Гармунсы хәтере

Хикәйә.

Алыҫ юлға сыҡҡан Ғәзинурҙың күңелендә яуаптары булмаған мең һорау. Билдәһеҙлеккә юл алған яугирҙең тән яраларына ҡушылған күңел яралары тынғы бирмәй. Әйтерһең дә, уның түҙемлелеген һынай.
Ә бит бөтәһе лә көтмәгәндә башланды. Ойоҡбаштар һалынған посылка хужаһына хат яҙырға яҙмыш үҙе этәрҙе микән? Йылы итеп яҙылған яуап хаты ла оҙаҡ көттөрмәне бит. Ике арала йөрөгән хаттар һөйөү көткән һалдат йөрәгенә ярһыу алып килә. Ә ҡыҙҙың уйҙары тураһында белешеү, хәҙергә хыялда ғына йөрөй. Шулай ҙа иҫәнлектә булһам, табасаҡмын, тигән антын ебәрергә ҡыйыулығы етә егеттең.
Бына ул Мәҙинә эшләгән пароходты көтөп ярҙа баҫып тора. Һуҙылған траптан матростар ярға ыңғайлай. Тулҡынланыуын көс-хәл менән тыйып торған егет, һуңғыларҙан булып сыҡҡан ҡыҙҙы танып ҡаршыһына атлай. Йөрәкһенгән егет:
– Таптым бит үҙеңде! Бына һинең эргәңдәмен. Һауғынаһыңмы, Мәҙинә! – тигән һүҙҙәрен теҙә башлай.
Ҡыҙ ҙа хәлдең айышын тиҙ үк аңлап ала. Әммә көтөлмәгәнлектән һәм ҡиәфәтенән дә оялып, ярҙам һорағандай тирә-йүнгә күҙен йүгертә башлай. Шулай ҙа: “Һаумыһығыҙ, һалдат Ғәзинур”, – тигән өндәре һығылып сыҡмай ҡалмай. Тәүге ҡаушау- ҙан арына барған йәштәрҙең һүҙҙәре тиҙ үк берегеп тә китә. Күңелдәрендә оло һөйөү йөрөткән, икеһе ике яҡта зарыҡҡан ғашиҡтар был мәлдә бик тә бәхетле инеләр. Әйтерһең дә, тирә-йүн аҡлыҡтан-паҡлыҡтан ҡоролған. Күҙҙәренән шатлыҡ нурҙары бөркөлөп, күңелдәре йырлай ине. Кисен ҡыҙҙың каютаһына әйләнеп ҡайтҡас ҡына асыҡҡандарын-талсыҡҡандарын аңланылар. Тамаҡтары ялғанғас, Ғәзинур һүҙен хәрбиҙәрсәрәк башлап ебәрҙе:
– Мин йылдар аша эҙләгәнемде, һине таптым. Инде мәңгелеккә яҙмыштарыбыҙҙы бәйләһәк ине. Шуға ла, һинең ғүмерлек юлдашым булыуыңды һорайым... Әммә ризалығыңды алыр алдынан, егетлек намыҫым үҙем хаҡында бәйән итеүҙе талап итә. Һынауҙар килгәндә һынатмаҫ өсөн, яңы тормошҡа кем менән аяҡ баҫыуыңды белеү һиңә мотлаҡ кәрәк.
– Әй, Ғәзинур, һин кәрәк тип тапҡас, әйҙә, булһын һинеңсә, – тип әйтә һалды Мәҙинә.
– Шулай ҙа, ваҡиғаларҙың шатлыҡтарына ҡарағанда күңелһеҙҙәре күберәк буласағын да иҫкәртергә мәжбүрмен...
