Туҡһан туғыҙынсы мәктәп

Ҡатыным юҡ-барға бәйләнергә ярата. Ярай әле үҙем сабыр кеше. Ҡаршы әйтеп, ваҡланып, һүҙ ҡуйыртып тормайым. Бына бөгөн дә иртәндән үк тотондо. Улыңдың нисек уҡып йөрөгәнен дә белмәйһең, бигерәк йүнһеҙһең, ти.

Бөгөн мин эштән һуң ҡайтам, ата-әсәләр йыйылышына һин бараһың, ти. Ҡаршылашып торманым, киреһенсә, ҡуш ҡуллап ризалаштым. Улым уҡыған мәктәпте барып күрмәҫкә ни? Ул тиклем үк таш бәғерле түгелмен дә баһа! Ҡатын минең турала бик насар уйлай, әләйһәң...

– Ҡара уны, онота күрмә, малайың 99-сы мәктәптә уҡый. Илла-алла иҫеңдән сыҡмаһын, – ти ҡатын. Бына шулай рәнйетә ул мине. Хатта мәктәпте табырыма ла ышанмай.

Хәләл ефетем ауыҙ һыуын ҡоротоп маҡтаған 99-сы мәктәпте барып таптым мин. Дөрөҫ, мажараһыҙ ҙа булманы. Ләкин ундай изге эш өсөн ваҡ-төйәк менән иҫәпләшеп тороп буламы ни? Ғәзиз бала хаҡына бөтәһенә лә күнәһең. Бисәкәйемдең иҫе киткән ғиззәтле 99-сы мәктәбенә оҙаҡ ҡына инергә ҡыймай торҙом. Ғибрәт алырлыҡ хәл! Ошомо яңы проект менән һалынған мәктәп! Ике яҡтан ике төкәтмә! Минең ҡатын шуны үҙенсә яңы проект тип фаразлаған булдымы икән? Мейеләре... Эх, был бисә-сәсәгә ҡалһамы донъяң...

Барып инеү менән унынсы синыфтың етәксеһен һорайым. Исемен онотһам да, аңланылар. Ул бөгөн булмай, тиҙәр. Нисек инде булмай, тием. Нишләп синыф етәксеһе еңел-елпе генә уйлай? Ниндәй ауыр юл үтеп килдем мәктәпкә, ә ул юҡ! Көтөп тә тормаған, һыпыртҡан. Юҡ инде, мин, тейһә – тейенгә, теймәһә – ботаҡҡа, тип йәшәгәндәр иҫәбенә инмәйем. Эште аҙағына алып барып еткерергә кәрәк. Киттем директор кабинетына.

– Унынсы синыф уҡыусыһы Ғәлиевтең атаһы булам. Синыф етәксеһе үҙ бурысын намыҫ менән үтәмәй. Мине һөйләшергә тип саҡырҙы ла, үҙе зым-зыя юҡҡа сыҡҡан. Былай ярамай. Тәртип бөтә ерҙә лә булырға тейеш. Бигерәк тә мәктәптә, – тием.

– Сабыр итегеҙ, зинһар, сабыр итегеҙ... Мин был хаҡта белмәй инем... – Директорҙың тауышы ҡалтырап китте хатта. Ә мин ниндәйҙер бер эске ҡыуаныс кисерәм.

– Белмәйһегеҙ ҙәме ни? Бына бит тәртип ҡайҙан башланырға тейеш!..

– Ғәлиев, Ғәлиев... – Директор ниндәйҙер журналдарын аҡтара башланы. – Бөтә атайҙар ҙа һеҙҙең кеүек булһасы... Әһә, бына!.. Унынсы синыф... Ғәлиев һәм Ғәлиева... Булды, табылды!

– Нисек инде Ғәлиева? Минең малай берәү генә. Ғәлиев!..

– Ғәфү итегеҙ, балалар бит игеҙәктәр!.. Уларҙы бер нисек тә бер-береһенән айыра алмайбыҙ!..

– Игеҙәктәр?! – Минең күҙ маңлайға менде. – Туҡтағыҙ-туҡтағыҙ, директор әфәнде!.. Айыра алмайбыҙ, тиһегеҙме? Нишләп айыра алмайһығыҙ? Нимә, минең малай әллә бында өйләнеп йөрөймө?! Дөрөҫөн генә әйтегеҙ!.. Ҡатын мине тиктомалдан ғына сығарып ебәрмәгәндер?.. Нимәнелер белә йәки йәшерә! Ул бер нәмәне лә бушҡа эшләмәй. Ниндәйҙер әкәмәт бар бында!.. Бисәнең ҡарашы үтә лә етди ине. Үтә лә етди!

– Һеҙ нимә, ағай кеше, – ти директор. – Беҙҙә ЗАГС бюроһы түгел! Бында мәктәп.

– ЗАГС бюроһы ла эшләһә, был балаларҙы күптән яҙҙырып ҡуйған булыр инегеҙ. Бәхеткә күрә, бында ул юҡ, – тием мин. – Ләкин барыбер был хәлде, йәғни ЧП-ны, шып-шым ғына йомоп ҡалдыра алмайым! Өмөтләнмәгеҙ. Әйтәм ҡатындың ҡарашында хәүеф бар ине!..

– Ғәлиевтәр бик таралған фамилия, бәлки, берәйһе менән бутайһығыҙҙыр, – ти директор.

– Мин был донъяла берәү генәмен! Таралырға ла, бүтәндәр менән буталырға ла теләгем юҡ!

– Ләкин былар, ысынлап та, игеҙәктәр! Бер-береһенә ике тамсы һыу кеүек оҡшағандар.

– Оҡшағандар?! – Ҡапыл тыным быуылды. Шулай ҙа үҙемде ҡулға алырлыҡ көс таптым. – Оҡшаштар, тимәк... Әйтәм, ҡатын бик мут ҡарап алғайны миңә... Ләкин роддомдан бер генә малай алып ҡайттыҡ та баһа! Ул көндө мин бик яҡшы хәтерләйем!.. Туҡтағыҙ, директор әфәнде!.. Ныҡлап уйлайыҡ әле! Минең малайҙың клоны түгелме ул? Юҡ-юҡ, зинһар, миңә улай ҡарамағыҙ! Мин һеҙгә дошман түгел! Ҡатыным фәнни эксперименттар үткәргән бик серле бер учреждениела эшләй. Ҡапыл-ҡара исемен генә иҫемә төшөрә алмайым!..

Директорҙың тауышы ҡалтырап сыҡты:

– Һуң игеҙәге бит ҡыҙыҡай...

– Ә һеҙ быны асыҡ беләһәгеҙме?

Директорым тораташтай ҡатты.

– Юҡ-юҡ, һеҙ мине дөрөҫ аңлағыҙ!.. Минең ҡатын һәр саҡ моданан алда барырға тырыша. Ана теге клон тураһындағы сериалды ла эштән ҡасып ҡайтып тигәндәй ҡараны. Ул инде һәр саҡ кешелә булмағанды үҙендә булдырырға тырыша. Тәк-тәк... Ә, бәлки, һеҙ минең ҡатын менән бер һүҙлелер? Клонлаштырыу тәжрибәһен, бәлки, бергә алып бараһығыҙҙыр? Яҡлашыуығыҙға ҡарағанда, был хәлдең булыуы бик ихтимал!.. Юҡ, һис алдашмайым! Һеҙҙең емерелеп бөтә яҙған мәктәбегеҙҙе лә өр-яңы проект буйынса һалынған тип күрә! Бәлки, ул тәжрибә бында үткәреләлер? Бер ҙә бушҡа маҡтамайҙыр бит? Хәҙер үк бында бөтә Ғәлиевтәрҙе, йәғни клондарҙы килтерегеҙ! Нисәү бар – бөтәһен дә! Утыҙ туғыҙ Ғәлиев?! Һуң, һеҙҙең фәнни-тәжрибә үҙәге хәтәр алға киткән бит! Әйтәм, ҡатын бик серле ҡарап ҡалғайны... Утыҙ туғыҙ уҡ булып киттеме ни?! Утыҙ туғыҙ! Оҡшағандармы һуң улар бер-береһенә? Төрлөсә? Дөрөҫ, төрлөсә булырҙар шул! Мин уларҙың ДНК-һына анализ үткәрттерәсәкмен әле. Яртыһы Ғәлиев булмаясаҡ! Ярар, йөрөһә йөрөһөндәр Ғәлиев булып, балаларҙы яратам мин.

Үҙ эшенә яуапһыҙ ҡараған был мәктәптә бүтәнсә ҡала алманым. Сығып киттем.

Ҡайтып инеүгә, ҡатындың һөмһөрө ҡойолған. Икәүләшеп ҡаршы алып торалар. Айырылмаҫ дуҫы менән, йәғни фены менән.

– Ҡайҙа йөрөйһөң ярты төн ауышҡансы, ил хәйерсеһе?!

Мин дә бик асыулы бөгөн. Уратып-сурытып тормай, туп-тура һораным:

– Йәшермә, дөрөҫөн әйт, кем ул Ғәлиева?! Киленме әллә клонмы?

– Ниндәй килен? Ғәлиева ул мин – ҡатының! Шөрөбөң етешмәй башланымы? Хәҙер берәр шөрөп бороп ҡуйырмын! – Ҡатын фены менән миңә төртә. – Ситкә борма, нишләп мәктәпкә барманың?

Асыуымды килтерә генә бит! Рәхмәт әйтәһе урынға допрос ойоштора.

– Ана шул мәктәптән ҡайтып килеүем дә баһа! Һеҙ ул тәжрибә үҙәгендә килен яһанығыҙмы әллә клонмы?!

– Ҡолон яһаныҡ, – ти ҡатын. – Мәктәптән атланып ҡайтырға. Бик булмаһа, егергә. Пони булыр тиһәк, ишәк килеп сыҡты, һиңә оҡшаған. Икегеҙ бер төҫтә. Быларҙың ҡайһыныһы ысын Ғәлиев, ҡайһыныһы ишәк икән, тиерҙәр инде.

Ҡатын минең уҫал һорауҙан ҡаушай төшкәндер, әллә нимә һөйләй башланы. Шуға мин дә йомшармай булдыра алманым.

– Бәлки, малайҙың игеҙәге барҙыр? – тим. – Сериалдарҙа шундай хәлдәр була бит. Балаларын ҙурайғас килеп табалар. Улар ҙа тормоштан алынған ваҡиға.

– Ә-ә, хыялыйланып, балаларыңды эҙләп йөрөнөңмө ни? Бына ниндәй әҙәм аҡтығы булып сыҡтың... Ысын йөҙөң асылды бит!.. Һис көтмәгәйнем. Беҙ ҡапсыҡта ятмай шул. Әйтеп бөт улай булғас, ботинкаңдың һыңарын кемеһенә ҡалдырып киттең?

– Ай-бай... Улай көнсөлһөңдөр тип уйламағайным! Малай уҡыған 99-сы мәктәпте эҙләп йөрөнөм дә баһа!

– Беҙҙең өйөбөҙгә терәлеп торған мәктәптеме?! – Ҡатындың тауышы үҙгәреп китте.

– Башымды бутама, – тием тегегә. – Бына беҙҙең өй беренсе тора. Урам буйлап туп-тура сығып китһәң, 99-сы йорт, беләһеңме, ҡайҙа ята? У-у-у, күпме юл үтергә кәрәк! 50-се йортҡа барып еткәйнем генә, инәкәйем, урамыбыҙҙы икегә бүлеп йылға ағып ята! Йөҙөп сығырға тура килде. Бер кем дә сыға алмай, ә мин сыҡтым! Геройлыҡ түгелме ни шул?.. Дөрөҫ, ботинканың һыңары төшөп ҡалды инде, ни хәл итәһең...

– Йүнһеҙ, тағы нимәң төшөп ҡалды?

– Никах балдағы, йәнем, – тием. – Алтын балдаҡ.

– Алтын балыҡҡа кейҙереп үттеңме, ахмаҡ! – Ҡатындың фены һикереп-һикереп ҡуя. Хужабикәһенә оҡшап уныһы ла нервылы.

– Эйе, – тием мин. – Исемһеҙ бармағына кейҙерҙем дә ары йөҙөп киттем.

– Исемһеҙ! Хатта исеме лә юҡ!.. Тағы ла туғыҙ айҙан исемһеҙ алтын балығың аквариумдан алынған селбәрәһен тотоп килһә, бөтәһе лә иҫеңә төшөр! Төшөр... Тик һуң булыр!

– Хыялыйҡайым, йүләркәйем, – тием бисәгә. – Нишләп бөтөнләй бушты һөйләйһең? Йылға балығы бит ыуылдырыҡ ҡына сәсә!

– Ыуылдырыҡ! – Ҡатын шап минең башҡа фены менән. – Бына нимәне аңлата һиңең өсөн клонлаштырыу!.. Инде аңлашылды... Мине алдан әҙерләй башланыңмы?

– Һин дә ситкә борма, – тием мин. – 99-сы мәктәптәге игеҙәк Ғәлиевтәр тураһында миңә лә ишетеүе еңел булманы!.. Дөрөҫөн генә белергә теләйем – беҙҙең нисә бала бар?

– Бер баланы саҡ-саҡ табып бирҙем мин һиңә. Ҡалай шешенеп йөрөгәнде хәтерләмәйһеңме ни? Бына былай тумалаҡ инем.

– Роддомдан сыҡҡанда ауырлы мәлеңдән дә нығыраҡ тумалаҡланғайның. Шунан бирле осоусы туҫтаҡты хәтерләтәһең. Шул рәүештә ҡалдың, һис үҙгәрмәнең!

– Һөйләмә бушты. Бына бит билем. – Ҡатын муйынына күрһәтә.

Мин – ысын джентльмен. Артығын ысҡындырмайым.

– Билең бар, – тием хәләлемдең беленмәгән муйынына ҡарап. – Тик әлеге мәлдә мин һинең етеҙлегеңде әйтәм. Фен тотоп зыр әйләнһәң, осоусы туҫтағың ситтә торһон!.. Шулай ҙа, бисәкәй, һөйләшеүҙе ситкә борма әле! Игеҙәк бар икәнен беләм бит инде! Документын күрһәттеләр. «Ғәлиевтәр унынсы синыфта уҡыйҙар» тип аҡҡа ҡара менән яҙылған!

– Унынсы синыфта? Ах, ҡәбәхәт!.. – Тиктомалдан шап был минең башҡа фен менән. – Күрһәтәм мин һиңә унынсы синыфты! Беҙҙең малай әлегә алтынсыла ғына уҡый!..

– Туҡта-туҡта, аҫыл йәрем, – тип әйтәм. – Үҙең тылҡығанды бик яҡшы хәтерләйем: «99-сы бина, 10-сы синыф!»

– 99-сы һанлы мәктәп, 10-сы кабинет! 99-сы мәктәп беҙҙең өй артында ғына ултыра! Ағиҙел аша сығып йөрөнөңмө, оҫта йөҙөүсе акула! Хет, беләһеңме, ул нисәнсе мәктәп ине?

– Белмәйем, – мин әйтәм. – Өйҙәр һаны буйынса барҙым. Теүәл иҫәпләнем. 99-сы йортҡа мәктәп тура килде!..

Шул саҡ һөйөклөм шап минең башҡа... Юҡ, был юлы өлгөрмәне, мин етеҙерәк булып сыҡтым.

– Хәтереңде юйма, тауыҡ мейеһе эстеңме әллә! Бер малайың бар! Ул алтынсыла ғына уҡый! Бер малай! Онотма!.. – ти ҡатын. Ҡулындағы фены үҙенә ҡарағанда ла нервныйыраҡ, һикереп-һикереп бейеп ала.

– Хәтер бөттө инде, – тием мин. – Ошо феның менән даими эшкәртеп тораһың бит. Күрмәйһеңме ни, түбәм хатта ялтырап киткән. Феның арҡаһында ҡойолдо сәскенәйем.

– Әлбиттә, фен арҡаһында, – ти ҡатын. – Аҡылы күплектән ҡойолғанмы ни ул! Былай ҙа асыҡ бит инде!..– Бисәкәй йомшара төштө. – Торһон пеләшең шул көйөнсә. Борсомайыҡ үҙен. Ҡараңғы төндә уянып китһәм, тулған ай шикелле яҡтырта бит ул бүлмәне. Күңелемә яҡын. Шулай ҙа иртәгә улың уҡыған 99-сы мәктәпкә барып киләһең! Йылға аша донъя гиҙеүҙе онот! Бүтәнсә юҡ-бар хәйлә уйлап сығарма. Үҙеңә генә насар буласаҡ! 99-сы мәктәп беҙҙең өй артында ғына, терәлеп ултыра. Ишетһен ҡолағың!

Ә йүнһеҙ фены, ырылдап, үҙенән-үҙе минең яҡҡа һуҙылып-һуҙылып ала...

Мәктәпкә барып ҡайтыу минең өсөн бер ни ҙә түгел. Сит мәктәпкә барып йөрөгәндә, үҙ улым уҡығанға бара алмайыммы ни? Ул минең өсөн оло ҡыуаныс ҡына!

Үрелеп тәҙрәгә күҙ һалам. Бәй, өй артында, терәлеп кенә тигәндәй, балалар баҡсаһы ултыра ла баһа! Әйтәм, ҡатын ошо яҡҡа бик мут ҡарап алғайны. Юҡҡа түгел был! Һис кенә лә юҡҡа түгел! Улай булғас, юл ыңғайында балалар баҡсаһына ла һуғылырға тура килер. Шуны ла онотмайыҡ, йәмәғәт, теге клонлаштырыу идеяһы яңыраҡ ҡына барлыҡҡа килде бит әле! Әйтәм, ҡатын бик-бик серле ҡарап алғылай!.. Мәктәпкә, ни... Барырға өлгөрөлөр әле! Иң тәүҙә баҡсаға инеп сығайым. Иманым камил, бисәкәйҙең ҡарашы серле ине... Серле ине, мут ине... Мәктәпкә ҡасан да булһа һуғылырмын. Мотлаҡ барырмын, юғиһә ҡатындың тиктормаҫ спортсмен фены баш осомда бик йылғыр хәрәкәттәр яһауы ихтимал. Шунан икенсе планетаға осоп киткәнеңде лә һиҙмәҫһең... Хәйер, кәрәк булһа, бисәкәй мине унан да барып табыр. Тылсымлы таяғы, йәғни фены, ҡулында булғанда бөтә ғаләмдә унан ҡасыр урын табып булмаҫ.

Шулай ҙа... Шулай ҙа иртәгә мин мотлаҡ балалар баҡсаһына инеп сығасаҡмын. Ҡатындың күҙ ҡарашы бик-бик хәйләле ине... Мут ине... Серле ине...

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас