«Искусственная шуба» (хикәйә)

Тағы ла күп тапҡырҙар менде улар был тауға, йәштәрҙең осрашҡанын берәү ҙә күрмәне, белмәне кеүек. Күргәндәре лә уларҙы һаман да баласаҡ дуҫтары тип уйлағандыр. Йәй аҙағында каникулдар бөтөп, хушлашыр алдынан улар һүҙ ҡуйышты, вәғәҙә биреште.

– Илүзә, әйҙә бөгөн Текәтауға менәйек...

– Текәтауға? Бар ауылға рисуай булырғамы, юҡ, былай ҙа беҙҙең хаҡта ғәйбәт йөрөй...

– Ғәйбәт? Кем, нимә ти?

– Илүзә Зөфәргә кейәүгә сығырға йөрөй, имеш, ул уның атаһының байлығына ҡыҙыға, имеш...

– Имеш... Кем һөйләй? Уларҙың һүҙен тыңлай башлаһаң, хәҙер үк ят та үл инде...

– Ә мин оялам дайм...

– Оялма, беҙ төндә менәбеҙ, ай ҡалҡҡас, беләһеңме унан ай яҡтыһында ауыл нисек матур күренгәнен...

– Текәтау бигерәк текә, шыуғалаҡ. Ҡолайбыҙ ҙайы... Таябыҙ ҙайы...

– Мин булғанда, ҡурҡма, Илүзә, үҙеңә һәр саҡ таяныс булырмын...

– Эйеме, ә кеше күрһә, көлһә?

– Көлдөртмәм...

Зөфәрҙең «таяныс булырмын», «көлдөртмәм» тигән һүҙҙәре Илүзәнең икеле-микеле тойғоларын шундуҡ емерҙе. Бергәләп төн уртаһында Текәтауға менергә ризалығын бирҙе. Баш ҡалала, университетта уҡый ҡыҙ. Быйыл дүртенсе курсты тамамланы. Әле бына тыуған ауылына ял итергә йәйге каникулға ҡайтыуы. Ҡайтҡанының иртәгеһенә үк әсәһенең бер туған ҡустыһы Самат ағаларына китеп барғанында, Мәнәүез йылғаһының Һаҡмарға ҡойған тәңгәлендәге күперҙә тап итте ул Зөфәрҙе. Машинаһын күперҙең нәҡ уртаһында туҡтатҡан да егет, ишектәрен асыҡ ҡалдырып, Илүзәгә ҡаршы сығып баҫҡан. Үҙе туҡтауһыҙ йылмая. Ҡыҙҙы бик оҙаҡ көтөп торғанға оҡшаған. Шуғамылыр, һаулыҡ һорашыр-һорашмаҫтан тау башына менергә тәҡдим итеүе, бар уйлағанын ҡапыл әйтеп ҡалырға ынтылыуы, ҡыҙ уның был ҡылығын әлегә аңлап бөтмәй ҙә кеүек.

Зөфәр күршеләге Айыу ауылынан, Көнтөштә йәшәгән апаларына килеп йөрөй. Үҙе күрше өлкәләге ауыл хужалығы академияһында уҡый. Уларҙың бала сағы бергә уйнап үтте тиһәң дә була. Илүзә уны «бала саҡ дуҫым» тип атаһа ла, күңелендә ошо егеткә ҡарата әлегә үҙе лә аңлап еткермәгән башҡасараҡ тойғо ла йөрөтә кеүек. Тик әлегә был серле мөғжизәнең нимә икәнен генә аңлай алмай. Егетте күреүе була, табан остарына тиклем ток йүгереп үткәндәй, етмәһә, үҙе ҡып-ҡыҙыл булып ояла, ҡараштарын ергә төшөрә һала.

– Эйеме, ысынмы? Менәйек һуң, улай булғас, төнгө өстә мине ошонда көт... – Ҡыҙ шулай тине лә, егеткә күҙҙәрен тултырып, ҡараштарын мансылдырып бер ҡарап, ағалары йәшәгән яҡҡа йүгерә-атлап китеп барҙы.

– Илүзә...

Зөфәр башлаған һүҙен әйтергә өлгөрмәне, өн-ауаздары һауала эленеп ҡалды. «Илүзә, мин һине өҙөлөп һағындым», тип әйтергә теләгәйне, шикелле, егет. Һәр хәлдә, егеттең өҙлөгөүенән тойғоларын аңлауы ауыр түгел ине.

Улар ете төн уртаһы еткәс, эттәр ояларына инеп шымып ҡалғас, йәштәр берәм-һәрәм өйҙәренә ҡайтышып, йоҡоға талғас, Текәтау башына етәкләшеп менде. Дөрөҫөрәге, алдан төшкән Зөфәр Илүзәне тау башына табан елдертеп һөйрәне. Бигерәк көслө икән егетең. Тауҙың ҡаҡ түбәһенә менеп баҫҡас, йәштәр иркен һулыш алды.

Ян-яғындағы хозурлыҡты күреп, «ах» итте Илүзә. Ҡарасәле, Көнтөштә йәшәп тә, ошондай матурлыҡтың барлығын белмәй йөрөсәле. Баш остарында тулған көләс ай, емелдәп балҡыған йондоҙҙар. Әйтерһең дә, күк йөҙө тирмәнең көмбәҙе. Төн йылы, шундай тынлыҡ, һиллек. Аҫта ус эсендә генә ятҡан тыуған ауылы ай нурына ҡойоноп ултыра, тигеҙ урамдарында шундай бөхтәлек. Бар нәмә күренә бынан, көндөҙгө кеүек, тынлыҡтың тантана иткәнен Һаҡмарҙың шаулап аҡҡанынан аңлап була. Ауылдарын юҡҡа ғына Көнтөш тимәгәндәр, уны ян-яғынан бейек-бейек тауҙар, урмандар уратҡан, шуға ла ергә ҡояш ҡалҡып, апаруҡ ваҡыт үткәс кенә нурҙары ауылға килеп етә, «Көнтөшкә көн бик һуң төшә, һуң төшһә лә, мул төшә», тиҙәр уның ауылдаштары. Ялан яғынан килеүселәр ауылдың көнө ҡыҫҡа, төнө оҙон булыуға зарлана. Шулай шул, Көнтөштә көндөң оҙонлоғо ялан яғына ҡарағанда бер сәғәткә ҡыҫҡараҡ, уның ҡарауы серле төнө оҙонораҡ һәм... быныһын инде ауыл халҡы ғорурланып һөйләй: төн оҙон булғас, ғаиләләрҙә балалар һаны ла күберәк, үәт!

– Матур ҙайы! Үҙебеҙҙең ауылды шул тиклем йәмле итеп күргәнем юҡ ине әле. Башҡалар «соҡор эсендә ултыра», тип көлһә лә, бынан бик матур күренә икән. Рәхмәт һиңә, Зөфәр, һин булмаһаң...

Тау башында баҫып тороуҙан ғына түгел, күңеленең дә илаһи юғарылыҡҡа күтәрелгәнен тоя Илүзә. Ҡысҡырып йырлағыһы, тыпырлатып бейегеһе килә ҡыҙҙың. Усында егеттең көслө ҡулдарын тойоуҙан рәхәт тә, шомло ла ҡыҙға.

– Зөфәр!

– Әү!

– Ниңә өндәшмәйһең ул һин?

– Нимә тип әйтәйем?

– Бер нәмә тураһында һөйлә?

– Нимә тураһында?

– Хыялың хаҡында...

– Хыялмы... – Егет байтаҡ ҡыйа өндәшмәй торҙо, уның һүҙ таба алмай борсолғанын Илүзә ҡулының уңайһыҙ итеп тегеләй-былай һуҙғылауынан торҙо. – Ана, күрәһеңме, Илүзә, ауыл осондағы кескәй тауҙы? – Зөфәр эйәге менән ауыл осона ымланы.

– Күрәм, шунан? – Илүзә егеттең ауыҙынан сыҡҡан мөғжизәне ишетергә әҙерләнде.

– Ул исемһеҙ тау, мин бөгөндән башлап уны «Илүзә тауы» тип атайым...

– Илүзә тауы? – Ҡыҙ, үҙен үҙе белмәйенсә, егеттең сикәһенән үбеп алды, сәпәкәй итте. – Ҡыҙыҡ, шунан?

– Шул тауҙың итәгендә ултырған беҙҙең өй бар ауылға балҡып күренеп торасаҡ...

– Беҙҙең өй? Шунан...

– Өйөбөҙ ике ҡатлы буласаҡ, тәүге ҡатының уртаһында ҡунаҡтар йыйыла торған зал, кухня, икенсе ҡатында беҙҙең һәм балаларыбыҙҙың йоҡо бүлмәләре. Француз мебеле, фарсы келәмдәре, ҡытай һауыт-һабаһы...

– Миңә ундай уҡ сит ил йыһаздары кәрәкмәй... Тик бына балалар... Ҡыҙыҡ, улар нисәү буласаҡ һуң? Нисә ҡыҙ ҙа, нисә малай?

– Ә һиңә нисәү кәрәк һуң?

– Белмәйем, ҡуй, оялтма... Ә йорт янында нимә?

– Өй янында баҡсалыҡ, унда йәнең ни теләй, шул гөрләп үҫеп ултырасаҡ. Баҡсалыҡтың уртаһында беседка, унда өҫтәл, самауыр, сәй артында һин дә мин. Барлыҡ йыһаздар тик сит илдеке, үҙебеҙҙеке түгел...

– Миңә үҙебеҙҙеке лә оҡшай, тышта тағы ла нимә?

– Йорт нигеҙе уратаһында сәскәләр үҫәсәк... Ана теге урында гараж, унда импортный машина...

– Импортный? Тағы ла ниңә улай?.. Ә сәскәләрҙе мин үҙем үҫтерәсәкмен...

– Үҫтерерһең, йәнең теләгәнен...

– Эйеме, ҡалай матур һәм күңелле буласаҡ беҙҙең киләсәк, эйеме?

– Эйе... Ә һин шуға ризамы?

– Риза...

Тау түбәһендә кешенең уйҙары ла тик изге, хыялдары ла тик яҡты була тиҙәр. Әҙәм балаһы тау түбәһендә ваҡлана белмәй. Юҡҡа ғына ғашиҡтар йән серләшер урын итеп тау түбәһен һайламайҙыр инде. Текәтау түбәһендә Илүзә тәненең һәм йәненең һәр бер күҙәнәгенә тиклем бер нәмәне яҡшы аңланы: балалыҡ дуҫы Зөфәр икән уның берҙән-берем, ғүмерлек йәрем тип эҙләгәне, хыял төбәгәне. Өфөлә университетта уның артынан йүгергән егеттәр менән Зөфәрҙе сағыштырып ҡараны ла, ҡыҙ балалыҡ дуҫын уларҙан күпкә юғары ҡуйҙы. Дөрөҫөн әйткәндә, улар Зөфәрҙең тырнаҡ осона ла тормай. Бигерәк эре, дорфа ҡылана улар. Ошо тау түбәһендә ҡалала уға күҙ атҡан мыҡтым егеттәр аҫта, алыҫта, кесерәйеп ҡалғандай күренде ҡыҙға.

Күңелендә ҡояш, киләсәккә матур уйҙар йөрөткән икән уның балалыҡ дуҫы. Әгәр ҙә ошо тауға бергәләп менмәгән булһалар, Илүзә ниндәй илаһи хозурлыҡты күрмәҫ ине лә, Зөфәрҙең уй-хистәрен аңлай алмаҫ ине. Үҙ асылыңды аңлар өсөн тау түбәһенә мен икән, унан, юғарылыҡтан Көнтөш кенә түгел, үҙ асылың да, яҙмышың да ус төбөндә кеүек күренә икән. Айыу ауылы егете менән етәкләшеп Текәтауға үрләү Илүзәнең яҙмышында ҡырҡа боролош яһар тип кем уйлаһын инде? Ҡыҙ үҙе лә быны көтмәгәйне...

Текәтау түбәһендә Зөфәр менән ҡояш ҡаршылаған таңда Илүзә ҡырҡа ҡарарға килде. Уның егеткә «Риза» тип әйтеүе күп нәмәгә ишара ине. Университетты тамамлағас, ҡыҙ мотлаҡ тыуған ауылына ҡайтасаҡ, егеттең ауылы Айыуҙа түгел, нәҡ ошо Көнтөштә Зөфәр менән матур итеп донъя ҡорасаҡтар, «Илүзә тауы» башына ҙур итеп өй һаласаҡтар, ике ҡыҙ, ике малай үҫтерәсәктәр. Уларҙың бәхетле ғаиләһе, балҡып торған донъяһы бар ауылдың күҙ алдында балҡып, күренеп торасаҡ.

Тағы ла күп тапҡырҙар менде улар был тауға, йәштәрҙең осрашҡанын берәү ҙә күрмәне, белмәне кеүек. Күргәндәре лә уларҙы һаман да баласаҡ дуҫтары тип уйлағандыр. Йәй аҙағында каникулдар бөтөп, хушлашыр алдынан улар һүҙ ҡуйышты, вәғәҙә биреште. Икеһе лә уҡыуын бөтөрөп, ҡулдарына диплом алғас та, теүәл бер йылдан, улар нәҡ тәүге тапҡыр Текәтауға менгән көндө үтәсәк уларҙың туйы. Ҡышҡы каникулға ҡайтҡас, Зөфәр Илүзәне Айыуҙа йәшәгән ата-әсәһе, туғандары менән алып ҡайтып таныштырасаҡ.

* * *

Һөйгәнен һағынған кеше өсөн көтөүҙең ни тиклем ауыр икәнен белә хәҙер Илүзә. Ҡышҡы каникулды саҡ көтөп алды ҡыҙ. Уға тиклем һөйгәненең өҙөлөп яҙған хаттарын уҡып йыуанды. Ер аяғы ер башында урынлашҡан ҡалала, Өфөнән бөтөнләй ҡырын яҡта уҡый ине шул Зөфәр. Шуға күрә ҡыҙҙы күрергә тип нисек кенә Өфөгә килергә ынтылһа ла, килеп сыҡманы. Ярай әле, кеҫә телефоны тигән ҡөҙрәтле хикмәт килеп сыҡты. Әгәр ҙә ул да булмаһа, Илүзә һағышынан һарғайыр ине кеүек. Барыбер заманса аралашыуҙың был хикмәте лә бер-береһенә интизар йәндең һағыныу танһығын баҫа алманы. Киреһенсә, бер-береһенең тауышын ишетеү уларҙың һағыныу тойғоһон оторо ҡуҙғытты, күңелдәрен ярһытты ғына. Улар икеһе лә осрашыу көҫәне.

Ҡышҡы каникул башланыр-башланмаҫтан, Илүзә имтихандарын алдан уҡ биреп, ауылына ашҡынды. Ҡайтып төштө лә, өйҙән бер ҡайҙа ла сыҡмайынса, Зөфәрҙе өҙөлөп көттө. Юҡ, иртә яуған ҡар, ергә иртәрәк ҡунаҡлаған ҡыш түгел уны өйөндә бикләп тотоусы. Улар һөйләшеп-килешкәнсә, Зөфәр уларҙың йортона килеп инәсәк тә, ҡыҙҙың атаһы менән әсәһенә барыһын да әйтеп бирәсәк. Аҙаҡ уны ата-әсәһе менән таныштырыр өсөн Айыуға алып барырға рөхсәт һораясаҡ. Шуға күрә лә Зөфәр килгән көндө өйҙә булмай ҡалмайым, тип ҡыҙ бер ҡайҙа ла сыҡманы.

Һуҡты бәхетле сәғәттәр, килде һөйгәне. Тунын ғына бөркәнде лә, ҡапҡа тышына атлығып сыҡты ҡыҙ. Улар кеше алдында әҙәп һаҡланы, ҡул биреп кенә күреште.

– Һаумы, Илүзә, нихәл? Һағындым...

– Һаумы, арыу, мин дә һағындым, ә үҙеңдең хәлең?

Егет бер һүҙ ҙә өндәшмәне, яуап урынына машинаһы кабинаһынан ҡыҙға баҙлап торған роза сәскәләре сығарып тотторҙо. Шат йылмайған Илүзә, сабыйҙай ҡыуанып, ашҡынып сәскәләргә ҡулын һуҙҙы. Ашығыу – шайтан фиғеле, сәскә һабаҡтарындағы энәләр ҡыҙҙың ус эстәрен өтөп алды. Ауыртыуға түҙә алмаған ҡыҙ бер мәлгә генә күҙҙәрен йомдо ла, кире асты...

... Әммә икенсе бер нәмә Зөфәрҙең ауыҙынан сыҡҡан һүҙҙәр роза һабағындағы энәләр ҡаҙалыуынан тыуған ауыртыныуҙы шундуҡ онотторҙо. Тәүҙә тертләтте, аҙаҡ тетрәндерҙе, һеңгәҙәтте. Үҙ ҡолағына үҙе ышанмаған ҡыҙ Зөфәр әйткән һүҙҙәрҙең тәрән мәғәнәһен бер секунд эсендә бар тулылығында аңланы ла, ҡулындағы сәскәләрҙе ергә төшөрҙө.

– Илүзә, һиңә нимә булды? Ҡулыңды энәһе сәнстеме?

– ...

– Мин бит һинең туның хаҡында ғына һорашҡайным, ҡайғырма, һиңә лә тундың импортныйын алырбыҙ...

Зөфәр ни эшләргә лә белмәне, ҡыҙға табан ике аҙым яһаны. Сәскәләр тапалды. Егеттең йөҙө ағарҙы. Бик һуңлап аңланы ул нимә эшләгәнен. Ҡыҙ роза сәскәһенең энәләре ҡаҙалыуҙан түгел, Зөфәрҙең ауыҙынан сыҡҡан өс кенә һүҙҙең йөрәген өтөп алыуынан өнһөҙ ҡалғайны. Ҡыҙ ике ҡулы менән битен ҡаплап торҙо-торҙо ла, кинәт боролоп, өйгә йүгереп инеп китте. Инде лә үҙ бүлмәһенә үтеп, карауатына йөҙ түбән ауҙы.

Ҡыҙҙарының был ҡылығын атаһы менән әсәһе нимәгә юрарға ла белмәне. Зөфәрҙең машинаһына ултырып өйҙәре янынан елдереп сығып киткәнен генә тәҙрә аша күреп өлгөрҙө улар.

– Аһ-аһ, Зөфәрме? Тигенгә түгел был... Атаһы, әллә ҡыҙыбыҙҙан һорашаһыңмы? Нимә булды икән? Бик татыу инеләр бит, – тине ҡыҙҙың әсәһе Фәниә, иренең ҡолағына шыбырлап.

– Нимә булһын, тағы ла атаһының байлығына маһайғандыр. Һорашмайым, ҡыҙым үҙе белә...

Юнир ағай шулай тине лә, фуфайкаһын кейә һалып ҡапҡа тышына сыҡты. Бер ни булмағандай, ҡар өҫтөндә иҙелеп ятҡан сәскәләрҙе тыш бейәләй менән ҡармап тотоп сүплек өйөмөнә илтеп ырғытты.

* * *

Иламаны Илүзә, дөрөҫөрәге, бығаса күңел төшөрөрлөк бәләкәй генә сәбәп өсөн дә күҙҙәре йәшкәҙәгән ҡыҙ ошо хәлдән һуң иламаҫҡа өйрәнде. Өйҙә лә үҙен бер ни булмағандай тотто. Иртәгеһен иртүк Зөфәр тағы ла килеп етте. Әммә ҡыҙ уның янына сыҡманы. Машинаһын бипелдәтеп хәтһеҙ ваҡыт ҡапҡа төбө һаҡлағандан һуң Зөфәр өйҙәренә үҙе килеп инде. Ҡыйынһынып ҡына һаулыҡ һорашҡан булды. Урындыҡта гәзит уҡып ятҡан атаһы, гәзитен ситкәрәк күсереп, һаулығын алды. Илүзә төпкө яҡта ултыра ине. Әсәһе ҡашығаяҡ менән булаша. Зөфәр ишек төбөндә тапанды-тапанды ла, урындыҡта гәзит уҡып ятҡан ҡыҙҙың атаһына өндәште.

– Юнир ағай, Илүзәгә килгәйнем, ул өйҙәме?

– Өйҙә, төпкө яҡта, – Юнир ағай егеткә төпкө яҡҡа ымланы.

– Мин уны тышта көтәм, һау булығыҙ...

Был һүҙҙәрҙе егет төптәге Илүзә лә ишетерлек итеп әйтте. Нисек килеп ингән булһа, шулай тышҡа сығып та китте. Өйҙә һис кем ҡымшанманы. Бер минут үтте, ике минут... биш минут... ярты сәғәт... бер сәғәт... Тышта Зөфәрҙең машинаһы тағы ла бипелдәне. Оҙаҡ яңғырап торҙо уның тауышы. Аҙаҡ машинаның тәгәрмәстәре һыҙғырып урынынан ҡуҙғалып киткән тауышы ғына ишетелде. Өйҙәгеләр өнһөҙ генә аңлашты. Бары Фәниә апайҙың ғына ире менән ҡыҙын киске ашҡа саҡырып өндәшеүе ишетелде.

– Юнир, Илүзә ҡыҙым, әйҙәгеҙ ашарға...

...Иртәгеһенә Илүзә ҡышҡы каникулының тамамланғанын да көтөп тормайынса Өфөгә юлға сыҡты. Атай менән әсәй кеше барыһын да аңлаған кешеләй, уның менән һаҡ ҡына һөйләште. Ниңә иртә киткәнен һорашып та торманы. Автобусҡа менеп баҫҡас, һәр саҡтағыса, әсәһе ҡул болғап ҡалды, атаһы автобусҡа менеп баҫты. Үргә менеп еткәс, атай кеше, ҡыҙы менән хушлашты ла, һәр саҡтағыса, күҙҙәренә йәш алып автобустан төшөп ҡалды. Илүзә берсә ҡул болғап юл сатында баҫып ҡалған атаһына, берсә аҫтағы үҙәндә ятып ҡалған тыуған ауылына күҙ атты. Текәтау ҙа күренде. Тик ниңәлер был юлы тау кесерәйеп ҡалғандай. Ҡолағында Зөфәрҙең әйткән һүҙҙәре яңғырап китте: «Шубаң һинең искусственныймы ул?..»

ӘХМӘР ҮТӘБАЙ.

2006 йыл

Читайте нас