форсатым ҡалманы, ахыры. Бер көндө әсәйем: «Йә, нисек? – тип туранан-тура өндәште. – Мин тиҙ ҡартаям, бер-ике йылдан ирҙәр әйләнеп тә ҡарамаясаҡ. Һин миңә ярҙам итергә тейешһең». Ысынлап та һуңғы араларҙа ул ныҡ биреште, битен күпме генә кершән менән һылаһа ла, йыйырсыҡтары беленеп тора. Һәм ул бер генә ирҙең ҡоло булырға хәл иткән, ҡулдан-ҡулға йөрөргә инде көсөнән килмәй. Тамам һулымаҫ элек тәғәйен берәүгә эйәләшеп ҡалырға кәрәк. Шул заманда уны бер сауҙагәр ир оҡшатып та йөрөй ине. Мин инде үҫкән ҡыҙ, һаман әсәйемдең носилкаһы артынан эйәрергәме ни? Үҙ аллы бер ҡарарға килергә кәрәктер. Әлбиттә, әсәйемә «ярҙам» итергә булһам, ул әлеге кәсебен ташлар ине, сөнки мин аҡса эшләй башлаясаҡмын. Ләкин бындай юл менән аҡса табыу ихтималлығы ҡотомдо ала. Тамам өмөтө өҙөлгән ҡатындар ыңғайына һатылайыммы ни? Әсәйемдең йөрәге аяуһыҙ, ә аҡса тигән нәмәнең йөрәге бөтөнләй юҡ – быны беләм. Әсәйем мине көсләп этәрмәне был юлға, ә үҙ ихтыярыма ҡуйҙы – уға ярҙамлашырғамы, әллә икебеҙ ике яҡҡа китеп, бөтөнләйгә айырылырғамы? Әсәйем иламай, күптән бөтөргән инде ул иларын илап. Нишләргә һуң?

13

Мин бөтәһен дә мәктәп директорыма һөйләп бирҙем. Ул 40 йәштәр тирәһендәге, һимеҙ кәүҙәле, әллә ни аҡыллы булмаһа ла, әммә ихлас, йомшаҡ күңелле ҡатын ине. Унан башҡа тағы кемгә әйтәйем инде әсәйем хаҡында? Бығаса директрисаға эс серемде асҡаным юҡ ине. Һәр һүҙем уртымды утлы күмерҙәй өтөп сыҡты, тотлоғоп яфаландым. Ул мине аңланы, ярҙам ҡулы һуҙҙы. Аҡса бирә алмай ине, көнөнә ике тапҡыр ашатырға вәғәҙә итте һәм мәктәптең йыйыштырыусыһы менән бер бүлмәлә йәшәргә рөхсәт бирҙе. Матур итеп яҙырға өйрән, секретарға эш ҡағыҙҙары күсереп яҙырға булышырһың, тине. Шулай итеп, төп мәсьәлә хәл ителде: тамағым туҡ, йәшәргә мөйөш бар. Әсәйемде мәшәҡәттән арындырҙым. Был юлы ул носилкаға ла ултырып торманы, ҡайҙалыр, кем менәндер ҡараңғылыҡҡа инеп юғалды... Минең яҫтыҡ-түшәгемде ҡалдырғайны улай ҙа. Хушлашҡанда әсәйем күҙ йәшен сығарманы, әммә уның йөрәгенә ҡан һауғанын тойоп торҙом. Ул ғәзиз балаһы менән осрашыуҙан мәхрүм буласағын белә ине. Ә мин туҡтай алмай үкһеп иланым. Мин уның ҡыҙы, әхирәте, күңел терәге. Ләкин ярҙам итә, ул киткән юлға баҫа алмайым...

Әсәйем менән мин, берәҙәк эттәр һымаҡ, темеҫкенеп ризыҡ эҙләп, тамаҡ хаҡына үҙебеҙҙе һатырға мәжбүр булғанбыҙ, әйтерһең, ашҡаҙандан башҡа беҙҙең бер нәмәбеҙ ҙә юҡ – һуңынан шул хаҡта йыш уйландым. Әсәйемә булған нәфрәтем үтте. Бөтәһен дә аңланым. Әсәйем дә, беҙҙең ашҡаҙандарыбыҙ ҙа ғәйепле түгел – йәшәр өсөн бит ашарға кәрәк. Әсәйемде һағынып, тағы күккә баҡтым. Был юлы унда Ай урағы юҡ, дөм-ҡараңғы ине. Әсәйем төнгө күләгәләй юҡҡа сыҡты. Уның ҡәбере ҡайҙа булырын да белә алмам инде. Берҙән-бер ғәзиз йән әсәйем ине, ә хәҙер был донъяла япа-яңғыҙ, үкһеҙ етем тороп ҡалдым.

14

Әсәйем менән күрешә алмағас, йөрәгемдә мөхәббәт тә ҡырау һуҡҡан гөл һымаҡ һулыны. Директриса ҡушҡан ваҡ-төйәк ҡағыҙҙарҙы күсереп яҙыр өсөн матур яҙыу өлгөләрен тырышып өйрәндем. Нимәлер эшләргә, бушлай ашаған дөгөнө аҡларға тейеш инем дәһә. Синыфташтарым иһә туҡтауһыҙ бер сүбәкте сәйнәй: кем нимә ашай ҙа кем нисек кейенә, тип. Мин һүҙгә ҡушылып бармайым, көн оҙоно үҙ эсемә бикләнеп ултырам. Шулай булғас ни, үҙ күләгәм генә миңә иптәш инде. Уйым-хәсрәтем дә – тик үҙ юҫығымда, башҡаларҙың миндә эше юҡ. Үҙемде үҙем йәлләйем, яратам, хуплайым, гүйә, үҙ асылымды сит кеше күҙе менән күҙләйем, һынайым. Үҙемдәге әҙ генә үҙгәреш тә мине һиҫкәндерә: берсә ҡыуандыра, берсә борсолдора. Әйтерһең, нәзәкәтле бер сәскәмен...

Көнөм шулай хыял менән уҙа, төш йәки кис еткәнен дә ашарға саҡырғастар ғына аңғарам, ваҡыт ағышын тоймайым да һымаҡ: әсәйемде иҫләһәм, үҙемдең инде сабый түгеллегемде аңлайым. Әммә һәр нәмәгә битарафмын; тиҫтерҙәрем кеүек каникул тип, Яңы йыл тип атлығып тормайым. Ул байрамдарҙың миңә ни ҡыҫылышы бар? Ләкин барыбер ҙә үҫкән ҡыҙ икәнлегемде инҡар итә алмайым, алда яңы мәшәҡәт һәм хәүефтәр көткәнен һиҙемләйем. Үҙемдең төҫкә һылыулана барыуымды ла күрәм һәм шуға йыуанам; ниһайәт, үҙем алдында үҙ баһамды күтәрерлек бер сәбәп бар ҙаһа. Башта был хәл ҡыуандырғайны ла, аҙаҡ борсоуға һалды. Тәүҙә ғорурландым: ярлымын, әммә сибәрмен! Тап шул сибәрлегем хафаландырҙы ла инде: әсәйем дә йәмһеҙ түгел ине бит, ә бәхете булманы.

15

Айҙың ураҡ кеүек сағын күптән күргәнем юҡ, сөнки бик оҙаҡ уға ҡарарға ҡурҡып йөрөнөм; мәктәпте тамамлағайным инде, ә үҙем һаман да шунда йәшәйем.

Кистәрен мәктәптә ике ҡарт хеҙмәтсе генә – әбей менән бабай тороп ҡала. Улар миңә ҡайһылай мөғәмәлә итергә белмәй аҙаплана: уҡыусылыҡтан сыҡҡанмын, уҡытыусы йәки хеҙмәтсе лә түгелмен, хәйер, һуңғыһы миңә нығыраҡ тап килә кеүек. Эңер мәлендә ихатала йөрөп алам; Ай урағының алтынһыу нурҙарынан ҡасып, йыш ҡына өйгә йүгереп инәм, сөнки уға күтәрелеп ҡарарға йөрәгем етмәй. Бүлмәмдә иһә туйғансы уйлайым ул Ай урағы хаҡында. Бигерәк тә тышта ел ҡупһа, хыялым ҡанатланып китә, йылғыр ел, гүйә, һүрән яҡтылыҡты өйгә эйәртеп инә, үткәндәрҙе хәтерләттерә, унан да бигерәк бөгөнгөмдө уйлаттырып һағышландыра. Йөрәгем, гүйә, ай яҡтыһында осҡан ярғанатҡа әүерелә – аҡ нурға ҡойонһа ла, үҙе барыбер ҡара көйө ҡала; ә ҡара, осорға һәләтле булһа ла, ҡара инде ул– киләсәккә өмөтөм юҡтыр минең. Ләкин мин иламайым, ҡаштарымды ғына емерәм.

Ҡулыма әҙ-мәҙ аҡса керә башланы: бергә уҡыған ҡыҙҙар өсөн ваҡ-төйәк әйбер бәйләштерәм. Директриса рөхсәте менән, әлбиттә. Әммә ҡыҙҙар үҙҙәре лә бәйләмде белгәс, үҙҙәрен үҙҙәре ҡарай, улай ҙа, һирәкләп, өлгөрмәй китһәләр, минән бейәләй йәки ойоҡбаш һатып алалар. Ошо һөнәрем нисектер дәртләндереп ебәрҙе мине: әсәйем янымда булһа, уның ғына тамағын туйҙырырлыҡ аҡса эшләй алыр инем дәһә, тип тә уйлап ҡуям. Хәйер, бының бары тик хыял ғына икәнен аңлайым. Барыбер йөрәгемде йылыта шул хыял.

Әсәйемде һағынам, үҙәгем өҙөлөп һағынам. Бик-бик күргем килә уны. Осрашһаҡ, берәй юлын табыр инек әле, асҡа үлмәҫлек, тик үҙемдең фаразыма үҙем дә ышанып етмәйем шул... Уйлағанғалыр, әсәйем йыш төшөмә инә. Бер көндө ҡыҙҙар менән ҡала ситенә экскурсияға барҙыҡ. Йөрөй торғас, киске сәғәт биштәр булып киткән. Иң тура юлдан ҡайтырға сыҡтыҡ, шунда күмәс бешереп һата торған бәләкәй генә лавка эсендә әсәйемде күреп ҡалдым! Миңә арты менән ултыра ине, барыбер таныным. Ул мейес алдында ут ҡағыштырыу менән мәшғүл, күҙен дә күтәрмәй, бөксәйгән арҡаһын яҙырға ла форсаты юҡ. Әллә ҡайҙан уҡ күреп ҡалһам да, барып ҡосаҡларға ҡанатланһам да, ҡыйманым: ҡыҙҙар минән бармаҡ төртөп көлөрҙәр, тип ҡурҡтым, улар бит минең әсәйемде шундай икән тип күҙ алдына ла килтермәй. Башымды баҫып, күҙ йәштәрем аша ғына, һиҙҙермәй генә ҡараным әсәйемә, ә ул мине күрмәне лә... Уның янынан күмәкләшеп үтеп киттек. Күпмелер атлағас, боролоп ҡараным: әсәйем һаман шул ҡиәфәттә ултыра бирә. Йөҙөн асыҡ ҡына күрә алманым, боларған сәстәре тотош маңлайын ҡаплаған ине. Әлеге лавка торған тыҡрыҡтың исемен иҫемдә ҡалдырҙым.

17

Йөрәгемде, гүйә, ҡорт кимерә, әсәйемде барып күрмәйенсә йән тыныслығы тапмаҫымды аңлайым. Тап шул осорҙа мәктәптең директоры алмашынды. Элекке директриса иҫкәртеп ҡуйҙы: ул үҙе мине ҡурсаланы, ә бына яңы кеше ниндәй мөнәсәбәттә булыр – билгеһеҙ, йәғни үҙем хаҡында үҙем ҡайғыртырға тейешмен. Аҡсаларымды хисаплап төйнәнем: ике юань, ете мао һәм бер нисә баҡыр – тәүге мәлдәрҙә асҡа интекмәҫлек, әммә ҡайҙа барып баш төртөргә? Нишләргә?! Ҡул ҡаушырып ултырыуҙан фәтүә юҡ. Башыма килгән тәүге уй, әлбиттә, – әсәйем янына барыу. Тик ул миңә ярҙам итә алырмы? Күмәс һатыусы хужа уға асыуланһа, мине күреп? Әсәйемә бәлә һалырға тейеш түгел мин, уға былай ҙа ауыр. Үҙ яҙмышымды үҙемә атҡарырға кәрәк. Ә нисек? Уйлай-уйлай, ғажиз булдым. Был донъя шул тиклем дә тар икән, кескәй ҡыҙсыҡҡа унда һыйыныр берәй мөйөш тә табылмағас?! Эт тә минән бәхетлерәк, ул урамда ла ята ла йоҡлай, ә кешегә – ярамай.

Әллә бер ҡайҙа ла китмәйем микән? Яңы директор нимә тиер? Юҡ, ишектән төрткөсләп сығарып ебәргәндәрен көтөп тормайым тип, үҙем киттем.

Тышта яҙ ине. Ләкин мин уның йылыһын тойманым, улай ҙа таждарын асҡан сәскәләр, тирә-йүндәге зөмрәт йәшеллек күҙемә эленмәй ҡалманы. Тик был сағыу төҫтәр йөрәгемде елкендермәне, яҙ минең өсөн һалҡын һәм үле ине.

Эш юллай башланым. Әсәйемде эҙләмәнем, үҙ көнөмдө үҙем күрергә ынтылдым. Ике көн донъя ҡыҙырып йөрөп сыҡтым, эш тапманым. Ниһайәт, әсәйемде аңланым һәм, тетрәнеп, илап, уны ғәфү иттем. Ул сит-ят әҙәмдәрҙең һаҫыҡ ойоҡбаштарын йыуып булһа ла аҡса эшләй ине әле, ә миңә уныһы ла юҡ. Әсәйем ахыр сиктә һайлаған юл – берҙән-бер булған. Мәктәптә алған белемем дә, тәрбиәм дә миңә ярҙам итмәй, былар – бай һәм азат кешеләргә генә мәртәбә. Минең синыфташтарым иһә уҡыуҙарының изгелеген күрер; улар һатлыҡ ҡатындарҙан рәхәтләнеп көлә, әсәйемдең фәхишә икәнен белмәйҙәр; күңелдәре көр, тамаҡтары туҡ. Эсемдән риза булдым кеүек: ас-яланғас булыуҙан ҡотҡарыусы осраһа, мин уның ихтыярына буйһонормон, теләгәнен үтәрмен. Әсәйем буйһона алған бит... Үлем хаҡындағы уй башыма инеп-инеп сыға, әммә йәшәгем килә! Һылыумын, йәшмен һәм йәшәргә тейешмен. Хурлыҡҡа батам икән, минең бында ғәйебем булмаясаҡ.

19

Ошо уй миңә тәүәккәллек бирҙе. Урамға сыҡтым. Ҡарағусҡыл зәңгәр күктә болот әҫәре юҡ, түбәлә генә Ай урағы эленеп тора. Мин ул ураҡҡа һоҡланып ҡарап торҙом. Эргәләге талға күктән нур ҡойола; ел сәскәләрҙең еҫен тарата, ҡыуаҡтарҙың ара-тирә һелкенгеләгән күләгәләре ерҙә ята. Ай янында ике йондоҙ емелдәй, уларҙы сихри фея күҙҙәренә оҡшатам. «Ай урағы – ул мине өмөтләндерә, күңелемә яҡты һәм наҙ бирә кеүек», – тигән уй уҙҙы башымдан.

20

Директрисаны барып күрергә ниәтләндем. Ул өйҙә юҡ ине. Ишекте үҙе матур, үҙе яғымлы бер егет асты. Мин ир-аттан гелән ҡурҡа инем, был кешегә ҡарата шөбһәм булманы. Ниндәй йомош менән килеүемде һорап, йылмайып ҡуйғас, йән бөтөнләй ирене лә ҡуйҙы. Уға барыһын да ихластан һөйләп бирҙем. Егет хәлемде аңланы, ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе. Шул уҡ көндө, кисен, ул миңә ике юань килтерҙе, алмаҫҡа инем дә, директриса ебәрҙе был аҡсаны, тигәс, ала ҡуйҙым. Директриса егеттең ике туған апаһы икән, етмәһә, ул миңә фатир тапҡан, иртәгә үк шунда килергә ҡушҡан. Шигем ҡуҙғалып ҡуйғайны ла, әйтергә баҙманым: егеттең йылмайыуы йөрәгемә үтеп инде. Шик белдереп, шундай һөймәлекле, көләс кешене үпкәләтеп булмай ҙаһа.

21

Егеттең ирендәре минең битемә ҡағыла, уның баш ашаһында Ай урағын күрәм. Яҙғы ел шундай көслө, болоттарҙы ҡыуып, Айҙың йөҙөн аса, йылғаға эйелгән һығылмалы талдар тылсымлы көйгә бәүелә; сиңерткәләр һөйөү йырын йырлай; сәскә атҡан ҡыуаҡтарҙан иҫерткес хуш еҫ һарҡыла. Йылғаның сылтыр тауышына ҡолаҡ һалам, уның һыуын йотлоғоп эскән ҡыуаҡҡа ҡарайым да, нишләптер, уға оҡшағым килә. Бар донъя яҙҙың һутын, ғәйрәтен татып ҡалырға ынтыла. Мин дә, иләҫләнеп, бөгөнгө яҙғы кистең һулышын йотам, гүйә, үҙ-үҙемде онотам, наҙлы ел ҡанатында, тоноҡ ай нурында ирейем... Көтмәгәндә айҙы болот ҡаплай, һәм мин аңыма киләм – ҡайнар көс мине тыйылғыһыҙ тәҡәтенә әйҙәй. Ай урағы юғала, мин ихтыярымды юям һәм әсәйем һымаҡҡа әйләнәм!

Нишләргә лә белмәҫ халәттәмен: үкенәм, берсә һөйөнәм, илағым килә, үҙем көләм... Бер ҡасан күрмәҫ өсөн ҡасып китерҙәй булам, ләкин уны тағы һағынам һәм осрашырға тип хыялланам. Мин бер үҙем ике бүлмәле фатирҙа көн уҙғарам. Ул кис һайын килә. Үҙе һәр саҡ яғымлы һәм йомарт. Ризыҡҡа ҡытлыҡ кисермәйем, бер нисә яңы күлдәгем дә бар хәҙер. Матур әйбер кейһәм, сибәрлегемә һоҡланып, көҙгөнән күҙемде алмайым. Бәғзе ваҡыт үҙемә ныҡ асыуым да килә, ғәрлегем уяна, әммә тәрәнгә төшөп уйлағым килмәй. Әйтерһең дә, сихырланылар мине, йөрәкһенеп, бит алмаларым янып, иҫәңгерәп тик йөрөйөм. Ҡулыма алып эшләр эш тә юҡ, белгәнем – кейенеп-яһаныу, биҙәнеү. Тулҡынланып, дәртләнеп кейенәм дә тағы ҡапыл үҙемде күрә алмай башлайым, илап ебәрәм хатта. Уға ла тейә был инерле-сығырлы кәйефемдең еле: йә хыялый шикелле туҡтауһыҙ үбәм уны, йә этеп ебәрәм, әрләп ташлайым; ә ул гелән йылмая...

23

Аныҡ ҡына ышанысым юҡлығын күптән аңланым инде; айҙы ла бит болот кинәттән ҡаплап ҡуя – шуның кеүек, минең киләсәгем дә ҡараңғы. Оҙаҡламай яҙ йәйгә тартылды, мин дә яҙғы иләҫлектән арындым һымаҡ. Бер көндө, төш мәлендә, яныма таныш түгел ҡатын килде. Ул бик сибәр ине, әммә ни яғы менәндер фарфор ҡурсаҡҡа оҡшағайны. Инеү менән үкһеп илап ебәрҙе. Мин уны шундуҡ аңланым... Ғауға ҡуптарырға йыйынмағандай үҙе, минең дә ундай теләгем юҡ. Ҡатын, илай-илай, һүҙ башланы: «Ул беҙҙең икебеҙҙе лә алданы!» – тине ул. Мин башта, был да һөйәркәлер, тип уйлағайным, юҡ – ҡатыны икән. Ул әрләшмәне, бары тик бер үк һүҙҙе ҡабатланы: «Китегеҙ унан!» Ни ҡылырға белмәнем, миңә бик тә йәл ине был һылыу. Ярар, тип вәғәҙә иттем уға. Ҡатын йылмайып ҡуйҙы. Уға бер генә маҡсат зарур ине, ахыры, был донъяла: хәләл ефетен тик үҙенеке генә итеү.

24

Урам буйлап оҙаҡ йөрөнөм. Вәғәҙә биреү анһат та ул, ә нисек уны үтәргә? Ул бүләк иткән әйберҙәрҙе алғым килмәне: айырылышырға икән, ҡырҡа өҙөргә кәрәк араны. Бер нәмәһеҙ ҙә сығып китке килмәй. Ҡайҙа барырмын? Нисек тамаҡ туйҙырырмын? Кейем-һалымымды алдым – һатһам да аҡса. Шым ғына фатирҙан сығып киттем, ләкин үкенмәнем, күңелемдә – бушлыҡ, баш осондағы яңғыҙ болот кеүек, үҙемде ер менән күк араһында бер таянысһыҙ аҫылынып торғандай тойҙом. Бәләкәй генә бер бүлмә табып, шунда көнө буйы йоҡлап сыҡтым.

25

Бәләкәйҙән етешһеҙ донъяла үҫкәс, аҡсаны ҡыҫып тотона беләм. Әҙерәк аҡсам бар ине, бөтмәҫ элек тип, эш эҙләй башланым. Әллә ни өмөтөм булмаһа ла, белешеп ҡарайым әле. Үткән ике йыл эсендә мин апаруҡ өлкәнәйҙем, ләкин был минең эш табыу һәләтемде арттырмағайны. Ныҡышмалығым бар әлдә: иртәнән ҡара кискәсә ҡаҡмаған ҡапҡа ҡалмай. Ҡатын-ҡыҙға аҡса табыу ифрат та ауыр шул. Әсәйем хаҡлы, беҙгә тигән берҙән-бер юл – ул киткән юл. Минең уға аяҡ баҫҡым килмәй, әммә унан барыбер яҙлыға алмаҫымды тоям. Күпме нығыраҡ тырышһам ҡотолорға, шунса үҙенә нығыраҡ тарта кеүек ул юл. Йөрәгемде ҡурҡыу ала. Өмөттәрем яңы айҙың нуры кеүек көсһөҙ, һүрәнәйә бара, һүрәнәйә бара. Бер аҙна үтте, ике аҙна – ышанысым ҡаҡшағандан-ҡаҡшай. Ахыр сиктә, бер нисә йәш ҡыҙ менән бергәләп, ҙур булмаған ресторанға барҙыҡ, унда официантка кәрәк икән. Кескенә ресторан һәм әшәүәтһеҙ оло кәүҙәле хужа; беҙ бөтәбеҙ ҙә матур ғынабыҙ, белемһеҙ ҙә түгелбеҙ, ишелеп барған дәү башняға оҡшаған хужа ҡайһыбыҙҙы һайлап алыр, тип көтәбеҙ. Ул мине һайланы. Ҡыуандым, әммә уға рәхмәт әйтмәнем. Башҡа ҡыҙҙар миңә көнләшеп ҡараны: кемеһе илап, кемеһе әрләшеп, сығып киттеләр. Бына нисек түбән беҙҙә ҡатын-ҡыҙ баһаһы!

26

Бәләкәй генә ресторандың «2-се номер» официанткаһына әйләндем мин. Баштараҡ өҫтәлгә нимәне ҡайһылай ҡуйыуҙы, иҫәп-хисапты белмәй аҙапландым, ә күпселек блюдоларҙың нисек аталғанын иһә ишетмәгән дә инем. Ҡаушап ҡалғайным да, «1-се номер», юҡҡа ҡайғырма, минең үҙемдең дә әллә ни тәжрибәм юҡ ул, тигәс, тынысландым. Беҙгә ҡунаҡтарға сәй яһау, таҫтамал биреү һәм аҡса алыу йөкмәтелгән. Ғәжәп! «1-се номер» яланғас беләгенә аҡ ебәк таҫма бәйләгән, таҫмаға «Туташ, мин һине яратам» тип сигеп яҙылған. Ул иртәнән кискә тиклем бүлтәйеп торған ирендәрен ҡыҙартыуҙан бушамай. Ҡунаҡҡа тәмәке тоҡандырғанда уның ботона тубығын терәй; вино ҡойғанда үҙе лә йотҡолап ҡуя. Ҡайһы бер ҡунаҡтарға ул айырыуса иғтибарлы, ә бәғзеләрен күрмәмешкә һалыша. «1-се номер» иғтибар итмәгәндәрен хеҙмәтләндереү миңә төшә. Уларға бик яҡын барырға ҡурҡам, сөнки ауыҙым бешкәне бар: ир-атҡа ышанырға ярамай. Бигерәк тә үтә тәрбиәле булып ҡыланғандарына шикләнеп ҡарайым, әҙерәк эсеп алһалар, танырлыҡ та түгел – йыртҡыс ҡиәфәтенә инәләр. Сәй яһағанда, таҫтамал биргәндә башымды баҫып, күҙемде күтәрмәй генә йөрөйөм. Ҡунаҡтар миңә һүҙ ҡушырға, шаяртырға тырыша, миндә уйын-көлкө ҡайғыһы юҡ. Киске 9-ҙан һуң, ҡунаҡтар таралыуға, еп өҙөрлөк хәлем ҡалмай, ныҡ арыйым. Бәләкәй генә бүлмәмә саҡ ҡайтып етәм, ҡайтам да сисенмәйенсә үк түшәккә йығылам. Таң атҡансы уянмай йоҡлайым. Уянғас, һөйөнөп ҡуям: үҙ көсөм менән аҡса табам, тип.

27

Эшкә мин иртә киләм. «1-се номер» сәғәт 10-сыла ғына килә, минән 2-3 сәғәткә һуңыраҡ. Ул миңә маһайыбыраҡ ҡарай, әммә уҫаллашмай, үҙенсә өйрәтә: «Улай уҡ иртә йөрөмә, таң менән кем килһен бында? Әҙ булһа ла йылмайырға тырыш, һин официантка бит, мәрхүмдәрҙе ерләү контораһында эшләмәйһең. Башыңды ла күтәрмәй торғас, кем һинең усыңа аҡса йомдорор? Бында ни өсөн килдең, аҡса эшләргә түгелме ни? Иҙеүеңде асыңҡыра, ебәк яулыҡ бәйлә – ҡунаҡтарға оҡшарһың, шулай итһәң!»

Уның хаҡлы икәнен аңлайым, минең арҡала уның да эш хаҡы кәмей: беҙгә счеттан тыш бирелгән аҡса уртаға бүленә. Минең уға асыуым юҡ, тыңларға тырышам, сөнки ул күберәк аҡса эшләргә ынтыла. Ҡатын-ҡыҙ бары тик шундай юл менән генә матди хәлен яҡшырта ала. Аңлайым, әммә һис кенә лә уның һымаҡ булғым килмәй. Үҙемдең дә көндәрҙән бер көндө уға оҡшарға мәжбүр булырымды күҙ алдыма килтерәм, әлбиттә... Әммә был юлға мин һуңғы сиктә генә баҫасаҡмын. Ә ул, һуңғы сик, йыраҡ түгел. Ошондай уйҙарҙан ярһып, ғәрләнеп, тештәремде шығырлатып ҡыҫам, әйтерһең, улар ғәйепле был хәлдәргә. Ике көндән һуң хужа мине иҫкәртеп ҡуйҙы: әҙәмсә аңларға теләмәйем икән, эштән ҡолаҡ ҡағасаҡмын. Быны ишетеп торған «1-се номер» ирештергән була, йәнәһе, беҙҙең кеүектәрҙең банк директорҙарына кейәүгә сыҡҡандары ла бар, ана, затлы машиналарҙа елдереп, теттереп йәшәйҙәр. «Ә һин нишләп машинанан ҡолаҡ ҡаҡтың?» – тинем дә ҡуйҙым ыңғайына. Ул ирендәрен ҡыйшайтып, бот сапты: «Һин үҙеңде кем тип уйлайһың, бына табылған наҙлыҡай, дөрөҫ йәшәмәк берәү!» Яуап биреп торманым, көндәлек эш хаҡымды һорап алдым да киттем был эштән.