* * *
Колхозлашыуҙың иң ҡайнап тор-ған йылдарында ағайым менән Ташкент ҡалаһына юлландыҡ. Унда ауылдашыбыҙ Ғайнан ағайҙың техникум директоры икәнен белә инек. Әммә ағайыбыҙҙың фамилияһын белешергә онотҡанбыҙ. Мең бәлә менән барып еткәндә кейемдәребеҙ туҙып, бетләп, аҡсабыҙ ҙа самалы ҡалғайны. Аҙна самаһы ҡала урамдары буйлап һорашып йөрөгәндә танышы табылды. Ағайыбыҙ бик тә миһырбанлы булып сыҡты. Өр-яңынан кейендереп, беҙҙе уҡырға алды. Ҡулға диплом алғас, ағайым яҙмышын осратып шунда уҡ төпләнде. Ә минең хыялым юғары белемгә эйә булыу ине. Студент йылдары нисек кенә ауыр булмаһын, йәшлек үҙенекен итте. Милләттәштәр менән концерттар ҡуйып, спектаклдәрҙә уйнаныҡ. Ауылдан ярҙам алмағанлыҡтан, байыраҡтарҙың эштәрен эшләп, ебәк ҡортон үрсеткәндәргә аҙыҡ ташып көн күрҙем. Алып килгән тальяным да йәшәү сығанағы булып китте. Советтарҙан ҡасып килгәндәр, һағыныуҙарын баҫыр өсөн, табындарына саҡыра инеләр. Диплом алыуға сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәтемде башланым. Тыуған яҡтарға ҡайтып хушлашыу әмәле булмағанлыҡтан, документтарымды, гармунымды ла үҙем менән алғайным. Хеҙмәтем тамамланыуға алдағы күрешеүҙәрҙе төрлөсә күҙаллап хыялдарға бирелеп йөрөгәндә, аҡ көндәрем ҡараңғыланды. Ҡәһәрле һуғыш башланды. Сик буйындағы полктарҙы бик еңел ҡыйратҡан фашистар көнсығышҡа ынтылды. Яҡшы ҡоралланған гитлерсылар һауанан да, ерҙән дә берҙәй һөжүм иткәнлектән беҙҙекеләр сигенергә мәжбүр инеләр. Ошо ҡыйралышта Одесса янында ҡамауҙа ҡалдыҡ. Линияны өҙөр өсөн тиңһеҙ алыштарҙа бик күп яуҙаштарымды, командирҙарымды юғалттым. Фашистар беҙҙе әсирлеккә алғанда һанаулы ғына ҡалғайныҡ. Аслыҡтан, һыуһауҙан йонсоғанбыҙ. Ҡолаҡтарыбыҙ тоноп, күҙҙәребеҙ, ауыҙ-моронобоҙ ҡом, балсыҡ менән тулғайны. Ҡыҫҡаһы, ярым һушһыҙ инек. Беҙҙе Румыниялағы исемһеҙ концлагерға килтереп тултырҙылар. Яралылар, ауыр сирлеләр вагон иҙәндәрендә күпләп йән бирҙе. Яҙмышым менән бер нисек тә килешә алмай инем. Шуға ла ҡасырға ныҡлап ҡарар иттем. Әммә ҡасыуымдың икеһе лә уңышһыҙ тамамланды. Бары немец овчаркаһының һәм ҡамсыһының эҙҙәре генә тәнемдә мәңгелеккә уйылып ҡалды. Әсирлектең икенсе йылында йәһүдтәрҙе юҡ итеү башланды. Был төркөм менән мине лә сығарып баҫтырҙылар. Күңелдән генә яҡындарым менән хушлаша башланым. Шул саҡ тупыс ҡулдар ҡырыйға һөйрәтеп алып китмәһенме. Аҙаҡ белеүемсә, немецтарға һатылған үзбәк курсташым: “Ул йәһүд түгел, мосолман”, тип әйткән икән. Бына шулай бер һатлыҡ мине үлемдән алып ҡалды. Был егет уҡыуҙа иң һәләтлеләрҙән йөрөнө. Әммә һуғыш уның асылын бик тиҙ асып һалды. Ошо тамуҡта тотҡондар күпләп ҡырылды. Урындарына икенселәрҙе килтерә торҙолар. Ватандаштарымдың сит илдә, исемһеҙ ҡәберҙәрҙә ҡалыуҙары бик аяныс ине. Унда Европа илдәренән дә әсирҙәр байтаҡ булды.
1944 йылдың октябрь айы минең өсөн иң бәхетле көндәрҙең береһе булып ҡалырҙыр. Совет Армияһы ҡоллоҡтан ҡотҡарҙы. Нишләптер беҙҙе НКВД ҡарамағына тапшырып штрафбатҡа ебәрҙеләр. Мин был хәлемә лә шатланып ризалаштым. Фашистарға ҡарата нәфрәтемдең иге-сиге юҡ, ул ҡаныма яҙылғайны. Бер айҙан һуң контузия алып госпиталгә эләктем. Шунда күрше ауылдан яҡташым менән осраштыҡ. Күп тә тормай, уның һорауы буйынса гармун тотторҙолар. Инде тупаҫланып бөткән бармаҡтар гармун телдәре өҫтөндә йүгереп рәхәтләнделәр генә. Яралыларҙың хисләнеүҙәренең иге-сиге юҡ ине был ваҡытта. Аҡ халатлылар ҙа күҙҙәренең йәшләнеүен йәшермәнеләр. Ҡуҙғала алмағандарҙың әҙ генә булһа ла ҡыбырлап ҡуйыуҙарын күреп тетрәндем дә, шатландым да. Терелер-терелмәҫ яуҙаштарыма килеп ҡушылғанда, еңелеүҙәрен аңлаған фашистар һуңғы сиккә етеп ҡаршылыҡ күрһәтә ине. Әсирлектә булғандарҙың үс ялҡыны ҡанмағанлыҡтан үҙҙәрен аямай алға ташландылар. Әммә беҙҙең үҙаллылығыбыҙ күпмелер сикләнгән ине. Сөнки беҙҙең артта һәр саҡ НКВД торҙо. Егеттәрҙең батырлыҡтары баһаланманы. Орден урынына һирәк осраҡта миҙал бирелә барҙы. Беҙҙекеләрҙе һәр саҡ хәл иткес урындарға ташланылар. Яуҙан сыҡҡанда ныҡ кәмеүебеҙҙе күрә инек. Сираттағыһына беҙҙең яҙмышлылар менән тулыландырылған булыуыбыҙға күнегеп тә кителде. Бына даръялай ҡан, күҙ йәштәре аша яулап алынған, бөйөк Еңеү иғлан ителде. Был көн бәхетле мәлдәремдең иң юғарыһылыр. Шатлыҡтың сиге юҡ: бер-беребеҙ менән ҡосаҡлашып ҡотлашабыҙ, илайбыҙ, ҡысҡырып көләбеҙ. Ҡайҙандыр гармуны ла табылды. Яуҙаштарым бер-береһен алыштырып бейенеләр генә. Йырын да һуҙҙылар. Хәҙер инде һис сикһеҙ туған тупрағыбыҙға аяҡ баҫыуыбыҙға ышаныу ҡанатландыра ине. Хыялдарыбыҙҙа осрашыуҙарҙы төрлөсә күҙаллайбыҙ. Сәғәте һуҡҡас беҙҙекеләрҙе список буйынса айырым вагонға тейәнеләр. Бер ниндәй шикләнеү юҡ, йәһәт кенә кереп тулдыҡ. Барыр юлыбыҙ аҙнаға һуҙылды. Сираттағы станцияла эттәре менән ҡораллы кешеләр ҡаршы алғас ҡына хәлдең айышына төшөнә башланыҡ. Бәхетһеҙлегемә ҡаршы микән мине аяуһыҙ булған тәфтишсегә йөрөтә башланылар.
Ул минән: “Ниндәй маҡсат менән әсирлеккә төштөң?” тигән һорауға яуап таптырҙы.
Дөрөҫөн һөйләүҙең файҙаһыҙ икәнен баштан уҡ аңлап алдым. Нимәлер әйтһәм дә, өндәшмәһәм дә, уның итеге аҫтына барып төшә инем. Концлагерҙа беҙҙән совет һалдаты булғаныбыҙ өсөн дошман яһанылар. Ә туған илебеҙҙә әсирлектә булғаныбыҙ өсөн язаланылар. Иң аяныслыһы, беҙҙе язалау алымдары фашистарҙыҡынан кәм түгел ине. Яуҙаштарымдың ҡайһы берҙәре атылыуға хөкөм ителде. Араларында ниндәй аҫыл ирҙәр бар ине! Илем, ерем тип тиңдәшһеҙ көрәштә ҡан ҡойған батырҙар ине бит улар! Ҡулдарына ҡорал алып һуғышмаған штаб әһелдәре күпме ир-егеттең башына етте. Ғәйепһеҙҙәрҙән ғәйеп табып, рухтарын һындырып, тәндәрен зәғифләнеләр. Был төрмәлә ғәҙелһеҙлектең алдан йөрөүе ҡот осҡос ине. Һуңғы сәғәттәремде көтөп ултырғанда тәфтишсене алыштырҙылар. Тәүгеһе берәр эш боҙғанмы, юҡ булды. Икенсеһе һуғыштан ҡайтҡан майор ине. Ҡыҫҡаһы, ул миңә йән өрөп, ҡанаттар ҡуйҙы. Тәүгеһе йолҡоп алған миҙалдарымды ла кире ҡайтарҙы. Төрмәнән сыҡҡас, үҙ-үҙемә ышанмайыраҡ торҙом. Тәндәрем нығыраҡ имгәнһә лә, мин ирекле инем. Кисекмәҫтән, атай-әсәйемә иҫәнлегемде, тиҙҙән күрешәсәгебеҙҙе хәбәр итеп, һинең янға, Мәҙинәм, юл алдым!
* * *
Бына һиңә бөтәһе лә мәғлүм. Нисек кенә булмаһын, ошо кисергән-дәрҙең эҙемтәләре, артабан да оҙата бармаҫ тип, ышандыра алмайым.
– Эй, Ғәзинур, нисәмә йылдар үлем менән йәнәшә йөрөп, иҫән-имен булыуың мөғжизәнең үҙе түгел микән. Был аяуһыҙ һуғыш иң матур йылдарыңды йотҡан бит, – күҙ йәштәрен көскә тыйып торған ҡыҙ башҡаса тыйыла алмай ине.
Был һыҡтауҙың үкенеүҙән, әллә теләктәшлек итеүҙән микән, тип уйлаған егет һүҙһеҙ ине. Шулай ҙа ике аралағы тынлыҡты боҙоп телгә килә:
– Һинең һуңғы һүҙеңде көтәм. Ыңғай булһа, өмөттәремдең аҡланыуынан шатлығымдың сиге булмаҫ. Кире ҡаҡһаң, минең һиңә асыула-нырға һис кенә лә хаҡым юҡ.
Ә Мәҙинә үҙ сиратында:
– Мин риза, ризамын. Ни күрһәк тә уртаҡ булыр, – тип, егеттең ҡосағына ташлана.
* * *
Ҡыҙҙы эштән ебәрмәүсе кәртәләр ҙә байтаҡ ине. Сыныҡҡан егеткә бәхәскә инергә лә тура килә. Әммә законлы ир менән ҡатын булыу өсөн айҙан ашыу көтөргә кәрәклеге асыҡлана. Ҡайтыр юлда уларҙың һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй. Вагон тәҙрәһенән көл-күмергә ҡалған ауылдарҙы, ҡыйралған ҡалаларҙы күҙәткән егет:
– Һуғыш көҫәп башланған ҡыйралыштың һөҙөмтәләре бик оҙаҡҡа һуҙылырҙыр. Күпме яҙмыштар ошо ҡан ҡойоштоң ҡорбаны булды. Яҡындарын көтөп ала алмағандар һуң, баҡыйлыҡҡа ла улар ҡайғы йөкмәп китәсәктәр бит.
Ауыл осона еткәндә Мәҙинәһен етәкләгән егет атлап түгел йүгереп ҡайтырға риза ине. Тәҙрәнән йәш-тәрҙе күреп ҡалған әсә: – Эй, улыҡайғынам, килен балаҡай менән түгелме? – тип ҡайһы мендәрҙе алырға белмәй йүгергеләй башлай. Атай кеше генә ишекте иңенә асып ҡайтыусыларға ҡаршы атлай. Шатлыҡ йәштәре аша күрешеүҙәр китә. Ә мендәр килендең аяҡ аҫтына эләктеме, юҡмы, аҙаҡ бер кем дә иҫләй ҙә алмай. Һағыныуҙары сиктән ашҡандарҙың шатлыҡлы хәбәр-ҙәре теҙелә генә. Шулай ҙа, һиҙҙермәй генә йәш киленде күҙәтергә, һынарға ла өлгөрәләр ине. Ғәзинурҙы иң ҡыуандырғаны, ағаһының Берлинға етеп, иҫән-имен ҡайтыуы. Табындағылар-ҙы аптыратып атаһы серле генә һорай ҡуя:
– Улым, әле күңелең ни теләй?
– Гармун тартып элеккесә ауылды урар инем. Гармунымды һуғыш ҡупҡас ҡуҙғалып китеп барған вагон иҙәненә ырғыттым. Унда штабта эшләгән йәш ҡыҙ ҡайтырға сыҡҡайны.
Шул арала егеттең алдына үҙ гармуны килеп ҡунмаһынмы.
– Шул мәрхәмәтле бала беҙҙе шатландырҙы ла инде, – тип кинәнесен белдергән атаһы гармунға ҡағылып ала.
Ә улының бармаҡтары төймәләр өҫтөнән йүгерә лә башлай. Йөрәк моңдары өйгә һыймай оло юлға юл ала. Был ваҡытта таныш моңдарҙан йөрәк-һегән ауылдаштары ла урамға һибелә ине. Ирҙәрҙең аҙлығы, уларҙың да күптәренең яралы-зәғиф булыуҙары күҙгә ташланмай ҡалмай. Һуғыш алдының хисле моңдары хәтирәләрҙе яңыртып үткәндәрҙе иҫләтә. Ҡайғылары ҡуҙғалған толдар, әсе йәштәренә быуылып, тәҙрәләренә ҡаплана. Әйтерһең дә, тальян телдәре селпәрәмә килгән яҙмыштарҙың аянысын тирә-йүнгә асынып һөйләй ине...
* * *
Кәләштең ата-әсәһенең фатихаһын алыр өсөн йәштәр юлға сыға. Юл уңайы хәрби иҫәпкә инергә кәрәклеген дә онотмайҙар. Уларҙы старшина ҡабул итә:
– Рядовой Сабитов, әсирлектә булғанһығыҙ икән. Был һеҙҙе биҙәмәй бит әле.
– Мин унда үҙ иркем менән эләкмәнем. Унан һуң минең кеүектәр ил буйынса байтаҡ йыйылып китә түгелме?
– Уныһын белеү беҙҙең эш түгел.
Йәштәр урынһыҙ ишараға иғтибар итмәҫкә тырышып, бүләктәр алыр өсөн баҙарға йүнәлә.
– Ғәзинур, күҙемә күренәһеңме? Был, ысынлап та, һинме?
Ирекһеҙҙән тауыш килгән яҡҡа ҡараһалар, Ғәзинур яуҙашы Бәхтийәрҙе танып ҡала.
– Һаумы, командир, һаумы, яҡташым. Бына ҡайҙа осрашырға яҙған беҙгә.
Ябай ауыл егеттәренең күрешеү шатлыҡтары ихластан ине. Һалдаттарҙағы үҙгәрештәр шунда уҡ күҙгә ташланды. Бәхтийәр сержанттар курсынан һуң Ғәзинурҙың командиры була. Һуғыш аҙағында яралары буйынса хеҙмәткә яраҡһыҙ булып иленә ҡайтарыла. Ҡаршыһында торған ир йәшлек дәрте ташып торған, көләс Бәхтийәрҙән йыраҡлашҡайны. Тәндәре имгәнгән Ғәзинурҙың да уның янында маҡтанырлығы юҡ ине. Ашханалағы аралашыу барышында күп нимәгә асыҡлыҡ инә.
Ғәзинурҙың әсенгәнен тыңлағас, яуҙашы ярһып:
– Һинең хаҡта һорашыр өсөн мине лә ике тапҡыр саҡырттылар бит. Берәй заман ошо ҡара көстө еңерҙәй яҡты көн тыуыр микән? Беләһеңме дуҫ, булмаған ғәйебеңде ҡабат-ҡабат иҫкә төшөрөп тормаҫтармы? Һаулығың шәптән түгел, дипломың юғалған. Шулай булғас яҡшы эш урынына ла өмөт юҡ. Бәлки донъялар тынысланғансы белем алған таныш яҡҡа китеп торорһоғоҙ?
Ир менән ҡатын өндәшмәһәләр ҙә, бер үк нимә хаҡында уйлайҙар ине.
– Иҫән-имен булһам, ата-әсәмде ҡәҙер итермен тигән антым бар ине, – тип һүҙ башлай Ғәзинур. – Әгәр китерҙән булһаҡ, сәбәбен асып һалырға тура киләсәк. Дөрөҫлөктән беребеҙгә лә еңеллек килмәйәсәге лә аңлашылып тора.
– Минеңсә, атаң-әсәң барыбер яйлап беләсәктәр. Һинең үҙеңдән ишетһәләр еңелерәк булмаҫмы? Мин хәҙерҙән үк икебеҙҙе еңелдән булмаған һөйләшеү көтә тип уйлайым.
Тыуған йорттағы һөйләшеү ут алғас башлана. Улдарын тыңлап бөткәс, иң беренсе әсә телгә килә:
– Эй, балаҡайым, исемеңде бит, Ғәзинур – еңеү нуры булһын, тип кенә һайлағайныҡ. Күрәһең, юлдарыңда еңеү нуры балҡып тормаған.
Атай кеше лә ишеткәндәренә хайран ине:
– Һинән йылдар буйы хәбәр булмағас, бында ниндәйҙер ғиллә бар, тип уйлана инем. Рәхмәт улым, дөрөҫөн һөйләп асыҡлыҡ индергәнең өсөн. Ситтә йәшәп тороуығыҙ ҙа, минеңсә дөрөҫ ҡарар. Аңлайһығыҙҙыр, ризалығыбыҙҙы биреү ҙә сараһыҙлыҡтан инде.
* * *
Йәш ғаилә Урта Азияла руда сығарыу комбинатында эш урындары таба. Моңло юлдаштары – гармундары ла үҙҙәре менән. Бәхетле ата-әсә тәүге сабыйҙарын самандан ҡорған йорттарына алып ҡайта. Икенсегә тыуған ҡыҙ бала ла биҙәк өҫтөнә биҙәк. Кистәрен йәш атайҙың шатлыҡ-ҡыуаныстары тальян моңдары аша тирә-йүнгә тарала. Ҡабатланмаҫ тауышлы кәләше лә үҙ тыңлаусыларын таба. Әммә сираттағы һынауҙары ла көттөрмәй. Төҙәлмәҫ тән яралары үҙен иҫкә төшөрә. Дауаланып йөрөгән гармунсы көтмәгәндә Мәҙинәһенә серҙәрен асып һала:
– Һағыныу һағыштарым сиктән ашты. Атам-әсәм ҡаршыһындағы бурысым да тынғы бирмәй. Әллә тыуған төйәгебеҙгә кирегә юлланайыҡмы?
Мәҙинә ошо һөйләшеүҙе генә көткән тиерһең:
– Үҙем һүҙ башларға ҡыймай, күпме көттөм ошо һүҙҙәреңде. Әйҙә, Ғәзинурым, ҡайтып, үҙ илебеҙҙә олтан булайыҡ.
Оҙон юл мәшәҡәттәрен артта ҡалдырып тыуған тупраҡтарына аяҡ баҫалар. Шатлыҡ өҫтөнә шатлыҡ булып яуап хаты килеп торған. Диплом күсермәһен ҡулға алып ҡыуаныуҙары. Уҡыған кешеләр иҫәпле булғанлыҡтан, эшкә төшөү ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Өлкән иҡтисадсы булып эшләгән ире янында, Мәҙинә лә һатыусы булып эш башлай. Үҙ торлаҡтарын булдырыу хәстәрлеге лә артта ҡала. Эшендә төгәллекте үҙ иткән намыҫлы иргә партияға инергә тәҡдим итәләр. Ҡанатланып йөрөгән Ғәзинурҙың кандидатураһы тәүге ойошмала ҡаршылыҡһыҙ үтеп китә. Коммунист булыу уның күптәнге хыялы бит. Бына ул шат йылмайып райком бюроһы ағзалары ҡаршыһында тора. Ирҙең кәйефен кабинетта ултырғандарҙың ауыр ҡараштары ла төшөрөрҙәй түгел. Араларында һуғышта булғандар ҙа шәйләнә.
Тынлыҡты боҙоп беренсенең тимер тауышы яңғырап китә:
– Һеҙ, Сабитов, фашистарға әсирлеккә бирелгән кеше, нисек итеп партияға инергә батырсылыҡ итәһегеҙ?! Һеҙ был ҡылығығыҙ менән партия сафтарының тоғроларҙан ғына тороуын инҡар итергә булдығыҙмы? Беҙҙең арала һеҙҙең кеүектәргә бер ҡасан да урын булмаясаҡ!
Хисле ир хыялдарының бик тиҙ юҡҡа сығыуынан телһеҙ ине. Уға был бинала сираттағы ғәҙелһеҙлектең оло йөгөн йөкмәткәйнеләр. Һиҙгер Мәҙинә иренең кәйефен тиҙ үк аңлап алғанлыҡтан, һүҙ ҡушыуын сабыр ғына көтөргә булды.
– Эй, кәләш, өндәшмәһәм дә, һинең күңелең тыныс түгел бит. Эйе, әсирлектә булыуым, ҡара көс булып тағы ла ҡалҡып сыҡты. Ошо арҡала яҡтынан булған маҡсатым менән хушлаштым. Яуаптары булмаған уйҙарымдың осо юҡ. Ниндәй ғәйептәрем өсөн язаланам һуң мин? Йән тыныслығын табыр өсөн ни саралар ҡылайым?
– Эй, атаһы, барыһына ла һуғыш ғәйепле түгелме? Һинең осраҡта, сабырлыҡ ҡына ярҙамсылыр ул. Үҙем инде, кеҫәңдә партбилетың булмауы, ир-егет булараҡ баһаңды төшөрә тип уйламайым. Тирә-яғыңа ла күҙ һал-һаңсы. Биш балаң – биш дауамың эргәңдә йүгереп йөрөй. Ғаиләң өсөн һин – иң аҫылы. Терәгеңдә, хәстәрлегеңдә йәшәгәнлектән бөгөнгөбөҙ тыныс, киләсәгебеҙ өмөтлө.
– Мәҙинәм – хазинам бит һин. Ҡанлы яраларымдың дауаһы. Нисә тапҡыр фашист илбаҫарҙары менән айҡашып һаташҡанда, аңғармаҫтан һиңә лә өлөш сыҡҡаны бар. Һуғыш киноларын ҡарай алмағанымды ла аңлайһың. Тоғролоҡтоң, сабырлыҡтың иң юғары өлгөһө – һиндер ул. Әйткәндәреңдә лә тормош хаҡлығы. Эйе, тоя белһәң шатлыҡлы мәлдәребеҙ, бәхетле минуттарыбыҙ ҙа бихисап. Шулай ҙа йәшәйешебеҙҙең аҡлыҡтары ҡаралары менән дә сиратлашып ҡуя шул. Минең өсөн ул әсирлек йөгө. Уның йылдар үткән һайын ауырая барыуын тоям. Ҡотолоу юҡ миңә. Мәңгелеккә лә ул минең менән күсәсәк. Был яҙмышымдың әсе хаҡиҡәте.
Йыуатыу һүҙҙәренең урынһыҙ икәнен аңлаған ҡатынға һүҙһеҙ тороу ҙа ғазап ине:
–Һинең моңдарыңа төрөнөп йәшәгән бәхетле Мәҙинәң, көндәреңде яҡтыртып, яраларыңды ямар өсөн нимә эшләй алам һуң? Һин һүнһәң, Ғәзинурым, мин дә балҡый алмам. Сабыйҙарыбыҙ хаҡына бирешмәйек, сабырлыҡта булайыҡ.
Мәҙинәнең йөҙөндә һиҙелер-һиҙелмәҫ йылмайыу сағылып китә:
– Һиңә әйтер уртаҡ шатлығыбыҙ бар бит әле. Ҡыҙҙарыбыҙға ҡусты алмабыҙмы микән?
Кәйефе үҙгәргән ир:
– Һай был ҡатын-ҡыҙ, уттарҙан алып һыуҙарға һала. Өләсәйем әйтмешләй, һөйөнөсөңә бер самауыр сәй.
– Сәйең тороп торор. Ал әле тальяныңды! Йөрәк ҡылдарының иң төпкөлдәренә ҡағыла-ҡағыла, күңел бейеклектәренә аштырған көй-моңдарҙың тормош ваҡлыҡтарынан юғары булыуын һин үҙең бит күңелемә һеңдерҙең.
Күп тә тормай гармунсының тальян моңдары күктәргә ашып ерҙәгеләр-ҙе хисләндерә ине.
* * *
Ҡатынының юрағаны юш килә. Ҙур ғаиләгә Ишбирҙе исемле ир заты өҫтәлә. Атай кешенең ултырып торор самаһы юҡ:
– Кәләшкәй, яҙған булғас малайға ла йән өрҙөк бит. Былай булғас Сабитовтар дауамлы буласаҡ.
Таҙалығы ҡаҡшай башлаған атай, улының күңеленә иң емешле орлоҡтарҙы ғына һалырға тырыша. Ишбир-ҙенең нәҙек кенә бармаҡтары гармун телдәре өҫтөндә йүгерә башлағас, Ғәзинурҙың ғорурланыр самалары артҡандан-арта бара. Ә бына йөрәк тигәнең самаларҙы белмәй шул. Төҙәлмәҫ яраларҙан, бәғерҙәрҙе өҙгөләгән кисерештәрҙән, ғәҙелһеҙлек һалҡынынан туҙғандан туҙа бара. Ҡарт һалдат та быны тоя, Мәҙинәһен яндарына саҡырып һулышын тигеҙләй-тигеҙләй һүҙен башлай:
– Һиңә булған рәхмәтемде еткерер һүҙҙәр табалмам кеүек. Һәр йәһәттә мине тиңдәш күрҙең. Яу яланында бүләгеңде миңә яҙҙырған яҙмышыма мең рәхмәтлемен. Яҡты донъяларҙан да киткәс баҡыйлыҡта осрашырбыҙ, тигән өмөт менән китәм.
– Эй, Ғәзинурым, һинән башҡа минең дә ҡояшым һүнер инде. Мин дә оҙаҡламам...
Гармунсының сихри моңдары һәр ауылдашының күңелендә урын алғайны. Шуға ла вафатынан һуң уның хаҡында иң яҡты хәтирәләр генә иҫкә алынды.
* * *
Йәйге кистәрҙең береһендә ауыл халҡын хайран итеп тальян моңдары ағыла башлай. Был Ғәзинурҙың аманат гармуны улының ҡулдарында, мәңгелектең асылын һөйләп, көй-моңдарҙың юғарылығын көйләп, ғүмерҙәрҙең бик ҡыҫҡа икәнлеген иҫкәртә ине...

Сажиҙә Фәйзрахманова.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас