Ғәфү итегеҙ, мин - ирегеҙҙең әхирәте...

Хикәйә

Телефон шылтыраны. Урында ятҡан Хаят көс-хәл менән башын күтәрҙе. Кемгә нимә кәрәк тағы?

– Һаумыһығыҙ, Һаулығығыҙ нисек? – тине яғымлы тауыш теге баштан.

– Яҡшынан түгел, урында саҡ ятам. Кем шылтырата әле?

– Мин шылтыратам, ирегеҙҙең танышы, йәғни әхирәте. Ул шылтыратып хәлегеҙҙе белергә ҡушты.

– Нимә тиһегеҙ? Ирем шылтыратып хәл белергә ҡушты? Минең температура бар, етмәһә, ҡан баҫымы юғары. Һәм һеҙ, иремдең әхирәте, миңә шылтыратып, мине тамам сафтан сығарырға итәһегеҙме?

– Юҡ-юҡ, мин һеҙҙең ирегеҙ менән ҡырҡ йыллап танышмын, бер балалар баҡсаһына йөрөнөк. Хатта көршәктәребеҙ бергә ултыра торғайны.

– Көршәктәрегеҙ бергә ултыра торғайны?! Иремдең миңә был хаҡта һөйләгәнен хәтерләмәйем. Бәлки, һеҙ мине кем менәндер бутайһығыҙҙыр?

– Улай тип уйламайым. Ирегеҙ әйтте, һеҙҙе сирләп ята, тине. Хәл белешергә, ярҙам итергә ҡушты.

– Әхирәте, тинегеҙ, исемемегеҙ нисек һуң?

– Быныһы мөһим түгел. Мин ғаиләле, ирҙә булған ҡатынмын. Ир менән ҡатын мөнәсәбәттәренә ҡыҫылырға яратмайым.

– Ә нисә тапҡыр ғаиләле булдығыҙ һуң? – Дөрөҫөн әйткәндә, ике тапҡыр. Беренсе ирем эсте, икенсеһендә үҙем саҡ ҡына төшөргөләнем. Әйткәндәй, һеҙҙең ирегеҙ бик хәстәрлекле кеше. Юғиһә, һеҙҙе ҡайғыртып миңә шылтыратмаҫ ине. Апушығыҙҙы әйтәм.

– Апуш?! Ғабдулланы Апуш тип йөрөтәһегеҙме? Дөрөҫөн әйтегеҙ, һеҙҙең арала нимә булды? Юғиһә, һеҙ мине тамам үлтерҙегеҙ. Әйтегеҙ, нимә булды һеҙҙең арала?

– Юҡ, бер нәмә лә булманы.

– Нисек булмаһын, һеҙ үҙегеҙ әйттегеҙ, көршәктәрегеҙ бергә ултырған.

– Ҡырҡ йыл элек булғанды кем хәтерләй инде хәҙер. Беләһегеҙме, хәҙер һөйләүе лә күңелле. Көршәктә ултырғанда беҙ шаярып ыштандарыбыҙҙы алыштырып кейә торғайныҡ.

– Ужас! Ыштандарығыҙҙы алыштырып кейә торғайнығыҙ?! Йә Хоҙай, күрәһеләрем бар икән! Тимәк, ике йыл элек Яңы йыл корпоративынан ирем кейеп ҡайтҡан зәңгәр борсаҡлы ыштан һеҙҙеке ине?

– Мин һеҙгә ике йыл элек, тип әйтмәнем, ҡырҡ йыл элек, тинем.

– Айырмаһын күрмәйем, һеҙ бит үҙегеҙ әйттегеҙ, ыштандарыбыҙҙы алыштырып уйнай торғайныҡ тип. Ә беләһегеҙме, мин һеҙҙең ыштанығыҙҙы нимә эшләттем. Мин уның менән унитаз таҙартам.

– Яҡшы булған, бер эшкә яраған бит. Әле температурағыҙ күпме, ҡан баҫымы нисек?

– Һеҙ шылтыратҡанға тиклем һәйбәт кенә ине, һеҙҙең ҡот осҡос дәлилдәрегеҙҙән һуң һыуына башланым, ҡан баҫымы ла түбәнәйҙе. Үҙемде үлеп барған һымаҡ итеп тоям.

– Юҡ, ҡабаланмағыҙ, әле мин һеҙгә барыһын да һөйләп бөтмәнем. Апушты әйтәм, ул бик иғтибарлы һәм хәстәрлекле ир икән.

– Әллә һеҙ уның һөйәркәһеме? Әле ҡайҙа икәнен беләһегеҙме? Күңелем һиҙә, ул һеҙҙең эргәгеҙҙә ята һымаҡ.

– Ҡайҙа ятһын, ул командировкала ла инде.

– Ә һеҙ уның командировкала икәнен ҡайҙан беләһегеҙ? Үҙе әйттеме?

– Әлбиттә, үҙе әйтте. Мин һуңыраҡ ҡайтам, ҡатыным сирләп тора, һүҙ менән булһа ла ярҙам итегеҙ әле, тине.

– Рәхмәт, ярҙам иттегеҙ инде. Арыуланып килә инем, эштән сығарып һалдығыҙ. Температурам 37, 2 ине, хәҙер 36-ға төштө.

– Нисек төштө? Иптәшегеҙ температурағыҙ 40 тигәйне. Туҡтағыҙ әле, был ниндәй телефон, 290-15-12-ме?

– Юҡ, 290-15-17.

– Ғәфү итегеҙ, мин бит хаталанғанмын.

– Эй, ошо телефонды, саҡ ҡына аңшайһаң, икенсе һандарҙы йыя ла ҡуя.

– Мин дә шулай уйлайым.  

Р.Ғәлимов

Автор:
Читайте нас