28

Бөлгөнлөк упҡынының ҡара шәүләһе миңә тағы ла нығыраҡ яҡынайҙы. Алыҫҡараҡ ҡасайым тип ынтылған һайын, ул эргәгә яҡыныраҡ шылыша. Эштән китеүемә үкенмәйем, ләкин әлеге шәүлә ҡотомдо ала. Берәй ир-атҡа һатылып ҡына хәл итеп булалыр, ахыры, был яҙмышты? Теге ваҡиғанан һуң мин ирҙәр һәм ҡатындар араһындағы мөнәсәбәттәрҙең асылын аңланым даһа. Ҡатын-ҡыҙҙың ихтыяры йомшай башлағанын һиҙеп ҡалһа, ир-ат уға талпан кеүек йәбешә. Ул боҙоҡ ирҙәргә беҙҙең тәнебеҙ генә танһыҡ, шул танһығы ҡанғансы ашата-кейендерә лә, туйып-биҙгәс, моғайын, йәберләй, хатта туҡмай башлайҙарҙыр. Эйе, ахыр сиктә ҡатын-ҡыҙ үҙен үҙе һатырға мәжбүр. Бәғзе ваҡыт уға был сауҙа ҡәнәғәтлек тә килтерәлер, анау юлы бит миңә лә рәхәт булды, хискә бирелеп, иреп китеп, яғымлы һүҙҙәр ҙә әйткәйнем хатта. Әммә был халәт тиҙ үтә, түбәнһенеү, ғәрләнеү генә тороп ҡала. Тик бер генә иргә бирелгәндә, наҙыңды ла сарыф итергә була, эйәләшергә лә мөмкиндер, ә бына әллә нисә кешегә ҡайҙан тапмаҡ ул наҙҙы? Әсәйемдең ул хаҡта бер ни ҙә һөйләгәне, аңлатҡаны булманы. Юҡ, һис тә күҙ алдына килтерә алмайым төрлө-төрлө ирҙәрҙең ҡосағына инеүҙе. Берәүгә, исмаһам... Теге юлы, тәүге тапҡыр, үҙемде һатам икән, тигән уй башыма ла инеп сыҡмағайны. Миңә егерме йәш тә юҡ ине... Уның менән йәм табырым кеүек тә ине. Яҙғы елгә иркәләнгән сәскә итеп тойҙом үҙемде, татлы һүҙҙәр аңымды томаланы. Иҫемә килгәндә, һуң ине инде, алдатҡыс төш кенә булған минең хыялым. Бер нисә яңы күлдәк һәм ваҡытлыса һыйлы тамаҡ – бары шул ғына... Башҡаса алданғым килмәне. Ләкин ас тамаҡ шаяртмай, ризыҡ – һәр нәмәнән зарур, ә ҡатын-ҡыҙ уны бары тик бер генә ысул менән еңел таба ала – үҙен һатып!

Мин айҙан ашыу эш эҙләү менән мәшғүл булдым.

29

Шул арала бергә мәктәптә уҡыған әхирәттәрем менән осрашҡыланым. Бәғзеләре колледжда уҡып йөрөй, күпселеге бер ҡайҙа ла эшләмәй, өйҙә ултыра. Әммә минең береһенә лә күҙем ҡыҙманы, киреһенсә, үҙемде уларҙан өҫтөнөрәк тойҙом. Мәктәптә мин уларҙан йүләрерәк инем, ә хәҙер улар минән дә иҫәр, һаман төш һәм өн араһында аҙашып йөрөүҙәре. Ҡупшы кейемдәре менән маҡтанып, йыуанып көн уҙғаралар. Ә ҡараштары егет-елән эҙләп ымһына, берәйһе күҙгә эләкһә, эстән генә мөхәббәт шиғырын ижад итә башлайҙар, гүйә. Ә минең көлкөм килә. Хәйер, аңлайым уларҙы, тамағы туҡтың уйында бары тик ғишыҡ мажараһы. Ғөмүмән, был донъя шулай ҡоролған: ирҙәр менән ҡатындар бер-береһенә ау үрәләр, кемдең аҡсаһы күберәк, шуның ау-йәтмәһе киңерәк, уға бер юлы бер нисә ҡорбан эләгә. Минең иһә кеҫәм таҡыр, йәшәр мөйөшөм дә юҡ. Йәтмәһеҙ ауларға йәки үҙемә ауға эләгергә – бүтән юл юҡ. Эйе, мин һабаҡташ дуҫтарыма ҡарағанда тормошто яҡшыраҡ аңлайым, тәжрибәм ҙурыраҡ.

30

Көндәрҙән бер көндө фарфор ҡурсаҡҡа оҡшаған бәләкәй кәүҙәле ҡатынды тағы осраттым. Ул мине ҡосаҡлап алды, әйтерһең, донъяла берҙән-бер яҡын кешеһемен. «Һеҙ яҡшы ҡатын, изге күңелле! Мин бик ныҡ үкенәм хәҙер,– тине ул ихластан,– һеҙҙең унан ваз кисеүегеҙҙе үтенгәйнем дә, тик юҡҡа ғына булды шул! – Ҡатын һулҡылдап илап ебәрҙе. – Бүтәнде тапты, йәшерәкте, матурыраҡты, китте лә кире ҡайтманы!» Бәләкәй ҡатындың һөйләгәндәренән шуны аңланым: ире менән һөйөшөп ҡауышҡан булғандар, әммә тегеһе аҙғын нәфселе булып сыҡҡан. Ә фарфор ҡурсаҡҡа оҡшаған был йән эйәһе һаман уны ярата, көтә, эҙләй. «Әгәр уны эҙләп таба алмаһағыҙ?» – тигәйнем, ул тағы ла нығыраҡ көйәләнеп китте. Баҡһаң, ул миңә көнләшеп ҡарай икән, мин бит – ирекле! Ә ул – ир ҡатыны, азат түгел, ата-әсәһе лә иҫән – был да йоҙаҡ, бығау... Көлкө, биллаһи, миңә кемдеңдер күҙе ҡыҙа. Уның – ризыҡҡа, ә минең иреккә ҡытлыҡ юҡ. Ғәмәлдә икебеҙ ҙә бәхетһеҙ.

31

Фарфор ҡурсаҡ менән осрашҡандан һуң мин үҙемде берҙән-бер иргә һатыу теләгенән дә кире сигендем. Ир-атҡа күҙ уйнатып, нисек тә аҡса табыу ине хәҙер ниәтем. Мин бит бер кем алдында ла яуаплы түгел, мин – асмын. Тамаҡ хаҡына ирҙәрҙе әүрәтергә мәжбүрмен. Был – өҙөп сыға алмаҫлыҡ ҡулса. Әхирәттәрем дә, теге бәләкәй ҡатын да пассив хыялланыуҙан уҙа алмай, ә мин ҡул ҡаушырып ултыра алмайым, сөнки – тамағым ас. Ә ас тамаҡ – оло хәҡиҡәт ул.

Булған ваҡ-төйәгемде һатып, яңы күлдәк алдым. Былай ҙа Хоҙай һылыулыҡтан мәхрүм итмәгән мине, ҡупшы кейенеп алғас, тағы ла матурайып киттем һәм аҡса табырға тигән маҡсат менән урамға сыҡтым.

32

Күҙ уйнатыу, шаярыу-уйнаҡлау менән күпмелер бол йыймаҡмын үҙемсә. Юҡ шул, барып сыҡманы. Донъяны белеп бөтмәйем икән әле. Ир-атты тиҙ генә, еңел генә ҡармаҡҡа эләктереп булмай, имеш. Берәй зыялы ирҙе әүрәтеп, үпкән-ҡосҡан менән генә ҡотолоу ине иҫәбем. Улары киноға саҡыра йә урамда саф һауа һуларға, шунда берәй туңдырма алып бирә һәм – ас ҡарын ҡайтып йоҡлайым. Эйе, аңлашыла: үбешкән өсөн генә туңдырманан башҡа бер ни ҙә тәтемәйәсәк. Тимәк, һатылырға кәрәк. Бары шул саҡта ғына миңә тәмле ризыҡ, ҡупшы кейем һатып аласаҡтар. Ошо осор әсәйемде йыш иҫкә төшөрҙөм.

33

Бәлки, ҡайһы бер ҡатындар һүҙ уйнатыу, ҡаш һикертеү менән генә лә тамаҡ туйҙыра алалыр, тик минең ундай һәләтем юҡ.

Һәм мин һатлыҡ ҡатынға әйләндем. Ҡулға аҡса кереү менән фатир йүнләнем. Ир-аттың төрлөһө килә ине, араларында тәрбиәле, уҡыған әфәнделәр ҙә осрай. Улар түләй, мин – һатылам, берәү ҙә уңайһыҙлыҡ кисермәй, түбәнһенмәй. Башта барыбер ҙә ҡурҡыныс ине, йәшмен әле, йышылмағанмын. Әммә был оҙаҡҡа барманы, үҙемдең яңы тормошома тиҙ эйәләштем, оҫтарҙым. Дәртһеҙ, ялҡау булманым мин, ихлас бирелдем, ғишыҡ уйындарына, ҡулдарым, ирендәрем иркәләүгә маһир ине... Ҡунаҡтарыма был, әлбиттә, ныҡ оҡшаны, улар мине башҡаларға маҡтап һөйләне, таныш-тоношона тәҡдим итте.

Бер нисә ай үтеүгә мин мөхәббәт сәнғәтен ярайһы уҡ яҡшы үҙләштерҙем, бер күҙ һалыуым етә ине ҡунағымдың кем икәнен тойомларға. Бай ирҙәр башта уҡ хаҡ ҡуя, аҡса мәсьәләһен күтәрә, үҙҙәренсә мине һатып алырға килгәндәренә баҫым яһай. Бындайҙар көнсөл, аҡса түләгәс, йәнәһе, мин – тик улар ғына уйнай торған бер тәтәй. Йүгәнләр сараһын таптым: илаша башлаһалар, өйөгөҙҙө табып, ҡатындарығыҙға барып һөйләйем, тип ҡурҡыттым. Шөрләйҙәр, әлбиттә. Әйтергә кәрәк, мәктәптә уҡыуымдың да кәрәге төшә ине. Ғөмүмән, белемдең файҙаһына инандым. Бәғзе ҡунаҡ аҡсаһын усына йомоп, артыҡ түләп ҡуймайым, тип ҡалтырап килә. Ундай әҙәмгә алдан уҡ иҫәп-хисап яһап, шарттар ҡуям: бының өсөн – шунса, шуның өсөн – бынса, тип. Бөтәһен дә тойоп ҡарағылары килә бит инде, ҡайтып тағы аҡса алып килмәй хәлдәре юҡ. Ә мин арттарынан көлөп ҡалам... Иң йәнде көйҙөргәне – һаран ирҙәр, әҙерәк түләргә тырышыуҙары бер әле, өҫтәлдәге ҡунаҡтарға тигән тәмәкене, хушбуй-фәләнде сәлдерергә маташалар. Күрмәмешкә һалышам, сөнки ундайҙар полиция саҡырырға, ғауға ҡуптарырға ла күп һорамай. Полицейскийҙар еҫкәнеп кенә йөрөй былай ҙа, уларға аҡса төртөп ҡотолам. Был донъяла, йыртҡыстар һәм йолҡҡостар донъяһында һөмһөҙ әҙәмдәр генә рәхәт йәшәй. Мин уларҙы йәлләмәйем. Ә бына әле мәктәптә уҡып йөрөгән һәүректәрҙе ҡыҙғанам. Кеҫәләрендә бер-ике көмөшө, ваҡ баҡыры сыңҡылдаған була, үҙҙәре шыбыр тиргә бата... Уларҙан да аҡса алам. Нишләмәк, бәй?! Ҡарт бабайҙар килгеләй – өй тулаһы бала, ейәндәре, ә былары мөхәббәт көҫәй. Аптырап ҡалам, ҡайһылайтып күрергә быларҙың күңелдәрен, тип. Аҡсалары мул икәнен һиҙәм, теге донъяға китер алдынан берәй семтем бәхет татып ҡалырға ымһыныуҙарын аңлайым. Үҙемде уларҙың теләктәрен үтәргә, һылап-һыйпап иркәләргә күндерәм. Бына шулай мин «аҡса» һәм «кеше» менән яҡындан таныштым. Аҡса кешенән ҡурҡынысыраҡ, кеше – йыртҡыс, ә аҡса – йыртҡыстың көсө.

34

Тәнемдең ҡурҡыныс сиргә дусар булыуын асыҡланым. Тетрәндем. Йәшәү тәмен юғалттым. Көндәр буйы урам буйлап йөрөйөм, бер нигә лә илтифат итмәйем, әйтерһең, йәнһеҙ бер өрәкмен. Әсәйемде күргем, бәхилләшкем килде. Эйе, мин үҙемде үлем тупһаһында торам тип хис иттем. Әсәйемде һуңғы тапҡыр бер ишек төбөндә күмер өрҙөрөп торғанын күргәйнем, шунда эҙләп киттем. Ләкин ул лавка бикле ине. Ҡайҙа күсеп киткәндер, берәү ҙә белмәй. Мин әсәйемде тағы ла ныҡышыбыраҡ эҙләргә тотондом. Бәлки, ғәзиз кешем инде вафаттыр йә лавка хужаһы менән алыҫ-алыҫҡа күсеп киткәндер? Илай-илай бүлмәмә ҡайтып индем дә йыуынып-сайынып, таҙа күлдәк кейеп карауатҡа барып яттым һәм үлемде көтә башланым. Әммә ул килмәне лә килмәне. Бер мәлде ишек шаҡынылар. Кемгәлер кәрәгем төшкән, тимәк. Ярай, кил, кәрәгеңде ал да, һиңә лә йоғор минең ҡәһәрле сирем. Башҡалар алдында ғәйепле тоймай инем, үҙ ихтыярым менән фәҡирлектә тыумағанмын даһа. Урынымдан тороп, әҙ-мәҙ биҙәнеп, шарап эсеп алдым да ишегемде астым...

Теремекләнеп киткәндәймен. Утыҙ-ҡырҡ йәш бирергә булалыр хәҙер миңә. Күҙ төптәрем күгәреңкерәп тора, сирле тәнем ут булып яна, ләкин был хәлемә иғтибар итмәҫ булдым: тәмәке тартам, шарап эсәм – ҡыҫҡаһы, сәләмәтлек, оят, намыҫ хаҡында уйланмаҫҡа өйрәндем. Миндә бары тик әлеге лә баяғы тамаҡ ҡайғыһы. Аҡса хәстәре генә. Тамағым һыйлы, өҫтөмдә ҡупшы кейем – шуға йыуанам, алданам һәм йәшәйем, йәшәйем һымаҡ...

35

Бер көндө, иртәнге сәғәт 11-ҙәрҙә, тупһала аяҡ тауыштары ишетелде. Мин ғәҙәттә, 10-да ғына карауаттан торам, 12-гә тиклем эске кейемдә йөрөйөм. Ялҡауландым, дәртһеҙләндем шулай. Сәғәттәр буйына ултырғыста түмәр кеүек ултырам, уйланмайым, хыялланмайым, хатта ҡымшанмайым да. Теге аяҡ тауыштары тынып ҡалды, кемдер һаҡ ҡына ишекте тартты. Ҡуҙғалырға теләгем дә, көсөм дә юҡ, ултыра бирәм. Ишек тотҡаһын ысҡындырмаған икән тыштағы кеше, тағы тартты. Түҙмәнем, астым ишегемде, асһам – әсәйем!

36

Етәкләшеп өйгә индек, ер-һыу илаштыҡ. Әсәйем әллә ни ҡартаймаған. Теге лавкасы уны ташлаған икән, ғаиләһенә әйләнеп ҡайтҡан. Иң хәйерсе биҫтәлә фатир табыр өсөн әсәйемә барлыҡ мөлкәтен – кейем-фәләнен инде – һатырға тура килгән. Ике аҙнанан ашыу мине эҙләгән, ниһайәт, килеп тапҡан. Башта ул мине таныманы, ишекте асҡас, бер күтәрелеп ҡараны ла боролоп китә башланы, әгәр үҙем тауыш бирмәһәм, китер ҙә ине. Ҡапыл илауҙан туҡтаным да һыным ҡатып көлөргә тотондом: ул ҡыҙын эҙләп тапты, ә ҡыҙы – фәхишә! Ул мине астан үлтермәҫ өсөн һатлыҡ ҡатынға әйләнгәйне, ә хәҙер мин уны аҫырар өсөн фәхишәлегемде дауам итергә тейешмен. Әсәйемдең кәсебе нәҫел яҙмышына әйләнде!

37

Әсәйем мине йыуатыр, тип өмөтләнгәйнем. Хәлемде еңеләйтмәһә лә, алдаҡ булһа ла, йомшаҡ һүҙ ишетәһе килә ләһә. Әсәйҙәр донъяла иң оҫта алдаҡсылар, уларҙың яғымлы ялғанын беҙ ысын итеп ҡабул итәбеҙ. Ләкин әсәйем мине хатта юрамал да иркәләп торманы. Хәйер, аңлайым: унда бары тик торлаҡ ҡайғыһы. Ул минең матди хәлем, кейемем, табышым менән генә ҡыҙыҡһынды, әйтерһең, фәхишәнең кәсебендә бер хилафлыҡ та юҡ. Сирләүем хаҡында әйткәс тә битараф ҡалды, әҙерәк ял ит, тимәне. Дарыуға барып килергә теләген генә белдерҙе. «Гел шулай көн итербеҙме икән?» – тигән һорауыма яуап бирмәне. Һиҙәм, ул барыбер мине йәлләй, борсола. Үҙенсә ярҙам итергә тырыша, ашарға әҙерләй, өйҙө йыйыштыра һәм йәшертен генә йөҙөмә күҙ һала, хәлемде самалай. Әммә, ташла был кәсебеңде, тип әйтә алмай. Аҡылым менән мин үҙем дә аңлайым, башҡа һөнәрем юҡ таһа, икенсе бер эш табыу мөмкин дә түгел. Ә ризыҡ заруры көн дә күҙеңә ҡарап тора. Өҫ-башыңды ҡарарға, фатир өсөн түләргә лә кәрәк. Әсә, ҡыҙ бала, намыҫ – был һүҙҙәрҙең юғары асылынан ни фәтүә? Аҡса ул бәғерһеҙ, уға барыбер...

38

Әсәйем, йәнәһе, ҡайғырта, шымсы кеүек, артымдан тикшереп, тыңлап йөрөп йәнемде көйҙөрә. Асыуланмаҫҡа тырышам да, түҙә алмай, әрләп ҡуям: ҡыҫылмаған ере юҡ, бигерәк тә аҡса мәсьәләһендә. Уның, бисараҡайымдың, аҡса күрһә, төҫһөҙләнгән күҙҙәре балҡып, тоҡанып китә. Ҡунаҡтар алдында ул хеҙмәтсе сүрәтендә йөрөй, әммә улары аҡсаға һаранлана башлаһа, сығырынан сыға, һуҡрана, мине уңайһыҙ хәлгә ҡуя. Минең кәсептә тупаҫлыҡтың файҙаһы юҡ. Ҡартая килә, мин дә әсәйем һымаҡ мыжыҡҡа әйләнерменме, минең йөрәгем дә, аҡса һымаҡ, ҡаты, битараф булып ҡалырмы? Әсәйем ҡунаҡтарҙың аҡсаһын да сәлдергеләй, эшләпәһен, бирсәткәһен йәшергеләй. Мин ғауғанан ҡурҡам, ә уның иҫе лә китмәй: «Беҙ бер йылда ун йәшкә ҡартаябыҙ, иртәгәге көндө ҡайғыртырға кәрәк»,– тип кенә ҡуя. Ныҡ иҫергән ҡунаҡты әсәйем һөйрәп тигәндәй урамға сығара, берәй мөйөшкә алып барып ултырта ла ботинкаларын да һалдыра хатта... Ғәжәп, ундай ҡунаҡтар кире килеп, әйберен таптырып йөрөмәй, алама дандары сығыуҙан шөрләйҙәрҙер, моғайын. Бәлки, татлы минуттар хаҡына, шуларҙы иҫләп өндәшмәйҙәрҙер? Һәр хәлдә, беҙ уларҙан түгел, ә улар беҙҙән ҡурҡа.

39

Әсәйем хаҡлы, беҙ бер йылда ун йәшкә ҡартаябыҙ. Ике-өс йылдан мин үҙемдең ныҡ ҡына бирешеүемде, төҫ ташлауымды тойҙом. Тәнем элекке түгел, ирендәремдән ҡан ҡасты, күҙҙәрем ҡыҙарып тора, ҡарашым йонсоу. Төш еткәнсе йоҡлаһам да, арып уянам. Ҡунаҡтар быны күрмәй түгел, әлбиттә, һирәгерәк килә башланылар. Мин, уларға ярарға була, икеләтә ялағайланам, уйнашсы ролен оҫта башҡарам, шуның һайын уларҙы нығыраҡ күрә алмайым. Тора-бара, үҙ-үҙемә оҡшамай, бөтөнләй яһалма, эскерле ҡатынға әүерелдем. Телмәрем дә фәҡирләнде, нәзәкәтлегем юҡҡа сыға барҙы. Шул арҡала миңә зыялы, зауыҡлы ҡунаҡтар ҙа һирәк-һаяҡ ҡына килә башланы. Улар «ҡошсоғом» тип йөрөткән наҙлыҡай былбыл инде аралашыу сәнғәтен юғалтҡан һайыҫҡанға әйләнде...

Эйе, эске халәтем – һайыҫҡан, тыштан тутыйғошҡа оҡшап ҡалдым – сағыу кейенмәй хәлем юҡ, исмаһам, шулай күҙ әүрәтергә кәрәк тәһә. Ирендәремде салт ҡыҙыл төҫкә буяйым, битемә ҡалын итеп кершән яғам һәм фәхишәлек маһирлығымды оятһыҙ рәүештә ҡулланам.

Ҡайһы бер минуттарҙа миңә үҙ үлемемде ап-асыҡ күрәм кеүек тойола. Ҡулыма аҡса төшкән һайын, асылымда, үҙәгемдә нимәлер өҙөлә, һына, үлә. Аҡса, бер ҡараһаң, мине йәшәтә, икенсе ҡараһаң – үлтерә... Мин үлемемде алдан күрәм, көтәм. Үлем тураһындағы уй бөтә башҡа уйҙарҙы мейемдән ҡыҫырыҡлап сығара. Көн артынан көн уҙа шулай... Ана ул, минең шәүләм – әсәйем; мин – уның күсермәһе. Тәнемдең һуңғы күҙәнәгенәсә ҡатып бөткәс, мин сал сәсле, сырыш битле, кипкән-ҡороған ҡарасҡыға әйләнәсәкмен. Яҙмышым шундай.

40

Үҙемде көсләп йылмайырға мәжбүр итәм. Әкренләп аҡылдан яҙам. Хәсрәтемде илап баҫыр әмәл юҡ. Әммә, йәшәүем ни тиклем генә мәғәнәһеҙ булмаһын, барыбер ғүмер ғәзиз, үлемдән зарурыраҡ, шуғалыр үҙемсә йәнтәслим йәбешеп ятам уға.

Ҡылған яҙыҡтарымда үҙемдең туранан-тура ғәйебемде лә танмайым. Әйткәндәй, мин үлемдән ҡурҡмайым да, бәхетлеләр өсөн генә ҡот осҡостор ул. Минең күргән-кисергәндәрем күптән үлем ғазаптары сиген ашҡандыр, тим. Әммә, тормошто яратмайым, тип әйтә алмайым, сөнки яратам, тик үҙ өлөшөмә төшкәнен түгел. Мин хыял иткән гүзәл тормош төштә генә күренә шул, уянһам– ҡәһәрле ысынбарлыҡ баш осомда ғына көтөп тора. Был донъя төш түгел, ә торғаны бер тамуҡ. Әсәйем мине кейәүгә сығырға өгөтләй, икебеҙ ҙә әҙәмсә йәшәрбеҙ, тип өмөтләнә. Мин – уның өмөтө.

Төрлө ирҙәр ҡосағында, ҡулдан-ҡулға йөрөп, мин мөхәббәттең нимә икәнен дә оноттом. Башҡа берәүҙе түгел, үҙемде лә яратмайым. Кейәүгә сығыр өсөн кемделер алдарға, күҙ бәйләргә, «яратам» тип ышандырырға кәрәк. Әлбиттә, мин күптәрҙе ҡармаҡлап ҡараным, тик берәү ҙә ыңғайламаны, ҡатын итеп алам, тимәне. Аҡса хакимлыҡ иткән донъяла кешеләр һалҡын аҡыллы бит. Бай ир өсөн фәхишә бурҙан да яман, сөнки ул үҙе лә бурлыҡ арҡаһында мөлкәт туплаған даһа. Бәлки, мин төнгө ҡунағымдан аҡса һорамаһам, һатылмаһам, мөхәббәт хаҡында һүҙ ҙә сығыр ине...

42

Тап шул мәлдә мин полиция ҡулына эләктем. Ҡала властары әхлаҡ тураһында хәбәр һөйләп кенә ҡалмаҫҡа, ә ысынлап эшкә тотонорға булған, күрәһең. Бай фәхишәләргә теймәгәндәр, әлбиттә, аҡса төрткәс, улар дөрөҫ юлға баҫҡан тип иҫәпләнә. Ә мине холоҡ төҙәтеү йортона урынлаштырҙылар, эшкә өйрәтә башланылар. Кер йыуыу, аш-һыу әҙерләү, бәйләм бәйләү – быларҙы мин күптән беләм... Ошо һөнәрҙәр менән генә көн күреп булһа, бер ҡасан да әлеге хурлыҡлы кәсебемде һайламаҫ инем. Ләкин, әйткәндәремә иманым камил булһа ла, берәү ҙә миңә ышанманы. Эште һөй, егәрле, тотанаҡлы бул, шул саҡта ғына киләсәккә хаҡ ризыҡ таба йәки кейәүгә сығып, ғаилә ҡора алырһың, тип өгөтләнеләр.

Был кешеләр үҙ хәҡиҡәттәрен ихлас инанып тылҡыйҙар, тик мин бер нәмәгә лә, бер кемгә лә ышана алмайым. Төҙәтеү йортонда булған йөҙәрләгән ҡатындарҙың ун-нисәһе кейәүгә сыҡҡан икән, шуларҙы үрнәк итеп һөйләп кинәнәләр. Ә миңә был көлкө, биллаһи. Беҙгә тикшереү менән бер чиновник килгәйне, уның күрәләтә уйҙырма һөйләп тороуына түҙмәнем, ғәрлегемдән битенә төкөрҙөм. Шунан һуң инде мине бер ҡайҙа ла сығармай башланылар, бикләп тоттолар. Мине тәрбиәләй, йүнәтә алмаҫтарын аңлағас, йәмғиәт өсөн ҡурҡыныс кеше тип, төрмәгә яптылар.

43

Төрмә – фәлсәфәүи урын ул, унда әҙәм тормошоноң бушағайым бер тамаша икәнен ныҡлап, төптән аңлайһың. Төрмәнән сығырға ынтылманым да, был уй башыма ла инеп сыҡманы. Иректәге йәшәйешем нимәһе менән яҡшыраҡ ине һуң? Әгәр азат тормошта минең өсөн саҡ ҡына арыуыраҡ берәй мөйөш барлығын белһәм, ошонда, төрмәлә, үлгем килмәҫ ине, сығырға тырышыр инем, алдамайым. Ләкин ундай мөйөш донъяла юҡ! Булмағас, ҡайҙа мине килеп табыр үлем – барыбер түгелме ни? Ә иң мөһиме, мин яңынан бында үҙемдең иң яҡын дуҫымды – Ай урағын күрҙем. Күптән, бик күптән күрмәгәйнем, өҙөлөп һағынғайным үҙен. Әсәкәйем, бахырҡайым, ни хәлдә икән? Мин Ай урағына ҡарап уйға батам, хәтер даръяларын кисәм...

Лао ШЭ.

Гөлнур ЯҠУПОВА тәржемәһе.

Читайте нас: