Бөтә яңылыҡтар

Ҡыҙыл башмаҡтар (хикәйә)

Киске мәктәпкә йөрөү ҡайҙа – шул йәйҙе үк, ял йорто ашханаһында официантка булып эшләгәндә, оҙон буйлы, үткер ҡарашлы теремек егет Исламды осратты. Осрашҡандарына ай ҙа үтмәне, Сәриә ҡойон ҡуйған һылыуға әйләнде лә ҡуйҙы! Алтын алҡа-йөҙөктәр, модалы ебәк күлдәк, француз туфлиҙары кемдәргә килешмәй? Эштән һуң тәбиғәт ҡосағына сығыуҙар, ай яҡтыһында күлдә һыу инеүҙәр, өшөгән тәнде генә түгел, йәнде иретерлек тәмле эсемлектәр...

Сәриә, салҡатан ятҡан килеш, стена, түшәм буйҙарын байҡаны. Ҡайҙа ҡарама – ҡалын-ҡалын үрмәксе ауҙары аҫылынған. Быларға күҙҙәре уның күптән өйрәнгән. Мөйөштә ҡарайып күренгәне ни тағы? Ул берсә ике бесәй балаһының башын хәтерләтә, берсә, уҡмашып, йөн йомғағы булып тәгәрәй. Шулай ҙа нимә был: бесәйме, йомғаҡмы?

Ҡыҙыҡһыныу ҡапыл ҡурҡыу менән алмашынды: теге ҡара әйбер дәү бер бесәй булып сыҡты. Бына ул Сәриә өҫтөнә һикерҙе лә быуа башланы. Ҡысҡырырға, ярҙам һорарға ине лә, тауышы сыҡмай. Ана, ишектән Исламдың таҡыр башы күренде. Юҡ та, ул ат башы икән. Хайуан, артҡы аяҡтарында торған килеш, тешен ыржайтып, шарҡылдап көлә, үҙе тапарға була Сәриә өҫтөнә менеп килә.

– Ис-ла-ам! – Үҙ тауышына ҡатын һиҫкәнеп китте. Ислам да, бесәй ҙә, тулҡын йыуғандай, юҡ булды. Сәриә маңлайына һалҡын тир бәреүен тойҙо. Ислам? Ысынлап килдеме ул, әллә күҙенә күрендеме? Кәрәкмәй. Ислам да, береһе лә кәрәкмәй. Эске генә килде, үҙ тыны ирендәрен көйҙөрөп алып бара.

Сәриә, Ислам менән кисәге һөйләшеүҙе иҫенә төшөрөргә тырышып, маңлайын йыйырҙы. Был уның Исламдан тәүге туҡмалыуы түгел түгеллеккә. Шулай ҙа ыҙғыш нимәнән башланды һуң әле?

...Ире ҡәберенән кисләтеп ҡайтты Сәриә. Кемдер ҡәберҙе кәртәләгән. Кәҫле тупраҡ араһында бер төп йәш ҡайын япраҡ ярып ултыра. Кемдәрҙер онотмай икән әле Әлмөхәмәтен. Сәриә, бер ус тупраҡ алып, усына ҡыҫты: «Әй, Әлмөхәмәт, Әлмөхәмәт, яндарыңа килергә лә хаҡым юҡ бит минең...»

Сәриә үҙ күмерендә мәйет оҙатып, зыярат ҡылып йөрөмәне. Зат-зәүере булманы. Хатта өләсәһенең – берҙән-беренең – ҡәбере ҡайҙа икәнен дә белмәй.

Йәшәү тураһында уйланмаған кеүек, үлем хаҡында ла баш ватманы ул. Әле бына бөгөн таңда ғына һағышланып уянды. Көнө буйы өйөндә толҡа таба алмай яфаланды. Кемгәлер барғыһы, һөйләшкеһе килде, ултырып уйлағас, барыр кеше тапманы. Кемгә бара беләһең, уның ишеген бит күптән бер кем дә шаҡымай... Шунан, баш һуҡҡан яҡта йөрөйөм дә киләйем тип, урамға сыҡты. Аяҡтар ошонда килтерҙе...

Кислеккә туплана башлаған ҡарғалар тауышына һиҫкәнеп, Сәриә урынынан торҙо. Шәфәҡ нурҙарын этәреп, күккә ҡара болот эркелә, ҡәбер өҫтөндәге йәш ҡайын елгә сәсәй. Ҡатын ҡапыл ҡапҡаға ташланды...

Тәҙрәһендә утты күреп, ул туҡтап ҡалды. Йәнеңде йылытыр ут түгел был, Исламдан башҡа уның өйөндә этем йөрөһөнмө? Күл яғынан иҫкән һалҡын ел Сәриәнең яланғас беләктәрен, балтырҙарын һыпырҙы, үҙе өшөүҙәнме, ҡурҡыуҙанмы, теше тешкә теймәй ҡалтыранды. «Әллә өйгә инмәҫкә лә ҡуйырға инде?» – тип икеләнә эске бер тауыш. «Ҡайтмау менәнме ни – үҙеңдән үҙең ҡасып буламы икән?» – тип мыҫҡыл итә икенсе бер тауыш. «Китергә ине миңә, балаларымды табырға ине. Бәлки, Ислам ярҙам итер?» – тип өмөт уята тәүге тауыш. «Тот ҡапсығыңды, көт Исламдан ярҙам!» – тип шарҡылдап көлә икенсе тауыш, уҫал тауыш, үҙенә буйһондора, ихтыярын һындыра торған тауыш.

Ябылып етмәгән ишектән үҙенә-үҙе ниҙер һөйләп хәмер һемергән Исламды күргәс, Сәриә ипләп кенә баҫҡыстан кире төшә башланы.

– Туҡта... Үт, ҡоҙағый, үт: урының түрҙән... – Ислам күкһел ҡалын ирендәренә йылмайыу шәрәмәте сығарҙы: – Ниңә шулай, аҫрау ҡатын шикелле, ситтә генә моңайып ултыраһың? Әллә Әлмөхәмәт менән йәшәгәндә шунан уҙманымы хәлең?

Сәриә үҙенә тип һалынған араҡыны ситкә этәрҙе. Бына хикмәт: кистән баш төҙәтергә әмәл тапмай йөҙәне, әле килеп, күргән ерҙән уҡшыта. Етмәһә, ҡолағына берсә ҡарға тауыштары салына, берсә сабый ҡайын елгә сайҡала... Исламға Сәриәнең ҡылығы, әлбиттә, оҡшаманы:

– Нимә тәре кеүек ҡаттың? Берәүҙе әҙәмгә һанап, баш ҡоҙа килгән, ә ул... Ниңә ҡыуанмайһың? Өйләнәм, тиһәм, Исламға йүнлерәктәре бөтмәгән, һинең урыныңда башҡа берәү булһа, ҡаршымда күбәләктәй өйөрөлөр ине әле.

– Үҙең өй һалғас, башкөллө барып инерһең. Был йорт – балаларҙыҡы. – Сәриәнең тауышы әкрен, ләкин ҡаты сыҡты.

– Бәй, шулаймы ни?! Ниңә уны күптән әйтмәнең? Һин шулай изгелекле әсә ләме ни әле?!

– Ҡалай ҙа һин берәҙәккә хөкөм итергә түгел. Минең башты ашағаның полный еткән, балаларымды өлөшһөҙ ҡалдырырға булдыңмы?

Ислам ирендәре ҡалтыранған Сәриәнең беләктәренән матҡып тотоп алды.

– Баш төҙәтергә рәт тапманыңмы әллә бөгөн? Ағайың менән иплерәк һөйләш, башың ике булмаһа... Бәй, әйтер инең: башыңа теймәгән булыр инем. Ха-ха-ха!.. – Ул ғыжылдап, быуылып көлә башланы. – Башы эшләгән кеше ҡырҡ эттән ҡалған кәнтәйгә әйләнер инеме? Ух-ха-ха...

– Әлмөхәмәт яҡты өмөттәр менән донъя ҡорғайны! – Сәриә, баяғынан да нығыраҡ ҡалтыранып, ҡулын ысҡындырырға маташты. – Минме кәнтәй? Минме ҡырҡ эттән ҡалған? Ун алты йәшемдә намыҫымдан көлөүсе һин түгел инеңме? Эсеү ҙә, аҙыу ҙа һинән башланды. Ишетәһеңме, күрә алмайым мин һине!

Сәриә, бер ҡулын ысҡындырып алып, өҫтәлдәге шешәгә ынтылды.

– Ә-ә! Эскең киләме ни? Бая уҡ шулай тимәй...

– Эскем түгел, үс алғым килә. Балаларым, Әлмөхәмәтем, тапалған бәхетем өсөн үс... Мә, хәшәрәт, дөмөк! – Эһем. – Ислам сайҡала-сайҡала аяҡ үрә баҫты. Унан ашыҡмай ғына йәнселгән түбәһен һыпырҙы. Усында ҡан күреү уны бер секундта йыртҡысҡа әйләндерҙе: – Ислам менән шутки плохи. Ислам менән шаярмайҙар. Ну, каналья, держись!

Ислам уны күпме, нимә менән туҡмағандыр – Сәриә хәтерләмәй. Күҙ алдында Исламдың шашҡан ҡарашы ғына тора. Эргәһендә тояғы һынған өҫтәл аунап ята, ишек яңаҡтарына ҡан сәсрәп ҡатҡан. Күк ерлеккә эре ҡыҙыл сәскәләр төшөрөлгән мендәр – ҡәйнәһе бүләге лә – ярыҡ шешәләр араһында аунай.

...Ҡасан ғына әле Сәриә, күбеп торған ошо мендәргә баҫырға ҡыймай, тупһала туҡтап ҡалғайны.

– Үт, килен, үт. Төклө аяғың менән! Ҡап уртаһына баҫ әйҙә мендәрҙең. Төшкән ереңде таштай бат, – тип өтәләнеп, ихлас ҡаршылағайны уны Бибизата ҡарсыҡ.

Өй иркен. Ике бүлмәле. Яңы сабылған ҡарағай еҫе һулышты киңәйтә. Сәриәгә сәй яһарға ҡушып, ҡәйнәһе түргә менде. Әлмөхәмәте самауыр артына, кәләшенә ҡаршы ултырҙы.

– Тәүге сәйгә юрый кешегә әйтмәнем, – тип талғын ғына һүҙ башланы ҡәйнәһе. – Ошо рәүешле сәй эсеп ултырырға күпме хыялландым. Иншалла, теләгем ҡабул булды: улымды хәләл мал менән башҡа сығарҙым. Уйланым-уйланым да, үҙем әлегә иҫке нигеҙҙә ҡалырға булдым. Өйрәнгән күрше-күләнде лә, килен булып төшкән тупһамды ла ташлап сығыу йәл. Балаларығыҙ тыуһа, бағырмын, донъяғыҙҙы ла көтөшөрмөн. Татыу ғүмер итһәгеҙ, иң ҙур ҡыуаныс миңә шул булыр.

Бер йотом сәй менән тамағын сылатҡас, ҡәйнәһе йәнә һүҙгә кереште:

– Һин, килен балаҡай, һуғыштан һуң тыуғанһың. Аслыҡ касафаттарын, Аллаға шөкөр, татымағанһыңдыр. Шулай ҙа борондан ҡалған мәҡәлде онотмағыҙ: әҙәм балаһы юҡлыҡҡа түҙә, барлыҡты күтәрә алмай. Нотоҡ уҡыуым түгел, оло булараҡ, кәңәш итеп әйтеүем генә: әҙер донъяға төштөм тип, берәшәнләнеп мал туҙҙырма. Хәләлде харамға сайыуҙан аң булығыҙ.

– Ярай, әсәй, ул тиклем хафаланма. – Тағы бер сынаяҡ сәйҙе ҡоролай ғына һемерҙе лә ҡәйнәһе ҡайтырға ашыҡты:

– Һеҙ, йәштәр, үҙегеҙ көңгөр-ҡаңғыр иткегеҙ киләлер. Ҡоҙа-ҡоҙағый булһа, иркенләп гәпләшер инек тә, ярай, насип булмағандыр.

Сәриә әсергәнеп китте. Шулай ҙа: «Әсәйем бар минең!» – тип әйтергә теле әйләнмәне. Әсәһе Сәриәгә өс йәш тулмаҫ элек кейәүгә сыҡҡан. Ҡайҙалыр Үзбәкстанда йәшәгән әсә башта хат яҙғылап торған, аҙаҡ унан хәбәр-хәтер булманы. Сәриә өләсәһенә «әсәй» тип үҫте. Бик иркәләтте үҙен өләсәһе, теләгәне алдында булды. Быны күргән күршеләре: «Ҡыҙыҡай, әсәһенә оҡшап, төҫкә уғата таҙа. Холҡо менән дә оҡшамағайны... ҡатыраҡ тот, ҡыҙға ҡырҡ ерҙән тыйыу, ти», – тип киҫәтә килде.

Күршеләренең кәңәше танауына еҫ инә башлаған Сәриәгә оҡшамаһа ла, төҫ-башы хаҡында һөйләнеүҙәре буш түгел. Сәриә уны үҙе лә тоя. Ун дүрт йәшендә ул әхирәттәренән шәйлә айырыла ине: йомро тар ғына яурын, нескә бил, бейек тойором янбаш, һары сәстәре ебәктәй йомшаҡ, ҡулбаштарына килешле тулҡын яһап төшөп тора, зәңгәр күҙҙәрен ҡаймалаған керпектәре, дуғалай сөйөлгән ҡаштары сәсенән байтаҡҡа ҡоңғорт; ирендәре лә янып өрөлөп тора. Һәр хәлдә, Сәриә көҙгөләге үҙ рәсеменә сәғәттәр буйы текләп ултырһа ла туймай. Тик өләсәһенең иҙән йыуып алған аҡсаһынан әллә нимә өмөт итеп булмай шул инде, өҫтө-башы ғына ҡыра күңелде.

Һигеҙенсене, артыҡ күңел һалмай, этеп-төртөп бөтөргәс, Сәриә ҡабат мәктәпкә бармаҫҡа ҡарар итте. Бөтә тормошон ейәнсәренең күңелен табыуға ҡорған өләсәһе ҡаршы килмәне:

– Атаҡ, уҡымаһаң ни... Үҙем, бер класс бөтмәһәм дә, йәшәп ятам әле. Бынауындай сибәрлегең менән парта артында ҡыуарып ултырмаҫһың инде. Исмаһам, эшләп өҫтөңдә бөтәйтерһең.

Сәриә, өләсәһен йыуатыр өсөн түгел, үҙ ҡылығын аҡлар өсөн генә:

– Киске мәктәпкә йөрөрмөн шулай ҙа, – тигән булды.

Киске мәктәпкә йөрөү ҡайҙа – шул йәйҙе үк, ял йорто ашханаһында официантка булып эшләгәндә, оҙон буйлы, үткер ҡарашлы теремек егет Исламды осратты. Осрашҡандарына ай ҙа үтмәне, Сәриә ҡойон ҡуйған һылыуға әйләнде лә ҡуйҙы! Алтын алҡа-йөҙөктәр, модалы ебәк күлдәк, француз туфлиҙары кемдәргә килешмәй? Эштән һуң тәбиғәт ҡосағына сығыуҙар, ай яҡтыһында күлдә һыу инеүҙәр, өшөгән тәнде генә түгел, йәнде иретерлек тәмле эсемлектәр... О, бай ине ул саҡта Ислам! Тәкәббер, эре ине. Сәриәгә ҡарата мәрхәмәтле, игелекле ине Ислам...

Ғүмер буйы осон-осҡа ялғап көн күргән өләсәһе ҡыҙының буласаҡ кейәүенә һөйөнөп бөтә алманы.

– Сәриәм, Аллаға шөкөр, яҡшы кешегә юлыҡты, – тип маһайыр ине күрше-күләненә кис ултырырға сыҡҡан саҡтарында, – барҙың барлығы тейә шул: гел затлы әйбер әпирә ҡыҙыма.

Затлы әйберҙәрҙең харам юлдан яуғанын ғына шәйләмәне улар. Аҙаҡ Ислам Сәриәнең үҙен дә «мал табыусыға» әйләндерҙе. Юҡ, Сәриәгә артыҡ хафалы эш ҡушманы ул: бары ресторанға ингән ҡалын кеҫәле клиентты шәйләп, башын әйләндереү.

Сәриә Әлмөхәмәтте лә ресторанда эшләгән сағында күрҙе:

– Үтегеҙ, теләгән өҫтәлде һайлап ултырығыҙ. Бә-әй, бик ҡыйыуһыҙ күренәһегеҙ... Беҙҙә беренсе тапҡырмы әллә?..

Егет, тапана биргәс, иң ситтәге өҫтәл артына ултырҙы.

– Ашханалар ябылған. Бында тәү инеүем.

– Бына меню.

Сәриә ҡаршы ултырғысҡа ултырҙы ла алсаҡ ҡарашын егеткә төбәне:

– Ауылданмы?

– Ауыл-да-ан... Шифер яҙҙыртҡайным, келәттән алып сығырға өлгөрмәй ҡалдым.

– О-о! Өй һалаһыңмы ни?

Шул саҡ Әлмөхәмәт илгәҙәк ҡыҙҙың йөҙөнә күтәрелеп ҡараны. Әйтер яуабы әллә ҡайҙа осто: киң асылған ҡара күҙҙәрендә һоҡланыу, ғәжәпләнеү, оялыу – бөтәһе бергә эркелде шунда! Был ҡараштан күпте күргән Сәриәнең дә керпектәре дерелдәп ҡуйҙы...

Егеттең ғәйрәт, ихласлыҡ ташҡан һынына Сәриә башҡаса күтәрелеп ҡараманы. Ниҙәндер ҡурҡҡандай, йәһәт кенә кухняға инеп китте, Әлмөхәмәт алдына ризыҡты ла һүҙһеҙ-ниһеҙ теҙҙе.

– Рәхмәт...

Тауышты ишеткәс, бер аҙға, бары бер секундҡа батмус тотоп китеп барған еренән туҡтай бирҙе Сәриә. «Ҡайҙа ишетте әле ул был тауышты? Бәлки, берәйһе менән бутайҙыр... Юҡ, хыялында ғына ишетелгәндер был ауаз. Сейәлгән уның яҙмышы, буталған. Унда хыял кисерештәренә урын юҡ. Әйҙә, егеткәй, аша ла, юлыңда бул. Юғиһә Алла серем иткән саҡта, шайтан ниҙәр ҡылмай...»

Күңелһеҙ уйҙарынан арынырға була, Сәриә башҡа клиенттарға ашыҡты.

* * *

Сәриә баяғы аунап ятҡан мендәргә ҡул һуҙырға иткәйне, тәнен ҡаты ауыртыу телгеләне. Уң ҡулы хәрәкәтләнмәй, яурындан сыҡҡандырмы, һынғандырмы, күкрәкте ниҙер ҡыҫа, бөйөрҙәр таш кеүек ҡатҡан, тын алдырмай.

Ҡатын, ыңғырашып, ҡарашын баяғы ҡара нөктәгә күсерҙе. Нимә һуң был? Ошоғаса ҡайһылай бер ҙә абайламаған. Өй эсендә йыһаз бөттө. Ҡайһыларын кәйеф-сафа ҡылыуға килгеләп йөрөгән Ислам ҡырҙы, бәғзеләрен осһоҙ хаҡҡа үҙе елгәрҙе. Яланғас стенала эленеүле торған берҙән-бер әйбер булғанға теге ҡара нөктә иғтибарҙы тартып тик тора. Бына ул йәнә ҙурая башланы. Бәй, плащ салғыйҙарын ялпылдатып, кемдер килә бит. Алыҫта булғанға ул нөктә булып күренгән икән.

– Кем ул? Туҡта!

– Сәриә, был мин бит! Әллә танымайһыңмы?

Йөҙөнә тимгел-тимгел ҡыҙыл таптар бәреп сыҡты, Сәриә инеүсегә ынтылырға иткәйне, ҡуҙғала алманы. Ул бит, ул – Әлмөхәмәте тора ҡаршыһында!

– Һин нисек килдең? Ҡәбереңде кисә генә үҙ күҙем менән күрҙем.

– Их, Сәриә! Унда мин тыныс күңел менән ята тиһеңме? Үлем ҡыҙыулыҡ менән булды. Бөтәһе берсә алҡымдан алды бит: әсәйемдең үлеме, һин, Ислам... Зиһенем дүнә башлағас, ҡыҙҙарымдың тауышын ишеттем. Үкенестән ҡан һауҙы күҙҙәремә – бер хәл дә ҡыла алманым, һине лә һағынам...

– Һағынаһың... Мин бит енәйәтселәргә булышҡан өсөн хөкөм ителгән әҙәм инем. Эштә беҙҙе химичкалар тип йөрөттөләр. Срогым тулғас, ҡайҙа, кемгә барып морон төртөргә белмәй инем. Һин үҙегеҙгә саҡырҙың...

– Саҡырҙым шул. Тәү күргәндә үк күңелемдә ташҡын яһап, дауыл ҡуптарып киттең бит. Эҙләнем мин һине, таптым... Таптым да юғалттым. Үҙемде лә юғалттым. Балаларҙы... Әсәлек хисе күңел юшҡындарыңды йыуыр, тигәйнем. Ғазаптарҙан еңел ҡотолмаҡсы булғанмын. Етемлеккә сик ҡуям тип, йәнен фиҙа ҡылған атайым рухына хыянат иттем. Бер балаһын әҙәм итеүгә тотош ғүмерен бағышлаған әсәйем рухымы рәнйемәҫ? Ах, шул ҡулыма арҡан алып сауҡаға атылған минуттарымды кире ҡайтарып булһа...

– Күтәр мине, Әлмөхәмәт?

– Күтәргәйнем мин һине, Сәриә! Ал ҡояшым, берҙән-берем итеп күтәргәйнем!

– Ах, китәһең дәме ни, Әлмөхәмәт... – Ирендәрен өткән ошо ауаз Сәриәне һиҫкәндерҙе, айнытып ебәрҙе. Шешенгән ҡабаҡтары аҫтынан тирә-яғын байҡаны: бер кем юҡ. Ҡайта торған ергә китмәне бит уның ире. Килмәне ул, килмәгән. Бөтәһе лә үҙ урынында, һауа ғына Әлмөхәмәт ҡалдырған һағыш менән тулы...

Хәтерләүҙән Сәриәнең тыны ҡыҫылды, теге ҡара нөктә лә тирбәлеп ҡуйҙы. Тәүге бәпесен тапҡас, Әлмөхәмәт ҡатынын ҡулдарында шулай бәүелткәйне.

– Алтыным һин минең! Бығаса мин иген баҫыуынан да матурыраҡ нәмә күрмәнем. Алтын башаҡтар төҫө сабый сағымдан күңелемә һеңешкән, һинең сәстәреңдә лә бит бешкән иген төҫө. Әллә шуға бер ҡарауҙа әсир иттең микән?

Ә эсә ине бит Сәриә! Һөйөүенән иҫергән Әлмөхәмәт башта быны абайламаны. Аңғарғас, былай тине:

– Өйҙә яңғыҙың булғанға теләһә ниндәй уйҙар башыңа киләлер. Гөлсибәргә йәш тулғас, фермаға барырһың. Эш ауыр түгел, күп нәмәне машина башҡара. Исмаһам, күмәк кеше араһында күңелһеҙ уйҙарыңдан арынырһың.

...Иренең һүҙен тотоп, эшкә лә сығып ҡараны Сәриә. Пенсияға киткән һауынсының бынамын тигән төркөмөн бирҙеләр үҙенә, һөт арыу булғас, әҙәм араһында йөҙө лә яҡты. Электән эшләгән һауынсы ҡатындарҙың үҙҙәре араһына ылыҡтырырға, ярҙам ҡулы һуҙырға тырышып тороуҙары ла күңеленә хуш килде. Тик бына ҡунаҡ-төшөм булғандан һуң иртәнге дүрттән тороп фермаға китеүҙәре ҡыйын икән! Баш ҡурғаш тыңҡыслағандай ауыр, быуын юҡ, ярай ҙа йәшереп-боҫороп ҡуйған «баш төҙәтерлегең» булһа. Бындай саҡтарҙа һауынға күберәген Әлмөхәмәт китер ине. Үҙе былай ауырһынманы, ҡәйнәһе генә бер килгәнендә уратыбыраҡ һүҙ башланы:

– Улым, яман байып бараһығыҙ түгелме?

Әлмөхәмәт сәйерһенеп өй эсен байҡаны:

– Әлләсе, әсәй. Үҙең биреп сығарған мөлкәт инде, шуның менән көн күргән баш...

– Әләйһәң, буштыр. Әҙәм телендә, Әлмөхәмәт яман байыған икән, ҡатнашмаған туйҙары, ҡотламаған кешеләре юҡ, тигән имеш-мимеш хәбәр йөрөгәнгә генә һорауым. Киленде лә фермала әлдән-әле юғалталар икән. Һиңә, улым, «Сәриәнең сменнайы» тигән ҡушамат таҡҡандар, имеш...

– Кеше ни... ни һөйләмәҫ. – Ҡолаҡтарына тиклем ҡыҙарған Әлмөхәмәт әсәһенән ҡарашын йәшерҙе. – Һин бисә-сәсә һүҙенә әҙерәк ҡолаҡ һал, әсәй...

– Ярар, – Бибизата ҡарсыҡ улының бөгөлөп төшкән һынына тултырып ҡараны ла, сикә тирәһенә яулығын ҡымтып, китергә йыйынды. – Ярар, һин әйткәс, ҡолаҡ һалмам. Шулай ҙа үпкәләмәгәйе – шартлағыҙ, уйлағанымды әйтәм: кисә үлһәм, ҡатын-ҡыҙҙың эсеп эшкә сыҡмай ятҡанын белмәй китер инем, билләһи.

Үҙҙәре генә ҡалғас, көйһөҙләнеп, ҡыҙа алмай ятҡан усаҡтағы утындарға ҡарап тынып ҡалдылар. Сәриә, уңайһыҙ тынлыҡты боҙорға тырышып, иренә өндәште:

– Утыны ла ҡоро, әллә ниңә янмай?..

– Усаҡ яғыуҙың да үҙенә күрә рәте бар шул, бисәкәй. Тырым-тырағай ятҡан ағастар дөрләп китә алмай.

– Һеҙгә ни булды бөгөн? – тин иренен бүлтәйтте Сәриә. – Әсәң дә, һин дә кинәйә һөйләй башланығыҙ.

– Кинәйә түгел, әсәйем дөрөҫ әйтә. Тик һин үпкәләмә. Ғүмер баҡый донъя йөгөн бер үҙе тартҡас, тынғыһыҙ шул ҡарсыҡ. Өндәшмәһәм дә, үҙем дә ул турала күптән уйлана инем, Сәриә...

– Әйҙә, ҡарсыҡ-ҡорсоҡто күберәк тыңла – усағың йәһәт ҡыҙыр.

– Ҡәйнәң һиңә ҡарсыҡ-ҡорсоҡ түгел. – Кисә гараж тыҡрығынан килеп сыҡһам, байтаҡ ир-ат, кино башланғанын көтөп, клуб янында тора. Былар мине күрмәй. Шунда, нигеҙ буйында, бер кәзә игеҙ бәрәс килтергән. Береһе шунда: «Их, бынауҙарҙы Әлмөхәмәт менән Сәриә белмәй яталыр инде, йылтырҙы егеп, хәҙер ҡотларға килеп етерҙәр ине», – тип ысҡындырҙы. Шарҡылдап көлгәндәрен ишетмәҫкә була, кире боролдом, өйгә кәртә артынан урап ҡайттым.

– Харап инде. Көлә бирһендәр. Беҙҙең татыулыҡты күрә алмай әҙәм.

– Ҡуйсы, бисәкәй. Ошоғаса әҙәм көлдөрөп йәшәмәнем. Атаһыҙ үҫкәнгәме, яман ғәрсел бит мин. Уҙған йыл, ана, юҡ сәбәпте бар итеп, Почет таҡтаһында ун йыл торған рәсемемде алып ташланылар. Ураҡ еткәс, сәмләнеүҙән йоҡонан яҙҙым, әммә колхозда түгел, районда беренсе урынға сыҡтым. Үлемдән – оят көслө, Сәриә.

Сәриә Әлмөхәмәттең дерелдәгән иңбашынан ҡосаҡланы:

– Ярар инде, тыныслан. Бынан һуң эске мәжлестәрен ҡыҫҡартырбыҙ. Ҡултыҡлашып киноға ғына йөрөрбөҙ, йәме?

Әлмөхәмәт ҡатынын күкрәгенә ҡыҫты: «Их, Сәриә, Сәриә, татлы ла, асы ла яҙмышым минең...»

* * *

Ошо һөйләшеүгә күп тә үтмәне, Сәриә халыҡ хужалығына мәжбүри эшкә ебәрелгәндә бер ятаҡта йәшәгән әхирәтенән хат алды. «Һине берәү килеп эҙләп йөрөнө. Үҙен Ислам тип таныштырҙы...» Был юлдарҙы уҡығас, Сәриә урындыҡҡа лып ултырҙы. Ислам? Иреккә сығыр мәле етте ләме икән уның? Эй, ваҡыттың үтеүе... «Йәһәннәм тишегенән дә эҙләп табырмын һине. Башың ике булһа, көтмәй ҡара», – тигәйне ул хушлашҡан саҡта. Ауға эләккән ҡошсоҡтай тыпырсынды Сәриәнең йәне. Тәне берсә өшөй, берсә яна...

Ҡобараһы осоп, күпме хәрәкәтһеҙ ултырғандыр, Әлмөхәмәт ҡайтып, ут ҡабыҙғас, аптырап китте:

– Бәй, һин өйҙәме ни? Ни булды? Ҡайһылай төҫөң ҡасҡан...

– Сирләп торам, – тине Сәриә, телен көскә әйләндереп. – Урын йәйеп бирсе...

Әлмөхәмәт уны төпкө бүлмәгә индереп һалды, үлән сәйе ҡайнатып эсерҙе, табандарына йылытҡыс ҡуйып, өҫтөн ҡымтыны. Йоҡоһоҙ үткән төн был юлы ҡыҫҡа тойолдо Әллә нисә ҡабат Әлмөхәмәтте уятырға, хәлен һөйләргә уҡталды. Тик... иренең бер йөрәген күпме телгеләмәк кәрәк? Һуңғы осоро былай ҙа эштән көйәләнеп, кәйефһеҙ ҡайта. Ремонтта ултыралар. Запчастар етешмәй. Ураҡ башланғгас, шул арҡала йәндәй ҡәҙерле көндәр әрәмгә китәсәк, тип уфтана. Унан һуң... аңлармы ул Сәриәне? Исламдың ҡот осҡос кеше икәнен Сәриә төшөндөрә алырмы Әлмөхәмәткә? Төшөнгән хәлдә лә, сабыйҙай бер ҡатлы кеше күтәрерме быны? Исламдар донъяһы бөтөнләй ят бит уның иренә, бөтөнләй ят... Ни ҡылырға, ярҙам һорап кемгә барырға? Сәриә ошо төндө бығаса көслө тип табынған иренең көсһөҙ яғын асты: Әлмөхәмәт бысраҡлыҡ ҡаршыһында юғалып ҡала. Юҡ, юҡ, һөйләй алмай ул иренә быларҙы!

Яңы таң үҙ көнөн яңы мәшәҡәт менән тултырҙы. Сәриә күңелен хәмергә бушатты...

* * *

Эштең дә рәте китте. Ҡарау етерлек булмағас, һыйырҙар ҙа һөтөн кәметте.

– Оятың ҡайҙа һинең? Араҡыға алмаштыңмы? – тип ферма мөдире лә өҫкә менеп килә. – Ҡуйсы, ҡуйсы... Илде лә, ирҙе лә ҡотайта торған бисә түгелһең.

Сәриәне эшкә һалҡын ҡарағаны өсөн урындағы комитетҡа тикшереүгә ҡуйҙылар. Халыҡ алдына был көйө сыға алмаҫын белеп, эсеп килде ул.

– Ҡайҙан килгән суфыйҙар! – тип шарҡылдап көлдө Сәриә үҙен шелтәләп сығыш яһаусыларҙан. – Әллә ауылығыҙ менән Мәккәгә барып, хаж ҡылып ҡайттығыҙмы? Улай тиһәң, магазинға килгән бер машина араҡыны, аҙна араһына ла еткермәй, мин генә эсеп бөтөрә аламмы икән?..

– Һин беҙҙән һорау алма. Бында һинең тәртибең тикшерелә, һин үҙеңдән генә түгел, ауылдың абруйлы кешеһе – ҡәйнәңдән, ошоғаса бөтөн халыҡҡа өлгө булған иреңдең дә битенән көләһең.

– Ниңә, ирем менән ҡәйнәм ялыу менән килделәрме һеҙгә? Эшләй алмаһам ни, сығарығыҙ. Ыһ та тимәм. Мал аҫтын таҙартыр өсөн иргә сығылмаған...

– Закон төҙәтә алмағанды, – тип ҡул һелтәне ферма мөдире. – Өс йылды һиңә матур булғанға биргәндәр тиһеңме?

Ауыртҡан еренә сәпәнеләр Сәриәнең. Күҙен ҡыҫа биреп, ферма мөдире ҡаршыһына барып баҫҡанын үҙе лә һиҙмәй ҡалды:

– Ах, шулаймы ни? Миндәй бисә үҙенә тәтемәгәнгә көнләшәһеңме әллә? Эйе! Хөкөм иттеләр мине. Ҡорт та бит алманың аҫылына төшә. Ә һинең кәкре ашҡаҡ бисәңде майға бутап ташлаһаң, эт тә яламаҫ!

– Һинең телеңде эт яламаҫ! – Мөдир ишекте ҡаҡлыҡтыра ябып сығып китте. Урындағы комитет ниндәй ҡарар сығарғандыр, мәгәр Сәриә фермаға ике аяғының берен дә баҫманы...

Йыйылыштан ҡайтышлай тағы өҫтәне Сәриә. Хәҙер инде ике донъя бер мөрйә: диңгеҙ тубыҡтан. Үҙе ауа-түнә атлай, үҙе кемдәрҙелер һүгә, йә шарҡылдап көлә. Өйөнә етер саҡта аяҡтары бөтөнләй тотмаҫ булды. Имгәкләргә итә – хәленән килмәй. Ҡаршы сыҡҡан Әлмөхәмәттең дә ҡулын этәрергә тырыша:

– Кит... Берегеҙ ҙә бысағыма ла кәрәк түгел, һеҙ фәрештә, мин – фәхишә. Химичка!

– Әйҙә инде инеп ят, бөтөн әҙәм беҙгә ҡарай!

– Төк-көрҙөм мин... әҙәмгә. Ха-ха-ха! Күрһендәр! – Сәриә кофтаһын сисеп быраҡтырҙы. Унан күлдәгенә йәбеште. – Күр-һен-дәр! Сәр-риәнең кем икәнен...

Артабан ул Әлмөхәмәттең ҡот осҡос булып үҙгәргән йөҙөн генә шәйләп ҡалды...

Күпме ваҡыттан уянғандыр, ҡаршыһында йонсоған, ағарған йөҙлө, яурындары төшкән Әлмөхәмәт ултыра. Сәриә, ыңғырашып, күҙен кире йомдо.

– Нимә кәрәк? Һыу килтерәйемме?

– Юҡ.

– Ҡай төшөң ауырта?

– Ауыртмай.

– Һуҡтым бит һиңә, бисәкәй...

– Ҡыйын булһа, һуҡманым, тип уйла.

– Ни эшләйбеҙ, Сәриә? Бәлки, дауаланырһың?

– Булмай. Дауаланып ҡараным инде мин йәш саҡта уҡ. Киренән эскәндән һуң шулай булдым.

– Һуң, эсмәгән саҡтарың да булды бит, Сәриә...

Уңарсы ишек асылды. Тупһала Гөлсибәрҙе етәкләгән ҡәйнәһе күренде.

– Һөйөнсө! Торналар аяҡ ташлап китте ҡыҙыма, һөйөнсө...

Әлмөхәмәт ҡыҙын баш осона сөйҙө. Гөлсибәр сырҡылдап көлә-көлә атаһының көслө ҡулдарына йәбеште. Быларға ҡарап ҡәйнәһе лә йылмая:

– Аяҡтарың талыу белмәһен, ҡолонсағым – тулмаҫ орсоғом.

Өс йәше тулһа ла, һаман атламай ултыра ине Гөлсибәр. Әле бына ҡәйнә кешегә ҡарап торһаң, күҙгә йәш килә: әйтерһең дә, Гөлсибәр түгел, үҙе тәүләп тәпәй баҫҡан.

Әлмөхәмәт сәй әҙерләне. Сәриә инде тороп ултырҙым тигәндә, йөрәк аҫтында тыпырсыныу тойҙо.

– Әлмөхәмәт! – Сәриә ағарынып, һикереп торҙо.

– Йә хоҙа! Ни булды, килен?

Сәриә тышҡа атылды. Нимәгә юрарға белмәгән Әлмөхәмәт ҡатыны артынан эйәрҙе. Кәртә артындағы күлгә еткәс, Сәриә йәш үләнгә сүгәләне:

– Ни эшләргә миңә, ни эшләргә?..

– Ни булды?

– Булманы. Буласаҡ. Бала буласаҡ... тағы.

– Ошоғаса белмәнеңме?

– Белмәнем, уйламаным.

– Шулай инде, уйыңда тик баш төҙәтеү булғас, буйыңда таш ятһа ла белмәҫһең.

– Гөлсибәр таҙа бит, – үҙен яҡларға тырышты Сәриә. – Ана, атлап та китте...

– Һин мине дөрөҫ аңла, Сәриә. Эсеүеңде ташлаһаң – хет унды тап. Шатланырмын ғына.

Аҙға ғына булһа ла, ир менән ҡатын араһына аллы-гөллө Салауат күпере тартылды...

***

Бала тыуҙы. Сәриә эсеүен барыбер ташлай алманы. Акушерка уға имеҙмәҫкә ҡушты. Был хәбәр ҡәйнәһен сығырынан сығарҙы:

– Аһ-аһ, ниндәй ҡыямат был духтыр, ә?! Тыуыу менән әсә һөтөнән айырылсәле... Әлмөхәмәтемде өс йәшенә ҡәҙәр имеҙҙем, ташлатҡас, иту йөрәгем һыҙланы. – Арыҡ иңбаштарын дерелдәтеп, ҡәйнәһе илай ине. – Бына һиңә бер бисә! Һуғыш мәлендә бригадир булдым, төрлө ҡыҙ-ҡырҡынды күрҙем, бындайҙы – юҡ. Көнө буйы ат урынына егелеп эшләүҙәре етмәгән, төн буйы йөн тетәләр, еп иләйҙәр, фронтҡа ойоҡ-бейәләй әҙерләйҙәр. Үҙҙәре бит итекте ҡуңалтаҡ кейә!

– Барса ҡатын-ҡыҙ һинең киленең ише түгел бит, әбекәй.

– Кемдең итәгенә ут төшә, шул яна шул, духтыр ҡыҙым. Шул бисәләр менән ниндәйен ауырлыҡты еңеп сығылды, хәҙер бына яңғыҙ киленемә баш була алмайым. Тыныс күңел менән теге донъяға китергә лә форсат юҡ...

* * *

Балаһына йәш тулғас, Сәриә тағы дауаланып ҡарамаҡсы булып, ҡалаға китте. Ҡала һағындырған. Ни тиһәң дә, бала сағы, йәшлеге ошонда үтте бит.

Бына баҡса. Анау тирәк төбөндә бер мәл уны тәүге осрашыуға саҡырған класташ малайы көтөп торғайны. Тубыҡтан өҫтә иҫке күлдәк, тапалған үксәле туфли кейгән килеш егет ҡаршыһына барып баҫырға ғәрләнгәйне ул саҡ Сәриә. Өй мөйөшөнән генә күҙәтте ул уны. Фәнилдең өмөт менән янған күҙҙәре әле булһа күҙ алдында.

Бына ресторан... Үҙен эшкә алыуҙы һорап ишек тупһаһын ҡыйыуһыҙ ғына ашатлағаны хәтерендә.

– Ниңә беҙгә эшкә килергә булдың? – Алсаҡ ҡарашлы мөдир ҡатын уға йылмайып ҡараны.

– Газетала уҡыным. Официанттар кәрәк икән. Унан... өйгә лә яҡын.

– Кемдәрең бар?

– Өләсәйем генә.

...Бынан һуңғы йылтлап алышынған иҫтәлектәр күнелде йыуатмай. Ана, бульвар. Иңбашына ялҡындай һибелгән сәстәрен таратып, урман юлынан бер ҡыҙ килә. Уның башы аҫҡа эйелгән...

Өйрөлмәгә эләккән таптай әйләндерҙе уны яҙмыш. Айныҡһаң, күнел әрней, әлдә хәмер булды донъяла. Ирҙәр уның бер ҡарашынан ирене. Ислам ғына... Бәғерһеҙ Исламдан ғына ҡурҡты ул. Үҙе алып биргән аҫыл кейемдәр хаҡын бишләтә түләтте инде Ислам Сәриәнән.

* * *

– Соня?! – Таныш тауыш иҫтәлектәрҙән арындырып ебәрҙе.

– Ҡара һин уны, ҡайһылай эреләнгән әҙәмдәр! Баянан бирле күҙәтеп киләм, шәйләмәй ҙә...

– Ислам?! – Тәне эҫеле-һыуыҡлы булып, Сәриә өндәшеүсегә йөҙө менән боролдо. – Ислам...

– Ислам да Ислам... Мин, аллаға шөкөр, ҡырҡ йыл инде Ислам. Бына һин кем икән был замандарҙа?

– Мин, – Гөлсәсәккә тип алған ҡыҙыл башмаҡтарҙы ыуғылап, Сәриә ҡаушап ҡалды. – Мин... бына... Ҡыҙыма...

– Ҡы-ҙыма? О-о! Балаң да бармы ни шулай? Хәләлдәнме, харамданмы, тигән шикелле, сер булмаһа?

Исламдың ҡыҫыҡ күҙҙәрендә һикерешкән мыҫҡыллы осҡондарҙы күрмәмешкә һалышты Сәриә. Тауышын көрәйтә биреп:

– Ике ҡыҙым үҫә инде, – тигән булды.

– Ну-у?! Шәп, шәп! Просто молодец...Мннең ҡайтҡанды итәк тулы орғасы менән ҡаршыларға булғанһың икән.

– Ислам, онот. Кәрәкмәй. Үткән эштән төш яҡшы, – тип ҡабаланып бышылданы Сәриә. – Ирем, балаларым хаҡына онот.

– Ҡуйсы әле! Ирем... балаларым... Кемгә һөйләйһең һин? Элекке нимфанан былай ҙа ҡоро һөлдә ҡалған.

– Нимфалыҡ осоро үтте инде, Ислам. Уның өсөн беҙ язаһын алдыҡ.

– Яза, имеш... Исламға ни булһын? Дуҫтар, аллаға шөкөр, фатихаһынан ташламай. Әйҙә, – Ислам ресторан яғына ымланы, – үткәндәрҙе иҫкә төшөрөп, бер типтереп сығайыҡ.

– Юҡ, юҡ! Миңә ҡайтырға вакыт, унан һуң, эсергә лә ярамай.

– Йә, изге булып, инәлтеп торма. Аҙаҡ үҙеңде таксиҙа ғына илтермен орғасыларыңа, хи-хи...

– Кәрәкмәй. Ҡәйнәм сирле. Ирем йәш бала менән ҡалды. Ебәр һин мине. Ислам?! Үтенәм һинән!

Исламдың эйәге юғары сөйөлдө, күҙҙәре ҡыҫылып, ут нөктәһенә әйләнде. Был минутта элекке – Сәриәне «заданиеға» ебәргән Исламға әүерелде ул.

– Йә! Бер әйтәм... ике...

Быуыны ҡалтыранып, Сәриәнең хәле бөттө. Беләгенән матҡып тотоп алған Ислам:

– Иҫке мөхәббәт тутыҡмай ул, – тип зәһәр бышылданы.

* * *

Ул көндө ҡайта алманы Сәриә. Иртән торғас, ғәрлегенән тағы эсте. Шулай аҙна үтте. Ауылдан милиция аша эҙләтеп таптылар...

Ах! Ҡатын күкрәге ҡыҫыуҙан күҙҙәрен сытырлатып йомдо, һауа етмәй, ишектәр шар асыҡ булһа ла, тыны быуылып бара. Мөйөштәге теге ҡара әйбер йәйә сайҡала башланы. Ана, тағы кемдер әкрен генә уға яҡынлаша.

– Кем һин?

– Мин – Бибизата.

– Ҡәйнәм?! Һин бит үлдең?

– Тәнем ер аҫтына китте, уныһы хаҡ. Йәнем үҙенә урын тапмай, өҙгөләнә.

– Һин миңә бәхиллек бирмәнең, бәлки, шуға... Һинең менән хушлашырға бөтөн ауыл килде. Мин дә торҙом шунда. Күҙҙәрем менән мине кисереүеңде ялбарҙым... Һин ул ҡарашты тойманың да...

– Тойҙом мин, килен. Ә бәхиллек бирмәүемә барыбер үкенмәйем. Хәҙер, Әлмөхәмәтем үлгәс, бөтөнләй үкенмәйем. Балалар таптың – баҡманың. Улымды ҡәбергә тыҡтың.

– Ах, кәрәкмәй! Кит... һин үлгәс, выждан ғазабынан ҡотолдом тигәйнем, ә һин һаман, күләгәм шикелле, ҡалмайһың минең арттан.

– Һинең, килен, күләгәң дә юҡ хәҙер, дөрөҫө – һин үҙең күләгә. Сабыйҙарың имсәк һорап илаған, ә һинең иҫереп аунаған сактарыңда үлер алдынан тамсы һыу тамыҙыр йән эйәһе булмаһын ҡашыңда, тип ҡарғаным мин һине. Ҡарғыштарым фәрештәләрҙең «амин» тигән сағына тура килгән икән.

– Тиҙерәк, тиҙерәк китһәмсе. Үҙ йәнемде үҙем алырға ла хәлем юҡ бит!

– Ашыҡма, килен. Тыңлап бөт мине. Егерме бер йәшемдә тол ҡалып, Әлмөхәмәтемде әҙәм итергә бөтә ихласымды һалдым. Минең дә еләктәй саҡтарым булды. Эсемдә йәнем дә бар ине. Һоратыусылар килде – кире ҡаҡтым. Ирем вафат булғанға ун биш йыл үткәс, берәүҙе яраттым. Йәнем-тәнем менән тартылдым мин уға. Төндә ишегемде шаҡыны шул кеше – асманым...

– Тик ниңә һуң ләхетеңдә тыныс ятмайһың. Улай яҙыҡтарың да булмағас?.. Әлмөхәмәт, ярай инде, балалары өсөн өҙгөләнә, һин бит әсәлек бурысыңды үтәгәнһең?

– Ауыртҡан еремә баҫтың, килен. Дөрөҫ, буйын үҫтерҙем, аҡылын камил ҡылдым, намыҫлы йәшәргә өйрәттем. Харам күрһәм, иңем менән Әлмөхәмәтем күҙенән ышыҡланым. Яуызлыҡтың изгелектән әрһеҙерәк, үрсемлерәк, хатта бәғзе ваҡыт көслөрәк булыуын ғына төшөндөрмәгәнмен...

– Ҡәйнәм?! Киттең дәме ни...

Сәриә үкһеп иларға итә, тик күкрәге ҡыҫа, ирек бирмәй. «Балаларым, ни эшләнем мин?» – тип ҡыймылдай күгәргән ирендәре. Суд залында, һеҙҙе минән айырғанда, йөрәгемә ҡан һауғанын тойҙоғоҙмо, сабыйҙарым? Юҡ, тойманығыҙ, һеҙ миңә ҡараманығыҙ...

Унда кемдең ни һөйләгәнен дә иҫләмәй Сәриә. Иң алғы эскәмйәлә ултырған ҡыҙҙарына ҡараны ла ҡатты. Сабыйҙарҙың йөҙҙәре һулыған, ҡараштары иғтибарһыҙ.

Гөлсәсәге күрше ҡатын Ямал алдында ултыра. Ул ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы председателе лә. Сәриә аунаһа, килеп етер, балаларҙы үҙҙәренә алып ҡайтып йоҡлатыр ине депутат. Ордендары бар. Кейенеп сығып китһә, берәү ҙә алты бала әсәһе тимәҫ. Шул, әлеге Ямал, башын эйеп шымып ҡалған. Алдында ултырған Гөлсәсәктең зәғиф аяҡтарына уның күҙенән терегөмөштәй йәштәр тама... Сәриә тәү тапҡыр күҙҙәренең ошо ҡатындың ҡарашы менән осрашыуынан ҡурҡты. Үҙе, иртәнге тынлыҡты ярып ҡысҡырған балалар тауышын ишеткәндәй, ҡалтыранып китте:

– Тонна! Тойнаяй! – тип өҙгөләнә шул тауыш. – Аяҡ билеп китегеҙсе минең туғаныма!

...Сәриә тауыш килгән яҡҡа йүгерҙе, һөттәй аҡ һулышын бөркөп, боҫрап ятҡан күл буйлап, туғанын йөкләгән Гөлсибәр йүгерә. Эләгеп ҡолай, йәнә ҡалҡына. Ул арала шыйлап йүгереп, һауаға күтәрелгән торналар төркөмө күренде. Баяғынан әсерәк тауыш бәғерҙе телде:

– Тойнаяй! Ҡасмағыҙ, тойнаяй! Мин һеҙгә теймәйем, аяҡ ҡына билегеҙ! Туғаным ҡыҙыл башмаҡталын кейеп йөлөй алма-ай!..

Гөлсибәр үләнгә йығылып үкһене:

– Үҙен һоламайһын да бит. Бел үҙем ҡысҡылгас, ис-сетмәнеләл... Өләсәйем әйтте бит: минә лә аяҡты тойнаяй билде, тип...

Юҡ, аяҡ ҡалдырмаясаҡ торналар уның Гөлсәсәгенә. Теге сакта, врачҡа күренгәс:

– Өсөнсө стадияла һинең сирең. Галлюцинация башланған. Бала табырға ярамай ҙа бит, ауырың ҙурайып киткән, – тинеләр.

Сәриә был турала Әлмөхәмәткә әйтмәне. Ире, бала тыуғас та, сабый янына килергә ҡурҡҡан кеүек йөрөнө. Терһәк яҡын да – тешләп булмай. Гөлсәсәккә йәш тулды, тәпәй баҫманы, икеһен тултырҙы – атларға уйламай ҙа. Ҡып-ҡыҫҡа, кәкре аяҡтарын терәй ҙә алмай, теле лә асылмай. Әгәр ошо ятыуҙан тора алһа, тыумыштан зәғиф балаларҙы тапшыра торған йортҡа ла бирмәҫ ине Гөлсәсәген Сәриә.

Ҡатын сарсап киткән ирендәрен яланы. Судтан һуң булған ваҡиғаларҙы хәтерләүҙән күҙ алды томаланды.

– Туҡтағыҙ! Ни эшләүегеҙ был?! – Сәриә Гөлсәсәген кейендереп булашҡан Ямалға ташланды. – Кит бынан! Ҡағылма минең балаларыма!

Милиционер егет уның юлын бүлде:

– Ҡамасауламағыҙ! Һеҙ әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителдегеҙ.

Әсәләрен иҫерек тип белгән балалар Ямалдың итәгенә һырыҡты. Олоһо ҡысҡырып илай башланы, уға бәләкәсе ҡушылды. Ишек алдына йыйылған бисә-сәсә үкһей. Милиция кейемендәге кеше юлдарында тормаһа, ай-һай. Сәриәгә бисәләр нәфрәтенән имен ҡалыуҙар... Сәриә ҡыҙыҡайҙарын алып киткән машина артынан йүгерҙе. Эләгеп йығылды. Эңер төшкәнсе ятты шунда. Берәү күтәрмәне, берәү аяманы...

***

Сәриә күҙҙәре менән йәнә мөйөштәге ҡара әйберҙе эҙләне. Шик юҡ, бәләкәсе Гөлсәсәгенең, бер тапҡыр ҙа кейеп йөрөргә насип булмаған ҡыҙыл башмаҡтары ине улар. Саңһырыуҙан, туҙан ултырыуҙан улар ҡарайған, төҫөн юйған. Күпме ваҡыт шуларға ҡарап берсә һаташып, берсә янып, берсә өшөп ни икәнен төшөнә алмай яфаланды ул.

Сәриәне ҡапыл шул башмаҡтарҙы үрелеп алыу теләге биләне. Башмаҡтар, өшөп, елгә ҡалтырана кеүек тойолдо уға.

Бөтә көсөн йыйып, ҡатын терһәгенә күтәрелде. Уң ҡулы йәнһеҙ аҫылынды. Күҙ алды аллана, йәнә ҡараңғылана. Тағы... күп ҡалманы. Саҡ ҡына ҡалҡына бирһәм... Сәриә һау ҡулы менән карауат ҡырына тотондо. Зиһене юғалып, ҡулын ысҡындыра яҙҙы. Хәҙер, башымды саҡ ҡына ҡалҡытһам, аяҡҡа баҫам. Бәпесемдең башмаҡтарын ҡуйыныма алып, йылытып ҡына ятайым...

Башмаҡтар менән уның араһы берсә буй етмәҫлек алыҫ, берсә яп-яҡын һымаҡ. Саҡ ҡына, тағы са-аҡ ҡына, тип ялбара сатнап ярылған көлһыу ирендәре. Сабыйҙарына барып етһә, Әлмөхәмәте рәнйемәҫлек итеп йәшәр ине ул...

Тороп килгән еренән, ҡулы тайып, Сәриә башы менән тимер карауат ситенә бәрелде.

– Ах! – Гөрһөлдәүҙән тәҙрә быялалары сыңланы.

Кескәй башмаҡтар төҫлө ҡып-ҡыҙыл ҡан иҙән буйлап тупһаға аҡты...

Таңсулпан ҒАРИПОВА.

Читайте нас: